55. Биргән ниғмәттәргә ҡаршы яуап итеп, улар кәферлек ҡыла. Кәйефләнеүҙәрегеҙҙе шулай дауам итегеҙ. Ләкин оҙаҡламай нимә булаһын белерһегеҙ.
56. Улар һис нәмәнән хәбәре булмаған боттарына Беҙ биргән ниғмәттәрҙән өлөш сығара. Валлаһи, ҡылғандарығыҙ өсөн һеҙ яуапҡа тартыласаҡһығыҙ әле.
57. Улар:
— Аллаһтың ҡыҙҙары бар, — тип ғәйбәт һата. Әстәғфирулла! Аллаһ бындай эштәрҙән азат. Күңелдәренә хуш килгәндәрҙе (малайҙарҙы) улар үҙҙәренеке итә.
(«Хузәғә һәм Кинәнә ҡәбиләләре: фәрештәләр — Аллаһтың ҡыҙҙары, тинеләр. Үҙҙәре яңы тыуған ҡыҙ балаларын тупраҡҡа тереләй күмәләр. Йәнәһе, ҡыҙ балалар Аллаһҡа китһен, ир балалар уларҙың үҙҙәренә ҡалһын».Садретдин Ғумүш тәфсиренән.)
58. Уларның берәйһенә:
— Ҡатының ҡыҙ бала тапты, — тип, биреүселө хәбәр килтерһәң, үпкәләүҙән уның йөҙө ҡарая. (59) Был хәбәрҙе алғас, ул ҡәрҙәштәренең күҙенә күренергә оялып, ҡасып йөрөй:
— Быны (ҡыҙ баланы) меҫкен рәүештә янымда аҫырайыммы, әллә тупраҡҡа күмәйемме? — тип хәсрәткә бата. Ғибрәт алығыҙ: был ниндәй яман ғәҙәт.
60. Әхирәткә ышанмағандар яман ғәҙәтле була. Иң күркәм сифаттар Аллаһта (юлында) ғына. Сөнки Ул һәр нәмәнән өҫтөн һәм хикмәт эйәһелер.
61. Ғәҙелһеҙлектәре арҡаһында кешеләрҙе язаларға теләһә, Аллаһ Ер йөҙөндә бер генә йән эйәһен дә ҡалдырмайынса һәләк итеп бөтөргән булыр ине. Ләкин ул уларҙы (язаларын) тәҡдирҙәрендә яҙылған ваҡытҡаса кисектерә. Әжәлдәре бер сәғәт тә иртә килмәҫ, бер сәғәткә лә һуңға ҡалмаҫ.
62. Күңелдәренә хуш килмәгәндәрҙе улар Аллаһҡа һылтайҙар. Үҙҙәре ҡылған яманлыҡты изгелек тип, телдәре менән ялған һөйләйҙәр. Һис шикһеҙ, улар өсөн бары тик ут әҙерләнгән һәм улар иң беренселәрҙән булып, утҡа атыласаҡ.
63. Валлаһи, һинән элек йәшәгән халыҡтарға ла Беҙ пәйғәмбәрҙәр күндергән инек. Ләкин шайтан уларҙың (яман) эштәрен яҡшы итеп күрһәтте (шуның арҡаһында улар иман килтермәне). Бына хәҙер ул (шайтан) — уларҙың дуҫы. Улар өсөн әрнетеүле ғазап әҙерләнгән.
64. Ғауға сығанағы булған бәхәсле мәсьәләләрҙе яҡшылап аңлатып бирерһең тип, иман килтергән халыҡҡа тура һәм хәйерле юл булһын тип, Беҙ һиңә был Китапты индерҙек.
65. Күктән ямғырҙар яуҙырып, Аллаһ йәнһеҙ тупраҡты терелтте. Хаҡтыр, бында тыңлай белгәндәр (мәғәнәле һүҙгә ҡолаҡ һалғандар) өсөн ғибрәттәр бар.
66. Әлбиттә, хайуандарҙа ла һеҙҙең өсөн ғибрәттәр бар. Уларҙың эсәктәре менән ҡан араһынан килә торган саф һөттө һеҙгә эсерәбеҙ, (ул һөт) һеҙҙең тамағығыҙға ләззәтле тәм биреп уҙа.
67. Хөрмә, йөҙөм кеүек емештәрҙән һеҙ ләззәтле эсемлек һәм татлы ризыҡтар яһайһығыҙ. Бына быларҙа уйлай белгәндәр өсөн бөйөк бер дәлил һәм ғибрәттәр бар.
(«Эсемлек» мәғәнәһендәге «сәкәр» кәлимәһе төрлө тәфсирҙәрҙә төрлөсә тәржемә ителә, төрлөсә шәрехләнә. Әйтәйек, Крачковскийҙа ул: напиток пьянящий, тип әйтелгән. Башҡа тәфсирҙәрҙә лә күбеһенсә иҫерткес тураһында һөйләнә. Аяттағы «сәкәр» кәлимәһенең башҡа мәғәнәләре лә бар. «Шыра-сыра», йәғни йөҙөм һәм йәки башҡа емештәрҙән яһалған татлы һыу, шәрбәт һәм дә «серкә» мәғәнәләренә лә эйә икәнлеген иҫкәртергә кәрәктер».)
68. Раббың бал ҡортона әйтте:
— Тауҙарҙа-ҡаяларҙа, ағас ҡыуыштарында һәм кешеләр ҡорған ҡаралты-ҡураларҙа үҙеңә оялар-умарталар яһа. (69) Унан һуң емештәрҙең һәр береһенән ауыҙ ит, Аллаһ күрһәткән юлдар буйлап ос, — тине. Уларҙың эсенән кешеләр өсөн шифа булырлыҡ төрлө төҫтәге шәрбәт (бал) сыға. Был эштәрҙә уйлай белгәндәр өсөн бөйөк ғибрәттәр-дәлилдәр барҙыр.
70. Һеҙҙе Аллаһ яралтты. Ахырҙа һеҙҙе вафат иттерәсәк. Белгәндәрен онотоп бөтөрөп, балалар аҡылы кергәнгә ҡәҙәр оҙаҡ йәшәтеләсәк кешеләр ҙә арағыҙҙа бар. Һис шикһеҙ, Аллаһ ғилем һәм ҡөҙрәт эйәһе.
71. Аллаһ ҡайһыларығыҙға ризыҡты бүтәндәрегеҙгә ҡарағанда арттырып бирҙе. Мул ризыҡ алғандар үҙ әмерҙәрендә булғандарға өлөш сығарманылар, Уларҙы ла үҙҙәре менән тигеҙ күрмәнеләр. Ләкин, шулай ҡылғас, улар Аллаһтың ниғмәттәрен инҡар итә булып сыға түгелме һуң?
(Йәғни, мөшриктәр: ул ризыҡтарҙы Аллаһ бирмәне, беҙҙең боттарыбыҙ бирҙе йәки ул малдарҙы беҙ үҙ көсөбөҙ менән таптыҡ, үҙебеҙ теләгәнсә тотабыҙ, тип әйтәләр.)
72. Аллаһ арағыҙҙан ҡатындар яралтты, ҡатындарығыҙҙан улдар, оноҡтар яралтты һәм һеҙҙе саф аҙыҡтар менән ризыҡландырҙы. Улар һаман ялған (хоҙайҙар)ға ышанып, Аллаһтың ниғмәте тураһында кәферлек ҡыласаҡтармы? (73) (Мөшриктәр) Аллаһты инҡар итеп, үҙҙәренә Күктән дә, Ерҙән дә бер ниндәй ризыҡ та бирергә көстәренән килмәгән нәмәләргә (һындарға, таштарға) табыналар.
74. Аллаһҡа тиңдәштәр килтермәгеҙ. Аллаһ барыһын да белә, һеҙ генә белмәйһегеҙ.
75. Бер нимә эшләргә лә ҡулынан килмәгән, башҡа берәүҙең ҡоло булған көсһөҙ менән татлы ризыҡтар биреп, шул ризыҡтарҙы күрһәтмәйенсә лә, күрһәтеп тә сарыф иткән затты сағыштырығыҙ. Улар бер тигеҙ була аламы? Хаҡтыр, бөтөн маҡтау Аллаһҡа ғына. Ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй. (76) Аллаһтың ғибрәтле миҫалы бар. Әйтәйек, бер телһеҙ кеше, бер нимә эшләй алмай һәм хужаһының һыртында артыҡ йөк булып йәшәй бирә, ти. (Хужаһы уны) ҡайҙа ғына ебәрһә лә эш эшләй алмай икән меҫкен. Инде лә ошо меҫкен менән тура юлда булып, ғәҙеллектәр-изгелектәр ҡылған кеше тигеҙ булырмы?
77. Күктәр һәм Ерҙәге йәшерен серҙәрҙе бары тик Аллаһ ҡына белә. Ҡиәмәттең ҡубыуы керпек ҡаҡҡан арала, хатта унан да ҡыҫҡа ваҡытта булыуы мөмкин. Хаҡтыр, Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә киң.
78. Бер нимә белмәгән, аңламаған хәлдә һеҙҙе әсәйегеҙ ҡарынынан сығарҙы; бәлки шөкөр итерһегеҙ тип, һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр һәм күңел һиҙеме бирҙе.
79. Аллаһ әмере менән Күктә осҡан ҡоштарҙы улар күрмәйме? Аллаһтан башҡа уларҙы бер кем дә осорта алмай. Иманлылар өсөн, ысындан да, бында хикмәттәр бар.
80. Истирәхәт ҡылыр (ял итер) өсөн, хозурланыр өсөн Аллаһ һеҙгә өйҙәр яһатты. Урын күскәндә еңел булһын тип, туҡталыштарҙа йәшәргә уңай булһын тип, мал тиреһенән ҡулай өйҙәр яралтты; билгеләнгән бер уаҡытҡа саҡлы файҙаланһындар тип, йөндән, ябағаларынан һәм ҡылдарынан кәрәк-яраҡ яралтты.
81. Яралтҡандар (ағастар)ҙың күләгәләрен һеҙгә бирҙе. Һыйыныр өсөн тауҙарҙа мәмерйәләр яралтты. Эҫҫенән һаҡлай торған кейемдәр, һуғышта (ярһыу һуғыштарҙан) һаҡлай торған ҡалҡандар яралтты. Шулай итеп, Аллаһ һеҙҙән мосолман яһар өсөн ниғмәттәрен тамамлай. (82) Улар инҡар итһәләр (ҡайғырма, бында һинең гөнаһаң юҡ), һинең вазифаң бары тик (Аллаһтың әмерҙәрен) асыҡлап биреү генә. (83) Ниғмәттәрҙең Аллаһ тарафынан килгәнлеге тураһында улар бик яҡшы белә. Ләкин ахыр килеп, тағын инҡар иттеләр. Уларҙың күбеһе кәфер.
84. (Ҡиәмәттә) һәр өммәттән шаһит (итеп, үҙ пәйғәмбәрҙәрен) саҡырасаҡбыҙ, шунда инде кәферҙәрҙең ярлыҡау һорап ялбарыуҙарына ла, ярлыҡауға ла мөмкинлек булмаҫ.
85. Ул ғәҙелһеҙ залимдар (йәһәннәм) язаларын күргәс, (ялбарасаҡтар, ләкин) яза еңеләйтелмәйәсәк, (кисектерелмәйәсәк, гөнаһтарын йыуырға) мөмкинлек тә уларға бирелмәйәсәк.
86. Аллаһтан башҡа тәңреләргә табыныусылар үҙҙәренең ялған тәңреләрен күргәс, әйтер:
— Раббыбыҙ, бына ошолар инде Һиңә тиң күреп, табынған нәмәләребеҙ.
Тегеләре лә кәферҙәргә ҡарап:
— Дөрөҫ! Һеҙ (шыр) ялғансылар, — тип ҡысҡырырҙар.
87. Ул көндө барыһы ла Аллаһҡа баш эйер. Улар уйлап сығарған «тиңдәштәр» юҡҡа сығыр.
88. Кәферҙәр араһында кешеләрҙе Аллаһ юлынан тайҙырғандар бар. Беҙ уларҙың язаһына (фани донъяла ҡуптарған фетнәләре, боҙоҡлоҡ таратҡандары өсөн) тағын өҫтәмә ғазап та бирәбеҙ. (89) Ул Көндө һәр өммәткә ҡаршы үҙенән сыҡҡан шаһитты саҡырасаҡбыҙ. Һине лә (ий, Мөхәммәд) үҙ ҡәүемеңә ҡаршы шаһит итеп күндерәсәкбеҙ. Бар нәмәне асыҡлап бирһен тип, тура юлды күрһәтеүсе һәм рәхмәт сығанағы һәм мосолмандар өсөн бер һөйөнсө булараҡ, һиңә был Китапты индергән инек.
90. Хаҡтыр, Аллаһ ғәҙел булырға, изгелекле булырға, ҡәрҙәштәрегеҙгә ярҙамлы булырға бойорҙо. Зина ҡылыуҙы, тыйылған эште эшләүҙе, һәм кешеләргә золом ҡылыуҙы тыйҙы. Бәлки ҙә һеҙ, ниһайәт, аҡылға килерһегеҙ: тип, ул һеҙҙе киҫәтә. (91) Килешеү төҙөгәнһегеҙ икән (һүҙ биргәнһегеҙ икән — һүҙегеҙҙә тороғоҙ, вәғәҙә иткәнһегеҙ икән — вәғәҙәгеҙҙе үтәгеҙ, ант иткәнһегеҙ икән — антығыҙҙы боҙмағыҙ), Аллаһ исеме менән биргән антығыҙға, нәҙерегеҙгә бигерәк тә тоғро ҡалығыҙ, һеҙ Аллаһты үҙегеҙ өсөн шаһит иттегеҙ. Шик юҡ, Аллаһ һеҙҙең нимә ҡыласағығыҙҙы белеп тора. (92) Күҙәнәктәрен тығыҙ итеп бәйләгән бәйләүен һүтеп ташлаған ҡатын хәлендә ҡалмағыҙ. Бер халыҡ икенсеһенән (һан яғынан да, байлығы менән дә) өҫтөн булырға мөмкин. Ләкин ул өҫтөн халыҡ өҫтөн булмағанын ялған ант менән ҡыйырһытмаһын. (Үҙ мәнфәғәтегеҙҙе генә күҙ уңында тотоп, биргән антығыҙҙы хәйлә-мәкер менән боҙоп), ана шул ҡатын шикелле була күрмәгеҙ. Аллаһ һеҙҙе шулай һынап ҡарай. Һис шикһеҙ, Аллаһ һеҙҙең ғауғалашҡанығыҙҙың сәбәбен Ҡиәмәттә асыҡ күрһәтер. (93.) Әгәр ҙә Аллаһ ихтыяр итһә, барығыҙҙы ла бер өммәт (бер халыҡ) иткән булыр ине. Ләкин Ул (аҙашырға) теләгәнде аҙаштырыр, (изгелек ҡылырға) теләгәнде тура юлға сығарыр, һис шикһеҙ, ҡылғандарығыҙға күрә, һеҙ яуап тотасаҡһығыҙ.
94. Баҫып торғанда тайып йығылмаҫ өсөн, хәйлә менән килешеүҙәр төҙөмәгеҙ (мәкер менән ант итмәгеҙ). Тура юлдан тайһағыҙ, һеҙҙең өҫкә әфәт килер. Һеҙҙең өсөн хәтәр ғазап әҙерләнгән. (95) Аллаһ исеме менән биргән антығыҙҙы арзанға һатмағыҙ (уаҡ-төйәк өсөн дә Аллаһ исеме менән ант итмәгеҙ). Хаҡтыр, Аллаһ хозурындағылар һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк икәнен белһәгеҙ икән.
96. Һеҙ йыйған (донъя малы) бөтәсәк, Аллаһ ҡатындағылар иһә мәңгелек. Һис шикһеҙ, сабыр-сыҙам булғандарға, иң гүзәл ғәмәлдәренә күрә, яҡшы әжер бирербеҙ. (97) Ир кешеме ул, ҡатынмы, мосолман булып, изгелекле эштәр башҡарһа, уларҙы, һис шикһеҙ, матур тормошта йәшәтәсәкбеҙ, һәм әжерҙәрен дә ҡылған иң изгелекле эштәре буйынса бирербеҙ. (98) Ҡөръән уҡығанда шайтандан Аллаһҡа һыйын (әғүҙү билләһи минәшшайтан ирражим, тип әйт). (99) Иманға килеп, бары тик Раббыға ғына тәүәккәл иткәндәр өсөн уның (шайтандың) һис бер хакимлығы булмаҫ - был Хәҡиҡәт. (100) Ул (шайтан) бары тик үҙе менән дуҫлашҡандар һәм Аллаһҡа уйҙырма тиңдәш тапҡандар менән генә идара итә ала.
101. Беҙ бер аятты икенсеһе менән алыштырғанда:
— Һин ялғансы — был аяттарҙы үзең генә уйлап сығараһың, — тинеләр. Гәрсә, Аллаһ үҙенең нимә ҡылғанын бик яҡшы белә. Юҡ, уларҙың күбеһе был турала белмәй.
102. Әйт:
- Иман килтергәндәрҙең иманын нығытыр өсөн, Хәҡиҡәт булараҡ, ҡулланма һәм биреүселө хәбәр сифатында Изге Рух (Жәбраил) аша Раббы индергән аяттар ул, - тип. (103) Ысындан да, Беҙ уларҙың:
- Быларҙы уға бары тик ниндәйҙер бер кеше өйрәтеп тора, — тигәндәрен ишетәбеҙ. Улар күҙ алдында тотҡан кешенең теле — сит тел. Ҡөръәндең теле асыҡ мәғәнәле ғәрәп теле бит.
(Мөхәммәд Пәйғәмбәр кешеләргә аяттарҙы ирештерә башлауға уҡ кәферҙәр: христианлыҡтан яңы ғына Исламға күскән, Жәббәр, Йәсир, Ҡаиса, Ғәддәс кеүек белемле кешеләр әйтеп тороп Мөхәммәдкә аяттар яҙҙырған, тигән имеш-мимеш тарата. Ләкин уларҙың теле ғәрәп теле түгел.)
104. Аллаһтың аяттарына ышанмағандар юҡмы? Әлбиттә, Аллаһ уларҙы тура юлға өндәмәҫ. Улар өсөн әрнетеүле яза әҙерләнгән. (105) Бары тик кәферҙәр генә Аллаһтың аяттарын ялғанға сығара. Бына шулар инде ысын алдаҡсылар. (106) Ысын күңелдән Аллаһҡа инанған булып та, кәферлеккә (һүҙ менән Исламдан баш тартырға) мәжбүр ителгәндәрҙән башҡа, иман килтергәндән һуң да Аллаһты инҡар иткән һәм кәферлеккә сумған кешеләргә Аллаһ тарафынан яза булыр. Улар өсөн хәтәр ғазап әҙерләнгән.
(«Ғәммәр менән атаһы Йәсир һәм әсәһе Сөмәййәне Ҡурайш кәферҙәре диндән яҙҙырырға тырышты. Нәтижәһе булмағас, кәферҙәр Сөмәййәнең ике аяғын ике дөйәгә тағып, урталай айырҙылар. Йәсирҙе лә үлтерҙеләр. Былар Ислам юлында иң беренсе шәһид киткәндәр. Язалауҙарға сыҙай алмайынса, Ғәммәр теле менән диненән ваз кисте, Аллаһты инҡар итте. Рәсүлүлла әйтте: Ғәммәр башынан аяғына ҡәҙәр иман менән тулы кеше. Иман уның тәненә, ҡанына һеңгән, тине. Әгәр ҙә улар һине тағын динеңдән сыҡ, тип язалай башлаһа, улар теләгәнсә әйт: юрамал ғына Аллаһтан ваз кис, тине».Хәсән Чантай тәфсиренән.)
107. Был (язаның) сәбәбе шулдыр, улар донъя тормошон Әхирәттекенән артыҡ яраттылар. Аллаһ кәферҙәр өйөрөн һидәйәткә ирештермәҫ. (108) Аллаһ уларҙың күңелен, ҡолаҡтарын һәм күҙҙәрен томалап ҡуйҙы. Шуға күрә, улар наҙан һәм ғәмһеҙ. (109) Шик юҡ, улар Әхирәттә лә зарар күрәсәк.
110. Рәнйетеүҙәрҙән һуң һижрәт иткән, унан һуң сабыр итеп, Жиһадта ҡатнашҡандарға Раббың, һис шикһеҙ, ярҙам итер. Быларҙан һуң Раббың, әлбиттә, ярлыҡар, ғәфү итер. (111) Ул Көндө һәр кем килеп, үҙ йәнен ҡотҡарырға теләр һәм һәр кемгә ҡылған ғәмәлдәренә күрә, кәметмәйенсә әжере бирелер. Уларға (гөнаһтарынан) артыҡ ғәҙелһеҙлек булмаҫ.
112. Ғибрәт өсөн Аллаһ бер шәһәрҙең яҙмышын миҫалға килтерә: был шәһәр ҡурҡыуһыҙ хозурлыҡта йәшәй ине, уларға һәр яҡлап аҙыҡ-түлек мул килә. Тора-бара улар Аллаһ биргән ниғмәттәргә кәферлек ҡыла башланы. Аллаһ та уларға, ҡылғандарына күрә, аслыҡ һәм ҡурҡыу кейемдәрен кейҙерҙе. (113) Хаҡтыр, уларға үҙҙәре араһынан пәйғәмбәр килде, ләкин улар уны ялғансыға сығарҙы. Ғәҙелһеҙлек ҡылғанға уларҙы яза тотто.
114. Аллаһ биргән хәләл һәм саф ризыҡтарҙы ашағыҙ. Аллаһтың йомартлығына шөкөр итегеҙ. Әгәр һеҙ, ысындан да, Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылаһығыҙ икән. (115) Ул һеҙгә бары тик үлгән хайуанды, ҡан, сусҡа итен һәм Аллаһтан башҡа исем менән һуйылған хайуанды (ашарға) харам ҡылды. Мәжбүр булған кеше (башҡа ризыҡ булмағанда), артығын ҡыланмайынса (астан үлмәҫ миҡдарҙа) ашай ала. Ысынлап та, Аллаһ ярлыҡаусы һәм миһырбанлы.
116. Уйлап сығарылған ялғанға таянып, телегеҙ менән:
— Был — хәләл, был — харам, — тип әйтһәгеҙ, Аллаһҡа ҡаршы нахаҡ һөйләгән булырһығыҙ. Аллаһҡа ҡарата ялған уйҙырмалар һөйләүселәр бәхеткә ирешә алмаҫ. (117) Улар өсөн (йыйған байлыҡтары фани донъяла) бик әҙ файҙа бирер, уның өсөн Әхирәттә уларға хәтәр яза әҙерләнгән.
118. Йәһүдтәргә нәмәләр харам икәнлеге тураһында Беҙ һиңә алда аңлатҡан инек инде. Беҙ уларҙы йәменәнмәнек, улар үҙҙәренә үҙҙәре золом килтерҙе. (119) Наҙанлыҡтары арҡаһында яманлыҡтар ҡылып та, һуңынан тәүбәгә килеп, тормоштарын (Ҡөръәнсә) рәткә һалғандар ярлыҡаныр. Тәүбә итеүселәрҙе Аллаһ, һис шикһеҙ, ярлыҡар һәм Ул уларға мәрхәмәтле булыр.
120. Ибраһим ихластан Хаҡҡа инанған, Аллаһҡа итәғәт иткән бер имам ине. Аллаһҡа тиңдәрҙе ул эҙләмәне. Ул мөшрик түгел ине. (121) Ул Аллаһ ниғмәттәренә шөкөр итеүсе ине. Аллаһ уны һайланы, тура юлға күндерҙе. (122) Уға донъяла муллыҡ-изгелек бирҙек. Әхирәттә лә ул изгеләр сафында булыр. (123) Һиңә лә:
— Тура юлга баҫҡанда Ибраһим тотҡан динде ал. Ул мөшрик түгел ине, — тигән инек. (124) Шәмбе көндө ял итеү бары тик шул турала ғауға сығарғандарға ғына бирелде. Ҡиәмәт көнөндә Раббың улар ғауға күтәргән мәсьәләне ысынлап асыҡлар.
125. (Ий, Мөхәммәд) һин Раббың юлына хикмәттәр һәм матур өгөттәр менән саҡыр, улар менән бик тә гүзәл рәүештә бәхәсләш. Аллаһ тура юлдан яҙғандарҙы бик яҡшы белеп тора, Ул тура юлға баҫҡандарҙы ла бик яҡшы белә.
126. Яза бирһәгеҙ, үҙегеҙгә бирелгән яза миҡдарында ғына язалағыҙ. Ләкин (язаламайынса) сабыр итһәгеҙ, һис шикһеҙ һеҙҙең файҙаға булыр.
127. Сабыр бул. Һинең сабырлығың да Аллаһ ярҙамындә. Улар өсөн хафаланма. Улар ҡорған мәкерҙәр һине ҡайғыға һалмаһын. (128) Шөбһәһеҙ, Аллаһ (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡҡандар һәм изгелек ҡылғандар яғында.
17 — Исра (Төнгө йөрөү, Яҡуп улдары) сүрәһе
(Исра сүрәһе 111 аяттан тора. «Исра» һүҙе «төндә йөрөү» мәғәнәһен үҙ эсенә ала.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Аяттарыбыҙҙың бер өлөшөн күрһәтәйем тип, бер төн эсендә илсеһен (Мөхәммәтте) Харам мәсетенән тирә-яғы ниғмәт (бәрәкәт) менән тулы Аҡса мәсетенә килтергән Аллаһ кәмселектәрҙән азат. Ул, ысынлап та, ишетеп, күреп тороусы.
2. Беҙ Мусаға Китап бирҙек һәм Исраил ейәндәрена:
— Минән башҡа һис бер затҡа инанып, уны тәңре (юлбашсы) итмәгеҙ, — тип был Китапты тура юлға йүнәлтеүсе ҡулланма иттек. — (3) Әй, Нух менән бергә (кәмәлә) йөрөгән (ҡотолоп ҡалған) кешеләрҙең тоҡомо, шуны белегеҙ, Нух шөкөр иткән бер ҡолом ине.
4. Беҙ китапта Исраил тоҡомона:
— Һеҙ Ер йөҙөндә ике тапҡыр фетнә (ғәҙелһеҙлек) сығарасаҡһығыҙ һәм аҙғынлыҡ дәрәжәһендә тәкәберләнәсәкһегеҙ, -тинек. (5) Ике янауҙың (ҡурҡыныстың) берһе килгәс, өҫтөгөҙгә ҡеүәтле ҡолдарыбыҙҙан торған ғәскәр ебәрҙек. Улар өй буйынса йөрөп, һеҙҙе эҙәрлекләнеләр. Шулай итеп, вәғәҙәбеҙ еренә еткерелде.
(«Тәфсирҙәрҙә ҡеүәтле ҡолдарҙан торған был ғәскәр нинвалы Сәнжәриб, бабиллы Навуходоносор йәки Жалут ғәскәрҙәре икәнлеге һөйләнә. Былар Тәуратты, Аҡса мәсетен яндыралар, Исраил тоҡомдарынан сыҡҡан ғалимдарҙы үлтерәләр һәм 70.000 ләп кешене әсир итәләр. Исраил улдарының беренсе фетнәһе Зәкәрийәне үлтереү, Әрмийәне зинданға ташлау — ошо ҡырылыштарҙың сәбәбе, тип әйтелә».
Хәсән Чантай, Садретдин Ғүмүш тәфсирҙәренән.)
6. Ахырҙа уларға ҡаршы көрәштә һеҙгә йәнә (еңеү һәм өҫтөнлөк) бирҙек; малдарығыҙҙы һәм улдарығыҙҙы арттырҙыҡ, халҡығыҙҙы күбәйттек. (7) Изгелек ҡылһағыҙ — үҙегеҙ өсөн, иманлыҡ ҡылһағыҙ ҙа—үҙегеҙ өсөн. Тағын башҡа төрлө яза уаҡыты килһә, йөҙөгөҙҙәрегеҙҙе ҡара итһендәр, бынан элек тә кергәндәре кеүек, йәнә мәсеткә керһендәр һәм ҡулдарына нимә эләкһә, шуны емерһендәр (тип, башығыҙға тағын дошмандарығыҙҙы үҫтерҙек).
(«Исраил токомоның икенсе тапҡыр әфәткә дусар булыуының сәбәбе хәҙрәти Йәхйәны үлтереүҙәренән һәм хәҙрәти Ғайсаны үлтерергә хәйлә ҡорғандарынан килеп сыға».Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)
8. Бәлки, Раббығыҙ һеҙгә миһырбанлы булыр; әгәр һеҙ яңынан фетнә ҡорһағыҙ, Беҙ ҙә һеҙҙе тағын язаға һаласаҡбыҙ. Беҙ йәһәннәмде кәферҙәр өсөн зиндан иттек.
9. Шик юҡтыр, был Ҡөръән иң тура юлға йүнәлтеүсе; изгелек ҡылған мөьминдәргә үҙҙәре өсөн бөйөк бер әжер аласаҡтары тураһында биреүселө хәбәр килтереүсе. (10) Әхирәткә ышанмағандарға килһәк, улар өсөн әрнетеүле ғазап әҙерләнгән. (11) Кеше яҡшылык теләп (Аллаһҡа) доға ҡылған кеүек үк, үҙенә яманлыҡ та теләй. Әҙәм заты ашҡына. (12) Беҙ төндө һәм көндө (ҡөҙрәтебеҙҙең дәлиле итеп) яралттыҡ. Төндөң дәлилен (ҡараңғылығын) һөртөп, Раббыбыҙҙан килгән ризыҡты эҙләр өсөн һәм (уаҡыт) хисабын белер өсөн көндөң дәлилен — яҡтылыҡты ҡылдыҡ, һәр нәмәне тәфсилләп аңлаттыҡ.
13. Һәр кешенең муйынына (үҙенең яҙмыш ҡошон аҫып, йәғни ғәмәл дәфтәрен) үҙ Ҡошон сорнаныҡ. Ҡиәмәт көнөндә шул (ҡош, дәфтәр) кешенең алдына (асылып) килеп ҡунасаҡ. (14)
—Үҙ дәфтәреңде уҡы. Үҙ-үҙеңде хөкөм итергә ошо ғәмәл дәфтәрең етәр. (15) Тура юл һайлаған кеше, үҙенә яҡшылыҡ һайлаған булыр. Кем тура юлдан тайһа, үҙ башына булыр, һис бер гөнаһлы башҡа кешенең гөнаһын үҙ елкәһенә алмаҫ. Беҙ пәйғәмбәр күндермәйенсә (киҫәтмәйенсә) генә бер кешегә лә ғазап бирмәйбеҙ. (16) Бер шәһәрҙе (халыҡты) һәләк итергә теләгәс, байлыҡтары менән маһайған хужаларына (изгелек ҡылығыҙ, тип) әмер бирҙек; шуға ла ҡарамаҫтан, улар боҙоҡлоҡ ҡылды, шунда улар өҫтөнә әйтелгән һүҙ хаҡҡа сыҡты. Беҙ ҙә уларҙы тар-мар иттек.
17. Нухтан һуң Беҙ күпме халыҡтарҙы һәләк иттек. Бәндәләренең гөнаһтарын белеп-күреп торор өсөн Раббың етә. (18) Күҙ асып йомғансы уҙып китә торған был донъяла (байлыҡ) теләгән кешегә Үҙебеҙ теләгәнсә бар нәмәне лә кисектермәйенсә бирербеҙ. Ахырҙа Беҙ уны йәһәннәмгә тығырбыҙ. Ул кеше шунда туҡмалып, (мәрхәмәтебеҙҙән) мәхрүм булараҡ (яныр өсөн) урынлашыр. (19) Мөьмин булып, Әхирәтте теләһә, Әхирәткә ярарлыҡ тырышлыҡ менән ғәмәл ҡылһа, бына уның тырышлығы ҡабул булыр (юғары бәйәләнер).
20. Барыһына да — уларға ла, быларға ла — фани донъяны генә алға ҡуйғандарға (кәферҙәргә) ла, Әхирәтте алға ҡуйғандарға (мосолмандарға) ла Раббының хазинаһынан (теләгәндәрен) бирербеҙ. Раббыңдың хазинаһы бер кемгә лә тыйылмаған (сикһеҙ). (21) Ҡара, Беҙ кешеләрҙе (байлыҡта) бер-берһенән өҫтөн ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, дәрәжә һәм өҫтөнлөк мәсьәләләрендә Әхирәт тағын да бөйөгерәк.
22. Аллаһтан башҡа тәңрегә табынма (бер генә нәмәне лә, бер генә йән эйәһен дә «Илаһ» тип таныма). Ахырҙа туҡмалырһың һәм яңғыҙ башың ҡалырһың. (23) Раббың бары тик үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы, ата-әсәгеҙгә лә изгелекле булыуығыҙҙы ҡәтғи рәүештә бойорҙо. Уларҙың берһе йәки икеһе лә һеҙҙең янда ҡартайһа, уларға: уф (туйҙым һеҙҙән), тип әйтмәгеҙ; уларға ҡысҡырмағыҙ; икеһенә лә яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. (24) Миһырбан һәм түбәнселек менән улар алдында (күңел) ҡанаттарыңды йәй ҙә әйт:
— Раббым, сабый сағымдан алып, улар мине нисек яратып үҫтергән булһа, Һин дә уларға шулай мәрхәмәтле бул, — тип доға ҡыл. (25) Раббығыҙ һеҙҙең күңелегеҙҙә нимәләр барын (ата-әсәгеҙгә булған мөнәсәбәтегеҙҙе) бик яҡшы белеп тора. Һеҙ (ата-әсәгеҙгә) изгелекле булһағыҙ, шуны белегеҙ, Аллаһ яманлыҡтан ваз кисеп, тәүбәгә йүнәлгәндәрҙе айырыуса ярлыҡаясаҡ.
26. Туғандарыңа, мохтаждарға, юлсыға үҙ хаҡтарын бир. Мәғәнәһеҙгә исраф ҡылма. (27) Малын әрәм-шәрәм итеүселәр - шайтандың ҡәрҙәштәре. Шайтан иһә Раббыға шөкөр итмәүсе зат. (28) Үҙең дә Аллаһтан ниғмәт һорап ялбарған саҡта (хәйер бирә алмау сәбәпле, ҡыйынһынып) мохтаждарҙан боролһаң, һис юғында уларға күңелдәре рәнйемәҫлек йомшаҡ һүҙҙәр әйт.
29. Ҡулыңды үҙ муйыныңа бәйләмә (һаран булма); ҡулдарыңды йәйеп тә ебәрмә (артығын йомартланма ла). Ахырҙа (һаран тип) һиңә асыуланырҙар, (малыңды туҙҙырып) һин меҫкен хәлдә ҡалырһың. (30) Раббың теләгән ҡолона ризыҡты мул бирер, теләмәгәненә кәметер. Хаҡтыр, Ул кешеләрҙең нимә ҡылғанынан хәбәрҙар, барыһын да күреп тора.
31. Фәҡир ҡалыуҙан ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ. Беҙ уларға ла, һеҙҙең үҙегеҙгә лә ризыҡ бирәсәкбеҙ. Уларҙы үлтереү, хаҡтыр, ҙур гөнаһ.
32. Зинаға яҡын бармағыҙ. Сөнки зина — бер нәжес ғәмәлдер, бысраҡ юлдыр.
33. Хаҡлы бер сәбәп булмаһа, Аллаһ ҡушмаған йәнде ҡыйырһытмағыҙ. Кем хаҡһыҙға үлтерелһә, Беҙ уның яҡындарына (үс ҡайтарыу өсөн) хаҡ бирҙек. Ләкин ул да үс алғанда сиктәрҙе уҙмаһын. Сөнки (уға инде ғәҙел миҡдарҙа үс ҡайтарырға форсат бирелде) Аллаһтан ул ярҙам алды инде.
34. Бәлиғ булғансыға саҡлы (һеҙҙең ҡарамаҡтағы) йәтимдәр малына, (шул малды арттырыу ниәтенән тыш) яҡын килмәгеҙ. Антығыҙҙы (йәтим ҡаршындағы вазифағыҙҙы) еренә еткереп үтәгеҙ. Антығыҙ өсөн яуап тотаһығыҙ бар.
35. Үлсәгәндә дөрөҫ үлсәп бирегеҙ, алдамай торған бизмәндәрҙә үлсәгеҙ. Был ғәйәт яҡшы ғәмәлдер, нәтижәһенә күрә лә бик изгелекле эш булыр.
36. Белмәгән нәмәгә эйәрмә. Ҡолағың, күҙең һәм күңелең (һин ҡылғандарға шаһит булып) һине яуапҡа тартыр.
Достарыңызбен бөлісу: |