Башҡорт энциклопедияһы



бет6/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25

В.Бартольд, В.Богородицкий, Н.Катанов кеүек иң яҡын күргән ғалимдарға ”был сәйәси вазифалы-ваҡытлы эш. һеҙҙең мине фән әлкәһендә үҙ урыным һәм һүҙем буласаҡ кеше итеп күреүегеҙ миңә терәк буласаҡ”, — тип хаттар яҙһа ла, Ә.Вәлиди инҡилап тулҡындары менән бергә сәйәсәткә инеп китеүе арҡаһында оҙаҡ йылдарға фән эшенән айырылаһын әле һиҙмәй ине.

83




Рәсәйҙә 1917 йылдың февралендә башланған инҡилап — Февраль революцияһы Әхмәтзәки Вәлидиҙе шаулы көрәш тулҡындары эсенә, сәйәси алыш майҙандарына өйөрөлтөп алып инә. Урамдарға байраҡтар, ҡорал күтәреп сыҡҡан эшселәр, һалдаттар ташҡынын үҙ күҙҙәре менән күрә, үҙе үк ашҡынып шул ағымға ҡушыла. Үҙенә пистолет һатып ала. ”Йә, раббым, ошоноң менән минең милләтемә лә ҡотолоу юлы ас”, - тип доғалай һүҙҙәрен ҡабатлай ул. ”Мин был инҡилапты уның төп сығанағы булған Преображенский казармаһында башланған мәлендә үҙ күҙем менән күрҙем һәм үҙемде бәхетле итеп тойҙом”, — тип яҙыр ул аҙаҡ.

Инҡилап айҡанлы Дәүләт Думаһының, фракцияларының хәле айҡалып, аҫты-өҫкә килгәндәй итә. Бәхәстәр ҡуйыра, фирҡәләр тартышы көсәйә. Инҡилаптың тәүге аҙнаһынан уҡ төбәктәрҙән — Кавказдан, Себерҙән, Ҡаҙағстан- дан, Ҡырымдан мосолман сәйәси вәкилдәре килә башлай. Улары Рәсәй мосолмандарының дөйөм конгресын йыйыуҙы һорай. Тимәк, платформаларҙы асыҡларға, ойоштороу эштәрен башларға кәрәк. Фракцияның, бюро ағзаларының күбеһе, инҡилаптан файҙаланып, Рәсәйҙә демократик йөмһүриәт төҙөү яҡлы. Әхмәтзәки Вәлиди, Сәлимгәрәй Йәнтүрин тарафдарҙары ерле йөмһүриәттәр федерацияһы идеяһын алға һөрә. Ана нисек баштан уҡ Әхмәтзәки Вәлиди үҙ платформаһын ап-асыҡ билдәләй.

Форсаттан тиҙерәк файҙаланмаҡ шарт: Мосолмандар конгресын нисек ойоштороу, программаһын төҙөү өсөн Ә.Вәлиди менән бер нисә бюро ағзаһы Финляндияның үҙәге Гельсингфорсҡа ебәрелә. Хельсинкиҙа осратҡан бер ауылдашы әйтмешләй, шулай батшаның эше боҙолдо, Зә- киҙең көнө килде.

Петроградта 27 мартта Мосолмандар конгресын нисек үткәреү хаҡында ойоштороу йыйылышы үтә. Уға күпме ағза, кемдәрҙе саҡырыу, конгресс программаһы һ.б. мәсьәләләр тикшерелә. Ә.Вәлиди, Рәсәй мосолмандары статистикаһы һәм этнографияһы буйынса тулы мәғлүмәт биреп, 600 самаһы делегат саҡырырға тигән тәҡдим менән сығыш яһай. Ҡаҙандан килгән Ғаяз Исхаҡи, Садри Маҡсудиҙар конгреста үҙ унитар ҡараштарын үткәрер өсөн татарҙарҙан күберәк делегаттар саҡыртырға маташып ҡарайҙар. Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның тарафдарҙары, федерализм яҡлылар һәр төбәктән, һәр ҡәүемдән халыҡ һанынан сығып делегат

'84


тар һайлау юлы өсөн көрәшәләр. Унитарнстар менән федералистар көрәше, Зәки Вәлидиҙең Ғаяз Исхаки, Садри Максудиҙар менән ғүмер буйы килешмәҫ алышы ана шунда ҡабынып китә лә инде.

Вәлиди Төркөстанға, Әзербайжанға, Кавказға, Ҡаҙағ- станға һәм Башҡортостанға, үҙ программаларына автономиялы йөмһүриәт төҙөү мәсьәләһен үҙәккә куйыуҙарын һәм шуны яҡлар делегаттар һайлауҙы үтенеп, хаттар тарата, ә үҙе башҡорттарҙы, ҡаҙаҡ һәм башҡаларҙы ойоштороу өсөн икенсе көндө үк поезд менән юлға сыға. Ырьшбурға туҡталып, башҡорт уҡымышлыларын йыйып һөйләшеп, Мәскәүҙә буласаҡ мосолмандар конгресына әҙерлек, делегаттар һайлауҙы ойоштороу эштәрен ҡуҙғатып ебәрә. Шулай уҡ был ҡалалағы ҡаҙаҡ менәүәрҙәрен күреп, Мәскәүгә тейешле һанда делегациялар ебәреүҙе тәьмин итеүҙе үтенә.

Артабанғы эше — Ташкентта. Апрель урталарында үтәсәк Дөйөм Төркөстан Башҡарма комитетының әлкә конгресына әҙерлек эштәренә тотона. Унда федерализм фекерен уҙғарыу буйынса күп саралар күрә, программалар төҙөй.

Шул көндәрҙә Ә.Вәлиди Ташкентта эсерҙар фирҡәһенә яҙыла. Шуға таянып, 16 апрелдә асылған Төркөстан мосолмандары конгресы юғары кимәлдә уҙа. Бындағы унитарист яҡлылар менән көрәштә Ә.Вәлиди етәкләгән федералистар төркөмө еңеп сыға. Үзбәктәрҙе үҙҙәре яғына ауҙарырға тип, Мәскәүҙән килеп еткән Садри Максуди- ҙарҙың тырышлыҡтары һөҙөмтә бирмәй. Ташкент конгресы аҙнаға яҡын һуҙыла. Мәскәүҙә май айында үтәсәк Бөтә Рәсәй мосолмандары конгресында ҡатнашыу өсөн 12 кешелек комитет һәм Төркөстан мосолмандары Үҙәк шураһы һайлана. Ә.Вәлиди комитетҡа һәм Үҙәк шураға ағза булып үтә. Нисек өлгөрәлер, Әхмәтзәки Үҙәк шураның органы сифатында ’’Кәңәш” тигән гәзит ойоштороп, уның тәүге һандарын сығарып та йөрөй. Уға программалар характерындағы биш-алты мәҡәлә яҙып баҫтыра, йәғни Ташкентта ай самаһы ваҡыт эсендә тауҙай эштәр атҡарып ташлай. Үҙе әйтмешләй, ул көндәрҙәге башҡарған эштәре, үҙенә йөкмәтелгән вазифалары башынан ашҡайны. Йыллыҡ эштәрҙе ул гүйә айҙа, айлыҡтарын көнөндә, сәғәтендә үтәп сыға. Шулай Рәсәй мосолман, төрки халыҡтарының азатлығы өсөн Февраль революцияһы биргән мөмкинлектәрҙән йәһәт файҙаланып, Әхмәтзәки Вәлиди көн-төн тынмаҫ

85




тынғыһыҙ сәйәси көрәш диңгеҙендә, трибуналарҙа ялҡынлы оратор сифатында фекерҙәр, идеялар алышы майҙандарында алһыҙ-ялһыҙ ҡайнағандан-ҡайнай башламаһынмы.

Мәскәү. 1917 йылдың 7 майы. Мәшһүр үҙәк ҡаланың зиннәтле һарайында Бөтә Рәсәй мосолмандарының беренсе ҡоролтайы (конгресы) асыла. Рәсәй мосолмандары өсөн ҙур тарихи ваҡиға был. Төрлө тарафтарҙан һайланмыш биш йөҙләп делегат килгән. Башҡортостан делегаттары үҙҙәре генә лә иллегә яҡын. Был Мәскәү ҡоролтайында Ә.Вәлиди 12 кешенән торған Төркөстан делегацияһы составынан. Ҙур форумда ул ’’Рәсәй мосолмандарының этник сығыштары һәм уларҙың сәйәси тормошта әһәмиәте ” тигән төп докладтарҙың береһе менән сығыш яһай. ”Был телмәр, асылда, минең бөгөнгә ҡәҙәр алып барған көрәшем программаһының нигеҙен тәшкил итә ине”, — тип билдәләй аҙаҡ.

Бер нисә көнгә һуҙылған был оло йыйында, татар делегаттары алға һөргән унитар нигеҙҙәге милли-мәҙәни мөхтәриәт идеяһы кире ҡағылып, төрки халыҡтарының ерле мөхтәриәт федерализмының программаһы еңеп сыға. Был программаны ғәмәлгә ашырыр өсөн Рәсәй мосолмандарының Үҙәк шураһы һайлана. Уның составына Әхмәтзәки Вәлиди ҙә үтә.

Башҡорт делегаттары был дөйөм ҡоролтайҙа ер мәсьәләләрен дә ҡуялар. Ләкин ул ҡәтғи ҡарарға килмәйенсә асыҡ ҡала. Шунлыҡтан башҡорт делегаттары, үҙҙәре айырым йыйылып, Сәғит Мираҫов, Аллабирҙе Йәғәфәров һәм Әхмәтзәки Вәлидиҙән торған өс кешелек комитет һайлап ҡуялар: комитет бөтә башҡорт ҡоролтайын уҙғарыуҙы әҙерләргә тейеш.

Тарих тәгәрмәсе ҡыҙыу тәгәрәмәксе: делегация менән Ә.Вәлиди Ырымбурға килә. Унда Башҡорт әлкә шураһын төҙөйҙәр. 20 июндә Ырымбурҙа Башҡорт ҡоролтайын йыйыу хаҡында иғлан һәм халыҡҡа мөрәжәғәт баҫып тараталар. ’’Башҡорт” исемендәге гәзит ойошторалар. Уның тәүге һанының имзаһыҙ баш мәҡәләһендә Ә.Вәлиди буласаҡ Башҡорт ҡоролтайының төп программаһын, алда торған сәйәси һәм ойоштороу эштәрен аңлатып бирә.

Әммә ләкин Әхмәтзәки Вәлидиҙең төп шөғөлө әлегә - Төркөстанда. Үҙе Төркөстан делегаты һәм шураһы ағзаһы булғас, тағы Ташкентҡа китә. Уның төп маҡсаты — мөхтәриәт хәрәкәтен Төркөстанда йәйеп ебәреү. Уның уйынса,

86




шунһыҙ Ҡаҙағстан менән Башҡортостанда быны нығытыу ауыр буласаҡ. Ул шуға әле беренсе сиратта Төркөстан Мәркәз шураһында ойоштороу эштәре менән мәшғүл. Рәсәй Ҡороусылар мәжлесенә (Учредительное Собрание) берҙәм милли программа төҙөү эше лә уға йөкмәтелгән. Ташкентта сыға башлаған "Кәңәш” гәзитенең баш мөхәррирлеге лә уның өҫтөндә. Был тарафтарҙың лидерҙары Ә.Вәлиди кәңәштәренә, программаларҙы төҙөү һәләтенә мохтаж.

Урыҫ большевиктары, урындағы социалистар, фәҡәт үҙ мәнфәғәттәрен генә күҙәтеп һәм яҡлап, Төркөстан мөхтәриәте идеяһына, ғөмүмән, урындағы халыҡтың, төрки халыҡтарының милли мәсьәләләренә илтифатһыҙ, күп ваҡытта ҡаршы фекерҙә торалар. Зәки Вәлиди һәм уның был яҡтағы арҡадаштары үҙаллы Төркөстан социалистик партияһын төҙөү фекерендәләр. Уның программаһын һәм уставын яҙыу эшен Ә.Вәлидигә тапшыралар.

Асылда, Әхмәтзәки Вәлиди инҡилаптан һуң Рәсәйҙә төрки халыҡтары араһында ерле мөхтәриәт өсөн көрәштә сәйәси һәм теоретик әҙерлекле иң алдынғы лидерҙарҙың береһенә әйләнә. Шуға уның Рәсәй Мосолман шураһының Башҡарма комитетына, Төркөстан Мәркәз шураһына, тағы Башҡорт үҙәк шураһына ағза итеп һайланыуы һәм уларҙа мөһим вазифалар башҡарыуы, программа характерындағы документтарҙы әҙерләшеүе бик тәбиғи ине.

Бына Ырымбурҙа 1917 йылдың 20 июлендә асылған Беренсе Башҡорт ҡоролтайының түрендә лә ул. Ерле милли мөхтәриәт һәм башҡорт ерҙәре мәсьәләһе хаҡындағы докладты ул яһай. Ҡоролтай бик берҙәм һәм юғары кимәлдә үтә. Мөхтәриәт, ер, башҡорт ғәскәрен аяҡҡа баҫтырыу, мәҙәниәт, мәғрифәт хаҡында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә. Башҡорт үҙәк шураһының идара комитеты һайлана. Уның рәйесе итеп Шәриф Манатов тәғәйенләнә. Ә.Вәлидов — идара комитеты ағзаһы.

Яңы идараның эшенә лә ең һыҙғанып тотона ул. Ҡоролтай ҡарары буйынса, уның етәкселегендә бер делегацияны ергә хоҡуҡ, батша замандарынан йыйылып килгән башҡорт капиталын — Ырымбурҙағы Каруанһарай бинаһын мәсете, баҡсалары менән башҡорттарға кире ҡайтарыу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн Петроградҡа Керенский хөкүмәтенә ебәрәләр. Быларҙы, бөтә тырышлыҡтарын һалып һәм Әхмәтзәки Вәлидиҙең Керенский менән элекке танышлығын

87




файҙаланып, ыңғай хәл итеүгә ирешәләр. Етмәһә, ҡалаға барғас белеүенсә, үҙе Ваҡытлы хөкүмәттең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында бер вазифаға ла тәғәйен, имеш.

Инҡилаптан һуң Әхмәтзәки Вәлиди хәҙер Рәсәй мосолмандары араһында барған тарихи, сәйәси ваҡиғаларҙың нәҡ уртаһында ҡайнай. Ул үҙенә йөкмәтелгән вазифалары менән ике ай эсендә Төркөстанда, Ырымбурҙа үҙ башҡорттары араһында эшен йәйеп ебәрә. Ҡоролтай эштәре менән мәшғүл, уның артынса юлы Петроградҡа, Мәскәүгә йүнәлә. Ундағы кәңәшмәләр, осрашыуҙар уртаһында.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең шундай ҡөҙрәте күптәргә мәғлүм: ул ныҡлы логикаға ҡоролған яҡшы оратор булыуы менән ҡоролтайҙарҙа, ҙур йыйылыштарҙа күпселекте үҙ фекерҙәренә, программаларына инандыра алһа, бәхәстәрҙә, былай һөйләшеүҙәрҙә үҙенә ҡапма-ҡаршы ҡарашлы оппоненттарын да ул нигеҙле аңлатыуы, фекер ҡеүәһе менән йыш ҡына үҙ яғына ауҙара, идея дошмандарын да хатта теләктәш итеп ҡуйғылай. Был, әлбиттә, бөйөк шәхестәргә генә тейер ҡәбилиәт, хоҙай биргән оло ҡөҙрәттер.

Мәҫәлән, Петроградҡа әлеге барған ваҡытында Сәйетгәрәй мырҙа Алкиндың теократик дәүләт идеяһын яҡлап һөйләшкән дискуссияларында ҡатнашҡан элекке Абдулла Дәүләтшин, кантон тоҡомдарынан булған генерал Ғәбдел- ғәзиз Дәүләтшин, бәхәс барышында уҡ Әхмәтзәки Вәлиди яғына ауып, төбәп шундай иғтибарҙы биләр фекерҙәр әйтә мырҙа: ’’Зәки бей һәм арҡадаштары милләттең был инҡилабынан нисек файҙаланыу юлдарын беҙҙән яҡшыраҡ белә, сөнки улар халыҡтың эсенән үҫеп сыҡҡандар. Мин яҙын Ташкентта булған саҡта өлкәнең өс-дүрт конгресы булып үтте. һөйләшелгән мәсьәләләрҙе тиҙ генә аңлап алыуы ҡыйын ине. Бөгә ваҡиғалар кинолағы кеүек аҡты. Әммә аңлап, конгрестарҙа уҡыу өсөн докладтар, мосолмандарҙың мәнфәғәтен яҡлаған, халыҡҡа аңлайышлы ҡарар- намәләр (резолюциялар) әҙерләп килде. Төркөстанда күп йылдар эшләнем, ләкин был мәмләкәттә инглиздәрҙең һиндостан менән идара итеү өсөн ҡорған пландары һәм ҡанундары ниндәй маҡсат менән урыҫсаға тәржемә ителеп, нәшер ителеүен аңламай инем. Зәки бей Әлкә конгресында ла, Әлкә идараһында ла (Краевое Совещание), бының маҡсатын тулыһынса аңлап, уртаға һалды һәм өлкәнең киләсәк идараһы мәсьәләләре буйынса һөйләшеүгә дөрөҫ йү-


нэлеш бирҙе. Мин башта федерация фекеренә ҡаршы инем, хәҙер иһә, федералистарҙың планы тормошҡа ашыр- лыҡ, тип иҫәпләйем. Әммә һеҙ тәҡдим иткән, шәриғәткә таянған теократик дәүләт, ерлекһеҙ булыу сәбәпле ҡоролмаҫ. Вәлидов һеҙҙе хаҡлы тәнҡитләй”.

Әхмәтзәки бей һуңынан Сәйетгәрәй Алкин мырҙаны үҙенә фекерҙәш итеп кенә ҡуймай, бәлки уның улы Ильяс мырҙа Алкинды Башҡорт хөкүмәтен нығытыуҙа ҡатнашҡан иң таяныслы арҡадашы итә.

Өфөлә 28—29 августа Икенсе Башҡорт ҡоролтайы йыйыла. Бында ерле мөхтәриәтте нығытыуға бәйле тағы яңы ҡарарҙар ҡабул ителә, Петроградта булаһы Рәсәй Ҡороусылар мәжлесенә (Учредительное Собрание) делегаттар һайлана. Әхмәтзәки Вәлиди — йәнә ҡоролтайҙы ҡороусыларҙың һәм алып барыусыларҙың үҙәк фигураһы.

Уның артынса Өфө вилайәте мосолмандарының съезы асыла. Бында ла ултырыштарҙа Ә.Вәлиди — етәкселәрҙең береһе. Был юлы унитаристар менән федералистар араһында ҡаты көрәш ҡыҙа. Тағы Садри Маҡсуди, уның яҡлылар ярһып төкөрөк сәсә. ”Мин дә һүҙ алдым һәм Садри бей ғүмере буйы онотмаясаҡ нотоғомдо һөйләнем, — ти Ә.Вәлиди. — Был съезд Өфө вилайәтендә татар унитаристары- ның тамам еңелеүенә сәбәп булды. Өфө вилайәт съезы уларҙың фекерен ҡәбергә күмде, пропагандалары һөҙөмтәһеҙ ҡалды. Үҙҙәре Ҡороусылар мәжлесенә лә һайланманылар”.

Алда тағы яңы форумдар, яңы алыштар: Ырымбурҙа ҡаҙаҡтарҙың Икенсе ҡоролтайы, сентябрҙә Төркөстан мосолмандарының Икенсе конгресы. Шуңарсы Өфөлә ҡалып, Башҡорт үҙәк шураһы эштәре менән шөғөлләнгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайтып, ата-әсәһен, туғандарын күреп әйләнергә була Әхмәтзәки. Бер уңайҙан бүтән эрерәк башҡорт ауылдарына һуғылып, ҡоролтай ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырыу буйынса ла эштәр башҡарырға төп ниәте.

Тыуған ауылын үҙе һағынған, унан былай туған-тыума- салары, ауылдаштары һағынған — Көҙәндә бер көн самаһы булыуы, шат күңел, уйын-көлкө эсендә уҙҙырыуы зарҡынған күңелен үҫтереп ебәрмәһенме! Әҙәмгә күп кәрәкме ни: ’’Ауылымда бер ваҡиға булды, милләтем дә шулай уҡ яратһа ине, тип уйлағайным”, — ти был юлы ҡайтышында.

Ата-әсәһе дуҫтарына, Еҙем-Ҡаран, Мырҙаҡай ауылдарына, ҡунаҡҡа киткән икән — уларҙы юллап күреп китмә-

89




гэ кәрәк. Үтәккә туктап, бер кис бабаһы йортонда ҡунып китә. Хәбибназар ҙа Мырҙаҡайҙа ҡунаҡта икән. Икенсе көн Еҙем-Ҡаранға етеп, Мәжит Ғафуриҙарҙа үҙе ҡунаҡ булып китте, унан, Ғафури менән икәүләп, Хәбибназар бабаһы, ата-әсәһе артынан Мырҙаҡайға юлланалар. Туғандары, дуҫтары менән күрешеп, ҡунаҡ ҡәҙере, һый-хөрмәт күреп, был ҙур башҡорт ауылында бер көн яталар. Күрәләр, ишетәләр: башҡорт ҡоролтайҙарының тәьҫире, ҡыуаныстары һәр ауылға, һәр кеше күңеленә килеп еткән. Әхмәтзәкигә рәхмәттәр уҡыйҙар, изге эшендә уңыштар теләйҙәр. Үҙ атаһының был хәрәкәтте, уны йәннәткә инде- рерлек бер хеҙмәт, илаһи мәрхәмәт, уға тиҙ арала тапшырылырға тейеш бер бүләк, тип баһалауы бигерәк тә һөйөнөслө ине.

Үҙен иң оло башлыҡтары, халыҡтың хөрмәтле улы урынына күреп, һәр ауылда халыҡ йыйылып китте. Вәли- дигә рәхмәттәр, изге теләктәр, наказдар яуҙыралар, ул тотҡан юл ирек, ер, үҙ хөкүмәтең өсөн көрәшкә ҡушылырға, кәрәк икән, йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙерлектәрен анттар кеүек әйттеләр. Ундай хәл Мырҙаҡайҙа ғына түгел, ул булған һәр ауылда: Көҙәндә, Үтәктә, Еҙем-Ҡаранда, һайранда үҙенсә ҡабатланды. Былар Ә.Вәлидиҙең күңеленә үҙе көтмәгәнсә иҫ-киткес көрәш ялҡынын дөрләтеп ебәрҙе. ”Был йыйылыштар XVIII быуатта башҡорт күтәрелештәре дәүерендәге йыйындарҙы хәтерләтә ине, — тип яҙыр һуңынан. — Ундағы һөйләшеүҙәр күңелемдә милләтемдең азатлыҡ хәрәкәтенә тоғро ҡалыу һәм был юлда ғүмеремде лә фиҙа ҡылырға әҙер булыу теләгемде уятты”. Башҡортостаны, башҡорт халыҡ азатлығы өсөн көрәшкә, изге юлға күңеленән ант итеүе кеүек яңғырай бындай һүҙҙәре.

Әле йыл башында, Февраль революцияһы булған айҙарҙа, уның күңелендә һәм эш ғәмәлдәрендә революцион осҡон ҡабынһа ла, ул икенсе төрлөрәк уйлай ине: ”Ул ваҡытта, башҡорттарҙың үҙ аллы бер сәйәсәте булыр, тип уйламай инем әле. Тарихи күтәрелештәре һәм ер мәсьәләләре буйынса урыҫ күскенселәренә ҡаршы көрәштә ҡаҙаҡ, ҡырғыҙҙар менән бер булғанлыҡтан, башҡорттарҙың сәйәси ҡуҙғалышы ла, ғөмүмән, Төркөстан менән бер булырға тейеш тигән фекерҙә булдым”, - ти.

Ул әле Мәскәүҙә мосолмандар ҡоролтайында ла Башҡортостан мөхтәриәте идеяһын махсус ҡуймай, дөйөм ағымда ҡарай. ”Мин ул заман Төркөстан мөхтәриәте яҡлы инем”, - ти үҙе.

90




Башҡортостандың үҙаллы мөхтәриәте мәсьәләһе Башҡорт ҡоролтайҙарында күтәрелә һәм Ә.Вәлидиҙең дә бөтә күңелен, уй-хыялдарын ялмап ала. Мөхтәриәт идеяһының инҡилаптан һуңғы дүрт-биш ай эсендәге үҫеше һәм яңыса- раҡ йүнәлеш алыуы шундайыраҡ бара, тип әйтергә кәрәк Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡараштарында һәм сәйәси эшмәкәрлеге ағышында.

Шул уҡ ваҡытта ул хәҙер ҙә Төркөстандағы, Ҡаҙағстан- дағы, Башҡортостандағы ерле мөхтәриәт хәрәкәттәрен бер- береһенән айырмай ҡушып алып барыу фекерендә. Уларҙың хәрәкәттәрендә үҙе берҙәй ҡатнашмаҡсы. Бер конгрестан икенсеһендә, бер ҡоролтайҙан өсөнсөһөндә катнашыуҙары, һәр береһендә шура йә комитет ағзаһы булып һайла- ныуҙары, дөйөм лидерлык йүнәлеше шуны раҫлай бит.

Сентябрь—октябрь айҙарында ла әле уның сәйәси эшмәкәрлеге Петроград, Мәскәү, Өфө, Ырымбур, Ташкент ҡалаларын киң иңләп дауам итә. Кисә унда, бөгөн бында, иртән тегендә тигәндәй.

Әйтәйек, шул көҙҙә тыуған яҡтарында ике-өс көн булып, тиҙ арала Вәлиди Башҡорт үҙәк шураһында ойоштороу эштәре менән өс-дүрт көн шөғөлләнә, Ырымбурҙа Икенсе ҡаҙаҡ ҡоролтайына килгән көрәштәштәре менән осрашып һөйләшә. Унан тағы Ташкентҡа юл тота.

Ташкентта дөйөм Төркөстан конгресы ағзаларына Пет- роградтағы, Мәскәүҙәге һөйләшеүҙәре, Башҡортостан, Ҡа- ҙағстан шура ағзалары, бергәләп башҡарған эштәре хаҡында мәғлүмәттәр биреп, дөйөм сәйәси хәлде асыҡлағас, Төркөстандағы хәлгә, күрәһе сараларға күсәләр. Вәлиди барыһын бергә бәйләүсе, элемтәсе, туплаусы фигура сифатында.

Төркөстанда сәйәси хәлдәрҙең һаман ҡатмарлана барғаны күҙәтелә. Большевиктарҙың йоғонтоһо көслө. Ә.Вәлиди әле Ташкент муниципалитет йыйылыштарында ҡатнаша, әле шураға фонд туплау маҡсаты менән Андижан ҡалаһына барып ҡайта. Күрә: Төркөстанда Советтар хакимиәте урынлашыу хәүефе ҙур. Фирҡәләр араһында мөнәсәбәттәр ҡырҡыу. Милли ойошмалар эсендә тарҡаулыҡ, һәлкәүлек хөкөм һөрә. Милли ғәскәр булдырмайынса, милли дәүләт төҙөү мөмкин түгел. Быларҙы тәрән аңлаған Ә.Вәлиди Төркөстанда шундай ғәскәр төҙөүҙе күтәреп ҡарай, әммә төркөстанлы аркадаштары быға ышанмайҙар.

91


Октябрь баштарында Башҡорт үҙәк шураһы телеграмма менән Ә.Вәлидиҙе Ырымбурға саҡыра. Унда ла бармай сара юҡ. Рәсәй Ҡороусылар мәжлесенә - Учредительное Собраниеға делегаттар Башҡортостанда һайлауҙар үткәреү өсөн башта вилайәт йыйылыштарын уҙғарырға кәрәк ине. Ойоштороу, платформаны аныҡлау эштәре күп.

Шулай октябрҙә Ырымбурға кире ҡайтып, Ә.Вәлиди Башҡорт шураһы эштәре, Башҡортостан мәсьәләләре менән баштан-аяҡ бындағы сәйәси донъяға сума. Учредительное Собраниеға делегаттар һайлау эштәрен ойошторорға, программалар, мөрәжәғәттәр яҙырға ултыра. Татарҙар ойошторған Ырымбур вилайәте мосолмандар съезында ҡатнаша. Татар зыялыларының башҡорт хәрәкәтенә таяҡ тығырға, уны юҡҡа сығарырға ынтылыуҙарына ҡаршы Ә.Вәлиди был съезда ҙур телмәр тота. ’’Минең был тәңгәлдә Ырымбур вилайәте татарҙарына аңлатып һәм ғәйегшәүҙәренә яуап биреп һөйләгән телмәрем дүрт сәғәт дауам итте. Ғүмеремдә иң оҙон телмәрем шул булды”, — тиер ул аҙаҡ. Ошо үҙенсә тарихи телмәр татарҙарҙың башҡорт автономияһына ҡаршы тарафдарҙарын тар-мар килтерә. Федерацияға һәм автономияларға ҡаршы татар зыялылары үҙҙәренә генә зыян итә, һуңынан Рәсәй Учредительное Собраниеһына береһе лә делегат итеп һайланмай.

Бөтә Рәсәй буйынса октябрь аҙаҡтарында илдә сәйәси хәлдәр бик ҡырҡыулашҡан осорҙа Ырымбурҙа Башҡорт Үҙәк шура, Ҡаҙаҡ шураһы ағзалары ярым рәсми, ярым йәшерен кәңәшмә ҡоралар. Бында улар, киҫкен ситуацияға ҡарап, үҙ позицияларын билдәләй.

Ике көн дауам иткән был кәңәшмә беҙҙең яҙмышыбыҙҙы билдәләүсе йыйылыш булды, — тип баһалар быны Ә.Вәлиди үҙ хәтирәләрендә.— Демократияға һәм Ҡороусылар мәжлесенә тоғро ҡалырға, большевиктарҙы ҡабул итмәҫкә, Украинала тормошҡа ашырылған әлкә автономияһы төҙөү юлын тоторға, декабрь аҙағында бөтә Ҡа- ҙағстан һәм Башҡортостан ҡоролтайҙарын бер үк көндәрҙә Ырымбурҙа йыйырға, Төркөстанда ла мөхтәриәт юлына баҫырға, тип ҡарар иттек”.

Был асылда бик мөһим йыйылыш һәм тарихи ҡарарҙар ине. Был ваҡиға Әхмәтзәки Вәлидиҙең үҙе өсөн сәйәси эшмәкәрлегендә икенсе яңы осорон — Башҡортостан менән айырылғыһыҙ йылдарын асып ебәреүе ине.

92




Каруанһарайҙы үҙенең төп резиденцияһы иткән Башҡорт үҙәк шураһы, ошо кәңәшмәнән һуң, әүәлге традиция буйынса, Башкортостанды боронғо башҡорт ғәскәри идара төҙөлөшөнә тартым кантондарға бүлә, уларҙың төбәк комитеттарын ойоштора. Учредительное Собраниеға һайлауҙарҙа шурасылар платформаһы еңеүселәр булып сыға. Башҡорт үҙәк шураһы өсөн Октябрь революцияһы алдынан булған бер тарихи еңеү ине былар.

Башҡорт хәрәкәтен, ғөмүмән, революция тураһында тарихи әҙәбиәттә уны бер кескәй төркөм милли интеллигенция вәкилдәре, революционерҙар башлап ебәрҙе тигән бер яҡлы ҡараш йәшәй. Әлбиттә, ялҡынды дөрләтеү өсөн саҡтырыусыһы кәрәк. Осҡондан ялҡын ҡабына. Осҡон тоҡанһын өсөн, ҡоро ерлек шарт.

Февраль революцияһы башҡорт демократик хәрәкәте башланыр өсөн ана шундай мөһим шарт һәм уңайлы ситуация булды. Азатлыҡҡа зарҡынған рухы һәм ынтылышы быға әҙер ине. 1917 йылдың майында уҙған Мәскәүҙәге Мосолмандар конгресына башҡорттар тарафынан һайлап ебәрелгән иллеләп делегат шул идеяларҙы ғәмәлгә ашырыусылар хоҡуғында. Әгәр был конгреста башҡорт делегацияһы федератив нигеҙҙәге мөхтәриәт (автономия) өсөн тауыш бирһә, шул уҡ делегация, үҙҙәре йыйылып, Башҡортостан мөхтәриәте, ер мәсьәләләрен ниндәй саралар ярҙамында тормошҡа ашырыу өсөн тәүге ойошма - комитетты ла һайлап ҡуя. Шул комитетҡа ингән Ә.Вәлиди, Ш.Манатов, С.Мираҫов, А.Йэғәфәров һ.б. шул мөхтәриәт осҡонон саҡтыртыусылар ине. Ырымбурға ҡайтҡас төҙөлгән Башҡорт әлкә шураһы, Беренсе һәм Икенсе Башҡорт ҡоролтайҙары тарафынан һайланылған Шәриф Манатов (рәйес), Әхмәтзәки Вәлиди (рәйес урынбаҫары), Сәғит Ми- раҫов, Юныс Бикбов, Харис Йомағолов, Хәбибулла Ғәбитов, Сәләх Атнағолов, Илдархан Мутин, Шәйехзада Бабич, Нурлыәғзәм Таһиров кеүек әүҙем эшләгән Башҡорт Үҙәк шураһы ағзалары — шул осҡондо ҡабыҙыусылар, асылда.

Әхмәтзәки Вәлиди ни тиклем белемле, сәйәси әҙерлекле һәм эшлекле булмаһын, әлбиттә, бер үҙе генә әллә ни оло эштәр атҡара алмаҫ ине. Башҡорт демократик хәрәкәтен, мөхтәриәт әсән көрәште ул әле исемләнгән һәм исемләнмәгән милли интеллигенция вәкилдәре, шундай иң яҡын арҡадаштары менән бергәләп йәйеп ебәрә. Шулар был хәрәкәттең лидерҙары булып алдан бара.

93




Башҡорт халҡы үҙ араһынан революция майҙанына сығарған ана шундай ил аҙаматтары, Әхмәтзәки Вәлидиҙең аркаҙаштары, хаҡында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт биреп үтәйек.

Араларында иң уҡымышлыһы, революцион юл үткәне Шәриф Манатовтыр, моғайын.

Шәрифйән Әхмәтйән улы Манатов 1887 йылда Ырымбур губернаһы Ялан-Ҡабай кантоны (хәҙерге Курган әлкәһе Әлмән районы) Манатау ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Өфөлә ’’Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған, Семипалатинск ҡалаһында семинарияла уҡыған. 1910 йылда Петербургка барып, В.Бехтеров исемендәге психоневрология институтының тарих-филология факультетында өс йыл лекциялар тыңлай. Шул йылдарҙа революцион рухлы йәштәр, большевиктар менән яҡынлаша. Балҡан һуғышы башланғас, Төркиәгә китә, унан Швейцарияға сыға. Цюрих, Женева ҡалаларында йәшәй, фабрикала эшләй. Эмигрант большевиктар менән бәйләнешкә инә, В.И.Ленин менән таныша.


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет