Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим



бет22/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   ...   48

37. Ер йөҙөндә маһайып йөрөмә. Сөнки һин (булыр-булмаҫ көсөң менән) Ерҙе яра алмайһың, (булыр-булмаҫ буйың менән) тауҙар бейеклегенә етә алмайһың. (38) Алда һаналғандарҙың ямандары Раббы хозурында хупланмай. (39) Бына быларҙың барыһы ла һиңә Раббың тарафынан уахи ителмеш хикмәттәрҙер. Аллаһтан башҡа уйҙырма тәңрегә табынма­ғыҙ. Ахырҙа рисуай булып, (Аллаһтың рәхмәтенән) мәхрүм ҡалып, йәһәннәмгә атылырһығыҙ.

40. Раббығыҙ һеҙгә бары тик улдар ғына биреп, үҙенә фәрештәләрҙе ҡыҙҙары итеп алған икән! Ысынлап та, һеҙ ҡот осҡос кәфер һүҙ һөйләйһегеҙ бит.

41. Иҫтәренә төшөрөп, ғибрәт алһындар тип, Беҙ был Ҡөръәнде төрлө аяттар рәүешендә аңлаттыҡ. Ләкин, шуға ла ҡарамаҫтан, уларҙың өръәнгә булған) нәфрәте артты ғына. (42) Әйт:

— Әгәр һеҙ һөйләгән кеүек, Аллаһ янында тағын башҡа Илаһтар ҙа булһа ине, улар Ғәрештең хужаһы Аллаһ янына (тәхетенә) ултырыу саралары күрә башлаған булыр ине, — тип. (43) Ләкин Аллаһ улар һөйләгәндәрҙән бөйөк, олуғ һәм кәмселектәрҙән азат (Аллаһ әкбәр). (44) Ете ҡат күктәрҙәге, Ер һәм Ер өҫтөндәгеләрҙең барсаһы Аллаһҡа тәсбих (маҡтау) әйтә. Уны маҡтамаған бер кем дә, бер нәмә лә (хатта йәнһеҙ есемдәр ҙә) юҡ. Аяныс, һеҙ (мөшриктәр) уларҙың тәсбихен аңламайһығыҙ. Аллаһ Ул — сабыр һәм ярлыҡаусы. (45) Ҡөръән уҡыған уаҡытығыҙҙа Беҙ Әхирәткә ышанмағандар менән һеҙҙең араға күренмәй торған шаршау ҡо­рабыҙ. (46) Уны өръәнде) аңламаһындар өсөн күңелдәрен ҡаплайбыҙ, ҡолаҡтарын һаңғыраулатабыҙ. Һин Ҡөръәндә Раббының берлеге тураһында зикер иткән саҡта улар нәф­рәтләнеп кирегә борола. (47) Һине ниндәй маҡсат менән тыңлағандарын, үҙ-ара нимә тураһында йәшерен һөйләшеүҙәрен һәм уларҙың:

— Һеҙ һаташҡан бер әҙәми затҡа эйәрәһегеҙ, — тигәндәрен бик яҡшы беләбеҙ. (48) Ҡара, һинең хаҡта әллә ниндәй мәҫәлдәр уйлап сығаралар. Шуның арҡаһында улар юл тап­маҫлыҡ итеп аҙашты. (49) Улар әйтә:

— Һөйәктәребеҙ сереп, тупраҡ булғандан һуң беҙ тағын яңынан тереләсәкбеҙме? (Беҙ быға ышанмайбыҙ), — тип әйтәләр.



50. Әйт:

— Әйе (тереләсәкһегеҙ), хатта һеҙ ташҡа йәки тимергә әйлән­гән булһағыҙ ҙа, — тип. — (51) Һеҙ — һай аҡыллыларға терелтеүе мөмкин булмаҫтай булып күренгән (артыҡ ҙур йәки ар­тыҡ бәләкәй генә бөжәк кеүек) нәмә булһағыҙ ҙа (терелтәсәк), — тип әйт. Улар:

(Үлгәндән һуң) беҙҙе кем терелтәсәк? — тип һорар. Һин әйт:

— Һеҙҙе иң башта яралтыусы (терелтәсәк), — тип. Шунан һуң улар мыҫҡыллы рәүештә баштарын артҡа ташлап:

— Ҡасан? — тип һорарҙар. Әйт:

— Оҙаҡламаҫ, — тип. (52) Аллаһ һеҙҙе саҡырып алған Көндө һеҙ Аллаһҡа тәҡбир әйтеп килерһегеҙ, үлем менән терелеү араһында бик әҙ ваҡыт уҙған һымаҡ тойолор. (53) Кешеләремә әйт, иң татлы һүҙҙәр генә һөйләһендәр. Сөнки шайтан улар­ҙың араһында ғауға сығарыусы. Шайтан — кешенең иң хәтәр дошманы. (54) Һеҙҙе иң яҡшы белеүсе Раббығыҙҙыр. Ул их­тыяр итһә, мәрхәмәтле булыр, ихтыяр итһә, һеҙҙе язалар. Беҙ һине улар өҫтөнән вәкил итеп (ирекһеҙләп дингә кертергә тип) ебәрмәнек. (55) Күктәрҙәге, Ерҙәге бар нәмәне Аллаһ яҡшы белеп-күреп тора. Ысынлап та, Беҙ пәйғәмбәрҙәрҙе лә бер-берһенән өҫтөн ҡуйҙыҡ. Дауытҡа Зәбурҙы бирҙек (56) (Ий, Мөхәммәд) әйт:

— Аллаһты инҡар итеп, табынғандарығыҙға ялбарығыҙ. Улар өҫтөгөҙгә килгән әфәттән дә ҡотҡара алмаҫ, яҙмышығыҙҙы ла үҙгәртә алмаҫ, - тип. (57) Улар табына торған был мәхлүҡтәр үҙҙәре Аллаһҡа яҡынайыу юлдарын эҙләйҙәр. Үҙҙәрен Аллаһҡа яҡын тип уйлап, Уның рәхмәтен өмөт итәләр, Аллаһтан ҡурҡып торалар. Сөнки Аллаһтың ғазабы ҡот осҡос бер ғазап һәм ул ғазаптан ҡурҡырға кәрәк.

58. Ҡиәмәт көнөнән өүүәл Беҙ юҡ итмәгән йәки дәһшәтле ғазапҡа тотмаған бер генә шәһәр ҙә, ауыл да юҡ. Китапҡа (Ләүхел Мәхфүзгә) шулай яҙылған. (59) Мөғжизә­ле аяттарыбыҙҙы индереүҙән бер аҙ тотҡарлаған нәмә башта­ғы халыҡтарҙың ул аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарыуы булды. Сәмуд ҡәүеменә асыҡ бер мөғжизә булараҡ, Беҙ уға дөйә ебәрҙек, улар иһә (дөйәне боғаҙлап) ғәҙелһеҙлек ҡылдылар. Шуға күрә, Беҙ аяттарҙы бары тик киҫәтер өсөн, аң булһындар өсөн генә күндерәбеҙ. (60) Иҫеңдәме, Беҙ һиңә:

— Раббың кешеләрҙең барсаһын сорнап алды, — тигән инек. Һиңә күрһәткән күренеште һәм Ҡөръәндә ләғнәт ителгән ғыулы зәҡҡүм) ағасын кешеләрҙе һынау өсөн генә күрһәттек. Беҙ уларҙы ҡурҡытырға тырышабыҙ, ләкин был (тырышыуҙар) уларҙың элек тә булған нәфрәттәрен (буйһонмауҙарын) арттыра ғына.



61. Фәрештәләргә:

— Әҙәмгә сәждә итегеҙ, — тигән инек. Иблистән башҡалары барыһы ла сәждә итте. Иблис иһә:

— Мин балсыҡтан яһалған бер кешегә сәждә итәмме һуң, - тине. (62) Шунан (Иблис әйтте):

— Был әҙәми затты минән дә өҫтөн яһаның. Ант итәм, әгәр ҙә мине Ҡиәмәт көнөнә саҡлы йәшәтһәң, уның нәҫе­лен, бик әҙенән башҡаһын, үҙемә ҡаратасаҡмын, тура юлдан яҙҙырасаҡмын, — тине.



63. Аллаһ бойорҙо:

— Кит (күҙемдән юғал). Һиңә эйәргәндәрҙең барыһы өсөн дә, тулы яза, һис шикһеҙ, йәһәннәмдә булыр. (64) Көсөң еткәндәрҙе (аҙғын ләззәткә саҡыра торған) тауышың менән аҙҙыр, уларға ҡаршы атлы ғәскәр менән йәйәүле ғәскәрҙәреңде яуға күтәр, малдарына, балаларына уртаҡ (ата) бул. Матур вәғәҙәләр биреп үҙҙәрен алда. Шайтан кешеләргә ялғандан башҡа нәмә бирә алмай. (65) Шуныһы хаҡтыр, минең ихлас кешеләремә һин баш була алмаҫһың. Улар­ҙы һаҡлап ҡалыр өсөн бер Аллаһ етәр.



66. Үҙе тарафынан булдырылған ниғмәттәргә ирешер өсөн, Раббығыҙ һеҙгә диңгеҙҙәрҙә йөҙөргә тип, кәмәләр яһаны. Хаҡтыр, Ул һеҙгә бик тә мәрхәмәтле. (67) Диң­геҙҙә йөҙгән сағығыҙҙа башығыҙға афәт төшһә, Аллаһтан баш­ҡаға табынғандарығыҙ юҡ була. Ул (Аллаһ) һеҙҙе ҡоро ергә сығарып, ҡотҡарып ҡалғас, йөҙ сөйөрәһегеҙ. Кешеләр һис шөкөр итмәҫ.

68. Һеҙҙе ер аҫтына йоттормаҫ йәки башығыҙға таш яуҙырмаҫ, тип уйлайһығыҙмы? Ахырҙа һеҙ үҙегеҙҙе яҡларҙай бер кемде лә таба алмаҫһығыҙ. (69) Ул беҙҙе тағын диңгеҙгә сығармаҫ, (сығарһа ла) өҫтөбөҙгә дауыл ебәрмәҫ, инҡар иткәнебеҙ өсөн беҙҙе һыуға батырмаҫ, тип өмөтләнәһегеҙме? Ахырҙа был эштәребеҙ (һыуға батырғаныбыҙ) өсөн Беҙҙе ғәйепләр өсөн ярҙамсы зат та таба алмаҫһығыҙ.

70. Хаҡтыр, Беҙ әҙәм балаларын дан һәм Шәрәфтәргә күмдек. Уларҙы ҡоро ерҙә лә, диңгеҙ-һыуҙа ла йөрөттөк. Үҙҙәренә тәмле-татлы ризыҡтар бирҙек. Йәнә лә уларҙы яралтҡандарыбыҙҙың күбеһенән өҫтөн ҡылдыҡ.

71. Ҡиәмәт көнөндә һәр ҡәүемде үҙенең өндәүсеһе менән бергә (хисап тоторға) саҡырырбыҙ. Кемгә (гөнаһ-сауап) дәфтәре уң ҡулы яғынан бирелһә, ул кешеләр энә осо хәтле лә рәнйетеүгә дусар ителмәҫ һәм улар ғәмәл дәфтәрен шат­лыҡ менән уҡыр. (72) Был донъяла (күңел күҙе) һуҡыр булған Әхирәттә лә һуҡыр булыр. Шуның өҫтөнә улар тағын да нығыраҡ аҙашыр. (73) Улар һине дуҫ иткән булыр ине. Әгәр ҙә һин уахи иткәнебеҙгә ҡаршы уйҙырма ялғандар таҡҡан булһаң, әкренләп һине фетнә юлына төшөргән булырҙар ине. (74) Әгәр ҙә Беҙ һине(ң иманыңды) нығытмаған булһаҡ, һин саҡ ҡына булһа ла улар яғына ауышҡан булыр инең. (75) Ул сағында, һис шикһеҙ, Беҙ һиңә тормоштоң һәм үлемдең әсеһен ҡат-ҡат татытҡан булыр инек. Ул сағында һин үҙеңде Минән яҡлар өсөн дуҫ таба алмаҫ инең. (76) Һине йорт-ереңдән ҡыуып сығарыр өсөн, улар нимәләр генә ҡыланмай. (Һине ҡыуған тәҡдирҙә) улар һинән һуң оҙаҡ тора алмаҫ. (77) Һинән алда күндергән пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанундары ла ошондай ине. Был ҡанундарҙа һис бер үҙгәреш таба алмаҫһың.

78. Ҡояш төш турыһынан ауышып, төн ҡараңғылығына саҡлы (өйлә, икенде, аҡшам, йәстү) намаҙ уҡығыҙ. Таң атҡанда ла иртәңге намаҙҙы уҡығыҙ. Иртәнге намаҙҙың шаһиттары бар (фәрештәләр). (79) Төндөң бер ваҡытында уянып, үҙ иркегеҙ менән, нәфилә намаҙы уҡығыҙ. Ихтимал, Раббығыҙ һеҙгә шәрәфле урын бирер. 80. Әйт:

— Раббым, керәсәк урынға тура юлдан керт, сығасаҡ юлымды ла тура ит. Дөрөҫлөк менән эш ҡылырға миңә ярҙам итеүсе ҡеүәт бир, - тип. (81) Тағын әйт:

- Хәҡиҡәт (дөрөҫлөк) килде, ялған китте. Сөнки ял­ған бөтөргә мәхкүм, — тип.

82. Беҙ Ҡөръәндән шундай хикмәт индерәбеҙ, ул мөьминдәр өсөн шифа һәм рәхмәттер, ғәҙелһеҙҙәр өсөн иһә бары тик зыян ғына килтерә. (83) Берәйһенә ниғмәт бирһәк, ул йөҙ сөйөрә лә китеп бара. Әгәр ҙә уға яманлыҡ килһә, ул өмөтһөҙлөккә төшә.

84. Әйт:

— Һәр кем үҙ нәфсенә күрә ғәмәл ҡыла, был мәсьәләлә кем­дең тура юлда икәнен Раббыбыҙ бик яҡшы белеп тора,— тип.



85. Улар Һинән рух тураһында һораштырыр. Әйт һин:

— Рух Раббымдың бойороғонда. Һеҙ бик әҙ беләһегеҙ бит,- тип.



86. Ихтыяр итһәк, һиңә уахи иткәнебеҙҙе кире алыр инек, унан һуң һин дә Беҙҙең язаларыбыҙҙан яҡлаусы таба алмаҫ инең. (87) Аллаһтың рәхмәтенән башҡа. Сөнки Уның һиңә булған мәрхәмәте сикһеҙҙер. (88) Әйт:

— Шуныһы хаҡтыр, кешеләр менән барлыҡ ендәр бергә йыйылышып, берһенә берһе ярҙам итешһәләр ҙә, Ҡөръәнгә оҡшаш башҡа китап майҙанға килтерә аласаҡ түгел, — тип.



89. Хаҡтыр, был Ҡөръәндә Беҙ кешеләргә һәр төрлө (мәғәнәле) ҡиссалар һөйләп аңлаттыҡ. Шулай ҙа кешеләр­ҙең күбеһе инҡарсылар булып ҡалыуҙан башҡаны белмәне.

90. Улар әйтте:

— Һин ер аҫтынан шишмә сығармайынса, беҙ һиңә ышанасаҡ түгелбеҙ, - тинеләр. (91) - Йәки һин беҙгә хөрмә һәм йөҙөм баҡсаһы барлыҡҡа килтер, шунда сылтыр-сылтыр шишмәләр ағып торһон. (92) Йәки, үҙең әйткәнсә, өҫтөбөҙгә Күкте ярғылап төшөр. Йәки фәрештәләре менән бергә алдыбыҙға Аллаһ килеп төшһөн. (93) Йәки һин үҙеңә зиннәттәр менән биҙәлгән алтын йорт һалып күрһәт йәки Күккә ашып ҡара. Күккә ашһаң да, беҙ һиңә инанмайбыҙ, Күктән беҙ уҡырлыҡ китап алып төшмәһәң,— тинеләр. Әйт һин уларға:

— Аллаһ әкбәр! Әлхәмдүлилләһ, мин бер әҙәм заты түгелме ни? Мин Аллаһ тарафынан һеҙгә ебәрелгән илсе генә, - тип. (94) Үҙҙәрен тура юлға күндереүсе ебәрелгәс:

— Аллаһ беҙгә бер кешене пәйғәмбәр итеп ебәргәнме? — тип әйтеүҙәре кешеләрҙе иман килтереүҙән тот­ҡарлай.



95. Әйт:

— Әгәр Ер йөҙөндә кешеләр урынына фәрештәләр йәшәһә ине, әлбиттә, пәйғәмбәр итеп беҙ фәрештә индергән булыр инек.



96. Әйт:

— Минең менән һеҙҙең арала(ғы мәсьәләләр буйынса) хәҡиҡий Аллаһтың шаһитлығы етә. Аллаһ кешеләренең нимә ҡылмышын күреп, белеп тора, — тип.



97. Аллаһ тура юлға күндергән кеше тура юлдан ба­рыр, кемде тура юлдан яҙҙырһа, ул кешегә Аллаһтан баш­ҡа ярҙамсы таба алмаҫһың. Ҡиәмәт көнөндә уларҙы һуҡыр, телһеҙ һәм һаңғырау хәлдә йөҙ түбән килтерербеҙ. Улар бараһы һәм шунда ҡалаһы ер — йәһәннәмдер, уның уты һүрелә башлаһа, йәнә көслөрәк арттырырбыҙ.

98. Аяттарыбыҙҙы инҡар итеп:

— Һөйәктәребеҙ сереп, тупраҡҡа әйләнгәс тағын бар бу­лып терелеүебеҙ мөмкин эш түгел, — тигәндәре өсөн уларға ана шундай яза биреләсәк.



99. Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан Аллаһтың уларға оҡшаш булғандарҙы ла яралтырға ҡөҙрәтле икәнен улар күрмәйме? Улар өсөн Аллаһ бер әжәл уаҡыты тәғәйенләне, бында шиктең булыуы мөмкин түгел. Ләкин залимдар инҡарсылыҡтан башҡаһын ҡабул итмәнеләр.

100. Әйт:

— Раббымдың хазинаһына һеҙ хужа булып алһағыҙ, (ул хазина) бөтәр, тип ҡурҡып, (башҡаларға бирмәйенсә) ҡыҫып ҡына тотар инегеҙ. Әҙәм балаһы бик тә һаран тоҡом, — тип.



101. Беҙ Мусаға туғыҙ мөғжизә (аят) бирҙек. (Нимәләр булғанын) ана, Исраил тоҡомонан һора. Муса улар янына килгәс. Фирғәүен уға:

- Әй, Муса, һиңә сихыр зәхмәте ҡағылған тип уйлай­ым, тине. (102) (Муса) әйтте:

— Үҙең белеп тораһың, быларҙы (Муса күрһәткән мөғжизәләрҙе һәм аяттарҙы) ғибрәт булһын тип, күктәрҙең һәм Ерҙең Раббыһы индерҙе. Әй, Фирғәүен, мин дә һине ха­рап буласаҡ кеше тип уйлайым, — тине. (103) Шунан һуң Фирғәүен уларҙы (Муса менән Һарунды) ҡыуып ебәрергә теләне. Ләкин Беҙ уны (Фирғәүенде) ярандары менән бергә һыуға батырып һәләк иттек. (104) Шунан һуң Исраил ул­дарына:

— Шул ерҙә йәшәп ҡалығыҙ. Әхирәттә вәғәҙәгә килгәс, барығыҙҙы ла бер урынға йыясаҡбыҙ, — тинек.



105. Беҙ уны өръәнде) хаҡ булараҡ индерҙек, ул Хәҡиҡәт алып килде. Һине лә бары тик (сауапсыларҙы алда йәннәт көтә тип) һөйөнсө алыусы һәм (гөнаһлыларҙы йәһәннәм көтә тип) киҫәтеүсе булараҡ ҡына күндерҙек. (106) Кешеләр Ҡөръәнде әкрен-әкрен, тора-тора уҡыһындар тип, (сүрәләргә, аяттарға) бүлгеләнек һәм уны берәм-берәм индерҙек.

107. Әйт:

— Инанһағыҙ ҙа, инанмаһағыҙ ҙа, ул өръән) бер Хәҡиҡәт. Унан алда ғилем алғандар ҙа уны өръәнде) уҡы­ғас, шунда уҡ йөҙ түбән (сәждәгә) ҡапландылар, —тип. (108) Һәм әйттеләр:

— Аллаһ Тәғәләлә кәмселек юҡ! Әлхәмдүлилләһ, сөбхәналлаһ, Раббыбыҙҙың вәғәҙәһе еренә еткерелде, — тип (109) йылай-йылай йөҙ түбән ҡапландылар. Ул өръән) уларҙың иманын нығыта.

110. Әйт:

— Аллаһ тип әйтәһегеҙме, Рахмәән тип әйтәһегеҙме. Ҡайһыһын әйтһәгеҙ ҙә була. Аллаһтың үҙенә генә хас матур исемдәре күп. На­маҙығыҙҙы ҡаты тауыш менән уҡымағыҙ. Артыҡ бышылдау­ға ла күсмәгеҙ. Урталыҡты тотоғоҙ, — тип.



111. — Аллаһ әкбәр, сөбхәналлаһ — Аллаһҡа хәҡиҡий маҡтауҙар булһын. Ул бала тыуҙырмаған, ҡөҙрәттә тиңе булмаған, яҡлаусыға ихтыяжы булмаған Аллаһҡа дан, — тип тәҡбир әйт, Уны олола.

18 — Кәһәф (Мәмерйә) сүрәһе
(Кәһәф сүрәһе 110 аяттан тора. Кәһәф, йәғни, Мәмерйә сүрәһе Мәккәлә ингән. Сүрәлә «Әсхәб-әл Кәһәф — Мәмерйәләге кешеләр» тураһында һөйләнә, сүрәнең, исеме лә шунан килә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Әлхәмдүлилләһ! Аллаһҡа маҡтауҙар булһын. Ул һис бер кәмселекһеҙ итеп (мөкәммәл рәүештә), Ҡөръәнде (Мөхәммәдкә) илсеһенә индерҙе. (2) Ул асыҡ (һәм хәйләһеҙ Ҡөръән гөнаһлыларҙы йәһәннәм менән) киҫәтеү өсөн, иманлы һәм изгелекле кешеләрҙән (йәннәткә керәсәкһегеҙ, шунда мөьминдәргә олуғ әжерҙәр бар, тип) һөйөнсө алыу өсөн индерелде. (3) Улар шунда мәңгегә йәшәп ҡаласаҡ. (4)

— Аллаһ бала атаһы булды, — тип әйтеүселәрҙе хәтәр ҡурҡытыу өсөн. (5) Улар үҙҙәре лә, аталары ла был турала бер нәмә лә белмәй. Улар ауыҙынан сыҡҡан был һүҙ — ғәйәт кәфер һүҙ. Улар ялғандан башҡа һүҙ һөйләмәй.



6. Был Китапка өръәнгә) ышанмағандарына ҡайғырып, һин үзеңде лә харап итмәксе булаһыңмы әллә? (7) Күбеһе изгелек ҡылырмы (әллә — яманлыҡмы), тип кешеләрҙе һынар өсөн, Беҙ Ер йөҙөн гүзәл итеп яралттыҡ. (8) Тора-бара Беҙ Ер йөҙөн (һис нимә үҫмәҫлек итеп) ҡоп-ҡоро тупраҡ ҡалҡыулыҡтары итәсәкбеҙ.

9. (Эй, Мөхәммәт) мәмерйә кешеләре менән Раҡим ваҡиғаһын һин аят мөғжизәләребеҙҙең берһе түгел, тип уйламайһыңдыр (шиккә алмайһыңдыр) бит?

10. Ул үҫмер-егеттәр мәмерйәгә кереп ҡасты һәм ялбара башланылар:

— Йә, Раббыбыҙ, зинһар, беҙҙе рәхмәтеңдән ташлама. Беҙгә ҡотолорлоҡ тура юл күрһәт, — тинеләр. (11) Шулай итеп, Беҙ күпме йылдарға уларҙың ҡолаҡтарын томаланыҡ (мәмерйәлә йоҡоға талдырҙыҡ). (12) Әсхәб кәһәф (үҫмер егеттәрҙең мәмерйәлә күпме уҙҙырғандарын) мөддәтен ҡайһы яҡ (ҡайһы ҡәүем) яҡшыраҡ иҫәплап сығарыр икән тип, ахыр­ҙа Беҙ уларҙы уяттыҡ. (13) Беҙ һиңә уларҙың ваҡиғаһын хаҡлыҡ менән аңлатабыҙ. Ысынлап та, улар Раббыға иман килтергән үҫмерҙәр ине. Беҙ уларға тура юлды күрһәттек.



14. Беҙ уларҙың күңелдәрен нығыттыҡ. Ул егеттәр (йо­ҡоғ талғанға ҡәҙәр) аяҡ үрә ғорур баҫып:

— Беҙҙең Раббыбыҙ — күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы, беҙҙең өсөн Аллаһтан башҡа тәңре юҡ, тип әйтәбеҙ. Юҡһа (киреһенсә әйтһәк), без сиктәрҙе уҙған булып (кәфер) ҡалыр инек. (15) Беҙҙең ҡәүемебеҙ Аллаһтан башҡа тәңреләргә табына. Ул тәңреләрҙең, ысындан да, Илаһ булғанлығына берәй дәлил килтерә алһалар ине (килтерә алмайҙар). Шулай булғас, Аллаһ хаҡында теләһә ниндәй уйҙырмалар сығарғандарҙан да залимыраҡ кеше бармы? — тинеләр.



16. (Берһе әйтте):

— Һеҙ уларҙан (мөшриктәрҙән) һәм улар табынғандарҙан баш тартҡанһығыҙ икән инде, бер Аллаһҡа иман килтергәнһегеҙ икән, (иң яҡшыһы) һеҙ мәмерйәгә кереп ҡасығыҙ, Раббығыҙ һеҙҙе рәхмәтенән ташламаҫ һәм һеҙҙең эшегеҙҙе уңышлы итһен, — тине.



17. Күрер инең, Ҡояш мәмерйәнең һул яғынан сыға, уң тарафҡа ауыша, байығанда иһә, мәмерйәне һулда ҡалдыра ине. Улар мәмерйәнең киң майҙанында ине. Бына был аят мөғжизәләребеҙҙең берһе ине. Аллаһ берәйһен тура юлға баҫты­ра икән инде, ул уны Хәҡиҡәткә саҡлы алып барыр, кем­де тура юлдан мәхрүм итә икән инде, уны тура юлға баҫ­тырырлыҡ бер генә яҡлаусы ла булмаҫ. (18) Һин уларҙы күрһәң, уяу яталар икән, тип уйлаған булыр инең. Гәрсә, улар тәрән йоҡола. Беҙ уларҙы ара-тирә ян-яҡтарына (уңға-һулға) әйләндергеләп тора инек. Эттәре лә тупһа янында башын ике тәпәйе өҫтөнә һалып йоҡлай ине. Уларҙы шул килеш күрһәң, ҡурҡып ҡасыр инең, ҡурҡыуыңдан ҡотоң алы­ныр дәрәжәгә еткән булыр инең. (19) Шулай итеп, (мәмерйәлә күпме ятҡандары тураһында) бер-берһенән һораштыр­һындар тип, Беҙ уларҙы уяттыҡ. Берһе әйтте:

— Һеҙ ҡасандан бирле бында ятаһығыҙ? — тине. Икенсеһе әйтте:

— Бер көн йәки ярты көндөр, — тине. Башҡалары:

— Күпме торғанығыҙҙы Аллаһ яҡшыраҡ белә. Хәҙер һеҙ берәйегеҙҙе ошо көмөш тәңкәне тоттороп, шәһәргә ебәре­геҙ, барып ҡараһын: (шәһәрҙә) саф (хәләл) ризыҡтар ашай торған булһалар, һеҙгә лә һатып алып ҡайтһын. Бик һаҡ ҡы­ланһын, һеҙҙең ҡайҙалығығыҙҙы һиҙҙерә күрмәһен, — тинеләр.



20. Әгәр ҙә улар һеҙҙе тапһа, таш менән бәреп үлтерәсәк йәки үҙ диндәренә кертәсәк. Ул сағында инде һеҙ мәңге лә Сәғәдәткә ирешә алмаҫһығыҙ.

(«Бәйзәүи аңлатыуынса, шәһәргә ебәрелгән егет ҡулындағы иҫке аҡсалағы Дияконос батшаның һүрәтен күреп, был егет боронғо аҡсалар хазинаһы тапҡан тип уйлап, үҙен хөкөмдар янына алып киләләр. Хөкөмдар христиан кешеһе икән. Әлеге егет батшаға башынан кискәндәрҙе һөйләп бирә. Шулай итеп, егет уларҙы мәмерйәгә алып китә. Яңынан терелеү мөмкин икәнлеген иҫбатла­ғандан һуң, Аллаһ Тәғәлә егеттәрҙе мәңгелек йоҡоға талдыра»Мостафа Чағрыжы тәфсиренән )

21. Улар хаҡында һөйләп, Аллаһтың вәғәҙәһе хаҡ икән­леген Беҙ ана шулай иҫбат иттек. Ҡиәмәттең, һис шикһеҙ, киләсәгенә ышанһындар тип. Ҡара, улар инде шул турала бәхәсләштеләр. Берһе әйтә:

— Уларҙың (мәмерйәлә йоҡлап ятыусы үҫмерҙәрҙең) өҫтөнә бина ҡороп ҡуяйыҡ. Улар тураһында Аллаһ яҡшыраҡ беләҙер, - тине.



(Бәхәстә) өҫтөн сыҡҡандар иһә әйтә:

— Беҙ, һис шикһеҙ, улар янына бер мәсет ҡороп ҡуябыҙ,— ти.



22.Улар өс кенә кеше ине, дүртенсеһе эт ине, — ти берһе.

— Биш кеше ине улар, алтынсыһы эт ине, — тип икенсеһе, белмәгән баштарына фараз ҡылыуҙар:

— Ете кеше ине улар, һигеҙенсеһе эт, — ти башҡалары. Әйт һин:

— Уларҙың һанын Аллаһ яҡшы белә, улар тураһында белеүселәр бик әҙ, — тип.

Һин улар хаҡында бәхәскә кермә. Ул турала берәүҙән дә һораштырма.

23. Берәй эш башлар алдынан һис бер уаҡытта ла:

— Мин быны иртәгә, һис шикһеҙ, эшләйәсәкмен, — тип әйтмә.



24. Инша'аллаһ, Аллаһ теләһә, тип әйтмәйенсә: Онотоп ебәрәһең икән, Раббыңды иҫеңә төшөр ҙә әйт:

— Өмөт итәм, Раббым (был мәсьәләне асыҡлар өсөн) мине быныһынан да тура юлға йүнәлтер, — тип.



25. — Улар мәмерйәлә өс йөҙ йыл йоҡланы. Шуға тағын туғыҙҙы өҫтәргә кәрәк, — тинеләр.

с йөҙ туғыҙ һаны тураһында бәхәстәр бар Ҡояш йылы буйынса үҫмер егеттәр нәҡ өс ғаср йоҡлаған булып сыға. Ай йылы буйынса — өс йөҙ туғыҙ йыл. X. Чантай тәфсирендә былай яҙылған: Жәнәбел Хаҡ был йылды Ай йылы булараҡ бәйән бойорҙо.)

26. Әйт:

— Уларҙың күпме ваҡыт мәмерйәлә булғандарын Аллаһ яҡшы белә. Күктәрҙең, Ерҙең йәшерен серҙәрен белеү бары тик Аллаһҡа ғына хас. Уның күреп-ишетеп тороуы шаҡ ҡатырлыҡ нәмә. Уларҙың (Күктәр һәм Ерҙең) Аллаһтан башҡа һис бер тәртипләүсеһе юҡ. Ул үҙ хөкөмдәренә һис бер кемде лә уртаҡ итмәҫ, — тип.



27. Раббың һиңә уахи иткән Китапты уҡы (һәм аңла­тып бир). Уның һүҙҙәрен алмаштырырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Аллаһтан башҡа һыйыныр зат таба алмаҫһың.

28. Раббыңдың ризалығын теләп, иртә-кис доға уҡыған­дар менән ысын күңелдән дуҫ булып йәшә. Донъяның еңел-матур тормошона алданып, уларҙан йөҙ сөйөрмә. Беҙҙе зикер итеүҙән мәхрүм ҡалдырылғандарға, яман нәфселәре артынан йөрөй торғандарға һәм эше-көсө менән сиктәрҙе уҙғандарға буйһонма (эйәрмә).

29. Тағын әйт:

— Хәҡиҡәт Раббынандыр. Шулай булғас, теләгән кеше иман килтерһен, теләмәгән инҡарсы булһын, — тип.

Беҙ залимдар өсөн шундай бер йәһәннәм әҙерләнек, уларҙы ялҡынлы уттар солғап алыр. (Һыуһап) ярҙам һорағандарға эсер өсөн сырайҙарҙы көйҙөрөрлөк эретелгән шыйыҡ тимер бирерҙәр. Һай, насар бер эсемлектер ул һәм улар ята торған урын да бик яман.

30. Иман килтереп, изгелекле булғандарға килһәк, хаҡтыр, Беҙ изге ғәмәллеләрҙең әжерен кәметмәйбеҙ. (31) Улар өсөн аҫтарынан (арыҡтарҙан) йылғалар ағып тороусы Ғәден йәннәттәре булыр. Шунда алтын беләҙектәр тағып, нәфис атластар, матур йәшел ебәктәр кейеп, гүзәл урындыҡтарҙа ултырырҙар. Ниндәй гүзәл бүләк, ниндәй Сәғәдәт, ниндәй күркәм урындыр был.

32. Ошо ике әҙәм менән булған хәлде миҫал итеп күрһәт. Быларҙың берһенә ике ерҙә йөҙөм баҡсаһы бирҙек, һәр ике баҡсаны ла Ул хөрмә ағастары менән уратып алды. Шул ағастар араһына иген етештерҙек. (33) Ике баҡса ла бик мул уңыш бирҙе. Бер генә үҫемлек тә һәләк булманы. Араларынан йылға ағыҙҙыҡ. (34) Был баҡсаның хужаһы ҙур уңыш алды (уның башҡа килере лә бар ине).

Үҙ-ара һөйләшкәндә ул дуҫына әйтте:

— Малым менән мин һинән байыраҡ, ҡәрҙәштәрем, улдарым да һинекенән күберәк, — тине.

35. (Маһайып, күкрәк киреп) үҙенә үҙе бәлә йыйнап, баҡсаһына керҙе һәм әйтте:

— Быларҙың ҡасан да булһа юҡҡа сығыуына мин ышанмайым, — тине. - (36) Ҡиәмәт көнө килер тип тә уйла­майым мин. Әгәр ҙә (Ҡиәмәт булып) Раббымдың хозурына килеп баҫһам, һис шикһеҙ, быларҙан да (был баҡсаларҙан да) яҡшыраҡ байлыҡҡа (йәннәт баҡсаларына) ирешәсәкмен.



37. Дуҫы уға яуап булараҡ әйтте:

— Һин үҙеңде тупраҡтан, һуңынан тамсынан (шәһүәттән) яралтҡан, унан һуң һине әҙәм рәүешенә килтергән Аллаһты инҡар итәһеңме ни? — тине. — (38) Ләкин ул Аллаһ минең Раббымдыр һәм мин Раббыма һис бер нәмәне тиңләмәйем. (39) Ни эшләп һуң һин баҡсаңа кергәндә:

— Машаллаһ, ҡөҙрәт бары тик Аллаһтандыр, — тип әйтмәйһең? Әгәр ҙә һин мине мал яғынан да, балаларым яғынан да кәмһетәһең икән. (40) Кем белә, Раббым миңә һинең баҡсаңдан да яҡшырағын бирер; һинең баҡсаңды, бәлки, йәшен һуғар, баҡсаң ҡоп-ҡоро тупраҡ өйөмөнә әүерелер. (41) Йәки баҡсаңдан дым ҡасыр ҙа, һин ул дымды кире ҡайтара алмаҫһың.

42. Шунан һуң тегенең баҡсаһы (байлығы) һәләкәткә дусар ителде. Күпме көс сарыф иткән, (баҡсасының харап булғанына ҡарап) ул ҡулдарын ыуғылай ине. Баҡсаһындағы йөҙөм ағасын бәйләп ҡуйған терәктәр ҡырылып ергә ауған ине.

Ул:


— Аһ, әгәр ҙә мин Раббыға тиңдәрҙе эҙләмәгән булһа инем, — тине.

43. Уға ярҙам итеүсе булманы һәм ул үҙен (фәҡир­лектән) ҡотҡара алманы. (44) Ярҙамды, дуҫлыҡты ла бары тик Аллаһтан ғына көт. Бүләкләүсе лә Ул, яҙмышты хәл итеүсе лә Ул.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   ...   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет