45. — (Һеҙҙән элек йәшәп, үҙҙәре башына үҙҙәре бәлә саҡырғандарҙың) йорттарына урынлашығыҙ. Уларҙы нимә эшләткәнебеҙ тураһында һеҙ яҡшы беләһегеҙ. Был турала Беҙ һеҙгә ғибрәтле миҫалдар менән хәбәр иттек.
46. Улар мәкерле хәйлә ҡорҙо. Хәйләле тоҙаҡтары, хатта тауҙарҙы күсереп йөрөтөр ҡөҙрәткә эйә булһа ла, бөтөн хәйләләр ҙә Аллаһ хозурында.
47. Шулай булғас, Аллаһ пәйғәмбәрҙәренә биргән һүҙендә тормай, тип уйлай күрмәгеҙ тағын. Аллаһ мотлаҡ өҫтөндер, ҡылынған яманлыҡтар онотолмаҫ (бер генә гөнаһ та язаһыҙ ҡалмаҫ).
48. Ер башҡа ергә, күктәр башҡа күктәргә алмаштырылған Көндә (Әхирәттә) кешеләр башҡа бер генә заттың да көсө етә алмаҫ ҡөҙрәте Аллаһтың хозурына китерелеп баҫтырылыр. (Бөтөн ғәҙелһеҙҙәргә-залимдарға яза бирелә торған Көн шул булыр.)
49. Ул Көн гөнаһлыларҙың муйынына сылбыр аҫылған Көн икәнен күрерһең. (50) Улар кейгән кейемдәр һумаланан булыр, йөҙҙәрен ут алған булыр. (51) Ҡылған гөнаһтарының хаҡын түләр өсөн, Аллаһ (уларҙы Әхирәттә терелтер), һис шикһеҙ, Аллаһ иҫәп-хисапты кисектермәҫ.
52. Был (Ҡөръән) — Аллаһтың берҙән-бер Аллаһ икәнен белһендәр өсөн һәм зиһенле кешеләр уйлап-аңлап, өгөт алһындар тип, кешеләргә индерелгән белем Китабы.
15 — Хижр (Хижр иле) сүрәһе
(Хижр сүрәһе 99 аяттан тора. 80-84 нсе аяттарҙа Хижр исемле ер тураһында һөйләнә. Сүрәнең исеме шунан килә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф. Ләм. Ра. Былар Китаптың — Ҡөръәндең ап-асыҡ аяттары.
2. (Ҡиәмәт) ваҡыты килгәс, инҡарсылар:
— Их, беҙ ҙә мосолман булһаҡ инек, — тип уфтанырҙар.
3. Уларҙы ташла, ашаһындар, истирәхәт ҡылһындар (ял итһендәр) һәм буш өмөткә алданһындар. Ахырҙа нимә буласағын оҙаҡламай беләсәктәр. (4) Яҙмышында булмаған, алдан киҫәтелмәгән бер генә шәһәрҙе лә беҙ (сәбәпһеҙгә) харап итмәнек. (5) Һис бер халыҡ әжәлен уҙып китә алмай, әжәлен кисектерә лә алмаҫ.
6. Әйттеләр:
— Әй, һин, үҙеңә Ҡөръән индерелгән Мөхәммәд! Моғайын, һине ен алыштырғандыр. (7) Әгәр һин дөрөҫөн һөйләйһең икән, беҙгә фәрештәләрҙе индерт, — тинеләр.
(«Боронғо ғәрәп халҡы: шағирҙар ендән илһам ала, тип инанғандар. Нәфис һүҙле һәм тәмле телле шиғри әҫәрҙәрҙән дә өҫтөн бер Китап (Ҡөръәнде) алып килгәне өсөн, Пәйғәмбәребеҙгә «Мәжнүн, Енле шағир» ҡушаматы таҡтылар».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
8. Фәрештәләрҙе Беҙ фәҡәт (ихтыяж булғанға ғына) Хәҡиҡәт менән бергә индерәбеҙ. Ул уаҡытта (фәрештәләр иңгәс) (кәферҙәргә гөнаһтарын йыуар өсөн) форсат бирелмәҫ (фәрештәләр уларҙың эшен бик тиҙ бөтөрөр). (9) Ҡөръәнде Беҙ индерҙек. Был — Хәҡиҡәт. Әлбиттә, уны Беҙ үк һаҡлаясаҡбыҙ ҙа. (10) Хаҡтыр, Һинән әүүәл дә Беҙ халыҡтарға илселәр күндергән инек. (11) Улар (кәферҙәр) үҙҙәренә килгән һәр пәйғәмбәрҙән көләләр ине. (12) Бына шулай итеп, Беҙ (изгелекле кешенән мәсхәрә итеп көлөү теләген) гөнаһлыларҙың ғәҙәтенә һалабыҙ. (13) Әүүәл йәшәгән халыҡтарҙың башына килгән язаларҙан һабаҡ алмайынса, улар һаман быңа (Ҡөръәнгә) ышанмайҙар. (14) Күк ҡапҡаһы асылып, улар юғарыға менһәләр. (15) Тағын:
— Күҙ ҡараштарыбыҙ иҫерҙе, дөрөҫөрәге: беҙҙе сихырланылар, — тип әйтерҙәр ине. (16) Хаҡтыр, Беҙ Күктә байтаҡ ҡына йондоҙлоҡтар хасил иттек. (Ҡарап һоҡланыр өсөн Күкте) шулай биҙәнек. (17) Уларҙы таш бәреп ҡыуылған шайтандан һаҡланыҡ. (18) Ҡолаҡ һалып, тыңлап йөрөй торған шайтан бар, уның артынан да ялтырап, ут сыбыртҡыһы атыла. (19) Ерҙе яҫтыҡ кеүек итеп ҡабарттыҡ. Шунда ҡаты тоҡомло тауҙарҙы урынлаштырҙыҡ, йәнә шунда теүәл миҡдарҙа үлсәүле итеп (һәр нәмәне) үҫтерҙек. (20) Шунда һеҙҙең өсөн дә, һеҙ тәрбиәләмәй торған (ҡырғай йәнлек, ҡош-ҡорт, үҫемлектәр) нәмәләр өсөн дә йәшәү шарттары яралттыҡ. (21) Һәр нәмәнең хазинаһы бары тик Беҙҙең ихтыярыбыҙҙа. Беҙ уны кәрәк миҡдарҙа ғына индерәбеҙ. (22) Беҙ уңдырыш килтереүсе елдәрҙе яһаныҡ, Күктән ямғыр яуҙырҙыҡ; шулай итеп, һеҙҙең һыуһау ихтыяжығыҙҙы баҫтыҡ. Ләкин һеҙ ул һыуҙарҙы һаҡлай алмайһығыҙ. (23) Шик юҡ, Беҙ терелтеүсе лә, үлтереүсе лә. Һәр нәмәгә Беҙ вәриҫ. (24) Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙән элек йәшәп киткәндәрҙе лә, һеҙҙең арттан киләсәктәрҙе лә беләбеҙ. (25) Һис шикһеҙ, Аллаһ уларҙың барыһын да үҙ янына туплаясаҡ. Ул — хакимдыр, ғалимдыр.
26. Хаҡтыр, Беҙ кешене зыңғылдап торған (саф) балсыҡтан яралтып, рәүешле иттек. (27) Ендәрҙе лә электән үк уттан яралттыҡ.
(«Енде, иблисты, шайтанды уттан яралтты» һүҙҙәре ҡайнар холоҡло, ут кеүек етеҙ, буйһонмаҫ һәм тәкәббер, мәғрүр кешеләр тураһында һөйләнгәндә ҡулланыла, ундай тиктормаҫ, ғәҙәттә, кешеләрҙе ярамаған мажараларға ҡоторта. «Әҙәмде тупраҡтан, балсыҡтан, ендәрҙе уттан» тигән ғийбәрәләр, һис шикһеҙ, сағыштырма мәғәнәлә кешеләрҙең тәбиғәтен, холҡон һүрәтләгәндә ҡулланыла, сабырҙар Аллаһтың ҡағиҙәләренә буйһона, енле кешеләр һәр ваҡыт тәртип боҙа. «Зыңғылдап торған балсыҡтан» ғийбәрәһе башҡа йән эйәләренән айырмалы булараҡ, әҙәм затының һөйләшә, йырлай белеүенә ишара икәне күренеп тора. Был аңлатма Мәүләнә Али китабынан алынды.)
28. Шулай итеп, Аллаһ фәрештәләргә әйтте:
— Мин зыңғылдап торган (саф) балсыҡтан, уға рәүеш биреп, бер кеше яралтасаҡмын. (29) Уға рәүеш биргәс, йән өрөлгәс, һеҙ уға сәждә итерһегеҙ, — тине. (30) Фәрештәләрҙең барыһы ла шунда уҡ сәждә итте. (31) Иблистән башҡалары. Ул сәждә итеүселәр менән сәждәгә йығылманы. Баш тартты.
32. — Әй, Иблис, ни өсөн һин сәждә итеүселәр менән бергә түгел инең? Сәждә итмәүеңдең сәбәбен әйт, - тине Аллаһ.
33. — Ни эшләп мин кибеп бөткән балсыҡтан яһалған бер кешегә сәждә итәйем! (сөнки мин уттан яралтылған зат), — тине Иблис.
34. Аллаһ бойорҙо:
— Кит бынан! Мин һине (ләғнәт ебәреп) ҡыуам! — тине. — (35) — Хаҡтыр, һин Ҡиәмәт көнөнә саҡлы ләғнәтләнгән килеш ҡалырһың.
36. — Раббым, — тине Иблис. — Бөтөн кешеләр яңынан терелгәненә саҡлы (язамды кисектер) форсат бир миңә.
37. Аллаһ әйтте:
— Ысындан да, һин кисектерелгәндәрҙең берһе. (38) Мәғлүм бер ваҡытҡа саҡлы.
39. (Иблис) әйтте:
— Раббым, мине (тура юлдан) яҙҙырғаныңа күрә, мин дә Ер йөҙөндәгеләргә гөнаһтарын ләззәтле һәм гүзәл ғәмәл итеп күрһәтермен һәм юлдан яҙҙырырмын. (40) Тура ҡолдарыңдан ҡалған барсаһын, — тине.
41. Шулай бойорҙо:
— Ана шул юл — Минең тарафҡа тура юл булыр. (42) — Шөбһәһеҙ, ҡолдарым өҫтөнән һин хакимлыҡ итә алмаҫһың. Аҙғынлыҡҡа батҡандарҙан тыш. (43) Хаҡтыр, йәһәннәм улар өсөн ҡоролған урын. (44) Йәһәннәмдең ете ҡапҡаһы бар. Кешеләр (ни дәрәжәлә ҡылған гөнаһтарына күрә) төркөм-төркөм шул ҡапҡаларҙан керер.
(«Ҡайһы бер дин ғалимдарҙың әйтеүенә ҡарағанда, беренсе төркөм Һәүийә ҡапҡаһынан керер: улар — гөнаһлы мосолмандар. Икенсеһе
— Саҡар: йәһүдтәр өсөн; өсөнсөһө — Сәғийр: христиандар өсөн; дүртенсеһе — Жаһим: Ҡояш, Ай, йондоҙҙарға табыныусылар (Сәбийә) өсөн; бишенсеһе — Ләзә: утҡа табыныусыларға; алтынсыһы — Хүтәмә: боттар, һынға, һәйкәлдәргә табыныусылар өсөн; етенсеһе: монафиҡтар өсөн». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
45. (Аллаһтың язаһынан ҡурҡып, Уның юлында тоғро булып тормош кисергән) тәҡүә мосолмандар, һис шикһеҙ, йәннәт баҡсаларында, шишмә буйҙарында буласаҡ. (46) Уларға:
- Именлек һәм сәләмәтлек менән керегеҙ, — тип әйтелер.
47. Беҙ улар күңелендәге (хөсөтлөк, мәкер) сәнскеләрҙе һурып алдыҡ: улар инде туғанлашып, ултырғыстарға ҡапма-ҡаршы ултырасаҡ. (48) Улар шунда бер ҡасан да (ауыр эш эшләп) алйымаясаҡ һәм уларҙы унан бер кем бер ҡасан да сығармаясаҡ. (49) (Ий, Рәсүлем) ҡолдарыма Минең ярлыҡаусы һәм ғәфү итеүсе икәнемде һөйлә. (50) Мин бирәсәк язаның бик тә хәтәр буласағын да белдер. (51) Уларға Ибраһим өйөнә килгән ҡунаҡтар (фәрештәләр) менән булған ваҡиға тураһында ла хәбәр бир. (52) Ибраһим өйөнә кергәс, ҡунаҡтар әйтте:
- Сәләм, — тинеләр. Ибраһим иһә уларға:
— Дөрөҫөн әйтәйем, һеҙҙән ҡурҡабыҙ, — тине. (53) Тегеләр әйтте:
— Ҡурҡма, беҙ һинең ғилемле улың тыуасағы тураһында хәбәр килтерҙек, — тинеләр. (54)
- Ҡартлығым килеп еткәс кенә һеҙ мине (балаң тыуасаҡ, тип) ҡыуандырырға килдегеҙме? Мине нәмә менән ҡыуандырасаҡһығыҙ? — тине Ибраһим. (55) — Беҙ һиңә дөрөҫөн һөйләргә килдек, аң бул, өмөтөңдө өҙмә, — тинеләр. (56) — Раббымдың рәхмәтенән бары тик юлдан яҙғандар ғына өмөт өҙә, — тине Ибраһим. (57) — Әй, илселәр, тағын ниндәй йомошоғоҙ бар? — тине Ибраһим. (58) Әйттеләр:
— Беҙ гөнаһлы халыҡтарға (һәләк итергә) күндерелдек.
(59) Лут ғәйләһенән тыш. (Лутныҡыларҙы) ҡотҡарасаҡбыҙ.
(60) Луттың ҡатынынан башҡаһын (ҡотҡарасаҡбыҙ). Уны (ҡатынды) беҙ (язаға тартыр өсөн) аҙғындарҙан һананыҡ.
(61) Илселәр Лут ғәйләһенә килгәс, (62) Лут уларға:
— Дөрөҫөн әйтәйем, һеҙ мин танығандарҙан түгел, — тине (63) (Ҡунаҡтар) әйтте: — Беҙ улар (кәферҙәр) шикләнеп ҡараған нәмәне (ғазапты, һәләкәтте) алып килдек. (64) Һиңә Хәҡиҡәт алып килдек. Беҙ дөрөҫөн һөйләйбеҙ. (65) Төн урталарында ғәйләңде юлға сығар, үҙең дә уларҙан ҡалма. Һаҡ булығыҙ, артығыҙға боролоп ҡарамайынса, бойоролған яҡҡа китегеҙ, — тинеләр. (66) Уға (Лутҡа) ошо хөкөмөбөҙҙө уахи иттек:
— Таң атҡанда уларҙың (Луттың гөнаһлы ҡәрҙәштәренең) юлы, һис шикһеҙ, киҫеләсәк. (67) Шәһәр ирҙәре (шәһүәти ҡытыҡланыу) ҡыуаныс менән (сибәр егеттәр ҡиәфәтенә кергән) фәрештәләр янына килде. (68) Лут уларға әйтте:
— Былар минең ҡунаҡтарым, — тине. (69) — (Уларға ҡағылып) зинһар, мине оятҡа ҡалдырмағыҙ, Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ.
70. — (Беҙҙең был эштәребеҙгә ҡыҫылма) бөтөн ерҙән килгән егеттәрҙе өйөңә керетеп ҡунаҡ итмә, тимәнекме?
71. — Бына һеҙгә ҡыҙҙарым! (Улар менән теләгәнегеҙсә) ҡыланығыҙ (кәрәкһә, өйләнегеҙ, ҡунаҡтарыма ғына ҡағылмағыҙ), - тине.
72. — (Рәсүлем) Һинең ғүмерең менән ант итәм, улар (енси-шәһүәти боҙоҡлоҡ) иҫереклек эсендә аҙашып йөрөй торған хәлдә ине. (73) Ҡояш сыҡҡан саҡта уларҙы дәһшәтле-ҡурҡыныс бер тауыш баҫты. (74) Шулай итеп, Беҙ улар өлкәһендәге ерҙең аҫтын өҫкә килтерҙек. Баштарына яндырылған таштар яуҙырҙыҡ. (75) Хаҡтыр, ғибрәт алыусылар өсөн бында хикмәттәр бар. (76) Улар (хәрәбәләр) һаман үтеп-һүтеп йөрөй торған юл өҫтөндә тора.
(«Лут халҡы араһында күтләклек (педерастия) боҙоҡлоғо таралған була. Шул гөнаһтары өсөн Аллаһ Тәғәлә улар өҫтөнә дәһшәтле-ҡурҡыныс тауыш ишеттерә, тауыштан һуң ер тетрәй башлай, баштарына таш яуҙыра, уларҙың шәһәре хәрәбәләргә әүерелә. Халыҡ юҡҡа сыға».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
77. Ысынлап та, бында (был ваҡиғаларҙа) иманлы кешеләр өсөн бер ғибрәт бар.
78. Әйкә халҡы ла ысынлыҡта ғәҙелһеҙ-залим ҡәүем ине.
79. Беҙ уларға яза бирҙек. Икеһе лә (Әйкә менән Мәдйән халыҡтары) күренеп тора торған юл өҫтөндә (ге хәрәбәләр аҫтында).
80. Бына тағын Хижр халҡы ла пәйғәмбәрҙәрен ялғансыға сығарҙы.
81. Беҙ уларға мөғжизәле аяттарыбыҙҙы индерҙек, ләкин улар баш тартты. (82) Улар именлек өсөн ҡая-тауҙарҙы тишеп, өйҙәр яһанылар. (83) Уларҙы ла иртәнге яҡта ҡурҡыныс тауыш (һәләкәт) ҡапланы. (84) Йыйған байлыҡтары уларҙы һис бер язанан ҡотҡара алманы. (85) Беҙ күктәрҙе, Ерҙе һәм улар араһындағыларҙы хаҡлыҡ менән яралттыҡ. Ул Сәғәт (Ҡиәмәт), һис шикһеҙ, һуғасаҡ. Хәҙерҙән үк уларға хөрмәт менән ҡара. (86) Дөрөҫтән дә, Раббың бар итеүсе, һәр нәмәне белеп тороусы. (87) Хаҡтыр, Беҙ һиңә ҡабатланыусы ете аятты һәм изге Ҡөръәнде бирҙек.
(«Бер хәдистә был аяттарҙың ете аяттан торған Фатиха сүрәһе икәнлеге әйтелә. Фатиха сүрәһе һәр рәкәғәттә ҡабатлана».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
88. Һаҡ бул, беҙ уларҙың бер ҡәүеменә биргән донъя малына ҡыҙығып ҡарама, уларға эсең бошмаһын һәм мөьминдәргә кесе күңелле бул.
89. Әйт:
— Хаҡтыр, мин бары тик (гөнаһ ҡылһағыҙ, язаланырһығыҙ, тип) киҫәтеүсе генә, — тип.
90. Фетнә ҡороусыларға Беҙ ғазап индерҙек. (91) Улар Ҡөръәнде уаҡ-уаҡ киҫәктәргә бүлгеләнеләр. (92) Валлаһи, тип әйтәм, беҙ уларҙы яуапҡа тартырбыҙ. (93) Ҡылған гөнаһтары өсөн. (94) Бойоролғандарҙы яҡшы аңлат һәм (Аллаһҡа) тиң (тип ташҡа, ботҡа) табынғандарҙан йыраҡ тор. (95) Һине мыҫҡыллағандарға ҡаршы көрәшергә Беҙҙең ярҙамыбыҙ етер. (96) Улар: Аллаһ менән бер дәрәжәлә, тип, башҡа бер уйҙырма тәңрегә табына башланылар. Оҙаҡламай барыһы ла асыҡланасаҡ. (97) Улар һөйләгәндәргә һинең (күкрәгең ҡыҫылып) йәнең һыҡрағанды ла бик яҡшы беләм. (98) Һин бөгөндән Раббыңды маҡтауҙы данла, тәсбих әйт һәм сәждә иткәндәр сафында бул. (99) Әжәлең килгәнгә ҡәҙәр Раббыңа ғибәҙәт ҡыл.
16 — Нәхел (Бал ҡорто) сүрәһе.
(Нәхел — Бал ҡорто сүрәһе 128 аяттан тора. 68 нсе аяттә бал ҡорто тураһында яҙылғанға күрә, «Нәхел» исемен йөрөтә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Аллаһтан әмер (Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр гөнаһ ҡылғандарға ниндәй хәтәр язалар биреләсәге тураһында киҫәтеүсе Ҡөръән) килде. Уны (Ул бирәсәк язаларҙы) ашыҡтырмағыҙ. Аллаһ кәферҙәр тәңрегә тиң күргән нәмәләрҙән йыраҡ тора һәм Ул уларҙан өҫтөн (Аллаһ бөйөк). (2) Ул Үҙенең әмере менән теләгән ҡолдарына (пәйғәмбәрҙәргә) уахи аша иҫкәртеү индерҙе:
— Минән башҡа тәңре булмағанлығы тураһында киҫәтегеҙ һәм гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ. — тип иҫкәртеү индерҙе.
3. Ул күктәрҙе һәм Ерҙе Хәҡиҡәт (тең тантана итеүе) өсөн яралтты. Ул (кәферҙәрҙең Аллаһҡа) тиң күреп табынғандарынан өҫтөн.
4. Әҙәмде Ул бер тамсынан яралтты. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ул (Әҙәм заты) дошманлаша.
(Ш. Ноғманиҙа: бер тамсы һыуҙан халиҡ ҡыла. Т. Кочигитта: бер тамсы һыуҙан яралтты. М. Алидә: из малой капли жизненной, «малая капля жизненная» — это сперматозоид, находящийся в семенной жидкости.)
5. Малдарҙы (дөйә, ишәк, кәзә, һарыҡ, һыйырҙарҙы ла) һеҙҙең файҙаға яралтты (атланып йөрөргә, ямғыр-ҡарҙан һаҡланыу өсөн йөндәренән, тиренән йылы кейем тегергә). Ризыҡланыр өсөн дә (итен ашарға, һөтөн эсергә). (6) Кисен ауҙарға япҡанда ла, иртәләрен көтөүгә ҡыуғанда ла һеҙҙең өсөн был малдарҙа матурлыҡ һәм ҡыуаныс бар. (7) Улар һеҙҙең тауарҙарығыҙҙы төйәп, (шул йөк хайуандары булмаһа, ул араларға барып та етә алмаған булыр инегеҙ, барып еткәндә лә, ярты йәнегеҙ сыҡҡан булыр ине) йыраҡ мәмләкәттәргә алып бара. Шик юҡ, Раббығыҙ ярлыҡаусы, миһырбан эйәһеҙер. (8) Атланып йөрөр өсөн, мәртәбәләр (тантаналар) өсөн аттарҙы, ҡасырҙарҙы, йөк ташыр хайуандарҙы (дөйәне)яралттыҡ. Һеҙ әлегә белмәгән башҡа бик күп нәмәләрҙе яралтырбыҙ.
9. Тура юлға бары тик Аллаһ ҡына күндерә ала. Яңғылыш юлдағылар ҙа бар. Аллаһ ихтыяр итһә, барығыҙҙы ла, һис шикһеҙ, тура юлға күндергән булыр ине. (10) Ул һеҙҙең өсөн күктән ямғыр яуҙырҙы. Эсәр өсөн һыу бирҙе, хайуандарығыҙ утлап йөрөһөн өсөн үләндәр үҫтерҙе. (11) (Аллаһ) һеҙҙең өсөн игендәр, зәйтүндәр, хөрмә ағастары, йөҙөмдәр һәм еләк-емештәрҙең һәр берһен үҫтерҙе. Быларҙа башында фекере булған кеше өсөн, әлбиттә, Аллаһтың барлығына, Уның сикһеҙ ҡөҙрәтенә дәлил бар. (12) Төндө, көндө, Ҡояшты, Айҙы һеҙҙең өсөн бар итте. Йондоҙҙар ҙа Уның әмеренә буйһона. Хаҡтыр, быларҙың һәр берһендә аҡылы башында булғандар өсөн ғибрәттәр бар. (13) Һеҙҙең өсөн Ер өҫтөн төрлө төҫтә (сәскәләр, үҫемлектәр) яралтты. Өгөт алырҙай зиһенлеләргә бында, әлбиттә, иҫбат-дәлил бар. (14) Саф ит (балыҡ) ашаһындар тип, зиннәттәр (ынйы-мәрйендәр) сығарһындар тип, Ул һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе яралтты. Күрәһеңме, кәмәләр (диңгеҙ һыуҙарын) ярып йөҙөп йөрөй; (ул кәмәләрҙә әҙәмдәр Аллаһтың) рәхмәтен эҙләһендәр һәм (бар табыштарына) шөкөр итһендәр өсөн.
15. Һеҙ тетрәп һелкенмәһен тип, Ул Ер йөҙөнә ҡаты тоҡомло тауҙар теҙмәһен беркетте, йылғалар, юлдар яһатты. Ихтимал, һеҙ тура юл буйлап китерһегеҙ тип. (16) Тағын әллә ниндәй ғәләмәттәр, йондоҙҙар ҙа уларҙың юлын дөрөҫләр өсөн (яралтылды).
17. Яралтҡан менән яралтырға көсөнән килмәгән тиң буламы? Шуны ла аңлар дәрәжәлә түгелме ни һеҙ?
18. Аллаһтың бәрәкәтен (рәхмәтен, байлығын) һанарға алынһағыҙ, осона сыға алмаҫһығыҙ. Шик-шөбһәһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы, ғәфү итеүсе. (19) Аллаһ йәшерен эштәрегеҙҙе лә, асыҡтарын да белеп тора.
20. Аллаһты инҡар итеп, улар табынған заттар (боттар) бер нимә лә яралта алмай. Сөнки улар (боттар) үҙҙәре лә (кемдер тарафынан) яһалған. (21) Улар йәнле түгел, үлеләр. (Улар үҙҙәренә табыныусыларҙың) ҡасан терелтеләсәктәрен дә белмәй.
22. Аллаһ бер генә. Әхирәткә ышанмағандар бар, уларҙың күңелдәре инҡарсы, үҙҙәре тәкәббер, маһайған кешеләр. (23) Шик юҡ, уларҙың йәшергәнен дә, йәшермәгәнен дә Аллаһ белеп тора. Аллаһ:
— Мин бөйөк, — тигәндәрҙе яратмай. (24) Уларға:
— Раббығыҙ нимә индерҙе? — тип әйтһәң:
— Боронғо әкиәттәрҙе, — тип әйтәләр.
25. Ҡиәмәт көнөнә (аҙҙырыусылар) үҙ гөнаһтары менән бергә, үҙҙәре юлдан яҙҙырған наҙандарҙың гөнаһтарын да үҙ елкәләренә төйәп алып килер. Аһ, ниндәй ауыр йөк булыр ул!
26. Уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә (пәйғәмбәрҙәренә) хәйлә ҡорҙо. Ахырҙа Аллаһ та уларҙың йорттарын нигеҙенән алып, түбәһенә ҡәҙәр аҫтын өҫкә килтерҙе. Был ғарасат уларға көтмәгән яҡтан килеп баҫты. (27) Ахырҙа, Ҡиәмәт көнөндә (Аллаһ) уларҙы көсһөҙ итер һәм әйтер:
— Аллаһҡа тиң күреп табынған нәмәләрегеҙ арҡаһында (мөьминдәр менән) дошманлаша инегеҙ. Ул нәмәләрегеҙ ҡайҙа? – тип әйтер.
Ғилемле кешеләр әйтер:
— Ысындан да, бөгөн кәферҙәр көсһөҙ булып, хәтәр хәлдә ҡалды, - тип әйтерҙәр.
28. (Ҡөръән менән ғәмәл ҡылмайынса) үҙҙәренә үҙҙәре яманлыҡ саҡырған кешеләрҙең йәнен алғанда улар (мөшриктәр йән алыусы) фәрештәләргә ялбарыр:
— Беҙ бер ниндәй ҙә яманлыҡ ҡылманыҡ, — тип әйтәсәктәр. (Фәрештәләр әйтер):
— Ялғанлайһығыҙ, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да белеп тора. (29) Тик, йәһәннәм ҡапҡаһынан керегеҙ, һеҙ шунда ҡаласаҡһығыҙ. Үҙҙәрен (барса кешенән) өҫтөн ҡуйғандарҙың урыны бик тә хәтәр урын.
30. (Гөнаһтарҙан) һаҡланғандарға:
— Раббығыҙ нимә индерҙе? — тип әйткәс, улар:
— Изгелек индерҙе, — тип әйтер. Фани донъяла изгелек ҡылғандарға изгелекле әжерҙәр булыр. Әхирәт йорто иһә бик тә хәйерлеҙер. Тәҡүә мосолмандарҙың йорто, ысындан да, Сәғәдәттер. (31) Ул урын - арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы Ғәден йәннәттәреҙер. Шунда һәр теләгән нәмә бар. Аллаһ Тәғәлә тәҡүә мосолмандарҙы шулай бүләкләй. (32) Саф мосолмандарҙың йәндәрен изгелек менән алғанда фәрештәләр әйтер:
- Һеҙгә сәләм. Ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, йәннәткә керегеҙ, — тип әйтәсәктәр.
33. (Кәферҙәр) үҙ яндарына (яза) фәрештәләре килмәҫ йәки Раббының әмере еренә етмәҫ, тип өмөт итәме? Уларҙан әүүәл йәшәгәндәр ҙә нәҡ шулай ҡыланғандар ине. Аллаһ уларға бәлә килтермәне, улар үҙҙәренә үҙҙәре бәлә килтерҙе. (34) Ахырҙа ҡылғандарының язаһы үҙҙәренең өҫтөнә төштө һәм (пәйғәмбәрҙәрҙе) мәсхәрә итеп көлгәндәре(нең язаһы) уларҙы һәр яҡлап ҡамап алды.
35. Ялған тәңреләргә табынғандар әйтте:
— Аллаһ ихтыяр иткән булһа ине, беҙ ҙә, аталарыбыҙ ҙа башҡа затҡа табынмаған булыр инек. Уның рөхсәтенән башҡа һис бер нәмәне харамға сығармаған булыр инек, — тинеләр. Уларҙан алда йәшәгәндәр ҙә шулай ҡыланған ине. Аяттарыбыҙҙы асыҡ-теүәл итеп аңлатыуҙан, киҫәтеүҙән башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең бүтән вазифалары бармы икән һуң?
36. Хаҡтыр, Беҙ:
— Аллаһҡа буйһоноғоҙ һәм Тағуттан ваз кисегеҙ, — тип киҫәтһендәр өсөн, пәйғәмбәрҙәр күндерҙек. Аллаһ уларҙың (мөшриктәрҙең) бер ҡәүемен тура юлға күндерҙе. Бер ҡәүемен иһә аҙаштырҙы. Ер өҫтө буйлап сәйәхәт итегеҙ һәм ҡарағыҙ, инҡар итеүселәрҙең яҙмышы нимә менән бөттө икән?
(«Тағут—Хаҡ Тәғәләне танымайынса, инҡар итеп, аҙған, аҙашҡан һәр кешегә һәм шайтанға ҡарата ҡулланыла торған һүҙ».
Хәйретдин Ҡараман, Садретдин Ғүмүш тәфсирҙәренән.)
37. (Ий, Рәсүлем) һин уларҙың тура юлға баҫмағандарына ҡайғыраһың, ләкин һин белеп тор, Аллаһ ихтыяр итмәһә, аҙашҡандарҙы тура юлға сығармаҫ. Уларҙың ярҙамсыһы дла булмаҫ (Уларға тура юл күрһәтеүсе лә булмаҫ).
38. Улар үҙҙәренең иң оло анттары — Аллаһ исеме менән:
— Валлаһи, Аллаһ үлгәндәрҙе терелтмәйәсәк, — тип ант иттеләр. Юҡ шул (улар хаҡлы түгел), Аллаһ вәғәҙәһендә торасаҡ (үлеләрҙе терелтәсәк). Ләкин был турала күбеһе белмәй. (39) Бәхәс күтәргән мәсьәләләрҙе асыҡлар өсөн, динһеҙҙәрҙең ялғансы икәнен күрһәтер өсөн Ул уларҙы терелтәсәк.
40. Беҙ берәй нәмә булыуын теләһәк:
— Бар бул, — тип әйтәбеҙ. — Һәм ул әйбер шунда уҡ барлыҡҡа килә.
41. Рәнйетеүҙәргә сыҙай алмайынса, Аллаһ юлы менән һижрәт иткәндәрҙе Беҙ яҡшы ерҙәргә урынлаштырабыҙ. Белеп тороғоҙ, Әхирәттең әжере унан да яҡшыраҡ булыр. (42) Улар (ватандарын, йорттарын, малдарын ташлап, һижрәт иткән мосолмандар) бары тик Раббыға тәүәккәл иткән сыҙам кешеләр.
43. Һинән алда ла Беҙ пәйғәмбәр итеп үҙҙәренә уахи индерелгәндәрҙе генә ебәрә торҙоҡ. Белмәгәнегеҙҙе белгәндәрҙән һорағыҙ. (44) Ап-асыҡ мөғжизәләр һәм китаптар менән (пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙек). Кешеләргә, үҙҙәренә индерелгәнде аңлатыу өсөн һәм уйлай-уйлай аңлаһындар тип, һиңә лә был Ҡөръәнде индерҙек.
45. Мәкер тоҙаҡтары ҡорғандар: Аллаһ әмере менән беҙҙе ер йотмаҫ йәки абайламағанда һәләкәт килмәҫ, тип, (46) йәки (тормош мәшәҡәттәре менән) мәшғүл булғанда Аллаһтың язаһы тотмаҫ, тип уйлайҙармы? Улар Аллаһты төп башына ултырта һәм (ҡасып ҡотола) алмаҫ. (47) Йәки Аллаһ уларҙы әкрен-әкрен кәметә-кәметә бөтөнләй бөтөрмәйәсәк, тип өмөт итәләрме? Шик юҡ, Раббың шәфҡәткә йомарт һәм бик мәрхәмәтле.
48. Аллаһ яралтҡан барса нәмәләрҙе күрмәйһегеҙме ни? Уларҙың күләгәләре Аллаһҡа сәждә итеп уңға-һулға сайҡала. (49) Күктәрҙә булғандар, Ерҙәге йән эйәләре һәм бөтөн фәрештәләр, тәкәбменәннмәйенсә, Аллаһҡа сәждә итәләр. (50) Улар өҫтән күҙәтеүсе Аллаһтың язаһынан ҡурҡалар һәм үҙҙәренә бойоролғанды башҡаралар. (51) Аллаһ бойорҙо:
— Икенсе тәңре эҙләмәгеҙ. Аллаһ бер генә. Шулай булғас, Минең язамдан ҡурҡығыҙ, — тине. (52) Күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, Уныҡы. Итәғәт итеү ҙә бары тик Аллаһҡа ғына. Шулай булғас, Аллаһтың язаһынан ҡурҡмайынса, башҡа бер заттан ҡурҡаһығыҙмы? (53) Һеҙгә ниндәй генә ниғмәт килһә лә, барыһы ла Аллаһтан. Ахырҙа үҙегеҙгә зыян килгәс, бары тик Аллаһҡа ялбараһығыҙ. (54) Өҫтөгөҙҙән бәлә алынғас, бер ҡәүемегеҙ Аллаһҡа тиңдәш эҙләй башлай.
Достарыңызбен бөлісу: |