Баҙмансылыҡ — ҡыйыулыҡ.
132
Шул ваҡыт окоптан ике баш күренде. Рус һалдаттарының баштары. Береһе ҡысҡырҙы:
-
Ниңә ҡурҡып тораһығыҙ, әйҙә, окопҡа һикерегеҙ! — тине. Беҙғә ул һүҙ йәшен кеүек тәьҫир итте. Бер нисә секунд уҙмағандыр, беҙ һикереп окоп эсенә төштөк. Беҙҙе һалдаттар өйләндереп алдылар. Сергеев, бик ауыр һулыш алып:
-
Наконец, үҙебеҙҙең окоп! Аллаға шөкөр булһын! — тип ҡуйҙы. Беҙҙең бында ҡайтыу ундағы һалдаттар эсендә тәрән тәьҫир ҡалдырманы. Ябай бер ваҡиға итеп ҡаранылар. Араларынан берәүһе:
-
Дурактар, кеше, плендан ҡасып, бында һуғышҡа ҡайтамы ни? Күрәһең, быларҙы һуғыш туйҙырмаған, — тине. Беҙҙең эргәнән китте. Беҙ килеп сыҡҡан окопта бөтөнләй башҡа часть ине. Беҙ үҙ полкыбыҙҙы һораштыҡ, берәү ҙә белмәне. Беҙ окоптан артҡа үҙебеҙҙең полкты эҙләп киттек. Беҙҙең ҡотолоп ҡайтыуҙың шатлығы ла, ҡайғыһы ла юҡ ине. Ләкин үҙебеҙҙе иркен хис итә инек.
УН ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК
Сергеевтың башындағы яраһы еңел кеүек булһа ла, Себер дивизияһы штабына килгәнсе, уның күҙҙәре, биттәре шешенеп китте. Уны лазаретҡа алып ҡалдылар. Миңә шинель, аҙыҡ һәм путевка биреп, үҙ полкыма оҙаттылар. Беҙҙең дивизия штабы бынан егерме саҡрым урында, тиҙәр. Бирелгән маршрут буйынса юлға сыҡтым.
Ялан матур, ағастар ҡуйы япраҡтарға күмелгәндәр. Арыштар йәм-йәшел булып тулҡынып ултыралар. Ҡояш ҡыҙҙыра. Урман аралап барған юлда бөркөү, исмаһам, әҙ генә лә ел иҫмәй. Мин бер-ике саҡрым барам да ағас төбөндә ятып хәл йыям. Бөтә эш үҙ ихтыярымда. Теләһәм — барам, теләһәм — ятам. Әгәр ҙә бәйләнһәләр, ҡулда путевка. Юлда ғәскәри обоз- дар, Ҡыҙыл Тәре повозкалары осрайҙар. Уларҙың миндә эштәре юҡ. Ҡайһы берҙәрен туҡтатып, уларҙан тәмәке һорап ҡалам. Минең юл шулай бара. Был юлды минең оҙайтҡы, һуҙғы килә. Юлда поляк крәҫтиәндәре осрайҙар. Маршрут буйынса мин ауылдарҙы һорайым, улар белмәйҙәр. Уларҙың белмәүҙәре мине артыҡ борсомай, тик иптәштәрҙең хәлдәрен белеү мине ашығырға мәжбүр итә. Улар плен төшкәндәрме, үлгәндәрме — шул хәбәрҙе тиҙерәк ишетке килә.
Ҡояш түбәнләне. Юлдарға урман күләгәләре төштөләр. Һауа һүлпәнәйҙе. Еләҫләнде. Байтаҡ юл килдем. Алда ҙур гына поляк ауылы күренә. Ләкин ул ауылға минең тиҙ генә барып инге килмәй. Яланда, иркендә ҡалғы килә.
Урман ситендә йәшел үлән өҫтөнә яттым. Юлда һалдаттарҙан алған аҙаҡҡы тәмәкене төрөп тоҡандырҙым. Һауа тын.
133
Кискә табан алыҫтан-алыҫтан туп тауыштары ишетеләләр. Ҡайҙалыр юғарыла аэроплан моторы гөжләй. Ауыл өҫтөнә күк төтөн йәйелгән. Күрәһең, улар киске аш бешерәләр. Һуғыш та бөтөнләй баштан сыҡҡан, тыуған ауыл күҙ алдына килә. Унда йөрөгән саҡтар иҫкә төшәләр. Ике ағайым һуғышта, мин өсөнсө булып йөрөйөм. Ҡарт атайым менән әсәйем генә ауылда донъя көтәләр. Һуғышҡа инмәҫ борон хат алғайным. Улар мине йыуатып яҙғандар: «Аллаға шөкөр, яҡшы торабыҙ. Һеҙҙең өсөн пенсия алабыҙ, хәҙергә беҙгә шул етә», — тигәндәр. Мин бик яҡшы аңлайым. Уларға тормош ауыр. Улар иген сәсә алмайҙар. Улар беҙҙең өсөн яналар. Беҙҙең өсөн көйәләр. Уларҙың сәйендә лә, ашында ла, йоҡоһонда ла беҙ. Беҙҙең ҡайғы менән әсәләр, беҙҙең ҡайғы менән ашайҙар, беҙҙең ҡайғы менән йоҡлайҙар... Ҡасан һуғыш бөтә? Ҡасан ҡайтабыҙ? Ҡасан уларҙы шатландырабыҙ? Ул турала уйлау ауыр. Ул турала уйлаһаң, йөрәк ҡабарына башлай.
Ауылды баштан сығарырға тырышам. Кис ҡырын серәкәйҙәр күбәйәләр. Улар төрлө урындан тешләйҙәр. Мин уларҙы ҡыуам. Улар менән һуғышам. Серәкәйҙәр менән һуғышҡанда, ауыл иҫкә төшө. Атайым менән бәләкәй саҡта балыҡҡа йөрөгәндә, һыу буйында мине серәкәйҙәр талай торгайнылар. Улар менән көрәшеп булдыра алмаһам:
-
Атай, майыңды һөрт! —- тип уның эргәһенә йүгерә торғайным. Атайым серәкәйҙәргә ҡаршы һәр ваҡыт ҡәнәфер майы йөрөтә. Шуны һөртһәң, серәкәйҙәр килмәйҙәр. Эгәр ҙә ҡәнәфер минең ҡулға эләгеп ҡалһа, мин биттәрҙе, ҡулдарҙы, аяҡтарҙы, хатта күлдәктәрҙе лә ҡәнәфер майына буяп ташлайым. Ҡайһы ваҡытта атайыма буш шешә генә ҡайтарып бирәм. Ул асыулана башлай:
-
һине алып сыҡһам, шешә менән түгел, биҙрә менән йөрөтөргә кәрәк. Ул ҡыйбатлы нәмә, үҙең ярты тин тораһың.
Күп ваҡытта әллә ҡәнәфер майын ҡыҙғанып, әллә минең менән йөрөүҙең аҙабынан ҡасып, мине алып бармаҫҡа тырыша торғайны. Эгәр мин мыжый башлаһам, мине йыуатып, алдаштырып:
-
Ҡуй, улым, бөгөн барма. Мин алыҫ китәм. Унда серәкәйҙәр ҙә күп була. Ул урындағы серәкәйҙәр шундай ҙур, шундай уҫалдар, ҡәнәфер майына ла ҡарап тормайҙар, башты, күҙҙе күптереп бөтәләр, — ти торғайны. Мин, уның һүҙенә ышанып, өйҙә ҡала торғайным.
Шул саҡтар һағындыралар. Шунда ҡайтҡы, шунда йөрөгө килә. Шул һыу буйҙарында аҡ сабаҡтарҙы тотҡо килә. Шул һыуҙарҙа, аҡ сабаҡ кеүек шаярып, уйнап, бөтә донъяны онотоп һыу инге, йөҙгө килә... Уларҙы уйлау ауыр, уларҙы уйлаһаң, йөрәк ҡабара.
Яҡшы күк ат менгән бер һалдат юлдан уҙҙы. Ул берәй ашығыс пакет менән барған ординарецҡа оҡшай. Уның аты
134
шундай етеҙ, шундай еңел бара, ул күҙ алдынан тиҙ юғалды, тик артында тояҡтары күтәргән саңдар ғына күтәрелеп, һуҙылып ҡалдылар... Киске тынлыҡта улар һаман тиҙ генә ергә ятмай, күтәрелгән урындарында торалар. Шул саңдарға ҡарап, атта уҙған һалдаттың бәхетен көнләйем. Осҡон аттарға менеп, күңел теләгән яҡҡа китке килә. Ләкин ул теләк саңдар араһындағы хыял ғына. Мин дә, ауылда саҡта, бәйгеләрҙә йүгерек аттарҙы саптырыуҙа, беренсе малай инем. Ғаяз байҙың көрән йүгерегендә сабып, мин атайымдан туҡмалғаным бар. Атайым — Ғаяз байҙың үҙенә генә түгел, уның бөтә ағай- энеһенә дошман кеше. Атайым үҙ ғүмерендә улар араһына барманы. Улар мәжлесенә йөрөмәне. Уларҙан йомош һораманы. Уларҙы:
-
Кәпәш балалары, «ышым халыҡтар»! — тип йөрөтә торғайны. Бер ваҡыт мин яландан ҡайтып килгәндә, атайымдың дошман кешеһе Ғаяз мине туҡтатты. Көләс йөҙ менән иҫәнләште:
-
Булат ҡустым, һиңә бик ҙур ялыныс бар әле. Көрән ат өҫтөндә малай тотмай, йыға ла китә, йыға ла китә. Һин шул көрән атты бер һынап ҡара әле, ҡустым. Бик яҡшы беләм. Ул ал бирә торған ат түгел; әгәр ҙә көрән атты уҙғарһаң, һине ризалатырмын. Иҫәнбай ауылында ҙур бәйге була. Бик данлы аттар килә, тиҙәр. Әгәр ҙә шуға барһаң, көрән аттың бәйгеһе үҙеңә булыр, ярармы? — тине. Ғаяз байҙың был һүҙе, был йомартлығы мине артыҡ шатландырҙы:
-
Ярай, барырмын! — тинем. Вәғәҙә бирҙем.
Бәйге була торған көн, мин атайыма әйтмәнем, ауылдың ситенә сығып, Ғаяз байҙың кырандасына ултырып киттем. Минең күҙ ҡушаҡҡа тағылған көрән атта булды. Ул ҡойоп ҡуйған кеүек матур. Оҙон ҡойроҡло хайуан. Түштәре киң, күҙҙәре ҙур, күҙ ҡабаҡтары ҡабарып, шешенеп тора. Ирендәре йоҡа, өҫтө киң һәм шыма, йылтырап тора.
Миндә атта йөрөргә, сабырга оҫталыҡ бар. Хатта ат өҫтөндә ултырып ҡына түгел, аяғөҫтө тороп сабып йөрөгәнем бар. Ләкин көрән атҡа бер тапҡыр ҙа менеп ҡарағаным юҡ. Барып еткәнсе, минең йөрәк елкенде. Юл буйынса ҡыҙыҡһынып барҙым.
Бәйге ҙур. Йүгерек аттар күп килгән. Ырымбурҙан, ҡаҙаҡ далаларынан атаҡлы йүгеректәр бар. Уларҙы күргәс, Ғаяз бай ҡаушай төштө, буғай:
-
Белмәйем, ҡустым, көтөлмәгән ерҙән данлыҡлы йүгеректәр килгән. Һин инде, берүк, йығыла күрмә. Артта килһә лә, көрән атты һынайыҡ әле. Ул йүгереп дан алған мал түгел. Артта килһә лә, оят булмаҫ, — тине.
Мин хәҙер көрән ат өҫтөндә. Ул уйнаҡлап, шаярып йөрөй. Уның өҫтөндә йөрөүе лә күңелле. Аттан йығылыу тураһында уйлаған да юҡ.
135
Ун биш саҡрымдан сабабыҙ. Көн еләҫ. Шуның өҫтәүенә саба торған юл, һыртлап, ҡырлас буйлап килә. Ундай юлдан сабыуы бик уңай була. Утыҙлап йүгерек ат оҙонға сабырға киттек. Юлда барғанда малайҙар аттары менән маҡтаналар. Ҡаҙаҡ малайы барыһынан да артыҡ маҡтана:
-
Минең туры ат өс йыл инде өлкән бәйгеләрҙә булды. Бер атҡа ла ал биргәне юҡ! — ти. Мин, тыңлап, таң ҡалып барам.
Беҙҙе тиңләштерәләр. Йөрәк сығып бара. Минең көрән ат бейей, уйнай, өҫтөндә ултырырға мөмкин түгел. Мин артҡа сыҡтым. Тиңләштереүсе «бер, ике...» тип һанағанда, «өс»тө әйтеп бөтмәне — аттар күтәрелеп киттеләр. Минең аҫтағы көрән ат ҡапыл һикерҙе, мин бер яҡҡа шыуышып ҡалдым. Ысынлап та, уның өҫтө бик шыма икән. Мин уның яйына бик тиҙ төшөндөм. Бер күҙҙе елдән йәшереп, үҙ уңайына ҡуйҙым. Саба торған атты ҡапыл ҡыуырға ярамай, уның бышлығып, сәсәп ҡалыуы бик мөмкин, ә йәш атта ундай хәлдең булыуы бигерәк тә мөмкин. Көрән атта дәрт ҙур. Ьис ҡалмай, иркен бара, әкренләп алдағы аттарҙы ҡыҫа. Ярты юлды килгәндә, минең алда аттар һирәгәйҙе. Ҡаҙаҡтың туры аты, Ырымбурҙан килгән ерән, Суран буйының данлыҡлы йүгереге тимер күк ат, тағы ла мин танымаған ике-өс ат күренә. Уларға ҡарағанда мин алтынсы киләм. Ләкин әле көрән аттың йүнләп тире лә сыҡмаған. Мин уны ҡыуғаным да юҡ. Алдағы шул күренеш миңә дәрт бирҙе. Алға эйелеп килеп, аттың арҡаһына еңел генә ҡамсы төшөрөп, теҙгенен буш ҡуйҙым. Көрән ат һурылып сыҡҡандай булды. Уҡ кеүек алға ынтылды. Ярты саҡрым үтмәгәндер, минең көрән ат Ырымбур ерәне, ҡаҙаҡ турыһы менән тиңләшеп ярыша башланы. Улар тирәһендә килгән теге өс ат күренмәне. Мин тағы ла дәртләндем. Тағы көрән аттың арҡаһына бер еңел генә ҡамсы төшөрөп, уға көс бирҙем. Ҡаҙаҡ егете атын миңә арҡыры ҡайыра башланы. Мин ул хәйләне бик яҡшы беләм. Улар шулай итеп аттың көс, һәләтен алырға тырышалар. Шул ваҡыт мин ҡамсы менән бик ныҡ ҡаҙаҡ атының арҡаһына бирҙем. Атты һулға боробораҡ үҙемдең атҡа берҙе һуҡтым. Ат тағы ла ҡанатланған кеүек булды. Ул бөтә көс менән юлдың бер ситенән генә, бер генә йүнәлеш алып, аға башланы. Ырымбур ерән аты ла, ҡаҙаҡ туры аты ла минең артта ҡалғайнылар. Дүрт-биш саҡрым самаһы ҡалғас, бәйге майҙаны күренде. Юл интәргә1, түбәнгә китте. Мин яңынан, ат арҡаһына еңел генә ҡамсы биреп, үҙем алға эйелә төшөп, атҡа дәрт бирҙем. Ат тағы ла яҙыла төштө. Бәйгегә етер алда һәр бер йүгерек ат таҫыллана торғайны. Был етеҙлеген тагы ла арттыра төштө. Уның һайын мин уға дәрт бирә киләм. Алда сыбар халыҡ диңгеҙе күренә, елгә ҡаршы килгән күҙҙәргә улар
1 Интәр — иңкеү.
136
томанланып күренәләр. Мин майҙанға етер алда юрамал бик ҡаты һуҡтым. Ул ташланды, буғай, уҡ кеүек атылып, ике яғына халыҡ теҙелгән юлда оса башланы. Миндә, ат сапҡанда туҡтап, бәйге алыу ғәҙәте юҡ. Был юлы ла мин бәйгегә туҡтаманым, йән-фарман сабып, юл буйлап, туғай яғына төшөп киттем. Бәйгенән бер-ике саҡрым китеп, кеше күҙенән юғалғас ҡына, йөрөштө әкренәйттем. Ул момент халыҡта ҙур ҡыҙыҡһындырыу тыуҙыра. Алдан килгән атҡа ҡарағылары килә — ул юҡ. «Ул сабып уҙҙы ла күҙҙән юғалды. Бәйгеһен дә таҡмаған...» тигән оригиналь бер фекер тыуа. Ә башҡа йүгеректәр, майҙанға туҡтап, бәйгеләрен ат муйынына тағып, майҙан эргәһендә аттарын күрһәтеп йөрөтөргә яраталар.
Атына ултырып, саптырып Ғаяз бай килеп етте. Мине күргәс тә, шатлығына түҙә алмай, илап ебәрҙе:
-
Ысынлап та, ҡаҙаҡ аттарын ярты саҡрым ташлап уҙған һин булдыңмы? Беренсе бәйгене беҙгә бирҙеләр. Эле лә йөрәгем ышанмай. Бына инде, ҡустым, көрән ат ҡош кеүек оса, ә һин уның өҫтөндә күбәләк кеүек елберләп, шаярып киләһең. Бына, ҡустым, ни тип тә әйтә алмайым! — тип һүҙен әйтә алманы, тағы ла иларға башланы. Атынан төшөп, көрән аттың күҙенән үпте, ялдарынан һыйпаны. Шунан һуң мине маҡтарға тотондо:
-
Арыҫлан малай икәнһең. Майҙанға туҡтаманың бит. Бөтә халыҡ көттө, көрән атты күрергә шаулаштылар. Ьин килмәнең, бара-тора ҡурҡа башланым, мин әйтәм, әллә йығылып ҡалдымы, тим. Ә һин бында ғәмһеҙ йөрөп ятаһың. Был яғың менән тағы ла дан иттең. Хәҙер халыҡҡа күренмә инде. Ат йөрөтөргә бер малай ебәрәм. Һин хәл йыйырһың, — тине. Үҙе ашығып майҙанға китте.
Көрән аттың даны таралды. Ғаяз байҙың түбәһе күккә күтәрелде. Шул шатлығынан көрән аттың бәйгеһен — һигеҙ аршын ҡыйбатлы сукноны миңә бирҙе. Шуның өҫтәүенә 25 һум аҡса бирҙе. Ул минең өсөн көтөлмәгән байлыҡ булды. Мин дә аты уҙған Ғаяз байҙан кәм шатланманым. Ләкин, өйгә ҡайтҡас, ул эффекттар боҙолдо. Минең сукно ишек төбөнә ырғытылды. Әлдә аҡсамды әсәйемә биреп өлгөргәйнем. Арҡага көрән атҡа һуҡҡан ҡайыштар ҡайттылар.
-
Һиндә намыҫ юҡ! Һин шуларҙың бер ҡабым иттәренә һатылып йөрөйһөң! Һиндә оят юҡ! Бар, Ғаяз байға ул бул! — тип атайым мине туҡмап сығарҙы. Шунан һуң мин Ғаяз байҙарға барманым. Ғаяз, күргәндә, минең менән оло кешеләр менән иҫәнләшкән кеүек иҫәнләшеп йөрөй башланы. Ләкин мин башымды ғына баҫып ҡала торғайным.
Мин урман ситендә ятам. Ауылда үткән матур саҡтар күҙ алдынан картина-картина булып үтәләр. Ләкин уларҙы уйлау ауыр. Уйлайһың, йөрәк ҡабара башлай. Ысынлап та, бит ошо көндә Ғаяз бай ҙа, уның балалары ла ауылда тыныс яталар. Уларға һуғыш еле, бураны ҡағылғаны юҡ. Ә беҙ, өс туған,
137
һуғышта йөрөйбөҙ. Ҡарт атайым яңғыҙы ауылда бөкрәңләп көн күргән була. Атайымдың туҡмарға ла хаҡы булған шул.
Ҡояш урман артына йәшеренде, мин ауылға килдем. Ауылда өйҙәрҙең күбеһе бикле йәки буш торалар. Урамда һалдаттар күренәләр, ниндәйҙер команда тора, буғай. Өй артында картуф утап йөрөгән бер поляк ҡатыны эргәһенә туҡталдым:
-
Һеҙҙә ҡунып китергә урын булмаҫмы?
-
Була, була, рәхим итегеҙ. Хәҙер йәй бит инде, ҡайҙа ла йоҡлап була, — тип үҙе һаман эшен дауам итте. Мин, шинелде һәм аҙыҡ төйөнсөктәрен өйгә ҡуйып, уның эргәһенә сығып ултырҙым. Мин был хужа ҡатынының тормошо менән ҡыҙыҡһындым:
-
Һеҙҙең ғаиләгеҙ ҡайҙа? Әллә ҡырҙан ҡайтмағандармы? — тип һорау бирҙем. Ул эшен ташланы ла, минең алдыма килеп, кәтмәненә таянып, һөйләргә башланы:
-
Ирем һуғышта. Ун йәшлек улым бар ине, ул да ҡалаға китте. Бер фабрикаға эшкә ингән. Ҡарт ҡайным менән икәү генә торабыҙ. — Юлға ҡарап: — Ул да өйҙә юҡ. Өсөнсө көн күрше ауылдағы ҡыҙына киткәйне, һаман ҡайтҡаны юҡ. Ире һуғышта үлеп, ҡыҙы ла тол ҡалды. Балалары күп. Күрәһең, шуларға ярҙам итә торғандыр.
-
һуғыштан ҡурҡмайһығыҙмы һуң?
-
Һуғыштан ҡурҡып ҡайҙа барайыҡ? — тине лә шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Уның көлөүендә ниндәйҙер бер илау тауышы ишетелә. Аҡылдан шашҡан йәки үлемгә хөкөм ителгән кешеләрҙең көлөүе кеүек, эстән һулҡылдап әсе йөрәк тауышы сыға. Мин уға ҡаршы көлә алманым, тыштан ғына йылмайҙым. Сөнки уның һүҙендә көлкө юҡ, көлә торған һүҙ ҙә юҡ, сөнки ул күңел көрлөктән көлмәй, үҙенең яҙмышынан көлә. Кеше һалҡын бурандарҙа аҙашып үлгән саҡта, үлем алдынан ут күреп көлә, тиҙәр. Был ҡатын да ҡурҡыныслы һуғыш алдында ут күреп көлә. Уның был көлөүе мине ауыр тойғо аҫтында ҡалдырҙы, мин, унан йөҙөмдө алып, һүҙҙе икенсегә борорға уйланым. Ул көлгән йөҙөн ҡапыл үҙгәртте лә ғасаби бер тиҙлек менән һөйләргә кереште.
-
Ҡайҙа бараһың? Ҡасып китергә кешеләр кеүек байлыҡ юҡ. Хәллерәк кешеләр киттеләр. Беҙҙең китергә ат та юҡ, аҡса ла юҡ. Сит ергә китеп үлгәнсе, үҙ йортомда үләм. Алла ҡушһа, иҫән булырбыҙ, ҡушмаһа, үлербеҙ. Ҡайҙа ла үлем бер түгелме ни? Бына күрәһең бит, һаман да көн күрергә маташабыҙ. Алланан әмер килмәһә, тоҡтомалға ғына үлеп булмай бит ул!.. — тип, кәтмәненең башына яңағы менән таянып, күҙҙәрен күккә терәп һөйләй ине. Мин уның йөҙөнә күтәрелеп ҡараным. Уның башы аша, төн яғында, офоҡта йәйелгән ҡыҙыллыҡтар күренәләр. Улар эңер ҡыҙыллығы түгел. Туптарҙан ялтыраған, ракета, прожекторҙарҙан йәйелгән фронт ҡыҙыллыҡтары. Был ауылдар шул ҡыҙыллыҡтарҙан төшкән ҡурҡыныс шәүләләр
138
аҫтында йәшәйҙәр. Ана шул шәүләләр аҫтында улар үлем яҡынлығын күрәләр, шул үлем алдында үҙҙәренең яҙмыштарынан көләләр.
Миңә был хәлдә ултырыу артыҡ күңелһеҙ булды. Хужа ҡатындан һораным:
-
Ауылда тәмәке табып булырмы икән? — тинем. Ул ҡапыл ҡуҙғалды:
-
Тәмәке? Тәмәке, тиһеңме? Уны табырбыҙ. Беҙҙә һалдаттар ҡалдырып киткән бер йәшник тәмәке ултыра. Әйҙә, тарт ҡына! — тип өйөнә табан атланы. Мин дә уның артынан тәмәке тартырға ашыҡтым.
УН БИШЕНСЕ БҮЛЕК
Өс көндән һуң үҙебеҙҙең полкты эҙләп таптым. Иптәштәрҙең барыһы ла иҫәндәр. Күңел ышанмай һорашам. Мин уларҙы юғалтып ҡайтһам, улар мине юғалтып торғандар икән. Мин иҫән ҡайтҡас, улар, шаулап күтәрелеп киттеләр, ҡунаҡ иттеләр, һыйланылар, минең хәлдәрҙе, күргәндәрҙе һораштылар.
Был һуғышта беҙҙең полк бик ныҡ ҡырылған. Өс меңдән артыҡ кешенән бөтәһе биш йөҙләп кеше ҡалған. Беҙҙең ротала барлығы 15 кеше. Шул арҡала беҙҙең полкты ғына түгел, бөтә дивизияны артҡа ял итергә сығарғандар. Өҫтәлмә ғәскәр көтәләр. Шулар килеп, яңынан формировать ителмәйенсә тороп, беҙҙе ебәрмәйәсәктәр, имеш, тигән хәбәр бар. Һалдаттар өсөн был хәбәр ҡыуаныслы. Новиков мәсьәләне бөтөнләй башҡа төрлө ҡуя:
-
Етер инде, иптәштәр, хәҙер һуғышырға ярамай. Мин һеҙҙе бер үлемдән ҡотҡарҙым. Гел генә улай ҡотолоп булмаҫ, — ти. Ысынлап та, был һуғышта иптәштәрҙе үлемдән Новиков ҡотҡарған. Һөжүм ваҡытында бөтә телефон сыбыҡтары өҙөлгән, штабтар менән хәбәр алышыу мөмкин булмаған. Шул линияларҙы күҙәтеү өсөн, телефонистарға ярҙам итеү өсөн Но- виковты ебәрергә булғандар. Шул һылтау менән Новиков бөтә иптәштәрҙе һуғыш линияһынан үҙе менән артҡа алып киткән. Мин, аҙашып, тороп ҡалғанмын. Улар һуғыш баҫылғансы, артта, блиндаж эсендә ултырғандар. Иптәштәрҙең барыһы ла иҫән- һау ҡотолғандар. Шул арҡала иптәштәр Новиковҡа «Христос спаситель» тип исем дә ҡушып өлгөргәндәр. Хәҙер Новиков иптәштәр араһында үҙен етәксе итеп хис итә. Шуға күрә ул хәҙер күберәк аҡыл бирергә, юлдар күрһәтергә ярата, беҙ ҙә уны ҡаршылыҡһыҙ тыңлайбыҙ.
Беҙ бер аҙна ғына ял итеп ҡалдыҡ. Беҙгә өҫтәмә ғәскәр килде. Улар ҡарт ополчиндар, новобранеңтар, еңел яраланып лазареттан сыҡҡан фронтовиктар, ҡалаларҙа, новобранеңтар өйрәтеп, һуғышҡа килмәй ятҡан кадровой унтер-офицерҙарҙан
139
торалар. Уларҙың килеүе беҙҙең башҡа бәлә ине. Шулар менән беҙҙе һөр көн стройға, занятиеға сығара башланылар. һуғыш- тан сыҡҡан, яралары төҙәлеп, лазареттан килгән һалдаттарға был эш бер ҙә оҡшаманы. Етмәһә, теге яңы килгән унтер-офи- ңерҙар, новобранецтарға ҡуйған дисциплинаны ҡуйып маташалар. Эҙ генә бәйләнһәң, рота командирына жаловать итәләр, дисциплинаны боҙған өсөн беҙгә наказание бирҙереү сараһын күрәләр; үҙҙәре алдында честь алып һөйләргә ҡушалар. Хәҙер былар беҙҙең өсөн ят, беҙҙең өсөн күптән онотолған әкиәттәр.
Яңы килгән унтер-офицерҙар менән беҙҙең арала булған был тартыштар һөҙөмтәһеҙ үтмәне. Бер тапҡыр яраланып, яңынан фронтҡа килгән ҡарт һалдат Андреев менән бер унтер-офицер араһында ваҡиға Андреевтың үлеме менән бөттө.
Андреев ике көн занятиеға сыҡмаған; яңы килгән унтер- офицер уға бәйләнгән, наряд биреп маташҡан. Рота командирына доложить иткән. Бер уңайлы моментта Андреев теге унтер-офицерҙы тотҡан да биттәрен ҡанға туҙҙырғансы туҡмаған. Андреевҡа ярҙамға башҡа һалдаттар ҙа килгәндәр. Шул арҡала башҡа бер унтер-офицер ҙа эләккән. Ләкин ул ҡасып ҡотолған. Командирға хәбәр иткән. Андреевтың был эшенә политик төҫ биргәндәр, һалдаттар араһында восстание яһарға теләгән тип, полевой судҡа бирҙеләр. Полевой суд Андреевты атырға ҡарар сығарҙы. Был ҡарар һалдаттар араһында төрән һәм ауыр тәьҫир тыуҙырҙы. Бер нисә взводҡа Андреев тураһында булған хөкөмдө еренә еткереү, атыу өсөн приказ булһа ла, улар үтәмәнеләр, баш тарттылар. Аҙағында казачий эскадрон кешеләре килеп, Андреевты атып киттеләр. Шул Андреев ваҡиғаһынан һуң ҡарт һалдаттарҙы стройҙан алдылар, беҙҙе ағас ҡырҡырға, юлдар, күперҙәр төҙәтергә йөрөтә башланылар. Ләкин ул саралар ғына ҡарт һалдаттар менән унтер-офицер араһында тыуған дошманлыҡҡа сик ҡуйманы. Бер төн урман эсендә ике унтер-офицерҙы үлтереп ташланылар. Ул турала допрос, тикшереү-фәлән булманы. Тауыш-тынһыҙ ғына күмделәр.
Эгәр ҙә немец ғәскәре беҙҙең фронтты өҙөп, беҙҙең ғәскәр артҡа сикмәһә, ул көрәш һаман дауам иткән булыр ине, шул арҡала әхүөл ҡапыл үҙгәреп китте. Полкты роталарға, батальондарға бүлеп, бөтәбеҙҙең дә ҡулдарыбыҙға салғылар биреп, баҫыуҙарға тараттылар. Урожай дошман ҡулына ҡалмаһын өсөн, крәҫтиәндәрҙең яңы баш ҡоҫорға яҡынлашҡан ашлыҡтарын сабырға приказ булды. Салғы күтәргән һалдаттар алдында теге унтер-офицерҙар йомшарҙылар, тауыштарын күтәрмәй башланылар. Үләндән түбән, һыуҙан әкрен булдылар. Сөнки һалдаттар крәҫтиәндең өлгөрмәгән ашлығын сабыу өсөн теләп килмәйҙәр. Сапҡанда ла теләп сапмайҙар. Берәр покос сығалар ҙа:
-
Был яғы үҙҙәренә ашарына ҡалһын инде, иптәштәр, сапмайыҡ, — тип бер-береһен өгөтләргә башлайҙар.
140
Беҙҙең Байгужа менән Буранбай бер покос ер сыҡманылар. Салғыларынан күләгә ҡороп, шуның аҫтында тәмәке тартып яттылар. Ә Новиковҡа көн тыуҙы. Ул көнө буйы һүгенә, һуғышын да, батшаһын да, крәҫтиәнен дә һүгә:
-
Поляк крәҫтиәндәре — һарыҡ. Береһе лә баҫыуҙарына күҫәк күтәреп сыҡмайҙар, өйҙәрендә илап ултыралар. Улар күтәрелеп сыҡһалар, билләһи, еңерҙәр ине. Уларға бер һалдат та ҡаршы тормаҫ ине. Беҙ бит үҙебеҙҙең атайҙарыбыҙҙың ашлыҡтарын һәләк итәбеҙ. Беҙ салғылар менән үҙ муйыныбыҙҙы үҙебеҙ һуябыҙ бит. Беләһегеҙме, иптәштәр?
Ҡарт һалдаттар Новиков һүҙенә ҡушылалар. Новобранеңтар шым ғына тыңлайҙар. Унтер-офицерҙар ишетмәмешкә һалышалар. Калдаттар араһында шундай һүҙҙәр барғанда, ситкәрәк китеп тәмәке тарта башлайҙар.
Кис ҡырын ауылға ҡунырға килдек. Бер ҡарт поляк крәҫтиәне урамда, күҙенә ҡулын ҡуйып, беҙгә ҡарап ултыра. Беҙҙең яурындағы салғыларҙы ҡарап:
-
Беҙгә бер ҙә ашарға ҡалдырмайһыҙмы ни? Барыһын да сабып китәһегеҙме ни? — тип ҡалтырауыҡлы тауыш менән һорау бирҙе. Күҙенән ҡулын алып, беҙҙән яуап көтә башланы. Новиков, уның алдына туҡтап, тәмәке төрөп:
-
Барыһын да бөтөрәбеҙ. Хәҙер бына үҙегеҙҙе сабырға килдек, — тине. Бабайға көлөп ҡараны. Бабай әкрен генә тауыш менән:
-
Дөрөҫ әйтәһең, һалдат. Былай булғас, үҙебеҙҙе лә сабырға кәрәк. Асҡа аҙапланып үлгәнсе, былай үлеү еңелерәк булыр, — тине ҡарт, Новиков эргәһендә торманы, тәнтерәкләп өйөнә табан атланы. Уның кәүҙәһе һелкенә, иҫерек кеше кеүек алпан- толпан килә, ул илап бара ине.
Ул кис Байғужа, Буранбай, мин — өсәү бер өйҙә ҡундыҡ. Байғужа төнө менән шул ашлыҡ сабыу тураһында баш ватты:
-
Ысынлап та, ҡарт дөрөҫ әйтә бит, әй... крәҫтиәндең игенен сапҡансы, үҙен сапҡан яҡшыраҡ ул. Ашлыҡ немецтарға ҡала тип ҡурҡалар — ҡалһын! Крәҫтиәне лә шунда ҡала бит уның. Унда ҡала торған крәҫтиәндең ни ғәйебе бар. Батша һуғыша тип, улар асҡа үлергә тейешме ни? Иллә-мәгәр был офицер, генерал халҡы крәҫтиәнде аңламай инде. Мин был эштәренә һис риза түгелмен. Ошо һалдаттар берләшеп, ул сво- лочтарҙың үҙҙәрен сабырға ине. Теге унтер-офицер килмәне. Әгәр ҙә бәйләнһә, билләһи, сабып үлтерә инем. Ниҙән ҡурҡыр- ға. Киткән баш киткән инде...
Аҙ һөйләй торған, күп ваҡыт тыңлаған Байғужабыҙ бөгөн йөрәкләнгән, ярһыған. Бөгөн уның һүҙе бөтмәй, йоҡларға ятҡас та, бик оҙаҡ һөйләнде. Йоҡлар алда беҙҙе тәмәке тартырға торғоҙҙо. Тәмәке һылтауы менән тағы һүҙгә-һүҙ ялғанды. Бөтә донъяһын, һуғышын, офицерын, генералын — барын- барын ләғнәтләне. Беҙ йоҡларға ятҡас та, ул бик оҙаҡ ахылдап йоҡлай алмай ятты.
141
Мин тәмле йоҡоға киткәнмен. Байғужа мине уятты:
-
Тор әле, Булат.
-
Ниңә уятаһың, тағы? Бөгөн һиңә ни булды?
-
Киңә генә һөйләй торған һүҙҙәрем бар.
-
Иртәгә һөйләрһең әле, йоҡларға кәрәк! — Мин, әйләнеп, шинелгә төрөнөп яттым. Ул мине күтәреп алдына ятҡырҙы ла тоҡандырған тәмәкеһен минең ауыҙға ҡаптырҙы:
-
Тәмәке тарт, йоҡоң асылыр. Әйтәм бит, һиңә генә һөйләй торған һүҙҙәрем бар.
-
Йә, нимә бар һуң? Ьөйлә!.. — Мин иренеп кенә бик ауыр тороп ултырҙым. Йоҡо баҫҡан күҙҙәр йомолалар, уларҙы асыр- га тырышып, тәмәке һура башланым. Байғужа үҙенә яһап маташа, шул ваҡыт әкрен генә һөйләй:
-
Ышанырһыңмы, юҡмы, мин бер ҙур эш эшләнем бит.
-
Йә, ни эшләнең?
-
Әйтмә инде, әй... Уйламаған бер эш эшләп ташланым бит. Ул эште ошо көнгә тиклем бер кемгә лә әйтмәнем. Бына башлап һиңә генә әйтәм.
-
Йә, һөйлә инде!.. Ниндәй эш һуң ул?
Байғужа тирә-яғына ҡаранды. Ауыҙын минең ҡолаҡ эргәһенә килтерҙе, айырым бер кисереш менән:
-
Беләһеңме, мин кеше үлтерҙем бит.
-
Кеше үлтерҙең?
Байғужа минең ауыҙҙы баҫты, беләктән ҡыҫып тотто.
-
Сеү, шаулама! — тине. Байғужаның был һүҙенә минең йоҡо асылды. Ҡаты итеп тәмәке һурҙым да, төпсөгөн иҙәнгә ырғытып, Байғужаның һүҙен тыңларға башланым:
-
Йә, кемде? Ҡасан?
-
Теге унтер-офицерҙарҙы.
-
Кем менән?
-
Бер үҙем.
-
Бер үҙең булмаҫ, булмаҫ!
-
Әйтәм бит, билләһи, бер үҙем.
-
Икеһен дәме?
-
Эйе, эйе, икеһен дә, билләһи, шулай.
-
Юҡ, ышанмайым. Ьин әллә төш күреп уяндыңмы? Әллә һаташаһыңмы?
-
Әйттем бит, ышанмаҫһығыҙ, тинем бит, бына, улай булһа, бөтәһен дә һөйләп бирәйем. Ул шулай булып сыҡты инде...
Байғужа ул минут миңә нормаль түгел кеше кеүек тойолдо. Мин уны беренсе тапҡыр шул хәлдә күрәм. Ул бөгөн күп һөйләй, унан һуң күңел ышанмаҫлыҡ хәбәрҙәр һөйләй. Мин уйлайым. Бының һүҙе ни менән бөтөр икән, тим. Әллә ауырый микән тип, белдермәҫтән генә ҡулдарын тотоп ҡарайым, ҡыҙыу түгел, нормаль кеүек күренә, ләкин ҡулдары ҡалтырай. Ул ҡалтырау уның эске кисерештәренән ине. Ул бик ауыр көрһөндө:
142
-
Мин үҙем дә уйламағайным. Көтмәгәндә булды инде. Кис менән балта күтәреп урмандан ҡайтып килә ятҡанда, ҡараңғы төшкән саҡта, әлеге яңы килгән ике унтер-офицер урман эргәһендә һөйләшеп ултыралар. Мин балтаны яурынға һалған килеш туҡтап ҡалдым, улар мине һиҙмәнеләр. Улар теге атылған Андреев тураһында һөйләшәләр. Шуны ишеткәс, минең йөрәгемә асыу тулды. Андреев мәрхүмдең үлер алдындағы һүҙҙәре иҫкә төштө. «Әллә ошоларҙы үлтерәйемме?» тигән уй башҡа килде. Балта күтәреп үтһәм дә, шикләнерҙәр кеүек тойолдо. Мин һаман шул урында баҫып ҡалдым. Улар һаман һөйләшәләр. Тоҡтомалға йөрәк ҡабарҙы, тулҡынланды. «Юғалған баш юғалған, үлтерәйем шуларҙы», — тинем. Береһенең башына балта менән бирҙем. Ул бер генә «эһ!» тине, тауышһыҙ юғалды. Икенсеһе ҡуҙғалғансы, уның елкәһенә бирҙем. Ул бөкрәйеп төштө. Икеһенең дә тауышы юҡ. Мин шикләндем. Былар юрамал ятмайҙармы икән, тип уйлайым. Икеһенең дә башына ауыр балта түтәһе менән берәр генә бирҙем дә кире артҡа йүгерҙем. Бик оҙаҡ урман араһында тыңлап яттым. Шау-шыу ишетелмәне. Кис бер кеше менән һөйләшмәй йоҡларға яттым. Йоҡлау ҡайҙа ул. Таң атҡансы күҙемде йомманым инде. Иртәгеһенә тегеләрҙең үлтерелеү хәбәре ишетелгәс, мине килеп тоторҙар инде, тип минут, сәғәт һайын көттөм. Неҙгә әйтергә ҡыйманым. Уларҙы күмгәс кенә, бер аҙ тынысландым. Мин уйлайым, моғайын, һиҙмәнеләр, тимен, ләкин күңелдә шик бөтмәй. Әле ашлыҡ сапҡан ваҡытта юрамал эшләмәнем, шулар менән бәйләнергә теләнем. Бәхеттәренә ҡаршы, береһе лә килеп бәйләнмәне. Эгәр ҙә бәйләнһәләр, билләһи, береһен салғы менән саба инем. Бер йөрәк ҡоторһа, ҡотора икән ул, әй. Мин быға тиклем үҙ ҡулым менән себен дә үлтергән кеше түгел бит!
Ул ҡабаланып тағы ла тәмәке төрҙө. Күҙен бүлеп, тәмәке төтөнөн ҡабалана-ҡабалана һура башланы. Үҙенең эше тураһында ул минең фекерҙе көттө, буғай, мин уга ҡапыл ғына бер һүҙ ҙә әйтмәнем, Байғужаның унтерҙар үлтереү картинаһын яңынан күҙ алдынан кисереп ултыра инем, ул ҡарлыҡҡан тауыш менән:
-
Уйламағанда шулай булды бит, әй!.. — Миңә тәмәке ҡағыҙы һуҙҙы. Мин, артыҡ уйламаҫтан-нитмәҫтән:
-
Ниңә, бик яҡшы булған. Шул арҡала беҙҙе занятиенан ҡотҡарҙылар бит, — тинем. Минең был эшкә булған еңел ҡарашым ундағы ауыр настроениеға еңеллек бирҙе, буғай, ул, һарыҡ йүткергән һымаҡ итеп, теләр-теләмәҫ өҙөк кенә итеп бер көлдө лә үҙ алдына үҙе һүгенергә тотондо. Ул һүгенгәндә, мин өндәшмәй генә тәмәке төрҙөм. Ул һүгенеүен былай бөтөрҙө:
-
Улар беҙҙе меңәрләп үлтерәләр бит. Эгәр ҙә шуларҙың бер полковнигын атып үлтерһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем. Нимәкәй беҙгә, барыбер үлем бит! Шулай түгелме?
143
Минең йоҡо асылды. Байғужаның рухында был үҙгәреш мине аптырашта ҡалдырҙы. Мин уның был әшенә ни тип тә нарыҡ бирә алманым. Бигерәк тә тымыҙыҡ ҡына, баҫалҡы, йыуаш ҡына Байғужа тарафынан шундай бер әштең эшләнеүе, уның шып-шыма бөтөүе мине ғәжәпкә ҡалдырҙы. Аптырағас:
-
Байғужа, һин ысынды һөйләйһеңме? Ошо ваҡиға ысынлап та булдымы? Шуның барыһын да үҙең генә әшләнеңме? — тип яңынан һорауҙар бирҙем. Ул тағы өҙөк кенә көлдө лә:
-
Төндә, һине йоҡоңдан уятып, алдап ултыра тип беләһеңме әллә? Үҙемдең яҡыным итеп кенә һиңә һөйләйем бит. Бына Буранбай йоҡлап ята, уға ла һөйләгәнем юҡ, — тип үпкәле тауыш менән һүҙен бөтөрҙө. Мин, уның рухын күтәреү өсөн:
-
Бир ҡулыңды! Әгәр шуны эшләһәң, молодец! Уларға минең дә ҡаным көйгәйне, молодец! — тип ҡулын ҡыҫтым. Байғужа минән шуны ғына көткән кеүек күтәрелеп китте. Күтәренке тауыш менән:
-
Ҡуй инде, әй. Себергә китерлек эш эшләнем инде, әй... Но үҙем дә ҡурҡҡайным, ярай әле осо сыҡманы. Беләһеңме, мин тегеләрҙе үлтергән балтаны ергә күмеп ҡалдырҙым, — тип бик ҡаты көлдө. Баш аҫтынан алып салбарын кейә башланы. Үҙенең ғәҙәте буйынса өҙөк-өҙөк итеп һөйләнеп, итектәрен алды. Мин:
-
Ҡайҙа бараһың? — тип ҡырҡыу һорау ҡуйҙым. Ул ашыҡмай ғына:
-
Мин бер урында бик яҡшы нәмәләр күрҙем. Иртәгә ашлыҡ сабырға барабыҙ. Мин һеҙҙе бик шәп итеп һыйлайым әле. Таң яҡтырмаҫ борон барып килергә кәрәк, — тине. Буранбайҙы уятты. Ул йоҡо аралаш, кирелеп һуҙылып, һүгенеп маташты. Байғужа уның капризына ҡараманы, ботонан һөйрәп торғоҙҙо. Буранбай, күҙҙәрен ыуып:
-
Йә, ни бар? Ниңә уятаһың? — тип тороп ултырҙы. Байғужа уға ҡайҙа, ниңә барыуҙы һөйләп торманы:
-
Таң ата, әйҙә, тиҙерәк барайыҡ, — тине. Буранбай һис ҡаршылыҡһыҙ кейенә башланы. Күрәһең, уларҙың төнгө пландары көндөҙҙән уйланып ҡуйылған, мин дә һорашманым, улар сығып киттеләр. Мин, яңғыҙ ҡалып, Байғужа тураһында оҙаҡ уйландым. Таң яҡтыра башланы. Мин йоҡоға киткәнмен.
Мин уянғанда, ҡояш шаҡтай күтәрелгәйне. Новиков, Индрил, Байғужа, өсәүләп, шаулашып һөйләшәләр, тәмәке тарталар ине, мин тора башлағас:
-
Барин, завтрак әҙер, рәхим итеп кейенегеҙ! — тип көлдөләр. Шаяра башланылар. Минең алға сығыр өсөн көршәк килтерҙеләр. Береһе кружка менән һыу, таҫтамал, һабын тотоп килеп алға баҫты. Индрил бармағы менән сәсте тарарға тотондо. Новиков минең итектәрҙе, шинелде алып таҙарта башлаған булды. Миңә төрлө сюрприз яһай башланылар. Быларҙың барыһы ла мин йоҡлаған саҡта эшләнгән план буйынса башҡарыла
144
ине. Башта мин ҡарышып маташтым, улар ихтыяр бирмәнеләр; һуңынан ҡарышманым. Улар әйткәндең бөтәһен дә эшләнем. Мин йыуынып, кейенеп бөткәс, ҡултыҡлап һарайға алып барҙылар. Унда төтөн сыға, бик тәмле аш еҫтәре танауға бәрелә, шул төтөндәр араһында Буранбай, еңдәрен һыҙғанып, эшләп йөрөп ята. Беҙ һарайға ингәс, Новиков бик күтәренке оратор тауышы менән:
-
Быларҙың бөтәһе лә һинең һуғыштан иҫән-һау ҡайтыу хөрмәтенә эшләнә, был беҙҙең тарафтан һиңә эшләнгән бик кескәй генә хөрмәт, — тине. Иптәштәр «ура» ҡысҡырҙылар, шаулашып көлөшә башланылар, мине, күтәреп, ҡулдарында сөйҙөләр. Быларҙың барыһы ла юрамал эшләнһә лә, минең өсөн бик күңелле булды, үҙемде яҡын иптәштәрем араһында һиҙҙем. Новиков мине ҡайнап ултырған силәк эргәһенә алып барҙы. Ҡуңысынан ҙур ҡашығын алып силәккә тығып, ҙур киҫәк ит һәм бер тауыҡты алып күрһәтте. Тағы силәк эргәһендәге ике котелокка экскурсия яһаныҡ, уларҙың береһендә сусҡа майында бутҡа бешә, береһендә сусҡа майында картуф жарить ителә. Шуларҙы ҡарап сыҡҡас, Новиков:
-
Бөгөн офицерский обед ашаясаҡбыҙ. Быларҙың бөтәһе лә Байғужа менән Буранбайҙың хеҙмәте. Э бына быныһы минең хеҙмәт! — тип һарайҙағы йәшник артынан сирек менән ҡыҙыл араҡы сығарҙы, мин аптырап ҡалдым. Быларҙың барыһы ла минән башҡа, миңә әйтелмәй эшләнгәндәр. Минең аптыраш эсендә ҡалыуыма шарҡылдашып көлдөләр ҙә бындагы аҙыҡтарҙың, араҡыларҙың тарихтарын һөйләй башланылар. Байғужа менән Буранбай, офицерский кухня өсөн килтерелгән кухня складына барып, ярты һарыҡ ите, бер тауыҡ, ярма, консервалар, сусҡа майҙары урлап алып ҡайтҡандар. Ул бер крәҫтиән һарайында булған, улар түбәнән төшөп алғандар. Был аҙыҡтарҙың бөтәһе лә бешерелгән. Тағы ла бешереү өсөн ҡалдырғандар. Ә Новиков, еврейҙар араһына барып, ҡайҙандыр, ниндәй юл менәндер, бер сирек ҡыҙыл араҡы табып килгән. Индрилдың да бер флакон одеколоны йөрөй икән. Ул да строй- ға инде. Ҡыҙыл араҡыны көсәйтеү өсөн сирек эсенә ҡойолдо.
Беҙҙең батальон бөгөн эшкә сыҡманы. Беҙҙең дивизияны икенсе фронтҡа оҙаталар, имеш, тигән хәбәр бар. Бөтә һылтау бергә тура килде.
Беҙ ул көн бөтә донъяны оноттоҡ. Аҡылдан шашып эстек. Бөтә закускаларҙы ашап бөттөк. Карайға һыйманыҡ. Йырлашып, ҡосаҡлашып яланға, урман араһына сығып йөрөнөк, бөтә донъяһын һүктек. Яңынан ауылға ҡайтып, бер гармунсы алып килдек. Уны уйнатып бейештек. Беҙҙең шау-шыуға һалдаттар килделәр, ауылдағы крәҫтиән, егет, ҡыҙҙар йыйылдылар. Бейеү, йырлау китте. Беҙ башлаған мәжлес общий уйынға, күңел асыу кисенә әүерелде. Беҙ ул көн ҡайһыбыҙ ҡайҙа, ҡалай ятҡанды белмәнек, иртә менән торғанда барыбыҙ ҙа һарайҙа, һа-
145
лам өҫтөндә, кейемдәребеҙ менән ята инек. Эгәр ҙә батальонға, дивизия штабына ҡайтырға приказ булмаһа, һаман да ятҡан булыр инек. Барыбыҙ ҙа, ауыртҡан баштар, ауырыған, ватылған кәүҙәләр менән тороп, һүҙһеҙ-ниһеҙ генә йыйынып стройға киттек. Кисә үткәргән күңелле мәжлестең матур иҫтәлектәре бөгөн башта юҡ, улар похмель менән томаланғайнылар.
УН АЛТЫНСЫ БҮЛЕК
Дивизия менән походҡа сығыу алдынан, Новиков штабтан ҡулына хат тотоп йүгереп ҡайтты. Ауыҙы йырылған, һулыштары ҡыҫылған: «Булат! Булат, бейе, бейе, билләһи, бейе! Эгәр бейемәһәң, билләһи, туҡмайым, әйтәм бит, билләһи, туҡмайым!» — тип, минең ҡулдан тотоп, һөйрәп йөрөтә башланы. Индрил таҡмаҡ әйтте, мин, бер-ике әйләнеп, бейеп алдым. Новиковтың ауыҙынан һүҙ көтә башланым. Ул, минең ҡулдан тартып, үҙ эргәһенә яҡын килтерҙе лә йыртылған хаттың конвертын күрһәтте:
-
Күрәһеңме, был хат кемдән? Женя, Ирочкаларҙан. Тағы бейе, шайтан алғыры! Онотмағандар бит! — Мине ҡырғараҡ алып китте. Йәшел үләнгә баҫып уҡый башланыҡ. Новиков уҡый, мин тыңлайым, йотолоп тыңлайым. Ул бер һөйләмен уҡый ҙа:
-
Ишетәһеңме, ни әйтәләр бит! — тип, бармағын күтәреп, көлөп ҡуя. Беҙ ул хатты бер нисә тапҡыр уҡыныҡ. Уҡыған һайын шатлығыбыҙҙан күтәрелдек. Ҡулдарыбыҙҙы ҡыҫтыҡ. Ләкин хаттың аҙаҡ яғы беҙҙең өсөн күңелһеҙ. Фронт яҡынлау сәбәпле, приют эвакуацияға әҙерләнә, шул сәбәпле адрестарын күрһәтмәйҙәр һәм яуап яҙыуҙы ла тейешле тапмайҙар, барып урынлашыу менән, яңы адрес менән хат яҙырға уйлайҙар. Ләкин уның да бик насар яғы бар. Был хат беҙгә әлеге интендантство адресы менән килеп, шунан беҙҙең полк штабына ебәрелгән. Һәр ваҡыт беҙгә Ирочкалар хат ебәреп тормаҫ бит. Икәүләп үкенәбеҙ, шулай ҙа полк адресын күрһәтеү өсөн генә булһа ла хат яҙырға уйлайбыҙ. Ләкин ҡалай итеп яҙырға беҙҙең баш етмәй. Уларҙың матур яҙылған хаттарына ҡаршы матур яуап яҙырға кәрәк. Новиковтың грамотаһы уртаса, мин рус телен яҡшылап белмәйем, белгән тиклемен дә дөрөҫ яҙа алмайым. Беҙ ул турала баш вата башланыҡ. Аҙағында Индрил- дан яҙҙырырға тигән ҡарарға килдек. Новиков хатты тағы ла уҡый, уҡыған һайын:
-
Күгәрсендәрем, ниндәй матур яҙалар бит. Ундай матур һүҙҙәрҙе ҡайҙан һайлағандар? Хәйер, культура шул, культура...
Ысынлап та, ул хат уҡып туйғыһыҙ матур яҙылған, былай башлап киткәндәр:
146
«Һөйөклөләребеҙ Сережа һәм Булат! Һеҙҙең менән бергә үткәргән төндө беҙ онотҡан тип уйлайһығыҙҙыр, юҡ. Беҙ шуның менән йәшәйбеҙ. Беҙ шул турала уйлайбыҙ, шул турала йырлайбыҙ, шул турала илайбыҙ. Йәштән бәхетһеҙ булып тыуған кешеләрҙең мөхәббәттәре лә бәхетһеҙлек менән бөтә, тип уйлайбыҙ. Беҙ һеҙҙе көттөк, килер тип көттөк. Ләкин көтөүҙәребеҙ бушҡа сыҡты. Хат көттөк, адресыбыҙҙы бирергә онотҡаныбыҙҙы хәтерләп, унан өмөт киҫтек. Бына бөгөн икәүләшеп күҙ йәштәре менән һеҙгә хат яҙабыҙ. Тапшырылырмы, юҡмы, уға ла ышанысыбыҙ тулы түгел. Шулай ҙа, хат яҙғас, бер аҙ йөрәк баҫыла, күңел тыныслана, бәлки, хат барыр, бәлки, алып уҡырҙар, тигән өмөт тыуа. О, әгәр ҙә беҙҙең хатты һеҙ уҡығанды белһәк, беҙ нисек шатланыр инек! Әгәр ҙә уға ҡаршы һеҙҙән хат килһә, беҙ шатлығыбыҙҙан ҡанатланып осор инек. Һәр ваҡыт төшкә инәһегеҙ. Күңелһеҙ, бойоҡ булып төшкә инәһегеҙ. Иртә менән торабыҙ ҙа: «Үлделәрме икән әллә?» — тибеҙ. Үҙебеҙҙең шул һүҙҙәребеҙҙән ҡурҡабыҙ ҙа, ҡолаҡтарҙы ҡаплап: «Юҡ, юҡ, үлмәгәндәр!» — тип күңелебеҙҙе йыуатабыҙ. О, әгәр белһәгеҙ ине, беҙ һеҙҙең өсөн нимәләр эшләнек! Беҙ икегеҙгә бик матур итеп, бөтә оҫталығыбыҙҙы һалып, тәмәке өсөн кисет әҙерләнек, иң матур сигештәр менән нағышлап, ҡулъяулыҡтар эшләнек. Яғаларын, еңдәрен, итәктәрен нағышлап, һеҙгә берәр күлдәк тә тектек. Беҙ уларҙы һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерле бүләк итеп һаҡлайбыҙ. Сөнки беҙ уларҙың һәр бер нағышына айырым күңел һалдыҡ, ептәрен, төҫтәрен, биҙәктәрен һайланыҡ, һеҙҙең матур, нескә күңелдәрегеҙҙе шунда сағылдырырға тырыштыҡ. Шул арҡала приют өсөн дә яҡшы нағыштар бирҙек, ҡыҙҙар араһында беренселекте алдыҡ. Ләкин һеҙ булмағас, уларҙың барыһы ла бушҡа торалар. Беҙ шуларға ҡарайбыҙ ҙа, һеҙҙе иҫкә алып, күҙ йәштәрен түгәбеҙ. Шуларҙың эсендә һеҙҙе күрһәк ине, тибеҙ. Ә һеҙ әллә ҡайҙа, ҡандар эсендә йөрөйһөгөҙ. Беҙ һеҙҙең өсөн бөтә һуғышты, һуғыш асҡан батшаларҙы ҡарғайбыҙ, ләғнәтләйбеҙ. Шулар тонсоҡһондар ине, тибеҙ. Хатта ул турала беҙ үҙебеҙҙең начальниктарҙан да шелтә алдыҡ. Беҙҙе саҡырып тәүбә иттерҙеләр. О, белһәгеҙ ине, ниҙәр генә булып бөтмәне! Беҙ география уҡығанда картала Рәсәй һыҙығын немецтар алған ерҙән күрһәткән өсөн, беҙҙең приюттың побы беҙҙе шул тиклем ҡыҙҙырҙы, сәстәрҙе йолҡа яҙҙы. Беҙ, белмәмешкә һалышып, ғәфү үтенгән булдыҡ. Әле лә иптәштәр беҙҙән көләләр. Бына беҙҙең ваҡыт шулай үтә. Һеҙ булмағас, күңелһеҙ, күңелһеҙ!.. Ҡасан һуғыш бөтөр. Ҡасан һеҙҙе иҫән-һау күрербеҙ! Беҙҙең бөтә теләк шул...»
Хатты бер нисә тапҡыр уҡып сыҡҡас, Новиков йәшел үләнгә салҡан төшөп ятып, күккә ҡарап бик оҙаҡ уйланды. Мин хаттан алған көслө тәьҫир аҫтында, тубығымды тотоп, ал-
147
дыма ҡарап, шуларҙы күңелдән ҡабатлап ултырҙым. Новиков ҡапыл ҡуҙгалып торҙо ла ергә тубыҡланып ултырҙы. Ораторҙарса ҡулын болғап һөйләй башланы:
-
Барыһы ла дөрөҫ! Был һуғыш беҙҙе йәшәтеү өсөн түгел, беҙҙе үлтереү өсөн яһалған. һиҙәһеңме, беҙҙең фәрештәләр ҙә дөрөҫ аңлағандар? Ниңә беҙгә ҡан түгергә? Ниңә беҙгә йәштән генә ҡорбан булырға? Шайтаныма кәрәкме ни ул? Беҙ яңы тормош күреү өсөн ашҡынабыҙ, ә улар беҙҙе үлемгә ҡыуалар! Беҙ үлгәс, ул һуғыштың беҙгә ни кәрәге бар? Беҙгә ерҙең ни кәрәге бар? Беҙгә бер аршын ер етә бит. Юҡ, юҡ, үлергә ярамай, һуғышырға ярамай!.. Ни өсөн һуғышырға? Ни өсөн?..
Һуңғы һүҙҙәр Новиковтың йөрәгенән айырым ялҡынлы сыҡтылар. Шул уңайға ул тороп китте, кеҫәһенә хатты һалды ла:
-
Әйҙә, китәбеҙ! — тине. Беҙ иптәштәр эргәһенә килдек. Улар, кухнянан обед алып килеп, беҙҙе ашарға көтәләр ине. Беҙ өндәшмәй генә ашарға ултырҙыҡ. Ашап бөткәс, Индрил ҡашығын һөртөп ҡуңысына тыҡты ла Новиков менән минән көлә башланы:
—г Ҡыҙҙарҙан килгән хатты һеҙгә уҡыу бик ауыр булды, буғай? Бик ауыр кисергәнһегеҙ кеүек тойола? Һәр икегеҙгә бик етди төҫ ингән. Әллә көлөп яҙғандармы, әллә илап яҙғандармы? — тине. Новиковтың фуражкаһын күтәреп, күҙенә ҡараны. Новиков көлөмһөрәне, үҙенең эсендәге тулҡынын белдермәҫкә тырышты. Ул, төҫөн ҡапыл етдиләндереп:
-
Мин шундай фекергә килдем. Һуғышмаҫҡа кәрәк! — тине. Индрил, тағы ла көлөп:
-
Ҡыҙҙар саҡырып, хат яҙып торғанда, ни эшләп һуғышып йөрөргә кәрәк? Дөрөҫ әйтәһең, Новиков, дөрөҫ!.. — тип арҡаһына һуҡты. Новиков үҙенең етди һүҙенең хатҡа бәйләп, уйынға һабыштырылыуын һиҙеп алды. Һуғыш темаһындағы һүҙен икенсегә бороп ебәрҙе:
-
Беҙ походҡа сығабыҙ. Теге аҙыҡтарҙы ни эшләтәбеҙ? Уны ҡайҙа бешерербеҙ? — тине. Байгужаға ҡараны. Байғужаға һүҙ бирелдеме, ул үҙенекен һөйләй башлай, уларҙың ҡайҙа, нисек һалынғандарын, кемдәрҙә булыуын һанап сыға һәм уларҙың ҡолаҡтарына нисек һаҡларға кәрәклекте индереп ҡуя. Бешереү мәсьәләһенә килгәндә, һүҙҙе Индрил ала. Сөнки ул дөрләп янған утҡа, ҡайнаған һыуға ҡарап ултырырға ярата. Әгәр ҙә ул усаҡ алдына килһә, үҙенең бөтә ҡайғыларын онота. Хатта ул, аш бешкәндән һуң ҡалған утты, янып бөтмәгән утындарҙы рәтләп, өйөп, күмерҙәрен бер урынға йыйып, яндырып бөтөрөп ҡуя. Хатта ул тәмәке тоҡандырған шырпыһын да ҡапыл ғына ташламай, ул уны, ҡулында яндырып бөтөрөп, күмергә ҡалғас ҡына ырғыта. Шуның өсөн беҙ уға «ут Аллаһы» тип исем ҡушҡанбыҙ. Ләкин Новиков менән беҙҙең башта теге хат тәьҫире шаулай, Новиковтың хужалыҡ тураһындағы һүҙҙәре Индрил тарафынан көлкөгә һабыштырылған һүҙҙе
148
ҡаплау өсөн генә әйтелеүен мин бик яҡшы аңлай инем. Шуның өҫтәүенә башҡаларға йәшерен булған Байғужа ваҡиғаһы минең башта яна. Хәҙер Байғужа миңә әкиәт геройы һымаҡ күренә башланы. Уның фажиғәле төндәге бөтә кисерештәрен күҙ алдына килтерәм. Шунан һуң мин уның йыуаш, хәрәкәтһеҙ йөҙөнә ҡарап алам да шул кешенән шундай эштәрҙең башҡарылыуына ғәжәпләнәм. Мин, хәҙер барыһын да баштан сығарып, шул ике тәьҫир эсендә йәшәйем. Ул ваҡиғаның икеһе лә бер-береһенә логик яҡтан бәйләнәләр. Ирочкаларҙың хаттары һуғышҡа бәйләнеп бөтһә, Байғужаның ваҡиғаһы ла, Андреевтың атылыуынан тыуған тәьҫирҙән башлап, унтер-офицерҙарҙы үлтереү менән бөтә. Икеһе лә ҡанлы һуғыш арҡыры тыуған трагедиялы күренештәр, икеһе лә ҡанлы һуғышҡа ҡаршы ташланған йөрәк протестары...
Беҙҙең дивизия кис ҡырын походҡа ҡуҙғалды. Фронт буйында күмәк ғәскәрҙең хәрәкәте ярамай, ғәҙәт буйынса, ундай походтар кис менән булалар. Киске һауа тын. Уртаса аҙымдар менән баш юлдан барабыҙ. Ьауа аяҙ, уң яҡтан урман артынан ай ҡалҡа, ҡараңғы төшә башлау менән, беренсе йондоҙҙар күренәләр. Шуларға ҡарап барһаң, аяҡтарҙың арығандары һиҙелмәй, баштағы уйҙар ҙа асыҡ һәм киҫкен булалар. Мин үҙ иптәштәремдән артҡараҡ ҡалып, улар менән һөйләшмәҫкә, башымдағы уйҙарҙы боҙмаҫҡа тырышып барам. Мин шул уйҙар көйөнә атлайым, уйҙар көйө менән мауығып барам...
УН ЕТЕНСЕ БҮЛЕК
Варшава янында ятабыҙ. Позиция тотҡаныбыҙ юҡ. Алдағы частар әкренләп кире сигәләр. Беҙ, уларға терәк булып, юлдарҙы, күперҙәрҙе төҙәтеп, шулай уҡ артҡа сигәбеҙ. Аҙағында беҙ Висла йылғаһы буйына килдек. Висла аша понтон күперҙәр һалыу эшенә башланыҡ. Был күперҙәр сигенгән ғәскәр өсөн кәрәк буласаҡтар. Тиҙ көндән Варшава ҡалаһын да биреүебеҙ ихтимал, тиҙәр. Сөнки фронт бик яҡын. Немецтарҙың ауыр туптары крепостарға аталар. Беҙҙең тарафтан бер урында ла еңеү хәбәре юҡ, гел генә сигенеү тураһында һөйләйҙәр, шул турала көн-төн әҙерлек алып баралар.
Беҙҙең бер батальонды Висла һыуының бирге ярына окоп ҡаҙырға ҡуштылар. Беҙҙең һалдаттар көләләр:
-
Крепостарға тыныслыҡ бирмәгән немец туптары был окоптарға ҡарап торалармы һуң? Барыһы ла буш хеҙмәт инде! — тиҙәр.
Немец аэропландары, таң тыуғас та, үҙ өйҙәрендәге кеүек, беҙҙең баш осонда рәхәтләнеп, иркенләп осалар. Элегерәк немец аэропланына туптан ата торғайнылар. Хәҙер атыусы юҡ. Хәҙер был тирәлә беҙҙең аэростаттар ҙа юғарыға күтәрелмәй
149
ҙәр, тик немецтарҙыҡы ғына һәр көн бер нисә урындан юғарыға күтәреләләр. Беҙгә ҡарап торалар. Хәҙер бөтә фронт сигенеү, еңелеү настроениеһы аҫтында йәшәй, ләкин һалдаттар өсөн, һуғышыуға ҡарағанда, сигенеү еңелерәк тойола. Сөнки һаман да артҡа сигәһең, һаман да тыуған илгә яҡынаяһың. Ҡайһы һалдаттар:
-
Мин үҙемдең ауылға тиклем генә сигәм, унан ары бармайым, өйөмдә ҡалам. Унан һуң минең өсөн һуғыш бөтә, — тиҙәр.
Ҡайһы берәүҙәре мәсьәләне былай ҡуялар:
-
Әйҙә, немецтар алһын, исмаһам, һуғыш тиҙерәк бөтөр. Беҙҙең өсөн рус батшаһы ни, немец батшаһы ни — барыбер! Ҡайһыһы һуғышты элек бөтөрә, беҙ шуға баш эйәбеҙ, — тиҙәр.
Ә беҙҙең группа халҡы өсөн Висла буйы курорт булды. Беҙҙең иптәштәр хәҙергә һуғыш тураһында баш ватмайҙар. Ашау, эсеү, шуны әҙерләү тураһында уйлайҙар. Буранбай менән Байғужа һәр көн иртә менән күрше поляк ауылына барып ҡайталар. Икмәккә, башҡа нәмәләргә алыштырып йомортҡа, тауыҡ, тоҙланған ҡыяр, алма кеүек нәмәләр алып киләләр. Индрил усаҡ тирәһендә әйләнә. Новиков менән беҙ икәү күпер һала торған материалдарҙы ҡарауыллайбыҙ.
Андреевтың атылыу, унтер-офицерҙарҙың үлтерелеү ваҡиғалары һуңында беҙҙең роталағы яңы унтерҙар ҡарт фронтовиктар менән һаҡ ҡылана башланылар. Беҙҙең менән һүҙ көрәштермәҫ өсөн, мөмкин тиклем беҙгә айырымыраҡ хеҙмәттәр бирә башланылар. Беҙҙең рота һалдаттары күпер эшләргә, окоп ҡаҙырға йөрөгән ваҡытта беҙҙе уларҙан айыралар, икенсе бер наряд бирәләр. Хәҙер бер аҙна инде беҙ күпер материалдарын ҡарауыллайбыҙ. Беҙ яр буйында үҙебеҙгә ҡыуыш һалдыҡ. Карауаттар яһап алдыҡ. Шунда хужалыҡ төҙөй башланыҡ. Беҙ, бер тәүлек ҡарауылда торһаҡ, беҙҙе икенсе ҡарауыл килеп алыштыра, беҙ ҡалған бер тәүлекте бөтә звено менән ял итәбеҙ. Йоҡлап, йөрөп, шаярып, ауылға барып көн үткәрәбеҙ. Беҙҙең звенола үҙ-ара ҡарауыл эше лә үҙебеҙҙең тәртип буйынса ҡуйылған. Кем ни ваҡытта ҡарауыл торорға теләй, шуға ҡарап билдәләнә. Беҙҙең старший — Новиков. Ул үҙе ҡарауылда торорға тейеш түгел. Әгәр ҙә иптәштәрҙең береһенең берәй урынға бара торған урыны булһа, ҡарауылда Новиков үҙе тороп ҡала. Беҙҙең Индрил айырым положениела. Ул беҙгә аш бешереп бирә лә, ҡармаҡтарын тотоп, Висла буйына балыҡ тоторға китә. Уның тотҡан балығы ла юҡ, ул күберәк ваҡыт яр буйында һыуға ҡарап ултырырға ярата. Әгәр ҙә ул балыҡ тотҡан урынға барһаң, уның ҡармағы бер урында ултыра, үҙе икенсе урында һыуҙың ҡыҙыу, урғылып аҡҡан урындарын тамаша итеп ултыра. Уға:
-
Ниңә бында ултыраһың? — тип һорау бирәһең, ул айырым бер тойғо менән һыуҙың ағыуын тасуир итә башлай:
150
-
Ана, һеҙ һыуҙың урғылған урынына ҡарағыҙ әле, ғәжәп төрлө фигуралар яһай ул. Улар бер-береһенә оҡшамайҙар. Ҡайһы ваҡыт улар дүңгәләкләнеп китәләр, ҡайһы ваҡыт улар тулҡынланып торған ат ҡойроғо кеүек һуҙылып, тулҡынланып төшәләр, ҡайһы ваҡыт улар көлөп торған кеше йөҙө кеүек булып юғалалар, ҡайһы ваҡыт улар биҙәкле матур вазаларға оҡшап, сөңгөлләнеп, өйөрөлөп таралалар. Нисә төрлө генә фигуралар яһамайҙар улар! Мин һыуҙың урғылып аҡҡан урындарын ҡарап ултырырға яратам. Мин шуларға ҡарағанда үҙемде, бөтә донъяны онотам. Сөнки уларҙа шундай көслө ихтыяр бар, улар теләгән ваҡытта теләһә ниндәй фигураларға әйләнәләр, теләгән ваҡытта теләһә ниндәй ижад тыуҙыралар. Бына минең дә һыу тулҡындары кеүек аҡҡым, күңелдәге бөтә теләктәрҙе, шулар кеүек, теләгән фигураға әйләндергем килә... Бына һеҙ ҡарап тороғоҙ әле, ысынлап та, уларҙа тулҡынлы бер матурлыҡ бар. Уларҙа, аңлы рәүештә булмаһа ла, айырым бер көс бар, айырым бер ихтыяр бар. Шулар миңә айырым бер күтәренке тойғо бирәләр. Бына мин диңгеҙ тулҡындарын шулай ҡарағаным бар. Уларҙа инде тағы ла башҡа көс, башҡа матурлыҡ!.. Мин матрос булырға бик теләнем. Ләкин алманылар, ярамайһың, тинеләр...
Әгәр ҙә Индрилдың шундай настроениела сағында ғына осраһаң, ул ғәжәп һүҙсән, мөләйем һәм самими1 була. Ул үҙенең йөрәгендә ҡайнаған бөтә йәшерен тойғоларын, теләктәрен асып ташлай. Йәш балалар кеүек елкенеп, үҙенең үткәндәрен һәм киләсәк пландарын һөйләргә тотона. Шул ваҡыт Индрилдың ысын һәм ҡатлауһыҙ саф күңелен күрәһең. Башҡа ваҡытта Индрил аҙ һөйләшә, күберәк ваҡыт әш тураһында һөйләй, бик кәйефе килһә, берәй иптәште шаяртырға, унан көлөргә башлай. Беҙ бөтәбеҙ ҙә Индрилдың эске рухына төшөнөп бөткәнбеҙ. Әгәр ҙә Индрилдың кәйефһеҙ сағы булһа:
-
Ут яғырға кәрәк! Индрилды ҡармаҡҡа ебәрергә кәрәк! — тип һөйләнә башлайбыҙ. Уның уға асыуы килмәй, көлә генә:
-
Ьәр кемдең ләззәт тапҡан бер нәмәһе була бит, — тип үҙенең йомшаҡ яғын күләгәләргә тырыша. Ҡайһы ваҡытта уның шундай сағы була: ул үҙ алдына бик оҙаҡ уйланып ултыра ла ауыҙ эсенән генә көйләргә тотона йәки күтәренке бер рух менән берәй шиғырҙы уҡырға, декламировать итергә башлай. Ул күберәк ваҡыт Максим Горькийҙың «Дауыл хәбәр- сеһе»н («Буревестник»ты) яратып, айырым бер кисерештәр менән уҡырға ярата. Уның аҙағындағы: «Әйҙә дауыл ҡупһын!» тигән һөйләмде көслө юғары тон менән әйтеп бөтөрә. Индрил- дағы был күтәренкелек күберәк Висла буйына килгәс була башланы. Ундай ваҡытта беҙ уға тығылмайбыҙ. Ул иркенә
1
Достарыңызбен бөлісу: |