13. — Раббыбыҙ — Аллаһ! — тип, һуңынан да шуға тура булғандар өсөн (Ҡиәмәттә) бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ. Уларға ҡайғы килмәҫ.
14. Улар йәннәт әһеле булыр. Ҡылған изгелектәренә күрә, әжер булараҡ, шунда (йәннәттә) мәңгегә ҡаласаҡтар.
15. Беҙ әҙәм балаһына ата-әсәгә изгелекле булырға васыят иттек. Әсәһе уны ҡарынында йөрөтә. Ауырлыҡ менән таба. Баланың әсә ҡарынында йөрөүе һәм һөт имә торған ваҡыты утыҙ айҙыр. Ниһайәт, ул (бала) егетлек осорына етә. Ҡырҡ йәшкә еткәс, әйтер:— Йә, Раббым, үҙемде, ата-әсәмде ниғмәтләндергәнеңә шөкрәнәмде ҡабул ит, Һине ризалатырлыҡ изгелекле ғәмәлдәрҙә булыуыма миңә илһам бир. Үҙемде лә, нәҫелемде лә рәхмәтеңдән ташлама. Хаҡтыр, мин Һиңә йүнәлдем. Шикһеҙ, мин (иман килтереп) мосолман булдым.
16. Ҡылған изгелектәрен ҡабул итеп, гөнаһтарын ярлыҡаясағыбыҙ, бына ошо кешеләр — йәннәттәгеләр араһында булыр. Был уларға бирелгән вәғәҙә нәтижәһе.
17. Ата-әсәһеңә:
— Уф, туйҙым һеҙҙән, минән элек тә күпме нәҫелдәр йәшәп үлгән (һәм терелеп ҡайтмаған), шулай ҙа һеҙ минең яңынан терелеп сығарыласағыма ышандырырға тырышаһығыҙ! — тип ҡаршы итеүселәр юҡмы ни?
Ата-әсәһе Аллаһҡа ялбарыр ҙа, балаһына әйтер:
— Йаҙыҡтар (ҡайғы) булыр һиңә! Иман килтер. Аллаһтың язаһы, һис шикһеҙ, хаҡ! — тип өгөтләрҙәр.
Ул иһә:
— (Һеҙ һөйләгәндәр) боронғоларҙан ҡалған әкиәттән башҡа һис нәмә түгел, — тип әйтер.
18. Бына шундай (кәфер һөйләүселәр) әүәл йәшәп-киткән ендәр һәм (гөнаһлы) кешеләр өйөрө менән бергә йәһәннәмдә булыр, тигән Аллаһтың вәғәҙәһе хаҡлыҡҡа иреште. Ысындан да, улар ҙур зыян күреүселәр рәтендә.
19. Һәр кемдең ҡылғанына күрә дәрәжәһе лә булыр. Уларға һис бер ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. Ғәмәлдәренә күрә әжерҙәре түләнер.
20. Ут ҡаршыһына килтерелгәс, кәферҙәргә әйтелер:
— Һеҙ фани донъялағы тормошоғоҙҙа рәхәт йәшәп, бөтөн зәүҡий ләззәт маяғыҙҙы исраф итеп бөтөрҙөгөҙ инде. Хаҡығыҙ булмаған көйөнсә, Ер йөҙөндә артыҡ тәкәббер булдығыҙ. Шундағы боҙоҡлоғоғоҙ өсөн, бөгөн бында хурлыҡ ғазаптары менән язаланырһығыҙ.
21. Ғәд халҡы араһынан сыҡҡан (Һуд)ты иҫеңә төшөр. Унан әүәл дә, унан һуң да киҫәтеүсе пәйғәмбәрҙәр килеп киткән ине инде. Хәтерләйһеңме, ул Әхҡафтағы (ҡом сүлендәге) халыҡты:
— Аллаһтан башҡаға ғибәҙәт ҡылмағыҙ! Шуныһы хаҡтыр, мин һеҙҙең өҫкә киләсәк хәтәр Көндөң ғазабынан ҡурҡам, —тип киҫәткән ине.
22. Улар әйтте:
— Һин беҙҙе табына торғандарыбыҙҙан уаз кистерергә тип килдеңме? Әгәр ҙә һин һөйләгәндәр хаҡ булһа, вәғәҙә итә торғаныңды (ғазаптар, мөғжизәләреңде) хәҙер үк күрһәт, - тинеләр.
23. (Һуд) әйтте:
— (Һеҙгә ғазаптың ҡасан килаһен) бер Аллаһ белә. Мин алып килгән хәбәрҙе генә һеҙгә тапшырам. Ләкин, күрәм, һеҙ наҙандар өйөрө икәнһегеҙ, — тине.
24. Шул саҡ (улар йыйылған) үҙәнгә табан килеүсе ғазап болотон күреп, әйттеләр:
— Был ямғыр болото! — тинеләр.
— Юҡ, — тине (Һуд) — Был һеҙ хәҙер үк күрергә теләгән ғазабығыҙ, ҡаты дауыл — хәтәр яза болото булыр.
25. — Раббының әмере менән ул бөтөн нәмәне харап итеп бөтөрөр. (Дауылдан һуң) уларҙың емерек ҡаралты-ҡуралары ғына тырпайып ҡалыр. Бына, гөнаһлыларҙы Беҙ шулай язалайбыҙ.
26. Хаҡтыр, уларға ла һеҙгә бирмәгән ҡөҙрәтебеҙҙе һәм байлығыбыҙҙы бирҙек. Үҙҙәренә ҡолаҡтар, күҙҙәр һәм йөрәк бирҙек. Ләкин ҡолаҡтары ла, күҙҙәре лә, йөрәктәре лә уларға һис бер файҙа килтермәне. Сөнки улар Аллаһ аяттарын (ап-асыҡ иҫбаттарын) белгән көйөнсә, инҡар итте. (Әхирәттәге ғазап тураһындағы хәбәребеҙҙе) мыҫҡыллап көлгәндәр ине, (шул ғазап) үҙҙәрен сорнап алды.
27. Хаҡтыр, Беҙ яҡын-тирәгеҙҙәге мәмләкәттәрҙе һәләк иттек. Бәлки, улар (кәферлектән) иманға ҡайтырҙар тип, аяттарыбыҙҙы ҡат-ҡат аңлаттыҡ.
28. Улайһа, ни өсөн Аллаһтан башҡаны яҡын күреп табынған һындары уларҙың үҙҙәрен Аллаһ ғазабынан ҡотҡарманы? Ғазап килгәс, ул һындар юҡҡа сыҡты. Шул һындар Аллаһ менән аралашсылыҡ итәсәк, тип әйтеүҙәре уларҙың ялғаны һәм уйҙырмаһы ине.
29. Ҡөръән тыңлаһындар тип, бер төркөм енде һинең янға ебәрҙек. Ҡөръән тыңларға әҙерләнеп бөткәс, улар бер-береһенә әйтте:
— Тынығыҙ! (Тын да алмайынса тыңлағыҙ!) — тинеләр. Ҡөръән уҡылып бөткәс, улар (Ҡиәмәт көндө буласаҡ язалар тураһында) киҫәтеүсе булып, үҙ ҡәүемдәренә әйләнеп ҡайтты.
30. 31. Улар:
— Әй, ҡәүемебеҙ, — тине. —Хаҡ һөйләйбеҙ: беҙ Мусанан һуң индерелгән һәм үҙенән алда килгән (боҙолған китаптарҙы) дөрөҫләүсе, Хәҡиҡәткә һәм тура юлға йүнәлтеүсе бер Китап һүҙен тыңланыҡ. Әй, ҡәрҙәштәребеҙ! Аллаһтың киҫәтеүсеһенә бойһоноғоҙ. Аллаһҡа иман килтерегеҙ, һәм Аллаһ һеҙҙең бер өлөш гөнаһтарығыҙҙы кисерер һәм һеҙҙе әсе ғазаптан ҡотҡарыр.
32. Аллаһтың киҫәтеүсеһенә ҡолаҡ һалмаған кеше Аллаһты Ер йөҙөндә меҫкен хәлдә ҡалдыра алмаҫ. Аллаһтан башҡа ул кеше үҙенә дуҫтар ҙа таба алмаҫ. Бына шулар инде күрәләтә юлдан яҙған бәндәләр.
33. Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан ваҡытта арыу-талыуҙы белмәгән Аллаһтың үлеләрҙе терелтергә генә ҡөҙрәтенән киләлер, бит. Шул турала уларҙың башына килмәйме? Әлбиттә, Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә.
34. Утҡа ташланасаҡ Көндө инҡар итеүселәргә:
— Йә нисек? Был (яза) хаҡ түгелме ни? — тип әйтелгәс, улар:
— Хаҡ! Валлаһи хаҡ, — тип әйтерҙәр. Аллаһ иһә:
— Улайһа, инҡарығыҙға күрә язаһын да татығыҙ! — тип бойорор.
35. Шулай булғас, (эй, Мөхәммәд) тәүәккәл-ғәйәр (ҡаҡшамаҫлыҡ эйәһе булған) пәйғәмбәрҙәр сабыр булған кеүек, һин дә түҙ, сабыр ит. (Кәферҙәргә биреләсәк язаларҙы) ашыҡтырма. Вәғәҙә ителгән ғазапты күргәс, уларға фани донъяла көндөң бер сәғәте кеүек әҙ йәшәгәндәй тойолор. Был (Ҡөръән кешеләргә бөтөн хәбәрҙәрҙе лә) ирештереүсе. Юлдан яҙған халыҡтарҙан башҡалары һәләк ителерме? (Һис ҡасан да!)
47 — Мөхәммәд (Мөхәммәд) сүрәһе
(Мөхәммәд сүрәһе 38 аяттан тора. Был сүрә Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәти Мөхәммәд исемен йөрөтә. Мәҙинәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Иманға килмәгән һәм (иманлыларҙы) юлдан яҙҙырған кешеләрҙең (яҡшы) эштәрен Аллаһ заяға сығарыр.
2. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың, хәҡиҡәт булараҡ, Раббы тарафынан Мөхәммәдкә индерелгән (Ҡөръән)гә инанғандарҙың гөнаһтарын Аллаһ ҡаплар һәм хәлдәрен еңеләйтер.
3. Шулай буласаҡ, сөнки инҡар иткәндәр яманлыҡҡа эйәрҙе, иман килтергәндәр иһә Аллаһтан килгән дөрөҫлөккә йөҙ тотто. Бына, шулай итеп, Аллаһ кешеләргә үҙ ҡылғандарынан ғибрәтле миҫалдар килтерә.
4. (Яуҙа) кәферҙәр менән ҡапма-ҡаршы осрашҡан саҡта, муйындарына ҡаты итеп сабығыҙ. Ниһайәт, ҡаты һуғышып, уларҙы хәлһеҙләндергәндән һуң, ныҡлап бәйләгеҙ (әсир итегеҙ). Һуғыштан һуң уларға изгелек ҡылып, түләү алмайынса йәки түләү урынына азат итегеҙ. Йәки улар һуғыш сығымдарын түләһендәр. Бойороҡ ошолор. Аллаһ ихтыяр иткән булһа, уларҙы, (һуғышһыҙ ҙа) һис шикһеҙ, тар-мар иткән булыр ине. Ләкин һеҙҙе һынап ҡарау ине был һуғыш. Аллаһ юлында үлтерелгәндәрҙең ғәмәлдәре мотлаҡ, заяға булмаҫ.
5, 6. Аллаһ уларҙы мораҙҙарына ирештерәсәк, күңелдәренә шатлыҡ индерәсәк һәм уларҙы Үҙе вәғәҙә иткән йәннәткә урынлаштырасаҡ.
7. Һәй, иман килтергән кешеләр, әгәр һеҙ Аллаһҡа бойһоноп, (Уның диненә, Уның пәйғәмбәре килтергән Исламға) ярҙам итһәгеҙ, Ул да (дошмандарығыҙға ҡаршы) һеҙгә ярҙам итер һәм теҙ быуындарығыҙҙы нығытыр (егәрегеҙҙе арттырыр).
8. Иман килтермәгәндәрҙең йөҙө аҫҡа килер. Уларҙың ғәмәли тырышыуҙары бушҡа китер. (9) Сөнки улар Аллаһ индергәнгә (Ҡөръәнгә) ерәнеп (шикләнеп) ҡаранылар. Аллаһ уларҙың ғәмәлдәрен заяға сығарҙы. (10) Улар (Мөхәммәд ҡәүеменең кәферҙәре) донъя буйлап сәйәхәт иткәндә үҙҙәренән алда йәшәп-киткәндәрҙең ниндәй хәлдә ҡалғандарын күрмәнеме? Аллаһ уларҙың тамырын ҡоротто. Был кәферҙәргә лә шул ук тәҡдир буласаҡ. (11) Сөнки Аллаһ — иман килтергәндәрҙең яҡлаусыһы. Кәферҙәрҙең яҡлаусыһы булмаҫ.
12. Хаҡтыр, Аллаһ иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы аҫтарынан йылғалар ағып ятыусы йәннәттәргә урынлаштырыр. Кәферлек ҡылыусылар был донъяла кәйеф-сафа ҡорор (ләззәтләнерҙәр), хайуан кеүек ашап туймаҫ. Уларҙың урыны - тамуҡ.
13. Беҙ күпме мәмләкәтте һәләк иттек. Юҡһа, улар һинең шәһәреңдән (Мәккәнән дә) ҡеүәтлерәк ине. (Беҙ уларҙы язаға тартҡанда) һис бер ярҙамсы булманы.
14. Раббының ап-асыҡ бәйән ителгән хаҡ динен ихлас тотоусы (мосолман) менән яман эштәре үҙенә яҡшы булып күренгән һәм нәфсе һәүәҫлегенә дусар булған (кәфер) бер тигеҙ булырмы?
15. (Гөнаһтан) һаҡланғандарға вәғәҙә ителгән йәннәттең сифаты шулдыр: шунда төҫө, иҫе-тәме, асылы боҙолмаған һыуҙар ағып тороусы шишмәләр; әсемәй торған һөт йылғалары, күңел күтәреүсе, ләззәтле шәрбәт йылғалары, шыйыҡ бал аға торған йылғалар булыр. (Теләгән кешегә) төрлө-төрлө емештәр. Раббынан ярлыҡау булыр. Былар (ожмахтағылар) утта ҡалған һәм эсәктәрен, ашҡаҙандарын телгәләүсе ҡайнар һыу эсеүләр менән бер тигеҙ булырмы?
16. Кәферҙәрҙән шундайҙары ла бар, ул һинең өгөтөңдө тыңлап тора. Яныңдан китеүгә үк белеме булған кешеләрҙән:
- Әле яңы ғына ул нимә тураһында һөйләне һуң? - тип һорар. Аллаһ уларҙың күңеленә кәферлек мөһөрө баҫты. Улар — нәфсе һәүәҫлегенә бирелгән бәндәләр.
17. Тура юлға баҫҡандарҙың (мөьминдәрҙең) һиҙәйәтен Аллаһ тағын да арттырыр. (Диндәге) паҡлыҡтарын һаҡларға форсат бирер.
18. Ул Сәғәттең (Ҡиәмәттең) өҫтәренә көтмәгәндә киләсәгенән башҡа яҙмыш көтәләрме ни һуң улар? Уның ғәләмәттәре инде күренә лә башланы. Шулай булғас, ул (Ҡиәмәт язаһы) килгәс кенә ғибрәт алып, тәүбә итеүҙәре файҙа бирмәҫ.
19. Һин белеп тор:
— Аллаһтың Үҙенән башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ, -тигән Хәҡиҡәтте онотма. Һәм үҙең, һәм мосолман ирҙәр менән мосолман ҡатын-ҡыҙҙарҙың гөнаһтары ярлыҡанһын, тип телә. Аллаһ(көндөҙ) ҡайҙа йөргәнегеҙҙе лә, (төндә) ҡайҙа барғанығыҙҙы ла белеп тора.
20. Иман килтергән кешеләр әйтте:
— Жиһад һуғышы тураһында ла берәй сүрә индерелһә ине, - тинеләр.
Ләкин һуғыш тураһында ап-асыҡ әйтелгән сүрә индерелә ҡалһа, эстәрендәге сир ҡуҙғала һәм улар әжәлде күреп, һуштан яҙа башлаған кеше кеүек, һиңә ҡарай. Әжәлдән ҡурҡҡан кешене әжәл тиҙерәк таба.
21. (Уларҙың бурысы) итәғәтле булыу һәм матур һөйләшеү. Эш етди төҫ алғас, (һуғыш сыҡҡас) Аллаһҡа тоғролоҡ күрһәтһәләр, һис шикһеҙ, үҙҙәренә хәйерле булыр ине.
22. (Исламды ташлап, кәферлеккә) кире ҡайтһағыҙ (һәм һеҙгә хакимиәт бирелһә), Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ сығарып, ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөп ташламаҫһығыҙмы? (23) Бына шуларҙы Аллаһ ләғнәтләне, уларҙы һаңғыраулатты, (күңел күҙҙәрен) һуҡырайтты. (24) Улар Ҡөръәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы? (25) Хаҡтыр, үҙҙәренә тура юл мәғлүм булғандан һуң да, шул юлдан сыҡҡандарҙы шайтан тотоп ала. Һәм шайтан: боҙоҡлоҡ ҡылыу—гөнаһлы эш түгел, тип ҡоторта-өмөтләндерә башлай. (26) Сөнки улар Аллаһ индергән (Ҡөръән)дән риза булмағандарға:
— Ҡайһы бер осраҡтарҙа беҙ һеҙгә бойһонасаҡбыҙ, — тинеләр.
Аллаһ уларҙың йәшерен эштәрен белеп тора. (27) Фәрештәләр (монафиҡтарҙың) йөҙҙәренә, арҡаларына һуға-һуға йәндәрен алғанда, уларҙың хәле нисек булыр икән? (28) Был язалар уларға шуның өсөн бирелә, сөнки улар Аллаһты асыуландырған (кәфер) нәмәләргә эйәрҙеләр, Аллаһ риза булған (сауаплы) нәмәләрҙе яратманылар. Шуға күрә, Аллаһ уларҙың эштәрен-тырышыуҙарын юҡҡа сығарҙы. (29) Эстәрендә (Пәйғәмбәргә, Исламға ҡаршы) хөсөтлөк сире булғандар:
— Аллаһ беҙҙең хөсөтлөгөбөҙҙө фаш итмәҫ, — тип уйлаймы? (30) Ихтыяр итһәк, Беҙ уларҙы һиңә күрһәтер ҙә инек, һин уларҙы йөҙҙәренән таныр инең. Әммә һин уларҙы һөйләү рәүешенән дә таный алырһың. Аллаһ һеҙҙең бар ғәмәлдәрегеҙҙе белеп тора. (31) Хаҡтыр, Жиһадта ҡатнашҡандарығыҙ менән (һуғыш ауырлыҡтарына) түҙем булғандарҙы асыҡлағанға саҡлы һәм (һуғыш ҡырынан килгән) хәбәрҙәрегеҙҙе дөрөҫләгәнгә ҡәҙәр, һеҙҙе үҙ ҡаршығыҙҙа һынарбыҙ.
32. Үҙҙәре иманһыҙ булған кәферҙәр — башҡаларҙы ла Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар; үҙҙәре алдында тура юл асылғанды күреп тә, Пәйғәмбәргә ҡаршы күтәрелгәндәр Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Уларҙың ҡылғандарын Аллаһ юҡҡа сығарасаҡ.
(«Хәҙрәти Мөхәммәдкә ҡаршы баш күтәреүселәрҙе Ҡурайш мөшриктәре менән йәһүдиләр ҡотортоп торғанлығы мәғлүм. Юҡһа, мөшриктәр ҙә, йәһүдиләр ҙә саҙаҡа бирә, бер ҡараһаң, изгелек тә ҡыла кеүек, ләкин Аллаһ, аҫтыртын эштәренә күрә, уларҙың был изгелектәрен ҡабул итмәй». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.,)
33. Әй, иман килтергән әҙәмдәр, Аллаһҡа итәғәт итегеҙ, Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ. Ҡылған эштәрегеҙ заяға китмәһен.
34. Инҡар итеп, башҡаларҙы ла Аллаһ юлынан яҙҙырғандарҙы һәм һуңынан кәферлектә үлгәндәрҙе Аллаһ ярлыҡамаҫ.
35. Өҫтөнлөк һеҙҙең тарафта булған саҡта, йомшап, (кәферҙәрҙән) солох (килешеү) һорамағыҙ Аллаһ һеҙҙең менән бергә. Аллаһ (изгелекле) ғәмәлдәрегеҙҙе юҡҡа сығармаҫ.
36. Дөрөҫө шул, донъялағы тормош бары тик уйын, ҡыҫҡа ваҡытлы күңел асыу ғыналыр. Әгәр иман килтереп, (гөнаһтарҙан) һаҡланыр булһағыҙ, Аллаһ һеҙгә әжерен бирер. Һеҙҙән малдарығыҙҙы тартып алмаҫ. (Сарыф ителергә тейешле зәкәт, саҙаҡа, хәйерҙән башҡа.)
37. Әгәр ҙә (Аллаһ, шул саҙаҡаларҙан ҡалған) малдарығыҙҙы (ҡырып-һепереп) алырға теләһә, һеҙҙе ҡыйын хәлдә ҡалдырыр, һәм һеҙҙең һаранлыҡ, хөсөтлөк һәм нәфрәт хистәрегеҙҙе фаш итер ине.
38. Бына шулай итеп, һеҙ Аллаһ юлында сығымдар тоторға (зәкәт, саҙаҡа, хәйер бирергә, мәсет һалдырыуға өлөш кертергә) саҡырылаһығыҙ. Арағыҙҙа һарандар бармы? Кешенең һаранлығы (яза булып) үҙенә ҡайтыр. Аллаһ — бай, һеҙ иһә фәҡир. Әгәр Унан йөҙ сөйөрһәгеҙ, һеҙҙең урынға Ул башҡа тоҡомдо килтерер. Улар һеҙгә оҡшамаған булыр.
48 — Фәтех (Еңеү) сүрәһе
(Фәтех сүрәһе 29 аяттан тора. «Фәтех» — еңеү тигән һүҙ. Мәҙинәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. (Эй, Мөхәммәд) Беҙ һиңә, ысынлап та, бөйөк еңеүгә юл астыҡ.
2. Шулай итеп, Аллаһ һинең ҡылған һәм кисектерелгән хаталарыңды ярлыҡар. Һиңә булған ниғмәтте тамамлар һәм һине тура юлға күндерер.
3. Һәм һиңә (данлы бер еңеү биреп) ярҙам итер.
4. Имандарын тағын да нығытһындар тип, мөьминдәрҙең күңеленә өмөт индереүсе — Аллаһ. Күктәрҙәге, Ерҙәге хеҙмәтселәр ғәскәре лә — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ - белеп тороусы, һәр бер эште хикмәте менән башҡарыусылыр.
5. (Аллаһтың ғәләмдәр өҫтөндәге ул ғилеме һәм хикмәттәре) мөьмин ирҙәрҙе, мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәңге йәшәп ҡаласаҡ, арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәренә урынлаштырыу өсөн һәм уларҙың гөнаһтарын кисерер өсөн (ҡулланыла). Бына, (ҡотолған мөьминдәргә) Аллаһ хозурындағы Сәғәдәт шул булыр.
6. Аллаһ хөкөмдәре тураһында яман фекерҙә тороусы монафиҡ (ике йөҙлө) ирҙәр, ике йөҙлө ҡатындар һәм мөшрик ирҙәр һәм мөшрик ҡатындарҙы — үҙҙәрен әсе ҡәһәр һуҡҡан язаға тартыу өсөн (Аллаһ тәдбир ҡорҙо). (Сөнки) уларға Аллаһтың асыуы сыҡты, уларҙы рәхмәтенән мәхрүм итте. Улар өсөн йәһәннәмде әҙерләп ҡуйҙы. Улар барасаҡ ер бик тә хәтәр урын.
7. Күктәрҙәге (фәрештәләр), Ерҙәге (яза һәм һидәйәт) ғәскәрҙәрҙең хужаһы — Аллаһ ҡөҙрәтле, Ул — хикмәт эйәһе.
8. (Эй, Мөхәммәд) Беҙ һине (кешеләрҙең ҡылғандарына) шаһит бул тип, (йәннәт менән) һөйөндөрөүсе, (йәһәннәм менән) көйөндөрөүсе сифатында күндерҙек.
9. Әй, әҙәм балалары, (Мөхәммәдте һеҙгә күндерҙем) һеҙ Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә инанһын, тип. Уға ярҙам итерһегеҙ, уны хөрмәтләрһегеҙ, тип. Аллаһты зикер итеп, иртә-кис тәсбих әйтһендәр, тип.
10. Шуныһы хаҡтыр, (эй, Мөхәммәд) һиңә һүҙ биргәндәр (ант иткәндәр) Аллаһҡа һүҙ биргән кеүек булыр. Аллаһтың (хуплаусы) ихтыяры уларҙың (һүҙ биргәндәрҙең) өҫтөндәлер. Кем (һүҙендә тормаһа) ант бауын өҙһә, анты үҙ башына булыр. Аллаһҡа биргән һүҙендә кем ныҡ тора, Аллаһтың олуғ әжере шуға булыр.
11. (Һинең менән барырға риза булмайынса) өйҙәрендә ҡалған бәҙәүиҙәр әйтәсәк:
— Малдарыбыҙ, ғаиләләребеҙ арҡаһында беҙ бара алманыҡ, һин беҙҙең өсөн доға ҡыл: бәлки, Аллаһ беҙҙе кисерер, ә?
Улар күңелдәрендә булмағанды телдәре менән һөйләй. Әйт һин уларға:
— Аллаһ һеҙгә зыян һалырға теләһә лә, файҙа килтерергә ихтыяр итһә лә (Уның хозурында), Уға берәү ҙә ҡаршы килә алмаҫ. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙан хәбәрҙар.
12. Ысынлыҡта, һеҙ Пәйғәмбәр ҙә, мосолмандар ҙа иҫән-аман килеш ғаиләләренә ҡайтыр, тип уйламанығыҙ. Һеҙҙең был яман уйығыҙ үҙегеҙгә яҡшы булып тойолдо. Һеҙ мәкер ҡорҙоғоҙ. Тик, һеҙ һәләкәткә мәхкүм бер ҡәүем булдығыҙ.
13. Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәренә иман килтермәгән кеше ҡәтғи белеп торһон, Беҙ кәферҙәр өсөн йәһәннәм уты әҙерләнек.
14. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге милектең барыһы ла — Аллаһтыҡы. Ул ихтыяр иткән кешеһен ярлыҡай, кемдеҙер язаға тарта. Аллаһ — ярлыҡаусы, киң рәхмәтле кисерә белеүсе.
15. Һеҙ ғәнимәт малдарын бүлешергә киткәндә, (һуғышҡа бармайынса) өйҙәрендә ултырып ҡалғандар әйтер:
— Мал бүлешергә беҙҙе лә эйәртегеҙ, — тип ялбарырҙар. Шулай итеп, улар Аллаһтың һүҙен үҙгәртергә теләр.
Әйт һин уларға:
— Һеҙ беҙгә эйәрмәҫһегеҙ. Аллаһ башта уҡ шулай бойорҙо, — тип.
— Юҡ-юҡ, һеҙ беҙҙән көнләшәһегеҙ, шуға күрә эйәртмәйһегеҙ, — тип әйтәсәктәр. Дөрөҫтән дә, улар — бик тә сай фекерләүсе ҡәүем.
16. Өйҙәрендә ултырып ҡалған бәҙәүиҙәргә әйт һин:
— Һеҙ оҙаҡламай ғәйәт көслө ғәскәргә ҡаршы һуғышырға саҡырыласаҡһығыҙ, — тип. — Уларға ҡаршы ахырға ҡәҙәр (ҡырып бөтөргәнсе йәки улар мосолман булғансы) һуғышасаҡһығыҙ. Әгәр әмергә буйһонһағыҙ, Аллаһ һеҙҙе яҡшы бүләкләйәсәк. Әммә теге ваҡыттағы кеүек, (Жиһадтан) баш тартһағыҙ, һеҙ хәтәр язаға дусар буласаҡһығыҙ.
17. Һуғышҡа бармаһа ла, һуҡырға гөнаһ юҡ, аҡһаҡҡа гөнаһ юҡ, сирлегә гөнаһ юҡ (былар һуғышҡа барыу бурысынан азат).
Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә итәғәт иткән кешене Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып торған йәннәттәргә урынлаштырыр. Кем йөҙ сөйөрһә, хәтәр ғазапҡа мәхкүм булыр.
18. Хаҡтыр, ағас күләгәһендә һиңә ант биргән мөьминдәрҙән Аллаһ риза булды. Уларҙың күңелендә нимә бар, шуны белде, уларға именлек тойғоһо бирҙе. Уларҙы тиҙ арала еңеүгә ирештерҙе.
19. Унан һуң байтаҡ ҡына ғәнимәт биреп, уларҙы бүләкләне. Аллаһ өҫтөндөр, хикмәт эйәһелер.
20. Аллаһ һеҙгә үҙегеҙ ҡаҙанасаҡ ғәнимәт малын вәғәҙә итте. Һәм ул табышты (Аллаһ ярҙамы менән) һеҙ тиҙ ҡулға төшөрҙөгөҙ. Аллаһ дошмандарҙың ҡулын тотто (һеҙ еңдегеҙ). Был эш мөьминдәргә бер кинәйә һәм һеҙ тура юлға баҫһын өсөн һабаҡ булһын, тип әмер ителде.
21. Ләкин быларҙан тыш Аллаһтың һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйған башҡа ғәнимәттәре лә бар, ләкин хәҙергә һеҙ уларҙы ҡулға төшөрә алманығыҙ. Уныһын Аллаһ үҙ янында әҙер тота. Аллаһтың ҡөҙрәте киң.
22. Инҡар итеүселәр һеҙгә ҡаршы һуғышҡа сыҡһалар, артҡа сигенеп ҡасалар. Бер генә дуҫ та, бер генә ярҙамсы ла таба алмайынса йөрөйҙәр.
23. Был — Аллаһтың быңа ҡәҙәр килеп-киткән ҡәүемдәре хаҡындағы ҡанундыр. Аллаһтың ҡанунында һис бер үҙгәреш таба алмаҫһың.
24. Мәккәнең үҙәгендә һеҙҙе улар өҫтөнән еңеүсе итте, уларҙың ҡулын тотто (һеҙ еңдегеҙ), һеҙҙең ҡулдарҙы улар өҫтөнән алды. Аллаһ бөтөн ҡылғандарығыҙҙы белеп тора.
25. Инҡар итеүселәр һеҙҙе Мәсжед-и Харамға кертмәнеләр һәм ҡорбанлыҡтарығыҙҙы тотҡарлап, (ҡорбан сала торғган) ергә ебәрмәҫкә маташтылар, был — мөшриктәр эше. Әгәр уларҙың араһында мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындар булмаһа, бер-берегеҙҙе белештермәй (теләмәҫтән) үлтереү (мосолманды үлтереп, үҙ өҫтөгөҙгә гөнаһ алыу) ҡурҡынысы булмаһа (Аллаһ һеҙҙе һуғыштан тыйып тормаҫ ине). Аллаһ үҙе ихтыяр иткән кешегә генә рәхмәтле. Әгәр ҙә мөьминдәр кәферҙәрҙән айырым булһа ине, кәферҙәргә бик тә әсе ғазап биргән булыр инек.
26. Инҡар итеүселәр күңелдәрендә тәкәбберлек, маһайыу тәрбиә иттеләр, наҙанлыҡ маһайыуы. Аллаһ илсеһенә һәм иман килтергән кешеләрҙең күңеленә именлек индерҙе һәм уларға тәҡүәлекте әмер итте. Улар быңа хаҡлы һәм лайыҡ ине. Аллаһ барыһын да белә.
27. Хаҡтыр, Аллаһ илсеһенең (йоклағанда) күргән төшөн дөрөҫкә сығарҙы. Аллаһ ихтыяр итһә, сәсегеҙҙе ҡыҫҡартып, баш сәсегеҙҙе ҡырып, һис ҡурҡмайынса, һис шикһеҙ, Мәсжед-и Харамға керерһегеҙ. Аллаһ һеҙ белмәгәндәрҙе белә. Бынан әүүәл дә һеҙгә еңеү килтергән ине.
28. Бөтөн диндәрҙән өҫтөн ҡылыу өсөн, Пәйғәмбәрҙе тура юл һәм хаҡ дин менән Аллаһ күндерҙе. Шаһит булараҡ та Аллаһ бер үҙе етәр.
29. Мөхәммәд - Аллаһтың Пәйғәмбәре. Уның янындағылар кәферҙәргә ҡаршы ҡаты торалар, үҙ араларында мәрхәмәтле ғәмәлдә. Уларҙы һин рәкүғҡә барғанда ла, сәждәгә киткәндә лә күрерһең. Улар Аллаһтан ниғмәт һәм ризалыҡ теләйҙәр. Уларҙың йөҙҙәрендәге тамғалар сәждә эҙелер. Был уларҙың Тәүрәттәге сифаттары. Инжилдәге вазифалары ла шундай уҡ: үҫенте сығарыусы иген кеүек, ул үҫенте ебәрә, унан һабағын нығыта, унан һуң тулып өлгөрә, игенсене ҡыуандырып, кәферҙәрҙе хурландырып, шаулап иген уңа. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға ярлыҡау һәм олуғ әжерҙәр булыр.
49 - Хужүрәт (Бүлмәләр) сүрәһе
(Хужүрәт сүрәһе 18 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. Исеме дүртенсе аяттағы «Хужүрәт» — бүлмәләр һүҙенән килә).
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әй, иманлы әҙәмдәр! (Һүҙҙә һәм ғәмәлегеҙҙә) Аллаһтың һәм Рәсүленең алдына сыҡмағыҙ. Аллаһ ҡаршыһында (гөнаһлы булыуҙан) ҡурҡығыҙ. Шик-шөбһә юҡ, Аллаһ ишетеп, белеп тороусы. (2) Әй, иманлы әҙәмдәр! Пәйғәмбәрегеҙ янында тауыш күтәрмәгеҙ. Бер-берегеҙгә ҡысҡырып баҡырған кеүек, Пәйғәмбәргә ҡаты тауыш менән өндәшмәгеҙ. Юҡһа, һеҙ үҙегеҙ ҙә абайламаҫтан, ғәмәлдәрегеҙҙе юҡҡа сығарырһығыҙ. (3) Аллаһ илсеһе янында түбән (тыныс) тауыш менән һөйләшеүселәрҙең, һис шикһеҙ, Аллаһ тарафынан саф мосолман булыуы һынала. Уларға ярлыҡау һәм олуғ әжер бар.
4. (Мөхәммәд) өй бүлмәләре аша һиңә аҡырып өндәшкән бәндәләрҙең күбеһе быны (был әҙәпһеҙлеген) аңламай.
(«Етмеш кеше йыйылышып, өйлә уаҡытында Пәйғәмбәр янына килде. Пәйғәмбәр үҙ бүлмәһендә ине. Тыштағылар: «Эй, Мөхәммәд! Сыҡ беҙҙең янға-а!» — тип аҡырҙылар». Ғәли Турғут тәфсиренән.)
5. Әгәр улар һин сыҡҡансы сабыр итеп көтөп торған булһа, әлбиттә, үҙҙәре өсөн бик яҡшы булыр ине. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм мәрхәмәтле кисереүсе.
6. Әй, иман килтергән кешеләр! Әгәр ҙә шикле кеше һеҙгә берәй хәбәр килтерһә, ул хәбәрҙең хаҡмы, юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ. Юҡһа, абайламаҫтан, бер төркөм халыҡҡа зыян килтерерһегеҙ ҙә, һуңынан үкенерһегеҙ.
7. Шуны белеп тороғоҙ, һеҙҙең арала Аллаһтың илсеһе бар. Мөһим эштәрҙе ул һеҙҙең теләк менән генә башҡарһа, һеҙ ҡыйын хәлдә ҡалған булырһығыҙ. Аллаһ һеҙҙең күңелдәрегеҙгә иман һеңдерҙе, иман нуры һеҙҙе биләп алды. Кәфер эштәрҙе, әшәкелекте, (Хаҡҡа ҡаршылыҡты) ғисъянды һеҙгә харам итте. Тура юлға баҫҡандар бына шулар булыр. (8) Был—Аллаһтың ниғмәте, йомартлығы. Аллаһ — ғилем эйәһе һәм хакимдыр.
Достарыңызбен бөлісу: |