Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим



бет43/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   40   41   42   43   44   45   46   47   48

31. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ яманлыҡ ҡылғандарға, ҡылғандары­на күрә — язалар, изгелек ҡылғандарға бөйөк әжер бирер.

32. Ваҡ-төйәк хаталары булып та, ҙур гөнаһтарҙан һәм әҙәпһеҙлектәрҙән йыраҡ торғандарҙы, белеп торор, Раббың йомарт ярлыҡар. Тупраҡтан яралтҡанда ла, һеҙ әсәйегеҙ ҡары­нында яралғы хәлендә ятҡанда ла һеҙҙе иң яҡшы белеүсе — Аллаһ. Шуға күрә, артыҡ маһайып, паҡ күренергә тырышма­ғыҙ. Аллаһ яманлыҡтарҙан һаҡланғандарҙы яҡшы белә.

33. (Аллаһтан, имандан) баш тартҡан кешене күрҙеңме һин? (34) Әҙ генә (хәйер-саҙаҡа) биреп, һуңынан һаран бул­ғанды? (35) Йәшерен серҙәрҙең асҡысы (Ҡөръән) уның янын­да ғына. Гәжәп, шуны ла күрмәй. (36) Мусаға бирелгәндәр (аяттар) менән ул таныш түгелме икән ни? (37) Йәнә Ибраһимға индерелгән сәхифәләргә (төргәктәргә) яҙылғандан хәбәрҙар түгел­ме икән ни?

38. Хаҡтыр, һис бер гөнаһлы кеше башҡа кешенең гөнаһтарын үҙ өҫтөнә ала алмай. (39) Белеп тор, эй әҙәм балаһы, кешегә үҙе ҡылғандарынан башҡа һис бер нәмә йөкләнмәҫ. (40) Шик юҡ, уның ҡылғандарына киләсәктә тулыһынса түләнәсәк. (41) Шик юҡ, ахырҙа ҡылғандарына күрә ул әжерен дә аласаҡ. (42) Шик юҡ, һуңғы ҡай­тарылыш Аллаһ хозурына булыр. (43) Шик юҡ, көлдөргән дә, илатҡан да — Ул. (44) Йән өргән дә, йән алған да — Ул. (45, 46) Шуныһы хаҡ, аналыҡҡа атылған нәҫел орлоғонан ир менән ҡатындан ғибәрәт парҙары яралтты. (47) Шик юҡ, яңынан терелеү ҙә Уның ихтыярында. (48) Шик юҡ, байытҡан да, әҙ биргән дә — Аллаһ. (49) Хаҡтыр, Шиғра (Сириус) йондоҙоның Раббыһы ла — Аллаһ.

(«Ата Эт йондоҙлығындағы Шиғра (Сириус) йондоҙо иң яҡты йондоҙҙарҙың берһе. Уның зәңгәрһыу яҡтылығынан мәжүсиҙәр ҡурҡып, һәм һоҡланып йәшәгәндәр, Аллаһ, тип, шул йондоҙға та­бынғандар». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

50. Хаҡтыр, әүүәлге Ғәд ҡәүемен Ул һәләк итте. (51) Сәмүдтарҙы ла иҫән ҡалдырманы. (52) Тағын алдараҡ бик тә рәхимһеҙ залим һәм бик аҙғын Нух ҡәүемен дә. (53) (Хал­ҡы гөнаһлы) шәһәрҙәрҙең аҫтын өҫтөнә килтерҙе. (54) Ҡапла­насаҡтарын баштарына ҡапланы. (55) Инде Раббының ниғмәттәренән ҡайһыһына шикләнеп ҡарайһығыҙ? (56) Бына был (Мөхәммәд) алда килгән пәйгағәмбәрҙәр менән рәттән тороусы Пәйғәмбәрҙер.

57. Яҡынлашырға тейешле Ҡиәмәт яҡынлашты. (58) Уның киләсәген Аллаһтан башҡа һис кем белмәҫ. (59) Хәҙер инде һеҙ был һүҙгә өръәнгә) ғәжәпләнәһегеҙме? (60) өръәндән) көлөүен көләһегеҙ, (яза килер тип) иламайһығыҙ. (61) Һеҙ ҡара наҙанлыҡ эсендә ҡаласаҡһығыҙ. (62) Аллаһҡа сәждәгә ките­геҙ — ғибәҙәт ҡылығыҙ.
54 — Ҡамар (Ай) сүрәһе

(Ҡамар сүрәһе 55 аяттан тора. «Ҡамар» — Ай тигән һүҙ. Айҙың ярылыуы тураһында һөйләгәнгә күрә, сүрәнең исеме шунан килә. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Ҡиәмәт көнө яҡынлашты һәм Ай ярылды.

(«Мәккә кәферҙәре хәҙрәти Мөхәммәдтең мөғжизә күрһәтүен талап итте. Пәйғәмбәребеҙ бармағы менән Айға төртөп күрһәтте һәм Ай урталай ярылып китте лә, йәнә үҙ хәленә ҡайтты. Ләкин мөшриктәр быны: был бер сихыр ғына, тинеләр». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

(Мәүләнә Али аңлатмаһында бер нисә юрау бар. Ҡиәмәт көнөндәге ғарасат уаҡытында ярыласаҡ Ай тотолғанда, бер яртыһы күренеп, икенсе яртыһы күренмәй торған саҡ һүрәтләнгән йәки, ысындан да, ул заманда Ай тирәһендә ниндәйҙер Ғәләми үҙгәрештәр күренгәндер, тип фаразлана.)

2. Улар мөғжизә күрһә лә, һаман йөҙ сөйөрә.

— Был боронғонан килгән бер күҙ буяу, — тип әйтәләр. (3) (Аяттарҙы) ялғанға сығарҙылар һәм үҙ нәфселәренә буйһондолар. Гәрсә, һәр эштең ахыры (нәтижәһе) була. (4) Хаҡтыр, уларға яманлыҡтарҙы киҫәтер өсөн мөһим хәбәрҙәр килде. (5) Был — бөйөк хикмәттер. Ләкин йөҙ сөйөргәнгә ул киҫәтеүҙәр файҙа бирмәне. (6,7) Шулай булғас, (Рәсүлем) һин дә уларҙан йөҙ сөйөр.



(Исрафилдың) быңа саҡлы күрелмәгән, ишетелмәгән нәмәгә (хәтәр хөкөмгә) саҡырыусы тауышы ишетелгәс, улар, меҫкен ҡараштары аҫҡа төбәлгән килеш, саранча өйөрө кеүек, күпләп ҡәберҙәренән сығыр. (8) Саҡырыусыға табан йүгерә башларҙар. Кәфер булғандар:

— Был бик тә хәтәр көн, — тип әйтер.



9. Уларға саҡлы, башта Нух ҡәүеме инҡарсы булды. Улар илсебеҙҙе ялғансыға сығарҙы.

— Ул енләнгән, — тинеләр, һәм улар уны ҡыуып ебәр­ҙеләр. (10) Ниһайәт, ул да Раббыға:

— Мин, ысындан да, еңелдем. Һин миңә ярҙам ит инде, — тип, доға ҡылып, ялбарҙы. (11) Шунан һуң Беҙ Күк ҡапҡаһын асып, ҡот осҡос ҡаты ямғыр яуҙырҙыҡ. (12) Аллаһ тәҡдиренсә, ерҙәге һыуҙар Күк һыуҙары менән ҡушылып, то­таш ағымға әүерелде. (13) Нухты таҡталарҙы һөйләп яһа­ған кәмәгә ултырттыҡ. (14) Был кәмә Нухҡа (кәферҙәр тарафынан) инҡар ителгәненә күрә бирелде һәм ул Беҙҙең күҙәтеүебеҙ, һағыбыҙ аҫтында йөҙөп йөрөнө. (15) Хаҡтыр, Беҙ быны (кәмә ваҡиғаһын) бер аят (һабаҡ) булараҡ, (халыҡтарға) тараттыҡ. Шул турала уйлап, һабаҡ алған кеше бармы? (16) Нисек булып сыҡты ғазабым һәм киҫәтеүҙәрем?

17. Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде уйланып, (өгөт алыр) аңлар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ. Был турала уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрәт алғанығыҙ бармы?

18. Ғәд ҡәүеме (үҙ пәйғәмбәрҙәре Һудтың хәҡиҡәтен) ял­ғанға сығарҙы. Уларға ниндәй генә киҫәтеүҙәр булманы ла, уларға ебәргән язам ниндәй булды! (19) Беҙ был ҡәһәрле оҙон көндә улар өҫтөнә дәһшәтле тауышлы өйөрмә ебәрҙек. (20) Был хәтәр өйөрмә тамырҙарынан ҡуптарып алынған хөрмә ағасының ботаҡтарын һындырған кеүек, кешеләрҙе осортоп, һәләк итте. (21) Мин ебәргән язаның ниндәй икәнен күрҙегеҙме, киҫәтеүҙәремдең ниндәй икәнен аңланығыҙмы? (22) Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде (өгөт алыр) өсөн аңлайышлы иттек. Шул хаҡта уйлап, һабаҡ алған кеше бармы?

23. Сәмуд ҡәүеме лә (Хәҡиҡәтте) ялғанға сығарҙы. (24,25)

— Беҙ үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан (ғәҙәти) бер бәндә ар­тынан эйәреп йөрөйөкме? Ул сағында беҙ, һис шикһеҙ, юлдан яҙған булырбыҙ, тилегә һаналырбыҙ, — тинеләр. - Беҙҙең бе­ребеҙгә лә иңмәгән, (Аллаһ) уахиҙы уға ғына индерҙеме ­ни? Эйе, ул маҡтансыҡ, ялғансы бит. (26) Кем маҡтансыҡ, кем шыр ялғансы икәнен улар иртәгә белер.



27. (Әй, пәйғәмбәрем Салих), ысындан да, Беҙ, һынап ҡарау ниәте менән, уларға теге әсә дөйәне ебәрербеҙ. Улар арты­нан күҙәт һәм сабыр бул. (28) (Дөйә менән) кешеләр араһында һыу тигеҙ итеп бүленгәнлеге тураһында әйт. (Бер көндө ҡойонан дөйә эсәсәк, икенсе көндө кешеләр эсер, тип әйт.) Һәр ике яҡ та үҙ сиратында һыуға хужа булыр.

29. (Сәмүд халҡы дөйә менән бер ҡойонан һыу эсергә теләмәне.) Улар үҙ араларынан бер кешене саҡырып килтерҙеләр. Әле­ге (бәхетһеҙ) кеше (бысағы менән дөйәне) һуйҙы.

(«Дөйәне һуйыусының исеме Кудар бин Салиф булыр. Яман кеше тураһында һөйләгәндә ғәрәптәрҙә: Кударҙан да бәхетһеҙ, Кударҙан ҡәбәхәт кеше, тип һөйләү ҡалған». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

30. Мин ебәргән язаларҙың ниндәй икәнен күрҙегеҙ­ме, киҫәтеүҙәремдең ниндәй икәнен аңланығыҙмы? (31) Беҙ улар өҫтөнә ҡурҡыныс тауыш ебәрҙек һәм улар хайуан аб­ҙарындағы аяҡ аҫтында тапалған ҡоро һалам-тиреҫ кеүек те­телеп бөттө. (32) Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде аңлар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ. Шул турала уйлап, һабаҡ алған кеше бармы?

33. Лут ҡәүеме лә киҫәтеүсе вәғәздәрҙе ялғанға сығар­ҙы. (34) Беҙ улар өҫтөнә таш яуҙырҙыҡ, Луттың үҙ ғәйләһенән башҡалары (барыһы ла һәләк булды). (35) Тарафыбыҙҙан әжер булараҡ, уларҙы (Лут ғәйләһен) Беҙ сәхәр уаҡытын­да ҡотҡарып ҡалдыҡ. Бына, шөкөр иткәндәрҙе Беҙ шулай бүләкләйбеҙ. (36) Хаҡтыр, (Лут) улар өҫтөнә киләсәк хәтәр ғазап тураһында әйтте. Ләкин улар был киҫәтеү-ҡурҡытыуҙарҙы шиккә тотоп, ялғанға сығарҙылар һәм бәхәс ҡуптарҙылар. (37) Хаҡтыр, улар хатта (Лут өйөндәге) ҡунаҡ егеттәрен айырып алырға теләнеләр, аулаҡҡа саҡырҙылар. Беҙ уларҙың күҙҙәрен һуҡырайттыҡ.

— Бына, язабыҙҙы татығыҙ, киҫәтеүҙәремдең нәтижәһен күрегез, — тинек.



38. Хаҡтыр, иртә таңда уларға һис ҡасан бөтмәйәсәк (дауамлы) ғазап килде. (39)

— Бына, ғазабымды татығыҙ, киҫәтеүҙәремдең нәтижәһен күрегеҙ, — тинек.



40. Хаҡтыр, уйланып, аңлар өсөн, Беҙ Ҡөръәнде ҡу­лайлаштырҙыҡ. Шул хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрәт ал­ғанығыҙ бармы?

41. Хаҡтыр, Фирғәүен тоҡомона ла киҫәтеүҙәр кил­де. (42) Улар Беҙҙең аяттарыбыҙҙың барыһын да ялғанға сығарҙы. Беҙ ҙә уларҙы сикһеҙ ҡөҙрәтебеҙ менән ғазапҡа тот­тоҡ. (43) (Әй, Ҡурайш) һеҙҙең кәферҙәрегеҙ боронғо кәферҙәрҙән яҡшыраҡмы? Әллә изге китаптарҙа һеҙҙе яза­ларҙан ҡотҡара торған әмер бармы?

44. Юҡһа, улар:

— Беҙ пәйғәмбәрҙәрҙән үс алырҙай көслө ҡәүем! — тип уйлайҙармы?



45. Оҙаҡламай ул өйөр тарҡаласаҡ һәм улар табандарын ялтыратып ҡасасаҡ.

(Бәдер һуғышында кәферҙәрҙең мосолмандарҙан еңелеп ҡасыуҙа­рына ишара.)

46. Хаҡтыр, уларға вәғәҙә ителгән ғазаптың уаҡыты-сәғәте килер. Ул Сәғәттәге иәмәттәге) ғазап ғәйәт әсе, сикһеҙ ҡайғылы буласаҡ. (47) Шик юҡ, гөнаһлыларҙың барыһы ла юлдан яҙған тилеләр кеүек. (48) Ул Көндө улар йөҙ түбән килеш, утҡа ташланасаҡ. Уларға:

— Йәһәннәмдең ҡағылыуын татып ҡарағыҙ, — тип әйте­лер.



49. Шик-шөбһәлә булмағыҙ, Беҙ һәр нәмәне үҙ тәҡдире менән (үҙ йөрәгендә) яралттыҡ. (50) Беҙҙең әмерҙәребеҙ күҙ асып йомған миҙгелдә үтәлә.

51. Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙең кеүек кәферҙәрҙе һәләк ит­тек. Шул хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрәт алғанығыҙ бар­мы? (52) Шулар өҫтөнә уларҙың барса (ярамаҫ) ғәмәлдәре дәфтәрҙәрҙә. (53) Бәләкәйме ул, ҙурмы — барыһы ла (ғәмәл дәфтәрендә, Ләүхел Мәхфүздә) яҙылған.

54. Шик юҡ, (тәҡүә) мөьминдәр йәннәттәрҙә, шишмәләр янында, (55) Хаҡ мәжлесендә, ҡөҙрәт эйәһе, мөлкәте сикһеҙ булған Аллаһтың янында булыр.
55 — Рахмәән (Рахмәән) сүрәһе

(Рахмәән сүрәһе 78 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Мәрхәмәт эйәһе Аллаһ (2) Ҡөръәнде өйрәтте. (3) Ин­санды Ул яралтты. (4) Һөйләшергә өйрәтте. (5) Ҡояш менән Ай теүәл үлсәп, хисапланғанса (Аллаһ тарафынан бил­геләнгән уаҡытҡаса, билгеләнгән юлдан) хәрәкәт итә. (6) (Күктәге) йондоҙҙар ҙа, (Ерҙәге үләндәр) ағастар ҙа Уға сәждә итә.

7. Теүәл үлсәү менән Аллаһ Күкте бейек итеп яһаны. («Аллаһ Күкте күтәрҙе һәм һәр нәмәгә ғәҙеллек менән үлсәү ҡуй­ҙы». Шәйх Ноғмани тәфсиренән.)

(«Күкте лә Ул юғары күтәрҙе. Бер мизан ҡуйҙы». Хәсән Чантай тәфсиренән.,)

(«Воздвиг Он небо и Весы установил. Для измерения добра и зла». Валерия Порохова тәфсиренән.)



(«Күкте юғары күтәрҙе һәм мизанды (тигеҙлекте, балансты) Ул ҡуйҙы». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

(Тәфсирҙәрҙә ике төрлө мәғәнә ята. Беренсе мәғәнә: Аллаһ Күкте бейек итеп яһағандан һуң, Күктең үлсәмен ҡуя. Йәғни, Күк теүәл баланста, тигеҙлектә, теүәл вазифа үтәй. Күктәге есемдәр ҙә, фәрештәләр ҙә Аллаһ әмеренә буйһоноп, теүәл ваҡыт, теүәл билгеләнгән киңлектәрҙә, тыуғымдарҙа хәрәкәт итә. Икенсе мәғәнә тәфсирҙәрҙә йышыраҡ осрай: Аллаһ Күк йөҙө аҫтында ғәҙеллек булһын өсөн үлсәү, бизмән, мизан ҡуя. Ғәҙел­лек тә, яманлыҡ та шул бизмәнгә һалынып үлсәнә. Өсөнсө мәғәнә лә бар икән әле: алыш-биреш, сауҙа эштәрендә ҡулланыла торған үлсәү. Дөрөҫ үлсәгеҙ, кәметеп үлсәмәгеҙ, артығын да үлсәүгә һалмағыҙ, тигән кеүек өндәмәләр Ҡөръәндә әҙ түгел. Шул сәбәпле, был осраҡта беренсе мәғәнә алынды. Был мәғәнәнең Күк йөҙө, ғәләм­дең төҙөлөшөнә нығыраҡ ҡағылышлы икәнен сираттағы аяттар ҙа раҫлай кеүек.)

8. Һаҡ булығыҙ, (ғәләмдәге) тиҙлекте (үлсәмде) боҙмағыҙ.

9. Үлсәүҙе ғәҙеллек менән тотоғоҙ һәм кәметеп үлсәмәгеҙ.

10. Аллаһ Ерҙе барлыҡ йәнлеләр өсөн яралтты. (11) Шунда емештәр, тәлгәш-тәлгәш хөрмә ағастары, (12) һалам­лы (иген) орлоҡтар һәм хуш еҫле үҫемлектәр бар. (13) Шулай булғас, Раббының ҡайһы ниғмәттәрен һеҙ ялғанға сығарыр инегеҙ?

14. Аллаһ әҙәмде яндырылған сүлмәк кеүек яңғырап торған (саф) балсыҡтан яһаны.

15. Ендәрҙе Ул уттан барлыҡҡа килтерҙе.

16. Шулай булғас, Раббының ниғмәттәренән ҡайһы­һын ялғанға сығарыр инегеҙ?

17. Аллаһ ике көн сығыштың да, ике көн батыштың да Раббыһы.

Йәй, ҡыш фасылдарында (миҙгелдәрендә) Ҡояштың сығыш һәм батыш тараф­тары үҙгәреп тора. Шуға күрә, ике сығыш, ике батыш тип яҙыл­ған, йәғни Аллаһ бөтөн Ер шарының хужаһы». Ғәли Турғут тәфсиренән.)

18. Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр инегеҙ?

19. Ул (берһе сөсө, икенсеһе тоҙло һыулы) ике диңгеҙҙе йәнәшә ағырлыҡ итте. (20) Уларҙың араһына (күренмәҫ) ҡорма ҡороп ҡуйҙы. Улар ҡушылмайынса, йәнәшә аға бирә).

(Океанда бер-берҙәренә ҡушылмайынса аға торған, берһе сөсө, икенсеһе тоҙло ағымдар барлығы океанография фәне тарафынан һуң­ғы уаҡыттарҙа ғына иҫбат ителде.)

21. Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ?

22. (Диңгеҙҙәрҙең) икеһенән дә ынйы, мәрйендәр сыға.

23. Хәҙер инде Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялған­ға сығармаҡсы булаһығыҙ? (24) Диңгеҙҙәр буйлап йөҙөп йөрөүсе бейек тау хәтле кәмәләр ҙә Аллаһтың ҡөҙрәтенән килә. (25) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ниғмәттәренән ҡайһыһын ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ?

26. Ер йөҙөндәгеләрҙең барыһы ла юҡҡа сығасаҡ. (27) Бары тик еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт эйәһе, олуғ Аллаһ ҡына мәңге ҡаласаҡ. (28) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттә­рен ялған тип әйтә алаһығыҙ? (29) Күктәрҙә, Ерҙә булған­дарҙың барыһы ла Уға ялбара. Аллаһ һәр көн фәғәлийәттә (бер миҙгелгә лә туҡтамайынса, Ул яңы ғәмәлдәр менән мәшғүл) (30) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (31) Әй, әҙәм, һәй, ен! Оҙаҡ­ламай Мин һеҙҙе яуапҡа тартасаҡмын. (32) Ошо хәлдә лә һеҙ Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (33) Һәй, ендәр һәм кешеләр! Күктәр һәм Ер­ҙең ситтәренән сығып китергә ҡөҙрәтегеҙ етһә, китегеҙ. Ләкин һеҙ (Аллаһтың сикһеҙ) ҡөҙрәт(е) менән генә (Ерҙең тартыу көсөнән ысҡынып) китә алырһығыҙ. (34) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (35) Өҫтөгөҙгә дөрләп торған ут ялҡыны һәм тонсоҡ­торғос төтөн ебәрербеҙ. Һеҙ бер-берегеҙҙе ҡотҡара алмаҫһығыҙ, ярҙам да итә алмаҫһығыҙ. (36) Шулай булғас, Раббығызҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

37. Күк ярылып, ҡыҙыл тире төҫөнә керер, (38) шул сағында Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (39) Бына шул саҡта инде ендәрҙән дә, кешеләрҙән дә гөнаһтары тураһында һорау алынмаҫ. (40) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

41. Гөнаһлыларҙы тамғаларынан танырҙар, сәстәренән һәм аяҡтарынан тотоп алырҙар. (42) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр­һығыҙ икән? (43) Бына был (тамуҡ) гөнаһлыларҙың ялғанға сығарған йәһәннәме булыр. (44) Улар йәһәннәм менән ҡай­нар һыу араһында болғанып йөрөр. (45) Хәҙер инде Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (46) Раббының хозурында торорға (гөнаһтан) ҡурҡҡандар өсөн ике йәннәт бар. (47) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (48) Ике йәннәт тә төрлө-төрлө ағастар менән тулған. (49) Шулай бул­ғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр­һығыҙ? (50) Икеһендә лә ике шишмә ағып ята. (51) Шулай бул­ғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығара алыр­һығыҙ икән? (52) Икеһендә лә һәр төрлө емештәр пар-пар бу­лып үҫә. (53) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәтт­әрен ялғанға сығара алырһығыҙ икән? (54) Мөьминдәрҙең барыһы ла атластан тегелгән яҫтыҡтарға таянып, истирәхәт ҡылыр (ял итер). Ике йәннәттә лә емештәре яҡын ғына үҫеп уты­рыр. (55) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялған тип атарһығыҙ икән? (56) Шунда үҙ иренән башҡа ир затҡа күтәрелеп ҡарарға ояла торған гүзәл ҡатындар бар, уларға ен затынан да, кеше затынан да берәү ҙә ҡағылмаған. (57) Шулай булғас, раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттә­рен ялғанға сығарырға баҙнат итәһегеҙ? (58) Әйтерһең дә, ул ҡатындар яҡут йәки мәрйен инде. (59) Шулай булғас, Раббы­ғыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (60) Изгелек ҡылғандың әжере — изгелек. (61) Шулай булғас, Раб­бығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ? (62) Был ике йәннәттән башҡа тағын ике йәннәт бар. (63) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр­һығыҙ икән? (64) Был йәннәттәр ҡуп-ҡуйы йәшеллектән генә тора. (65) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ял­ғанға сығарырһығыҙ икән? (66) Икеһендә лә мәңгелек ике шишмә ағып ята. (67) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (68) Икеһендә лә һәр төрлө еләк-емеш, хөрмә һәм нар ағастары бар. (69) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (70) Ул йәннәттең эсендә холҡо матур, йөҙө гүзәл ҡатындар бар. (71) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (72) Сатыр­ҙар эсендә ҡара күҙле хур ҡыҙҙары бар. (73) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (74) Ул ҡыҙҙарға элек бер генә кеше лә, бер генә ен дә ҡағылып ҡарамаған. (75) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (76) (Мөьминдәр) йәшел яҫтыҡтар һәм тышы сиккән матур түшәктәргә ятып истирәхәт ҡылырҙар (ял итерҙәр). (77) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (78) Бөйөк­лөк һәм абруй эйәһе Раббының исеме олуғтарҙан — олуғтыр.

56 — Ваҡийға (Ваҡиға) сүрәһе

(Ваҡийға сүрәһе 96 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Ул ваҡиға (Ҡиәмәт) уаҡытында (2) (Ҡиәмәт булмая­саҡ тип) бер кем дә ялғанлай алмаҫ. (3) Ул саҡта кемдер меҫкен, кемдер абруйлы булыр. (4) Ер дәһшәтле тетрәнеү менән ҡубарылыр. (5) Тауҙар емерелеп төшөр, (6) таралып, туҙан хәленә килер. (7) Һәм һеҙ ҙә өс ҡатламға айырылырһығыҙ (шаһидтар, фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр; ғәди тәҡүәләр; йәһәннәмгә кереүсе гөнаһлылар). (8) Уң яҡтағылар — бәхет эйәләре, ни ҡәҙәр бәхетле булыр. (9) Һулдағылар — бәхетһеҙ­лек эйәләре, ни ҡөҙәр бәхетһеҙ булыр. (10) (Изгелек ҡылыуҙа) алда барғандар алдан әжерен алыр. (11, 12) Бына шулар инде Нәғим (рәхәтлек) йәннәттәрендә (Аллаһҡа) иң яҡын тороусылар бу­лыр. (13) Уларҙың күбеһе әүүәлге өммәттәрҙән булыр. (14) Бер аҙы — һуңғыларынан. (15, 16) Гәүһәрҙәр менән сигелеп эшләнгән урындыҡтарҙа, ҡапма-ҡаршы, ҡырын ятып (ләззәт алырҙар). (17) Яндарында (хеҙмәт өсөн) үлемһеҙ йәш егеттәр булыр. (18) Ҡулдарында мәңге ҡоромаҫ шишмәнән һауыттар, туҫтаҡтар, касаларға тултырып алған (19) эсемлек булыр. Ул эсемлектән баш ауыртмай, ул хәлде лә (аҡылды ла) алмай. (20) Уларға үҙҙәре теләгән емештәр, (21) йәндә­ре теләгән ҡош иттәре, (22, 23) күҙ алмаһы кеүек һаҡланған ынйылай, ҙур ҡара күҙле хур ҡыҙҙары (24) изгелектәренә әжер булараҡ бирелер. (25) Шунда буш һүҙҙәр һөйләнмәҫ, гөнаһ вәсүәсәсенә тартылыу булмаҫ. (26) Бары тик: сәләм һеҙгә (именлек теләйем) кеүек һүҙҙәр генә ишетелер. (27) Ундағылар — бәхет эйәләре ни ҡәҙәр бәхетле буласаҡ. (28) Сәнскеһеҙ, бал­лы сейә ағастары, (29) емештәр менән ҡаплаған банан ағастарынан (30) төшкән күләгәләр, (31) сылтырап ағыусы шишмәләр, (32, 33) бөтмәҫ-төкәнмәҫ һәм ашарға тыйылмаған еләк-емештәр араһында, (34) ҡабартылған түшәктәр өҫтөндә истирәхәт ҡылырҙар. (35) Хаҡтыр, беҙ хур ҡыҙҙарын улар өсөн махсус булдырҙыҡ. (36, 37) Уларҙы саф ҡыҙҙар итеп, ирҙәрен ярата торған йәштәштәр итеп яралттыҡ.

(38) Бына был әжер — уңдағы мөьминдәрҙең әжере. (39) Быларҙың байтағы боронғола йәшәгән өммәтләрҙәндер. (40) Байтағы иһә һуң замандарҙа йәшәгәндәрҙән

41. Һулдағыларҙың яҙмышы — һулдағыларҙыҡы кеүек ҡот осҡос яҙмыш! (42) Ҡайнар ялҡын, ҡайнар һыу эсендә, (43,44) еләҫлеге һәм рәхәтлеге булмаған ҡап-ҡара төтөндән торған күләгәлә интегерҙәр. (45) Сөнки улар бынан алда (донъяла) кәйеф-сафа ҡороп (ләззәтләнеп), зинәттә йәшәне. (46) Ҙур гөнаһтар ҡылып йәшәгәндә (47) әйтәләр ине:

— Беҙ үлгәнебеҙҙән һуң, тупраҡҡа әүерелеп, һөйәктәребеҙ серек өйөмгә әйләнгәндән һуң яңынан терелеү булмаҫ, — тип әйтәләр ине. — (48) Беҙҙән элек үлгән бабаларыбыҙ ҙа тереләсәкме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ ) (49) Әйт һин уларға:

— Әүәл үлгәндәр ҙә, һуңынан үлгәндәр ҙә (тереләсәк), — тиген. (50) — Билгеләнгән көндөң билгеләнгән сәғәтендә, һис шикһеҙ, барығыҙ ҙа тупланасаҡһығыҙ. (51) Ахырҙа һеҙ, хаттин ашҡандар, ялғансылар, (52) әлбиттә, бер ағастан, зәҡҡум ағасынан (ағыу, зәһәр) ашаясаҡһығыҙ. (53) Ашҡаҙандарығыҙ шуның (ағыу) менән туласаҡ. (54) Өҫтәүенә ҡайнап торған һыу эсәсәкһегеҙ. (55) Һыуһаған дөйәләр нисек һыуға йотлоҡһа, һеҙ ҙә шулай киберһегеҙ, ҡайнар һыу эсергә мәжбүр булыр­һығыҙ. (56) Бына, яза Көнөндә уларға биреләсәк «һый» шул булыр. (57) Һеҙҙе Беҙ яралттыҡ. Шулай булғас ни өсөн һеҙ (йән алып, йән индереүебеҙгә лә) ышанмайһығыҙ? (58) Улайһа, әйтеп бирегеҙ: (ҡатындарығыҙҙың аналығына) ағыҙылған енес — ул нәмә? (59) Уны һеҙ барлыҡҡа килтерҙегеҙме? Әллә Беҙ яһаған нәмәме ул? (60) Үлемегеҙҙе һеҙгә Беҙ тәҡдир иттек. Һәм Беҙ еңелә торғандарҙан түгел. (61) Һеҙҙең урын­ға башҡа бер тоҡомдо килтерергә һәм һеҙҙең хәбәрегеҙ булма­ған башҡа ғәләмдә (Ҡиәмәттә) яңынан терелтергә, тип (һеҙгә әжәл билгеләнек). (62) Хаҡтыр, һеҙ беренсе яралтылышты белдегеҙ инде. Уйлап ғибрәт-һабаҡ алһағыҙ, яҡшы булыр ине. (63) Хәҙер инде һеҙ Миңә сәсеү орлоғоның асылын аңла­тып бирегеҙ. (64) Уны (игенде) һеҙ үҫтерәһегеҙме, әллә игенде Беҙ үҫтерәбеҙме? (65) Ихтыяр итһәк, игендәрегеҙҙе (орлоҡһоҙ) ҡоп-ҡоро һалам-кибәк сүбенә әүерелдерер инек тә, һеҙ ҡатып ҡалыр инегеҙ. (66) Һәм:

— Аһ, беҙ бурысҡа баттыҡ. (67) Турыһын ғына әйткәндә, беҙ хәйер һорашырға ҡалдыҡ, — тип әйтер инегеҙ.



68. Эсә торған һыуығыҙ тураһында нимә әйтерһегеҙ? (69) Болоттан уны һеҙ яуҙыраһығыҙмы? Әллә беҙ яуҙырабыҙмы? (70) Ихтыяр итһәк, ул ямғырҙы Беҙ (эсмәҫлек дәрәжәлә) тоҙло итер инек. Һеҙ (Аллаһҡа) шөкөр итергә тейеш түгелме икән? (71) Тағын һеҙ Миңә әйтегеҙ: файҙалана торған утты яһап, (72) утынды һеҙ үҫтерҙегеҙме, әллә уларҙы яралтыусы Беҙме? (73) Беҙ уны бер ғибрәт булһын тип, һәм сүлдән килеп киткәндәргә (юлдағыларға) файҙа булһын, тип яралттыҡ. (74) Шулай булғас, бөйөк Раббығыҙҙың исемен ололағыҙ.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   40   41   42   43   44   45   46   47   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет