Беренсе бүлектә Көнбайыш Төркөстандың (Bati Turkistan) географик торошо тасуирлана. Каспий (Хазар) диңгеҙенән, Көньяҡ Урал тауҙарынан Алтайғаса, Тянь- Шань, Памир тауҙарынаса йәйелеп ятҡан Көнбайыш Төркөстандың сиктәре, ғәйәт киң территорияһы, тауҙары, күлдәре, йылғалары, ҡом сәхрәләре, далалары, баҡсалыҡтары атап, баһалап күҙ алдына баҫтырыла. ’’Төркөстан”, ’’Төркиле” (’’Төрк иле”) атамаларына ла аңлатма биреп үтә автор.
’’Төркөстандың идараи бүленеше һәм анализы” исемле икенсе бүлегендә идараи (административ) бүленеш һәм Төркөстан халҡы, төрки төркөмдәре, атап әйткәндә, ҡаҙаҡтар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар, тажиктар, ҡала тәрктәре, СССР дәүерендәге йөмһүриәттәре, ерле йәһүдтәр, урыҫтар тураһында мәғлүмәттәргә бай байҡау яһала, һәр милләт буйынса һандар килтерелә.
Был бүлектә беҙҙең иғтибарҙы Ә.Вәлидиҙең төрки халыҡ төркөмдәрен нисек бүлгәнлеге һәм уның ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарата күҙәтеүҙәре нығыраҡ тарта. Төркөстан төркиҙәрен ул этнологик һәм тарихи йәһәттән өс төркөмгә бүлә: ҡыпсаҡ төркөмө (ҡаҙаҡтар, ырыулы үзбәктәр, ман- ғыт-нуғайҙар, башҡорттар һәм татарҙар); төрк-чигел төркөмө. Ҡыпсаҡ төркөмөнән ҡаҙаҡ, үзбәк, нуғай һәм башҡорттар өсөн уртаҡ ҡыпсаҡ, ҡаңлы, ҡырғыҙ, ҡатай (ҡытай), найман, мең, кирәй (кирәйәт), арғын, табын, барын (баһрин), маңғыт, яғалбайлы, алсын, салжығут (һалйы- ғут), ялайыр, ҡуңрат ырыуҙарын атай. Башҡорттарҙың бик борондан аҫыл нигеҙҙәрен тәшкил иткән бөрйән, юрматы, ғәйнә ырыуҙарын билдәләй. Башҡорттарҙа кыпсак-каңлы төркөмсәһенең Көнбайыш Башҡортостанда һаман күпселек
209
тәшкил итеүен күрһәтә: ҡыпсаҡ 13 олоҫ (тармаҡ), ҡаңлы (үҫәргән) 12 олоҫ, ҡыпсаҡтарға бәрәбәр һаналған ҡатай 5 олоҫ. Ә.Вәлиди ’’олоҫ” һүҙенең сығышын болғар телендәге ’’волос” (vulus)тан килә тип иҫәпләй. Тимәк, этимологияһы менән ’’волос” (волость) төрки һүҙ.
Ә.Вәлиди ҡыпсаҡ төркөмө төркиҙәрен — ҡаҙаҡтарҙы, башҡорттарҙы, нуғайҙарҙы, үзбәктәрҙе һәм татарҙарҙы, айырыуса 12 олоҫтан торған ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарын, Дешти Ҡыпсаҡ дәүләтенең төп халҡы тип һанай. Был ырыу төркөмөндәге уртаҡ яҡтарҙы ул ҡаҙаҡ, нуғай, башҡорт халыҡ ижадында Иҙеүкәй, Туҡтамыш, Сура батыр, Ҡобланды, Ерәнсә сәсән хаҡында һаҡланған дастандар миҫалында ла нигеҙләй. Нуғай дастандарын Харезм ҡарағалпаҡтары һәм ҡаҙаҡтар ҙа һүҙмә-һүҙ тиерлек һөйләйҙәр. Башҡорт һәм күсмә үзбәктәрҙең көйҙәрен бөгөнгө ҡырым һәм Констанца нуғайҙары йырлайҙар, ти ул.
Өсөнсө ҙур бүлек Төркөстан тарихы хаҡында. Бында
быуатҡа тиклемге тарихҡа күҙәтеү үткәрелә. Төркөстандың борондан йәшәгән төп халҡы мәсьәләһе күтәрелә, арийҙарҙың яулап алыуҙары хаҡында һүҙ бара. Турайлылар һәм бүтән мәҙәниәттәрҙең Төркөстанға бәйләнеше, күк-төрктәр һәм ислам, ҡараханлылар, монгол яуҙары, Тимербәк заманы хаҡында бәйән ителә. Шул замандарҙағы иҡтисади хәлдәргә ҙур ғына урын бирелә, Төркөстандың иҡтисади яҡтан көсһөҙләнә, хатта кризис кисерә башлауы сәбәптәре тикшерелә.
Әйткәнебеҙсә, XVI быуаттың бир яғындағы Төркөстан тарихы тулыраҡ яҡтыртыла. XVI быуаттағы сәйәси хәл, был замандағы халыҡтар, Европа илдәре оккупацияһы, Харезм үзбәктәре һәм ҡалалары, Ҡаҙағстандағы хәлдәр, ҡаҙаҡ солтандары, Шайбаниҙар династияһы тураһында шаҡтай тулы мәғлүмәттәр бирелә.
Төркөстанда XVII-XVIII быуаттарҙа тарихи, социаль ваҡиғалар ҡатмарлашып китә. Көнсығыштан Ҡаҙағстанға, Урта Азия ерҙәренә ҡалмыҡтар ябырыла, төньяҡтан Рәсәй баҫымы көсәйә, ханлыҡтар тарҡала башлай, яуҙар йышая. Көньяҡтан Надир шаһ Төркмәнстан ерҙәренә баҫып инә. Шулай Төркөстан үҙ мөстәҡиллеген тамам юғалтыу алдына ҡуйыла. XIX быуаттың тәүге яртыһында Төркөстанға, бер яҡтан, Рәсәй империяһының, икенсе яҡтан, Англия империяһының хакимлығы өсөн үҙ-ара көрәш ҡыҙа. Ә.Вәлиди Төркөстан тарихының ошо осорҙағы ауыр һәм катмар-
210
лы сәйәси, иҡтисади, социаль, мәҙәни хәл-ваҡиғаларын билдәле бер эҙлелектә бәйән итергә, быларҙың төрлө сәбәптәрен, ҡотолғоһоҙ яҡтарын, шуларҙан сығыу юлдарын асыҡларға тырыша, шул замандарҙың сетерекле мәсьәләләренә инеп китә.
’’Колонияға әүерелгән Төркөстанда сәйәси хәйәт” тип исемләнгән дүртенсе бүлектә иһә тарихсы ғалим XVI—
быуаттарҙан алып XX быуатҡа тиклем Рәсәй империяһының колониаль сәйәсәтенең нисек барышын, быға ҡаршы башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың, үзбәктәрҙең һәм Төркөстандың башҡа халыҡтарының нисек көрәшеүҙәрен, ихтилалдарҙы, төрлө яу һәм дауҙарҙы ентекләп тасуирлай. Бында азатлыҡ хәрәкәтенең дәүләт, милләт, шәхес ирке менән туранан-тура бәйләнешле мөһим хәл-ваҡиғалары, шуға ҡараған мәсьәләләре үҙәкләшә. Ә инДе Рәсәйҙә 1917 йылғы революциянан һуңғы тарихи барышты, милли-азатлыҡ хәрәкәтен, шуларҙың Башҡортостанда, Төркөстанда барғандарының уртаһында үҙе лә ҡатнашҡандарын тарих, социаль-иҡтисади, ижтимағи фәндәр талап иткән кимәлдә эҙмә-эҙле һәм тәрәнтен тикшерә һәм тарихи хәҡиҡәтте, хәл-ваҡиғаларҙы, төрлө ситуацияларҙы тулы һәм асыҡ итеп күҙ алдына баҫтырырға ынтыла.
”һуң һүҙ” (’’Sonsoz”) исемле йомғаҡлау бүлегендә автор Рәсәй һәм совет империяһының колониаль сәйәсәтенең маҡсаты һәм айышы, Төркөстандың дәүләттәр һәм халыҡ- ара хәлдәре, Төркөстандың киләсәге тураһында ғалим һәм сәйәсмән булараҡ киң фекер алып бара, үҙенең нигеҙле фараздарын, киләсәктә ни булырҙарын дөйөм сәйәси барыштан сығып алдан әйтә. Бында ул үҙе яҡлаған тарихи һәм мәҙәни теоретик һәм практик мәсьәләләрҙе лә тезис рәүешендә яңынан алға ҡуя.
615 битлек ҡалын китаптың аҙаҡҡы битендә, ”һуң һүҙ” һуңында ’’Вена, Һерналсер-Гюртел, 11, Тур 10, 10 октябрь, 1929” тип ҡуйылған. Тимәк, былар китаптың ҡасан һәм ҡайҙа яҙылып бөтөү урынын һәм датаһын күрһәтеп торалар.
’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” тигән бындай ҙур һәм фундаменталь хеҙмәткә тулы һәм ғилми анализ биреү, уны ентекләп өйрәнеү — тарихсылар эше. Уны та- рихи-биографик китапта ҡыҫҡаса булһа ла характерлап китеү ҙә еңел түгел. Шуның өсөн беҙ был хеҙмәттең Әх
211
мәтзәки Вәлиди Туғандың ғилми мираҫында ниндәй урын биләүен һәм уның дөйөм әһәмиәтен билдәләп кенә китәбеҙ.
Беренсенән, ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм якын тарихы” китабы — Ә.Вәлиди Туғандың төп фәнни эшмәкәрлеге йүнәлешенең һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлегенең үҙенсә бер ғилми йомғаҡ һөҙөмтәһе ул.
Икенсенән, был китаптың беренсе киҫәгендә төрки халыҡтары тарихының бер ҙур өлөшө Төркөстан ерлегендә XV1 быуаттан бире тулы өйрәнелә, үҙәк тарихи, иҡтисади, социаль, мәҙәни мәсьәләләр эҙлекле яҡтыртыла, ғилми-та- рихи ҡанундары төпсөлә.
Өсөнсөнән, был хеҙмәт ғалимға алдағы ғилми тикшеренеүҙәре өсөн яңы юлдар асыша, әле өйрәнелмәгән йә аҙ өйрәнелгән мәсьәләләргә, темаларға диҡҡәтен туплауға йүнәлтә, ниндәйҙер проблемаларҙы төплөрәк өйрәнеүҙе, яңы теоретик, методологик бурыстар ҡуйыуҙы, яңы ысулдар ҡулланыуҙы һорай.
Көнбайыш Европаға уҡырға һәм уҡытырға китеү сәбәпле утыҙынсы йылдар башында был хеҙмәтте нәшриәткә әҙерләү эше өҙөлөп ҡала. Ул ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын үткәне” (“Bugunku Turkistan ve jakin tarihi”) исемендә 1940 йылда ғына Мысырҙа Ҡаһирә ҡалаһында ғәрәп шрифында донъя күрә.
Унан Төркөстанда 1929—1940 йылдар эсендә булып үткән тарихи, сәйәси ваҡиғалар хаҡында ”1929—1940 йылдар араһында Төркөстандағы хәлдәр” (1940) тигән кескәй китабын баҫтыра. Ошондағы мәғлүмәттәрҙе өҫтәп, 1947 йылда Истанбулда ’’Бөгөнгө Төркиле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы” (’’Bugunki Turkili (Turkistan) ve jakin tarihi”) исемендә был хеҙмәттең Көнбайыш һәм Төньяҡ Төркөстанға арналған беренсе киҫәген тулыландырып баҫтырып сығара. Китапҡа ике карта һәм бер ҡушымта ҡушып бирелә. Был хеҙмәт 1981 йылда Истанбулда икенсе баҫма (әгәр Ҡаһирә баҫмаһын да иҫәпләгәндә өсөнсө баҫма) булып нәшер ителә.
Әле Төркиәлә саҡта уҡ күренекле йәмәғәт эшмәкәре Йософ Аҡсура, был хеҙмәттең ҡулъяҙмаһы менән өлөшләтә танышып, ”был әҫәр етди хазиналыр” тип баһа биргәйне. Германияла был әҫәрҙең шулай уҡ ҡулъяҙмаһын немец ғалимдары профессор Эберхарт һәм доктор Анһаггер уҡып сығып, уны немец теленә тәржемә итәләр. Инглиз ғалимы В.Аллен, немецсанан инглизсәгә тәржемә иттереп, уны
212
нәшриәткә әҙерләй. Ләкин Германияла, ғөмүмән, Көнбайыш Европала һуғыш ялҡыны ҡабырға тороу арҡаһында булһа кәрәк, тәржемәләр баҫылып сыҡмай ҡала. Инглизсә- гә тәржемәнең ҡулъяҙмаһы хәҙер Гарвард университеты китапханаһында һаҡлана икән. ’’һиндостанда инглиз вә- килдәренән береһе сэр Олаф Кэроу хеҙмәтемдең инглизсә вариантының ҡыҫҡаса йөкмәткеһен ” Совет империяһы һәм Урта Азия тәрктәре” исемле әҫәрендә нәшер итте, — тип яҙа Ә.Вәлиди ’’Хәтирәләр” китабында. — Сэр Олафтың был әҫәре аша 1924-1925 йылдарҙа Берлинда яҙған хеҙмәтем һәм уның үҙәгендәге Төркөстан азатлығы өсөн көрәш фекере донъяға мәғлүм булды. 1958 йылда Лаһорҙа Пакистан йөмһүриәте президенты Мирза Искәндәр Али менән, 1964 йылда Деһлиҙа, һиндостан етәксеһе Джава- харлал Неру менән күрешкәндә, улар көрәшебеҙ тураһында, шулай уҡ минең үҙем хаҡында сэр Олафтың әҫәрен уҡып белеүҙәрен, хеҙмәтемдең тулы тәржемәһен нәшер итергә кәрәклеген әйттеләр”.
’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” әҫәре менән Австрия ғалимы профессор Г.Яшек, профессор Г.Янски, П.Виттек, инглиз ғалимы сэр Д.Росс танышып, уға юғары баһа бирәләр. Д.Росс, мәҫәлән, ’’Беҙҙең 1898 йылда ”Тһе heart if Asta” ла юлдашым Скрине тарафынан иғлан ителгән Урта Азияның һуңғы замандарына ҡарата яҙылған яҙмалар һеҙҙең сығанаҡтарға ғәйәт бай булған бик ҙур әҫәрегеҙ янында бер инеш һүҙ рәүешле генә булып ҡалалар. Беҙ һеҙҙән урыҫ сығанаҡтары хаҡында бай мәғлүмәттәр алыуға бик ҡәнәғәтбеҙ. Тикшергән Аюк уғлы Кәнәғәт кеүек ҡаһармандарығыҙ һәм милли восстание хаҡындағы һөйләгән дастандар минең өсөн яңы нәмәләрҙер”, — тип яҙа. Г.Янски был хеҙмәтте немец гәзитендә ’’Мәҙәниәт тарихы әлкәһендә ғәҙәттән тыш әһәмиәтле әҫәр”, — тип баһаланы.
’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” һуңғы йылдарҙа Ташкентта үзбәк теленә тәржемәлә айырым китап булып баҫылды.
Төркөстан серияһынан Көнбайыш һәм Төньяҡ Төркөстан буйынса Ә.Вәлиди, алда исемләнгән китаптарынан тыш, йәнә 1930 йылда Будапештта немецса ’’Рәсәй мосолмандарының хәҙерге хәле” (’’Die qeqenwfrtiqe Lfqe des Mohammedants Russland”); 1934 йылда Истанбулда төрөксә ”Ҡом аҫтындағы ун ете ҡала һәм Садри Маҡсуди
213
бей” (”On yedi kumalti sehri ve Sadri Maksudi”), 1943 йылда Истанбулда ’’Төркиле карталары һәм уларға аңлатмалар” (” Turkili haritast ve ona ait izahlas”) исемле китаптарын баҫтырҙы. Быларға тағы 1943 йылда сыккан ’’Төрк иле”, 1960 йыл баҫылған ”Төрк-Төркөстан” тигән ҡыҫҡаса йомғаҡлау характерындағы китаптары өҫтәлде.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” китабының беренсе киҫәге буйынса хәҙерге заман ваҡиғалары хаҡында ғүмеренең аҙағынаса шөғөлләнеүен дауам итә. ’’Хәтирәләр” китабында 1969 йылдың 20 июлендә яҙған ’’һуңғы һүҙ’’ендә ул был хаҡта түбәндәгеләрҙе әйтә: ’’Ғәмәлдә иһә мин был өлкәнең (йәғни Көнбайыш Төркөстандың — Ғ.Х.) 1925 йылдан һуңғы тормошон да бик тулы һәм ентекле рәүештә өйрәнеп барҙым ”.
Советтар Союзы, ысынлап та, бөйөк бер инҡилап әлкәһе. Тормош унда диктатураға һәм пропаганда системаһына буйһондоролоу арҡаһында ғәрип форма алыуға ҡарамаҫтан, ҙур схемаларға, ҡәтғи пландарға нигеҙләнгән һәм байтаҡ йүнәлештә баш әйләндергес тиҙлектә алға бара.
Ләкин Ә.Вәлиди Туған Төркөстандың Советтар Союзы составындағы ошондай уңыштары, Совет осороноң 40—60- сы йылдары тураһында яҙырға өлгөрмәй. Был йылдарҙа ул төрки халыҡтарының, тәғәйене тарих ғилеменең методоло- гияһына һәм философияһына бәйле мөһимерәк проблемалар менән мәшғүл була.
Төркөстан серияһында баҫылып сығасаҡ әҫәрҙәрен дә иғлан итә ул:
”Был серияла баҫылып сығасаҡ:
Бөгөнгө Төркиле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы. Икенсе киҫәк Көнсығыш Төркөстан;
Төрк иленә бәйле библиография мәғлүмәте;
Башҡорттарҙың тарихы;
Тимур һәм тимурҙар дәүеренә бәйле миниатюралар һәм уларға аңлатмалар;
Рәсемле Төрк иле (Төркөстан), 600-ләп рәсем, 355 клише.” (’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы”, Истанбул, 1981, 616-сы бит).
’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” хеҙмәтенең Көнсығыш Төркөстан хаҡындағы икенсе киҫәге буйынса бик күп мәғлүмәттәр тупланған, өлөшләтә яҙа башланған булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был киҫәге яҙылмай ҡала.
214
Әлеге сериянан ’’Башҡорттарҙың тарихы” яҙылып бөтә, әммә ҡулъяҙма көйө һаҡлана (Был турала алда һүҙ булыр).
Төрк иленә бәйле библиографик мәғлүмәттәр тейешле системаға һалынып бөтмәй.
Тимур һәм тимурҙар дәүеренә бәйле миниатюралар һәм уларға аңлатмалар шулай уҡ төҙөлөп етмәй ҡала.
Рәсемле Төрк иле альбомы төҙөлгән. Ләкин рәсемдәргә тулы аңлатмалар бирелмәгән.
Башланған бындай ҙур эштәрҙе еренә еткереп башҡарып ҡуйыу йәки дауам итеү — Ә.Вәлиди Туғандың шәкерттәренең һәм яңы быуын тарихсыларҙың бурысылыр. ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” хеҙмәтенең беренсе киҫәге менән Ә.Вәлиди Туған үҙ өҫтөнә йөкләмә итеп алған бурысын тулыһынса үтәп сыға, тип ауыҙ тултырып әйтергә мөмкин. Ул Төркөстандың яҡын тарихын һәм революциянан һуң азатлыҡ өсөн көрәш тарихын яҙыу ғилми һәм тәрбиәүи йәһәттән оло һабаҡ булырлыҡ хеҙмәт тә, шул көрәштең бер үрнәге лә ине. Ҡорал тотоп та яҡланған, ҡәләм алып та яҙылған изге эш. Әмир Юлдашбаев әйткәнсә, был әҫәр — ябай тарихсы тарафынан ғына түгел, шул хәрәкәттең идеологы һәм етәксеһе тарихсы-ҡатнашсы тарафынан яҙылған берәгәй ваҡиға ул. Бөтә арҡадаштары тиерлек үҙ илендә эҙәрлекләнеп, атылып һәләк булып бөткәндә, Ә.Вәлидигә, эмиграцияла бындай яҙмыштан ҡотолоп ҡалып, Рәсәйҙәге төрки халыҡтарҙың XX быуат башындағы иң фажиғәле тарихи осорҙарын яҙыу бурысы төштө. •
Был эште ул аҙағыраҡ, ’’Хәтирәләр” китабын яҙып, икеләтә арттырып үтәп ҡуйҙы. Хәтирәләрҙең ’’Төркөстандың һәм башҡа көнсығыш тәрктәренең милли булмыш һәм мәҙәниәт өсөн көрәше” тип аталыуы ла шуны ҡеүәтләй.
’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” хеҙмәте башҡорт ғалимдары өсөн өҫтәүенә унда башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса күҙәтеүҙәр үрелеп китеүе, Төркөстан халыҡтарының тарихы менән контекста өйрәне- леүе, бик бай мәғлүмәттәр тупланыуы менән дә әһәмиәтле.
’’Хәтирәләр” китабына 1969 йылдың 20 июлендә яҙған ’’һуңғы һүҙ’’ендә ул был хаҡта түбәндәгеләрҙе әйтә: ’’Советтар Союзында бөгөн ысынбарлыҡҡа әүерелгән байтаҡ ваҡиғалар ярты быуат әүәл, йәғни беҙ Төркөстанда булған саҡта, хәтер-хыялыбыҙға ла инеп сыҡмай ине. Бо-
215
харала 1939 һәм 1959 йылдарҙа ике тапкыр булған инглиз Фицрой Маклин кеүек Европа кешеләре лә билдәләп үтте. Быуаттар буйына йәшәп килгән Бохара һәм Хиуа (Харәзм), 1920 йылда советлаштырылғандан һуң, үҙҙәренең боронғо мәҙәниәт ҡалдыҡтары урынына совет культураһын тиҙ генә ҡабул итте. Бохарала 1959 йылда тәбиғи газ табылғас, күккә ашҡан биналарҙан торған яңы мәхәлләләр барлыҡҡа килде, боронғо һәм бик боронғо замандарҙың мәҙәниәтен һаҡлап килгән бөйөк ҡомартҡылар юҡ ителеп, автомобиль юлдары һалынды. Бында 1963 йылға тиклем 3,3 миллиард кубометр газ сығарылған. Рәсәйҙең Европа өлөшөнән бик күп кешеләр күсеп килеп, сығарылған газды Рәсәйҙең индустрия үҙәктәренә ҡыуыу өсөн 3500 километр оҙонлоғонда торба һалынған. Был әҫәрҙә бәләкәй бер ҡасаба рәүешендә телгә алынған, ләкин Эргунекун дастандарына бәйле булған Нукус хәҙер Мәскәү менән Һиндостан һәм Пакистан араһындағы һауа юлдарының иң мөһим бәйләнеш нөктәһенә әүерелгән. Ҡаҙағстан- дағы боронғо уғыҙҙарҙың йәйләүе, ә беҙҙең заманда күмер һәм баҡыр сығарыу урыны тип танылған Арҡала бөгөн Советтарҙың Байконур исемле мөһим космос станцияһы урынлашҡан. 1932—1933 йылдарҙа Ҡаҙағстанда аслыҡтан 3 миллион кеше үлде. 20 йылдан һуң (1953) был әлкәнән ’’баҡыр тупраҡтары” ’’сиҙәм ерҙәр” тип аталған 20 миллион гектар ер бүлеп алынды, унда рус күскенселәре ерләштерелде, һәм тартып алынған ’’баҡыр тупраҡтары” ның майҙаны 1963 йылда 27 миллион гектарға етте. һөҙөмтәлә ҡаҙаҡ төрөктәре үҙ илендә хЯлыҡтың 25 процентын ғына тәшкил итә. Беҙ мәмләкәттә саҡта Башҡортостанда нефть сығарылмай ине, хәҙер иһә Баҡыға сағыштырғанда дүрт тапҡыр күберәк нефть табыла, 1963 йылда Башкортостандың Туймазы ятҡылығында 105 миллион тонна нефть сығарылған. Мамыҡ, тимер, һыу энергияһы етештереү хаҡындағы Совет статистикаһы мәғлүмәттәре был әлкәләр буйынса һәр саҡ рус күскенселәренең күбәйеүе, урындағы халыҡтың процентлата өлөшөнөң кәмеүе, рус теленең таралыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр менән бергә бирелә”.
АВСТРИЯЛА. ГЕРМАНИЯЛА
Ауыр яҙмыш юлдары Әхмәтзәки Вәлидиҙе 1932 йылда яңынан Көнбайыш Европаға әйләндереп килтерә. Ул, Вена университетында өс йыл буйы лекциялар тыңлап, имтихандар тапшырып, университет дипломын алырға тейеш була. Ҡазан университетын тамамларға тигән хыялы бына ҡасан һәм ҡайҙа ғына зарураттан ғәмәлгә аша. Әммә уның ҡарауы хәҙер уға донъя халыҡтары тарихынан, иҡтисадтан, ғәрәп һәм иран филологияһынан, немец теле һәм латиндан исемдәре бар донъяға билдәле А.Допш, В.Копперс, Зейф, Гейдер кеүек профессорҙарҙың лекцияларын тыңлау һәм улар менән киң аралашыу бәхете тейә. Талип эскәмйәһенән тыш, ул университетта бер үк ваҡытта аспирантура программаһын да үтәй, докторлыҡ диссертацияһын яҙыу менән шөғөлләнә. 1935 йылдың 7 июнендә инде Әхмәтзәки Вәлиди Туған, ”Ибн Фадландың юлъяҙмалары” тигән темаға немецса яҙылған диссертацияһын яҡлап, университетты философия докторы дәрәжәһе менән тамамлап сыға.
Был университет тарихында һирәк булыр хәл. Аҙаҡ Ә.Вәлидиҙең иң яҡын дуҫы булып киткән Австрия ғалимы Герберт Янски яҙғанса, бүтәндәр аспирантура үтмәйенсә, докторлыҡ диссертацияһы яҙмайынса ла хеҙмәтенә, стажына күрә арҙаҡлы доктор исемен еңел ала торған заманда, Ә.Вәлиди, ҙур тырышлыҡ һалып, бик ҡыҫка мөҙҙәт эсендә рәсми докторлыҡ исемен яулап ала. Был үҙе фәнни ҡаһарманлыҡҡа тиң.
Ә шул диссертация яҡлаған көндөң кисендә Вена университеты профессураһы, ҡаланың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре алдында ислам шәрҡе менән Европаның ғилми хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса үҙе доклад яһай. Гүйә уҡытыусылары менән уҡыусыһының урындары алмашына.
Ҡулына диплом алыу менән, профессор Пауль Каале уны Германияға Бонн университетына уҡытырға саҡыра. Бында Әхмәтзәки Вәлиди Туған ислам һәм Урта Азия тарихы буйынса лекциялар уҡый башлай. Әйткәндәй, доктор Әхмәтзәки Вәлиди Туған тигән дәрәжә һәм псевдонимы Германияла бер осорҙа уҡ берегә. Ул Туған тигән псевдонимын ҡаһарман ата-бабаһы Иштуған исеменән ала. Иштуған бабаһы XVIII быуаттың тәүге яртыһындағы башҡорт восстаниеларының береһендә Кәмәлек буйындағы бер яуҙа шәһит булған. Белеүебеҙсә, сәйәхәттәренең береһендә уның ҡәберен эҙләп, Кәмәлек буйҙарына ла барып әйләнә.
217
Бонн университетында Вәлиди Туған 1938 йылдың көҙонәсә уҡыта. Уға шул йылдың 19 сентябрендә профессор исеме бирелә. Был уңай менән немец ғилми йәмәғәтселеге Вәлиди Туғанды ғалим булараҡ рәсми рәүештә шулай юғары баһалай: ’’Көнсығыш илдәрен өйрәнеү буйынса немец йәмғиәте Вәлиди Туғанды хәҙерге иң алдынғы төрөк тарихсыһы булараҡ ҡотлай. Уны үҙендә шәреҡ ғилемлеге менән ғәреп тәнҡитле ысулын оҫта берләштергән иң һирәк осрар тикшеренеүселәрҙең береһе тип һанай. Уның көнсығыш тарихи сығанаҡтарҙы сикһеҙ күп белеүенә, ундай материал менән уңышлы эш итеүенә хайран ҡалырлыҡ. Урта быуаттағы Алғы Азияның иҡтисади тарихы өлкәһендәге тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе — үҙе юл күрһәткесе. Ул бер үҙе бығаса билдәһеҙ күпме төп сығанаҡтарҙы донъяға сығарҙы. Европа менән көнсығыш фәндәре араһындағы ысын аралашсы кеүек, ул төрки тарихсыларын күтәреүгә бөтә көсөн бирә” (Г.Янски. Әхмәтзәки Вәлиди Туған).
Бонндан һуң Геттинген университетына уҡытырға күсә. Университеттағы лекцияларының һәм семинар эштәренең тематик һәм проблематик даирәһе һаман киңәйә бара. Тарих менән ҡатар көнсығыш филологияһынан да дәрестәр бирә, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен уҡыта.
Германияла йәшәгән осоро - Вәлиди Туғандың фән әлкәһендә лә емешле ижад йылдары. Ул Бируниҙың фәнни мираҫы буйынса ҙур тикшеренеү эштәре үткәрә. Төркөстандың тарихы һәм хәҙергеһе хаҡында ғәйәт ҙур хеҙмәтен тулыландыра килә. ”Ибн Фадлан юлъяҙмалары” эшен нәшриәткә әҙерләй. Ул 1939 йылда Лейпциг ҡалаһында баҫылып сыға. Был китап, уға яҙылған бик киң һәм тәфсилле аңлатмалар Вәлиди Туғандың исемен бөтә донъяға танытыр ғалим юғарылығына күтәрә. Күренекле немец шәреҡсеһе Б.Шпулер был китапты ’’кесе төрки тарихи энциклопедияһы” тип атай. ”Ул шундай берҙән-бер хеҙмәт, уны Туғандан башҡа бер кем дә ошондай ентеклелек менән яҙа алмаҫ ине”, — ти.
Был осорҙа Ә.Вәлиди Туған Көнбайыш Европа матбуғатында бик актив яҙыша. Ул Венала, Берлинда, Боннда, Лейпцигта, Парижда, Лондонда сыҡҡан фәнни журналдарҙа байтаҡ мөһим мәҡәләләрен баҫтыра. Шулар араһынан бер нисәһен атап китәйек: ’’Ислам һәм география ғилеме”, ”Р.Густав. Фарсы мистигы Й.Руми”, ”Әл-Биру- ни төнъяҡ халыҡтары тураһында”, ’’Мосолман Көнсығы
218
шы менән Европаның ғилми хеҙмәттәшлеге тураһында”, ’’Боронғо харезмлыларҙың теле һәм мәҙәниәте тураһында”, ’’Хәйдәр Мирҙа Дуглаттың төрки әҫәрҙәре”, ’’Урта быуатта Үҙәк Азияла халыҡтың тығыҙлығы хаҡында”, ’’Мөбәрәк шаһ Ғүри тураһында” һ.б.
Германияла Ә.Вәлиди Туған немецтарҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡараған маҡсус бер нисә тикшеренеү эштәрен яҙа һәм баҫтырып сығара: ’’IX-XI быуаттарҙағы ғәрәп сығанаҡтарында герман ҡылыстары тураһында”, ’’Гетеның шәреҡте кабуллауы”, ”Гете һәм Шәреҡ” һ.б.
Вәлиди Туған Көнбайыш Европаның шәрҡиәтсе ғалимдары менән тығыҙ ғилми бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек урынлаштырыуға ҙур әһәмиәт бирә. Профессорҙарҙан
А.Допш, В.Копперс, Гейдер, Г.Григори, И.Маркварт, Д.Крамик кеүек ғалимдар менән дуҫлығы, ә Пауль Каале һәм Герберт Янски менән ғилми хеҙмәттәшлеге был турала күп нәмә һөйләй. Вәлиди ял иткән айҙарында Швейцарияға ла барып ҡайта, таныштары саҡырыуы менән 1936- 1937 йылдарҙың йәйендә Финляндияға ҡунаҡҡа бара. Былар уның бәйләнеш географияһын киңәйтә.
Шул уҡ ваҡытта, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың фәнни эшмәкәрлеген юғары баһалаған немец, инглиз, француз, фин ғалим дуҫтары артыу менән бергә, уның уңыштарынан оторо көнләшкән һәм хаслашҡан дошмандары ла аҙаймай. Улары тағы мәкерлерәк хаслыҡ кылыуҙарын дауам итә. Әлеге татар эмигранттары аҫтыртын ялалары менән Ә.Вә- лидиҙе большевиктар агенты итеп күрһәтергә маташалар был юлы.
Достарыңызбен бөлісу: |