Башҡорт энциклопедияһы



бет9/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   25
* *

йылдың ғинуарын Әхмәтзәки Вәлиди Бохарала йәмәғәт эше менән ҡаршылай. Бохарала ханлыҡ ҡолатылғас, яңы хөкүмәт ҡоролғайны. Большевиктар йоғон- тоһондағы хөкүмәт ине, әлбиттә. Төрлө ҡараштағы үзбәк һәм тажик менәүерҙәре хакимиәттә. Башҡарма Комитет рәйесе Фәйзулла Хужа, Мәғариф назиры Ғариф Юлдаш, Финанс назиры Усман Хужа, Хәрби вәкил Ғәбделхәмит

136


Ариф һ.б. Быларҙың күбеһе Әхмәтзәки Вәлидигә яҡын таныш һәм фекерҙәш заттар. Башҡортостанда хеҙмәт итеп киткән Мостафа Шаһкули менән Ғарим Кәрими бар. Бүтән зыялылар байтаҡ.

Араларында иң шөһрәтлеләре Усман менән Фәйзулла Хужаевтар ине. Уларҙың фамилиялары ғына бер, икеһе ике нәҫелдән, төрлө сәйәси йүнәлештәге шәхестәр. Усман Хужа (Хужаев) — Фирғәнә әлкәһенең Ош ҡала- һындағы Атахужа хажиҙары нәҫеленән сыҡҡан бер сауҙагәр улы. Бохара мәҙрәсәһендә һабаҡ алғандан һуң, Ис- танбулға барып уҡыған. Иленә ҡайтып, бер мәғариф йорто ойошторған, йәдит мәктәбе асып ебәргән, демократик рухтағы гәзит сығарған. Инҡилап көрәшенең уртаһында ҡайнап, сәйәси сынығыу алған зат.

Фәйзулла Хужаев иһә — Бохара хажиҙары нәҫеленән сыҡҡан бай кеше, миллионер, сауҙа эше менән төрлө илдәрҙә йөрөгән, төрлө даирәләр менән аралашҡан. Урыҫ, немец телдәрен яҡшы белә. Донъяуи ғилемдәрҙе яҡшы уҡ үҙләштергән. Үзбәк инҡилапсылары хәрәкәтенә ҡушылып киткән.

Шуныһын да иҫкә төшөрәйек: 1918 йылда Усман һәм Фәйзулла Хужаевтарҙы Мәскәүгә барышлай Ырымбур станцияһында Дутов офицерҙары ҡыҙылдар шпионы тип төрмәгә ултыртып ҡуя. Уларҙы төрмәнән һәм үлемдән Ә.Вәлиди ҡотҡарып ҡала.

Ғәбделҡадир мырҙа Мөхөтдинов — шулай уҡ үзбәк миллионерҙары вәкиле. Уҡымышлы, сәйәси әҙерлекле шәхес.

Ғәбделхәмит Ариф иһә — ҡышлаҡтан сыҡҡан үзбәк. Күберәк татар, башҡорттар араһында булып, милли хәрәкәткә ҡушылған. Ырымбурҙағы Башҡорт хөкүмәтендә кәтиб вазифаһын башҡарған. Яңы идара эштәрен ойоштороуҙа тәжрибәһе булған үҙ кеше.

Сығышы менән Хиванан булған яңы типтағы үзбәк эшмәкәрҙәренең береһе Бикжан мулла идеалисыраҡ тәбиғәтле зат ине.

Дөйөм рәүештә әйткәндә, инҡилап хәрәкәтенә ҡушылып киткән, яңы хөкүмәт ағзалары булып тәғәйенләнгән үзбәк лидерҙарының күбеһе сәйәси яҡтан төрлө ҡараштар- ҙағыраҡ менәүерҙәр ине. Уларҙың бәғзеләре йәдитселек платформаһын тотто, социалистары, большевиктарға яҡындары, хатта исламсылары бар ине.

137




Сәйәси йәһәттән шаҡтай сыбар һәм ҡаршылыҡлы шундай ижтимағи мөхиткә, Төркөстанда йәйелә килер милли азатлыҡ хәрәкәтенә килеп инәләр Вәлиди һәм аркадашта- ры. Башҡорттар әле йыйылған ҡәҙәреһе үҙҙәре бер төркөм: Илдархан Мутин, Харис Игликов, Абдулкадир Сөләймәнов (Инан), Сәйетгәрәй Мағазов, Әүхәҙи Ишмурзин, Ибраһим Исхаҡов, һибәтулла һөйөндөков, тағы бер нисә офицер, һуңғылары Бохара хәрби ойошмаһының етәксе вазифаларын биләне. Хиуала Усман Тереғолов Харәзмдың хәрби назиры ярҙамсыһы. Ҡаҙағстанға килеп урынлашҡан арҡадаштары бар.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең һәм аркадаштарының төп бурысы — Бохара милли ғәскәрен ойоштороу, Төркөстан милли берлеге йәмғиәтен ҡороу. Әгәр урыҫтар рәсми һәм законлы юлдар менән милли ғәскәрҙе тарҡатырға тотонһа, ахыр сиктә, баҫмасылар менән берләшеп, дөйөм күтәрелеште тәьмин итеү. Мәгәр һуңғыһына өлгәшеү өсөн баҫмасылар араһында милли азатлыҡ маҡсатын киң күләмдә аңлатыуҙы йәйелдерергә кәрәк буласаҡ. Был эште Ташкенттағы һәм Фирғәнәләге фекерҙәштәре әлегә йәшерен рәүештә башлап та тора инде.

Әхмәтзәки Вәлиди, Башҡортостандағы милли-азатлыҡ хәрәкәте, башҡорт хөкүмәте төҙөү, ғәскәрен булдырыу тәжрибәһен Төркөстанда ла файҙаланып, көрәште киңерәк йәйеп ебәрергә теләй ине. Уның төрлө фирҡәләр, сәйәси ағымдар һәм дәүләт эшмәкәрҙәре менән бәйләнешендә һәм дипломатияһында ла тәжрибәһе ҙур. Бындай эштәр был тарафта уңышлы ғына башланып та тора. Ерлек шаҡтай ныҡлы. Быларға ҡағылышлы ул хәтирәләрендә былай ти: ’’Харәзм һәм Бохара эшмәкәрҙәренең 1920 йылда төҙөлгән милли йөмһүриәттәренең иң яҡты, ҡыуаныслы көндәрен күреүемә, тарихсы булараҡ, мин үҙемде бик бәхетле итеп хис ҡылдым. Халыҡ алдында абруйҙары юғары булды, уларҙан күпте өмөт иттеләр”.

Шулай ҙа Вәлиди һәм уның яҡташ арҡадаштары Төркөстанға килгәндә милли-азатлыҡ хәрәкәте тарҡауыраҡ, сәйәси фирҡәләр араһында бәйләнеш йомшаҡ ине. Баҫмасылар үҙ алдарына тиерлек айырым-айырым хәрәкәт итә, уларҙың яуы асылда партизансылыҡҡа ҡоролған. Сәйәси партиялар — йәдиттәр, социалистар, Алаш Урҙа фирҡәләре башлыса үҙ дәғүәләре һәм үҙ мәнфәғәттәре менән мәшғүл. Ошондай хәлдә, Вәлиди фекеренсә, Төркөстандағы милли-азатлыҡ хәрәкәтенә теге йәки был дәрәжәлә бәйле

138




фирҡәләрҙе, идеологик ағымдарҙы ойоштороу, сәйәси һәм идеологик яҡтан бер үҙәккә тартыу, тығыҙ бәйләнеш һәм берлек урынлаштырыу иң мөһим шарт ине. Уның әсән Төркөстан Милли Берлеге йәмғиәтен төҙөү бер бурыс. Азатлыҡ көрәшенең дөйөм милли идеологияһын булдырырға кәрәк.

Ошо Милли Берлек программаһын һәм дөйөм милли идеологияның нигеҙҙәрен әҙерләп, Әхмәтзәки Вәлиди йәдиттәр фирҡәһе, социалистик ирек фирҡәһе һәм Алаш Урҙа фирҡәһе лидерҙары менән башта айырым-айырым һөйләшеүҙәр алып бара, унан бергә йыйылып фекер алышҡанда уртаҡ ҡараштарға килеүгә өлгәшә. Шулай ете пункттан торған түбәндәге дөйөм платформа ҡабул ителә:

Үҙаллылыҡ. 2. Демократик республика. 3. Милли ғәскәр. 4. Иҡтисади идара, тимер юлы төҙөү, каналдар ҡаҙыу Төркөстандың үҙаллылыҡ маҡсаттарына тап килергә тейеш. 5. Мәғарифты юғары кимәлгә күтәреү һәм Европа мәҙәниәте менән Рәсәйҙән башҡа юлдар аша танышыу мөмкинлектәрен булдырыу. 6. Милли мәсьәлә, мәктәптәр, илдең тәбиғи байлығы менән файҙаланыу эштәрен дәүләттә йәшәгән милләттәрҙең иҫәбенә ҡарап хәл итеү. 7. Дингә тулы иреклелек, дин менән донъя эштәрен бергә бутамау.

Шулай итеп, береһе либераль, икенсеһе социалист рухтағы ике партиялы системалағы Төркөстан Милли Берлеге, уның уртаҡ программаһы һәм бергә идара итеү принциптары барлыҡҡа килә. Был Ә.Вәлиди һәм уның Төркөстан фекерҙәштәренең ҙур уңышы ине.

Бохарала 1921 йылдың 2-5 авгусында йыйылған ойоштороу съезы Төркөстан Милли Берлеген һәм уның программаһын рәсми рәүештә ҡабул итте. Милли Берлектең рәйесе итеп Әхмәтзәки Вәлиди һайланды.

Бындай сәйәси Берлекте йәки Дөйөм Комитетты төҙөүгә килеүҙең кескәй булһа ла үҙ тарихы бар.

1918 йылдың башында Ә.Вәлиди Төркөстан лидерҙары менән булған бер кәңәшмәлә Төркөстан Социалистик партияһын төҙөү идеяһын күтәреп сыға. Шул партияның программаһын яҙа. Башҡорт хөкүмәте төҙөлгән осорҙа ”беҙ Советтарға ҡушылыуҙан алда уҡ, сәйәси ойошҡанлыҡ булдырыу өсөн, коммунистар партияһынан айырмалы Социалистик партия төҙөү мәсьәләһен хәл итеү менән дә шөғөлләнә инек. Ниәтебеҙ ’’Ирек” социалистик партияһы ойоштороу ине”, — ти хәтирәләрендә. Хөкүмәт Саранскиҙа сак

139




та коммунистар менән хеҙмәттәшлек итәсәк ’’Ирек” партияһы хаҡында һөйләшеүҙәр дауам итә. Был хаҡта Рәсәй коммунистар партияһы Үҙәк Комитет ағзалары менән дә кәңәшләшеүҙәр була. һуңыраҡ был тәңгәлдәге хәлдәр тураһында Ә.Вәлиди шулай яҙа: ”Беҙ элек, ’’Ирек” социалистик фирҡәһе ойоштороп, уны үҙаллы ағза сифатында Коминтернға теркәргә тырышҡайныҡ. Хәҙер иһә ’’Ирек” менән бергә ҡаҙаҡтарҙың ”Өс жуз”, үзбәктәрҙең ”Түде” социалистик партияларын ’’Көньяҡ-көнсығыш мосолман халыҡтарының коммунистик партиялары берлеге” сифатында берләштереп, Коминтернға үҙаллы ағза итеп ҡабул итеүҙәрен үтендек. Сталиндың:”Был ҡулай”, — тип әйтеүенә ҡарамаҫтан, уларҙы Коминтернға үҙаллы партия сифатында теркәргә риза булманылар”. Төркөстан, Ҡаҙағ- стан, Башҡортостан вәкилдәре 1920 йылдың мартында Мәскәүгә йыйылған саҡта был ’’Ирек” партияһының 12 пункттан торған дөйөм программаһын да төҙөгәйнеләр. Шул йылдың сентябрендә Баҡыла уҙған Шәреҡ халыҡтарының ойоштороу комиссияһы эшләгәйне. Бында уның 27 пункттан торор киңәйтелгән яңы пограммаһы проекты яҙылды. Комиссияның эше артабан Бохарала дауам иттерелде. Унда Ә.Вәлиди иң актив эшләгән ағзаларҙың береһе булды. ’’Ирек” партияһының был тулы программаһын Ә.Вәлиди аҙаҡтан ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” китабында, һуңыраҡ ’’Хәтирәләр’’ендә баҫтырып сығарҙы.

Төркөстан Милли Берлеге асылда ошо ’’Ирек” партияһы программаһына ярашлы нигеҙҙә ойошто ла инде. Был Йәмғиәт Төркөстанда милли-азатлыҡ хәрәкәтен ойошҡан рәүештә һәм киңерәк күләмдә йәйеп ебәрергә мөмкинлек бирә. Төркөстан Милли Берлегенең 5-7 сентябрҙә Сәмәрҡәндтә үткән Икенсе съезы Төркөстан байрағын, бүтән дәүләт атрибуттарын ҡабул итә. Съезд төрлө фирҡәләрҙең һәм сәйәси ағымдарҙың эшмәкәрлеген дөйөм бер йүнәлешкә туплауҙа мөһим роль уйнай. ”Был съезд Төркөстандағы йыйылыштарҙың иң уңышлыһы булды һәм күңел күтәренкелеге шарттарында үтте”, — тип яҙа Ә.Вәлиди хәтирәләрендә.

Төркөстанда баштан-аяҡ эшкә сумыуына ҡарамаҫтан, Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостан менән дә тығыҙ бәйләнеш тота. Был осорҙа Башҡортостанда ҡаты аслыҡ хөкөм һөргәнлектән, әлеге съезд тамамланғас та, Бохара хөкүмә

140




те менән һөйләшеп, аҙыҡ-түлек ебәреүҙе ойоштора, тыуған иленә бер нисә вагон ризыҡ оҙаттыра. Уны Башҡортостан вәкилдәре үҙҙәре килеп алып китә. Шуларҙан Сөләймән Мырҙабулатов етәкселегендә башҡорттарҙың баш күтәре- үен ишетә. Хәҙергә бындай күтәрелештең ыңғай һөҙөмтә бирмәйәсәген аңлатып, Советтар менән ярашырға кәрәклеген белдереп килгәндәр артынан хат ебәрә.

Төркөстан Милли Берлегенең рәйесе Әхмәтзәки Вәлиди был яҡтарҙа ла үҙҙәренең сәйәси эшмәкәрлеген тыштан Совет ойошмалары һәм коммунистар партияһында аңлатып һәм килешеп алып барыу тактикаһын тота. Төркөстан мосолмандарынан төҙөлгән рәсми милли ҡыҙыл частарҙы ҙурайтыуға. Совет ойошмаларында һәм партия сафында демократик ҡарашлы үзбәк, тажик, ҡаҙаҡ уҡымышлыларының иҫәбен арттырыуға, сит дәүләттәр менән дипломатик бәйләнештәрҙе үҙҙәре файҙаһына йүнәлтеүгә ныҡ әһәмиәт бирә. Баҫмасыларға йәшерен рәүештә ныҡ ярҙам итһәләр ҙә, тыштан уларға лояль күренергә тырышалар. Башҡортостандан ҡыҙылдар сафында килгән бер башҡорт батальонын Ә.Вәлиди, башлыҡтары менән һөйләшеп, баҫмасылар яғына сығара. Баҫмасылар менән Берлек әлегә ситтән йәшерен рәүештә етәкселек итә. Уларға Төркөстандағы милли-азатлыҡ хәрәкәтен Рәсәйҙең эске эше, Берлекте демократик йүнәлештәге йәмғиәт итеп күрһәтеү ҡулай.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең Төркөстандағы пландары ғәйәт киң, тактикаһы үтә яйлы ине. Ул дәүләт үҙаллылығын тәьмин итеү өсөн милли-азатлыҡ хәрәкәтенең берҙәм дөйөм идеологияһын булдырыу, иҡтисади сәйәсәтте асыҡлау юлы менән бөтә мосолман интеллигенцияһын, хатта уның большевиктар менән хеҙмәттәшлек иткәндәрен дә, берләштереп берлектә эш итеү тарафдары. Хатта ки баҫмасы- лык күтәрелешен дә төрлө саралар менән дөйөм демократик маҡсаттарға буйһондороу яҡлы.

Әммә ләкин баҫмасылыҡ хәрәкәтендә 1921 йылдың баштарында киҫкен һынылыш күҙәтелә. Ул Совет власы- ның һәм коммунистар партияһының ҡайһы бер иҡтисади сәйәсәте менән килешмәгән дехкандарҙың күтәрелешенән Рәсәйгә, ҡыҙыл ғәскәрҙәргә каршы һуғышҡа әйләнеп китеүе менән бәйле. Төркиәнең вице-генералиссимусы Әнүәр Паша килеп ҡушылғас, ул шундай төҫ ала.

Төркөстан Милли Берлегенең башлығы һәм идеологы Әхмәтзәки Вәлиди 20-се йылдар башындағы тарихи шарт

141




тарҙа төрки халыҡтарының үҙ армияһы булған, Рәсәй составына ингән автономиялы дәүләтен төҙөү иң реаль юл тип ҡарай. Ә ул ҡайһы бер төрки лидерҙары теләгән төрки республикаларҙың үҙаллы федератив Туран дәүләтен төҙөү идеяһын яҡламай. Уны әле ғәмәлгә ашмаҫ иртә бер хыял тип иҫәпләй.

Ә бына Әнүәр Пашаның баҫмасылар яуына етәкселек итеү маҡсаты менән килеп кыҫылыуы ана шул һуңғы идеяны ғәмәлгә ашырырға ынтылыш менән туранан-тура бәйле ине, тиергә кәрәк. Мәгәр нисек кенә булмаһын, Әнүәр Паша, Төркөстанға бик ҙур булмаған төрөк офицерҙар төркөмө менән килеп, баҫмасылар хәрәкәтен тиҙҙән үҙ ҡулына ала. Милли Берлек ағзаларына, ғөмүмән, илдең азатлығы өсөн көрәшкән төркөстанлыларға икенең береһен һайлау юлы ғына ҡала: йә Советтар, большевиктар ҡулы аҫтында ҡалырға, йә, баҫмасыларға ҡушылып, ҡораллы яу асырға, һуңғы юлды һайламай сара юҡ.

Башта Ә.Вәлиди, Әнүәр Паша менән осрашып, уны баҫмасылар хәрәкәтендә асыктан-асык ҡатнашыу уйынан кире һүрергә, ситтән, Афғанстандан тороп ярҙамлашырға өндәп ҡарай. Төрөк Пашаһы катнашлығындағы һуғыштың, халыҡ-ара мәсьәләгә әйләнеп, Ҡыҙыл Армияның бөтә ҡораллы көсө менән ҡанға батып, ҡырылып ташланыу хәлен, ҡотолғоһоҙ һәләкәт килерен аңлата. Ләкин, ҡындан һурылған ҡылыс ҡанға мансылмай ҡынына инмәҫ принцибы менәнме, нисек, төрөк Пашаһын дүндереү мөмкин булмай. Ҙур яуҙар күргән, ҡаһарманлыҡтар күрһәткән Паша яңынан һуғыш көҫәй, Төркиә протекторатында булыр бөйөк Төркөстан дәүләтен күргеһе, шуны яулашып алыусыһы итеп күрһәткеһе киләлер, күрәһең. Әнүәр Паша етәкселегендә Бохаранан Көнсығыш тарафында һуғышҡан баҫмасылар башта етди генә еңеүҙәргә өлгәшәләр, тиҙҙән Бохараны яулап алыу мөмкинлеге тыуа. Ләкин был форсат ваҡытында йәһәт кенә файҙаланылмай.

Төрөк Пашаһына тағы Төркөстандың төрлө тарафтарында хәрәкәт итеүсе баҫмасылар төркөмө тартыла. Әхмәтзәки Вәлиди һәм төркөстанлы арҡадаштарына бындай шарттарҙа шулай уҡ ҡоралға тотонорға тура килә.

Фекерҙәштәре араһында ла, әлбиттә, айырымланыу булмай мөмкин түгел: коммунистар партияһы ағзаларының күпселеге, тәбиғи, Советтар яғында ҡала.

йылдың 8 ноябрь көнөн Әхмәтзәки Вәлиди мәңге иҫендә тота. ’’һуңынан ғына төшөндөм, - ти ул хәтирә-

142




лэрендә, - 8 ноябрь, ысынлап та, илап иҫкә ала торған көн булып сыҡты. Минең яҙмышымда иң ҙур боролош. Урыҫ идараһындағы ватанымда ҡалмайынса, сит мәмләкәттәргә китеү зарураты ошо көндә асыҡланды... Был шарттарҙа беҙҙең шәрҡи Бохара баҫмасыларына кушылыуыбыҙ заруратҡа әүерелде”.

Баҫмасылар араһында Ә.Вәлиди Бохара, Сәмәрҡәнд тирәләрендә ойоштороу эштәренә тотона, үҙе әйткәнсә, уға Зарафшан буйындағы хәрәкәттәргә етәкселек итергә ҡушыла. ’’Ғинуар, февраль айҙарында Нурата менән Жи- зак, Сәмәрҡәнд, Кәттәҡурған менән Ғузар араһында, һәр саҡ ат өҫтөндә йөрөп, ойоштороу эше менән шөғөлләндек”, - ти үҙе. Ул яңынан хәрби кеше булып китә, ҡораллы төркөмдәр менән етәкселек итә, яуҙарға инә, үлемесле киҫкен ситуацияларға эләгә. Ҡаты яуҙарҙа уны бер нисә тапҡыр яҡташ һалдаттары, йәнһаксылары үлемдән һаҡлап ҡала.

Ярты йыл эсендә Зарафшан, Сәмәрҡәнд тирәләрендә, тау эҫтәрендә ниндәй генә хәтәр яуҙарҙа ҡатнашмай. Вәлиди ’’Хәтирәләр” китабында айырым бүлексә итеп исемләп алған һәм тасуир иткән яу-һуғыштар үҙе генә лә әллә күп- мене аңлата түгелме һуң: ’’Челек һуғыштары”, ’’Давул һуғыштары”, ’’Усмат һуғыштары” һ.б.

Әнүәр Пашаның Әхмәтзәки Вәлиди менән осрашыуҙары, уның һуғыш шарттарында күрһәткән ойоштороу эштәре, яу батырлығы, аҡыллылығы төрөк Пашаһында ҙур тәьҫорат калдырыуы — ул нигеҙле. Әнүәр Паша уға шундай юғары баһа бирә: ’’Шәреҡтә төрөктәрҙең уяныуын ҙур ҡеүәт менән күрһәтеүселәрҙең береһе Зәки Вәлиди булыр. ’’Төрк һәм татар тарихы”н яҙған был заттың ғалимлығы ни ҡәҙәр киң нигеҙгә таянһа, эшмәкәрлегенә лә ғилеменә ярашлы самимилыҡ һәм фиҙакәрлек хас. Зәки Вәлиди урыҫ инҡилабына ҙур өмөт бағланы, төрки халыҡтарға инҡилап уңыш һәм бәхет нигеҙе булыр, тип ышанды, ләкин өмөттәре тормошҡа ашманы... Зәки Вәлиди шәреҡте йоҡонан уятыу өсөн, төрлө ҡиәфәткә инеп, бөтә тарафҡа ла барып етеп, иманы камил әүлиә кеүек шөғөлләнде”.

’’Ләкин өмөттәре тормошҡа ашманы” — Паша хаҡлы ине. Инҡилапҡа, Төркөстанға ҙур өмөттәр бағлағайны шул. Рәсәйҙең империялығы ҡеүәтле булып сыҡты. Бына әле лә Төркөстанда эштәр юлға һалынып ҡына барғанда, Советтар хөкүмәте, Польша интервенцияһын ҡыйратыу

143




менән, Ҡыҙыл армияның бөтә көсөн баҫмасыларға ҡаршы ташланы. Насар ҡоралланған, хәрби әҙерлектәре самалы баҫмасылар төркөмдәрен регуляр ҡыҙыл ғәскәр берәм-бе- рәм тиҙ тар-мар итте. һуғыштар тау араларында партизанлыҡ көрәшенә күсте.

Шаршамы тигән таулы ҡышлаҡ янында башҡорт отрядтары ла ҡатнашҡан һуңғы ҡаты яуҙарҙың аҙағынан төркөстанлы арҡадаштары менән артабан ни эшләү хаҡында йыйылып кәңәшләштеләр. Әүхәҙи Ишмырҙин етәкселегендәге башҡорт отряды, Мамур һәм Мурат бейҙәр янына Мача тауы яғына китеп, ары Әнүәр Пашаға ҡушылырға, баҫмасыларҙың бүтән төркөмдәре лә тауҙар эсенә сигенергә тейеш, тигән ҡарарға килделәр. Вәлидигә Төркөстан- дың төньяғында штаб-квартира ҡарарға, һуңғы сиктә, Иранға сығырға һәм барыһы ла ары Афғанстанда берләшергә кәрәк булыр тигән ҡарар ҡылынды. Әммә быларға тиклем Ташкентта йәшереп йыйыласаҡ съезда ҡатнашырға, уның төп ҡарарҙарын тыңларға тейештәр.

Мача тауҙары ҡырында, бик күп тарҡау отрядтар бергә йыйылып, башҡорт отряды һәм арҡадаштары ла бергә булғанда, үҙенсә бер хушлашыу йыйыны ҡоралар. ”Был кис ғүмерем буйы онотолмаҫлыҡ булды”, — тип хәтерләр аҙаҡ Ә.Вәлиди. Унда күмәкләп йырлаған йырҙары күңеленә һеңеп ҡалыр:

Дошманға ҡол булып, ҡалманы арманыбыҙ,

Ирек өсөн фиҙа булһын, йәнебеҙ ҙә малыбыҙ.

Башыбыҙ һәләк булһа, ҡош булып осһон иманыбыҙ,

Был ватанды баҡса итһен түгелгән ҡандарыбыҙ.

Фиҙакәрҙәрҙең хушлашыу йыры булып яңғырай былар. Шунан һуң Ә.Вәлиди өс юлдашы менән Ташкентта үткәреләсәк йәшерен съезға ҡарлы тауҙар, үҙәндәр аша һыбай юлға сығалар. Ул йәшертен сәфәр Мача тауҙары, Ҡыҙыл Ҡом сүллектәре буйлап йөҙәр саҡырымдарға һуҙыла. Юлда күргән михнәттәрен, үлер, һәләк булыр сиккә еткәндәрен, күргән төрлө мажараларын һөйләп бөтөрөрлөк түгел. ’’Әммә, башҡа һыймаҫлыҡ михнәттәр кисерһәк тә, барып еттек, - ти Ә.Вәлиди үҙе. — Был хәдисте тасуирлау өсөн ҡәләмемде ҡулға алғас, Салтыков-Щедриндың ’’Былые времена” исемле әҫәренең башындағы һүҙҙәр иҫемә төштө: ’’Свежо предание, да верится с трудом”. ’’Аллаһы тәғәлә миңә иман һәм идеал биргән, ләкин бының ауыр

144




лығын үҙемдән күберәк башҡаларға йөкмәткән булып сыҡты”, — тигән һүҙҙәре фиҙакәрҙең был сәфәренә генә түгел, бөтә азатлыҡ өсөн көрәш юлына ҡарата әйтелгән кеүек. Ташкентта сентябрь урталарында йәшерен рәүештә уҙғарылған Етенсе Төркөстан Милли Берлеге съезы, үҙ илдәрендә үткән һуңғы форум булып, мөһим ҡарарҙар ҡабул итә. Дәүләт идараһын ойоштороуҙа һәм милли мәҙәниәтте үҫтереүҙә айырым ҡәүемдәр, өҫтөнлөк алыу дәғүәләренән баш тартып, араларында тигеҙлек һәм ҡәрҙәшлек нигеҙҙәрен тәьмин итәсәк федерация принциптарын нығытырға, Төркөстандың талаптарын артабан Рәсәйҙең эске мәсьәләһе тип түгел, халыҡ-ара мәсьәлә итеп күрһәтеү юлына баҫырға, милли талаптарҙы сит илдәрҙең йәмәғәтселегенә еткерергә тигән ҡарарҙар сығарылды. Был съезд Ә.Вәлидигә, Төркөстанда ҡалмай, Иран, Афғанстан, һиндостан илдәрендә бәйләнеш ойоштороу эштәре менән шөғөлләнгәс, диңгеҙ юлы менән Европаға сығырға һәм Мостафа Чокай улы менән бергә Төркөстан Милли Берлеге эшен сит илдәрҙә дауам итергә вазифаландыра.

Сит илдәргә сығып киткәнсе Ә.Вәлиди бер айҙан артыҡ Ташкенттың үҙендә, Сәмәрҡәндтә, унан Төркмәнстанда урындағы Милли Берлек бүлектәренең конспиратив шарттарҙа нисек эш алып барасаҡтары, ниндәй юлдар менән бәйләнеш табасактары хаҡында һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр алып бара. Сит илдәге миссиялары менән эште координациялауҙар ҡарала.

Сит илгә китешләй дуҫтар менән хушлашыу йолаһы бар: Ташкентта, Сәмәрҡәндтә, Төркмәнстанда шундай табындар ҡорола. Айырата Сәмәрҡәндтә ” Пойкабак ҡапҡаһы янындағы баҡсала булған табын миндә һис бер ваҡыт онотолмаҫ дуҫлыҡ хәтирәләре ҡалдырҙы”, — ти Ә.Вәлиди. Сәмәрҡәндле дуҫтары уға зиннәтле ҡәҙерле бүләктәр менән бергә иҫтәлекле яҙыу ҙа тапшыралар. Бына унан бер аҙ юлдар: ’’Төркөстандың һәр вилайәтендә көрәш байрағы күтәрелде. Ләкин һеҙ йәшерен милли көрәшкә саҡырған йәмғиәттең эшмәкәрлек үҙәге итеп ни өсөн беҙҙең ҡаланы һәм вилайәтебеҙҙе һайланығыҙ һуң? Бының сәбәбен үткән йылғы ҡорбан байрамы кисендә Обирәхмәттә тупланған йыйылышта аңлаттығыҙ һәм беҙҙе үҙегеҙгә әсир итерлек һүҙҙәр әйттегеҙ: ’’Боронғо ғәрәп ғалимы Мөҡәддәс сәмәр- ҡәндтәр хаҡында Мәвәрәүеннаһрҙың башҡа вилайәттәре халҡынан айырмалы рәүештә, ’’егетлек һәм бөхтәлек эйәһе

145




инсандар”, тигән. Ҡарап ҡарайыҡ, ысынлап та шулай микән? Ысынлап та, Сәмәрҡәнд вилайәте халҡы һеҙҙе күңел төшөнкөлөгөнә дусар итерлек хилафлыҡ эшләмәне, һеҙ беҙгә 1921 йылдың 9 авгусында шаршамбы көн килдегеҙ, дүрт көндән һуң, Ҡорбан байрамы көндәрендә, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеп, бер айҙан һуң алтынсы съезды йыйып, Төркөстандың милли байрағын һәм йәмғиәт уставын ҡабул иттек, һәммәбеҙгә вазифалар бирҙегеҙ һәм беҙ Сәмәрҡәндкә килгән көнөгөҙҙән алып бөгөнгә (23 октябрь) тиклем дауам иткән 14 ай ҙа 15 көн эсендә һеҙҙе Төркөстан Милли Берлеге йәмғиәтенең етәксеһе сифатында әмер биреүсе тип таныныҡ һәм әмерегеҙҙе үтәү өсөн бар көсөбөҙҙө һалдыҡ, һеҙ килеп, йәмғиәт ойошҡанға тиклем, был вилайәттә берләшкән мөжәһит төркөмдәре түгел, бер- береһе менән бәрелешеп, ыҙғышып торған, ниндәй ҙә булһа милли идеалдан мәхрүм булып, муллалар тәьҫире аҫтында ҡалған кескәй баҫмасы төркөмдәре генә бар ине. Йәмғиәт уларға бөтә Төркөстан баҫмасыларына өлгө булырлыҡ эске ойошҡанлыҡ һәм тәртип индерҙе. ’’Егетлек менән бөхтәлек” беҙгә борондан хас икән, хәҙер беҙ был сифаттарҙы һеҙҙә лә күрҙек. Бохараға килгән Әнүәр Паша янына барып, Паша менән Төркөстан азатлығы өсөн көрәштә Төркиә бөйөктәренең ҡушылыу мәсьәләһен хәл иттегеҙ. Ғузарҙағы Яббар ҡайҙа, Кәттәҡурғандағы Ҡарағол, Уратүбәләге Халбута ҡайҙа, Бохаралағы Ҡаһар мулла ҡайҙа — һеҙ уларҙың барыһын да ат өҫтөндә йөрөп күрҙегеҙ, хатта Баттал Ғази кеүек дошман сафтары аша үтеп, бөтәбеҙҙе бер үҙәккә туплап, Йәмғиәткә итәғәтлек принциптарын ҡабул иттерҙегеҙ.

Етәксеһе, ғәскәр башлығы булған пәйғәмбәрҙәребеҙгә башҡа ислам бөйөктәренә хас булған иң юғары сифат — тап ошо бөхтәлек”.

Төркөстанлы дуҫ арҡадаштарының маҡтау ҡағыҙы сифатында биргән был һүҙҙәре иң ихлас, иң юғары баһа тип ҡарарға кәрәк Әхмәтзәки Вәлиди эшмәкәрлеген. Үзбәктәр үҙҙәре әйтмешләй, үҙе бер нәмүнә - үрнәк һүҙе былар. Сит илгә сығып киткәнгә тиклем әле Ә.Вәлиди дүрт ай тирәһе Төркөстанда йәшәй. Ситкә сығыу өсөн бер нисә аркада- шын, шулар араһынан Фәтхелҡадир Сөләймановты көтөп ала. Нәфисәһе уның янына килә. Байтаҡ ваҡыт ойоштороу эштәре менән була.

146




Сит илдәргә сығып китеүҙең үҙ әҙерлектәре, мәшәҡәттәре күп, әлбиттә. Уны ирекһеҙҙән кисергәндәр генә яҡшы беләлер.

Төркөстан Әхмәтзәки Вәлиди өсөн ғилем һәм мәҙәниәт майҙаны ла. Бохарала эшләгәндә ул кистәрен ҡулъяҙма китаптар алдыртып, һирәк осрар баҫмалар табып өйрәнергә тырыша. Юл йөрөгәндә дә ул һәр тарафҡа ғалим күҙе менән баға. ’’һыбай килеш ҡала тирәһендәге боронғо тарихи ерҙәрҙә һәм баҡсалар араһында күп гиҙҙем, - тип яҙа ул, мәҫәлән. - Йәшерен тормош миңә Бохара менән Сәмәрҡәнд ҡалаларының топографияһын бик ентекле өйрәнеү форсаты бирҙе. Айырыуса Афрасиап һәм Шаһи- зинда исемле тарихи ҡомартҡылар эргәһендә йәшәү бындағы таш яҙыуҙарҙың күбеһен уҡырға мөмкинлек тыуҙыра”.

Шул уҡ Сәмәрҡәнд вилайәтендә йөрөгәндә, Тимер тарихында исемдәре телгә алынған ҡышлаҡтарҙа булып, бөйөк әмиргә бәйле риүәйәттәрҙе яҙып ала. Эпиграфик ҡомартҡылар менән ҡыҙыҡһына. Фәнгә фанатикса бирелгәнлегенәндер инде, бер яу ваҡытында шундай сәйер хәл була. Челек янындағы бер һуғыш ваҡытында Ә.Вәлиди зыярат эсендә ҡәбер таштары араһына йәшеренеп атышҡанда боронғо яҙыулы ҡәбер ташын күреп ҡала. Шыуышып бара ла кеҫәһенән ҡағыҙ киҫәге табып, яҙыуҙы тырышып-тырышып уҡырға һәм күсерергә тотона. Ә тирә-йүнендә пулялар һыҙғырыша. Яҙыуҙы күсереп бөткәнсе дошманды яҡын ебәрмәй торорға арҡаҙаштарынан Фәтхелҡадир Сөләймәновҡа бойора. Әйтерһең, уйын менән булалар.

Бер Ярйәйләү тигән яҡтарҙы гиҙгәндә Ә.Вәлидигә, үҙе әйткәнсә, инсандарға аҡылы менән, милке менән ярҙам итеүҙән кинәнес тапҡан бер ил ағаһы, Ғүмәр Хажи исемле бай үзбәк йортонда мосафир булырға тура килә, йорт хужаһы уға ата-бабаларынан ҡалған байтаҡ боронғо әҫәрҙәрҙе, затлы кейем-һалымдарҙы, һандыҡта һаҡланған рәсемле ҡулъяҙма китаптарҙы, фәҡәт музейҙарҙа ғына тоторлоҡ Ҡөрьән яҙмаларын, Хафиз, Науаи диуандарын күрһәтә. Китаптары араһында XVI быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән мәшһүр үзбәк хөкөмдары Ғөбәйҙулла хандың төркисә, фарсыса һәм ғәрәпсә өс телдәге шиғырҙар мәжмүғәһе, васыятнамәһе лә бар. Йәдкәрҙәрҙең ҡәҙерен белгән был үзбәк ғаиләһе XVI быуаттың беренсе яртыһынан алып үҙ заманына тиклем дүрт быуат буйы шун-

147


дай ҡиммәтле ҡомарткыларҙы һаҡлаған. Ә.Вәлиди бындай хазинаны Сәмәрҡәңд музейына тапшырырға кәңәш бирә. Ләкин аҙаҡ ҡыҙылдар яуы ваҡытында тәләф булып бөтөүен ишетә. Ә.Вәлиди шунда һис юғы бер ҡомартҡыһын һәҙиә итеп һорап алмағанына үкенә. Төркмәнстанға килеп, бер аҙ хәүеф-хәтәрҙәрҙән, эҙәрлекләүҙән ҡотола төшкәндәй иткәс, Әхмәтзәки Вәлиди фән тип ҡулына яңынан ҡәләм ала. Мәхмүт Ҡашғари әҫәрен ныҡлабыраҡ өйрәнә. Төркөстандың һуңғы осорҙағы тарихына мөрәжәғәт итә. Үҙенең күҙе алдында, үҙе ҡатнашлығында үткән тарихи ваҡиғаларҙы ҡайнар эҙҙәре буйынса аҡҡа күсергеләй башлай. Әзербайжан ғалимы Талибзаданың буш ваҡыттарын ни менән мәшғүл булыуы тураһында һорашҡанына Ә.Вәлиди шулай яуап бирә: ” Күҙгә ташланып торған өс эшем бар: 1. Мәскәү һәм Петроградтағы Коминтерндың эшмәкәрлеген ентекләп өйрәндем. Мәскәүҙә ҡалған ғәскәри эшмәкәребеҙ миңә был хаҡта сыҡҡан нәшриәттән иң ҡыҙыҡлыларын ебәреп торҙо. Коммунизм тәғлимәтен һәм тарихын өйрәнеү юлында Мәскәүҙә башлаған эшемде дауам иттем. Марксизмды элек миңә таныш булмаған Фридрих Энгельс хеҙмәттәре аша өйрәнеүҙе мөһим тип иҫәпләй инем;

XI быуатта Мәхмүт Ҡашғари тарафынан яҙылған һәм Истанбулда баҫылған өс томлы әҫәр менән мәшғүл булдым. Был хеҙмәтте Бохаралағы дуҫым Хашим Шаих Әзербайжандан алып килеп һәҙиә иткәйне;

Йәләлетдин Руми ”Мәҫнәүи”енең солтан Мәжит заманында баҫылған кеҫәлә йөрөтөрлөк кескәй нөсхәһен Сәмәрҡәндтән дуҫым һаҙи Хәйҙәр, әсең бошҡанда уҡырһың, тип биргәйне, уны ла ара-тирә уҡый инем”.

Әзербайжан ғалимы быға ҡарата: ” Йәләлетдин Руми яҡшы, ләкин имам Бохариҙың мазары янында урыҫ китаптарын уҡыу урынлымы? - тип һорай.

Рәсәйҙә коммунизмға ҡаршы көрәш мәжбүриәтендә ҡалғанбыҙ икән, уларҙың сәйәсәтен, тәғлимәтен мин дә, Мәскәүҙә, Ташкентта, Сәмәрҡәндтә ултырған арҡаҙашта- рыбыҙ ҙа етди рәүештә өйрәнергә тейешлебеҙ. Башҡа сарабыҙ юҡ, - тип яуаплай Әхмәтзәки.

Ахун Йософ Талибзада — Әзербайжандың фекер үҫешендә мөһим урын тотҡан бер ғалим һәм яҙыусы. Либераль фекерлерәк әҙип. Ә.Вәлиди әйткәнсә, ысын мәғәнәһендә панисламист һәм пантюркист зат. Ғәрәп, фарсы телдәрен камил белә. Шәреҡ поэзияһына ғашиҡ.

148




Ошо йәһәттән Әхмәтзәки Вәлиди менән Йософ Талиб- заданың шәреҡ әҙәбиәте, уның классиктары хаҡындағы әңгәмәләре ҡыҙыҡлы.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең кумиры — Йәләлетдин Руми. Төрөк һәм иран әҙәбиәте классигы Румиҙың фарсы телендәге шиғырҙарын ул әңгәмә барышында берәй фекерен образлы итеп нығытып ҡуйырға кәрәк булғанда йыш ҡына яттан цитаталарға ярата, уның кинәйәле һүҙҙәрен оҫта ҡуллана. ’’Мәүләнә төрлө яҡлы, күсмә мәғәнәле, тәрән фәлсәфәи фекерҙәр яҙып ҡалдырған, — ти ул. — Уларҙы аңлау өсөн дини әҙәбиәтте, хатта төп йәһүди сығанаҡтарҙы, пәйғәмбәр ҡиссаларын, Һарут-Марут, Балам-Баһур ҡиссаларын, ғәрәп әҙәбиәтен тәрән белеү шарт. Быларҙы минең кеүек бөтә нескәлектәрендә белеп етмәгән кешеләргә Ру- миҙы аңлауы анһат түгел. Баязит Бистами, Мансур Һаллаж һәм Ибраһим Әдһәмдең, суфыйҙарҙың тәржемәи хәлдәрен, Ҡөрьән аяттарын, хәдистәрҙе, ғәрәп һәм фарсы фольклорын, айырыуса иблис, шайтан интригаларын белеү мотлаҡ. Мәүләнә Йәләлетдин Руми, үҙе бик яҡшы хәбәрҙар булған был хикәйәт-киссаларҙың берәй киҫәгенә таянып, фекерен үҫтерә. Өҫтәүенә Руми, бер әҫәрҙең аҙағына сыҡмаҫтан, икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсә. Улар араһындағы эске мәғәнәүи бәйләнештәрҙе аңлау ҙа уҡыусының дини, тарихи, әҙәби яҡтан мәҙәнилеге кимәленә бәйле”.

Әңгәмәлә Ә.Вәлиди Төркөстанда һәр саҡ ике мәҙәниәттең — Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәниәтенең, ислам һәм йәһүд, христиан диндәренең үҙенсә бер көрәш сәхнәһе булыуына ла иғтибар итә. Көнсығыш әҙәбиәтенең, уның Хафиз, Хәйәм, Руми, Низами, Науаи кеүек классиктары шиғриәтенең фәлсәфәи тәрәнлеге, күсмә, аллегорик мәғәнәлелеге хаҡында һүҙ алып бара. Урта быуат әҙәбиәттәрендәге ’’гүзәл инсан культы” тураһында төплө фекер йөрөтә Ә.Вәлиди. Көнсығыш әҙәбиәтендәге гүзәллек, художестволылыҡ, миниатюралар хаҡындағы фекерҙәре лә уның эстетик ҡараштарының нескәлеге хаҡында һөйләй.

’’Төрөктәр араһынан сыҡҡан бөйөк аҡыл эйәләренән мәүләнә Руми, әл-Бируни һәм Науаи — бөйөк мәҙәниәтле һәм күп яҡлы инсандар, — ти ул. — Урынына күрә һүҙен һөйләй белгәндәр... Бөтә кеше, Ер — донъяның уртаһы, күк көмбәҙе барса йондоҙҙары менән ер тирәләй әйләнә, тип уйлаған саҡта әл-Бируни ер шарының хәрәкәт итеүен белгән, ләкин был хаҡта боронғо Греция һәм һиндостан

149




ғалимдарының әйткәндәрен иҫкә алыү менән сикләнгән. Үҙ замандаштары араһында төрлө ғәйбәт таралыуға юл ҡуймаҫ

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет