Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет21/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21
Мөстәҡил — бер кемгә лө буйһонмаған, үҙ аллы, ирекле.

327




Хәсәнов ошондай фәлсәфәһенә бирелеп китһә, мин һүҙһеҙ ҡалам һәм ҡулыма эләккән беренсе әйберҙе йомарларға тотонам, ҡайһы берҙә, хатта, йоҡомһорап, күҙҙәремде йомам. Тәм- ләп-тәмләп хыялдарын бик оҙаҡ һөйләгәндән һуң, ул, минең ҡарашымды белергә теләптер, ахыры, һорау бирә:

  • Ә был хаҡта һин нимә уйлайһың?

  • Әллә, — тим мин, был мәсьәлә хаҡында башымда бер генә уй ҙа булмағас. Минең был мәсьәләгә бер ҙә иҫем китмәгәнгә Хәсәновтың бик ныҡ кәйефе ҡырыла. Ул, ҡулдары ҡал- тырана-ҡалтырана, тәмәке төрөп тоҡандыра ла, берәй мөһим эш тапҡан булып, янымдан китергә ашыға.

Бына шулай гелән генә Хәсәнов менән бик йылы осрашабыҙ ҙа күңелһеҙ айырылышабыҙ.

Башта ул мине үҙенең бик һөйкөмлө тышҡы ҡиәфәте менән үҙенә ылыҡтырғайны, характеры ла һәйбәт кеүек, һуғыш тураһында һөйләгәндәре лә — тап беҙҙеке һымаҡ; тик бына Көнсығышты тотош яулап алырға тейеш булған хыяли татар дәүләте тураһында һөйләй башланымы — ул миңә ят кеше булып тойола башлай, үҙенән биҙҙерә.

Бәлки, Хәсәнов мәҙрәсәлә яҡшы уҡытыусы булып та иҫәпләнгәндер. Тик фронтта һәм башҡа урындарҙа һуғышты туҡтатып, бөтә халыҡтарға тиң азатлыҡ яулап алып бирергә тип һөйләшеп, хыял итеп, ҡулдан килгәнсә шуның өсөн көрәшеп йөрөгәндә, бындай уҡытыусының һүҙҙәрен тыңлағы килмәй. Рус алпауытын — татар алпауыты менән, рус батшаһын татар батшаһы менән алыштырыуҙан ни файҙа? Уның өсөн көрәшеп тороуҙан ни мәғәнә?

Шуға ла миңә Новиков һәм Индрил дуҫтарымдың һүҙҙәре ғәзизерәк, йөрәгемә ятымлыраҡ. Улар барса һалдаттарҙың да теләген сағылдыра шул. Бөтә халыҡтар өсөн дә тиң азатлыҡ!

Мин бөгөн, телефон аппараты янына дежурлыҡҡа баҫып, Индрилды алмаштырҙым. Китер алдынан дуҫым миңә бышылдап ҡына бер яңылыҡ әйтте:

  • Бөгөн корпус штабы менән дивизия штабы араһында ниндәйҙер йәшерен һөйләшеүҙәр булды. Генерал Кучин барлыҡ полктарҙа ла офицерҙарҙың кәңәшмәһен уҙғарырға бойороҡ бирҙе. Күрәһең, ҡайҙалыр бола һымаҡ нәмәләр башланғандыр. Һин бөгөн бында бөтә һүҙҙәргә лә ҡолаҡ һалып тор, һуңынан беҙгә лә еткерерһең, — тине ул.

Ул киткәс, мин ҡолағымды телефон трубкаһынан айырмаҫ булдым. Тик ғәҙәттәгесә полк штабтарынан төрлө сводкалар, фронттағы хәлдәр тураһында хәбәрҙәр һәм метеорологик белешмәләр генә биреп торҙолар. Ә минең, ниндәйҙер ғәҙәттән тыш мөһим хәбәрҙәр ишетергә тип, күңелем үрһәләнә. Дауыллы йәшен көткәндәге һымаҡ, һағайтып, болоҡһотоп тора. Мин көсөргәнеп көтәм, теләп көтәм — бына-бына күңел тетрәткес хәбәр ишетелер. Бына хәҙер мин көткән һүҙҙәр күктәр күкрәүе

328




булып яңғырап китерҙәр, уларҙы яҡшыраҡ ишетеп ҡалыр өсөн кешеләр тау баштарына ябырылып менер, һуғыш бөтөнләй онотолор, бөтә йыһан шатлыҡ ауаздары менән тулыр һымаҡ...

Миңә аш килтерҙеләр, ләкин бер ҙә ашағы килмәй. Уның урынына бер туҡтауһыҙ һыу әсәм дә тәмәке тартам. Йөрәгем дөп-дөп тибә, күңелем үрһәләнеп, ҡайҙалыр — кешеләр күмәкләшеп шау-шыу килеп шат йәшәгән ергә барырға, унда барыһы менән бергәләп йырларға, бейергә өндәп тора.

Полк штабынан Новиков шылтыратты. Ул дежурҙа түгел икән, бары минең хәлде һорашыр өсөн генә телефон янына килгән.

  • Йә, хәлдәрең нисек? — тип һораны ул.

  • Бер көйө, ултырам бына.

  • Ниңәлер әс боша. Ялдамын, ә йоҡо алмай.

  • Мин дә шул хәлдәмен.

  • Бер-бер күңелһеҙ нәмә ишеттеңме әллә?

  • Юҡ.

  • Әллә ниндәй имеш-мимеш йөрөй. Асығын ғына берәү ҙә белмәй.

  • Бында ла шулай.

  • Ярай, иртәгә тағы һөйләшербеҙ әле.

  • Һау бул. Тыныс йоҡо.

Новиков менән һөйләшкәндән һуң, нисектер, тәндәрем таралып төшә башлағандай булды, башымда бер уй ҙа юҡ төҫлө, һауа тынсыу һәм сиктән тыш дымлы, тын алыуы ауырлашып киткәндәй тойолдо. Тышҡа сығып, ергә һуҙылып ятып, саф һауа һулағы килә, тик телефон янынан бер минутҡа ла китергә ярамай.

Етмәһә, Хәсәнов, штабта эшен бөтөргәс, эргәмә яйлап, йәйелеп килеп ултырҙы ла йәнә шул ярты донъяны биләп алырға тейеш булған татар дәүләте хаҡындағы хыяли фәлсәфәһен һатырға кереште. Һуғыш һәм батша хөкүмәте хаҡында ул, беҙ уйлағанса уҡ, дөрөҫ һәм етди фекер йөрөтә. Әммә артабан фекерҙәре дөм икенсе яҡҡа салыулап сыға ла китә. Сыңғыҙ хан яуҙарын ауыҙ һыуҙарын ағыҙып маҡтай, Ырымбурҙа сыға торған «Ваҡыт» газетаһын күктәргә күтәрергә керешә, Рәмиев, Әхмәт Хөсәйенов кеүек татар байҙарын Алла дәрәжәһенә күтәрә. Бәлки, ысынлап та, улар бай ҙа, мәҙәни, ҙур ҙа кешеләрҙер, ләкин ни эшләп һуң әле улар минең, фронттарҙа үлем көтөп, сиктән сығып йонсоп йөрөгән һалдаттың ғорурлығы, яҡыны булырға тейеш, ниңә мин уларға табынырға тейеш? Шәп кешеләр булғас, ниңә улар ошонда — окоптарҙа түгел, беҙҙең менән бар михнәттәрҙе уртаҡлашмай, унда үҙ байлыҡтарын арттырып, ҡорһаҡтарына май бөрҙөрөп яталар? Иртуғанов атып үлтергән Александров алпауыттан улар нимәләре менән артыҡ? Ниңә мин уларҙың батша урынына ултырыуы өсөн көрәшергә тейеш?

Хәсәнов һеләгәйҙәрен ағыҙып, сурытып маҡтаған әлеге та

329




тар байҙары, миңә ҡалһа, моғайын, беҙҙең ауыл Хафиз хажи кеүектәрҙер. Ул үҙе лә һуғышҡа барманы, малайҙарын, туған- тыумасаһын да мобилизациянан ҡотҡарып алып ҡалды. Хафиз хажи — тирә-яҡта даны сыҡҡан иң бай кешеләрҙең береһе. Ул гел генә Ырымбур, Ҡазан байҙары менән әшнәлек итә, банкылар менән генә әш йөрөтә. Мин уның ауылдашы булһам да, икебеҙ бер үк телдә һөйләшһәк тә, уның теле барыбер миңә аңлайышлы түгел. Уның йортонда миңә бөтөнләй ят булған тормош хөкөм һөрә, унда беҙ — фәҡирҙәр өсөн аңлайышлы булмаған нәмәләр хаҡында һөйләшәләр, беҙ уйлағанға ҡапма- ҡаршы фекер йөрөтәләр, аҙым һайын беҙҙе мыҫҡыллайҙар. Хафиз хажиҙың ағаһы Абдрахман старшина, имештер, хатта батшаның үҙендә ҡунаҡта булған, тип һөйләйҙәр. Был, әлбиттә, әкиәт. Хәсәнов һөйләгәндәрҙең, ул теләгәндәрҙең барыһы ла шундай уҡ әкиәт. Тик ул шул әкиәткә ышанып, шул әкиәти хыялының тормошҡа ашырына мөкиббән инанып һөйләй. Фронттарҙа ыҙа сиккән, күпме ҡандар ҡойған һалдаттың иң ҙур теләге ошо ҡәһәрле һуғыштан тиҙерәк ҡотолоу, тулы азатлыҡ алыу хыялы булғанда, беҙҙең өсөн ят булған шул байҙарға маҡтау йырлау бары нәфрәтте генә арттыра. Хәсәновты баштараҡ яҡын күреүем хәҙер инде уға ҡарата асыуға әйләнде.

Мин шунда һиҫкәнеп киттем. Полктарға еткерер өсөн командованиеның телефонограммаһын килтереп бирҙеләр. Бына нәмә яҙылғайны унда:

«Бөтә полк, батальон, рота командирҙарына.

Баш командование штабынан шуны тәҡдим итәләр: түбәнге чиндар менән мөғәмәлә итеүҙә һаҡ булырға. Был бойороҡтоң мәғәнәһе хаҡында өҫтәмә рәүештә йәшерен пакеттар менән хәбәр ителер. Аң булығыҙ.

Дивизия нач:альнигы генерал-майор КУЧИН».

Телефонограмманың йөкмәткеһе менән танышып сыҡҡас, мин һөр полк штабына шылтыратып, телефонограмма ҡабул итергә әҙерләнергә ҡушып сыҡтым. Барыһына ла бер юлы әйтеп яҙҙырырға тотондом:

«...түбәнге чиндар менән мөғәмәлә итеүҙә һаҡ булырға». Был һүҙҙәрҙе әйтеүгә, күрәһең, барыһы ла аптырап ҡалдылар. Берәүһе ҡайтарып һораны:

  • «Түбәнге чиндар менән мөғәмәлә итеүҙә һаҡ булырға». Дөрөҫ яҙғанмынмы?

  • Дөрөҫ.

Шунда мин трубканан:

  • Ҡара әле, һин унда шаярыуыңды ташла! — тигән хырылдауыҡ тауыш ишеттем.

  • Нимә әйтәләр — шуны яҙығыҙ! — тип ҡоро гына итеп өҙҙөм дә артабан әйтеп тора башланым.

330




Башҡаса төпсөнөүсе булманы, мин тапшырыуҙы дауам иттем. Телефонограмма бирелеп бөткәс, трубкала төрлө ерҙән бышылдашыуҙар, шым ғына шырҡ-шырҡ килеүҙәр ишетелеп торҙо. Мин телефонограмманы ҡабул итеүселәрҙең фамилияларын һорашып сыҡтым. Һуңгы булып Новиков яуап бирҙе һәм тулҡынланған тауыш менән һораны:

  • Бин ысын телефонограмма бирҙеңме әллә шаяраһыңмы? Минең башҡа һыйып бөтмәй әле был. Бында нимә лә булһа бар, тоҡтомалдан булмаҫ. Бин, моғайын, айышын беләһеңдер әле, ә? Әйт инде!

  • Юҡ, дуҫҡай, телефонограммалағынан башҡа, бер ни ҙә белмәйем.

Тағы бышылдашыуҙар. Берәү ҙә трубкаларын һалып ҡуйырға ашыҡмай, минең тағы ла берәй нәмә өҫтәп әйтеүемде көтәләр булһа кәрәк.

Беҙҙең дивизия был мәлдә алғы һыҙыҡта булмағанға күрә, төнгө сәғәт ун икенән һуң телефонда һөйләшеүҙәр туҡтатыла. Бик һирәк кенә мөһим оперативный сводкалар ҡабул итергә тура килә. Хатта сәғәт иртәнге биштәргә тиклем ятып йоҡлап торорға ла мөмкин була. Ләкин бөгөн ҡабул ителгән һуңғы телефонограмма минең йоҡомдо тамам ҡасырҙы. Уны тапшырып бөткәс, мин үҙемде юлға сығырға әҙерләнгән кеше кеүек тоя башланым; ҡайҙалыр ашығам, ә ҡайҙа ашыҡҡанымды үҙем дә белмәйем. Аш килтерҙеләр, ул тамағыма аш булып түгел, таш булып бара. Асыҡҡанмын да төҫлө, ә киндер майы менән әҙерәк сылатылган ҡарабойҙай бутҡаһы алҡымымдан һис үтмәй. Башымдан әлеге телефонограмма һис китмәй. «Тоҡтомалдан бындай телефонограмма бирмәҫтәр». — Мейемдә гел Новиков әйткән шул һүҙҙәр ҡымйый. Бик ныҡ йонсоғанмын шикелле, артығын уйлағы ла килмәй.

Килтерелгән ашты иллә-алла тамамлағас, бер көрөшкә һыуҙы шабырлатып эстем дә, ҡулдарым ҡалтырай-ҡалтырай, тәмәке төрөргә тотондом, ҡомһоҙланып тарттым. Бер-ике мәртәбә ҡаты итеп һурғас, баш етеҙерәк эшләй башлаған шикелле булды. «...Түбәнге чиндар менән мөғәмәлә итеүҙә һаҡ булырға...» Хәҙер аңлайышлыраҡ был һүҙҙәр. Моғайын, армияла берәй мөһим үҙгәреш булғандыр; бәлки, тәхеттең берәй мөйөшө кителгәндер... Ә шулай булғанда ла... Артабан эштәр ҡайһылайға китер? Быныһы, йәнә килеп, башҡа һыймай.

Башым тубал кеүек. Бүтәнсә бер уй ҙа һыйырлыҡ түгел.

Бар донъя усым төбөндә, мин бар кешене лә күреп торам. Улар ҡуҙғалалар, мейеләрен ҡыбырлаталар, шатланалар, ҡайғыралар, нимәлер эшләйҙәр, көңгөр-ҡаңғыр килеп һөйләшәләр, эләгешеп китәләр, һуғышалар, ҡан ҡойошалар. Улар араһында төрлөһө бар: бәләкәйҙәре бар, ҙурҙары бар; томаналары бар, ғалимдары бар; аҡыллылары бар, ахмаҡтары бар; сабый кеүек саф күңеллеләре бар, йыландай мәкерлеләре бар... Улар бер-бе-

331




реһен беләләр... Шулай ҙа йәнәш йәшәйҙәр... Ҡайһы берҙә, белмәмешкә һалышып, күҙ йомалар... Йыртҡысты таяҡ менән ҡотортоп ырылдатмауым хәйерлерәк, тип иҫәпләйҙәр... Тик йыртҡыс барыбер уларҙы бер килеп быуа... Шуға күрә йыртҡысты йә тәүҙә үк юҡ итергә, йә ситлеккә ябырға кәрәк...

Кисә генә миллиондар өсөн ҡот осмалы йәшен булған баш командование һалдаттар менән яҡшы мөғәмәлә итергә саҡыра. Тигенгә түгел был. Күрәһең, йыртҡыстың ҡойроғона баҫҡандарҙыр...

ЕГЕРМЕ ИКЕНСЕ БҮЛЕК



Бөгөн көн бигерәк йылы, елдең әҫәре лә юҡ, шундай сыуаҡ. Ьалдаттар, әйтерһең, туйға йыйыналар: кейемдәрен тыры- шып-тырышып йыуалар, төймәләрен йылтлатып таҙарталар, йөҙ түбән ятып, ҡәләмдәрен төкөрөкләй-төкөрөкләй, хат яҙалар, картуф бешерәләр, сәй ҡайнаталар... Әллә көн матурлығы, әллә башҡа бер сәбәп уларҙың болоҡһоған күңелен күтәргән дә ебәргән. Йәмерәйгән йөҙлөләрҙе бөгөн күрермен тимә; тик һәр береһе һаҡ һәм етди.

Украина яҙы кешеләрҙең ҡандарын ҡуҙғатҡан, уларҙың күңелен бик ныҡ күтәреп ебәргән. Ҡояш бейектән тура ҡарай, һөр тарафта шигранә тынлыҡ. Кешеләр уйсан, кешеләр бөгөн нескә күңелле һәм һаҡ; һүҙҙәр үлсәүле һәм мәғәнәле; кешеләр бөгөн бер-береһенә айырата иғтибарлы; кешеләр тыныс ҡына борсоу. Ьәр кем үҙ шөғөлөнә бирелгән. Ьәр кемдең эше айырым. Уйҙар бер. Яй ғына, танау төптәренән генә моң сыға башланы. Икенсеһе ҡушылды, өсөнсөһө... Көй таныш та, нимәһе менәндер яңы ла... Бәлки, ул мең мәртәбә йырланған, меңәрләгән дөм иҫке моңдор; тик бөгөн ҡолаҡ ҡына уны яңыса ишетергә яйлашҡан, ахыры... Эйе, тәхеттәр күп, улар көн һайын йәшәй, хөкөм һөрә, ләкин улар көн Һайын тетрәмәй, көн һайын кителмәй... Беҙ аңра һарыҡтар көтөүе түгел хәҙер. Ирекле көндән «түбән чиндарға һаҡ мөғәмәлә...» тигән шәфҡәтте һығып сығарырһың игелекһеҙ, сырайында миһырбан нуры булмаған батшалыҡтан!

...Әүәлге йыр... Ул аҡрынлап көсәйә... Тик ул һис тә элеккегә оҡшамаған... Көрөрәк тә, сафыраҡ та булып көсәйә, хистәр тулҡыны мулыраҡ унда. Бөгөн йырҙа көс бар, аһәң бар; үлемгә дусар ителгәндәр йырында үлемде еңеү ауазы ишетелә башланы. Ьүҙҙәр ҙә, моң да шул уҡ, тик унда:

  • Мин — кеше! — тигән оран асыҡ ишетелә.

Яҙғы тын иртәлә, ғәҙәттән тыш иртә килгән яҙғы иртәлә, йыр яңғырай. Уның һәр ауазынан:

  • Мин — кеше! — ғорур булып ишетелә.

Ябай йыр түгел был, кисә ишеткән ҡәҙимге моң түгел был.

  • Мин — кеше!

332


Әйтерһең, кеше бары бөгөн генә үҙенең кеше икәнен белеп алған.

  • Мин — кеше!

Ьәр кем бөгөн шуны әйтергә теләй, бар донъянан үҙенең кешелек хоҡугын таныуҙы даулай. Ул үҙ иркенең, үҙ ихтыярының хужаһы булырға теләй.

Мин бөгөн ауылға хат яҙҙым. Хатымды конвертҡа һалып, йәбештерер алдынан, уны ҡабат уҡып сыҡтым да уйға ҡалдым. Әүәлге хаттарым бик ябай булған икән: иҫәнлек-һаулыҡ, күп- күп сәләм һәм вәссәләм. Йөрәгемде ҡушып яҙған беренсе хатым икән шул быныһы. Быға тиклем мин һуғышта күргән ыҙаларҙы хатымда һис тә күрһәтмәҫкә тырыша инем. Ә бөгөн бөтә хистәремде, бер тамсыһын да ҡалдырмай, хатыма мөлдөрәмә итеп түккәнмен дә һалғанмын. Уҡып илашырҙар инде. «Ьал- даттар тамам хәлдән тайған, миктәгән, уларҙың бар теләге — һуғыштың бөтөүе, тыуып-үҫкән илдәргә тиҙерәк таралышыу. Тотоп тыйғыһыҙ теләк менән улар өйҙәренә ҡайтырға ашҡыналар. Тик беҙ ғәзиздәрегеҙгә, күрәһең, тағы ла бер күркәм яҙҙы окоптарҙа уҙҙырырға насиптыр, ә окоптар — ҡан менән тулы һаҙ. Эй ҡәҙерлеләрем, ауыр ҙа һуң һалдат яҙмышы!..» Хатым тотошлай ошондай һүҙҙәр менән тулы ине. Уны ебәрәһеме, юҡмы, тиеп, оҙаҡ баш ваттым. Ахыр сиктә, йыуатыу һүҙҙәре ялғап ҡуйырға тигән уйға килдем: «Оҙаҡ ҡалманы шикелле инде. Ҙур үҙгәрештәр булыр самалы. Уныһын үҙегеҙ ҙә тоя торғанһығыҙҙыр. Шулай булғас, һуғыш, ҡан ҡойош та әллә нигә ырамаҫ. Насип итһә, беҙ меҫкендәрегеҙ ҙә геүләшеп ҡайтып төшөрбөҙ әле. Изге теләктә булығыҙ. Яҙғы һабан туйҙарында бергә булырға яҙһын. Амин...»

Хатымды һалып ҡайтып килгәндә, Индрил ға тап булдым. Ул, оҙон боттары менән ҙур-ҙур аҙымлап, миңә ҡаршы ашығып килә ине. Ул бөгөн бик үк ыҫпай түгел, сәсе тырпайған, ә бите йылмайыуҙан йәйелгән. Миңә төртөлә яҙып туҡтағас, ул, башта бер һүҙ ҙә әйтә алмаған төҫлө, тәрән тын алды; ҡулымды оҙаҡ ебәрмәй ҡат-ҡат ҡыҫты; әйтерһең дә, инде нисә йылдар күрешмәй тороп, үлеп һағынышҡанбыҙ.

  • Булат дуҫҡайым, бөгөн ниндәй төштәр күрҙең?

  • Үлгән кеүек йоҡланым. Төш күрергә форсат булманы.

  • Ә мин телефон аппараты янында саҡ-саҡ аҡылымдан яҙмай ҡалдым.

  • Ни булды ул хәтле?

  • Ьуң үҙең ишетмәнеңме ни? Донъя тетрәткес хәлдәр булып ята бит. Петроградта ҙур үҙгәрештәр булырға тейеш. Ни булғанын атап ҡына әйтә алмайым — штабта уны һаман тәрән сер итеп һаҡларға тырышалар. Бөгөн мин полктарға бер нисә телефонограмма ебәрҙем. Ни булырын асыҡ ҡына итеп әйтмәйҙәр, әммә офицерҙарҙы шул үҙгәрештәргә әҙерләйҙәр.

  • Бәлкем, солох булыр?

333




  • Ул ғына булмаҫ. Ҙурыраҡ нәмә булыр төҫлө Петроград- та. Телеграммаларҙың тел төбөнә ҡарағанда, тәхет түңкәрелер, ахыры.

  • Әллә батшаны төшөрҙөләрме икән, юғиһә?

  • Әйтеүе ҡыйын, әммә эштәр шул тирәгә барғанға оҡшай.

  • Улайһа, һуғыш бөттө тигән һүҙ бит инде!

Индрил минең ике ҡулымды ла ҡармап тотоп алып, ҡаты итеп ҡыҫып һелкте.

  • Әйҙә полкка — Новиков янына киттек, — тине ул, дәртләнеп.

  • Киттек.

Индрил бик шәп атлай, мин уға саҡ-саҡ эйәреп барам. Штаб янында беҙҙең ҡаршыға Хәсәнов тап булды. Ул, мине туҡтатырға теләп, ҡулы менән ымланы. Моғайын, бөтә Көнсығышты табаны аҫтында тетрәтеп торасаҡ татар ханлығын яңынан ҡайтарыу хаҡындағы хыяли уйҙарын тағы ла бер мәртәбә һөйләргә теле ҡысып торалыр. Һуңғы телефонограммалар уны тап бына шуға мөмкинлек тыуыуы менән һөйөндөрәләр.

  • Ваҡытыбыҙ юҡ. Күрәһең бит, ҡабаланабыҙ, — тип ҡысҡырҙым мин уға, артыма әйләнеп. Ул беҙҙе, йөҙөн йәмрәйтеп, иренен мыҫҡыллы ҡыйшайтып, оҙатып ҡалды.

Мин үҙемдә ғәҙәттән тыш еңеләйеү һиҙәм, аяҡтарым мине үҙҙәренән-үҙҙәре алып баралар, улар ергә лә теймәгән һымаҡ. Хатта ағастар ҙа беҙҙең ыңғайға ҡайҙалыр ашығалар төҫлө. Беҙ, йөрәгебеҙҙә урғылған хистәребеҙгә, елкендергән уйҙарыбыҙға ҡолаҡ һалып барғандай, шым гына атлайбыҙ. Юлыбыҙҙа осраған һалдаттар, ылауҙар, һыбайлылар беҙҙең иғтибарыбыҙҙы үҙҙәренә һис йәлеп итә алмайҙар. Тиҙерәк, тиҙерәк дуҫтарыбыҙҙы табып, күңелдәребеҙҙән эркелеп ташып барған яңылыҡтар, уй-тойғоларыбыҙ менән уртаҡлашҡы килә.

Бөгөн ҡояш та, ҡыҙыулығы мөлдөрәмә артылып барғандай, йылы нурҙары менән ерҙе йомарт ҡойондора. Уның сағыу яҡтылығынан һәм яғымлы иркәләүсән йылыһынан баштағы уй-хыялдар тағы ла яҡтыраҡ, матурыраҡҡа әйләнә, йәйғорҙай булып үҙенә мауыҡтыра, алға әйҙәй. Шуға ла беҙ, шатлығыбыҙҙы, бәхетебеҙҙе ҡаршыларға барған кешеләрҙәй, талпынып, елкенеп алға атлайбыҙ.

Икенсе китап бөттө.




ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Шиғырҙар

Шинель 3

Ҡан баҙары 3

Сумка 5

Атлан, батыр 6

Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә 6

Хыял һәм тормош 7

Хикәйәләр

Бәләкәй Ҡотош . 9

Тимеркәй фәлсәфәһе 22

Драма

Ҡарағол 34

Роман

Ҡан 57


Учебное издание Даут Юлтый ИЗБРАННЫЕ ПРОИЗВЕДЕНИЯ

(на башкирском языке)

Составитель И. А. Шарапов

Редакция мөдире С. М. Рәхимова Мөхәррире 3. М. Ғәлишина Рәссамы һәм биҙәлеш мөхәррире Ф.Ф. Ислахов Техник мөхәррире В. Р. Абдрахманова Корректорҙары А. X. Баязитова, А. X. Хәкимова

Баҫырға ҡул ҡуйылды 10.09.07. Форматы 60x90 1/16. Офсет ҡағыҙы. Мәктән гарнитураһы. Офсет ысулы менән баҫылды. Шартлы баҫма таб. 21,0+0,25 фора. Шартлы буяу отт. 22,5. Иҫәп-баҫма таб. 21,22+0,45 форз. Тиражы 20900 дана.

Заказ № 1.0122.07.

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан «Китап» нәшриәте» дәүләт унитар предприятиеһы.

450001, Өфө, Левченко урамы, 4а.

Башҡортостан Республикаһының «Өфө полиграфкомбинаты» дәүләт унитар предприятиеһы.

450001, Өфө, Октябрь проспекты, 2.





Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет