Башҡорт энциклопедияһы



бет12/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   25
өсөн Ә.Вәлиди һәм арҡадаштары менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштыралар. Улар ярҙамында Ә.Вәлиди "Конкорд клубы” исемле ойошма менән, Франциялағы "Кеше хоҡуҡтарын һаҡлау йәмғиәте” һәм "Котидьен” гәзите мөхәрририәте менән элемтәгә инә. Поляктар уға Германия һәм Полына- ның ”Уфа” исемле кинокомпанияһы менән хеҙмәттәшлек эшен дә тәҡдим итә. Улар был кинокомпанияның эшендә шәреҡ халыҡтарының хәҙергеһенә һәм тарихына ҙур урын бирмәкселәр икән. Уларға Әхмәтзәкиҙәй шәреҡ белгесе бик кәрәк. ”Бик ҡыҙыҡлы тәҡдим ине. Байтаҡ уйландым,

ти ул. — Ниһайәт, шулай яуап бирҙем: ”Мин яҙмышымды, бер яҡтан, ғилемгә, икенсе яҡтан, милләтемдең хоҡуҡтарын яңынан үҙ ҡулына тапшырыу өсөн көрәшкә бағышлағанмын. Хәҙер кинокомпания эшенә ҡатнашһам, ’’Вәлидов артист булған” тип һүҙ сығарырҙар һәм көрәшебеҙгә ҡаршы өгөт башларҙар. Шуға риза була алмам”.

Ысындан да, эмиграцияла азатлыҡ өсөн көрәште ойоштороп ебәреү, берҙән, үҙе бер бик мәшәҡәтле эш булһа, икенсенән, шул уҡ шәреҡ эмигранттары араһында үҙ-ара ҡаршылыҡлы ҡараштар йәшәүе быға үҙе бер етди тотҡарлыҡ ине. Хатта төркөстанлылар араһында бәғзеләре ”бер башҡорттоң рәйес булып йөрөүе үзбәктәргә шөһрәт өҫтәмәй” кеүегерәк һүҙ таратыуҙары ла юҡтан түгел. Быны Ә.Вәлидиҙең Рәсәй мосолмандары съездарында уҡ унитари- стик йүнәлеш алған Ғаяз Исхаҡи, Садри Маҡсуди, Ғүмәр Тереғолов кеүек эмигрант татар оппоненттары тағы ҡуйырталар ине. Аптырағас, Ә.Вәлиди, 1924 йылдың 13 ноябрендә ’’Төркөстан Милли Берлегенең Төркөстан тышындағы ағзаларына” тигән баш аҫтында 8 битлек мөрәжәғәт яҙып, рәйеслеккә башҡа берәүҙе һайлауҙы тәҡдим итә.

Шул айҙың аҙағында Берлинда Төркөстан Милли Берлегенең конгресы йыйыла. Берлектең рәйесе Ә.Вәлидиҙең тәҡдиме менән йыйыла был асылда. Конгресҡа Париждан Мостафа Чокай, Будапешттан Ғәлимйән Таған да килә.

Был кескәй форумда эмиграция шарттарында Төркөстан Милли Берлегенең торошо һәм алдағы пландары тикшерелә. Әүәле административ-территориаль яҡтан бөтөн булған Төркөстанды Совет хөкүмәтенең Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм Тажикстан тигән йөмһүриәттәргә бүлгеләүе айҡанлы, был хәлдең төрки

178




халыҡтары берлегенә ҙур зыян килтерәсәге хаҡында ҡарарҙар ҡабул ителә. Төрки әҙәби тел мәсьәләләре хаҡында фекер алышыуҙар була. Конгресс ҡарарҙары Төркиә, Иран, Афғанстанда һәм Төркөстандың үҙендә йәшәгән ватандаштарына ебәрелә. Конгресс Ә.Вәлидиҙең рәйеслегенә, ғөмүмән, был һәләтле сәйәсмән һәм ғалим тирәһендә һүҙ ҡуйыртыуға бәйле рәүештә мәсьәләне тикшереп, сәйәси оппоненттарҙың тыҡшыныуын хөкөм итә һәм рәйесте үҙ урынында ҡалдыра.

Шул уҡ Берлинда 1925 йылдың майында Төркөстан Милли Берлегенең сит илдәге икенсе конгресы ла булып уҙа. Унда шулай уҡ мөһим көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә, ҡарарҙар ҡабул ителә.

Биш айға һуҙылған Берлин осоронда Ә.Вәлиди шаҡтай актив сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Төрлө партия вәкилдәре, эмигранттар менән көндәлек элемтәләрҙән тыш, ул партияларҙың йәки берекмәләрҙең конференцияларында ҡатнаша, сығыштар яһай.

Рәсәй инҡилапсы социалистарының 1924 йылдың 24-25 декабрендә Берлинда үткән конгресында Ә.Вәлидиҙең ’’Большевизм аҫтында социализмға” тип исемләнгән сығышы эмигрант социалистар һәм төрлө ҡараштағы партия ағзалары араһында хуплау менән ҡаршы алына. Унда, докладсы үҙе әйтеүенсә, социализм байрағына ышыҡланған урыҫ коммунистарының ғәмәлдә капиталистарҙан уҙҙырған империалист булыуҙарын, ә Төркөстанда баҫмасыларҙың халыҡ азатлығы өсөн көрәшен иҫбат итергә тырыша, бөтә донъя һул социалистарының, колония халыҡтарының инҡилапсылары менән аңлашып, эш берлегенә ирешергә тейешлеген, III Интернационалды артта ҡалдырып, IV Интернационал төҙөргә кәрәклеге хаҡында һөйләй. Был телмәрҙе аҙаҡ һул эсерҙар — үҙҙәренең ’’Знамя борьбы” журналында (1925 йыл, 9—10-сы һандарҙа), немец социалистары ’’Klassenkampf” гәзитендә баҫып сығаралар.

Ғөмүмән, Әхмәтзәки Вәлиди Европалағы эмиграция осоронда үҙ күҙәтеүҙәре һәм сәйәси әҙәбиәттәрҙе уҡыу нигеҙендә тыуған азатлыҡ өсөн көрәштең яңы шарттарҙағы үҙгәреше һәм социализм хаҡындағы ҡараштарын Төркөстанда, Төркиәлә, Францияла, Иранда, Афғанстанда йәшәгән иң яҡын аркадаштарына яҙған һәм ышаныслы кешеләр арҡыры тапшырылған сәйәси хаттарында тағы үҫтерә бирә.

179


’’Социализмды, һәр милләттең үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп, барлыҡҡа килгән милли ойошмаларҙы Рәсәй күләмендә берләштергән демократик федерация сифатында күҙ алдына килтерә инек. Диктатура тәртибенә ҡәтғи рәүештә ҡаршы сыҡтыҡ. Рәсәй коммунистар партияһы иһә бөгә Рәсәй күләмендә империалистик социализм сәйәсәте алып барҙы. Ул саҡта РКП үҙәге үҙҙәренең өгөт эшендә ярҙамсы сифатында Мәскәүҙә Мосолман мәркәзе ойошторорға рөхсәт бирҙе, әммә вилайәттәрҙә филиалдар булдырырға юл ҡуйманы. 1919 йылда Төркөстанда социализм идеяһы киң таралды, ә социалистик булмаған партиялар төҙөүгә бер ниндәй форсат бирелмәне, тыйылды.

Беҙ сит илгә сыҡҡас та мәмләкәт эсендәге эштәргә милли социалистик партиялар аша тәьҫир итербеҙ, тип уйланыҡ. Ысынлап та, был әле булһа мөмкин. 1920 йылда партияның программаһын (бында ’’Ирек” партияһы тураһында һүҙ) Рәсәй шарттарына яраҡлаштырып төҙөнөк һәм, сит илгә килгәс тә, уны үҙгәртергә кәрәк, тип тапманыҡ”, — ти Ә.Вәлиди Парижға Мостафа Чокайға яҙған хатында, үткәндәргә күҙ ташлап.

Мин социализмды бер тәғлимәт сифатында күҙ алдына килтерәм. Герцен, Чернышевский, Маркс, Плеханов, Ленин, Чернов әҫәрҙәрен ентекләп өйрәндем. Фәнни социализм мәмләкәтебеҙ тарихын яҙғанда материалистик ҡараш системаһын ҡулланырға ярҙам итәсәк, ләкин был тәғлимәттең башҡа яҡтарын Төркөстанда тормошҡа ашырыу мөмкинлеге юҡ. Әммә демократияны нигеҙ итеп, эволюцион үҫешкә инанған социализм тәғлимәте милли һәм мосолманлыҡ фекерҙәре менән берләшһә, Төркөстанда киң халыҡ ҡатламдарына тәьҫир итә аласаҡ. ’’Ирек” тик Төркө- станға хас партия”, — ти әлеге хатында Ә.Вәлиди социализм тураһындағы фекерҙәре хаҡында.

Быға бәйле шундай маҡсатты билдәләй: ’’Бөйөк дәүләттәрҙең империалистик, диктаторлыҡ социализмына алданмай, инсандарҙың һәм милләттәрҙең хоҡуҡтарын һәм ихтыярын сикләүгә юл ҡуймаусы, милли азатлыҡҡа һәм демократияға тоғролоҡ һаҡлаусы социализмға ынтылыу”.

һәр хәлдә, беҙ халҡыбыҙҙы бер милләт һәм бер дәүләт итеп йәшәтеү өсөн бөтә ғәйрәтебеҙҙе түгергә тейешбеҙ. Киләсәк — демократик социализм принцибын ҡабул иткән алдынғы милләтселек ҡулындалыр, тип уйлайым”, — ти Ә.Вәлиди ышаныс менән.

180




Йыйып әйткәндә, Әхмәтзәки Вәлиди эмиграция башында ике йыл самаһы Иран, Афғанстан, һиндостан, Франция һәм Германия илдәрендә булған осоронда күп көнө дәүләт һәм йәмәғәт, партия вәкилдәре менән һөйләшеү, сәйәси конференцияларҙа һәм конгрестарҙа ҡатнашып, социалистик әҙәбиәтте уҡыу аша Совет Рәсәйенең сәйәсәте нигеҙендә социализм идеяһы, милли азатлыҡ өсөн көрәштең яңы этабына ҡарата мәғлүм ҡараштары формалаша. Ул үҙен ҡатмарлы тарихи-сәйәси шарттарҙа, төрлө партиялар көрәше эсендә сәйәси ағымдарҙы, ижтимағи ҡараштарҙы тәнҡит күҙенән кисереп аңлар һәм хәрәкәт итер ысын сәйәсмән итеп таныта.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең Көньяҡ Азия аша Көнбайыш Ев- ропаға килеүе — яңынан фәнгә килеү юлы ла. Ул үҙе лә: ’’Рәсәйҙән ҡасып, Европаға килеүем ғилми сәйәхәткә әүерелде”, — ти. Ул гүйә, илдән-илгә күсеп, ғилми экспедициялағы кеүек, үҙ фәне өсөн материалдар йыйып һәм өйрәнеп йөрөй, күренекле ғалимдар менән осраша һәм кәңәшләшә. Был айырыуса Парижда һәм Берлинда йәшәгәндә интенсив төҫ ала.

Ғалим — ғалимдың көҙгөһө: Азияла һәм Европала сәйәхәт дәүерендә генә лә Ә.Вәлиди донъя күләмендә исемдәре танылған әллә нисә ғалим менән танышып һәм дуҫлашып өлгөрә.

Шуларҙың бер күренеклеһе — француз шэреҡсеһе Габриель Ферранд. Ул ғәрәп һәм фарсы телдәрен яҡшы белә. Ғәрәп илдәре географиялары һәм тәржемәләр менән шөғөлләнә. Ә.Вәлиди был ғалим менән бик тиҙ уртаҡ тел таба һәм дуҫлаша. Г.Ферранд уға Ибн-әл-Фаҡиһ, Ибн Фадлан һәм Әбү-Дулаф әҫәрҙәрен нәшер итергә тәҡдим яһай.

Атаҡлы француз ғалимдарынан тағы профессор И.Ден- ди, Готхиот, Поль Пеллио кеүек шәрҡиәтселәр менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Париж Милли китапханаһының Шәреҡ бүлеге мөдире ғалим Е.Блоше менән дуҫлаша. Рәсәйҙә йәшәгән француз ғалимы Иосиф Кастанье менән Парижда яҡындан таныша. ”Ул мине тере китапхана һәм сығанаҡтар белгесе” күреп, үҙенә күп мәғлүмәт алып ҡалырға тырыша ине, ти Ә.Вәлиди уның хаҡында.

Француз ғалимдары Ә.Вәлидиҙе Парижда ҡалырға димләйҙәр. "Пеллио, Ферранд, Готхиот һәм Дениҙың тәҡ

181




димдәрен ҡабул итһәм, Парижда ҡалып, француз ғалимдары даирәһенә ҡушылыу мөмкинлеге асыла ине”, — ти үҙе.

Шул уҡ Парижда Ә.Вәлиди атаҡлы инглиз археологы сэр Аурел Стейн менән осраша, ғилми дуҫлыҡ урынлаша. Ә был инглиз ғалимы уны Англияға саҡыра, һуңынан улар Вена ҡалаһында ла күрешәләр. Урыҫ ғалимдары Минор- ский һәм Брутскус менән дә Парижда танышалар.

Парижда тығыҙ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек урынлаштырған ғалимдарҙан ирансы Мырҙа Мөхәммәт Казвини булғандыр, моғайын. Казвини йортонда ул Ирандың баш вәкиле Мөхәммәт Фуруги һәм Лондондағы Шәреҡ телдәре мәктәбе мөдире сэр Денисон Росс менән күп тапҡырҙар осраша. Был заттар Ә.Вәлидиҙе йәнә Европаның шәреҡте өйрәнеүсе байтаҡ ғалимдары менән таныштыра. ’’Ҡыҫҡаһы, Парижда ла, Лондонда ла фәнгә юл асылды. Бөтә был танышлыҡ һәм бәйләнештәр ете аҙна тирәһе ваҡыт эсендә иҫ киткес тиҙлектә барлыҡҡа килде”, — тип хәтерләр Ә.Вәлиди быларҙы "Хәтирәләр”ендә.

Парижда сағында Вәлиди Азия йәмғиәте, Франция География йәмғиәте йыйылыштарында ҡатнаша, Сорбонна университетында үҙен ҡыҙыҡһындырған бер нисә лекция тыңлай. Үҙе 8 февралдә Азия йәмғиәтендә "Мәшһәд һәм Ҡабулда тапҡан яңы ҡулъяҙма әҫәрҙәр” тигән темаға ғилми доклад яһай. Урыҫса яҙылған был докладты синхрон рәүештә профессор Дени французса тәржемәлә уҡый. Үҙе тапҡан Ибн Фадландың ҡулъяҙма сәйәхәтнамәһе, һират ҡалаһы тураһындағы әҫәр, Тимерҙең Зарафшан йылғаһынан сығарған каналдар буйынса күскенселәр урынлашыуы хаҡындағы яҙмалар, Ҡабулда тапҡан миниатюралар, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр билдәһеҙ ҡала килгән фарсы телендәге Шуара ҡулъяҙмалары тураһындағы мәғлүмәттәр һәм шулар нигеҙендә яһаған фәнни фекерҙәре Европа шәркиәт- селәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Монсеньор Фер- нард, Пеллио, Блоше, Бенвенист, Бобе һәм башҡа ғалимдар бер-бер артлы төрлө һорауҙар бирәләр, аҙаҡ бер нисәһе хуплап фекер алышыуҙа ҡатнашалар. ’’Аҙаҡ ’’Азия” журналында докладымдың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе баҫылғас, был сығыш минең Европа шәреҡселәре араһына инеүемә сәбәпсе булды”, — тип яҙҙы үҙе.

Парижда булыуҙарынан файҙаланып, Әхмәтзәки менән Фәтхелҡадир Франция Милли китапханаһының Шәреҡ бүлегендә донъяла берҙән-бер данала һаҡланған ҡиммәтле ҡулъяҙмаларҙы мөмкин тиклем күсереп алырға тырыша

182




лар. Шулай ғәрәпсә һәм фарсыса булған, үҙҙәре бик ҡыҙыҡһынған ҡулъяҙмаларҙы күсереп алалар. Ғәрәп географтарынан Шәриф Идриси әҫәренең Урта, Көньяҡ һәм Көнсығыш Азияға ҡараған өлөштәрен Ә.Вәлиди хазина тапҡандан да былай күреп күсереп ала. Бындай күсермәләр уларға фәнни эштәрендә аҙаҡ иң мөһим сығанаҡтар булып хеҙмәт итәсәк.

Француз ғалимдары менән осрашып һөйләшеү йыш ҡына ғилми мәжлес рәүешенә әйләнеп китә торған була. Үҙе иҫкә алыуынса, мәҫәлән, мырҙа Мөхәммәт Хан йортонда булған шундай мәжлестә инглиз ғалимы сэр Денисон Росс, Ә.Вәлидиҙе һынамаҡ булып, күрәһең, ’’Ислам тарихында билдәле иң хикмәтле һүҙҙәрҙең ҡайһылары диҡҡәтегеҙҙе нығыраҡ биләй?” тигән һорауына башҡорт ғалимы хәдистәрҙән Мөхәммәт Пәйғәмбәр һүҙҙәрен, әл-Бируни, Ибн Мискавейк, Йәләлетдин Руми, Абдрахман Жәми, Ғәлишир Науаи әҫәрҙәренән хикмәтле һүҙҙәрҙе яттан һөйләүе мәжлестәге ғалим-ғөләмәнең һәммәһен дә хайранға ҡалдыра. һорау биргән ғалим шуларҙан ҡайһы берҙәрен үҙенә иҫтәлек итеп яҙып биреүен үтенә хатта. Аҙаҡ ишетеүенсә, сэр Росс уларҙы Лондонда сыҡҡан ’’Азия” журналында бер мәҡәлә рәүешендә ойоштороп баҫтырып та сығарған икән.

Хикмәтле һүҙҙәрҙең бер хикмәте шәхестең рухи байлығын һәм зиһен ҡеүәһен билдәләшеүҙә лә. Шәреҡ кешеһе, башҡорт тоҡомо Әхмәтзәки Вәлиди менән аралашыуҙа быны ла ғәмәлдә күрә һәм таный Европа ғалимдары. Ғалим да ғалимды йыраҡтан һәм яҡындан таныр.

Париждағы Мырҙа Мөхәммәт Казвини һәм Берлиндағы Такизада, Ә.Вәлиди үҙе яҙғанса, уны Европала ла, Иранда ла ғалим-ғөләмәләр менән таныштырышкан заттар ине.

Берлинға килгәс тә, Әхмәтзәки Вәлидигә был йәһәттән киң юлдар асыла.

’’Берлинда танышҡан тәүге заттар Иран зыялыһы Сәйет Хәсән Такизада менән Әзербайжан Кязимзада булды”,

ти хәтирәләрендә. Такизада — Берлинда шәреҡ китаптарын туплаған күренекле ғалим. Унан Ә.Вәлиди бик күп файҙалана. Такизада аша Берлин китапханаларында ир- кенләберәк эшләргә киң юл таба.

һөсәйен Кязимзада иһә — Германияла уҡыған һәм шунда йәшәгән мөхәррир. Берлинда ’’Ираншәһр” исемле журнал сығара. Кешеләргә ярҙамсыл һәм киң күңелле зат.

183




Әхмәтзәки Вәлидиҙең Берлинда танышҡандары һәм дуҫлашҡандар араһында ғалимдар һәм сәйәсмәндәр ҙә байтаҡ булды. Шундайҙарҙан немец ғалимдарынан иң беренсе сиратта профессор Эдвард Захау, Теодор Нельдеке, Андреас Мордтман, Ф.В.К.Мюллер, фон Ле Кок һәм Йозеф Марквард исемдәрен телгә алырға кәрәк.

Профессор Захау — әл-Бируниҙы донъяға танытҡан атаҡлы ғалим. Уның менән ғәрәп телендә әл-Бируни хаҡында ла фекер уртаҡлашыуҙары — үҙе бер мәктәп.

Ф.В.К.Мюллер — Төркөстанда археографик тикшеренеүҙәр үткәргән, төркисә, уйғырса, соғдса һәм башҡа телдәрҙәге ҡомартҡылар менән шөғөлләнгән ҡарт ғалим. Уның менән был әлкәләрҙә бик күп уртаҡ тел табалар. Ошо һөйләшеүҙәрҙән һуң Ә.Вәлиди Ирандағы харәзм теле хаҡында Лейпцигта сыҡҡан ’’Исламика” журналында үҙенең бер мәҡәләһен баҫтыра.

Эрнст фон Ле Кок Германия этнография музейының мөдИре ине. Ул Франциянан килгән сәйәси эмигрант. Көнсығыш Төркөстанда археографик эҙләнеүҙәр үткәргән һәм алып ҡайтҡан сәнғәт, архитектура ҡомартҡыларынан музей ойошторған. Уйғырса бер нисә боронғо ҡулъяҙма китап тапҡан. Ә.Вәлиди уға ҡулъяҙмаларҙы асыҡлауҙа ярҙам итә.

Пруссия Дәүләт китапханаһының шәреҡ бүлеге мөдире профессор Вайядың үтенеүе буйынса Ә.Вәлиди эстәлектәре билдәһеҙ булған шәреҡ ҡулъяҙмаларының каталогын төҙөү эше менән шөғөлләнеп ала.

Профессор Марквард — классик телдәр, боронғо Иран пехлеви теле белгесе һәм Серияны өйрәнеүсе. Ҡыпсаҡтар тарихы буйынса ҙур әҫәр баҫтырып сығарған. Был немец ғалимы Ә.Вәлидигә ’’Көнсығыш Европа һәм Көнсығыш Азия хаҡында тикшеренеүҙәр” һәм ҡомандар тарихы буйынса ике бик әһәмиәтле әҫәрен бүләк итә. Нәҡ ошо улар килгән көндәрҙә баҫылып сыҡҡан ’’Төньяҡ мәмләкәттәр хаҡында мосолман хәбәрҙәре” исемле хеҙмәтендә ”бер башҡорт бик мөһим сығанаҡтар тапҡан” тип Ибн Фадлан, Ибн Фәҡиһ хаҡындағы табыштары менән Ә.Вәлидиҙе телгә алған.

Андреас Мордтман, Теодор Нельдеке кеүек атаҡлы немец ғалимдары менән аралашыу ҙа ике яҡ өсөн фәнни йәһәттән күп нәмә бирә. Был ғалимдарҙың барыһы ла тиерлек Ә.Вәлидиҙе Германияла ҡалып, шәреҡ ғилеме менән бергәләшеп шөғөлләнергә димләйҙәр.

184


Кембридж профессоры Эдвард Браун, Парижда сэр Денисон Росс менән икеһе Ә.Вәлидиҙе Кембриджға саҡыралар. Йәғни, ул үҙе әйткәнсә, шәреҡ телдәрен белеүе уға Европала ҡалып эшләү мөмкинлеген аса ине. Төркөстан менән шөғөлләнеүсе Йозеф Кастанье Ә.Вәлидиҙе хәҙерге ислам тәғлимәте буйынса ’’Көнсығыш мосолмандар журналы” исемле периодик баҫмаға йәлеп итергә теләне.

Берлинда йәшәгәндә Ә.Вәлидигә СССР Фәндәр Академияһы менән бәйләнеште юлға һалырға ла мөмкинлектәр тыуа. Мәшһәдтә тапҡан Ибн Фадлан, Ибн Фаҡиһ һәм Әбу Дулаф ҡулъяҙмалары хаҡындағы мәкәләһе СССР Фәндәр академияһы журналында урыҫ телендә донъя күрә. Бар- тольдтан, Самойловичтан һәм Крачковскийҙан артабан да ғилми журналдарға мәҡәләләр ебәрә тороуын һорап хаттар килә. Берлинға фәнни эш менән килгән фин ғалимдары менән осрашып, төркиәт ғилеме әлкәһендә элемтәгә инә.

Парижда һәм Берлинда ошолай төрлө ил шәрҡиәтсе ғалимдары менән фәнни бәйләнеш урынлаштырыу менән бергә, Әхмәтзәки Вәлидигә артабан ҡайҙа төпләнеп эшләү мәсьәләһен бик һуҙмай хәл итергә кәрәк ине. Тәкдим- дәрҙән ҡайһыһын һайлау отошлораҡ буласаҡ? Берлинда ҡалырға, Лондонға барырға саҡырыуҙар ҙа ымһындырғыс: ҙур фәнни үҙәктәр, шәрҡиәт йүнәлеше үҫеп бара, ҡулъяҙма, һирәк баҫма фондтары бай. Мәгәр шәреҡте шәреҡ илдәрендә өйрәнеү уңайлыраҡтыр.

’’Ләкин ваҡытында Ҡабулда ҡабул иткән ҡарар буйынса, Төркиәлә ерләшеүебеҙҙе маҡсатыбыҙға ярашлы, тип тапҡанлыктан, шул уҡ ваҡытта шәреҡте өйрәнеүсе ғалимдар менән элемтәбеҙ етди төҫ ала башлағанлыктан, Төр- киәгә килеп йәшәү мөкинлеген ентекләп өйрәнә башланым”, — ти Ә.Вәлиди үҙе. Был мәсьәләне нәҡ шул планда хәл итеүҙә Төркиәнең элекке мәғариф вәкиле доктор Риза Нур бейҙең Берлинға килеүе мөһим роль уйнаны. Риза Нур бей — үҙе төрөк тарихы һәм этнографияһы буйынса белгес, төрөк тарихынан бер нисә том әҙерләгән автор. Ул төрлө урынға саҡырыуҙарҙы ситкә ҡуйып, Төркиәгә килеп төпләнергә, сәйәси эштәрен бүтән кешеләргә тапшырып, башлыса ғилем, төрөк тарихы менән шөғөлләнеүҙе тәҡдим итте. Уның тәҡдиме хатта бик ҡәтғи һәм нигеҙле ине. Шуның артынса Төркиә мәғариф министрынан рәсми саҡырыу ҡағыҙы, профессор Фуат Көпрүлү менән Йософ Аҡсура бейҙән хаттар килеп төштө. ’’Үҙем йәрәбә ташланым —

185




Төркиә сыҡты”, — ти Ә.Вәлиди. Шулар Төркиәгә китеп эшләүҙе һәм йәшәүҙе тамам хәл итте. Өҫтәүенә Берлинға килеп нигеҙләнгән Ғаяз Исхаҡи, Фуат Туҡтар ише татар унитаристарының Әхмәтзәки Вәлидигә Көнбайыш Европа- ла тыныс йәшәргә һәм эшләргә һис мөмкинлек бирмәйә- сәктәре лә бер сәбәп ине. Сит илдәрҙәге төрлө йыйылыш йәки конференцияларҙа унитаристар менән федералистарҙың фекер көрәше һаман киҫкен һәм дорфа формалар алып дауам итә ине. Был тыу бейәнән тыумаҫ ҡолондо бүлешеү менән бер ине. Ошо уҡ татар мөһажирҙары Сыңғыҙ хан тарафынан нигеҙләнгән уртаҡ төрки-монгол дәүләтен татар дәүләте, Сыңғыҙҙы татар ҡаһарманы тип дәғүәләшеп үҙҙәренә буш ҡыуыҡ шөһрәт эҙләнеләр. Ә.Вәлиди һәм уның арҡадаштары, фекерҙәштәре менән төрлө интригалар, талаш сығарырға маташтылар.

1925 йылдың 12 майында, тейешле визаларын алып, Әхмәтзәки Вәлиди менән Фәтхелҡадир Сөләймән дуҫтары һәм яҡын таныштары оҙатып ҡалған Берлин вокзалынан Истанбулға ҡарай юлға сығалар. Тимер юл маршруттары Чехословакия, Венгрия һәм Румыния илдәре, Прага, Будапешт, Бухарест, Констанца ҡалалары аша. Прагала улар Рәсәйҙә граждандар һуғышы ваҡытында берлек тапҡан че- хословактар легионы етәкселәренән Богдан Павлу, доктор Потейдел һәм башҡалар менән ’’Чехословакия легиондары үҙәге”ндә осрашалар. 14 майҙа Будапешт вокзалында иһә уларҙы төрөк Хөсәйен Намык Оркун, мадьяр турансыһы табип Баратуши, профессор Гофти Иштван һәм яҡташтары Ғәлимйән Таған ҡаршылай. Европа буйлап сәйәхәттәрен яңынан дауам иткән юлсыларыбыҙ Будапештта туҡталған ике көн эсендә байтаҡ иҫтәлекле урындарҙы ҡарарға, мадьяр ғалимдарының ҡайһылары менән осрашырға өлгөрәләр. Мадьяр Фәндәр академияһының китапханаһында булалар. Баратоши Ә.Вәлидигә Туран ҡәүемдәре тарихы һәм этнографияһы тураһында 12 томлыҡ әҫәрен бүләк итә. Бынан 22 йыл элек Башҡортостанда экспедицияла булған, Ә.Вәлидиҙең атаһы менән осрашҡан, риүәйәттәр яҙып алған этнограф ғалим Месарош менән күрешәләр. Ул башҡорттар' ауыҙынан яҙып алынған бик ҡыҙыҡлы Уғыҙ дастанын уҡып ишеттерҙе. Профессор Немет Дьюра менән дә гел фәнни мәсьәләләр буйынса һүҙ алып барҙылар. ’’Туран” йәмғиәтендә булалар. Юлсы ҡунаҡтар үҙҙәре гүйә ғилми сәфәрҙә йөрөйҙәрме ни.

186




Кисен дуҫтары, Ғәлимйән Таған менән ресторанда ултыралар. Ә.Вәлиди үҙе яҙыуынса, төнөн ҡунаҡханаға ҡайтҡанда, урамда өсәүләп башҡортса йырлап, Будапешт халҡын күңелгә яҡын моңдары менән хайран ҡалдыралар.

18 майҙа Бухарестта булып, киләһе көнөндә Констан- цала туҡталалар. Ғабдулла әфәнде тигән таныштарында мосафир булып, нуғай ауылдарынан саҡырып килтерелгән бер-ике сәсән телле кешеләрҙән нуғай риүәйәттәрен, йырҙарын тыңлайҙар. Нуретдин исемле дастансыһы Сура батыр, Иҙеүкәй һәм Ураҡ, Мамай хаҡындағы дастандарҙы һөйләп ишеттерә. Мосафирҙар үҙҙәре, нуғай табындаштарына нуғай халҡының боронғо тарихы, ырыуҙары тураһында ғилми әҙәбиәттән белгәндәрен һөйләп, үҙ сиратында һоҡланыу уяталар. Юлсы ҡунаҡтары үҙҙәре аяҡлы тарихсы, имеш.

’’Ғәмәлдә, 1925 йылдың май айында ике көнгә туҡта- лыуым ундағы нуғай һәм татарҙар менән туғандарса бәйләнешкә инеү менән тамамланды”, — тиер Ә.Вәлиди хәтирәләрендә. Бының менән ул шуны күҙ алдында тота: Нәфисә менән кире ҡауышыу мөмкинлеге бөткәс, Ә.Вәлиди икенсе тапҡыр әйләнергә тейешле булыр. Өйләнгән икенсе кәләше ошо Румын нуғайҙары араһынан булып сыға. Ул аҙаҡ Едисан ырыуынан булған Ғүмәр Уңғар ағаның, Бухарест университетында тарих өйрәнеп, докторлыҡ дәрәжәһе алыу өсөн Истанбул университетына килгән Нәзмиә исемле ҡыҙына әйләнер. ’’Йәғни был әйләнеү ту- ранан-тура Әстрхан, Хива (Чинбай), Констанца нуғайҙары менән танышыу һөҙөмтәһендә, уларҙың дастандары уятҡан хистәр йоғонтоһо аҫтында тормошҡа ашты”, — тип ебәрә Ә.Вәлиди.

20 майҙа пароход Ҡара диңгеҙ буйлап Босфор боғаҙы, Мәрмәр кескәй диңгеҙе аша, ниһайәт, Истанбулға килтерҙе һиндостандан Европа аша оҙон сәфәрҙәге мосафирҙарыбыҙҙы. Башта үтешләй визит бирмәгән Истанбул, был юлы визитлы, ваҡытлы төрөк паспортлы пассажирҙарыбыҙҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршылар кеүек ине.

Иртәрәк ҡыуанғандар икән шул, рәсми саҡырылып килеп тә, тағы тотҡон хәленә ҡала яҙмаһындармы. Үҙҙәренә кафил, йәғни залогҡа алғандай, Төркиә граждандарынан кемдер үҙ ышанысына алырға тейеш, имеш. Килмешәктәрҙе ҡайҙа ла нисектер барыбер ҡырын, ҡыйырһытып ҡарайҙарҙыр инде. Ярай, хәйерлегә булһын.

187




Әхмәтзәки Вәлидиҙең дә, кафилға алған дуҫтары ярҙамында Төркиә еренә ныҡлап аяҡ баҫып, уны үҙ иттерәһе, ысын мәғәнәһендә кемлеген таныттыраһы бар икән әле.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет