Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ



бет19/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   27
Сөләймән Диваев менән), уны Петербургка килтерә (93, 35).

257




гәлсәргә әүерелгән. Шуға күрә хәҙер берәй гәлсәр бөртөгөн тапһалар, был урында яңғыҙы ғына бер кеше илаған, тиҙәр. Ә гәлсәр күберәк табылған ерҙә —бөтә өй эсе, ә бик күп булған ерҙә тотош ауыл илаған, имеш» (55, 212). Үҙенең тамырҙары менән тау-завод фольклоры традицияларына барып тоташҡан был легенда уйҙырмаға ҡоролһа ла, халыҡтың Салауатҡа булған һөйөүен, батырҙың фажиғәһе айҡанлы тыуған ауыр ҡайғы-хәсрәт кисерештәрен сағылдырыуы менән дөрөҫ.

Силәбе әлкәһендә яҙып алынған бер легендар риүәйәт халыҡтың оптимистик хыялдарын, өмөтөн үҙенсәлекле һү- рәтләүе менән әһәмиәтле: «Байҙар Салауатты каторгаға ебәргәндәр, ул бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаясаҡ, тип уйлағандар. Аҡһаҡалдар иһә Салауаттың күләгәһен айлы төндәрҙә йыш ҡына күрер булғандар. Башына төлкө бүрек кейеп, һуҡмаҡ буйлап йөрөй икән ул. Уны Салауаттың шәүләһе икән, тигәндәр» (203, оп. 63, д. 56, л. 113). Ә икенсе бер риүәйәт буйынса, Салауат изгеләрҙең төшөнә керә, уларҙы берәр нәмә хаҡында киҫәтә, имеш. Риүәйәтсе фекеренсә, Салауатты төштә күреү бәхеткә була («Салауаттың ҡиәфәте» — 256а, № 3).

Изге ниәт менән башланған яуҙың уңышһыҙлыҡҡа ос- рауы халыҡ күңеленә генә түгел, әлбиттә, Салауаттың үҙ күңеленә лә уңалмаҫ, әрнеткес яра һалған. Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, Оло Ҡатау заводы өсөн барған уңышһыҙ көрәш ваҡиғаларын батыр айырыуса ауыр кисергән («Салауат батыр Ҡатау заводында», «Салауат батырҙың Оло Ҡатауҙағы һуғышы». Йырҙан: «Ун ике лә завод мин ала(а)лдым, ала(а)лманым Оло Ҡатауҙы», «Дошман яуҡайҙары араһында һис булманы минең белешем» һ. б.). Риүәйәттәр Салауат Юлаевтың был заводҡа өс мәртәбә һөжүм итеүе тураһында бәйән ҡыла, һәм халыҡ хәтерендә һаҡланған ошо мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килә. Документаль сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Салауат атаһы Юлай Аҙналин 1774 йылдың май айынан бирле ҡамауҙа тотҡан Ҡатау (Катав-Ива- новск) заводына сентябрь, октябрь һәм ноябрь айҙарында килә. Сентябрь башында килгәндә, ул атаһы менән бергәләп завод эшселәренә яҙма рәүештә мәрәжәғәт итеп, уларҙы «тыныс йәшәүгә» («жить в мире») саҡыра, үҙҙәренең эшсе

258




ләргә ҡарата дуҫтарса, изге ниәттә булыуҙарын белдерә. Әммә ҡаршылыҡтарҙы тыныс юл менән хәл итеү инде ныҡ ауырлашҡан була: завод приказчиктары, дин әһелдәре мил- ләт-ара дошманлыҡ тойғоһон ҡуҙғатып, уны сиктән тыш ҡуйыртып, баш күтәреүселәргә ҡаршы тороу хәстәрлеген күрә.

Салауаттың Оло Ҡатауға октябрь айындағы һөжүме лә уңышһыҙ тамамлана. Уның ошо завод эргәһендәге һуңғы һуғышы 1774 йылдың 20 ноябрендә була. Хөкүмәт ғәскәрҙәренең командирҙары, атап әйткәндә, генерал Ф. Ю. Фрей- ман тарафынан Салауат Юлаевтың был һуңғы хәрби операцияһы көслө, тактик яҡтан уйланылған һуғыш булараҡ баһалана (93, 206—211).

Кеше һәм ер хәтере булараҡ йәшәп килеүсе топонимик риүәйәттәр әһәмиәтле. Уларҙың ҡайһылары Салауат Юлаевтың ғәскәре туҡтаған урындарға бәйле: «Салауат шишмәһе» (Ҡыйғы районы); «Торлағыр тауы», «Лағыр йылғаһы», «Салауат тауы», «Арғы Салауат һыҙаһы», «Бирге Салауат һыҙаһы», «Прием тауы» — ғәскәрҙәр ҡабул иткән тау (Балтас районы); бәғзеләре яу үткәндән һуң барлыҡҡа килгән ер-һыу атамалары: «Кәшмәр тауы», «Шәһиттәр ҡыраһы» (Ҡыйғы), «Шәһиттәр тауы» (Мәсетле); Салауат йөрөгән ерҙәр: «Салауат һуҡмағы», «Салауат дворы», «Салауат инеп- сығып йөрөгән ҡапҡа», «Салауат мәмерйә»ләре (Салауат районы); «Бүгәс — Салауат юлы» (Саҡмағош районы); «Салауат / Азамат кисеүе» (Ырымбур әлкәһенең Ҡыуандыҡ районының Аҡбулат/Буранғол ауылы ерендә) һ. б., һ. б.

Бындай риүәйәттәрҙең күпселеге реаль ерлекле. Уларға, атаманың килеп сығышын аңлатыу менән бер рәттән, йыш ҡына танып белеү әһәмиәте ҙур булған «өҫтәмә» мәғлүмәттәр ҙә индерелә. Мәҫәлән, «Салауат мәмерйәһе» исемле риүәйәттәрҙең береһендә урындың ҡайҙа икәнен аңлатҡандан һуң (ул Йүрүҙәнгә ҡойған һөлөклө йылғаһының ҡаялы ярында), һөйләүсе Усть-Ҡатау заводы эшселәренең Салауат яуына мөнәсәбәтен сағылдырған ҡиммәтле информацияны бирә: «Ҡатау заводына ингәндә, крепостной эшселәр Салауатты икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғандар. Бик күптәре Салауатҡа ҡушылып киткән. Шуға күрә, Салауат тотолоп, хөкөм ителгәс, Ырымбур суд палатаһы уны, халыҡ асыуынан ҡур

259




ҡып, Ҡатау-Тамаҡ крепосында язалап йөрөтөүҙе лә тыйған була». Риүәйәтте ғилми әҙәбиәт менән сағыштырма өйрәнеү фольклор материалындағы мәғлүмәттең тарихи ерлекле булғанлығын күрһәтә (124, 303).

Халыҡтың Салауат Юлаевҡа ҡарата ыңғай мөнәсәбәте легендар риүәйәттәрҙә осраған «геройға тәбиғәт тә ярҙам итә, тәбиғәт тә уны ҡурсалай» тигән традицион мотив аша ла күрергә мөмкин. Ауырғазы районының Мораҙым ауылы ерендә Өршәккә ҡойған Биллеғылыс исемле бер йылға бар. «...Ул ҡылыс һымаҡ бөгөлөп ята, Өршәккә табан сыҡҡан яғында уның биле бар —Еркүпер тип атала. <...> Имеш, Бүгәс яуы ваҡытында Салауатҡа йылға аша сығырға кәрәк була. һыу ташҡан саҡ, тау йылғаһы тәгәрәп аға, таштарҙы онтай икән. Салауат ярға килеп етеүе була, йылға ерҙе өңөп инә лә, күпер яһап, икенсе яҡтан килеп сыға. Салауат рәхмәт әйтеп, йылғаны сығып китә. Мотив — уйҙырма, легенданың идея йүнәлеше — реаль.

Әлбиттә, милләтенең символына әйләнгән шәхес —Салауат Юлаев хаҡындағы башҡорт фольклоры әҫәрҙәре яу ваҡиғаларына, ғөмүмән, ихтилалға бәйле мәғлүмәттәрҙе яҡтыртҡан сюжеттарға ғына ҡайтып ҡалмай. Риүәйәттәр буйынса, Салауаттың тыуғандан алып каторгаға ебәрелгән осорона тиклемге ғүмере — поэтик биографияһы күҙаллана. Халыҡтың үҙ батырына мөхәббәте шундай көслө ки, хатта уның донъяға килгән көнөнә, исеменең мәғәнәһенә (салауат—«маҡтау доғаһы» тигәнде аңлата) ҡарата мәғлүмәт биргәндә лә, Салауаттың тыумыштан уҡ ғәҙәти булмаған яҙмышлы шәхес икәнлегенә ишара яһала (улының донъяға килгән мәлен Юлайға һыу ҡыҙы әшкәртә (256а, № 1).

Риүәйәт һәм легендалар буйынса, милли геройыбыҙҙа баһадирлыҡ сифаттарының бик иртә төҫмөрләнеүе күренә.

  1. йәшлек Салауаттың айыуҙы үлтер еүе тураһындағы киң билдәле риүәйәттәрҙән тыш, Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылында Баһауетдинованан яҙып алынған текст ҡыҙыҡлы. Унан күренеүенсә, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин ойошторған һабантуй ваҡытында йәш кенә Салауат тиңдәшһеҙ батыр булараҡ таныла, төрлө бәйгеләрҙә: көрәштә, ат сабыштарында, йүгереүҙә, ҡурай уйнауҙа, бейеүҙә еңеп сығып, «беренсе бәй»ҙе алыуға ирешкән («Салауаттың

260




майҙанда батыр булып танылғаны» — 203, ф. 3, оп. 2, д. 63, л. 154—169; 256а, № 12). «Батырҙарҙың батыры» тип аталған риүәйәттә баһадирлыҡты билгеләүсе ун сифат иҫәбендә батырҙың ғәҙәттән тыш аҡыллы, шиғри һәләте күрһәтелә. Салауаттың төрлө ярыштарҙа еңеп сығып, көсөн һынауы, абруйлы аҡһаҡалдарҙың уға батыр исеме биреүе боронғонан килгән йоланы — егет ҡорона инеү һынауҙарын (инициация йолаһын) хәтерләтеп ҡуя.

Риүәйәттәрҙә һаҡланған мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Салауаттың бала саҡтан килгән баһадирлыҡ сифаттары баш күтәреүселәр хәрәкәте йылдарында бигерәк тә тәрәндән асыла. Риүәйәттәр уның көсө, батырлығы, тапҡырлығы тураһында һөйләү менән генә сикләнмәй, һуғыш стратегияһын һәм тактикаһын яҡтпы белгән, әммә байтаҡ сәбәптәр арҡаһында, беренсе сиратта, көстәр тигеҙ булмау сәбәпле, еңелеүгә дусар ителгән халыҡ армияһының аҡыллы, ҡыйыу йөрәкле полководецы образын тыуҙыра («Салауат штабы», «Салауат разведчигы», «Салауат Юлаевтың Ҡыйғы ауылына илсе ебәргәне», «Салауат Юлаев Имән тауында»).

«Балтас менән Салауат» риүәйәтендә килтерелгән түбәндәге юлдар ифрат ҡиммәтле мәғлүмәт һаҡлаған. «Салауат үҙ ғәскәрҙәре яулап алған ауыл-ҡалаларҙа йорт-ҡураларҙы яндырыуға ҡаршы булған. Мал-мөлкәтте тәләф итмәгән. Пугач батша ҡаҙнаһын байытыу хәстәрен күргән. Пугач үҙе Салауатҡа ҡаҙнаны аҡса, алтын, көмөш, мал менән байытыу тураһында өйрәткән, тиҙәр. Салауат Эҫем заводын яулап алғас (1774 й. 23 май. — Ф. Н.), завод аҡсаһын, тинен дә әрәм-шәрәм итмәй, мисәтләп алып, һаҡ менән Пугачевҡа оҙатҡан (56, 217; 256а, № 98)».

«Мусаға Салауат ниндәй хоҡуҡтар биргән» исемле бәләкәй генә күләмле бер риүәйәт буйынса, батырҙың закондарҙы белгән, ғәҙеллеккә ынтылыусы яу башлығы булғанлығы төҫмөрләнә. Шуныһы, әйтелгәндәрҙең береһе лә риүәйәтсе- ләрҙең буш фантазия емеше түгел: Салауат Юлаевтың яуҙарҙы ойоштороу рәүеше, халыҡ менән ыңғай мөнәсәбәттәр урынлаштыра белеүе тарихи яҙмалар менән нығытыла (Поход канцелярияһы документтары, тарихсыларҙың хеҙмәттәре-124, 302-304, 310).

261




Башҡорт риүәйәттәре араһында Салауаттың ғаиләһе, яҡындары тураһындағылар ҙа аҙ түгел. Мәҫәлән, «Салауаттың әсәһе», «Салауаттың атаһы», «Салауаттың рус ҡыҙына ойләнеүе», «Салауаттың ҡатындары», «Салауаттың тоҡомдары» һ. б. Барлыҡ ошо әҫәрҙәр тарихи дөрөҫлөгө асыҡланмаған риүәйәттәр төркөмөнә инә. Тәү ҡарауға Салауаттың өйләнеүе тураһындағы риүәйәттәрҙә дөрөҫлөк тә бар кеүек: Красноуфимск ҡалаһында рус ҡыҙына күҙе төшкән, уларҙың улдары тыуған һәм уға Хәсән тип исем ҡушҡандар. Салауат Хәсәнде Ҡыйғы ауылынан Нурҡылыс исемле ҡартҡа тәрбиәгә биргән, Нурҡылыстан һуң уны Ҡолбаҡов Вәлиша тәрбиәләгән. Үҫеп еткәс, Хәсән Ҡолбаҡ ауылында кантон башлығы булып торған. Ул да атаһы кеүек батыр йөрәкле булған. Күренеүенсә, бында ышанмаҫлыҡ бер хәбәр ҙә юҡ һымаҡ. Киреһенсә, һәр нәмә тәғәйен, аныҡ күрһәтелгән. Шулай ҙа беҙ әйтелгәндәргә тулыһынса ышана алмайбыҙ. Ни осон тигәндә, риүәйәт жанры өсөн, ғөмүмән фактографиклыҡҡа ынтылыш хас. Бында аныҡлап, тәғәйенләп һөйләү сәнғәти алым кеүегерәк булып тора. Ошо алым ярҙамында халыҡ үҙенең аңында тыуҙырған ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡҡа тура килеүен, һүҙ барған ваҡиғаларҙың ысынлап та тормошта булыуын раҫларға ынтылған. Шул уҡ ваҡытта айырым мотивтарҙың (мәҫәлән, Салауаттың рус ҡыҙына өйләнеүе тураһындағы мотивтың) уйҙырмалылығы, төптән уйлап ҡарағанда, шик тыуҙырмай. Грамоталы (русса белгән, төрки яҙма телендә приказдар һәм өндәмәләр яҙған), дини тәрбиә алған20 Салауаттың, бигерәк тә ауыр һынау йылдарында, башҡа дин кешеһенә әйләнеү мөмкинлеге булыуын күҙ алдына килтереү ҡыйын. Бәлки, был рәсми властарҙың халыҡтар дуҫлығы темаһын ҡабартыбыраҡ күрһәтергә ынтылыуы һөҙөмтәһендә тыуған идеология шауҡымылыр. Был теманың таралыуы Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романы йоғонтоһо менән бәйле булыуы ла бик мөмкин. Шулай уҡ Салауаттың ҡалмыҡ, сыуаш, татар ҡыҙҙарына өйләнеүе тураһында риүәйәттәр бар. Әлбиттә, былар — уйҙырма сюжеттар. Уларҙың тыуыуы Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаев етәкселегендә батша хакимда

20Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, Салауатты тәүҙә имам Кәбири, һуңыраҡ әсәһе уҡытҡан, мәҙрәсәлә белем алған.

262




рының һәм алпауыттарының иҙеүенә ҡаршы берлектәге азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан халыҡтарҙың башҡорт батырына булған мөхәббәте тураһында һөйләйҙер, моғайын.

Яҙма сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Салауат Юлаевтың өс ҡатыны булған. Батырҙы ҡулға алғанға тиклем үк, ҡатыны һәм балалары аманаттар сифатында Өфөгә килтерелгән. Бер ҡатыны улы менән ҡала коменданты полковник С. С. Мясоедов һағы аҫтында торған. Икенсе улын, Салауаттың яҙыуына ҡарағанда, генерал (Ф. Ю. Фрейман) алған... Ә башҡа ҡатындарын һәм балаларын ҙур кешеләр, йәғни урындағы хакимиәт вәкилдәре һәм офицерҙар бүлеп алған (93, 223). Уның ғаилә ағзаларының артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Документтарҙа ҡатындарының, балаларының исемдәре тураһында ла әйтелмәй, ә фольклор материалдары буйынса, Салауаттың ҡатындары Әминә, Зөләйха, Гөлбәзир (Гөлнәзирә), Мәүдиә исемле булған. Әминә һәм Гөлбәзир исемдәре айырыуса йыш иҫкә алына, Мәүдиәһе бер генә ҡабат аталып китә. Гөлбәзир тураһында төрлө мәғлүмәттәр бар. Бер осраҡта, ул Ҡалмаҡ ауылында тыуып үҫкән, Юныс ауылы байы Иштүбәгә кейәүгә бирелгән (Салауат уны тартып алған), икенсе осраҡта, Гөлбәзир — тархан һағынбай ҡыҙы. «Юлай менән Салауат» эпосындағы түбәндәге юлдар шул хаҡта һөйләй:

Заводсылар йыйылып,

Кәңәш-төңәш иткәндәр:

«Кинәт яуға бармайса, һағынбайҙы димләшеп,

Салауатҡа кәләшкә Гөлбәзирҙе бирҙереп,

Ҡоҙа-аҙна яһашып,

Ҡулға алайыҡ», — тигәндәр (60, 272, 273).

2003 йылда Балтас районының Иҫке Балтас ауылында Айрат Муллый улы Мәғзүмов һөйләүе буйынса беҙҙең тарафтан яҙып алынған риүәйәттә Гөлбәзир — Ҡолой Балтасов ҡыҙы. М. В. Лоссиевский яҙмаһында Балтасов ҡыҙының исеме—Фариза, Яныбай Хамматовтың романында — Зөләйха.

263




Салауат Юлаевтың ҡатындары тураһында һүҙ барғанда, дүрт юллыҡ бер йыр ҡыҙыҡһыныу уята. Унда өлкән ағалары вафат булған осраҡта, энекәшен тол еңгәһенә өйләндереү (левират) йолаһы сағылдырылған. «Йәш кенә Салауаттың нисек ос ҡатыны булды икән?» тигән һорауға яуап алып була ул йырҙан:

Салауаттың кейгәне —

Ҡыҙыл да түгел, һары буҙ.

Салауаттың һөйгәне —

Икеһе — еңгә, бер(е)һе —ҡыҙ (203, ф. 3, оп. 2, д. 76, л. 11).

Батырҙың әсәһе хаҡындағы бер риүәйәт ҡыҫҡа ғына хикәйәләү аша әсә һөйөүенең көсөн, уның хәүеф-тойғола- рының тәрәнлеген бирә алыуы менән ҡиммәтле: «Яуға киткән Салауатын әсәһе21 бик ҡыҙғанған, һағышына түҙә алмай, төндәр буйы йоҡламайса ултырған. Уны эҙләтеп тә, эҙләп тә ҡараған. «Батыр улымдың ҡайҙа икәнлеген әйтеүселәргә, уның йырҙарын йырлаусыларға мал бирер инем»,— тип, ауылдан ауылға йөрөгән» (203, ф. 3, оп. 2, д. 63, л. 95).

Икенсе бер риүәйәт эсендәге «Салауаттың атаһының йыры» тип килтерелгән йыр ҙа күңел йылылығы, яҡты хистәр менән һуғарылған:

Бәпкәм дә бәпкәм, бәпкә икән,

Бәпкәм дә батыр ир икән.

Тубыҡайына туп тейһә,

Тубылғы ағас, тир икән (203, ф. 3, оп. 2, д. 63, л. 93—94)22.

21 Бында әсәнең исеме аталмай. Ҡайһы бер риүәйәттәрҙән күренеүенсә, ул Аҙнабикә исемле булған, хәҙерге Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылы ҡыҙы. Көнбикә тигән варианты ла бар («Ватандаш», 2004, 6-сы һан).

22 Архив материалдары араһында Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин- дың шиғри һәләтлелеге, йырға маһирлығы, улының рухлы, көслө, батыр йөрәкле булып үҫеүендә уның йоғонтоһон күрһәткән риүәйәттәр осрай (203, ф. 3, оп. 2, д. 63, л. 21, 89, 102; «Ағиҙел», 2002, 2-се һан, 132-се б.). Юлайҙың ижтимағи хәле тураһында һүҙ барғанда, риүәйәттәрҙә уның дәрәжәле шәхес булыуы, старшиналыҡ вазифаһы, сәйәси ваҡиғалар хаҡында әйтеп кителә (203, ф. 3, оп. 2, д. 63, л. 21). Был образдың киң һәм тулы яҡтыртылышы «Юлай менән Салауат» эпосында күҙәтелә — 60, 254—288).

264




Шулай итеп, Салауат Юлаев хаҡындағы риүәйәттәрҙә 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының мөһим ваҡиғалары, батша тәхетен тетрәткән ошо күтәрелештә башҡорт халҡының, уның милли геройы Салауат Юлаевтың уйнаған роле яҡтыртыла. Был риүәйәттәрҙең күпселеге, һис шикһеҙ, тарихи ваҡиғалар нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Әммә художество күренеше булараҡ, улар уйҙырманан да азат түгел, хатта мифологик мотивтар ҙа күренеп ҡала («Салауатты үрмәкес ҡотҡара» — 256а, № 150). Факт һәм ваҡиғаларҙы бутау, төрлө осорға ҡараған күренештәрҙе бер ваҡиғаға бәйләп һөйләү бында шулай уҡ шаҡтай асыҡ һиҙемләнә (әйтәйек, Салауат яуынан ҡалған һуғыш ҡоралдары, ҡәберлектәр тураһындағы хикәйәләр). Уйҙырма мотивтар айырыуса Салауаттың шәхси сифаттарын һүрәтләүгә бағышланған риүәйәттәрҙә асыҡ күренә: батырҙың утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ бәһлеүән булыуы, ун һигеҙ-егерме бот тартҡан ауырлығы, типһә тимер өҙөрлөк көсө һ. б. Был, әлбиттә, аңлашыла торған хәл: егерме-егерме бер йәшендә меңәрләгән кешеләрҙе үҙенең ялҡынлы һүҙе менән оло яуға күтәрә алырлыҡ рух көсө булған батыр һәм шағир образын халыҡ идеаль герой итеп күтәрә, уның батырлығын эпик традициялар ерлегендә һүрәтләй һәм быуындар хәтерендә мәңгеләштерә.

Әлбиттә, риүәйәттәр араһында Салауаттың төҫ-башы, ҡиәфәте тураһында ҡабартылмай һүрәтләнгән текстар ҙа юҡ түгел. Әммә ундай осраҡтарҙа ла, батырҙың көс-ҡеүәтен һүрәтләү тәңгәленә килеп еттеме, һөйләүсе халыҡ ижадындағы тасуирлау традицияларына таяна башлай. Миҫал:

«Салауат кәүҙәгә урта буйлы булған. Төҫкә ҡарараҡ, күҙҙәре ҙур, ҡап-ҡара булған. Ҡаштары ла сөм ҡара булған, нескә генә сикә һаҡалын йөрөткән. 3 4 йәшендә үк туп- таяҡ уйнап йөрөгән. Асыуын килтерһәләр, 16—17 йәшлек егеттәрҙе таяғы менән һуҡҡан да йыҡҡан. Уның беләге аяуһыҙ йыуан булған, тиҙәр» (203, ф. 3, оп. 2, д. 63, л. 23). Салауаттың төҫ-башына ҡарата бында бирелгән мәғлүмәт тарихи документтарҙа сағылған мәғлүмәттәр менән ауаздаш. 1775 йылдың 2 октябрендә теркәлгән провинциаль канцелярия яҙмаһында түбәндәге юлдар бар: «Салауат Юлаев, сәсе

265


һәм күҙҙәре— ҡара, буйы—2 аршын да 4 ярым ҡарыш <...> (147, 336).

Ә инде төп геройҙың бала саҡтан көслө булып, алышта үҙенән өлкән үҫмерҙәрҙе еңеүе —эпик жанрҙарҙа йыш осрай торған билдәле мотив («Алпамыша менән Барсынһылыу» һ. б.). Дөйөм алғанда, ҡабартып күрһәтеү (гиперболизация) алымы геройҙы башҡаларҙан айырып күрһәтеү, ҡәҙимге булмаған баланың киләсәктә ҙур эштәр башҡарасағын иҫкәртеү маҡсатында ҡулланыла.

Салауаттың рухи донъяһы ла (сәсән теллелеге, шиғыр- йырҙары менән ғәскәрен яуға күтәр еүе...) риүәйәттәрҙә юғары баһалана.

Был урында, риүәйәттәрҙән тыш, Салауат батыр тураһында ҡобайыр, йыр, бәйеттәр булғанлығын да иҫтән сығарырға ярамай (189, 68 — 70; 256 а). Ул ғына ла түгел, башҡорт халҡының милли геройы тураһында башҡа халыҡтар (рус, татар һ. б.) ижадында ла риүәйәт һәм легендалар, бәйеттәр йәшәй. Уларҙа шулай уҡ Салауаттың ҡаһарманлығы данлана (36, 131—132; 151, 28; 278, 35—36).

1773—1775 йылдарҙағы ихтилалдың төп етәксеһе — Емельян Пугачев тураһындағы башҡорт риүәйәттәре нигеҙҙә дөйө- мөрәк характерҙа: уларҙа Пугачев биографияһына ҡағылған шәхси һыҙаттарҙы, уның мөхитен ентекләп һөйләү күҙәтелмәй, һәм башҡорт риүәйәттәренән ундай деталдәрҙе тасуирлауҙы көтөү ҙә мөмкин түгел. Бүгәсәү — башҡа тупраҡта тыуып үҫеп, башҡа ерҙең һыуын эскән шәхес (ул, билдәле булыуынса, Дон казагы), уның башҡорттар менән аралашыу ваҡыты ла сағыштырмаса ҡыҫҡа.

Бер төркөм риүәйәттәрҙә беҙ Пугачевты Салауатҡа бәйле сюжеттар аша күрһәк (Пугачевтың Салауат менән осрашыуы, уға полковник, бригадир чиндары биреүе, яу хаҡында һөйләшеүҙәре, биргән приказдары кеүек эпизодтар күҙ уңында тотола), икенселәрендә ихтилал етәксеһе Әбей батша (Екатерина II) ғәскәрҙәре менән бәрелеш картиналарында алға баҫа: «Бүгәс яуы», «Ҡыҙҡалатау», «Петр батша менән Әбей батша һуғышы» һ. б. һуңғы риүәйәттәр яу күренешен һүрәтләүҙән тыш, Пугачевҡа ҡағылған ике мөһим мотивты һаҡлап, уларҙы беҙҙең көндәргәсә килтереп еткергән: беренсеһе: Пугачев — Петр батша (мәғлүм булы-

266


уынса, Е. И. Пугачев үҙен үлемдән ҡотолоп ҡалған батша Петр III тип иғлан итә), икенсеһе: Пугачев — Петр батша түгел: «Петр батша ысынында батша булмаған. Ул үҙе лә шул беҙҙең һымаҡ крәҫтиән булған» (55, 192).

Нигеҙендә ниндәй мотив ятыуына ҡарамаҫтан, башҡорт һәм башҡа халыҡтар тарафынан Бүгәсәү ыңғай ҡабул ителә. Бының сәбәбе риүәйәттәрҙең үҙендә үк әйтеп бирелә: «...Петр батша халыҡҡа ипле булғанға күрә, ул тирәләге халыҡ уның ғәскәренә аҙыҡ-түлек бүлеп бирер булған, атын-арбаһын егеп, үҙҙәре лә ғәскәрлеккә яҙылғандар» (55, 192). Атаҡлы «Салауат телмәре»ндә иһә Пугачевҡа булған ыңғай мөнәсәбәттең сәбәбе бөтөнләй асыҡ һәм конкрет итеп әйтеп бирелгән: «Бүгәс — батшамы, түгелме, уныһын- да беҙҙең эшебеҙ юҡ. Бүгәс түрәләргә, байҙарға ҡаршы» (55, 201).

Әлбиттә, килтерелгән өҙөктәрҙең ҡиммәте башҡорт халҡының Бүгәсәүгә булған мөнәсәбәтен сағылдырыуҙары менән генә сикләнмәй. Риүәйәт теле менән ябай ғына әйтелгән һүҙҙәр аша халыҡтың ижтимағи аң кимәле, йәғни 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалдың ике йүнәлешен — милли һәм социаль азатлыҡ көрәше булыуын яҡшы аңлағанлығы сағыла. Телгә алынған риүәйәттәрҙә интернациональ мотив- тарҙың бөрөләнеүе лә иғтибарҙы йәлеп итә: «Петр батшаның ғәскәрендә башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, ҡырғыҙҙар ҙа булған». Күренеүенсә, халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге мәсьәләһенә ыңғай мөнәсәбәт бында данлау, тойғо белдереү аша түгел, ә риүәйәт жанрының тәбиғәтенә ярашлы рәүештә мәғлүмәт биреү күҙлегенән хәл ителгән.

Башҡорт фольклорында Пугачев исемен йөрөткән ер- һыу, урындар хаҡында риүәйәттәр байтаҡ. Уларҙың күпселеге, ҡағиҙә булараҡ, бик ҡыҫҡа, төҙөлөштәре яғынан ябай. Шул-шул урында Бүгәс ғәскәре ятҡан, йә булмаһа Бүгәс Салауат менән кәңәш тотҡан һ. б. шуның кеүек мәғлүмәттәр биреүгә ҡоролған («Бүгәс юлы», «Бүгәс түбәсәйе», «Бүгәс тауы»— 55, 194). Юл йәки түбәсәйҙең кәпәс менән ташылған тупраҡтан өйөлгән урын булыуын иҫкәртеү, бер яҡтан, Бүгәсәү ғәскәрҙәренең күплегенә ишара яһаусы символ булһа, икенсе яҡтан —был ҡыҫҡа ғына риүәйәттәрҙең фольклорсан ерлеген дә күрһәтеп тора, сөнки кәпәс менән

267




ер ташыу —донъя халыҡтарының ауыҙ-тел ижадында киң билдәле боронғо традицион мотив.

1773—1775 йылдарҙағы ихтилалға бәйле урындар хаҡындағы риүәйәттәрҙең реаль булғандары ла, уйҙырмаға ҡоролғандары ла бар. Формалары, тышҡы күренештәренең ниндәйҙер яғы менән иғтибарҙы йәлеп иткән билдәһеҙ уба- ҡәберлектәрҙе, тау-таш һ. б. объекттарҙы Бүгәс, Салауат яуы ваҡиғаларына бәйләп аңлатыуҙың да үҙенә күрә сәбәптәре бар. Ул, әлбиттә, халыҡтың үҙ тарихында булып үткән ваҡиғалар араһында иң әһәмиәтлеләрен, шәхестәрҙең иң көслөләрен һайлап, уларҙың юғарылығын, изге исемен киләсәк быуындарға еткереү ниәте менән эшләнгән. Тарихи риүәйәттәрҙе ентекләп байҡап сығыу шуны күрһәтә: халыҡ артыҡ әһәмиәте булмаған ваҡиғаларҙы үҙ хәтеренә беркетеп барырға ашыҡмай, күберәген бөйөклөгө йәки түбәнлеге менән күңелен тетрәткән хәл-ваҡиғаларҙы, уларға бәйле шәхестәрҙең исемдәрен генә иҫендә йөрөтөүсән.

1773—1775 йылдарҙағы ихтилалға бағышланған тарихи риүәйәттәр араһында күтәрелештең башҡа күренекле вәкилдәре: Кинйә Арыҫланов, Юлай Аҙналин, Ҡаранай Моратов- тың исемдәре лә телгә алына, ләкин ваҡиғаларҙы был шәхестәрҙең эшмәкәрлеге тирәһенә туплап һүрәтләү күҙәтелмәй. Был күренеш, Ҡаранай тураһындағы бер яҙманы иҫкә алмағанда, башлыса Салауат хаҡындағы сюжеттарҙың эсендә бирелә («Пугачев менән Салауат юлы», «Салауат улы», «Салауаттың тотолоуы», «Салауат менән Балтас», «Салауат менән Пугачевтың дуҫлашып китеүе»). Был хәлде күпмелер дәрәжәлә аңлатып була: Нуғай даруғаһының Бошман-Ҡып- саҡ волосы старшинаһы, Пугачев армияһының баш полков- нигы Кинйә Арыҫланов исеменең халыҡ ижадында артыҡ киң билдәле булмауы, күрәһең, Кинйәнең баш күтәргән халыҡ менән туранан-тура бәйләнешкә инмәүендә (тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Кинйә Арыҫланов нигеҙҙә Е. Пугачев ставкаһында, штабта ғәйәт ҙур ойоштороу эшмәкәрлеге күрһәткән атаҡлы шәхес—295, 71). Ә Юлай Аҙналының улы Салауат менән берлектә яу башлап йөрөүе тарихи дөрөҫлөккә тап килә, шулай ҙа Пугачев менән бер рәттән, ихтилалдың төп етәксеһе булараҡ, Салауат сығыш яһай, һәм риүәйәттәрҙә был хәл дөрөҫ сағыла.

268




Стәрлебаш районының Ҡаранай ауылында Ниғмәтйән Байбулдин (1894 йылғы) менән Алламорат Ҡотлобаевтан (1888 йылғы) яҙып алынған «Ҡаранай батыр һәм уның ярандары» исемле риүәйәт ярайһы уҡ бай мәғлүмәттәр туп- лауы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре, дөйөм алғанда, реаль ваҡиғаларға нигеҙләнһә, икенселәре уйҙырма «факттарға» ҡорола. Ҡаранай Моратовтың Пугачев полковнигы булыуы, уның башлығындағы командаларҙың яу урындары (Стәрлетамаҡ пристаненә һөжүм итеү, Табын яғы, Өфе менән Ырымбур араһындағы ерҙәр); Ҡаранай батыр исеменең халыҡ хәтерендә һаҡланыуы («Ҡаранай батыр тураһында йырҙар була торғайны») [Әле лә йырлана. Башҡортостан радиоһының фондына ингән. —


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет