101. Тирә-яғығыҙҙағы бәҙәүиҙәрҙең һәм Мәҙинәлә йәшәүсе халыҡтың бер ҡәүеме монафиҡ һәм ике йөҙлө халыҡ. Һеҙ уларҙы белмәйһегеҙ, бары тик Беҙ беләбеҙ. Уларға икеләтә яза бирәсәкбеҙ. Ахырҙа ла ҙур ғазаптарға дусар итәсәкбеҙ. (102) Бүтән бер ҡәүемдәре лә бар, улар гөнаһтарынан ваз кисеп, тәүбә итеп, ҡылған яман эштәрен яҡшы эштәре менән аралаштырҙы. Ихтимал, Аллаһ Тәғәлә уларҙың тәүбәләрен ҡабул да итер. Аллаһ сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы. (103) (Ий, Мөхәммәд) мосолмандарҙың малдарынан (мәғлүм бер күләмдә) саҙаҡа ал. Шуның менән улар пакланыр, ҡәнәғәт ҡалыр. Уларҙы доғаңдан ташлама, сөнки һинең доғаларың уларға йыуаныс ләззәте бирә. Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тороусы.
104. Кешеләрҙең тәүбәһен ҡабул итеүсе, саҙаҡаларҙы алыусы Аллаһ икәнен улар белмәйме ни? Шик юҡ, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтле бер — Аллаһ.
105. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин:
— Теләгәнегеҙсә ғәмәл ҡылығыҙ. Аллаһ та, Рәсүлүлла ла, мосолмандар ҙа ҡылғандарығыҙҙы күрәсәк. Йәшеренде лә, асыҡты ла белеүсе Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. Ул һеҙҙең нимәләр ҡылғанығыҙ тураһында хәбәр бирәсәк, — тип.
106. Уларҙың бүтән бер ҡәүеме иһә Аллаһтың хөкөмөнә ҡалдырылды. Аллаһ уларға яза бирер йәки уларҙың тәүбәһен ҡабул итер. Аллаһ барыһын да белеүсе хикмәт эйәһелер.
107. (Мосолмандарға) зарар эшләмәү, кәферлекте арттырмау, мосолмандарҙың араһын боҙмау һәм тағын, элеке заманда һуғышҡан кеүек, Аллаһҡа һәм уның илсеһенә ҡаршы һуғышҡанды (Әбү Ғәмирҙең килгәнен) күреү өсөн, мәсет ҡорҙолар һәм:
— Изгелектән башҡа бер нимә лә ҡылманыҡ, — тип ант иткәндәр ҙә монафиҡтар араһында бар. Гәрсә, уларҙың ялғансы икәненә Аллаһ ҡәтғи шаһитлыҡ итә.
(«Монафиҡтар мәкер менән бер мәсет бина ҡылдылар. Әбү Ғәмир исемле бер монафиҡты Рум ҡайсарына, мосолмандарға ҡаршы һуғышыр өсөн, ғәскәр һорарға юлланылар. Шул ике йөҙлө Ғәмирҙең, ғәскәр менән килеүен монафиҡтар үҙҙәре төҙөгән мәсет манараһынан биш күҙ менән көтә ине. Был аят иңгәс, Мөхәммәд ул мәсетте емертте».
Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
108. (Ул мәсет эсендә) зинһар, (намаҙҙа) баҫып торма (ғибәҙәт ҡылма). Беренсе көнөндән тәҡүәлек менән ҡоролған мәсеттә намаҙ уҡыу мең өлөш артыҡ. Шунда пакланырға теләгән әҙәмдәр генә керә. Аллаһ та пакланғандарҙы ярата. (109) Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡыуы арҡаһында бина ҡорған кешеме изгелекле, әллә бинаһын ишелергә торған яр ҡырына ҡороп, бинаһы менән бергә йәһәннәм утына емерелеп төшкән кешеме изгелекле булыр? Аллаһ изгелекһеҙҙәрҙе тура юлға күндермәҫ.
110. Улар (монафиҡтар) төҙөгән ул мәсет бинаһы йөрәктәре ярылып үлгәнсегә саҡлы күңелдәрендә шом булып торасаҡ. Аллаһ барыһын да бик яҡшы белеп тороусы хикмәт эйәһеҙер.
111. Аллаһ мөьминдәрҙең малдарын, йәндәрен (үҙҙәренә биреләсәк) йәннәт биреп һатып алды. Сөнки улар Аллаһ юлында һуғышыр, үлтерерҙәр, үлерҙәр. Тәүрәттә, Инжилдә һәм Ҡөръәндә Аллаһ шулай вәғәҙә иткән ине. Аллаһтан башҡа үҙ һүҙендә ныҡ тороусы тағын башҡа бер зат бармы? Шуға күрә, Уның менән алыш-бирешегеҙгә һөйөнөгөҙ. Бына был бөйөк бер ҡаҙаныш буласаҡ.
112. Тәүбә итеүселәр, ғибәҙәт ҡылыусылар, ғибәҙәттәрендә Аллаһты маҡтаусылар, (Аллаһ юлында ураҙа тотоусы) сәйәхәт итеүсе (ғалимдарҙы), рөкүғҡа эйелгәндәр, сәждәгә йығылғандар, изгелеккә өндәп, яманлыҡтан тыйғандар һәм Аллаһ бойорған сиктәрҙе боҙмаусылар — мосолмандар. Шуларҙан (һеҙ йәннәткә керәсәкһегеҙ, тип) һөйөнсө ал.
113. Мөшриктәр өсөн, хатта ҡәрҙәшегеҙ булһа ла, уларҙың йәһәннәмгә керәһе мәғлүм булғас та, уларҙың гөнаһтарын ғәфү иттерер өсөн Аллаһҡа ялбарып доға ҡылыу пәйғәмбәрҙәргә лә, башҡа иманлы кешеләргә лә ярай торған эш түгел.
114. Атаһына вәғәҙә биргәнгә генә Ибраһим атаһы өсөн Аллаһтан ғәфү һорап, доға ҡылырға ниәтләне. Атаһының Аллаһ дошманы икәнлеге беленгәс, ул доғанан баш тартты. Шик юҡ, Ибраһим бик йомшаҡ холоҡло, бик тә сабыр бер әҙәм ине.
115. Аллаһ бер халыҡты тура юлға баҫтырғандан һуң, һаҡланырға кәрәкле нәмәләр тураһында үҙҙәренә хәбәр иткәненә ҡәҙәр, уларҙы юлдан яҙҙырасаҡ түгел. Аллаһ һәр нәмәне үтә күреп тороусы. (116) Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы бер Аллаһтыр. Ул терелтер һәм үлтерер. Һеҙҙең Аллаһтан башҡа ярҙамсығыҙ ҙа, яҡлаусығыҙ ҙа юҡ. (117) Күңелдәре боҙоҡлоҡҡа табан кәкерәйгәс, Пәйғәмбәрҙе һәм ҡыйын ваҡыттарҙа (Тәбүк һуғышына барғанда) уға эйәргән мөһәжирҙәр менән әнсәрҙәрҙең бер төркөмөн Аллаһ ғәфү итте. Сөнки Ул уларға сикһеҙ шәфҡәтле, хәтһеҙ мәрхәмәтле.
118. Һәм (һуғыштан) ҡалдырылған өс кешенең тәүбәһен дә ҡабул итте. Ер йөҙө ни ҡәҙәр киң булыуына ҡарамаҫтан, уларға тар кеүек тойола башланы, улар выждан ғазабында интегә башланы һәм, ниһайәт, улар Аллаһтың ғазабынан бары тик Аллаһтың Үҙенә һыйынып ҡына ҡотолоп була икәнен аңланы. Һуңынан Аллаһ уларҙың тәүбәһен ҡабул итте. Аллаһ тәүбәләрҙе күпләп ҡабул итеүсе, ярлыҡаусы.
119. Әй, иман килтергән кешеләр, Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ һәм тура юлдағылар (иманында, ғәмәлендә, антында, һүҙендә, Үҙенә тура булғандар) менән бергә булығыҙ.
120. Мәҙинә халҡына һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге бәҙәүи ғәрәптәренә Аллаһтың илсеһе — Рәсүлдән айырылып (һуғыштан) ҡалмаҫҡа, уны һаҡлауҙан башҡа үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртмаҫҡа кәрәк ине. Улар Аллаһ юлында һыуһау, яфа, аслыҡҡа дусар булып, кәферҙәрҙең асыуын килтерерлек ергә баҫып керһә һәм еңһә, был изге ғәмәлдәре өсөн уларға сауап яҙылған булыр ине. Хаҡтыр, Аллаһ изгелек ҡылғандарҙың әжерен юҡҡа сығармаҫ.
121. Аллаһ уларҙы иң гүзәл ғәмәлдәренә күрә бүләктәр, әҙ генә һәм оло сығымдары, ҡыйын юлдар уҙғандары өсөн сауап яҙыр.
122. Мосолмандарҙың бөтөнөһө бер юлы яу сәфәренә сығыуҙары мәжбүри түгел, һәр төркөмөндән бер нисәһе дин ғилеме алыр өсөн, һуғыштан ҡайтҡан туғандарына дин өйрәтер өсөн өйҙә ҡалды. Шунан һуң, моғайын, улар һаҡ булыр.
123. Әй, иман килтереүсе халыҡ, яҡынығыҙға булған (һөжүмгә әҙер тороусы) кәферҙәр менән һуғышығыҙ һәм улар һеҙҙең ҡөҙрәтегеҙҙе татыһын. Белеп тороғоҙ, Аллаһ (гөнаһтан) һаҡланғандар менән бергәлер.
(«Ислам диненең маҡсаттарының береһе — солох (килешеү), тыныслыҡ һаҡлау. Ниса сүрәһенең 128 -се аятында, солох (килешеү) тағын да яҡшыраҡ, тип бойоролдо. Ләкин юғарылағы аят иһә, диндең һәм дәүләттең ышаныслы мөхиттә йәшәйешен һаҡлар өсөн, мосолман булмаған башҡа күршеләр һуғыш башларға баҙнат итмәҫ дәрәжәлә уларға ҡаршы торорлоҡ ҡөҙрәтле һәм ҡырыҫ булырға кәрәклеге иҫкәртелә».
Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
124. Берәй сүрә индерелгән һайын, уларҙың бер ҡәүеме:
— Был (сүрә) ҡайһығыҙҙың иманын арттырҙы һуң? — тигән булалар. Иман килтергәндәрҙең иманын арттырыр һәм уларға ҡыуаныс бирер. (125) Эстәрендә сир (кәферлек, монафиҡлыҡ сире) булғандарҙың да (был сүрә) инҡарҙарын арттырыр һәм улар ысын кәфер булып үләсәк. (126) Йыл һайын бер-ике тапҡыр (төрлө бәләләргә дусар булып) һынау уҙып торғандарын улар аңламайҙармы ни? Һуңынан тәүбә итмәйҙәр, ғибрәт алмайҙар. (127) Берәй сүрә индерелгәс, улар бер-берһенә ҡарашып:
— Һеҙҙе кем дә булһа күрмәйме? — тип әйтәләр һәм (мәкерҙәре асылып, рисуай булыуҙан ҡурҡып) боролоп китәләр. Аңламай торған бер ҡәүем булғандарына күрә, Аллаһ уларҙың күңелдәрен (имандан) ситләштерҙе.
128. (Ий, мосолмандар) хаҡтыр, һеҙгә үҙ арағыҙҙан сыҡҡан Пәйғәмбәр килде; һеҙ бәләгә тарыһағыҙ, ул хәсрәтләнә. Ул һеҙҙең өсөн йән ата, тәҡүәләргә ул сикһеҙ шәфҡәтле, мәрхәмәтле.
129. (Ий, Мөхәммәд) йөҙ сөйөргәндәргә әйт:
— Аллаһ миңә етәр (миңә башҡа — уйҙырма Илаһ кәрәк түгел), Унан башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм тәңре булырлыҡ һис бер кем юҡ. Мин бары тик Уға ғына инанып һыйынам, Ул мөһабәт Ғәрештең (Күктәге тәхеттең) хужаһы, — тип әйт.
10 — Юнус (Юныс) сүрәһе
(Юнус сүрәһе 109 аяттан тора. Юныс ҡәүеме тураһында һөйләнгәнлектән, сүрәгә ошо исем бирелгән. Мәккә халҡы үҙ араһынан пәйғәмбәр сығасағына ышанмай ине.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф. Ләм. Ра. Бына былар хикмәтле Китаптың аяттары.
2. Араларынан сыҡҡан бер әҙәмгә (хәҙрәти Мөхәммәдкә):
— Кешеләрҙе киҫәт, иман килтергәндәргә Раббы ҡатында юғары дәрәжәләр биреләсәге тураһында әйтеп һөйөндөр, — тип уахи төшөргәнебеҙ кешеләргә ғәжәп бер нәмә булып күрендеме икән ни һуң?
Кәферҙәр:
— Был, шик юҡ, сихырсы, — тинеләр.
3. Шөбһәһеҙ, Раббығыҙ күктәрҙе һәм Ерҙе алты көндә яралтты, һуңынан бөтөн эштәре менән идара иткән хәлдә Ғәрешкә (тәхеткә) өлгәште. Уның рөхсәтенән башҡа бер кем дә шәфҡәтсе була алмаҫ. Бына шул Раббы һеҙҙең Аллаһығыҙ булыр. Шуға күрә, Уға баш эйегеҙ. Аҡылығыҙға килерһегеҙ бәлки? (4) Хаҡ вәғәҙәһе буйынса һеҙ Аллаһҡа ҡайтарыласаҡһығыҙ. Сөнки Аллаһ башта бар ҡылыр, һуңынан иман килтереп, изгелек ҡылғандарға ғәҙеллек менән әжерен бирер өсөн, уларҙы үлтереп, яңынан тергеҙеп, үҙ хозурына ҡайтарыр. Кәферҙәр иһә инҡар иткәндәренә күрә, ҡайнар һыу эсәсәк һәм хәтәр яза аласаҡтар. (5) Аллаһ Ҡояшты яҡтылыҡ сығанағы итеп ҡабыҙҙы, Айҙы нурлы итеп яралтты, йылдарҙың һанын һәм хисабын белер өсөн уға (Айға) фасылдар тәғәйенләнде. Аллаһ быларҙы (тиккә генә түгел) Хәҡиҡәт өсөн яралтты. Ул мәғлүмәтле ҡәүемгә аяттарын асыҡ аңлата. (6) Төн менән көндөң берһе артынан береһе оҙоная, ҡыҫҡара, алмашыныуында, күктәрҙә һәм Ерҙә Аллаһ яралтҡан нәмәләр (Күктәрҙә — фәрештәләр, Ай, йондоҙҙар, есемдәр, сикһеҙ ғаләм; Ерҙә — йәнлектәр, ҡош-ҡорттар, кешеләр, тауҙар, диңгеҙҙәр, йылғалар, үҫемлектәр) Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡҡандар өсөн ғибрәттәр һәм киҫәтеүҙәр барҙыр. (7) (Ҡиәмәт көнөндә) Беҙҙең менән осрашыуға ышанмайынса, донъя тормошона риза булып, шунан ләззәт алып йәшәгәндәр һәм аяттарыбыҙға битараф булғандар арағыҙҙа юҡмы ни? (8) Бына шулар инде йыйған гөнаһтары арҡаһында ялҡын эсендә үҙҙәренә ятаҡ табыр. (9) Иман килтереп, изгелекле эштәр башҡарғандарҙы, иманлы булғандарына күрә, Раббы ниғмәт тулы йәннәттәрҙә, аҫтынан йылғалар ағып тороусы баҡсаларға урынлаштырыр. (10) Уларҙың:
—Аллаһым, Һинең кәмселекле сифаттарың юҡ, —тигән һүҙҙәре доға булыр.
Шунда бер-береһе менән осрашҡанда әйтә торған һүҙҙәре: «сәләм», булыр. Уларҙың сәләм һуңындағы доғалары ла:
— Бары тик ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһҡа ғына маҡтау тейеш, — тигән һүҙ булыр. (11) Әгәр Аллаһ кешеләргә, ашығыс бүләк теләгәндәре кеүек, яза биреүҙе лә ашыҡтырһа, уларҙың әжәле менән эш бөткән булыр ине. Беҙҙең менән (Әхирәттә) ҡауышыу көтмәүселәрҙе Беҙ аҙғынлыҡтары эсендә ҡойонһондар тип (үҙ ихтыярҙарына) буталып йөрөргә ҡалдырабыҙ.
(«Кәферҙәр: йә, Аллаһ, әгәр Ҡөръән Һинең тарафтан индерелгән булһа, Мөхәммәдте Пәйғәмбәр итеп Һин ебәргән булһаң, быларға ышаныуыбыҙҙы теләһәң, күктән таш яуҙыр йәки беҙгә хәҙер үк бер яза бир, — тинеләр.
Шунан һуң өҫтәге аят индерелде. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә гөнаһлы ҡолдарына шунда уҡ яза бирмәй, бәлки тәүбә итерҙәр, ҡылғандарына үкенерҙәр, тура юлға баҫырҙар, тип язаны кисектерә икән. Тәүбә итмәгәндәргә ул тәҡдирҙәрендә яҙылғанса ғүмер бирер, язаны ул уларға һуңынан был донъяла уҡ бирер йәки Әхирәт көнөнә ҡалдырыр».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
12. Ҡыйын хәлдәрҙә ҡалған саҡтарҙа кеше ҡырын ятҡан килеш тә, ултырып та, аяҡ өҫтө лә Беҙгә (ялбара, бәләнән ҡотҡарыуыбыҙҙы өмөт итеп) доға ҡыла; Беҙҙең ярҙам менән бәлә-ҡаза уҙып киткәс, әйтерһең дә, ул ярҙам һорап Беҙгә ялбармаған. Сиктәрҙе уҙғандарға үҙ ҡылғандары шулай яҡшы ғәмәл булып күренә. (13) Хаҡтыр, үҙҙәренә ап-асыҡ дәлилдәр (аяттар) килтереп тә (уларҙы ялғанға сығарғандары, Аллаһҡа ҡаршы өҙлөкһөҙ көфөр иткәндәре арҡаһында), ғәҙелһеҙ булғандары. иманға килмәгәндәре өсөн, Беҙ һеҙҙән әүүәл йәшәгән халыҡтарҙы һәләк иттек. Гөнаһлыларға Беҙ ана шундай әжер бирәбеҙ. (14) Һуңынан улар урынына Ер йөҙөнә һеҙҙең ҡәүемде килтерҙек, ҡарап ҡарайыҡ, һеҙ нимә ҡылырһығыҙ икән? (15) Аяттарыбыҙҙы дәлилдәр менән ап-асыҡ итеп уҡығас, (Әхирәттә) Беҙҙең менән ҡауышырға теләмәгәндәр (мөшриктәр һиңә):
— Юҡ! Беҙҙең өсөн һин башҡа бер Ҡөръән килтер йәки быныһын (беҙҙең файҙаға) үҙгәрт, — тинеләр.
Әйт һин:
— Уны алыштырыу йәки үҙгәртеү минең көсөмдән килә торған нәмә түгел. Мин уахи булып килгәндән башҡаһына инанмам. Әгәр ҙә Раббыма ҡаршы баш күтәрһәм, шик юҡ, хәтәр Көндөң (Ҡиәмәттең) ғазабынан ҡурҡам, — тип. (16) Әйт:
— Әгәр Аллаһ ихтыяр итмәһә, уны һеҙгә уҡымаған булыр инем, Аллаһ уны (минең аша) һеҙгә белдермәҫ ине. Мин бынан әүәл дә ғүмерем буйы һеҙҙең арала (ҡырҡ йыл) йәшәнем. Әле һаман аҡылға ултырманығыҙмы ни? (Әле һаман минең намыҫлы, ялғанһыҙ кеше икәнемә ышанманығыҙмы?) (17) Шулай булғас, Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар (һөйләүсе) йәки Уның аяттарын ялғанға сығарыусыларҙан да залим (ғәҙелһеҙ, әхләҡһеҙ) кем бар икән был донъяла? Хаҡтыр, ғәйеплеләр бер ҡайсан да (Аллаһ ҡаршыһында) уңыш ҡаҙанмаҫ. (18) Аллаһты инҡар итеп, улар үҙҙәренә зарар ҙа, файҙа ла эшләй алмай торған нәмәләргә табыналар һәм:
- Улар (беҙҙең боттарыбыҙ) Аллаһ ҡатында беҙҙе яҡлап-һаҡлап ҡаласаҡ, — тип әйтәләр.
Әйт:
- Һеҙ күктәрҙә һәм Ерҙә Аллаһ белмәгән нәмәләр тураһында хәбәр итәһегеҙме? Сөбхәналлаһ, Ул уларҙың тәңрегә һанаған нәмәләренән йыраҡ (өҫтөн, юғары) тора.
19. Кешеләр бер өммәт булып ойошҡан ине, ләкин бүленеп бөттөләр. Әгәр ҙә Раббыңдан бер һүҙ килмәгән булһа ине, (йәғни, гөнаһлыларҙың был донъялағы язаһын кисектереү тураһындағы һүҙе булмаһа ине) бәхәс сығанағы булған ҡаршылыҡтарҙы бөтөргән булыр ине (йәғни уларҙы шунда уҡ һәләк иткән булыр ине).
20. Улар:
- Уға (Мөхәммәдкә) Раббынан бер мөғжизә индерелһен ине, (шунан һуң беҙ уға ышана башлар инек), — тип әйтәләр.
Әйт:
— Йәшерен нәмәләр бары тик Аллаһ ихтыярында ғына. Көтөгөҙ, мин дә һеҙҙең менән бергә көтәсәкмен, — тип. (21) Зарар күргәндән һуң кешеләргә муллыҡ бирәһең, шунан ҡарайһың да ғәжәп булаһың: улар аяттарыбыҙға ҡарата хәйлә-тоҙаҡ ҡороп яталар. Әйт:
— Аллаһтың тоҙағы хәтәрерәктер. Шик юҡ, илселәребеҙ (кәтибиндәр) һеҙ ҡорған хәйлә-мәкерҙәрҙе яҙып бара, — тип.
(«Был аят Мәккә халҡы тураһында. Аллаһ Тәғәлә ете йыл буйына ямғыр яуҙырмай. Мәккәне ҡоролоҡ, ҡытлыҡ, сир баҫа. Кешеләр, януарҙар ҡырыла. Шунан һуң Аллаһ мул ямғыр яуҙыра башлай. Мәмләкәт яңынан муллыҡ һәм бәрәкәткә ирешә. Ләкин кәферҙәр был бәрәкәтте Аллаһтан түгел, йондоҙҙар һәм боттар-һындарҙан килде, тип әйтәләр. Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарырға тотондолар».Хәсән Чантай тәфсиренән.)
22. Һеҙҙе ҡоро ерҙә, диңгеҙҙәрҙә йөрөткән Улдыр. Һеҙ кәмәлә саҡта уңай, йомшаҡ ел алып китеп барғанда, эсегеҙ тулы шатлыҡ булыр. Кинәт кенә ҡаты дауыл сығып, һәр тарафтан ҡурҡыныс тулҡындар һөжүм итә башлаһа, солғанышта һәләк булабыҙ, тип улар Аллаһҡа ихлас ышанып:
— Әгәр ҙә беҙҙе был ғәрәсәттән ҡотҡарһаң, валлаһи, шөкөр итер инек, — тип ялбара башлаясаҡ. (23) Ләкин Аллаһ уларҙы ҡотҡарғас, ҡарағыҙ һеҙ, улар тағын Ер йөҙөндә урынһыҙға боҙоҡлоҡ ҡылалар. Әй, әҙәмдәр! Һеҙҙең ул боҙоҡлоғоғоҙ үҙ башығыҙға булыр, донъяла оҙаҡ боҙоҡлоҡ ҡыла алмаҫһығыҙ. Ахырҙа хозурыма килерһегеҙ. Бына шул ваҡытта Беҙ һеҙгә нимә ҡылғандарығыҙ тураһында әйтербеҙ. (24) Донъялағы тормош Күктән яуған ямғырға оҡшаш. Шул ямғыр кешеләр, йәнлектәр ашай торған үҫемлектәр менән аралаша. Ниһайәт, Ер йөҙө шулай гүзәллек менән ҡапланғас, кешеләр үҙҙәрен ошо гүзәллектең хужаһы тип һанай башланылар. Төн ваҡытындамы, көндөҙөнмө әмеребеҙ (әарәсәт) килер, Ер йөҙөн, кисә генә бер ниндәй ҙә гүзәллеге булмаған кеүек, тамырынан ҡутарып, харабалар хәленә килтерербеҙ. Бына, Беҙ зиһене булғандарға аяттарыбыҙҙы шулай аңлатабыҙ.
25. Аллаһ Үҙенең кешеләрен именлек йортона саҡыра һәм Ул теләгәндәрҙе тура юлға күндерә. (26) Изгелек ҡылғандарға мулдан-мул изгелек булыр. Уларҙың йөҙөнә ҡара тап та, хурлыҡ та килмәҫ. Бына шулар йәннәттә йәшәйәсәктәр ҙә инде. Һәм улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ.
27. Яманлыҡ ҡылғандар иһә, яманлыҡтары ҡәҙәр язаһын алыр. Улар рисуайға (хурлыҡҡа) ҡалыр. Уларҙы Аллаһтан (язаһынан) ҡотҡарырлыҡ бер кем дә булмаҫ. Уларҙың йөҙө дөм ҡараңғы төндөң киҫәктәре менән ҡапланған кеүек ҡара булыр. Бына шулар йәһәннәм кешеләрелер. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (28) Уларҙың барыһын да бер ергә туплаясаҡбыҙ. Шунда Аллаһҡа тиң зат тапҡандарға әйтербеҙ:
— Үҙегеҙ ҙә, һындарығыҙ-боттарығыҙ ҙа урындарығыҙҙа көтөгөҙ, — тип. Шул көндө беҙ уларҙы айырырбыҙ. Шунан һуң уларҙың табынғандары әйтер:
— Һеҙ беҙгә табынманығыҙ, — тип. (29) — Был мәсьәләлә беҙҙең менән һеҙҙең арала шаһит булараҡ Аллаһ етәр. Шик юҡ, беҙгә табынғанығыҙҙы белмәй инек.
30. Шунда һәр кем фани донъялағы ҡылғандарына күрә әжерен алыр. Улар хәҡиҡи Раббы булған Аллаһҡа ҡайтарылыр. Уйҙырма тәңреләре уларҙы ташлар, юҡҡа сығыр. (31) (Рәсүлем, ий, Мөхәммәд) әйт:
— Һеҙгә Күктән һәм Ерҙән кем ризыҡ бирә? Һәм дә кем (барыһын да) ишетеп, күреп тороуға эйә? Йәнһеҙҙән йәнлене кем сығара, терене кем үлтерә ала? Бөтөн эштәр менән кем идара итә? — тип һора.
— Аллаһ! — тип әйтәсәктәр. Әйт:
— Ни өсөн (гөнаһ эшләп тә) Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙ? — тип. (32) Бына һеҙҙең ысын Раббығыҙ булған Аллаһ шулдыр. Хаҡтан һуң боҙоҡлоҡтан башҡа нимә ҡалыр? Ни ҡәҙәр һеҙ Аллаһтан йыраҡлаштырылғанһығыҙ. (33) Аллаһтың юлдан яҙғандар тураһындағы:
— Улар бер ҡасан да инанмаясаҡтар, — тигән һүҙе раҫланды. (34) Әйт:
— (Аллаһ тип) табына торғандарығыҙ араһында иң беренсе (яралтыусы), юҡтан бар итеүсе (йәнһеҙҙән йәнле яһаусы), һуңынан юҡ итеүсе (йәнен алыусы) һәм (яңынан бар итеүсе) тергеҙеүсе берәйһе бармы? — тип. Әйт:
— Әүүәл яралтып (юҡтан бар яһап), уны (юҡ итеп) үлтергәндән һуң Аллаһ ҡына яңынан терелтә ала. Шулай булғас, ни өсөн дөрөҫ юлдан сыҡтығыҙ? — тип. (35) Әйт:
— Аллаһ урынына табына торғандарығыҙ араһында хаҡ юлға илтеүселәр бармы? — тип. Әйт:
— Хаҡҡа бары тик Аллаһ ҡына илтә. Шулай булғас, хаҡ юлға илтеүсе артынан эйәреү яҡшымы? Әллә эйәртеүсе булмаһа, үҙен-үҙе лә йөрөтә алмаған мәхлүккә эйәреүме? Һеҙгә нимә булды? Ни эшләп һеҙ шулай яңғылыш фекерләйһегеҙ? (36) Уларҙың күбеһе фараздарҙан башҡаға буйһонмаҫ. Шик юҡтыр, Хәҡиҡәттән фараз ҡотҡармаҫ. Аллаһ уларҙың нимә ҡылырға теләгәндәрен бик яҡшы белеп тора. (37) Был Ҡөръән Аллаһтан башҡа бер зат тарафынан уйлап сығарылған нәмә түгел. Ул бары тик үҙенән (Ҡөръәннән) элек килгән башҡа китаптарҙы раҫлаусы һәм дөрөҫләүсе, аңлатып биреүсе Китап. Бында һис ниндәй шик-шөбһә булыуы мөмкин түгел. Ул (Аллаһ) — ғәләмдәрҙең Раббыһыҙыр. (38) Бәлки улар әйтер:
— Уны ул (Мөхәммәд) үҙе уйлап сығарған, — тип әйтерҙәр. Әйт:
— Әгәр ҙә һеҙ әйткәндәр дөрөҫ, тип уйлаһағыҙ, көсөгөҙҙән килһә, Аллаһтан башҡаларҙы ярҙамға саҡырығыҙ ҙа (Ҡөръәндәге кеүек гүзәл, мәғәнәле) берәй сүрә килтерегеҙ, — тип. (39) Юҡ шул, үҙҙәре аңламаған нәмәләрҙе, үҙҙәренә аңлатмаһы ла килмәгән килеш, улар (Ҡөръәнде) ялғанға һынай. Уларҙан әүүәлге өммәттәр ҙә (пәйғәмбәрҙәрҙе, китаптарҙы) шулай итеп, ялғанға сығарҙылар. Ҡара, ул залимдарҙың ахыры нимә менән бөттө? (Былары менән дә шул уҡ хәл ҡабатланасаҡ.)
(40) Уларҙың ҡайһы берҙәре уға (Ҡөръәнгә) ышана, ышанмағандары ла бар. Раббың боҙоҡ эш ҡылғандарҙы яҡшы белеп тороусы.
(41) (Рәсүлем) әгәр һине ялғансыға сығарһалар, әйт:
— Минең эшем үҙемә, һеҙҙең эшегеҙ үҙегеҙгә. Мин эшләгәндәрҙән һеҙ йыраҡ тораһығыҙ, һеҙ эшләгәндәрҙән мин йыраҡ торам, — тип.
(«Хәҙрәти Мөхәммәдтең, вазифаһы кешеләрҙе киҫәтеү, хәбәр биреүҙән тора. Кешеләрҙе иманға килтереү уның ҡулынан килмәй. Сөнки тура юлға баҫтырыу Аллаһтың ғәмәле. Шуға күрә, хәҙрәти Мөхәммәд үҙ ғәмәлдәре һәм әҙәмдәрҙе киҫәтеү өсөн генә яуап тотасаҡ. Киҫәтеүҙәргә, өндәүҙәргә ҡарамаҫтан, иман килтермәгәндәр үҙҙәре өсөн үҙҙәре яуап бирәсәк. Уларҙың иман килтермәгәненә Пәйғәмбәр яуаплы түгел».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
42. Улар араһында һине ишетеүселәр ҙә (тыңлағанға һалышыусылар ҙа) бар. Һаңғырауҙарға (етмәһә, аңғыра ла булһалар, дөрөҫлөктө) һин нисек аңлатырһың икән? (43) Улар араһында һиңә ҡарап тороусолар, һине күреүселәр ҙә бар. Ләкин улар Хәҡиҡәтте күрмәй. (Күңел күҙҙәре тома) һуҡырларғамы һин тура юлды күрһәтерһең? (44) Шөбһә юҡтыр, Аллаһ кешеләргә һис нисек тә золом итмәҫ. Ләкин кешеләр үҙҙәренә үҙҙәре золом килтерә. (45) Ул Көндө (Ҡиәмәттә Аллаһ) барыһын да бер урынға туплаясаҡ. Улар фани донъяла көндөҙҙөң бер сәғәте кеүек тә тормағандай булырҙар, бер-берҙәрен танырҙар. Аллаһ менән (Ҡиәмәттә) осрашыуҙы инҡар иткәндәр (ялған һынағандар), тура юлдан яҙғандар, һис шикһеҙ, хәтәр зарар күрәсәк. (46) Уларга вәғәҙә иткәндәребеҙҙең (биреләсәк язаларҙың) бер өлөшөн генә булһа ла һиңә күрһәтермен йәки һине(ң йәнеңде) алырмын. Ләкин улар барыбер минең хозурыма ҡайтасаҡ. Аллаһ уларҙың нимә ҡыласағына шаһиттыр.
47. Һәр өммәттең үҙ пәйғәмбәре бар. Рәсүлдәре килгәс, улар араһында ғәҙеллек менән хөкөм йөрөтөлөр һәм улар хаҡһыҙлыҡҡа осрамаясаҡ. (48) — (Ий, Мөхәммәд) әгәр ҙә һин һөйләгәндәр хаҡ булһа, вәғәҙә иткәнегеҙ (Ҡиәмәт көнөгөҙ, биреләсәк язаларығыҙ) ҡасан буласаҡ һуң? — тип әйтерҙәр. (49) Әйт һин:
— Мин үҙемә Аллаһ әмеренән башҡа бер генә зыян да, бер генә файҙа ла эшләй алырлыҡ көскә эйә түгелмен, — тип, һәр өммәттең әжәле бар. Әжәл килгәс, бер генә сәғәткә лә ҡала алмаҫтар, бер сәғәткә алдан да китмәҫтәр. (50) Әйт һин:
— (Әй, мөшриктәр) Нимә әйтерһегеҙ? Аллаһтың язаһы һеҙгә төндә йәки көндөҙ килеп төшһә, нимә эшләрһегеҙ? Гөнаһлылар шуларҙың ҡайһыһын ашыҡтыра алыр икән? (51) Башығыҙға бәлә килгәндән һуң ғына Уға иман килтерәсәкһегеҙме? Әллә хәҙерме? Һеҙ (ғазап килеүҙе) ашыҡтыра инегеҙ. (52) Ахырҙа золом итеүселәргә:
— Мәңгелек ғазапты татығыҙ, — тип әйтелер. (Фани донъяла) үҙегеҙ йыйғандарығыҙға (гөнаһтарығыҙға) күрә язаһын алаһығыҙмы? Ҡылмаған гөнаһтарығыҙ өсөн язаланмайһыҙҙыр бит! (53) Кәферҙәр һинән һорай:
— Ул (язалар, ысындан да, киләсәкме) дөрөҫмө? — тип әйтәләр. Әйт:
— Әлбиттә, Раббым исеме менән ант итәм, (валлаһи), ысындан да дөрөҫ (ул ғазаптар киләсәк) һәм һеҙ Аллаһты көсһөҙләндерә алмаҫһығыҙ, — тип. (54) (Фани донъяла) ғәҙелһеҙлек ҡылған һәр кем, әгәр ҙә бөтөн донъя малына эйә булып алһа, (ғазаптан ҡотолор өсөн) бөтөн малын бирер ине. Әсе ғазапты күргәс, уларҙың күңелендә йәшеренгән үкенеүҙәре өҫкә сығыр. Барыһы ла ғәҙел хөкөмгә тартылыр, уларға тейешенән артыҡ яза бирелмәйәсәк. (55) Аң булығыҙ, күктәрҙә һәм Ерҙә булған һәр нәмә Аллаһтыҡы. Аллаһтың вәғәҙәһе хаҡтыр, ләкин был турала күбеһе белмәй. (56) Ул йән өрөүсе лә, йән алыусы да, бары тик Уның хозурына ҡайтасаҡһығыҙ. (57) Әй, кешеләр, һеҙгә Раббығыҙҙан бер өгөт (Ҡөръән Кәрим), күңелдәрегеҙҙә булғандарҙан (икеләнеү, ҡайғы, иманһыҙлыҡ борсоуҙарынан) бер шифалы дауа, мөьминдәр өсөн бер тура юл һәм рәхмәт килде. (58) Әйт:
— Аллаһтың йомартлығына һәм рәхмәтенә шатланһындар. Был (Ҡөръән күрһәткәнсә йәшәү) — улар йыйғандан (донъя байлығынан) хәйерлерәк, — тип. (59) Әйт:
— Аллаһ һеҙгә индергән ризыҡтарҙың бер өлөшөн хәләл, бер өлөшөн харам иттегеҙ, быға нимә әйтерһегеҙ икән? — тип. Әйт:
— Аллаһ рөхсәт иттеме һеҙгә, әллә Аллаһ тураһында йыйын юҡ-бар һөйләп йөрөйһөгөҙме? (60) Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар сығарғандарҙың Ҡиәмәт көнөндә күрәсәктәре тураһында нимә уйлайҙар икән? Шик юҡ, Аллаһ кешеләргә мәрхәмәтле. Ләкин уларҙың күбеһе шөкөр итмәҫ. (61) Һин берәй эш менән мәшғүл булғанда ла, Ҡөръәндән берәй аят уҡығанда ла, берәй эшкә бирелеп, мауығып китһәң дә, һәр ваҡыт өҫтөңдә шаһит булырбыҙ. Ҡайҙа булһа ла, Күктәме, Ерҙәме булһын, туҙан бөртөгө ауырлығындағы нәмәләр ҙә Раббының иркендә булыр (Уның иғтибарынан йәшеренеп ҡала алмаҫ). Тағын да бәләкәйерәге лә, ҙурырағы тураһында ла (Ләүхел Мәхфүз тип аталған) изге Китапта яҙылған. (62) Әйе, шулай, Аллаһтың дуҫтарына ҡурҡыныс юҡ; улар хәсрәттә ҡалмаҫ. (63) Улар — иман килтереп, тәҡүәлеккә ирешкән кешеләр. (64) Донъяла йәшәгәндә лә, Әхирәттә лә уларға биреүсе бар. Аллаһтың һүҙҙәрендә үҙгәреш юҡ. Бына был бөйөк ҡотолоштоң үҙелер.
65. (Ий, Рәсүлем) уларҙың (инҡарсыларҙың) һүҙҙәре Һине хафаға һалмаһын. Бөтөн ғиззәт (бөйөклөк) Аллаһтандыр. Ул ишетә, белә.
66. Яҡшы белеп тороғоҙ, күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, барыһы ла Аллаһтыҡы. Аллаһтан башҡа ялған тәңреләргә табынғандар нимәгә эйәрә һуң? Дөрөҫө шул, улар уйҙырманан башҡа нәмәгә эйәрмәйҙәр, улар бары тик ялған һөйләүселәр. (67) Ул (Аллаһ) ҡараңғы төшкәс, ял итһендәр тип, төндө, (эшләп ашарығыҙ өсөн) көн яҡтылығын яралтты. Шик юҡ, тыңлағандар өсөн (аңларға теләгәндәр өсөн) бында ғибрәттәр бар. (68)
— Аллаһ бала атаһы булды, — тинеләр. Әстәғфирулла! Ул бындай эштән азаттыр. Уның ихтыяжы юҡтыр. Күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, Уныҡылыр. Был мәсьәләлә ҡулығыҙҙа бер ниндәй дәлил дә юҡ. Аллаһ хаҡында белмәгәнегеҙҙе һөйләйһегеҙ. (69) Әйт:
— Аллаһ тураһында ялған, уйҙырмалар һөйләгәндәр (язанан) ҡотола алмаҫ, — тип. (70) Фани донъяла әҙ миҡдарҙа рәхәт сиккәндән һуң, улар беҙҙең янға ҡайтыр. Инҡар иткәндәре өсөн ахырҙа улар хәтәр язаға тартылыр.
71. Уларға Нух тураһындағы хикәйәне уҡы; үҙ халҡына ул нәмә тине:
— Әй, ҡәүемем, әгәр һеҙҙең арала йәшәүем һәм Аллаһтың аяттарын иҫегеҙгә төшөрөп тороуым оҡшамаһа, мин бары тик Аллаһҡа ғына тәүәккәл ҡылдым. Һеҙ ҙә Аллаһҡа тиңдәш ҡылғандарығыҙҙы йыйып һәм нимә ҡыласаҡтарығыҙ тураһында ҡарарланығыҙ. Ләкин аң булығыҙ, һуңынан үҙ башығыҙға булмаһын. Ахырҙа мине теләһәгеҙ нимә эшләтегеҙ, һелкенергә лә форсат бирмәгеҙ, (72) әгәр йөҙ сөйөрһәгеҙ. Мин һеҙҙән әжер көтмәйем. Минең әжерем Аллаһ тарафынан булыр, башҡанан булмаҫ, миңә мосолман булыу бойоролған, - тине. (73) Ләкин улар (Нух пәйғәмбәрҙең) һүҙҙәрен ялғанға сығарҙылар. Беҙ ҙә уны һәм дә уның яҡындарын кәмәгә ултыртып, ҡотҡарып ҡалдыҡ. Уларҙы (Ергә хужа) хәлифәләр иттек. Аяттарыбыҙҙы ялған тип атаусыларҙы һыуға батырҙыҡ. Ҡара, (өгөтләп тә) өгөт алмағандарҙың яҙмышы нисек булды? (74) Һуңынан уның артынан үҙ халҡы араһына байтаҡ ҡына пәйғәмбәрҙәр юлланыҡ. Уларға мөғжизәләр (аяттар) килтерҙек. Ләкин улар элек тә ялған һынаған нәмәләргә ышанманылар (иман килтермәнеләр). Сиктәрҙе уҙғандарҙың күңелдәрен Беҙ бына шулай итеп бикләп ҡуябыҙ.
75. Унан һуң Беҙ Муса менән Һарунды аяттарыбыҙ менән Фирғәүен һәм уның затлы кешеләренә күндерҙек. Ләкин улар (мөшриктәр) йөҙ сөйөрҙөләр, гөнаһлы халыҡ булдылар. (76) Беҙҙең тарафтан Хәҡиҡәт (аяттар) килгәс: Улар:
- Был, әлбиттә, күренеп торған сихырсылыҡ, — тинеләр.
77. Муса:
- Нисек итеп һеҙ Хәҡиҡәт өҫтөнә шулай әйтә алаһығыҙ? Быны һеҙ сихыр тип уйлайһығыҙмы? Сихырсылар бер ҡасан да бәхеткә ирешәсәк түгел, — тине. (78) Улар әйтте:
- Һеҙ (Муса менән Һарун) беҙҙе аталарыбыҙ тоткан диндән биҙҙерер өсөн һәм Ер йөҙөнә икегеҙ генә баш булып ҡалыр өсөн килдегеҙме? Беҙ һеҙгә ышанмайбыҙ, — тинеләр.
(79) Фирғәүен әйтте:
— Бөтөн мәшһүр сихырсыларҙы бында килтерегеҙ, — тине.
(80) Сихырсылар килгәс, Муса уларға:
— Ырғытаһы әйберегеҙҙе ырғытығыҙ, — тине. (81) Улар ташлағас, Муса әйтте:
— Һеҙ ҡылғандар бары тик (күҙ буяу) сихыр ғына. Аллаһ һеҙҙе фаш итәсәк. Сөнки Аллаһ боҙоҡ кешеләрҙең эшен хупламай, — тине. (82) — Гөнаһлыларҙың һушына китмәһә лә, Хәҡиҡәтте Аллаһ Үҙ һүҙҙәре менән раҫлар. (83) Фирғәүен һәм уның затлы кешеләренең үс алыуынан ҡурҡып, шул ҡәүемдең бер нисә йәш кешеһенән башҡаһы иман килтермәне. Сөнки Фирғәүен Ер йөҙөндәге иң рәхимһеҙ һәм сиктәрҙе уҙған (аҙғын) хөкөмдарҙарҙың береһе ине.
(Фирғәүен: мин үҙем Аллаһ, тип иғлан иткән кеше ).
(84) Шунан Муса әйтте:
— Әй, ҡәүемем, әгәр ҙә Аллаһҡа иман килтереп, Уға баш эйгәнһегеҙ икән, бары тик Уға ғына буйһоноғоҙ, — тине. (85) Улар ҙа әйттеләр:
— Аллаһҡа тәүәккәлләнек. Йә, Раббыбыҙ, беҙҙе залимдар ҡулы аҫтындағы һынауға дусар итмә, - тинеләр. — (86) Һәм рәхмәтең менән беҙҙе кәферҙәр тоҡомонан ҡотҡар. (87) Беҙ ҙә (йәғни Аллаһ Үҙе) Муса менән туғанына:
— Ҡәүемегеҙ өсөн Мысырҙа өйҙәр һайлағыҙ, ул өйҙәр намаҙ уҡый торған ғибәҙәтханаларға әүерелһен, намаҙҙарығыҙҙы еренә еткереп уҡығыҙ. (Ий, Муса) мосолмандарҙан һөйөнсө ал (йәннәткә керәсәктәрен хәбәр ит), — тинек. (88) Муса әйтте:
— Йә, Раббыбыҙ, ысынлыҡта Һин Фирғәүенгә һәм уның тоҡомона фани донъяла күпме зиннәт, күпме малдар бирҙең (уларҙы байыттың). Йә, Раббыбыҙ, улар (шул байлыҡ менән ҡыҙыҡтырып) кешеләрҙе Һинең тура юлыңдан яҙҙырһын, өсөнмө (шул муллыҡты бирҙең?) Уларҙың малын юҡ ит, йәндәренә әрнеү һал; шундай әрнеткес язаларҙы күрмәйенсә, улар иман килтермәҫ, — тине. (89) (Аллаһ әйтте):
— Икегеҙҙең дә (Муса менән Һарундың) доғаһы ҡабул булды. Тоғро юлда ныҡ тороғоҙ һәм наҙандарҙың юлына баҫмағыҙ, — тине. (90) Беҙ Исраил улдарын (Яҡуп тоҡомон) диңгеҙ аша кистерҙек. Фирғәүен һәм уның ғәскәре хәтәр дошманлыҡ менән улар артынан ҡыуа сыҡты. Ниһайәт, (диңгеҙҙә) батып үләсәктәрен аңлағас, (Фирғәүен):
— Ысындан да, Исраил улдары инанған Тәңренән башҡа тәңре булмағанына мин иман килтерҙем. Мин дә мосолман булдым, — тине.
91. Хәҙер иман килтерҙеңме? Гәрсә, бынан алда һин буйһонманың һәм аҙғынлыҡ таратыусыларҙан инең.
(Муса менән Һарунды ҡыуып барғанда Фирғәүен үҙенең ғәскәре менән диңгеҙгә барып керә һәм тулҡындар уны ҡаплай, Фирғәүен үлеме алдынан иман килтерә, ләкин уның тәүбәһе ҡабул ҡылынмай.)
92. (Әй, Фирғәүен) Һинән һуң киләсәк быуынға ғибрәт булһын тип, бөгөн һинең кәүҙәңде ҡотҡарасаҡбыҙ. Тик кешеләрҙең байтағы хаҡ аяттарыбыҙҙан хәбәрһеҙ.
(«Фирғәүендең гәүҙәһен бәлзәмләп ҡатыралар, бөгөн дә кешеләр Фирғәүен кәүҙәһен күреп ғибрәт ала».
Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
93. Хаҡтыр, Беҙ Исраил улдарын гүзәл бер йортҡа урынлаштырҙыҡ һәм уларға паҡ ниғмәттәрҙән ризыҡ бирҙек. Улар үҙҙәренә ғилем килгәнсә үҙ-ара бәхәсләшмәнеләр. Шик юҡ, Раббың Ҡиәмәт көндө уларҙың ғауғалары тураһында нәтижә сығарыр.
94. (Рәсүлем) Әгәр һиңә индергәнебеҙгә шикләнеп ҡарайһың икән, һиңә ҡәҙәр ингән Китапты (Тәүрәтты) уҡығандарҙан һорап ҡара, хаҡтыр, Раббыңдан һиңә Хәҡиҡәт килде. Шикләнеүселәрҙән булма. (95) Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарыусы ла булма. Һуңынан зыян күрерһең. (96) Хаҡтыр, өҫтәренә Аллаһтың хаҡ һүҙе төшкәс тә, улар иман килтермәҫ. (97) Хатта алдарына бөтөн мөғжизәләрҙе (аяттарҙы) килтереп һалһаң да, әрнетеүле ғазаптарҙы күрмәйенсә, улар инанмаясаҡ. (98) (Вәғәҙә иткән язаларыбыҙ килеп тотҡас ҡына) иман килтереп тә файҙа күргән берәй халыҡ бармы икән? (Ундай халыҡ юҡ!) Бары тик Юныс тоҡомо ғына иҫкәрмә булып тора, улар иман килтергәс, фани донъяла уларға биреләсәк мәсхәрәле язаларҙы киҫектерҙек һәм уларға бер аҙ ваҡытҡа (үлемдәренә саҡлы) иркен тормош бирҙек.
99. Әгәр Раббың ихтыяр итһә, Ер йөҙөндәге барса кешеләр ҙә иман килтергән булыр ине. Шулай булғас, һине мосолман яһайым тип, кешеләрҙе көсләп иман килтермәксе булаһыңмы? (100) Аллаһтың рөхсәтенән башҡа бер кем дә иман килтермәҫ. Ул аңларға теләмәгәндәрҙе морҙар (инҡарсы) яһар (яза бирер). (101) Әйт:
— Күктәрҙә, Ерҙә нимә бар, ҡарағыҙ ҙа, (ғибрәт алығыҙ), — тип.
Ләкин иманһыҙ халыҡ өсөн дәлилдәр ҙә (аяттар ҙа), киҫәтеүҙәр ҙә файҙа бирмәҫ. (102) Улар үҙҙәренән алда йәшәп-киткән ҡәүемдәр көнөнә ҡалмаҡсы булалармы? (Шул мәсхәрәле яза көнөн көтәләрме?)
Әйт:
— Көтөгөҙ. Шик юҡ, мин дә һеҙҙең менән бергә көтөрмен, — тип. (103) Һуңынан Беҙ пәйғәмбәрҙәребеҙҙе һәм улар кеүек үк иман килтергәндәрҙе ҡотҡарасаҡбыҙ. Иманлыларҙы ҡотҡарыу минең эш, бары тик минең вазифамдыр. (104) Әйт:
— Әй, кешеләр, минең тинемә шикләнеп ҡарағыҙ, (белеп тороғоҙ) мин Аллаһтан йөҙ сөйөрөп, һеҙ табынғандарға табынмайым, мин бары тик һеҙҙең йәнегеҙҙе аласаҡ Аллаһҡа ғына буйһонам. Миңә мосолман булыу тәҡдир ителде, -тип. (105) — Миңә хәниф (Аллаһтың берлеген туныусы) булырға, йөҙөмдө тура дингә борорға, мөшрик булмаҫҡа бойоролдо, —тип әйт. (106) Аллаһты танымайынса, һиңә файҙа ла, зарар ҙа килтерә алмаған нәмәләргә табынма. Әгәр шулай эшләһәң (боттарға табынһаң), һин мотлаҡ залимдарҙың береһе буласаҡһың. (107) Аллаһ һинең башыңа берәй бәлә ебәрһә, Унан башҡа ул бәләне бер кем дә ала алмаҫ. Әгәр һиңә бер изгелек килһә, уны ла һинән тартып ала алмаҫтар. Ул Үҙе ихтыяр иткән ҡолдарына изгелек бирер һәм ярлыҡар, ғәфү итер. (108) Әйт:
- Әй, кешеләр, һеҙгә Раббығыҙҙан Хәҡиҡәт (Ҡөръән) килде. Кем тура юлға баҫа, бары тик үҙе өсөн файҙалы. Кем тура юлдан яҙа, үҙе ғәйепле, Мин һеҙҙең өсөн яуап биреүсе вәкил түгел, — тип әйт.
109. (Рәсүлем) һин уахи ителгәнгә (Ҡөръәнгә) эйәр һәм Аллаһтан әмер килгәнсегә саҡлы сабыр ит. Ул хөкөмдарҙарҙың иң изгелеклеһелер.
11 - Һуд (Һуд) сүрәһе
(һуд сүрәһе 123 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Бер өлөшө Мәҙинәлә ингән, тип фаразлана.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф. Ләм. Ра. Был шундай бер Китаптыр, уның аяттары иң ҡәтғи дәлилдәр менән раҫланған, ап-асыҡ аңлатылған, (ул Китап) хөкөм эйәһе, бар нәмәне белеп тороусы тарафынан камил рәүештә тәртипләнгән.
2. Әйт:
— Аллаһтан башҡа затҡа табынмаһындар, тип индерелде. Шик юҡ, мин Уның тарафынан ебәрелгән бер киҫәтеүсе һәм һөйөнсө алыусы кеше. (3) Һәм Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ, тәүбә итегеҙ, тип индерелде. (Әгәр ошо әмерҙәрҙе еренә еткереп үтәһәгеҙ) Аллаһ һеҙҙе тәғәйенләнгән бер ваҡытҡа саҡлы муллыҡта йәшәтер, артығы менән изгелек ҡылған һәр кемгә артығы менән изгелек бирер. Әгәр ҙә йөҙ сөйөрһәгеҙ, Ҡиәмәт көнөндә башығыҙға яза килер тип ҡурҡам, — тип әйт.
4. Һеҙ бары тик Аллаһ хозурына ҡайтасаҡһығыҙ. Ул бөтә нәмәгә ҡөҙрәтле.
5. Аң булығыҙ, улар (мөшриктәр) күңелдәрендә булған дошманлыҡты йәшерер өсөн нимәләр генә ҡыланмайҙар. Аң булығыҙ, улар ҡат-ҡат кейемдәргә уранып, йәшерергә тырышҡан нәмәләрен дә, күҙ алдына ҡылғандарын да Аллаһ үтә күреп тора. Хаҡтыр, ул күңелгә йәшеренгәндәрҙе лә белеп тороусы.
6. Ер йөҙөндә йәшәүсе һәр йән эйәһенең ризығы бары тик Аллаһ ихтыярында. Аллаһ ул йән эйәләренең торған урынын да, һуңынан ҡайҙа урынлаштырыласағын да белә. Быларҙың барыһы тураһында ла Китапта ап-асыҡ яҙылған.
7. Уның тәхете идараһы һыу өҫтөндә ине. Яҡшы эштәр башҡарғанығыҙҙы һынар өсөн Ул күктәрҙе, Ерҙе алты көндә яралтты.
Әгәр һин:
— Үлемдән һуң яңынан тереләсәкһегеҙ, — тип әйтһәң, кәферҙәр, һис шикһеҙ:
- Был күҙ буяуҙан (сихырҙан) башҡа нәмә түгел, — тип әйтәсәктәр.
(«Уның тәхете һыу өҫтөндә ине» һөйләме тураһында бәхәстәр күп. Хәсән Басри Чантай яҙыуына күрә, мәшһүр тәфсирселәрҙән Бәйзаүи был фекерҙе кире ҡаға. Күк менән Ер яралтылғанға саҡлы ғаләмдә Ғәреш һәм һыу ғына була. «Ғәрше көрси” ҙең һүҙлек мәғәнәһе — туғыҙынсы ҡат күктә урынлашҡан тәхет. Әммә ҡайһы берәүҙәр уны Бөтөн Ғаләм йәки уның менән идара итеү тип аңлата.
«Ғәреш: ғаләмдәге бөтөн есемдәрҙе солғап алған һәм беҙ күҙ алдына килтерә алмаған нәмәлер. Тәфсирселәрҙең был аятҡа ҡағылышлы аңлатмаларына күрә, Аллаһы Тәғәлә башта Ғәреште, унан һуң һыуҙы, унан һуң күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан».
Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
8. Әгәр ҙә Беҙ уларға биреләсәк язаны һанаулы көндәргә кисектереп торһаҡ, һис шикһеҙ: — Был кисектереүҙең сәбәбе нимә? (Ни өсөн ғазапты бөгөн үк бирмәй?) — тип һораясаҡтар. Аң булығыҙ, ул яза килгәс, улар өҫтөнән яза алынмаҫ. Улар көлкөгә һанап килгән ул ғазаптар үҙҙәрен үк уратып аласаҡ.
9. Кешегә рәхим-рәхмәттәр биреп тә һуңынан ул рәхим-рәхмәттәребеҙҙе унан алһаҡ, ҡарағыҙ, ул кеше тамам өмөтһөҙлөккә төшә һәм шөкөрһөҙ була.
10. Башына төшкән бәләнән һуң уға ниғмәттәр бирһәк, әлбиттә, ул:
— Яманлыҡтар минән китте, — тип әйтер.
Ул саҡта кеше (мөшкөл хәлен онотоп) ҡыуаныр һәм танауын сөйөр (маһайыр). (11) Ауырлыҡтарға сыҙап, сабыр итеп, изгелек ҡылғандар улай түгел. Улар өсөн ярлыҡау һәм әжерҙәр булыр.
12. (Мөшриктәр):
— Ул (Аллаһың) Күктән беҙгә хазина яуҙырһын ине йәки берәй фәрештәһен төшөрһөн, — тип әйткәс, бәлки һин аяттарыбыҙҙың ҡайһы берҙәрен уларға аңлатыуҙан баш тартырһың һәм шуның арҡаһында йәнең ҡыҫылыр. Аң бул, һин бары тик киҫәтеүсе генә. Аллаһ ҡына бөтөн нәмәнең хужаһы.
13. — Уны (Ҡөръәнде) әллә үҙеңдән сығарып яҙҙыңмы? — тип һорарҙар мөшриктәр.
Һин әйт:
— Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә шуның кеүек, һис юғында ун сүрә сығарып, яҙып ҡарағыҙ. Аллаһтан башҡа табынғандарығыҙҙы ла саҡырығыҙ, (ул уйҙырма Илаһтарығыҙ ҙа берәй сүрә яҙып ҡараһын) әгәр ҙә һеҙҙең һүҙегеҙ дөрөҫкә сыҡһа, — тип.
14. Әгәр ҙә шунан һуң улар (мөшриктәр һәм һындар-боттар яуап бирмәһә) был эште (аят яҙыуҙы) башҡара алмаһалар, хаҡтыр, ул (Ҡөръән) Аллаһтың ғилеме менән индерелгән булып ҡала. Ысынлап та, Аллаһтан башҡа тәңре юҡ. Инде шунан һуң да һеҙ мосолман булмаҫһығыҙмы икән?
15. Фани донъяла муллыҡ эсендә йәшәргә теләгәндәргә, башҡарған эштәренең гүзәл әжере булараҡ, мул итеп түләрбеҙ, улар һис бер зыян күрмәҫ.
16. Бына шулар инде Әхирәттә уттан башҡа нәмә алмаясаҡ кешеләр. Уларҙың ҡылғаны ла файҙаһыҙ эш ине. Фани донъяла ҡылғандары юҡҡа сыҡты.
17. Аллаһтан аяттар ҡабул итеп, арттарынан шаһит килһә, әгәр алдарында яҡшы юлға өндәүсе, рәхмәтле Мусаға бирелгән Китап ятһа, улар иман килтерерҙәр. Уны танымаған һәр төрлө төркөмдәргә алдан вәғәҙә ителгән тамуҡ буласаҡ. Һин дә был мәсьәләлә икеләнеп ҡалма. Сөнки, хаҡтыр, быларҙың барыһы ла Раббыңдандыр. Ләкин кешеләрҙең (мөшриктәрҙең) күбеһе иман килтермәй.
18. Аллаһҡа ҡаршы ялғандар уйлап сығарғандан да яманыраҡ кем бар? Улар Аллаһ хөкөмөнә китереләсәк, шаһиттар ҙа:
— Бына былар Раббыға ҡаршы ялған һөйләүселәр, — тип әйтәсәк.
Аң булығыҙ, Аллаһтың ләғнәте залимдар башына буласаҡ.
19. Улар шундай (залимдар, кешеләрҙе) Аллаһ юлынан яҙҙырырға, уны (тура юлды) кәкре итеп күрһәтергә теләйҙәр. Әхирәтте инҡар итеүселәр ҙә шулар булыр.
20. Улар Ер йөҙөндә (Аллаһты) көс-ҡеүәтһеҙ хәлдә ҡалдырырлыҡ ҡөҙрәткә эйә түгел. Үҙҙәрен Аллаһтан (язаһынан) ҡотҡара алырлык бер генә ярҙамсылары ла юҡ. Уларға ҡат-ҡат яза биреләсәк. Улар Хәҡиҡәтте ишетмәмешкә, күрмәмешкә һалышалар. (21) Улар үҙҙәренә үҙҙәре зыян эшләне. Уйлап сығарғандары (боттары) ла, үҙҙәренән ҡасып китеп, юҡҡа сыҡты. (22) Шик юҡ, Әхирәттә иң күп зыян күреүселәр ҙә шулар булыр.
23. Иман килтереп, изгелекле эштәр эшләгән кешеләр, Аллаһҡа буйһоноп, итәғәт иткәндәр йәннәт әһелдәре булып, шунда мәңгегә ҡаласаҡ.
24.Был ике халыҡтың (кәферҙәр менән мосолмандарҙың) хәле һуҡыр менән күҙле, һаңғырау менән ишетеүсе кешенеке кеүек. Улар бер-береһенә тиң булырмы? Әле һаман ғибрәт алмайһығыҙмы ни?
25. Бына Беҙ Нухты үҙ халҡына пәйғәмбәр итеп күндергән инек. (Ул әйтте).
— Әлбиттә, мин Аллаһтың ғазабы тураһында һеҙҙе киҫәтеүсе кеше. (26) Аллаһтан башҡаға ғийбәҙәт ҡылмағыҙ. Хаҡтыр, мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә хәтәр яза килер, тип ҡурҡам, — тине. (27) (Нух) ҡәүеменең иманһыҙ етәкселәре әйтте:
— Һин дә беҙҙең кеүек үк бер кеше. Һинең арттан бары тик үҙ башы булмаған түбән ҡатлам кешеләре генә эйәргәнен күрәбеҙ. Беҙҙән өҫтөн һис бер өҫтөнлөк һиндә юҡ. Күреп торабыҙ, һеҙҙең барығыҙ ҙа ялғансы. (28) (Нух) әйтте:
— Әй, ҡәрҙәштәрем, әгәр Раббым тарафынан миңә ебәрелгән асыҡ иҫбатҡа эйә булһам, һәм Ул миңә үҙ ҡатынан бер рәхмәт индергән булһа, һеҙҙән йәшереп тотолған булһа, быңа нимә әйтерһегеҙ? Һеҙ уны ҡабул итергә теләмәһәгеҙ, беҙ уны һеҙгә ирекһеҙләп таҡмаясаҡбыҙ. (29) Әй, халҡым, Аллаһтың әмерҙәрен һеҙгә еткергәнем өсөн мин һеҙҙән һис бер мал (түләү) һорамайым. Миңә тейешле әжер бары тик Аллаһ ихтыярында ғына. Мин иман килтергәндәрҙе янымдан ҡыумаясаҡмын. Улар Аллаһ менән ҡауышасаҡ. Фәҡәт мин һезҙҙе билдәһеҙлек эсендә аҙашҡан бер халыҡ булараҡ күрәм.
30. ... Әй, халҡым, уларҙы ҡыуһам, мине Аллаһтан (уның язаһынан) кем килеп ҡотҡарыр? Шуны ла аңламайһығыҙмы ни һуң һеҙ? (31) Мин һеҙгә:
— Аллаһтың бөтөн хазинаһы минең ҡулда, тип әйтмәнем. Ләкин мин йәшерен нәмәләрҙе лә белмәйем. «Мин - фәрештә», -тип тә әйтмәйем. Һеҙ нәфрәт менән ҡараусыларға ла мин: «Аллаһ уларға бер ҡасан да изгелек ҡыласаҡ түгел», - тип әйтә алмайым. Уларҙың күңелендә нимәләр барын бары тик Аллаһ ҡына белә. Иман килтергән (фәҡирҙәрҙе) янымдан ҡыуған хәлдә мин дә залимға әүереләсәкмен, — тине. (32) Тегеләр әйтте:
— Әй, Нух, һин беҙҙең менән оҙаҡ һүҙ көрәштерҙең, ғауғаны арттырҙың ғына. Әгәр ҙә һин дөрөҫ һүҙ һөйләй торған булһаң, беҙҙе ҡурҡыта торған язаны хәҙер үк килтер, - тинеләр. (33) (Нух) әйтте.
— Уны бары тик Аллаһ ҡына килтерә ала (яза биреү бары тик Аллаһ ихтыярында ғына). Һәм һеҙ Аллаһты көс-ҡеүәтһеҙ итә алмаясаҡһығыҙ (һеҙ хаҡлы булып, Аллаһты көсһөҙ хәлдә, көлкөгә ҡалдыра алмаясаҡһығыҙ). (34) Әгәр Аллаһ һеҙҙе аҙаштырырға теләһә, мин һеҙҙе ни ҡәҙәр генә өгөтләһәм дә, һеҙгә файҙа булмаҫ (иманга килмәйәсәкһегеҙ). Ул һеҙҙең Раббығыҙ. Һәм, ниһайәт, һеҙ Уның янына килтереләсәкһегеҙ. (35) (Улар –мөшриктәр):
— Ул (Мөхәммәд) быны (Ҡөръәнде) үҙе уйлап сығарған, — тип әйтерҙәр.
(Эй, Мөхәммәд) әйт:
- Әгәр ҙә мин уны үҙем уйлап сығарған булһам, гөнаһы үҙемә булыр. Ләкин мин һеҙ ҡылған гөнаһтан йыраҡ торасаҡмын, — тип. (36) Нухҡа уахи ителде:
—Халҡың эсенән иман килтергәндәрҙән башҡаһы иман килтермәйәсәк. Шулай булғас, улар ҡылған (гөнаһтар) өсөн борсолма. (37) Мин күреп торғанда, әмеребеҙ килгәс, кәмә эшлә һәм кәфер иткәндәр тураһында минең менән бер һүҙ ҙә һөйләшмә (йәғни, улар өсөн ғәфү һорама, доға ҡылма). Улар, һис шикһеҙ, батып үләсәк. (38) Нух кәмә яһай башлағас, халыҡтың бай етәкселәре уның янынан үтеп-һүтеп йөрөгәндә мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеп уҙалар ине. Ул (уларға) әйтте:
— Әгәр ҙә беҙҙән көләһегеҙ икән, шуны яҡшы белеп тороғоҙ, һеҙ беҙҙән көлгән кеүек, килер ваҡыт, беҙ ҙә һеҙҙән көлөрбөҙ. (39) Хурлыҡлы язаның кем өҫтөнә киләсәге һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғазаптың кем башына төшәсәген оҙаҡламай күрербеҙ, - тине. (40) Ниһайәт, әмеребеҙҙән һуң һыу ҡайнап таша башлағас, Нухҡа әйттек:
— Исемдәре телгә алынғандарҙан тыш (кәферҙәрҙән, бер ҡатыныңдан, бер улыңдан башҡа йән эйәләренең) һәр берһенән берәй пар, ғаиләңде һәм иман килтергәндәрҙе кәмәңә ал.
Әммә уның менән бергә бик әҙ кеше иман килтергән ине.
(«Т. Кочигитта: мейес ҡайнай башлағас. X. Ҡараманда: һыуҙар ҡайнап, күбәйә башлағас. X. Чантайҙа: мейес ҡайнаған заман. И. Крачковскийҙа: закипела печь. Ш. Ноғманиҙа: ерҙән һыу ҡайнап сыға башлағас, тип бирелә. Ләкин ғасырыбыҙҙың ғалимдарынан Хәмди Языр иһә, хәҙрәти Нух кәмәһенең елкәнле булмайынса, пар машинаһында йөрөгәнлеге тураһында фараз ҡыла. Йәғни, пар ҡаҙанының ҡайнай башлауына ишара итә. Мәуләнә М. Алидә иһә: үҙәндән урғылып һыу аға башлағас, тип әйтелгән».
Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
41. (Нух) әйтте:
— Кәмәгә менегеҙ. Уның йөҙөп китеүе лә, туҡтауы ла Аллаһ исеме менән башҡарыла. Шик юҡ, Раббым ярлыҡаусы, ғәфү итеүселер, — тине. (42) Кәмә уларҙы алып тау кеүек тулҡындар араһында йөҙә ине. Нух кәмәнән йыраҡта ҡалған улына:
— Балаҡайым, һин дә беҙҙең менән бергә кәмәгә ултыр, кәферҙәр менән бергә булма, — тип ҡысҡырҙы.
43. (Ярҙа ҡалған) улы:
— Мин һыу етмәҫлек тау түбәһенә менеп ҡотоласаҡмын, - тине. (Нух):
— Бөгөн Аллаһтың әмеренән мәрхәмәтле Аллаһтан башҡа берәү ҙә ҡотҡара алмаясаҡ, — тине. Шул саҡ улар араһына тулҡын бәреп керҙе һәм шулай итеп, (Нухтың улы) батып үлде. (44) Һәм әйтелде (Аллаһ тарафынан):
— Әй, Ер, һыуыңды йот. Әй, Күк, һыуыңды туҡтат, — тип әйтелде. Һыу кәмей башланы. Эш тамам булды. Кәмә лә Джүди тауына килеп һыйынды Һәм:
— Тонсоҡһон шул залимдарҙың тоҡомо, — тип әйтелде. (45) Раббыһына доға итеп, Нух әйтте:
— Йә, Раббым, шөбһәһеҙ, улым да минең тоҡомом ине бит. Һинең вәғәҙәң иһә, әлбиттә, хаҡтыр. Һин хаҡимдар хаҡимы, —тине. (46) Аллаһ әйтте:
— Әй, Нух, ул асылында һинең тоҡомоң түгел ине. Сөнки ул — яманлыҡ ҡылған кеше. Шулай булғас, белмәгәнең тураһында Миннән үтенмә. Джәһилләрҙән (наҙанлығы арҡаһында гөнаһ ҡылыусы) булмаһын, тип киҫәтәм Мин һине. (47) Нух әйтте:
— Йә, Раббым, киләсәктә белмәгәнем тураһында ялбармаҫ өсөн, Һиңә һыйынам. Мине ярлыҡамаһаң, ғәфү итмәһәң, мин зыян күреүселәрҙән һаналырмын. (48) (Аллаһ) әйтте:
— Әй, Нух, һиңә һәм һинең менән бергә булған халҡыңа Беҙҙән сәләм, бәрәкәттәр менән (кәмәнән) төшөгөҙ. Уларҙы Беҙ донъяла рәхәт йәшәтәсәкбеҙ. Һуңынан Беҙҙән хәтәр яза аласаҡ халыҡтар ҙа буласаҡ.
49. (Мөхәммәд) һиңә индерелгән йәшерен хәбәрҙәр ошо булыр. Бынан алда был хәбәрҙәрҙе һин дә, халкың да белмәй ине. Шуға күрә, һин сабыр ит. Сөнки һуңғы нәтижә (әжер, сабыр итеп, ҡыйынлыҡтарға сыҙап, гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланғандарҙыҡы булыр.
50. Ғәд ҡәүеменә лә һудты күндерҙек. Әйт:
— Әй, ҡәүемем, Аллаһҡа буйһоноғоҙ. Уннан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Башҡаһын һеҙ бары тик уйлап ҡына сығарҙығыҙ, — тип. (51)
— Әй, ҡәүемем, мин һеҙҙән түләү өмөт итмәйем. Минең әжерем бары тик мине яралтҡан (Аллаһ) ихтыярында ғына. Әле һаман шул турала уйлап ҡарағанығыҙ булманымы ни?— тип әйт. (52)
— Әй, ҡәүемем, Раббығыҙҙан ярлыҡау теләгеҙ. Һуңынан тәүбәгә килегеҙ. Өҫтөгөҙгә мул ямғырҙар яуҙырһын һәм ҡеүәтегеҙгә ҡеүәт өҫтәһен. Гөнаһ ҡылып (Аллаһтан) йөҙ сөйөрмәгеҙ, — тип әйт. (53) Улар әйтте:
— Әй, һуд, һин беҙгә асыҡ бер мөғжизә күрһәтмәнең, һинең һүҙеңә ҡарап, беҙ ҙә тәңреләребеҙҙе ташламаясаҡбыҙ, һәм беҙ һиңә ышанып, иман килтерәсәк түгелбеҙ, —тинеләр. (54) - Беҙ: тәңреләребеҙҙең берәйһе һиңә зыян-зәхмәт һалғандыр, — тип кенә әйтә алабыҙ. (Йәғни шул зәхмәттән һуң һин аҡылдан яҙғанһыңдыр, юҡты һөйләп йөрөйһең.) (Һуд) әйтте:
— Мин Аллаһты шаһит итәм. Һеҙ ҙә шаһит булығыҙ, мин һеҙ Аллаһҡа тиң күреп табынғандарҙан йыраҡ торам,— тине. (55) — Унан башҡа (табынған һындарығыҙ) менән бергә барығыҙ ҙа миңә ҡаршы, тын алырға ла ирек бирмәҫтәй, мәкер ҡороғоҙ. (56) Ысындан да мин, Раббым, һеҙҙең Тәңрегеҙ булған Аллаһҡа һыйындым, Ул мөгөҙөнән, ялынан тотмаған бер генә януар ҙа донъяла юҡ. (Ул башҡара алмаған, уның ҡөҙрәте етмәгән нәмә юҡ.) Шөбһәһеҙ, Аллаһым минең тура юлдың хужаһылыр. (57) Әгәр йөҙ сөйөрһәгеҙ (уныһы һеҙҙең эш, теләһәгеҙ нимә эшләгеҙ, әммә үҙемә тигән бурысты мин үтәнем) күндерелгән хәбәрҙе мин һеҙгә белдерҙем. Раббым (ихтыяр итһә) һеҙҙең урынға башҡа бер халыҡты килтерер, ләкин һеҙ Уға бер ниндәй ҙә яманлыҡ ҡыла алмаҫһығыҙ. Хаҡтыр, Раббым һәр нәмәне күҙәтеп тороусылыр.
58. Беҙҙән әмер килгәс, Һудты һәм уның менән бергә иман килтергәндәрҙе рәхмәтебеҙ менән ҡотҡарҙыҡ, уларҙы ауыр язанан алып ҡалдыҡ.
59. Бына Ғәд ҡәүеме шул булыр. Раббының аяттарын инҡар иттеләр. Уның пәйғәмбәрҙәренә буйһонманылар һәм һәр йәберләүсенең әмеренә буйһондолар. (60) Улар һәм был донъяла, һәм дә Ҡиәмәт көнөндә ләғнәткә хөкөм ителде. Аң булығыҙ, Ғәд халҡы Раббыны инҡар итте. Унан һуң тағын белеп тороғоҙ, һудтың халҡы Аллаһтың рәхмәтенән йыраҡҡа (һәләкәткә) ҡыуылды.
61. Сәмуд ҡәүеменә лә үҙ ҡәрҙәштәре Салихты күндерҙек. Әйтте:
— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғийбәҙәт ҡылығыҙ. Һеҙҙең өсөн унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул һеҙҙе ерҙән (тупраҡтан) яралтты. Ул һезҙҙе шунда йәшәтте. Шуға күрә, һеҙ унан ярлыҡау һорағыҙ. Унан һуң тәүбә итегеҙ. Раббым (доға уҡыған) кешеләренә яҡындыр, (доғаларығыҙҙы) ҡабул итеп яуап ҡайтарыусылыр.
(62) Әйттеләр:
— Әй, Салих, һин беҙҙең арала йәшәгәндә өмөтлө генә егет инең. (Хәҙер) бабаларыбыҙ табынғандарға табынырға ҡамасаулайһың. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ һин ғибәҙәт ҡылырға саҡырған ул заттан ныҡ шикләнәбеҙ, — тинеләр.
(63) (Салих) әйтте:
— Әй, халҡым, әгәр мин Раббымдан (бирелгән) ап-асыҡ аяттар эйәһе булһам һәм Ул миңә рәхмәтле булып (пәйғәмбәрлек) биргән булһа, быға нимә әйтерһегеҙ? Әгәр ҙә мин Уға буйһонмаһам, Аллаһтан (уның язаһынан) кем мине ҡотҡарып ҡалыр? Ул ваҡытта һеҙ ҙә миңә зыян эшләүҙән ары бер нимә лә ҡыла алмаған булыр инегеҙ. (64) Әй, ҡәүемем, бына һеҙгә Аллаһтың мөғжизәһе булараҡ дөйә күрһәтәм. Уны иреккә ебәрегеҙ, Аллаһтың ерендә ул ашаһын-эсһен. Уға яманлыҡ ҡылмағыҙ. (Юҡһа) һуңынан һеҙҙе оҙаҡламаҫтан бер ғазап тотасаҡ.
65. Салихты тыңламанылар, дөйәне (балтырҙарын киҫеп) үлтерҙеләр. Салих әйтте:
— Өйөгөҙҙә өс көн (байрам яһап) тороғоҙ, (һуңынан һәләк буласаҡһығыҙ), — тине. Был киҫәтеү һис тә буш һүҙ түгел ине. (66) Әмерем менән Салихты һәм уның менән бергә иман килтергәндәрҙе, Беҙҙең рәхмәтебеҙ булараҡ, (язанан) һәм мәсхәрәнән ҡотҡарҙыҡ. Шөбһәһеҙ, Раббың ҡеүәтлеҙер, еңеүселер. (67) Золом итеүселәрҙе лә ҡурҡыныс тауыш (ғарасат гөрөлтөһө) тотто һәм йорттарында (йәнһеҙ) йөҙ түбән ҡапланған килеш ҡалдылар. (68) Әйтерһең дә, улар шунда йәшәмәгән дә кеүек. Аң булығыҙ, Сәмуд ҡәүеме, ысындан да, Раббыны инҡар итте. Йәнә белеп тороғоҙ, Сәмуд халҡы (Аллаһтың рәхмәтенән) мәхрүм ҡалды.
69. Ниһайәт, илселәребеҙ (фәрештәләр) Ибраһимға һөйөнсө килтерҙеләр:
Ул да:
— Һеҙгә лә сәләм, — тине лә тиҙ генә табынға ҡыҙҙырылған быҙау ите алып килде. (70) Уларҙың ризыҡҡа һуҙылмағандарын күреп, ул (Ибраһим) тунымуны һәм уның күңеленә шик-ҡурҡыу төштө. Әйттеләр:
— Ҡурҡма һин, беҙ Лут ҡәүеме тарафына ебәрелгәнбеҙ, — тинеләр. (71) Ибраһимдың ҡатыны шунда уҡ аяҡ өҫтө баҫып тора ине, беҙ уға Исхаҡ менән Яҡуп тураһында һөйөнөслө хәбәр бирҙек, ул көлдө.
72. — Был — кеше ышанмаҫлыҡ эш. Мин бит ҡарсыҡ инде, ирем дә ҡарт кеше, ҡайҙан килеп беҙҙең балабыҙ булһын? Был — ғәжәп тәбиғи хәл, — тине ҡатын. (73) (Фәрештәләр) әйтте:
—Аллаһтың әмеренә ғәжәпләнәһегеҙме? Әй, йортло халыҡ, Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәте һеҙгәлер. Шөбһәһеҙ, Ул маҡтауға лайыҡ, Уның шөһрәте киңдер.
74. Ибраһимдың ҡурҡыуы бөткәс, (балаһы буласағы тураһында) һөйөнөслө хәбәр алғандан һуң, ул Лут халҡы тураһында (уларҙы яҡлап) илселәребеҙ менән һөйләшә башланы. (75) Ысындан да, Ибраһим йомшаҡ холоҡло, кесе күңелле, Аллаһ юлына бирелгән бер кеше ине. (76) (Фәрештәләр әйтте):
— Әй, Ибраһим, был эштән (Лут кәферҙәрен яҡлауҙан) баш тарт. Сөнки Раббының әмере (ғазабы) килде инде. Һәм уларға кире алынмаҫ яза әҙер. (77) Илселәребеҙ Лут янына килгәс, ул уларҙы күреп, хәсрәткә ҡалды, уның хәле китте. Ул әйтте:
— Ай-һай ауыр килде был көн, — тине.
(Луттың ҡатыны ире Лут янына килгән фәрештәләрҙе сибәр егеттәр, тип белеп, башҡа ирҙәргә барып: «Уларҙы файҙаланығыҙ», - ти. Лут был йәш егеттәрҙе тегеләрҙән нисек яҡлармын, нисек һаҡлармын, тип ҡайғырҙы, хәлһеҙ булды. Лут халҡында ирҙәр менән ирҙәр араһындағы енси аҙғынлыҡ киң таралған була. Кара: с. 7:80, 81.)
78. Лут ҡәүеменең ирҙәре (йәш егеттәрҙе теләүселәр) ашыға-ашыға уның өйөнә килделәр. Улар бынан алда ла (шундай уҡ) яманлыҡтар ҡылған халыс ине.
— Ий, ҡәрҙәштәрем, — тине Лут. - Бына былары — минең ҡыҙҙарым, улар һеҙҙең өсөн саф (йәғни, ҡунаҡ егеттәргә ҡағылмаяыҙ, улар урынына ҡыҙҙарымды файҙалунығыҙ). Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм ҡунаҡ егеттәр алдында мине мәсхәрәгә ҡалдырмағыҙ. Арағыҙҙа, исмаһам, бер генә тура кеше лә юҡмы ни һуң? (79) Әйттеләр:
— Үҙең беләһең, һинең ҡыҙҙарың беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай, һәм һин беҙҙең нимә теләгәнебеҙҙе лә яҡшы беләһең.
80. — Их, һеҙгә ҡаршы торорлоҡ ҡеүәтем булһа ине минең йәки миңә ярҙам итерлек таянысым булһа ине, — тине Лут. (81) (Фәрештәләр) әйттеләр:
— Әй, Лут, беҙ — Раббының илселәре. Улар һиңә ҡағыла алмаҫ. Һин төндөң бер уңайлы ваҡытында ғаиләңде алып юлға сыҡ. Артҡа боролоп ҡарамайынса ҡасығыҙ. Ҡатыныңдан башҡа һис кем өйҙә ҡалмаһын. Уларға килаһе яза, шөбһәһеҙ, ҡатыныңа ла ҡағыласаҡ. Вәғәҙә ителгән яза иртәнге яҡта буласаҡ. Таң атырға күп ҡалманы бит инде.
82. Әмеребеҙ килгәс, ул ерҙәрҙең (шәһәрҙәрҙең,) аҫтын-өҫкә килтерҙек һәм уларҙың өҫтөнә яндырылған балсыҡтан яһалған таштар яуҙырҙыҡ. (83) Ул таштар Раббы тарафынан тамғаланған ине. Улар залимдарҙан йыраҡ түгел.
84. Мәдйән халҡына үҙ араларынан сыҡҡан Шөғәйепте күндерҙек.
Әйтте:
— Әй, халҡым, Аллаһҡа буйһоноғоҙ. Һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Үлсәгәндә ауырлыҡты ла, (киҫкәндә) оҙонлоҡ үлсәмен дә кәметмәгеҙ. Күреп торам, һеҙ муллыҡ эсендә (йәшәйһегеҙ). (Һеҙ гөнаһҡа батып, шул гөнаһтарығыҙ өсөн) һеҙҙе бер көндө ғазаптар сорнап алыр, тип ҡурҡам, — тине. (85)
— Әй, халҡым, (ауырлыҡ һәм оҙонлоҡ) үлсәгәндә ғәҙел булығыҙ. Кешеләргә әйберҙәрен (өлөштәрен) кәметеп бирмәгеҙ. Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратып йөрөмәгеҙ. (86) Әгәр ҙә мосолман икәнһегеҙ, Аллаһ нимә ҡалдырған, һеҙгә шул хәйерлерәк. Мин һеҙҙең янға ҡуйылған һаҡсы түгел.
87. Әйттеләр:
— Әй, Шөғәйеп, аталарыбыҙ табынған һындар-боттарҙан баш тартырға, байлығыбыҙҙы үҙебеҙ теләгәнсә тотмаҫҡа һиңә намаҙың әмер итәме? Юҡһа, һин йомшаҡ холоҡло һәм дә тура кеше инең, тип беләбеҙ. (88) (Шөғәйеп әйтте):
— Әй, халҡым, уйлап ҡарағунығыҙ булдымы икән, әгәр ҙә Раббымдан миңә ап-асыҡ аяттар килһә, затлы ризыкҡтар ҙа бирелгән булһа, нимә әйтерһегеҙ? Рөхсәт ителмәгәндәрҙе эшләгәнегеҙҙе мин хуплай алмайым бит инде. Көсөм еткәнсә, мин һеҙҙе үҙгәртеп, тура юлға сығарырға тырышасаҡмын. Быны мин фәҡәт Аллаһтың ярҙамы менән генә башҡара алам. Бары тик Уға тәүәккәл иттем, бары тик Уға ҡайтасаҡмын. (89) — Әй, халҡым, һаҡ булығыҙ, миңә ҡаршы бармағыҙ, Нух халҡы йәки Һуд халҡы йәки Салих халҡының башына килгән (язалар) һеҙҙең башҡа ла төшмәһен ине. Лут халҡы һеҙҙән йыраҡ түгел. (Ундай яза һеҙҙән дә йыраҡ йөрөмәҫ.) (90) — Раббығыҙҙан ярлыҡау теләгеҙ, унан һуң тәүбәгә килегеҙ. Шөбһәһеҙ, Раббым киң миһырбан эйәһе, сикһеҙ мәрхәмәтле. (91) Улар әйтте:
— Әй, Шөғәйеп, һин һөйләгәндәрҙең күбеһен аңламайбыҙ, һине зәғиф бер кеше тип уйлайбыҙ, ҡәрҙәштәрең булмаһа ине, һине, һис шикһеҙ, таш бәреп үлтерер инек. Һин беҙҙән өҫтөн түгелһең. (92) Әй, ҡәүемем, минең ҡәрҙәштәрем, һеҙгә Аллаһтан да ҡәҙерлерәкме ни? Аллаһты онотоп, Уның әмерҙәренән йөҙ сөйөрҙөгөҙ. Шөбһәһеҙ, Раббым һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да уратып алыусы. (93) — Әй, халҡым, ҡулығыҙҙан килгәнде эшләгеҙ. Мин дә эшләйәсәкмен. Үҙ-үҙенә рисуай итәсәк язаның киләсәге, кемдең кем икәнен, ялғансыларҙың кем икәнлеген оҙаҡламай күрәсәкһегеҙ. Көтөгөҙ. Мин дә һеҙҙең менән бергә көтәм.
94. Бойороғобоҙ килеп еткәс, Шөғәйепте һәм уның менән бергә иман килтергәндәрҙе рәхмәтебеҙ менән ҡотҡарҙыҡ; золом итеүселәрҙе иһә ҡурҡыныс бер тауыш тотто ла, йорттарында йөҙ түбән (һәләк булып) ҡалдылар. (95) Әйтерһең дә, улар шунда йәшәмәгәндәр ҙә кеүек. Белеп тороғоҙ, Сәмуд халҡы (Аллаһтың рәхмәтенән йыраҡ булғаны кеүек) Мәдйән халҡы ла йыраҡлашып, юҡҡа сыҡты.
96. Хаҡтыр, Мусаны ла мөғжизәләребеҙ менән һәм ап-асыҡ аяттарыбыҙ менән (97) Фирғәүенгә һәм уның юғары дәрәжәле кешеләре янына ебәрҙек. Ләкин улар Фирғәүен бойороғона буйһондо. Юҡһа, Фирғәүендең бойороғо ғәҙел түгел ине. (98) Фирғәүен Ҡиәмәт көнөндә үҙ халҡының алғы сафында буласаҡ, (һыу эсергә алып барған кеүек) уларҙы эйәртеп, утҡа йығыласаҡ. Ул урын ниндәй хәтәр. (99) Улар был донъяла ла, Ҡиәмәт көнөндә лә ләғнәткә хөкөм ителгән инде. Уларға бирелгән «бүләк» (яза) бик тә хәтәр «бүләк» булыр. (100) (Ий, Мөхәммәд, халыҡтары һәләк булған) илдәр тураһындағы хәбәрҙәр ошо булыр. Беҙ уларҙы һиңә аңлатабыҙ, уларҙың нәҫеленән хәҙер ҙә иҫәндәре бар, сабып ташланған бесән шикелле ҡырылып юҡҡа сыҡҡандары ла бар. (101) Беҙ уларға золом итмәнек. Улар бары тик үҙҙәренә үҙҙәре золом килтерҙе. Раббының яза әмере килгәндә, Аллаһты инҡар итеп, табына торған һындары уларға һис тә ярҙам итмәне, язаларын арттырыуҙан башҡа бер нигә лә яраманылар. (102) Раббың ғәҙелһеҙ шәһәрҙәрҙең халыҡтарын ана шулай язаланы. Шөбһәһеҙ, Уның язаһы шундай хәтәр, интектергес һәм әрнетеүлеҙер. (103) Бына быларҙың барыһы ла Әхирәт язаһынан ҡурҡҡандар өсөн бер ғибрәттер. Ул Көн барса кешеләр бер урынға йыйылған көндөр, ул Көн (бөтөн йәнлеләрҙең Аллаһ ҡаршыһында) яуап тотҡанын ҡарау көнөлөр. (104) Беҙ уны (Ҡиәмәт көнөн) бары тик һанаулы бер ваҡытҡа ғына кисектереп торабыҙ. (105) Ул Көн килгәс, Аллаһтың рөхсәтенән башҡа һис кем һөйләшә алмаҫ. Уларҙың ҡайһыһыҙыр бик бәхетһеҙ буласаҡ, кемдәрҙер бәхеткә ирешәсәк. (106) Бәхетһеҙҙәр утта янасаҡ, шунда улар аҡырыш, ыңғырашыу (һыҙланыу) эсендә ҡаласаҡ. (107) Улар шунда янасаҡ. Ер менән Күк дауам иткәнсе һәм Аллаһ башҡаса хөкөм сығарғанға саҡлы. Аллаһ үҙ ихтыярынса хөкөм итеүсе.
(«Әҙ гөнаһлылар тамуҡта бер аҙ ваҡыт янғандан һуң, Аллаһ әмере менән ожмахҡа ҡайтарыла».Хәсән Чантай тәфсиренән. Ул Бәйзәвиҙән алған.)
108. Бәхетлеләр иһә йәннәткә керер. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Ер менән Күк дауам иткәнсегә саҡлы. Аллаһ башҡа хөкөм сығарғансыға саҡлы. Был ниғмәттәр бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәрәкәттер.
(«Ер менән Күктең дауамы» тураһындағы тәғбирҙә фани донъялағы Ер менән Күк түгел, Әхирәт донъяһының Ере, Күге тураһында һөйләнә. Идраһим сүрәһенең 48 нсе аятында: ул Көн еткәс, Ер башҡа Ер менән, Күк иһә башҡа бер Күк менән алыштырылыр, тип әйтелә».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
109. Улар, аталары нисек итеп һындарға табынған булһа, шулай табына. Бының яман ғәмәл икәнлегенә шик тотма. Уларға тейешле язаны һис кәметмәҫбеҙ.
110. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға китап бирҙек. Ләкин араларында ғауға ҡупты (кемдер уға ышанды, кемдер: ялған, тине). Әгәр ҙә Аллаһтың алдағы вәғәҙәһе булмаһа ине, улар араһындағы бәхәс киҫелгән булыр ине (эштәре бөткән булыр ине). Шик юҡ, улар ҙа (мөшриктәр ҙә) Ҡөръән(дең Аллаһтан ингәнлеге) хаҡында шик белдерҙе. (111) Шик юҡ, Раббың уларҙың һәр берһенә лә ҡылған ғәмәлдәренә күрә теүәл әжер (яза) бирәсәк. Раббың уларҙың нимә ҡылғанын белеп тора. (112) Шуға күрә, һинең менән бергә тәүбә иткәндәр, һеҙгә бойоролғанса, тура юлда ҡалығыҙ. Сиктәрҙе уҙмағыҙ. Хаҡтыр, ул һеҙҙең нимә ҡылғандарығыҙҙы бик яҡшы белеп тора. (113) Золом итеүселәргә таянмағыҙ. Һуңынан һеҙгә лә ут ҡабыр (йәһәннәмдә янырһығыҙ). Аллаһтан башҡа һеҙҙең ярҙамсығыҙ юҡ. Ахырҙа (гөнаһтарығыҙ булһа) Унан да ярҙам күрмәҫһегеҙ. (114) Көн башында ла, аҙағында ла намаҙ уҡығыҙ. Изгелектәр әшәке ғәмәлдәрҙе ҡаплар. Былар иҫкә алырға теләүселәр өсөн бер киҫәтеүҙер. (115) (Эй, Мөхәммәд) сабыр-сыҙам бул, һис шикһеҙ, Аллаһ изгелек ҡылғандарҙың изгелеген заяға сығармаҫ. (116) Һеҙҙән әүүәл йәшәгән болондар араһында, беҙҙең ярҙам менән ҡотолоуға ирешкән бер нисә кешенән башҡа, Ер йөҙөндә йәшәүсе кешеләрҙе аҙғынлыҡтан тыйырға алыныусы кеше булманы, ни сәбәпле? Золом итеүселәр иһә үҙҙәренә бирелгән донъя байлығына алдандылар һәм гөнаһлыларҙан булдылар. (117) Халыҡтары изгелекле булған шәһәрҙәрҙе Аллаһ хаҡһыҙға һәләк итмәҫ.
118. Раббың ихтыяр итһә ине: бөтөн кешеләрҙе лә бер өммәттән яһаған булыр ине. Ләкин улар ғауға сығарыуҙан туҡтамайҙар. (119) Аллаһтың мәрхәмәтенә юлыҡҡандарынан тыш. Шуға күрә, Аллаһ уларҙы яралтты (бар итте) Раббының:
— Йәһәннәмде кешеләр һәм ендәр менән бергә тултырасаҡмын, — тигәне раҫланды.
120. Рәсүлдәрем тураһындағы хикәйәләр менән Мин һинең күңелеңде (ихтыяр көсөңдө) нығытырға булам. Уларҙа һинең өсөн Хәҡиҡәт, кешеләр өсөн өгөт һәм киҫәтеү бар. (121) Иманһыҙҙарға әйт:
- Ҡулығыҙҙан килгәндәрҙе эшләгеҙ. Беҙ ҙә булдыра алғаныбыҙса ғәмәл ҡылырбыҙ, — тип. (122) — Көтөгөҙ! Хаҡтыр, беҙ ҙә көтәсәкбеҙ. (123) Күктәр һәм Ерҙәге серҙәргә бары тик Аллаһ ҡына хужа һәр ғәмәл Уға ҡайта. Тик, Аллаһҡа буйһоноғоҙ (ғибәҙәт ҡылығыҙ), Уға ғына һыйынығыҙ. Раббығыҙ һеҙ ҡылғандарҙы белеп тора.
12 — Йосыф (Йософ) сүрәһе
(Йософ сүрәһе 111 аяттан тора. Мәккә-и Мөкәррәмәлә ингән. Сүрәнең башынан ахырына ҡәҙәр Йософ пәйғәмбәребеҙ тураһында һөйләнгәнгә күрә, ошо исемде алған.)
Достарыңызбен бөлісу: |