Башҡорт энциклопедияһы



бет4/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25
көтөлмәгән кимәлдә ысын мәғәнәһендә мәшһүр итте, — тип хәтерләр ’’Хәтирәләр” китабында автор үҙе. - Әҫәремде Төркиәлә Йософ Аҡсура ’’Төрөк йорто” мәжмүғәһендә, Ҡырымда Исмәғил Ғаспыралы ’’Тәржеман” гәзитендә, Ҡазанда профессор Катанов менән шәрҡиәтсе Емельянов урыҫ ғилми журналында ыңғай баһалап ҡаршыланылар. Немец шәрҡиәтсеһе Мартин Хартман, Венгрия- нан профессор Вамбери, Ырымбурҙа сыҡҡан "Ваҡыт” гәзите идараһы булышлығы менән әҫәремә ыңғай баһа биреп, мине бик дәртләндергән хаттар яҙҙы. Әҫәремә баһа булараҡ, Ҡазан университетының археология һәм тарих йәмғиәте, мине үҙенә ағза итеп, тантаналы рәүештә диплом тапшырҙы. Был тантанала университет профессоры Харлампович миңә ҡарата маҡтау һүҙҙәре әйтте. Әҫәрҙе өлгө кеүек ҡабул итәрәк, Истанбулда Ризуан Нәфиз, Ҡо- ҡандта Йософйән Хажи Ағалыҡ улы төрк тарихы буйынса әҫәрҙәр яҙҙы. Әзербайжанда Хөсәйензада Ғәли бей, Ырымбурҙа Ризаитдин Фәхретдин, Истанбулда Көпрүлү Фуат бей мине мәҡәләләрендә төрк тарихсыһы тип атаны. Шәреҡ һәм Европа сығанаҡтарын бөгөнгө ғилми методоло- гияға яраҡлы тикшереп, тәрктәрҙең тарихи яҙмыштарын тасуирлаусы тулы бер әҫәр сифатында баһаланды”.

Шулай итеп, төрк тарихы буйынса ерле һәм сит ил тарихсыларының хеҙмәттәренә таянып, уларҙы ижади файҙаланып, популяр стилдә системалы яҙылған ’’Төрк һәм татар тарихы” китабы төркиәт, шәрҡиәт ғилемдәре күләмендә һәләтле тарихсы тигән шөһрәт алып килде Әхмәтзәки Вәлидигә. Уның китабы революцияға тиклем үк өс-дүрт йыл эсендә Ҡазанда йәнә ике тапҡыр баҫылып сыҡты. Береһе ’’Рәсемле ҡыҫҡаса төрки тарихы” исеме менән дәреслек рәүешендә тағы популярырак редакцияла әҙерләнгәйне.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең пак исеме, ниһайәт, рәсми рәүештә аҡланып, милли-рухи мираҫы туған халҡына ҡайтарылғас,’’Төрк һәм татар тарихы. Башҡорттарҙың тарихы” исемдәре менән 1994 йылда Өфөлә башҡортса, 1992 йыл

62




да Ҡазанда татарса, 1993 йылда Төркиәлә төрөксә айырым китаптар булып сыҡты.

Үҙе әйтеүенсә, Әхмәтзәки Вәлиди был китабының икенсе бүлеген яҙыу өҫтөндә эшләй башлай. Бик күп материалдар туплай, башҡорт, ҡаҙаҡ тарихына күберәк урын бирергә уйлай. Беренсе китабының инеш һүҙендә ул шулай яҙғайны: ’’Икенсе бүлегендә беҙҙең Русиә хөкүмәте ҡулы аҫтында тороуыбыҙ, Ҡазан алынғандан ошо көндәргә тиклем булып үткән ваҡиғалар, мәҙәни бер мәмләкәттең ағзалары булып, ул мәҙәниәт алдында ниндәй хәлдә торғанлығыбыҙ, ул мәҙәниәт менән мөнәсәбәтебеҙ, ул мәҙәниәткә аҙлап-аҙлап ҡушылыуыбыҙ, ғөмүмән, төрк халыҡтарының һуңғы замандағы хәлдәре хаҡында ҡулдан килгән тиклем өйрәнгән мәғлүмәттәребеҙ бәйән ителер”.

Беренсе китап аҙағында икенсе бүлектең (дөрөҫөрәге икенсе китаптың) йөкмәткеһе лә килтерелә:

2. Ҡаҙандың алыныуынан һуң Болғар ере һәм болғар хаЛкы. Әстрхан урыҫ ҡулына күсеп, тәрктәр урыҫ ҡулына керә башланылар. - Нуғай хандары. - Хөкүмәттең саралары. - Болғар, Ҡазан халҡы (сыуаштар, болғарҙар, татарҙар, арҙар, сирмештәр) үҙаллылыҡты ҡайтарып алыу ҡайғыһына керәләр. - Ихтилалдар (восстаниелар). - Эштәр һөҙөмтәһеҙ сыға. - Салтыков, Шереметьев. - Халыҡтар ҡасып китәләр һәм ҡасып йөрөйҙәр. - Башҡорттар урыҫ ҡулына керәләр. - Себер ханлығы. - Себерҙе баҫып алғандан һуң урыҫ үҙ милкенең ниһайәһеҙ ергә һуҙылыуын күрә. - Башҡорттар менән хөкүмәт араһындағы ваҡиғалар. - Салауат. - Алдар. - Хәмид. - Аҡай. - Батырша мулла. - Екатерина. - Ҡырым. - Әбей батшаның ҙур эштәре арҡаһында мосолмандар Александр II ваҡытына тиклем иркен тын алалар. - Инде бик күп төрк ерҙәре Русиәгә ҡушыла. - Хөкүмәттең һуңғы саралары алдында мосолмандар. - Урыҫтар һаман алға атлаған ваҡытта болғарҙар ни өсөн ҡуҙғалмайҙар? — Был хаҡта ҙур ғалимдар ни уйлағандар. - Халыҡ уяна, тормошта үҙгәрешкә хәжәт таба. - Русиә мосолмандарының Сыңғыҙҙан һуңғы хәлдәре һәм был үҙгәрештәре хаҡында оло ғалимдар фекерҙәре. - Ғөмүмән, тәрктәрҙең был көндәре хаҡында урыҫ ғалимда- рының фекерҙәре.

Төрлө гәзит һәм журналдарҙан, йыйынтыҡтарҙан башҡа, китаптың был икенсе бүлеген яҙғанда ошо заттарҙың әҫәрҙәре сығанаҡ булдылар: Фирсов, Любарский, Шпиляв-

63




ский, Владимиров, Пулич, Пинигин, Косыков, Лаптев, Бажанов, Рыбушкин, Дубровин, Карамзин, Артемьев, Орлов, Смирнов, Мельников, Перстакович һәм башҡалар”.

Китаптың беренсе бүлеге сыҡҡас, яҙаһы икенсе бүлегенең был планы күпкә киңәйә төшә. Беренсе китабы менән танышҡан зыялы дуҫ-иштәре, атап әйткәндә, ҡаҙаҡ хан- солтан заттарынан Ғәлихәй Бүкәйхан менән Сәлимгәрәй Йәнтүриндәр ҡаҙаҡ тарихын, ҡаҙаҡ хан-солтандарының эшмәкәрлеген, ә Төркөстандан үҙе Төркөстан тарихы менән шөғөлләнгән Юнысйән Хажи Урта Азия тарихын икенсе китабында киңерәк яҡтыртыуын үтенәләр, мәғлүмәттәр, китаптар менән ярҙамлашырға вәғәҙә итәләр.

1912—1913 йылдың ҡышында элекке әҙерлекте дауам иттем, - ти Ә.Вәлиди үҙе. - Төркөстан һәм ҡаҙаҡ дуҫтарымдың теләктәренә ярашлы рәүештә, Мәүреннаһр, Ҡашғар, ҡаҙаҡ хандары, нуғай тарихы, йәғни "Төрк тарихы” китабының икенсе өлөшө өсөн материал туплап, уларҙы тәртипкә килтереп үткәрҙем”.

Ләкин уй-ниәт бер, ә тормош үҙенекенсә эшләй. Икенсе китап эше ихтыярһыҙҙан туҡталып ҡала.

Алда күрербеҙ, бьщ төп темаһына, төрки халыҡтары тарихына, төрлө ижтимағи, сәйәси, ғилми шарттар һәм маҡсаттар үҙгәреп китеү сәбәпле, байтаҡ йылдар өҙөлөп торғас, Әхмәтзәки Вәлиди яңынан ҡайтыр. Әммә ул киңерәк һәм тәрәнерәк йүнәлештә дауам итер. ’’Төрк тарихына кереш”, ’’Тарихта ысул” кеүек фундаменталь хеҙмәттәре менән билдәләнер.

Ә әлегә шаулап даны таралған йәш тарихсының ғилми- тикшеренеүҙәр йүнәлеше ҡапылда икенсе тарафҡа бороло- бораҡ китә. Уны яңы сәфәрҙәр, яңы асыштар көтә.

ТӨРКӨСТАНҒА ҒИЛМИ СӘЙӘХӘТ

Дан шаны менән килер

Тәүге китаптың шаулы шаны Әхмәтзәки Вәлидигә Рәсәй ғилми һәм мәҙәни йәмғиәтенең иғтибарын тартты. Уның менән Санкт-Петербургта Фәндәр академияһында ҡыҙыҡһындылар. ” Әҫәремде фәнни күҙлектән баһалап, минең менән иң самими бәйләнеш урынлаштырған кеше про-

64


фессор Бартольд булды”, — тип был хаҡта ҡыуанып яҙҙы авторы.

Әхмәтзәки тәү данға кыҙығып-кыҙынып ята торғандарҙан түгел ине. Хоҙай теләгән ҡолона килтереп ҡуйыр юлына тигәндәй, ул бөтә донъяға данлыҡлы академик Владимир Владимирович Бартольдтың Урал һәм Себер мосолмандары араһына ғилми сәйәхәткә сығаһын ишетеп ҡала бит. Ишетеүе була, хөрмәт иткән оло ғалим хаҡында мәҡәлә яҙырға ултыра ул. Оҙаҡламай ’’Ваҡыт” гәзитендә 1912 йылдың 13, 15 июнендә ғалимдың хеҙмәттәрен юғары баһалаған ” Профессор Бартольдтың беҙҙең арабыҙҙа булыуы мөнәсәбәте илә” тигән ҙур мәҡәләһе баҫылып та сыға. В.В.Бартольдтың Урал мосолмандары араһына ғилми сәйәхәтенә визит танытмаһы була был. Шул уҡ ’’Ваҡыт” гәзитендә урыҫ ғалимының ’’әҫәремде тулыһынса өйрәнеп, файҙалана һәм аңлата белгән” мәғәнәһендәге яуап мәҡәләһе баҫыла. Әхмәтзәки Вәлидиҙең академик В.В.Бартольд менән ғүмерҙәре буйы һуҙылыр ғилми бәйләнештәре һәм дуҫлыҡтары башланып китә. Аҙаҡ Ә.Вәлидиҙе Петербургка тартҡан, ижтимағи-ғилми эшмәкәрлегенә яңысарак йүнәлеш биреп ебәргән шәхестәрҙең береһе лә ошо бөйөк В. В.Бартольд булыр.

Ҡазанда күренекле шәрҡиәтсе профессорҙар, төрки телле ғалимдар Катанов менән Ашмарин йәш кешенең ярҙамсылары һәм фекерҙәштәре булып китәләр. Улар икеһе лә, цензор булараҡ, ”Төрк һәм татар тарихы” китабының Рәсәй империяһына кире ҡараштары бар урындарын һыҙып ташламай, ни рәүешле яҙылһа, шул көйө баҫылып сығыуына булышалар. Уға һәр йәһәттән ярҙам итешеп торалар.

Профессор Катанов Ҡазан университетының Археология һәм тарих йәмғиәте йыйылышында Әхмәтзәки Вәлиди- ҙе төрк тарихы һәм этнографияһы буйынса артабан эҙләнеүҙәрҙе дауам итеү өсөн Төркөстанға археографик ғилми сәйәхәткә ебәреү тәҡдиме менән уға яңы юлдар асыша. Төркөстандан саҡырып, уға хаттар килә. Яҡташ уҡымышлылар дәртләндерә.

’’Милләтемдең һәм шәрҡиәтсе ғалимдарҙың мине был тиклем дәртләндереүе миндә төрк тарихы менән шөғөлләнергә тигән ҡарарҙы тамам нығытты. Шул уҡ сәбәптәр мине һуңынан сәйәсәт менән шөғөлләнергә лә дәртләндерәсәк”, — тип һығымта яһар ул үҙе аҙаҡтан.

65

3-1303




Башланған уңыштарын нығыта барырға, фән, ил-ха- лыктар донъяһына тәрәнерәк инергә, йырағыраҡ сәфәрҙәр ҡылырға атлыға ине Әхмәтзәки. Хәҙер иң мөһиме, боронғо ҡулъяҙмаларҙы юлларға, үҙеңә ғилми база тупларға кәрәк ине.

Шулай уҡ төрлө ҡалаларҙа, сит илдәрҙә һаҡланған төрки-шәреҡ ҡулъяҙмаларының фондтарын барларға, каталогтарын эҙләргә тотона. Былар уны сәйәхәттәргә әйҙәй, һирәк осрар китаптарҙы тупламаҡ — үҙе бер ҙур бурыс.

Эҙләгән табыр, ти: хаттар, таныштары ярҙамында Ев- ропала баҫылған ғәрәпсә, Бомбей һәм Калькуттала сыҡҡан фарсыса тарихи китаптарҙы, ’’Бабурнамә” кеүек әҫәрҙәрҙе һәм Европа китапханаларында һаҡланыр шәреҡ ҡулъяҙмалары каталогтарын алдыра, аҙ-аҙлап үҙ шәхси китапханаһын йыя башлай. Уның өсөн айырым бүлмә тота. Китапханаһын Ҡазанда түгел, Өфөлә булдырыуҙы мәслихәт күрә. Үҙе әйтмешләй, шулай китапханалы бер тарихсы булмаҡсы. Хажға барған атаһы, бүтән таныштары шәреҡ ил- дәренән һораған китаптарын алып ҡайтҡылай.

Яңы сыҡҡан ’’Төрк һәм татар тарихы” китабымдың бер данаһын атайым артынан Мәккәлә йәшәгән шәйех Морат Рәмзигә тапшырыу өсөн бирҙем. Рәмзи, китабыма баһа биреп, хат яҙҙы”, — ти Әхмәтзәки. Шулай Рәмзи Морат аша ла ғәрәп илдәрендә сыҡҡан тарихи китаптарҙы алдыра ул. Ҡазанда Катановтың шәреҡ ғилеме буйынса бай китапханаһы менән файҙаланыу йәш ғалимға күп нәмә бирә. Аҙаҡ хужаһының үтенесе менән был китапхананы Истан- бул университетына ҡараған Төркиәт институтына һатыуҙа ярҙам итә. ”1925 йылда Төркиәгә килгәс, был китапхана минең өсөн баһалап бөткөһөҙ бер хазина булды. Әгәр китапханала тупланған урыҫ ғилми нәшерҙәре Истанбулға килмәгән булһа, минең тарихи хеҙмәттәрем Шәреҡ һәм Европа сығанаҡтарына ғына таянып яҙылыр һәм тулы булмаҫ ине”, - тип иҫкә ала был ыңғай.

Әле барыһы ла уңай ғына килеп тора уға. Тыуған яҡтарында ялда булып килеүе менән, 1913 йылдың көҙөндә Әхмәтзәки Вәлиди Ҡазан университеты исеменән Төркөс- танға Фирғәнә вилайәтенә ғилми командировкаға сығып китә.

Ташкентҡа килеп төшә. Исеме үҙенән алда йөрөй икән: хөрмәтләп ҡаршылайҙар, ҡунаҡ итәләр үҙен. Табыш та алдан йүгереп эйәһен тапмаҡсы. Тәүге көндө тигеләй таныш

66




тары аша атаҡлы сәйәхәтсе шәйех һауинд Таһурҙың (вафаты 1360 йылда) тәржемәи хәле һәм сәйәхәтенә бағышланған, әлегәсә фән донъяһына билдәһеҙ булған ҡиммәтле ҡулъяҙмаһы ҡулына керә. Табышҡан дуҫтарына рәхмәт әйткәндәй, Әхмәтзәки Вәлиди сәйәхәтсебеҙ был боронғо ҡулъяҙманан иҫке төркисә шиғри юлдарҙы мәғәнәләп уҡый: ’’һөйгән дуҫы янында булмаһа, дилбәр гүзәл күренмәҫ; өҙөлөп һайрар һандуғасы булмаһа, баҡса күрке күңелдәргә үрелмәҫ. Йөрәгеңде үҙ йөрәген һиңә бағышларлыҡ кешегә генә тапшыр, йәнеңде лә үҙ йәнен һиңә фиҙа ҡы- лырлык кешегә генә ышанып ашыр”.

Өс ай буйы Фирғәнә, Ҡоҡанд, Андижан, Наманған ҡалаларында, Фирғәнә вилайәтенең ҡышлаҡтарында ҡулъяҙмалар юллап ғилми китаптар менән таныша, ҡиммәтлеләрен һатып йә һәҙиә итеп ала, урындарында һаҡланыр кә- рәклеләренең күсермәләрен, атамаларын юл дәфтәренә теркәй бара. Шул уҡ ваҡытта юл айҡан бик күп этнографик һәм фольклор материалдары яҙып ала.

Сәйәхәтенән ҡайтҡас, Ҡазан университетының Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтендә яһаған хисап доклады буйынса, үҙебеҙҙең иғтибарҙы биләгән түбәндәге әһәмиәтле ҡулъяҙма китаптарҙы, диуандарҙы, мәжмүғәләрҙе һәм айырым әҫәрҙәрҙе атап билдәләп китергә мөмкин:

Ҡазуиниҙың ’’Тарих Ғүзидә”, Ҡасимдың ’’Зидәт әл- тәуарих”, ’’Тимурнамә”, Йәздиҙең ’’Зафарнамә”, ”Хәй- ҙәрнамә”, ’’Тарих Бәдәхшан”, ’’Тәуарих мәнзума”, ’’Тарих Фирғәнә”, ’’Нәкарстан” кеүек Төркөстан тарихына, Ҡоҡанд, Фирғәнә, Бәдәхшан ҡалалары тарихына бағышланған яҙмалар. Былар Төркөстан тарихы өсөн бик мөһим сығанаҡтар. Бындай тәуарих ҡулъяҙмалары араһынан беҙҙең өсөн бигерәк тә ҡәҙерле булған, Әхмәтзәки Вәлидиҙең үҙенә шәхсән бүләк итеп бирелгән ’’Сыңғыҙнамә” әҙәби- тарихи ҡомартҡыһын айырып әйтергә кәрәк. Уны Ырымбурҙа уҡ Ризаитдин Фәхретдин һәҙиә иткән. Ҡулъяҙманың күсерелеү датаһы һижри 1019 сәнә, милади 1610 йыл. Йәғни был әлегә билдәле иң элгәрге күсеректәрҙең береһе.

Әҙәби әҫәрҙәрҙән Ә.Вәлиди тапҡан, танышҡан йә күсереп алғандарынан иң мөһимдәре: Ғәлишир Науаиҙың ’’Мәжалис әл-нәфаис”, ’’Хәмсә әл-мөтәхәйфин”, ’’Диуан әмир Науаи”, ’’Ғәраиб әл-сәфәр” ҡулъяҙма ҡомартҡылары. ’’Диуан солтан Хөсәйен Байҡара”, ’’Ҡоллиәт Садаи”,

67


’’Мәжмуғаи шиғыр Ғөбәйдулла хан Шәйбәни”, ’’Хөсрәү Дәһләүи”, ’’Диуан мәүләна Лотфи” ҡулъяҙмалары.

Был ҡомартҡылар араһында Ғэлишир Науаи, Хөсәйен Байҡара, мәүләна Лотфи әҫәрҙәре менән ҡатар ’’Ҡутадғу билик” боронғо төрки әҙәби йәдкәре ҡулъяҙмаһы айырым әһәмиәткә эйә.

Төрки һүҙлектәр, географик, этнографик яҙмалар үҙҙәре бер төркөм.

Ошондай ҡиммәтле ҡулъяҙма ынйыларҙы табып, танышып, күсереп йә алып ҡайтҡаны өсөн генә лә Әхмәтзәки Вәлиди күренекле археограф тип һаналырға хаҡлы.

Был йәһәттән дә ул шәрҡиәтсе ғалимдар араһында сенсацион ғәжәйеп һоҡланыу уята. Ҡайтышлай Ташкентта Төркөстан археологияһы йәмғиәте йыйылышында сығыш яһап, шәрҡиәтсе ғалимдарҙы табыштары менән таң ҡалдыра. Ҡазандағы хисап доклады иһә Әхмәтзәки Вәлидиҙең абруйын тағы күтәреп ебәрә. Йәш тарихсының археография өлкәһендәге табыштарын Санкт-Петербургта, хатта сит илдәрҙә лә ишетеп алалар. Уны пайтәхеткә саҡырып, Рәсәй Фәндәр академияһында сығышын тыңлайҙар, яҙмалары менән танышалар. ’’Записки Восточного отделения Императорского русского Археологического общества” журналының 1915 йылғы XXII томында ’’Восточные рукописи в Ферганской области” исемендәге мәҡәләһен академик В.В.Бар- тольд тәҡдиме менән баҫып сығарғандар. Төркиәлә ’’Төрк йорто” журналында ”Бер төрк ғалимына ҡарата күрһәтелгән иғтибар билгеһе” тигән баш аҫтында әңгәмәһен бирәләр.

В.В.Бартольд Әхмәтзәки Вәлидиҙе Петербургка, Фәндәр академияһы даирәһенә үҙ янына эшкә тартырға теләй. Петербург университетының шәреҡ факультетына, гимназия дипломы булмаһа ла, үҙе уҡырға инергә, үҙе етәкләгән Халыҡ-ара Урта Азияны өйрәнеү комитетына эшкә алырға һәм ислам әҫәрен һәм ҡулъяҙмаһын өйрәнеү өсөн Көнбайыш Европа илдәренә ебәрергә вәғәҙә итә. Ул Берлин, Вена, Париж, Лондон фондтарында шәреҡ сығанаҡтары менән шөғөлләнергә тейеш. Йәғни Ә.Вәлидиҙе төрки халыҡтарының, ислам мәҙәниәтенең тарихын төплө өйрәнер, үҙе шикеллерәк бер шәрҡиәтсе ғалим итмәксе ниәте.

Баш ҡалала фән даирәһенә нығыраҡ йәлеп итеү маҡсаты менән Рәсәй Фәндәр академияһы исеменән тағы Төр- көстанға, был юлы Бохара тарафына археографик командировкаға ебәрергә ҡарар ҡылалар.

68




Әхмәтзәки Вәлиди 1914 йылдың майында Бохараға килеп етә. Петербургтан, Фәндәр академияһынан килгән мосолман ғалимы булараҡ, уны ололап ҡаршылайҙар, алыҫ сәфәрҙәрендә оҙата йөрөйҙәр. Бохара, Ҡарши, Сәмәрҡәнд ҡалаларында, Бохара вилайәтенең ҡышлаҡтарында булғанда йәнә ҡиммәтле генә ҡулъяҙмаларға юлыға, байтаҡ фольклор, этнографик материалдар яҙып ала.

Бәхетленең табышы ҡайҙа ла аунап ята, ти. Ҡарши ҡалаһының баҙарынан үткәндә Әхмәтзәки бер дарыу һатыусының төрөп бирер ҡағыҙҙарына иғтибар итә. Ул иҫке төрки яҙма китаптың ҡағыҙ биттәре булып сыға. Китаптың йолҡоноп бөтмәгән биттәрен уҡып ҡарай — Ҡөрьәндең боронғо төркисә тәржемәһе ләбаһа. Дарыу урынына китаптың ҡалған өлөшөн 20 тингә һатып ала. Төрки телдең ислам дәүерендәге иң боронғо, унынсы быуатҡа ҡараған ҡулъяҙма ҡомартҡыһы шулай ҡулына килеп инә (һуңынан ул ошо уҡ әҫәрҙең ун дүртенсе быуатта Иранда илһанлылар һәм Алтын Урҙала Жужи хан улдары дәүерендә яҙылған нөсхәләрен Төркиәлә табып танышыр). Ҡайтышлай Ташкентҡа туҡталғанда был табышты шәр- ҡиәтсе ғалим А.А.Семенов күреп таң ҡала.

Ҡаршиҙа Әхмәтзәки Вәлиди тарафынан һатып алынған икенсе бер ҡиммәтле ҡомартҡы - Мәхмүт Васифи исемле заттың ун алтынсы быуат башында Тимер нәҫелдәре дәүерендә һираттың ижтимағи һәм мәҙәни тормошон тасуир итеп яҙған ҙур әҫәр, археограф сәйәхәтсебеҙ үҙе әйткәнсә, ул замандағы йәмғиәт тормошон, айырыуса шағир тасуир иткән был әҫәр ижтимағиәт һәм мәҙәниәт тарихын өйрәнеүсе ғалимдар өсөн баһалап бөткөһөҙ бер сығанаҡ булып хеҙмәт итәсәк.

Был сәфәрендә ул тағы байтаҡ ҡына ҡулъяҙма тарих китаптары, әҙәби-мәҙәни мәжмүғәләр таба. Шулар араһында Бохараның һәм Хорасандың ун етенсе быуаттан һуңғы тарихына ҡараған ҡулъяҙмалар, айырыуса ун етенсе быуатта Бохара үзбәк шағиры Имами тарафынан яҙылған ’’Хандар тарихы” йәки ’’Ханнамә” тигән боронғо төрк дастандары мәжмүғәһе әһәмиәтле. Петербургка ҡайтҡас, шәрҡиәтсе һәм тарихсының ’’Записки Восточного отделения Русского археологического общества” журналындағы (1916, 23-сө том, 245—246-сы биттәр) ’’О собраниях рукописей в Бухарском ханстве” баҫмаһына ҡарағанда, Әхмәт

69




зәки тапҡан, танышҡан ҡулъяҙма китаптарҙың шаҡтай төрлө һәм бай икәнлеге күренә.

Был сәфәрендә ул ҡайһы бер боронғо ҡәбер ташы яҙмаларын, Шәһрисәбздә Тимер нәҫелдәре заманына ҡараған биналарға төшөрөлгән яҙыуҙарҙың күсермәләрен ала. Был тарафтарҙа йәшәгән Лаҡай һәм Ҡарлыҡ күсмә ырыуҙарының тел, халыҡ ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары өлгөләрен туплауға әһәмиәт бирә.

Әлбиттә, ғилми командировка менән сыҡҡан Әхмәтзәки Вәлидиҙең Төркөстандағы төп маҡсаты ҡулъяҙма китаптар туплау, ҡайһы бер фондтар менән танышыу булһа ла, ул ил-халык күреп, был тарафты үҙенсә өйрәнеп тә йөрөй; яңы дуҫ-иштәр, фекерҙәштәр таба, төрки уҡымышлылар, ғалимдар, дәүләт, дин әһелдәре менән осраша. Ташкентта ул Әбүбәкер Диваев менән яҡындан танышып, дуҫлашып китә. Бында шулай уҡ башҡорт офицерҙарынан Көсөков, татарҙарҙан генерал Еникеев, ҡырғыҙ генералы Колчаков һәм Мирбәдәлиев, ҡаҙаҡтарҙан Нәҙер Түрәҡул, әле ул саҡта Петербург университеты талибы булған Мостафа Чокаев, үзбәктәрҙән, аҙаҡ атаҡлы шағир булып китер Сулпан, үзбәктәрҙән йәнә Менәүер Ҡари һәм Убайдулла Хужа, Сәмәрҡәндтән Мәхмүт Хужа Бәһбуди, Бохаранан Әхмәтйән Мәхдүм, тарихсы Полат Сали кеүек яҡын дуҫтар таба. Артабан уларҙың байтағы азатлыҡ өсөн көрәш юлында тоғро арҡаҙаштары булып китә.

Ғөмүмән, Әхмәтзәки Вәлидиҙең был 1913—1914 йылдарҙа Төркөстанға ике ғилми сәйәхәтен киләсәктә Төркөс- тан тарихы һәм мәҙәниәте менән шөғөлләнер мөһим фәнни йүнәлешенең ғәмәли башы, был тарафта йәйелдереләсәк ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлегенең алды тип тә ҡарарға мөмкин.

Әле икенсе сәфәренең уңышлы барған юлы 1914 йылдың июль урталарында Германия менән Рәсәй араһында һуғыш сығыу айҡанлы өҙөлөп ҡала. Хәрби хеҙмәт йәшендәге йәш сәйәхәтсебеҙ Рәсәйгә, Санкт-Петербургтың үҙенә тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға тейеш.

Баш ҡалаға ҡайтҡас, әллә Фәндәр академияһының ҡушыуы буйынса, әллә академик В.В.Бартольдҡа арҡаланып, Әхмәтзәки Вәлиди башта баштан-аяҡ фәнни эше, ғилми хисабы менән мәшғүл. Тәүҙә ғилми йәмғиәт йыйылышында ҡыҫҡаса хисап тота. Бартольд менән Радлов уның был сәйәхәте һөҙөмтәләренән бик ҡәнәғәт булалар. Ә.Вәлиди

70


үҙе яҙғанынса, Бартольд ” Фәндәр академияһына яҙма әҫәрҙәрен һаҡлап алып ҡалыуҙа, археографик һәм этнографик материалдар туплауҙа шул халыҡтарҙың тулы ышанысын ҡаҙанған урындағы ғалимдарҙың ни тиклем файҙалы булыуы Зәки Вәлиди сәйәхәте тарафынан тулыһынса иҫбатланды” мәғәнәһендә мәғлүмәт бирә.

Бер заман Вәлиди Петербургта шул Бартольд менән Радлов академиктарҙың ҡанаты аҫтында фәнни даирәләр эсенә инә: шәрҡиәтселәр йыйылыштарына йөрөй; аҙна һайын үтер ’’Радлов түңәрәге” ойошмаһында ҡатнаша, үҙе күпмелер ваҡыт ғилем донъяһына сума. Остаз ғалимдары- на сығанаҡтар табышыу, корректуралар уҡыу эштәрендә ярҙамлаша.

Шул уҡ ваҡытта ’’Төрк тарихы” китабының икенсе өлөшө өҫтөндә ныҡлабырак эшләй башлай. ’’Тәрктәрҙең Рәсәйгә ҡаршы күтәрелеше, урыҫтарҙың хоҡуҡи һәм иҡтисади яҡтан баҫым яһау ысулдары, нуғай һәм башҡорт йолаларының тарихы менән шөғөлләнә инем”, — ти ул был хаҡта.

В.В.Бартольд уға киләсәк пландары хаҡында Радлов түңәрәгендә мәғлүмәт бирергә тәҡдим яһай. Ихлас күңелдән риза була был тәҡдимгә. ”Был хаҡта 1914 йылдың 12 декабрендә булған йыйылышта һөйләгән һүҙемдә: ’’Бөгөн Рәсәй хакимлығында булған, Хазар диңгеҙенең көнсығышында һәм төньяғында йәшәгән төрки ҡәүемдәрҙең тарихын ун алтынсы быуаттан башлап бөгөнгө торошона тиклем өйрәнәм. Бының өсөн далала көн итеүсе ҡәүемдәргә, башҡорттарға ҡағылған закондарҙы һәм уларҙағы үҙгәртеүҙәрҙе, ер мәсьәләләренең тарихын, Щербина, Кузнецов, Румянцев, Скрупулев, Переплатчиков кеүек заттар туплаған һәм ошо көндә 40-сы томы сыҡҡан, мөһим өлөштәре ’’Күсмә халыҡтар идараһы” архивтарында ҡулъяҙма хәлендә һаҡланған материалдарҙан башлыса ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ ерҙәре мәсьәләләрен тикшерҙем. Тарихты, бөгөнгө тормоштан алып боронғо дәүерҙәргә тиклем, аныҡ өйрәнеү юлын тотам, дала халыҡтарының ижтимағи тормошон һәм этнографияһын тикшереү ысулдарын һеҙҙән өйрәнергә теләйем, тип аңлаттым”, — ти ”Хәтирәләр”ҙә.

Бында ’’Төрк тарихы” китабының икенсе өлөшө буйынса өйрәнгән мәсьәләләре, уны нисек сағылдырырға теләүе, кемдәрҙән үрнәк алыуы ла ҡыҫҡаса әйтеп бирелгән. Петербургта йәшәүенән файҙаланып, Рәсәй үҙәк архивта-

71


рында тиҙерәк шөғөлләнеп ҡалырға тырышҡанлығын да белдерә ул. ’’Башҡорттар йәшәгән барлыҡ губерналарҙың статистикаһы һәм этнографияһы буйынса мәғлүмәттәр тупланым. Фәндәр академияһы архивында башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай хаҡындағы документтарҙы өйрәндем”, — ти.

һуғыш осоронда Әхмәтзәки Вәлидиҙең, һалдатҡа алынып, фронтҡа ебәрел е үе бик мөмкин. В. В. Бартольд уны һалдаттан ҡотҡарыу өсөн төрлөсә тырышлыҡ һалып ҡарай. ’’Шәреҡ телдәре мәктәбе”нә уҡытыусы итеп алдырыуҙы юллай. ’’Мәшһүр Чокан солтан Вәлиханов Петербургта Достоевский һәм уның дуҫтары менән ҡыҫҡа ваҡытта яҡындан танышкан кеүек, мин дә ’’Шәреҡ телдәре мәктәбе ”ндә уҡытыусы булһам, был мөхиткә инеп, аралашып китәсәгемде күрҙем”, — тип ебәрә. Ләкин был юл барып сыҡмай. Ҡаҙанға килеп, ’’Урыҫ булмағандар семинарияһы ”нда урыҫ мөғәллимлеге өсөн имтихан биреүе лә һөҙөмтәһеҙ ҡала. Әхмәтзәки мобилизация буйынса һалдатҡа алына. Мәгәр көткән теләк икенсе яҡлап асыла: һалдат шинелен кейергә өлгөрәме-юкмы, урыҫ булмағандар өсөн урыҫ теле уҡытыусыларын ғәскәри хеҙмәттән ҡотолдорорға, тигән закон сыға. Шулай һалдатлыҡтан, фронтҡа китеүҙән ҡотолоп ҡала Әхмәтзәки.


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет