39. Һин йәнһеҙ, ҡоп-ҡоро тупраҡты күрәһең. Был да Уның дәлилдәренәндер. Беҙ шул ҡоро тупраҡ өҫтөнә ямғыр яуҙырғас, тупраҡҡа йән керә, бүртә. Уға йән биреүсе, әлбиттә, мәйеттәрҙе лә терелтә ала. Уның ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә.
40. Аяттарыбыҙҙағы Хәҡиҡәтте боҙоп, тура юлдан сыҡҡандар йәшеренеп ҡала алмаҫ. Шулай булғас, Ҡиәмәт көндө утҡа ташланған яҡшымы, әллә Ҡиәмәт көндө именлек эсендә (йәннәттә) булғанмы? Теләгәнегеҙсә ғәмәл ҡылығыҙ. Ул һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙы күреп тора.
41. Үҙҙәренә Китап килеп, уны инҡар итеүселәр (һис шикһеҙ, тейешле язаһын алыр). Ҡөръән — тиңе булмаған Китап. (42) Уның артына ла, алдына ла нәжеслек йәбешмәҫ. Ул хикмәт эйәһе һәм ныҡ маҡталған Аллаһтан индерелде.
43. (Эй, Мөхәммәд) һинән алда килгән пәйғәмбәрҙәргә һөйләнгәндән башҡа һүҙҙәр һиңә һөйләнмәҫ. Әлбиттә, һинең Раббың ярлыҡаусы һәм әсе ғазап биреүсе лә.
44. Әгәр ҙә Беҙ был Ҡөръәнде (ғәрәпсәнән) башҡа телдә китап иткән булһа инек, улар әйтер ине:
— Ни өсөн ул аяттар (ғәрәпсә) тәфсилләп аңлатылмай? Үҙе ғәрәп булған килеш, Ҡөръәне ғәрәпсә түгелме ни? (Ғәрәптәргә башҡа телдәге китап аңлашылмаҫ), —тип әйтерҙәр ине. Әйт һин:
- Ул кешеләргә тура юл күрһәтеүсе бер рәһбәр һәм шифа. Иман килтермәгәндәрҙең ҡолаҡтарында һаңғыраулыҡ бар һәм Ҡөръән уларға дөм-ҡараңғы (донъя кеүек булыр). Әйтерһең дә, уларҙы (тауыш ишетелмәҫ) йыраҡлыҡтан саҡыралар.
45. Хаҡтыр, Мусаға Китап (Тәүрәт) бирҙек. Ләкин ул да ҡаршылыҡҡа осраны (уның бер өлөшөнә ышандылар, ҡайһы өлөштәрен инҡар иттеләр йәки бер төрлө кешеләр Тәүрәткә инандылар, икенсе берәүҙәре уға ышанманылар). (Әгәр ҙә) Аллаһтың (язаларҙы Ҡиәмәт көнөнә саҡлы кисектерәм, тигән) һүҙе булмаһа ине, уларҙың (ул ике төркөмдөң) араларындағы ғауғалы бәхәс бик тиҙ бөтөрөлгән булыр ине (Аллаһ уларҙы һәләк иткән булыр ине). Ҡөръәнгә (Аллаһтан индерелгәненә) улар бик ныҡ шикләнеп ҡарай.
46. Кеше изгелек ҡыла икән, үҙ файҙаһына булыр. Кеше яманлыҡ ҡыла икән, үҙенә зарар булыр. Раббың бәндәләренә ғәҙелһеҙ түгел (гөнаһ ҡылмағанды язаламаҫ). (47) Ҡиәмәт көнөнөң ҡасан буласағы тураһындағы мәғлүмәт бары тик Аллаһ ҡарамағындалыр. Уның ғилеменән тыш бер генә емеш тә (ҡабығын ярып) үҫеп сыҡмаҫ, һис бер ҡатын ауырлы булмаҫ һәм бала тапмаҫ (һис бер әсә хайуан быуаҙ булмаҫ һәм быҙауламаҫ). Аллаһ уларҙан (кәферҙәрҙән):
— Миңә тиңдәш (ҡөҙрәт эйәләре) ҡайҙа? — тип һораған Көндө улар:
— Ант итеп әйтәбеҙ, арабыҙҙан (Һиңә тиң зат бар тип) шаһитлыҡ итеүсе булмаҫ, — тип әйтерҙәр.
48. Әүәлендә (фани донъяла) улар ялбарып табынған нәмәләрҙе (Ҡиәмәттә) юҡҡа сығыр. (Шунда ғына) улар ҡасып ҡотолор урын булмағанын аңлар. (49) Кеше хәйер һорауҙан (байлыҡ, мал, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләнеүҙән) туҡтамаҫ. Өҫтөнә берәй бәлә килһә, шунда уҡ өмөтһөҙлөккә төшә, меҫкен хәлдә ҡала. (50) Хаҡтыр, башына төшкән зыяндан һуң, Беҙ уға ниғмәт әйләһәк:
— Был минең үҙ хеҙмәтем арҡаһында килде, Ҡиәмәт буласағына ышанмайым. (Ҡиәмәт көнөндәге хисап ысын була ҡалһа) Раббыға ҡайтарыла ҡалһам, Уның хозурында минең өсөн тағын да мулыраҡ ниғмәттәр буласаҡ, — тип һурән һалыр. Беҙ инҡарсыларға (күпме гөнаһ) ҡылмыштары тураһында хәбәр бирәсәкбеҙ һәм уларға ауыр ғазап әсеһен татытырбыҙ.
51. Кешеләргә ниғмәт биргәнебеҙҙән һуң, тәкәбберлек менән йөҙ сөйөрәләр. Ләкин уларҙың башына берәй бәлә килһә, (Аллаһҡа) ялбара башлайҙар. (52) Әйт һин:
— Ул (Ҡөръән) Аллаһ тарафынан ингән булып та, һеҙ уны инҡар итәһегеҙ икән — (хаҡтан) айырылған, йыраҡлашҡан кешенән дә аҙашҡаныраҡ башҡа берәү булырмы икән? — тип.
53. Йыраҡта йәшәүсе халыҡтарға һәм үҙ ҡәүемдәре араһында ла аяттарыбыҙҙы күрһәтәбеҙ, уның (Ҡөръәндең) ысын икәнен (Аллаһтан индерелгәнен) яҡшы белһендәр өсөн. Раббыңдың һәр нәмәгә шаһит булғанлығы етмәҫме?
54. Иғтибар итегеҙ: улар Раббы менән (Ҡиәмәт көнөндә) ҡауышыуға шикләнәләр. Белеп тороғоҙ, Аллаһ бөтөн нәмәне үҙ ихтыяры менән урап аласаҡ.
42 — Шура (Кәңәш) сүрәһе
(Шура сүрәһе 53 аяттан тора. Мәккәлә ингән. 23—26-сы аяттары ғына Мәҙинәлә ингән. «Шура» — кәңәш йәки бер ойошмаға тупланған берлек мғәнәһендә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ха. Мим. (2) Ғайн. Син. Ҡаф.
3. Һиңә һәм һинән әүәлгеләргә лә Аллаһ шулай уахи бойорҙо. Аллаһ — еңелмәҫ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе. (4) Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа — барыһы ла Уға буйһонған. Ул (даны, ғәмәлдәре, әхләге менән) бөйөк һәм (мөғжизәләре менән) олуғтыр. (5) (Уның олуғлығынан) иң юғары ҡаттағы күктәр шартлауы ихтимал. Фәрештәләр ҙә Раббыларын маҡтап тәсбих әйтер һәм ерҙәгеләр өсөн ярлыҡау һорарҙар. Шуны яҡшы белеп тороғоҙ, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм рәхмәте киң миһырбан эйәһе.
6. Аллаһтан башҡа (ялған Илаһтар)ға табынғандарҙы Аллаһ өҙлөкһөҙ күҙәтеп тора. Һин (Мөхәммәд) уларға ҡарауылсы түгел.
7. Шәһәрҙәрҙең әсәһе Мәккәлә һәм уның яҡын-тирәһендә йәшәүселәрҙе киҫәтеү, уларҙың барыһын да һис шикһеҙ бергә тупланасаҡ (Ҡиәмәт) Көн менән ҡурҡытыу өсөн, һиңә ғәрәпсә Ҡөръән индерҙек. Кешеләрҙең бер өлөшө—йәннәттә, башҡалары дөрләп янған утлы йәһәннәмдә буласаҡ.
8. Аллаһ үҙе теләһә, уларҙың барыһын да бер өммәт (бер диндә) иткән булыр ине. Ләкин Аллаһ теләгән кешеһен генә рәхмәте менән ҡауыштырыр. Залимдарҙың һис бер дуҫы һәм ярҙамсыһы булмаҫ. (9) Әллә һуң улар Аллаһтан башҡа (боттар)ҙы яҡлаусы итеп алдылармы? Ләкин яҡлаусы дуҫ берәү генә — Аллаһ. Ул үлеләрҙе терелтер, Ул барыһына ла ҡөҙрәтле.
10. Һеҙҙең бәхәсләшеүегеҙҙең нәтижәһе Аллаһ хөкөмөндә. Бына шул Аллаһ минең Раббымдыр. Мин Уға йүнәлдем, Уға һыйындым. (11) Ул — күктәрҙе, Ерҙе юҡтан бар итеүсе. Ул һеҙҙе лә, хайуандарҙы ла пар-пар итеп яралтты. Шулай итеп, ул һеҙҙең үрсеүегеҙгә юл асты. Уның тиңдәше (Уға оҡшаш) юҡ. Ул бөтөн нәмәне ишетеп, белеп тора.
12. Күктәрҙең һәм Ерҙең (хазина һәм сер) асҡыстары Уның ҡарамағында. Теләгәненә ризыҡты мул бирер, теләмәгәненең ризығын киҫер. Ул һәр нәмәне белеп тора.
13. — Динде (саф килеш) һаҡлағыҙ, диндә айырылышмағыҙ, — тип Нухҡа васыят иттек. Һиңә уахи иткәнебеҙҙе Ибраһимға ла уахи иттек. Мусаға ла, Ғайсаға ла васыят иткәнебеҙҙе Аллаһ һеҙгә лә дин итте. Аллаһҡа уртаҡ уйлап сығарғандарға һин өндәгән (дин) бик ауырға тура килде. Аллаһ үҙе теләгән кешене пәйғәмбәр итер һәм үҙенә йүнәлгәндәрҙе тура юлға баҫтырыр.
14. Уларға белем (мәғлүмәт) килгәс, фекер ҡаршылыҡтары һәм хөсөтлөк (үҙ-ара яманлыҡ) арҡаһында, айырым фирҡәләргә бүленеп бөттөләр. Әгәр ҙә мәғлүм бер ваҡытҡаса (уларҙың язаһын кисектереп торам, тип Аллаһ) әйтмәһә ине, (һәләк итеп) уларҙы хөкөм иткән булыр ине. Уларҙан һуң Китапҡа (Тәүрәткә, Инжилгә) вәриҫ булғандар (йәһүдтәр, христиандар) уның хаҡында (Мөхәммәдтең пәйғәмбәрлеге, Ҡөръәндең Аллаһтан иңеүенә) бик ныҡ шикләнәләр.
15. Шуға күрә, һин берләшергә өндә һәм һиңә бойоролғанса (Исламға) тоғро бул. Уларҙың нәфселәренә эйәрмә һәм әйт:
— Мин Аллаһ индергән Китапҡа инандым һәм арағыҙҙа ғәҙеллек менән эш йөрөтөргә вазифаландым. Аллаһ — беҙҙең Раббыбыҙ, һеҙҙең дә Раббығыҙ. Беҙҙең ғәмәлдәребеҙ — беҙгә, һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ — һеҙгә. Үҙ-ара бәхәсләшергә сәбәп юҡ. Аллаһ бөтөнөбөҙҙө лә бер урынға туплар, ҡайтарылыш та Уның хозурына буласаҡ, — тип.
16. Аллаһ(тың дине) тураһында, өгөттәрҙе (индерелгән аяттарҙы, Аллаһтың берлеген, Әхирәттең буласағы тураһындағы киҫәтеүҙе) ҡабул иткәндән һуң да (диндең хаҡмы, юҡмы икәнлеге тураһында) бәхәсләшеүҙәр Аллаһ ҡаршыһында буш нәмә булып ҡалыр. Улар өсөн яза, тағын да хәтәрерәк ғазаптар әҙерләнгән.
17. Китапты һәм (хаҡлыҡ) бизмәнен Аллаһ индерҙе. Белмәҫһең, бәлки, Ҡиәмәт сәғәте яҡында ғыналыр! (18) Уға инанмағандар, (Ҡиәмәттең) тиҙ килеүен теләй. Инанғандар иһә уның (Ҡиәмәт көнөндә яуап биреүҙән) ҡурҡалар һәм уның ысындан да килаһен беләләр. Яҡшы белеп тороғоҙ, Ҡиәмәт көнөн инҡар итеп бәхәсләшкәндәр сыға алмаҫлыҡ булып аҙашыр.
19. Аллаһ бәндәләренә миһырбанлылыр. Теләгәнен ризыҡландыра. Ул — ҡөҙрәт эйәһе, һәр ваҡыт еңеүсе.
20. Әхирәт(тә уңыш йыйырға өмөтләнгәндәрҙең) ниғмәттәрен теләгән (Аллаһҡа ихлас ғибәҙәт ҡылған) кешенең өлөшөн арттырырбыҙ. Донъя малы теләгәнгә лә муллыҡ бирербеҙ. Ләкин уға Әхирәттә өлөш булмаҫ.
21. Әллә һуң уларҙың Аллаһ рөхсәтенән башҡа бер дин алып килгән Илаһтары бармы икән? Әгәр ҙә кисектереү һүҙе булмаһа ине, уларҙың яҙмышы шунда уҡ хәл ителгән булыр ине. Һис шикһеҙ, залимдарға йән өтөүсе ғазап биреләсәк.
22. Ҡылған яманлыҡтары үҙ баштарына төшкәс, залимдарҙың ҡурҡыуҙан нисек ҡалтыранғандарын күрерһең. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар йәннәт баҡсаһында булыр. Раббы янында улар теләгән бөтөн нәмә буласаҡ. Бөйөк бәхет бына шул булыр.
23. Аллаһҡа иман килтереп, изгелек ҡылған бәндәләренә вәғәҙә иткән ниғмәте ошо булыр.
Әйт һин (эй, Мөхәммәд):
— Мин был эштәрем өсөн һеҙҙән ҡәрҙәшлек мөхәббәтенән башҡа һис бер түләү талап итмәйем. Изгелек ҡылған кеше артығы менән сауаплы булыр, — тип. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы, шөкөр иткәндәргә сауап биреүселер.
24. Әллә һуң улар:
— (Мөхәммәд) Аллаһ тураһында ялған һөйләй, — тинеләрме? Аллаһ ихтыяр итһә, һинең күңелеңде лә йоҙаҡлап ҡуя ала. Һәм Аллаһ яманлыҡты юҡ итер. Хәҡиҡәтте уртаға һалыр. Шик юҡтыр, кеше күңелендә нимә бар, Аллаһ шуны белеп тора.
25. Бәндәләренең тәүбәһен ҡабул итеүсе, (тура юлға баҫҡандарҙың элекке) хаталарын ярлыҡаусы һәм ҡылмыштарын белеп тороусы — Аллаһ.
26. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың тәүбәһен ҡабул итер, мул ниғмәт бирер. Кәферҙәрҙе хәтәр ғазапҡа тартыр.
27. Әгәр ҙә Аллаһ һәр кемгә муллыҡ бирһә, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ артыр ине. Шуға күрә, Ул ризыҡты теләгәне ҡәҙәр генә индерә. Аллаһ бәндәләренең ҡылмыштарынан хәбәрҙар, уларҙы күреп тора.
28. Өмөттәре өҙөлгән саҡтарҙа (аслыҡ йылдарҙа) Аллаһ ямғыр яуҙыра, рәхмәтен һәр тарафҡа тарата. Ул — маҡтауға лайыҡ ысын яҡлаусы.
29. Күктәрҙе, Ерҙе яралтыуы ла, Күктәге, Ерҙәге бөтөн йән эйәһен барлыҡҡа килтереүе лә Уның (барлығына, ҡөҙрәтенә) дәлил булып тора. Аллаһ үҙе теләгән ваҡытта (Ҡиәмәттә) быларҙың барыһын да бер урынға тупларға ла ҡөҙрәтле.
30. Башығыҙға төшкән һәр бәлә үҙегеҙ ҡаҙанған урынына. Шуға ла ҡарамаҫтан, (тәүбәгә килгәндәрҙең) күбеһен (Аллаһ) ярлыҡаясаҡ.
31. Һеҙ Аллаһты меҫкен хәлдә ҡалдыра алмаҫһығыҙ. Аллаһтан башҡа бер яҡлаусығыҙ ҙа бер ярҙамсығыҙ ҙа юҡ.
32. Тау кеүек кәмәләрҙең диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөүе лә Аллаһтың (барлығына, ҡөҙрәтенә) дәлиле.
33. Ихтыяр итһә, Аллаһ елде иҫеүенән туҡтатып торор ҙа, диңгеҙ өҫтөндәге кәмәләр хәрәкәттән туҡтап ҡалыр ине. Әлбиттә, бында ныҡ түҙем-сабыр кешеләргә һәм сикһеҙ шөкөр итеүселәргә ғибрәттәр бар.
34. Ҡылған гөнаһтары өсөн уларҙы (диңгеҙгә батырып) һәләк итер. Ләкин байтаҡтарын(ың тәүбәһен ҡабул ҡылып) ғәфү итер.
35. Шулай булғас, аяттарыбыҙ хаҡында ғауға ҡуптарғандар ҡасып ҡотолор урын таба алмаҫтарын белеп торһондар.
36. Һеҙгә бирелгән (байлыҡ, ләззәт, дәрәжә) бары тик ошо донъя өсөн (ваҡытлыса ғына). Аллаһ хозурындағылар иһә тағын да яҡшы, тағын да дауамлы. Был бүләктәр иман килтергәндәр һәм Раббыға һыйынғандар өсөн генә.
37. Улар (мосолмандар) иң ҙур гөнаһтарҙан берһе булған — оятһыҙлыҡтан йыраҡ йөрөй. Асыуҙары сыҡҡан сағында ла, ҡыҙмаҫтар, кешене ғәфү итерҙәр.
38. Йәнә улар Раббының саҡырыуына эйәреп намаҙ уҡыйҙар. Уларҙың эштәре үҙ-ара кәңәш-табыш менән бара. Үҙҙәренә индерелгән ризыҡтан улар (Аллаһ юлындағыларға һәм мохтаждарға) хәйер бирә. (39) Уларҙың берәйһенә хаҡһыҙлыҡ ҡылынһа, бергәләп ярҙамлашалар.
40. Яманлыҡ өсөн яза шул ҡылынған яманлыҡ ҡәҙәр булырға тейеш. Кем ғәфү итһә, тыныслыҡ һаҡлаһа, (боҙолошҡандарҙы татыуландырһа) уға бүләк Аллаһ тарафынан булыр. Дөрөҫө шул, Аллаһ залимдарҙы яратмай. (41) Рәнйетелгән кеше һуңынан хаҡын ҡайтарһа, уға булмаҫ.
42. Яманлыҡ ҡылғандарға һәм Ер йөҙөндә хаҡһыҙға кеше рәнйеткәндәргә яза бар. Уларға — әсе ғазап. (43) Кем дә кем (үс алмайынса) сабыр итһә һәм (рәнйетеүсене) кисерһә, һис шикһеҙ, был кеше мәртәбәле, ныҡ рухлы икәнен иҫбатлар.
44. Аллаһ кемде лә булһа аҙаштырһа, ул кешенең һис бер ихлас дуҫы булмаҫ. Язаны күргәндән һуң залимдарҙың:
— (Донъяға) кире ҡайтыр юл бармы? — тип үкенгәндәрен күрерһең.
45. Һин (Мөхәммәд) күреп торорһоң. Утҡа ташлана торған урынды күргәс, улар сараһыҙлыҡтан баштарын түбән эйеп, күҙ ҡырыйҙары менән генә утҡа ҡарарҙар. Иманлылар:
— Бына, асылда ғазапҡа дусар ителгән кешеләр ошолар булыр. Ҡиәмәт көндө үҙҙәрен дә, ғаиләләрен дә бәләгә батырған кешеләр шул булыр, — тип әйтәсәктәр.
Аң булығыҙ! Залимдар өҙлөкһөҙ ғазап эсендә буласаҡ.
46. Аллаһтан башҡа уларға ярҙам итерҙәй һис кем булмаҫ. Аллаһ юлдан яҙҙырған кеше (ҡылынасаҡ гөнаһтарынан кире әйләнеп) сығырҙай (йәннәткә керерҙәй) юл таба алмаҫ.
47. Аллаһ тарафынан кисектерелмәй-күсерелмәй торған (Ҡиәмәт) Көн килеп еткәнсе, тиҙерәк Аллаһ юлына баҫығыҙ. Шунда һеҙҙең ҡасып ҡотолор урынығыҙ булмаҫ, гөнаһтарығыҙҙан да баш тарта алмаҫһығыҙ.
48. (Эй, Мөхәммәд) әгәр улар йөҙ сөйөрһә, (һин хафаланма) беләһең бит, һине уларға ҡарауылсы итеп ҡуйманыҡ (Аллаһты инҡар итеп, гөнаһ ҡылһалар, улар өсөн һин яуап бирмәйһең) Һинең елкәңә төшкән вазифаң фәҡәт (аяттарыбыҙҙы) уларға ишеттереү генә. Тарафыбыҙҙан рәхмәтебеҙ емештәрен татыттырғас, ул кеше һөйөнә. Әммә үҙе ҡылған йүнһеҙлектәренә күрә, башына бәлә килһә, шөкөр итеүҙе онота.
49. Күктәр һәм Ер — Аллаһтың милке. Үҙ теләгәнен бар итер. Теләһә — ҡыҙ балалар бирә, теләһә — ир уландар бүләк итә. (50) Йәки, теләгән кешеһенә Аллаһ ҡыҙ балалар ҙа, ир балалар ҙа бирер. Теләмәгәнен ҡыҫыр итер. Ул бөтөнөһөн белеп тора, һәр нәмәгә Уның ҡөҙрәте етә.
51. Аллаһ кеше менән бары тик уахи ярҙамында йәки пәрҙә аша һөйләшер. Йәки, илсе күндереп, уның аша ихтыярын белдерер. Шунан башҡа Аллаһ кеше менән һөйләшмәҫ. Ул — бөйөктөр, хакимдыр.
52. Бына, шулай итеп, һиңә лә әмеребеҙ менән Ҡөръәнде уахи иттек. Һин китаптың нимә икәнен дә, имандың нимә икәнен дә белмәй инең. Әммә Беҙ (теләгән) бәндәләребеҙҙе ошо Китап ярҙамында тура юлға өндәр өсөн нур иттек. Шөбһәһеҙҙер, һин тура юлды күрһәтеүсе.
53. Ул — Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы Аллаһтың юлылыр. Аң булығыҙ! Бөтөн эштәр ахырҙа Аллаһ хозурына барып тоташасаҡ.
43 — Зухруф (Алтын хазина) сүрәһе
(Зухруф сүрәһе 89 аяттан тора. «Зухруф» - алтын, аҫыл таштар мәғәнәһендәге һүҙ. Тура мәғәнәһендәге алтындар, зиннәт түгел, күңелдәге зиннәт, рухи биҙәктәр тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәнең исеме шулай алынған.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ха. Мим. (2, 3) Барса нәмәне ап-асыҡ аңлатыусы Ҡөръән исеме менән әйтәм: һеҙ аңлаһын өсөн Беҙ уны ғәрәпсә Ҡөръән иттек. (4) Ул хозурыбыҙҙа, Китаптарҙың Әсәһе (Ләүхел Мәхфүз) янында һаҡлана. Бөйөклөк һәм хикмәттәр тулы бер Китап ул — Ҡөръән.
5. Һеҙ сығырҙан сыҡты тип кенә, Беҙ һеҙҙе Ҡөръән менән киҫәтеүҙән баш тартайыҡмы? (6) Әүәл йәшәп киткән байтаҡ халыҡтарға күпме пәйғәмбәр күндерҙек. (7) Улар (кәферҙәр, мөшриктәр) үҙҙәренә килгән һәр пәйғәмбәрҙе мыҫҡыллайҙар ине. (8) Беҙ уларҙан да ҡеүәтлерәк рәхимһеҙ хакимдарҙы ла һәләк иттек. Әүәл йәшәгән ул халыҡтарҙың миҫалдарын әллә нисә аятыбыҙҙа ғибрәт итеп күрһәттек. (9) Уларҙан:
— Күктәрҙе һәм Ерҙе кем яралтты? — тип һораһаң.
— Шик юҡтыр, уларҙы көслө булған, бар нәмәне белеүсе Аллаһ яралтты, — тип әйтәләр.
10. Ул Ерҙе һеҙҙең өсөн бишек кеүек итеп яралтты. Дөрөҫ юлдан йөрөһөндәр тип, һеҙгә юлдарҙы бар итте. (11) Кәрәгенсә генә Күктән ямғыр яуҙырған — Аллаһтыр. Беҙ (ул ямғыр менән ҡороп бөткән) үле тупраҡҡа йән бирәбеҙ. Һеҙ ҙә бына шулай (терелеп) ҡәберҙәрегеҙҙән сығарыласаҡһығыҙ. (12) Бөтөн хайуандарҙы (ҡош-ҡорттарҙы, кешеләрҙе) пар-пар яралтты. Һәм һеҙ егеп-атланып йөрөр өсөн хайуандар һәм ултырып йөрөр өсөн кәмәләр яралтты. (13, 14) Шуларға атланғас һәм ултырып йөрөгәндә Раббығыҙҙың ниғмәттәрен иҫегеҙгә төшөрөп:
— Быларҙы беҙҙең хеҙмәтебеҙгә биргән Аллаһҡа (сөбхөналла, әлхәмдуллилләһ, Аллаһу әкбәр, тип) тәсбих әйтәбеҙ. Юҡһа, беҙ быларҙы барлыҡҡа килтерә алмаған булыр инек, — тип Аллаһҡа шөкөр итегеҙ. — Беҙҙең Аллаһ хозурына ҡайтарыласағыбыҙ көн кеүек асыҡ, — тип ҡабатлағыҙ.
15. Әммә улар Аллаһ бәндәләренең бер өлөшөн (пәйғәмбәрҙәрҙе) Уға тиң һананылар. Ысындан да, кешенең асылы кәферлеккә тарта.
16. Әллә һуң Аллаһ юҡтан бар иткән ҡыҙҙарын үҙенә алып, һеҙгә уландарҙы бирҙеме?
17. Шуларҙың (Аллаһтың ҡыҙҙары бар, тигән) берәйһенән:
— Һинең ҡатының ҡыҙ бала алып ҡайтты, — тип һөйөнсө алырға теләһәң, ул ирҙең йөҙө (ҡайғыһынан) ҡарайыр, ул асыуынан шартлар дәрәжәгә етер. (18) Зиннәтле, бай тормошта үҫеп, яуҙарҙа (көрәштәрҙә) ҡатнаша алмаған (ҡыҙҙар)ҙы Аллаһҡа нисбәт итәләрме? (19) Аллаһтың хеҙмәтендәге фәрештәләрҙе лә улар ҡатын-ҡыҙға һынайҙар. Әйтерһең, улар фәрештәләрҙең яралтылышын күреп торған. Ғәжәп. Уларҙың был ялған шаһитлығы яҙылып ҡуйыласаҡ һәм улар яуапҡа тартыласаҡ.
20. Һәм улар:
— Аллаһ ихтыяр итһә, беҙ (боттарға) табынмаҫ инек, — тип әйтәләр. Был хаҡта уларҙың хәбәре юҡ. Улар бары тик ялған ғына һөйләй. (21) Әллә һуң Аллаһ уларға электән үк (Аллаһтан башҡа нәмәләргә табынығыҙ тип) китап бирҙеме? Һәм улар шул (ялған) китапҡа йәбешеп яталармы?
22. Юҡ! (Ундай китап уларға бирелмәне).
— Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың бер дин (һындарға табыныу, христианлыҡ, мәжүсилек) тотҡанын күрҙек, беҙ ҙә улар тотҡан юлдан барасаҡбыҙ, — тип әйтәләр.
23. Һинән алда ла нисә халыҡтарға киҫәтеүсе пәйғәмбәрҙәр ебәрҙек, ләкин шундағы муллыҡта йәшәгән кешеләр:
— Ата-бабаларыбыҙҙың бер дин тотҡанын күрҙек, беҙ ҙә улар тотҡан юлдан барасаҡбыҙ, — тинеләр. (24) — Мин һеҙгә ата-бабаларығыҙ тотҡан диндән дә яҡшырағын килтерҙем, — тип әйткәс, улар:
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ уға (һин килтергәнгә) ышанмайбыҙ! — тинеләр.
25. Беҙ уларға яза бирҙек. Ҡара! Ялғансыларҙың яҙмышы нимә менән бөттө?
26, 27. Бер ваҡыт Ибраһим атаһына һәм ҡәүеменә әйтте:
— Мин һеҙ табынған нәмәләргә табынмаясаҡмын, — тине. — Мин фәҡәт мине яралтҡанға (Аллаһҡа) ғына ғибәҙәт ҡыласаҡмын. Сөнки Ул мине тура юлға күндереүсе.
28. Был һүҙҙәрҙе ул үҙенән һуң киләсәк быуындарға (Аллаһтың диненә күсһендәр өсөн), васыят итеп ҡалдырҙы.
29. Хаҡтыр, быларҙы һәм аталарын үҙҙәренә Хәҡиҡәт (Ҡөръән) менән Пәйғәмбәр килгәнсегә саҡлы Беҙ уларҙы ниғмәт эсендә йәшәттек.
30. Ләкин улар үҙҙәренә Хәҡиҡәт килгәс:
— Был бер сихыр. Беҙ уны танымайбыҙ, — тинеләр.
31. Һәм әйттеләр:
— Был Ҡөръән ике шәһәрҙең берәй олуғ әҙәменә индерелһә, яҡшы булыр ине, — тинеләр.
32. Раббының рәхмәтен улар бүлешергә баҙнат итәме? Донъялағы тормошта уларға дәрәжәләрҙе Беҙ бүлеп бирҙек. Береһе икенсеһенә хеҙмәт итһен тип, Беҙ уларҙы береһен икенсеһенән өҫтөн ҡылдыҡ. Раббының рәхмәте улар туплаған байлыҡтан хәйерлерәк.
33. Әгәр барлыҡ кешеләр (кәферҙәрҙең бай тормошона ҡыҙығып, кәферлеккә күсеп) бер кәфер өммәте хасил итер, тигән ҡурҡыныс булмаһа, Рахмәәнды инҡар итеүселәрҙең өйҙәрендәге түбәләрен һәм шул түбәгә менә торған баҫҡыстарын көмөштән яһап, бөтөн ерен йыһазлап, биҙәр инек. (34) Ишектәрен дә, ҡырын ятып истирәхәт ҡыла (ял итә) торған ятаҡтарын да (көмөштән яһар инек). (35) Уларҙы зиннәт-алтынға күмәр инек. Быларҙың барыһы ла ваҡытлыса ғына булып, тиҙ генә уҙып китә торған нәмәләр, әлбиттә.
(Мәңгелек байлығы булған) Әхирәт иһә Аллаһҡа һыйынғандарға аталған.
36. Кем Рахмәәнды зикер итеүҙән уаз кисһә, уның янына шайтанды ҡуйырбыҙ, шайтан гел уның артынан тағылып (ҡотортоп) йөрөр. (37) Әлбиттә, шайтандар уларҙы тура юлдан яҙҙырыр һәм кешеләр үҙҙәрен: беҙ тура юлда, тип уйлар. (38) Ниһайәт, ахырҙа Минең хозурыма килгәс, юлдан яҙған кеше дуҫы шайтанға әйтер:
— Их, һинең менән минең ара Көнсығыш менән Көнбайыш араһы кеүек йыраҡ булған булһа ине. Һинән дә яман юлдаш юҡ икән.
39. Һеҙҙең бөгөнгө (Ҡиәмәттәге) үкенеүҙәрегеҙ бер файҙа ла бирмәҫ, сөнки һеҙ (фани донъяла) ғәҙелһеҙлектәр ҡылдығыҙ. Һеҙ язаны бер тигеҙ аласаҡһығыҙ.
40. (Эй, Рәсүлем Мөхәммәд) һаңғырауҙарға һин (Ҡөръәнде) ишеттерә алырһыңмы икән йәки (күңел күҙе) һуҡырҙарға (Ҡөръән күрһәтеп) асыҡтан-асыҡ аҙғындарҙы тура юлға баҫтыра алырһыңмы икән?
41. Беҙ һине уларҙан айырһаҡ (улар һине язалап үлтергәнсе һинең йәнеңде алып, хозурыбыҙға мендерһәк), барыбер уларҙы язаға тартасаҡбыҙ. (42) Йәки уларға вәғәҙә иткән ғазабыбыҙҙы һин дә күреп торорһың. Был эштәрҙе башҡарырға ҡөҙрәтебеҙ етә.
43. Һиңә уахи ителгәнде (Ҡөръән күрһәткән юлды) ныҡ тот. Әлбиттә, һин тура юлдағы кеше. (44) Хаҡтыр, Ҡөръән һиңә һәм халҡыңа өгөт булараҡ индерелде. Ахырҙа һеҙ (Аллаһ хозурында) имтихан тотасаҡһығыҙ.
45. Үҙеңдән алда килгән пәйғәмбәрҙәрҙән һорап ҡара: Рахмәәндан башҡа (тәңреләр уйлап сығарығыҙ ҙа шулар)ға табынығыҙ, тип әмер бирҙемме икән?
46. Хаҡтыр, Беҙ Мусаны аяттарыбыҙ менән бергә Фирғәүенгә һәм уның янындағы олуғтарына күндерҙек. Муса әйтте:
— Мин ғәләмдәрҙең Раббыһы — Аллаһтың илсеһе булам, — тине.
47. Уларға аяттарыбыҙҙы килтергәс, уны мыҫҡыл итеп көлдөләр. (48) Уларға береһенән-береһе әһәмиәтле аяттарыбыҙҙы индерә барҙыҡ. Тура юлды күрһендәр тип, уларҙы ғазапҡа дусар иттек.
49. Һәм, ниһайәт, улар былай тине:
— Әй, сихырсы, күҙ буяусы! Һинең аша Аллаһ беҙгә биргән антын тормошҡа ашырһын, тип һин Уға ялбар. Беҙ ҙә тура юлға керергә булабыҙ.
50. Ләкин ғазаптан ҡотолғандан һуң, улар һүҙҙәрендә тормай.
51. 52, 53. Фирғәүен үҙ ҡәүеменә былай тине:
— Әй, халҡым, Мысыр мөлкәте һәм аяҡ аҫтымдан ағып ятыусы ошо йылғалар минеке түгелме ни? Шуны ла күрмәйһегеҙме ни? Әллә һуң мин үҙе меҫкен, әйтеп һүҙен аңлата алмаған ошо (һаҡау) әҙәмдән дә түбәнерәк булып сыҡтыммы ни? Әгәр ҙә инде уның алтын беләҙектәре һәм янында ярҙамсы фәрештәләре булһа (беҙ уға ышаныр инек).
(Фирғәүен Мусаның тотлоғоп һөйләшкәненә, фәҡирлегенә төрттөрөп әйтә. Йәғни, Фирғәүендең байлығы ла бар, ул тотлоҡмай ҙа, ләкин Аллаһ пәйғәмбәрлекте уға түгел, Мусаға биргәненә ул ғауға ҡуптара.)
Достарыңызбен бөлісу: |