Гитлерсы фашизмдың Германияла ҡоторонған хәтәр йылдары: тикшеренеүҙәр, аңлатмалар яҙыуҙар, борсолоулы саҡтар китә. Әлдә намыҫлы немец ғалимдары күп, улар Ә.Вәлидигә яла яғыуға мөмкинлек бирмәйҙәр, нахаҡ бәләләрҙән аралап ҡалалар. Уны яҡлап юғары даирәләргә яҙған хатында Бонн университеты профессоры Пауль Каале былай ти: ’’Зәки Вәлиди хаҡында һүҙ сыҡһа, уның ғәҙәттә бик һирәк осрай торған һәләтле, ауыр тормош һикәлтәләре аша үткән кеше генә түгел, үҙе һайлаған фәндең мәшһүр вәкиле икәнлеге лә аңлашыла. Сәйәси тормошоноң үткән осорҙарынан алып дошмандары ла аҙ булманы, һуңғылары уны, Төркиәлә генә эҙәрлекләү етмәгән, бында ла уның шәхесенә зарар килтерергә тырыша. Әлеге хәлдең дә шуларҙың эше икәнлегенә шик юҡ.
219
Зэки Вәлиди әфәнденең ул йылдарҙағы сәйәси эшмәкәрлеге хаҡында иң аныҡ мәғлүмәттәрҙе уның ’’Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге сәйәси эшмәкәрлегем хаҡында” исемле аңлатмаһынан алырға мөмкин һәм мин уны ҡушымта рәүешендә килтерәм дә. Шулай уҡ, уның 1930 йылда Буда- пештта донъя күргән ” Рәсәй мосолмандарының бөгөнгө хәле” исемле мәҡәләһен дә килтерәм. Бында телгә алынған фекерҙәрҙең барыһы ла иғтибарға лайыҡ”.
Профессор П.Каале, Төркиәләге һуңғы яманатлы Тарих конгресына ҡағылып, шуны әйтә: ”Тик профессор Зәки Вәлиди, Рәсәйҙән сыҡҡан ғәҙәттән тыш һәләтле, ҙур сәйәси тәжрибәгә эйә булған, үҙенең етдилеге, тырышлығы һәм характеры менән бындағы мөхиттән бер башы юғары торған бер төрөк кенә, ’’ҡоролоҡҡа (кибеүгә) дусар булған”, тигән тезисҡа ҡаршы позиция алыуға батырсылыҡ итте... Шул уҡ ваҡытта Вәлидиҙең үҙен ихтыярлы, ирҙәрсә тотоуы конгреста ултырыусыларҙа көслө тәьҫир ҡалдырҙы һәм уның, ”мин намыҫым ҡушҡанса эшләйәсәкмен”, тигән һүҙҙәре көслө алҡыштарға күмелде. Оҙаҡ та үтмәй, Зәки Вәлиди үҙе теләп университет вазифаһын ҡалдырҙы һәм илде ташлап китте (хәҙер ул Венала йәшәй). Венала Зәки Вәлиди, өс йыл уҡып, 1935 йылдың йәйендә ’’отлично” билдәһенә докторлыҡ диссертацияһы яҡланы”. (М.Исмәғилев. Әхмәтзәки Вәлиди Германияла. ’’Ватандаш”, 1998, №9, 140—141-се биттәр).
Немец профессоры үҙ хатында Ә.Вәлидиҙең Рәсәйҙә азатлыҡ өсөн көрәш тарихына, унитаристар менән федералистарҙың фекер айырмалыҡтарына ла туҡталып үтә. ”Ошо көрәш йылдарынан һуң 20 йыл уҙһа ла, татарҙар һәм Вәлиди араһында билдәле бер ҡапма-ҡаршылыҡ һаҡлана әле, — тип яҙа ул. — Татарҙар был көрәште төрлө лозунгылар менән һаман дауам итә. Шулай, Төркиәлә улар ’’Зәки Вәлиди һәм уның тарафдарҙары пантюркизм хәрәкәтенең дошмандары” тиһә, Германияла ’’Улар большевиктарҙың дуҫтары” тигән имеш-мимеш тарата. Был татарҙарҙың Анкаралағы лидеры Садри Маҡсуди булһа, Берлинда Ғаяз Исхаҡи тора”. Быларҙың шундай ялаларына ҡаршы хат авторы шундай хәҡиҡәтте лә иҫкә төшөрә: ”1937 йылдың 17 сентябрендә ’’Правда” һәм ’’Известия” ла сыҡҡан ике гәзит мәҡәләһендә большевиктарҙың Зәки Вәлидиҙе һәм уның дуҫтарын ни тиклем күрә алмауы күҙгә ташлана”.
220
Шуны ла айырып эйтэ П.Каале: ”1929 йылдан башлап Зәки Вәлиди сәйәсәттән тамам айырыла һәм үҙенең фәне менән генә йәшәй... Иғтибарығыҙҙы тағы шуға йүнәлтер инем: урыҫ ғалимы профессор Бартольд (Ленинград) үлгәндән һуң, Үҙәк Азия тарихы һәм географияһы буйынса профессор Зәки Вәлиди донъяла йәшәүсе беренсе авторитет булып тора”.
Бындай юғары баһаны икенсе бер ғалим, Лондонда Шәреҡте өйрәнеү институтының мәшһүр директоры сэр Денисон Росс та белдерә: ” Европала беҙҙең европаса белем алған өс мәшһүр шәреҡсебеҙ бар, — ти ул. — Уларҙың икәүһе — Боннда Зәки Вәлиди һәм Атийя, өсөнсөһө Каз- вини — Парижда”. "Бөтә донъяға танылған инглиз белгесенең был һүҙҙәре лә профессор Зәки Вәлидиҙең иҫ киткес ғалим һәм ғәҙәти булмаған кеше икәнлеген күрһәтә”, — ти П.Каале.
Шулай, 30-сы йылдарҙа инде Европала ла, хатта бөтә донъяла исеме киң билдәле ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғанды сәйәси дошмандарының соҡсоноу һәм эҙәрләү- ҙәренән ҡурсалап ҡалалар.
Утыҙынсы йылдарҙа Ә.Вәлиди Туған, ысындан да, сәйәси эшмәкәрлеген башҡа арҡадаштарына тапшырып, үҙен ғилем эшенә генә бағышлаған ғалим ине. Быны ул үҙе лә 1935 йылды Германияла яҙған ’’Рәсәйҙәге һәм сит илдәге сәйәси эшмәкәрлегем хаҡында” тигән хеҙмәтендә асыҡ итеп әйтә. ’’Арта барған урыҫ-төрөк яҡынлашыуы шарттарында беҙҙең Төркиәләге сәйәси эшмәкәрлегебеҙ ҙә бик еңелдән булманы, — ти ул. — Шулай ҙа 1929 йылдың мартына ҡәҙәр мин унда ярайһы уҡ интенсив сәйәсәт менән шөғөлләнә инем. Ул саҡта Төркөстандың бойондороҡһоҙлоғо хаҡында ”Яңы Төркөстан” исемле антиболь- шевистик журнал да нәшер иткәйнем... Төрөктәр, сәйәси эшмәкәрлегемде туҡтатыуҙы талап итеп, мине күп тапҡыр иҫкәрттеләр. Тап ошо мәлдәрҙә беҙҙең эмигранттар даирәһе араһында яйлап-яйлап үтә ҡыҙғаныс хәл — деморализация башланды һәм артабан да сәйәси эшмәкәрлек алып барыу саманан тыш ауырлашты. Профессор булараҡ, мин үҙем дә йә фәнни эшмәкәрлектән, йә сәйәси эшмәкәрлектән баш тартырға тейеш инем... Шулай итеп, 1929 йылдан бирле һис бер сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәнем булманы”. ("Ватандаш”, 1998, №9, 148—149-сы биттәр).
221
Тимәк, тарихи шарттар үҙгәреү һәм сәйәсәт менән шөғөлләнергә шарттар һәм мөмкинлектәр бик сикләнеү сәбәпле, Ә.Вәлиди сәйәси эшмәкәрлеген ҡалдырып, үҙен тотошлай фән эшенә арнарға мәжбүр. Уның фән файҙаһына һайланышы заруратлы һәм отошлораҡ та булғандыр.
Тимәк, утыҙынсы йылдар башынан Ә.Вәлидиҙең башкөллө ғалим булараҡ һәм исеме бөтә донъяға танылыр яңы фәнни эшмәкәрлеге осоро башлана. Был йылдарҙа ул Германияла Бонн университетының профессоры, Финляндия- ла Фин-уғыр йәмғиәтенең арҙаҡлы ағза-корреспонденты итеп һайлана.
Яҙмыштары әҙәмдәрҙе кемдәр менән генә осраштырмай икән. Әхмәтзәки Вәлидигә Вена ҡалаһында һис көтмәгән һәм уйламаған бер бөйөк ғалим менән осраҡлы осрашырға тура килә. Ул — Австрия невропатологы, психоанализ ғилеменә нигеҙ һалыусы атаҡлы Зигмунд Фрейд (1856—1939).
Венала уҡыған һәм эшләгән сағында Ә.Вәлиди, университеттың философия факультетындағы Шәрҡиәт семинарына (Ориенталише Семинар) һәм Сәнғәт тарихы институтына яҡын булһын тип, Берггасе урамындағы 9-сы һанлы йорттоң икенсе ҡатындағы бер бүлмәлә түләп йәшәй. Уның аҫҡы ҡатында ниндәйҙер бер институт урынлашҡанын белә, ләкин ул хаҡта артыҡ ҡыҙыҡһынмай. Бер көн йорт хужаһы булған ҡатын: ’’Беҙҙән аҫтағы ҡатта ултырғандар төндә ныҡ баҫып йөрөүегеҙгә һуҡырайалар. Бүлмәлә кейә торған йомшаҡ аяҡ кейемендә йөрөһәгеҙ булмаймы?” — ти. Быға ул ’’ярар” ти ҙә онота ла ҡуя. Әммә бер кисте хужабикә уға: ’’һеҙҙе профессор күрергә теләй”, — тине.
Профессор менән төшөп осраша Ә.Вәлиди. Доктор Фрейд тип таныта үҙен институт профессоры. Шулай танышып һөйләшеп китәләр былар.
Атаҡлы Зигмунд Фрейд — невропатолог, психиатр һәм философ хаҡында ишетһә лә, былай йәнәшә йәшәүҙәрен башына ла килтермәгән була, әлбиттә. Береһе — үҙ иленең бөйөк ғалимы, икенсеһе — әлегә аҙыраҡ билдәле шәрҡиәтсе, эмигрант. Береһенең түшәме икенсеһенә иҙән икән. Шундай күршеһе менән ҡыҙыҡһынып китеп, Ә.Вәлиди Зигмунд Фрейдтың психоанализ тәғлимәте, психосексу- ализм теорияһы һәм тормош философияһы менән ныкла- быраҡ таныша. Шулай ҙа немец ғалимының үҙ тәғлимәтендә енси мауығыуҙы, сексуаллекте үҙәккә ҡуйыуы менән
222
килешә алмай һәм был хаҡта бәхәскә инә. Сексҡа баҫым яһау уға енси аҙғынлыҡты хуплау кеүегерәк аңлашыла. Ә.Вәлиди фекеренсә, халыҡҡа, атап әйткәндә, мосолман, төрки халыҡтарына, енси мөнәсәбәткә тәбиғи һәм тыйнаҡ ҡараш, ғиффәтлелек хас. Бигерәк тә тәбиғәт ҡосағында, мал араһында үҫкән ауыл балаһы ата һәм инә хайуандарҙың нисек тороғоуҙарын, нисек тыуыуҙарын күреп үҫә, уларҙың тәбиғи күренеш икәнен йәштән аңлай. Борон һәм әүәлерәк замандарҙа балалар кешеләр, ата-әсәләре араһындағы енси мөнәсәбәттәрҙе балиғ булғансы йүнләп күҙ алдына ла килтермәгәндер, бәлки. Үҙенсә традицион табу, тыйыу һәм тыйылыу ғөрөф-ғәҙәте йәшәп килгән.
Әхмәтзәки Вәлиди үҙе был хаҡта шулай яҙа: ’’Әммә ҙурайғанға тиклем өлкән йәштәге ҡатындар араһында енес мөнәсәбәттәрен иҫкә алыуҙарына иғтибар итмәнем.
Ғөмүмән, әсәйем менән атайым араһында енси мөнәсәбәттәр булыуы-булмауы беҙҙең, балаларҙың хәтер-хыялы- на инеп тә сыҡмаҫ ине. Шулай ҙа улар беҙгә исламдың енес мөнәсәбәтен тәртипкә һалыу буйынса тәғлимәтен аңлаттылар, мал ҡыҫыр ҡалмаһын тип, уларҙың ҡайһы берҙәрен беҙҙең күҙ алдында ҡасыра торғайнылар. Ҡышын өй эсендә йылыға алынған һарыҡтарҙың бәрәсләүен, яҙын бейәләрҙең ҡолонлауын күреп үҫтек”.
Бер саҡ атайым әсәйем өҫтөнән тағы бер ҡатын алырға йыйынып йөрөгәйне, шул саҡта бик борсолоп, әсәйемдең бер шиғыр сығарғаны хәтеремдә, тип иҫкә ала Ә.Вәлиди. Бына ул шиғырҙың тотмары:
һинән башҡа һөйәр йәрем һис юҡтыр тинең,
Ул һүҙеңдән ҡайттыңмы ни, үҙгәрҙеңме ни үҙең? Иренемдең татын алған, мөһөрөмдө боҙған үҙең, Яттарға карағастын, шулмы ни тотҡан һүҙең?
’’Фрейд менән һөйләшкән саҡта профессорға алты-ете йәшлек ҡыҙ баланың атаһына енси теләк менән ҡарауы хаҡындағы яҙыуҙары башҡорт һәм ҡаҙаҡ өсөн һис тә хаҡ түгеллеген аңлаттым, әсәйемдең үрҙә килтерелгән шиғырын немецсаға тәржемә иттем һәм: ’’һеҙҙең бер брошюрағыҙҙы уҡығандан һуң ғына был шиғырҙа ’’мөһөрөмдө боҙған” һүҙенең енси бер темаға бәйләнешле булыуын аңланым”, — тип һөйләнем”, — ти Ә.Вәлиди.
Фәнни телдә атағанса, секс, йәки татар, башҡорт үҙ һөйләү телендә шуға оҡшаш әйткәнсә, тыйылған, оятһыҙ һүҙҙәрҙән хәҙер сығып та бара буғай. Енси аҙғынлыҡ әҙәп
лелек менән яраша алмай. Ә халыҡ телендә һәм әҙәбиәттә әҙәп сиктәренән ашмаған күпме үҙ төшөнсәләре һәм мәғәнәле айыштары бар: ир менән ҡатын кауышыуы, ҡушылышыу, ҡыҙлығын алыу, мөһөрөн боҙоу, шәшкеһен ватыу һ.б.
Зигмунд Фрейд менән бәйле рәүештә, быға ҡағылып үтеүебеҙ шунан да, Әхмәтзәки Вәлидигә тарихта был темаға ла туҡталғыларға тура килә. Бигерәк тә боронғо һәм урта быуаттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнгәндә. Ә был юлы Ә.Вәлидиҙең бөйөк ғалим 3.Фрейд менән осрашып һөйләшеүҙәре уның нәҡ Ибн Фадлан яҙмалары менән шөғөлләнгән осорона тап килә. ’’Фрейд менән бынан аҙаҡ та бер нисә тапкыр күрештек, — ти ул. — Ул заман ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фадландың боронғо уғыҙҙарҙа енси мөнәсәбәт айышының башҡа мосолмандарҙан һәм ғәрәптәрҙән ныҡ айырылғанлығын күрһәткән яҙыуҙарын тикшерә һәм быны Геродоттың боронғо скифтарҙағы енси мөнәсәбәткә ҡағылышлы яҙыуҙары менән сағыштыра инем. Икенсе тапҡыр күрешкәндә быларҙың барыһын да доктор Фрейдҡа аңлаттым. Хатта мин уға: ”һеҙ брошюраларҙағы фәлсәфәгеҙҙә, ҡыҙ кешеләрҙе яланғас хәлендә ишек тишегенән ҡарап тороуҙы оялмай хикәйә иткән әҫәрҙәр кеүек хеҙмәттәр яҙып, мөһим һәм ҡыҙыҡлы ғилем булған психоанализды шундай әҙәбиәт менән бер рәткә ҡуйҙығыҙ”, — тинем”.
”Ибн Фадландың сәйәхәтнамәһе”
Тарихсы ғалим — бер үк ваҡытта археограф, палеограф, текстолог һәм үҙенсә библиограф та ул. Шунһыҙ ысын тарихсы юҡ. Ул үҙен ныҡ ҡыҙыҡһындырған һәм өйрәнгән осорҙарына ҡарар тарихи сығанаҡтарҙы биш бармағы кеүек белергә тейеш. Белеү генә түгел, шуларҙы үҙе тәрәнтен аңлай һәм аңлата алыуы шарт. Ғәмәлдә тарих ғилеме сығанаҡтарҙы юллай һәм таба белеүҙән — эвристи- канан башлана. Ә әһәмиәтле тарихи сығанаҡтарҙы, билдәһеҙ ҡиммәтле документтарҙы табыу — үҙе тарихи асышҡа тиң.
Әхмәтзәки Вәлиди, — ана шундай ҡиммәтле тарихи яҙма ҡомартҡыларҙы табып, ғилми асыштар яһаған бәхетле ғалим, эврисист. Уның шундай табыштарының береһе һәм берәгәйлеһе — ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фадландың X быуатҡа ҡарар сәйәхәтнамә (юлъяҙма) ҡулъяҙмаһының аҫыл нөсхәһе.
224
Ибн Фадлан — Әхмәт бин әл-Ғәббәс ибн Рәшид ибн- Хәммәд — X быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән ғәрәп сәйәхәтсеһе һәм әҙибе. Ул 921—922 йылдарҙа ғәрәп хәли- фәте илселегенең сәркәтибе вазифаһында Багдадтан Урта Азия, ’’Башҡорт иле” ерҙәре аша Болғар ханлығына сәйәхәттә ҡатнашҡан. Шунда ул үҙҙәренең сәфәрҙә күргән- белгәндәре хаҡында юлъяҙмаһын алып барған, әйләнеп ҡайтҡас, шул нигеҙҙә, үҙенсә бер хисап рәүешендәге сәйәхәтнамәһен яҙып, хәлифәткә тапшырған булған. Шул боронғо юлъяҙма ҡомартҡынан ҡайһы бер күсермәләре өҙөк- өҙөгөрәк урта быуат географы Якут Хәмәүиҙең 1215—1229 йылдарҙа яҙылған ’’Географик һүҙлеге”, унан бер 30—40 йыл алдараҡ күсерелгән Әхмәт Тусиҙың яҙмалары шун- дайҙар.
Архивтарҙа алты-ете быуат буйына билдәһеҙ ятҡан был яҙмалар Европа тарихсыларына үткән быуаттың баштарында ғына мәғлүм була башлай. Данияла сыҡҡан ”Ат- һепе” журналында 1824 йылда Я.Расмуссен тигән тарихсының ’’Ғәрәптәрҙең Скандинавия һәм Рәсәй менән танышлығы һәм сауҙа итеүе” исемле мәҡәләһендә Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһенән алынған мәғлүмәттәр Яҡуттың ’’География һүҙлеге” аша билдәлелек ала. Яҡуттың ҡулъяҙмаһы, күрәһең, Дания сәйәхәтселәре ҡулына юлыҡҡан. Дания тарихсыһының сенсацион мәҡәләһе тиҙ арала швед, инглиз телдәренә тәржемә ителгән.
Ибн Фадлан мәғлүмәттәрен Яҡут һүҙлеге аша Европа тарихсыларына еткереүҙә немец ғалимдары ҙур эштәр башҡара. 1819 йылда Париждың Азия музейындағы Руссо фондынан Яҡут хеҙмәтенең тулы ҡулъяҙмаһы табыла. Ошо сығанаҡтан файҙаланып, Френ ”Ибн Фадлан башҡорттар һәм хазарҙар тураһында”, ”Ибн Фадлан урыҫ тураһында”, ”Ибн Фадлан болғарҙар тураһында” тигән айырым хеҙмәттәр яҙып сығара һәм Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһенең алынма тексын тулыһынса тиерлек Европа ғалимдарына еткерә. Ә икенсе немец тарихсыһы Фердинанд Вюстенфельд иһә, Париж, Истанбул, Берлин, Британия музейы фондтарында һаҡланған төрлө күсермәләренә текстологик сағыштырыу үткәреп, 1866—1873 йылдарҙа Яҡут һүҙлегенең алты томдан торған тулы ғилми баҫмаһын донъяға сығара.
Бындай баҫмалар ни тиклем ҡиммәтле булмаһын, ҡуян һурпаһының һурпаһы тигән шикелле, улар күсермәнең күсермәһе булыуы менән теүәллеккә һәм бөтөнлөккә, боҙоу-
225
8-1303
һыҙ, хатаһыҙ, төшөрөп ҡалдырылмаған, яңылыш уҡылмаған нөсхәгә дәғүә итә алмайҙар, әлбиттә. Шуға текста төшөп ҡалған, хата күсерелгән йә аңлашылып етмәгән урындар осрай. Былары үҙ нәүбәтендә ғалимдарҙы төрлөсә фараз итеүгә, яңылыш аңлатмалар, хата һығымталар яһауға килтергеләй.
Эҙләгән тапҡан, тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти беҙҙең халыҡ. Әхмәтзәки Вәлиди 1923 йылдың яҙында Ирандың Мәшһәд ҡалаһының үҙәк хазинаһы — Рауза китапханаһының йөҙәр йылдар буйы кеше ҡуды теймәгән боронғо һәм урта быуаттар ҡулъяҙмаларында ҡаҙынып ултырғанда Ибн Фадландың үҙ ҡулы менән яҙылған төп нөсхәһенә юлыға. Эләкһә, ҡалъя мул эләгә, тиҙәр, Ә.Вәлиди еңел ҡулынан бер юлы өс ҙур табышты эләктерә. Бер төпкә быға тиклем билдәһеҙ боронғо өс аҫылдарҙан-аҫыл нөсхә ҡулъяҙмалар төпләнгән булып сыға. Улар — IX һәм X быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән мәшһүр ғәрәп географы Ибн әл-Фәҡиһ һәм уға ҡушып төпләнгән Ибн Фадлан, Әбү Дулаф исемле сәйәхәтселәр ҡулъяҙмалары. Табыш эйәһе үҙе яҙғанса, ’’Мәшһәд нөсхәләре һәр ике сәйәхәтсенең һәм Ибн әл-Фәкиһтың беҙгә килеп етмәгән тип иҫәпләнгән китаптарының бик тулы даналары икәнсе. Был әҫәрҙәрҙе табыуыма һөйөнөүемдең иге-сиге юҡ ине”.
”Был табыштар уңайы менән хәтер дәфтәремә шул һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйғайным: ” Ибн әл Фәҡиһ менән Ибн Фадлан, бәлки, минең тормошома яңы йүнәлеш бирер”.
Юрағаны юш килә: табыш авторының оҙон һәм урау юлдар үткән тормош һәм ғилми сәйәхәтенә яңы йүнәлеш бирә. Ул ике әҫәр — үҙ ҡулы менән күсерелгән һәм ун биш йыл буйы бүленә-бүленә өйрәнелгән текстар — Әхмәтзәки Вәлидиҙе Европаның үҙәгендә бөтә донъяға танылыр шәр- ҡиәтсе ғалим, тиңһеҙ текстолог һәм археограф итеп күтәрә.
Ашаған белмәй — тураған белә: фәндең археография менән текстология тармағы, йәғни боронғо манускрипттарҙы текстологик яҡтан тикшереү, уға апробация һәм интерпретация, тексҡа шифровка, аңлатма һәм иҫкәрмәләр яҙыу, академик баҫманы еренә еткереп әҙерләү һәм тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ ғилми-техник эштәре күпме ваҡыт, сыҙамлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап иткән иң ауыр һәм мәшәҡәтле, үтә ваҡ һәм ваҡай бер шөғөл икәнен шөғөлләнгәндәр үҙҙәре генә төшөнәләрҙер, моғайын, һәр бер һүҙҙең нисек яҙылышы, уҡылышы, аңлайышы, айышы, ди-
226
акретик билдәләре, сәкен-төкөндәре өҫтөндә соҡсоноуҙары, халыҡ әйтмешләй, энә менән ҡойо ҡаҙыуҙан да тегеләйе- рәк. Күпме быуаттар үтеүенән ҡараһороға ҡатып ылбырғап бөткән боронғо ҡағыҙға ҡаҙалып, күҙ нурҙарын түгеп, көн- төн ҡаҙынырға ла ҡаҙынырға дусар ғалимға хоҙай үҙе сабырлыҡ һәм ғүмер бирһен! Ә.Вәлидиҙең немец телендәге ”Ибн Фадландың сәйәхәтнамәһе” академик баҫмаһы — ана шундай археографик һәм текстологик тикшеренеүҙәрҙең ун биш йылға тартылған күп йыллыҡ емеше ул. Ғалим үҙе ’’Инеш һүҙе”ндә: ”Ибн Фадландың яҙмаларындағы бәләкәй генә деталдәр ҙә, һис шикһеҙ, тикшеренеүсенең етди иғтибарына һәм хөрмәтенә лайыҡ... Бер-бер артлы килгән хәбәрҙәр араһында үҙ-ара бәйләнештәрҙе тик икенсе сығанаҡ ярҙамында ғына табырға, йәки ’’юлдар араһын да уҡый белеү һәләте кәрәк”, — ти.
Шундай бөйөк табышынан атҡарған ауыр эштәренең һөҙөмтәһен күреп, Ә.Вәлиди Туған былай ти: ”1923 йылда, уның юлъяҙмаһы тамамланғандан һуң тап 1000 йыл үткәс, Мәшһәдтә уның юлъяҙмаһын табып, ул әҫәрҙе яҡтыға сығарыуыма шатланып бөтә алмайым”.
”Ибн Фадландың сәйәхәтнамәһе” өҫтөндә Әхмәтзәки Вәлиди 1932 йылдан, Австрияға килгәс, унан Германияға күскәс, айырыуса ныҡышмалы эшләй. Уның буйынса, әйткәнебеҙсә, докторлыҡ диссертацияһын немецса яҙып бөтә һәм 1935 йылдың июнендә Вена университетында яҡлай. X быуат ғәрәп сәйәхәтсеһенең юлъяҙмаһы нөсхәһен инеш һүҙ һәм ғәйәт ҙур аңлатмалар менән 1938 йылдың йәйендә баҫмаға әҙерләп бөтә. Шулай итеп, ”Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе” киләһе йылына — 1939 йыл — Лейпцигта немец теЛенә тәржемәлә айырым китап булып донъя күрә.
Был ғилми баҫма боронғо яҙма ҡомартҡының мең йылдан һуң төп нөсхәһе табылыу факты булыуы менән генә түгел, бай һәм төплө аңлатмалары менән ысын тарихи асыш булыуы йәһәтенән Германия һәм бөтә донъя шәр- ҡиәтселәре тарафынан сенсацион фәнни ваҡиға итеп ҡаршы алына. Немец ғалимы профессор Герберт Янски был китапты ’’төркиәт ғилеменең кескәй энциклопедияһы” тип атауы уҡ уның ни тиклем юғары баһаланыуын раҫлай. Әхмәтзәки Вәлиди Туған әҙерләп сығарған ”Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе” китабының фәнни ҡиммәтен ҡыҫҡаса ғына әйтеп биреүе бик ҡыйын. Уны тулыһынса аңлатыу өсөн, шул китаптың үҙенән әллә күпмегә ҡалын әллә нисәмә- ләгән баҫма хеҙмәттәр кәрәктер.
227
Ҡарамаҡта автор хэлифэт илселеге менән Багдадтан Урта Азия аша Волга буйы Болғар иленә барған сәйәхәтендә күргәндәрен ғәҙәти һәм ҡай бер ваҡиғаларын ғәжәйеп күреп яҙып барған ғына кеүек. Әгәр шулай ғына булғанда ла, улар бынан мең йыл элек яҙып алынған булыуы менән баһалап бөткөһөҙ, хаҡ ҡуйғыһыҙ тарихи ҡиммәткә эйә. Өҫтәүенә, ул боронғо заман хәл-ваҡиғалары, кешеләре, ҡәүемдәре, илдәре нисек күрелгән шулай тормош- тағыса йәнле һәм тамашалы итеп тасуирланыуы менән ҡәҙерле. Тарихи юлъяҙма илселек каруанының Багдадтан Бохарағаса, унан Харәзм, Устйорт сәхрәләре, ’’Башҡорт иле” аша Волга буйы болғарҙарынаса нисәмә мең саҡырым сәфәрендә осраған ер-һыуҙарын, фәнни телдә әйткәндә, тарихи географияһы менән тулы көйө ҡағыҙға төшөрә. Шул сәфәр юлында ятҡан, осрашҡан төрки ҡәүемдәренең, уғыҙҙарҙың, башҡорттарҙың, болғарҙарҙың, урыҫтарҙың, хазарҙарҙың, саҡалиба халыҡтарының көнкүрештәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, инаныстарын, ижтимағи тормоштарын, башлыҡтарын, батшаларын ғәрәп сәркәтибе үҙе күргәнсә һәм аңлағанса бәйән итә. Бындай мәғлүмәттәр баһаларҙан юғары тарихи хазина, факттар ҡаҙнаһы бит хәҙер. Вәлиди әйткәнсә, улар, һүҙгә һаран булыу менән бер рәттән, сит илдәрҙең, сит халыҡтарҙың традицияларын, ғөрөф-ғәҙәт- тәрен иң бәләкәй деталдәргә тиклем тәфсилләп яҙған был X быуат ғәрәбенә, уның ғәжәйеп диҡҡәтле һәм күҙәтеүсән булыуына бөгөн ҡырғыҙ, төркмән далаларына сәйәхәт иткән күптәр ниндәйҙер дәрәжәлә көнләшеп ҡарар ине.
Ошо мәғлүмәттәргә бай тарихи сәйәхәтнамәне Ә.Вәлиди, ғәрәп теленән немец теленә тәржемә итеп баҫтырып, уны Европа ғалимдары ҡарамағына адреслай. Икенсенән, үҙе шәреҡтең шәреҡ белгесе булған көйө Германияла йәшәгәндә, немец шәрҡиәте ғилеме традицияларын үҫтерешеп, был тарихи ҡомартҡыға европаса күҙлектән баһа бирә.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған әҙерләп баҫтырған ”Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе” (Ibn Fadlan’s Reisebericht”) дүрт өлөштән ғибәрәт: Инеш һүҙ (VII—XXXIV); Немецса текст (1 — 104-се биттәр); Экскурстар(104—295-се биттәр);
Саҡалиба хаҡында (295—331-се биттәр), Вәлиди конъ- ектураһы менән ғәрәпсә текст (332-се биттән).
Ошо композициянан күренеүенсә, немецсаға тәржемә ителгән сәйәхәтнамә тексының өлөшө китаптың өстән бер
228
тиклемен генә тәшкил итә. Йәғни хеҙмәттең икеләтә күпселеген тексҡа аңлатмалар биләй. Асыл нөсхәһенән ғәрәпсә текст өлөшө лә Ә.Вәлиди конъектураһында төшөп ҡалған һүҙҙәргә, ауыр уҡылғандарына иҫкәрмәләр менән бирелә.
Немеңса текст өлөшө, бит аҫтына төшөрөп, айырым һүҙҙәрҙең яҙылышына һәм уҡылышына йә хата бирелешенә бәйле рәүештә, элекке баҫмалар менән сағыштырылып төҙәтелә йә аңлатыла барыла. Бит аҫтындағы асыҡлауҙар йыш ҡына киң текстологик тикшеренеүгә әйләнеп китә. Был үҙе бер махсус өйрәнеү объекты.
Ғалимдар, айырыуса тарихсылар өсөн китаптың иң ҡиммәтле өлөшө, әлбиттә, — аңлатмалар, комментарийҙар. Әммә улары ла традицион аңлатмалар түгел, бәлки төп тексҡа бәйле юлайҡан, хатта үҙаллы ғилми-тикшере- неүҙәр. Автор уларҙы экскурстар тип атаған. Уларға йәнә ’’Саҡалиба”хаҡында ҡушымта” тигән өлөшө ҡушылған.
’’Инеш һүҙ’’ендә төҙөүсе автор китаптың төҙөлөшө, төп текстың тарихы, уның әһәмиәте, экскурстарында ҡуйылған мөһим мәсьәләләре хаҡында һүҙ йөрөтә. ”Ибн Фадландың юлъяҙмаһын Ғәббәсидтәр империяһының бөйөк дипломатик һәм мәҙәни ағымдары хаҡында мөһим бер документ тип иҫәпләргә тулы нигеҙ бар, — ти унда Ә.Вәлиди. — Шуның менән бер рәттән, был әҫәр IX—X быуат мосолман география әҫәрҙәренең башында килә һәм Арал-Каспий өлкәһендәге этник һәм мәҙәни мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүҙә ышаныслы сығанаҡ булып тора. Был тарихи осор — Ғайса пәйғәмбәрҙән алда йәшәгән скифтар хакимиәте менән беҙгә яҡшыраҡ таныш булған XIII быуат монголдары араһында ятҡан ваҡыт упҡыны аша һалынған мөһим күпер ул. Ибн Фадландың хеҙмәтенә ошо күҙлектән баһа биреү киләсәк тикшеренеүселәрҙең бурысы булып тора.
Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе буйынса Ә.Вәлиди Туған ҡуйған ошо үҙәк бурысты һәм тағы байтаҡ тарихи-филоло- гик мәсьәләләрҙе тикшереү хәҙерге шәрҡиәтсе ғалимдар алдында әлегә асыҡ көйө ҡала. Ул һаман киләсәк эше.
Беҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһындағы был китабыбыҙҙа ”Ибн Фадландың сәйәхәтнамәһе” хаҡында дөйөм ҡараштарыбыҙҙы белдергәндә бөйөк ғалимыбыҙ ҡуйған мәсьәләләрҙән үҙебеҙҙе айырыуса ҡыҙыҡһындырғандары буйынса ғына ҡай бер фекерҙәребеҙҙе әйтеп китеү менән сикләнергә мәжбүрбеҙ.
Достарыңызбен бөлісу: |