ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет15/24
Дата05.07.2016
өлшемі2.02 Mb.
#179972
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   24

XII
Яҙғы сәсеү менән бесәнгә төшөү араһындағы иркенләп тын алыу сулаһында ауыл халҡы йортон һипләү, кәртә-ҡураһын ипләү менән шөғөлләнеүсән. Былтыр ҡора башлаған нигеҙҙе бөтөрөп кереү йәки , яңыһын төҙә башлау өсөн дә уңайлы ваҡыт был. Колхоздың да элекке рәйес осоронда таштан һалына башлаған һәм бөтмәй ҡалған оҙон иген келәтен көҙгәсә тамамлап ҡуяһы, мал-тыуар өсөн таш нигеҙгә ағастан бурап , яңы ҡура күтәрәһе бар ине. Бер килке ир-атҡа ауылдан күренеп торған оҙон ҡырланан таш сығарырға ҡушылды, икенселәре күрше Башҡортостандың Йылайыр районы урманында алынған диләнкәлә ағас ҡырҡырға ебәрелде.

Колхоз рәйесе Йәрмит Вилдан улына ла ошо , яңы вазифаһына керешкәндән һуң үҙ алдына ҡуйған иң мөһим бурыстарының береһен — матур итеп үҙ йортон һалып кереү өсөн изге сәғәт һуҡты. Юғары белемле элекке математика уҡытыусыһы булараҡ, башы теүәл иҫәп менән фекерләп яҡшы эшләй, шуны ижади ҡуллана белеү ҡеүәһенә лә эйә. Ошоға тиклем бер етәксенең дә башынан килмәгәнсә, ябай ғына колхоз эштәрен дә бер юлы үҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт иттертә белде.

Иң элек буласаҡ йортоноң ихатаһын, ҡасандырғы башҡорт байының малдарынан тороп ҡалып борхоп ятҡан аршин ҡалынлыҡ үле тиреҫтән ҡырсыттыртып, йөк машиналарына тейәттертеп, “колхоз баҫыуҙарына “ҡиммәтле органик ашлама — тиреҫ сығартыу кампанияһын” гөрләтеп ойошторҙо — колхоз файҙаһына булғас, бөтә сығымдар ҙа колхоз иҫәбенән, әлбиттә. Ә малсылыҡ фермаһы артында оҙон ҡырлалай өйөлгән, баҫыуҙарға оҙатылыуҙы көтөп ятҡан ысынлап та ҡиммәтле ашлама “тере тиреҫ” бер көйө ҡала бирҙе.

Колхоздың ер биләмәләре Һаҡмар уң яғындағы таулы дала булғанлыҡтан, баҫыуҙарҙа ҡамасаулап аунап ятҡан таштар күп һәм шуларҙан арыныу хаҡында район гәзитендә туҡып ҡына торалар. Дөйөм хужалыҡ өсөн бик файҙалы ошо бурысты башҡартып, бер төркөм йәштәрҙән баяғы тиреҫте илтеп бушатҡан машиналарға таштарҙы тейәтеп ҡайтартты (һалынасаҡ үҙенең нигеҙе буйына, әлбиттә). Ләкин быныһы күҙ буяу өсөн генә ине. Самосвалдар оҙон ҡырлала етештерелгән таштарҙы колхоздың баяғы төҙөлөп ятҡан иген келәте янына ташый башлағас, таш тейәлгән машиналарҙың кәрәкле өлөшө рәйестең шәхси төҙөлөшөнә бушатылды, ә ҡағыҙҙа, әлбиттә, колхоз келәтенә, тип иҫәпләнде.

Аҙаҡ килеп Йылайырҙан йөк-йөк бүрәнә ҡайтарылды: бер өлөшө — колхоздың бураласаҡ мал аҙбарына, бер өлөшө — иген келәтен ҡыйыҡлауға, ә тос ҡына бер килкеһе Йәрмит Вилдан улының шәхси төҙөлөшөнә. Таҡта ярғыстан сыҡҡан таҡталар менән дә ҡабатланды шул тылсым. Ситтән килеп, колхоз мал аҙбарын бурарға ялланған әрмән-шабашниктар бер ыңғайҙан рәйес йортон да энәнән-ептән эшләп бөтөрөп бирҙе — колхоздың баяғы мал аҙбары ҡороу иҫәбенән, әлбиттә...

“Дуҫлыҡ” исемле был колхозда үҙенә күрә дуҫлыҡ ҡануны булып, колхозсыларҙың күпселеге “колхоз” тигән дуҫты үҙҙәренең йән дуҫы итеп түгел, ә Сталин бабай тылсымлап тыуҙырған һәм ҡурсалап һимерткән дөйөм сусҡа итеп ҡарай, һәр колхозсыға унан кәмендә бер ҡыл тейеш, тип һанай, шул ҡылды кеше күрмәгәндә сусҡа ҡойроғонан йолҡоп алырға самалай. Бының өсөн ябай халыҡ ихтыяжы баштан ашҡан — һәр береһенә һәр мөҙҙәттә колхоздан нимәлер кәрәк. Теүәл һиме аҡыл эйәһе Йәрмит Вилдан улы, шуны иҫәпкә алып, һәр мохтажлының ауыҙына баяғы сусҡа ҡойроғонан бер ҡыл йолҡоп алып ҡаптырта белә, ә ҡыл ҡапҡан ауыҙҙан уны ҡаптыртыусының мутлыҡтары хаҡында ҡыл нескәлек тә өн сыҡмай — ҡапҡан ҡыл ҡамасаулай. Йәрмит Вилдан улы шуны алдан уҡ иҫәпкә алып, күпселек ауыҙҙарҙы ҡыл менән бөтәштерҙе, инде бер-нисәһен генә бөрәһе ҡалды.

Уның өсөн иң хәтәре — үҙенең урынына парторг итеп һайланған һәм, ике күҙе ҡылый булһа ла, күҙлеге үтә күпте күрергә, күргән береһен тилбер теле аша үткәрергә һәләтле Рәүеф Әхмәт улы ине, әммә уның ғаиләһе менән тар ғына колхоз фатирында тороп интегеүе мәғлүм. Шуны салт тойоп, Йәрмит Вилдан улы уның ике күҙен дә, ауыҙын да бер юлы йомдортто — урындағы урман хужалығынан колхозға тирәк ҡырҡырға рөхсәт алыуын, шул ағастан парторгка ла өйлөк бүрәнә килтертәсәген белдереп өмөтләндерҙе.

Ауыл Советы рәйесе Хөсәйен иһә күрше “кәкүк ауылы”нан йөрөп эшләгәнлектән һәм ундай-бындай мәсьәләләрен үҙҙәрендә үк хәл иткәнлектән, уның секретары Сәләмғолдоң күңелен табаһы ҡалды. Сәләмғол иһә Йәрмиткә үҙе килеп, икәүҙән-икәү бер “ярты”ны бушатҡан аулаҡ табында быйыл башлы-күҙле буласағын, әммә киләсәк килендең ҡайны һәм ҡәйнә ҡоло булып бер нигеҙҙә торорға теләмәүен һөйләп, үҙенә башҡа нигеҙ ҡороп керергә колхоздан ярҙам өмөт итеүен тумбытты. Рәйес уға ла баяғы тирәктәрҙән өлөш сығарырға һүҙ бирҙе. Дөрөҫ, йәнә лә бер осло күҙ — хаҡлыҡ юллап илгә хафа һалып йөрөүсе Ғәлим бар, ләкин яңғыҙ ҡарға саҡырып яҙ килтермәүе билдәле...

Бана шул ваҡиғалар ҡосағында колхоз бесәнгә лә төштө, Ғәлим, яландан-яланға сабып йөрөп, эшләнгән эштәрҙе һәм тотонолған яғыулыҡтарҙы үлсәне, бөтәһенә бер юлы өлгөрә алмай йөҙәне. Ғәлимә менән һабан туйындағы һалҡынайышыуҙарынан һуң яҡынлаша алғандары юҡ, дөрөҫөрәге, бер-береһен ситләтеп үтәләр ине. Егет йөрәге әрней, ҙур юғалтыу кисергәнен һиҙенә, әммә алдына ҡуйған изге хыялынан — Ғаилә тоҙағына эләкмәҫе борон юғары белем алып сығыу ниәтенән төңөлөргә теләмәй. Ғәлимәне лә яҡшы аңлай — йәштәштәренән һуңлабыраҡ вуз бөтөп сыҡҡан һылыуға, ҡарт ҡыҙ булып Яңғыҙаҡ ҡалмаҫы өсөн, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк. Икеһенең мәнфәғәте ике яҡҡа ҡайырылғас, ҡарышыуҙан ни мәғәнә?..

Шулай йөрөп алтын сентябрь етте, арыш урыу тамамланды. һуңғараҡ өлгөрмәле иген баҫыуҙары ла көндән-көн һарыраҡ төҫ алды — бына-бына уттай ҡыҙыу ураҡ ваҡыты етәсәк. Ошо ғәмдәр утында янып йөрөгәндә, көтөлмәгән хәбәр егетте тетрәндерҙе — ауыл Советы секретары Сәләмғол, имеш, агроном ҡыҙ Ғәлимәгә өйләнә... Бөтәһенә лә әҙер, ләкин Сәләмғол ғына булмаһын ине!..

Йөрәге уттай янып, кисләтеп ауылға ҡайтты, өйгә лә инеп тормай, тура Сәлимә апайҙарға йүгерҙе: алынмаған юғары белемдәре алынмайынса уҡ сәсрәһен — һылыуымды ҡулымдан ысҡындырмам!

Ишектәрен ашҡынып шаҡылдатты, Ғәлимәнең яғымлы күкрәк тауышы рөхсәт бирҙе. Ләкин егеттең килеп инеүе көтөлмәгән хәл булды, буғай, уға — дүрт күҙ менән төбәлеп, ни әйтергә белмәй тик тора... Сәлимә апай ҙа аптырабыраҡ ҡалды. Егет сәләмен алһалар ҙа, күңелдәре иремәне.

— Ғәфү итегеҙ... Ғәлимә, һинең менән күҙмә-күҙ генә һөйләшәһе бар ине.

—һөйләш, Сәлимә апайҙан серем юҡ, — тине Ғәлимә, ҡәнәғәтһеҙлеген йәшермәй.

— Ғәлимә... мин ишеткән хәбәр... дөрөҫмө?..

— Дөрөҫ.


— Йәғни... йәғни ҙә...

— Эйе, Сәләмғолға кейәүгә сығам.

— Ниңә?! Минең менән һөйләшмәй...

— Һөйләшкәйнек бит инде.

— Мин ул саҡ , яңылышҡанмын... эйе, , яңылышҡанмын! Баҫма ул хата юлға! һинән башҡа йәшәй алмайым... Иртәгә үк барып яҙылышайыҡ!

— Ниңә иртәрәк уйламаның, нимә көтөп йөрөнөң?

— Әле лә һуң түгел...

— Һуң шул инде, Ғәлим... Бынан өс ай элгәре яҙылыштыҡ... һинең менән һуңғы һөйләшеүҙән һуң...

Егеттең күҙ алдары ҡараңғыланды, ләкин һуңғы өмөт бар ине әле:

— Булһын! Юҡҡа сығарайыҡ уны, икәү яҙылышайыҡ!

Ғәлимә артына әйләнде. һулҡылданы ла, ике ҡулы менән башын тотоп, төпкө бүлмәгә олаҡты, үкһеүе ишетелде. һөйөклөһө артынан атлығырға талпынған егетте Сәлимә, юлына арҡыры тороп, ҡырҡа туҡтатты:

— Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә, ҡустым? Кеше ҡатынына... буйында өс айлыҡ бәпесе бар инде уның... Бар-бар, яҡшы сағыңда ысҡын! — Этәреп сығарып ебәрҙе...

Ошонан һуң Ғәлим, башын ҡайҙа илтеп бәрергә белмәй, илке-һалҡы йөрөнө, ҡулына эш барманы, күҙенә йоҡо ҡунманы. Туңға һөрөү тамамланып, хисап табелен илтеп тапшырғас та, ғариза яҙып эштән сығыу, ҡайҙалыр китеү тураһында уйланы.

Сәләмғол колхоз ташынан нигеҙ ҡорҙортҡан, инде буралыҡ ағасын да тракторҙан һөйрәттертеп килтерәсәк, Насрый менән килешкән, тип һөйләнеләр. Шуны дөрөҫләгәндәй, Һаҡмар буйындағы колхоз диләнкеһендә шатор-шотор тирәктәр ауҙарыла...

Алйырҙай булып башы тоноп йөрөгән Ғәлим, аҙналыҡ хисап бирер өсөн, яғыулыҡ ташыусы Яхъя ағай арбаһына эләгеп, МТС-ҡа юлланды. Ҡыҙыу ураҡ өҫтө килеп еткән, баҫыуҙарҙа, ырҙындарҙа тиҫтәләрсә мотор көнө-төнө гөрөлдәй — бөтәһе лә цистерналарҙағы яғыулыҡ иҫәбенә. Әрәм-шәрәм итмәйенсә, һәр тамсыһының ҡәҙерен белеп кенә тотонор ваҡыт, сөнки йыл буйына көтөп алынған уңыштың яҙмышы яғыулыҡҡа бәйләнгән. Электән үк шуны яҡшы белеп эш иткән Ғәлим был осорҙа уяулығын айырыуса көсәйтте. Цистерналарҙың һемәгенә , яңы йоҙаҡтар алып ҡуйҙы, ике асҡыстың береһе — уның үҙендә, икенсеһе яғыулыҡ ташыусыла ине. Бына бөгөн дә Яхъя ағаһына мискәләрҙе тейәште лә: “Үҙем юҡта асҡысты берәүгә лә бирмә!” — тип ҡаты киҫәтеп, ҡайтарып ебәрҙе, ә үҙе хисабын тапшырырға МТС бухгалтерияһына инде. Башҡа колхоздарҙан да килгәйнеләр. Хисап тапшырыу шөйлә оҙаҡҡа һуҙылып, ауылға төн уртаһында ҡайтып инде.

— Кистән Сәләмғол һине таптыртып килде, — тигәйне әсәһе, ҡолағы “ҡарп!” итеп ҡалды:

— Ни өсөн?

— Насрый тракторынан бүрәнә һөйрәтмәкселәр. Яғыулыҡ кәрәк, ти. Ғәлим ҡайтып етмәне, барығыҙ Яхъяға, тип ебәрҙем.

— Ишкәнһең икән ишәк сумарын! — тине лә Ғәлим күҙе йомолоп ауҙы. Әммә ниндәйҙер яманлыҡ һиҙенеп, йөрәге тынғы бирмәй, таң алдынан уҡ уянды.

Иртүк тороп барғанында дизель яғыулығы цистернаһы янында бер төркөм механизатор сыуала, ҡобараһы осҡан яхъя цистерна башында маташа.

— Бөткән... һуңғы тамсыһынаса ағып бөткән... — тине ул, ергә төшөп. Цистерна һемәгенең аҫты — майлы һаҙ — төндә аҡҡан яғыулыҡ ергә һеңгән, бер өлөшө, түбәнгәрәк һарҡып, бураҙна соҡорон буйлаған. Кисә Ғәлим үҙ ҡулы менән бикләп киткән һемәк йоҙағы, сылбыры менән ҡуша, ерҙә ята.

— Был ни хәл?!

— Белмәйем, мин бер ни ҙә белмәйем! — тип ялбарҙы Яхъя, яғаһынан алған Ғәлим ҡыҫымынан ысҡынырға тырышып.

— Асҡыс һиндә ине бит!

— Уны кистән, Насрый менән бергә тракторҙа килеп, Сәләмғол алып киткәйне...

— Ниңә бирҙең?

— Сәләмғол түрә йәнде алып бара... Ялҡау Ғәлимдең ҡыҙырып йөрөүе арҡаһында техника туҡтап тора. һәр сәғәте-минуты өсөн яуап бирәсәкһегеҙ! — тип янаны...

— Ниңә үҙең барманың?

— Мунса инеп ята инем... Яланғас көйөмә сығып йүгерәйемме?

АҢлашылды. һемәген япмай киткәндәр ҙә яғыулыҡ ергә һеңгән. Ураҡ эштәренә тип күҙ терәп торған байлыҡ...

Ҡаза шунда уҡ районға ла фашланып, прокурор үҙе милиционер эйәртеп килеп төштө. Ғәлимде һәм башҡаларҙы ауыл Советына саҡыртып тәфтишләнеләр. Хәлде һөйләп бирһә лә, дөрөҫләүсе булманы: иртәнсәк цистерна янындағы аңлашыуҙы береһе лә ишетмәгән... Яхъя ла Сәләмғолға асҡыс биреүен таныманы — соланда сисенеп мунсаға инеп киткәнемдә асҡыс салбар кеҫәмдә ятып ҡалғайны, сыҡҡас та шунда ине, тип аҡланды. Насрый иһә төндә иҫерек Ғәлимдең үҙ ҡулынан тракторының багына яғыулыҡ ҡойҙортоп алыуын, иҫерек килеш уның шунда һемәк янында тороп ҡалыуын һөйләне. Тәфтишләнеүселәрҙең һәр береһен Ғәлим менән күҙләштертеп тә һоранылар. Аҙаҡ Сәләмғол да Ғәлимдең күҙҙәренә тура ҡарап үҙенең был енәйәткә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡлығын белдереп сығып киткәс, прокурор иптәш милиционерға Ғәлимде һаҡ аҫтына алырға бойорҙо, ҡоротҡослоҡта ғәйепләүсе енәйәт эше асыласағын белдерҙе. Ләкин һуңғы минутта хәлдәр ҡырҡа үҙгәреп китә яҙҙы: колхоз агрономы, Сәләмғолдоң никахлы ҡатыны Ғәлимә килеп инеп, бөтәһен аптыратты:

— Яғыулыҡты кем ағыҙғанын беләм, әммә ул хисапсы Ғәлим түгел! — тине.

— Кем һуң?

— Улмы, ул... минең ирем Сәләмғол.

— Ә?! Ниндәй дәлилдәрегеҙ бар? — Прокурорҙың күҙҙәре маңлайына күсте.

— Иремде саҡыртығыҙ — күҙенә ҡарап әйтермен.

Ғәлимдең башына сүкеш менән һуҡҡандай тәьҫир итте, аҡылына һыйҙыра алманы быны. Шул уҡ ваҡытта теге көндә Сәлимә апайҙарҙа булған һөйләшеү киҫте йөрәген: өс айлыҡ... буйында өс айлыҡ... Юҡ! Ҡарынында саҡта уҡ бәхетһеҙ итергә теләмәйем!

Йән әсеһе менән ыңғырашҡан Ғәлим, ырғып тороп, прокурорҙың күҙҙәренә тура ҡараны:

— Ышанмағыҙ, ул алдай. Ире менән юҡҡа ғына ыҙғышҡандар ҙа, шуның асыуынан... Ә цистерна һемәген мин, ысынлап та, иҫерек көйөмсә асып, ябырға онотҡанмын...

— Аңлашылды. Алып китегеҙ, тегендә асыҡларбыҙ! — тип ҡул һелтәне прокурор. Милиционер Ғәлимде оҙата сығып, ихатала көтөп торған машинаға ыңғайлатты.


1959.

Һунарсы ауылы.


ТЕГӘНӘК
Сағылдан ул көтмәгәндә гөмбөрләне.

Алйотлоҡ килеп сыҡты, әйтәһе түгел. Геологик партияла ер ҡаҙыусы ҡара эшсе булып дүрт ай эшләп, бындай хәлгә тарығаны юҡ ине. Бөтәһе шул “оҙон аҡса” көҫәүе арҡаһында...

Ошо айҙың аҙағында уҡ расчет алып, ауылға ҡайтырға йыйынғанлыҡтан, Зәйни һуңғы аҙналарҙа айырыуса ныҡ көсәнде – тин өҫтөнә тин өҫтәйһе килгәйне шул. Донъя бит, барыһы ла кәрәк. Ә ауылға ҡайтыр алдынан – бигерәк тә. Егетте унда һаласаҡ йорто, аласаҡ кәләше көтөп тора. Алда сығымдары ҙур. Ҡулға төшкән һәр тин-баҡырҙы осло моронло кирка менән таш ҡырҡып алырға тура килә. Бында арыу-марыуыңды күп уйлап тораһы юҡ. Янсыҡ бөтәйткең килһә, беләгеңде лә, көнөңдө лә йәлләмә.

Зәйни бөгөн дә иптәштәренән шаҡтай һуң ҡалып эшләне. Тәңгәленә эре ҡырсын ҡатыш яман ҡомташ ҡатламы тура килеүгә ҡарамаҫтан, саба-саба шурфты тағы ла метр ярымға тәрәнәйтте. Ҡара тиргә батып, ах-ух килеп, ул тар ҡоҙоҡтан үрмәләп сыҡҡанда, күктә иң эре йондоҙҙар балҡып күренә башлағайны инде. Һыулы шешәһе таш төшөп селпәрәмә килгән. Егет, алҡымын уйнатып, ватыҡ шешә боғаҙын асыу менән тибеп ебәрҙе. Уныһы, зарланғандай салтыр-солтор килеп, аҡсәс-бүтәгә араһындағы “водка” тип яҙыулы үҙ тиҫтерҙәре араһына барып ятты. Сисеп һалған кәзәкейен тирле яурын башына арҡыры йөкмәп, егет, тар шурфта бәлтерәгән быуындарын ҡатыра алмай, алпан-тилпән килеп атланы. Һаҡмар яры башындағы партия көн иткән палаткаларға тиклем сағыллы текәне күтәреләһе лә, оҙон ҡырла бөткән киртләс ҡабырыйҙағы бормас тар һуҡмаҡтан ике саҡрымдай йәйәүләгәс, һулға ҡырт-боролоп, кәкере-бөкөрө сибек уҫаҡтар һырыған һөҙәгерәк битләүҙән түбәнләйһе бар ине. Тау башына Зәйни ҡабаланып саҡ менеп етте. Яҫы өҫтәлташҡа йәйелеп ултырыу, хәл алыу теләге ни тиклем көслө булмаһын, туҡталманы. Ашнаҡсының йоҡлап ҡалыуы, йәки ашты йылыға ҡуймауы ихтимал...

Тимер юл таҫмаһы кеүек оҙон һәм яҫы арҡа буйына тиңәлгәс, һулышы еңеләйҙе. Елкәлеген сиңәртәй бармағына элеп йөкмәп килгән кәзәкейен ябынды, Етегән ҡойроғондағы аҡ йондоҙға күҙ ташланы. Ҡойроҡ осо ергә ҡарай байтаҡ боролған – сәғәт ун икеләр китте самаһы. Бөгөн көндәгегә ҡарағанда ла күберәк эшләп ташлаған, ҡул мускулдары һуйылғандай ҡалтырай. Эш хаҡын ҡаты тоҡом иҫәбенән сығарһалар, расчетҡа байтаҡ ҡына аҡса тейәсәк. Зәйни бөгөн эш сәғәтенән тыш ҡаҙған метр ярымға күпме өҫтәлмә һум төшәсәген иҫәпләп бара башланы. Тап шул ваҡыт, һуҡмаҡ ҡырыйына яҙа баҫып, иҫләмәҫтән ҡая аҫтына мәтәлде...

Зәйни иҫенә килеп күҙен асҡанда, үҙен бик дәү аждаһа ауыҙында ярым сәйнәлгән килеш ятҡандай тойҙо; ян-яғында зәңгәр күк фонында баяғының осло аҙау тештәренә оҡшап бейек-бейек сағылдар тора сурайып. Ҡояш әле ҡалҡмаған, ҡалҡһа ла, уны тау ышыҡлай һымаҡ. Егет ятҡан тар үҙәндә дымлы һалҡынлыҡ тиртә. Таштар йөҙөн таңғы томан ялап үткән – биттәре илап торған һымаҡ ысыҡлы. Зәйни йөҙөнә лә бик мул яғылған ул. Егет, уң яҡ ҡабырғаһында ятҡан килеш, ҡуҙғалмайынса таң аттыртҡан булһа кәрәк. Сәғәтенә күҙ һалырға итһә лә, барып сыҡманы: һул беләге, эргәләге йоморо таш һыртында бөкләнеп, бүтән кешенеке кеүек йәнһеҙ ята, көллө тәне үлтереп һыҙлай... Зәйни сәғәт быялаһының селпәрәмә килеүен, минут уғы, ҡармаҡҡа оҡшап, кәкерәйеп сығыуын абайланы. Һәр хәлдә, иртәлер әле, сәғәт етеләр ҙә юҡтыр – бал ҡорттары ла осмай бит.

Торорға итеп, тубыҡтарын бөкләне. Шул саҡ ҡаты ыңғырашыу һурылды күкрәгенән – һул аяғын, әйтерһең, тракторға эләктереп тарттылар. Күҙҙәрен йомдо, башы ҡабат лып итеп тәгәрәне...

Күпме ваҡыт үткәндер – билдәһеҙ. Ҡабат күҙен асҡанда керһеҙ күк йөҙөндә күкәй һарыһылай йомшаҡ август ҡояшы һәленеп тора ине. Әйтерһең, шул бер урынында төртөлөп ҡалған, йылмайып, Зәйни йөҙөнә баҡҡан. Аҙаутеш сағылдар уның һары нур ептәренән тарталар. Зәйниҙең баш өҫтөнән генә, арт яҡтараҡ, ус яҫылыҡ бер күкшелт тимгел күҙгә салынды; күпме генә тырышһа ла, ятҡан килеш ентекләү мөмкин түгел. Уҡмашҡан ағас япраҡтарына ла, ниндәйҙер таныш сәскәгә лә оҡшай ул. Тик был тимгел, торғаны һайын йөрәк һыҙҙыртып, күңелгә үтә яҡын башҡа ни нәмәнелер хәтерләтә. Ҡайсаҡ унда турғай килеп ҡуна, сурт-сурт һайрап, ары пырылдап оса. Ҡунып киткәне, йәнләнгәндәй, оҙаҡ бәүелеп тора...

Инде Зәйни ҡымшанырға ла ҡурҡа. Бөтә һул яҡ һыны, йәнде алырҙай интектереп, үлтереп һулҡый. Имгәнгән ҡулмы был, аяҡмы, әллә ҡабырғамы икәнен дә белер әмәл юҡ – бөтә өҫкә самаһыҙ ҙур ҡыҙыу үтек баҫтырғандар, тиерһең. Хәҙер егет баш ҡалҡытыр ҙа хәл ҡалмауын тоя. Һулышы ла хырылдап, тамаҡ яндырып сыға. Их, бер генә йотом һыу булһасы, һыу...

Сеү, ни тауыш? Юғарыла, тау һыртында, Зәйниҙең эштәштәре күмәкләшеп һөрән һалалар. Улар төн буйынса берсә ҡысҡырып, берсә мылтыҡтан атып, уны эҙләп сыҡтылар. Инде бөтә партия менән таралышып, тау-таш араларын, урман шырлыҡтарын һөҙәләр. Был саҡырыу ауаздарын Зәйни ишетмәй. Көллө аңы, иләҫ-миләҫ килеп, барлыҡ менән юҡлыҡ араһында ҡалғый. Үлем тигән ҡурҡыныс йәр ҡосағына инеп барғанлығын иғтибарламай ҙа ул. Бөтөү – булыу һымаҡ уҡ типә-тиң, тәбиғи торош һымаҡ...

Зәйни инде үҙен тәрән тыныслыҡ, мәлйеү эсендә хис итә. Ҡуҙғалырға ла, һыу эсергә лә, яраһын бәйләргә лә теләк кисермәй. Ошолай ҡатып ятҡан килеш, һары ҡояштың һаман-һаман тоноҡланып һүрелә, ҡарая барыуын күреү ҡәнәғәтләндерә уны. Көндөң бөтөнләй ҡарайып, күмергә әүерелеүен тик бер генә нәмә тотоп тора, ул да булһа әлеге баш осондағы турғай тирбәлдертеп киткән күк тимгел. Ниндәйҙер сихырлы көс ағыла шул тимгелдән, һүнеп барған аң шәменә әленән-әле ялҡын ләүкетеп уята. Зәйниҙә шул борсоғос көстө аңлап-белеү сәме көсәйә. Ағас ботағымы, сәскәме, берәй үләнме – нимә һуң әле был йәнгә шундай яҡын тимгел?..

Шуның тәңгәлендә генә күк яҡтыһын кинәт ҡара ҡапланы, “Ҡар-р-р!” тигән ҡараңғы-йәмһеҙ тауыш ярҙы һауаны. Ҡанат еле биткә килеп бәрелде... “Үлеп ятаммы әллә?” тигән сәйер уй ойҡотто. Һөмһөҙ ҡарға ҡунған тимгел, сатаһынан һабағы айырылып, Зәйниҙең нәҡ битенә бөгөлөп төштө. Әҙәм башының ҡыймылдағанын күреп тертләгән ҡарға, бер ҡарап алды ла, ҡанаттарын ялп-йолп болғап, кинәт үргә сорғоно, сағыл осона ҡунды. Асыулы-һаҡ ҡарашын аҫҡа – кәүҙә өҫтөнә йүнәлтте.

Зәйни иһә алдындағы әлеге күк тимгелле һабаҡҡа текләй. Көллө мейеһе, йоҡоһонан уянғандай, йәһәт-йәһәт был донъяға алҡына, ашҡынып, үҙ вазифаһын башҡарырға тырыша. Тәрән итеп һуланы әҙәм балаһы. Бығаса йән тойҙортмай ҡатҡан күҙҙәре терелеп шар-асылдылар. Серле тимгел тәүҙә турғай башы ҙурлыҡ айырым-айырым тупалсыҡтарға, унан һуң, бара-тора, аҫ яғы йомшаҡ аҡ төк менән һибәләнгән, өҫкөһө сағыу балҡыған зәңгәрһыу-ҡыҙыл түшле нәфис сәскәләргә әүерелде.

Туҡта-туҡта, тегәнәк түгелме был? Тегәнәк дуҫҡайым бит!

Йығылғандан биреле һыҙлау тәү ҡат егеттең тәнен түгел, ә йөрәген татлы әрнетеп үтте. Ҡыҙғылт-күкшелт тегәнәк артында муйылдай сөм-ҡара күҙҙәр йылтырап алйытты, артынса уҡ иҙәнгә ҡойолған бер ус көмөш тәңкә селтерәүеләй саф ауазлы көлөү салынды ҡолаҡҡа. Туҡта, һылыуҙарҙан-һылыу ҡараҡай, Нәғимә-Нәғимәкәй бит был!..

...Хеҙмәт күлеме тулмаһа ла, былтыр көҙ генә льгота менән армиянан ҡайтарылғайны Зәйни. Ауылда әсәһе ҡапыл үлеп, береһенән-береһе ваҡ алты балалы ғаиләһен саҡ аҫырап торған инвалид атаһы ул ҡайтыуға үгәй инә алһа ла, йорт-ҡураға бер ҡаҙыҡ та ҡаҡмаған. Элеккеләре лә ҡайһыһы ҡыйшайышып, ҡайһыһы ауып, тигәндәй, донъялары бөлөүгә тартҡан. Шуларҙы әҙәм ыңғайына килтерә-килтерә көн артынан көн үтте. Бер яҡҡа ла сығып йөрөмәне. Хатта ауыл ҡыҙҙарына күҙ һалырға ла өлгөргәне юҡ ине әле. Атаһы Мотиғулла, себен кеүек быжылдап, уны эшкә төрткөсләп кенә торҙо, үгәй әсәй иһә ауыҙын турһайтып йөрөй гелән... Ә ауыл осонда Һаҡмар буйы Бәйге тауында һәр кис һайын йәштәр уйыны ҡыҙа, гармун моңо, егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың шат тауышы йөрәкте семерҙәтә... Түҙмәне, бер кис Бәйге тауына менеп баҫты. Бейеүселәр түңәрәгенең ситендә генә тороп, күңеле иләҫ-миләҫ килеп күҙәтте. Бына унан бер-нисә йәшкә өлкәнерәк буйҙаҡ егет, малсылыҡ фермаһы йәғни МТФ мөдире Ғәйнулла, бер ҡыҙҙы сарылдатып тотоп алды ла түңәрәк уртаһына һөйрәне:

-- Әйҙәсе әле, өҙҙөрә баҫайыҡсы әле, Нәғимәкәй!

-- Көн һайын фермала күреп еләп бөткәнмен, һинең менән бейергә теләмәйем! – тип өҙҙө ҡыҙ.

-- Ә мин теләйем! Мифтахитдин, ниңә аңшайып ҡаттың – тарт күрегеңде!

Мифтахитдин, ауыл лафкыһының (“лавка” һүҙенең башҡортсалаштырылыуы, магазинды шулай атайҙар) мут һатыусыһы, гармунын бөтә көсөнә шарылдатҡайны, МТФ мөдиренең йылтыр хром итектәре, Ай яҡтыһында ялт-йолт килеп, ҡыҙҙың ыҡсым түфлиҙәрен шат эйәртмәк итһә лә, Нәғимә ҡапыл тартылды ла һыпырылып китеп Зәйни тәңгәленә атлыҡты, уны ҡулынан эләктереп һөйрәне:

-- Кемде күҙләйһең, һалдат, минеме? -- Муйыл кеүек сөм-ҡара күҙҙәре менән егетте тамам иҫәнгерәтте: “Бәй, мин хәрби хеҙмәткә киткән саҡта итәгенә баҫып тәгәрәп ҡалған оҙонтороҡ ҡыҙыҡай Нәғимә бит был! Ҡайһылай ҙа матурайып буйға еткән, ҡуңыр сейәләй өлгөргән! Өҫтәүенә, колхоздың уңған һауынсыһы ла тиҙәр үҙен!” Шулай уйлап та өлгөрмәне егетебеҙ, ҡыйыу һылыуҡай тултырып уның күҙҙәренә ҡараны: -- Бына ул мин – төш бейергә! – Һәм егетте баш тартмаҫлыҡ ҡороҡланы – шунда уҡ бейеп тә киттеләр, Ғәйнулла мөдир ике күҙе аҡшайып тороп ҡалды...

Ә шулай ҙа һемәйгән егет уйын таралышҡан саҡта Нәғимәне ҡабат ҡамтарырға булды – бер ситтәрәк күҙәтеп торған Зәйнигә яғымһыҙ ҡарап:

-- Киттек, һылыуым, өйөгөҙгә тиклем көндәгесә үҙем оҙатып ҡуяйым! – тине.

-- Юҡ, бөгөн оҙатыу кәрәкмәй. Зәйни ағай менән миңә юл ыңғайы. – Ҡыҙ, ҡырҡышйәндән ҡырҡа айырылып, йүгереп килеп, Зәйниҙе етәкләп алды. – Китттек-киттек, Ай ҙа байып бара ана!

-- Ҡыҙыҡай, ысматри, комсомолка башың менән иртән эшеңә һуңлама! Һыйырҙарыңды һалдат килеп һауышмаҫ! – тип ҡысҡырып ҡалды мөдир. – Был кварталда һауын буйынса алдынғылыҡты һин яуларға, маяҡ булырға тейешлегеңде онотма! – тип өҫтәне.

-- Аныһын һинһеҙ ҙә беләм!

-- Ысматри!

Һалдаттың башы әйләнде. Әллә ниңә бер күреүҙән, бер ҡағылыуҙан уҡ йөрәгенә кереп ултырҙы ла ҡуйҙы был һылыу... Икеһе тиң бер үк хис кисерешепме, бер килке өнһөҙ барҙылар.

-- Был МТФ Ғәйнуллағыҙ бөтә һауынсыларын да ошолай ҡурсалаймы? – тине егет.

-- Кемдән?

-- Мәҫәлән, миңә күҙҙәрен яман аҡшайтып ҡараны.

-- Аҡшайғанды уғата аҡшайтайыҡ! – Бер ус көмөш тәңкә сылтырап һибелгәндәй йәнгә үткәҙеп көлдө.

-- Ниндәй алдынғылыҡты лыҡылдай ул? Ниндәй маяҡ?

-- Бәй, әллә ҡайҙа автомат йөкмәп йөрөп, сәйәсәттән артта ҡалғанһың икән. Һауынсылар араһында МТФ, колхоз, район, өлкә буйынса кварталда иң күп һөт һауып алып, алдынғылыҡҡа сығыу өсөн социалистик ярыш бара бит хәҙер. Шундай алдынғылар илдә яҡты маяҡ буласаҡ.

-- Ә һыйыр апайҙар үҙҙәре нимә ти һуң?

-- Һыйырҙың һөтө телендә, тип, ифрат ҡарыша улар.

-- Һе! Ул ҡарышыуҙы нимә менән еңәһегеҙ?

-- Ҡағыҙ менән, ҡағыҙ! Күп һөт һауып алырға, тип райондан да, өлкәнән дә көн дә ҡағыҙҙар яуа, ә беҙ, һауынсы комсомолдар, шуның менән һыйлайбыҙ һәүкәшкәйҙәрҙе...

-- Аңлайҙармы һуң?

-- Юҡ шул, аңларға теләмәйҙәр. Аң кимәлдәре түбән...

-- Алайһа, комсомолға алырға кәрәк уларҙы. Ә иң оло еленлеләрен хатта партияға ла!

Әйтеп бөтөрөр-бөтөрмәҫтән артта киҫәтеү ишетелде:

-- Һине, һалдат, ауыл советына саҡыртып, ҡыҙыу табаға баҫтыртырға тура килер, антисоветчина һөйләйһең!

Әйләнеп ҡаранылар: Ғәйнулла үҙе һөйрәлеп килгән дәһә!

-- Бәй, һәүкәшкәйҙәрҙе һыйламайынса уларҙан күп һөт талап итеү советчина буламы?

-- Ул турала тейешле ваҡытта тейешле урынға саҡыртып һөйләшербеҙ! Ә һин, һылыуҡай, бындайҙарҙың кәмәһенә ултырып, комсомол билетыңдан яҙып ҡуйма! – Ҡырт боролоп, ҡыҙыу-ҡыҙыу атлап олаҡты.

-- Вәт, ә-ә-әй! – Һыҙғырып ҡалды Зәйни. – Һөрһөп бөткән бюрократ икән дә был МТФ мөдире тигәнегеҙ – ниңә һинең тирәлә ныҡ урала?

-- Үҙенән барып һора.

-- Ә шулай ҙа...

-- Ә шулай ҙа... мине кәләш итергә йыйына ул. – Ҡыҙ, кинәт боролоп, үҙҙәренең ҡапҡаһы яғына йүгерҙе.

-- Туҡта... Нәғимәкәй! – тип кенә әйтә алды шаңҡыған егет. Кәйефе ныҡ ҡырылып, ҡом йотоп ҡаҡалған ата ҡаҙҙай интегеп ҡайтты өйгә...

Атай иһә ағас игәүен игәй ҙә игәй һаман:

-- Беҙгә лә инде әҙәмсә йәшәргә ваҡыт, -- тип туҡый, күп эсеүҙән ҡарлығып, ғыжылдаған тамаҡ төбө менән. -- Әнә, күрәһеңме береһенән-береһе бәләкәс ҡусты-һеңелдәреңде? Көнөнә бер мейес икмәк етмәй. Һис туҡталыу белмәйҙәр, байҙан ашаған ялсы кеүек ҡайыралар. Һәр ҡайһына ыштан да, итек тә, бишмәт тә кәрәк. Тапҡан-таянғаның шуларҙың төпһөҙ ҡойоһона китеп тора. Берҙе бишәүләтеп йәшәмәй булмай хәҙер!

Зәйнигә был мыжыу урынлы һымаҡ күренде. Ысынлап та, өйрә шыйыҡ ине шул тыуған өйҙә. Армияға киткәндәгенән бер иле лә артмаған.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   24




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет