Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет19/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   40

Устинья Наумовна. Билдәле инде, бай ир менән йәшәү еңел түгел, бер енләнһә, керергә тишек тапмаҫһың!

Фоминишна. Беҙҙең унан күрмәгәнебеҙ ҡалманы инде. Үткән аҙнала төндә иҫереп ҡайтып, шундай ҡотор- ҙо, ватмаған-емермәгән нәмәһе ҡалманы, һауыт-һабаларҙы ҡырып бөтөрҙө, «һеҙ былай, һеҙ тегеләй, үлтерәм!» — тип беҙгә аҡырһынмы.

Устинья Наумовна. Наҙанлыҡтан был.

Фоминишна. Дөрөҫ әйтәһең, анаҡай! Аграфена Кондратьевна унда бер үҙе, мин китәйем инде, ҡәҙерлем. Ҡайтыр алдынан минең янға инеп сыҡ әле, мин һиңә күстәнәс биреп ебәрермен. (Баҫкыс буйлап өҫкә күтәрелә. )

Устинья Наумовна. Инермен, көмөшөм, инермен.

Подхалюзин инә.

Етенсе күренеш



Устинья Наумовнаһәм Подхалюзин.

Подхалюзин. Ә! Устинья Наумовна! һеҙҙе бында ниндәй елдәр ташланы?

Устинья Наумовна, һаумы, аҫыл егет! Нисегерәк йәшәйһең, имен-аманмы?

ю*

291


Подха люзин. Ә беҙгә нимә булһын? (Ултыра.)

Устинья Наумовна. Берәй сибәркәй кәрәкмәйме, ҡоҙалайым.

П одхалюзин. Рәхмәт. Беҙгә хәҙергә кәрәге юҡ.

Устинья Наумовна. Үҙең теләмәйһең икән, көмөшөм, иптәшеңә табып бирәм, һинең таныштарың ҡалала эт теҙенәндер ул?

Подхалюзин. Эйе, ундайҙар бар-барын.

Устинья Наумовна. Булғас, Аллаға шөкөр! Буйҙаҡмы ул, тол ирме, өйләнмәгән булһа, алып кил үҙемә.

Подхалюзин. Шулай өйләндерәһеңме?

Устинья Наумовна. Ә ниңә өйләндермәҫкә? Өйләндерәм, һиҙмәй ҙә ҡалырһың.

Подхалюзин. Был һәйбәт эш. Бына хәҙер мин һеҙҙән һорайым әле, Устинья Наумовна. Нимә эшләп әле һеҙ беҙгә бик йыш килә башланығыҙ?

Устинья Наумовна. Унда һинең ни эшең бар! Ниңә миңә килмәҫкә. Мин кемдән кәм. Мин бер исемһеҙ һарыҡ түгел бит. Кеше! Ниңә һорау алаһың?

Подхалюзин. Былай ғына. Юҡҡа ғына йөрөмәйһегеҙме тип әйтеүем.

Устинья Наумов н а. Ниңә юҡҡа булһын, ти? һин нимә уйлап сығарҙың, көмөшөм? Беләһеңме мин ниндәй кейәү таптым? Үҙе затлы, крәҫтиәндәре лә бар, үҙе төҫкә- башҡа ла ҡойоп ҡуйған кеүек.

Подхалюзин. Эш нимәлә туҡталып ҡалды һуң?

Устинья Наумовна. Туҡталып ҡалманы. Иртәгә танышырға килергә тейеш. Шунан уртаға һалып һөйләшербеҙ ҙә эше лә бөттө.

Подхалюзин. Әйҙә, һөйләшегеҙ, килешегеҙ, һуңынан күрһәтер әле ул һеҙгә.

Устинья Наумовна, һин нимә, ауырымайһыңдыр бит, аҫыл ташым?

П одхалюзин. Бына күрерһегеҙ әле!

Устинья Наумовна, һин, алмасым, йә иҫерекһең, йә бөтөнләй аҡылдан яҙғанһың.

П одхалюзин. Миндә һеҙҙең эшегеҙ юҡ. һеҙ үҙегеҙ тураһында ҡайғыртығыҙ. Мин белгәнгә һөйләйем.

Устинья Наумовна. Нимә беләһең һин?

П одхалюзин. Беҙ бик күп нәмә беләбеҙ.

Устинья Наумовна. Б елгәнеңде беҙгә лә әйтһәң, телең өҙөлөп төшмәҫ бит.

292


Подхалюзин. Бөтә хикмәте лә шунда, әйтергә ярамай.

Устинья Наумовна. Ә ниңә ярамай, минән оялаһыңмы ни, гәүһәр ташым, әйҙә, әйтә һал, ғәйеп итмәм.

Подхалюзин. Бында эш оялыуҙа түгел, һеҙгә әйтһәң, бөтә донъяға тараласаҡ.

Устинья Наумовна. Таратһам, Алла һуҡһын. Бына ҡулымды киҫергә бирәм.

Подхалюзин.Ярай, вәғәҙә — имандың яртыһы.

Устинья Наумовна. Әлбиттә. Йә, әйт инде, нимә беләһең?

Подхалюзин. Бына нәмә, Устинья Наумовна. Был кейәүҙән баш тартып булмаймы?

Устинья Наумовна. Нимә һөйләйһең, тилебәрән орлоғо ашаныңмы әллә?

Подхалюзин. Бер нәмә лә ашаманым, һеҙгә ысын күңелдән әйтәм, эш былай тора: минең бер таныш сауҙагәрем бар, урыҫ кешеһе. Бына шул Алимпияда Самсоновнаға үлеп ғашиҡ булған. Өйләнһәм, бер нәмә лә ҡыҙғанмаясаҡмын, ти.

Устинья Наумовна. Ә ниғр һуң һин, алмасым, уны миңә элегерәк әйтмәнең?

Подхалюзин. Мин үҙем дә күптән түгел генә белдем.

Устинья Наумовна. Хәҙер һуң инде, гәүһәр ташым.

Подхалюзин. Ә кейәүе? Кейәүе ниндәй бит әле, Устинья Наумовна! Ул һеҙҙе алтынға күмәсәк, тере кеш тиреһенән тун тегеп кейҙерәсәк!

Устинья Наумовна. Юҡ, күгәрсенкәйем, ярамай. Бик шатланып риза булыр инем дә, һүҙ бирҙем шул.

Подхалюзин. Улайһа, үҙегеҙ ҡарағыҙ инде! Ә был кешегә ҡоҙалаһағыҙ, аҙаҡтан бәләгә генә ҡаласаҡһығыҙ, үкенеп бөтә алмаясаҡһығыҙ.

Устинья Наумовна. Бына үҙең уйлап ҡара, мин ниндәй йөҙ менән Самсон Силычҡа күренермен? Мин уларға нимәләр генә һайраманым: үҙе бай, үҙе матур, үҙе ҡыҙҙы ярата, унан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай, тинем. Хәҙер нимә тип әйтермен? һин бит Самсон Силычтың ниндәй кеше икәнен яҡшы беләһең, Алла һаҡлаһын, ул минең муйынымдан өҙөп ташлар.

293


Подхалюзин. Бер нәмә лә эшләтә алмаҫ.

Устинья Наумовна. Ҡыҙҙы ла өмөтләндерҙем. Көнөнә икешәр тапҡыр минең арттан ебәрә: ҡайҙа кейәү ҙә ҡайҙа кейәү?

Подхалюзин. Ә һеҙ, Устинья Наумовна, үҙ бәхетегеҙҙән ҡасмағыҙ. Теләйһегеҙме, мин һеҙгә ике мең һум аҡса һәм кеш тиреһенән тегелгән тун бирәм, бары тик туйҙы ғына булдырмағыҙ. Ә ҡоҙалау тураһында беҙҙең айырым һүҙ булыр. Бына мин һеҙгә әйтәм, һеҙ бындай шәп кейәүҙе үҙ ғүмерегеҙҙә лә күргәнегеҙ юҡ. Бер генә етешһеҙлеге бар, ул затлы нәҫелдән түгел.

Устинья Наумовна. Ә улар үҙҙәре затлы нәҫелдәнме ни? Бөтә бәлә лә шунда, аҫыл ташым, хәҙер һәр бер һәнәктән кәрәк булған кеше үҙен дворянға һанай. Бына Алимпияда Самсоновна ла, Хоҙай уға сәләмәтлек бирһен, кенәз ҡыҙы булып ҡылана, ә бит сығыштары буйынса улар беҙҙән дә түбән. Атаһы, Самсон Силыч, Балчугта күн бейәләйе менән һатыу итте. Уны иҫәпкә алған кеше лә юҡ ине. Самсошка тип типкеләп кенә йөрөтәләр ине үҙен. Әсәһе, Аграфена Кондратьевна ла көнлөксө булып эшләп йөрөнө. Капитал тупланылар ҙа сауҙагәр булып киттеләр, ҡыҙҙары ла принцесса кеүек ҡылана. Бөтәһен дә аҡса эшләй. Бына мин унан бер ҙә кәм түгел дә, ни хәл итәһең, хеҙмәт итергә тура килә. Тәрбиәһе лә әллә ҡайҙа китмәгән, һин уның яҙыуын күрһәң, хәрефтәре ҡорһағы менән шыуышҡан филдеке кеүек. Французса һөйләшеүен дә әйтер инем инде. Фортепьянола ла дыңғырлата инде шунда. Ә бейеүенә килгәндә инде, мин уның танауына сиртәм.

Подхалюзин. Бәй, шулай булғас, уға сауҙагәргә кейәүгә сығыуҙан да яҡшыһы юҡ инде.

Устинья Наумовна. Ә теге кейәү менән нимә эшләйем инде, көмөшкәйем? Мин бит уны ышандырҙым, Алимпияда Самсоновнаны үлтереп маҡтаным, ул шундай һылыу, кәртинкә кеүек, тинем. Французса ла оҫта һөйләй, үҙенең ҡыланыштары ла матур, тигән булдым. Хәҙер нимә тип әйтәм инде мин уға?

Подхалюзин. һеҙ элек нисек әйттегеҙ, хәҙер ҙә шулай әйтегеҙ. Матур, уҡымышлы, ҡыланыштары килешле, тик бына бөлгәндәр, аҡсалары юҡ, тиегеҙ? Ул үҙе үк баш тартасаҡ.

Устинья Наумовна. Ысынлап та шулай бит, гәүһәр ташым. Әй, туҡта әле. Нисек инде? Мин бит уға

294


Самсон Силычтың аҡсаһы тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, тинем.

Подхалюзин. Бына һеҙ һөйләргә бик оҫтаһығыҙ. Ә ҡайҙан беләһегеҙ Самсон Силычтың күпме аҡсаһы бар икәнен, һананығыҙмы ни?

Устинья Наумовна. Самсон Силычтың бик бай сауҙагәр икәнен һәммә кеше белә, кемдән һораһаң да әйтер.

Подхалюзин. Эйе! Артыҡ күп беләһегеҙ! Ярай, ҡыҙҙы шул затлы кешегә ҡоҙаланығыҙ, ти, ә Самсон Силыч аҡса бирмәһә, нимә эшләрһегеҙ? Ә ул кейәү булаһы кеше тотор ҙа әйтер, ниңә һеҙ мине алдайһығыҙ, вәғәҙә иткән аҡсаны бирмәйһегеҙ, мин бит һеҙгә сауҙагәр түгел, тиер. Өҫтәүенә, шундай затлы кеше лә булғас, тотор ҙа судҡа бирер, ундайҙарға бөтә ерҙә лә юл асыҡ. Беҙҙең Самсон Силыч менән эләккәнебеҙ бар, һеҙ ҙә ҡотола алмаясаҡһығыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит, беҙҙең кеүектәрҙе алдап була, э бына быларҙы алдап ҡара, мәңге ҡотола алмаҫһың!

Устинья Наумовна. Әй, етер инде, ҡурҡытма мине. Бөтөнләй һушымды алдың.

Подхалюзин. Минән һеҙгә йөҙ һум көмөшләтә задатка, һәм ҡул бирешеп килешәбеҙ.

Устинья Наумовна, һин, аҫыл ташым, ике мең һум аҡса һәм кеш тиреһенән теккән тун бирәм, тиһең инде?

Подхалюзин. Тап шулай. Тыныс булығыҙ. Бына шул кеш тиреһенән теккән тунды кейеп урам буйлап үтһәгеҙ, Устинья Наумовна, был ниндәй генерал ҡатыны икән, тип шаҡ ҡатып ҡарап ҡалырҙар.

Устинья Наумовна. Ә һин нисек уйлайһың, ысынлап та! Бына мин кеш тиреһенән теккән тунды кейеп алайым әле, ҡулдарым менән бөйөрөмә таянып, фырт ҡына атлап үтһәм, һеҙ, һаҡалтай ирҙәр, бөтәгеҙ ҙә ауыҙығыҙҙы асып, ҡарап ҡатырһығыҙ әле. Бисәләрегеҙ көнләшеүҙән танауҙарығыҙҙы өҙөп бөтөрөр.

Подхалюзин. Дөрөҫ әйтәһең!

Устинья Н ау мов н а. Бир задаткаңды!

Подхалюзин. Ә һеҙ, Устинья Наумовна, ҡаушап ҡалмағыҙ!

Устинья Наумовна. Ә ниңә миңә ҡаушап ҡалырға? Тик ҡара уны, ике мең һум аҡса һәм кеш тиреһенән теккән тун!

295


Подхалюзин. Әйттем бит инде мин һеҙгә, тере кеш тиреһенән тегербеҙ! Нимә инде ҡабатлап торорға.

Устинья Наумовна. Ярай, хуш, ынйыҡайым, мин кейәү янына йүгерҙем. Иртәгә күрешкәс, бөтәһе тураһында ла рапорт бирермен.

Подха люзин. Туҡтағыҙ әле, ҡайҙа йүгерәһегеҙ? Миңә инәйек әле, үҙегеҙҙе араҡы менән һыйлайым. Тишка! Тишка!

Тишка инә.

һин күҙ-ҡолаҡ бул әле, хужа ҡайтыу менән миңә йүгереп килеп әйтерһең.

Китәләр.

Һигеҙенсе күренеш



Тишка (өҫтәл янына ултырып, аҡса һанай). Илле тин көмөш аҡсаны бая Лазарь биргәйне. Кисәге манаранан ҡолап төшкәс, Аграфена Кондратьевна ун тин бирҙе, аҡсаға кәрт уйнап егерме биш тин оттом, өсөнсө көн хужа прилавкала ун тин онотоп ҡалдырғайны. Ҡайҙа, күпме йыйылды икән? (Күцеленән генә һанай.)

Сәхнә артынан Фоминишнаның тауышы ишетелә: «Тишка, Тишка, тим! Күпме ҡысҡырырға мөмкин һиңә?»

Тишка. Нимә булды тағы?

«Лазарь өйҙәме, юҡмы?»

Бар ине лә, юҡ булды!

«Хоҙайым, ҡайҙа китеп олаҡты һуң ул?»

Ә мин ҡайҙан беләйем. Минән һорап китмәне ул! һораған булһа, белер инем.

Фоминишна баҫҡыстан төшә.

Нимә унда һеҙҙең?

Фоминишна. Самсон Силыч ҡайтты бит, әллә эскән инде.

Тишка. Фю! Яндыҡ!

296


Фоминишна. Бар, Тишка, йүгер Лазарь артынан, күгәрсенкәйем, йәһәтерәк бул!

Тишка китә.

Аграфена Кондратьевна (баҫҡыста баҫып тора). Фоминишна анаҡай, ҡайҙа китте ул?

Фоминишна. Бында килә шикелле, анаҡай! Хоҙайым, әллә ишектәрҙе бикләп ҡуяйыммы? Ана юғарыға күтәрелһәм, ә һин, күгәрсенкәйем, ошонда ғына ултыр.

Ишек ҡағалар. Самсон Силычтың: «Эй, кем бар унда, асығыҙ ишекте!» — тигән тауышы ишетелә. Аграфена Кондратьевна

ҡаса.

Бар, атаҡайым, Алла хаҡы өсөн, йоҡла!

Большов (ишек арт?>снан). һин нимә, убырлы ҡортҡа, аҡылдан яҙҙыңмы әллә?

Фоминишна. Эй күгәрсенкәйем, мин дә инде асыҡ ауыҙ... һуҡыр... алйот... эскәнһең, тип уйланым да... һин мине ғәфү ит инде, ҡолаҡтарым да насар ишетә. Ҡар- тайыуым еттеме.

Самсон Силыч инә.

Большов. Сысой Псоич килдеме?

Фоминишна. Бешерҙек, бешерҙек, атаҡай, тоҙло ит һалып кәбеҫтә ашы бешерҙек, ҡаҙ ҡыҙҙырҙыҡ.

Большов, һин, убырлы ҡортҡа, тилебәрән орлоғо ашаныңмы әллә?

Фоминишна. Юҡ, атаҡай! Кухаркаға үҙем әйттем, бешер, тип.

Большов. Юғал күҙемдән! (Ултыра.)

Фоминишна ишеккә йүнәлә. П одхалюзин менән Тишка

инә.

Фоминишна (кире боролоп). И алйот мин, алйот! һин ғәйеп итә күрмә инде, һалҡын сусҡа балаһы, бөтөнләй хәтеремдән сыҡҡан!

297


Туғыҙынсы күренеш

Подхалюзин, Большов һәм Тишка.

Большов. Бар, дөмөк шул сусҡаларың янында!

Фоминишна китә.

(Тишкага.) Нимә ауыҙыңды асып ҡарап тораһың? Эшең юҡмы?

П одхалюзин (Тишкага). һиңә әйтәләр бит!

Тишка китә.

Большов. Сысой Псоич, булдымы?

Подхалюзин. Булды.

Большов, һөйләштеңме уның менән?

Подха люзин. Аңлаймы ни ул, Самсон Силыч? Үҙенең яҙыу ҡараһынан башҡа нимә белә ул? Шул бер нәмәне туғый инде: бурысты түләй алмай торған кеше булыуың тураһында иғлан итергә кәрәк, ти.

Большов. Иғлан итергә кәрәк икән, итергә — барыбер ҡотолоп булмаҫ.

Подхалюзин. Эх, Самсон Силыч, нимә һөйләйһегеҙ һеҙ?

Большов. Нимә, аҡса түләргәме? Ҡайҙан башыңа килде ул? Бөтәһен дә ут төртөп яндырһам яндырырмын, уларға бер тин дә бирмәйәсәкмен! Тауарҙарҙы ҡайтар, векселдәрҙе һат, әйҙә, талаһындар, урлаһындар, ә мин уларға түләмәйәсәкмен!

Подхалюзин. Нишләп инде, Самсон Силыч, шундай гөрләп торған хужалыҡ таралып, юҡҡа сыҡһынмы?

Большов. Ә һинең ни эшең бар? һинеке түгел бит. Тик ҡушҡанды эшлә, мин һине онотмам.

Подхалюзин. һеҙҙең изгелегегеҙҙән башҡа миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Юҡҡа һеҙ минең турала насар уйлайһығыҙ. Мин ниндәй ҙә булһа ялғанға барыу түгел, һеҙҙең өсөн йәнемде бирергә әҙер. һеҙ олоғайғанһығыҙ инде, Аграфена Кондратьевна бик иркә ҡатын, Алимпияда Самсоновна уҡымышлы туташ, йәше лә еткән, уның тураһында ла хәстәрлек күрергә кәрәк. Хәҙер шундай хәл: әллә нәмәләр килеп сығыуы бар.

298


Большов. Ә нимә килеп сығыуы бар? Мин үҙем генә яуап бирәм.

Подхалюзин. һеҙҙең турала нимә инде һөйләп торорға! һеҙ, Самсон Силыч, йәшәйһен йәшәгәнһегеҙ инде, Аллаға шөкөр, бына тигән йәшәнегеҙ, ә Алимпияда Самсоновна шундай ҡыҙ, бөтә донъяға берәү ул! Мин, Самсон Силыч, бына ысын күңелемдән уйлағанымды әйтәм: әгәр ҙә хәҙер мин һеҙҙең өсөн йәнем-тәнем менән тырышам икән, быларҙың бөтәһен дә һеҙҙең ғаиләгеҙ өсөн эшләйем. Миңә улар йәл.

Большов. Ай-Һай, шулаймы икән?

Подхалюзин. Бына тыңлағыҙ: әйтәйек, быларҙың бөтәһе лә беҙ теләгәнсә һәйбәт тамамланды, ти. һеҙҙең Алимпияда Самсоновнаны урынлаштырырға мөмкинлегегеҙ ҡалды, ти. Был турала һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Аҡса булһа, кейәүҙәр табылыр. Ә гонаһ шомлоғона ҡаршы, тегелэрсә килеп сыҡһа? Бәйләнеп, судтан судҡа йөрөтә башлаһалар, бөтә ғаилә тураһында ғәйбәт китәсәк, бөтә йорт-мөлкәтеңде лә тартып алырҙар. Ул ваҡытта ғаилә нимә эшләр? Урамда ҡалып етем ҡош балалары кеүек аслыҡтан-һыуыҡтан интегәсәктәр. Алла һаҡлаһын! Унан һуң нимә булыр? (Илай.)

Большов, һин ниңә илайһың әле?

Подхалюзин. Әлбиттә, мин быны, Самсон Силыч, миҫал өсөн генә әйтәм, улай була күрмәһен инде, тик дошман бит бик көслө — тауҙы дер һелкетә торғаны.

Большов. Нимә эшләмәк кәрәк һуң, туғанҡай, Хоҙай ҡушҡанға ҡаршы барып булмай инде.

Подхалюзин. Уныһы дөрөҫ инде, Самсон Силыч! Шулай ҙа, Алимпияда Самсоновнаны тиҙерәк һәйбәт кешегә биреп ҡалырға кәрәк, ул ваҡытта инде ул таш ҡойма эсендәге кеүек ышаныслы буласаҡ. Шң мөһиме, һәйбәт кеше булһын, ана Алимпияда Самсоновнаны затлы кешегә ҡоҙалағандар ҙа, кейәү булаһы кеше тәртәһен кире борҙо.

Большов. Нисек кирегә? Нимә уйлап сығарҙьщ һин?

Подхалюзин. Мин уйлап сығарманым, Самсон Силыч, ана Устинья Наумовнанан һорағыҙ. Кем белә уны, бәлки, берәй нәмә ишеткәндер.

Большов. Бик кәрәге бар ине! Миңә бындай хәлдә ундай кейәү кәрәкмәй.

Подхалюзин. һеҙ, Самсон Силыч, шуны белеп тороғоҙ: мин һеҙгә туған түгел, сит кеше, әммә һеҙҙең

299




именлегегеҙ өсөн көнө-төнө йәнем әрней, тыныслығымды юғалттым. Ә ул кешегә шундай һылыу ҡыҙҙы бирәләр, өҫтәүенә, аҡса. Ә ул ҡылана. Әллә кем тиерһең. Бына шунан һуң ул бәндәнең йәне бар тип уйлайһығыҙмы?

Большов. Теләмәй икән, кәрәкмәй, иламабыҙ!

Подхалюзин. Бына һеҙ уйлап ҡарағыҙ: шундай кешенең йәне буламы ни? Бына мин бөтөнләй сит кеше булһам да был хәлгә күҙ йәшһеҙ ҡарай алмайым, һеҙ быны аңларға тейешһегеҙ, Самсон Силыч! Башҡа берәү булһа, сит кеше өсөн шул тиклем тырышмаҫ ине. Ҡыуһағыҙ ҙа, ҡыйнаһағыҙ ҙа минең һеҙҙе ҡалдырып китә- сәгем юҡ, сөнки булдыра алмайым — йөрәгем таш түгел!

Большов. Нисек һин мине ташлап китәһең, ти, инде. Бөтә өмөтөм — һиндә. Үҙем ҡартайҙым, ә эштәр йырып сыға алмаҫлыҡ. Туҡта әле: беҙҙең бит ҡапыл да шундай эштәр эшләп ҡуйыуыбыҙ бар. һинең әле ул турала башыңа ла кергәне булмағандыр.

Подхалюзин. Бүтән кеше булһа, төкөрөп тә бирмәҫ ине. Минең нисек тырышҡанымды һеҙ үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ бит. һеҙҙең эштәрегеҙҙе башҡарып сығарыу өсөн мин енләнеп тотондом, һеҙҙе ҡыҙғанғанға, бигерәк тә ғаиләгеҙҙе ҡыҙғанған өсөн тырышам. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Аграфена Кондратьевна бик иркә ханым, Алимпияда Самсоновна кеүек һылыу туташ донъяла берәү генә.

Большов. Донъяла берәү генә? һин, ҡустым, әллә тегеләйерәкме?

Подхалю з и н. Юҡ, мин былай ғына!..

Большов, һин, ҡустым, йәшермәйенсә әйт: әллә Алимпияда Самсоновнаға ғашиҡ булдыңмы?

Подхалюзин. һеҙ әллә шаяртаһығыҙмы?

Большов. Юҡ, мин ысынлап һорайым.

Подхалюзин. һеҙ ғәфү итегеҙ, мин был турала уйларға баҙнат итә аламмы һуң инде?

Большов. Ә ниңә баҙнат итмәҫкә, ти? Әллә ул берәй кенәз ҡыҙымы?

Подхалюзин. Кенәз ҡыҙы булмаһа ла, һеҙ бит миңә атайым кеүек кеше, күпме изгелектәр эшләнегеҙ... Юҡ, Самсон Силыч, нисек инде мин баҙнат итәйем, ти? Шуны ғына аңламаҫҡа әллә мин...

Большов. Тимәк, һин уны яратмайһың?

300


Подхалюзин. Ғәфү итегеҙ, нисек яратмайым, ти, инде? Ул минең, өсөн донъялағы бөтә нәмәнән дә артығыраҡ. Юҡ, Самсон Силыч, был мөмкин түгел.

Большов. Донъялағы бөтә нәмәнән дә артығыраҡ яратам тип әйтер инең дә ҡуйыр инең!

Подхалюзин. Нисек инде яратмаҫҡа! Бына, беләһегеҙме, көнө-төнө уйлайым, Алимпияда Самсоновна кеүек туташ донъяға берәү генә ул! Юҡ, ярамай, был мөмкин түгел... Ҡайҙа инде ул беҙгә!..

Большов. Нишләп ярамаһын, ти, аҡылһыҙ баш?

Подхалюзин. Юҡ, юҡ, Самсон Силыч, бының булыуы мөмкин түгел, һеҙҙе, атайым кеүек кешене, һәм Алимпияда Самсоновнаны яҡын күрә тороп... Мин үҙемдең кем икәнемде беләм, мин бит бик бәләкәй кеше. һеҙгә тиң түгел. Нисек инде үҙемдең шыҡһыҙ йөҙөм менән...


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет