ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет13/24
Дата05.07.2016
өлшемі2.02 Mb.
#179972
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   24

VIII
Аттар һарайында Ғәлимәгә биш-алты ир осраны. Утлыҡсаға теҙелешеп ултырып, мөкиббән китеп, тәмәке көйрәтәләр.

— Әйтегеҙ әле, идара аттарын ҡараусы бындамы икән? — тине ҡыҙ, дөйөмләтә иҫәнләшкәс. Бесән араһына айырата ныҡ сумылып төтәп ултырған һимеҙ йөҙлө, шаҙрараҡ бер абзый теләмәйенсә генә ҡалҡынып ҡараны:

— Бында булһа, һеҙ уны ни эшләтер инегеҙ?

— Муйынына боғалаҡ һалып, йылғаға сумырыр инем.

һимеҙ йөҙлөнөң бөйөрөнә төрткөләп хихылданылар. Ә уныһы, иҫе китмәй генә, ҡуйы төтөн йомарлаҡтарын осора-осора һораны:

— Ни өсөн ул бындай ихтирамһыҙлыҡ?

— Бесән өҫтөндә ултырып көйрәткән кеше шуға лайыҡлы ла инде!

— Сафа ағайҙы критиковать итмәгеҙ — кире тәкәһе төкөр. Сөнки ул үҙе нәсәлник пожарной охраны! — тине күк галифе салбарлы, тупаҡ танаулы ҡупшы егет һәм диҡҡәтләнеп ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡараны.

— Күренеп тора: ошонда ут сығарып, үҙенә эш яһарға тырышҡаны. Кем булаһығыҙ, Сәләмғолдоң ағаһымы әллә? — тине Ғәлимә.

— Шулайыраҡ...

— Әйтәм, бер ҡалыптан сыҡҡандай оҡшашһығыҙ. — Ҡупшы егеттең маңлайы, танау өҫтө пасталап шымартҡандай ялтырай, уның шулай ҡупшы егет булып йөрөүе лә үтә оҙаҡҡа һуҙылғанлығы күренеп тора.

— Егетлегеңде күрһәтергә өлгөрмәнең бит, әй, — ҡустың һемәйткән үҙеңде! — тип көлөштөләр. Галифеләр эйәһе ҡаштарын йыйырҙы:

— Ни йомош, ат кәрәктер, моғайын? — тине. — Улайһа, ана Сафа ағайҙың үҙенә обращаться итегеҙ инде, ошонда ултырып үҙен дә, правленский аттарҙы ла һимертә ул.

— Һин әйтмәһәң, белмәҫтәр ине, ни... Бында инструктор кәрәкмәй, иптәш Муллаҡаев! — тине Сафа, урынынан күтәрелеп һәм, Ғәлимәгә көрәктәй ҡулын һуҙҙы:

— Ҡайҙа, килтерегеҙ.

— Нимәне? — тип аптыраны Ғәлимә.

— Распоряжениены. Неграмотный булһаҡ та, яҙыу таныйбыҙ, һеңлем. Бында ат бойороҡһоҙ бирелмәй. һылыуҙарҙың һылыуы килгәндә лә. Атаң ҡураһы түгел.

— Бәй, Йәрмит Вилданович һеҙгә әйтермен, тигәйне бит.

— Я ничего не знаю. Дауай ҡағыҙ!

— Мин агроном бит. Миңә тиҙ үк баҫыуға сығырға кәрәк, — тип ныҡышты Ғәлимә.

— Миңә тимәгәйе, әллә кем бул. Төп Ҡануныбыҙ СССР Конституцияһында “агроном законға буйһонмай” тиелмәгән. Әгәр ҙә , яңылышһам, тейешле пунктын килтереп күрһәтегеҙ, ҡарарымды отменять итермен, — тине Сафа, эре сирттереп. Ғәлимә буш ҡул китергә мәжбүр булды.

— Ҡара уны, абзый, аттарыңдан баҫыу йүнәлешен онотторт. Ҡалансаңда йоҡлап ятып ҡарамай, игенде тапатһаң, аттарыңа ҡушарлап тышаулармын үҙеңде! — Конституция белгесенә мәғәнәле бармаҡ янаны.

— Тәүҙә үҫтер әле игенеңде, шунан һөйләшербеҙ! — Асыу-фәләнһеҙ мығырҙап ҡалды Сафа. Ғәлимәнең йөрәгендә тәүҙә нәфрәт тоҡанһа ла, бара-тора һүрелде. “Ысынлап та, ҡағыҙһыҙ бирә алмай шул. һәр ҡайҙа ла тәртип кәрәк. Быуынһыҙ урынға бысаҡ салғанмын икән дә”, тип уйланы. Әле йәйәүләп сығырға, аяҡ еткән ерҙе әйләнеп ҡайтырға. Бәлки, берәй ылау ҙа тура килер.

Ауылды артта ҡалдырғас, велосипедҡа атланған Муллаҡаев ҡыуып етте.

— Әйҙәгеҙ, үҙем алып йөрөйөм, — тип тәҡдим итте, тимер атының алғы һыртын күрһәтеп. Ғәлимә тағы ҡыҙыҡһынып уның маңлайын, танауын ҡарап алды. “ФамилиЯң муллалы ла ул муллалығын, әммә үҙең шымарған өйрәккә оҡшайһың”, тип һөҙөмтә яһаны тиҙ генә һәм, яғымлы өндәшеп, тәҡдимдән баш тартты.

— Әйҙәгеҙ инде, любой теләгән ерегеҙгә алып барып еткерәм! — тип ныҡып ҡараны егет.

— Велосипедта пассажир булып йөрөүҙе яратмайым! — Ҡырт киҫте ҡыҙ.

— Пардон. Как хотите! — Муллаҡаев та ҡырт боролоп, педалдәрен йән-фарманға иште. Осло галифеләре байтаҡ ара ялпылдап күренеп барҙы.

Күп тә үтмәй, ҡырандаслы ат ҡыуып етте, Ғәлимә тәңгәленә килеп туҡтаны. Ҡуҡырайып Сафа ултыра ине.

Агроном туташ, дилижансҡа рәхим итегеҙ! — Ҡырандас ҡырынан һалындырған аяҡтарын бейетеп, хәйләле йылмайҙы.

— Рәхмәт, атсы уҙаман, йәйәү ҙә йөрөй алам мин, — тине Ғәлимә, Сафаның үҙ ауазы менән.

— “Атсы” түгел, ә өлкән конюх һәм өлкән пожарник иптәш Сафа Тоҡомбаев! — тине тегеһе, ифрат мәғәнәле кәперәйеп. Шаярыпмы, ысынтылапмы әйткәнен төшөнә алманы ҡыҙ. Сафа ҡырандастан төштө һәм дилбегә башын тантаналы рәүештә ҡыҙҙың ҡулына тапшырҙы:

— Ҡабул ҡылып алығыҙ, иптәш агроном.

— Ҡағыҙ кәрәкмәйме ни?

— Бер юлға был хатағыҙҙы иҫәпкә алмаҫҡа булдыҡ.

— Рәхмәт, Сафа уҙаман! — тине Ғәлимә, аҡ кейеҙ түшәлгән ҡырандасҡа менеп ултырып. — Ут һүндереүсе булһағыҙ ҙа, йөрәк утығыҙ һүнмәгән икән әле. — һәм дилбегә ҡағып атты ҡуҙғалтты.

— Рәхмәт иҫертәме икән һуң? — тине Сафа. Ғәлимә атты юрттыртып китеп барғас, ашығып ҡысҡырҙы: — Иртән ҡағыҙ килтерергә онотмағыҙ, ҡағыҙ!

Юл ҙур массивлы баҫыу ситенән үтә. Сәскес сыйып киткән дискы эҙҙәрен, тере үлән араһында һары гәрәбә юлағылай һуҙылған — күмелмәгән бойҙай бөртөктәрен күргәс, агроном барыһын аңланы. Атын ҡалдырып, баҫыу эсенә йүгереп инде. Итек ҡунысынан йылтыр ҡорос линейка сығарып тыҡты ергә. Уныһы өс-дүрт сантиметрҙан да ары үтмәне: “табан” тип аталмыш ҡаты ҡатлам ята. “Агротехникаға төкөрөп ҡарайҙар икән бында!..” — тине; үҙе лә белештермәй, гәрәбә бойҙай бөртөктәре өҫтөнә тырнап тупраҡ ышырҙы. Бер көтөү ҡарға, ерҙе ябырып, бөртөктәрҙе сүпләп кинәнә. “Их, өлгөрмәнем, — тип әсенде Ғәлимә, йәне көйөп. — Ваҡытында килеп етмәнем!” һәм үҙенең, урынға тәғәйенләүҙәрен көтөп, район ҡунаҡханаһында аҙнанан артыҡ ҡаҡланыуына үкенде. Ниңә уны шунда уҡ ебәрмәгәндәр?..

Баҫыуҙың арғы башынан, ҡара матрос салбарының яҫы балаҡтарын ялпылдатып, хисапсы Ғәлимдең йүгергәне күренде.

— Бауыр аҫтынан ел үткәрергә сыҡтыңмы, һылыу? — тине ул, ых-бых килеп, йыш һулыш алып.

— Баҫыуыбыҙ һылыу түгел бит әле, — тине Ғәлимә. — Ниңә былай сәстегеҙ?

— Әлә генә шуның өсөн Дәүәй менән ирештем.

— Эш ниҙә һуң?

— Түрәләрҙе еңеү ҡыйын. Улар өсөн төп маҡсат — эш пландары ваҡытынан элек үтәлде, тип районға сводка биреү. Күҙ буяуҙың сигт еҡ.

— Таптыртырбыҙ ул сикте! — Ҡул болғап йүгереп барып, сәсеп килеүсе агрегатты туҡтатты. Кабина ишегенән башын һонған трактористы яғаһынан һөйрәп төшөрҙө. — Кем һин? Ниңә брак яһайһың, әҙерләнмәгән ергә сәсәһең?

— Уй-уй апай! Дәүәй ағай үҙе ҡушты бит!

— Ә мин һиңә хәҙер үк эште туҡтатырға, агрегатты баҫыуҙан сығарырға бойорам!

Сәскестән ырғып төшөп, өлкән сәсеүсе ғирфан йүгереп килде:

— Һаумыһығыҙ, кем һеҙ? Ни хаҡығыҙ бар?

— Уның хаҡы ҙур, — тине Ғәлим. — агроном Ғәлимә һылыуың был. Уның һүҙе — закон. Кисекмәҫтән бойороғон үтәгеҙ!

— Ауыҙың ни һөйләгәнен ҡолағың ишетәме һинең, Ғәлим?

— Ә һин, ғирфан ағай, үҙеңдең, сәсеүсе генә түгел, ә урыусы ла икәнеңде онотма. Көҙгөһөн комбайныңдың бункерына нимә һуҡтыртырһың икән? Анауы үҫеп ултырған билсән тупалсыҡтарынмы?

— Уныһы шулай ҙа ул... — тине ғирфан. — Ә бына бригадир, рәйес иптәштәр алдында кем яуап бирер икән?

— Үҙем бирермен яуапты! — Ғәлимә ҡул һелтәне. — Сығарығыҙ агрегатты баҫыуҙан!

— Ә һин, ҡустым, — тине Ғәлим тракторисҡа, — тиҙ генә анауы культиваторыңды таҡ та йомшартырға кереш. Бер аяғың — бында, икенсеһе тегендә булһын!

Агрегат ер башына туғарылып, культиватор баҫыуға төшкәс кенә, аҙыраҡ тынысланып, ҡырандас эргәһенә килделәр.

— Ҡарале, әй, ваҡытың бармы? — тине Ғәлимә.

— һинең өсөн, һылыуым, ваҡытымдың сигт еҡ.

— Алайһа, ултыр әле яныма, баҫыуҙарыбыҙ менән таныштыр.

Бөйөргә бөйөр терәшкәс, яҡынлыҡтарынан икеһе тиң тулҡынланып, өндәшмәйерәк барҙылар.

— Айһай, һылыуым, төтөнһөҙ дөрләп янмаһаҡ ярар ине...

— Фани донъяла янһаҡ, баҡыйында янмабыҙ, ти торғайны олатайым.

— Эйе... “Башҡортостан әгәр йәшәр, тиһәң,/Бер үҙемә миллион үлем бир!” — Шәйхзада Бабич.

— “Беҙ үҙебеҙ өсөн йәшәмәнек — /Башҡортостан өсөн йәшәнек!”

— Быныһы кемдән әле?

— Уныһы мөһим түгел.

Тауҙан — тауғаса йәйрәп ятҡан йыһан киңлегенә етеп, шул киңлектең ситендә туҡталдылар. Өҫтәл кеүек иҫ китмәле тигеҙлек битләүендә, күкәй һарыһылай тос сағыуланып, һары сәскә баҫыуы айбарлана; бал ҡорттары быжылдашҡан шул һары сәскәләр араһында, ара-тирә, ҡусҡыл арыш ужымдары уйпатланып тимгелләнә. Ғәлимә төшөп йүгерҙе:

— Әһәлүк! Бына ҡайҙа икән ул татлы ҡаҡылыҡ! — һары сәскәлектең иң ҡуйы урынына етеп, ҡосаҡ тулы көпшә һындырып алып килде. Ғәлимгә ҡайнар тәнен терәп ултырып, атты ҡыуаланы ла, һынығынан һуты бытлығып торған көпшәнең ҡабығын ынйы тештәре менән һыҙырып, күҙҙәрен ләззәтле йомоп, бер осон кертелдәтеп ҡапты, икенсе башын Ғәлимгә ҡаптырҙы. — Ҡаҡынан да татлы сихәт юҡ донъяла!

Ҡаҡы көпшәһен ике осонан кертелдәтеп ашай-ашай ирендәр яҡынлашты ла бер-береһенә тоташты... Ғәлим ҡыҙҙың танһыҡ һынын ҡыҫып ҡосаҡланы, баяғы романдарҙа тилереп уҡыған, кинофильмдәрҙә күргән һәм үҙенә матурлыҡтың, гүзәллектең эталонын тыуҙырған һын, хыялдарҙа иҫертеп һынланған һын, тап ошо ҡыҙ икәнлеген аңланы...

— Етте, кәрәкмәй! — тине ҡапыл Ғәлимә, ирендәрен ирендәрҙән айырып, ике араға һалҡын бушлыҡ ҡалдыра биреп ситләште. Егет тә айный биреп, әле генә бар есемен өтөп алған кисерештән йыраҡлашырға тырышты.

— Ҡайҙа килеп эләктем, әллә бында Совет власы юҡмы? — тине Ғәлимә, һүҙҙе ҡапыл ғәмәли тормошҡа ҡайтарып.

— Бар, нишләп булмаһын. Секретарь Сәлемғолдо күрҙең бит.

— Фи, Сәлемғол... Танауын сыйырҙы ҡыҙ. — Әгәр ҙә ки Совет власы унан торһа, йәшәргә теләмәҫ инем.

— Ә шулай ҙа матайына атланырға әҙерһең.

— Минең нимәгә әҙерлекте кем белә? Хатта үҙең дә шәйләмәйһең, тельняшкалы матрос була тороп та...

— Ҡыҙ-ҡырҡындың эсендә лә ҡырҡ арба сер ята, тиҙәр...

— Ярар, һиндә лә сер аҙ түгел... Ә хәҙер бер ябай серҙе асыҡлайыҡ: ниңә һуң был гүзәл яҫылыҡта, өҫтәл өҫтө кеүек тигеҙ баҫыуҙа, мин яратҡан ҡаҡы гөрләп сәскә ата? Ҡаҡы сәсеп үҫтерҙегеҙме әллә?

— Яңылышаһың, һылыуым. Колхозыбыҙҙың эш йәһәтлеге буйынса данланған, әммә уңышы буйынса һанға һуғылмаған арыш баҫыуы ҡаршыһында торабыҙ!

— Ә?! Ни ишетәм?!

— Дөп-дөрөҫ ишетәһең. Быйыл да уңышын урып аласаҡ арыш баҫыуыбыҙ был.

— Булмаҫ!

— Беҙҙең заманда, беҙҙең колхозда бөтәһе лә була ул.

— Беҙ һыйланған ҡаҡы ла әллә арыш бөртөктәре бирәме?

— Шау һары сәскә араһында уйпат-уйпат йәшеллек күрәһеңме? һирәк-һаяҡ ысын арыш шытҡан унда. Дөрөҫөрәге, тыу арыш.

— “Тыу арыш” тигән сорт бармы һеҙҙә?

Ғәлим көлдө:

— Бына һиңә агроном... тыу арышты ла белмәгәс...

Йөҙө бурҙатланып оялған Ғәлимә, ниһайәт, төшөнгәнлегенә ҡыуанды:

— Ә, беләм! Үҙе үҫкән арыш!

— Тап үҙе! һөрмәйһең дә, сәсмәйһең дә, — бер нисә йыл дауамында үҙе шытып, үҙе үҫеп, үҙе башаҡ ҡыҫып-бешеп тик ултыра. Тик һуңлатып ҡына урырға кәрәк — бөртөктәренең яртыһы ергә ҡойолоп, ужымға шытһын өсөн...

— Ә бынан ни мәғәнә?

— Бик ҙур мәғәнә! Йыл һайын колхозыбыҙ, өс йөҙ гектар арыш ере һөрөлдө, сәселде, урып алынды, тип хисап бирә юғарыға, планды үтәүҙең тиҙлеге буйынса районда алдынғы урын тота, гәзиттәрҙә маҡтала, хөрмәтләү грамоталары, хатта күсмә Ҡыҙыл байраҡтар ала... Трактористарға ла йәтеш: эшләмәгән өсөн — эш хаҡы, ә яғыулыҡҡа экономия... Бына шул атаҡлы арыш баҫыуында баҫып торабыҙ.

— Күҙ буяу бит был, юҡ, улай ғына түгел, — енәйәт!

— Уның ҡарауы, ваҡытынан элек үтәп сыҡтыҡ, тип сводка бирелгән.

— Тимәк, былтыр туңға һөргән ике йөҙ гектарҙың юҡмышлығы ла ысын булып сыға?

— Кем әйтте уны һиңә, ысын түгел, тип?

— Бөтәһе лә... Мәҫәлән, үҙең белгән “совет власы” Сәлемғол...

Ғәлим йөҙөн һытып ситкә төкөрҙө:

— Ишеткем килмәй исемен!

— Башҡа һыймай: ҡайҙа булған ул ике йөҙ гектар?

— Киттек, алайһа, бармағым менән төртөп күрһәтәйем!

Атты яй ғына атлатып, “арыш баҫыуы”ның буйлыҡ ситенә сыҡҡас, Ғәлим дилбегәне тартып туҡтатты:

— Иғтибар: күрәһеңме ер ситендәге йылдан-йыл һөрөп еткерелмәй ҡалдырылған ике-өс сажин киңлегендәге ҡарағураны (йәғни, һеҙҙең китапса әйтһәк, залежды)? Йыл да шулай ҡалдырылып, массив тарайғандан-тарая, әммә бөтә ҡағыҙҙарҙа тәүге киңлегендә иҫәпләнә. һәр массивта ошондай уҡ хәл. Шуларҙы үлсәп сыҡҡас, фашланды етешмәгән утыҙ гектар.

— Да-а-а... инаныслы. Ә ҡайҙа һуң ҡалған йөҙ етмеш гектарың?

— Уныһы ана анауы тау артында көтөп ята.

Ҡалҡыулыҡты артылғас, ике оҙон ҡырла араһында күҙ күреме һуҙылып киткән тигеҙлек хасил булды.

— Ошо инде былтыр “туңға һөргән” нәҡ йөҙ етмеш гектар ер.

— һин, әй, йәш агроном тигәс тә, һөрөлгән ерҙе сиҙәмдән айыра алмаған шыр тилегә һанайһыңмы мине? — Ысынтылап үпкәләне Ғәлимә. Көлөүен саҡ тыйған егет, ырғып төшөп, ҡыҙҙы ҡырандастан күтәреп алды ла битен супылдата үбеп баҫтыртты:

— Әйҙә, баҡтыртып күрһәтәйем! — Ҡыҙара-бүртенгән агроном өндәшмәҫтән эйәрҙе.

— Бына ул баҫыуҙың сиге! — Күп йыллыҡ ҡуйы бүтәгә ҡаплаһа ла, буй һырланып беленеп ятҡан элекке ситке бураҙна соҡорон күрһәтте. — Үҙәндең арғы ситендә лә ярылып ята ошондай уҡ иҫке сик бураҙнаһы. Сиҙәмгә әүерелһә лә, был үҙәндең исеме лә иҫкесә, баҫыуҙыҡынса — “Йөҙ етмеш гектар” тип йөрөтәбеҙ...

— Уф, йығылып үлерлек!..

— Ә бөгөн генә минән, сәселмәгән ерҙе сәселде, тип сводка биреүҙе талап иттеләр... Әгәр шуны яҙып бирһәм, майлаған һымаҡ китәсәк, бөтәһе “шиты-крыты” буласаҡ...

— Ә намыҫ тигәнең ҡайҙа?

— Где была совесть — там фәлән нәмә вырос, тиҙәр бит урыҫтар...

— Юҡ! Юл ҡуймабыҙ! Яҙма ул сводканы! — тине Ғәлимә.

Шатор-шотор матай тауышы һиҫкәндертте, ҡылғанлыҡ араһынан, тимер атына атланып, Сәләмғол пәйҙә булды, былар эргәһенә етеп туҡтаны. Төшөп, Ғәлимгә һис иғтибар итмәгәндәй, ҡыҙҙы ғына ҡысҡырып сәләмләне:

— Привет, моя красавица! Ниңә был яҫы балаҡлыны тыңлайһың?

— “Һың” түгел, ә “һығыҙ”! — тип киҫәтте агроном.

— Ярай, “һығыҙ” так “һығыҙ”... Тыңламағыҙ уны! Уның һөйләгәне — көллө ялған! Эшкинмәгән негодяй ул — яҙғы сәсеү бөтөү менән үк эшенән ҡыуыласаҡ!

Өндәшмәй тыңлап торған Ғәлим тештәрен шыҡырҙатты:

— һин, мәхлүҡ!— Саҡырылмаған ҡунаҡты ул һә тигәнсе яғаһынан бөрөп алып ергә йыҡты, өҫтөнә атланып ултырҙы. Ике ҡулын ергә ҡыҫып, битенә төкөрҙө. — Ниңә араға керәһең, һуҡыр себен!

Бәләкәй саҡтарында ла ул бер мәртәбә үҙенән бер йәшкә өлкән ошо Сәләмғол-малайҙы, тап ошолай, ҡаҡ ергә ләпәштереп тотоп ятҡайны. Сөнки, йылғаға һыу инергә төшөү һуҡмағы улар янындағы тар тыҡрыҡтан үткәнлектән, Сәләмғол, ситәндәре артында боҫоп тороп, малайҙарҙың башына таш бәрә ине. Ҡаны ҡыҙған Ғәлим-малай, ситән аша ырғып төшөп, уны салҡан әйләндерә һалғайны; мәсхәрәгә батырып, икенсе улай итмәмен, тип ант иткәненәсә, ысҡындырмай тотҡайны... Инде шул хәл баҫыуҙа ҡабатлана...

— һин үҙең ул, гад, беҙҙең араға керәһең! — тине лә Сәләмғол, һыңар ҡулы бушаныуҙан файҙаланып, Ғәлимдең күҙенә бер ус тупраҡ тырнап алып һипте, көтөлмәгән хәлдән Ғәлим ике күҙен ыуалап артҡа янтайҙы. Тегеһе ырғып торҙо ла уны ҡанығып типкеләргә тотондо, Ғәлимә икеһен айырып сарылданы. Шул арала Ғәлим ырғып тороп, Сәләмғолдо йәнә йыға һуҡты һәм шунда уҡ пинжәк иҙеүенән тартып торғоҙоп, матайы яғына елтерәтеп алып барҙы ла ҡаты итеп осаһына тибеп ҡалды:

— Бар, кәзәң янына олаҡ, Кәзәтәкә!

— Я запомню! Ответишь за все это! — тип йоҙроҡ болғаны ла Сәләмғол матайынан күк төтөндәр борхота-борхота тайҙы.

— Я тоже не забуду! — тип ҡалды быныһы. Башын сайҡап аптырап торған ҡыҙ уға яҡыныраҡ килде:

— Ғәлим... мә ҡулъяулыҡ. Ниңә уны Кәзәтәкә тип атаның?

Егет өндәшмәне, сөнки әйтеүе оят. Быныһы ла тиктән түгел — Сәләмғолдоң “айғыры”на баш була алмай алйып йөрөгән үҫмер сағының мәсхәрәһе... Уны күрше кәзәһенең осаһына ялғанғаны хәлендә тоттолар ҙа ыштанын һалдыртып туҡманылар, өҫтәүенә, ҡушамат йәбештерҙеләр...

— Ни тигән һүҙ ул, ни өсөн? — тип ныҡыны Ғәлимә.

— Уныһын үҙенән һора. Ғәфү ит... — Ғәлим, ҡыҙҙың йөҙөнә ҡалҡынып ҡарарға ҡыймай, ер башында ташлап киткән велосипеды тарафына йәйәүләне. Ғәлимә лә, башын сайҡап бер талай аптырап торғас, ҡырандасына ултырҙы, дилбегәһен тартты.



IX
Көн һайын иртәнге сәғәт һигеҙгә ҡырҙағы эштәрҙең барышы тураһында хисапсы колхоз идараһына сводка бирергә тейеш. Мәғлүмәттәрҙе шунда уҡ телефон арҡылы райкомға тапшыралар: унда айырым бер кеше даими ошо мәсьәләләр менән генә шөғөлләнеп ултыра. Шуға күрә эш бик ҡәтҒи ҡуйылған: “Сәсрәп кит, ә сводканы үҙ ваҡытында килтереп еткер!” — тиҙәр ине Ғәлимгә. Хисапсы хеҙмәтендә иң мөһим нәмә икән ул сводка биреү. Уны төҙөү өсөн, тәүҙә, тәүлек эсендә эшләнгән эштәрҙең бөтәһен үлсәп, хисаплап сығырға кәрәк. Сводка — көндәлек хеҙмәттең йомғағы, уға ҡарап хисапсының кемлеген белеп була.

Бөгөн Ғәлим эшен иртәрәк бөтөрҙө. Ул идараға ингәндә, сәғәт етене лә һуҡмағайны әле. Иркенләп ултырып яҙҙы. Был сводка элеккеләре кеүек ашыҡ-бошоҡ ҡына эшләнмәне, Ғәлим уны шыма аҡ ҡағыҙға бөхтә графалар һыҙып, эре матур хәрефтар менән ләззәтләнеп атҡарҙы. Аҙаҡҡы цифрҙы сәпәп, ҡул ҡуйғас, ручкаһын һалды ла арҡаһын ултырғыс артына терәп кирелде. “Бына тәүлек тә үтеп китте һәм мин үҙ вазифамды шул тәүлектең ҡойроғонда һөйрәлтмәй үтәп бөтөрҙөм”, тип уйланы ул, ҡәнәғәтләнеп. Сводка яҙып биргәне һайын, ошо тойғо шатландыра уны.

Бухгалтер Ибәт, бөтә эшен туҡтатып, сводканы өйрәнергә кереште. Ул быға тиклем уны, уҡып-нитеп тормаҫтан, делоға теркәр ҙә ҡуйыр ине. Талған күҙҙәрен Ғәлимгә төбәне:

— Егет, бөгөнгө көндә нисә гектар бойҙай сәселде?

Ғәлим әйтеп бирҙе.

— Яҙғы сәсеүҙе бөтөрмәнегеҙме ни әле?

— Юҡ.

Мейес ауыҙы алдында тәмәке көйрәтеп ултырған ағайҙар хихылдашты.



— Бына, ишеттегеҙме уның нимә әйткәнен? — тип, тотанаҡ-ярҙам көткәндәй, уларға төбәп өндәште Ибәт. — Бая ғына Дәүәй үҙе килеп яҙғы сәсеүҙе бөтөрөп киткәйне, хисапсыһы тағы киреһен һөйләп тора. Што һеҙ, егеттәр, улай ярамай ҙа инде! Хәҙер һиңә немедленно сводкаңды төҙәтергә кәрәк. Сөнки Дәүәй биргән мәғлүмәт районға китте инде.

— Юҡ, мин төҙәтә алмайым. Ул мәғлүмәт өсөн уны биргән кеше үҙе яуаплы. Бойҙай сәселеп бөткәнт еҡ әле! — Ғәлим китергә ашыҡты. Был хәл Ибәткә аҫтына ут ҡапҡандай тәьҫир итте:

— Туҡта әле, егет, туҡта! Былай булһа, мин председателгә еткерәм, үҙе менән һөйләш! — Атылып рәйес бүлмәһенә инеп китте. Ағайҙар йәнә хихылдашып алдылар ҙа, тәмәке төпсөктәрен йәһәт мейес эсенә ырғытып, ҡыҙыҡһынған хәлдә ваҡиғаның үҫешен күҙәттеләр.

Ғәлим рәйес кабинетына саҡыртылды. Ашыҡмай ғына, ҡағыҙҙарын йыйып кеҫәһенә һалды. Теләр-теләмәҫ атлап сыҡты — рәйес менән ниндәй һүҙ булырын яҡшы белә.

— Ну, эләгә-тек эләгә хәҙер мырҙаңа! Ҡыҙған табаға баҫтыртып бейетәсәктәр! — тип устарын ыуаланы тамашасылар.

Йәрмит өҫтәле артынан һөҙөп ҡарап ҡаршыланы. Ибәт, аяғөҫтө хәлдә өҫтәлгә эйелеп, тиҙтеккестән рәйескә бөгөнгө сводканы күрһәтә.

— Ана, егет үҙе килде, — тине ул, Ғәлим ингәс, һәм, иркенләп, күн көплө диванға ларҡайҙы. Ғәлим рәйескә сәләм бирҙе.

Йәрмит, өҫтәленә эйелеп китеп, нимәлер яҙа ине. Ғәлим кабинет эсенә күҙ йөрөтөп алды. Ҡыҙыл буҫтау ябылған тос имән өҫтәлдең урта тошонда яҙыныу быялаһы һәм ҡалын һары мәрмәрҙән ҡара приборы; шунда уҡ никелләнгән ялтыр сыңғырҙауыҡ; уң яҡта матур ҡара телефон, ә һулда бейек гәзит өйөмө. Бүлмә мөйөшөндә, рәйестең уң ҡулы һуҙылырлыҡ алыҫлыҡта күккә буялған өр-, яңы китап шүрлеге, унда колхозға килмәле гәзиттәр, журналдар, китаптар өйөлөп ята. Бүлмәнең хәтһеҙ ҙур итеп уйылған бер генә тәҙрәһе бар; Йәрмит уның тап урта тошонда симметриялы рәүештә яҡтыға арҡа биреп ултыра, тыштан төшкән нурҙар уның кәүҙә килбәтен яҡшы яҡтырта, шуға күрә ирҙең замана партэлита модаһынса хәрбиләштереп тектерткән , яңы, ҡиммәтле күкшелт кителе буй-һынын оҫта скульптор ҡасауы ҡасағандай кәмселекһеҙ балҡыта. Түрә эйәге аҫтына китекләнеп үҫкән май ғына был тәьҫирҙе кәметә төшә.

Йәрмит рәйеслек вазифаһын икенсе генә йыл башҡара ине әле, гөрләтеп эшләй башлаған “утыҙ меңсе” рәйес ҡапыл ғына үлеп киткәс, шуның урынына һайлатҡайнылар, ә быға тиклем ул ете йыллыҡ мәктәп директоры ине.

— Иҫәнме, Ғәлим. Ниңә һин беҙҙең бухгалтерҙың бойороҡтарына буйһонмайһың әле? — Быны Йәрмит, түшәктә хәл өҫтөндә ятҡан ауырыу төҫлө, бик яй, бик ҡыйынһынып әйтте; был иһә ошо минутта уның бүтән бик мөһим мәсьәләләр менән мәшғүл икәнен белдерергә тейеш ине. “Бухгалтер бойороҡтары”ның нимәлеген белһә лә, хисапсы тура яуапларға ашыҡманы.

— Үҙ эшемде төгәл алып барам. Минең ерҙәремде бухгалтер сығып үлсәгәнт еҡ, — тине.

— “Әйтһәң — һүҙ, төртһәң — күҙ”, тигәндәй, һинең нисек эшләүең беҙгә мәғлүм. Көн һайын өҫтөңдән жалыуға киләләр. Непосредственный начальнигың бригадирҙың да ҡушҡанын үтәмәгәс, һинән ни эш көтәһе ҡала? Ни өсөн сводканы Ибәт ағайың күрһәткәнсә яҙмайһың?

— Яҙғы сәсеүҙе тамамлапмы? Көтмәгеҙ минән ундайҙы. һәм: “фәлән жалыу итә лә төгән жалыу итә” тип тә ҡыйырһытмағыҙ! Күҙемде баҡтыртып үҙемә әйтһен ул бәндә, әгәр ғәйебем булһа. Ә һеҙ ғәйбәт өйәһегеҙ!

— Социалистик критиканы һин , яңылыш аңлайһың икән, Ғәлим. Беҙ һине ҡыйырһытырға түгел, ә төҙәтергә, ярҙам итергә теләйбеҙ. Насар уйлаһаҡ, беҙ һине күптән сығарып ташлар инек. Ышанмаһаң, бына Ибәт ағайыңдан һора: нисә тапҡыр Дәүәй беҙҙең ҡаршыла һине эштән бушатыу мәсьәләһен күтәрҙе! Трактористар аҙмы тупһа шымарталар! Дошманлыҡ уйлаһам, мин һинең менән һөйләшеп тә тормаҫ инем. Ә һин шуның ҡәҙерен белмәйһең, ашаған табағыңа сысаһың. Колхозсылар араһында етәкселеккә ҡаршы яла таратаһың. һәр ваҡыт ниндәйҙер наҙан люмпендарҙың һүҙен һөйләйһең. Стена гәзитен булһын — минең менән личный счеттарыңды сводить итеү өсөн ҡулланаһың. Ә бит һин партия членлығына кандидат — матбуғаттың шәхси интерестар өсөн файҙаланырға тейеш түгеллеген белергә тейешһең. Кем ҡуйғандыр һине редактор итеп, белмәйем!

Йәрмиттең был сүкеүе, юғары көсөргәнешле электрҙың металл тишкес осҡондары кеүек, Ғәлимдең мейе төпкөлөнә үттеләр. Танауы һыртына бөрсөкләнеп тир сыҡты, ҡолаҡтары ҡар менән ыуалағандағылай янып ҡыҙарҙы. Йәрмит әйткән тыныс йөмләләр артында оҫта йәшәрәлгән мәкер барлығын һиҙҙе егет һәм ул мәкерҙе тышҡы кейеменән нисек арындыртырға, энәләрен тырпайтып яланғасландыртырға икән, тип уйланды. Әгәр шулай эшләһә, бөтәһе асыҡланыр, кемдең ҡайҙа тартҡаны күренер ине.

...Стена гәзитенә редактор итеп һайланғас, Ғәлим бик дәртләнеп тотондо эшкә. Бала саҡтан уҡ әҙәбиәтте һөйә, хатта шиғыр ҙа яҙып маташа ине. Шуға күрә партйыйылыштың был йөкләмәһен ихлас күтәрҙе. Аҙ булһа ла, әҙәбиәткә яҡынайғандай тойҙо үҙен. Элек парторг төрткөсө арҡаһында ғына һирәк-мирәк сыға торған гәзит тиҙ үк тәртипкә килтерелде, һәр һаны үҙ ваҡытында, йөкмәткеһе байыраҡ булып донъя күрҙе. , яңы редколлегия шуның менән генә ҡәнәғәтләнмәне, “Борос” исемле сатирик ҡушымта ла барлыҡҡа килтерҙе. “Борос” ялҡауҙарҙы, булдыҡһыҙ етәкселәрҙе, оғроларҙы әсеттереп көйҙөрә торған яугир ҡоралға, колхоздың кескәй генә үҙ “Крокодил”ына әүерелде. Колхозсылар һәр һанын көтөп алалар, “Борос”тоң үткер куплеттары шунда уҡ телдән-телгә күсеп тарала башлай, берәүҙәрҙе кинәндертеп көлдөртә, икенселәрҙе сырай һытып ҡаты һүгенергә мәжбүр итә. Ләкин гәзиттең абруйы күтәрелгән һайын, Ғәлимдең тирәһендә кенә тотоп йөрөүселәр күбәйҙе. “Борос” әсеһен татыған һәр бәндә быны Ғәлимдән күрә, уға ҡырын ҡарап, хас һалып йөрөй. Ғәлим уларҙың аңһыҙлығы, тәнҡит тигән нәмәне дөрөҫ ҡабул ҡылмауҙары тураһында уйлап көйөнә. Бүре булып ҡараусылар араһында колхоз рәйесе Йәрмит тә бар шул...

Бер саҡ, ҡарынына тимер сыбыҡ ҡаҙалыу сәбәпле, колхоз һыйырын һуйып алғайнылар. Ҡыш көнө ине, ит айҙар буйы келәттә аҫыулы торҙо. Уны турғайҙар суҡыны, ҡомаҡтар кимерҙе. Ниһайәт, баҙарға илтеп һатырға ла “аяҡ урынына тояҡ” алып ебәрергә ҡарар итәләр. Келәтте асып ҡарағас, ревкомиссия ағзалары ҡаушауҙарынан ултыра төшә яҙғандар: түшкә ҡомаҡ тарафынан мөнтәлеп, сөйҙә ҡаҡ һөлдәләр шауҙырҙап тора... Шул көн урамда утиль йыйыусы йөрөгән икән; һөйәктәрҙе шуға һатып, колхоз быҙауҙары өсөн резинкә имеҙлектәр алып ҡалғандар...

Был әкәмәтте “Борос” үҙенең нәүбәттәге һанында бик әсеттертеп тамғаланы. Үткер бәйет бер көн эсендә бригадаларға, фермаларға таралып өлгөрҙө. Кискеһен уны йәштәр, гармунға ҡушылып, урамда йырлап үттеләр. Хатта быға тиклем гәзиткә иғтибар итмәгән ҡарт-ҡоро ла, сәмләнеп, рәйестең яуабын көттө. Тик Йәрмит сер бирмәне: хатта гәзиттең барлығын да белмәгән кеүек, баҫалҡалы, тыныс холоҡ күрһәтеп, эре, ныҡ аҙымдар менән ғорур атлап йөрөнө. Ғәлим, тик һуңлап ҡына, был тыныс-баҙыҡ ҡиәфәттең тышҡы ҡабыҡ ҡына икәнен аңланы. Сөнки Йәрмит шул көндә үк рәсем төшөрөүсене кабинетына саҡырып алып бик ныҡ “бешерҙе”. Редакторға нисектер теше батманы — парторг ҡамасаулаған, тиҙәр. Гәзит, бер тәүлек эленеп торғас, ҡапыл ғына стенанан алынды: етәкселек боростоң әсеһен яратманы, ахыры.

Шул ваҡиғанан һуң Йәрмит, уңайы тура килгән һайын, редколлегияны ҡыҫҡысҡа алыусан булып китте. Күберәген Ғәлимгә, әле генә әйткәненсә, “печатте шәхси интерестарың өсөн файҙаланаһың” кеүек һүҙҙәр менән бәйләнергә ярата ине. Был яла Ғәлимде бүтәндәрҙең нахаҡ һүҙҙәрен ишеткәндәгеләй һыҙлатмай, фәҡәт нәфрәтләндертә генә. “Уҡымышлы кеше лә ошондай дорфа булыр икән!” тип уйлана ул, көйөнөп...

Йәрмит, ауыҙынан сыҡҡанының бөтәһе лә кире ҡаҡҡыһыҙ саф алтын йомарлаҡтары икәненә тамам инанған ҡиәфәттә, тыныс ҡына яҙыныуын дауам итә. Битендә тулҡынланыуын һиҙҙертерлек бер ҡан әҫәре лә юҡ, ирендәре, боҙҙан уйып эшләнгәндәй, хәрәкәтһеҙ йомолғандар, керпектәре лә, аҫҡа һалынған килеш, һелкенмәйенсә тик тора. Күк күкрәүеләй ҡаты гөрөлтө сығарып ҡысҡырғыһы, бәндәнең тәрән һәйкәл тыныслығын селпәрәмә иткеһе килде егеттең. Ләкин тауышы яй, ни өсөндөр, ғәйепленеке һымаҡ көсһөҙ сыҡты:

— Нисек телегеҙ барып әйтәһегеҙ, ағай, бындай һүҙҙәрҙе! Әгәр мин шәхси мәнфәғәтемде йәмғиәттекенән айыра алмайым икән — бындай наҙан, өлгөрөп етмәгән кешене һайламаҫҡа кәрәк ине редактор итеп. һеҙ үҙегеҙ партбюро ағзаһы бит! Ә “наҙан люмпендар”Ға килгәндә, мин һеҙгә улар тураһында һағыраҡ фекер йөрөтөргә кәңәш итер инем. Улар һеҙҙең менән минән биш тапҡырға аҡыллыраҡ!

— Ошибаешься! Беләһеңме, ни тип атала һинең был демагогиЯң? Хвостицизм ул! Йәғни ҡойроҡта һөйрәлеүсе. АҢһыҙ массаларҙы үҙ артыңдан эйәртеү урынына, һин, киреһенсә, улар һүҙен һөйләйһең, уларға эйәрәһең. Коммунислыҡҡа кандидат кешегә килешмәй улай. Етәкселек артынан барырға кәрәк.

— Яңылыш барған етәксегә эйәреп, ярҙан осҡом килмәй минең! Хәҙерге мәлдә мин һеҙҙең етәкселегегеҙҙә авангардлыҡ билдәләре күрмәйем! — тип, тураһын ярҙы Ғәлим.

— Яланғас политикан! Аҡыллы баш булып һүҙ һөйләргә шәпһең! Ә Ғәмәлдә ниндәйҙер ничтожный хисапсы вазифаһын да йүнләп үтәй алмай илайһың — минең эшемде эшләһәң, ярылып үлер инең!

— Нишләгәндә лә, һеҙҙең һымаҡ, культивацияланмаған ергә бойҙай сәстертмәҫ инем! — Ғәлим рәйестең күҙҙәренә мылтыҡ көбәгеләй тоҫҡап ҡараны. Йәрмиттең йоҡомһорап тонған күҙҙәре шар-асылды һәм ул, боғаҙына үрләп килгән асыуын тыя алмай, ярһып башын ҡалҡытты. “Осҡон барып тейҙе, хәҙер дары шартлай” тип көттө Ғәлим. Йәрмиттең сикәләре буйлап ҡыҙыл тулҡындар үтте, ул, оҙаҡ яфаланып, төкөрөгөн йотто — әйтерһең, боғаҙына икмәк ҡатыһы ултырған. һәм кинәт ағарынды, буҙарынды, алдында ятҡан таҙа ҡағыҙҙы йомарлап ырғытты. Ажғырып, аяғүрә баҫты:

— Һин, молокосос! Не твое собачье дело минең нимә эшләгәнемде тикшереү! — һәр һүҙен өҙөп-өҙөп, ҡаты баҫымлап сүкене. Бер аҙ тын алғас: — Ҡасан минең йәшәме етеп, минең белгәнде белһәң, шунда минең менән һөйләшерһең! — тип өҫтәне. Үҙенсә, Ғәлимде үлтереү ине был. “Эйе, эйе, мин — наҙан. Ҡасанмы юғары белемгә өлгәшмәй тороп, юғары белемлеләр менән бойондороҡһоҙ һөйләшергә хаҡым юҡтыр, күрәһең...” — Әсе фекер яндырып үтте есемен. Ләкин бер тойғо, йөрәк тапҡырында ләүкеп торған бер тойғо, уны ваҡытһыҙ сигенештән тота ине.

— Эйе, йәшем һеҙҙекенән кесе, ләкин мин йәшәрмен, һеҙҙе ҡыуып үтеп тә китермен әле, ағай. Минең белемем һеҙҙекенән түбән, ләкин мин арттырырмын уны. Кеше — һыйыр түгел, ул үҙ ғүмерен ашап-эсеп кенә үткәрмәй... Ә хәҙерге ваҡытта һеҙҙең менән типә-тиң һөйләшергә миңә партиялы намыҫым, ниһайәт, кешелек выжданым хоҡуҡ бирә!

— һин башҡаларҙы тәнҡитләү өсөн генә партияны иҫеңә төшөрәһең, ә үҙеңде тәнҡитләгәндәрендә онотаһың! — Йәрмит ярһып ҡысҡырҙы: — һинең тәнҡитең — серек тәнҡит! һин кеше өҫтөнә сүп өйөп кенә йөрөйһөң. Ә һин беләһеңме “Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Тәҡдиме” тураһында? Белмәйһең! Унда какраз сүпһеҙ ерҙәрҙе культивацияламай сәсергә рөхсәт итәләр. Сөнки иртә сәселгән иген сүп үләндәренә күтәрелергә ход бирмәй. һин, тимәк, һәр аңлы колхозсының ҡуйын китабына әүерелгән рекомендацияны ла уҡымағанһың, ә ауыҙ тултырып һүҙ һөйләйһең!

— Уҡыным мин ул брошюраны, ярһымағыҙ!

— Уҡығас, ниңә сығынсылайһың?

— Һин... һеҙ барып ҡарағыҙ ул ерҙең нисек “сүпһеҙ” икәнен! Кәҫ өҫтөндә — кәҫ, сүп өҫтөндә — сүп, сәскес дискылары бата алмай. Бер нәмә лә белмәйһегеҙ, ә һөйләйһегеҙ. Кабинет бүкәне һеҙ! Күҙле бүкән! — тине Ғәлим, ғәрләнеп.

— Ладно, ладно, не болтай. Делом надо заниматься, ә һин буҡ тибеп ғүмер уҙҙыраһың. Йәки йоҡлайһың. Эйе, йоҡлайһың — бер ваҡытта ла иртә тороп ҡырға сыҡҡаның юҡ. Бөтәһен түшәмдән алып яҙаһың.

Белә ине шул Йәрмит егеттең йөрәгенә нисек сәнсергә! Иртә тороп йөрөүен дә күрмәмешкә һалыша. Бәхәс ыҙғышҡа әүерелә башланы. Коридорҙағы ағай-эне, ишекте һаҡ асып, берәм-берәм кабинетҡа эркелде, кәпәсте аҫҡараҡ баҫып ҡына, “хужа” менән хисапсы араһында барған дауҙы ләззәтләнеп тыңланылар. Йәрмит, тамашасыларынан теләктәшлек ҡаҙанырға тырышҡан артист һымаҡ, һәр һүҙен үҙенә файҙа килтерерлек итеп, һайлап ҡына ысҡындыра, ә сәме тоҡанып ҡыҙып киткән Ғәлим дә унан өҫтөн сығырға тырыша ине. Тойғоларҙың тап шул сатнау мәлендә генә парторг Рәүеф Бикмырҙин килеп инде лә, күҙлек быялаларын ипләп кенә яулыҡ осо менән һөрткән хәлдә, оҙаҡ ҡына, һүҙһеҙ, тыңлап ултырҙы ғауғаны. һәм хисапсы үҙенең ҡолағы төбөндә уның уның тыныс нәфрәтен ишетте:

— Бес-совестный икән һин! һинең ҡаршыңда ниндәй ҙә булһа урам малайы түгел бит — руководитель! Ә һин уның менән нисек һөйләшәһең. Бессовестный һин!

Ғәлимдең башына һуҡтылармы ни! Ҡаушаны, ни өсөн бындай нәфрәткә юлығыуын аңларға тырышып, үпкә ҡатыш әсенеү менән парторгтың йөҙөнә баҡты. Ләкин унда нәфрәттән башҡа бер ни ҙә шәйләмәне.

—һеҙ бит ишетмәнегеҙ уның мине нисек мыҫҡыллауын! — тине йотлоғоп, күҙҙәренә йәш бөртөктәре яҡынлап килеүен тойҙо.

— Беҙ әле быға тиклем һинең грубый выходкаларыңа түҙеп килдек. Инде бюро ҡаршыһында яуап бирерһең! — тине Рәүеф Бикмырҙин.

— Беҙ һине бер таҡтаға баҫтыртып тикшерербеҙ һәм ҡыуып та сығарырбыҙ эшеңдән, хатта ауылдан! — тип өҫтәне Йәрмит. Ғәлим күкрәгендә был һүҙ ут йомарлағындай яндырып, эйәге май үҫентеле хәйләкәр әҙәмгә ҡарата ысын дошманлыҡ хисе уятты. Тауышының, ағыуланғандай, әсе үскә мансылып сығыуынан ләззәтләнеп әйтте:

— Бөгөндән сығарығыҙ. Рәхмәт әйтермен. Ләкин ауыл һинеке түгел — ата-бабам нигеҙләгән уны! Аңлашыламы?

Йәрмит яҡшы аңланы. һәм аңлатырлыҡ яуапланы:

— Ләкин һин былай ғына ысҡынырмын тип уйлама. Сезон бөткәнсе эшләтеп, позор менән ҡыуабыҙ беҙ һине. Позор менән!

Рәйес менән парторг, бер төптән ҡуҙғалып, тышҡа сығып киттеләр, бухгалтер ҙа ҡуҙғалды.

Әгәр Йәрмит урынында ябай бер колхозсы булһа, Ғәлим, уның өлкәнлеген хөрмәтләү йөҙөнән, ауыҙы тулы ҡанды йотор, ыҙғышын туҡтатыр ине. Әммә аргументтарыңдың дөрөҫлөгөнә иманың камил була тороп та, ғәҙелһеҙлек ҡаршыһында сигенеү — ялағайлыҡҡа тиң хурлыҡ, тип һананы. Тыңлап ултырған колхозсылар һуңынан: “Әһә, батырланып йөрөнөң дә, түрә ҡаршыһында ҡойроҡто ҡыҫтыңмы? Арт яғың таҙа түгелдер, таҙа булһа, сикмәҫ инең!” — тип әйтерҙәр кеүек ине. Үҙ сиратында тотанаҡ эҙләп, шулар яғына күҙ һалды. Бында пожарник, төнгө ҡарауылсы, өлгөрмөш ғүмәр бабай һәм шуның кеүек башҡалар бар ине. Ҡараштарын йәһәт ситкә ҡасырҙылар, ә ҡайһылары асыҡтан-асыҡ хөкөм итеп ҡараны. Ғәлимгә был ярһып ҡыҙған башын бер күнәк боҙло һыуға сумырғандай киҫкен тәьҫир яһаны. Бөтә асыуы, дөрләү сәме — бышылдап һүнгән торомбашҡа оҡшап ҡалды.

— И улым, улым... Мин һине бер аҡыллы егет тип йөрөһәм, сәпсим пустой икәнһең. Йәшем алтмышты ашҡан — шулай ҙа мин колхозыбыҙҙың хужаһы булған кеше менән улай һөйләшергә баҙнат итмәйем. “Яманлыҡ яуға килешһен”, тигәндәр боронғолар. Яҡшы итеп һөйләшергә кәрәк, улым.

Ғәлим шымды, күҙҙәрен сырт-сырт йомоп, оҙаҡ моңайып ултырҙы.

— Быйыл да икмәк ашай алмайбыҙ икән, тип һыҡтап йөрөүсе үҙең түгел инеңме, олатай? Әллә һин дә тере үлән араһына сәсеүҙе хуплайһыңмы?

— Сүп араһына сәсһәң, сүп ураһың инде ул... Мин дә тап шул турала һөйләшергә килгәйнем дә идараға... “Арыу итеп һөйләш”, тигәнгә генә үпкәләргә ярамай, улым...

— һөйләшеп ҡара. Бәлки, тәмле ауыҙҙан сыҡҡан татлы һүҙ йомшартыр “хужа”Җдың сайыр ҡатҡан ҡолағын! — Ғәлим әсе йылмайҙы ла ишекте ҡаты ябып сығып китте. Ҡолаҡтары сыңлап шаулаған хәлдә, бухгалтерия бүлмәһенә үтте лә өҫтәл эргәһенә ултырҙы. Ҡуйын дәфтәрен сығарып, дерелдәүек бармаҡтары менән аҡтарҙы. Ҡағыҙға яҙылғандар аңына үтеп инә алманылар.

— Йә, аҡылға ултырҙыңмы инде, егет, сводка бирәһеңме? — Өҫтәле артында бөксәйеп ултырған Ибәт һиҫкәндертеп өндәште.

— Ә? — Ғәлим мейеһенә бухгалтер һүҙҙәренең ҡабығы ғына керҙе, үҙәген һеңдермәне.

— Сәсеүҙе бөтөрөп сводка бирәһеңме? — тим.

— Әәә. Юҡ, бирмәйем.

— Бушҡа играть итәһең, егет. һинең биреп-бирмәүеңдән бер нәмә лә үҙгәрмәй. Уны һинән түгел, ә беҙҙән һораясаҡтар. Беҙ яуап бирәбеҙ отчетность өсөн. — Ибәт, зәһәр һалҡын йылмайып, уның күҙҙәренә текләне.

— Райкомды ҡыуыҡ мәғлүмәт менән алдаған өсөн һеҙгә ысынлап та яуап бирергә тура килер! — тине Ғәлим, Ибәттең үҙе кеүек үк һалҡын йылмайырға тырышып.

— Тимәк, юғарыға жалыу яҙмаҡ булаһың, егет? Яҙ, яҙ, һинең писанинаң барып еткәнсе, бойҙай ҙа сәселеп бөтәсәк. Тикшерергә килһәләр, үҙең тишек кәмәгә ултырырһың. “Клевета” тигән нәмәне ишеткәнең барҙыр бит һинең?

— Юҡ. Мин “мошенник” тигән һүҙҙе генә ишеткәнем бар.

— Ярлы икән телең.

— Подлецтар менән аралашмағанға күрә ул.

Ибәт телен тешләне, яңаҡтарын өрөлдөрөп, ҡағыҙҙары өҫтөнә эйелде. Йәнә башын ҡалҡытты ла тамағынан боҙ һалҡынлығы сығарып ғыжылданы:

— Һин улай, бағра кеүек, сәнскеләреңде тырпайтма — үҙеңә хуже будет. — Тауышы йомшай төштө. — Яҙ көнө, Һаҡмарҙан балыҡ үрләгәндә, һыуға мурҙа һалып ҡарағаның барҙыр бит? Шамбылар башы һыйған тишектән сығып тая, сөнки тиреһе шыма, лайлалы. Ә бағра, лайлаға бай булһа ла, тотҡондан ысҡына алмай — сәнскеләре тотоп ҡала. Үҙ сәнскеһе арҡаһында һәләк була ул. Бына һин дә хәҙер шул бағраға оҡшайһың. һинеңсә, тормошта һәр кешегә шыма асфальт юл түшәлгән. һәр кем, абынмай-һөрлөкмәй, шул төҙ юлдан барырға тейеш. Әгәр кем дә кем асфальттең ҡубырсыған ҡытыршыһына эләгеп, шул төҙ юлынан саҡ ҡына ситкә тайпылһа, уны янындағы иптәшенең “критика” тип аталған бағра сәнскеһе сәнсергә тейеш, шулаймы?

Ғәлим дә һыуына төштө:

— Яңылыш аңлайһығыҙ. Бағраға бит сәнскестәр үҙенең ҡан дошмандарынан һаҡланыу өсөн бирелгән. Ә мин дошмандар араһында түгелмен. Әгәр мин, күмәкләшеп һалып ятҡан дәү йортобоҙҙоң баҙыҡлығын ҡайғыртып, эргәмдәге ташсы-иптәшемдең ярыҡ кирбес тотҡан ҡулын ситкә этәрһәм, ул рыялы кирбесте ситкә ташларға мәжбүр итһәм, был һис тә һеҙ әйткән бағра сәнскеһе менән сәнсеү булып сыҡмай.

— Ләкин быны һинең иптәшең аңламаясаҡ. Ул, кеше араһында мәсхәрә иткәнең өсөн, ҡуйынында таш йөрөтәсәк.

— Ул да яңғыҙ йәшәмәй. Дөйөм йортобоҙҙоң именлеген ҡайғыртҡан һәр кем уға минең хаҡлығымды аңлатасаҡ һәм аҡрынлап ул быны төшөнәсәк.

Ибәт, сырайын һытып, кенәгәһен япты:

— Ярар, күп һүҙ — буҡ һүҙ, тигәндәр. һинең урыныңда булһам, начальствоның һүҙен тыңлар инем, бригадаңда көндән-көн арта барған перерасходты ҡаплатыу сараһын яйлар инем. Сөнки норманан тыш яндырылған яғыулыҡ, трактористың ғына түгел, бригадир менән хисапсының да кеҫәһенә һуға. Ә шуны булдыртмау юлдары бар. Нисек итеп эшләргә икәнен мин һиңә өйрәтеп тормайым, сәйнәп ҡаптырғанды йоторға һәр кемең дә мастак ул.

— Аңланым. Эшләнмәгәнде эшләнде, тип, ялған нарядтар тултырырға тейешмен...

— Сәнскеңде тырпайтма, бригадирыңды тыңла. Дәүәй был юлда эт башын ашаған кеше ул. Элекке хисапсылар уның һүҙен тыңлай торғайнылар, шуға күрә һарыҡ та бөтөн, бүре лә туҡ ине. Начальство менән ыҙғышмай ине улар...

Ғәлим бухгалтерҙың тел төбөн яҡшы төшөндө. Түрәләр ҡушҡанса Юғарыға ҡыуыҡ сводкалар осорорға, перерасходты ялған эштәр күрһәтеп ҡаплатырға. Колхоз елкәһе ҡалын, көллөһөн дә күтәрә...

Сығып китейем генә тигәнендә, Ғәлимә килеп кереп һаулыҡ һорашты:

— Ниңә төҫөгөҙ ҡасҡан, ағай, әллә хисапсыбыҙ баш бирмәй ыҙалатамы? — тине Ибәткә.

— Тап өҫтөнә баҫтың, һеңлем. Сводка биреүҙән баш тарта.

— Бойҙай сәселеп бөттө, типме?

— Тап үҙе. Агрономдан йәшерен-батырын түгел, һеңлем: беҙҙең сводкала колхоздың сәсеү кампанияһы тамам. Ә был егет һаман шуны аңламай, бына бында тегеп ҡуйырға үҙенең сводкаһын бирмәй.

— Дөрөҫ эшләй. Тәүҙә йөҙ илле гектар бойҙайҙы сәсеп бөтәйек, шунан һуң сводка бирелер.

Ибәт ҡыҙға ғәйепләүсән текләне:

— Был ни һүҙ?! Етәкселәрсә алдан ҡарап фекер йөрөтмәйһең, һеңлем, ҡойроҡта һөйрәләһең. Районға беҙ бөтөрөп сводка бирҙек...

Ғәлимәнең күҙҙәре ялтыраны:

— Әле генә мин дә бирҙем... телефон аша. Йөҙ илле гектар сәсәһебеҙ бар, тиеп.

Бухгалтер, осаһына энә ҡаҙалғандай ырғып тороп, башын тотоп рәйес бүлмәһенә йүгерҙе. Колхозсылар хахылдап көлөп ҡалды.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   24




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет