Февраль революцияһы булыу менән, Рәсәйгә ҡайта, Өфөлә революцион эшкә ҡушыла. Оҙаҡламай башҡорт демократик хәрәкәтенә ҡатнашып китә. Башҡорт үҙәк шураһына ағза, Икенсе Башҡорт ҡоролтайында Үҙәк шураның рәйесе итеп һайлана. 1918 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Үҙәк Мосолман Халыҡ комиссариатында эшләй. 1919 йылдан Төркиәгә коммунистар партияһын ойоштороу эшенә ебәрелә.
йылда Төркөстанда яуаплы дәүләт эштәре башҡара,
йылдың башында - Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариатының Академия үҙәге мөдире. 1925-1932 йылдарҙа - Бакуҙа, Тбилисиҙа, Ҡырымда, Әрмәнстанда партия эшендә. 1932-1934 йылдарҙа Ленинградта Фәндәр академияһы аспирантураһында уҡый. Аҙаҡ Фрунзе ҡалаһының педагогия институтында уҡыта, профессор исеме бирелә.
Туберкулез менән ауырып, Башҡортостанға ҡайта. 1936 йылда вафат. Учалы районы Көсөк ауылы зыяратында ерләнгән.
Шәриф Манатов большевиктарға яҡынлыҡтанмы, нисектер, Әхмәтзәки Вәлиди менән мөнәсәбәттәре һалҡын булған. Ул аҙаҡтан, башҡорт хәрәкәтенән бер аҙ ситләшеп, Мәскәүгә эшкә күсә, күп ғүмерен Башҡортостандан ҡырҙа үткәрә.
Өсөнсө Бөтә Башҡортостан ҡоролтайында төҙөлгән Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе рәйесе итеп тәғәйен
94
ләнгән Юныс Бикбов — юрист кеше. Ул 1882 йылда Ырымбур губернаһы Орск ойэҙе 2-се Үҫәргән волосы Әбү- ләйес ауылында тыуған. Ырымбур гимназияһында уҡыған, Ҡазан университетының юридик факультетын тамамлаған. Йәштән үк социал-демократик хәрәкәттә ҡатнашҡан, эсер- ҙар партияһына ингән. Февраль революцияһы осоронда Үҫәргән волосында мировой судья булып эшләгән. Башҡорт хәрәкәтенә ҡатнашып киткән. Башҡорт әлкә шураһы ағзаһы. Башҡортостан хөкүмәтенең тәүге рәйесе. 1919— 1920 йылдарҙа Башҡортостан ревкомы ағзаһы һәм Башҡортостан республикаһының юстиция халыҡ комиссары. Аҙаҡ Ташкент яғында эшләй. 1938 йыл репрессияға эләгә.
Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ волосы Мерәҫ ауылында тыуып үҫкән Сәғит Мираҫов (1880—1932) — Башҡорт әлкә шураһының тәүге рәйесе, 1917 йылда Башҡортостан хөкүмәтенең рәйес урынбаҫары, тарихсы. Башҡорт милли хәрәкәтенә иң тәүгеләрҙән булып ҡатнашып китә. Беренсе Башҡорт ҡоролтайын ойоштороуға күп көс һала. ’’Башҡорт”, ’’Башҡортостан мөхбире” гәзиттәренең тәүге мөхәррире. Аҙаҡ төрлө йәмғиәт, дәүләт вазифаларын башҡара, журналистика, ғилем эше менән шөғөлләнә, һуңыраҡ күренекле тарихсы булып таныла.
һамар губернаһы Имел волосы Хәсән ауылында тыуып үҫкән Харис Йомағолов (1891 —1937) — башҡорт милли хәрәкәтенең, Башҡортостан республикаһын төҙөшөү өсөн көрәшкән актив шәхестәрҙең береһе. Ул 1917 йылдан бирле Коммунистар партияһы ағзаһы. 1914-1916 йылдарҙа Мәскәү ауыл хужалығы академияһында уҡыған, Мәскәү прапорщиктар мәктәбен бөткән (1917). Башҡорт әлкә шураһы, Башҡортостан хөкүмәте ағзаһы, Республиканың ревком рәйесе. Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә ’’Ирек” тигән Башҡортостан милли фирҡәһен төҙөүҙә ҡатнашҡан. 1920 йылда Ә.Вәлиди менән икеһе Мәскәүгә саҡырып алынғас, Мәскәүҙә Башҡортостан вәкәләтлегендә, уҡытыу эштәрендә эшләй. Репрессия ҡорбаны.
Хәбибулла Ғәбитов (1886-1939), байтаҡ йылдар мөғәллим булып эшләгән кеше, башҡорт милли хәрәкәтенә ылығып китә. Башҡорт әлкә шураһы, Беренсе, Икенсе һәм Өсөнсө башҡорт ҡоролтайҙары һайлаған Үҙәк шура һәм һуңғыһында хөкүмәт ағзаһы. 1917 йылда ’’Тулҡын” исемендәге башҡорт йәштәр ойошмаһын ойоштороусыларҙың береһе. Күренекле журналист. Башҡорт милли хәрәкәте
95
рухы менән һуғарылған ’’Башҡорт моңдары” (1918) тигән шиғырҙар китабы авторы. ’’Ынйыҡай менән Юлдыҡай” тигән популяр пьесаһын яҙа. Аҙаҡ Башҡортостан Академия үҙәгендә ғилми эш менән шөғөлләнә, ’’Башҡорт аймағы” журналын сығарыуҙа ҡатнаша.
Башҡорт хәрәкәте тулҡындарына ҡушылып киткән атаҡлы шағир Шәйехзада Бабич (1893-1919) Башҡорт үҙәк шураһының һәм хөкүмәтенең үҙәк фигураларының береһе ине. Ул милли дәүләтселек эшендә сәркәтиплек вазифаһын башҡарҙы. ”Йәш Башҡортостан” (1918) исемендәге шиғырҙар йыйынтығында туған халҡының азатлыҡ өсөн көрәш идеяларын һәм фиҙакәрлеген күңелдәргә үтерлек итеп еткерә алды. ’’Тулҡын” йәштәр ойошмаһы менән етәкселек итте. Граждандар һуғышы ваҡытында ҡыҙылдар тарафынан ҡорбан булды.
Бына ошондай тәүге аркадаштары менән Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт милли хәрәкәтенә рәсми төҫ һәм билдәле бер йүнәлеш биргән шарттарҙа Октябрь революцияһы ваҡиғаларына килеп инделәр. Башҡорт үҙәк шураһы, Әхмәтзәки Вәлиди үҙе большевиктар власҡа килгән түңкәрелеште бик шөбһәләнеп ҡаршыланы. Гәрсә большевиктар Рәсәй ҡул аҫтындағы милләттәрҙең үҙаллылыҡ хоҡуғын таныуҙа- ры хаҡында декларация иғлан итһәләр ҙә, Ә.Вәлиди быға ышанманы.
Бындай киҫкен боролошло ситуацияла уларға үҙ юлдарын анығыраҡ билдәләргә кәрәк ине. Башҡорт үҙәк шураһы исеменән улар 11 ноябрҙә ’’Башҡорт” гәзите аша тарихҡа инер атаҡлы ’’Беренсе һанлы фарман” (Приказ №1) иғлан иттеләр. Ә.Вәлиди ҡулы менән яҙылған һәм шура ағзалары ҡул ҡуйған был фарманда Шураның платформаһы, башҡорт милли хәрәкәтенең төп йүнәлеше, маҡсаттары аныҡ һәм тапҡыр итеп әйтеп бирелгәйне.
Бындай ялҡынлы фарман Башҡорт үҙәк шураһының халыҡты мөхтәриәткә хоҡуғын, үҙ ерҙәрен, милектәрен, иректәрен яҡларға һәм һаҡларға саҡырыу ораны ине. Ул халыҡта тейешле резонанс тапты.
Совет хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәте араһында 1919 йылдың февралендә рәсми килешеү төҙөлгәс, В.И.Ле- нин Ә.Вәлидиҙән был фарман хаҡында ла һораша. ”Мин уға: ”Эйе, фарманды мин яҙҙым, ул халҡыбыҙҙың шул замандағы милли хакимиәтен аңлатыу ине. Бында иң мөһиме, - Рәсәйҙә анархизм хөкөм һөрөү сәбәпле, Баш
96
кортостандың мөхтәриәтен иғлан итеү кәрәк булды”, — тинем”, — ти.
Башҡорт үҙәк шураһы 16 ноябрҙә икенсе һанлы фарманы менән Рәсәй составында Башҡортостан мөхтәриәтен рәсми рәүештә иғлан итә. Шулай Башҡортостан хөкүмәте төҙөлә. Уның рәйесе итеп Юныс Бикбов һайлана. Әхмәтзәки Вәлидигә Хәрби һәм Эске эштәр идаралығы тапшырыла.
Башҡортостандан һуң Ҡырым, Төркөстан, Әзербайжан һәм Ҡаҙағстан йөмһүриәттәре иғлан ителә. Шулай үҙенсә ’’йөмһүриәттәр парады” барлыҡҡа килә.
Башҡорт үҙәк шураһы һәм уның урындағы төбәк бүлексәләре ярҙамында бик йәһәт һәм әүҙем рәүештә Бөтә Башҡортостан ойоштороу ҡоролтайын үткәреүгә әҙерлек эштәре ҡыҙып китә.
Ай ҙа үтмәй, 8 декабрҙә Ырымбур ҡалаһында Каруан- һарай бинаһында Өсөнсө Бөтә Башҡортостан ҡоролтайы тантаналы шарттарҙа асыла. Унда Ырымбур, Өфө, һамар, Пермь губерналарынан һайланып килгән 223 делегат ҡатнаша. Улар араһында башҡорттар ғына түгел, урыҫ, татар, сыуаш, мари делегациялары ла бар.
Ҡоролтайҙың рәйесе итеп Әхмәтзәки Вәлиди һайлана. Көн тәртибенә милли, ер, аҙыҡ-түлек, финанс, Башҡортостан идараһы, ғәскәр ойоштороу, мәғариф эштәре кеүек иң мөһим ундан артыҡ мәсьәлә индерелә.
Ойоштороу ҡоролтайы иғлан ителгән Башҡортостан мөхтәриәтен (автономияһын) Ырымбур губернаһының нигеҙҙә көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге башҡорттар тығыҙ ултырған төбәк сиктәрендә рәсми раҫлай. Быны аҙаҡ Кесе Башҡортостан тип атап йөрөтәләр.
Ә.Вәлиди Башҡортостан сиктәренә бәйле өс проект картаһын әҙерләгән була: ошо раҫланған беренсеһе — Кесе Башҡортостан, икенсеһе — Ырымбур, Өфө, һамар, Пермь губерналарында бөтә башҡорттар йәшәгән киң территориялағы Ҙур йәки Олуғ Башҡортостан, ә өсөнсөһө — Башҡортостан, Ҡаҙағстан, Төркөстанды берләштергәне — шартлы рәүештә ’’Шәрҡи Рәсәйҙең Азат мосолман әлкәләре берлеге (союзы) ” тип атала. Әлеге был Башҡорт ҡоролтайы, шарттар өлгөрөшөнә бәйле рәүештә, ’’юрғанына ҡарай аяғын һуҙа”.
Ниндәй тантаналы һәм ҡеүәтле күренмәһен, был форумды ҡаршылыҡһыҙ һәм шыма ғына үткән тип һанап бул
97
4-1303
май. Тәүге икеһендәге кеүек, был ҡоролтайҙа ла ике-өс платформа, төркөмдәр көрәше дауам итә. Мөхтәриәт (автономия) идеяһы ҙур өҫтөнлөк алыуға ҡарамаҫтан, татар унитаристары, большевистик һуллыҡ ҡараштары ла оло трибунан ишетелә, бәхәстәр ҡыҙып ала. Хатта Арғаяш башҡорттарынан Ғәбделхай ишан Ҡорбанғәлиев яҡлылар, урыҫ монархистары менән берләшеп, оппозиция ҡорорға маташып ҡарайҙар. Шәриф Манатов шул яҡҡа ауышҡандай итә. Әхмәтзәки Вәлиди тарафдарҙары адвокат Юныс Бикбовты Башҡортостан хөкүмәте башлығы итеп һайларға тырышһа, Ҡорбанғәлиев яҡлылар Шәриф Манатовты был посҡа тәҡдим итә.
Ҡыҙыҡ ҡына бер тамаша булып ала Ҡоролтайҙа. Ҡорбанғәлиев, халыҡҡа күрһәтеп, Манатовка матур биҙәкле затлы тун бүләк итә. Шул уҡ ваҡытта Туҡсоран кантонынан килгән Ырымбур башҡорттары Әхмәтзәки Вәлидигә ҡоролтай исеменән боронғо көмөш эйәрле бәйге атын һәҙиә (бүләк) ҡылалар. Быға өҫтәп, алтын ялатып яҙылған көмөш сәй һауыты, ҡаймалап исеме яҙылған ҡул янсығы бүләк итәләр. Сәй һауыты батмусына маҡтау шиғырҙары ла яҙылған була. Ике тараф бүләк бирешеүҙә лә ярыша. Был хөрмәт билдәләре хаҡында Ә.Вәлиди аҙаҡ шулай яҙыр: "Улар минең ғүмерем эсендә милләтем исеменән бирелгән иң ҡәҙерле бүләктәр булды”.
Ҡоролтай Башҡортостандың рәсми хөкүмәте рәйесе итеп Юныс Бикбовты, Ә.Вәлидиҙе элеккесә хәрби һәм эске эштәр буйынса ярҙамсыһы итеп һайлай (Иғтибар итегеҙ: Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт милли хәрәкәтенең, башҡорт автономиясыларының иң хөрмәтле башлығы булыуға ҡарамаҫтан, ул иң баш посҡа ынтылмай, гел ярҙамсыһы вазифаһында ҡала).
Был ҡоролтай йәнә Башҡорт милли ғәскәре төҙөргә ҡарар итә, уның Башҡорт ғәскәри идараһы ойошторола. Бына ошо эштәр ҙә Вәлидиҙең мөһим вазифаһына инә.
Башҡортостандың 22 кешенән торған Кесе ҡоролтайы раҫлана. Улар Башҡортостан хөкүмәтен төҙөй. Уға Ю.Бик- бов (рәйес), Ә.Вәлиди (урынбаҫар), Ш.Манатов, И.Мутин, М.Смаков, Ғ.Айытбаев, Х.Ғәбитов, С.Мираҫов, Х.Йо- мағолов, Ғ.Иҙелбаев, Г.Ҡыуатов, Н.Таһиров. Д.Әмиров, Х.Рәмиев, А.Фәхретдинов, И.Солтанов, Ғ.Ғирфанов, полковник Аҡсулпанов, прапорщик Ғ.Мағазов, А.Йәғәфәров (ағзалар һәм вазифа эйәләре булып) үтә.
Башҡортостан хөкүмәте Рәсәйҙә бына-бына граждандар һуғышы ҡабынып китергә торған иң киҫкен осорҙа төҙөлә. Ырымбур, Өфө губерналарында власть әлегә большевиктар ҡулында, әммә Ырымбур тирәһендә, Урал буйҙарында генерал Дутов ҡаҙаҡтары хакимлек итә. Бындай ҡапма-ҡаршы ике көс араһында Башҡортостан хөкүмәте башта һәр тарафҡа ла битараф (нейтраль) ҡалырға ынтыла. Уға тарафтар түгел, үҙ көнө көн.
Сәйәсәт — бер нимә, әммә әмәле, ғәмәле икенсе. Власть өсөн дау һәм алыш оло яуға әйләнеп китергә тора. Башҡорт хөкүмәте ағзалары Ырымбур большевиктары менән һөйләшеп килешер кеүектәр, рәйестәре Цвилинг уларға ыңғайыраҡ ҡарай. Әммә Ырымбур мосолман хәрби ко- митетындағы кораллы татарҙар башҡорттарҙы дошман күрә. Тап шулар Башҡорт хөкүмәте ағзаларын, 17 февралдә төнөн ҡулға алып, төрмәгә яптырып ҡуялар. Шулай Ә.Вәлиди, С.Мираҫов, И.Мутин, Ғ.Айытбаев, Ә.Йәғәфәров, Ә.Әҙеһәмов һ.б. хөкүмәт ағзалары төрмәгә эләгә. Баймаҡ яғына ғәскәр тупларға ебәрелгән хөкүмәт ағзаларынан Ғ.Мағазов менән Ғ.Иҙелбаевты, тағы 16 башҡорт хәрбиҙәрен тотоп атып үлтерәләр.
Шулай яңы ғына тыуған Башҡорт хөкүмәте урыҫ һәм татар шовинистары тарафынан сабый хәлендә быуып ташлана, тәүге ҡорбандар биреп тарҡала.
Ә Ырымбурҙа һул ҡарашлылар төҙөп булашҡан Башҡортостандың Ваҡытлы инҡилаби шураһы етлекмәй үлек тыуған бала ине.
Төрмәләге Әхмәтзәки Вәлидиҙәрҙең хәле ҡыл өҫтөндә: бөгөн йә иртәгә судһыҙ-ниһеҙ атып үлтерәсәктәр. Юҡ, ошо төрмәнән башлана ла инде Ә.Вәлиди һәм уның аркадашта- рының хөкүмәтте яңынан тергеҙеү өсөн мажаралы романдарҙан да мажаралыраҡ һәм хәтәрерәк алыш һәм яу юлдары.
Хәс романдарҙағыса: өсөнсө-дүртенсе апрель төнөн Ырымбурға ҡазаҡ һәм башҡорт отрядтарының кинәт һөжүме менән улар төрмәнән ҡотҡарыла. Хөкүмәт ҡасҡындары үҙ һәм йәшерен юлдар менән Өфөгә килеп юлыға. Йәшерен Өфө йыйыны шундай ҡарарҙар ҡабул итә: Урал урман-тауҙарында партизан хәрәкәттәрен башларға; Ҡаҙағстан Алаш Урҙаһы осрашыуын ойошторорға; милли өлкәләрҙәге хәлде донъяға белдерергә.
Апрель башынан май аҙаҡтарына тиклем ике айҙа урман-тауҙар, далалар аша берсә атта, берсә йәйәүләп,
99
4»
Ырымбур—һамар—Өфө—Урал тауҙары, Ялан Ҡатай далалары, Троицк—Кустанай—Силэбегэ саҡлы ике мең саҡырымлыҡ йәшерен хәтәр одиссея партизан отрядтары ойоштороп, йыйылыштар үткәреп, ниһайәт, Силәбелә Башҡортостан хөкүмәтен яңынан аяҡҡа баҫтырыу менән тамамлана.
Силәбелә 7 июндәге фарман менән Башҡортостан хөкүмәте яңынан эшләй башлай. Башҡорт ғәскәренә мобилизация иғлан ителә. Бик тиҙ арала әллә нисә полкты, ике дивизияны тәшкил итер милли ғәскәр ойоштороп, ҡоралландырып өлгөрөлә. Екатеринбург йүнәлешендә айырым батальондар тәүге һуғыштарға инә. Ғәскәр башлығы Әхмәтзәки Вәлиди үҙе лә ҡорал тотоп ҡаты бәрелештәрҙең береһендә яу сирҡанысы ала.
Июль айында инде башҡорт ғәскәрҙәре төрлө урындарҙа батырҙарса һуғыша, фронт тота. Уның Ғәлимйән Таған, Муса Мортазин, Әмир Ҡарамышев кеүек хәрби әҙерлекле ҡыйыу яу башлыҡтары үҫеп сыға.
Беренсе атлы полкты ойошторған һәм уның башлығы булған Муса Мортазин тураһында Ә.Вәлиди хәтирәләрендә шулай яҙа: ”Был полкты ойошторған Муса Мортазин Тамъян ырыуы башҡорттарынан сыҡҡан унтер-офицер ине. һуңынан айырым дивизия сардары, полковник дәрәжәһенә етте. 1920 йылда Башҡортостан йөмһүриәте рәйесе булды, Ҡыҙыл Армия Генеральный штабы академияһын тамамланы. Башҡорт ғәскәре тарихын яҙып, 1926 йылда нәшер итте. һуңынан большевиктар уны язалап үлтерҙе. Мортазин был китабында беренсе полк тарихын ентекле тасуирлай”.
Йәйге уңышлы һөжүм һөҙөмтәһендә Өфө, Ырымбур, һамар ҡалалары ҡыҙылдарҙан азат ителә, улар Волга аръяғына тиклем сигенергә мәжбүр булалар. Ошо уңайлы шарттарҙа Башҡорт хөкүмәте ғәскәре менән Силәбенән Ырымбур ҡалаһына күсә. Әүәлгесә Каруанһарай бинаһына урынлаша. Силәбелә хөкүмәттең мәғариф һәм нәшриәт идаралығы, "Башҡорт” гәзите редакцияһы ҡалдырыла. Ырымбурға өс хөкүмәт туплана: Урал ҡаҙаҡтары хөкүмәте, Башҡорт хөкүмәте һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан вәкәләте. Былар үҙ-ара һыйышып, билдәле бер йүнәлеш тотоп йәшәргә тейеш.
Ғөмүмән, 1918 йылдың уртаһында, граждандар һуғышының тәүге осоронда, Рәсәйҙең көнсығышында үҙаллы
100
эллэ нисә ваҡ хөкүмәт хасил була: Кама буйы Ҡороусылар мәжлесе (Камский комитет членов учредительного собрания), һамар Ҡороусылар мәжлесе (Комуч), Себер Ваҡытлы хөкүмәте, Ырымбур ғәскәри хөкүмәте, Башҡорт хөкүмәте, Ҡаҙаҡ Алаш урҙа хөкүмәте. Башҡорт менән Ҡаҙаҡ мөхтәриәттәре үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә хәрәкәт итһәләр ҙә, урыҫ әлкә хөкүмәттәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр төрлөсә ине. Әгәр Кама буйы һәм һамар хөкүмәттәре нигеҙҙә демократик платформала торһалар, Себер Ваҡытлы хөкүмәте реакционырак йүнәлешкә ҡоролғайны.
Башҡорт хөкүмәте һамар Комучы менән тиҙерәк уртаҡ тел тапты. Ул башҡорттарҙың мөхтәриәткә (автономияға) хоҡуғын таныны, уға ғәскәр тотоуға аҡсалата, ҡораллата ярҙам итте. Себер Ваҡытлы хөкүмәте менән дә дипломатик бәйләнештәргә инеп, үҙ-ара килешеү төҙөргә, ярҙам алырға мөмкин булды. Себер хөкүмәте менән килешеү Дутов- тың монархистик хөкүмәтен башҡорттар менән һыйышып йәшәргә мәжбүр итте.
Ь1рымбурға күскәс тә, Әхмәтзәки Вәлиди шулай, яңы хөкүмәт органдары менән тығыҙ дипломатик, хәрби мөнәсәбәттәргә инеү менән бергә, бүтән күрше әлкәләр, Төркөстан менән бәйләнештәрҙе нығытыуға әһәмиәт бирҙе. Ҡаҙағстан менән бәйләнеш тығыҙ булды.
Ҡокандтағы Төркөстан милли хөкүмәте Советтар тарафынан тарҡатылғас, Ә.Вәлиди ул хөкүмәт ағзаларынан Убайдулла Хужаевты, дәүләт эшмәкәре һәм шағир Ғәбдел- хәмит Сөләйманды (Сулпан), һуңынан Бохараның хәрби министры булыр Ғәбделхәмит Арифовты, Ташкент менә- үәрҙәренән Мирмухсинды башҡорт хөкүмәте эшенә йәлеп итте. Төрлө әлкә, ҡалаларға хөкүмәт вәкилдәре ебәреп, тәшкиләттәр булдырҙы.
Ырымбурҙа эске эштәр менән шөғөлләнеү тейешле юлға һалынды, яңы типтағы мәктәптәр асыу пландары тикшерелде. Мөғәллимдәр әҙерләү мәктәбе, медсестра, телефон, телеграф курстары, хәрби мәктәп, ғәскәри курстар асылды. Идара, уҡыу-уҡытыу эшенә белгестәр йәлеп ителде.
Ошо йәйҙе Ырымбурҙа Башҡортостан, Алаш Урҙа, Төркөстан вәкилдәренән торған бер ҙур ғына йыйылыш үткәрелде. Унда был хөкүмәттәрҙең Көньяҡ-көнсығыш мосолман әлкәләре федерацияһын ойоштороу, башҡорт менән ҡаҙаҡ ғәскәрҙәренән бер корпус төҙөү, Себер, һамар хөкүмәттәрен, Урал, Ырымбур ҡаҙаҡтарын берләштергән
101
Көнсығыш Рэсэй иттифағы нигеҙендә киң федерация булдырыу хаҡында фекер алышыуҙар булып, ошо тәңгәлдә ҡарарҙар ҡабул ителде.
Бынан һуң Әхмәтзәки Вәлиди һәм ошо йыйылышта ҡатнашҡан вәкилдәр 8 сентябрҙә Өфөлә асыласаҡ Рәсәй Дәүләт йыйылышына (Российское Государственное Собрание) китә. Унда коалицион бер хөкүмәт төҙөлә. Тарихҡа ул Өфө Директорияһы исеме менән инә.
Ырымбур йыйылышында мосолман вәкилдәре менән бергә һөйләшеү, рәсми рәүештә булмаһа ла, Өфөлә лә дауам итә. Бында татар, башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк вәкилдәре алдында Әхмәтзәки Вәлиди граждандар һуғышы шарттарында төрки берлекте булдырыу, мөхтәриәттәрҙе нығытыу, берҙәм ғәскәр туплау мәсьәләләрен ҡуя. Аҙаҡ хәтирәләрендә яҙғанса, бында ул ирекле социалистик партия ойоштороу мәсьәләһен дә күтәрә. ’’Пландарыбыҙ буйынса был партия көнсығыш тәрктәренең барыһын да берләштерергә тейеш”, — ти.
Һуғыш осоро — һуғыш осоро инде. Фронтта хәлдәр үҙгәреп тора. Бигерәк тә граждандар һуғышында. 1918 йылдың йәйендә аҡтарҙың уңышлы һөжүме ҡыҙылдар тарафынан көҙгә туҡтатылды. Октябрь башында ҡыҙылдар үҙҙәре контрһөжүмгә күсте. Бер-бер артлы Сызрань, Ҡазан, һамар, Сембер ҡалаларын яулап ала башланы, аҡтар ғәскәре артҡа, Уралға таба тәгәрәне.
Шулай Башҡорт хөкүмәте, ғәскәре алдында ла киҫкен хәл килеп тыуҙы. Бындай шарттарҙа нишләргә?
Өҫтәүенә, адмирал Колчак 18 ноябрҙә, Омскиҙа элекке хөкүмәтте тарҡатып, үҙен Рәсәйҙең Юғары хакимы (Верховный правитель) тип иғлан итте, йәғни, бөтә власты үҙ ҡулына алып, хәрби диктатура режимын урынлаштырҙы. 21 ноябрҙә Башҡортостан, Ҡаҙағстан хөкүмәттәрен бөтөрөү, башҡорт, ҡаҙаҡ хәрби корпусын тарҡатыу хаҡында приказ сығарҙы. Бәтә башҡорт полктарын, Көньяҡ Урал фронтын генерал Дутов ҡарамағына тапшырҙы. Шулай ғәмәлдән сығарылған Башҡортостан хөкүмәте, Башҡорт ғәскәре ҡыҙылдарға ла, аҡтарға ла берҙәй дошман рәүешле ике ут араһында тороп ҡалды. Йә, ике фронтта ике яҡ менән дә һуғышып, тамам тар-мар ителергә, йә иһә улар автономияһын таныр тарафты һайларға тейеш.
Ғәскәр башлығы Әхмәтзәки Вәлиди, хәтәр план ҡороп, генерал Дутовты ҡулға төшөрөргә самалай. Үҙенсә бер за-
102
говор ҡорола. Генерал Дутов диктатураһын яҡламаған Аҡтүбә фронтына етәкселек иткән полковник Макхин, Ырымбур ҡаҙаҡтары атаманы Каргин, Ҡаҙағстан хөкүмәте вәкиле Ҡыдырбаевтар менән килешеп, дөйөм етәкселектәге хөкүмәт төҙөргә ниәтләйҙәр бергәләп. 1—2 декабрь төнөндә Ҡаруанһарайҙа йәшерен йыйылыштарында генерал Дутовты нисек әсир итеү һәм Ырымбурҙа власты үҙ ҡулдарына алыуҙы иғлан итергә ҡарар ҡылалар. Ләкин бер татар сауҙагәренең, был һөйләшеүҙәрҙе белеп, Дутовҡа хәбәр итеп өлгөрөүе, хыянатсыл ығы арҡаһында заговор барып сыҡмай: Дутов төнөн бронемашинаға ултырып ҡасып китергә өлгөрә. Шулай ай буйы ҡоролған план бер сәғәт эсендә юҡҡа сыға.
Бындай хәлдә Башҡортостан хөкүмәтенә лә ғәскәре менән Ырымбурҙы, Аҡтүбә фронты участкаһын ташлап китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Таң менән Ырымбурҙағы ғәскәрҙәрҙе аяҡҡа баҫтырып, тимер юл станцияһына бер эшелон вагондарға тейәлеп, төшкә тиклем ҡаланан ҡуҙғалып, һаҡмар менән Орск араһындағы юлда станцияларҙы үҙ ҡулдарына алалар. Хөкүмәтте Баймаҡ—Таналыҡ тарафына, Темәскә күсерәләр. Ул осорҙа Ырымбур менән Өфө араһындағы 400 саҡырым оҙонлоҡтағы фронтты тотоп тороуҙа Башҡорт ғәскәре төп көстәрҙең береһе ине. Шуға Ә.Вәлиди ваҡытлы идара үҙәген һәм штабын Башҡортостандың көньяғындағы Ермолаевка тигән ҙур урыҫ ауылына тупланы.
Советтар менән һөйләшеүҙе кисекмәҫтән башларға кәрәк ине. Был йәһәттән Ермолаевка шаҡтай уңышлы булып сыҡты. Хөкүмәт әле Ырымбурҙа саҡта уҡ Совет власы менән килешеүҙең һәм договорҙың төп принциптарын үҙ ултырыштарының береһендә асыҡлап һәм раҫлап ҡуйғайны. РСФСР составындағы совет платформаһындағы мөхтәриәт идеяһы үҙәктә торҙо, һөйләшеүҙе башлау өсөн хөкүмәт ағзалары Муллайән Халиҡов менән Ғәрәй Ҡарамышевты фронт аша Мәскәүгә оҙаталар. Ә.Вәлиди үҙе йәнә Максим Горький менән Федор Шаляпин исеменә, үҙенә электән таныш һәм Рәсәйҙең иң абруйлы шәхестәренә, был тәңгәлдә һүҙ ярҙамы күрһәтергә үтенеп хаттар яҙа. Шул ваҡыттарҙа Ҡаҙағстандан вәкилдәр вазифаһында Мөхтәр Әүәзов менән Азимбәк Бирешханов Ермолаевкаға килеп төшә. Улар менән берлектә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан хөкүмәттәре
103
нең Советтар менән килешеүе хаҡында кәңәшләшәләр — берҙәм юл тотмаҡсылар.
Өфөлә 1919 йылдың ғинуарында Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре менән Өфө губернаһы совет етәкселәре араһында рәсми һөйләшеүҙәр башлана. Улар адресына Мәскәүҙән В.И.Ленин менән И.В.Сталин ҡултамғалары һалынған шундай телеграмма ла килә: ’’Халиҡовты (йәғни Башҡортостан хөкүмәте вәкиле — Ғ.Х.) кире ҡаҡмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ. Башҡорт полктары Колчакка ҡаршы берҙәм фронт булдырыу шарты менән уларға амнистия биреүгә килешергә. Совет власы тарафынан башҡорттарға милли азатлыҡ тулыһынса гарантиялана”.
Был шарттар Башҡортостан хөкүмәте тарафынан тикшерелеп, уртаҡ фекергә киленә. Договор ҡасан төҙөлөрҙө көтмәҫтән, Ә.Вәлиди ҡыҙылдарҙың Көнсығыш фронты 5-се армияһы командующийы менән Башҡорт ғәскәрҙәренең -Ҡыҙыл Армия яғына сығыуы хаҡында һөйләшеүҙәрҙе башлай.
Башҡортостан хөкүмәтенең 16 февралендәге ҡарары нигеҙендә Ә.Вәлидиҙең үҙенә ике көндән ғәскәрҙәрҙең Советтар яғына сығыуын юлға һалып ебәрергә тура килә. Был ирекһеҙ мәжбүриәтлектән башҡарылған эштең ни тиклем йөрәк өҙгөс ауыр һәм киләсәге әлегә билдәһеҙ драматик хәл икәнен тойоп, ғәскәрҙәре хәрәкәтен күҙәткәндә үкһеп илағанын да йәшермәй ул. ’’Бындай үкһеүем ғүмеремдә күп булһа ике—өс тапҡыр булғандыр, — тип яҙа аҙаҡ хәтирәләрендә. — Барыбыҙ ҙа инанған демократия һәм азатлыҡ фекерен фиҙа итеп, шәхси, милли һәм ижтимағи ихтыярыбыҙҙы беҙгә билдәһеҙ маҡсатҡа ҡулланасак Толобин, Колесовтар (Ҡыҙыл ғәскәр командиры — Ғ.Х.) ҡулына тапшырыу, аяуһыҙ ҡаршы һуғышҡан дошмандарың аяғы аҫтында ҡалыу, милләтебеҙ киләсәгенең ҡараңғылығы, яратҡан ғәскәрҙәребеҙҙең башына һәләкәт төшөү мөмкинлектәре күҙ алдыма килә ине. Советтарҙың, көнсығыш халыҡтарына ҡарата сәйәсәт мәнфәғәтенән сығып, беҙҙең ғүмерҙе кыймаҫтарына ышана инем. Әммә милләтебеҙҙең хөрриәткә ынтылышын демократия юлы менән тормошҡа ашырыу өмөтөнән ваз кисеү, унан үҙ ир- кең менән баш тартыу минең өсөн инсандың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы менән бер”.
Достарыңызбен бөлісу: |