Башҡорт энциклопедияһы



бет8/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   25

Икенсе хакимиәт шарттарына күсеү ни тиклем генә драматик булмаһын, хәлде йүнәтеү башлыҡтар иңендә ба-

104


рыбер. Беренсе, Икенсе атлы полктар күсеп бөткәс, Ә.Вәлиди Советтар хөкүмәте менән договор төҙөшөр өсөн хәрби рәйес ярҙамсыһы Ильяс Алкин менән Мәскәүгә китә. Мәскәүҙә уларҙы хөкүмәт кешеләре күреп, былай, ололап ҡаршыланылар кеүек, башкаланың иң затлы ’’Метрополь” ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар. Тәүге рәсми осрашыуҙары Сталин һәм Троцкий менән булды. Сталин ’’Правда” гәзитенең 1919 йылдын 2 март һанында Башҡорт ғәскәрҙәренең Советтар яғына сығыуы айҡанлы ’’Көнсығышта башҡасараҡ эштәребеҙ” тигән мәҡәлә баҫтырғайны шул көндәрҙә. Шунда: ’’Татар, башҡорт, ҡырғыҙ, үзбәк, төркмән, тажик кеүек урта быуат һәм төрлө мәҙәниәт вәкиле булған утыҙ миллион халыҡ массаһының Советтарға ҡушылыуы айҡанлы бөтә ислам донъяһына һәм Көнсығышҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе аңлатыу буйынса” тип яҙылғандай, һөйләшеү шул тирәләрәк барҙы. Мәскәүҙә хәлебеҙҙең ярайһы ныҡ булыуын аңланыҡ. Милли эштәр комиссариатында осрашҡан саҡта быны Сталин да бик ентекле аңлатты. Ул миңә тәрән ышаныуын, аҡтар яғына ваҡытлыса, яңылыш эләккән инҡилапсы тип иҫәпләүен әйтте. 1918 йылда ул саҡырғанда килһәм, яҡшы булған булыр ине, тип ышандырырға тырыштым. Уның менән һәр көн тигәндәй осраштыҡ”, — ти Ә.Вәлиди хәтирәләрендә. Ул саҡта Ҡыҙыл Армияның баш командующийы Лев Троцкий менән айырым осрашыуҙарында һүҙ нигеҙҙә хәрби мәсьәләләргә ҡағылды.

Бер көн уны Ленин үҙе ҡабул итте. Улар хөкүмәт рәйесе доктор Ҡулаев менән бергә барҙы. Хәтирәнән аңлашылыуынса, Владимир Ильич тиҙ көндәрҙә асыласаҡ Рәсәй Коммунистар партияһының VIII съезы, унда төрлө илдәрҙән килгән делегаттар, башҡорттарҙың Советтар яғына сығыуы съезда милли һәм көнсығыш илдәр мәсьәләһен тикшереүгә нигеҙ биреүе, киләсәктә был мәсьәлә буйынса башҡорттар менән хеҙмәттәшлек хаҡында һөйләйәсәк. Договорҙы төҙөү, уның төп пункттары тураһында ла һүҙ барғандыр. Ә.Вәлидиҙең: ”Беҙ Лениндан күтәренке кәйеф менән сыҡтыҡ”, - тигән һүҙе үҙе үк шуны раҫлай.

Ләкин бер нисә көндән һуң, 19 мартта асылған партия съезында, Лениндың милли мәсьәләләр хаҡында һөйләгәндә, атап әйткәндә, Бухарин менән бәйле бәхәсендә милли сәйәсәтенең тышҡы яғы тактик һәм дипломатик сараларҙан сығып эшләнгән ваҡытлы күренеш икәнлеген сама

105




лай Ә.Вәлиди. ’’Тимәк, Ленин һәм иптәштәре беҙҙең менән солох төҙөүгә килешеүҙәрен ваҡытлы эш тип иҫәпләй, — ти ул. — Хәҙергә иптәштәрсә мөғәмәлә итһәләр ҙә, киләсәктә беҙҙе үзбәк муллалары, фин капиталистары кеүек ситкә этәсәктәрен, коммунистар партияһы ағзаларын үҫтереп, идараны улар ҡулына тапшырырға теләүҙәрен Ленин- дың һүҙҙәренән уҡып аңланыҡ”.

Ниһайәт, 1919 йылдың 20 мартында Кремлдә ’’Үҙәк совет власының Башҡортостан хөкүмәте менән Башҡортостан совет автономияһы тураһында килешеү” договорына ҡул ҡуйылды. Рәсәй Совет Федерацияһы яғынан уға М.Ф. Владимирский, И.В.Сталин, А.Енукидзе, Башҡорт хөкүмәте яғынан М.Кулаев, М.Халиков, А.Бикбавов ҡулдарын ҡуя. Ул килешеү 23 мартта ’’Известия” гәзитендә баҫылып сыға. Ошо дата 1919 йылдың 23 марты Башҡорт Совет Автономиялы республикаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә.

Килешеү Башҡорт Совет Автономиялы республикаһының төҙөлөүен юридик яҡтан нығытып ҡуя. Унда республиканың дәүләт, административ ҡоролошо, территорияһы, хоҡуҡтары, армия тоторға хоҡуғы, үҙәк Рәсәй хөкүмәте менән мөнәсәбәттәре параграфлап конкрет билдәләнә. ’’Башҡорт Совет Автономиялы республикаһы Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә төҙөлә һәм РСФСР составына федератив бер өлөшө булып инә”, — тип күрһәтелә беренсе параграфта, һуңыраҡ, 1922 йылда, башҡорттар йәшәгән көнбайыштағы, төньяҡ-көнбайыштағы территорияларҙы ла индереп, баш ҡалаһы Өфө булған Ҙур Башҡортостан барлыҡҡа килә. Шулай 1917 йылда башланған башҡорт милли хәрәкәте, халыҡтың азатлыҡ һәм дәүләтселек өсөн даулы һәм яулы көрәше социалистик нигеҙҙәге үҙ республикаһын төҙөүгә килтерә. Был көрәштә башҡорт халҡы меңәрләгән ҡорбандар һала.

Ҡыҙылдар яғына күсеү үҙе генә лә Әхмәтзәки Вәлиди һәм арҡадаштары өсөн күпме йөрәк өҙгөс хәлдәр, Башҡорт ғәскәре, башҡорт халҡы өсөн күпме фажиғәләр, нахаҡҡа ҡан ҡойоштар, үлтерештәр, эҙәрләү һәм мәсхәрәләр менән бәйле булып сыҡты. Ҡоролтайҙа законлы төҙөлгән Башҡорт хөкүмәте, уның башлыҡтары, Әхмәтзәки Вәлиди үҙе Советтар яғы менән дипломатик һәм һәүетемсә хоҡуҡи килешеү өсөн күпме тырышлыҡ һалды, төрлө юлдар менән һөйләшеүҙәр алып барҙы.

Бер ай самаһы Мәскәүҙә булып, Советтар менән договор төҙөшөп, Автономиялы Башҡорт республикаһын рәсми

106




раҫлатып ҡайтыуына Әхмәтзәки Вәлидигә Башкортостанда булған иҫ китмәле аяныс хәлдәрҙе күрергә һәм кисерергә тура килә. Башҡорт полктары Ҡыҙыл Армияның егерменсе дивизияһы аша ҡыҙылдар яғына сыҡҡанда, шовинистик урыҫ командирҙары, уларҙы ҡоралһыҙландырып, командирҙарын һәм һалдаттарын әсир хәленә өйләндергәндәр, хатта бөтә өҫ кейемдәрен һалдырып алғандар. Төрлө , мыҫҡыллауҙар, йәберләүҙәр киткән.

’’Ҡыҙыл Мәсетте яулап алған егерменсе дивизияның сардары бик фанатик бер урыҫ, ә шул дивизияның 3-сө бригадаһы сардары Зеленков иһә илбаҫар әҙәм ине, — тип хәтерләй Ә.Вәлиди. — Был кешеләр Ҡыҙыл Мәсеттәге башҡорт ғәскәре командалығынан, һуғыш башлайбыҙ, тип ҡурҡытып, беренсе һәм дүртенсе полктарының ҡоралһыҙланып ҡыҙылдар яғына күсеүен талап иткәндәр”.

Ҡоралһыҙландырылып әсир хәлендә ҡалырға ризалашмай һәм йәбер, мыҫҡылланыуҙарға дусар булмаҫ өсөн, Муса Мортазин командалығындағы Беренсе кавалерия полкы кире аҡтар яғына сығып китергә мәжбүр була. Бындай хәл әлеге Зеленков, Воробьев ише бәғзе бер ҡан эскес шовинистарҙы, башҡорт ерҙәренә баҫып килеп ултырған урыҫ кулактарын оторо ҡотортоп ебәрергә һылтау булып етә ҡала: Башҡортостандың баҫып алынған башҡорт ауылдарында ысын террор башлана, һәр ауыл һайын унарлаған кешеләрҙе судһыҙ-ниһеҙ атып үлтереп йөрөйҙәр, ауыл халҡын талайҙар, ҡатын-ҡыҙҙарҙы тотоп мыҫҡыллайҙар, халыҡҡа күтәрә алмаҫ контрибуциялар һалалар. Шулай бинахаҡҡа күпме ҡандар ҡойола, йәндәр ҡыйыла. Башҡорт йорт-ере утлы ҡулса эсендә, үлем, ҡырылыш, талау арҡаһында тамам бөлөп һәләкәт алдына ҡуйыла.

Туған халҡының ирке, үҙ иле тип көрәшкә күтәргән һәм уны етәкләгән ғәзиз Әхмәтзәки Вәлидиҙе юҡ итеү йә абруйын төшөрөү өсөн дошмандары уға күпме золом һәм яуызлыҡтар ҡыла! Колчак атып үлтерергә бойороҡ бирә, большевиктар үҙ ҡулдарына төшөрөргә тырыша, төрлө яҡлап ялалар яуа. Ҡыҙылдар яғына Советтарға күскәс, аҡтар уны һатлыҡ йән тип халыҡтың башын бутарға маташа. Яу юлында, һәр аҙымда үлем ҡурҡынысы янай.

Халҡы менән ике ут араһында ҡалғанда Әхмәтзәки Вәлидиҙең тоғро, намыҫлы зат икәнен яҡлап, тоғро юлдашы һәм хөкүмәт ағзаһы бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич шиғыр юлдары менән бына нимә ти:

107


Уйыңа ла алма, башҡорт булһаң,

Әхмәтзәки беҙҙе һатыр тип!

Ҡөрьән үбеп Зәки анттар иткән,

Уйлай күрмә антын тапар тип.

Башҡорттағы намыҫ, иман менән Ярһып тибә Зәки йөрәге,

Ҡолаҡ асма дошман ҡотҡоһона!

Зәки — Башҡортостан терәге.

Ышан, ышанрандай бер аллаңа:

Зәки һинең садиҡ уғылың!

Утҡа бешер Зәки, һыуға төшөр,

Әммә һатмаҫ намыҫ - күңелен!

Ошо шиғыр юлдары ла ингән ’’Большевиктар менән килешеү туралы Башҡорт халҡына көйлө хитап” тигән әҫәрендә Шәйехзада Бабич Советтар яғына сығыуҙың сәбәптәрен, төрлө тарафтың милли мөхтәриәткә мөнәсәбәтен аңлатып, шул уҡ ваҡытта ҡыҙылдарҙы, Ҡыҙыл ғәскәрҙе маҡтап күп кенә шиғри һүҙҙәр әйтә:

Әммә ләкин өмөт бағлап үҙҙәренә йылы һүҙҙәр әйтелгән ҡыҙылдар бер айҙан һуң шағирҙың үҙен, һис аямайынса, ҡылыс менән сапҡылап язалап үлтермәһендәрме! Изгелеккә шунан да яман золомлоҡ булырмы?

’’Хәтирәләр” китабында Ә.Вәлиди был аяныслы ҡанлы ваҡиғаны әрнеп иҫкә ала һәм һөйөклө милли шағирыбыҙ тураһында баһа һүҙендә: ’’Улар (йәғни ҡыҙылдар) бер нисә татар һәм башҡорт менәүерҙәрен тотоп үлтерҙе. Иң башта милли шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич менән мөхәрриребеҙ Ғәбделхай Иркәбай иҫкә төшә. Темәстән хөкүмәт, Колчак һөжүменән һаҡланып, Стәрлетамаҡҡа күсерелергә тейеш. Шәйехзада арҡадаштары менән бергә бик яҡшы ойошторолған матбуғатыбыҙ менән хӨкүмәт архивын күсерә ине. Уларҙы ҡыҙылдар, Йылайыр заводында тотоп, вәхшиҙәрсә үлтерҙе.

Шәйехзада бик һөйкөмлө милли шағир ине. Татарса һәм башҡортса бик һәйбәт шиғирҙары һәм башҡа әҫәрҙәре бар ине. Ижадында 1917 йылда башланған инҡилап дәүерендәге милли хәрәкәтебеҙҙе тасуирланы. Әле тамамланып өлгөрмәгән дастан кеүек әҫәре лә бар ине. Башҡортостан милли хәрәкәте ике шағирҙың һәм Сәйетгәрәй Мағаздың ҡәләме менән әҙәби әҫәрҙәрҙә һәм шиғри мәжмүғәләрҙә йәнләндерелде”.

Фронт һыҙығы тирәләрендә ҡыҙылдар тарафынан эшләнгән бындай енәйәттәрҙе Ә.Вәлиди, Мәскәүҙән кайтыш-

108




лай юлда уҡ ишетеп, уларҙы туҡтатыу һәм ғәйеплеләрҙе асыҡлау өсөн төрлө саралар күрә башлай. "Быҙаулыҡтан уҡ хөкүмәткә офицер ебәреп, ҡыҙыл ғәскәр тарафынан Башҡортостанда ҡайҙа ниндәй енәйәт эшләнеүен ҡағыҙға теркәргә ҡуштым. Хөкүмәт был эште еренә еткереп башҡарҙы. Ҡайҙа күпме мал таланып алыныуы, йорттар янды- рылыуы тураһындағы мәғлүмәттәр, старосталарҙың имзаларын ҡуйҙырып, мөһөрҙәрен баҫтырып, бик тиҙ арала тупланды. Был да хөкүмәтебеҙҙең халыҡ араһындағы йоғонтоһон һәм ихтирам менән файҙаланыуын күрһәтеүсе бер дәлил ине. Ҡыҙылдар уңайһыҙ хәлгә ҡалды, ғәйептәрен танырға мәжбүр булды” ("Хәтирәләр”, 275-се бит).

Ошо тикшереүҙәрҙән һуң 1919 йылдың майында Әхмәтзәки Вәлиди тарафынан яҙылып Мәскәүгә Сталин ҡулына тапшырылған "Башҡорт ғәскәрҙәренең күсеү һәм хәҙерге хәле тураһында” тигән доклад яҙмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ул енәйәттәрҙең ни саҡлы күп һәм аяныслы, ысынлап та ҡан ҡойғос ҡыҙыл террорға әүере- леүен күрергә мөмкин. Фронтҡа яҡын һәр ауыл һайын һалынған меңәр-меңәр һумлыҡ контрибуциялар, талап алынған мөлкәт, ҡыуып алып кителгән малдар, яндырылған башҡорт ауылдары, һәр ауыл исемләп, унда күпме кеше атып үлтерелгәне, ҡатын-ҡыҙҙарҙы мыҫҡыллауҙар, күскән һәр башҡорт полкында, күптәрендә судһыҙ-ниһеҙ атылған һалдаттар, үлтерелгән йә эҙәрлекләнгән хөкүмәт ағзалары, урындарҙағы старосталар тураһында аныҡ мәғлүмәттәр, конкрет цифрҙар килтереп яҙылған. Ҡанлы фажиғәнең ҡоласына, вәхшилектәргә иҫ-аҡыл китмәле! Ә тағы иң яманы һәм ғәҙелһеҙлеге — Совет хөкүмәте, енәйәткә юл ҡуйған Беренсе һәм Бишенсе Ҡыҙыл армия башлыҡтары енәйәтселәргә бер ниндәй хөкөм дә сығармай бит. Бына ҡайҙан уҡ килә бит илдә 1937—1938 йылдарҙағы масса күләмле репрессияларҙың башы.

Граждандар һуғышы шарттарында яуҙар кисеп, ана ниндәй ҡорбандар биреп, фажиғәләр кисереп, ҡан, йәш ағыҙып, ҡанһырап тыуа Башҡорт Совет хөкүмәте. Быныһы ла әсе хәүеф-хәтәрле башы ғына.

Совет автономияһын нығытыу, яңы хөкүмәтте юлға һалыу өсөн яңы ойошторолған Башҡортостан революцион комитеты (Ревком), уның башлығы Әхмәтзәки Вәлиди һәм коллегалары тарафынан ауыр шарттарҙа эште атҡара башларға тура килә.

109




Ил һуғыш уты эсендэ. Башҡортостан граждандар һуғышы фронты уртаһында. Башҡорт ил-ере аша бер нисэ тапҡыр һуғыштар үтеп, эле ҡыҙылдар, эле аҡтар ҡулына күсеп, властар алмашынып тора. Ҡайһыһы килһә лэ, халыҡты үлтереп, хужалыҡты бөлдөрөп үтә.

Бына тағы, 1919 йылдың яҙында, Колчак армияһының һөжүме ваҡытында Башҡортостан территорияһы икенсе тапҡыр аҡтар ҡулында ҡала. Таланған ил-йортто яңынан талау, үлтереш, бөлгәндән-бөлдөрөш китә.

Башҡорт хөкүмәте Советтарҙың алыҫ тылына Саранск ҡалаһына күсерелә. Ревком һәм ғәскәр башлығы Ә.Вәли- дигә һуғыштарҙа бик аҙайып һәм хәлһеҙләнеп ҡалған полктарҙы, хәрби частарҙы тәртипкә килтереү, нығытыу, хәрби әҙерлек эштәре менән күберәк шөғөлләнергә кәрәк була. Совет системаһына ярашлы агитация, тәрбиә эштәре юлға һалына.

Хөкүмәт рәйесе итеп Кәмәлек башҡорттарынан сыҡҡан юғары белемле Харис Йомағолов һайлап ҡуйыла. Харис Йомағолов — ауыл хужалығы белгесе. Тәжрибәле кеше. Башҡорт милли хәрәкәтенә баштан уҡ ҡушылып киткән эшлекле зат. Әхмәтзәки Вәлидиҙән айырмалы рәүештә, ул коммунистик позицияла торған большевик. 1917 йылдан коммунистар партияһы ағзаһы. Башҡорт хөкүмәте уң тарафты алғас, ул Совет власы яғында ҡала. Ул хәҙер яңы хөкүмәткә Рәсәй коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының вәкиле булып килә. Шуғалыр, бәлки, Әхмәтзәки Вәлиди менән ҡайһы бер сәйәси, мәҙәни мәсьәләләргә ҡарата фекер айырмалыҡтары ла күҙгә ташлана. Дөйөм стратегия һәм тактика йәһәтенән дә айырмалыҡтары бар.

Беҙ башҡорт һәм татарҙарҙың әҙәби теле бер булыуын хәстәрләп, нәшриәтебеҙҙе уртаҡ телдә сығарған саҡта Харис Йомағолов башҡорт телен әҙәби телгә әүерелдереү фекерендә булды”, — ти, мәҫәлән, Ә.Вәлиди. Улар әле 1917 йылда Беренсе башҡорт ҡоролтайы көндәрендә үк Ырымбур урамдарында башҡортса яҙылған лозунгылар күтәреп сығалар, һуңынан башҡортса матбуғат, нәшриәт эштәрен юлға һалыу хәстәрлеген күрәләр.

Әхмәтзәки Вәлиди дәүләт вазифаһы буйынса Үҙәк Совет хөкүмәте һәм коммунистар партияһы етәкселәре менән йыш һәм тығыҙ аралаша башлағас, бик күп мәсьәләләрҙә үҙ-ара байтаҡ фекер айырмалыҡтары барлығы ңығыраҡ беленә. Ул сит ил эштәре комиссары Чечерин, мәғариф ко-

110


миссары Луначарский, экономика комиссары (халыҡ экономикаһы комиссариаты рэйесе) Рыков менән яҡындан таныша. Хэрби комиссар Фрунзе менән йыш осраша. ”Мин был өс инсанды һәм Фрунзены ышанып һөйләшерлек кешеләр тип таныным. Ленин менән Сталин милли мәсьәләгә мөнәсәбәттәре арҡаһында беҙгә яҡын булһалар ҙа, милли төшөнсәгә ҡараштары, милләтселәргә ҡарата ышаныстары конкрет шарттарға бәйле булды. Троцкий, Вацетис, Каменев һәм Бухарин кеүектәрҙе интернационалист коммунистар итеп белә инек”, — ти Ә.Вәлиди.

Бына ошоларға бәйле рәүештә, Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сығып, Дәүләт Килешеүе төҙөлгәндән һуң, әле тарихсылар һәм политологтар тейешенсә иғтибар биреп еткермәгән бер эске әмәл йәки сәйәси уйын хасил була. Ул — Совет власы һәм коммунистар башлыҡтарының, атап әйткәндә, Ленин менән Сталиндың башҡорт хәрәкәте лидеры, милли хөкүмәт башлыҡтарының береһе Әхмәтзәки Вәлидиҙе нисек тә үҙ яҡтарына ауҙарырға, уны туған хал- ҡынан, Башҡортостанынан айырырға тырышыуҙары.

Ә.Вәлиди Ленин менән күп тапҡырҙар осраша. Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡас, Ленин уны үҙ янында, Үҙәк хөкүмәт аппаратында тоторға теләй. Уны милли мәсьәләләр, Көнсығыш халыҡтары эше буйынса консультант итеп тотмаҡсы, буғай.

Бер һөйләшкәндә Ленин уға шулай ти: ”Мин һеҙҙе бер кескәй әлкә үлсәүендә түгел, бөтә Рәсәй күләмендә беҙҙең менән бергә хеҙмәттәшлек итәсәк бер шәхес тип беләм. Әлкәгеҙҙең эшен башҡа иптәштәрегеҙ ҙә башҡарыр, ара- тирә һеҙ ҙә шунда барып килерһегеҙ, хәҙер иһә бында, үҙәктә эшләргә риза булығыҙ”.

Былар изге теләк менән әйтелгән һүҙҙәр кеүек. Әммә бының төбөндә, әлбиттә, уны Башҡортостандан изоляциялау ята ине.

Тәү осорҙа милли автономия, Көнсығыш халыҡтарын, айырыуса Төркөстанды, азат күреү мәсьәләләрендә Ленин Ә.Вәлидигә фекерҙәш кеүек тә. Йыш ҡына улар уртаҡ тел табалар. Ленин уға Украина фронтында төҙөлөп ятҡан мосолман ғәскәри частарын ойоштороу, Мәскәүҙә совет мосолман республикалары конституцияһын әҙерләшеү эштәрендә, Шәреҡ халыҡтары араһында алып барыласаҡ эштәр планын әҙерләүҙә, Коминтерндың был йүнәлештәге эшмәкәрлегендә ҡатнашыу кәрәклектәрен конкрет әйтә.




Лениндың үтенесе буйынса Әхмәтзәки Вәлиди Мәскәүгә саҡырылғанда, бер нисә тапҡыр ай буйы тиерлек ҡалып, Владимир Ильичтың ’’Материализм һәм эмпириокритицизм” әҫәрен уҡып сыҡҡанлығын һөйләп яуап ҡайтара. Үҙенең китабы хаҡында Ленин: ”Был китап хәҙер байтаҡ иҫкерҙе, шулай ҙа ул һеҙҙең дингә ҡарашығыҙҙы үҙгәртмәгәндер, тип уйлайым, - тине. Мин уға: ”Юҡ, минеңсә, бөтә илдәрҙә социаль инҡилап еңеүе өсөн көрәшеүсе кеше донъяның осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килеүенә мотлаҡ ышанырға тейеш түгел. Мин донъяның бер рух тарафынан яра- тылыуына инанам”, — тинем. Ленин: ’’Беҙҙең байтаҡ иҫке дуҫтарыбыҙ ҙа шул уҡ фекерҙә, был партия ағзаһы булырға ҡамасауламай. Самими һөйләшеүегеҙ бик оҡшаны”, — тине”. Был һөйләшеүҙә Ленин Вәлидигә коммунистар партияһына инергә тәҡдим итә. ”Бик ихлас һәм асыҡ был һөйләшеүҙә Ленин минең ниндәй ғилми, этнография мәсьәләләре менән шөғөлләнеүемде һорашты, — ти ул йә- нә. — Үҙе: ”мин, үкенескә ҡаршы, бындай мәсьәләләр менән мәшғүл булманым, мине күберәк иҡтисади мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырҙы”, — тине. Йөмһүриәтебеҙҙең яҙмышына ҡағылған һорауҙарҙы уртаға ҡуйҙым”.

Ана шул Башҡортостан йөмһүриәте, ғөмүмән, совет автономияһы мәсьәләләрендә Ленин менән Вәлиди араһында принципиаль фекер айырмалыҡтары асыҡлана бара. Башҡортостан йөмһүриәте мәнфәғәттәренә ҡаршы килһә лә, Әхмәтзәки Вәлиди башта Владимир Лениндың байтаҡ бойороҡтарын һүҙһеҙ үтәргә тейеш күрә. Шулай Төркөстан фронты йүнәлешендә ҡалдырылырға һораған Башҡорт ғәскәре Ленин бойороғо менән Украина фронтына ебәрелә, аҙаҡ Петроград фронтына ташлана. Башҡортостанға контроллек һәм хакимлек өсөн уның тарафынан ебәрелгән шовинистик рухлы Артем, Самойлов кеүек вәкилдәренең баш-баштаклыктарына ла тәүҙә тешен ҡыҫып түҙергә тура килә уға. ’’Ленин диктатор ине, әммә тиран түгел”, — тигән фекер тыуа унда, Ленин менән Сталинды сағыштырып ҡарай. ”Беҙ Ленинды яҡшы, Сталинды бер иблес итеп күҙ алдына килтерә торғайныҡ”, — ти ул. Әммә Ленин янында Фрунзе, Рудзутак кеүек һәйбәт кешеләр булып та, партия теҙгенен уларға бирмәй, Сталин ҡулына тотторғас, ’’уның үҙендә лә был иблеслектең бер шауҡымы булманымы икән?” - тигән шиккә төшә.

Башта Сталинға ла ышанып ҡарай Вәлиди. Башҡорт ғәскәрҙәренең Совет яғына күсеүҙәге яҙмышын хәл итеүҙә,

112




хөкүмәттәр менән дәүләт кимәлендә килешеүгә килеүҙә уның роле аҙ булманы. Сталин үҙе лә Вәлидигә хөрмәт менән ҡарағандай. Ә.Вәлиди, М.Солтанғәлиев кеүек әҙерлекле лидерҙар ваҡ милләттәр араһында күп түгел, уларҙы беҙгә һаҡларға һәм коммунистик рухҡа күндерергә кәрәк, тип ҙур йыйылыштарҙа һөйләгәне бар. Тәүге осрашыуҙа уҡ ”ул миңә тәрән ышаныуын, аҡтар яғына ваҡытлыса, яңылыш эләккән инҡилапсы тип иҫәпләүен әйтте”, — ти Әхмәтзәки. Шул уҡ ваҡытта Сталиндың, Ленин һүҙҙәрен һөйләп, үҙен бик димләп, Мәскәүгә үҙ яндарына эшкә саҡырыуының бер хикмәте уны үҙ ҡулдарына һәм хөкөмдәренә алырға тырышҡанлығын яҡшы аңлай ине. Ә.Вәлиди Сталиндың бөтә донъя социалистик революцияһы идеяһын Рәсәй империализмына һәм урыҫтарҙың милли-шовинистик маҡсаттарына яраҡлаштырырға ынтылышын да тоя ине ул.

Әхмәтзәки Вәлиди Ленин менән Сталиндың, уны үҙҙә- ренә яҡынайтырға ниәтләп, милли автономия мәсьәләләрендә башта теләктәшлек белдерһәләр ҙә, милләттәр, милләт лидерҙарына кире ҡараштарын Башҡорт совет автономияһы, үҙ яҙмышы миҫалында аҙағынаса татып белә.

Лениндың милли мәсьәләгә, Башҡортостан автономияһына мөнсәбәтен уның 1919 йылдың апрелендә Рәсәй коммунистар партияһының VIII съезында һөйләгән докладынан уҡ асыҡ күрә ул. ’’Тимәк, Ленин һәм иптәштәре беҙҙең менән килешеү төҙөүҙәрен ваҡытлы сара тип иҫәпләй, — ти Ә.Вәлиди. — Хәҙергә иптәштәрсә мөғәмәлә итһәләр ҙә, киләсәктә беҙҙе үзбәк муллалары, фин капиталистары кеүек ситкә этәрәсәктәрен, коммунистар партияһы ағзаларын үҫтереп, идараны улар ҡулына тапшырырға теләүҙәрен Лениндың һүҙҙәренән уҡып аңланыҡ”.

Әммә ләкин Ленин большевистик рухтағы йәш милли кадрҙарҙың үҫеүен көтөп торманы, әлбиттә. Рәсәй коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты, мәҫәлән, Башҡортостанға Артем (Ф.Сергеев) кеүек вәкилдәрен ебәреп, ревкомды һәм хөкүмәтте партия һәм үҙ контроле, асылда хакимлығы аҫтына алыуҙы маҡсат итте.

Әхмәтзәки Вәлиди Үҙәк Комитеттың Артем, Самойлов ише вәкилдәре менән дә һөйләшеп уртаҡ тел таб!ырға, милли автономия хоҡуҡтарын һаҡларға тырышып ҡарай. Әммә бушҡа. ’’Артем кеше ихтыярын бөгөн, робот хәленә килтереп, коммунизмды иң тупаҫ саралар менән тормошҡа ашы

113




рырға мөмкин тигән ҡарашта булды,- ти уның хаҡында. - Уның уйынса, социализмды ғәмәлгә ашырыу өсөн бәләкәй милләттәрҙең тарҡау ихтыяры урынына бөйөк милләттәрҙең империалистик теләктәрен файҙаланыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, был маҡсатҡа ирешеү өсөн теләһә ниндәй ысул яраҡлы. Ҡыҫҡаһы, ул бөтә донъя коммунизмының ярһыу миссионеры, бик күп осраҡта Лениндың үҙен күрһәткән көҙгө ине. Фекерҙәрен Лениндан үҙләштергән. Уның менән һөйләшеү, уны һөйләндереү Лениндың планын, фәлсәфәһен тәрәндән өйрәнеү өсөн ифрат мөһим ине. Ленин- ды, уның әҫәрҙәре менән берлектә, Артем кеүек мөриттәре аша яҡшыраҡ өйрәнеп булыуын төшөнә инем”.

Лениндың Артем шикелле мөриттәре Башҡорт совет автономияһының үҙаллылығын оҙаҡламай юҡҡа сығарыуға алып килде лә инде.

Башҡортостан хөкүмәте баш ҡаланы Ырымбурға күсереү, Башҡорт менән Ҡаҙаҡ автономиялы совет республикаларының тығыҙ хеҙмәттәшлеген булдырыу идеяларын да еңел генә быуып ташлайҙар Мәскәүҙән. Калинин етәкләгән бер комиссия, Башҡортостан менән Ҡаҙағстан сиктәшлек- тәрен бөтөрөп, араны Ырымбур һәм Силәбе сиктәре тигән буфер менән айырып ҡуйҙы, ’’һөҙөмтәлә ’’Калинин комиссияһы”, батша заманындағы шовинистик һәм колониаль сәйәсәтте асыҡ рәүештә дауам итеп, Советтарҙың был йөмһүриәттәрҙе юҡ итәсәген алдан билдәләне”, — тип баһа бирҙе Ә.Вәлиди быға хәтирәләрендә. Был аҫтыртын сәйәсәттең асылын Үҙәк вәкилдәренән Бройдо тигән берәүһе үҙенең Мәскәүгә яҙған рапортында асыҡтан-асыҡ ярып һалды: ’’Ырымбур Көнсығыш Рәсәй мосолмандары араһында берләшеү нөктәһенә әүерелде. Вәлидовты бында яҡынайтырға ярамай. Мортазинды уға ҡаршы ҡуйырға кәрәк. Ҡаҙаҡтар менән башҡорттарҙың араһын боҙоу юлын маҡсат итеү мотлаҡ. Неплюев шулай эшләгән, ул ысынлап та бөйөк бер сәйәси әҙәм булған. Вәлидовты башҡа төрки ҡәүемдәрҙән айырырға кәрәк”.

Рәсәй совет үҙәк хөкүмәтенең һәм Үҙәк Комитеттың эмиссарҙары шулай яман уйҙар менән, Башҡортостан автономияһын тамам юҡҡа сығара алмаған хәлдә, ҡоро ҡағыҙға ғына ҡалдырырға йүнәлтелгән ҡара маҡсаттарын ғәмәлгә ашырып йөрөгәндә, Башҡорт хөкүмәте яңы ғәскәрҙәр туплап, башҡорт дивизияһы һәм полктары Украина һәм Петроград фронттарында яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалып барған Совет власын яҡлап ҡан ҡоялар ине.

Был осорҙарҙа Әхмәтзәки Вәлиди үҙе Украина фронтында башҡорт атлы полкы янында булып ҡайта; респуб




ликала матбуғат, һаулыҡ һаҡлау эштэрен юлға һалыу өсөн ҡорамалдар табыу һәм Стәрлетамаҡҡа оҙатыу эштәре, Башҡортостан территорияһы аҡтарҙан азат ителә башлағас, Саранскиҙағы хөкүмәтте һәм яңы төҙөлөп ятҡан бригадаларҙы үҙ ил-еребеҙгә күсереү мәшәҡәттәре менән шөғөлләнә. Мортазин атлы бригадаһын кире ҡайтарыр өсөн Көнсығыш фронт сиктәрен дә гиҙергә тура килә уға. Ғәскәрҙәре артынан Петроград фронтына ла барып сыға.

һәр бер оҙон һәм ауыр юл йөрөмдәре хөкүмәт, ғәскәр хәстәре менән бәйле. Ә.Вәлиди ғәскәре өсөн Петроградҡа ике вагон аҙыҡ-түлек менән килеп төшә. Был осор — ҡалала аслыҡ хөкөм һөргән саҡ. Ғәскәренән ҡалған бер аҙ аҙығынан ҡала халҡына, ғалимдар даирәһенә өлөш сығара. Атаҡлы шәрҡиәтселәрҙән академик В.Бартольд, Крачков- ский, Самойлов, Б. Владимирцев, Ф.Розенберг, йырсы Ф.Шаляпин ғаиләләренә ит, май, шәкәр паектары өләшә. ”Был изгелек өсөн был ғалимдар ғүмерҙәренең һуңына ҡәҙәр рәхмәттәр уҡыны”, — ти ул. Рәхмәт менән генә ҡалмай улар, Башҡортостан республикаһы өсөн китапхана, ғилми фонд булдырыу өсөн туранан-тура ярҙамлашалар.

Башҡорт ғәскәрҙәре революция усағын дошмандарҙан фиҙакәр рәүештә һаҡлауҙа ҡатнашҡандары өсөн, Петроград ҡала советы Башҡортостан республикаһына медицина йыһаздары, матбуғат машиналары, станоктар, бүтән төрлө ҡорамалдар менән ярҙам итә. Ә.Вэлиди менән Фәтхел- ҡадир Сөләйман Фәндәр академияһы китапханаһынан Башҡортостанға бәйле һирәк осрар китаптарҙы һайлап бү- ләк итеп алып ҡайталар.

Башҡортостан хөкүмәте 1919 йылдың йәйе аҙағында Стәрлетамаҡҡа килеп урынлашҡанда, граждандар һуғышы арҡаһында тамам бөлгән илдең хәле бик ауыр ине. Йорт- ере ныҡ таланған, хужалыҡтар емерелгән. Халыҡҡа аслыҡ янай. Халыҡтың йыйып алған әҙ-мәҙ игенен дә, Ырымбур, Өфө губерналарынан килеп, иген һалымы тип көслөк менән йыйып йөрөйҙәр. Шул арҡала һәм бүтән административ мөнәсәбәттәргә бәйле рәүештә, йәш Башҡорт хөкүмәте, уның ревкомы менән Өфө, Ырымбур губерналары идаралыҡтары араһында ҡаршылыҡтар тыуа. Ҡышына аслыҡ башлана. Самаһыҙ иген һалымынан (продразверстка), эҙәрлекләүҙәрҙән интеКкән ауыл халҡы, бигерәк тә төнь- яҡ-көнбайыш Башҡортостан төбәктәре күтәрелеп сыға. "һәнәк болаһы” исеме менән тарихҡа ингән был күтәре

115




леш байтаҡ ҡына территорияны солғап ала. Бэлэбэй, Өфө өйәҙҙәре башҡорттары, делегациялар ебәреп, Кесе Башҡортостанға ҡушылыу теләген белдерәләр.

Республикала 1919—1920 йылдың көҙө һәм ҡышында хөкүмәт эштәрен ғәмәлгә ҡуйыу ана шундай ҡатмарлы шарттарҙа бара. Быға Башҡортостан ревкомын милләтселектә ғәйепләүсе урыҫ һәм татар вәкилдәре лә ҙур тотҡарлыҡ яһай. Ундайҙар, урыҫ һәм татар коммунистарының башҡорт коммунистарына ҡарағанда һан яғынан күпкә ҙур булыуынан файҙаланып, Башҡортостан партия әлкә комитетында өҫтөнлөк алалар, үҙ мәнфәғәттәренә буйһондорорға тырышалар. Башҡорттарға ярҙам (’’Башкирпо- мощь”) комитетына һәм ’’Ярлылар комитетына” (комбед) ла шулар оялап алып, бары үҙ яҡтарын ҡайыра. Мәскәүҙән ебәрелгән вәкәләтле вәкилдәр шуларға таянып эш итә. Шуның өсөн Әхмәтзәки Вәлидиҙең ’’Минең өсөн Мәскәү бынан һуң бер ялғанлыҡ, ике йөҙлөлөк, яһалмалык мөхитенә әүерелде”, — тип әйтеүендә ҙур хаҡлыҡ бар.

һәр хәлдә, Башҡортостанға ебәрелгән Мәскәү вәкилдәренең эшмәкәрлеге йәш республиканы нығытыуға түгел, ә милли автономия хоҡуғын юҡҡа сығарыуға йүнәлтелә.

Ревком тирәһендә ҡара болоттар ҡуйыра. Шуға ревком, үҙе алдан өлгөрөргә теләпме, 1920 йылдың 15—16 ғинуар төнөндә Башҡортостанда ғәҙәттән тыш комиссия ағзалары Ғ.Шәмиғоловты, Измайлов менән С.Мостафинды һәм тағы бер нисә кешене, Башҡортостан автономияһына ҡаршы заговорҙа ғәйепләп, ҡулға ала. Был ваҡиға иһә, йәшендән һуң яңғыраған күк күкрәүендәй, партия әлкә комитеты тарафынан яман тауыш ҡуптарыуға бер сәбәп кенә була. Әхмәтзәки Вәлидиҙең был ваҡытта ситтә булыуынан файҙаланып, оло ғауға сығаралар. Мәскәүгә, Үҙәк Комитетҡа, береһенән-береһе хәтәр телеграммалар оса. Башҡортостандағы Төркөстан ғәскәре частары хәрби хәлгә килтерелә. Тикшереүҙәр, эҙәрлекләүҙәр, үҙ-ара ғәйепләшеүҙәр, яла яғыуҙар китә. Ҡулға алынған ”урыҫ ялсыһы булған мосолман коммунистары” Ғ.Шәмиғолов менән Из- майловҡа Ә.Вәлиди ”һәр икеһе ’’урыҫтан арттырып урыҫ” булып күренергә тырышты. Шул йөҙҙән теләһә ниндәй милли автономия хәрәкәтенә дошман булып, бындай хәрәкәттәрҙе баҫтырыу өсөн бөтә көстәрен һалған, беҙҙе язалауға йә иһә аҫтыртын юҡ итергә ҡотҡо таратҡан әҙәмдәр ине” тип нарыҡ бирә.

116




Үҙәк Комитетҡа, Үҙәк милли халыҡ комиссариатына был ваҡиға һылтау өсөн етә ҡала — Башҡорт совет автономияһының хоҡуҡтарын сикләү, Дәүләт Договорын юҡҡа сығарыу әсән төрлө саралар күреү эштәре тиҙләтелә. Ревком рәйесе Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәй коммунистар партияһы Үҙәк Комитетына Ленин, Сталин, Троцкий исемдәренә Башҡортостан совет автономияһы мәсьәләһендә урындағы урыҫ һәм татар коммунистары, Үҙәк Комитет вәкилдәре тарафынан алып барылған, автономияны юҡ итергә йүнәлтелгән сәйәсәттәре тураһындағы белдереү хаты ла бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй. А.Троцкийҙың Өфөгә килеп кәңәшмә үткәреүе һәм ике яҡты ла тынысландырырға тырышыуы күҙ буяу ғына була. Уның ҡарауы Башҡорт совет автономияһын сикләү тураһында Мәскәүҙә йәшерен рәүештә тиерлек бер яҡлы документ әҙерләнеп ятҡан икән. Тиҙҙән аңлашыу өсөн тип Ә.Вәлидиҙе Мәскәүгә саҡыралар. Тиктәҫкә түгел ине был. Әхмәтзәки аңлай: йә уны көсләп Мәскәүҙә ҡалдыралар, йә иһә хөкөмгә тарттыралар. Икенең бере.

Уйлағаны хак булды: 1920 йылдың яҙында Әхмәтзәки Вәлидиҙе һуңғы тапҡыр Мәскәүгә саҡырыуҙары туған Башҡортостанынан уны мәңгегә айырыуҙарының һуңы ине.

Тыштан ҡарағанда хәүефләнерлек бер ни ҙә юҡ кеүек. Бары Мәскәүҙә үҙәктә эшкә ҡалырға тәҡдим итәләр. Ленин да, Сталин да шул уҡ бер һүҙҙе ҡабатлай: бында ҡалырға, улар менән бергә эшләргә. Ниҙер һиҙенһә лә, Ә.Вәлидигә ризалашыуҙан башҡа сара юҡ: ул инде үҙ ихтыярында түгел, ошо коммунист юлбашсылар ҡулында. Аманат хәлендә. Борон батша хөкүмәте лә башҡорттарҙы күпме аманат итеп тотҡан. Аманаттан ни яманат. Шул ук Ленин менән Сталин үҙҙәре Әхмәтзәкиҙе үҙ ихтыярынан тыш Коммунистар партияһы ағзаһы булырға ғариза яҙыуҙы мәжбүр иткән етәкселәр. Мәжбүр иттеләр, әммә рәсми рәүештә партия билетын биреүҙе үҙҙәре һаман һуҙып киләләр. Был көйө ул партиялымы, түгелме — билдәһеҙ. Ғаризаһы булғас, партия ағзаһы хөкөмөндә йөрөтөлөр, шулай хөкөм ителер кеүек. Ҡулында ағзалыҡ билеты булмағас, кәрәк сағында уға иҫәп-һан да юҡ.

Был хаҡта уға бер поляк дуҫы былай ти: ’’һеҙҙе партияға алдыҡ, тип әйтеүҙәре фәҡәт.партия тәртибенә буйһондороу, ағзалығығыҙҙы ҡулығыҙҙан тартып алыу өсөн эшләнә. Хәҙер партия — билдәләүсе нәмә — партия тәртибе. Ошо юл менән инсанды ихтыярынан мәхрүм итеүебеҙ

117




азатлыҡ һөйөүсе байтаҡ кеше өсөн бәхетһеҙлек сығанағына әүерелде. Минең уйлауымса, һеҙ Мәскәүҙә генә түгел, Шәреҡтә эшмәкәрлек итергә тейеш бер шәхес”.

Эйе, ихтыярһыҙ рәүештә Ә.Вәлидиҙе Мәскәүҙә тотоп ҡалдылар. Хөкүмәттең яуаплы вазифалы эшенә тәғәйен иттеләр кеүек, бик күп эштәр йөкмәттеләр, төрлө документтар әҙерләшергә ҡуштылар. Шулай ике ҡулын да бында бәйләнеләр.

һиҙенеүҙәре хаҡ булып сыҡты: Мәскәүҙә тотоуҙары сәйәси һәм тактик бер әмәл икән шул. Баҡһаң, Башҡортостан мәсьәләһе хаҡында үҙәктә бер комиссия эшләп килә, имеш. Ул Башҡорт Совет Автономиялы республикаһының конституцион-хоҡуҡи нигеҙҙәрен яңы-баштан тикшерә икән. Хәҙерге хөкүмәт, ревком етәкселәренең ҡайһыларын милләтселектә, контрреволюцион эштә ғәйепләп, ҡулға алыу ихтималы, көтөлмәгән үҙгәрештәр булыуы мөмкин, ти. Быларҙы Әхмәтзәки Вәлиди Мәскәүҙә апрель аҙаҡтарында ышаныслы кешеләрҙән ишетә белде. Үҙенә Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәре мәсьәләләре буйынса Сталин, Троцкий һәм Каменевтан торған өс кешелек комиссия эшләүен әйттеләр. Аҙаҡ исем өсөн бер нисә ултырышҡа уны ла саҡырҙылар. Мәсьәләләр комиссия тарафынан хәл ителеп бөткәйне инде асылда. Башҡорт совет автономияһының хоҡуҡтарын бик ныҡ сикләү хаҡында тәҡдимдәр ҡылынған, ул әлкә кимәленә төшөрөп ҡалдырылған тиерлек. Яуланған мөхтәриәтте яҡлап, үҙәк менән төҙөлгән дәүләт Договорына таянып, йөмһүриәттең юридик хоҡуҡтары, статусы хаҡында нигеҙле раҫлауҙар яһап, Әхмәтзәки Вәлиди комиссия ағзалары менән бәхәсләшеп, дәғүәләшеп ҡараны — улары үҙ һүҙҙәрен тылҡыны. Башҡортостан ревкомы рәйесен үҙҙәренең тәҡдименә күнергә өндәнеләр, ахырында, ҡәтғилек белдереп, буйһонорға бойорҙолар. Улар өсөн Ә.Вәлидиҙең комиссияла булыуы шуға хәжәт: икенсе яҡтың, республика ревкомы рәйесенең фекерен ултырыштарында тыңлағандар, әммә үҙҙәренең тәҡдимдәренә күндергәндәр, йәнәһе.

Комиссия ҡарамағынан һуң Рәсәй хөкүмәте кимәлендә ҡабул ителер бер яҡлы бындай тәҡдим һәм ҡарарҙар менән һис килешмәйенсә, Әхмәтзәки Вәлиди Владимир Ильич Лениндың үҙе менән бер-ике тапҡыр һөйләшеп ҡарай, элекке Договор нигеҙен яҡлай. Бына бер һөйләшеүҙәренең күсермәһе:

118


’’Вәлиди: 1919 йылдың мартында килешеп һүҙ бирештек. Килешеүгә - Договорға икебеҙ ҙә кул ҡуйҙыҡ. Шәреҡ- тәге бер мазлум милләттең хоҡуҡтары, тулы булмаһа ла, танылғайны. Ун дүрт ай тигәндә, улары ла күккә осто.

Ленин: Бындай әхлаҡи тәғлимәттәр хаҡында нимәгә таянып һүҙ күтәрәһегеҙ? һеҙ ниндәй революционер? Нишләп шул килешеүҙәргә йәбешеп ятаһығыҙ? һеҙҙең менән төҙөгән Килешеү — Договор һис кемгә һис бер бурыс йөкмәмәүсе ҡағыҙ киҫәге генә ул.

Вәлиди: Беҙ иһә кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең шундай ҡағыҙ киҫәктәрен ихтирам итеүгә таяныуына ышана инек.

Ленин: Яңылышҡанһығыҙ, һеҙ беҙҙең мөхиттә башҡа үҙенсәлектәр ҙә күрерһегеҙ. Мин етди һәм ихлас рәүештә беҙҙең менән бергә бөтә Рәсәй һәм донъя кимәлендәге эштәрҙә хеҙмәттәшлек итеүегеҙҙе теләйем. Ваҡытында талап ителгән ҡағыҙ киҫәгенә имза ҡуйырға мәжбүр булыу хаҡында бәхәсләшеү һеҙгә килешмәй”.

Тәрән белемле, юғары интеллектлы ике кешенең генә түгел, ә ике дәүләт эшмәкәренең, Рәсәй коммунистар партияһының, Рәсәй совет федерацияһы хөкүмәте башлығы Лениндың, даһи тип йөрөткән әүәлге юлбашсыбыҙҙың үҙ ҡулы аҫтындағы бүтән милләт юлбашсыһы, автономиялы хөкүмәт етәксеһе менән үтә ғибрәтле һәм яуаплы диалогы, сәйәси, хоҡуҡи ҡараштар конфликты бит был.

Марксизм-ленинизм тәғлимәтенә нигеҙ һалыусыларға, донъяла берҙән-бер иң ғәҙел, халыҡсан Совет хөкүмәте башлығының дәүләт договорҙарын бер ҡағыҙ киҫәге генә тип һанауы иҫ китмәле абсурдлыҡ бит! ’’Беҙҙең мөхиттә башҡа үҙенсәлектәрҙе лә күрерһегеҙ” тигән һүҙе лә шул абсурдлыкҡа, яуапһыҙлыҡҡа бәйле бит. Маҡсатҡа ирешеү өсөн теләһә ниндәй сара яҡшы, тигән принцип менән эш итеү, әлбиттә, әхлаҡҡа туранан-тура бағлы. Был хаҡта Әхмәтзәки Вәлиди Украина Совет хөкүмәтенең рәйесе Петровский менән Ленин хаҡында бер һөйләшеүен иҫкә ала. ’’Ленин маҡсатҡа ирешеү юлында теләһә ниндәй саралар ҡулланыуға бара, был партия һәм дәүләт етәксеһе өсөн ҙур әхлаҡһыҙлыҡ түгелме? - тигәндәй һорау ҡуя уға. Быға Петровский былай яуап бирә: ’’Әлбиттә, Ленин бөтә нәмәгә тактик күҙлектән карай. Мәҫәлән, халыҡ араһында ярашмаҫ никах хаҡында һүҙ сыҡһа, йәмғиәттә абруйыбыҙ төшмәҫме, тип уйлар ине. Лениндың ҡарашы дингә нигеҙ-




лэнмэгэн кеүек, әхлаҡ һәм ғөрөф-ғәҙәт ҡағиҙәләре менән дә сикләнмәгән. Ул әхлаҡты пролетариаттың синфи көрәше мәнфәғәттәренә буйһондора. Большевиктарҙың байтаҡ союздаштары ваҡытлы юлдаш. Уларҙың бер өлөшө, Ленин ялған вексель тарата тип, беҙҙән айырылды, һеҙ һөйләгән килешеүҙәр үҙ ваҡытында зарур булғанлыҡтан, әһәмиәте юҡ түгел”. Тимәк, әһәмиәте бөткәс, унан еңел генә баш тарта ала тигән һүҙ. Юҡһа, уға урыҫ милли фекерҙәренең бәғзеләре тәьҫир итмәйме икән? - тип һорай. Петровский: ’’Ленин коммунизмды ысын күңелдән донъя күләмендә тормошҡа ашырыуға өлгәшергә теләүе арҡаһында миллилекте танымай (вненаңионалец), әммә тарихи, географик, иҡтисади мәғәнәлә бөйөк Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарға ҡарата интернационализм хаҡында һүҙ йөрөтөүе күҙ буяуҙан ғибәрәт. Был хосуста ул великорус юҡҡа сығарыла, Башҡорт совет республикаһы ҡарамағына бик ныҡ сикләнгән хоҡуҡтар, асылда урындағы хужалыҡ, административ вазифалар ғына ҡалдырыла. Дөйөм экономика, финанс, сит ил эштәре, транспорт, почта һәм телеграф, хәрби эштәр тулыһынса Рәсәй Федерацияһына тапшырыла. Ғәскәр идаралығы Волга буйы хәрби округына буйһондорола. Был ҡандар ҡойоп яуланған мөхтәриәттең (автономияның), дәүләт үҙаллылығының юҡ ителеүе, асылда декоратив республика исеменең ҡалдырылыуы ғына ине. Образлап әйткәндә, юғарыға, азатлыҡҡа ынтылған башҡорт шоңҡарының ҡанаттарын киҫеп, ос- маҫлыҡ итеп ситлеккә бикләп ҡуйыуға тиң ине был декрет.

Автономия тип күпме тырышҡан, даулашҡан һәм яулашҡан лидеры Әхмәтзәки Вәлиди үҙе хәҙер аманат (заложник) урынында Мәскәүҙә ҡанаты киҫелгән һәм ситлеккә ябылған оса алмаҫ баш шоңҡар хәленә ҡуйылғайны. Декретҡа протест менән һүҙ ҡуҙғатмаҡ, дәүләт, шәхес хоҡуҡтарын даулап ҡарау — үҙ-үҙенә үлемесле хөкөм сығартыу менән бер. һуңғы әмәл — нисек башыңды ситлектән ал- маҡ, үлемдән ҡотолмаҡ. Рухы, ҡанаты төшөп, Әхмәтзәки Вәлиди бер мәл юғалып ҡалғандай итә. Артабанғы эшмәкәрлегенең, тырышлыҡтарының һис мәғәнәһе булмаҫ кеүек. Бушҡа күпме көс түгелде түгелме?

Хәҙерге аяныс хәлде, киләсәкте уйлап, Ә.Вәлиди күп баш ватҡандыр, төрлөсә уйланып ҡарағандыр. Ситуация киҫкен, әммә көстәр тиң түгел. Ул башҡорт иленән тыш төрки донъяһына ҡарап киңерәк фекер йөрөтөп ҡарай:

120


’’Көнсығыш Рэсэй мосолман ҡәүемдәре бер милли идеал тирәһендә тупланырға мөмкин, әммә башҡорттар кеүек, ғәскәрлек тәжрибәһен белгәндәр аҙ. Урыҫ милләтендә бөгөн берҙәмлек юҡ, тарҡау фекерҙәрен берләштерә алыу форсатынан мәхрүм ҡалдылар. Бындай хәлдә теләһә ниндәй күтәрелеш, тәү мәлдә уңыш ҡаҙанһа ла, аҙаҡҡы сиктә һәләкәткә дусар буласаҡ. Беҙ большевиктар менән артабан хеҙмәттәшлек итә алмаҫбыҙ, уныһы асыҡ. Мин аркадашта- рым менән Төркөстанға китеп, унда күптән башланған азатлыҡ хәрәкәтенә ярҙам итеүҙе өҫтөнөрәк күрәм”. (’’Хәтирәләр”, Өфө, 1996, 317-се бит).

Мәгәр Вәлиди теләһә ниндәй хәлдәрҙә лә бөгөлөп төшөр заттарҙан түгел. Уға хәҙер һағыраҡ булырға, тактиканы үҙгәртергә кәрәк. Бер ни тиклем тынысланғаныраҡ һымаҡ күренергә тырыша ул баш хужаларына. Ҡушҡан яуаплы йомоштарын еренә еткереп башҡара. Бойорғас, Көньяҡ фронтҡа, Сталин штабына ла барып сыға. Шунан ары һыҙырға яй сыҡмаҫмы — шуны уйлай. Ауырып китеүенә һылтанып, Сталиндан Әстрханға етеп бер аҙ хәл алырға һорап ҡарай. Ҡайҙа ул ял, ҡайҙа ул рөхсәт! — һиҙенгәндер мәғ- лүн. Кире тиҙ генә Мәскәүгә оҙатмаһынмы үҙен.

Стәрлетамаҡтан үҙәккә киткәндә ышаныслы хөкүмәт ағзалары, арҡадаштары менән шуға килешкәйнеләр: әгәр уны Мәскәүҙән ҡайтармаһалар, азатлыҡ өсөн көрәште Төркөстанға китеп дауам итергә, шунда фәлән урында йыйылырға.

Хәҙер Мәскәүҙә тотҡарланыуына ла уның икенсе ай, Башҡортостан хаҡында яманатлы декрет иғлан ителеүгә лә әллә күпме ваҡыт үтте — илдән йүнле хәбәр-хәтер юҡ. Бында һәр аҙымың күҙәтеү аҫтында, ҡайтыр юл ябыҡ. Элемтә ептәре Үҙәк ҡулында.

Аҙаҡ белер: үҙен Стәрлетамаҡҡа ҡайтарыуҙы һорап, Үҙәк Комитетҡа күпме телеграмма һуҡҡандар — уға ләм- мим. Оҙаҡламай ревком, хөкүмәт ағзаларын да ҡаты күҙәтеүгә, ҡыҫымға алғандар, ахырында улар хөкүмәтте ташлап китергә мәжбүр булғандар. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл: Ә.Вәлиди Мәскәүҙә — тотҡонлоҡта, ил арҡадаштары ҡасҡын хөкөмөндә. Был инде һәләкәткә тиң.

Бындай мәлдәрҙә һуңғы әмәлгә тотонорһоң хатта. Әмәлгә таянғандай, был юлы Вәлиди Сталиндың үҙен теп башына ултырта: ул бирмәгән рөхсәтте партия Үҙәк Комитеты секретарҙары Крестинский менән Преображенский

121




фекерҙәштәре ярҙамында ала. Йәнәһе, Әстрхан ви- лайәтендә ял итеп ҡайтырға тейеш — ҡулында хәҙер ышаныслы ҡағыҙ бар. Өйөндә ҡунаҡта саҡта - хатта ки ғүмерҙә уйыңа ла килтермәҫһең - батшаның зиннәтле һунар мылтығын үҙенә бүләк итмәһенме Преображенский!

Бындай саҡтарҙа үҙеңдән-үҙең үҙгәреп китерһең: ышаныслы юлдаштары, Үҙәк Комитеттың мөһөрлө ҡағыҙы менән Мәскәүҙән сығып китә Ә.Вәлиди.

Был 1920 йылдың 29 июнь иртәһе ине.

Мәскәү менән мәңге айырылышыу көнө.

Оҙон юлда сәфәр кешеһенең уйына күберәк күңелле хәлдәр, һәйбәт хәтирәләр иҫтә төшәлер, моғайын. Иң башта үҙенең өҙөлөп һөйгән кәләшен, Нәфисәһен иҫенә төшөрҙө. Туйҙары бөгөнгөләй булып күҙ алдына килде. Өйләне- шеүҙәренә әле йыл да тулмаған бит. Бына тағы айырылыу ғаиләнән. Аҙғамы-күпкәме — билдәһеҙ. Юлдары хәтәр. Сәфәре йыраҡ.

Ун дүрт йәшендә үк таныштырғайнылар Әхмәтзәкиҙе Нәфисә менән. Атаһы менән булаһы ҡайныһы Хажимөхәм- мәт хажи әшнәлеге, ҡоҙалашыу теләге арҡаһында ине. Улар башҡорттоң түңгәүер ырыуынан. Урал аръяғындағы Әбйәлил ауылынан. Нәфисәнең әсәһе - Троицкиҙағы мәшһүр Зәйнулла ишандың ҡыҙы. Шулай таныштырҙылар, йәштәр бер-береһен яратыштылар. Аралар бик алыҫ булғанға, һирәк осрашһалар ҙа, башта йыш хат алыштылар. Аҙаҡ Ҡаҙанға китеп укып-уҡытып йөрөгәндә йәйлеген генә осрашырға тура килде, килмәгәндә юҡ. Әммә һөйөү-һө- йөшөү һүрелмәне. Алыҫ ҡояш йылырак булған кеүек, мө- хәбәттәре арта ғына барҙы, буғай. Тик һуңынан ситтә йәмәғәт эштәренә, башҡорт милли хәрәкәтенә, хөкүмәт вазифаларына бирелеп китеп, никахтары бик күпкә һуңланы. Улар өйләнешкәндә, Нәфисә ултырған ҡыҙға әйләнеп, Әхмәтзәки үҙе утыҙға етеп бара ине инде.

Туйҙары Әхмәтзәки Вәлиди Саранскиҙан Башҡортостанға хөкүмәт һәм ғәскәр менән әйләнеп ҡайтҡан 1919 йылдың сентябрь башында булды. Никах туйы ғәҙәттәгесә ҡыҙҙың тыуған түркен йортонда Әбйәлилдә үтте. Ләкин иркенләп туйлап ятырға мөмкинлек юҡ ине. һуғыш заманы. Хатта ҡыҙ ҡуйынына инер ҡауышыу төнөнә лә тыныслыҡ теймәне. Төн уртаһында биш һыбайлы килеп Әхмәтзәки ҡулына телеграмма тотторҙо. Мәскәүҙән Троцкий телеграф аша һөйләшергә ашығыс рәүештә Магнитогорскиға

122




саҡыра ине. Туй ваҡыты, төн тип тормай, йэһэт кенә кейенеп, шунда саба. Ҡыҙыл ғәскәрҙәрҙең баш командующийы Петроградҡа һөжүм итеүсе генерал Юденичтың аҡ ғәскәренә ҡаршы башҡорт полктарын һис кисектермәй оҙатырға бойора. Хәрби бойороҡтоң һүҙһеҙ үтәлеүе зарур.

Ғәскәр сардары шулай тағы ат өҫтөндә. Кәләшен ҡалдырып, Стәрлетамаҡҡа ашыға был юлы. Унда уны Ленин эҙләтә, имеш. Ленин телефон аша тағы шул ғәскәр талап итә. Бына ҡасан уларға башҡорт кәрәк. Яу өсөн, ҡан ҡойор өсөн. Пролетариаттың баш ҡалаһы Петроградты Юденич аҡ ғәскәренән һаҡларға ҡыҙыл башҡорт ғәскәре килә, тип шапырынырға кәрәк ине уларға. Йәнәһе, пропаганда сараһы. Автомобиле менән Бәләбәйгә барып, бер нисә полкты Петроградҡа оҙатып, Стәрлетамаҡҡа кире әйләнеп ҡайтҡас ҡына Әхмәтзәки Вәлидигә туйҙы үҙҙәре яғынан тамамлап ҡуйырға форсат тейә. Туйға ата-әсәһен, бабаһы Хәбибназарҙы, бөтә туған-тумасаларын, яҡын дуҫ-иштәрен, хеҙмәттәштәрен саҡыра. Бөтә ыҙа-яфаларын, үҙ хөкүмәттәре тип көн-төн сабып йөрөүҙәрен бер көнгә генә булһа ла оноттороп, күңел юшҡындарын йыуҙырып төшөрөр күпме көтөлгән иҫтәлекле никах туйы була был. Ҡасандыр ауылынан ҡасып сығып киткән үҫмерҙең, төрлө илдәр, ерҙәр гиҙеп ҡайтып, батша булып ултырған әкиәт батырындай, хөкүмәт башлығы булып, ил күләмендәгеләй оло туй яһауынан да ниндәй ҙур шатлыҡ бар әлегә уға. Ә ата-әсәһенең, яҡын туғандарының ҡыуанысын әйтеп аңлатырлыҡмы ни; илгиҙәр улының һәм бөйөк шәйехтең ейәнсәре, хәҙер үҙҙәренең ғәзиз килененең күпме зарығып көтөп алған туйҙары бит.

Туй табындары бик күңелле барҙы. Бабаһы Хәбибна- зарҙың әйткән фатиха һүҙҙәрен, ғәрәп шиғырын һаман һис онота алмай. Туй шәрәфе өсөн генә ҡулына затлы шарапты тотоп, әлеге һүҙҙәрен, ғәрәпсә уларҙы әйтеүгә Әхмәтзәки үҙе лә шундуҡ ғәрәпсә шиғыр менән яуап ҡайтармаһынмы. Был шиғырҙарҙың мәғәнәһен ғәрәпсәне белмәгәндәргә үҙе үк аңлатып та бирә: Быяла һауыт менән шарап икеһе лә үтә күренеп торғанлыҡтан, шарап барлығы тойолмай. Шуның шикелле беҙҙең баштар ҙа буталып киткеләйҙер. Буталмай буталсыҡтан сыға белеү, күҙ йәшендәй сафлыҡты һаҡлай белеү аҡыллылыҡ билдәһелер.

һүҙенең аҙағында кейәү кеше ярым етди, ярым шаяртып шуны ла өҫтәне: Совет режимының бер файҙаһын да күрҙек былай булғас: ул шәхес менән мөрит, остаз менән

123




шәкерт араһындағы быуаттар буйы торған пәрҙәне йыртып ырғытты. Ул кистә бабаһы һәм атаһы менән дин һәм исламдың киләсәге, дин менән дәүләттең мөнәсәбәте тураһында төп ҡарарға ла яйын таптылар, кинәнеп байрам иттеләр. ’’Стәрлетамаҡтағы был күңелле һөйләшеүҙәр бабам менән һуңғы күрешеүем булды. Иртәгәһенә иртәнсәк бер батальон ғәскәр менән Шафранға йүнәлдем. Был осрашыу ғүмерем буйы һис хәтеремдән сыҡманы”, — тип яҙыр быны хәтирәләрендә. Ғәрәп телендә шундай атаҡлы ғәрәп шағирҙарынан шиғырҙар әйтешеү ғәҙәттәре барлығын бер саҡ 1926 йылда Истамбулға килгәндә академик В.Бар- тольдҡа һөйләгәйнем, Урал буйҙарында ла ғәрәп шағирҙа- рының ғәрәпсә шиғырҙары яттан һөйләнә алыуына бик ғәжәпһенеп ҡуйҙы хөрмәтле академигыбыҙ, тип тә иҫенә төшөрә.

Был оло туйҙан һуң Әхмәтзәки Вәлиди йәш кәләше менән башҡорт ғәскәре артынан Петроградҡа йүнәлә. Ғәскәр башлығы фронт шарттарында ла Нәфисәне үҙе менән йөрөтә, ваҡыт тапҡан араларҙа элекке пайтәхеттең зиннәтле һарайҙарын күрһәтә, һалдат аштары менән һыйлай. Хөкүмәт эштәре, яу ҡыры менән аралашҡан туй сәфәре лә була инде улар өсөн.

Фронт һыҙығынан йөрөп ҡайтҡас, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡҡа, Нуғаевтарҙың дәүләт ҡарамағына алынған иркен йорттарына урынлаша. Шулай үҙҙәренсә донъя көтөп алып китәләр. Көндөҙ Әхмәтзәки бөтә көнө хөкүмәт эштәре менән мәж килеп үтһә, кисен улар фатиры йыш ҡына хеҙмәттәштәре, ҡунаҡ кешеләр һөйләшеп ултырыр мәжлес кисәләренә лә әйләнгеләй. Атаҡлы Нуғаевтар йорто шулай ҡунаҡханаға, Мәскәү, сит ил вәкилдәре, күренекле ҡунаҡ шәхестәр менән осрашыу урынына ла әүерелә.

Шулай март башының буранлы көндәренең береһендә Стәрлетамаҡҡа дүрт мосафир килеп төшә. Икәүһе һиндо- стан вәкилдәре Мәүләүи Бәрәкәтулла менән Мәүләүи Ғәбделбар исемле күренекле заттар, икәүһе Рәсәй мосолмандары араһында киң билдәле Ғәбдерәшит ҡазый Ибраһимов менән Муса Яруллаһ Бигиев хәҙрәттәр булып сыға. һинд мосафирҙары өшөп туңыр хәлгә еткән.

Тегеләре дәүләт йомошо менән килгәндәр. Ленин янында булғандар, уның кәңәше менән Стәрлегә юл тотҡандар. Урал буйҙарында бер ислам дәүләтенең барлыҡҡа килеүе ҡыуаныстарын белдерҙеләр, ә үҙҙәренең ниәте шундай

124




дәүләттәрҙе тағы юлға һалышыу, бергәрәк туплау икән. Исламды байраҡ итмәкселәр. Ә Ә.Вәлиди демократик гражданлыҡ дәүләте тарафдары, ул һинд вәкилдәренә лә шул йүнәлештә эшләргә кәңәш бирә. Ғәбдерәшит менән Муса хәҙрәт тә дин әһелдәре. Улар ҙа мосолман халыҡтарын ислам дине нигеҙендә берләштереү яҡлылар, әммә күпкә һул уҡымышлы шәхестәр. Муса Бигиев Әхмәтзәки Вәлиди кәңәше һәм тәҡдиме менән Башҡортостан хөкүмәте юстиция вәкәләтенең кәңәшсе ағзаһы итеп тәғәйенләнә.

Бындай вәкәләтле заттар менән оҙак һөйләшеү һәм артабан хеҙмәттәшлек улар өсөн дә, Әхмәтзәки Вәлидиҙең үҙенә лә фекерҙәшлеккә, аралашыуға мөмкинлектәр аса. Башҡортостанда төрөк офицеры Кәзим бей, Ҡаҙағстан хөкүмәте вәкилдәре Азимбәк Биремжанов, Мөхтәр Әүәзов кеүек дәүләт эшмәкәрҙәре менән осрашып һөйләшеүҙәр ҙә дәүләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға хеҙмәт итешә.

Йәш Башҡорт дәүләте эшенә Әхмәтзәки Вәлиди киң ҡарашлы демократик урыҫ һәм татар уҡымышлыларын да тарта белде. Башҡортостанда йәшәгән бар халыҡтар өсөн дә яҡын уртаҡ демократик дәүләт төҙөү уйы менән янды. Башҡортостанға Үҙәктән ебәрелгән билдәле коммунист Москаленко Ә.Вәлиди тураһында иҫтәлектәрендә былай тип яҙҙы: ’’Вәлидовтың, Совет Азияһындағы ҡәүемдәр һәм уларҙың хөкүмәттәре менән федерация нигеҙендә берләшеп, ҙур дәүләт ҡорорға тырышыуына шик юҡ ине, уның күҙе Рәсәйҙең тышына йүнәлтелгәйне. Ул иптәштәренә ҡарағанда байтаҡ киңерәк ҡарашлы булды”.

Эйе, Әхмәтзәки Вәлидиҙең дәүләтселек мәсьәләһендә пландары киң һәм ҙур ине. Бер ҡәүем, бер халыҡ менән генә көслө дәүләт төҙөү мөмкин түгеллеген аңлай ине. Уға, киңлектәргә ынтылған шоңҡарҙай йәнгә, канаттарын кирергә мөмкинлек бирмәнеләр.

Бына Башҡорт автономияһы дәүләте өсөн көрәштә тейешле һөҙөмтәгә өлгәшә алмағас, ярым-йорто мөхтәриәт идеяһы, большевистик диктатура менән килешмәйенсә, ул юл сатында баҫып тора. ’’Ҡайһы юлды һайларға? Икеләнәһе, һайлайһы юҡ: азатлыҡ өсөн көрәш хәҙер тағы киңерәк майҙандарҙа, Төркөстанда дауам итәсәк. Бөтә ғәйрәтеңде күптән башланған Төркөстан хәрәкәтенә ҡушып, уға бер идеология булдырыуға сарыф итәсәкмен”, — ти ул үҙе программа рәүешендә. Йәғни был көрәштең яңы этабы башланасаҡ.

125


ТӨРКӨСТАНДА

Яҙмыштың боролошло саҡтары булыр.

Яҙмыш ҡына түгел, хатта тарихтар ҡабатлана, тарих юлдары үҙҙәре бормалы. Шулар үҙ бормалы юлдарында йөрөтә әҙәм балаларын.

1908 йылдың 29 июнендә, атайымдан ҡасып, алыҫ ҡалаларға уҡырға киткәйнем. Хәҙер 1920 йылдың 29 июнендә, Лениндан ҡасып, уға ҡаршы асыҡтан-асыҡ көрәш байрағы күтәреп, Төркөстандың тау-сүлдәренә юлландым”, — тип башлай Ә.Вәлиди ’’Хәтирәләр” китабының ’’Төркөстандағы көрәш” исемле бүлеген.

Шулай Әхмәтзәки Вәлидиҙең азатлыҡ өсөн көрәштә икенсе иң оҙон һәм иң данлы яулы сәфәре, төрлө илдәр- ерҙәр аша үтер оло одиссеяһы башлана.

Төп маҡсаты — Төркөстанда азатлыҡ өсөн көрәште яңы этапта йәйеп ебәреү һәм үҙе шунда туранан-тура ҡатнашыу. Алда күргәнебеҙсә, Ә.Вәлиди был көрәште 1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң тап Төркөстанда кабыҙышып ебәргәйне лә. Унда тәүге ялҡын һүрелде- релгәс, быны Башҡортостанда дөрләткәйне. Башҡортостан —Ҡаҙағстан—Төркөстан төрки азатлыҡ хәрәкәтенең бер бөтөн ҡулсаһы ине уға. Хәҙер Башҡортостан автономияһы хоҡуҡтары Мәскәү тарафынан бик ныҡ сикләнгәс, был көрәште Төркөстанда дауам итеү, ысын автономияға, үҙаллы дәүләтселеккә өлгәшеү — төп бурыс. Был хаҡта төрки лидерҙары менән электән, һуңында Мәскәүҙә күп тапҡырҙар һөйләшелгән, пландар ҡоролған, Башҡортостандағы арҡадаштары менән һүҙ ҡуйышылған.

Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең бер нисә юлдашы менән йәшерен рәүештә Мәскәүҙән нисек Төркөстанға барып юлығыу юлының маршрутын ла анык билдәләгән: Мәскәү— Әстрхан—Ашхабад—Бакы—Устйорт—Харәзм—Бохара.

Әлбиттә, маршрут, пландарҙы билдәләүҙәре еңел, әммә ғәмәлгә ашырыуҙары күпкә ауыр һәм ҡатмарлыраҡ.

Юл йөрөмдөң былай ҙа әле үҙ мәшәҡәттәре күпме. Әҙерлеге-ние, башҡаһы. Әхмәтзәки Вәлиди ҡатынын — Нәфисәһен, бер башҡорт һалдаты оҙатыуында Волга пароходына ултыртып, Царицынға алдан ебәрҙе. Унан Мәскәүҙә йыйылған байтаҡ китаптарын, иң кәрәк-яраҡ әйбер- ҙәрен, хөкүмәткә бәйле архивын адъютанты аша Стәрлета-

126




макҡа әҙерләп оҙатыша. Аҙаҡ үҙҙәре бер төркөм юлдаш һалдаттар менән, үҙе лә ҡыҙылармеец кейемендә бер нисә аркадашы менән поезда Һарытауғаса юлға сығалар. Башҡортостанға ҡайтыусы һалдаттар менән Һарытауҙа хушлашып, үҙҙәре ҡаҙаҡ ҡорҙашы Әхмәт Байторсон, ике башҡорт юлдашы, йәнһаксылары менән, ҡаҙаҡтар тарафынан алдан әҙерләп көтөп торған аттарға атланып, Волга буйлабырак, ҡаҙаҡ далалары ҡырлап, бер ауылға, кала- фәләнгә һуғылмай, Царицын, Әстрхан тарафына юлланалар. Юлда төрлө мажаралар күреп, эҙ яҙҙырып, алдан килешелгән йәшерен маршрут һәм көтөп торған кешеләр ярҙамында Волга буйы нуғайҙары араһына етеп, әҙерәк хәл йыялар, ҡунаҡ булалар. Әстрхандан, пароходҡа ултырып, Каспий диңгеҙе аша Баҡыға сығалар. Унда тағы йәшерен рәүештә үҙ йомоштарын башҡаралар. Август айында Төрк- мәнстанға килеп, Ашхабад һәм Мерв ҡалалары тирәһендәге төркмәндәр араһында йәшәйҙәр. Бик һаҡлыҡ менән көрәште ойоштороу, бәйләнештәрҙе булдырыу эштәре менән шөғөлләнәләр. Бик һаҡ, йәшерен эш итергә тура килә, сөнки, белеүебеҙсә, Әхмәтзәкиҙе тотоу өсөн Мәскәү тарафынан ебәрелгән шымсылар Төркөстан тарафтарында йөрөп ята, нисек тә эҙенә төшөргә тырышалар. Бакыла сентябрь башында йыйылған Шәреҡ халыҡтары съезы эшендә лә уға конспиратив рәүештә генә ҡатнашырға тура килә. Фекерҙәш делегациялар өсөн съезға мөһим ҡарар проекттарын яҙып бирешә, съезд барышында йәшерен осрашыуҙар үткәрелә, Төркөстандағы хәрәкәттең төп пландары тикшерелә, башҡорт делегаттары менән кәңәшләшә.

Бакынан, Каспий диңгеҙен урап, Төркөстанға кире китешләй Һарытау өлкәһендәге Петровский ҡалаһына туҡтала. Шунда Ленин, Сталин, Троцкий һәм Рыков исемдәренә 1920 йылдың 12 сентябрендә дүрт нөсхәлә тарихтарҙа ҡалыр хаттарын яҙа.

Рәсәй коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты үҙ ҡулына алған Шәреҡ халыҡтарының Баҡылағы съезы Мәскәү большевик етәкселәре диктовкаһы аҫтында үтте, ул Мәскәүҙең милли сәйәсәттәге ысын йөҙөн күпмелер асып һалды. Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең был хаттарында ундай сәйәсәттең ниндәй һөҙөмтәләргә килтерәсәген асыҡтан- асыҡ һәм уның баш идеологтарынан һис ҡурҡмайынса ҡыйыу фаш иткәйне. Бына уның төп фекерҙәре:

127


’’РКП(б) Үҙәк Комитеты башлаған сәйәсәттән аңлашылыуынса, һеҙ ҙә, Артем менән иптәштәре кеүек үк, Шәреҡ милләттәренә ҡарата сәйәсәтегеҙҙең нигеҙе итеп ысын урыҫ шовинистарының фекерен ҡабул итергә булдығыҙ. Гәрсә иптәш Троцкий, Өфөлә ошо мәсьәләләрҙе тикшергәс, был кешенең С.Артем (Ф.А.Сергеев — Ғ.Х.) эшмәкәрлеге провокациялар теҙмәһенән ғибәрәт булыуын аңлағайны. Шөбһә юҡ, яңы урыҫ империализмы сәйәсәте хакимлыҡ итә бирә. Төрк комиссияһының башында торған Фрунзе һәм Куйбышев иптәштәр ҙә, Троцкий кеүек үк, Үҙәк Комитет үткәргән сәйәсәттең ике йөҙлө һәм алдатҡыс булыуын Рыҫҡолов менән мине етәкселектән ситләштергәндән һуң йыйылған йыйылыштарҙа асыҡтан-асыҡ һөйләгәндәр. Иҫке традицион урыҫ империализмын аҫтыртын тормошҡа ашырыу эше партия ағзаһы булған аркадашта- рыбыҙ ҡулы менән хәл ителергә тейеш буласаҡтыр. Төркөстан халыҡтары араһында синфи ҡаршылыҡтар яһалма рәүештә кабартыласағы, Рыҫҡолов менән Вәлидов кеүек урындағы милләтселәрҙең эшсе синыфтың дошманы сифатында фашланасағы, ундағы зыялылар араһынан, ’’октябристар” тип атап, урыҫ империализмына тоғро бәндәләр әҙерләнәсәге һәм улар беҙҙе юҡ итәсәге хаҡында шул уҡ Төрк комиссияһы ултырышында асыҡ әйтелгән. Фәҡәт белмәйһегеҙ, беҙ урындағы крәҫтиәндәрҙең яһалма синфи дошманы булмаясаҡбыҙ һәм, ғөмүмән, мыҫҡылға дусар ителеүгә баш эйеп тормаясаҡбыҙ. Үҙегеҙгә кәрәк ҡорбандарҙы табырһығыҙ. Фәҡәт ул ҡорбандар беҙ булмайбыҙ. Төркөстанлыларҙың хоҡуғына ҡул һуҙыу тик урындағы урыҫ коммунистарының эше түгел икәнен, был сәйәсәт Үҙәк Комитеттың үҙ сәйәсәте булыуын Бакылағы Шәреҡ халыҡтары съезы унда ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ап- асыҡ күрһәтте. Үҙәк Комитет вәкилдәре Зиновьев менән Радектың съездағы көнсығыш халыҡ вәкилдәренә мөнәсәбәте 1917 йылда инҡилап башланған мәлдә комиссарҙарҙың ауыл йыйылыштарына ҡыуып килтерелгән наҙан крәҫтиәндәргә ҡарата күрһәткән мөғәмәләһе менән бер булды. Делегаттарҙың үҙ мәмләкәттәрендә әҙерләп килтерелгән сығыштарын уҡыуын ҡысҡырып туҡтатыу менән генә сикләнеп ҡалманылар. Ҡыҙыл һаҡсы һалдаттар ярҙамында һөйләтмәй тыйып ҡуйҙылар һәм Мәскәү биреп ебәргән ҡарарҙарҙы мәжбүри ҡабул иттерҙеләр. Көнсығыш милләттәр мәсьәләһен тик урындағы хоҡуҡ, ауыл мәсь-

128




элэһе тип ҡарау Үҙәк Комитеттың ялған юлға боролоуын кире ҡаҡҡыһыҙ иҫбатлай. Үҙәк Комитет көнсығыш халыҡтары ауылдарында барлыҡҡа килтереләсәк яһалма синфи ҡаршылыҡты тик террор ярҙамында йәшәтә алыр. Иптәш Лениндың Коминтерн съезында колониаль мәсьәлә буйынса уҡыясаҡ тезистары хаҡында яҙған иҫкәрмәләремдә был хаҡта әйткәйнем инде. Көнсығышта ижтимағи инҡилап яһалма синфи бүленеш (расслоение) арҡаһында ғына тормошҡа ашыра торған хәл түгел, ул бик ҡатмарлы мәсьәлә. Европа халыҡтарының капиталист һәм эшсе синыфтары колония яулау өсөн бергәләп тотонһа, колонияға әйләнгән шәреҡ крәҫтиәне менән эшсе үҙ байҙары менән берләшергә мәжбүр буласаҡ, һеҙ, урындағы халыҡта синыфтарға бүленеү барлыҡҡа килмәүен күрә тороп, уҡымышлыларҙы ғәйепле табасаҡһығыҙ, уларҙың бер өлөшөнән ’’синфи дошман, ваҡ буржуаз милләтсе”, икенсе өлөшөнөн ’’синфи октябрист” яһаясаҡһығыҙ, бер нисә тапҡыр был ”һул октяб- ристар”ҙы ’’синфи дошман” сафына сығарып язалағандан һуң, уларҙың урынына яңы ”һул октябристар” әҙерләйәсәкһегеҙ! ”

Был хат юлдарында ни тиклем алдан күрә белеү сағылған. Рәсәй коммунистар партияһының милли сәйәсәте, террор аҙаҡ миллионлаған ҡорбандарға килтереүе шуны һөйләй бит.

Был хаттар юғары адресаттарына тапшырылыр, төрлөһөндә төрлөсә тәьҫир тыуҙырыр. Сталин, һәр төрлө вәғәҙәләр биреп, кире Ә.Вәлидиҙе үҙ яҡтарына ҡайтарыр өсөн саралар күреп ҡарар. Ленин хатта ниндәйҙер үкенес белдерер. Ә бында ни тиклем хәйлә һәм мәкер ята.

Башҡорт лидерының был хаттары милли сәйәсәт мәсьәләһендә Рәсәй коммунистар партияһы етәкселәре, иң беренсе сиратта В.И.Ленин менән принципиаль диалогының, идеялар көрәшенең тәүге мөһим һығымтаһы һәм был сәйәсәттең ниҙәргә килтерәсәгенә етди иҫкәртеү булып яңғырай. Асылда киләсәк ҡыҙыл террорҙы, 1937—1938 йылдарҙа ҡубар дөйөм репрессияны иҫкәртеү ҙә ине бит ул. Баштарын бындай ҡотолғоһоҙ террорҙан ҡотҡарыу өсөн бөтә арҡадаштарын Төркөстанға, ҡырғарак әйҙәүе ерле юҡтан түгел ине Әхмәтзәкиҙең.

Ошо уҡ көндө Ә.Вәлиди Үҙәк Комитет сәркәтиптәре һәм Политбюро ағзалары Крестинский менән Преображен- скийға ҡыҫҡаса хаттар яҙа йәнә:” Гәрсә социалистик прин

129

5-1303




циптарҙы милли принциптар менән үҙ-ара килештереү буйынса, социализмдың бөйөк милләттәрҙең (формаһы ғына үҙгәргән) хакимлығы аҫтында тормошҡа ашырыла алыу-алмауы хаҡындағы фекерҙәребеҙ ныҡ айырылһа ла, намыҫлы булып ҡалырға тырышҡан бер инсан сифатында һеҙҙең икегеҙ һәм ҡайһы бер башҡа коммунистар менән дуҫтарса мөнәсәбәт итеүем саф күңелдән булды. Советтарға, коммунизмға ҡаршы көрәш юлына баҫып, мин һеҙҙе алдаманым. Алдағаным — Сталин кеүек мине алдаған дәүләт эшмәкәрҙәре. Эскерле, ике йөҙлө диктаторҙың кеше яҙмышы һәм ихтыяры менән намыҫһыҙ уйнауы хаҡында иҫкәртеүсе ҡайһы бер иптәштәр бар, улар партия эсендә ҡот осҡос террор баш күтәрәсәге хаҡында асыҡ һөйләй. Бер көн һеҙҙең дә баштарығыҙ осмаһын тип ҡурҡам. Мин башымды ҡасан киҫерҙәр тип көтөп ултырманым. Үлһәм дә, асыҡ һуғышта үлермен” (Ә.Вәлиди. “Күрәҙәлек итә тимәгеҙ...”, Өфө, 1998, 27-се бит).

Ни тиклем борсолоулы, аяныслы, әммә хаҡ һүҙҙәр! Иҫкәрткән был фекерҙәштәренең баштары ун өс йылдан һуң ысынлап та террор ваҡытында оса, ә үлемесле көрәшкә күтәрелгән Ә.Вәлиди үҙе уттар-һыуҙар, яуҙар кисеп иҫән ҡала. Рәсәйҙән башын алып ҡасмаһа, ул да, йәберләнгән фекерҙәштәре кеүек, нахаҡҡа ҡорбан булыр ине.

Сит-ят ерҙәрҙә ауыр һәм билдәһеҙ оҙон юлдар яңы башлана ғына ине әле уға. Иленә үҙе кире әйләнеп ҡайта алмаҫ яҙмыш юлдары.

Алда Дағстандан Әстрхан, Гурьев аша Харәзмға — Урта Азияға сығыр меңәр саҡырымлы юлдар ята. һыуһыҙ ҡаҙаҡ таҡырҙары, Устйорт ҡом сәхрәләре, ялан, далалар аша.

Иң яҡын арҡадаштары — ысынлап та арҡа терәге шул, хәүефле хәтәр юлдар үтеп, ҡайнағаһы Талха Рәсүлев менән Харис Йомағолов алдан Әстрхандың үҙенә килеп еткән. Улар һәм йәнә йәнһаҡсылары менән Әхмәтзәки Вәлиди Әстрхандан, елкәнле балыҡсы кәмәһе яллап, диңгеҙ ситләп Гурьевҡа йөҙәләр. Унан 17 сентябрҙә Ҡанбалыкҡа сығалар. Улар инде хәҙер Бүкәй урҙаһы ҡаҙаҡтары араһында. Үҙҙәрен Ҡазан сауҙагәрҙәре тип таныштыралар. Ҡаҙаҡтар, һиҙгер халыҡ, уларға, татарға оҡшамағанһығыҙ, истәктәрһегеҙ, тиҙәр. Өҫтәүенә, өлкән бер аҡһаҡалы: ’’Истәктәрҙең бик ҙур ғәскәре бар икән. Башлыҡтары Зәки Вәлиди атлы аҙамат, имеш, ҡаҙаҡтар менән әшнәләш”, —

130


тип ебәрә. Бындай һүҙҙәрҙән мосафирҙарҙың эстәре йылынып китһә лә, үҙҙәренең кем икәнен әйтергә ярамай ине шул.

Еткеле аҙығын әҙерләп, ат һәм дөйә яллап, оҙон һәм хәтәр Устйорт сүллектәренә инеп юғала артабанғы юлдары. Аҙналар буйы сүллектә күргән ыҙаларын һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Юл аҙабы — гүр ғазабы: араһында хәүефтәр һағалай уларҙы; һыуһыҙлыҡтан сарсайҙар, эҫеһенән- һыуығынан норлайҙар, асҡа ҡаҡланалар. Көн-төн юлда аяҡ табандары табаланып, бер айҙан артыҡ ауыр сәфәрҙән һуң ғына октябрҙең егермеләрендә арып-алйып Харәзм тарафына, уның беренсе ҡалаһы Ҡуңратҡа килеп йығылалар. И, хоҙайҙың рәхмәте, бында уларҙы иҫке аркадашта- ры Хөрмәтулла Иҙелбаев ҡаршылай. Мосафирҙар интектергес оҙон юлдан бер аҙ хәл алалар, өҫ-баштарын алыштыралар, тын тарталар, ниһайәт.

Төркөстандың еренә, эҫе-һыуығына ерһей алмаҫын күреп, Әхмәтзәки Вәлиди ҡәҙерле юлдашын, элекке хөкүмәт башлығы Харис Йомағоловты тыуған Башҡортостанға ҡайтарып ебәрергә мәжбүр. Талха Рәсүлев Чимбай ҡалаһы тирәһендә ҡарағалпаҡтарҙы көрәшкә әҙерләү эштәренә ҡалдырыла. Ә.Вәлиди бер нисә юлдашы менән генә Ноҡос, Хужайлы, Ургенч ҡалалары, Ҡыҙыл ҡом сәхрәләре буйлап Хиваға юл тота.

Хиуала Әхмәтзәки Нәфисәһен табырға тейеш — һүҙ ҡуйышыуҙары шулай. Күңел тартылыуҙарылыр: бер-бе- реһен тиҙ табышалар. Башҡортостандан ҡасып килгән яу- ярандарынан Усман Тереғолов хәҙер Харәзмдең хәрби нәзире-министры икән. Нәфисә уның ярҙамында уҡытыу эшенә урынлаша алған. Хөкүмәт ағзаларынан, иҫке дуҫтарынан Бикжанды, Солтан Моратты ла ошо ҡалала таба. Осрашыу хөрмәтенә мәжлес ҡоралар, Хиуа башлыҡтары, фекерҙәштәре менән бәйләнешкә инәләр. Хиуала күп эшләнем, тип яҙа Ә.Вәлиди үҙ хәтирәләрендә. Хәҙер азатлыҡ өсөн көрәште ойоштороу эштәре менән мәшғүл башлыса. Хиуанан тороп, Бохара, Ташкент, Ҡаҙағстандан көрәштәштәре менән бағланышты юлға һала. 1921 йылдың башында осрашырға тейештәр.

Азатлыҡ хәрәкәте хәстәрҙәре Әхмәтзәки Вәлидиҙе 19 декабрҙә Хиуанан төркмән ерҙәре аша Чаржоуға, унан Бохараға, тағы хәтәр һәм мажаралы юлдарға илтә. Ниһайәт,

йылдың 31 декабре шәмбе көндө Бохараға килеп етә.

131

5*




йылдың ярты йылдан артыҡ төрлө юлдарҙа, төрлө ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа, ҡаҙаҡ далаларында, Төркөстан сүлдәрендә үткән ауыр һәм мәшәҡәтле сәфәренең оҙон һәм урау-урау маршруты әлегә Бохараға килеп туҡтай.

Был әле Әхмәтзәки Вәлидиҙең Төркөстанда тотонор көрәшенең бары юл башы. Ул алыштың башланышы, эске ағышы тураһында һүҙ алда булыр. Шуға тиклем был сәфәрҙең бер эске айышына туҡталып үтке килә. Ул — Әхмәтзәки Вәлидиҙең күңел һәм аҡыл сәфәре.

Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек менән ҡылған оҙон юлында Әхмәтзәки Вәлиди юлайҡан ғилем эшен дә ҡайғыртып йөрөй. Ул, гүйә, һис бер ҡасаҡ сәйәсмән түгел, ә ил гиҙеүсе бер ғалим. Төркөстанға йәшерен барышлай ул ниндәй юлдарҙы үтмәһен, тура килгәндә тарихи урындарҙы күреп, тикшереп уҙыр, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе яҙып алыр, үткәнде яҡшы белгән уҡымышлылар, билдәле аҡындар, йырсылар менән осрашыр.

Мәҫәлән, Царицынға таба үтешләй, Волга буйы далаларында боронғо Алтын урҙаның пайтәхете булған Яңы һарай ҡалаһының ҡалдыҡтарын күреп, хәрәбә таштарын ҡапшап булһа ла уҙа. Цариңында пароход көткәндә өс сәғәт эсендә ҡаланың иҫтәлекле урындарын гиҙеп әйләнергә лә өлгөрә Әхмәтзәки. Хәҙер Сталинград исеме менән донъяға билдәле булған был ҡала хазарҙар ваҡытында Сары Сын (Сары Суу) тип аталған, ә урыҫтар уны Царицын тип йөрөттө. Ҡала ташландыҡ хәлдә ине, тип иҫкә ала ул хәтирәләрендә.

Ә бына Әстрханға килеп еткәс, Ә.Вәлиди, халыҡ ижадын өйрәнеп, ҡайһы бер мөһим тарихи факттарҙы асыҡлау өсөн махсус рәүештә Әстрхан нуғайҙары араһында Бүзән буйҙарында йөрөп ҡайта. ’’Бүзән — Иҙел йылғаһы дельтаһының бер тармағы. Хазар хаканы Йософтоң хатында иҫкә алынған был йылға минең ата-бабаларымдың Кубань сәфәрҙәре хаҡындағы риүәйәттәрендә лә Кәмәлек йылғаһы менән бергә иҫкә алына, — ти ул. — Ләкин хәҙер ул тирә менән кыҙыҡһыныуымдың сәбәбе башҡа. Урыҫ яҙыусыларынан Евгений Марков исемле берәү үткән быуаттың аҙағында, ’’Очерки Крыма” тип атап, хәтирәләрен нәшер иткән. Чуфит-ҡала янында крепость эргәһендәге бер мәрмәр ташҡа соҡолған яҙыуҙы күреп тикшереүе хаҡында ла яҙған. Был таш Алтын Урҙа ханының Нәнәкә-жан исемле ҡыҙының ғишыҡ мажаралары хаҡында йәдкәр рәүешендә ҡуйылған, имеш. Китапҡа фотоһүрәте лә төшөрөлгән. Йә-

132




нэһе, Туҡтамыш хан ҡыҙы Нэнэкә-жан, бер йәһүткә ғашиҡ булып, ҡауыша алмағас, ҡаянан ташланып үлә. Мәрмәр ташта ҡалған яҙыуға ҡарағанда, был ваҡиға һижри буйынса 740-сы, христиан йыл иҫәбе буйынса 1340 йылға ҡарай булһа кәрәк. Ҡырымлы Исмәғил Лиманов, Нәнәкә-жан исемле ана шул принцесса тураһындағы йырҙарҙы Ҡырым һәм Әстрхан (Ҡундырау) нуғайҙары ла белә, ти торғайны”.

Бына шул риүәйәттең һәм йырҙарының хәҙер һаклан- ғанмы-юҡмы икәнен белер, булһа яҙып алыр өсөн килә лә инде сәфәрсебеҙ был тарафҡа. Әстрхандағы дуҫы Ғәбдерахман мулланың алдан хәбәр итеүе буйынса, Ҡундырау нуғайҙары йырсыларын, боронғоно белгән аҡһаҡалдарын саҡырып, һый-хөрмәт мәжлесен әҙерләп ҡуйғандар. Бүкәй урҙаһынан килгән берәү татар йырҙарын моңло итеп йырлай. ’’Шулар араһынан бик үҙенсәлекле татар йырҙарынан ошо мисрак иҫемдә ҡалған, — ти Ә.Вәлиди:

Аҡ келәтнең келәсен Элә белми эләсең.

Шәфәҡ батмый картлар ятмый,

Килә белми киләсең.

Төрки шиғыр ҡоролошоноң аллитерация, акростих һәм эске рифма тип аталған нескәлектәрен үҙ эсендә һаҡлаған был шиғырҙар минең өсөн бик һөйкөмлө ине. Ҡазан тәрктәренең халыҡ йырҙары һәм музыкаһы Алтай татарҙарының музыкаһына ауаздаш. Был тәңгәлдә Ҡазан музыкаһы бик боронғо традицияларҙы заманыбыҙға тиклем һаҡлаған. Ихтимал, улар Алтын Урҙа ваҡытынан Ҡазан яғында ерләшкән. ”Алжы-татар” кеүек ҡәбиләләрҙән ҡалғандыр”, — тигән һығымтаға килә.

Нәнәкә-жанға бағышланған бер-ике бәйет үрнәктәрен дә ишетә йырсыларҙан. Уларҙа башҡорттарҙың ’’Тәфти- ләү” йыры һәм моңона оҡшашлыҡ һиҙелә, ти Әхмәтзәки. Үкенескә ҡаршы, нота грамотаһын белмәгәстен, моңон яҙып ала алмай.

Нуғай йырсылары мосафир ҡунағына, нуғай йырҙарын йырлап, Ир Тарғын кеүек нуғай дастандарын һамаҡлап ишеттерәләр. ”Был мәжлес боронғо Алтын Урҙаның нуғай мырҙалары заманын терелтте, — тип яҙыр үҙе аҙаҡтан. — Бүзән мәжлесенән һуң алты йыл үткәс, Истамбулда Археология музейы китапханаһының ҡулъяҙма әҫәрҙәр бүлегендә (№1619), бер мәжмүғәлә ”Нәнәкә-жан” йырының ноталарын таптым. Шәреҡ Тарихы конгресында Иран музы

133




каһының тарихы менән шөғөлләнгән белгестәргә бирҙем, әммә әлегә тиклем укый алманылар. Нәнәкә-жан көйҙәренең Осман төрөктәренә ҡәҙәр килеп етеүе Һарайҙа үҫеп сыҡҡан милли төрки мәҙәниәттең ни тиклем ҡеүәтле булыуын күрһәтеүсе бер билге”.

Эмба йылғаһы аша Харәзмға барыу сәфәрен хәтерләп, хәтирәләрендә Ә.Вәлиди шуларҙы яҙа: ”Был ваҡиғаларҙан һуң өс йыл уҙғас, Иранда Мәшхәдкә тиклем килеп, унда милади 921 йылда Харәзмдан үтеп Иҙел (Волга) болғарҙарына барған ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһен тапҡас, беҙҙең Харәзмға килгән юлыбыҙ бынан теүәл мең йыл элек Ибн Фадландың Болғарға барған юлына тулыһынса тап килеүен күреп, хайран ҡалдым. Жавын- ды йылғаһын Ибн Фадлан яғынды тип, Жим йылғаһы үҙ исеме менән иҫкә алына. Шам-шам исемле урын ха- рәзмшаһтар тарихында ла бар. Ғәрәп географы Яҡуп һамауи уны ’’Маңғышлаҡ шем” исеме менән телгә ала. Шул уҡ атама Харәзмшаһ Атсыздың ошо яҡты яулап алыуы айҡанлы ижад ителгән бер ғәрәпсә шиғырҙа ла осрай. Ул заманда был тирәлә дәүләт сигендә Харәзмшаһ ҡеүәтле ҡәлғә лә төҙөгән. Унан бер мәсет ҡалған икән.

Бына оҙон юл сәфәре һәр төбәгендә уҡымышлы сәфәрсебеҙ уйында күпме тарихи мәғлүмәттәрҙе яңынан терелтә, төрлө ассоцияларҙы уята. Юлсыға янсыҡ та ауыр, тиҙәр, ә бына Әхмәтзәки Вәлиди сәфәрсе оҙон һәм ыҙа- яфалы юлға атаҡлы Бабурҙың ’’Бабурнамә”, Карл Маркс- тың ’’Капитал” кеүек ҡалын китаптарын, тағы вағыраҡ мәжмүғәләрҙе һалып сыҡҡан. Яйы килгәндә уҡыу менән дә мәшғүл. Юлда тотһалар, тентей ҡалһалар, кемлеген аңлатыр өсөн дә кәрәктер, бәлки.

Күп белеүе, белемлелеге менән ҡуналҡаларҙа хужаларын, ерле халыҡты ла йыш ҡына хайран итә ул. Белеме уға үҙенсә пароль, осрағандар күңелен арбау әмәле лә ул асылда. Бына беҙҙең сәфәрсебеҙ адай ҡаҙаҡтары йәшәгән ерҙәрҙе үткәндә ике ырыуҙың барымта арҡаһында килеп сыҡҡан низағтары мәленэ тура килә. Шуны ике яҡ бейҙәре лә нисек хәл итә алмай торалар икән.”Беҙ туҡтар-туҡта- маҫтан һәр ике тарафтан: ’’һеҙҙе беҙгә баш алла ебәрҙе. Беҙгә хаким бул (бей бул) ”, — тинеләр. Мин баш тарттым, дәғүәләрегеҙҙе белмәйем, тинем. Улар иһә: ’’Белмәгәнегеҙ яҡшы, беҙҙең бейҙәр эште артыҡ яҡшы белгәнлектән, ике яҡтың береһе лә хөкөмдө ҡабул итмәй”, — ти

134




неләр. Мин:’’Иҙеүкәй ҙә ошо тирәлә бейлек иткән түгелме?” — тип һораным. Был һүҙ уларға бик оҡшаны. ’’Ысынлап та хаҡ бей һин”, — тинеләр”. ("Хәтирәләр”, 368-се бит).

XV быуатта Алтын Урҙа әмире булған атаҡлы Иҙеүкәй тураһында дастан ҡаҙаҡтарҙа ла, башҡорттарҙа ла киң таралған. Әммә Алтын Урҙанан ҡасып, Харәзмға һәм Сәмәр- ҡәндкә китеп барышлай, Иҙеүкәйҙең ҡаҙаҡтар араһында бер дөйә хаҡында ҡупҡан низағын хаким булып хөкөм сығармаҡ, аҙаҡ ’’Иҙеүкәй дөйәһе” тигән атама алып киткән хикмәтле хөкөм һүҙҙәре ҡаҙаҡ дастанында ғына мәғлүм. Билдәһеҙ сәфәрсенең шуны белеүенә ҡаҙаҡтар һөйөнөшә. Иң дөрөҫ хөкөм сығарыр мосафир хаким үҙе был, тиҙәр.

Шулай итеп, Әхмәтзәки мосафирға ла хөкөм сығарырға тура килә: барымта менән талап алынған малды кире ҡайтарырға ҡуша. Низағ та шулай яу-янъялһыҙ хәл ителә. Тимәк, ул кәрәк мәлендә илсе лә, хаким да була ала икән.

Төркөстандың ниндәй ҡалаһына килһә - ул Хиуамы, Үргәнечме, Ҡуңғрат йәки Бохарамы - урындағы халыҡтан былайыраҡ аяҡлы тарихсы ул Ә.Вәлиди сәйяр. Төплө белеме, арбар һүҙе үҙе менән. Шуға уға дехкан ялпы араһында абруй яулауы ла тиҙ һәм еңел. Кәрәк икән ялпы эсендә ул - дастансы, мулла-монтағыйҙар ҡоронда - Ҡөръән- кәримсе, суфыйҙар һөжрәһендә - суфыйсы.

Ҡуңғрат ҡалаһынан йыраҡ түгел Баҡырған ауылында атаҡлы суфыйсы шәйех Хәким Ата Баҡырғандың төрбәһен барып күрә. Төрбә һаҡсыһының мосафирҙар китабына суфый шағирҙың күңелендә йөрөгән ике хикмәт һүҙен иҫтәлек итеп яҙып китә:

Солтан биргән халатты һис киренән алманы,

Собхан иман халатын биреп ҡайта алырмы?

Арыҫлан менеп елерҙәр, йыланды ҡамсы ҡылырҙар,

Башын кирбескә һалып, теҙен ҡосҡан дәрүиштәр.

Чимбайҙа ҡарағалпаҡтар араһында Нуретдин исемле халыҡ шағиры йәшәй. Эше нисек тығыҙ булмаһын, Әхмәтзәки уны барып күрмәйенсә тыныслыҡ тапмай. Шәреҡсе ғалим Беляевтар күргән, дастандарын яҙып алған таныҡлы шағир бит. Әхмәтзәки Вәлиди ҙә, уның менән осрашып, Иҙеүкәй, Туҡтамыш, Тимер тураһындағы дастандарҙы яҙып ала. Яҙғандары араһында Иҙеүкәйҙең Харәзмда Тимерҙең вәлийе булған дуҫы Шаһмәлик бей менән кәңәш-

135




ләшеүе тураһындағы, бүтән варианттарҙа булмаған өлөшө барлығына бик ҡыуана, уны үҙ табышы тип һанай. Ҡарағалпаҡ аҡыны Нуретдин ҡыпсаҡтар мөхитендә дастансы- ларҙың иң бөйөгө һәм иң ҡәҙерлеһе, тигән фекергә килә. Ундай оҫта дастансыны уның әле беренсе күреүе. Ҡуңғрат менән Чимбай араһында һәм Ноҡос юлында борондан ерләшеп ҡалған башҡорт ырыуҙары барлығын да яҡшы белә Вәлиди. Уларҙы күрмәй китһә, ғүмере буйы күңеле китек булыр ине. Туҡтала, үҙ тоҡомдаштарын күреп һөйләшә, ете-һигеҙ быуын элек күскән тарихтарын ҡуйын дәфтәренә теркәй.

Тынғыһыҙ эш араларында Төркөстанда үҙе булған ҡалаларҙың боронғо архитектура ҡомартҡыларын барып ҡарарға нисек тә ваҡытын таба, иҫке мазарҙарҙың боронғо ҡәбер ташы яҙмаларын, эпитафия йәдкәрҙәрен күсереп алырға тырыша. Боронғо Ҡат ҡалаһының харабаларын ҡарай. Харәзмдың боронғо күренекле ырыуҙары, Әбу Насир Ибн Ираҡ һәм Бируни кеүек бөйөк ғалимдар йәшәгән ҡала ҡалдығы булыуы менән Ҡат Ә.Вәлидигә айырыуса изге. Шулай сит-ят ерҙәрҙең ҡайһы төбәгендә булмаһын, ниндәй шарттарҙа ғына йөрөмәһен, Вәлиди, шуларға бәйле тарихи ваҡиғаларҙы хәтерендә тергеҙеп, тарихсы ғалимлығы алға сыға. Уның менән тарих гүйә үҙе эйәреп йөрөй. Хива хандарынан ҡалған яҙма әҫәрҙәрҙе өйрәнергә лә етешә. Бохараға барып етеп эшләй башлағас, милли китапхананың хазинаһынан боронғо ҡульяҙма әҫәрҙәрҙе өйөнә алдырғылап, төндәрен шуларҙы өйрәнеү менән шөғөлләнер. Ниндәй ауыр һәм киҫкен шарттарҙа ла Вәлиди Төркөстанда ла ғилми эшен бөтөнләй ташлап ҡуймай, мая туплау, сығанаҡтарҙы теркәү эше менән булһа ла мәшғүл ул. Был инде фәнгә бирелгәнлектең, унан айырыл- маҫлыктың бер билдәһе.

sjs

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет