Башҡорт энциклопедияһы



бет10/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   25
өсөн: ”Был физика мәсьәләһе, мин бары тик математик” , — тип тура яуаптан ситләшкән. Йәғни бер үк ваҡытта ул дипломат та. Йәләлетдин Руми ҙа бик күп нәмәләр белгән. Уның уйынса: ’’Күңел күрәҙәлеге — илаһи рухтың ҡолағы. Күңел күрәҙәлеге нимә ул? Хистең тәрәнгә йәшеренгән урынынан фекер әйтеү тигән һүҙ”, йәғни тәңре, ту- ранан-тура пәйғәмбәрҙең иң нескә хистәренә мөрәжәғәт итеп, уға үҙ фекерен еткерә. Быны тәңре Ябраил ярҙамында эшләнгән эш кеүек күрһәтер.

Юғары инсан башҡалар ауыр аңларҙай мәҙәниәт мәсьәләләре хаҡындағы үҙ төшөнсәләрен тирә-яҡтағы кешеләрҙе өркөтмәҫлек һүҙҙәр ҡулланып аңлатыр һәм үҙе йәшәгән мөхиткә файҙалы булырға тырышыр. Мәҫәлән, әгәр ҙә һеҙ кешеләрҙең ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата урынһыҙ рәүештә ризаһыҙлыҡ күрһәтһәгеҙ, уларҙы үҙегеҙҙән биҙҙерер инегеҙ. Шуға күрә Руми: ”Мин Ҡөрьәндең елеген һурам, кимектәрен эткә атам”, — ти. Ләкин Руми беҙҙе был ’’елек” менән генә туҡламай, ”кимек’’тәрен дә тәшкил иткән риүәйәттәрҙе, әкиәттәрҙе, хикәйәттәрҙе аңлатып та, халыҡҡа файҙа эшләй”.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең Көнсығыш классик әҙәбиәте һәм мәҙәниәте миҫалында, атап әйткәндә, йәнә Румиҙың поэтик Ҡөрьән, фарсы шиғри энциклопедияһы тип йөрөтөлгән ’’Мәҫнәүи” китабы нигеҙендә ана шулай үҙенең философик һәм эстетик ҡараштарын асыҡ һәм мәғәнәле итеп әйтеп биреүе күренә.

Төркөстан халыҡтарының әҙәбиәте, сәнғәте һәм мәҙәниәте менән Ә.Вәлиди ошо осор эшмәкәрлеге йылдарында яҡындан таныша. Уларҙың тарихы, айырым ҡомартҡылары буйынса мәғлүмәттәр туплап йөрөй, бигерәк тә Ғәлишир Науаиҙың тәржемәи хәленә һәм ижадына күңелен бағлай.

Үҙ заманындағы әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренән, артабан күренекле әҙиптәр һәм сәнғәткәрҙәр булып китер үзбәк шағиры Сулпан, ҡаҙаҡ яҙыусыһы Мөхтәр Әүәзов, ҡаҙаҡ шағиры һәм артисы Динше, тажик яҙыусыһы Садретдин Айни менән тығыҙ аралаша, әҫәрҙәре менән таныша, шиғырҙарын тыңлай, Төркөстан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте хаҡында осрашҡан һайын фекерҙәр алыша.

Шуныһын да әйтергә кәрәк, Әхмәтзәки Вәлиди тәрән хисле, эстетик зауыҡлы шәхес кенә түгел, шиғриәтле на

150




тура ла. Боронғо башҡорт йырҙарын, ҡурайын ярата, үҙе лэ йырға эүәҫ. Хисләнеп киткәндә үҙе лә шиғырҙар яҙып ташлай, үҙенә күңел йырҙары сығара. Ул, өҫтәүенә, мал йәнле кеше. Ат уның өсөн йән юлдашы.

Бер саҡ гел менеп йөрөгән Бурыл атының эйәрҙән һырты сейләнгәс, дауалау өсөн эт тиҙәген йыя. Быны күреп Нәфисәһе былай ти: ”Бер ҡарағанда, һин, бөтә Төркөстан- ды ҡотҡармаҡ булып сикһеҙ мәмләкәттең төрлө яғына еләһең, милләтте арҡанлап һөйрәкләйһең. Икенсе ҡарағанда, аттың арҡаһындағы яраны төҙәтәм тип, үлән араһынан эт тиҙәге йыйып, яулығыңа төрөп кеҫәңә тығаһың. Бында бер мәғәнәһеҙлек юҡмы?” Әхмәтзәки: "Мәғәнәһеҙлек юҡ. Яратҡан бурылым мине үлемдән ҡотҡарҙы. Уға бында ветеринар табыуы ҡыйын, шуға күрә былай эшләү урынлы. Ә мин һөйөклө милләтем өсөн йәнемде бирер инем. Мине йәшәткән нәмә — һөйөү тойғоһо”, — ти. Бик оло һәм ихлас һүҙҙәр былар.

Үҙен Зарафшан даръяһы аша ташҡында йөҙөп сыҡҡанда үлемдән ҡотҡарған Бурыл аты һәләк булғас, ҡайғыһынан Ә.Вәлиди шундай шиғыр сығара:

Ҡош осмаҫтай Масаның,

Көмөш башлы Аҡтауҙың Мәңгелек ҡары әҫтәңдә Ослайып сыҡҡан ҡыраташты Ҡосаҡлап ятҡан эйәңде Аҡ болотто юрған итеп,

Төн ҡайтарып бөкләгән,

Дошманын ҡан ҡоҫтарған Йөрөгөм шул, йөрөгөм!

Таңатарҙа сысҡан үтмәҫ юлдарҙан Ҡар күперен һикертеп,

Көн-төн килеп сәхрәлә Саңҙар һыуға килтергән,

Ярып урыҫ ҡамауын Йән ҡотҡарған, йөрөгөм!

Иртә тандан алып эйәңде Аҡшамғаса Ҡыҙыл Ҡомда тилеккә Ҡом сәхрәһен көн-төн юртып,

Икһеҙ-сикһеҙ ер үтеп,

Һау килтергән, йөрөгөм!

Ҡиәмәт булмай һис ҡалмаҫ,

Ҡиәмәт көндәр килгәндә

151


Ҡойроғоң болғап, уйнаҡлап Килеп етсе эйэңэ,

Йөрөгөм шул, йөрөгөм!

Бер ваҡыт үзбәк, төркмән дуҫтары үҙенә йыйылған мәжлестә Төркмәнстандан Мәхмүт ҡазый Йәләлетдин Руми шиғырҙарын фарсыса яттан уҡығанда, Ә.Вәлиди уларҙы, ярым шиғырға һалып, төркисә әйтә барған. Шуның бер нәмүнәһен (өлгөһөн) хәтерендә ҡалғанса хәтирәләрендә килтерә:

Йыһанды һатып алыуың Сауҙагәргә оҡшамаҫ.

Ғәләмде яулап алғаның Ғауғасыға оҡшамаҫ.

Ҡарун ҡаҙнаһын бирәм тиһә,

Ышанма, һүҙен боҙмай ҡалмаҫ.

Ә.Вәлиди: ”Был миһмандарыма шул тиклем оҡшаны, ҡәлбемдә шағирлыҡтың һис бер әҫәре булмаһа ла, мин дә ул көн үҙемде шағир кеүек хис иттем”, — ти.

Алда әйткәнебеҙсә, Әхмәтзәки Вәлидиҙең әңгәмәләрен, үҙ фекерҙәрен яйы килгәндә шағирҙарҙан шиғри цитаталар, тасуирлауҙар менән биҙәп барыуы ла уның зиһенле һәм поэтик тәбиғәтле шәхес икәнен һөйләй.

Төркөстанда ла Ә.Вәлидигә бихисап күңел драмалары, фажиғәләр, үтә киҫкен хәлдәр кисерергә тура килә. Азатлыҡ өсөн көрәш юлында, яуҙарҙа бында ла күпме иң яҡын дуҫтарын, арҡадаштарын юғалта, үҙенең ғүмере әллә нисә тапҡыр ҡыл өҫтөндә ҡала.

Үҙе саҡырмаһа ла, Төркөстанға, үҙҙәре теләп, Ә.Вәлиди эргәһендә булыу, уны һаҡлап йөрөү өсөн генә лә әллә нисә башҡорт егете килә. Бөрйәндән килгән Харис Сәсәнбай үҙе генә ни тора. ’’Уның кеүек нисәмә егеттәребеҙ бар ине! Ғәскәремдә улар йәшлек дуҫым мәрхүм Ибраһим Ҡасҡынбай урынын алды. Бөтә ҡөҙрәтем миңә йәне- тәне менән тоғро һалдаттарҙың ғәскәрҙә бик күп булыуында ине”, — ти үҙе был хаҡта. Ана бит азатлыҡ, ил-көн тип йөрөткән ҡөҙрәт ҡайҙан!

Башҡортостанда ла, Төркөстанда ла иң яҡын арҡада- шы, ил аҙаматы Харис Йомағолов менән айырылыша. Сит ерҙә ул екһенә, ерһенә алмай. Уның тураһында үкенеп Ә.Вәлиди былай ти: ’’Бөгөн Төркиәлә янымда булһа, һис шикһеҙ, ғилем юлында уңышлы эштәр башҡара алыр ине.

152


Бабур кеүек шағир һуғышсы булыуҙы идеал күрҙе. Тимерҙең ’’Күккөмбәҙ” тип аталған төрбәһен күргәндән һуң, кисергән тойғоларын белдереп, бер гүзәл әҫәр ижад итте... Ҡаҙак һәм нуғай дастандарына ғашиҡ булды, шуларға эйәреп, күп матур әҫәрҙәрен яҙҙы. Аллаһы тәғәлә ғүмер бирһә, ни тиклем яҡшы була ине”.

Тоғро юлдашы, йәнһаҡсыһы шағир йәнле Харис Сәсән- байҙың үлеме Ә.Вәлидигә йөрәк өҙгөс оло ҡайғыға әүерелә. Уның ҡәберенә таш ҡуйҙырып, уға уйҙырып ’’Буҙъегет” дастанынан шиғри юлдар яҙҙырыуы ла ҡайғыһын баҫһасы.

Фажиғәле үлем менән һәләк булған абруйлы яҡташ яуҙаштарын юғалтыуы мәңгелек йөрәк яраларын һала. Ниндәйҙәре бит әле! һибәтулла һөйөндөков (полковник), Исмәғил һөйөндөков (йөҙбашы), Усман һөйөндөков (йөҙ- башы), Ильяс Асиев (йөҙбашы), Ғизетдин менән Исмәғил Йәнәкәевтар (йөҙбаштары), Ильяс Мамлеев (меңбашы), Сәләхетдин Сакаев, Усман Мамлеев, Яхин һ.б. ”Үҙ балаларым кеүек күргән, яҙмыштарын бөтә күңелдән милли мәнфәғәткә бағышлаған фиҙакәр егеттәр ине”, — ти ундайҙар тураһында Ә.Вәлиди.

Өҫтәүенә, быларға үҙенең шәхси ҡайғыһы килеп ҡушыла. Төркөстанға килгәс тыуған тумалаҡтай ғына йәш ярымлыҡ теремек улын юғалта. Тапма сиренән вафат була. Исемен дә бит үҙе Ырыҫмөхәммәт тип ҡуштырғайны. Ырыҫлы йән булһын тип. Тарихи исем дә ине үҙе: Күсем хандар тоҡомонан башҡорттар үҙҙәренә хан итеп тәғәйенләгән Ырыҫмөхәммәт исеменән. Сабый ҡәберенә ’’Ырыҫ улым иҫтәлегенә” тип Мушфики тигән шағирҙың шундай мәғәнәләге һүҙҙәрен яҙа: ’’һинең ҡайғыңдан күңелем зарыға, гүйә, юғалдың да табылырһың кеүек. Йөҙөбөҙҙө хәсрәттәрҙән аҡҡан ҡанлы йәш менән йыуабыҙ”. ’’Мушфикиҙың шиғырын ҡат-ҡат уҡып иланым. Нәфисә иһә: ”Беҙ әле йәш, алла бирһә, балаларыбыҙ тағы ла булыр, илама”, — тип йыуатырға тырыша ине”, — ти үҙе.

Ләкин аллаһы биргән икенсе улын да Әхмәтзәкигә күрергә һәм бергә үҫтерергә насип булмай. Улар илдәрендә айырылып ҡала, ғаиләне Төркиәгә ебәрергә Совет хөкүмәте рөхсәт итмәй. Эй, яҙмыш ҡәһәрҙәре!

Бына хәҙер үҙ яҙмышы ла ҡыл өҫтөндә. Бындай хәлдә үзбәктәр, нәжәте хәжәт, тиҙәр. Йәғни ҡотолмаҡ юлдарын эҙләмәк кәрәк.

Ҡарар кылылыуын ҡылынған: сит илгә сығырға.

153


Ситтән тороп, көрәште дауам итергә.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең үҙенең дә әле Мәскәүҙән йәшерен сығып китеренән алда әйткән: ”Әгәр Төркөстанда хәрәкәтебеҙ һөҙөмтә бирмәһә, сит илгә сығырбыҙ. Көрәште сит илдәрҙә дауам итербеҙ”, — тигән һүҙе бар ине.

Нишләмәк кәрәк, хәҙер шул һүҙе алға килде.

Яҙмыш юлдары миҙгел-миҙгел үҙгәрә, күрәһең, тарихтар ҡабатлана.

Башҡортостандан айырылып киткәндә хаттар яҙып хушлашҡан кеүек, Төркөстандан айырылғанда ла шундай хаттар яҙырға тура килә. Ғүмер юлының бер осорона, азатлыҡ өсөн көрәш миҙгелдәренә үҙенсә бер йомғаҡ рәүешендә. Тарих өсөн, һабаҡ өсөн. Улар ябай хаттар түгел, тарихи документтар асылда.

Әле 1922 йылдың йәйендә үк, элекке Ҡоҡанд милли хөкүмәтенең рәйесе, хәҙер Парижда йәшәп ятҡан үзбәк эмигранты Мостафа Чокай улына, Төркөстандағы сәйәси ситуацияны аңлатып, хат ебәргәйне Әхмәтзәки (әйткәндәй, Ә.Вәлиди үҙе лә аҙаҡ Парижға барып был менәүәр зат менән күрешкәс, ул хатты авторына тарихи яҙма рәүешендә кире ҡайтара).

Хаттың йкмәткеһе шунан ғибәрәт: Ә.Вәлиди тойом- лауынса, Совет хөкүмәте граждандар һуғышынан һәм интервенцияларҙан һуң Рәсәй мосолмандарына, ғөмүмән, үҙ ҡул аҫтындағы төрлө милләттәргә ҡарата яңы мәҙәни сәйәсәт ҡуллана башлаясаҡ. Ул коммунистик идеяларҙы төрлө саралар менән халыҡ аңына һеңдереү менән бәйле буласаҡ. Уны халыҡтың коммунист булған үҙ ул-ҡыҙҙары аша ла башҡарасаҡ. Мәскәүҙә Шәреҡ университеты, урындарҙа яңы уҡыу йорттары асылыуы, коммунистик идеяларҙы үткәрер милли совет матбуғаты, милли баҫмалар тотошлай шуға йүнәлтелер. "Тимәк, беҙҙе хәрби фронтта еңгәндән һуң эште мәҙәниәт фронтына күсерәсәктәр”, — ти хат авторы. Әле ’’бөтә төрки халыҡтарға латин йәки урыҫ хәрефтәре (кирилица) нигеҙендә айырым-айырым алфавит төҙөп, беҙҙе бер-беребеҙҙән һәм нигеҙебеҙҙән айырыу сәйәсәте алып баралар. Диалекттар нигеҙендәге айырым-айы- рым әҙәби телдәр барлыҡҡа килтереү сәйәсәте лә халыҡтарҙы бер-береһенән айырымланыуға килтерәсәк”, — ти ул.

Тарих аҙаҡ Ә.Вәлиди фараздарының хаҡ булыуын раҫлай.

154


1923 йылдың февралендә Төрөкмәнстанға килеп, Иран аша сит илдәргә сығып китерҙән алда Ә.Вәлиди Ашхабад- тан бер нисә адресатҡа хушлашыу хаттарын яҙа.

20 февралдә яҙылған тәүге хаты Ленинға адресланған. Ә.Вәлиди үҙе әйткәнсә, ’’артабан тарихҡа инәсәк бер яҙыу булыр” был хатын Сталин, Рудзутаҡ аша үҙен Совет хөкүмәте алдап, кире ҡайтырға саҡырыуына яуап итеп тә ҡарай. ’’Ләкин 1919 йылдың 20 мартында һеҙҙең, Сталиндың һәм аркадаштарыбыҙҙың имзалары менән нәшер ителгән Килешеү ун дүрт айҙан һуң 1920 йылдың 19 майында яңғыҙ һеҙҙең һәм Сталиндың имзалары ҡуйылған фарман менән юҡҡа сығарылғас, кем һеҙгә ышанып кире килер? Был бер яҡлы фарманығыҙға мин үҙегеҙҙе күреп протест белдергәс, һеҙ 1919 йылдың 20 мартында ҡабул ителгән Килешеүҙе ’’ҡағыҙ киҫәге” (клочок бумаги) тип баһаланығыҙ”, — ти ул хатында. ’’Мосолмандарҙың ирек һәм хоҡуҡтарының Рәсәйҙәге эске көрәш нигеҙендә хәл ителмәү тәжрибәһе үкенесле, — тип дауам итә ул хатын. — Шунлыҡтан был мәсьәләләрҙе хәл итеү халыҡ-ара көрәш кимәленә күтәрелә. Минең маҡсатым һәм төп эшем азатлыҡҡа дәғүәбеҙҙең тарихын һәм асылын донъяға белдереүҙән ғибәрәт буласаҡ. Артабан был хатта беҙҙең иҙелеүгә (эксплуатацияға) бәйле айырым мәсьәләләр тикшереләсәк”.

Хаттың алдағы һәм был юлдарҙа Ә.Вәлиди, Рәсәй коммунистар партияһының милли сәйәсәте ялғанға ҡоролоуын фаш итеү менән бергә, хәҙер быға ҡаршы үҙҙәренең сәйәси көрәш тактикаһы үҙгәреүен һәм уны халыҡ-ара кимәлгә сығарасаҡтарын асыҡ итеп әйтеп бирә.

’’Бынан аҙаҡ көньяҡ-көнсығыш Рәсәйҙә башҡорт, ҡаҙаҡ һәм төркөстандарҙың еңелеүенән һуң һәм минең иртәгәге көн Совет Рәсәйенән сығып китеүҙән башлап, көньяҡ- көнсығыш мосолмандары тарихында яңы бер дәүер асыласаҡ”, — ти.

Рәсәй коммунистар партияһының милли сәйәсәт өлкәһендәге үҙгәрештәрен дә иҫенә төшөрә ул: ’’Великорус милләте хәҙер үҙ ҡулы аҫтында ҡалған ҡәүем һәм милләттәргә ҡаршы йүнәлтелгән сәйәсәтен ижтимағи һәм иҡтисади әлкәлә генә түгел, мәҙәниәт әлкәһендә лә киҫкен рәүештә тормошҡа ашыра башланы. Үткән йыл ойошторолған ’’Шәреҡ университеты” ошо сәйәсәтте башҡарыусы бер үҙәк сифатын алды. Үҙәк Комитет янында великорустарҙан торған шәреҡ эштәре белгестәренең төркөмө күренә баш

155


ланы... Артабанғыһы билдәле, һеҙ великорус иптәштәрегеҙ менән берлектә ябай бер милләтте теленән һәм яҙмаһынан яҙҙырыуҙан башлап, уларҙы тамам урыҫлаштырғанға тиклем яғаларынан ыскындырмаясаҡһығыҙ. ’’Ағымға ҡаршы” һәм башҡа әҫәрҙәрегеҙҙә милләттәрҙең хоҡуҡтарын тулы бер формала үҙ ҡулдарына тапшырыу тураһындағы һүҙҙәрегеҙ менән хәҙерге сәйәсәтегеҙ араһындағы айырма ҡабул ителерлек түгел”.

Донъя күләм пролетар диктатураһы йәки бөтә донъя инҡилабы идеяһының шовинистик асылын да фаш итә Ә.Вәлиди донъя пролетариаттарының юлбашсыһына хатында: ”һеҙ пролетариат диктатураһы донъя күләмендә еңгәндән һуң ’’артта ҡалған милләттәр йәшәгән әлкәләрҙә социализм режимы урынлаштырыу алдынғы (передовой) милләттәрҙең (улар араһына хаким итеүсе милләттәр ҙә керә) актив ярҙамында тормошҡа ашырыласағы шарт булыуы хаҡындағы фекерегеҙҙе алға һөрҙөгөҙ. Был һиндо- станда инглиз, Төркөстанда урыҫ, Африкала француз һәм Бельгия эшселәренең ойошмалары колониаль сәйәсәтте дауам иттерәсәк тигән һүҙ”.

Был хат буйынса Ә.Вәлидиҙең Ленин әҫәрҙәрен яҡшы өйрәнгәнлеге, марксизм-ленинизм тәғлимәте нигеҙҙәрен төплө белгәнлеге лә күренеп тора. Ул тәғлимәттең реакцион, шовинистик рухын ныҡ тоя.

Әгәр Рәсәйҙә социализм идеяһы иҫке империализм традицияларына әсир төшкән булмаһа, был мазлум милләттәр өсөн һөйләшеү диалекттары нигеҙендә яңы алфавит һәм әҙәби телдәр уйлап сығарыу менән социализм араһында ниндәй алыш-биреш булыуы мөмкин?

һаҡ булығыҙ, бәлки, яһалған хаталарҙың тамыры һеҙҙең үҙегеҙҙәлер”.

Был хаттан аңлашылыуынса, Ә.Вәлиди менән Лениндың электән үҙ-ара телдән һәм хат аша яҙма диалогы хат авторының фашлау һәм Рәсәй коммунистары лидерын иҫкәртеү менән тамамлана.

Сәйәси бәхәстә бөйөк Ленин түгел, Ә.Вәлиди хаҡлы булып сыға. Артабанғы тарих шуны раҫлап ҡуя.

Әгәр Ленин даһи тип аталған булһа, даһиҙы ла сәйәси- теоретик көрәштә еңеп сыҡҡан Әхмәтзәки Вәлиди кем була икән: бөйөк әүлиәме, әллә хәҙерге заман пәйғәмбәреме?

Был тарихи хат, бер нисә дана күсерелеп, Ленин исеменә, Үҙәк Комитет исеменә лә ебәрелә. Төп адресатына

156




хатты Ә.Вәлидиҙең элекке адъютанты, Башкортостан хөкүмәте ағзаһы Ғәбдерәшит Бикбау үҙ кулы менән тапшырған.

Әлбиттә, хатка яуап булмай. Урыҫтар әйтмешләй, дө- рөҫ һүҙгә яуап юҡ.

Иң иҫтәлеклеһе — Әхмәтзәки Вәлидиҙең ’’Башҡорт халҡына хушлашыу хаты”. Ул шул уҡ 1923 йылдың февраль айында бүтән хаттары менән бергә Ашхабадтан яҙыла.

Ул — хушлашыу хаты ғына түгел, туған халҡы менән аңлашыу һәм уға наказ һүҙе лә.

’’Милләтебеҙҙең хоҡуҡтарын һәм хөрриәтен яҡлау юлында хәлемдән килгән ҡәҙәр көрәштем. Хәрәкәтебеҙ, Башҡортостандағы кеүек үк, Төркөстанда ла бихисап ватандаштарыбыҙҙы көрәшкә дәртләндерҙе”, — тип башлай ул был хатын һәм Төркөстандағы көрәштең үҙенсәлектәрен, еңеү-еңелеүҙәрен ҡыҫҡа ғына аңлатып үтә. Хәҙер ’’Төркөстан Милли Берлек конгресы миңә көрәште сит мәмләкәттәрҙә дауам итеүҙе, уның тарихын яҙып, донъя йәмәғәтселегенә еткереүҙе, беҙҙең талаптарҙы халыҡ-ара мәсьәлә сифатында ойоштороу эштәрен йөкмәтте. Евро- пала һәм Төркиәлә ҡалып, шул эш менән шөғөлләнәсәкмен”, — тип алдағы бурыстарын әйтә.

Был хатында ла ул, Ленинға яҙған хатындағыса, Рәсәй коммунистар партияһының һәм Совет хөкүмәтенең милли мәсьәләлә ялған һәм шовинистик ҡараштарҙың өҫтөнлөк алыуын күрһәтә. ’’Советтар, милләттәрҙе һәм колонияларҙы азат итеүҙәре тураһында ялған һүҙ таратып, эшселәрҙең ирек һәм хоҡүҡтары мәсьәләһен күтәргән социализм тәғлимәтен бер эгоист милләттең империалистик идеяһына хеҙмәт итеүсе хәрәкәткә әүерелдерҙе”, — ти.

Хәҙерге заманда ирек өсөн көрәш тактикаһын үҙгәртергә кәңәш итә. ”һәр хәлдә, хәҙер мәмләкәтебеҙҙә бола һәм күтәрелештәргә юл ҡуймаҫҡа кәрәк, — ти. — Сө- ләйман Мырҙабулатовтың сығышы кеүек хәрәкәттәр бөгөнгө көндә милләтебеҙгә зыян ғына”.

Шундай мәсьәләләргә әһәмиәт бирергә кәңәш итә:

Йәштәрҙең уҡыуы, уларҙан ғилем һәм техника белгестәрен әҙерләү менән шөғөлләнеү;

Хосуси хужалыҡ эштәренән айырылып, кооперативтарға инеп, социализм аппаратында нығынып, милләткә шул юлда хеҙмәт итеүҙе вазифа итеп үҙ өҫтәренә алыу теләген эшлекле кешеләр күңеленә һеңдереү;

157




Дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү. Сөнки иң әшәке йәберләүҙәр ошо ике нигеҙҙә, йәғни дин һәм милли тел әлкәһендә эшләнәсәк. Был көрәште закон рөхсәт иткән саралар менән дә, йәшерен рәүештә лә алып барыу мотлаҡ буласаҡ;

Көрәштең икенсе дәүерендә был мәсьәләләрҙең милләттәр-ара кимәлгә күтәреләсәгенә ышанып әҙерләнеү.

1917 йылдан алып барған көрәшебеҙ хаҡында балаларыбыҙға өйҙә аңлатыу зарур.

’’Киләсәк хаҡында бәғзе фекерҙәремде яҙам, күрәҙәлек итә тимәгеҙ: урыҫтарҙың империализмы һәм бөтә донъя инҡилабы күтәрергә йүнәлтелгән тырышлыҡтары Рәсәйҙә булған ваҡиғаларҙы егерменсе быуаттың иң бөйөк хәдистәре итеп күрһәтәсәк. Бының һөҙөмтәһендә килеп тыуған бөйөк ваҡиғалар беҙгә яңынан терелеү мөмкинлеге бирәсәк. Мосолмандар күп йәшәгән Төркөстан кеүек әлкәләр был хәлдән файҙаланыр. Ошо мәлдә, йәһүдтәр Израиль дәүләтенең тергеҙеләсәгенә инанған кеүек, беҙҙекеләр ҙә ышанып йәшәргә һәм быны йәш быуынға аңлатырға тейеш”.

Әүлиәләрҙән былайырак алдан күрә белеү түгелме ни былар! Егерменсе быуаттың бөйөк ваҡиғалары хәҙер шуны раҫлап торалар бит. Израиль үҙаллы дәүләт булып йәшәп ята. Төркөстанда үҙ аллы Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ- стан, Төркмәнстан, Тажикстан дәүләттәре барлыҡҡа килде. Күпме милли кадрҙарыбыҙ үҫеп етте.

Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштары, революцион рухлы милли интеллигенциябыҙ Башҡортостанда милли хәрәкәтте законлы рәүештә йәйелдергән, ҡоролтайҙарҙың ҡарары буйынса милли ғәскәр төҙөлгән, азатлыҡ өсөн асыҡтан-асыҡ көрәшелгән, милли матбуғаты, мәктәптәре асылған икән, хәҙерге суверенлы Башкортостан Республикаһы үҫеп етеүенең башы булыр тарихыбыҙ булып тора бит. Улар хәдистәр кеүек бөйөк хәтирәләр булып хәҙерге быуын күңелендә йәшәй, киләсәктә лә йәшәйәсәк.

’’Беҙҙең милләтебеҙ аҡтамыр кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәге ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтөн баҡсаға таралыр”, — тигән көслө образлы һәм өмөтлө ҡарашында күпме хаҡлыҡ әйтеп бирелгән. Көл-күмер араһынан да терелеп осҡан ҡош тураһындағы боронғо легендаға тиң образ бит!

158


’’Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббәтебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына саҡырыр һәм алға өндәр!” Был юлдар һәр кем йөрәгендә осҡон ҡабыҙыр ялҡынлы һүҙҙәр булып яңғырамаймы ни!

Башҡорт хөкүмәтен төҙөшөп тә, тулы дәүләтселек хоҡуғын яулап ала алмайынса, көрәште ситтә, Төркөстанда дауам итергә, ундағы көрәш тә тейешле һөҙөмтәләрҙе бирмәй баҫтырылып ҡалып, үҙе бөтөнләй сит илдәргә китергә мәжбүр булғанда ла, был юлда ниндәй генә фажиғәләргә, иҫ китмәле ауырлыҡтарға дусар булғанда ла, Әхмәтзәки Вәлиди күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. ”Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡтарға осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем”, — ти башҡорт халҡына яҙған хатында. Ә был үҙе күпме сабырлыҡ һәм рухи ныҡлыҡ билдәһе! Туған халҡына өндәшеп, ул ”тик хәҙерге көндә ҡотолғоһоҙ күренгән террорға ҡоролған хакимлыҡ милләтебеҙҙе өмөтһөҙлөккә төшөрмәһен”, — тип теләй. Фиҙакәрлек менән генә яуап бирергә мөмкин. Быны ла изге күреп тота белде милләтебеҙ.

Шундай изге хат туған халҡына килеп етә алғанмы һуң? Үҙенән-үҙе шундай һорау тыуа. Сөнки халыҡ дошманы тип мөһөр баҫылған һәм Әхмәтзәки Вәлиди исеме ҡурҡыныс фигураға әйләндерелгән совет заманында, ҡаты эҙәрләү һәм ҡәтғи цензура режимында кемдәр ҡулына ғына килеп керә алды икән ул хат?

Был һорауҙарға Ә.Вәлидиҙең ’’Хәтирәләр” китабында күпмелер яуап була алырлыҡ бер-ике мәғлүмәт бар. ”Ике көндән Иранға сығырға булғас, бер-ике башҡорт зыялыларына биреп ебәреләсәк хатты яҙҙым, — ти ул. — Шаһ- вәлиҙең итек ҡунысына тегелгән был хаттың илгә барып етеүен, байтаҡ кешеләр тарафынан уҡылып, ’’мәшһүр хат” исемен алыуын 1943 йылда немецтарға әсир төшкән яҡташтарымдан белеп ҡыуандым. Хаттың берәр нөсхәһен башҡа бәғзе мөһим ҡағыҙҙар менән бергә, беҙ Иранға сыҡҡандан һуң Мөхәммәтабадҡа килтерерһең тип, бер төркмән сауҙагәренә бирҙем”.

Күрәһең, Башҡортостанға итек ҡунысында килеп еткән хат ышаныслы ҡулдарға бирелгән һәм күпмелер зыялыларға таныш булған. Ул хат тексы башлап Төркиәлә ’’Хәтирәләр” китабында 1960 йылда ташҡа баҫылып сыға. Мин үҙем, мәҫәлән, ул хат тексы менән шунан танышмын. Ә хат инде адресланған туған халҡына, яҙылыуына етмеш

159




йылдар тирәһе үткәндән һуң ғына, асыҡ мәғлүм булды, һуң булһа ла, уң булһын: ул хат хәҙерге көндә лә шунса актуаль һәм заманса яңғырай. Шәхес ирке һәм милли ирек өсөн көрәш әле лә туҡталмаған. Әлегә көрәшәһе лә көрәшәһе.

’’Башҡортостандағы дуҫҡа хат” тигән дөйөм исем менән конспирация өсөн шулай яҙылған хат нөсхәләре лә бар Ә.Вәлидиҙең. Улары ла шул уҡ Ашхабадта февраль айында яҙылған. Былары, күрәһең, Төркөстанда совет ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткән бер нисә таныштарына шулай уҡ йәшерен рәүештә тапшырылған. Бында инде уларға, фекерҙәштәренә, артабан нисек көрәш алып барыу хаҡында үҙенсә күрһәтмә бирелә, ’’һеҙҙең өсөн иң яҡшыһы, яңы шарттарға яраҡлашып, мәмләкәттә ҡалыу һәм халыҡ эсендә дин һәм телебеҙ, милли булмышыбыҙ өсөн йәшерен рәүештә көрәш алып барыу. Мәмләкәттән ҡасыу хәҙер йән ҡотҡарыу йәки дипломатик эшмәкәрлек башлау өсөн кәрәк. Мәмләкәттә ҡалмағандар Төркөстанға һәм шәрҡи Төркөстанға килеп ерекһендәр. Мөмкинлек булһа, йәштәрҙе Төркиәгә һәм Европа мәмләкәттәренә уҡырға ебәрегеҙ”, — ти ул был хатында.

Төркөстан дуҫтарының бер-икеһенә лә хушлашыу хаты яҙа ул. Был хаттар Ә.Вәлидиҙең сит илгә сығып китеүе хаҡында үҙе белдергән һуңғы хәбәре лә була. Азатлыҡ өсөн көрәшенең икенсе осоро шулай ослана.

СИТ ИЛДӘРҘӘ

Әҙәм был донъяла мосафир, ти Ҡөрьән Кәрим.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҙмышына, күрәһең, ғүмере буйы ерҙәр, илдәр гиҙергә яҙғандыр. Ул ил-йорт хәстәре менән һәр саҡ юлда йәки ғилем сәфәрендә. Ә.Вәлиди гүйә һәр даим салик зат.

Көрәштәше Фәтхелҡадир Сөләймәнов (Абдулкадир Инан) менән бергә Әхмәтзәки Вәлиди 1923 йылдың 21 февралендә, тыуған илдәрен ташлап, мәңгегә сит илдәргә сығып китергә мәжбүрҙәр. Ғәҙәти мосафир-илгиҙәр булып түгел, сәйәси мөһажир-эмигрант булып.

Юлдары Ашхабадтан һил һуҡмаҡтар аша ышаныслы оҙатыусылар ярҙамында башта Иран иленә үтә. Ҡайҙа бараһы, кемдәр ҡаршы алаһы ла алдан һөйләшелгән. Ҡулдарында Төркөстан вилайәте тарафынан бирелгән рәсми ҡа-

160


Олатаһы Хәбибназар Ҡафи улы (1921 йыл вафат).

Ә.Вәлидиҙең атаһы Әхмәтша, әсәһе Өммөлхәйәт һәм ҡустыһы Ғәбделрәүеф. 1924 йыл.

Ғосмания” мәҙрәсәһе.






һулдан уңға: Ә.Вәлиди аркаҙашта- ры Ғазимбәк Беримжан, Абдулкадир Инан менән.

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет