Ф. Н.). Алда ҡарап үтелгән «Аҡай батыр» риүәйәтендә лә хикәйәттә ентекләп һөйләнелгән ҡайһы бер мотивтар сағылып ҡала, әммә улар легендар риүәйәт стилендә.
Ғилми әҙәбиәттән күренеүенсә, башҡорттар үҙҙәренең баш күтәреүенә легаль төҫ бирергә ынтылып, ихтилалдың «законлы» булыуын раҫларға тырышҡан. Бының осон улар Рус дәүләтенә ҡушылғанда үҙҙәренең ата-бабаларына Иван Грозный тарафынан бирелгән грамоталарҙы (жалованные грамоты) файҙаланған. Ырымбур экспедицияһының башҡорт ерҙәрендә крепостар тоҙөүен һ. б. сараларын баш күтәреүселәр батша грамоталары менән ҡаралған хоҡуҡтарҙың боҙолоуы, ә ихтилалды — Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡу- шылғандағы шарттарҙың үтәлеүен талап итеү тип аңлатҡан. Был идея туранан-тура йә ситләтелгән рәүештә бик күп документтарҙа урын алған. Ул бигерәк тә Себер даруғаһы баш күтәреүселәренең 1736 йылдың 2 авгусында В. Н. Та- тищевҡа яҙған хатында асыҡ сағылған. Был хатта башҡорттар үҙҙәренең хоҡуҡтарын тайпылышһыҙ яҡлаясаҡтары,
245
властар ҡуйылған талаптарҙы үтәү буйынса ташламалар яһағанға тиклем, ҡораллы көрәште туҡтатмаясаҡтары хаҡында хәбәр итә (124, 248).
1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдың һуңғы этабында етәкселек иткән Ҡараһаҡалдың исеме лә риүәйәттәр иғтибарынан ситтә ҡалмаған. 1917 йылда Ырымбур әлкәһенең Бәләкәй Этҡол ауылында Хәмит ҡурайсынан Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған «Ҡарас менән Ҡараһаҡал» исемле риүәйәт Ҡараһаҡалдың ил ҡарттарын, уҙамандарҙы, аҡһаҡалдарҙы йыйып, яуға өндәүгә ниәтләнеүен сағылдырған көсөргәнешле эпизодты тасуирлауға ҡоролған. Ҡан ҡойғос яуҙарҙан ғәйрәте сиккән халыҡтың хәүефләнеүен риүәйәт сәсән теле менән кинәйәле һөйләш аша еткерә. Ҡобағош сәсәндең ярсығы Ҡарас сәсәндең Ҡараһаҡалға әйткән серле яуабын, мәҫәлән, бер ил ҡарты бына нисек сисеп бирә: «...Талды ҡырҡһаң, ҡан тама тигәне— Урал урмандары яуҙарҙа аҡҡан халыҡ ҡаны менән һуғарылған тигән һүҙ була. Аттарҙың ҡолағына ин һалынған, боттарына тамға баҫылған тигәне —бөтә еребеҙ билдәле, ҡайҙа барһаҡ та, тоторҙар тигән һүҙ була. Төндә өрөр эттәрҙе үлтергәндәр тигәне —үткән яуҙа ҡатнашҡандарҙы язалап бөткәндәр була. Ағас башына ҡор ҡунмаған тигәне — килгән ҡунаҡ (Ҡараһаҡал) сит кеше, беҙҙең илгә ямаулыҡтай ғына буласаҡ тигән һүҙ була...» (55, 175—176) Килтерелгән өҙөк, бер яҡтан, юғары художестволы формала заманының ғәжәп ҡатмарлы ижтимағи хәлен сағылдырыуы менән әһәмиәтле булһа17, икенсе яҡтан, тарихи шәхес — Ҡараһаҡалға ҡарата белдерелгән мөнәсәбәтте яҡтыртыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
1973 йылда Башҡортостандың Әбйәлил районының Асҡар ауылында Мөғәлләм Мирхәйҙәровтан Ғайса Хөсәйенов тарафынан яҙып алынған «Ҡараһаҡал яуы» исемле риүәйәттә батша ғәскәрҙәре менән башҡорттар араһында ҡаты бәрелеш булыуы, шул бәрелештә йәш Ҡараһаҡал батырҙың
17«Ҡарас менән Ҡараһаҡал» исемле риүәйәттә 1735— 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалының уңышһыҙ тамамланған тәүге ике этабынан һуң булған осор һүрәтләнгәнлеген күреп була. Ихтилалдарҙың ауырлығы тураһындағы мәғлүмәттәр тарихи материалдар менән дә раҫлана. Мәҫәлән, 1736 йылдың июнь аҙағында баш күтәреүселәр 15 меңдән ашыу кешеһен юғалтҡан була (8, 84).
246
да ҡатнашыуы телгә алына. Яу ҡыйратылғас, Ҡараһаҡалдың үзбәк, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ яҡтарына ҡасып китеүе һәм шул сит ерҙәрҙә ун йылдан артығыраҡ йәшәүе хаҡында һөйләнелә. Уҡымышлы, Ҡөрьәнде ятҡа белгән Ҡараһаҡал «һәр ерҙә шул ерле халыҡ телендә һөйләшер булған. Шуға күрә уны бер кем дә боласы башҡорт тип уйлай алмаған, үҙ кеше тип ҡараған», тиелә риүәйәттә. Ҡараһаҡалдың Мәккә- гә барып хаж ҡылыуы, хажи булып алғас, данының нығыраҡ таралыуы, шул арҡала ҡаҙаҡтарҙың хатта уны хан итеп таныуы кеүек мәғлүмәттәр килтерелә. Ҡараһаҡал да үҙен «хан нәҫеленәнмен», ти икән.
Артабан Башҡортостанда яңынан яу ҡубыуы, Ҡараһаҡалдың ҡайтып, хан булып, шул яуҙы етәкләп йөрөүе һүрәтләнә. Риүәйәт боланың баҫтырылыуы, батша ғәскәрҙәренең халыҡты аяуһыҙ ҡырыуы, бала-саға, ҡыҙ-ҡырҡынды мәсхәрәләүе кеүек фажиғәле ваҡиғалар менән тамамлана (55, 373).
Килтерелгән ике риүәйәтте сағыштырып ҡараһаң, Ҡара- һаҡалға белдерелгән мөнәсәбәттең ҡаршылыҡлы булыуын һиҙмәү мөмкин түгел. Тәүгеһендә ул —сит кеше (был хаҡта башта уҡ иҫкәртелә: «Ҡараһаҡал килеп, башҡорттар араһына ингәс...», аҙаҡта асыҡтан-асыҡ: «беҙҙең илгә ямаулыҡ- тай ғына буласаҡ»), икенсеһендә — «боласыл башҡорт тип бер кем дә уйламаған» уҡымышлы хажи. Яңыраҡ донъя күргән тарихи материалдар күҙлегенән ҡарағанда, «Ҡарас менән Ҡараһаҡал» риүәйәтендә реаль ерлекле мәғлүмәттәрҙең художестволы сағылыш тапҡанлығы асыҡлана, һуңғы ваҡытта матбуғатта баҫылған яҙмалар буйынса, Ҡараһаҡал—Себер ханы Күсем нәҫеленән, элекке Хиуа ханы Хә- сәндең улы —Байбулат (331а); 1739—1740 йылғы ихтилалда реакцион роль уйнаған яу башлығы, Башҡортостандан ҡасып киткәндән һуң да үҙен «Жунғар кантойшаһының улы» тип йөрөткән әҙәм (125 а, 145—159).
«Ҡараһаҡал яуы» атамалы риүәйәттә иһә 1740 йылғы ихтилал етәксеһенә ҡарата матбуғатта элегерәк донъя күргән позитив йүнәлешле ҡараштар (252 а; 8) менән ауаздаш. Ҡараһаҡал — юрматы волосы башҡорто Миңлеғол Юлаев, 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдың һуңғы этабындағы яу етәксеһе, юлбашсы тигән мәғлүмәт яҙма сығанаҡтарҙа
247
әленән-әле күренгеләй торҙо, ихтилалдың аяуһыҙ баҫтыры- лыуы тураһында ла яҙылманы түгел, яҙылды. Тарихи ваҡиғаларға, халыҡ ижады әҫәрҙәренә битараф булмаған кешеләр өсөн мәғлүмәт өҫтәлә, яңыртыла бара. Шуға ла ҡайһы бер информанттар теге йәки был фольклор әҫәрен һөйләгәндә, уға китап (кино, радио) мәғлүмәтен дә ҡушып ебәргеләй. Ихтилалдар хаҡындағы риүәйәт-легендаларҙа ла бындай күренештәр сағылып ҡала.
Башҡорттарҙың күп юғалтыуҙар кисереп атҡарылған көрәшенең ыңғай һөҙөмтәһе булып уларҙың үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуҡтарын һаҡлап ҡала алыуы тора. Дөйөм алғанда иһә батшалыҡ үҙенең колониаль сәйәсәтенән тайпылмай: башҡорт ерҙәрендә ҡәлғәләр, заводтар төҙөү дауам итә, иҙеү көсәйгәндән-көсәйә. 50-се йылдар уртаһына Башҡортостан ерендә егерме завод төҙөлә. Уларҙы һалыу һәм хужалыҡтарын урынлаштырыу өсөн башҡорттарҙың 2,5 млн. дисәтинә ере файҙаланыла, һөҙөмтәлә ерле халыҡтың мал аҫрау һ. б. мөмкинселектәре ныҡ тарая, йәшәү шарттары ауырлаша. Заводтарҙың күпселеге Нуғай даруғаһы ерҙәрендә төҙөлгәнлектән, батша хөкүмәтенең сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ нәҡ ошо яҡта көсәйеп, 1755 йылдағы ихтилал башланыуға алшарт тыуҙыра (124, 251—252).
Халыҡ ижадында шул замандың һулышы Тау эштәре буйынса эҙләнеүҙәр партияһы начальнигы Брагин тураһындағы риүәйәттәрҙә һаҡланған. Петербургтан ебәрелгән был түрәнең яуызлыҡтары «Сураш» исемле риүәйәттә, мәҫәлән, түбәндәгесә әйтеп бирелгән: «Брагин аҡ таш ҡаҙҙыртҡан. Халыҡты бушлай эшләтеп бик йонсотҡан. Өҫтәүенә, ҡатын- ҡыҙҙарҙы мыҫҡыл итеп, халыҡтың йәненә тейгән. Кейәүгә сығыр алдынан һәр бер ҡыҙ Брагин менән төн уҙғарырға тейеш булған. Әгәр риза булмаһалар, ҡыҙҙы ла, егетте лә, ата-әсәләрен дә һәләк иткән» (55, 182—183).
Риүәйәттәрҙең һәр береһендә был яуызға ҡарата халыҡтың тәрән нәфрәт тойғоһо белдерелә. Түҙеме сиктән ашҡан ауыл уҙамандары бер саҡ йыйылып, Брагинды юҡ итергә булалар һәм үҙҙәренең уйын тормошҡа ашыралар: Талҡаҫ күленә балыҡ ауларға килгән дошман юҡ ителә. Риүәйәттәрҙең ҡайһыһында Брагиндың башына етеүсе итеп Әмин
248
батыр («Тимерсе Әмин менән Брагин түрә»), ҡайһыларында Сураш батыр («Сураш») һүрәтләнә. Риүәйәттәр буйынса, улар — бер туған. Брагиндан ҡотолоу юлын да бергәләп башҡарыуҙары ихтимал. Әмин дә, Сураш та —реаль шәхестәр. Академик И. И. Лепехин үҙенең «Продолжение дневных записок путешествия по разным провинциям Российского государства» хеҙмәтендә Башҡортостанда булғанда Брагинды үлтергән Сураш Мәргән менән осрашыуы тураһында яҙа (168, 110). Халыҡ хәтерендә Сураштың нәҫел ебенең иҫтә тотолоуы ла осраҡлы түгел: «Сураш Истамғол улы була. Сураштан Йәрмөхәмәт, Йәрмөхәмәттән Ҡунаҡҡужа тыуа, Ҡунаҡҡужаның Хөсәйен, Йомағужа, Әбдрәхим, Хәмит, Байтүрә тигән биш улы була. Минең атайым Байтүрә була инде (1966 йылда Сибай ҡалаһында Хәмитов Сә- йетборхан Байтүрә улының (1891 йылғы) һөйләгәне). Әмин- дең исеме ер-һыу, ауыл исемдәрендә һаҡланып ҡалған (Әмин ауылы, Әмин ташы). Беҙгә билдәле булған риүәйәттәрҙә Брагиндан төп үс алыусылар булараҡ, әйткәнебеҙсә, Әмин менән Сураш һүрәтләнә. Ғилми әҙәбиәттә Бөрйән волосы кешеләре —Этҡол (Джилан Иткул) менән Хоҙайбирҙе күрһәтелә (124, 254). Нисек кенә булмаһын, мәғлүмәттәр асылда бер-береһенә ҡаршы килмәй, ә киңәйтеләләр генә, һәм уларҙың танып белеү әһәмиәте ифрат ҙур.
Брагин 1755 йылдың 15 майында үлтерелә. Был ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй, Ырымбурҙан Силәбегә илткән Исет трактына подполковник Исаковтың каратель отряды ебәрелә. Ырымбур губернаторы И. И. Неплюев Исаковҡа ошондай бойороҡ та яҙып ебәрә: «Яуызлыҡ ҡылыусыларҙы аҡылға ултыртыу, ә ҡалған башҡа диндәгеләрҙе ҡурҡытыу өсөн <...> фетнәселәрҙең төйәктәр ендәге нәҫел-ырыуҙарын табып, исемдәре генә тороп ҡалһа ла, йәлләп тормай, тамырҙарын ҡороторға кәрәк. Ә был бурҙар өйөрөнә ҡатнашыуҙа шикле булғандар килеп сыҡҡан хәлдә, уларын ҡулға алып, ҡаты ҡарауыл аҫтында бығаулы килеш бында, Ырымбурға, оҙатығыҙ!» Болаға ҡатнашыусыларҙың бөтә туған-тыумасаларын ҡулға алып оҙатыуҙан башҡа, Неплюев Исаковҡа уларҙың мал-мөлкәтен конфискацияларға ҡуша. Бөрйән вөлөсының үҙәгендә «тыныслыҡты нығытыу өсөн»
249
ашығыс рәүештә Яңы Йылайыр ҡәлғәһен һалдыра башлайҙар (216, 196). Репрессиялар көсәйгәнлектән баш күтәреүҙә әүҙем ҡатнашыусылар үҙҙәренең ғаиләләре менән күрше волостарға, ҡаҙаҡ далаларына күсеп китергә мәжбүр була. Был хәлдәр ҙә риүәйәттәрҙә киң сағылыш тапҡан («Сураш», «Ҡәнифә юлы»).
1755 йылдың май ваҡиғалары стихиялы ихтилалдар характерын ала, ләкин аныҡ программаның булмауы, стихиялылыҡ ыңғай һөҙөмтәләргә алып килмәй.
-
быуаттың уртаһында батша хөкүмәте, башҡорт ерҙәрен талау сәйәсәте дауам итеү менән бер рәттән, рус булмаған халыҡтарҙы көсләп христиан диненә күсереү буйынса ла ҙур әүҙемлек күрһәтә. (Анна Иоановнаның 1736 йылдың
-
февралендәге указында ер мәсьәләһенән тыш, сиркәүҙәр селтәрен киңәйтеү, мосолман руханиҙарының һанын кәметеү ҡаралған була («без указов мечетей и школ не строить») (8 а, 22). Халыҡтың намыҫына тейеп, күңеленә яра һалған был эшмәкәрлек тә тарихи фольклорҙа ил ауыҙының ҡәһәр һүҙе булып һаҡланып ҡалған. 1972 йылда Башҡортостандың Ауырғазы районында яҙып алынған «Башҡорттарҙың суҡындырыуҙан баш тартҡаны» исемле бер риүәйәт, мәҫәлән, шундайҙарҙан. Унда башҡорттарҙың христиан диненә күсмәҫ өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямай ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәре хаҡында бәйән ҡылына, халыҡты аҫыу-киҫеү- ҙең күләме йылғаларҙы быуған мәйет картинаһы аша символлаштырыла (203, оп. 65, д. 9, л. 90).
1988 йылда Башҡортостандың Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында яҙып алынған «Суҡындырыу» исемле риүәйәт, бәләкәй генә күләмле булыуына ҡарамаҫтан, мәғлүмәткә бай булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә: «Элекке заманда Баҡалы, Бүздәк яҡтарында рустар ауыл һайын мосолмандарҙы суҡындырып йөрөгәндәр. Сана менән үткәндәр, һәр санала өс һалдат, бер поп булған.
Шаҙы кешеләре суҡынмаған. Ошо тирәләге ун бер ауыл халҡы башҡорттары һәнәк, салғы менән ҡоралланып, суҡындырыусыларға ҡаршы сыҡҡан. «Үлһәк үлербеҙ — дине- беҙҙе ташламабыҙ», — тигәндәр. Күмәк көскә ни етә? Шаҙыларҙы суҡындыра алмай кире тайған рустар». (56, 201).
250
«Батырша менән Яныш» риүәйәтендә мосолман динен, мәсетте ҡыҫыу, шуға ҡаршы Батырша етәкселегендә башҡорт һәм мишәрҙәрҙең яуға күтәрелеүе тасуирлана. 1755 йылғы ихтилал идеологы Батыршаның (ысын исеме —Абдулла Ғәли улы Алиев) заманында уҡымышлылығы менән дан алған мөҙәрис булыуы, батша хөкүмәтенең мосолмандарҙы христиан диненә күсереү сәйәсәте тормошҡа аша башлағас (айырыуса татар, мишәрҙәр араһында), уның халыҡҡа өндәмә менән мөрәжәғәт итеүе, баш күтәреүселәрҙең еңелеүе, Батыршаның Петербургка төрмәгә оҙатылыуы кеүек мәғлүмәттәр (216, 195—203) тарихи дөрөҫлөккә тап килә. Батыршаның төрмәнән аҡ батшаға яҙған биш-алты табаҡ күләмендәге ғәйәт ҙур хаты дәүләт архивтарында һаҡланған. Ғ. Б. Хөсәйенов был хатты XVIII быуат уртаһының ҡиммәтле бер ҡомартҡыһы, үткән замандың тарихын, халыҡтың көнкүрешен, уйҙарын һәм теләктәрен йәнле итеп хикәйәләгән ҙур әҙәби-тарихи әҫәр, социаль-философик трактат тип атай (219, 6).
һуңыраҡ тарихи яҙмаларға, Батыршаның хатына, Башҡортостандың төрлө төбәктәрендәге баш күтәреүселәр хаҡындағы риүәйәттәргә таянып, ғалим-яҙыусы «Батырша» исемле тарихи-биографик китап яҙҙы (Өфо: Китап, 2005).
Әйткәндәй, «Батырша һәм Яныш» риүәйәтендә ентекләп һүрәтләнгән урындағы властарға тоғро старшина Яныш образы ла реаль ерлекле: был исем Батыршаның батшаға яҙған хатында осрай (219, 43—50).
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең ғилми архивында Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылында 88 йәшлек Хәсән Мәүлиевтән 1950 йылдарҙа Ғ. Үмәркәев тарафынан яҙып алынған «Батырша батыр яуы» (203, оп. 12, д. 271, л. 40—41) тигән тағы бер риүәйәт һаҡлана. Ҡыҫҡа һәм схематик характерҙа булыуына ҡарамаҫтан, риүәйәт Батырша етәкселегендәге күтәрелешкә халыҡтың мөнәсәбәтен һаҡлауы менән ҡиммәтле. Яуҙа ҡатнашыусы башҡорттарҙы йыртҡыстарса язалауҙар, башҡорт ауылдарын яндырыу хаҡындағы мәғлүмәттәр реаль ерлекле, улар тарихи документтар менән раҫлана. Текстағы Батыршаны аҫып үлтереү тураһындағы мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тура килмәй: билдәле
251
булыуынса, Батырша 1762 йылдың 24 июлендә Шлиссельбург төрмәһендә бер үҙе баш күтәреп, тиңһеҙ алышта һәләк булған (124, 260).
Башҡорт халҡының милли һәм социаль иҙеүгә ҡаршы булған киҫкен көрәше, азатлыҡҡа ынтылыу идеялары үҙенең юғары нөктәһен 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларын сағылдырған риүәйәттәрҙә18 тапҡан. Был риүәйәттәрҙең күпселеге Емельян Пугачевтың тоғро яуҙашы, ихтилалдың данлыҡлы батыры Салауат Юлаев исеменә бәйле.
Төҙөлөштәре яғынан Салауат Юлаев тураһындағы риүәйәттәр күп төрлө. Мәғлүмәт сығанағы булған, күләме буйынса бәләкәй генә хикәйә-хәбәрләмәләр осрай («Салауаттың әсәһе», «Салауат ғаиләһенең һәләкәте», «Салауат төшө», «Салауат күпере»). Риүәйәттәр, риүәйәт-легендалар араһында сюжетлы хикәйәләр — фабулаттар байтаҡ. Улар, тормошсан йөкмәткеләренә бәйле рәүештә, бер күренешле (эпизодлы) («Салауат һәм Ҡараһаҡал», «Салауат фарманы») йәки бер нисә күренешле була алалар («Салауат менән Балтас», «Салауат батыр тураһында легенда»). Сәсмә тексҡа йыр, күпселек осраҡтарҙа Салауаттың үҙенең йырҙары тип иҫәпләнгән текстар индерелгән риүәйәттәр ҙә осрай. Хикәйәләүгә йыр индереп, уны һөйләүселәр батырҙың шиғри талантын, йырсылыҡ һәләтен күрһәтергә теләгәндер, моғайын.
Салауат тураһындағы халыҡ хикәйәләре тәрән социаль йөкмәткеле, демократик йүнәлешле булыуҙары менән айырылып торалар. Был йәһәттән бигерәк тә «Салауат», «Салауат батыр» исемендәге риүәйәттәр әһәмиәтле, һуңғы әҫәрҙә, мәҫәлән, тире һылтауы менән алдап алынған ергә Ҡырмаһаҡал батшаның хужа булыуы, хоҡуҡһыҙлыҡҡа дусар булған халыҡтың Салауатҡа мөрәжәғәт итеп, уға тылсымлы ҡылыс тапшырыуы, йәш батырҙың илгә ташлаған ораны юғары рухта, ҙур психологик көсөргәнешлек менән бирелә. Герой менән халыҡ берҙәмлеге мәсьәләһенең тәрән мәғәнәле мәҡәл теле менән әйтеп бирелеүе — әҫәрҙең идея- художество ҡеүәһен күтәреү тәңгәлендә уңышлы ҡулланыл
18 Крәҫтиәндәр һуғышына бәйле риүәйәт һәм легендаларҙың тулы йыйылмаһын ҡарағыҙ: ошо китапҡа бирелгән «Библиография» — 256а.
252
ған поэтик алым. Бына ул эпизодтың риүәйәттә бирелеү рәүеше: «...Салауат толпарына һикереп менә лә әйтә:
-
Ир яҙмышы ил ҡулында, ил яҙмышы ир ҡулында. Ҡайҙа халҡым, шунда яҙмышым!—ти.
Атын уйнатып, ҡылысын йәшендәй балҡытып, ҡынынан һурып ебәрә лә, ҡулына күмер киҫәге тотоп, оран һала:
-
Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булайыҡ! Урал урманы беҙгә уҡ менән суҡмар үҫтергән. Урал иле ерен-һыуын яҡлап һу- ғышырлыҡ дәртле ирҙәр үҫтергән. Илде дошманға бирмәйек!
Салауат батырҙың ҡылды ҡырҡҡа ярыр һүҙен ишетеп, бөтә ир заты атҡа менгән, ҡорал таҡҡан. Салауат батырҙың оранын илгә еткереп, бөтә яҡтарға сапҡындар сапҡан...» (55, 198).
«Салауат батыр» риүәйәтенең мәғәнәүи ҡиммәтен арттырған йәнә бер мөһим күренеш — хеҙмәтсән халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге темаһын һыҙыҡ өҫтөнә алыу. Әҫәрҙә ул Салауат менән Бүгәсәүҙең осрашыу картинаһы аша яҡтыртыла. Милли һәм социаль иҙеүгә ҡаршы көрәштә рус хеҙмәтсән халҡы менән бергә сығынт яһауҙың кәрәклеген аңлай алыуы һәм халыҡҡа таянып эш итә белеүе Салауатты башҡа бик күп ихтилал етәкселәренән өҫтөн иткән һәм юғары шәхес дәрәжәһенә күтәргән.
Халыҡтар берҙәмлеге мәсьәләһе «Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып» ҡобайырының сәсмә варианты булған «Салауат телмәре» исемле риүәйәттә айырыуса асыҡ сағыла.
Салауат, хоҡуҡһыҙлыҡҡа һәм йәбер-золомға ҡаршы көрәштә рус халҡы менән берләшеү зарурлығын аңлап, башҡорт ғәскәрен Емельян Пугачев армияһына ҡушылырға саҡыра һәм маҡсатына ирешә. Берсә сәсмә, берсә ҡобайыр рәүешендә бәйән ителгән мөрәжәғәт, ҡулдарына күмер тотоп ант итеү (ул ихтилалдар ваҡытында яндырылған башҡорт ауылдарының билгеһе) — риүәйәттең иң тулҡынландырғыс юлдары: «...Туйҙа, майҙанда көрәшеп кеше йығыу менән генә кеше бәһлеүән булмай. Илен эйәртеп, ил ирке өсөн дошманын еңеп, ил күрке булыу —бына шул була бәһлеүәнлек.
253
Батырмын, тип кем әйтмәй, Яу килгәндә йүне юҡ. Сәсәнмен, тип кем әйтмәй, Дау килгәндә өнө юҡ.
Ялп-йолп иткән ябалаҡ Яҙмышта кемгә юлдаш
булмаған, Бүтәгәләй үлән, буҙ ялан
Кемгә генә түшәк булмаған? Яғаһына ҡош оялап,
Ир башҡорттоң башы Ҡайҙа ятып ҡалмаған? Хахылдап, ҡан төкөрмәй, Үлән түшәп, ит еймәй,
Ҡан күпертеп, һурпа эсмәй, Хәләл ҡаныңды түкмәй, Башҡортҡа тиң ирек буламы?»
Бында шуны ла әйтергә кәрәк. Салауаттың күмер киҫәген тотоп, ат менгән ирҙәргә мөрәжәғәте — яҙма әҙәбиәттә лә киң таралған поэтик алым. Был алымдың халыҡ ижадына әҙәбиәт аша килеп ингәнме, әллә, киреһенсә, фольклорҙан әҙәбиәткәме — хәҙер өҙөп кенә әйтеүе ауыр. Нисек кенә булмаһын, таланған ерҙәр, яндырылған ауылдар фажиғәһен, шул фажиғә фонында бөлгөнлөккә төшкән башҡорттарҙың үҙ ерҙәрен һәм хоҡуҡтарын һаҡлауға булған ҡаҡшамаҫ ынтылышын сағылдырған ғәйәт тәрән мәғәнәле поэтик символ ул.
«Салауаттың Пугачев менән осрашыуы», «Салауат менән Пугачевтың дуҫлашып китеүе» исемле риүәйәттәр ҙә ике халыҡтың дуҫлашыуына мәҙхиә кеүек ҡабул ителәләр, һуңғы риүәйәттә дөйөм маҡсат нигеҙендә килеп тыуған берҙәмлек, дуҫлыҡ мотивы ике шәхестең осрашыуы аша ғына түгел, ә халыҡтарҙың берләшеүе аша сағыла: «...Салауат атлылары Ырымбур эргәһендә батша ғәскәрҙәренә ҡаршы рус казактары менән бергәләп һуғышалар...» (55, 202). «Салауат ғәскәрендә мариҙар», «Юлҡай менән Бәшәрғол» риүәйәттәрендә 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалда башҡорт батыры Салауат оранына ҡушылған мари, сыуаш һ. б. халыҡтар хаҡында һөйләнелә.
Салауат Юлаев етәкселегендәге дәһшәтле күтәрелештә халыҡ массаларының уйнаған ролен һүрәтләүсе риүәйәттәр ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Ғ. Н. Үмәркәев тарафынан Башҡортостандың Балтас районында яҙып алынған материалдар араһында халыҡтың Салауат ғәскәренә ярҙамы, теләктәшлеге хаҡында ғәйәт ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырға була. Бигерәк тә Нөркә ауылы аҡһаҡалы, яуға үҙенең ике улын
254
биргән Муса Ҡәҙермәтовтың исеме ҙур йылылыҡ менән телгә алына унда (203, оп. 12, д. 271, л. 73—74). Был исем 1973 йылда Ғ. Б. Хөсәйенов яҙып алған «Балтас менән Салауат» тигән риүәйәттә лә осрай: «...Салауат килеп осрашҡас та, Нөркәгә бер сапҡын ебәргән. Ауыл халҡы Салауат ғәскәрен хөрмәт менән ҡаршы алған. Шул кисте үк оло яуға мал-тыуар һуйып, һый-хөрмәт ойошторғандар. Быны ауылдың аҡһаҡалы Муса ҡарт башлап йөрөгән...» (55, 204); «...Әй башҡорттары Салауат яуына ҡушылып, азатлыҡ яулағандар. Урындағы халыҡ Салауат ғәскәренә аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән. <...> Ләмәҙтамаҡ ауылында [хәҙерге Мәсетле районына инә] ғәскәргә кәрәк-яраҡ йыйыусы итеп бәһлеүән кәүҙәле көрәшсе Динекәй (Динислам) тәғәйенләнә. <...> Салауат Красноуфимскиға <...> китер саҡта үҙенә ярҙам ҡылған кешеләр менән хушлаша, һәр ҡайһыһына бүләк тапшыра, Динекәйгә биленән көмөш ҡәмәрен сисеп бирә» («Салауаттың Әй буйында булғаны» — 256а, № 79); «Салауат батыр ауылға һис бер зыян-зарар һалмаған. Шуның өсөн уны халыҡ үҙ батыры итеп күргән» («Ҡыйғы ауылы халҡының Салауат яуына ярҙам итеүе»—256а, №85).
«Юлҡай менән Бәшәрғол» риүәйәтендә Табын башҡорттарының яуҙа ҡатнашыуға теләк белдереп, Салауат батырға сапҡын ебәреүҙәр е, аҙаҡ көслө ғәскәр төҙөп, һуғышып йө- рөүҙәре һүрәтләнә. Бында шул уҡ халыҡ менән батыр берҙәмлеге идеяһы алға сығарыла. Ихтилалдың аяуһыҙ баҫ- тырылыуы, яу башлыҡтарын рәхимһеҙ язалау, болала ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре кисергән юғалтыуҙар «Юлҡай менән Бәшәрғол» риүәйәтенең йөкмәткеһенә трагик интонациялар индергән. Бындай ауаздар әҫәрҙә шиғри форма — йырҙар аша еткерелә:
...Дошман яуҙарында һәләк булды Юлҡай менән менгән толпары.
Ай яҡтылары юҡ, ҡараңғы тән,
Ҡалҡмай ҙа шул кисен Өлкәре.
Улын юғалтыуҙан йөрәге әрнегән Бәшәрғолдоң яуҙаштарының күңелен күтәрергә, рухтарын төшөрмәҫкә тыры- шыуын һүрәтләгән юлдар иһә уның көслө ихтыярлы шәхес
255
булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, һәм был образ беҙҙең күҙ алдыбыҙға үҙенең бөтә тулылығында, күркәмлегендә килеп баҫа:
Кармалинкай яға, ай, күк сәкмән,
Килбәтһеҙ ир кейһә, килешмәҫ.
Әҙер булһа ирҙең уҡ-һаҙағы,
Ҡаршы килгән яуға бирешмәҫ.
Дөйөм алғанда, идеяға тоғролоҡ, ҡылған эшеңдең хаҡлығына ышаныу мотивы «Юлҡай менән Бәшәрғол» хикәйәһенең оптимистик асылын билдәләй. Риүәйәт геройының түрәләргә биргән яуабы аша халыҡтың һынмаҫ ихтыяры сағыла. Түрәләрҙең: «Ҡайтып, ҡылған эшегеҙгә тәүбә ҡылығыҙ, беҙ һеҙгә яза бирмәбеҙ», — тигән һүҙенә Бәшәрғол: «Намыҫлы ирҙәр үҙ намыҫында үлергә тейешле... Ҡайтып баш һалыуға ҡарағанда, намыҫ менән үлеү артығыраҡ», — тигән. Риүәйәт бөтөмөнөң Салауаттың батырлығын данлауға арналған «Салауат батыр ир ине лә, /Салауат батыр ир ине. / Маңлайынан ҡан сыҡҡанда, /Тирем сыға, тир ине» тигән ҡобайыр менән тамамланыуы үҙе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Крәҫтиәндәр һуғышына арналған риүәйәттәр араһында шул замандың синфи мөнәсәбәттәре, төрлө синыф вәкилдәренең гражданлыҡ позицияһын сағылдырған сюжеттар бар. «Салауат менән Балтас», «Салауат приказы», «Салауат байҙарға уҫал булған» исемле риүәйәттәр, мәҫәлән, шундай- ҙарҙан. Был риүәйәттәр старшина улы Салауаттың халыҡҡа яҡынлығын, уның хәрби һәм рухи етәксеһе булыуын кәү- ҙәләндереүҙәре менән ҡиммәтле. 1773—1775 йылдарҙағы ихтилал осоронда халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәшен, күтәрелеш етәксеһе Салауат Юлаевтың яҙмышы хәл ителгән үтә яуаплы мәлдә аяуһыҙ мәкерлек күрһәткән Ҡолой Балтасов- тың образын тыуҙырыуҙа риүәйәтселәр үҙҙәренең оҫталыҡтарын йәлләмәгән. Риүәйәттә ул аҫтыртын, хәйләкәр, яуыз, һатлыҡ старшина булараҡ тасуирлана. Себер юлының Ҡа- ра-Табын волосы старшинаһы Ҡолой Балтасов хаҡындағы тарихи материалдар менән халыҡ риүәйәттәре ауаздаш яңғырай. Ҡолойҙоң Әбей батша ғәскәрҙәре яғында көрәшеүе,
256
восстаниела ҡатнашыусыларға ҡарата каратель булараҡ сығыш яһауы, Салауат өҫтөнән биргән доностары һәм яла яғыуҙары кеүек риүәйәт мәғлүмәттәре яҙма документтар (93, 40—43) менән раҫлана.
Салауат менән Балтас хаҡында Ғәбделхай Үмәркәев яҙып алған риүәйәттәр (203, оп. 12, д. 271, л. 19—23) матбуғатта сыҡҡан вариант менән бер юҫыҡта: халыҡтың Салауатҡа булған мөхәббәте, Ҡолойға ҡарата нәфрәте уларҙа етерлек дәрәжәлә аныҡ әйтеп бирелә. Салауаттың батырлығына һоҡланыу, уның ҡылған эшенең хаҡлығына инаныу, геройға һөйөү тойғоһо — Крәҫтиәндәр һуғышы тураһындағы риүәйәттәр өсөн ғөмүмән хас һыҙат.
Риүәйәт-легендаларҙан, риүәйәттәрҙән күренеүенсә, Салауаттың тотолоп һөргөнгә ебәрелеүе19 халыҡтың йөрәгенә уңалмаҫ яра һалып, тәрән поэтик йөкмәткеле әҫәрҙәр ижад итеүгә килтергән: «Салауат батырҙы тотоп, мәңгелек һөргөнгә ебәргәс, бөтә Башҡортостан зар илаған, — тиелә «Ни өсөн тауҙарҙа гәлсәр күп?» тигән бер легендала. — Кешеләр берәмләп тә, бөтә бала-сағалары менән дә, тотош ауылдары менән йәш ҡойған. Күҙ йәштәрен бер-береһенә күрһәтмәҫ өсөн, кешеләр тауҙарға китеп тә ҡайғырышҡандар.
Саф, ҡайнар булған халыҡтың күҙ йәше. Ҡая таштарға тәгәрәп төшөп, хәсрәтле ергә һеңеп, был күҙ йәштәре
19 Тарихи документтарҙан билдәле булыуынса, Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә хәҙерге Салауат районының Ҡаратау урманында подполковник Аршеневский ебәргән поручик Лесковский отряды тарафынан тотолоп, башта Аршеневскийға, аҙаҡ Ҡаҙанға йәшерен комиссия ҡарамағына ебәрелә. Ғилми әҙәбиәттән билдәле булыуынса, Лесковский командаһының авангардын Нугай даруғаһының мишәр старшинаһы Мөҡсин Әбделсәләмовтың һыбайлылары тәшкил иткән. Күп йылдар үткәс, 1791 йыл, шунан 1793 йылда Мөҡсин Әбделсәләмов, офицерлыҡ чинына дәғүә итеп, Екатерина Икенсегә ебәргән прошениеһында: «Төп енәйәтсенең [Пугачевтың] яратҡан яуҙашы башҡорт Салауат Юлаевты тотоп, властарға тапшырҙым», — тип яҙған, ә уның туғаны сотник (йөҙ башы) Йәмғур (Зямгур) шул уҡ ҡәтғилек менән үҙенең башҡорт Салауат Юлаевты тотоуы тураһында хәбәр иткән. Мөҡсин Әбделсәләмов 1773 — 1775 йй. ихтилалға тиклем дә батша властарының каратель отряды составында баш күтәреүселәрҙе эҙәрлекләүҙә ҡатнаша: атап әйткәндә, 1755 йылғы ихтилал етәксеһе Батыршаны тотоп (үҙенең дуҫы
Достарыңызбен бөлісу: |