Беҙ һаман да атыш барған яҡҡа һәлпәнләйбеҙ. Арытҡан, асыҡтырған, өшөтә. Бер аҙҙан йәнә асыҡ яланға килеп сыҡтыҡ. Тиҙҙән таң һарыһы үтә алғы һыҙыҡ ҡоролмаларын төҫмөрләй алдыҡ. Шул арала атыш та тына бирҙе. Ахыр сиктә, төн эсендә беренсе мәртәбә кеше тауышы ишетеү бәхетенә ирештек:
Беҙҙең алда өс рус һалдаты пәйҙә булды.
-
Үҙебеҙҙекеләр, туғанҡайҙарым! — тип шатланып ҡысҡырҙы полковник. Шул арала ракета күкте яҡтыртты. — Бында ниндәй полк урынлашҡан? Алғы һыҙыҡ яҡынмы? — тип һорай һалды полковник. Ьалдаттарҙың береһе, алға сығып, аңлатып бирҙе:
-
Бында Пензинский полк тора. Ана теге окоптар алғы һыҙыҡтыҡы. Беҙ бында ҡарауылда торабыҙ.
Был һүҙҙәрҙән минең эскә йылы инеп китте, — тыуған йор- тома ҡайтып ингәндәй булдым.
Бер һалдат беҙҙе батальон командирына алып барҙы.
-
Бында нисек килеп сыҡтығыҙ, полковник әфәнде? — тип аптырап һораны батальон командиры.
Бибиков, күҙен дә йоммай, алданы ла һалды:
-
Минең полк ялға сығарылды. Шунан файҙаланып, кистән һунарға сыҡҡайным. Бына, төнө буйы аҙашып йөрөп, һеҙҙең полктың алғы һыҙығына килеп сыҡҡанмын.
Батальон командиры ышанды булһа кәрәк, башҡаса төпсөнөп торманы. Уның ҡайғыһы ла түгел ине, — алғы һыҙыҡта хәл торған һайын борсоулыраҡҡа әйләнә бара. Ул бер һалдатына беҙҙе оҙатып ҡуйырға бойорҙо ла үҙ эштәре менән сығып китте.
Пензинский полктың штабына килгәс, карта буйынса үҙебеҙҙең аҙашып йөрөгөн юлыбыҙҙы сама менән билдәләп алдыҡ. Ҡайтыр яҡҡа боролғас, һулға көрәгенән нығыраҡ ҡайырғанбыҙ ҙа алғы һыҙыҡтың артынан һуҙылған һаҙламыҡтың икенсе яғына барып сыҡҡанбыҙ. Наҙҙы уратып торған урман эсендә бер генә лә юл заты юҡ икән. Шуға ла, фронт яп-яҡын булһа ла, бер генә хәрби часть та, обоз да осратмағанбыҙ.
252
Бары сәғәт ундарҙа ғына беҙ гусарский полк штабына ҡайтып ауҙыҡ. Поручик Толстой беҙҙе бик ярһыған ҡиәфәттә ҡаршыланы. Уның ирендәре ҡалтырашып тора ине. Ул полков- никка бик мөһим телеграммалар килгәнен әйтте. Полковник, ғәҙәтенсә, уны керпек тә ҡаҡмай, тыныс ҡына тыңланы. Ул, по- ручикка берәй һүҙ әйтәһе урынға, денщигын саҡырып алды ла:
-
Йыуынырға һыу әҙерлә, шунан ашарға килтер, — тине. Бары шунан һуң ғына, ҡулын күкрәгенә ҡаушырып торған килеш, Толстойға: — Бына мин тамаҡ ялғап алайым, әҙерәк ял итәйем. Шунан һуң һинең менән һөйләшергә лә ваҡыт табылыр, — тине.
Ашап алғас, ул, бер ҡайғыһыҙ, ғәмһеҙ-моңһоҙ кешеләрсә, хырылдап йоҡлап та китте.
ЕТЕНСЕ БҮЛЕК
Гусарский полк штабында һигеҙ көн дежурҙа торғас, мине алыштырҙылар. Үҙебеҙҙең полктың элемтә командаһына ҡайтҡас, мине алғы һыҙыҡҡа, беренсе рота ҡарамағына ебәрҙеләр. Хәҙер мин Иртуғанов менән бер подразделениеламын. Беренсе рота урынлашҡан ер бик насар һәм ҡурҡыныслы. Бында окоптар юҡ, сөнки рота урман эсендә, һаҙламыҡ урынға урынлашҡан, ышыҡланыр урын итеп, бары ҡом тултырылған ҡапсыҡтар ғына өйөлгән. Снарядтарҙан һаҡланыр өсөн блиндаж тигән нәмәнең бында еҫе-оҫо ла юҡ. Ерҙе бер көрәк ҡаҙып алдыңмы, шабырлап һыу эркелеп сыға. Немецтарҙың нығытмалары ла беҙҙеке кеүек үк. Шуға күрә көндөҙ ике яҡ та бер-береһен атыш менән бимазаламаҫҡа тырыша. Бары ҡараңғы төшкәс кенә, секреттар ҡуйыла һәм күҙгә салынған бер шәүләгә аталар.
Көндөҙ беҙҙекеләр ҙә, немец һалдаттары ла үҙ расположение- ларында һис бер йәшеренмәйенсә йөрөйҙәр, бер-беренә сәләм бирәләр, һөйләшәләр, хатта офицерҙар юҡ мәлдә, ике яҡтан да нығытмаларҙан сығып, урта төштә сауҙа ойоштороп ебәрәләр. Беҙҙең һалдаттар немецтарға икмәк, шәкәр бирә, ә тегеләр сигареттар, шараптар сығара. Бындай баш-баштаҡлыҡтарҙы күбеһенсә Иртуғанов ойоштора. Немецтар менән осрашырға теләүселәрҙән бер төркөм ойоштора ла улар менән бергә мотлаҡ Кригер-Соколовский тигән немецса белгән бер һалдатты ебәрә.
-
Әйт уларға, беҙгә атмаһындар, шулай итһәләр, беҙ ҙә уларға атмабыҙ. Беҙ һуғыш теләмәйбеҙ, уны туҡтатыу өсөн көрәшәбеҙ. Улар ҙа шуның өсөн көрәшһендәр, — тип наказ биреп ебәрә.
Ҡайһы берҙә Кригер-Соколовский Иртуғановтың наказдарын ҡағыҙға яҙып ала.
-
Әгәр иркенләп һөйләшергә ирек бирмәһәләр, ҡағыҙҙы ҡалдырып китермен, — ти ул.
253
Бындай осрашыуҙар күбеһенсә иртә таңдан була. Был саҡта атыш тына. Офицер әфәнделәр ҙә тәрән йоҡола була. һалдаттар, һыу алып, нығытмаларҙан ситкә йыуынырға сыға. Немецтар ҙа шулай итә.
-
Гутен морген! — тигән тауыш килә немецтар ягынан.
-
Доброе утро! — тип ҡысҡыра беҙҙекеләр.
Йәиһә беҙҙекеләр немецса сәләм бирә, немецтар русса яуаплай. Беҙҙекеләр немецтарға икмәк ҡыйырсығы күрһәтә, тегеләр үҙ сираттарында флягаларын күтәрәләр. Шунан бер төркөм һалдат менән Кригер-Соколовский нығытмаларҙың алдына сығалар, немецтарҙы ла сығырға саҡыралар. Был төркөмдө күргәс, немецтар ҙа нығытмаларынан һибелеп сыға, һәм улар яғынан да бер төркөм беҙҙекеләргә ҡаршы йүнәлә. Братаниеға сығыусылар, ғәҙәттә, ике яҡтан да бер үк алыҫлыҡта — ҡап урталыҡта осрашалар. Был мәлдә нығытмала ҡалғандарҙың да һәммәһе нығытма өҫтәренә ябырылып ҡалҡа. Тегеләре лә, былары ла, фуражкаларын сисеп, бер-берен сәләмләйҙәр, ҡысҡырышалар. Күбеһенсә былар: «Беҙгә атмағыҙ, беҙ ҙә һеҙгә атмабыҙ!» — тигән мәғәнәгә эйә була.
Тора торғас, әш шуға барып етә — беҙҙең һалдаттар немецтарҙың нығытмаларына яҡын уҡ барып етәләр, йә тегеләр — беҙҙекенә. Ҡыйыуыраҡтары хатта сәнскеле тимер сыбыҡтар аша ла сыға. Бер-беренә дошман булған ике лагерҙың һалдаттары шул саҡта ҡул ҡыҫыша, ҡосаҡлаша, бер-берен ҡунаҡҡа саҡырыша башлайҙар. Осрашыу ысын байрам төҫөн ала. Эле төндә генә бер-береһенә үлемесле пулялар оҙатҡан дошмандар, бер туғандар кеүек, ҡайнар ҡосаҡлаша. Бер-беренең телен аңламаһалар ҙа, ым-ишаралар менән уй-тойғоларын аңғартырға тырышалар, һәр береһенең йөрәгендә бер нәмә — был ҡан ҡойошло һуғышҡа тәрән нәфрәт. Бер һаҡалтай рус һалдаты, немец һалдатына нығыраҡ төшөндөрөргә теләп, ҡат-ҡат ҡабатлай:
Шунан ул асыҡ иҙеүле күкрәгенә төртә лә алты бармағын күрһәтә. Йәнәһе, өйҙә мине алты балам тилмереп көтөп ултыра, тип әйтергә теләүе инде. Немец та, төшөндөм, тип баш һелкә лә үҙ сиратында өс бармағын күрһәтә. Шунан һаҡалтай, артына табан ҡулын болғап, үҙенсә тиҙерәк өйгә ҡайтып киткеһе килеүен белдерә. Немец та шул уҡ ишараны яһай һәм, ике ҡулын да күкрәгенә ҡыҫып, үҙенең балаларын бик ныҡ һағынғанын белдерә. Һаҡалтай яурындарына сырайын һытҡан килеш сәпәп ала ла мылтыҡ атыу ишараһы яһай. Йәнәһе, һуғыш алтын погонлыларға ғына кәрәк, тимәксе инде. Ә немец, үҙҙәренең яғына ымлап, ҡорһағын кәпәйтә, шуның менән һуғышты үҙҙәренең буржуйҙары теләгәнен аңғарта.
Братание ваҡытында был йолаға ҡатнашмай бер генә һалдат та ситтә ҡалмай. Күптәре, нығытмаларҙың башына баҫып:
254
-
Бүтәнсәләй һуғышмайбыҙ! Әйҙәгеҙ, өйҙәргә таралышайыҡ! — тип һөрәнләйҙәр.
Быға яуап итеп, немец нығытмаларынан:
-
Руски золдат корош. Война не нада! — тип ҡысҡыралар.
Үҙҙәре өсөн һис көтөлмәгән был хәлгә аптырап ҡалған офицерҙар, ҡоторған шикелле ҡысҡырышып, нығытмалар буйлап йүгерешергә тотоналар.
-
Хәҙер үк туҡтатығыҙ был тәртипһеҙлекте! Хәҙер үк нығытмалар әсенә ҡайтығыҙ! Юғиһә, пулеметтарҙан ут асасаҡбыҙ!
Бынан һуң унтер-офицерҙар ҙа, нығытма баштарына һикерешеп менеп:
-
Батальон командирының әмере буйынса тиҙерәк окоптарға ҡайтығыҙ! — тип һөрәнләшергә керешәләр.
Ьалдаттар, теләр-теләмәҫ кенә, баштарын түбән эйгән килеш, нығытмаларга табан атлайҙар, үҙҙәренең ризаһыҙлыҡтарын белдереп, һуҡраналар, асыҡтан-асыҡ ҡысҡырып һүгенәләр. Оҙаҡламай икмәккә, шәкәргә шарап алмашып алып ҡайтҡандар ҡыҙмаса булып алалар һәм нығытманың төш-төш урынынан йыр тауыштары ишетелә башлай. Төндә ҡарауылда торған һалдаттар, йылыраҡ урын һайлап, йоҡларға ауалар.
Кригер-Соколовский тирәһенә һалдаттар төркөмө йыйылып алған. Ул немецтарҙан ишетеп ҡайтҡандарын һөйләй:
-
Уларҙың береһе лә һуғышты дауам итергә теләмәй. Бары ла һуғыштан йөҙәгән. Һуғышты туҡтатырға, тип өндәмә таратып йөрөгән ике немец һалдатын тотоп хәрби ялан судына бирҙеләр һәм аттылар, тиҙәр. Немецтар, икмәкте аҙ бирәләр, насар ашаталар, тип зарланалар. Төшкөлөккә уларға фасолдән похлебка ғына бешерәләр икән. Әҙ генә үҫемлек майы һалалар, ти. Бары шуның менән генә йыуаталар икән, әҙерәк шарап өләшәләр ҙә тәмәкене етерлек бирәләр икән.
Һалдаттар Кригер-Соколовскийҙың һөйләгәнен ҙур иғтибар менән тыңлайҙар ҙа уны һорауҙар менән күмеп ташлайҙар. Тыңлаусыларҙың берәүһе фуражкаһын сисеп, ергә атып бәрә лә төкөрөп ҡуя:
-
Эй, һөйләп тораһы бармы ни инде, — беҙ ҙә бит инде күптән һаҫыған балыҡ менән борсаҡ бутҡаһына терәлеп ҡалдыҡ бит! Бер аҙҙан уныһы ла булмаҫ әле.
Тыңлаусылар араһында ултырған Иртуғанов, берәүгә бер күтәрелеп тә ҡарамай, һынын да үҙгәртмәй, үҙенең уй-фе- керҙәрен һөйләп алып китә. Уның һүҙҙәре бөтөн һалдаттарҙың да йөрәгенә яҡын.
-
Бына бит, нимәгә кәрәк беҙгә һуғыш? Һуғыш беҙгә лә, немецтарға ла бер тингә лә кәрәкмәй. Бер тинлек файҙа юҡ унан беҙгә! Һуғыш — империяларын киңәйтер өсөн — батшаларға, чиндарын арттырыр, дан ҡаҙаныр өсөн — генералдарға, тауарҙарын күберәк үткәрер, кеҫәләрен ҡалынайтыр өсөн капи
255
талистарға кәрәк. Э беҙҙең ағай-энегә — эшсе-крәҫтиәнгә унан ни файҙа? Бер файҙа ла юҡ. Ә һуғышта кемде ҡыралар тиһәң — беҙҙең ағай-энене. Меңәрләп, йөҙәр меңләп ҡыралар. Ә күпме кеше өйөнә эшкә яраҡһыҙ булып зәғифләнеп ҡайта? Һуғыш бөткәс, улар өсөн кем ҡайғыртыр, хәстәрлек күрер тип уйлайһығыҙ? һәләк булғандарҙы ла бары етем ҡалған балалары, итәк тулы бала менән тол ҡалған ҡатындары ғына ҡайнар күҙ йәштәрен түгә-түгә иҫкә алырҙар, күбеһе, тоҡсай аҫып, бер һыныҡ икмәк теләнергә ил өҫтөнә сығып китер. Ә батшаға — үҙе еңде ни ҙә, уны еңделәр ни — барыбер, ул үҙ урынында ҡаласаҡ, генералдар, офицерҙар чиндарын һәм наградаларын барыбер аласаҡтар, ә капиталистар һуғыш биргән килемдәрен һанарҙар. Бына шуның өсөн генә алып барыла һуғыш, бына шуның өсөн һалына эшсе-крәҫтиән ағай-энеһенең ғәзиз баштары. — Иртуғанов үҙенең һүҙен шулай тип бөтөрә: — Баштарын һалғандар бында — ер ҡуйынында ҡалырҙар ҙа тынысланырҙар. Э тегендә ҡайтҡандар йәнә ҡайғы-хәсрәт кисерергә, ярты тингә тир түгергә, бил бөгөргә мәжбүр булырҙар. һуғыштан байлыҡ туплап ҡалған капиталистарҙың тупһаларына барып, кәпәс һалырҙар, үҙҙәре аслы-туҡлы йәшәп, тегеләрҙе йәнә нығыраҡ байытыр өсөн көстәрен сарыф итә башларға мәжбүр булырҙар.
-
Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ысынлап та шулай бит! Алйоттар беҙ, аңһыҙ хайуандар, шул ғына! —- тип зәһәрләнеп ҡулын һелтәй бер һалдат.
Әңгәмә ҡуйырғандан-ҡуйыра, төрәнгә китә бара, яңынан- яңы, ҡыйыуҙан-ҡыйыуыраҡ фекерҙәр әйтелә. Эйе, был һуғыш һәр кемдең сей елкәһенә тейеп йөҙәткән, тешләндергән. һәммәһе лә ярһып-ярһып һуғыштың мәғәнәһеҙлеге хаҡында һөйләйҙәр, уны кисекмәҫтән туҡтатырға кәрәк, тиҙәр. Э уны нисек эшләргә? Тап бына ошо һорауга килеп төртөлгәс, әңгәмәселәр, телдәрен тешләгән шикелле, тынып ҡала. Бына быныһы исмаһам, ситен хәл.
-
Барыбыҙ бер төптән тороп, килешеп, артабан һуғышыуҙан баш тартырға кәрәк! — ти береһе.
-
Фронтты ташлап, өйҙәребеҙгә таралышырға кәрәк!
-
Немец һалдаттары менән, башҡаса бер-беребеҙгә атмаҫҡа, тип һөйләшергә кәрәк!
-
Бөтә офицерҙарҙы атып үлтереп бөтөрөргә! — Быларҙың барыһын да әйтеүе генә еңел, ә асылда нисек бойомға ашырырға? Кешеләрҙең фекерҙәре буталыша, ҡыҙыу бәхәс китә.
Берәүҙәр былай ти:
-
Йә, ярай, әйтәйек, беҙ фронтты ташланыҡ та, ти. Өйҙәребеҙгә таралыштыҡ, ти. Хуш. Шунан беҙҙең ерҙәрҙе немец батшаһы баҫып алһа, уныһы башыбыҙҙан һыйпар тип беләһегеҙме ни?
256
-
һ.уң немец һалдаттары ла һугыш теләмәй бит. Улар ҙа бит үҙ батшаларын ендәре урынына күрәләр. Улар менән теләгән ваҡытта һөйләшеп, килешеп була. Улар менән бер дәүләт төҙөйбөҙ ҙә башлыҡтарҙы һайлап ҡуябыҙ. Шулай иткәндә, бер ҡасан да һуғыш булмаҫ, — тип бигерәк еңел, бигерәк бер ҡатлы аҡыл биреүселәр ҙә бар.
Бәхәс кискә тиклем дауам итә. Тик кешеләр, бер төрлө лә төплө ҡарарға килә алмай, үҙ урындарына таралалар.
Кис менән һәр төрлө тауыштар тына, позициялар һуғышсан әҙерлек хәленә күсә. Хәүефле төн төшә, һалдаттар үҙ постарында уяу торалар.
Ротаға кире ҡайтҡас та, беҙ Иртуғанов менән бергә йәшәй башланыҡ, тағы ла нығыраҡ дуҫлашып киттек. Һуңғы мәлдәрҙә Кригер-Соколовский ҙа беҙгә бик яҡынайҙы.
Ул хәрби хеҙмәткә әле йбш үҫмер көйөнсә генә 1915 йылда алынған, хәҙер инде ап-аруҡ нығынған. Ул — зәңгәр күҙле, ҡылған сәсле егет. Атаһы —щоляк, ә әсәһе немка булған. Улар үҙҙәре Лодзи кешеләре булғандар, ә хәҙер күптән инде Одесса- ла йәшәйҙәр икән. Кригер-Соколовский, атаһы иҫән саҡта, гимназияла уҡыған; тик ул үлеп киткәс, уҡыуын ташлап, Одесса портына кассир булып ингән. Аҙағыраҡ сауҙа судноһына эшкә ингән һәм иҫке донъяның да, яңы донъяның да бик күп порттарында булған. Ул диңгеҙ хеҙмәтенә бик ныҡ күнеккән һәм армияға ҡаралғанда диңгеҙ флотына ебәреүҙәрен үтенгән, ләкин тыңламағандар, пехотаға ебәргәндәр. Армияла хеҙмәт итеүҙән ҡотолоу өсөн, ул сирле кешемен тип һылтанып йөрөп ҡараған, хатта бер ни тиклем ваҡыт йәшенеп тә ятып ҡараған. Шулай ҙа бер килеп уны тапҡандар һәм беҙҙең полкка ебәргәндәр. Ул — бик сабыр холоҡло, аҙ һүҙле кеше, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла тыныс ҡына кисерә белә. Бары әсәһен иҫенә алғанда ғына ул күңел тыныслығын юя.
-
Меҫкенкәйгә, бер үҙенә бигерәк ауырға тура киләлер инде, — тип уфтана ул бындай ваҡыттарҙа.
Бына ошо Кригер-Соколовский рус һалдаттары менән немецтар араһында братание барған мәлдәрҙә тәржемәсе булып хеҙмәт итә лә инде. Шуғалыр инде, һалдаттар һуңғы ваҡытта уны айырыуса хөрмәт итәләр. Бик ауырлыҡ менән ҡайнатылған сәйҙе алдарына килтергәс, һалдаттар иң тәүҙә уны саҡырып һыйлауҙы үҙҙәренең бурысы итеп һанай башланылар.
-
Соколовский, әйҙә беҙҙең менән сәй эсергә! — тип ҡысҡыралар уға.
Взвод командиры ла уны ауыр һәм яуаплы заданиеларға ебәрмәҫкә тырыша, бары бойница янына һаҡҡа ғына ҡуя.
Мин Кригер-Соколовскийҙы телефонислыҡҡа өйрәтәм. Ул бик дәртләнеп өйрәнә, тиҙерәк был эште үҙләштереп алып, шуның һылтауы менән алғы һыҙыҡтан тайырға самалай. Уның телефонист булғыһы килеүен мин Индрилға хәбәр иттем, һәм
9 - Д Юлтый
257
ул был хаҡта команда начальнигы менән һөйләшеп ҡарамаҡсы булды. Үҙенең уйлаған эшен бойомға ашырыуҙа минең ярҙамым тейерен белеп булһа кәрәк, ул беҙҙең тирәгә һырлығып ята, һәм Иртуғанов ҡушҡан йомоштарҙы ҙур теләк менән үтәй.
Хәйер, Иртуғановҡа ул ғына түгел, бөтә рота яҡын итеп ҡарай. Иртуғанов нимә генә ҡушһа ла, уның йомошо рота командирының бойороғона ҡарағанда ла ҙурыраҡ теүәллек менән йәһәтерәк үтәлә. Бөтәһе лә күреп, белеп торалар, үҙенең белеме һәм таҫыллығы менән Иртуғанов офицерҙарҙың күптәренән юғарыраҡ булһа ла, һуғыштың михнәттәрен рядовой һалдат менән бер үк дәрәжәлә күреп йәшәй; өҫтәүенә һалдат башында ҡайнашҡан мең төрлө һорауҙарға ҡыйыу рәүештә яуап бирә белә. Уның уйҙары тап ябай һалдат хыял иткән нәмә булып сыға.
Бына, шулай итеп, беҙҙең ротала ике власлылыҡ хөкөм һөрә башланы. Власть, бер яҡлап — подпоручик Акимов тарафынан атҡарылһа, икенсенән, рәсми булмаған рәүештә, унтер- офицер Иртуғанов тарафынан башҡарыла.
Роталағы һәммә һалдаттың да Иртуғановҡа, уны командирҙары итеп ололап ҡарағас, башҡа унтер-офицерҙар ҙа уға үҙҙәре өҫтөнән оло күреп, хөрмәтләп ҡарарға мәжбүрҙәр. Был хәл ҡайһы берҙәренең һарыуын ҡайнатҡаны күренеп-күренеп ҡала. Үҙе юҡта бәғзеләре, көнләшеүҙәрен йәшерә алмайынса, уны асыҡтан-асыҡ һүгеп тә ташлайҙар.
Беҙҙең ротала һуңғы көндәрҙә булып ятҡан хәлдәр менән Новиков та, Индрил да бик ныҡ ҡыҙыҡһындылар. Улар көн һайын телефон аша минән братание хәлдәренә ҡағылышлы яңылыҡтарҙы һорашып торалар. Индрилды был эштең бөтә ваҡлыҡтары уҡ ҡыҙыҡтыра, мин, әҙерәк буш ваҡыт булғанда, шуларҙы уға бәйнә-бәйнә һөйләп биреп, тегенең күңелен ҡандырырға тырышам.
Минең һөйләгәнде сабыр гына тыңлап бөткәс, ул елкенеп, ҡысҡырып уҡ хыял итеп ҡуя:
-
Их, бөтә фронт буйынса хәлдәр шундай булһа икән ул!
Немецтар менән братание көн дә тиерлек дауам итә торҙо. Шуның менән бер ҡатарҙан уҡ уны туҡтатыу хаҡында бе- ренән-бере ҡырҡыуыраҡ бойороҡтар ҙа килә башланы. Эш хатта шуға барып етте, беҙҙең ротаға полковник Харченко менән дивизия начальнигы генерал Кучин үҙҙәре килеп еттеләр һәм, хәлдәрҙе урында төпсөнөп тикшергәс, был тәртипһеҙлекте кисекмәҫтән туҡтатырға ҡушып киттеләр. Ләкин быларҙың береһе лә ярҙам итмәне, һәр иртәлә һалдаттар немецтар менән братаниеға сығыуҙы ғәҙәткә әйләндереп алдылар.
Бер көн иртән шулай һалдаттар, көндәгесә, окоптарҙан сыҡтылар, ҡыҙып-ҡыҙып әңгәмәләшә, ҡулдарында бар нәмәләрен алмаша башланылар. Кәр ваҡыттағыса, беҙҙең ҡайһы бер һалдаттар немец нығытмаларына яҡын уҡ барып еттеләр, ә немецтарҙың бәғзеләре — беҙҙең нығытмаларға. Кис көтмәгәндә генә,
258
бер ниндәй иҫкөртеү-киҫәтеүһеҙ, уң флангынан беҙҙең күрше булған икенсе ротанан братаниега сыҡҡандарға тоҫҡап пулеметтан ата башланылар. Уларға беҙҙең ротаныҡылар ҙа ҡушылды. Уларға яуап итеп немецтарҙың өс пулеметы бер юлы телгә килде. Братаниега сыҡҡандар тәртипһеҙ рәүештә сәбәләнеп үҙҙәре яғына йүгерешергә керештеләр, нығытма башына сыҡҡандар ҙа, ғауғаланышып, түбән һибелделәр. Рус һалдаттары менән бергә пуляларҙан ҡасып, беҙҙең окоптарға ун бишләп немец та килеп ингәйне. Ике яҡтан да пулеметтар өҙлөкһөҙ тыҡырлаша, ләкин уларға бер яҡтан да мылтыҡ тауыштары ҡушылмай. Бер ун минут самаһынан пулеметтар ҙа тынды, тик унан да яманырағы алмашҡа килде — ике яҡтан да окоптарға артиллерия ут асты. Ҡом тултырылған тоҡтарҙан ғына торған беҙҙең нығытмалар бары пулянан ғына һаҡланырға яраҡлы ине, бында артиллериянан һаҡланыу бөтөнләй ситен булды. Беҙ бик ҙур юғалтыу кисерҙек. Яралылар торған һайын күбәйә барҙы; улар ыңғырашалар, ярҙам һорап ҡысҡыралар, әммә уларға ярҙамға барыу һис мөмкин түгел.
Атыш бары төш алдынан ғына туҡталды. Тыныслыҡ урынлашҡас та әле, окоптарҙа хәрәкәт башланғас, немецтар ҡабат дөмбәҫләргә керешмәгәйе, тип ҡурҡып, урындарҙан ҡуҙғалыусы булманы. Бары яралыларҙың ыңгырашып ярҙамға саҡырыуҙары ғына, йөрәк әрнетеп, ишетелеп тора. Бик ҙур ауырлыҡ менән уларға ярҙам күрһәтеп, окоптарҙан үлектәрҙе йыйыштырырға керештек. Еңел яралыларға, бары ҡараңғы төшкәс кенә, артҡа сығырға рөхсәт ителде; ә ауыр яралылар, һаман окоптарҙа ҡалып, ғазап сигеүҙәрен дауам иттеләр. Иҫән ҡалғандар, ҡаштарын йәмерәйтеп, береһе бер һүҙ өндәшмәйенсә, баштарын һалындырып, урындарында ултыралар, йә баҫып торалар. Яйлап-яйлап отделение һәм взвод командирҙары ла үҙҙәренең донъяла барлыҡтарын белдертә башланылар. Уларға төнгөлөккә ҡарауыл тәғәйенләргә кәрәк ине.
Бөгөн бары беҙҙең ротанан ғына ла алтмышлап кеше сафтан сыҡты.
Кис һуңлатып ҡына командирыбыҙ Акимов ротаның хәле һәм юғалтыуҙар хаҡында штабҡа рапорт бирҙе, ротаны тулыландырырға өҫтәмә көс ебәреүҙе һораны. Телефондан был рапортты тапшырып бөткәс, мин полк командиры менән беренсе батальон командиры штабс-капитан Андреев араһында барған һөйләшеүгә ҡолаҡ һалып торҙом. Штаб телефоны менән беҙҙең телефон бер линияла булғас, мин барын да ап-асыҡ ишетә алдым. Иҫәнлек-Һаулыҡ һорашҡас, командирҙар бөгөнгө хәл тураһында һөйләшә башланылар.
-
Полковник әфәнде, мин һеҙҙең бойороғоғоҙҙо үтәнем.
-
Рәхмәт, капитан әфәнде!
-
Үпкәләмәҫтәр, братаниены туҡтатмаһағыҙ, ут асасаҡбыҙ, тип нисәмә мәртәбә киҫәттек. Был хәл көндән-көн ҡурҡыны-
г
259
сыраҡ төҫ ала бара ине. Башҡаса мөмкинлек ҡалмағас, брата- ниеға сыҡҡандарға мин үҙ ҡулым менән ут асырға мәжбүр булдым.
-
Ә дошман яҡ утты һеҙҙән һуң астымы?
-
Эйе, полковник әфәнде.
-
Һалдаттарҙың кәйефе нисек?
-
Бөтә роталарҙа ла тулы тыныслыҡ.
-
Юғалтыуҙар күп булған икән шул.
-
Был ҡурҡыныслы эште ҡорбандарһыҙ ғына һис тә туҡтатып булырлыҡ түгел ине шул, полковник әфәнде.
Бөгөнгө хәлдәр хаҡында дивизия штабында ла һүҙ булды. Дисциплинарный саралар менән генә лә сикләнергә мөмкин булыр ине, тиҙәр унда.
-
Бөгөн беҙ үҙебеҙ эшләгәнде ҡылмаган булһаҡ, унда һүҙ тагы ла ҡатыраҡ һәм ҡырҡыуыраҡ буласаҡ ине.
-
Уныһы ла дөрөҫ, ауыртыуынан ҡурҡһаң, шеште һытып булмай.
-
Дөйөм алғанда, минең батальон йөҙ илле кеше юғалтты.
-
Ҙур һуғышта был ғына юғалтыу ҙур нәмә түгел. Йә, хәҙергә хуш, капитан.
-
Һау булығыҙ, полковник әфәнде, һеҙгә сәләмәтлек теләйем.
Ишеткәндәремдең барыһын да, түкмәй-сәсмәй, Иртуғановҡа һөйләп бирҙем, ә ул үҙ сиратында тотош ротаға еткерҙе. Хәҙер инде батальон командиры штабс-капитан Андреев беҙҙең һалдаттарҙың төп хас дошманына әйләнде. Уға теш ҡайрай башланылар.
-
Наступлениеға сыҡҡас та, беренсе пуля — уға, — тиҙәр нәфрәтләнгән һалдаттар.
Новиков менән Индрил беҙҙең роталағы булған хәлде һәм капитан Андреевтың яуызлығы хаҡындағы хәбәрҙе бөтә полк- ка тараттылар. Әлбиттә, бының өсөн телефондан да ҡулай нәмә юҡ инде.
Хәҙер инде штабс-капитан Андреевтың исеме бөтә полк өсөн ләғнәтле исемгә әйләнде.
Полковник Харченко исеме лә ләғнәт менән телгә алына хәҙер. Быға тиклем дә һалдаттар офицерҙарға дошман күҙе менән ҡарай торғайнылар, хәҙер ул дошманлыҡ тәрәнгәрәк китте; күптәр был дошманлыҡтың оҙаҡламай бер килеп, дауыл булып өҫкә ҡалҡып сығаһын көтә башланылар.
ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК
Бына ике көн инде ике яҡтың да артиллерияһы өҙлөкһөҙ тиерлек ҡотороноп ата. Бөгөнгө көнгә тиклем, өҫтәмә көстәр килтереүгә ҡамасаулар өсөн, дошман алғы һыҙыҡҡа килер юл
Достарыңызбен бөлісу: |