Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет2/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21
Матбаға — типография.

18


XII

Беҙ Сәрби еңгәм менән, йәй буйы баярға ашлыҡ урып, көҙ буйы байҙарға көнлөккә иген һуғып, ҡышҡа табан Һибәт ағайҙың ауылына ҡайттыҡ һәм шунда ҡалырға булдыҡ. Сөнки Һибәт ағай киткән саҡта уҡ ҡалаға ҡайтмаҫҡа, ауылда ҡалырға ҡушҡайны.

Сәрби еңгәм ҡомған, силәк төпләргә, йөҙөк, алҡа ҡаштары эшләргә оҫта ине. Беҙ был эште мунсала эшләй инек. Ул эшләй, мин булышам. Май, ҡатыҡ мул. Тик Һибәт ағайҙың ғына юҡлығы беҙгә бик яманһыу тойола ине.

Шулай беҙҙең ҡыш үтте, яҙ етте, ҡояш, юғары күтәрелеп, беҙгә көлөп ҡарай башланы. Хәҙер инде ҡараңғы мунса эсендә оҙаҡ ултырғы килмәй ине. Ирендерә, ҡояш тышҡа тарта. Сәрби еңгәм дә яҙға табан бер аҙ үҙгәрә һәм ябыға төштө, һәр ваҡыт моңланып, көйләп ултыра торған булды. Минең күңелем уның моңдарын күтәрә алмай. Мин, уңай табыу менән, ауыл малайҙары янына сығам. Улар менән уйын ҡорам. Оҙаҡ йөрөһәм, Сәрби еңгәм тағы күңелһеҙләнә, яманһыулай башлай.

  • Китәһең дә юғалаһың, бында бер үҙемә күңелһеҙ, — ти. Бына мин уның моңланыуын яратмайым шул. Ҡалай ғына булһа ла, берәй уйын табып, уны көлдөрөргә, күңел асырға тырышам. Кис менән беҙҙең янға әбей-һәбейҙәр, ҡыҙҙар килеп ҡуналар. Улар менән, билдәле, бик күңелле була. Төн буйы әкиәт һөйләп үткәрәбеҙ. Ҡайһы ваҡытта, улар йоҡлағанда ла, Сәрби еңгәм менән икәү йоҡлай алмайбыҙ. Шундай тын саҡтарҙа ул ҡайғылы була. Миңә белдермәй генә илап та ала, буғай. Ул, минең йоҡлай алмағанды һиҙеп булһа кәрәк, минең менән һөйләшә башлай:

  • Насип булһа, ҡараға баҫҡас та, ҡалаға ҡайтайыҡ инде, — ти.

Шулай, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, Һибәт ағайҙы һағынып, оҙаҡ һөйләшкәндән һуң ғына, йоҡоға китәбеҙ.

XIII

Мин, һуң ғына йоҡоға китһәм дә, бик иртә уяндым. Тороп тышҡа сыҡҡанда, бөтә ауыл йоҡлай, ҡояш саҡ күтәрелеп килә ине. Һауа сиктән тыш матур, ҡояш тап яҙ ҡояшы булып сыҡҡан. Ауыл яҙының йәмле иртәһен күреү минең өсөн беренсе тапҡыр ине әле. Йортҡа сыҡҡас, тәнгә еңеллек йүгерҙе. Тиреҫ башында бөкрәйеп ятҡан Аҡбайҙы саҡырҙым да уның менән бик оҙаҡ шаярҙым, уны һыйлар өсөн, өйгә инеп, икмәк алып сыҡтым. Унан ҡалған валсыҡтарҙы тауыҡтарға һибеп ашаттым. Яңы сыҡҡан ҡояш йылыһына йылынып, аҡрын ғына көйшәп торған ала һыйырҙың йөнөн

19




һыйпаным. Арҡаһы менән ҡояшҡа ҡыҙынып торған туры атҡа, хужаһы ҡушмаһа ла, әүеҫлектән йәшел бесән төшөрөп һалдым. Ул, тәүҙә йәшел бесәнде еҫкәп, бер тапҡыр бик ҡаты бышҡырҙы ла, араларынан тәмлерәктәрен һайлап, ялҡау ғына сәйнәй башланы.

Унан һуң һарай башына юғарыраҡ менеп ултырғас, яңы ғына ҡарҙан әрселә башлаған тау биттәрен ҡарағым килде.

Алыҫта, ҡарҙар эсендә, шыйыҡ ҡына томан аша күгәреп, урман күренә. Яртылаш томанға төрөлгән бейек тау баштары яҙғы ҡояш аҫтында тағы ла матурыраҡ, тағы ла серлерәк булып һөҙөлөп торалар.

Мөрйәләрҙән сыҡҡан шыйыҡ төтөндәр иртәнге тымыҡ һауа менән ауыл өҫтөнә йәйелгәндәр. Уларҙың ҡайһы берҙәре, ҡояш нурына ҡаршы алтынланып, матур болоттар кеүек, ялтырап торалар. Ауыл тын, ауыл йоҡлай ине.

XIV

Яҙғы юл аҡ ҡар өҫтөнән, бөгәрләнгән ҡара йылан кеүек, тау буйлап әллә ҡайҙарға, алыҫтарға, һуҙылып киткән. Ана, юлда бер йәйәүле кеше күренә. Ул, алыҫтан ҡарағанда, себен кеүек кенә ҡыбырлай: ул ашығып-ашығып ауылға табан атлай.

Эле ауыл ҡуҙғалмаған. Һәр кем яҙғы тәмле йоҡо эсендә, ә ул юлсы, меҫкен, тәмле йоҡонан мәхрүм. Ул теге ауылдан бик иртә ҡуҙгалғандыр. Йоҡоһо бик тәмле булһа ла, нужаһы тыныслыҡ бирмәгәндер. Иртәнге мәлдә был юлды үтеп ҡалырға уйлағандыр, моғайын, меҫкенем.

Мин уға бик оҙаҡ ҡарап торҙом. Ул һаман ҡыбырлай, һаман ауылға яҡыная. Ул ауылға килеп инде, ағаслыҡтарға йәшенде.

Минең иғтибарымды йүнәлтерлек башҡа нәмә күренмәгәс, ҡыйыҡ башынан төшөп, урамға, ҡапҡа алдына, сыҡтым.

XV

Түбән ерҙең ҡарҙары иреп, ҡара ергә әйләнһә лә, ҡаралтылар аша урамға өйөлгән бейек көрттәр, һаман да яҙғы ҡояшҡа бирешмәгән шикелле, ҡалҡыу булып яталар. Шулар минең күңелгә ауырлыҡ бирҙеләр. Минең ҡыҙыу ҡояш булғым, шуларҙы тиҙерәк кенә иретеп бөтөргөм килде. Шул тиле уй артынан Сәрби еңгәнең: «Ҡараға баҫҡас та, ҡалаға ҡайтырбыҙ», — тигән һүҙе хәтергә төштө. Бөтә уй ҡалаға, үҙебеҙҙең таныш подвалға йүгерҙе. Уның һәр бер кирбесе, һәр бер ватығы, емереге күҙ алдымдан үтте: бына унда Һибәт ағай яңғыҙы йөҙ түбән төшөп ятҡан, ул минең кеүек йоҡоһоҙ, ул

20




беҙҙе һағына, яманһыулай. Бәлки, ул да, яҙ булғас, подвалдың һауаһынан тарығып, тышҡа сыҡҡандыр ҙа, ғәҙәте буйынса, ҡулын артҡа ҡуйып, һыҙғырып йөрөй торғандыр әле...

Шул минут көрт өҫтөнән берәү йүгереп төштө лә минең алға килеп туҡтаны.

  • Бәй!..

Әле генә минең уйымда кәүҙәләнгән Һибәт ағай, подвалда йөҙ түбән уйланып ятҡан Ьибәт ағай, ҡулдарын артҡа ҡуйып, һыҙгырып йөрөгән һибәт ағай, минең алдымда тора ине. Минең күҙҙәрем быға ышанманы, ҡапыл артҡа һирпелдем. Ул миңә ташланды:

  • Апуш!.. Һин бит!.. — тине.

Күҙ алдым томаланғайны. Бер аҙҙан һуң ғына, айнып, уны ҡосаҡлап алдым да илай башланым. Уның да күҙҙәренән бер- ике бөрсөк йәш тәгәрәп минең түшемә төштө.

Ул юлда бик ҡыҙыу килгән булһа кәрәк. Оҙон сәсе араһынан буй-буй тирҙәр ағып, яңаҡ буйлап күкрәктәренә тиклем төшкәндәр, елкәһенән пар сыға, яғалары ысҡынған, түше асыҡ, әле генә бер ҡанлы һуғыштан сығып килгән батыр төҫлө күренә. Ләкин төҫө, ниңәлер, асыҡ һәм шат, эсенән әллә нимә ташып сығып килгән шикелле.

Ул, әллә ниндәй ел менән өйрөлтөп, мине йортҡа алып инде.

  • Сәрби ҡайҙа?.. — тине. Ҡабаланып, һүҙһеҙ-ниһеҙ генә Сәрби еңгәм янына индек. Ул, урынынан тороп, саҡ кейенеп кенә бөткәйне.

Ул аптырап ҡалды.

Өй эсендә шау-шыу, илау, шатланыу китте, Ьибәт ағай, сисенеп бөтөр-бөтмәҫ, эсендә ташып, аҡтарылып сығып килгән нәмәһен бер юлы түгергә ашыҡты:

  • Беләһегеҙме?.. Мин бит ҡаланан төнгө сәғәт 12-лә сығып киттем. Унда бөтөнләй икенсе донъя.

  • Йә, йә, ни бар? — Барыбыҙ ҙа уның ауыҙына ҡараныҡ.

  • Батшаны төшөрҙөләр! Хәҙер слабуда!..

  • Батшаны төшөргәндәр, ти!..

Минең аҡыл быны һис бер кәртәгә һыйҙыра алмай ине.

Сәрби еңгәм, минең туҙылып киткән аҡылға өҫтәп:

  • Юҡтыр ҙа, булмаҫ!.. — тине. Әле генә көтмәгәндә һибәт ағайҙы күреүгә шашып ҡалған, йүнләп айнымаған аҡылға был да өҫтәлгәс, аңымдан бөтөнләй ситтә ҡалдым.

XVI

Мин сәй янында ғына аҡылыма килдем. Ул Бәҙри тураһында ла һөйләй башлағас, әле мине тотҡан полицейскийҙар күҙ алдыма килде.

21




  • Полицейскийҙар ни әшләйҙәр?.. — тинем. Минең был беренсе һүҙем булды.

  • Улар инде хәҙер быш-быш! — тине.

Һибәт ағайҙың ҡаланан алып килгән яңылығы йәшен тиҙлеге менән бөтә ауылға таралып өлгөрҙө. Беҙ, сәй эсеп, урамға сыҡҡанда, беҙҙең ҡапҡа төбөндә әллә ни тиклем халыҡ йыйылғайны. Барыһы ла Һибәт ағайҙы һырып алдылар. Йөҙҙәрсә күҙ уның ауыҙына ҡараны.

  • Шулай уҡ ысынмы икән?

  • Яңы батша кем булыр икән?

  • Бәлки, буштыр әле ул!

  • Былай булғас, һуғыш та туҡталыр инде.

Исмаһам, һуғыш ҡына бөтһә ярар ине. Кешеләрҙең ауыҙында шундай һүҙҙәр әүәләнә ине, ләкин уларҙың барыһы ла ниндәйҙер бер шөбһә, икеләнеү менән тамам булалар ине.

Кискә ҡарай ҡаланан тағы ла яңы хәбәрҙәр өҫтәлде. Халыҡ күңелендәге шөбһәле төйөндәр сиселә төштө. Урамда икешәр, өсәр кеше йыйылып торған ерҙә шул яңылыҡ — батша төшөрөү тураһында һөйләнә ине.

Беҙҙең өйҙән төнгә тиклем кеше өҙөлмәне, Ьибәт ағай һаман һөйләй ине.

Иртәгеһен беҙ өсәү ҡала юлында инек.

Беҙҙең аҙымдар шул тиклем еңел ине. Арттан көслө ел өргән кеүек йәки ҡаланан беҙҙе бер магнит тартҡан кеүек тойола ине. Кибәт ағайҙың күҙҙәре аяҡ аҫтындағы юлға ҡарамайҙар, ҡалаға табан осалар ине. Бик алыҫтан ҡаланың көмбәҙҙәре яҙғы ҡояшҡа ялтырап күренгәс, Һибәт ағай киң бер һулыш алды ла:

  • Эйе, унда революция бара, — тине.

ТИМЕРКӘЙ ФӘЛСӘФӘНЕ

I



Был киң туғай минең үҙ йортом кеүек булып китте инде.

Яҙ булып, ерҙе үлән ҡаплау менән, минең һәр кисем бында үтә. Уның үләндәре, сәскәләре араһында аунайым, тулайым. Унан һуң йәшел үлән өҫтөнә ятып, төрлө уйҙарға сумам. Унан һуң инде йоҡоға китәм...

Бына мин бөгөн дә бында.

Нисәнсе тапҡыр килеүем икән?

Үҙем дә белмәйем. Бөгөнгө һауа бүтән көндәргә ҡарағанда ла күңеллерәк. Йондоҙҙар бер-береһенән көнләшкән кеүек йымылдашып яналар. Миңә ҡарап күҙ ҡыҫҡандай булалар. Шуларға ҡараһам, ҡылт итеп күрше ҡыҙы Гөлбикә иҫкә төшә.

22




Анау көндө ул мине аулаҡ өйгә ҡурай тартырға саҡырғайны. Шунда мин уның күҙҙәренә ҡарап торҙом да ошо йондоҙҙарға оҡшаттым. Ләкин был йондоҙҙар, уның күҙҙәре кеүек, йөрәккә үтмәйҙәр, тик уны иҫкә генә төшөрәләр. Э Гөлбикәнең күҙ ҡараштары инде минең бөтә тәнемә ут йүгертеп ебәрә.

Ана, Нора тауы артынан ай ҙа ҡалҡа... Кисә әҙ генә иртәрәк ҡалҡҡайны һәм өҙөк-өҙөк болоттар араһында ине. Бөгөн ап-асыҡ булып түңәрәкләнеп ҡалҡа ул. Күк йөҙөндә уның йөҙөн ҡапларлыҡ бер генә болот киҫәге лә күренмәй... Өҫтәре ысыҡ менән ҡапланған үләндәр, арыш башаҡтары аҡһыл ай нурында ынйы төҫлө ялтырап киттеләр. Бейек тау биттәре шыйыҡ аҡһыл томандар аша серле көмбәҙ кеүек ялтырап күренделәр, тағы ла бейегәйгән төҫлө булдылар.

Донъяла ниндәй хикмәттәр юҡ. Ҡарап торһаң, иҫең- аҡылың китерлек. Ошо донъяны «Алла яратҡан», тиҙәр. Эле уның был ғына түгел, теге донъяһы — әхирәте лә бар, тиҙәр.

Унда ожмах менән тамуғы ла бар, тиҙәр. Үҙен бик шәфҡәтле, бөтә гонаһтарҙы кисерә, тиҙәр. Улай булғас, кешене аҙаплар өсөн, ниңә тамуҡ яратты икән ул?

Шул тамуҡ тигәндәре иҫкә төшһә, бай ағай күҙ алдына килә. Бай ағай ҡайһы ваҡытта мине тиктомалға туҡмаған саҡта, тамуҡты яратҡан Алла бай ағай шикелле булып күҙ алдына килеп баҫа.

Ысынлап та, әгәр ҙә мин Алла булһам, бигерәк тә шәфҡәтле булыр инем. Бөтә кешеләрҙе бер тигеҙ бай яһар инем. Зерәгә кешеләрҙе тамуҡта яндырмаҫ инем. Ысынлап та, ниңә кешеләрҙе яфаларға, аҙапларға инде?

Бына мин үҙем дә шул бәхетһеҙҙәрҙең береһе. Мин етем. Мин хеҙмәтсе, мин ҡол. Алла ҡоло ла түгел, бәндә ҡоло!

Иртәнән кискә тиклем байга эшләйем. Эҫе ҡояш аҫтында бөтә тәндәрем әсе тиргә ҡойона.

Кис булғас, ат менән ҡунырға киләм. Төндәр буйы ат көтөп сығам. Таң беленеү менән тағы өйгә, тағы эшкә, тағы тиргәшкә!

Минең көндәрем шулай үтәләр!

Минең бөтә тыныслығым ошонда ғына.

Бында теләгәнсә иркен һулыш алам, бында теләгәнсә уйлана алам. Бында мин тамам ирекле, һис кем миңә тығыҙлыҡ яһамай.

Аһ, өйгә ҡайтһаң инде... Елкә тырнарға ла ваҡыт юҡ! Эш, эш!.. Шуның менән дә байға ярап булмай әле. Берәй нәмәкәй генә тура килмәһә, зерә юҡҡа минең өҫкә аҡырынырға тотона. Имеш, бөтә гонаһ миндә генә. Мин бит ни ҡушһа, шуны эшләйем. Барыһын да эшләйем, ул тиклем донъя аҡтарыр- лыҡ ниндәй гонаһым бар һуң минең? Эҙ генә яуаплашһаң, унда инде ҡиәмәт ҡуба башлай.

  • Табаныңды ялтырат! — тип кенә ебәрә.

23




Бына шул мәлде теге тамуҡты яратҡан Алла ҡылт итеп иҫкә килеп төшә.

Ул, тим, асыулы кешеләренә тамуҡ яратҡас, тим, беҙҙең бай шикелле берәй ныҡ асыуы килгән сағында нисек донъяны емереп ташламай икән, тим.

Шуға күрә лә туғайҙағы тыныс кистәрҙе дүрт күҙ менән көтөп алам мин. Уның һауаһы, тынлығы, матурлығы, йомшаҡ үләндәре миңә рәхәтлек бирәләр. Йәйҙең матур, ҡояшлы көндәре ни тиклем матур булһа ла, үҙем уның рәхәтен күрә алмағас, яратмайым мин уны.

Ҡояш сыҡҡас та, миңә әлеге тамуҡ ғазабы башлана...

Ҡояш тау артына барып, ер өҫтөнә ай шары ҡалҡыу менән, үҙемде бәхетле һанайым мин. Был да бит ваҡытлы ғына. Уның йәйе үтә лә китә, уның бит әле ҡышы бар!

Их, ҡыш, ҡыш!.. Ҡыш түгел, тамуҡ ул!

Унда инде бындай рәхәтлектәр булмай. Көнө лә, төнө лә, таңы ла эш менән үтә. Үҙемдең шул тиклем бәхетһеҙ бу лыуыма аптырайым мин!

Алланы шәфҡәтле, тиҙәр, етемдәргә шәфҡәт итә, тиҙәр. Үҙе лә шулай итергә ҡушҡан, тиҙәр. Етем-еҫерҙәрҙең теләктәрен ҡабул итә, имеш, тиҙәр.

Мин илай-илай бәхет һораным, көндәр һораным, төндәр һораным. Бай ағай өй эсе менән «ҡәҙер» кисәләрендә намаҙ уҡығанда, теләк теләгәндә, мин дә теләнем. Ләкин минең теләктәремдең береһе лә ҡабул булманы. Минең һорағандарымдың береһен дә бирмәне.

Донъяла күп кешеләр йәшәйҙәр, бәхетте Алла бирә, тиҙәр. Ә үҙҙәре көн-төн эшләйҙәр. Байҙары кешеләр яллап эшләтәләр, шуның менән байыйҙар. Әгәр ҙә эшләмәй йәки эшләтмәй торһалар, бер нәмә лә булмай. Сәсмәйенсә ашлыҡ та үҫмәй, сапмайынса бесән дә булмай. Шуларҙың береһен дә эшләмәһәң, береһе лә булмаймы ни, нисек һуң «Алла бирә» тиҙәр икән?

Тимеркәй һәр ваҡыт шундай уйҙар менән баш вата ине. Көндөҙөн эше араһында ла, кистәрен туғайға ат ҡуна барғанда ла шуларҙы уйлай ине.

Бөгөн дә ул туғайҙа йәшел үләндәр араһында яңғыҙы ятҡан саҡта ошо уйҙарға күмелде. Күп уйҙарын, кешегә һөйләгән кеүек, ҡысҡырып һөйләне. Айға, йондоҙҙарға, алыҫта күренеп торған бейек тауҙарға ҡарап һөйләне. Уйлаған уйҙарының осона сыға алмағас, үҙенең биргән һорауҙарына яуап таба алмағас:

  • Юҡтыр ҙа ул! — тип ҡуйҙы. Ләкин ул һүҙҙәрҙе ҡырҡа әйтә алманы, күңеленең әллә ниндәй генә бер мөйөшөндә шик ҡалды. — Кешеләр, бар, тиҙәр бит, — тип өҫтәп ҡуйҙы.

Уйҙары сыуалды, башы эшләмәй башланы. Алыҫтан, әллә ҡайҙан, бер тауыш ишетелгән кеүек булды. Ҡолаҡтарын

24




ҡуйып тыңлай башланы. Ләкин ул тауыш ҡабатланманы. Ҡалын урманға инеп юғалғандай булды. Алыҫ та түгел үҙенең ҡунырға алып килгән аттары, ауыҙҙарын тултырып, йәшел ысыҡлы үләндәрҙе көйшәйҙәр ине.

Бына ерән айғыр, башын юғары күтәреп, ҡолаҡтарын торғоҙҙо ла дәртле итеп бер кешнәп ебәрҙе. Уның көмөш тауыштары тулҡынланып туғайға йәйелде. Урман, һыу буйҙарына таралды. Уның яңғырауы ярҙарға ҡағылып, алыҫта тағы бер-ике ерән айғыр кешнәғән кеүек булды. Бер-ике секундтан һуң был тауыштар урманға инеп йотолдолар.

Тимеркәй тағы башын ҡалҡытып был тауышты тыңлап торҙо.

Тау артынан ҡыҙарынып йәйге таң атып килә ине.

II

Тимеркәй ата-әсәһенән бик йәшләй генә етем ҡалды.

Ул әсәһен яҡшылап хәтерләмәй ҙә. Сөнки ул әсәһе үлгән саҡта ике йәш ярымдар самаһында ғына ине. Әсәһе үлгәс, Сәми ҡарттың бер яҡын ҡәрендәше Ҡаңышбикә әбей Тимеркәйҙе үҙ тәрбиәһенә алғайны. Сәми ҡарт — үҙ ғүмере буйынса Никлудин баярында урман ҡарауылсыһы булып торған кеше. Ул ауылға йылына ике — ғәйеткә йәки берәй кәрәкле йомошо булһа ғына ҡайта.

Шуның өсөн дә уны «Урман Сәми» тип йөрөтәләр. Уның тураһында халыҡ телендә әллә ниндәй легендалар бар. Уға урман ене эйәләшкән икән дә, шуның менән тора икән, тип тә һөйләйҙәр. Бисәһен дә урман ене быуып үлтергән, тип һөйләй торғайнылар. Ул ауылға ҡайтҡандың артынан берәй кеше ауырып китһә:

  • Моғайын, Сәми ене ҡағылғандыр әле, — тип шомланалар.

Балалар илаһа:

  • Ана, Сәми килә! — тип ҡурҡыталар.

Сәми ҡарт халыҡ йөрәгенә үҙенең шул ҡурҡыныслы яғы менән инеп ултырғайны. Һәр кем уның тураһында ҡурҡыныс һүҙҙәр һөйләй, һәр кем шомлана ине.

Ҡаңышбикә әбей үлеп киткәс, Сәми ҡарт улы Тимеркәйҙе үҙ янына алды. Шунан һуң Тимеркәй туғыҙ йәшенә тиклем атаһы янында, урман араһында, ҡалды.

Ҡаңышбикә апаһы үлеп, Тимеркәй үҙ тәрбиәһенә ҡалғас, улыма иптәш булыр тип, әйләнергә уйланы. Бер-ике тол ҡатынға яусы ебәреп маташты. Уның тураһында халыҡ телендә йөрөгән ҡурҡыныс әкиәттәргә ҡарап булһа кәрәк, теге ҡатындар риза булманылар. Шунан һуң ул был мәсьәләне икенсе тапҡыр ҡуҙғатманы. Ҡулын һелтәне лә ҡуйҙы. Үҙенең яҙмы

25


шына баш эйеп, ул Тимеркәй менән икәү торорға ҡарар бирҙе.

Сәми ҡарттың землянкаһы Ағиҙел ярының эргәһендә генә. Ул уны үҙ ҡулы менән һалған, уның бөтә кәрәк-яраҡтары шунда, сөнки йомошҡа барырға күршеһе юҡ уның. Үҙе бешерә, үҙе әҙерләй. Ҡашығын да үҙе яһаған, туҫтаҡ, табағын да үҙе эшләгән. Балта, көрәк кеүек нәмәнән башҡаһын береһен дә баҙарҙан һатып алмаған ул.

Шунда уҡ яр ситендә кәмәһе тора. Ҡармаҡ, мурҙалары, ауҙары ла шунда. Уның бүреләрҙән һаҡланыу өсөн яһаған ҡоралы ла үҙенеке. Бер оҙон имәнгә кейҙереп тимер һөңгө кеүек нәмә лә эшләп алған. Ул урманға барһа йәки төнгә ҡалһа, шуның менән йөрөй. Урмандағы айыуҙарҙың барыһы ла уға таныш. Сәми ҡарт инде уларҙың барыһына ла исем ҡушып бөткән. Уның нисә балаһы бар икәнен, уларҙың нисә йәштә икәнен барыһын да күңеленә теркәп бара. Ул инде уларҙың иҫәбен яңылышмай. Ләкин ул бүреләр менән дуҫ түгел. Уларҙы бер ваҡытта ла үҙ бойороғона күндерә алғаны юҡ. Хатта бер нисә тапҡыр бүре ҡазаһына осрай яҙып ҡалғаны ла бар. Теге һөңгөнө ул ана шул бүреләр өсөн яһап алғайны.

Тимеркәй ана шул бүреле-айыулы урманда үҫте. Атаһы күп ваҡыт землянкала булмай: утарға аҙыҡ алырға, йә урманды әйләнеп сығырға, йә балыҡ тоторға китә. Балыҡҡа барғанда Тимеркәй атаһынан ҡалмаһа ла, күберәк ваҡыт Тимеркәйгә землянкала ҡалырға, ғүмерен яңғыҙ үткәрергә тура килә ине.

Тимеркәй йәй көнө землянкала ултырмай, көнө буйы яланғас көйө Иҙел буйында, ҡыҙыу ҡом өҫтөндә аунай. Уйнап туйһа, тау башына менеп, матур таштар йыйып йөрөй, йәки бейек ағас баштарына менеп, ҡош оялары ҡарай. Атаһы ҡайтҡан саҡта, күп ваҡыт өйҙә булмай торғайны. Сәми ҡарт һөрән һалып уны ҡайтара ине. Тимеркәйҙең көндәре шулай үтә ине.

III



Бәхет бер кирегә китһә китә бит ул.

Холера йылы ине. Сәми ҡарт үҙенең тотҡан балыҡтарын йөкмәп баҙарға китте. Донъя бит ул. Аҡсаһыҙ тороп булмай. Тимеркәйгә күлдәк-ыштан кәрәк. Ҡышҡа табан аяғына, өҫтө- башына ла кәрәк була. Үҙенең эре, үтемле балыҡтарын йөкмәп, ике аҙнаға бер тапҡыр 15 саҡрымдағы баҙарға барып, ваҡ-төйәк нәмәләр алып ҡайтҡылай торғайны. Бөгөн дә шул уй менән баҙарға барырға сыҡты.

Көн эҫе. Исмаһам, әҙ генә еле лә юҡ. Бөгөнгө көндө үҙ кәүҙәңде йөрөтөргә лә күп хәл кәрәк. Э Сәми ҡарт, ике бот

26




лап балыҡ йөкмәп, ҡомло юлдан бара. Ул иртәнге һалҡын менән сыҡһа ла, көндөң ҡыҙыуына ҡалды. Баҙарға килеп еткәндә, уның эсендә йәһәннәм ҡайнай ине. Ул шул тиклем көйгәйне, уға бер күл һыуы ла әҙ булыр төҫлө ине. Ул баҙарға инмәне, ҡойоно күреп, уға тура килде. Балығын ергә ҡуйҙы ла йәһәт кенә биҙрәне төпкө төшөрҙө. Һалҡын һыу менән битен, ҡулын әҙ генә сайҡаны ла ҡомһоҙланып эсә башланы. Эскәс, еңеләйгән төҫлө булды. Баҙарға сығып, бик еңел ҡулдан ғына балығын һатып өлгөрҙө.

Баҙарҙан әйләнеп юлға сыҡҡанда, уның тәне ауырайҙы. Эсендә ҡара йылан әйләнгән шикелле булды. Ҡояш юғарынан ныҡ ҡыҙҙырһа ла, уның тәненән, арҡа буйынан ваҡыт- ваҡыт һалҡын йүгереп китте.

  • Ай-Һай, шул түгелме икән? — тине. Сөнки баҙарҙа холера менән ауырып киткән, арбаларында ҡоҫоп ятҡан кешеләрҙе үҙ күҙе менән күргәйне. Уның йөрәге өшөнө, йәһәтерәк ҡайтып етергә теләне. Ләкин аяҡтар уның теләгенсә йөрөмәйҙәр ине.

Тимеркәй уны әллә ни тиклем ер йүгереп килеп ҡаршыланы. Атаһын күрҙе лә:

  • Ни эшләп улай күҙҙәрең эскә батып киткән? — тип һораны.

Сәми ҡарт:

  • Бик эҫе бит, арығанмындыр, — тине.

Землянкаһына инеп, нәмәләрен ҡуйырға өлгөрмәне, эсен

тотоп һикегә йығылды. Ҡоҫа башланы. Эсендә ут йүгерә ине. Тимеркәй Иҙелдән һаман һыу ташып торҙо. Тон урталарында ҡарт иҫенән яҙҙы. Үҙен үҙе төрлө яҡҡа ата башланы.

Таңға табан аяҡтары һыуынды, тырнаҡ остары ҡарайҙы. Танауы эскә батып керҙе. Эскә батҡан күҙҙәрен ҡаймаҡ төҫлө шекәрә баҫты, ауыҙынан әллә ниндәй һыуҙар аға башланы. Инде ул хәҙер дуламай. Уның тик күкрәге аҙ-аҙ ҡалҡып китә ине.

Тимеркәй:

  • Хәҙер тынысланды, йоҡоға китте, иртәгә, бәлки, терелер, — тип уйланы. Яҡында ғына урман эсендә олоған бүреләрҙең шомло тауыштарын тыңлап йоҡоға китте.

IV

Сәми ҡарт, үлгәс, өс көн буйына землянкаһында ятты. Һис бер килеүсе булманы. Дүртенсе көн утарҙан өс хеҙмәтсе килеп, тау битендә бер ҡәбер ҡаҙынылар ҙа, кейемдәренә төрөп, шунда күмделәр. Йыназа уҡыу, кәфенләү, саҙаҡа биреү кеүек дини мөрасимдарҙың береһе лә уның ҡәбере өҫтөндә үтәлмәне. Күмеп бөткәс, бер таҙа имән ҡаҙыҡты башының осона билдә итеп ҡаҡтылар ҙа эҫе көндә тирләп-бешеп бөткән




әшселәр хәл йыйырға ултырҙылар. Бик тәмләп кенә тәмәке төрөп тарттылар. Тимеркәй, быларҙың барыһына ла шаһит булып, ауыҙына бармағын тығып, ситтән генә ҡарап торҙо. Эшселәр:

  • Их малай, атаһыҙ ҡалдың бит инде, хәҙер кемең бар? — тинеләр.

Ул быларға яуап ҡайтарманы. Уларҙың күҙҙәренә туп-ту- ра ҡараны ла башын түбән эйҙе. Ул тәүге көндө илаһа ла, бөгөн иламаны. Ул алдағы көндә нисек буласағын да уйламай. Уларҙы уның башы һыйҙырмай ине әле.

Кискә табан ул эшселәргә эйәреп утарға китте.

Ауылда Сәми ҡарттың нисек үлеп, нисек күмелеүе тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөнө.

  • Ул үлгәс, уны ендәр йыназа уҡып күмгән икән, — тип тә һөйләнеләр.

Ҡайһы берҙәре:

  • Ул убырлы булған икән, вабаның1 башы ла шунан булған икән. Уның тағы ла берәй шауҡымы булыр, ҡәберен асып, уны ҡаҙыҡ менән ҡаҙаҡларға кәрәк, — тип һөйләнделәр. Ҡайһы бер кешеләр уның ҡәберендә убыр осоп йөрөгәнен дә күреп ҡайттылар. Ул үлгәс, уның тураһында ауылда тағы ла ҡурҡыныслы хәбәрҙәр күбәйҙе. Ьәр бер ҡаза, мал үлеү тураһында унан шомлана башланылар.

  • Сәми шауҡымы ҡағылғандыр әле, — тиҙәр ине.

V

Ҡотлояр — ауылдың иң бай әҙәме.

Уны «Һаран Ҡотлояр» тип тә, «Урыҫ Ҡотлояр» тип тә йөрөтәләр. Ул йәш сағында бик ярлы булған, ҡайҙалыр бер баярҙа хеҙмәт иткән, шунан һуң ауылға ҡайтып йорт ҡорған да бик ҡапыл байып киткән.

Ҡотлоярҙың байыуын халыҡ былай һөйләй:

  • Ул баяр яланынан бик күп хазина тапҡан икән дә баяр менән уртаҡлашҡан икән. Шуның менән баяры ла, үҙе лә байып киткән икән, — тиҙәр.

Ҡайһы берәүҙәре:

  • Үҙенең баярына килгән ҡунаҡ баярының иҫерек ваҡытында аҡсаһын ҡулға төшөргән дә байыған икән, — тиҙәр. Уны төрлө кеше төрлөсә һөйләй. Ләкин ул нисек кенә булһа ла байыған. «Ҡотлояр бай» тигән исемде күтәргән, тирә-яҡҡа байлығы менән уның даны таралған.

Ул үҙе кеше менән бик аҙ ҡатыша, йәй булһа, бөтә ғүмерен яланда үткәрә, ҡыш булһа инде, кәртәһенән кермәй.

1

Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет