Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет16/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21

  • Буранбай! Буранбай! Хәлең нисек? — тип йомшаҡ ҡына итеп өндәштем.

Ишеттеме ул, юҡмы — тауышы булманы. Бер аҙҙан тағы өндәшкәс, ауыр ыңғырашты:

  • Әсем... әсем яна... һыу... — тигән өҙөк-өҙөк ғазаплы өндәр сығарҙы. Ниндәйҙер аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтеп, һаташып китте, тағы тынды. Мин дуҫымдың янып барған маңлайына ҡулымды ҡуйып торҙом, Байғужа флягаһынан тегенең ауыҙына һыу тамсылатты.

Әллә бая тауышымдан танып ҡалған, әллә маңлайындағы ҡулымдан таныны, — күҙен дә асмаған көйөнсә, һуҙып ҡына:

  • Булат... дуҫҡа-йы-ым! — тип ыңғырашты. Бәлки, һаташыу аша хәтерләүе булғандыр, — төшөнөү ҡыйын ине.

  • Ҡорһағын аҡтарған, — тине Байғужа, мин уны шунда уҡ күреп алған булһам да.

Шунда Буранбай күҙен асты, мине күреп, йылмайғандай итте:

  • Бу-лат... килгәнһең икән... рәхмәт... ә мин... уф, әсем яна-а...

Өндәшмәй тороу ҡыйын ине. Икәүләп йыуатырға тотондоҡ:

  • Хәлең ул ҡәҙәре ауыр түгел.

  • Бына һауығып китерһең әле...

  • Ю-уҡ, — тип өмөтһөҙ ыңғырашты Буранбай. — Рәнйеп иҫкә алмағыҙ...

  • Ҡурҡма, беҙ һине ҡалдырмабыҙ. Хәҙер санитарҙар килә. Перевязочныйға үҙебеҙ алып барабыҙ.

243




Буранбай, күҙен йомоп, йәнә һаташа башланы. Эргәбеҙҙә булмаған Индрилға, Новиковҡа, бер руссалап, бер башҡортсалап өндәште, рәхмәттәр әйтте, бәхилләште.

Санитарҙар ярҙамында носилкаға күтәреп һалғанда, уның аңы бер килке бөтөнләй асыҡланғандай булды.

  • Ипләберәк атлагыҙ. Йәшеренеберәк... Үҙегеҙгә пуля тейеп ҡуймаһын... Ьаҡланығыҙ... — Тағы тынды.

Перевязочный пунктҡа ҡәҙәр булған ике саҡрым арала Байгужа менән икебеҙ ҙә бер һүҙ ҙә һөйләшмәнек. Урман ауыҙындағы землянка янына ҡара тиргә батып барып туҡтаныҡ. Носилканы ергә ҡуйғас, яралы дуҫыбыҙ тағы ла ауыр ыңғырашты. Беҙ ни тиклем борсолоп ғауғаланышһаҡ та, йыуан фельдшер менән санитар ашыҡманылар. Фельдшер яңы килтерелгән яралыға ҡайырылып ҡына бер ҡараны ла йыуан итеп ураған тәмәкеһен тәмләп тартыуын дауам итте. Эйе, улар инде был хәлгә күнегеп бөткәндәр. Ҡулдарынан ошондай ауыр яралылар көнөнә йөҙәрләп үтә.

Санитар ҡайсы менән Буранбайыбыҙҙың ҡорһағына уралған, ҡара ҡанға үтәнән-үтә мансылып ҡатҡан марляны ярып ебәрҙе, еүеш мамыҡ менән яраның тирә-яғын таҙартты.

Фельдшер тәмәкеһен дә ташламаны, Буранбайҙың яраһына ҡағылып та ҡараманы, бары вайымһыҙ тауыш менән генә:

  • Разрывной пуля тейгән. Бында бер ярҙам да күрһәтеп булмай, — тине һәм сестраларға әмер бирҙе: — Ҡабат бәйләгеҙ ҙә операционныйға оҙатығыҙ.

Бәйләгәндә Буранбай өҙлөкһөҙ ыңғырашты; шунан, ауырты- уы баҫылғандай, тынды.

  • Повозкалар килгәс, оҙатырбыҙ. Ьеҙгә китергә мөмкин, — тине фельдшер.

Ныҡлап яҡтырғайны инде. Тышта һалҡын.

  • Ә улар тиҙ киләме? — тип һораным, бер аҙ көткәс.

  • Улар яңы ғына киттеләр әле, — тигән һүрән яуап булды.

Шунда, беҙҙе юллап, Индрил менән Новиков килеп етте.

  • Ни хәлдә? — тип борсолошоп һоранылар, йыш-йыш тын алып.

Байғужа менән мин өндәшмәй генә носилкала ятҡан дуҫыбыҙға күрһәттек. Улар баштарын сайҡап ҡарап торҙолар. Мин шул хаҡта ғына уйлап торғанда, Новиков:

  • Ни ҡарап торабыҙ? Үҙебеҙ алып киттек, — тине. Операционный пункттың ҡайҙа икәнен һораштыҡ.

Фельдшер яралыны беҙгә биреп ебәрмәҫкә маташты:

  • Хаҡым юҡ!

  • Кеше үлем хәлендә... — Новиков ҡыҙып китте. — Күрһәтермен мин һиңә правоңды, тегеләй-былай итәйем...

Фельдшер ҡымшанманы ла:

  • Хаҡым юҡ! Роталарығыҙға ҡайтығыҙ! Юғиһә хәбәр итәм. — Ул телефонға ымланы.

244


Новиков, мылтығын яурынынан алып, затворын шылтырата башланы:

  • Атып үлтерәм, палач!

Фельдшер йомшарғандай булды, ул ялбарыусан тауыш менән:

  • Ни эшләйем һуң, егеттәр? Мин дә бит һалдат... Мин дә бойороҡ үтәйем. Мә, атығыҙ! — Ул винтовка көбәгенә күкрәге менән килде.

Шунда ахылдап төшкән Иртуғанов землянкаға килеп инде, араларына инде. Хәлде төшөнөп алғас, ҡыҫҡа һәм тыныс ҡына итеп әйтте:

  • Алып китәбеҙ!

Унтер-офицер погондары һәм шинеленең иҙеүен ни өсөндөр ҡайтарғанда күренеп ҡалған Георгий тәреһе фельдшерҙы тамам йомшартты, ул шунда уҡ ризалыҡ бирҙе; ишек алдына сығып юлды бәйнә-бәйнә өйрәтеп, оҙатып ҡалды.

Бишәүләп юлға сыҡтыҡ. Бер саҡрым самаһы барғас, Буранбай күҙен асты, барыбыҙға ла Ҡарап сыҡты, йәнә йылмайғандай итте, тик ул һыҙланып йөҙ һытыу рәүешендә генә беленде. Барыбыҙҙы ла таныны, тағы ла бергә йыйылыуыбыҙға һөйөндө шикелле ул. Нисек кенә булғанда ла, мин шулай аңланым.

Бер аҙ баргас, Буранбай ятҡан еренән өҙгөләнергә тотондо. Беҙ уны ҡыуарган сиҙәмгә ҡуйып, нимә менән ярҙам итергә белмәй, аптырашып торҙоҡ. Тыныслана төшкәс, тағы алып киттек.

Сирек сәғәт самаһы үткәс, дуҫыбыҙҙың тын алышы ла беленмәй башланы. Буранбайыбыҙ был донъяны ҡуйғайны инде.

Иртуғанов, телефон табып, роталарына хәбәр итте. Буранбайҙы урман ситенә, ҡарт ҡарағай төбөнә күмдек. Бишәүләп өр-яңы ҡәбер тупрағы тирәләй оҙаҡ өндәшмәй ултырҙыҡ. Күҙемде томалаған күҙ йәштәрем аша мин Буранбайҙың кеҫәһенән сыҡҡан хатты уҡыйым:

«...Ғәҙелбайың тыумай ҙа ҡалғайны бит әле. Һин уны күҙ алдыңа ла килтерә алмайһыңдыр. Тупылдап атлап йөрөй. «Эттә! Әттә!» — тип һине таптыра. Бигерәк үҙеңә оҡшаған. Уға ҡарайым да һине күргәндәй булам. Бигерәк һағынабыҙ шул икәүләп. Һин иҫән-һау йөрөп тиҙерәк ҡайтһын тип, тын алған һайын теләк теләйем.

Иҫә елдәр, иҫә елдәр,

Иҫә елдәр файҙаһыҙ...

Төндә төштәремдә күрәм,

Көндөҙ әллә ҡайҙаһың?..»

...Эй һин, йәш кенә тол ҡатын! Кескәй сабыйың менән һеҙ икәү, моғайын, яҡшы хәбәрҙәр генә көтәһегеҙҙер. Һин кескәй улыңа, атайың тиҙ ҡайта, тип һөйләгән булып, үҙеңдең янған

245




йөрәгеңде йыуатҡан булаһыңдыр; иҫән-һау тиҙерәк ҡайт тип көнө-төнө доғалар ҡылаһыңдыр. Ниндәй ауыр ҡайғылар көтә һеҙҙе — сабыйың менән икегеҙҙе! Ниҙәр күрер икән һеҙҙең башҡайҙарығыҙ?..

Ә Буранбай тәбәнәк кенә тупраҡ өйөмө аҫтында ята. Ул унда мәңгегә киткән. Уны инде беребеҙ ҙә ҡабат күрә алмаҫ. Моғайын, ул үҙе лә үлем алдынан һөйөклө ҡатыны һәм әле үҙе күреп тә өлгөрмәгән кескәй сабыйы хаҡында уйлағандыр...

Байғужа, уйҙарымды белгән кеүек, миңә яҡыныраҡ шыуышып, һүҙ ҡуша:

  • Мәрхүмкәй (был һүҙ Буранбайға ҡарата һис йәбешмәй төҫлө) ошо һуңғы хатты көнөнә әллә нисәшәр ҡат уҡый ине. Бер ҡыуана, бер ҡайғыға ҡала ине. Ҡабат фронтҡа килеп эләгеүебеҙгә үкенеп бөтә алманы... Күрәһең, күңеле менән һиҙемләгәндер инде...

АЛТЫНСЫ БҮЛЕК

Беҙҙең уң флангыға килеп, гусарский полк позицияға ятты. Ғәҙәттә, кавалерия частары һәр саҡ тылда булалар, һөжүм мәлендә генә алғы һыҙыҡҡа сығарылалар ине. Пехота частары етешмәгәнгә, күрәһең, гусарҙарҙы окопҡа килтереп тултырғандарҙыр.

Үҙебеҙҙең полк менән элемтә булдырыр өсөн мине уларҙың расположениеһына ебәрҙеләр. Мин һәр ваҡыт полк штабында полковник Бибиков янында дежурҙа торам, полктар үҙ-ара алыша торған сводкаларҙы ҡабул итәм йәиһә тапшырам.

Индрил менән һөйләшеп алам, иптәштәр хаҡында белешеп торам. Ул ҡайһы бер ваҡытта мине Новиков менән тоташтыра, ә Новиков иң башлап миңә:

  • Һаумы, штаб крысаһы! — тип ҡысҡыра.

Быны ул, әлбиттә, уҫал ниәт менән әйтмәй, шулай ҙа ҡыйын булып китә. Уның юҡ-бар мәрәкәләүҙәренән тиҙерәк ҡотолоу өсөн, мин тиҙерәк Байғужаның хәлен һорашырға ашығам. Новиков етдиләнә.

  • Эйе, Буранбай һәләк булғас, уға бер үҙенә бик ҡыйын.

Шунда беҙҙең һөйләшкәнде тыңлап торған Индрил һүҙгә

ҡушыла:

  • Мин уға махорка-маҙар ебәргеләп торам, онотмайым. Һәм оноторға ла ярамай. Бергәләп әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыныҡ бит. Ә Иртуғанов үҙе штабҡа йыш килә. Ул бомбометная командаға күсергә ниәтләй. Ну, емереүҙе ярата ла инде.

Күбеһенсә Новиков һөйләшеүҙе ризаһыҙлыҡ белдереү менән бөтөрә:

  • Окопҡа килдек тә һаҫып ятабыҙ шунда. Һуғыштың осо- ҡырыйы күренмәй ҙә. Солох хаҡында ла бер һүҙ юҡ. Үҙебеҙ

246




ҙә күпме һөйләнгән булдыҡ. Ҡоро тел булып ҡалдыҡ, ахырыһы, Буранбайыбыҙ һәләк булды. Шулай барыбыҙҙы ла берәм-берәм сүпләп бөтөрөрҙәр әле. Бынау мәхшәрҙә, мин иҫән ҡалырмын, тип кем ышанып әйтә ала. Эй-й, һеҙ штаб крыса- ларына нимә, пулялар һеҙгә тиклем барып етә алмай...

Телефон аша нисек әрепләшеп китәһең инде, шунда һүҙҙе өҙөргә тура килә. Трубкала Индрилдың тәрән көрһөнөүе ишетелеп ҡала, — әҙерәк фәлсәфә һатып алырға мөмкинлек булма- уына әсе бошоуылыр, ахыры. Мәғәнәләп, кинәйәләп һөйләшеп алырға бик ярата шул беҙҙең Индрил дуҫыбыҙ.

Берәй бушыраҡ ваҡытың булһа, йүгереп кенә килеп сыҡ әле. Үҙеңә генә әйтәһе хәбәрем бар, — ти ул хушлашыр алдынан.

Бер мәл Индрил үҙенең бер революционер менән таныш булыуын ысҡындыра яҙып ҡалғайны. Һалдаттар араһында аңғартыу эше алып бара икән теге. Шулай ҙа әле булһа дуҫыбыҙ һүҙенең айышына беҙҙе ныҡлап төшөндөргәне юҡ әле. Күрәһең, йән дуҫтарына ла асмаҫ лып; булғас, бик ҡаты серҙер инде ул. Беҙ уның асылып китерен көн һайын көтәбеҙ, тик һаман булһа унан бары бер генә һүҙ ишетәбеҙ: «Һалдаттарға был һуғыштың һис кемгә кәрәкмәгәнлеген аңлатығыҙ, аңлыраҡтарын үҙ тирәгеҙгә ылыҡтырығыҙ».

Һалдаттар менән беҙ һәр бер мөмкин булған урында әңгәмә алып барабыҙ. Мәғлүм инде: бер генә һалдат та һуғышты артабан дауам иттереү яғында түгел; һәр сәғәт, һәр минутта ғына ла түгел, тын алған һайын был мәғәнәһеҙ ҡан ҡойоштоң туҡта- лыуын теләйҙәр, сөнки һәр бер тын алыш араһында ғүмерең киҫелеп ҡуймаҫ тип бер кем дә ышандырып әйтә алмай. Беҙҙе былай илке-һалҡы ғына эш алып барыу һис кенә лә ҡәнәғәтләндермәй; донъяһының аҫтын өҫкә килтерерлек — ҙурыраҡ эштәр ҡылғы килә — тәҡәт бирмәй. Һис юғында, Кремен- чугтағы шикелле, бер мәртәбә дер һелкетеп алаһы ине. Миңә ҡалһа, бында, окопта ятҡанда, бының өсөн мөмкинлектәр ҙә ҙурыраҡ, — һәр кемдең ҡулында ҡорал бар. Тик, әллә ни эшләптер, һәр кем үҙенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу йәһәтен генә уйлап тик ята. Билдәле инде, кемдең генә бер мәғәнәһеҙгә ятып үлгеһе килһен. Мәғәнәһе, иманы юҡ был һуғыштың. «За отечество! За царя!» — тип ҡубып сығабыҙ. «За отечество» тигәне бик аңлайышлы инде. Уныһы инде, «үҙ әсәң әсән» тигән кеүек, ҡаныңа һеңгән. Эле Наполеон яуында уҡ бының өсөн меңдәр-миллиондар башын ихлас һалған. Тик бөгөн «за царя» тип күкрәген пуля йәки штыкка ҡуйыусы мөкиббән киткән иҫәрҙәр көн һайын кәмей бара. Батша менән уның ярандары ҡотороп типтереүҙәрен дауам итһен, уларҙың тыныс типтереүҙәрен һаман да һаҡлайыҡ тип, хәҙер кемде генә инде үлем ғәрәсәтенә ышандырып ҡыуып алып бараһың? Тик ойошҡанлыҡ етмәй, минеңсә; һалдаттар берҙәм рәүештә

247




һуғыштан ҡотолоу өсөн көрәшкә ҡалҡһын тиһәң, ойошҡанлыҡ кәрәк, ситтән ниндәйҙер бер ҙур этәреш кәрәк, барыбыҙҙы ла бер көслө ағым итеп тупларлыҡ бер ҡеүәтле оран кәрәк. Был оран бер юлы бөтөн фронт буйлап таралһын, бер тында бөтә кешеләрҙең уй-хистәрен ялмап, биләп алһын ине. Беҙ һәр сәғәт ошо оранды көтөп йәшәйбеҙ. Йә ҡапыл бер ҡырҡа боролош рәүешендә, һис юғында, солох хаҡындағы бер хәбәр булып килһен ине был көткән нәмәбеҙ. Тик көткән нәмәбеҙ һаман юҡ та юҡ.

Штабта ултырғас, миңә был хаҡта, өҙөм-йортом ғына булһа ла, хатта офицерҙарҙан да ишеткеләргә тура килә. Улар килке-килке полковник Бибиков янына йыйылып алалар ҙа тотоналар һуғыш һәм солох хаҡында ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшергә, беренең тауышын икенсеһенекенән айырыу ҙа ситен булып китә. Минең бер ҡолағым — телефонда, икенсеһе тегеләрҙең һүҙен аулай. Үҙемдә уларҙың һөйләшеүҙәренә иҫе лә китмәгән кеше ҡиәфәте. Полковник үҙе был һөйләшеүҙәргә, ғәҙәттә, бик үк әүәҫ ҡыҫылып бармай, дәрәжәһен һаҡлай; бер арала форсат табып, башҡаларға артыҡ һиҙҙермәй генә, һүҙҙе йә һунар хәлдәрен һөйләүгә, йә шунда ғәйре бер еңелерәк мәрәкәгә әйләндереп, офицерҙарҙың һүҙен икенсегә бороп ебәрергә тырыша. Ысынлап та, полковник Бибиков, һунар тиһәң, үлә лә китә торған әҙәм шул. Хатта ошонда, фронтта, ятҡан сағында ла ул йә ҡор атырға, йә бүҙәнә аңдырға сығып китергә яйын таба. Алғы һыҙыҡта саҡ ҡына һил булдымы — һунарға сыға ла китә. Уның адъютанты, поручик Толстой, тегенең ғәҙәттәренә күнегеп бөткән. Полковникты окоптан һорайҙар икән, Бибиков дивизия штабына китте, тип яуап бирә; дивизия штабынан һорайҙар икән, полковник окоптарҙа йөрөй, тип яуап бирә. Әгәр ҙә инде, шул яуапты алғас, полковникты тиҙерәк батальондарҙың береһенән булһа ла тоташтырығыҙ, тип ҡыҙырталар икән, Толстой, ул әле генә батальондан һеҙҙең янға сығып китте, тип яуабын таба. Шулай алдашып, бөтә мөмкин булған һылтаныштарын сығарып бөткәс, поручик, ҡоторған йыртҡыс төҫлө, бүлмә буйлап ары-бире йөрөргә тотона, өҙлөкһөҙ тарта, ауыҙ эсенән һүгенә, минут һайын тәҙрәнән килеп ҡарай.

  • Бына бит, эттән тыуғыры ҡап ҡорһаҡ! Оперативный сводка таптыралар, ул юҡ та юҡ! Алдашырын алдашып та бөттөм инде. Ышанмай ҙа башланылар... — Шунда ул ординарецты таба ла полковникты эҙләргә сығарып ебәрә.

Тегеһе эҙләп-эҙләп йөрөй ҙә, ҡылы ла ҡыбырламаған кеше һымаҡ, ҡайтып урынына ауа. Унан полковник ҡайтып инә.

  • Нимә, штабтан һоранылармы? — тип адъютантҡа тыныс ҡына өндәшә.

  • Эйе, господин полковник, дивизия начальнигы һораны. Мин һеҙҙе алғы линияға китте, тинем, —- тип аңлата Толстой һәм ни рәүешле алдағанын бәйнә-бәйнә һөйләп алып китә.

248




Вайымһыҙ ҡиәфәтен һаҡлаған килеш, полковник һунарсылыҡ ҡорамалдарын бер-бер артлы һалып урындарына элеп ҡуя, шунан һунарҙа күргән мажараларын ашыҡмай ғына һөйләргә тотона, элегерәк булған хәлдәрҙе лә һағынып иҫкә алып үтә. Поручик Толстой, полковнигының әңгәмәләрен тыңларға теләһә-теләмәһә лә, сыҙап ултырырға, тейешле урынында аһ итеп һоҡланырға йә ҡыҙғанып көрһөнөп алырға мәжбүр. Юғиһә, уға полковниктың бик ныҡ хәтере ҡалыр ине. Һөйләй- һөйләй, шулай ярты папирос тарта ла шунан ғына ашыҡмайса телефонға үрелә. Үҙен саҡырған кеше менән иҫәнләшкәс, әле генә поручик алдап һөйләгәндәрҙе һүҙмә-һүҙ тиерлек ҡабатларға керешә:

  • Эйе, эйе, алғы һыҙыҡта булдым. Әле генә ҡайттым. Әллә ни үҙгәрештәр юҡ. Бар нәмә лә әҙерлек хәлендә. Һеҙгә сводка кәрәкме? Хәҙер бирербеҙ уны.

Шуларҙы һөйләп бөткәс, полковник карауатҡа һуҙылып ята ла папиросының ҡалған яртыһын тартырға тотона. Тартып бөтәрәк, шул уҡ папиросынан ңкенсеһен ҡабыҙа, бер үк ваҡытта ниндәй ҙә булһа берәй ҡағыҙҙы уҡый. Шуны уҡып сыҡҡас, хәҙер адъютантына берәй бойороҡ бирер инде тип көтәһең, ә ул уның урынына, ҡағыҙҙы бер яҡ ситкә шылдырып ҡуя ла, ден- щигын саҡырып алып, һунарҙа бысранған итегенә ишара итә.

  • Итекте йыуып бөткәс, бүҙәнәләрҙе таҙарт та картуф менән ҡур. Ашарға капитан Кобылинды саҡырырһың, — ти.

Шунан һуң ғына адъютанты поручик Толстойҙы саҡырып ала ла үҙе һунарҙа йөрөгән арала булған хәлдәрҙе төпсөнөп белешергә тотона, шунан эшкә керешә. Батальон командирҙарын аллы-артлы телефонға саҡырта, алғы һыҙыҡтағы хәлдәрҙе белешә; тора торғас, ауыҙын асып иҫнәй, кирелә-һуҙыла башлай. Адъютантын да өҫтәл янына саҡырып, ашап ала ла, сисенеп тә тормай, карауатҡа ауа.

  • Әҙерәк баш терәп торайым. Бары штабтан генерал Кучин шылтыратһа ғына уятырһығыҙ, — ти.

Полковник тормошон ҡора белә. Әйтерһең, ул фронтта түгел, бер хәүефһеҙ ерҙә, үҙ дачаһында инде. Эреләнеү, һауаланыу уның холҡона һис тә хас сифат түгел, бер кем алдында ла үҙенең юғары чины менән ҡуҡырая белмәй. Ул бөтә кеше менән дә бер төрлө — кеселекле мөғәмәлә итә, бойороҡ тонын ҡулланмай тиерлек. Инде һүҙ һунар хәлдәре тирәһендә ҡуйыра башлаһа, полковнигыбыҙ торғаны сабый балаға әйләнә лә ҡуя. Ул минең менән дә йыш ҡына әңгәмәләшә башланы. Тәүҙә мин унан бик ояла, тартына инем, тора-бара ҡыйыуландым. Сит кеше юҡта, икәүҙән-икәү ҡалып һөйләшкәндә, беҙҙең әңгәмәләр бигерәк оҙаҡҡа һуҙыла, ҡыҙығыраҡ та, етдирәк тә булып сыға. Минең башҡорт балаһы икәнемде белеп алғас, беҙҙең халыҡтың һунарға әүәҫлеген, таҫыллығын серетеп маҡтап алып китә, ауыҙынан һыуҙары килә. Шунда ул киләһе

249




барыуында һунарға мине лә алып сығырға вәғәҙә итә. Һунарға барыр көндө телефон төбөндә дежур итергә икенсе берәүҙе йәһәт кенә саҡыртып ала. Беҙҙең тәү барыуыбыҙҙа һунар ғәләмәт уңышлы булып сыҡты. Украинаның төньяғында көҙлөктә бүҙәнәләр һәләк күп була имеш тә баһа! Улар иртәнсәк һәм кискеһен, тамаҡ туйҙырыр өсөн урман ауыҙына сығалар, ҡуйы һаҙ үләне араһында ҡымйышалар, һаҡһыҙ ҡыланалар, һунарсыны яҡын уҡ ебәрәләр. Оҫта атыусы бер тоҫҡауҙа унла- бын бер юлы атып ала ала. Тик ҡуйы үлән араһынан аҙаҡ эҙләп табыуы ғына ҡыйын. Быға тиклем полковник бары үлгән бүҙәнәләрҙе генә тапҡан икән. Мин еңелсә яраланғандарын да эҙләп табып ҡуям. Шулай итеп, беҙ бер барыуҙа иллеләп бүҙәнә алып ҡайттыҡ. Был — полковник алдында минең абруйҙы бермә-бер арттырып ебәрҙе.

Фронтта әле бер аҙ һиллек хөкөм һөрә. Октябрь. Көндәрҙең аяҙ һәм йылы торошона ҡарап хөкөм йөрөткәндә, шулай ҙа оҙаҡламай йә беҙҙең яҡтан, йә дошман яғынан һөжүм башла- насағын көтөү ҡыйын түгел ине. Ысынлап та, юғарынан — баш командованиенан килгән телеграммалар һәм телефонограммаларҙан күренеүенсә, һөжүмгә бик ныҡлы әҙерлек алып барыла. Алғы һыҙыҡҡа беҙҙән дә шунда уҡ йөкмәткеле бойороҡтар бирелә. Тик быларҙың береһе лә полковник Бибиковтың көндәлек тормошон да, кәйефен дә үҙгәртә алмай; ул ыжлап та бирмәй, ваҡытын йә һунарҙа йөрөп, йә һунар хаҡында кем менәндер әңгәмәләшеп уҙҙыра бирә.

Бер мәл полковник мине һәм коновод итеп ординарецын алды ла, өсәүләп, бер ун саҡрым самаһындағы урманға һунарға киттек. Ҡояш байырға ла күп ҡалманы. Бындағы крәҫтиән- дәрҙең әйтеүенә ҡарағанда, ошо мәлдә урман ауыҙында ҡорҙар «туй мәжлесе» үткәрә, имеш. Шуны ишеткәс, полковнигым- дың ашар ашы — аш булмай, йоҡлар йоҡоһо йоҡо булмай башланы.

Урман ауыҙына етәрәк, аттарҙы ординарец ҡулына тапшырҙыҡ та ҡорҙар туйлай торған урынды эҙләп киттек. Юл ыңғайы беҙгә ояһы-ояһы менән бүҙәнәләр тап була торҙо. Тик беҙ уларға ваҡыт исраф итеп тормаҫҡа булдыҡ, ҡағылмай ары китә бирҙек. Бына беҙҙең баш осонан ғына, ҡолтор-ҡолтор итеп, бер тиҫтә самаһы ҡор осоп үтте. Беҙ, йөрәктәребеҙ атлығып сығырҙай булып, рәхәт итеп дарҫлаған хәлдә, тегеләрҙең төшөр урынын самалап, алга атлыҡтыҡ. Хатта ҡайһы йүнәлештә барғаныбыҙҙы ла оноттоҡ. Беҙҙе бары һунар дәрте генә биләп алғайны. Был ваҡытта, мәғлүм инде, Бибиков башын юғалтырға ла әҙер. Күпме барғанбыҙҙыр. Мин инде аҙаштыҡ тип әҙерәк шыртлай ҙа башланым. Уйымды белгән һымаҡ, полковник та, хырылдауығыраҡ тауыш менән:

  • Аттарҙы таба алмабыҙ, ахыры. Фронт яғына ҡарайыраҡ атлайыҡ. Берәй обоз урынлашҡан ергә барып сығырбыҙ әле, —

250


тип ҡуйҙы. Фронт тауыштары килгән тәңгәлгә ыңғайланыҡ. Барабыҙ. Барған һайын урман шырлығы ҡуйыра бара. Әленән- әле биттәрҙе сыбыҡ һыҙыра, ағас төмһәләренә абынабыҙ. Туҡ- тап-туҡтап, аралаш ҡолаҡ һалыштырып торабыҙ. Ьирәк-һаяҡ туп ярылған тауыштар тоноҡ ҡына булып ишетелеп ҡала. Ҡараңғылыҡ ҡуйырғандан-ҡуйыра. Атыш тауыштары асығыраҡ ишетелә башланы. Ахыр сиктә, беҙ урман шырлығынан асыҡ яланға килеп сыҡтыҡ. Күңелебеҙ күтәрелеп китте.

  • Әҙерәк хәл алайыҡ, — тине полковник туҡтап, миңә портсигарын һондо. Беҙ өндәшмәй генә тарттыҡ та ары ҡуҙғалдыҡ. Тиҙҙән аяҡ аҫтыбыҙҙа һыу шаптырлай башланы. Алды- быҙҙа һаҙлыҡ йәйелде. Шырпы һыҙа-һыҙа, бер түңгәктән икен- сеһенә һикерәбеҙ. Улары ла барған һайын һирәгәйә. Ҡурҡып, кире боролдоҡ. Шунда мин, тайып китеп, бил тиңенте һаҙ һыуына баттым. Ьаҙ һаман төпкә һура. Әлдә аяғымда француз ботинкаһы ине. Итек булһа, уларҙы һаҙ һурып алып ҡалаһы ла, мин ялан аяҡ килеп сығаһымын икән. Полковникты ҡыуып еткәс, йүнәлеште самалап торҙоҡ. Каҙ буйлап һаман да һулға ҡайырып бара бирҙек. Таң атыр мәл дә яҡынлашты шикелле инде, хәлдән тайышҡан беҙ икәү алғы һыҙыҡҡа тамам яҡынлаштыҡ булһа кәрәк. Тик һаман да тере йән әҫәрен күргәнебеҙ юҡ әле. Йәнә бер аҙ атлағас, ботаҡтан ботаҡҡа һуҙылған ялан телефоны сыбығына барып ҡағылдым. Был беҙҙе дәртләндереп үк ебәрҙе, күңелдәребеҙҙә өмөт осҡоно ҡабыҙҙы: уның буйлап барһаҡ, беҙ һис шикһеҙ берәй часҡа барып сығасаҡбыҙ. Тик шатланыуыбыҙ иртәрәк булып сыҡты. Сыбыҡ беҙҙе яңынан урман шырлығына алып барып индерҙе һәм шунда өҙөлдө.

Ҡайҙалыр яҡында ғына пулеметтар тыҡырлаша, туптар ярылыша ла бит ни, тик бер генә лә кеше тауышы ишетелмәй шул.

  • Күрәһең, беҙҙе урман эйәһе шаяртып үҙ артынан эйәртеп йөрөтәлер, — тип асыуланып еңелсә генә һүгенә биреп ҡуйҙы полковнигым һәм сыртлатып бер төкөрҙө лә хәл йыйырға йыуан ағасҡа һөйәлде. Әллә шулай аяғөҫтө серем итеп алды, әллә оҙаҡ итеп тәрән уйға бирелеп торҙо. Мин үҙем башлап һүҙ ҡушырға ҡыйманым. Йәнә тауыштарға ҡарап, алғы һыҙыҡ яғын тоҫмаллап атлау яғында булдыҡ. Башҡа сара юҡ ине.

Ҡапыл ғына беҙҙән һулдараҡ көслө атыш башланып китте. Винтовкалар шартлай, пулеметтар ҡабаланып сатырлай, һауаны өҙлөкһөҙ ракеталар яҡтырта, хатта урман эсе лә бер килке шомло йәшкелт ҡыҙыл һалҡын яҡтылыҡҡа сумып ала. Аралаш эргәбеҙҙән пулялар ҙа безелдәшеп үткеләй. Үҙебеҙҙең ҡайһы тирәлә аҙашып йөрөүебеҙҙе шәйләргә тырышып туҡтап торған арала, бик ҡаты артиллерия канонадаһы башланып китте. Туптар яҡында ғына ярыла, урман ыңғырашып-ыңғыра- шып ҡуя.

251


Мин өшөүҙән, тешем-тешкә теймәй, ҡалтыранам. Полковник Бибиков та, ҡаушауынан, ахыры, ҡалтырана башланы.

  • Минең полкта бара түгелме һуң был атыш? Кәләк итте беҙҙе был ординарец. Ниңә шунда, аттарҙы етәкләп, беҙҙең арттан әйәреп килмәҫкә ине уға? Бөттө минең баш, туғанҡай! Был ҡәһәр һуҡҡыры урманды! Ни эшләргә инде хәҙер? Ҡайҙа барабыҙ, туғанҡай? Бына бит ахмаҡлыҡ! Эргәңдә генә ҡаты һуғыш барһын, ә һин, полк командиры, түмәр шикелле, ҡарурман төпкөлөндә ултыр! И-их, бөттө минең баш, бөттө, туғанҡай! — Ярһыуынан Бибиков тештәрен шығырлата, бармаҡтарын һындырғылай.


    Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет