КИҪӘК БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Ҡыш.
Польша ҡышы, Башҡортостандағы кеүек, ҡоро сатлама һыуыҡ түгел: бында таңға табан туңдыра, иртә менән күбәләкләп ҡар яуа, ерҙең өҫтөн ағартып ташлай, төш ауғас, ул ҡар ҡатышлы ямғырға әйләнә.
Беҙҙең һуғышҡа оҙатылған запасной батальон Варшаванан сыҡҡанда иртәнге сәғәт биш ине, беҙ биш-алты саҡрым киткәс, таң беленде. Әллә баш әйләнгәнгә инде, таң көнбайыштан беленгән кеүек булды. Мин Байғужаға һүҙ ҡуштым:
-
Ниңә таң был яҡтан ата икән?
-
Әллә шул... — тине Байғужа. Ул, аяҡ аҫтына ҡарап, әллә ниндәй уйға батып бара ине. Мин дә башҡа һүҙ ҡушманым, тирә-яҡҡа ҡаранып бара башланым.
Беҙ таш юлдан барабыҙ, бындағы юлдар беҙҙәге кеүек түгел, шыма итеп, бер аҙ уртаһы ҡалҡытыбыраҡ эшләнгәндәр. Тирә-яғында бағаналар ултыртылған, бер аҙ барғас, цементтан ҡойолған саҡрым бағаналары осрайҙар.
Көн тағы ла яҡтыра төштө. Юлдың уң яғында бер ауыл күренде. Бында өйҙәр таштан, матур итеп һалынғандар, түбәләрен арыш һаламдары менән тигеҙ, бөхтә итеп япҡандар. Унда бер нисә көршәк менән япҡан түбәләр ҙә күренә. Ауылдың тирә-яғы баҡсалыҡ, ауылдың артынан урман һуҙылып киткән. Йоҡа аҡ ҡар өҫтөндә ҡарайып күренгән нарат ағастарының япраҡтары иртәнге ҡар шәүләһе менән күкһел ҡара булып күренәләр, күңелгә ауыр, баҫынҡы тәьҫир бирәләр.
Бағаналарға ҡарағанда, хәҙер туғыҙынсы саҡрымды барабыҙ. Ошо күренгән ауылда ял итербеҙме икән тип уйлашҡайныҡ, беҙҙең юл буйлап һуҙылған йәйәүле һалдаттар ағымы ул ауылға боролманы, һул яҡҡа табан айырылды.
-
Әле һаман барабыҙ... — тигән тауыштар ишетелде. Күрәһең, күп кешеләр мин уйлаған уйҙы уйлағандар. Варшаванан сыҡҡанда минең уң аяғым бик ныҡ ауырта ине, әле бер аҙ ҡыҙып китте буғай, ауыртмай башланы. Бынан дүрт көн элек Варшава вокзалында вагондан рельсҡа йығылып төшкәй-
58
нем. Уң аяҡтың енсеге тура килде. Ул ныҡ ауырта торған ер икән: һындарым китеп ятты. Иптәштәрем казармаға ҡултыҡлап алып килделәр. Итекте сисеп ҡарағас, ус төбөндәй ҡара янып сыҡҡан урыны күренде. Иптәштәр:
-
Бына, һуғышҡа инмәҫ борон ранен булдың! — тип көлөштөләр. Миңә көлкө түгел, бик ауырта ине. Иртәгеһенә мине околодокка ебәрҙеләр. Мин, ун биш көнһөҙ төҙәлмәҫ, тип уйлағайным; ауылға: «Бик ҡаты йыгылдым, аяғымды һындыра яҙҙым. Хәҙер больницала ятам, ун биш көнһөҙ сыга алмам», — тип хат та яҙып өлгөргәйнем. Өс көндән сығарып ебәрҙеләр. Сатанлап, таяҡҡа таянып, иптәштәрем әргәһенә ҡайттым. Бына бөгөн шул аяҡ менән фронтҡа китеп барам...
Ҡараңғы төшөүгә, Блуния тигән кескәй генә ҡалаға килеп индек. Урамдары тар, һәр ике яғында тәпәшәк икешәр ҡатлы таш өйҙәр теҙелгән. Ҡалала тормош юҡ. Ҡала ҡараңғы, бер нисә урында тоноҡ ҡына электр фонарҙары күренәләр. Күп тәҙрәләрҙә уттар янмайҙар. Урамдан обоздар, һирәк-мирәк йөк автомобилдәре үтәләр.
Кис менән ваҡ күҙле ямғыр яуа. Беҙ, һарыҡ көтөүҙәре кеүек, бөршәйеп урамда торабыҙ. Беҙ ошонда ҡунырға тейешбеҙ. Бер сәғәттән артыҡ торабыҙ инде, беҙҙе һаман урынлаштырғандары юҡ. Күп урында тәмәке уттары баҙлай, бөтә ерҙә һөйләшәләр. Шул һөйләшеүҙәр гөрөлдәүеге эсендә һүгенгән тауыштар йыш ишетелә, һирәк-мирәк таш урамда дағалы аттарҙың тауыштары яңғырап ҡалалар. Ул аттарҙа ҙурыраҡ командирҙар, офицерҙар йөрөйҙәр.
Өҙөлөп-өҙөлөп ҡорһаҡ асты, ашағы килә, унан һуң йылы ғына урында йоҡлағы, оҙаҡ итеп йоҡлағы килә. Беҙҙең иптәштәр ашау тураһында һөйләшәләр:
-
Бында обед булырға тейеш. Бөгөн көн буйы ашаған юҡ бит! — тиҙәр. Новиков тигән тәбәнәк, йыуан, ҙур ауыҙлы бер һалдат үҙенең ҡалын, бас тауышы менән обед ашарға теләүселәрҙе һүгә:
-
Обед алыҫ ҡалманы инде, бөгөн кискә булмаһа, иртәгә кискә әҙер булыр. Үҙегеҙҙең өҙөлгән аяҡ, ҡулдарығыҙҙы бешереп килтерерҙәр! — ти. Новиковҡа берәү ҙә һүҙ ҡайтармай. Сөнки Новиков менән яуаплаша башлаһаң, ул һинең бер һүҙеңә ун төрлө һүҙ әҙерләй, әгәр ҙә уны бер генә ҡатлы итеп һүкһәң, ул һине ун ҡатлы итеп, нәхүсәләп һүгә башлай. Үҙе шахтер булып йөрөгәндә уның тарафынан емерелгән ауыҙ, морондарҙың, һаналған тештәрҙең тарихына төшөп китә. Ьуңға табан уның һүғенеүе ҡурҡыныслы бер әкиәткә әүерелә башлай. Уны бөтәһе лә ҙур иғтибар менән тыңлай башлайҙар. Урыны-урыны менән көләләр. Көлгәс, Новиковтың күңеле була. Ул асыулы йөҙөн көлдөрә, ҙур ауыҙын йырып, эре тештәрен күрһәтеп:
-
Шулай ул, браток! — тип, һүҙгә килгән кешеһенең арҡаһына һуғып, минең менән бәйләнергә ярамай, тигән һымаҡ
59
эреләнеп ҡуя. Ул күңеле килгән саҡта, бик йомшаҡ, һәр бер һүҙҙе тыңлаусан, иптәштәренә ярҙам итеүсән кеше. Күңеле килмәһә, хәҙер тоҡанып, ҡоро утын кеүек дөрләп, янып күтәрелеп китә.
Новиковтың нәҡ күтәрелеп, тоҡанып барған сағы ине.
-
Смирно! Теҙелегеҙ, хәҙер фатирҙарға барабыҙ! — тигән команда булды. Бүренән ҡасып, бер урынға өйөлгән һарыҡтар кеүек, үҙ урындарыбыҙға йыйылдыҡ. Ҡалай етте, шулай рәттәр яһаныҡ. Төндө уны кем ҡарап тора, мылтыҡтарҙы яурынға ҡуйып, шым ғына команда көтә башланыҡ.
Беҙҙе тәҙрәһеҙ өйгә урынлаштырҙылар. Ел өрөп тора. Тик ямғыр ғына үтмәй. Шырпылар сыйып ҡарағас, уның стеналары бысраҡ, иҙәндәре сүп, батҡаҡ булды. Әллә ҡайҙан бәҙрәф еҫтәре килә, кем белә, бәлки ошонда уҡ ебәргәндәрҙер. Беҙ уны-быны ҡараманыҡ, стена буйына сумкаларҙы һалдыҡ та шуларҙың өҫтөнә ултырып торҙоҡ. Төрлө урындарҙа шырпылар сыйылды, тәмәкеләр тоҡандырылды. Шау-шыуҙар, һүгенеүҙәр, йырлауҙар китте.
-
Сволочтар, бөгөн бөтөнләй ашатманылар!
-
Беҙ хайуанмы ни, сусҡа аҙбарына килтереп яптылар!
-
Өҫтәрҙе ҡалайтып киптерәбеҙ инде?
-
Исмаһам, уты ла юҡ бит!
Налдаттар ауыҙындағы бөтә һүҙҙәр шунан ғибәрәт ине.
Мин асыҡ тәҙрә эргәһенә тура килгәнмен. Ел өрә, ел менән ямғыр тамсылары ла елкәгә килеп бәрелә. Бер аҙ ултырғас, аяҡтар ойоп, ауырта башланылар. Тәндәр ҡалтыранырға тотондолар. Бая өҙөлөп ҡарын асҡайны, хәҙер ул да онотолдо. Эстән уйлайым: ҡаты итеп ауырып китһәм, лазаретҡа алып ҡалырҙар ине, һуғышҡа китмәҫ инем, тимен, ләкин тәндә бик ныҡ арыу һиҙелһә лә, ауырыу һиҙелмәй. Тәндәр былай ғына өшөйҙәр.
Мин тик кенә ултырам. Байғужа сумкаһын аҡтарып булаша:
-
Мин Варшавала май шәм ҡулға төшөргәйнем, ҡана шуны тоҡандырып ебәрәйек әле, — ти. Был һүҙҙе ишеткәс, әкрен генә мығырланып, һүгенеп тәмәке тартып ултырған Новиков ҡапыл күтәрелеп китте. Байғужаның арҡаһынан һөйә башланы.
-
Валлаһи, — ти Новиков, — мин фронтта Байғужанан айырылмайым. Бына ул, по крайней мере, кеше. Уның менән йөрөһәң, мәңге асҡа үлмәҫһең! — ти. Үҙе, сумкаларын шыуыштырып, шырпыһын тоҡандырып, Байғужа эргәһенә килә. Был һүҙ миңә лә йән индерҙе. Кеҫәләге Варшаванан алған папиросты алып, эре генә итеп:
-
Әйҙәгеҙ, улай булһа, папирос тартып ебәрәйек! — тип, Новиковҡа һуҙҙым. Уның йөҙө тағы ла асылып китте:
60
-
Вот беҙҙең компания хәҙер офицерский! — тип, папиросты тоҡандырып ебәрҙе. Беҙ май шәмде тоҡандырып, алға ит консерваларын ҡуйып, ашарға башлағас, башҡа һалдаттар ҙа беҙҙең тирәгә йыйылышып, кәмит ҡараған кеүек, беҙҙе тамаша итә башланылар. Новиков асылып, күңелләнеп, тау түбәненә төшкән арба кеүек, шалтырап китте. Ул һүҙ артынан һүҙ таба, көлкө артынан көлкө таба. Үҙе өҙлөкһөҙ ашай, ҡулдарын болғап, икмәк менән тулған ауыҙы менән өҙлөкһөҙ һөйләй. Башҡалар көлөшәләр. Ишек төбөндә әсе тауыш ишетелде:
-
Смирно! Рота командирҙары килә! — тине беҙҙең взвод командиры старший унтер Бабин. Калдаттар аяғөҫтө торҙолар. Поручик беҙҙең яҡтыға табан килде.
-
Братцы! Бөгөн обед булманы, берәр консервағыҙҙы ашарға рөхсәт ителде, ашағыҙ! — тине, үҙе тиҙ генә сығыу яғын ҡараны. Унтер уны оҙатып, ишек төбөнә ҡыҙыу атланы. Улар артынса күмәк көлөү тауышы күтәрелде:
-
Бына һиңә важный барин, консерва ашарға рөхсәт бирергә килгән. Беҙҙең ҡорһаҡтар һинән элек рөхсәт иттеләр инде уларҙы.
Байғужа менән Буранбай ҡайҙандыр алама септә табып ингәндәр. Уны аҫҡа түшәп ебәрҙек. Новиковҡа ла бер мөйөш эләктерҙек. Мин уларҙың урталарына яттым, тәндәр йылынып китте. Иҙәнгә иреп төшкән кеүек булдылар. Бүлмәлә тауыш бик тиҙ тынды. Юлда арып, туңып килгән кешеләр, ҡайһыһы, бөршәйеп стенаға һөйәлеп, ҡайһыһы, сумаҙандарына баштарын һөйәп, хырылдай башланылар. Бигерәк тә беҙҙең май шәме һүнеүе менән, бүлмәлә тормош та һүнде, барыһын да бөтә ҡоласы менән йоҡо баҫты. Әҙерәк ятҡас, Байғужа, минең яҡҡа әйләнеп, ауыҙын ҡолаҡҡа яҡын килтереп, әкрен генә һөйләй башланы:
-
Минең Варшавала алған ике ҡап печеньем бар. Бер әс- мүхә яҡшы сәй ҙә алдым. Тура килһә, һәйбәтләп сәй эсербеҙ, һугышта беребеҙҙе-беребеҙ ташламайыҡ инде...
Уның һуңғы һүҙе эстән, йөрәктән әйтелде. Шунан һуң ул тиҙ генә йоҡоға китте. Байғужаның был һүҙе миңә ныҡ тәьҫир итте. Тән йоҡо менән ҡойолһа ла, күҙ йомолманы.
Байғужа — минең ауылдаш. Ул беҙҙең ауылдың үрге осонда Йәйентамаҡ күле ярында ултырған Байназар тигән ярлы кешенең балаһы. Ул йәш ваҡытында күп уҡый алманы, күберәк батраклыҡта йөрөнө. Мин ауылда саҡта Байғужалар араһына бик һирәк ҡатыша торғайным. Мин уны күп күрһәм дә, ул миңә яҡын таныш түгел ине. Һалдатҡа алынгас, һәр ваҡыт бергә булдыҡ. Ул аҙ ғына буйға минән оҙонораҡ булһа ла, бер взводҡа эләгеү өсөн, ул, сүгәләберәк, мин, ҡалҡыбы- раҡ баҫып, бер тигеҙ булырға тырыша торғайныҡ. Хәҙер беҙ уның менән бик дуҫлаштыҡ. Ул, ҡарап торғанда, йыуаш, һәлмәк кеше кеүек күренһә лә, үҙен һәм иптәштәрен ҡарау өсөн *
61
тапҡыр, етеҙ һәм алдан күрә торған кеше. Бер урынға килеп төшһәк, беҙ күҙ-баш алғансы, ул әллә ни арала, әллә ҡай- ҙарҙа булып, әллә кемдәр менән танышып, һөйләшеп килә. Ҡайҙа кибет, баҙар, мунса барын белеп килә. Уның сумаҙанында һәр төрлө кәрәк нәмәләр була. Энә, еп, һәҙәп, булавка, ҡайраҡ, беләү... — бөтәһе лә бар. Шуға күрә лә уның менән йөрөү рәхәт. Ул яҡшы иптәш була белә, ул күп ауырлыҡтарҙы, мохтажлыҡтарҙы еңеләйтә белә. Шуға күрә лә уны бөтә иптәштәр яраталар. Уға берәү ҙә ауыр һүҙ әйтмәй, уның менән бер кем дә һүҙ көрәштермәй, уға өлкән кеше кеүек итеп ҡарайҙар, уны хөрмәт итәләр. Йоҡлар алдынан һуңғы һүҙен әйткәс, ул миңә тағы ла яҡын күренде. Мин арҡамды уның кәүҙәһенә яҡыныраҡ терәп яттым. Башҡа кешеләргә ҡарағанда, уның тәне миңә йылыраҡ, яғымлыраҡ тойолдо. Быялаһыҙ тәҙрәле, һалҡын, ташландыҡ өйҙә ятыу онотолдо. Әллә ҡайҙа, алыҫта, Быҙаулыҡта ҡалған тегеүсе Ивановтың йылы өйө, һөйкөмлө Нинаһы күҙ алдына килде.
Беҙ, 1914 йыл көҙ яңы алынган кешеләр булып ғәскәри хеҙмәткә алынғас, Быҙаулыҡ ҡалаһына килдек. Ҡалала ике запасной полк тора ине. Унда көҙ алынған запас һалдаттар, ополчиндар, Украинанан килгән батальондар тора. Уның өҫтәүенә беҙ килдек. Беҙҙе урынлаштырырға казармалар етмәне. Беҙҙе хосуси фатирҙарға тараттылар. Мин Иванов тигән бер тегеүсе фатирына тура килдем. Фатир яҡшы, таҙа, семьяһы бәләкәй, ике генә ҡыҙы бар. Береһе 12, береһе 17 йәшендә. Бисәһе ауырыу. Иванов кейем тегә, йорттағы бөтә ауыр эште башҡара. Бисәһе мызмырлап аш-һыу тирәһендә генә болғана.
Мин иң тәүҙә Иванов фатирына килеп ингәс, ҡаҙанлыҡ эргәһендә торған ҡатын мине ҡаршы алды. Мин нәмәләремде ҡуйып өлгөрмәнем, ике силәк менән һыу күтәреп Иванов ҡайтып инде. Мине бик мөләйем ҡаршы алдылар. Ивановтың бисәһе Клавдия, ауырыу менән эскә батҡан йәшкелт һоро күҙҙәрен ҙур итеп асып, миңә оҙаҡ ҡарап торҙо. Унан һуң көрһөнөп:
-
Йәш кенә балалар! Ошо йәш кенә балаларҙы һуғышҡа ебәрәләрме икән? — тине, иренә ҡарап алды, унан һуң тағы ла миңә ҡарап, — һеҙгә нисә йәш? — тине. Мин ашығып ҡына:
-
Ун туғыҙ йәштә, — тинем. Ул мейескә аш ултыртып маташа ине. Ул, янған мейескә ҡарап, ауыҙ эсенән генә бик оҙаҡ һөйләнде. Әллә кемдәрҙе йәлләне, әллә кемдәрҙе ҡар- ганы, һүҙ араһы һайын Аллаға ялбарҙы.
Бер аҙҙан һуң беҙгә ғәскәри кейем бирҙеләр. Ул кейемдәрҙең береһе лә беҙҙең буйҙарға ҡарап тегелмәгәндәр. Ул кейемдәрҙе алып ҡайтыу Иванов семьяһы өсөн ҙур ваҡиға булды: фуражкаһы шул тиклем ҙур, минең ҡолаҡтар күмеләләр, шинель шул тиклем оҙон, минең аяҡтан уҙып, иҙәнгә һөйрәлеп ята, хлястигы минең осанан түбән төшөп тора. Гимнастерканың яғаһы үгеҙ муйыны өсөн эшләнгәнме ни -— минең ике муйын
62
һыйырлыҡ. Шуның өҫтәүенә еңдәре минең ҡулдарҙы ҡаплап, теҙҙән түбән төшөп торалар. Мин кейенеп ҡарағас, Иванов һындары ҡатҡансы, күҙҙәренән йәштәре сыҡҡансы көлдө. Нина бында түҙә алмағас, бүлмәгә инеп, бикләнеп көлдө. Мин үҙем оялам, үҙем көлгән булам. Клавдия ла башта беҙгә ҡушылып, арыҡ кәүҙәһен ҡалтыратып, мыртылдап көлөп маташты. Һуңға табан, әллә мине ҡыҙғанып, күңеле нескәрҙе инде: «Йәш кенә балаларҙы нисек мәсхәрә итәләр бит!» — тип илай башланы. Уның илауы барыбыҙға ла тәьҫир итте буғай, шымдыҡ. Киске сәй алдында Иванов:
-
Бөгөн мин уның шинелен матурлап, ҡыҫҡартып, кәүҙәһенә таман итеп кенә тегеп бирәм, — тине. Уның был һүҙе минең күңелгә йылы бирҙе. Клавдия ла, Нина ла, бәләкәй ҡыҙ Маруся ла быға ҡул ҡуйҙылар.
-
Эйе шул, Алла хаҡы өсөн булһа ла, ҡыҫҡартып бирергә кәрәк, — тинеләр.
Йоҡоға ятҡан ваҡытта, Иванов минең шинелде үҙенең бүлмәһенә алып инде. Иртә менән сәғәт алтыла тороп ҡараһам, шинелем һүтелеп ырғытылғайны. Уны күргәс, мин ҡысҡырып ебәрҙем:
-
Бөгөн беҙгә ғәскәри кейем менән сығырға приказ булғайны, нисек итеп үҙ кейемем менән сығайым инде... — тинем. Иванов һалҡын ҡан менән генә:
-
Бөгөнгә бер нәмә лә булмаҫ, кискә өлгөрә ул. Фуражкаңды ла ҡалдыр. Уны үҙемдең бер таныш мастерға илтеп бирәм. Гимнастеркаңды башҡа ваҡытта төҙәтербеҙ, — тине. Был, бер яҡтан, миңә күңелле булһа ла, икенсе яҡтан, бөгөнгө өсөн ауыр һәм ҡурҡыныс ине.
Иртәнге сәғәт 6-ла, таң ҡараңғыһында, казарма алдына килгәндә, бик күп һоро күләгәләр ҡуҙғалалар: былар яңы ғәскәри кейем кейеп сыҡҡан минең иптәштәрем ине. Хәҙер быларҙың береһен дә таныр әмәл юҡ. Бер мин улар араһына вольный кейемдән килеп индем. Байғужа менән Буранбай ҡысҡырып, саҡырып алдылар. Бөтөнләй үҙгәреп киткәндәр. Уларҙың икеһе лә кәүҙәгә килбәтле, йыуантыҡ егеттәр, уларға был кейемдәр аҙыраҡ ята төшәләр. Бөтә иптәштәргә баштан-аяҡ ҡарап сыҡтым. Барыһы ла яңы кейемдәр кейеп, яңы кәйеф менән килгәндәр. Улар миңә аптырап ҡаранылар.
-
Ниңә кейемеңде кеймәнең? Приказ шулай бит, — тинеләр. Мин барыһына ла теге ваҡиғаны һөйләнем. Ул арала старший унтер Кудряшов барыбыҙға ла теҙелергә ҡушты, мин артҡы флангыға Байғужа артына баҫып торҙом. Ул: «Смирно!» — тип команда бирҙе. Һалдаттарҙың нисек кейенеүҙәрен ҡарай, тикшерә башланылар. Ҡайһыһының поясын тартып ҡарай, ҡайһыһының кәпәйеп торған арҡаһын төҙәттерә. Уларҙың береһе лә «бүләкһеҙ» үтмәй. Иң башта йыуан ғына итеп бер «мат»лап ала, унан һуң йә сикәгә, йә арҡаға, йә бөйөргә
63
эләгә. Мин, күмәк ҡуйҙар араһындағы бер кәзә һымаҡ, ҡалтыранып, ҡурҡып торам. Һәр секунды сәғәт тойола, һораһа, ни тип яуап бирергә белмәйем. Арҡанан тирҙәр сыҡты. Миңә килеп етте.
-
Һин ниңә былай? — тине. Мин ҡурҡыуымдан һикереп киттем. Ни әйтергә белмәй аптырап ҡалдым. Ағарындым, тамаҡ төптәрем кипте. Ул тағы ла:
-
Ниңә кейенмәнең? Әллә һатып эстеңме? Өс аҙым алға сыҡ! — тине. Команда бирҙе. Мин алға сыҡҡанда, аяғым Байғужаның аяғына эләгеп, ике аҙым алға һөрлөгөп киттем. Ҡулды под козырек алып:
-
Господин взводный, мин кейемдәремде тегергә бирҙем, бик өлкән булғандар, — тинем. Кудряшовтың күҙҙәре утланды, ирендәре ҡалтыраны.
-
Ах, басурманская морда! Кемдән рөхсәт алдың?.. Кем һиңә ғәскәри кейемде боҙорға рөхсәт итте?.. Хәҙер һин военный хөкөмгә тартылаһың! — тине. Ҙур көслө ус менән минең яңаҡҡа бирҙе. Минең күҙҙән уттар күренде. Сайҡалып киттем, йығыла яҙып ҡалдым. Тағы алдына килеп баҫтым. Кудряшовтың кәүҙәһе миңә алыҫта, томан артында кеүек күренә ине. Ул тағы һулаҡай ҡулы менән һул яңаҡҡа берҙе төшөрҙө. Быныһы артыҡ ныҡ һиҙелмәгән кеүек булды. Ниңәлер башым әйләнде. Теҙелеп торған һалдаттар, ер ҡалтайып, ауышып, артҡа табан китеп барған кеүек булдылар. Эйәктән йылы нәмә ағып төштө. Ҡулым менән һыйпаным, минең ҡул ҡып-ҡыҙыл ине. Ләкин танау ҡанағанмы, сикә ярылғанмы, — уныһын һиҙмәнем, сөнки минең ике битем дә ут кеүек яна ине. Шунан һуң, мине төртөп стройға индерҙе лә, отделение командирын саҡырып, приказ бирҙе.
-
Был хайуаныңды стройҙан ал! Бөгөн смотр була. Ҡалай итеп уны полк командирына күрһәтәһең. Кухня тирәһенә наряд бир. Кискә ике сәғәт винтовка аҫтына ҡуй. Мин уның тураһында рота командирына доложить итәсәкмен, — тине.
Мине кухняға картуф әрсергә ебәрҙеләр. Ул көнөм шунда үтте. Ҡар менән йыуып ауыҙҙағы, танауҙағы ҡандарҙы бөтөрһәм дә, кискә тиклем башым шауланы, ҡолаҡтарым тон- до. Гүйә, минең биттәр, ҡолаҡтар, йылы кейеҙ менән ҡапланған кеүек, бөтә тойғоларымды томалап торалар ине. Тамам аңраға әйләнгәйнем.
Кис менән ҡайтҡас, хужам Иванов, төҫөмә ҡарап:
-
Әллә ауырыйһыңмы? Биттәрең шешенгән... — тине. Мин:
-
Былай ғыналыр, — тинем. Ул турала һөйләмәнем.
Минең шинель менән фуражка әҙер ине. Кис менән гимнастерканың яғаһын, еңен кесерәйтеп бирҙе. Иртәгеһен мин занятиеға кейенеп сыҡҡанда, минең өҫтә ыҡсым һәм ҡупшы итеп тегелгән шинель, башта офицерҙар фуражкаһына оҡшаған һәйбәт защитный төҫтә фуражка ине. Бөтә иптәштәр, мине уратып
64
алып, минең шинелде ҡаранылар, фуражканы ҡарау менән ҡәнәғәтләнмәнеләр, ҡулдан ҡулға алып, баштарына кейеп: «Нисек, килешәме?» — тип береһенән-береһе дөрөҫләттеләр. Бөгөнгө иртә кейем мәсьәләһендә мин бөтә взводтың геройы инем. Кисәге яңаҡ ауыртыуҙары бөгөн онотолғандар, мин яңы кейем аҫтында, яңы донъя кешеһе. Кисәге һабаҡ буйынса, иптәштәр, бөгөн минең ҡайышты ҡыҫалар, хлястиктарҙы төҙәтәләр, шинелдең арҡаларын, итәктәрен матурлайҙар, шымарталар. Мин кинәнеп торам.
Рота командиры Карклин килде. Стройға теҙелдек. Кудряшов минең турала Карклинға доклад бирә. Ләкин, ниңәлер, бөгөн минең тубыҡтар ҡалтырамай, күңелгә лә артыҡ ҡурҡыу төшмәй. Мин яңаҡ тураһында уйламайым, суд тураһында ғына уйлайым, эстән генә, мин әйтәм, барыбер түгелме ни, тимен. Бында, һалҡын һауала, иртәнән кискә тиклем занятие, ә унда, исмаһам, йылы урында тик ултырырмын, тип уйлайым. Карклин мине саҡыра. Мин:
-
Имею честь явиться, ваше благородие! — тип алдына килеп баҫам. Оҙон тура кәүҙәле, ҙур мыйыҡлы Карклин миңә оҙаҡ ҡарап тора. Мыйыҡтарын көлдөрөп:
-
Ни әйтергә?.. Тектергән бит. Үҙенә килешеп тора. Болван! Болван!.. Ярай, бар, урыныңа кит, — тине.
Мин, шатлығымданмы, белмәйем, ҡаушапмы, ғәскәри тәртиптәрҙе үтәмәйенсә былай ғына урыныма килдем. Ул мине тағы ла саҡырып алды.
-
Әллә һин командир эргәһенән ҡалай китергә өйрәнмәнеңме?
-
Виноват, ваше благородие!
-
Ну, кит!
Мин бөтә тәртип буйынса китәм. Урыныма киләм. Карклин көлә.
-
Чудак! — ти. Ул ваҡиға шуның менән бөттө. Мине винтовка аҫтына ла ҡуйманылар, судҡа ла бирмәнеләр. Занятие һуңында Кудряшов саҡырып алып миңә шуны әйтте:
-
Ярай әле, рота командиры яҡшы кеше икән. һинең башың юғала ине бит, басурманская морда! — тине.
Был эштең аҙағы шулай шыма бөткәс, бөтә ваҡиғаны ҡайтып Ивановҡа һөйләнем. Клавдия Матвеевна минең был фажиғәле хәбәрҙе һәр ваҡыт башын һелкеп тыңланы. Ә Нина, йотлоғоп, мин һөйләгән һайын миңә яҡын килде. Ул кис бөтә өй эсе еңеү байрамы шатлығын үткәрҙе. Мин тағы ла күтәрелеп киттем. Үҙемдең ирлекте күрһәтеү өсөн, артығыраҡ та һөйләп ебәрҙем. Иванов, был ваҡиғаға тәьҫирләнеп, үҙ эшенә керешеп китте:
-
Клавдия әйтә, был баланы мәсхәрә итмә инде, ти. Заказдарыңды ҡуйып булһа ла, бер кисеңде әрәм ит, уның кейемдәрен кесерәйтеп бир, берәүҙең ҡәҙерле балаһылыр, ата-
-
— Д. Юлтый
65
әсәләре илап ултыра торғандыр, үҙеңде Алла риза итер, ти. Мин әйтәм, Клавдия, була ул, миңә ни тора, кәнфит кеүек итеп эшләп бирермен, тием. Һәм кәнфит кеүек булды ла инде, — ти. Үҙенең тегеүселек тарихы һәм уның оҫталыҡ серҙәрен айырым кисереш менән, төрлө ваҡиғаларға бәйләп, һөйләп алып китте.
Беҙ барыбыҙ ҙа уны тыңлайбыҙ.
Шул көндән башлап Нина миңә яҡыная башланы. Ул сәғәт ундан йоҡоға ята торғайны. Мин төнгө сәғәт ун берҙә ҡайтам. Нина һәр ваҡыт кухняла була. Миңә самауыр әҙерләй, мин сәй эскәндә, ул һәр ваҡыт минең янда була. Ул ваҡытта мин иренеп кенә сәй әсәм. Артыҡ арығанлыҡтан, тәндәр ҡойолоп баралар, тиҙерәк йоҡо һорайҙар. Нина һаман һөйләнә. Мин арлы- бирле сәй әсәм дә, тиҙерәк өҫтәрҙе һалып, урынға йығылам. Нина ҡасан йоҡлай торғандыр, мин уны белмәйем. Мин иртә менән сәғәт биштән тороп занятиеға китәм. Ул ваҡыт Нина йоҡлай. Фәҡәт Иванов ҡына уяу була. Ул мине оҙатып, ишек бикләп ҡала. Көндөҙөн өйҙә булмайым. Төнгө сәғәт ун берҙә генә өйҙә булам. Ул да төндә генә, көндөҙ улар мине күрмәйҙәр. Сөнки йәкшәмбе байрам ителмәй. Һуғыш ваҡыты булғас, беҙҙе һис ялһыҙ-ниһеҙ өйрәтәләр.
Бер төн, сәй эсеп бөтөп, урыныма инеп ятҡас та, Нина өҫтәлен йыйыштырҙымы, юҡмы, шәмдәрҙе һүндерҙе, үҙе зал га үтте. Мин уны ауыр серемгә китеп барғанда ғына байҡап ҡалдым. Унан һуң йоҡоға киткәнмен. Шул ваҡыт минең ҡуйыныма йылы, йомшаҡ бер ҡул инде. Икенсе ҡул минең башты һыйпай башланы. Ҡулдар ҡалтырайҙар, шуның менән бергә дөп-дөп һуҡҡан йөрәк тауыштары минең ҡолаҡҡа ишетеләләр. Миңә ул төш кеүек. Ләкин ҡулдар янғандан-яналар, эҫе һулыштар яҡынайғандан-яҡынаялар. Ниндәйҙер бер ҡайнар кәүҙә минең һул яҡ яурынды баҫҡандан-баҫа. Ләкин ул ләззәтле баҫыу менән баҫа. Күҙ ҡабаҡтарын ауыр йоҡо баҫа, ә шул рәхәттән минең йөрәк тибә. Мин ҡулымды алып, шул йылы тәнде ҡапшамаҡсы булам. Ләкин арыған, ял теләгән ҡул ҡуҙғалырға теләмәй. Йылы һулыш һуҡҡан тауыш миңә тағы ла нығыраҡ ишетелә башлай. Мине баҫҡан йомшаҡ кәүҙә тағы ла ауырая төшә. Ләкин ул ауырлыҡ уңайһыҙ ауырлыҡ түгел, ниндәйҙер бер йомшаҡ, рәхәт ауырлыҡ. Ул ауырлыҡты тағы ла нығыраҡ, тағы ла күберәк төшөрәһе, шул ауырлыҡ аҫтында ятаһы килә. Шул ауырлыҡтан, шул эҫелектән минең төндәрем тирләне, йомшарҙы. Ҡулдарым ауырайҙы, ағзалар һары май кеүек урынға һеңделәр. Күҙ ҡабаҡтарына йоҡолар тағы ла ныҡ төйөлдөләр. Йоҡлағанмын...
Беҙ, ант биреп, яланға стрельбаға йөрөй башлағас, беҙгә йәкшәмбе көндәрҙә ял бирә башланылар. Ул көн Нина ял итә. Ул гимназияның икенсе курсында уҡый. Иванов ҡыҙы Нина- ны танышлыҡ арҡаһында гимназияға индергән. Ул турала күп
66
аҙаптар күрмәгән. Хәҙер ул бөтә тапҡан-таянғанын Нинаның уҡыуы өсөн бөтөрә. Уны кейендерә, уға түләй. Уның тураһында хәстәр күрә. Шуның менән бергә ул Нинаны артыҡ ярата. Күберәк ваҡыт өйҙә һүҙ Нина тураһында һөйләнелә. Иванов семьяһындағы тормоштоң атҡан сәскәһе Нина. Ҡайһы ваҡыт Иванов, Нина тураһында һөйләгәндә, бисәһенә:
-
Шайтан алғыры, беҙ был өйгә сыҡҡанда, бер валсыҡ ҡына ине бит, хәҙер нисек матурланып үҫеп китте бит ул... — тип ҡуя. Ысынлап та, Нина матур, яғымлы ҡыҙ. Ул таҙа. Тығыҙ тәнле, матур, килбәтле. Уның биттәренең остары ҡып- ҡыҙыл булып янып торалар. Ҡуңыр сәс, һарғылт ҡаш, шул йөҙгә бик һирәк осрай торған ҙур зәңгәр күҙҙәр. Һарғылт оҙон керпектәр араһында уйнап торған ҙур зәңгәр күҙҙәр матур, мөләйем булалар.
Бер йәкшәмбе көн Иванов, бисәһе менән бәләкәй ҡыҙы Ма- русяны эйәртеп, таныштарына ҡунаҡҡа китте. Нина менән икәү өйҙө ҡалдыҡ. Мин дә, ял көнөнән файҙаланып, иптәштәрем эргәһенә барырға йыйынам. Нина минең эргәмдә урала, һүҙ артынан һүҙ табып, минең менән һөйләшергә тырыша. Мин ябай һалдат кеше уға ҡаршы һүҙ таба алмайым. Шуға күрә лә тиҙерәк китергә ҡабаланам. Ул бик серле генә итеп миңә әйтә:
-
Һеҙ бик арып ҡайтаһығыҙ, ахыры? Бик ҡаты йоҡлайһығыҙ, — ти.
-
Әллә, ҡаты йоҡ лаймын дыр шул, — тимен, үҙем уңайһыҙланам. Ул һикереп килеп, минең яурынымдан тота, ҡыҙара:
-
Мин йүләр бит инде, асыуланмаһағыҙ, һөйләйем? Асыуланмайһығыҙ бит, ә, асыуланмайһығыҙ бит?
-
Юҡ, юҡ, ниңә асыуланайым! — тимен, үҙем артҡараҡ сигәм. Ул тағы ла яҡыныраҡ килеп:
-
Беләһегеҙме, бер төн мин һеҙҙең эргәгеҙгә килдем. Һеҙ уянманығыҙ. Рәхәт итеп йоҡлай инегеҙ...
Шул ваҡыт ул ҡыҙарҙы, ҙур зәңгәр күҙҙәрен түбән төшөрҙө. Әллә йоҡлаған ваҡытта берәр уңайһыҙлыҡ эшләнем микән тип, мин тағы ла оялдым. Уның эргәһенән ситкә тайшанып, һис бер мәғәнәһеҙгә көлә башлаған булдым.
-
Ярай, мин китәйем әле, ату һуңға ҡалам, — тип ишеккә табан барам. Нина йүгереп килеп ишек төбөнә баҫа:
-
Юҡ, мин һеҙҙе ебәрмәйем! — ти. Ҡолас йәйеп тора. Ә мин уға ҡаршы торорға, уның менән яуаплашырға оялам. Шул ваҡыт ул миңә ҡапыл ташланды ла йомшаҡ бәләкәй ҡулдары менән минең ике биттән ҡыҫып:
-
Их, мин һине нисек яратам, ә һин белмәйһең! — тине лә, атылып, залға инеп юғалды. Мин аптырап бер урында баҫып ҡалдым. Ишек яғына ҡараным. Ул күренмәй ине. Минең тубыҡтар ҡалтырай, кеше килер төҫлө, Иванов ҡайтып килеп, «ни эшләп тораһығыҙ?» тип әйтер төҫлө күренә. Шул тәьҫир аҫтында мин тиҙ генә өйҙән сығып, Заводской урам буйлап
3*
67
иптәштәрем яғына киттем. Минең арттан Нина ҡарап торған кеүек йәки ул минән көлгән йәки илаған төҫлө. Э урамда осраған кешеләр был ваҡиғаны белгән кеүек тойолалар. Мин башты һаман түбән баҫып атланым. Ләкин Нинаның шәүләһе һаман минең артта, «их, мин һине нисек яратам!» тигән һүҙе һаман ҡолаҡта ине. Ләкин ул турала мин һаман аҡылды йыйып ала алғаным юҡ ине әле.
Шул төн йомшаҡ ҡулдар тағы минең башты һыйпанылар, эҫе һулыштар тағы минең биткә бәрелделәр. Ҡаты һуҡҡан йөрәктәр тағы минең һул яҡ кәүҙәне баҫтылар. Ләкин ул төн мин йоҡоло түгел инем...
Беҙ бөгөн тәҙрәһеҙ, ташландыҡ һалҡын өйҙә ятабыҙ, тәҙрәләрҙән һалҡын ел бәрә, ямғыр тамсылары тамалар. Иртәгә һуғышҡа инә торған минең иптәштәрем, һаташа-һаташа, ауыр төштәр күреп йоҡлайҙар. Минең иптәшем Байғужа ла йоҡлай. Мин уның арҡаһына терәлеп, һөйөклө Нина тураһында, тегеүсе Иванов семьяһында үткәргән ай ярым ғүмер тураһында уйланам. Ул миңә йылылыҡ бирә. Байғужаның арҡаһы баҫҡан ауырлыҡ Нинаның ҡыҙыу тәнле ауырлығын иҫкә төшөрө. Мин иркәләнеп күҙҙәремде йомам: бөгөн йәкшәмбе көн. Мин Быҙаулыҡта, тегеүсе Иванов өйөндә, карауатта ятам. Ә минең эргәмдә Нина ултыра...
Быға тиклем ул турала уйларға ваҡыт юҡ ине. Бөгөн тәҙрәһеҙ, ташландыҡ өйҙә, һалҡын көҙгө төндө мин ул турала оҙаҡ уйланым...
Иртәгә ни булыр? Ҡайҙа булырбыҙ?.. Һуғыштамы әллә башҡа урындамы? Ул турала бөгөн уйлағы килмәй. Ә Нинаны уйлауы рәхәт. Ул уй менән йоҡлауы ла рәхәт. Сөнки ул йылылыҡ бирә...
ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Байғужа уята:
-
Булат! Булат! Тор инде!..
Мин иренеп кенә күҙҙәрҙе асам. Биткә һалҡын ел бәрелә. Бөтә һалдаттар торғандар. Шатыр-шотор йыйыналар. Мин ҡуҙғалам, аяҡтар, тәндәр ауырталар. Аяҡ бик ныҡ ойоған. Уны күтәреп булмай. Ике ҡуллап ыуам. Аяҡҡа баҫам. Көн яҡтырған. Тирә-яҡҡа ҡарайым. Беҙҙең ятҡан өй ҡот осҡос йәмһеҙ, стеналары ҡара, түшәмдәре емерелгән, стеналары соҡолған, беҙҙең аяҡ осонда ғына кирбес өйөмдәре ята; торғас, бик ныҡ итеп кирелдем. Ҡулдарҙы һелктем. Тән әҙерәк еңеләйгән кеүек булды. Сумка, патронташтарҙы бәйләй башланым. Байғужа:
-
Бына бер котелок һыу килтерҙем. Шуға мансып сохари ашайыҡ әле, — ти. Беҙ сохариҙы унан-бынан ҡабып өлгөрмәнек, тышҡа сығырға команда булды. Кейемдәрҙән еүеш,
68
һаҫыҡ еҫтәр килә. Аяҡтар атларға теләмәйҙәр. Сумка, патронташ, мылтыҡтар яурынды ныҡ баҫалар. Билгә таҡҡан кәрәк, фляжкалар, подсумкалар, ҡайышты баҫып, билде ауырттыралар. Китке килмәй, бер йылы урынға инеп, йоҡлағы килә. Һәр кемдә баҫынҡы, ауыр кәйеф, теләр-теләмәҫ кенә ҡарлыҡҡан тауыш менән һөйләшәләр. Күҙ ҡабаҡтары шешенгән, яурындар төшкән. Йәш кенә биттәргә ҡобараһы осҡан ҡарт төҫтәр ингәндәр. Бөтә кешенән алда, бөтә кешенән күп һөйләшә торған Новиков та бөгөн һөйләшмәй. Ҙур ауыҙын асып иҫнәй-иҫнәй баҫҡыстан түбән төшә.
Бөгөн туңдырмаған. Ҡар ҙа яумаған. Түбән һалынып төшкән болоттарҙан өҙлөкһөҙ ваҡ тамсылар һибеләләр...
Местечконың беҙ ҡунған өлөшө, ысынлап та, ташландыҡ бер местечкоға оҡшаған. Күптән түгел бында һуғыш булған, тиҙәр. Снарядтан емерелгән стеналар, пожарҙан ҡарайған өйҙәр, асыҡ түбәләр күңелгә шомлоҡ бирәләр. Һис бер урында күңел туҡтарлыҡ күренеш юҡ. Тик бер йортта артиллерия туптары һәм уның обоздары күренә. Уның эргәһендә бер часовой йөрөп тора.
Беҙ, һибәләп торған ваҡ ямғыр аҫтында местечконы сығып, өс-дүрт саҡрым барғас, таш юлдан һул яҡҡа урман буйынан киттек. Юл бысраҡ, ике яғы һөрөлгән. Шуның араһынан барабыҙ. Төш алдынан көн аяҙайып китте. Ҡояш күренде. Әллә беҙ тирләгәнгәме, әллә ысынлапмы, һауа йылынған кеүек булды. Юл ауыр. Аяҡтар талалар, һалдаттар һөйләшмәйҙәр, һәр ваҡыт аяҡ аҫтына ғына ҡарап баралар. Тигеҙ ер, ҡомлоҡ, урман... Һәр урында береһенә береһе оҡшаған күренештәр күҙгә бәреләләр. Башта бүтән уй юҡ. Алға ҡарайбыҙ. Һуғыш ҡайҙа? Алыҫмы? Берәү ҙә белмәй. Сөнки барыбыҙ ҙа һуғыш өсөн яңы кешеләр. Барыбыҙ ҙа яңы алынған һалдаттар. Барыбыҙ ҙа беренсе тапҡыр һуғышҡа киләбеҙ. Ҡалай һуғышалар, нисек һуғышалар, беҙ ул турала тулы картина бирә белмәйбеҙ.
Алыҫта һауала аҫылынып торған бер шар күренә. Үҙе күгелйем, үҙе ҡаҙылыҡ кеүек кәкрерәк; беренсе күргән һалдаттар:
-
Ҡара, ҡара, нимә икән ул? — тиҙәр, ҡайһы берәүҙәре төҫмөрләп кенә яуап биреп маташалар:
-
Ул фронттағы нәмә, тимәк, фронт яҡын.
Беҙҙең взвод командиры Шишков, бик белгән кеше булып:
-
Ул аэростат, унан дошмандың позицияһын ҡарайҙар, — ти. Шул ыңғайға күмәк тауыш:
-
Фронт! Фронтҡа етәбеҙ!..
Бер юлы ҡабатлана. Бөтә күҙҙәр шул шарға ҡарап баралар. Беҙ ҡалҡыуыраҡ урынға менгәс, алыҫтан бер ҙур ауыл күренде. Теге шарҙан алыҫтараҡ тағы ла бер шар күренде. Шул ваҡыт беҙҙең баш осонан, шул яҡҡа ҡарап, бер аэроплан шау
69
лап уҙҙы. Шул ҡалҡыуҙа беҙҙе хәл йыйырға, тәмәке тартырға туҡтаттылар. Мылтыҡтарҙы биш тағанлап ҡуйҙыҡ та, юл буйындағы һарғайған еүеш үләндәр өҫтөнә теҙелешеп ултырып, тәмәке тоҡандырҙыҡ. Шул ваҡыт бер яҡтан, бик алыҫтан, гөрҫ-гөрҫ иткән һаңғырау тауыштар ишетелә башланы. Улар ер аҫтынан килгән кеүек булалар. Уларҙың ҡайһы берҙәре яҡын ишетелгән кеүек булалар.
-
Туп тауышы! Туп тауышы!.. — тиҙәр. Шул һүҙҙәр күңелгә ҡурҡыныс һалалар. Теге алыҫтан ишетелгән тауыштар был ауыр шомдо тағы ла көсәйтәләр. Йөрәк һикерә, шыу итә. һалдаттар әкрен, баҫынҡы һөйләшәләр. Бер-береһенә тәрән мәғәнә менән ҡарашалар. Ләкин уларҙың ҡараштарында ниндәйҙер бер ярҙамһыҙлыҡ, ышанысһыҙлыҡ, өмөтһөҙлөк бар. Гүйә, уларҙың аҫтындағы ер, теге алыҫтан ишетелгән һаңғырау тауыш менән уйылып, ишелеп бара. Улар уйылып түбән төшәләр. Түбәнгә, тәрәнгә төшәләр. Һәр кем төшә. Берәүҙең дә берәүгә ярҙамы юҡ. Шуға күрә бер кем дә берәүгә лә өндәшмәй, бер кем дә ярҙам көтмәй... Ниндәйҙер бер упҡын бөтә донъяны үҙенең сикһеҙ тәрәнлегенә тарта. Гүйә, бөтә донъя йотола, бөтә кешеләр йотолалар, гүйә, бөтә кешеләр үҙҙәренең төпһөҙ упҡынға йото- ласағын алдан белеп йотолалар, шуға хөкөм ителгәндәр...
Шул кәйеф менән баяғы ҡалҡыуҙан күренгән местечкоға килдек. Ул корпус штабы ине. Унда тормош ҡайнай. Унда әллә ни тиклем обоз, интендантство, Ҡыҙыл тәре палаткалары, столовыйҙар, сәйханалар, ғәскәри лавкалар...
Килеү менән беҙҙе ергә ҡаҙылған землянкаларға урынлаштырҙылар. Землянканың эсендә яңы ғына түшәлгән һаламдар яталар. Консерва һауыттары, папирос коробкалары ҡалдырғандар. Күрәһең, беҙҙән элек кенә беҙҙең ише кешеләр бында булып киткәндәр. Беҙҙе Ҡыҙыл тәре палаткаларына алып килделәр. Егерме бишәр дана папирос, берәр һауыт печенье, конверт, ҡағыҙ, ҡәләмдәр, молитвенниктар өләштеләр. Шунан һуң, столовыйға алып барып, йылы һурпа, дөгө бутҡаһы ашаттылар, яртышар бутылка ҡыҙыл араҡы өләштеләр. Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән бер хөрмәт булды.
Ҡайһы бер иптәштәр сәйханаға киттеләр. Беҙ землянкаға ҡайтырға булдыҡ. Уға сәбәпсе Новиков булды. Ҡыҙыл араҡыларҙы ҡулға алғас, ул беҙҙе йыйнап алды ла:
-
Иптәштәр, барыбер иртәгә фронтҡа китәбеҙ, давай бөгөн дер һелкетеп күңел асайыҡ, — тине. Риза булдыҡ. Землянкаларға ҡайттыҡ. Биҙгәкле рәүештә консерваларҙы ватып, шешәләрҙе асып, мәжлес әҙерләргә тотондоҡ. Ул арала баш осонда күмәк аэроплан тауыштары ишетелде. Штабҡа яҡын урында йөрәк өҙгөс бер снаряд ярылды. Беҙҙең землянкалар эргәһендә бер рәттән өс-дүрт бомба ярылды. Улар ҡара тупраҡ фонтандарын һауаға күтәрҙеләр. Уның балсыҡтары беҙҙең землянкалар өҫтөнә яуҙылар. Беҙ барыбыҙ ҙа бөтә көсөбөҙ менән ергә
70
ятып, баштарҙы ҡулдар менән тығыҙ итеп ҡаплап, землянка стеналарына һыйындыҡ. Беҙҙән уҙып тағы ла бер нисә урында бер-бер артлы биш-алты бомба шартланы. Шул арала беҙҙән алыҫ түгел, беҙҙең батареялар, вууу... вуууу... итеп, ҡайҙалыр ата башланылар. Беҙ һаман ергә түш менән йәбешеп, стеналарға һыйынабыҙ. Атыу, шартлау бөттө. Юғарыла аэроплан тауыштары ла туҡталды. Тышта сыр-сыу тауыштар ишетелә башланы. Беҙ һаман да ятабыҙ.
Буранбай землянканың ишегенә барып ҡарай:
-
Кешеләр урамға сыҡҡандар, — ти. Беҙ ҙә ҡурҡа-ҡурҡа ғына, әкрен генә ҡуҙғалабыҙ. Беребеҙҙең артынан беребеҙ ишек эргәһенә киләбеҙ. Йөрәктәр сығып баралар, быуындар ҡалтырайҙар. Барыбыҙҙың да төҫтәребеҙ ап-аҡ ҡағыҙ кеүек булғандар. Ирендәр кипкән, күкрәктәр ҡыҫылғандар, күҙҙәр кәртәләренән сыҡҡандар.
Бер аҙ торғас, беҙҙең сәйханаға киткән иптәштәр йүгерешеп ҡайттылар. Ҡурҡышҡандар, ап-аҡ булғандар:
-
Был осҡан немец аэропландары булғандар. Шулар бомба ташлағандар. Беҙҙең сәйхананың тәҙрә төбөнә бер бомба төштө. Бөтә тәҙрәләре селпәрәмә килде. Сыуашаев шунда үлде...
-
Сыуашаев үлде?!
Бөтәбеҙ ҙә һикереп торҙоҡ. Тегеләрҙән тағы ла һораша башланыҡ.
-
Эйе, Сыуашаев үлде. Ул тәҙрә төбөндә ултыра ине, уның сумкаһын аҡтарып алып киткән. Ҡулына тотҡан стаканы стенаға барып бәрелде лә сәсрәп китте. Үҙе өҫтәл аҫтына йығылды. Беҙ ҙә өҫтәлдәр аҫтына яттыҡ. Беҙ тороп сыҡҡанда, ул йән биргәйне инде.
Уның сумкаһын, нәмәләрен алып уртаға ҡуйҙыҡ та бөтәбеҙ ҙә йыйылып уйға ҡалдыҡ:
-
Ауылына хат яҙырғамы, юҡмы?
-
Хәҙергә яҙырға ярамаҫ!
-
Фронтта үлһә, бер хәл ине. Исмаһам, фронтҡа ла барып етмәне бит!
Асылған араҡылар эселмәне, консервалар ашалманы. Барыбыҙ ҙа тәмәке артынан тәмәке тоҡандырып тарта башланыҡ, хәҙер Сыуашаев тураһында һөйләмәйбеҙ, сөнки унын тураһында һөйләүе ауыр.
ӨСӨНСӨ БҮЛЕК
Төн. Көнбайыш яғы күҙ күреме ерҙән ҡып-ҡыҙыл булып яна. Йөҙәр саҡрым һуҙылған өлкән янғындан күтәрелгән осҡондар кеүек, өҙлөкһөҙ атылған ракеталар юғары менәләр ҙә күҙҙәрҙе сағылдырып һүнәләр. Төрлө урындарға көслө нурҙарын атҡан прожекторҙар оҙон телдәре менән һауаны айҡайҙар.
71
Һауанан алып ерҙәргә һибәләр. Ҡырҙан ҡарағанда, фронт сикһеҙ ут диңгеҙе кеүек йәйелеп ята. Өҙлөкһөҙ пытырлаған мылтыҡ, пулемет тауыштары, ҡайһы ваҡытта һирәк, ҡайһы ваҡытта бик йыш атылған туп, бомбаларҙың ярыл ыуҙары, ҡайҙалыр ерҙең емерелеүен, иҫәпһеҙ кешеләрҙең ер аҫтарында ҡалыуҙарын күҙ алдына килтерәләр.
Беҙҙе 258-се Пошехонский полкка билдәләнеләр. Ул полк ҡайҙа? Һуғышып ятамы, әллә берәй урында беҙҙең килеүҙе көтәме? — Беребеҙгә лә әйтмәйҙәр. Беҙ ут диңгеҙенә табан, өҙлөкһөҙ мылтыҡ, пулеметтар шаулаған, туптар гөрһөлдәгән яҡҡа барабыҙ. Төн ҡараңғы, аяҡ аҫты бысраҡ. Беҙҙе әллә юлдан, әллә соҡорҙан алып баралар, — белгән юҡ. Ҡайҙа барһаң да, аяҡ аҫтары соҡолған, ҡаҙылғандар...
Нарат урманы эргәһендәге емерелгән завод эргәһенә килеп туҡтаныҡ. Һирәк-мирәк аҙашҡан пулялар беҙҙең баш остарынан выжлап үтәләр. Һәр бер выжлаған пуляға беҙҙең бер нисәбеҙ ергә ятабыҙ.
Позиция яҡын тиҙәр. Байғужа, Новиков, Буранбай — беҙ дүртәү бергә барабыҙ. Прожектор яҡтыһы төшкән саҡта, мин уларҙың йөҙҙәренә ҡарайым. Уларҙың йөҙҙәре ҡағыҙҙан яһалған манекенға оҡшаған. Беҙ һөйләшмәйбеҙ. Беҙҙең күҙҙәр ҡыҙыл ут диңгеҙенә текәлгән, аяҡтар, беҙҙең теләктән тыш, кешеләр ағымы менән бергә шул яҡҡа табан атлайҙар. Беҙҙә үҙ башыбыҙ, үҙ уйыбыҙ, үҙ аҡылыбыҙ юҡ. Беҙ, гүйә, әллә ниндәй упҡын ихтыярына бирелгән йәнле ҡурсаҡтар. Беҙ шул упҡын яғына тартылабыҙ. Хәҙер, хәҙер беҙ шунда йотолабыҙ. Беҙгә ҡайтыу юҡ. Беҙгә яңынан артҡа ҡайтыу юҡ. Артта ҡалған тормош, ғүмер, үтелгән юлдар төш кеүек йәки күҙгә сағылып үткән сағым кеүек кенә күҙ алдына киләләр. Беҙҙең үҙ йәндәребеҙ юҡ. Улар күптән беҙҙән киткәндәр. Хәҙер беҙ шул төпһөҙ упҡын көсө менән, шуның магниты менән генә алга этеләбеҙ...
Беҙҙең партияла барыһы ла новобранецтар. Барыһы ла йәштәр. Беҙ позицияның ҡайҙан башланып, ҡайҙа туҡтауы тураһында бер нәмә лә аңламайбыҙ. Элек беҙ һуғышты былай уйлай торғайныҡ: бер яҡта беҙҙең ғәскәр тора, икенсе яҡта дошман ғәскәре тора. Команда буйынса атыша башлайҙар. Шунда үләләр, яраланалар. Ҡайһы яҡ күп ҡырылһа, шул яҡ еңелә, еңгән яҡ штыктар менән, ура ҡысҡырып барып, уларҙың ерҙәрен алалар була...
Бер уйпатыраҡ урынға килгәс, беҙҙе туҡтаттылар. Һәр ике һалдатҡа сәнскеле тимер сыбыҡтарҙан эшләнгән рогаткалар күтәрергә ҡуштылар. Беҙҙең елкәлә мылтыҡ, йөҙәр патрон; арҡала аҙыҡтар, нәмәләр менән аҫылған вещевой мешок, билдә кәрәк, подсумка, котелок, кружка һәм фляжкалар. Быларҙың үҙҙәре генә лә беҙҙең йәш, арыҡ кәүҙәләрҙе баҫалар, талдыралар. Шуның өҫтәүенә өҫтән өҙлөкһөҙ һибәләп торған ямғыр быларҙы тағы ла бер өлөш ауырлата төшә. Ҡараңғы төн, аяҡ аҫ
72
тындағы батҡаҡлыҡтар, һәр минут көтөлгән үлем ҡурҡыныстары беҙҙең күкрәктәрҙе тағы ла ҡыҫалар, һулыштарҙы быуалар. Шундай ауыр, шундай ҡурҡыныслы минуттарҙа, һәр аҙым, һөр һулыш һаналған секундтарҙа сәнскеле сыбыҡтарҙан уҡмаштырылған өс-дүрт ботлоҡ ауырлыҡтағы рогаткаларҙы күтәреп барырға кәрәк, имеш. Был шундай тупаҫ, аҡылға һыймаған бер приказ. Был приказды кешенең йөрәген, хәлен аңламаған йыртҡыс ҡына бирергә мөмкин.
Беҙ ул бойороҡто баштағы үҙ аңыбыҙ менән үтәмәнек. Ниндәйҙер һуҡыр бер көстөң ҡушыуы менән үтәнек. Өҫтәрҙәге нәмәләрҙең ауырлығы, алдағы ҡурҡыныс менән ҡыҫылған күкрәктәргә тағы ла рогаткалар өҫтәлделәр.
Рогаткалар яурынды баҫа, яурын һөйәген ҡырҡып төшә. Яурындағы амуницияларҙың ауырлыҡтары рогаткалар менән онотолдолар. Рогаткаларҙың ауырлығы тәрән упҡындарға тарта. Хәҙер алдағы ҡыҙыл уттар, баш осонан һыҙғырып үткән пулялар үлем алдында күренә торған шәүләләр кеүек кенә булып күренәләр. Старший унтер Кудряшов минең яңаҡтарға һуҡҡанда, күҙҙән уттар күренгәйнеләр. Хәҙер был уттар ҙа күҙҙән сыҡҡан ҡыҙыл уттар кеүек тойолалар.
Беҙгә туп-тура ҡараған прожектор нурҙары күҙҙәрҙе сағылдырҙы. Уның артынан донъя ҡап-ҡараңғы булды. Ҡапыл ғына яндағы иптәштәрҙе лә күреп булманы, күҙ һуҡырайған кеүек булды. Шуның артынан баш осонан һауаны ярып снарядтар выжлап үттеләр, беҙҙән үтеп алыҫ түгел ерҙә ер һелкетеп ярылдылар. Команда булды:
Беҙ, йәшендән өрккән һарыҡтар кеүек, йүгерешеп таралдыҡ, ҡайҙа тура килде, шунда яттыҡ. Кәләкәтле көстәр менән снарядтар бер-бер артлы ярылалар, төрлө урындарҙа ярылған снарядтарҙың көстәренә ер бәүелә, ыңғыраша. Гүйә, беҙ сикһеҙ, төпһөҙ диңгеҙ өҫтөндә ваҡ, бик ваҡ юнысҡылар кеүек йөҙәбеҙ, йәки, көслө дауылдарҙа осҡан ҡамғаҡтар кеүек, күтәрелеп барабыҙ, йәки, тәрән һыу төбөнә, ҡараңғылыҡҡа төшкән ваҡ ҡомдар кеүек, төпкө, тәрәнгә ҡойолабыҙ, бер хәрәкәт, бер нәмә, бер үлән беҙҙең ихтыярыбыҙҙа түгел. Хәҙер минең эргәлә кешеләр юҡ. Ниндәйҙер һоро түмгәктәр ут яҡтыһында минең күҙгә салынып ҡалалар. Ауыр снарядтар баш осонан түбәнгә үткән саҡта, үҙенең һөйләргә мөмкин булмаған көсө менән һауаны ярып үткәндә, уның, ҡорос кеүек, һауаны ҡырҡып үткән әсе тауышы үҙе менән йәнде бергә алып китә. Ул артта ярылған саҡта, тупраҡ фонтаны менән бергә йән дә күтәрелгән кеүек була, бер нисә секундтан һуң тағы ла үҙеңдең барлығыңды һиҙәһең...
Бер аҙҙан атыу туҡталды. Прожектор яҡтыһында күренгән һоро түмгәктәр һаман ҡуҙғалмайҙар. Мин дә ҡуҙғалмайым, күҙемдең ҡыры менән генә түште ергә терәп ятҡан килеш
73
ҡарайым. Әллә үлгән кешеләр, әллә туптар аҡтарып ташлаған балсыҡ өйөмдәре... Хәҙер мин йүнәлеште белмәйем: фронт алдамы, арттамы?.. Төрлө яҡтан өҙлөкһөҙ һуҙылған прожектор нурҙары күҙҙәрҙең ҡараштарын үҙҙәренә йүнәлтәләр ҙә, улар һүнгән саҡта, күҙҙәр дөм һуҡыр булып торалар.
Хәҙер мин яңғыҙ. Ҡайҙа барырға? Ҡайҙа юл алырға? Һис мөмкин түгел. Алыҫта туп тауыштары ишетеләләр. Мылтыҡ, пулемет өҙлөкһөҙ әшләй. Аҙашҡан пулялар баш осонан үтеп, әллә ҡайҙарға сумалар. Бер аҙҙан взвод командиры Шишков йүгереп уҙҙы. Команда бирә:
-
Таралышып, имгәкләп алға шыуығыҙ! Бында ҡалҡыу урын. Прожектор күҙе күрмәһен!
Күп түмгәктәр ҡалҡалар. Хәҙер артта ыңғырашҡан тауыштар ишетелә, улар бер нисә урында ишетеләләр... Иптәштәр иҫкә төшәләр: Байғужа, Буранбай, Тимеров, Юлдашев һәм башҡалар... Ыңғырашҡан тауыш, ниңәлер, Байғужа тауышына оҡшай. Мин шул яҡҡа ҡарап шыуышам. Тауыш яҡын, ләкин табып булмай. Өйөлгән балсыҡтар, соҡорҙар ҡамасаулыҡ итәләр. Теге тауыш соҡор эсенән ишетелгән кеүек була. Соҡорға төшәм. Уның эсе һыу, кире сигенәм. Тауыш яҡын. Ләкин ҡайҙалыр ыңгыраша. Унан алыҫ түгел тағы ла бер тауыш ишетелә. Ҡайһы яҡҡа барырға белмәйем... Тағы ла прожектор яҡтыртты. Уның артынса күҙ һуҡырланды. Ергә йәбешеп бик оҙаҡ яттым. Тағы ла тыңлайым. Теге тауыш хырылдап ишетелә башланы. Тағы ла шыуыштым. Ул минең артта ишетелә башланы. Кире әйләндем. Минең ҡул тупраҡлы шинелгә тейҙе. Нығытыбыраҡ ҡараһам, ярты кәүҙәһе тупраҡ менән күмелгән бер кеше ята. Ул тас салҡан ятҡан.
-
Ранен булдыңмы? Ҡайҙан ранен булдың? — тип әкрен генә һорашам. Ул ыңғыраша, һүҙен әйтә алмай. Башын һыйпап ҡараным. Ҡул еүешкә тейҙе. Прожектор яҡтыртҡанда, мин уның йөҙөнә ҡараным. Тупраҡ баҫҡан йөҙҙәре ҡан менән һылашҡан. Танауы күренмәй, бер күҙен ҡан менән бергә тупраҡ ҡаплаған. Бер күҙе йомолған. Фляганы табып, ауыҙына һыу һалдым. Ул уны йотманы. Һыуҙар ирендәренән ауыҙ ситенә ҡойолдолар. Ул хәҙер ыңғырашмай, күкрәктәрен ныҡ ҡалҡытып хырылдай... Ул һуңғы минуттарын үткәрә.
Алда команда тауышы ишетелә. Кемдәрҙер ҡуҙғалып алға баралар. Мин дә улар артынан китәм. Ләкин иптәштәремдең береһе тураһында ла хәбәрем юҡ. Һәр кем алға бара, бер кем бер кем менән дә һөйләшмәй. Бер аҙҙан һуң емерелгән таш стеналар буйына килеп йыйылдыҡ. Хәҙер пулялар беҙгә бик йыш киләләр. Беҙгә ошонда ышыҡланып торорға, ҡысҡырып һөйләшмәҫкә, тәмәке тартмаҫҡа ҡушалар. Ләкин берәүҙең дә башында һөйләшеү, тәмәке тартыу уйы юҡ, берәүҙең дә башында үҙ аҡылы, үҙ уйы юҡ. Улар артта, снаряд соҡорҙары араһында ҡалғандар, ҡара ер фонтандары менән һауаға осҡандар.
74
Минән алыҫ түгел Новиков тауышы ишетелә. Мин шул яҡҡа барам. Байғужа ла, Буранбай ҙа Новиков эргәһендә. Мин барып Новиковтың еңенән тартам. Ул аңра кеше кеүек миңә оҙаҡ ҡарап тора:
Башҡа һүҙ юҡ, бергә өйөлөшәбеҙ. Ул арала команда була. Берәм-берәм стена буйынан түбән төшәләр. Беҙ бер-беребеҙгә тағылып кешеләр артынан китәбеҙ. Бер аҙ барғас, тар канауға төшәбеҙ, беҙгә эйелеп барырға ҡушалар. Канау эсе тубыҡтан һыу. Күп урыны тайҙыра. Тайган саҡта котелоктар шалтырайҙар. Канауҙың ҡайһы ере төрән, ҡайһы ере һай. Хәҙер ракеталар яҡынайҙылар. Бер-бер артлы күтәрелгән ракеталар канау эсен көндөҙгө кеүек яҡтырталар. Пулялар баш осонан выжлап үтеп торалар.
Ҡапыл ут асылды. Өҙлөкһөҙ пулеметтар эшләй башланылар. Пулялар, көслө ямғырҙар кеүек, баш осонан ағыла башланылар. Улар еңел снарядтар менән бергә оҙатылдылар. Беҙ тағы ла һыулы канауҙарға һуҙылып яттыҡ. Баш осонда шрапнелдәр ярылалар. Еңел снарядтар, канауҙың алдына һәм артына өҙлөкһөҙ төшөп, ерҙәрҙе аҡтаралар ҙа, уларҙың ярсыҡтары төрлө тауыштар менән ситкә һибеләләр. Снаряд көсө менән һауаға күтәрелгән батҡаҡтар, боҙ ямғыры кеүек, өҫтәргә яуалар. Өҙлөкһөҙ ярылған туптарға еүеш канауҙар ишеләләр. Ерҙәр бәүеләләр. Науалар шомло тауыш менән һыҙғыралар.
Бер аҙҙан пулеметтар, туптар тағы ла тындылар. Һирәк атылған мылтыҡ тауыштары ғына ҡалдылар. Ләкин ракеталар һауала йөҙәләр, нур сәсәләр. Беҙ тағы ла канау буйлап алға атланыҡ. Бер йылға буйына төштөк. Йылға буйында канау юҡ. Уның тәпәшәк кенә яры буйлап өйөлөшөп алға барабыҙ, яр буйында ташланған мылтыҡтар, үлгән аттар, кеше кәүҙәләре күренәләр. Әкрен генә тар һыуҙың баҫмаһына сыҡтыҡ. Немецтар, белгән кеүек, баҫмаға аталар. Пулялар выжлап торалар. Баҫма тирәһендә егермегә яҡын үлгән һалдаттар яталар. Көрәктәр менән биттәрҙе ҡаплап баҫманан сыҡтыҡ та тағы яр һәм һирәк ағаслыҡтар араһынан уң яҡҡа киттек. Бер аҙ барғас, тағы ла тәрән канауға төштөк. Канау буйында, аҙым һайын тип әйтерлек, үлек кәүҙәләр осрайҙар. Улар һыу эсендә яталар. Беҙ уларҙы тапап уҙабыҙ.
Шул канау буйлап, өҫтөнә тоҡтар өйөлгән окопҡа килеп еттек. Был алғы позиция ине. Беҙҙе роталарға, взводтарға бүлделәр. Беҙ биш кеше айырылышманыҡ. Етенсе ротаның икенсе взводында ҡалдыҡ. Беҙҙе эсенә ҡомдар тултырылған тоҡтарҙан яһалған блиндажға индерҙеләр.
-
Бөгөнгә дежурить итмәҫһегеҙ, ял итегеҙ! — тинеләр. Өшәләккә ҡамалған ҡуяндар кеүек ҡурҡып, бөршәйешеп, блиндаждың төпкөлөнә инеп ултырҙыҡ. Һис өҙлөкһөҙ мылтыҡтан
75
аталар. Окоп эргәһендә бомбалар ярылалар. Ваҡыт-ваҡыт пулеметтар ҙа таҡылдап ала. Беҙҙең окоп тапҡырынан немецтарҙың ауыр снарядтары геүләп, артҡа, беҙ килгән яҡҡа осалар. Беҙҙең яҡтан килгән снарядтар ҙа немец окобына табан уҙып ярыла.
Блиндаждың эсе һыу. Ергә ултырһаң, артҡа һыу үтә. Шул сәбәпле сүкәйеп кенә ултырабыҙ. Һәр бер шартлаған бомба, һәр бер баш осонан уҙған снаряд беҙҙең блиндажға төшөр төҫлө. Һөр береһендә күҙҙәрҙе йомабыҙ, тоҡ стенаға нығыраҡ һыйынабыҙ. Һөйләшкән юҡ. Тамаҡтар кипкән, һыу һораған юҡ.
Алғы дозорҙан ҡайтҡан бер һалдат беҙҙең блиндажға килеп инде:
-
Әллә яңылармы? — тине. Беҙ:
-
Шулай, — тинек. Ул әкрен генә тәмәке тоҡандырҙы. Һөйләнә башланы:
-
Бына бер ай була инде, ошо позицияла ятабыҙ. Бында бик ҡаты һуғыш булды. Ике-өс көн генә элек немецтар ике тапҡыр атакаға килделәр. Беҙҙекеләр кире ҡайтарҙы. Был бик әшәке урын. Ход сообщениеһы уңайһыҙ. Кухня килә алмай, һалдаттар асығалар. Артҡа аҙыҡҡа барған кешеләрҙең күбеһе һау ҡайтмайҙар. Әле генә немецтар ике тапҡыр бик мул күстәнәс ебәрҙеләр. Моғайын, һеҙҙе ҡаршылағандарҙыр әле. Булыр ул, булыр.
Уның һалҡын ҡан менән шундай фажиғәле күренеште ябай бер ваҡиға итеп кенә, әкрен генә һөйләүе беҙҙең өсөн бик ят тойолдо. Гүйә, ул ошо окоп эсендә пулялар, снарядтар араһында тыуған да, уға бер нәмә лә булмай: уға пуля ла теймәй, уны снаряд та алмай. Ул ошо тормош өсөн генә яралған. Беҙ уның һүҙенә ҡатышмайбыҙ. Сөнки беҙҙә телдәр юҡ. Улар бәйләнгәндәр. Улар һөйләмәйҙәр. Теге ҡарт һалдат беҙҙән ашарға һораны:
-
Һеҙ арттан килгәнһегеҙ, берәр һыныҡ икмәгегеҙ юҡмы? — тине. Новиков сумкаһын аҡтара башланы. Теге һалдат шырпыһын сыйып яҡтыртты. Беҙгә берәм-берәм ҡарап сыҡты:
-
Йәштәр, йәштәр икәнһегеҙ... — тине. Новиков уға ҙур киҫәк икмәк бирҙе. Уның рәхмәтенә ҡаршы Новиков тарафынан шулай уҡ бер һүҙ әйтелмәне. Теге ҡарт икмәкте ашап бөттөмө, юҡмы, әллә беҙ тыштағы дәһшәтле гөрһөлдәүҙәргә ҡарап һиҙмәнекме — ул хырылдап йоҡоға китте. Гүйә, уның өсөн бөтә урында тыныслыҡ. Гүйә, тышта яуған пулялар, осҡан ауыр снарядтарҙа теге һалдаттың эше юҡ. Ә беҙ һәр бер һыҙғырған пуляны, һәр бер өҫтән үткән снарядты бөтә ҡурҡынысы менән эстән кисерәбеҙ.
Ер ыңғыраша, һауа шомло тауыш менән һыҙғыра...
76
ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК
Польша яланы, Урал яланы кеүек, ҡатлы, ҡалын тиреле түгел. Йоҡа тиреле кеше кеүек, бер сиртһәң, ҡаны сыға: бер ауыр снаряд соҡор ҡаҙыһа, ҡоҙоҡ сыға, бер метр окоп ҡаҙыһаң, һыу сыға. Ҡыш булһа, ярты аршын, бер сирек тәрәнлектән дә һыу сыға. Шуның өҫтәүенә өҙлөкһөҙ яуған ямғыр ер өҫтөн һыу менән күпсетә.
Бына беҙ шул урында окоп ҡаҙып, немецтарға ҡаршы позиция тотоп ятабыҙ.
Йылдың һәр сезонына ҡарап, хайуандар, йәнлектәр төҫ алыштыра белә, тиҙәр. Еренә, урынына ҡарап, окоптарҙы ҡаҙырға ла хәйләһен тапҡандар. Немецтың һуғыш техникаһы, окоптың насарлығынан файҙаланып, рус һалдаттарын күп ҡырған. Атака саҡтарында ул өлөш тағы ла ике тапҡыр артҡан. Ул факт рус ғәскәре өсөн, бер яҡтан, сәлби1 һөҙөмтә бирһә лә, икенсе яҡтан, ижади һөҙөмтә тыуҙырған. Рус һалдаттары араһынан ниндәйҙер бер ихтирағсы2 табылған. Ул тегендә, бында тәгәрәп ятҡан үлектәрҙе тере кешеләрҙе һаҡлау өсөн ышыҡ итергә мөмкинлек тапҡан. Бының өсөн тәбиғәттең дә ҡулай моменттары бар: Польша ҡышы — көндөҙ ҡарлы ҡатыш ямғыр яуа, кис менән һыуыҡ төшкәс, ул ябалаҡ ҡар киҫәктәренә әйләнә, ер туңа, батҡаҡтарҙы ла туңдыра. Көндөҙ тағы ямғыр яуып, ер өҫтөн бысрата... Һауа шулай бара.
Шул һауаның төрлө моменттарынан файҙаланырға мөмкин. Шул мөмкинлекте файҙаланғандар: һәр кис үлектәрҙе ташып, ике рәт итеп һалғандар ҙа, шуларҙың араһына батҡаҡ тултырғандар. Ул төнгө һалҡында таңға тиклем туңған. Уны тағы өҫтәгәндәр, тағы ла өҫтәгәндәр... Һәр көн өҫтәлә тора, һәр көн туңа тора. Ул кеше эйелеп йөрөрлөк стена-окоп булған. Һуңға табан полотноларҙан тоҡ тектереп, уларҙың эҫтәренә батҡаҡ тултырып, шул тоҡтарҙан окоп өйә башлағандар.
Беҙҙең яҡтан окоп һәм уның блиндаждары шул ике төрлө материалдан тора ине.
Шуға күрә, окоптың төп нигеҙендә кешеләр — йәғни үлек кәүҙәләр яталар. Уларҙың ҡайһылары ҡабырғалары менән, ҡайһылары арҡалары менән, ҡайһылары йөҙҙәре менән яталар. Ләкин үлек кәүҙәләрҙең береһе лә позициялағы һалдаттарға ерәнеү яғынан да, ҡыҙғаныу яғынан да әҙ генә, бик әҙ генә лә тәьҫир итмәйҙәр. Еүеш балсыҡ менән бергә туңған күп баштар окоптың эс яғына ҡарап яталар. Уларҙың күҙҙәренә, танауҙарына тупраҡ тулған, ауыҙҙары асыҡ ҡалған. Шул асыҡ ҡалған ауыҙҙарҙа ҡайһы һалдаттарҙың ҡашыҡтары тора. Әгәр ҙә
1
Достарыңызбен бөлісу: |