45. Һин уларға ғибрәт итеп күрһәт. Донъя тормошо ул Күктән аҡҡан һыу кеүек. Ер йөҙөндәге үҫемлектәр ул һыуҙы йотоп бөтөрә (үләндәр, ағастар шаулап үҫә, сәскә ата). Һуңынан ул ҡырҙар ел-дауылдар уҙғас, ҡоро сүп булып ҡала. Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә.
46. Ул малдар, ул улдар (бары тик) донъя тормошоның биҙәктәре генә. Изгелекле ғәмәлдәр генә мәңгегә ҡаласаҡ, Раббы алдында (ул ғәмәлдәр) сауап буласаҡ, һәм дә өмөткә нигеҙ буласаҡ.
47. Ул Көндө тауҙарҙы урындарынан күсергәс, һин Ер йөҙөн яланғас хәлдә күрерһең, һис бер кемде онотмайынса, уларҙы (мәйеттәрҙе) Мәхшәрҙә бергә туплаясаҡбыҙ.
48. Һәм улар берәм-берәм сафҡа теҙелешеп, Раббының хозурына баҫтырыласаҡ.
— Әүүәлендә һеҙҙе нисек яралтҡан булһаҡ, шул рәүештә (яланғас, малһыҙ, меҫкен хәлдә) Беҙгә килерһегеҙ. Һеҙ (фани донъяла) киҫәтүҙәрем тормошҡа ашмаҫ (Ҡиәмәт көнө килмәҫ, килһә лә беҙгә яза булмаҫ), тип уйлайһығыҙ, шулай түгелме?
49. Китап (ғәмәл дәфтәре) уртаға ҡуйылғас, яҙылған гөнаһтарын күреп, нисек ҡурҡҡандарын күрерһең.
— Харап булдыҡ. Был ниндәй китап һуң, (ҡылмыштарыбыҙҙың) ҙуры ла, бәләкәйе лә, берһе лә онотолмайынса яҙып ҡуйылған, — тип әйтерҙәр.
Шулай итеп, ҡылғандары улар ҡаршыһында булыр. Раббың һис бер кемгә ғәҙелһеҙ булмаҙ.
50. Фәрештәләргә әйттек:
— Әҙәмгә сәждә итегеҙ, — тинек.
Иблистән ҡалғандары барыһы ла сәждә итте. Иблис ул ен нәҫеленән ине. Раббының әмеренә буйһонманы. Хәҙер һеҙ Мине инҡар итеп, уны һәм уның тоҡомонан булғандарҙы дуҫ итерһегеҙме? Юҡһа, улар бит һеҙҙең дошманығыҙ. Кәферҙәр өсөн был әүерелеш (Аллаһтан йөҙ сөйөрөп, шайтанға эйәреү) ҡот осҡос ҙур әфәттер.
51. Мин уларҙы (иблис менән уға эйәргәндәрҙе) күктәр һәм Ерҙе яралтҡанда ла, үҙҙәрен яралтҡанда ла ярҙамсым (һәм шаһит) итеп саҡырманым. Мин юлдан яҙҙырыусыларҙың ярҙамына мохтаж түгелмен.
52. Ул Көндө (Аллаһ кәферҙәргә):
— Миңә тиңләштергән (уйҙырма тәңреләрегеҙ)ҙе, саҡырығыҙ, — тип бойорор.
Улар саҡырыр, ләкин улар яуапһыҙ булыр. Беҙ улар (мөшриктәр менән боттары) араһына ҡурҡыныс упҡын яһаныҡ. (53) Гөнаһлылар (тамуҡ) ут(ын) күрер-күрмәҫ, шунда эләгәсәктәрен аңлап алыр. Унан ҡотолош юлын да таба алмаҫтар. (54) Ысынлап та, Бҙз был Ҡөръәндә кешеләр өсөн һәр төрлө ғибрәтле ҡиссаларҙы ҡат-ҡат миҫалға килтерҙек. Ләкин әҙәм заты, ғәҙәттә, киреһенә тарта.
55. Тура юлга өндәүсе (Ҡөръән, пәйғәмбәр) килгәс, кешеләрҙе иман килтереүҙән һәм Раббының ярлыҡауын һорап ялбарыуҙан (намаҙ уҡыуҙан) тыйған нәмә — ул ата-бабаларының башына килгән (һәләкәтте) үҙ баштарына ла килеүен көтөү һәм вәғәҙә ителгән яза менән йөҙгә-йөҙ осрашырға теләүҙәренән килә.
(Йәғни, кәферҙәр, мөшриктәр Аллаһтың язаһын үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә, иман килтермәҫ. Яза килгәс, иман килтерүҙәре ҡабул булмаҫ.)
56. Беҙ рәсүлдәребеҙҙе (йәннәткә керерһегеҙ тип) һөйөнсө алыр өсөн һәм (гөнаһлылар тамуҡҡа керәсәк тип) киҫәтергә генә тип, ебәрәбеҙ. Кәферҙәр иһә, Хәҡиҡәтте ҡаҡшатыр өсөн, хаҡты ялған, ялғанды хаҡ тип ғауғалашалар. Улар аяттарыбыҙҙан һәм (йәһәннәм ғазабы менән) ҡурҡытыуыбыҙҙан мыҫҡыллы көләләр.
57. Раббының киҫәтеүҙәрен иҫтәренә төшөрөп тә, уларға арҡа менән боролған, үҙҙәре ҡылғандарын (гөнаһтарын) онотҡан кешенән дә залимыраҡ кеше булырмы? Беҙ уларҙың күңеленә, быларҙы аңламаҫлыҡ итеп, ҡолаҡтары ишетмәҫлек итеп, ҡорма ҡуйҙыҡ. Һин уларҙы тура юлға саҡырһаң да, улар мәңге лә тура юлға баҫмаҫ.
58. Шулай ҙа, ярлыҡау мәрхәмәте киң булған Раббың уларҙы (гөнаһтары өсөн) язаларға теләһә, бик тиҙ язалаған булыр ине. Ләкин уларға бирелгән бер мөҙҙәт (ваҡыт) бар. (Шул ваҡыт уҙып киткәс) улар (язанан) ҡасып ҡотолор урын таба алмаҫ. (59) Шулай итеп, Беҙ ғәҙелһеҙ-әхлаҡһеҙ шәһәрҙәрҙе(ң кешеләрен) һәләк иттек. Уларҙы һәләк итеү өсөн билгеле бер ваҡыт тәғәйенләгән инек.
60. Бына бер ваҡыт Муса бер йәш егеткә әйтте: — Ике диңгеҙ ҡушылған урынға хәтле барып етмәйенсә, йылдар буйы барһам да, мин туктамаясаҡмын, — тине.
(Муса пәйғәмбәрҙең әмерендәге ул егеттең исеме Юшағ ине. Аятта телгә алынған ике диңгеҙ тураһында төрлө фекерҙәр бар. Берәүҙәре: уларҙың береһе — Ҡара диңгеҙ, икенсеһе — Хазар (Каспий) диңгеҙе, ти. Берәүҙәре иһә: Зәңгәр Нил менән Аҡ Нил, тигән фекерҙә тора. Өсөнсөләренең фаразыңса, ике диңгеҙ күсермә мәғәнәләге ғибәрә, йәғни хәҙрәти Муса менән Хозер (ғәләйһиһәслләм) ике диңгеҙгә тиңләштерелә.)
61. Һәр икеһе лә диңгеҙҙәр ҡушылған ергә барып еткәндә балыҡтары тураһында оноттолар. Балыҡ иһә, диңгеҙгә сумып, юҡ булды.
(«Тәржемәләр, тәфсирҙәр был турала төрлөсә һөйләй. Ноғманиҙа: балыҡтары терелеп, һыуҙы ярып, диңгеҙгә ҡарап китте. Пороховала: прямо к морю (дивным образом) направила свой путь. Кочигитта: балыҡ та диңгеҙҙә юлын табып, юҡ булды. Чантайҙа: балыҡ диңгеҙҙә (хасил булған ярыҡҡа) тура юлды тотто».Хәсән Чантай тәфсиренән.)
62. (Осрашыу урынынан) күсеп киткәс, Муса егеткә әйтте:
- Тамаҡ ялғарға ризығыбыҙҙы әҙерлә, - тине. - Ысынлап та юл йөрөп бик тә йонсоноҡ.
63. — Беләһеңме, — тине йәш егет. — Ял итергә ултырған ҡая янында балығымды онотоп ҡалдырғанмын. (Был турала һиңә әйтергә) шайтан ғына онотторҙо, башҡаһы түгел. Ул (балыҡ) мөғжизә көсө менән (терелеп) диңгеҙгә төшөп, йөҙөп китте.
(«Йәнһеҙ балыҡ терелеп, диңгеҙгә төшөп киткән урын Хозер (ғәләйһиссәлләм) менән осрашаһы урын ине. Балыҡ терелеп төшөп киткәнде хәҙрәти Муса күрмәй ҡалды. Егет был хәлде Мусаға әйтергә онотто.»Хәсән Чантай тәфсиренән.)
64. Муса әйтте:
— Эҙләй торған еребеҙ бына шул булыр, — тине.
Һәм улар килгән эҙҙәре буйлап кире китте. (65) Улар ҡолдарымдан бер ҡоломдо (хәҙрәти Хозерҙы) осратты, уға Беҙҙән бер рәхмәт (уахи һәм пәйғәмбәрлек) бирелде, йәнә Беҙ уға ғилем өйрәттек. (66) Муса уға әйтте:
- Үҙеңә өйрәтелгәндәрҙе миңә өйрәтерһеңме, һиңә эйәрәйемме? — тине.
67. Ул (Хозер) әйтте:
— Минең менән йөрөргә һинең сыҙамлығың етмәҫ шул,— тине. (68) — Асылын аңламаған көйөнсә, һин нисек сабыр итерһең икән?
69. Муса әйтте:
— Инша'аллаһ, һин минең сыҙамлығымды күрерһең. Һинең әмереңдән сыҡмам.
70. — Әгәр миңә эйәрәһең икән, үҙем мәсьәләнең асылына әйләнеп ҡайтҡансыға ҡәҙәр, бер нимә тураһында ла һорашма, — тине (Хозер ғәләйһиссәлләм).
71. Шулай итеп, улар юлға ҡуҙғалды. Ниһайәт, кәмәгә ултырғас, ул (хәҙрәти Хозер) кәмәнең төбөн тиште.
Муса:
— Кәмәләгеләрҙе батырыр өсөн кәмәне тиштеңме? — тине. — Ысындан да һин зарарлы эш ҡылдың.
72. — Миңә эйәрһәң, сабырлығың етмәҫ (һорашмайынса түҙә алмаҫһың), — тип әйтмәнемме?
73. Муса:
— Онотҡаныма күрә, һин мине шелтәләмә, зинһар, эшемдә миңә ауырлыҡ йөкләмә, — тине.
74. Алға табан киттеләр. Ниһайәт, уларға бер үҫмер осраны. Хозер уны үлтерҙе.
Муса әйтте:
— Ҡан үсең булмаған килеш, гонахһыҙ бер саф йәнде үлтерҙең. Ысындан да, һин яман эш ҡылдың, — тине.
75. — Миңә эйәреп йөрөһәң, түҙемлегең етмәҫ, тип мин һиңә әйтмәнемме? — тине (хәҙрәти Хозер).
76. Муса әйтте:
— Әгәр тағын берәй нәмә тураһында һораһам, мине юлдашың итмә. Ысынлап та, (яныңдан ҡыуһаң да), мин һиңә үпкәләмәм, — тине.
77. Тағын алға табан киттеләр. Ниһайәт, бер ауылға кереп, улар ашарға һораны. Ләкин ауыл халҡы уларҙы ҡунаҡ итеүҙән баш тартты. (Шулай ҡаңғырып йөрөй торғас) улар ауырға торған бер ҡойма янына килеп сыҡты. (Хозер) тиҙ генә ҡойманы турайтып, төҙәтеп ҡуйҙы.
Муса:
— Әгәр ҙә теләһәң, һин был эшең өсөн түләү алыр инең, -тине.
78. (Хозер) әйтте:
— Бына ошо була инде беҙҙең айырылышыуыбыҙ. Хәҙер мин һиңә сабыр итмәйенсә һорағандарыңдың асылын аңлатып бирәм, — тине. (79) — Кәмә мәсьәләһе былай тора. Ул кәмә фәҡир балыҡсыларҙыҡы ине. Мин ул кәмәне яраҡһыҙға сығарҙым. Сөнки уларҙан йыраҡ түгел генә кәмәләрҙе талап алыусы бер (юлбаҫар) батша бар ине. (80) (Баяғы аҙғын) үҫмергә килгәндә, уның ата-әсәһе мосолман ине. Һәм беҙ: (ул үҫмер) аҙғынлығы һәм сиктәрҙе уҙыуы менән (ата-әсәһенә тағын) зыян-зәхмәт килтерер, тип был эште башҡарҙыҡ. (81) Беҙ шулай теләнек:
— Раббы (аҙғын үҫмер) урынына унан паҡ һәм мәрхәмәтле бала бирһен, — тинек. (82) Ҡойма мәсьәләһе былай булыр. Ул ҡойма ике йәтимдеке ине. Аҫтында уларға тейешле хазина ята ине. Аталары бик изгелекле кеше ине. Раббың теләне, ул ике сабый бәлиғлеккә ирешкәс, Раббының рәхмәте булараҡ, шул хазинаны табасаҡ. Был эште лә мин үҙ белдеклегем менән башҡарманым (Аллаһ ҡушҡанса ғәмәл ҡылдым). Бына, һине ҡыҙыҡһындырған, сабырһыҙ иткәндәрҙең асылы шулдыр.
83. (Ий, Мөхәммәд) улар (кәферҙәр) һинән Зөлҡәрнәй тураһында һорар. Әйт:
— Мин уның тураһында һөйләрмен, — тип.
(«Бәйзәүи тәфсиренә күрә, Зөлҡәрнәй — ул Искәндәрҙең (Александр Македонскийҙың) ҡушаматы икән. Уның пәйғәмбәр булғанмы, юҡмы икәнлеге теүәл асыҡланмаған. Ләкин уның изгелекле шәхес икәнлеге, донъяны яулап алғанға, Иранды, Римды үҙенә буйһондорғанға, тажында ике мөгөҙ булғанға күрә, уны Зөлҡәрнәй, йәғни Ике мөгөҙлө тип йөрөткәндәр. Ҡайһы бер тәфсирселәр иһә, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙән элек шул исемде йөрөткән башҡа бер пәйғәмбәр булғанлығы тураһында яҙалар, ысындан да, был фекер хәҡиҡәткә яҡын» Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән )
84. Хаҡтыр, Беҙ уны (Зөлҡәрнәйҙе) Ер йөҙөндә хаким иттек, уға бөтөн юлдарҙы астыҡ. (85) Ул (һайлаған) юлынан китте.
86. Ниһайәт, Ҡояш батҡан ергә килеп етте, Ҡояш иһә ҡара-ғусҡыл һыулы диңгеҙгә бата икән. Уның янында кешеләр барлығын күрҙе.
Шунда Беҙ:
— Әй, Зөлҡәрнәй, һин уларҙы язалай алаһың йәки һин уларға изгелек ҡыла алаһың, — тинек.
87. Ул шулай тине:
— Хаҡһыҙ ҡыланғандарҙы язаларбыҙ, һуңынан улар Раббы янына килтереләсәк. Шунда Аллаһ уларға ҡурҡыныс ғазаптар тәғәйенләйәсәк. (88) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға иһә, беҙҙән гүзәл бүләктәр булыр. Беҙ уларға үтәүе еңел булған әмерҙәр бирербеҙ.
89. Ул тағын юлға сыҡты. (90) Ниһайәт, ул Ҡояш сыҡҡан ергә килеп иреште. Шунда шундай халыҡ йәшәй ине. Өҫтәренә Ҡояш сыға, беҙ уларға күләгә яһарлыҡ нәмә бирмәнек.
91. Бына шулай итеп, Беҙ уның нимә ҡылғанын, нимә ҡылмағанын — бөтөнөһөн белеп торҙоҡ.
92. Һуңынан ул тағын юлға сыҡты. (93) Ниһайәт, ул ике тау араһына килеп етте, шунда һис бер һүҙ аңламай торған бер халыҡ менән осрашты. (94) Улар (тәржемәселәр аша) әйтте:
- Әй, Зөлҡәрнәй, был ерҙәрҙә Йәжүж менән Мәжүж боҙоҡлоҡ ҡыла. Ике араға бер ҡойма һалып бирһәң, беҙ биргәндәрҙе алырһыңмы? — тинеләр.
95. Әйтте:
— Раббым миңә биргән ниғмәттәр һәм ҡөҙрәт (һеҙ түләгәндәрҙән) хәйерлерәк. Һеҙ миңә эшсе ҡулдар менән ярҙам итегеҙ, ике араға кеше менә алмаҫ бейек ҡойма ҡорормын.
96. — Миңә тимер терәктәр килтерегеҙ, — тине. Ниһайәт, тау араһын (тимер менән) тоташтырғас (тигеҙләгәс):
— (Күректәр менән) өрҙөрөгөҙ, — тине. Өрҙөргәс:
— Алып килегеҙ, өҫтөнә эретелгән баҡыр ҡоярбыҙ, — тине.
97. Шунан һуң (дошмандар) уға (ҡоймаға) менә алманылар, емерә лә алманылар. (98) Зөлҡәрнәй әйтте:
— Был эш Раббымдан бер рәхмәттер. Ләкин Раббымдың вәғәҙә (Ҡиәмәт) Көнө килеп еткәстен, был ҡойманы ер менән тигеҙләр. Раббымдың вәғәҙәһе хаҡтыр, — тине.
99. Ул Көндө Беҙ уларҙы үҙ-ара ҡысҡырышҡан хәлдә, тоташ ағым-тулҡын булып өйөрөлөшкән хәлдә ҡалдырырбыҙ. Сур борғоһо ҡысҡыртыр, шунда беҙ уларҙы бергә йыйырбыҙ. (100) Һәм Беҙ уларға тамуҡтың нимә икәнен күрһәтербеҙ. (101) Улар(ҙың күңел күҙҙәре) аяттарымды уҡымаҫлыҡ дәрәжәлә томаланған ине. (Ҡөръәндәге) һүҙҙәремде ишетмәҫлек һаңғырау ине ҡолаҡтары.
102. Ул кәферҙәр Мине инҡар итеп, ҡолдарымды (Ғайса менән Гозәйерҙе) үҙҙәренә яҡлаусы, ярлыҡаусы итеп танынылар. Беҙ йәһәннәмде улар (гөнаһлылар) өсөн әҙерләнек.
103. Әйт:
— Ҡылмыштары арҡаһында иң күп зыян күргәндәр тураһында һөйләймме? —тип. — (104) Изгелек ҡылабыҙ тип, фани донъяла тырышҡандары бушҡа киткәндәр, (105) Раббының аяттарын һәм Уның менән (Әхирәттә) күрешәсәктәрен инҡар итеүселәр - ҡылған ғәмәлдәре заяға киткән кешеләр буласаҡ. Ҡиәмәт көнөндә Беҙ уларға бер ниндәй ҙә бизмән тотмаясаҡбыҙ (уларҙы һаңға һуҡмаясаҡбыҙ) (106) Ана, уларҙың бүләге — йәһәннәм. Аллаһҡа инанмағандары, аяттарымды инҡар иткәндәре һәм рәсүлдәремде мыҫҡыллағандары өсөн. (107) Иманлы кешеләр өсөн, изгелек ҡылғандарға торор урын - Фирҙәүес йәннәтенең баҡсалары булыр. (108) Улар шунда мәңгегә тороп ҡаласаҡ. Унан һис тә сығырға теләмәҫтәр.
109. Әйт һин:
— Диңгеҙҙәрҙең һыуы яҙыу ҡараһына әүерелһә лә, Илаһтың һүҙҙәре (хикмәттәре, мөғжизәләре) төкәнмәҫ, яҙа-яҙа диңгеҙ һыуы бөтөр ине. Хатта тағын шул ҡәҙәр ҡара диңгеҙе яһаһаҡ та, — тип.
110. Әйт һин:
— Мин һеҙҙең кеүек үк кеше, - тип. - Миңә бары тик Аллаһыбыҙҙың бер икәнен әйтеү генә йөкләнгән. Инде кем дә кем Раббыһы менән ҡауышырға өмөт итә, изгелек ҡылһын һәм Аллаһҡа ғийбәҙәттә саҡта һис бер башҡа тәңрегә йөҙ тотмаһын (табынмаһын), — тип.
19 — Мәрйәм (Мәрйәм) сүрәһе
(Мәрйәм сүрәһе 98 аяттан тора. Был сүрәлә хәҙрәти Мәрйәмдең Ғайса пәйғәмбәребеҙҙе донъяға килтереүе тураһында һөйләнә, шуға күрә, исеме лә «Мәрйәм сүрәһе» тип атала.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Кяф. Һә. Йә. Ғайн. Сад.
2. Раббының Зәкәрийә исемле ҡолона булған рәхмәте тураһында иҫкә төшөрөү (аяттары). (3) Нисек итеп ул аулаҡта Раббыһына ялбарҙы. (4)
— Раббым, — тине. — Минең һөйәктәрем зәғифләнде инде, сәсем-башым ағарҙы. Һәм мин, Раббым, Һиңә ҡылған доғаларыма күрә, рәхмәтеңдән мәхрүм булманым. (5) Дөрөҫө, шулдыр, минең арттан (минең урынға вәриҫ булып) килеүсе туғандарымдан (улар тура юлдан яҙырҙар, тип) шикләнәм. Ҡатыным да бала табыуға яраҡһыҙ булып сыҡты. Тарафыңдан миңә (мираҫсы) бер ул ебәрһәң ине. (6) Ул минең вәриҫем булһын. Яҡуп нәҫеленең дә дауамсыһы булһын. Раббым, уны Үҙ ризалығыңа лайыҡ ит.
7. — Әй, Зәкәрийә, беҙ һиңә бер ул тураһында һөйөнсө әйтәбеҙ, уның исеме Йәхйә булыр. Бынан элек бер кемде лә уға (тиң һәм) исемдәш итмәнек.
8. Зәкәрийә әйтте:
— Раббым, — тине. — Ҡатыным бала табырға яраҡһыҙ килеш, ҡартлығымдың сигенә еткәндә ҡайҙан килеп минең улым булһын инде?
9. Ул әйтте:
— Әйе, шулай. Раббың: был эш бик тә еңел башҡарыла. Бынан элек һин юҡ инең, булмаһаң да, һине яралттыҡ бит әле, — тине. (10)
— Раббым, — тине Зәкәрийә. — (Балам буласағы тураһында) миңә берәй төрлө ғәләмәт менән хәбәр ит.
— Сәләмәт булған хәлеңдә һин өс көн бер кеше менән дә һөйләшмә, — тине Аллаһ.
11. Ул михраптан сығып, халыҡ ҡаршыһына килеп, ымдар менән:
— Иртә-кис тәсбихтә булығыҙ (намаҙ уҡығыҙ, Аллаһты ололағыҙ), — тип аңлатты. (12) (Йәхйә үҫә төшкәс):
— Ий, Йәхйә, Китапка (Тәүрәткә) бар көсөң менән йәбеш, — тинек. Һәм уға сабый саҡтан уҡ (ғилем) хикмәттәр өйрәттек. (13) Уға күңел йомшаҡлығы һәм паҡлыҡ бирҙек. Ул — гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланған кеше. (14) Ата-әсәһенә бик тә итәғәтле ине. Ул йәберләүсе һәм тупаҫ (тиҫкәре) түгел ине. (15) Уның тыуған көнө лә, үләһе көнө лә һәм яңынан ҡубарылып тереләһе көнө лә сәләмле-ҡотло булһын. (16) (Рәсүлем) Китапта Мәрйәмде лә иҫкә ал (уҡығанда уның тураһындағы аяттарҙы ла онотма). Нисек итеп ул ғәйләһенән айырылып, Көнсығыш тарафтағы бер ергә күсте.
17. Мәрйәм өйҙәгеләр менән үҙе араһына шаршау ҡороп ҡуйҙы. Беҙ әҙәм ҡиәфәтенә керетеп, уның янына үҙебеҙҙең рухыбыҙҙы (Жәбраил фәрештәне) күндерҙек. (18) Ул (Мәрйәм) әйтте:
— Һинән ярлыҡаусы Аллаһҡа һыйынам. Әгәр ҙә Аллаһтан ҡурҡа торған кеше булһаң (һин миңә ҡағылма), —тине.
19. Фәрештә әйтте:
— Мин: фәҡәт паҡ бер ир ул табасаҡһың, тип һөйөнсө алыр өсөн Аллаһтың илсеһе булып ҡына килдем, — тине. (20)
— Миңә бер генә ирҙең дә ҡағылғаны булмаған килеш, фәхишәлек ҡылыусы булмаған (ғийффәтле) хәлемдә мин нисек итеп бала табайым? — тине Мәрйәм.
21. Фәрештә әйтте:
— Уныһы шулай, ләкин Аллаһ бойорҙо, был эш бик тә еңел башҡарыла, — тине. Сөнки Беҙ, — тине, — уны кешеләргә бер дәлил һәм үҙебеҙҙән бер рәхмәт булараҡ эшләйәсәкбеҙ. Был эш алдан уҡ хәл ителгән ине инде.
22. Мәрйәм (Ғайсаға) ауырлы булды. Шунан һуң (ҡарынында яралғы булған килеш) ул йыраҡ ергә күсеп китте. (23) Тулғаҡ тотоу ауырлығы уны хөрмә ағасы янына алып килде. Һәм ул:
— Был хәлдәргә тарығансы үлеп кенә ҡотолған булһам, әллә ҡасан онотолоп бөткән булыр инем инде, — тине. (24) Тау итәгенән бер тауыш килде:
— Ҡайғырма, Раббың һинең тау түбән тарафыңдан шишмә сығара башланы. (25) Хөрмә ағасын һелкет, һиңә саф, өлгөргән хөрмәләр ҡойолор. (26) Аша, эс, күҙҙәреңде һалҡынайт (йәғни, үҙеңде иркенлеккә ҡуй, ял ит, тыныслан). Ләкин берәй кеше килеп сыҡһа, аңлат:
— Мин мәрхәмәтле Аллаһ өсөн (тел йәшереү) ураҙа(һы) тотам, бөгөн бер кем менән дә һөйләшмәйәсәкмен, — тип.
27. Ниһайәт, ул балаһын күтәреп, халҡы янына ҡайтты. Әйттеләр:
— Аһ, Мәрйәм, дөрөҫтән дә, һин хайран ҡалырлыҡ эш эшләнең, — тинеләр. (28) — Ий, Һарундың һеңлеһе, һинең атайың да яман кеше түгел ине, әсәйең дә боҙоҡ ҡатын булманы (ни йөҙөң менән һин ирһеҙ бала таптың)? (29) Шунан һуң Мәрйәм балаһына ымланы (уның үҙенән һорағыҙ, тигән мәғәнәлә). Кешеләр:
— Бишектәге сабый менән беҙ нисек һөйләшәйек, — тинеләр. (30) Шунда сабый телгә килде:
— Мин — Аллаһтың ҡоломон, — тине. — Ул миңә Китап бирҙе һәм мине пәйғәмбәр итте. (31) Ҡайҙа ғына булһам да, ул мине мөбәрәк ҡылды, ғүмерем буйына Ул миңә намаҙ уҡыуҙы һәм зәкәт биреүҙе әмер итте. (32) Мине әсәйемә изгелекле булырға бойорҙо. Мине бәхетһеҙ залим итеп яралтманы. (33) Тыуған көнөм, үләһе көнөм, терелеп, ҡәберҙән сығаһы көнөм ҡотло-сәләмле булһын.
34. (Уның мөғжизәле тыуыуы хаҡында) шикле һүҙ һөйләнеләр. Бына, уға ҡарата шик белдереүсе Мәрйәм улы Ғайса ысынлыҡта ошо булыр. (35) Аллаһтың бала атаһы булыуы хаҡ һүҙ түгел. Ул ундай эштән азат. Берәй эш башҡарырға ниәтләһә, Ул:
— Бар бул! — ти ҙә, һәм ул нәмә барлыҡҡа килә.
36. — Шуныһы хаҡтыр, Аллаһ минең Раббым, һеҙҙең дә Раббығыҙ. Шулай булғас, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ. Бына шул булыр тура юл, — тине Ғайса.
37. Шунан һуң улар фирҡәләргә айырылдылар (бәхәс-ғауға ҡуптарҙылар). Бөйөк Көндә (иҫәп-хисап тотҡанда Аллаһҡа инанмағандар өсөн) ҡот осҡос ғазаптар булаһын белһәң ине.
38. Улар Беҙҙең хозурыбыҙға китерелгәндә үҙҙәренә нимә буласағы тураһында ишетерҙәр ҙә, күрерҙәр ҙә. Ләкин ул залимдар бөгөн күрәләтә аҙғын юлдан баралар.
39. (Рәсүлем) һин ғазаптар биреләсәк Көн киләсәген һәм хәсрәттәр буласағын иҫкәртеп, уларҙы ҡурҡыт. Улар наҙанлыҡ эсендә, әле һаман иман килтермәгән килеш йәшәй бирә. Баҡһаң, эш хәл ителгән инде.
40. Ер йөҙөнә һәм уның өҫтөндәгеләргә бары тик Беҙ генә вәриҫ һәм уларҙың барыһы ла яңынан Миңә ҡайтасаҡ. (41) Китап уҡығанда Ибраһимды иҫкә төшөр (уның тураһында аяттарҙы уҡы, онотма). Ысындан да, ул саф пәйғәмбәр ине. (42) Бер көндө ул атаһына әйтте:
— Атаҡайым, ни өсөн һин ишетә белмәгән, күреү һәләте булмаған һәм һиңә һис бер файҙа килтерә алмаған бер нәмәгә табынаһың? — тине. (43) — Атаҡайым, ысынлап та, һиңә килмәгән ғилем миңә килде. Шулай булғас, мине тыңла, мин һине тура юлға сығарасаҡмын. (44) Атаҡайым, шайтанға эйәрмә. Шайтан мәрхәмәтле Аллаһҡа буйһонманы. (45) Атаҡайым, шайтанға дуҫ булып, Аллаһ тарафынан һиңә яза бирелер, тип ҡурҡам мин. (46) Атаһы әйтте:
— Аһ, Ибраһим, һин минең тәңреләремде инҡар итеп, уларҙан йөҙ сөйөрәһеңме? Әгәр был эшеңдән ҡайтмаһаң, ант итәм, мин һине таш менән бәреп үлтерәсәкмен. (Яҡшы саҡта) һин минән йыраҡҡа-оҙаҡҡа кит, — тине.
47. Ибраһим:
— Һиңә мин именлек теләйем. Һине ярлыҡауын үтенеп, мин Аллаһҡа ялбарасаҡмын. Аллаһ миңә мәрхәмәтле, — тине. (48) — Һеҙҙән дә, Аллаһтан башҡаны тәңре тип табынғандарығыҙҙан да мин айырылам һәм Раббыма ҡылған доғаларым, бәлки, бушҡа китмәҫ.
49. Шулай итеп, Ибраһим уларҙан һәм Аллаһтан башҡа тәңре тип табынғандарҙан да йыраҡ тарафтарға киткәс, Беҙ уға Исхаҡ менән Яҡупты бирҙек һәм һәр береһен пәйғәмбәр иттек.
(«Хәҙрәти Ибраһим халҡынан айырылып, йыраҡ юлға сығып китә. Ул Шам (Сүрийәгә) шәһәренә барғанда, юл өҫтөндәге Харран калаһында Сара исемле бер ҡыҙға өйләнә. Хәҙрәти Исхаҡ донъяға килә. Хәҙрәти Яҡуп иһә Исхаҡтың улы, Ибраһимдың оноғо була инде» Мостафа Чагрыжы тәфсиренән )
50. Уларға (Исхаҡ менән Яҡупҡа) рәхмәтебеҙҙән өлөштәр сығарҙыҡ (пәйғмбәрлек, мал-мөлкәт һәм күп балалар бүләк иттек). Бөйөк шөһрәттәргә күтәрҙек.
51. (Мөхәммәд) Китап уҡығанда Мусаны ла иҫкә ал. Ысындан да, ул ихласлыҡ үрәнге ине. Һәм Рәсүл, һәм Нәби ине ул. (52) Уға тауҙың (Турҙың) уң тарафынан ауаз һалдыҡ (саҡырҙыҡ), йәшерен һөйләшер өсөн, Беҙ уны яҡын араға килтерҙек. (53) Рәхмәтебеҙҙең нәтижәһе булараҡ, Беҙ уға ҡәрҙәше Һарунды пәйғәмбәр сифатында бүләк иттек.
54. (Рәсүлем) Китаптағы Исмәғилде лә иҫкә төшөр. Хаҡтыр, ул һүҙенә тура, Рәсүл һәм Нәби ине. (55) Халҡына ул намаҙҙы һәм зәкәтте әмер итте. Раббы ҡаршыһында ул ризалыҡ ҡаҙанған кеше ине.
56. Китаптағы Иҙристе лә иҫкә ал. Ысынлап та, ул бик тура кеше, пәйғәмбәр ине. (57) Беҙ уны мәртәбәле (юғары) урынға күтәрҙек.
(«Хәҙрәти Идристең ысын исеме Ухнух. Ул хәҙрәти Нухтың өсөнсө быуын бабаһылыр. Уға саҡлы кешеләр кейем тегеүҙең нимә икәнен белмәй ине. Тире-яры бөркәнеп йәшәй ине. Хәҙрәти Иҙрис-Ухнух — кейем тегеүҙе уйлап тапҡан кеше. Ул — беренсе булып ҡәләм ҡулланған кеше, йондоҙҙар һәм хисап эштәрендә ғилеме булған кеше. Уға утыҙ битлек уахи индерелмеш».Мостафа Чагрыжы тәфсиренән )
58. Бына былар Аллаһ ниғмәттәр биргән пәйғәмбәрҙәрҙең бер нисәһе. Әҙәм (ғәләйһиссәлләм) нәҫеленән, Нух менән бергә кәмәлә йөҙҙөргән, Ибраһим менән Исраил (Яҡуп) тоҡомонан, тура юлға күндерелгән һәм Беҙ һайлап алған кешеләрҙер. Киң мәрхәмәт эйәһе Аллаһтың аяттарын уҡығанда күҙ йәштәре менән йылап сәждә иткән шәхесләрҙер.
Достарыңызбен бөлісу: |