Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ



бет17/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   ...   27
төҙөлә, улар өсөн 1470 строевой һәм 147 артмаҡлы ат бүленә. 1812 йылдың 15 авгусына уҡ инде Башҡортостанда армия файҙаһына 500 мең һум аҡса йыйылған була (298, 58—60).

Башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында актив ҡатнашып дан яулауы, әлбиттә, иҫтәлекле һәм ғорурланыу тойғоһо уятырлыҡ ваҡиға. Шуға ла ул быуындар хәтерендә уйылып, беҙҙең көндәргәсә, йыр, риүәйәт һәм легендалар йөҙөндә килеп еткән. Телдән телгә, быуындан быуынға һөйләнә килгән риүәйәттәр француз яуы, шул яуҙа батырҙарса һуғышҡан башҡорт халҡы, уның данлыҡлы улдары хаҡындағы яҙма әҙәбиәткә лә билдәле йоғонто яһаны (Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһы, Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романы).

Башҡорттарҙың рус дәүләте алып барған походтарҙа һәм һуғыштарҙа ҡатнашыуы 1812 йылға тиклем дә (1557 йылдағы Ливон һуғышы, 1606—1610 йылдарҙағы поляк интервенцияһы, Петр I заманындағы һуғыштар...), унан һуң да (1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк, 1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғыштары) дауам иткән. Ләкин был һуғыштар хаҡында риүәйәттәр беҙҙең ҡул аҫтында юҡ тиергә мөмкин. Уның сәбәбен өҙөп кенә әйтеүе ауыр. Ихтимал, күп ваҡыттар үтеү сәбәпле, бындай риүәйәттәр онотолоуға дусар булғандарҙыр, бәлки, яҙып алыусылар уларға юлыҡмағандарҙыр. Әммә башҡорттарҙың төрлө һуғыштарҙа ҡатнашыуы халыҡ хәтеренән бөтөнләй юйылмаған: XVI—XVIII быуаттарҙағы яу сабыуҙары хаҡындағы мәғлүмәттәр шәжәрәләрҙә һ. б. яҙмаларҙа урын алһа (298, 248—249), рус-төрөк, Ҡырым һуғыштары тураһында (XIX б.) бәйеттәр бар (53, 116—130).

Ә бына башҡорт казачий ғәскәрҙәренең рус армияһы составында Урта Азияға уҙғарылған хәрби походтарҙа (1839, 1853) ҡатнашыуы тураһында йыр-риүәйәттәр һаҡланған. Юғары патриотик тойғолар менән һуғарылған 1812 йылғы Ватан һуғышы осоро риүәйәттәренән айырмалы рәүештә, был дәүергә ҡараған йыр-риүәйәттәрҙә халыҡтың

232




һуғышҡа ҡаршылыҡлы мөнәсәбәте сағыла. Бер осраҡта Аҡ- мәсетте алыу уңайынан хәрби походтың етәксеһе Ырымбур губернаторы В. А. Перовскийҙы данлап көй сығарылһа (203, оп. 47, д. 5, л. 8), икенсе осраҡта сит ергә яу менән барған командирға нәфрәт белдерелә. Был тойғоноң сәбәбен риүәйәттең түбәндәге юлдарынан аңларға була: «...Ул (Перовский) бик ҡәһәрле булған, тау-таш яуып торһа ла, алға барырға ҡыҫтаған. Яҙлы-көҙлө ырашҡы һыуыҡтарға ҡарамай, атылып аҡҡан һыр даръя аша сығырға ынтылған. Үҙҙәре хәлһеҙ, аттары быуынһыҙ булғас, бик күп кеше һыр- даръяны сыға алмай һыуға батып һәләк булған, ти...» («һыр» —50, 350).

Риүәйәттә һөйләнелгән фажиғәле хәл-ваҡиғалар һағыш- моң тойғолары менән һуғарылып, көй, ҡалыплашҡан камил шиғри һүҙ, йәғни йыр аша фольклор ижадсылары тарафынан халыҡтың тарихи хәтеренә уйҙырылған, «күңел дәфтәренә» теркәтелгән:

...Хәлдәребеҙ етмәй, аслыҡ киҫкән,

Тура килә ултырып иларға.

Сырдаръяҡай буйы, ай, ҡомлоҡтор,

Аттарыбыҙ ерһенеп түҙә алмай.

Перовский майор фарман бирә, һаман алға тиеп, туҡтамай.

...Даръя һыуҡайҙарын үтә алмай,

Бүленеп тора әрме көстәре.

...Бары беҙҙең генә башҡорттар шул —

Күҙ терәгән әрме көстәре.

һыр йылғаһы аға, ай, тауҙарҙан, һыуын ала икән ҡарҙарҙан.

Күп иркәйҙәр шунда ятып ҡалды Ҡайта (а)лмайса ҡаты яуҙарҙан.

һыр йылғаһы буйы һары ҡамыш,

Араһынан килә бер тауыш.

Боролоп-боролоп аҡҡан йылға кеүек Беҙҙең хәсрәт, беҙҙең был һағыш.

233


һыр йылғаһы аға, ай, болғанып,

Беҙ йөрөйбөҙ һаман моңланып.

Ҡом бураны уйнай иртәле-кис,

Беҙҙең моңдо күреп, шомланып.

(«һыр»-50, 141-142)

Килтерелгән миҫалдарҙан күренеүенсә, «һыр» йыры һәм уға бәйле риүәйәттә Перовский етәкселегендәге уңышһыҙ тамамланған 1839 йылдағы поход ваҡиғалары сағылдырыла (50, 350). Ырымбур губернаһының хәрби губернаторына ҡарата негатив мөнәсәбәт белдерелеү билдәле хәл-ваҡиғалар йоғонтоһонан килә булыр. Дөйөм алғанда, башҡорт халыҡ ижадында В. А. Перовский образы ыңғай образ булараҡ һаҡланған. Әлегә тиклем бейеүселәр «Перовский»ҙы башҡара, ҡурайсылар — көйөн уйнай. Әйткәнебеҙсә, «Перовский» көйөнөң барлыҡҡа килеүе риүәйәттә Аҡмәсетте алыу ваҡиғаларына бәйләп аңлатыла. Риүәйәттә башҡа мәғлүмәттәр (Перовскийҙың үҙе менән 20 ҡурайсы йөрөтөүе, көйҙөң ҡурайсыларҙың иң олоһон Бөрйән ырыуы башҡорто Мәхмүт ҡурайсы тарафынан сығарылыуы, башҡаларҙың уны хуплап ҡабул итеүе) шулай уҡ тәрән мәғәнәле: был деталдәр аша мөнәсәбәттәрҙең ике яҡтан да бер-бер еһенә ҡарата ыңғай, йылы булыуын тоймау мөмкин түгел (50, 350).

Икенсе бер яҙмала «башҡорт ғәскәрҙәре Аҡмәсеткә Перовский маршын уйнап ингәндәр икән» тигән мәғлүмәт килтерелә (50, 350). Рәсәй дәүләте өсөн Аҡмәсетте алыу мөһим стратегик маҡсат булған, күрәһең, шуға ла уны тормошҡа ашырыу буйынса В. А. Перовскийҙың эҙмә-эҙлеклелек күрһәтеүе властар тарафынан юғары баһаланған. Шулай булмаһа, Аҡмәсет ҡалаһының исеме «Перовский» тип үҙгәртелер инеме? (Билдәле булыуынса, ҡала һуңынан Ҡыҙыл орда тип йөрөтөлә.)

Урта Азия походтарында башҡорт хәрбиҙәре араһынан да рус командованиеһының мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыуҙа ныҡ тырышлыҡ күрһәткәндәре булған. Шуларҙың береһе —Йосоп майор Ҡарамышев. Икенсе мең йыллыҡтың 20-се йылдары аҙаҡтарында ҡасандыр Йосоптоң писары булып эшләгән Арыҫлан Бикбовтан яҙып алынған бер хикәйәлә (ул ярым-хәтирә, ярым-риүәйәт стилендә) һәм уны ҡағыҙға теркәүсенең (Ғ. Вилданов — ?) инеш һүҙендә Йосоп

234




майорҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында күп кенә мәғлүмәттәр бар. Бына улар: Йосоп Ибраһим улы Ҡарамы- шев Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Маҡар ауылында 1805 йылда тыуған, 1886 йылда үлгән. Ырымбур кадет корпусында белем алғандан һуң, башҡорт армияларында командир булып хеҙмәт итә, генерал-губернатор Перовскийҙың ихтирамын яулай. 1853 йылда Урта Азияға үткәрелгән хәрби походта уның ярҙамсыһы булып, Аҡмәсет ҡалаһын алыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәткәне өсөн майорлыҡ дәрәжәһен алған. Аҙаҡ, ғәскәри хеҙмәттән сыҡҡандан һуң, кантон башлығы булып билдәләнгән.

Риүәйәттә Йосоп майорҙың шәхси һыҙаттары хаҡында ла мәғлүмәттәр килтерелгән. Улар буйынса, Йосоп ҡырыҫ холоҡло, кеше менән артыҡ аралашырға яратмаған «чиновник», дошмандарына ҡаты, дуҫтарына мәрхәмәтле мөнәсәбәт күрһәтеүсе кеше булараҡ күҙ алдына баҫа. Тирә-яҡтағы рус байҙары менән мөнәсәбәтенең киҫкен булыуы, тегелә- ренең Бүкән (хәҙерге Ғафури районындағы Ташбүкән. -- Ф. Н.) ауылының бер Бабан (ысын исеме — Баймөхәмәт) тигән башҡортон яллап, кантонды ағыу эсереп үлтереүҙәре, көтмәгәндә булған был ваҡиғаның «халыҡты шаштырыуы», Йосоп майорға арнап йыр сығарылыуы тураһындағы хәбәрләүҙәр (203, оп. 12, д. 275, л. 42—43) Ҡарамышевтың образын тағы ла тулыландыра төшә.

Йырҙарға бәйле мәғлүмәттәр араһында Зәки Вәлидиҙең иҫтәлектәре айырыуса әһәмиәтле: «Халҡыбыҙ Йософ майор исеменә сығарылған йырҙарҙың һүҙҙәрен һөйләр, ошо йырҙарҙы ҡурайҙа көйләп хушланыр ине. Был моңдарҙы көрәштәшем мәрхүм Таған һәм профессор Янски йыйып, Вена Фәндәр академияһы нәшриәтендә баҫтырып сығаралар» («Хәтирәләр». Өфө, 1996. 13-сө б.).

Үҙебеҙҙең Башҡортостан ерлегендә «Ҡарамышев» (Йосоп майор) көйө 1954 йылда донъя күрҙе (61, 294). Башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыуға күп көс һалған ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновтың әйтеүенсә, «Айыу майор» исемендәге көй ҙә (61, 278) Йосоп майорға бағышланған.

Йосоп майорға ҡағылышлы йәнә икенсе бер сығанаҡ — Әхмәтгәрәй Ҡарамышевтың шағирә Таңһылыу Ҡарамышева- ла һаҡланған ҡулъяҙмалары (Әхмәтгәрәй — Йосоп майорҙың

235




улының улы). Арыҫлан Бнкбовтан яҙып алынған материалдар менән ауаздаш булған был ҡулъяҙмала иғтибарҙы йәлеп итерлек өҫтәмә мәғлүмәттәр ҙә байтаҡ ҡына. Хикәйәләү Йосоптоң нәҫел ебен тағатыуҙан — шәжәрәнән башлана: Ҡарамыш бей —уның улы Аҡбулат, Аҡбулаттың улы —Ба- йыслан, Байысландың улы —Ибраһим, Ибраһимдың улы — Йосоп. Йосоптоң улдары — Солтангәрәй, Батыргәрәй. Шәжәрәнең башҡа тармаҡтарына туҡталып тормаҫтан, шуны ғына билдәләп китәйек. Ҡарамышевтар бай ҡатламдарға ҡараған нәҫелдән, уларҙың араһында дәрәжәле, уҡымышлы кешеләр күп булған. Йосоп — шуларҙың береһе. Аҡмәсетте яулауҙағы хеҙмәте өсөн алтын миҙал менән хәрби дәрәжә генә түгел, «личный дворянин» тигән титул да алған. Башҡорт ауылдарында үҙ иҫәбенә мәҙрәсәләр төҙөтөү, юлдарҙы тәртипкә килтереү кеүек эштәр менән шөғөлләнгән. Хәҙерге Ишембай районының һайран ауылы эргәһендәге бер юлдың «Майор юлы», Ғүмәр яғындағыһының «Ҡарамышев юлы» тип йорөтөлөүе Йосоп исеменә бәйле.

Әхмәтгәрәй Ҡарамышевтың яҙмаларынан күренеүенсә, руханиҙар, дини ҡарашлы ҡайһы бер ағай-энеләре, мәҫәлән, ҡустыһы Ғүмәр, Йосоптоң рус армияһы составында хеҙмәт итеүен, донъяуи йүнәлештәге мәктәптәр астырыу эштәрен хупламаған. Аҡмәсет ваҡиғаларына бәйле имеш-мимештәр тарала башлай, һүҙҙәр рус командованиеһына буйһонған Йосоп ғәскәрҙәренең ҡоралланған ҡәлғәгә һөжүм итеүе тәңгәлендә түгел, ә бәлки мосолмандар намаҙ ҡылған мәсеткә ҡул күтәреү юҫығында ҡуйыртылған.

Майорҙың ағыу эсерелеп үлтерелеүе тураһындағы мәғлүмәт Ҡарамышевтың яҙмаларында ла ҡабатлана, тик бында дошман ҡотҡоһо менән яуызлыҡ ҡылыусыларҙың исемдәре икенсе —Ташбүкән ауылынан Ғиззәтулла тигән кеше һәм уның ҡатыны.

Әхмәтгәрәй Ҡарамышевтың яҙмаларында Йосоптоң рухи донъяһына, шәхси тормошона ҡараған юлдар байтаҡ (Ҡол- ғиҙәр менән Сәғиҙә исемле ҡатындары булыуы, Ҡолғиҙәр- ҙән тыуған Солтангәрәй атлы улының Ырымбур кадет корпусында уҡыуы; үҙенең йыр-моңға, бейеүгә әүәҫлеге, көйҙәр сығарыу һәләте һ. б.). Ғилми әҙәбиәттә Йосоп майор Ҡарамышев хаҡында мәғлүмәттәрҙең аҙ булыуын иҫкә алғанда,

236




риүәйәт, хәтирәләрҙә тупланған мотивтарҙың һәр береһе бик тә әһәмиәтле: оҙон һәм ҡатмарлы тормош юлын үткән шәхестең эшмәкәрлеген, йәшәү рәүешен һүрәтләү аша риүәйәтселәр ул йәшәгән замандың ижтимағи хәлен, тарихи ваҡиғаларын, шул ваҡиғаларға төрлө ҡатлам кешеләренең мөнәсәбәтен күрһәтеүсе факттарҙы бөгөнгәсә килтереп еткергән. һуңғыларын яҡтыртыуҙа ҡайһы бер ҡаршылыҡлы урындар осрауы (фольклор әҫәрҙәрендә була торған күренеш) уларҙың дөйөм баһаһын кәметмәй, әлбиттә.

Йосоп майор тураһында һөйләгәндә, Зәки Вәлидиҙең үрҙә телгә алынған «Хәтирәләр» китабындағы мәғлүмәт биреү яғынан ҡиммәттәре ифрат ҙур булған түбәндәге юлдарҙы ла ситтә ҡалдырып булмай: «Ҡарамышевтар бик уҡымышлы инсандар ине. Улар XVIII—XIX быуаттарҙа башҡорт ғәскәрендә офицер һәм дәүләт эштәрендә кантон рәйесе урынын биләгәндәр, минең өлкән ағайҙарым да <...> Йософ майор етәкселек иткән хәрби тупланмала булғандар. Улар күсмә тормошто күптән ҡалдырғандар, ауылда йәшәү мәҙәниәттәре бик төҙөк. Өйҙәре аҡланған, тирә-яғында баҡса, баҡсаларында емеш ағастары, күберәк алма үҫә ине. Йософ майорҙың һырдаръя буйындағы ауылдар статистикаһы һәм ҡаҙаҡтарҙың ижтимағи тормошо хаҡында русса әҫәрҙәре баҫылды» («Хәтирәләр», ... 43-сө б.).

Шәреҡ культураһын, бигерәк тә Сығатай әҙәбиәтен, яҡшы белгән кешеләр араһында ла Ҡарамышевтарҙың исемдәре үҙәк урында: «Бөрйән башҡорттары араһында Сәйет улы Ғабдулла исемле шәхес менән Шәмсетдин Ҡасҡынбаев мәҙәниәттәре камил инсандар ине. Беҙгә күрше Маҡар ауылынан Йософ майор Ҡарамышев һәм һайран ауылынан Бикбулат мулла кеүек, шул яҡтағы мәҙәниәтте Башҡортостанға килтергән шәхестәр. Уларҙа ғәрәпсә һәм фарсыса ҡулдан яҙылған китаптар ҙа булды» (шунда уҡ, 39-сы б.).

  • * *

1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы халыҡтарға, айырыуса совет халҡына, ифрат ҙур юғалтыуҙар алып килгән дәһшәтле һуғыш булды. Бөтә Ер шарын тетрәткән

237




ошо һуғыш ваҡиғалары, уға мөнәсәбәт, әлбиттә, фольклорҙа сағылмай ҡалманы, һуғыш хаҡында һалдаттар араһында ла, тылда ла күп һанлы бәйеттәр, йырҙар һ. б. әҫәрҙәр ижад ителә. Риүәйәт жанры иһә үҙенең тәбиғәте менән күптән булып үткән күренеш, хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлауға ҡорола, йәғни риүәйәт тыуып, билдәле бер мөхиттә таралып китеү өсөн байтаҡ ҡына ваҡыт үткән булыуы мотлаҡ. Илле-алт- мыш йыл риүәйәт өсөн әллә ни күп ваҡыт түгел, шуға күрә Бөйөк Ватан һуғытттына бәйле риүәйәттәр хаҡында иркенләп һөйләрҙәй материал әлегә юҡ. Уның ҡарауы, һуғыш ветерандарының хикәйә-иҫтәлектәр е, хәтирәләре бар. Кирәй Мәргән ҡайһы бер иҫтәлектәрҙе Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары ауыҙынан һуғыш йылдарында уҡ яҙып алған. Улар һәм һуңғы йылдарҙа йыйылған әһәмиәтле хәтирәләр, әйтеп үтелгәнсә, «Башҡорт халыҡ ижады» томдарының береһендә баҫылды (58).

һуғыш хәтирәләренең иғтибар үҙәгендә Ватан алдында үҙенең патриотик бурысын үтәгән совет һалдаттарының образы тора. Оло маҡсат хаҡына үҙен үҙе аямай, үлемесле мәлдәрҙә лә ҙур ихтыяр көсө һаҡлап, еңеүгә ирешкән йә шул юлда ҡорбан булған һалдаттың яҡты һыны кәүҙәләндерелә уларҙа. «Әбделхаҡтың батырлығы», «Танкист хәтирәләре» циклына ҡараған хикәйәләр (58, 123, 125—131) был йәһәттән айырыуса әһәмиәтле. Ишембай районы Тирмән Йылға ауылы егете Әбделхаҡ Ғәйнетдиновтың һуңғы батырлығы яуҙашы рядовой Билалов хәтирәһендә, мәҫәлән, түбәндәгесә тасуирлана: «...Бына Әбделхаҡ дотҡа яҡынлашты. Граната һелтәрлек кенә ара ҡалды. Әбделхаҡ ҡалҡына бирҙе лә бер-бер артлы ике гранатаны амбразураға ырғытты. Бер доттың ике амбразураһы бер юлы тип әйтерлек тонсоҡто. Ләкин икенсеһе атыуын дауам итте. Әбделхаҡ шуныһына табан үрмәләй башланы. Ул биш метр самаһы ҡалғас, теҙләнеп, граната бәйләмен дотҡа ташланы. Ут нөктәһен ҡапланы. Беҙ ҡыуаныстан ҡысҡырышырға ла өлгөрмәнек, дот яңынан ата башланы. Аяғүрә баҫып өлгөргән Ғәйнетдинов сайҡалып китте лә ергә ауҙы...»

Танкист Ҡотлобаевтың «Егерме танк менән алышҡанда» һәм «Бүләк» исемле иҫтәлектәрендә лә көсөргәнешле яу эпизодтары ҙур оҫталыҡ менән һөйләнә. Шуныһы характер

238




лы, ниндәй генә ауыр ситуациялар һүрәтләнмәһен, телгә алынған һ. б. хәтирәләрҙә күңел төшөнкөлөгө мотивтары бөтөнләй күҙәтелмәй, киреһенсә, уларҙа яҡты өмөт тойғоһо ярылып ята. Кирәй Мәргән яҙып алған «Мыйыҡ», «Эт иҫәбе» (58, 124—125) кеүек ҡайһы бер мәрәкәле хәлдәрҙе һөйләүгә ҡоролған хәтирәләр юмористик йөкмәткеләре менән иғтибарҙы яулайҙар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ватан һуғышы хәтирәләрен йыйыу беҙҙә әле әҙ башҡарылған. Халҡыбыҙ тарихындағы героик һәм фажиғәле осорҙо һүрәтләгән ҡиммәтле хәтирәләрҙе планлы рәүештә, кисектермәҫтән йыйнау фольклорсыларҙың изге бурысы булып ҡала.

  • * *

Ил эсендэге ижтимағи тәртиптәр һәм уларға ҡарата халыҡтың мөнәсәбәтен белдергән әҫәрҙәр, әйтеп үтелгәнсә, тарихи риүәйәттәрҙең икенсе бер ҙур тармағын тәшкил итә. Был төркөмгә ингән халыҡ хикәйәләренең күпселеге беҙҙе Башҡортостандағы XVIII—XIX быуат ваҡиғалары эсенә алып инә һәм халҡыбыҙҙың милли, социаль иҙеүгә ҡаршы алып барған ауыр көрәш юлын сағылдыра.

Билдәле булыуынса, телгә алынған осорҙоң иң киҫкен мәсьәләләренән береһе булып, башҡорттар өсөн ер мәсьәләһе торған. Башҡорт ерендә хәрби ҡәлғәләр төҙөү, тау заводтары һалыу, ул заводтарҙы хеҙмәтләндерергә крепостнойҙар килтереү, түрәләр күбәйеүе урындағы халыҡты еренән ҡыҫырыҡлауҙарға, ҡаты иҙеү һәм йәберләүҙәргә килтергән. Ә инде башҡорт ерҙәрен «ирекле һатыу» тураһында 1736 йылда, бигерәк тә 1869 йылдың 10 февралендә сыҡҡан закондарҙан һуң башҡорттарҙың бөлгөнлөккә төшөүе, аслыҡҡа, хәйерселеккә дусар булыуы айырыуса көсәйә. Халыҡ тормошоноң ошо фажиғәле мәлен сағылдырған риүәйәттәр һәм башҡа төр әҫәрҙәр ауыҙ-тел ижады ерлегендә ифрат күп.

«Байымдың ер һатыуы», «Баярҙың ер алыуы», «Аблас- кин» («Яуымбай») исемле риүәйәттәрҙә, мәҫәлән, рус баярҙары һәм сауҙагәрҙәренең халыҡты алдау, ҡурҡытыу

239




һәм хәйлә юлы менән осһоҙ ғына хаҡҡа (аҙ-маҙ аҡса, сәй-шәкәр, буханка икмәк, даға, суйын һ. б.) әллә ни тиклем ер һәм урмандарҙы тартып алыуҙары тураһында һөйләнелә. «Үтәгән» риүәйәте Ҡазан губернаһының Мамадыш өйәҙенән килгән ике туған Ишекәй менән Ишбирҙенең шулай уҡ хәйлә менән башҡорт ерҙәрен «һатып алып», ерле халыҡты һемәйтеүҙәре, бөлгөнлөккә төшөрөүҙәре тураһында хикәйә итә. Бындай риүәйәттәрҙә ваҡиғалар төрлө урында, төрлө ваҡытта, төрлө кешеләр ҡатнашлығында, төрлө шарттарҙа бара. Әммә уларҙың күптәренең сюжеты бер уртаҡ мотив- ҡа —«үгеҙ тиреһе тиклем ер» мотивына нигеҙләнә. Әҫәрҙәрҙең башланышы һәм тамамланышы ла, нигеҙҙә, бер төрлөрәк: борон башҡорттарҙың ере күп булыуы хаҡында иҫкәртеү, «бер саҡ бер рус баярының» (айырым осраҡта фамилияһы күрһәтелә) килеп, бер үгеҙ тиреһендәй генә ер һорауы, башҡорттарҙың алданып, ризалашыуы, аҙаҡ нәҙек кенә телгеләнгән сей тиренән эшләнгән ҡайыш ептәр менән әллә ни тиклем ерҙе уратып алыуы, ерһеҙ ҡалған халыҡтың фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә. Әйтергә кәрәк, һыйыр йәки үгеҙ тиреһе тиклем ер һатып алыу мотивы —бик боронғо мотив, ул төрлө континенттарҙа йәшәгән, телдәре төрлө системаға ҡараған халыҡтарҙың ижадында урын алған. Хәйләкәрлеге менән үгеҙ тиреһе тиклем ер һатып алып, Кар- фагенға нигеҙ һалыусы Дидона хаҡындағы боронғо грек легендаһы, Азия, һинд, Һинд-Ҡытай, Төньяҡ Америка халыҡтарының риүәйәт-легендалары — боронғо уртаҡ мотивты конкрет милли ерлектә үҙенсәлекле яҡтыртҡан ҡиммәтле ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары ул. Оҡшаш идеяның һәр халыҡта үҙенсәлекле яңғыраш алыуын төрки халыҡтарының риүәйәт һәм легендалары миҫалында күҙәтергә була. Мәҫәлән, XX быуат башында Э. К. Пекарский тарафынан баҫтырып сығарылған бер яҡут риүәйәтенең айышы алда телгә алынған башҡорт риүәйәттәренең асылы менән бер: үгеҙ тиреһе тиклем ер алып, крайҙы колонизациялай башлау, ерле халыҡҡа рәхимһеҙлек күрһәтеү. Ләкин ошо идея һәр халыҡтың риүәйәтендә үҙенсә яҡтыртыла, сюжет төҙөлөшө һәм уның үҫтерелеше яғынан оҡшашлыҡ бик аҙ —уныһы ла әле, нигеҙҙә, мотив уртаҡлығынан килгән күренеш. Башҡорт риүәйәттәренең сюжет һөлдәһе инде беҙгә таныш,

240




фекерҙе раҫлау өсөн яҡут риүәйәтенең ҡыҫҡаса йөкмәткеһенә иғтибар итәйек.

Хикәйә ниндәйҙер ят, яҡуттарға оҡшамаған сәйер ҡиәфәтле, сәйер кейемле кешеләрҙең яҡут еренә күпләп килеү һәм бәлә килтереү ихтималлығы тураһында шамандың иҫ- кәртеүе менән башлана. Был хәүефте шаман, имеш, үҙе алдан тойоп, күреп тора. Ошо иҫкәртеүҙән һуң бер нисә йыл үткәс, Тығын тигән бай яҡуттың тирмәһенә таныш булмаған ике кеше килеп инә, уларҙың ҡиәфәте, кейеме шаман әйткәнсә. Артабан был икәүҙең Тығын байҙа ике йыл буйы эш хаҡы алмайынса эш эшләүҙәре, унан һуң ике үгеҙ тиреһе һорап алып, уны телгеләүҙәре, нәҙек кенә ҡайыш ептәрҙе һуҙып, уратып алынған ергә ҡаҙауҙар ҡаҡҡандан һуң, быларҙың юҡ булыуы хәбәр ителә. Ошо ваҡиғанан һуң ос йыл үткәс, үгеҙ тиреһе менән уратып алынған ергә рустар килеп, йорттар һала башлауы, ерле халыҡтың уңышһыҙ ҡаршылығы, уҡ-йәйә менән ҡоралланған яҡуттарҙы мылтыҡтан атып ҡурҡытыу кеүек фажиғәле хәлдәр тураһында һөйләнелә (218, 150—155).

Үгеҙ тиреһе дәүмәлендәге ер һатыу мотивына ҡоролған башҡорт риүәйәттәрен башҡа халыҡтарҙың риүәйәттәре менән артабан сағыштырып тороуҙың был урында кәрәге булмаҫ, сөнки уларҙа ла уртаҡ мотив, үҙ аллы оригиналь сюжет ятҡанлығы күҙгә ташлана, һәр халыҡтың ижадында был боронғо мотив конкрет тарихҡа, билдәле бер осорға бәйләп индерелгән. Тикшеренеүселәрҙең хаҡлы билдәләүенсә, башҡорт риүәйәттәренә ул рус самодержавиеһының Башҡортостанға ҡарата үткәрелгән колониаль политикаһы, «колонизацияның йыртҡыс характеры, рәхимһеҙ үҙенсәлеген биреүсе художестволы деталь булараҡ килеп ингән» (45, 33). Башҡорттарҙы хәйлә менән алдау, бөтөнләй юҡ хаҡҡа уларҙың ерҙәрен тартып алыу легенда һәм риүәйәттәрҙә цифрҙар теле менән түгел, ә сәнғәт алымы, образлы фекерләү аша еткерелгән. Шуныһы: һайланылған символ, образ шул тиклем тос һәм мәғәнәле — уның эргәһендә теләһә ниндәй һан күрһәткесе лә тоноғораҡ тойолған булыр ине, моғайын. Тикшеренеүсе өсөн, әлбиттә, образ ғына түгел, шул образ-символдың реаллеген раҫлаусы һандарҙы белеү ҙә ҡыҙыҡлы. Был йәһәттән XIX быуатҡа ҡараған ҡайһы бер

241




яҙма материалдар ифрат әһәмиәтле факттар бирә ала. Асыҡлыҡ өсөн Н. В. Ремезовтың «Очерки из жизни дикой Башкирии. Быль в сказочной стране» тигән китабынан ҡайһы бер факттарҙы килтереү генә лә етә. Н. В. Ремезов,

В. А. Уткин тигән сауҙагәрҙең Бәрә әйәҙендә йәшәүсе башҡорттарҙың ерҙәрен бөтөнләй бушҡа тиерлек алыуына әсенеп, түбәндәге факттарҙы килтерә: «Уткин, — ти ул, — башҡорттарҙан бер юлы 100000 дисәтинә ерҙе 8 генә мең һумға, йәғни бер дисәтинә майҙанды 8 тингә «һатып» алған. Стәрлетамаҡ әйәҙендә Траппер тигән бер байҙың ҡомһоҙлоғона түҙә алмай, башҡорттарҙың уға ҡул күтәреүҙәре, батша властарының талаусыны яҡлап, ерле халыҡ вәкилдәрен хөкөмгә тарттырыуҙары хаҡында Ремезов китабында шулай уҡ аяныслы мәғлүмәттәр бар. Йәберһетелгән, алданған халыҡтың батша хөкүмәтенә күп мәртәбәләр ялыу итеүе лә ыңғай һөҙөмтә бирмәгән» (241, 59—63, 108—111, 162— 187).

Шулай итеп, риүәйәт һәм легендаларҙағы образ һәм символдарҙың реаллеге тарихи материалдар менән раҫлана.

Айырым риүәйәттәр башҡорт ерҙәрен талауҙың социаль һәм синфи асылын аныҡ яҡтыртыуҙары менән әһәмиәтле. Мәҫәлән, «Байҙарҙың заводсыларға ер һатыуҙары» тигән риүәйәттә халыҡ фекере менән иҫәпләшмәй, шәхси ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү менән мәшғүл булған башҡорт байҙарының «эшмәкәрлеге» шелтәләнә, уларға нәфрәт белдерелә: ер һатыуҙың тик улар өсөн генә файҙалы булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Ҡомһоҙлоғо арҡаһында үлеп ҡалған баярҙың яҙмышы хаҡындағы риүәйәттә («Ер һатыу») халыҡтың оптимистик хыялдары сағылып ҡала. Үҙ еренә үҙенең хоҡуғын тойоу һәм уны тартып алырға тырышыуҙың бик анһат булмауын иҫкәртеү мотивы «Айыу тиреһе дәүмәлендәге ер», «Батша генералы Коршин» (26, 126) исемле риүәйәттәрҙә лә бик асыҡ сағыла. Алдау юлы менән алынған ерҙең изгелеген күрә алмағанлыҡтан (башҡорттар генералға Йүрүҙәндән һыу алырға рөхсәт итмәйҙәр, ҡаҙыған ҡойоларҙан да һыу сыҡмай), Коршин кире әйләнеп ҡайтып китергә мәжбүр була.

Ер талаусыларға, батша түрәләренең яуызлыҡтарына ҡаршы башҡорттарҙың ризаһыҙлығы һәм стихиялы рәүештә

242




көрәшкә күтәр ел еүе хаҡында күп һанлы риүәйәт һәм легендалар ижад ителгән. Был көрәш рус баярҙарының утарҙарын яндырыу («Крепостной Йылайыр»), рус баярҙары һәм улар тарафынан килтерелгән атлы казактар менән бер төркөм башҡорттарҙың йәки айырым кешеләрҙең ҡораллы бәрелеше («Сая Ғәйнетдин», «Мырҙағол») һ. б. шуның кеүек эпизодтар аша һүрәтләнә (55, 136, 178—180).

Халыҡтың тарихи хәтере ХУШ быуатта булып үткән башҡорт ихтилалдары, уларҙың етәкселәре хаҡында ифрат әһәмиәтле мәғлүмәттәрҙе бөгөнгәсә һаҡлап йөрөтә. Мәҫәлән, Башҡортостандың Шаран районында яҙып алынған «Аҡай батыр» исемендәге бер риүәйәт 1735—1740 йылдарҙағы восстаниеның тәүге етәкселәренең береһе булған старшина Аҡай Күсемов хаҡында. Билдәле булыуынса, 1735—1740 йылдарҙағы ихтилал батша хөкүмәтенең башҡорт ерҙәрендә ҡәлғәләр төҙөү һәм, ғөмүмән, милли феодаль иҙеү сәйәсәтенә ҡаршы йүнәлдерелгән ҙур күтәрелештәрҙән һаналып, өс этапҡа бүленә: беренсеһе —1735—1736 йылдар. Был осорҙа ихтилалға старшиналар Аҡай Күсемов, Килмәк Нурушев һәм батыр Йосоп Арыҡов етәкселек итә. 1737—1739 йылдарҙы эсенә алған икенсе осорҙа ихтилалдың башында старшиналар Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Юлдашмулла һөйәрембәтов, батыр Төлкөсура Алдағолов, Мандар Ҡарабаев һәм батыр Көҫәп Солтанғоловтар тора. 1740 йыл, йәғни күтәрелештең һуңғы этабында, ихтилал менән Ҡараһаҡал етәкселек итә (216, 173).

«Аҡай батыр» риүәйәтендә Аҡай батырҙың батырлыҡ сифаттары, уның үлеү фажиғәһе кеүек мәғлүмәттәр легендар планда һүрәтләнә. Ваҡыттар үтеү менән ваҡиғаларҙы һүрәтләү өсөн ысынбарлыҡ хәлдәре онотола төшөү сәбәпле, фольклор ижадсылары йыш ҡына геройҙарҙы тасуирлауҙа халыҡ ижадындағы әҙер ҡалыптарға (мәҫәлән, батырҙың утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ булыуы, дошман менән яңғыҙ алы- шыуы һ. б.) мөрәжәғәт итеп, героик образ тыуҙырыуға өлгәшәләр. Бер осраҡта ул образдың эпос, икенсе осраҡта әкиәт геройы характерын алыуы мөмкин. «Аҡай батыр» риүәйәте лә, асылда, шул принципҡа ҡоролған: «Аҡай бик батыр булған, ти. Уны уҡ та алмаған, ҡылыс та киҫмәгән. Мылтыҡтан атһалар, пуля теймәгән, һыуға төшһә, һыуға

243




батмаған, тәрән упҡын аша атлап сыға ла китә, ти был. <...> Аҡай аяҡтан йығылһа ла, күл уны йотмай. Әкрен генә тирбәткәндәй итеп, тулҡындар уны икенсе ярға алып сыға». Ошо рәүешле «тәбиғәт тә батыр яҡлы» тигән традицион мотивты индереү аша риүәйәттә Аҡайға, уның азатлыҡ көрәшенә ҡарата халыҡтың ыңғай мөнәсәбәте еткерелгән. Аҡай батырҙы атып йығыусы итеп, башҡорт йырҙарында мәңгелеккә ҡарғыш алған татар мырҙаһы Тәфтиләү (христиан диненә күскәс, Алексей Иванович Тевкелев) һүрәтләнгән. Уйҙырма мотивҡа ҡоролған был эпизод, дөйөм алғанда, реаль ерлекле. 1735—1740 йылдарҙағы ихтилал дәүерендә Тәфтиләүҙең баш күтәреүсе башҡорттарға ҡарата вәхшиҙәрсә ҡылған яуызлыҡтары халыҡ хәтерендә генә түгел, тарихи яҙмаларҙа ла сағылған. Күп һанлы факттарға туҡталып тормайынса, Балыҡсин волосындағы һөйәнтүс ауылы фажиғәһен иҫкә төшөрөү ҙә етә (меңгә яҡын кешенең атып, киҫеп-сабып үлтерелеүе, 105 кешенең келәткә керетелеп, тереләй утта яндырылыуы) (124, 235—236). Башҡорт ерҙәрендә ҡәлғәләр төҙөлөүе, Аҡай Күсемовтың яу башлығы булып, батша ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшеүе, яу урындары («Минзәлә тирәһе», «Өфө яғы», «Иҙел буйы» һ. б.) тураһындағы мәғлүмәттәр шулай уҡ (55, 174—175) тарихи материалдар (8, 40-45) менән бер юҫыҡта.

Телгә алынған риүәйәттә тағы бер әһәмиәтле мәғлүмәт һаҡланған —ул һөйләүсенең иҫкәрмәһе: «Мин бәләкәй саҡта уның [Аҡай.— Ф. Я.] тураһында йыраусылар думбыра сир- теп, гөслә уйнап бирәләр ине. Хәҙер ундай йыраусылар бөткән инде». Атап әйткәндә, был иҫкәрмә яу башлығы старшина Аҡай Күсемов тураһында элегерәк көйләп-һамаҡ- лап, думбыра сиртеп башҡарылған эпик хикәйәт йәшәгәнлеген аңғарта. Саф ҡобайыр рәүешендә булғанмы ул әҫәр, әллә ҡатнаш формала (йыр + риүәйәт + ҡобайыр жанрҙарының һыҙаттарын туплаған) сюжет булғанмы — хәҙер өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын. Нисек кенә булмаһын, Аҡай батырға бағышланған күләмле фольклор әҫәре булғанлығы шик тыуҙырмай. Академик Ғайса Хөсәйенов әҙерләп, «Ватандаш» журналында (2004, 12-се һан) баҫтырып сығарылған «Аҡай яуы. Тарихи хикәйәт» исемле ҡомартҡы — бының асыҡ дәлиле. Беренсе нәүбәттә хикәйәт тетрәндергес факттарҙан

244




«туҡылған» әҫәр булараҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Унда 1735— 1736 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарының айырым ваҡиғалары, яу күтәргән башҡорттарға һәм уларҙың туған-тыумасаһына ҡарата ҡылынған вәхшилек (тимер шөштәргә ултыртып, балталар менән баш-ҡулдарын сабып үлтереп, дарҙарға аҫып язалау; ҡарт-ҡороно таш һәм күҫәктәр менән бәргеләп үлтереү, имсәк балаларын сапҡылап ырғытыу...) һүрәтләнә. Сиреү башлығы генерал Румянцевтың мәкерлеге арҡаһында Аҡай батырҙың ҡулға алыныуы; элегерәк башҡорттар араһына килеп һыйынған Ҡазан татарҙары, мишәрҙәр, уржумдар (удмурттар), сирмештәр (мариҙар) араһынан сыҡҡан ҡайһы бер һатлыҡ йәндәрҙең булыуы, башҡорттарҙың үҙ араһындағы ҡаршылыҡтар (ҡыпсаҡтарҙың рус яҡлы булып, тамъяндарға ҡаршы көрәше) һ. б., һ. б. хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә хикәйәттә. Ваҡиғалар яуҙарҙы күргән йә улар хаҡында белгән кеше тарафынан хәтирә рәүешендә тасуирлана. Шул яғы менән хикәйәт «һуңғы һартай»ҙы хәтерләтеп ҡуя. «Аҡай яуы» хикәйәтенең стиленә ҡарата Ғайса Хөсәйенов хаҡлы рәүештә түбәндәгеләрҙе яҙа: «Аҡай яуы» хикәйәте — халыҡ хәтере буйынса яҙылған яҙма әҫәр. Ул үҙ асылы менән 1735—1736 йылдарҙағы яуҙарҙы <...> хикәйәләгән халыҡ хәтере ҡомартҡыһы» (аҫһыҙыҡ беҙҙеке. —


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет