Һаҡау — тамаҡ аҫты шешеп, танауынан ҡан килтерә торған йоғошло йылҡы ауырыуы.
38
Таңсулпан (уҙ алдына). Һөйөндөктәр киләләр, Һөйөндөктәр киләләр! (Йүгереп тирмә артына китеп юғала.)
Ҡыраубикә. Ул Ҡәҙерша тигәнең кем балаһы?
Ҡарағол. Ул — Ғәҙелша ҡарт балаһы. Ҡыпсаҡ ырыуынан. Шул ырыуҙың бер батыры инде.
Ҡыраубикә. Балам, улар төнгә ҡарай ниндәй йомош менән йөрөйҙәр. Әллә берәй кәңәш-фәлән бармы?
Ҡарағол. Юҡ, әсәй, былай ғына.
Ҡыраубикә. Былай ғына булһа, ярай инде. (Китә башлай, әйләнеп килә.) Ҡара әле, балам, анау Әпкәләй тигәндәре Ишемғол ҡарттарға килеп туҡтаны. Мин үткәндә, һаман һинең менән булашҡаны ҡолағыма салынды. Етмәһә, беҙҙең Таңсулпанға өмөт һалып йөрөй, тип һөйләйҙәр.
Ҡарағол (күтәрелеп). Әпкәләй, Таңсулпанғамы? (Ирония менән көлә.)
Ҡыраубикә. Яусы ебәрәм, үҙе бирмәһә, закон менән ҡурҡытып алам. Мин Ҡарағолдоң ниндәй эш менән йөрөгәнен беләм, тип әйтә, ти.
Ҡарағол (үҙ алдына). Бына ни һөйләй бит ул! Шул әҙәм аҡтығы, шайтан күләгәһе Ҡарағолдоң ҡыҙын һораһын, имеш! Һин уның телен ҡара! Ул шуның менән әллә кемдәрҙе ышандыра бит! Бөтә йортто болғап йөрөй бит ул! Ысынлап та ул шул һүҙҙе әйтәме икән?
Ҡыраубикә. Ат аҡтығы илгә бүре килтерә, тиҙәр, балам, уҫаллыҡҡа тәһәрәт кәрәкмәй ул. Йорт эсендә тынысһыҙлыҡ тыуып тора. Һин, балам, бик ҡыҙыу ҡанлыһың, берүк инде шундай эштәргә ҡатыша күрмә!
Ҡарағол. Бына минең ҡаным шул тиклем ҡайнай, ул Әпкәләй тигәндәрен хәҙер үк барып өҙгөләп ташлағым килә! Әгәр ҙә ул шул һүҙен һөйләп йөрөй торған булһа, мин уны хәҙер үк быуып ырғытам!
Ҡыраубикә. Балам, эт менән эт булма. Бер аҡҡа ҡара төшһә, унан арыныу ҡыйын булыр. Хәҙер хөкөм бик ауырайҙы бит, балам.
Ҡарағол. Инде, әсәй, Әпкәләйҙе лә өҫкә баҫтырып тороп булмаҫ!
Мозой йүгереп инә. Ҡыраубикә сығып бара. Шул ваҡыт Ҡырауби-
кәгә бәрелә.
-
күренеш
Ҡыраубикә. Абау, шаталаҡ, күҙемде сығарырһың бит! Әҙәм төҫлө йөрөһәң ни була?
Мозой. Инәй, берүк асыуланма инде! Яңылыш булды. Ысынлап та минең күҙемә аҡ-ҡара күренмәй. (Ҡарағолға.)
39
Йә, Ҡарағол ағай, әле һин һаман да бында тораһың икән. Мин... (Ҡыраубикэгә ҡарап, һүҙен әйтеп бөтөрмәй.)
Ҡыраубикә. Бөгөн һеҙгә ни булған?! Ҡарағол, һин арығанһыңдыр, инеп һыуһын эс, ҡунаҡтарың килгәнсе, ял итеп ал. (Сыға.)
Ҡарағол. Йә, ни бар?
Мозой. Ьаҡ булырға кәрәк. Был Әпкәләй тигәндәре шымсылап йөрөй икән! Ни ҙә булһа, бер нәмә һиҙеп маташа торғандыр.
Ҡарағол. Ул шымсылап әллә ни ырата алмаҫ. Бөгөн бында, Ҡәҙершаларҙан башҡа, Вася тигән крәҫтиән егете лә килмәксе ине. Ьин Айсыуаҡҡа әйт, ул килә ҡалһа, ҡараңғы төшкәнсе Айсыуаҡта тороп торһон.
Мозой. Ҡарағол ағай, ул Әпкәләй шул төҫө, ҡиәфәте менән беҙҙең Таңсулпанды телләп маташа икән!..
Ҡарағол. Беләм, беләм, ишеттем. Хәҙергә һөйләһен әле...
Мозой. Ярар, ул ваҡытта мин китәйем әле. (Китә.)
-
күренеш
Ҡарағол (яңғыҙы). Бына нисек улар йөрәкте ағыулайҙар бит! Бына нисек улар һинең намыҫыңдан көләләр бит! Ишмырҙа кантондың үҙе талағаны, йортто хурлағаны етмәгән, Әпкәләй кеүек шайтан шәүләләрен өҫкә ебәрә бит! Быға нисек итеп түҙеп торорға?! Әпкәләй... Йә, Әпкәләй ҙә килеп, һинең йортоңда һүҙ һөйләп йөрөһөн! (Йөрөй, ғасабилана.) Юҡ, былай булһа, түҙер хәл ҡалманы! Бөгөн үк эш ҡуҙғатырға кәрәк. Бөгөн үк, ни булһа ла, берәй ҡылыҡ ҡылырға кәрәк!.. (Йөрөй.) Табаныбыҙ аҫтынан ерҙәребеҙҙе тартып ала башланылар. Үҙ ерҙәребеҙҙән үҙ малдарыбыҙҙы ҡыуа башланылар. Ысынлап та, уйлап торһаң, шунан башҡа сара ҡалмай бара бит инде!.. (Уйланып тора, унан һуң артына ҡарай.) Ниңә былар оҙаҡлап киттеләр? Ҡараңғы төшөңкөрәһен тип торалармы икән? Улар килгәнсе, бер аҙ ял итеп торорға кәрәк. (Инеп китә. Әҙ генә ваҡытҡа сәхнә буш ҡала.)
X күренеш
Ҡә ҙ ерша (бик эре атлап алға килеп баҫа). Әле мин юл буйына шуны уйлап килдем. (Һөйөндөк менән Яланғөл алдына килә лә.) Мин әйтәм, ысынлап та, беҙ башлаһаҡ, бөтә йорт беҙҙең арттан ҡуҙғаласаҡ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, һеҙ... мин... шулаймы? Ил ҡарттары беҙҙең һүҙҙән сыҡмайҙар бит.
Тегеләр. Эйе, эйе, дөрөҫ.
40
Ҡәҙерша. Әле мин Ҡарағолдоң тупһаһына килеп баҫҡас, уның кисәге һүҙенә тамам ышандым. Бына уның шул һүҙенә ҡеүәт итеп Васяны алайыҡ. Бөтә рус крәҫтиәне Вася тип үлергә тора. Был тирәлә башҡа ғәскәр көсө юҡ. Үмер буйындағы абжурнай команда беҙгә бер кислек эш!
Көйөндөк. Ҡәҙерша уҙаман, сисенгән һыуҙан таймаҫ, тиҙәр. Бола ҡуҙғатыу бер беҙҙән түгел, ата-олатанан була килгән эш.
Я л а н г о л. Ҡарағол өйҙәме икән?
Шул ваҡыт Вася менән Мозой килә.
Мозой. Бына Ҡарағол тирмәһе.
Тегеләр (күмәк тауыштан). Вася, Вася! Беҙ һине килгәндер, тип тора инек әле.
Вася. Кеҙ ҙә яңы ғынамы?
Тегеләр. Килеп төшөп кенә торабыҙ. (Ҡарағол сыға.)
Ҡарағол. Ниндәй тауыш тиһәм, һеҙ килгәнһегеҙ икән. Йә, иҫәнме, һаумы, ҡустылар? (Күрешәләр.)
Ҡәҙерша (көлөп). Кинең тирмәң кантон штабына оҡшап китте. (Көләләр.)
Ҡарағол (шым ғына). Егеттәр, бында күҙгә-башҡа күренеп тормағыҙ, әйҙәгеҙ тирмәгә, бында шымсылар йөрөй... Каҡ булырға кәрәк... Унда һөйләшербеҙ. (Барыһы ла инәләр. Ҡарағол м,енән Ҡәҙерша ҡалалар.)
Ҡәҙерша. Бына шул була инде...
Ҡарағол (Ҡәҙершаға яҡын килеп). Йә, Ҡәҙерша, был кешеңдең артҡы уйы-фәләне юҡмы икән? Ышаныслымы икән?
Ҡәҙерша (бик ышаныслы тауыш менән). Мин әйткәнсә!
Ҡарағол (уйланып). Шулай булһа, ярай ҙа.
Ҡәҙерша. Беҙҙең эшебеҙ абжурнай команда менән генә бөтмәҫ бит. Беҙ Иван Ивановичтың имениеһын да туҙҙырырға тейешбеҙ. Вася баяр имениеһының бөтә ҡатмарын белә. Ул баяр имениеһынан ҡыуылған, ҡасҡан кеше. Ул баяр имениеһына үсле кеше. Бөтә крәҫтиән уны күҙ өҫтөндә ҡаш кеүек итеп тота. Ул үҙе урмандарҙа, тау араларында ҡасып, яңғыҙ йөрөһә лә, крәҫтиәндәр уның ҡайҙа баҫҡанын белеп торалар. Ул беҙҙең юл кешеһе.
Ҡарағол (төҫөнә шатлыҡ сығарып). Ысынлап та шулай булһа, беҙҙең эш бик уң булыр! Булды... булды... мин һиңә ышанам, Ҡәҙерша... Әйҙә, инәбеҙ. (Мозой ҡаршы сыға.)
Мозой. Йә, ағай, ни эшләйбеҙ?
Ҡарағол. Хәҙер ҡымыҙ, аш килтерегеҙ! (Ҡарағолдар тирмәгә инәләр, Мозой тирмә артына инеп юғала.)
41
-
күренеш
Вася {яңғыҙы). Бөгөн минең бөтә иҫке уйҙарым емерелде. Мин ошо көнгә тиклем христиандан бүтән халыҡҡа дин дошманы тип ҡарай инем. Донъялағы бөтә афәттәрҙе1 шуларҙан ғына күрә инем, антихрист, вәхши тип ҡарай инем. Бөгөн мин бөтөнләй үҙгәрҙем. Улар ҙа беҙҙең кеүек ҡыҫылалар, иҙеләләр, хур ителәләр. Уларҙа ла ирек теләгән яҡшы йөрәк бар. Бөгөн улар миңә шул тиклем яҡындар, туғандар! Үҙемдең крәҫтиәндәрем кеүек туғандар. Ҡарағолдоң осҡон сәскән күҙҙәре, ялҡын һипкән йөрәге минең йөрәгемә һүҙһеҙ ҡушылды. Ах, әгәр ҙә бөтә диңгеҙ тулҡындары бөгөн минең йөрәгем кеүек көслө типһәләр ине!.. Мәңге тулҡын ярып ултырған ҡая таштар селпәрәмә килерҙәр ине. Эгәр ҙә янар тауҙар минең күкрәгем менән һулыш алһалар ине, минең ихтыярымды быуған бөтә таш стеналар, кәлгә әйләнеп, күккә осорҙар ине! (Шул ваҡыт тирмә эсендэ оҙон көйгә тартылған моңло ҡурай тауышы яңғырап китә. Вася ул тауышҡа шашып ҡала ла тирмә эргәһенә килә.) Был ниндәй тауыш? Был тауыш әллә ҡайҙан, алыҫтан, йөрәктең иң тәрән, ҡайғылы еренән килгән кеүек. Мин йөрәктән ҡайғы менән аҡҡан бындай тауышты беренсе ишетәм. Гүйә, бында, минең йөрәктә, йырлай төҫлө тойола. Гүйә, бында минең Наташам да ҡайҙалыр, ҡараңғы мөйөштәрҙә, ҡараңгы урман араларында илай төҫлө тойола! Мин үҙем дә ҡараңғы, елле, шомло төндәрҙә, урман араларында яңғыҙым ҡунған саҡтарҙа, ҡолағыма ошондай өндәр ишетелә торғайны. Шул ваҡыт минең ауыр тойғоларға күмелгән йөрәгем азатлыҡ, яҡтылыҡ теләп ашҡына торғайны. Бөгөн мин кешелек йөрәген аңланым... Бөгөн мин улар менән азатлыҡ өсөн көрәшкә сығам. Эй, дуҫтар, уйнағыҙ шуны, бөгөн мин һеҙҙең менән. (Тирмә ишегенә ынтыла, ҡурай тауышы дауам итә, сәхнә ҡараңғылана, аҡрын ғына шаршау төшә.)
ИКЕНСЕ ШАРШАУ
Шул уҡ Ҡарағол төйәге. Кис. Тирмәнең арт яғында усаҡта баҙлап ут күренә. Икенсе яғында ағаслыҡ.
-
күренеш
Әпкәләй (ағаслыҡ араһынан сыға). Бында ни булһа ла бар!.. (Бөкрәйеңкерәп атлап, тирмә эргәһенә килә. Тыңлай.) Эйе, эйе, шулай... Әйттем дә шул! (Уйланып тора.) Былар
1Афәт — бәлә-ҡаза, бәхетһеҙлек.
42
кемдәр булыр икән? Аттары был яҡтыҡына оҡшамай. Ҡайҙан да булһа ситтән килгәндәрҙер. Былар тиктәҫкә килмәҫтәр... Былар ни ҙә булһа берәй әтлек уйлап йөрөй торғандарҙыр. Ҡарағолға йүнле кешеләр киләме һуң!.. (Ҡамсыһын һелтәп.) Туҡта, туҡта, алыҫҡа китә алмаҫһығыҙ!.. Әпкәләй башында хикмәт бар... Белер ул... Ҡалайтып ҡына һуң уларҙы күрергә? Яҡын барырға мөмкин түгел. Әгәр ҙә Ҡарағол һиҙеп ҡалһа, ул бөркөт кеүек ташланыр ҙа быуа ла башлар. Тиҙерәк китергә кәрәк... Ярар... (Әкрен генә китә.)
-
күренеш
Ҡарағол (күккә ҡарап). Таң да яҡындыр инде. Беҙ бында көндөҙгә ҡалмайыҡ. Кеше күҙенә күренергә ярамай. Бигерәк Васяға ярамай. (Тағы күккә ҡарай.) Болоттар ҙа ҡуйырып, ел сығып тора. Ямғыр яуыр, ахыры.
Ҡәҙер ш а. Беҙҙең өсөн иң һәйбәт төн. Бүреләр йөрөй торған төн. Вася бүреләр менән күп йоҡлаған кеше. Шулаймы, дуҫ?
Вася. Бындай төндәрҙә бәләкәй уттар ҙа алыҫтан ҙур, ҡурҡыныс булып күренәләр. Әле был ҡараңғы төндө күргәс, минең башыма шундай иҫәр бер уй төштө: әгәр ҙә беҙ ошондай ҡараңғы төндө Иван Иванович имениеһына ут һалһаҡ, унан лаулап сыҡҡан ут шәүләләре ҡайҙа тиклем күтәрелер икән, дуҫтар?
Яланғол. Улмы, ул бөтә тирә-яҡты ҡып-ҡыҙыл шәүлә итер.
Ҡәҙер ша (көлә). Был һүҙең күңелемә оҡшай, Вася... Минең башым ҡымыҙ менән дә иҫергән. Ә был һүҙҙәрең мине тамам иҫерттеләр. Ысынлап та, шул уттар минең күҙеме хәҙер үк күренә башланылар.
Ҡарағол (алға сығып). Шулай... Яҡшы һүҙҙәр улар... Ул һүҙҙәр бер беҙҙең генә йөрәктәрҙә түгел, бөтә йорттоң йөрәгендә ҡайнай. Халыҡ көҙгө ҡылған кеүек дөрләп янырға, тоҡанырға тора. Бөгөн Васяны күргәс, уның менән аңлашҡас, минең был уйҙарым тағы ла дөрөҫкә сыҡтылар.
Ҡәҙер ш а (йөрөй). Бына шул һүҙҙәрегеҙ йөрәгемде елкендерә бит!
Ҡарағол (Мозөйға ҡысҡыра). Мозой, Мозой!
Мозой (йүгереп тирмәнән сыға). Йә, ни бар?
Ҡарағол. Хәҙер үк айғырыңды мен, Айсыуаҡҡа бар. Ул әҙер торһон. Хәҙер беҙ уға барып етербеҙ.
Мозой. Хәҙер. (Китә.)
Вася. Мин хәҙер тамам ышандым, һеҙ ҙә минең кеүек кеше икәнһегеҙ. Мин һеҙгә шуны әйтәм: мин баяр балаһы түгел. Мин — крәҫтиән балаһы. Мин йәштән зирәк булған
43
мын, йырға оҫта булғанмын, шуға күрә мине баярҙар уҡытҡандар. Мин күп уҡыным. Күп донъя күрҙем. Күп аҡыллыларҙың һүҙҙәрен ишеттем. Шуға күрә лә мин баяр һарайында уйынсы, йырсы булып ҡына ҡала алманым. Мин һаман үҙ туғандарымды — крепостной крәҫтиәндәрҙе яҡын күрҙем. Шулар араһына киттем. Шулар өсөн мин имениеның управляющийын үлтерҙем. Ҡастым... Хаҡлыҡ эҙләнем. Ул хаҡлыҡ тигән нәмә көрәшмәйенсә табылмай икән. Уның өсөн беҙ башлап көрәшергә тейешбеҙ икән. Бөгөн мин һеҙҙә шул хаҡлыҡты күрҙем. Бына, беҙ барырбыҙ, беҙҙе күрер ҙә беҙҙең арттан бөтә йәберләнгән халыҡ күтәрелер. Шулай түгелме, дуҫтар?
Күмәк тауыш. Шулай, шулай, Вася!..
Ҡарағол (барыһына ла). Йәгеҙ, ҡустыларым, ваҡыт уҙмаһын. (Яҡ-яғына ҡарана). Бәй, Һөйөндөк ҡайҙа? Ул ҡайҙа китеп юғалды?
Яланғол. Аттар янында булыр. Һөйөндөк! Һөйөндөк! (Һөйөндөк йүгереп сыға.)
Һөйөндөк (ҡаушаған ҡиәфәт менән). Бәй... Һеҙ йыйынған да икәнһегеҙ, мин ни төптө абайламай торам!
Ҡарағол. Әйҙәгеҙ, аттарығыҙға менегеҙ! (Вася, Яланғол, Һөйөндөк китәләр. Ҡәҙерша менән Ҡарағол ҡала.)
ДҮРТЕНСЕ ШАРШАУ
Кис. Төрмө эсе. Өс камера күренә. Беренсеһендә — Ҡарағолдар, икенсеһендә — крепостной крәҫтиәндәр, өсөнсөһөндә — Наташа яңғыҙы. Шаршау асылғанда, Ҡарағолдар камераһында Ҡарағол менән Вася ғына күренә. Һөйөндөк, Яланғол, Йортбағ ы ш - тар ер аҫтында булалар.
-
күренеш
Вася (Ҡарағолға). Бер яҡтан, беҙҙең эш бөтөүгә яҡынлашһа, икенсе яҡтан, беҙгә үлем сәғәттәре лә яҡын һуғалар. Бөгөн кис беҙ ҡорған планды нисек кенә булһа ла еренә еткерергә кәрәк.
Ҡарағол. Уны мин дә шулай уйлап торам, Вася. Мин әле һаман шуға үкенәм. Әгәр ҙә беҙ иң тәүҙә Керән урманына киткән булһаҡ, быларҙың ҡулдарына төшмәгән булыр инек. Беҙ Ҡайынлығолда ҡалып, харап булдыҡ.
Вася. Ҡорған план барып сыҡманы шул! Беҙ Ишмырҙаларҙан үс алабыҙ тип, шулай һуңлап киттек бит!
Ҡарағол. Беҙ уларға унан тороп та еткерер инек инде. Бында һеҙҙең кирелегегеҙ уңайһыҙланы.
44
Вася. Дөрөҫ, хаталыҡ беҙҙә булды. Үткәнде кире ҡайтарып алыуы ҡыйын инде ул. Әйҙә, алдағы өсөн ҡайғырайыҡ әле!
Ҡарағол. Шулай, Вася, үткән эштән төш яҡшы, тиҙәр. (Икеһе лә уйға ҡалалар. Пауза.)
Вася. Һин Ҡәҙерша тураһында ни уйлайһың?
Ҡарағол. Ҡәҙерша тураһында?
Вася. Эйе... Ул шулай уҡ беҙҙең турала оноттомо икән, тим.
Ҡарағол. Әгәр ҙә Ҡәҙерша ҡулға төшмәһә, ул ете диңгеҙ ҡыҙырып булһа ла, беҙҙе ҡотҡарырға тейеш. Ҡәҙерша ул шундай кеше: бер һүҙ әйттеме, ете ҡабат йәнен алһалар ҙа, унан ҡайта торған егет түгел.
Вася. Шулайҙыр ҙа. Бына унан бер генә хәбәр ҙә юҡ шул!
Ҡарагол. Унан хәбәр ҙә булыр, ҡыйғыр ҡош һымаҡ, ул төрмә өҫтөнә килеп тә ҡуныр.
Вася (тороп йөрөй). Ысынлап та, ул бына шулай килһен ине. Ул, осоп килеп, беҙҙе ҡотҡарһын ине! Минең шул тиклем иректе күргем килә! Иректә мин ыласын булып осҡом килә. Дошмандарымды ҡырғым килә!.. Дошмандың төрмәһендә ятыуҙан ҡыйын нәмә юҡ!..
Ҡарағол. Минең йөрәгем шуны һиҙә... Ошо төрмәлә мәңге ҡалыуҙы һис уйламайым. Сөнки ул мөмкин түгел.
Вася (Ҡарағолдоң арҡаһына һуға). Бына шул һүҙең өсөн рәхмәт! Ул һүҙҙәрең минең йөрәгемә рәхәтлек бирәләр.
Ишектән аҡрын ғына Кузьма инә.
-
күренеш
Кузьма (ҡулында фонарь, бак һаҡ ҡына). Ҡарағол, Вася, беләһегеҙме, мин бөгөн нимә ишеттем? Һеҙгә хөкөм сығарылған: иртәгә кискә һеҙҙе аҫасаҡтар.
Вася. Иртәгә кискә?! Аҫасаҡтар! (Шашып ҡала.)
Кузьма. Эйе, аҫасаҡтар...
Ҡарағол. Мин һис үҙемдең шулар ҡулынан аҫылып тө- роуымды күҙ алдына килтерә алмайым! Иртәгә аҫасаҡтар?! Ниндәй ҡыҙыҡ хәбәр!
Кузьма. Беләһегеҙме, бөгөн мин дежурствонан төнгө сәғәт 12-лә алышынам. Әгәр ҙә ҡотола алмаһағыҙ, миңә рәнйей күрмәгеҙ.
Вася (Кузьманың муйынына аҫылына). Һин минең бәләкәс кенә ваҡытымда ла миңә дуҫ инең, мин һине ярата инем. Иван Иванович һарайында ла дуҫ инек. Төрмәлә лә һин шул уҡ Кузьма! һин беҙгә тереклегеңде йәлләмәйһең, мин һине мәңге онотасаҡ түгелмен!
45
Кузьма. Вася, ишетәһеңме, әгәр ҙә һеҙ бынан ҡотолһағыҙ, мин һеҙҙең арттан китәсәкмен. Мин был тормоштан тамам туйҙым инде!
Вася. Беҙ шат булырбыҙ, тик бына ҡотолоуы ғына...
Кузьма. Һеҙҙең Наташаға ҡарай булған ер аҫты юлығыҙ ни хәлдә?
Вася. Уныһы бөгөн өлгөрә.
Ҡарағол. Кузьма, һин үҙең һаҡ бул инде. Әгәр ҙә һине һиҙһәләр, беҙҙең бөтә эш боҙолор.
Вася. Был тәҙрә тапҡырында ҡарауыл көслөмө?
Кузьма. Көслө ҡарауыл ҡапҡа яғында, бында берәү генә йөрөй. Уның менән һәр хәлдә иҫәпләшә алырбыҙ...
Ҡарағол. Аттар нисек?
Кузьма. Мәмерйә буйында бөгөн аттар һеҙҙе көтөргә тейеш. Мозойҙан хәбәр алдым. Ну, мин китәйем инде. Миңә бында күп торорға ярамай. (Сыға, сэхнэ артында дежурный менән Кузьма араһында һүҙ башлана.)
-
күренеш
Вася. Аҫасаҡтар, тиген...
Ҡарағол. Ҡайғырып файҙа юҡ. Һөйөндөктәргә хәбәр итәйек. Ишек төбөнә начальниктар килгән түгелме? Һөйөндөктәргә әйтергә кәрәк булыр. (Баҙға күрһәтә.)
Вася (карауат аҫтына башын тығып). Һөйөндөк, Йорт- бағыш, килегеҙ әле! (Һөйөндөк менән Иөртбағыштың баштары күренә.)
Ҡарағол. Йә, сығып тороғоҙ, ҡустыларым, тегендә эт сиреүҙәре йөрөй, эште боҙоп ҡуймаһындар.
Һөйөндөк. Ни бар?
Вася. Начальник килеп инә яҙҙы. Һаҡ булайыҡ.
-
күренеш
Наташа (нимәлер ишетеп һиҫкәнеп тора). Ҡайҙан, ер аҫтынан тауыш килә?! Әллә Кузьманың һүҙҙәре дөрөҫ буламы! Ул бөгөн бөтә мәсьәлә хәл ҡылыныр тигәйне... Әллә ысынлап та шулаймы? Был булырмы икән? Шулай булырмы икән ни? Һис күңелем менән ышанып бөткөм килмәй! (Йөрөй.) Хәҙер төн... (Төрлө ерҙәрҙән ятып тыңлай.) Әллә ҡолаҡтарым шулай яңылыш ишетәләрме... (Ҡурҡып тора.) Ах, әгәр ҙә бынан ҡотолһаҡ, ни тиклем шатлыҡ булыр ине! Тағы урмандарға, киң сәхрәләргә китер инек! Унда Вася менән бергә булыр инек! Ләкин ул булырмы икән? Булырмы икән ул? (Уйға ҡала, шул арала, ишекте шалтыратып асып, дежурный начальник инә.)
46
-
күренеш
Начальник. Нататтта! (Наташа һиҫкәнеп әйләнеп ҡарай ҙа аптырап ҡала.) Наташа, тим... Беләһеңме, мин ниңә килдем? Иртәгә һеҙгә приговор уҡыла, бөгөн һуңғы кисегеҙ... Беләһегеҙме, төрмәләге һуңғы кисегеҙ!.. Мин һеҙҙең өсөн ҡайғырам, Наташа! Беләһегеҙме, мин һеҙҙе нисек яратам!.. Әгәр ҙә минең һүҙемде тыңлаһағыҙ, мин һеҙҙе һәр хәлдә ҡотҡарырға тырышасаҡмын, тик һеҙҙе генә... (Наташа өндәшмәй.) Наташа, мин бит һеҙҙе ҡыҙғанып әйтәм...
Наташа (көлөп). Господин начальник, һеҙҙе нисек аңлайыҡ?
Начальник. Беләһегеҙме, мин һеҙҙе ҡыҙғанам: ошондай йәш, сәскәләй бер зифа ҡыҙҙың бағанала аҫылынып тороуын мин теләмәйем! Эгәр ҙә ғүмерегеҙҙе ҡыҙғанһағыҙ, сараһын табасаҡмын, тик бының бер генә шарты бар... Кеҙ мине яратырға тейешһегеҙ! Ул ваҡытта...
Наташа. Ниңә шулай тынысһыҙланаһығыҙ минең өсөн?.. Мин әле, үҙемдең йәнемде үлемдән ҡотҡарыу өсөн, һеҙгә ярҙам һорап барғаным юҡ бит.
Начальник. Мин һеҙҙе һәр хәлдә тынысһыҙ күрәм. Ьәр хәлдә һеҙ йәшләй генә үлергә теләмәй торғанһығыҙҙыр. Бына шул минутта мин һеҙҙең ярҙамсығыҙ булайым!
Наташа. Бер үлемгә хөкөм ителгәс, үлергә мәхкүмбеҙ инде. Мин хәҙер үлемемә һис үкенәсәк түгелмен, господин начальник!
Н а ч а л ь н и к (баш һелкеп). Ниндәй тәкәббер ҡыҙ!
Наташа. Хәҙер минең иң һуңғы ләззәтем — ана шул үлем алдындағы тәкәбберлегем генә!
Начальник. Аңламайһың мине, Наташа, беләһеңме, мин һине нисек ҡыҙғанам?! (Алдына бара.) Ҡыҙғанамын мин һине!
Наташа. Башта төрмә, унан һуң үлемгә хөкөм, унан һуң ҡыҙғаныу... Ниндәй шәфҡәт эйәләре бар икән донъяла! Ха-ха-ха!
Начальник (төҫөн үҙгәртеп). Ярай, Наташа, ләкин һуңынан... Бағана алдына барһаң, иҫеңә төшөрөрһөң әле!
Наташа. Шулай, беҙҙең бөтә яҙмышыбыҙ үкенескә ҡоролған инде! (Начальник сыға. Наташа яңғыҙ ҡала.)
-
күренеш
Нат аша (йөрөй). Ниндәй шәфҡәт, ниндәй ҡыҙғаныу! Үлем сәғәтендә лә кешенең яҙмышы менән уйнамаҡсы булалар! Имеш, уны яратырға, һөйөргә кәрәк! Уны һөйөү өсөн Васяны күңелдән һепереп ташлап, шул тупаҫ, ҡәбәхәт йөҙлө
47
кешегә шунда урын әҙерләргә кәрәк! Был үҙе бер үлем түгелме ни һуң?! Ниндәй ҡыҙыҡ кешеләр бар донъяла!
Шул арала ҡулына фонарь тотҡан Кузьма килеп инә.
-
күренеш
Кузьма. Наташа!
Нат аша. Ах, Кузьма, был һинме? (Муйынына барып аҫылына.)
Кузьма. Наташа, бөгөн төн ни булһа ла булырға тейеш... Һин һаҡ бул! Тегендә эш рәтләнә, һиңә ер аҫты юлы килә...
Наташа. Шул дөрөҫмө, Кузьма? Бөгөн шул эштәр эшләнерме?!
Кузьма. Тыныс бул, Наташа, һин берүк шаулама! Бөгөн икенең береһе...
Нат аша. Мин дә шулай китерменме?!
Кузьма. Бөтә мәсьәлә һине ҡотолдороуға туҡталып тора ине, ул да бөгөн тамамлана... Беләһеңме, Наташа, юғиһә иртәгә барығыҙға ла үлем бит!
Наташа (аптырап). Һуң, мин ни эшләйем инде, миңә ни эшләргә?!
Кузьма. Тыныс бул, эштең барып сығыуын сабырлыҡ менән көт! Улар һине килеп алырҙар, унан һуң тәҙрәнән сығырһығыҙ...
Нат аша. Ах, ниндәй шатлыҡ! Булырмы икән ул эш?! Тимәк, бөгөн йә үлем, йә урман?
Кузьма. Эйе, эйе, Наташа... Мин хәҙер сығайым инде... һеҙ ҡотолһағыҙ, мин дә һеҙҙең арттан.
Нат аша. Һин дә беҙҙең менән? (Кузъманы үбә. Кузьма ишекте асып сығып китә. Наташа ары-бире йөрөй.)
-
күренеш
Ҡарағолдар камераһы.
Ҡарағол (ҡуҙғалып). Йә, ни эшләйһегеҙ?
Вася. Бөткәндәрҙер... (Тишек эргәһенә бара.) Һөйөндөк! Яланғол!
Яланғол (килеп сыға). Егеттәр, бында эш бөттө! (Аллы- артлы сығалар.)
Һөйөндөк. Уф... тирләнем!
Ҡарағол. Йә, Вася, былар арығандарҙыр, хәҙер һин тәҙрә эшенә кереш. Унан һуң Наташаға.
Яланғол. Тәҙрә эше күп түгел.
48
Вася (карауат аҫтына һаламдар араһына тығыла). Ну, һеҙ төрлө яҡҡа ҡолаҡ һалығыҙ, ә мин хәҙер... (Игәү менән тәҙрәгә бара, эшкә керешә.)
Көйөндөк. Йә, Ҡарағол ағай, бынан сыҡҡас та, шул мәмерйә буйына ҡарай ынтылабыҙ инде.
Ҡарағол. Унда бөгөн Мозой булырға тейеш. Кузьма шул хәбәрҙе алған.
Вася. Ну, туғандар, бында эш булды! (Ҡырҡып төшөрә.) Мин хәҙер Наташа эргәһенә барайым. Кеҙ тыныс булығыҙ. Хәҙергә ҡолаҡ һалып, тын ғына ултырығыҙ. Э мин хәҙер... (Тишеккә инеп юғала, былар үҙ-ара һөйләшеп, ишектән тыңлайҙар.)
-
күренеш
Наташа камераһы.
„ Нат аша (ер аҫтында хәрәкәт һиҙә). Әллә киләләрме? (Йөрөй, ҡарана.) Әллә киләләрме?! (Ишеккә бара.) Туҡта!.. Уф, йөрәгем түҙмәй!.. (Шул арала Вася күренә.) Аһ, һин!.. Кинме был?! Әллә шулай күҙемә күренәһеңме?! (Васяға ташлана.) Вася, һин!..
Вася. Наташа, мин... Сеү! Тыныс бул. Хәҙер китәбеҙ...
Наташа. Китәбеҙ?! (Аҫылына.) Шулай, дөрөҫ, китәбеҙме?!
Вася. Әйҙә, киттек, Наташа!..
Нат аша. Әйҙә! (Баҙға инеп юғалалар, бында, Ҡарағолдар камераһына, килеп сығалар.)
-
күренеш
Ҡарағол (Васяларҙы күреп). Ах, Васялар ҙа бында! Наташа!.. Бына хәҙер ул да беҙҙең менән!..
Наташа. Ҡарағол ағай!.. Кинме бында? Күҙҙәремә һис ышанмайым! Төшөммө әллә был?!
Вася. Наташа, хыяллана торған ваҡыт түгел! Тиҙерәк бынан китергә кәрәк!
Көйөндөк. Хәҙер барыбыҙ ҙа бергә!..
Ҡарағол. Йәгеҙ, туғандарым, ир булығыҙ, ныҡ булығыҙ. Йә үлем, йә ирек! Бына ошо юлда беҙ көс һынашырға тейешбеҙ. Хәҙер юл асыҡ беҙгә, тик ошо юлдағы арҡыры ятҡан бағаналарҙы беҙ ҡырҡып үтергә тейешбеҙ. Әйҙәгеҙ, егеттәр! (Башлап Ҡарағол сыға, уның артынан — Наташа, уның артынан — башҡалар, Вася артта ҡала.)
Вася. Беҙ хәҙер иркен яланға, тыныс урман эҫтәренә киттек!.. Килер ваҡыт, һине лә беҙҙең уттар ялмар! Беҙ һине ут эсендә күреп көлөрбөҙ!.. (Юғала. Сәхнә бер аҙ ваҡыт тын ҡала. Тәҙрә аша, ялтырап, йәшен уттары күренеп ҡала.)
49
БИШЕНСЕ ШАРШАУ
Ишмырҙа кантондың идаралығы. Кантон эргәһендә үҙенең секретары. Күрше бүлмәнән писарҙар инеп-сығып йөрөйҙәр. Кондрат Петрович йөрөп тора. Шаршау асылғанда Әпкәләй килеп инә.
-
күренеш
Әпкәләй (бик эшлекле ҡиәфәт менән). Кандрат Петру- вис, әмерегеҙ буйынса Ҡарағолдоң ғаиләләрен алып килдем.
Кондрат. Бик хуш.
Әпкәләй. Кандрат Петрувис, ну ҡыҙы ла ҡыҙ инде!.. (Күҙ ҡыҫып.) Бына нисек кенә итеп шуныһын ҡулға төшөрөргә?
Кондрат. Ничего, уныһы ҡасмаҫ! Уныһын һуңынан ҡарарбыҙ әле... Ну, Ҡарағолдар тураһында һораштырғыланыңмы?
Әпкәләй (башын һелкеп). Юҡ, әй!.. Юл буйынса юхаланып килдем, төрлө яҡтан һораштырғыланым, һис ул яҡтан һүҙ ысҡындырмайҙар!..
Кондрат (шулай уҡ башын һелкеп). Әйтмәйҙәр, тиһең?
Әпкәләй. Ай-ай-ай! Уның теге ҡарсығы би-и-ик аҫтыртын ҡарсыҡ бит!
Кондрат. Әйтмәһәләр... әйтмәһәләр... (Ҡамсыһын күрһәтеп.) Бының менән аҙ ғына йомшартып алаһың уны!
Әпкәләй. Әллә шул... Тик ҡыҙына ғына тейергә ярамай!
Кондрат. Ай-ай, Әпкәләй! (Көлөп.) Ьин ҡыҙына була уларға үҙең һатылманыңмы, шайтан?
Әпкәләй. Юҡ, юҡ!.. (Шул арала бер ғәскәри башҡорт ҡартын алып инә.)
-
күренеш
Ғәскәри. Ваше благородие, был башҡорт һуғылырға хөкөм ителгән.
Кондрат. Сәбәбе ни?
Ғәскәри. Кантон үрге ауылдан ҡайтҡан саҡта, повозкаға йүнле аттар екмәгән. Аттары тулап, бер соҡорҙа кантон хәҙрәтте ауҙара яҙғандар. Шуның өсөн ун биш ҡамсы һуҡһындар, тине.
Башҡорт (үҙәләнеп). Ни эшләйем, гаспадин? Аттарым йәш аттар, бик аҫау малдар ине! Ғәйеп миндә түгел, аттарымда бит, гаспадин харунжа!
Кондрат. Молчать! Барығыҙ, еренә еткерегеҙ!
Башҡорт. Бер юлға ҡотҡарығыҙ инде! Бигерәк тә нахаҡҡа бит! (Әпкәләй мыҫҡыл йөҙө менән көлөп тора.)
50
Кондрат. Һис һүҙһеҙ!
Ғәскәри. Ишетәм, ваше благородие! (Алып сығып китә.)
Кондрат (артынан). Мерзавецтар улар!
Әпкәләй. Ай-яй, Кандрат Петрувис, бик яҡшы иттең! Мин уның тураһында бер әңгәмә һөйләйем әле. Ул күрше ауылдың Яҡшыбай тигән бер ауыл ҡарты. Ул һәр ваҡыт Ҡарағолдар яғын тартыңҡырай торған кеше. Юрый мыҫҡыл итеп шундай аттар еккәндер әле. Анау көндө беҙ барҙыҡ. Беҙгә тәкә лә һуйманы, һаумал ҡымыҙы менән генә һыйлап ебәрҙе. (Башын сайҡап көлөп.) Әммә яҡшы булды һуң үҙенә!
Кондрат. Да, күренеп тора: һин приказ бирәһең, ул һаман теленә һалына!
Әпкәләй. Әммә ҡаты ҡуллы насанникһың инде!
Кондрат. Как же, шулай булмаһаң, бында Ҡарағолдар күптән елкәгә менерҙәр ине. (Шул арала бер ғәскәри инә.)
-
күренеш
Ишмырҙа. Йә, Кандрат Петровис, был Ҡарағолдоң ғаиләһен ни эшләтәбеҙ инде? Уның инәһе бик аҫтыртын кеше. Уны нығыраҡ ҡыҫырға кәрәк булыр. Ул һәр хәлдә Ҡарағолдоң эштәрен белергә тейеш.
Кондрат. Кантон хәҙрәт, улар менән мин яҡшылап һөйләшә алмам. Бында хәйлә кәрәк булыр, хәйлә... Бында эште башта ғәфү итеү яғынан башларға кәрәк, унан һуң, бәлки, улар серҙе ысҡындырырҙар.
Ишмырҙа. Ярар, уныһын шулай итербеҙ. Әле һеҙ Ҡарағолдар тураһында берәй хәбәр алманығыҙмы? Шымсыларығыҙ ниндәй яңы хәбәр килтерҙеләр?
Кондрат. Имәнғол урманында булһалар кәрәк, унда малдар ҙа юғалғылаған икән. Унда ҡапыл ғына барып инеп булмай, дөм-ҡара урман — бик уңайһыҙ, берәм-һәрәм барырға ярамай.
Ишмырҙа. Әһә... (Башын түбәнерәк һалып уйланып тора.) Былар башҡа бәлә булдылар бит!
Кондрат. Уларҙы бик күмәгәйгән, тиҙәр. Вася менән Наташа улар эргәһендә, тиҙәр.
Ишмырҙа. Уны хәҙер бик уҫал ҡараҡ булып киткән, тиҙәр. Быларҙың барыһын да ҡулға алмайынса тороп, тынысланырға ярамай. Бәлки, Ҡыраубикә ҡарсыҡтарҙы нығыраҡ ҡыҫһаң, осо килеп сыҡмаҫмы икән?
Писарь (әҫтәленән тороп). Кантон хәҙрәт, үткән аҙнала теге Сиркәш юлы буйында Плащанов баярының управляющийын үлтергәндәр. Был эш Ҡарағолдарҙың эше булырға тейеш, тип һөйләйҙәр.
Ишмырҙа. Булыр, булыр!
51
Писарь. Имәнғол урманында ла, тиҙәр, төндәрҙә бында килеп, таңға ҡарай шунда йәшеренәләр, имеш, тип тә һөйләйҙәр.
Ишмырҙа. Улай икән!
Кондрат. Да, унда булыуҙары бик ихтимал.
Ишмырҙа. Уларҙы нисек тә булһа тоторға кәрәк! (Йөрөй.) Нисек кенә булһа ла тоторға кәрәк! Был турала губернаторҙан шундай ҡаты әмер килгән. Бер ай әсендә улар юҡ ителергә тейеш. Быны ҡолағыңда тот, Кондрат Петровис! Иртәгә үк үҙең кит!
Кондрат. Уларҙы төрмәлә саҡта уҡ аҫырға кәрәк ине! Нисек уларҙы шулай ҡасырғандар, әллә хыянат итеүселәр булдымы икән?
Ишмырҙа. Эйе шул, шунда ғына аҫып ҡуйырға кәрәк ине шул! (Бер ғәскәри килеп инә.)
-
күренеш
Ғәскәри (Кондратҡа). Әмерегеҙ еренә еткерелде, тағы ла яҫаҡ түләмәгән ике башҡортто килтергәндәр.
Кондрат. Ул турала ниндәй әмер бирелгән?
Ғәскәри. Егерме ҡамсы.
Кондрат. Һуғығыҙ!
Ишмырҙа (ғәйрәтләнеп). Унан һуң ябып ҡуйығыҙ! Иртәнән һуң барып, малдарын һаттырып түләттерегеҙ! Әгәр ҙә батша әмеренән баш тартһағыҙ, эш уның менән генә ҡалмаҫ, Ишмырҙа кантон шулай тип әйтте, тиегеҙ, ишеттегеҙме?
Ғәскәри. Ишетәбеҙ, кантон хәҙрәт!
Кондрат. Ярай, китегеҙ!
Сыга, уның артынса уҡ Әпкәләй, Ҡыраубикә, Таңсулпан, Гөлбикә килеп инәләр.
-
күренеш
Әпкәләй (ҙур эш кешеһе ҡиәфәтендә). Йә, кантон хәҙрәт, бына һеҙгә ҡунаҡтар!
Ишмырҙа. Бик яҡшы, бик яҡшы! (Ҡыраубикәгә.) Һеҙ Ҡарағолдоң әсәһе — Ҡыраубикә ҡоҙағый булаһығыҙмы? Ҡоҙағый тип һөйләшәйек инде, улай булғас.
Ҡыраубикә (үҙ алдына). Ҡара көнөңдә ҡарға алдына үләкһә һорап бараһың, тиҙәр, беҙ ҙә шулай булдыҡ, ахырыһы! Ҡарт көнөмдә былай әҙәм көлкөһөнә ҡалырмын, тип һис уйламағайным! (Ишмырҙаға). Эйе, Ҡарағолдоң әсәһе — Ҡыраубикә ҡарсыҡ мин булам инде.
52
Ишмырҙа. Э, улай икән! Ҡарағолоң ҡайҙа йөрөп ятыр, унан хәбәр-хәтер юҡмы?
Ҡыраубикә. Ҡарт әсәм, бахыр, бәндә алдына бәндә итмәһен Хоҙайым, тип теләй торғайны, бәндәгә бәндә булыу тигәндәре ошо булалыр инде.
Ишмырҙа. Йә әле, ҡоҙағый, һүҙҙе әллә ҡайҙан уратып маташма әле, «ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ», тиҙәр, мин дә бит үҙегеҙҙең бер түрәгеҙ әле.
Ҡыраубикә. Бер ҙә белмәйем шул, кантон хәҙрәт, уны ниңә беҙҙән һорайһығыҙ? Бөтә фарман үҙ ҡулығыҙҙа. Беҙ уны ҡайҙан беләйек? Китте лә юғалды бит!
Ишмырҙа (үҙ алдына). Бына ҡайҙа һалдыра бит ул!.. (Гөлбикэгэ.) Йә, һин, йәш ҡоҙағый, бәлки, ҡарт кеше белмәй торғандыр. Ундай эшкә ҡатышмай торғандыр, һин был турала ни әйтәһең?
Гөлбикә. Эгәр ҙә Ҡарағолдоң иҫәнлеген, ҡайҙалығын белһәк, үҙебеҙ ҙә был тиклем күҙ йәше түкмәгән булыр инек! Һыуға батҡан кеше кеүек батты ла юғалды бит!
Ишмырҙа. Эштең дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ҡоҙағыйҙар! Губернаторҙан әмер булды, улар менән килешергә, барыһын да ғәфү итергә уйлайбыҙ. Булған эш булған инде. Илдәренән, көндәренән айырылып, рисуай булып йөрөмәһендәр, тибеҙ. Ул да бит бер яҡшы ата балаһы...
Кондрат (үҙ алдына башын сайҡап). Да, ғәфү итербеҙ инде!.. (Мыйығын көлдөрә.)
Ҡыраубикә (уйланып тороп). Был эш бүренең һарыҡтарға көтөүсе булыуы кеүек булмаҫмы икән? (Ишмырҙа кантонға.) Кантон хәҙрәт, беҙҙән ундай нәмәләрҙе һорама ла, беҙҙе ҡыҫма ла, беҙ, бисә кешеләр, ул эште ҡайҙан беләйек?
Ишмырҙа (Кондратҡа ишара итеп). Был ҡарсыҡты алып китегеҙ. Яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгән өсөн, әҙерәк һыйлаштырып алығыҙ!
Кондрат. Бик яҡшы, кантон хәҙрәт! (Ҡыраубикәне тота. Таңсулпан менән Гөлбикә Ҡыраубикәгә һарылалар.)
Ҡыраубикә. Атаҡ, кантон хәҙрәт, был ни эшегеҙ? Ҡарт көнөмдә мине ниңә былай әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдыраһығыҙ?!
Ишмырҙа (ғәйрәт сәсеп). Әгәр ҙә яҡшылыҡ менән әйтмәһәгеҙ, шулай итергә мәжбүрмен! Губернаторҙың әмере шулай!
Ҡыраубикә. Ниңә былай нахаҡҡа тәҡәтебеҙҙе ҡоротаһығыҙ? Алтмыш йәшкә еттем, нәҫел-ырыуымдан, дуҫ-дошманымдан яман һүҙ ишетмәнем! Ошо көндә...
Ишмырҙа (һүҙен бүлеп). Нахаҡҡа, нахаҡҡа, имеш! Эле балаңдың ғәйептәрен белмәйһеңме ни? Ул кеше үлтереүсе, ҡараҡ, биғлый бит! Етмәһә, шул балаңды әрсәләп, ғәйебен йәшереп торған булаһың! Бында һинең дә ҡатышың юҡ түгел!..
Ҡыраубикә. Етмәһә, миңә яла яға башланыңмы ни, кантон хәҙрәт?
53
Ишмырҙа. Шулаймы ни әле, минең менән әрепләшә башланыңмы әле? (Ҡамсы менән ынтыла, Таңсулпан менән Гөлбикә килеп ҡаплайҙар.) Бар, алып кит!.. (Таңсулпан һуштан яҙа. Әпкәләй тотоп ала. Алып сығып китәләр.)
Әпкәләй (сығып барғанда, Ишмырҙаға ҡарап). Ай, ир икәнһең, кантон хәҙрәт!
Ишмырҙа. Һабаҡтарын яҡшыраҡ уҡытығыҙ! (Яңғыҙы иҙән буйлап йөрөй.) Ҡара һин уны, эт ҡарсығын!.. Яҡшы ҡәҙерен эт белмәҫ, тиҙәр. (Әпкәләй әйләнеп инә.)
Әпкәләй. Кантон хәҙрәт, ҡыҙын күрҙеңме? Уның ҡыҙын әрәм итергә ярамай!.. Әллә шуны миңә икенсе ҡатынлыҡҡа?
Ишмырҙа. Ай, эт ҡойҡаһы, ул ҡыҙҙың һиңә бара торғаны бармы һуң?
Әпкәләй. Әллә үҙеңә самалайһыңмы, кантон хәҙрәт?
Ишмырҙа (көлөп). Ярамаҫлыҡ түгел бит, ҡыҙы матур икән! Уның шулай еткән ҡыҙы барлығын белмәй инем әле.
Әпкәләй. Ҡыҙ тигәндә лә ҡыҙ инде! (Ситкә ҡарап.) Ҡара һин уны, үҙе самаларға уйлай бит әле, өс бисә етмәгәнме икән ни быға?
Ишмырҙа. Әпкәләй, яҡын кил әле бында! (Әпкәләй килә, Ишмырҙа уйланып тора.) Әллә, мин әйтәм, был Ҡарағолдоң ҡыҙын үҙебеҙгә алырғамы икән, тим, юҡһа ҡараҡтар ҡулында әрәм булыр...
Әпкәләй. Әллә шул.
Ишмырҙа. Нәмәкәй, әллә шул, тип тораһың?!
Әпкәләй. Оҡшаһа инде...
Ишмырҙа. Ҡара әле, Әпкәләй, беҙ уны былай итәйек әле: һин Ҡыраубикә ҡарсыҡҡа бар, әгәр Ҡарағолдоң ҡыҙын миңә дүртенсе ҡатынлыҡҡа бирһә, барыһын да ҡотҡарам, тип әйтә тиген. Бәлки, шул юл менән Ҡарағолдарҙы ла ҡулға алып булмаҫмы?
Әпкәләй. Бына, бына, ҡайҙан был уйҙы уйлап сығарҙың, кантон хәҙрәт?
Ишмырҙа. Бар, Ишмырҙа кантон шулай тип әйтте, тиген.
Әпкәләй. Була ул, була, яусыға үлем юҡ, тиҙәр.
Ишмырҙа. Йә, иҫәүән, күп лыҡылдап торма!
Әпкәләй. Хәҙер!.. (Үҙ-үҙенә.) Былай булһа, бөтә эш боҙола!
Ишмырҙа (иҙән буйлап йөрөй, писарҙар эргәһенә бара). Теге Йыуасалы ерен Нежданов баярына һатыу тураһында Табын йортауай старшинаһына әмер бирелдеме?
Писарь. Барыһы ла әҙер, мисәт һуғып, ҡул ҡуя торғаны гына ҡалды.
Ишмырҙа. Ярай, килтер, ҡул ҡуяйым. (Ҡул ҡуя.) Яһаҡ түләмәгән кешеләргә әмер яҙығыҙ!
Шул арала Әпкәләй, уның артынса Кондрат йүгереп килеп
инәләр.
54
-
күренеш
Әпкәләй. Кантон хәҙрәт!.. (Әйтә алмай.)
Кондрат. Кантон хәҙрәт, бер төркөм һыбай тау башынан саң борҡотоп килеп төштө!
Ишмырҙа (аптырап). Йә, йә, ни бар?!
Әпкәләй. Ҡарағолдар киләләр, «Үлем, үлем!» тип киләләр!..
Ишмырҙа. Ҡарағолдар, Ҡарағолдар?!
Кондрат. Шулар, шулар!..
Ишмырҙа. Йәһәтерәк әмер бирегеҙ, бөтә ғәскәр атҡа атланһын. Йәһәтерәк! Йәһәтерәк!
Буталыш китә. Барыһы ла штабтан сығалар. Сәхнә артында тауыш, атыштар китә. Сәхнә буш тора.
-
күренеш
Әпкәләй (йүгереп сәхнәгә инә). Ах, харап булдыҡ! Таңсулпан тинем, шуны алыр өсөн Ҡарағол менән дошманлаштым, Ишмырҙа кантонға шуның арҡаһында хеҙмәт иттем! Бөтә эш бөттө, харап булдым! Хәҙер ҡайҙа барырға? Үлем миңә, үлем!!!
Шул арала Ҡарағол килә. Әпкәләй өҫтәл аҫтына йәшеренә.
-
күренеш
Ҡарағол (төҫөндә ҡаһарманлыҡ балҡый). Илдең күҙ йәше ояһы булған Ишмырҙа кантон штабы ла туҙҙырылды! Күкрәккә һыймай тышҡа ташҡан үстәр алынды! Хәҙер күкрәгем ул ауыр үс утынан бушанды, йөрәгемдә ҡара ҡан булып төйнәлгән Ишмырҙа кантондың «һыны» ла һеперелеп ташланды! Ерҙәр үбеп, бөтә тау-таштарҙы шаһит итеп биргән антым бөгөн еренә еткерелде! Хәҙер миңә бынан китһәм дә ярай. Хәҙер Ҡарағол Урал тауҙарына, елһеҙ ерҙәргә, киң урман араларына китергә, бынан һуң һағалаған дошмандарҙың күҙҙәренән мәңге юғалырға тейеш!
Шул арала өҫтәл аҫтынан Әпкәләй сыға.
Әпкәләй. Миңә барыбер үлем!.. (Арттан хәнйәр менән ҡаҙай.)
Ҡарағол. Аһ, ни булды, кем ул? Кем ул? Көйөндөк... Вася... Аһ-аһ! Харап иттеләр мине... (Йығыла, шул арала Вася, Ҡәҙерша, Һөйөндөктәр, Наташа, Ҡыраубикә килеп инә.)
55
Вася. Ҡарағол, һин ни эшләнең?! (Шау-шыу киләләр.) Килтерегеҙ Ҡарағолдо үлтергән кешене, килтерегеҙ!
Ҡыраубикә (өҫтөнә килеп). Ил намыҫы тип, үҙ башыңды бирҙең, күкрәгемдең һөтө хәләл булһын, балам!
Һөйөндөк. Кәүҙәң өҫтөндә ант итәм, Ҡарағол ағай, һинең исемеңде ергә күммәбеҙ!
Вася. Ҡарағолдо күтәрегеҙ, хәҙер бында беҙгә артыҡ эш ҡалманы. Китәбеҙ! (Ҡарағолдо күтәрәләр, сыға башлайҙар.)
Яланғол (эҙләнеп йөрөгәндә, Әпкәләйҙе өҫтәл аҫтынан һөйрәп сығара). Бына кем үлтергән икән Ҡарағолдо!
Әпкәләй. Эйе, мин үлтерҙем. Мине теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ!
Вася (ашығып). Атмағыҙ, киҫмәгеҙ, һеҙ уны быуып үлтерегеҙ. (Әпкәләйҙе быуып алып сығалар. Гөлбәғиҙә инә, уға бөтәһе ҡарап ҡаталар.)
Гөлбәғиҙә (Ҡэҙершаны күреп). Ҡәҙерша... Һин минең атайымды үлтерҙең, атайым һиңә дошман ине. Мин йөрәгемдән һине яраттым. Мине үҙең менән алып кит.
Ҡәҙерша (иптәштәренә ҡарай, унан һуң Гөлбэғиҙэгә). Гөлбәғиҙә, мин һине алып китә алмайым. Ишмырҙа кантондың бөтә тоҡомон ҡоротормон тигән һүҙем бар. Мин ул һүҙемде һинең өсөн кире аласаҡ түгелмен!
Гөлбәғиҙә. Мин, һин улай булырһың, тип уйламағайным! Бөтә күңелемде һиңә бирҙем! Һин уны ҡабул итмәйһеңме?
Ҡәҙерша. Юҡ! (Итәштәренә ҡарай.) Ҡарағолдо алығыҙ. Бөгөн үк Ҡыпсаҡ, Табын ырыуҙарына хәбәр итегеҙ. Беҙҙең ерҙәребеҙ киткән кеүек, беҙҙең дошмандарыбыҙ ҙа ҡулыбыҙҙан үтте. Хәҙер беҙ боҫорға, бынан китергә тейешбеҙ...
Вася. Китәбеҙ, китәбеҙ, туғандар! (Китәләр, Гөлбәғиҙә Ҡә- ҙерша артынан бара.)
Ҡәҙерша. Һинең юлың беҙҙең менән түгел, ҡал!
Гөлбәғиҙә. Мин ҡалдым!.. (Ергә йығыла. Артта ат тояҡтары тауышы ишетелә. Аҡрын ғына шаршау төшә.)
БЕРЕНСЕ
Достарыңызбен бөлісу: |