5. Уларҙан элек Нухтың ҡәүеме, уларҙан һуң йәшәгән (Ғәд, Сәмүд, Лут) халыҡтары ла (пәйғәмбәрҙәрен) ялғансыға сығарған ине. Уларҙың һәр өммәте үҙ пәйғәмбәрҙәрен харап итер өсөн, мәкерле тоҙаҡтар ҡорҙо. Ялғанды Хәҡиҡәттән өҫтөн сығарыр өсөн, гел һуғышып торҙолар. Нәтижәлә, Мин дә уларҙы тотоп алдым (да һәләк иттем). Ана, ҡара! Минең ғазабым уларға нисек хәтәр булып төштө. (6) Аллаһтың:
— Инҡарсылар, һис шикһеҙ, йәһәннәм әһеле буласаҡ,- тигән һүҙе хаҡ булып сыҡты. Улар йәһәннәм әһеле булды.
7. Ғәреш(тең мәшәҡәтле) эштәрен үҙ өҫтәренә алған, Ғәреш тарафындағылар (фәрештәләр) Раббыға мәдхийә уҡыйҙар һәм тәсбих әйтәләр. Аллаһҡа инаналар.
— Йә, Раббыбыҙ, һинең рәхмәтең һәм ғилемең һәр нәмәне солғап алған. Шулай булғас, тәүбә иткәндәрҙе һәм Һинең юлыңа йүнәлгәндәрҙе ярлыҡа. Уларҙы йәһәннәм ғазабынан ҡотҡар! (8) Раббыбыҙ, уларҙы ла, уларҙың аталарын да, ҡатындарын да, нәҫелдәрендәге изгелек ҡылғандарҙы ла үҙҙәренә вәғәҙә иткән Ғәден йәннәттәренә керт. Һис шик юҡ, Һин һәр саҡ еңеүсе һәм хаким булдың. (9) Уларҙы һәр төрлө яманлыҡ ҡылыуҙарҙан һаҡла. Гөнаһтарҙан һаҡлаһаң, хаҡтыр, ул Көндө (Ҡиәмәттә) улар рәхмәтеңә ирешер. Был улар өсөн иң оло ҡотолош һәм Сәғәдәткә ирешеү булыр ине.
10. Инҡарсыларға былай әйттеләр:
— Аллаһтың ғазабы, хаҡтыр, һеҙҙең үҙегеҙгә булған бөгөнгө нәфрәтегеҙҙән хәтәрерәк. Һеҙҙе иман килтерергә өндәнеләр, ләкин һеҙ баш тарттығыҙ.
11. Улар:
— Раббыбыҙ, беҙҙе ике тапҡыр үлтерҙең, ике тапҡыр терелттең. Беҙ ҙә гөнаһтарыбыҙҙы таныныҡ. Исмаһам, бер тапҡыр ғына булһа ла (йәһәннәмдән) сығыу юлы бармы? — тип әйтер.
(«Беренсе терелеү — тыуыу, икенсе терелеү—Ҡиәмәттә. Беренсе үлем — әсә ҡарынындағы яралғының, йәнһеҙлек һәләте, юҡлыҡ. Икенсе үлем — был донъянан китеү». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
12. Бындай яза һеҙгә шуның өсөн бирелде: һеҙҙе бер Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға өндәнеләр, һеҙ инҡар иттегеҙ. Уға тиң тип, уртаҡтарға табындығыҙ. Инде хәҙер хөкөм бөйөктәрҙән-бөйөк Аллаһ ихтыярында. (13) Һеҙгә аяттарҙы күрһәткән, һеҙҙең өсөн Күктән ризыҡ индергән — Улдыр. Аллаһ юлындағыларҙан башҡалар был эштәрҙән ғибрәт алмаҫ.
14. Йәгеҙ, кәферҙәрнең һушына китмәһә лә (күрә алмаһалар ҙа), Аллаһҡа һәм дингә ихласлыҡ менән ғибәҙәт ҡылайыҡ.
15. Юғары дәрәжәле, Ғәрештең хужаһы Аллаһ, (Ҡиәмәттә) ҡауышыу көнө менән ҡурҡытыу өсөн, үҙе теләгән ҡолона уахи индерҙе. (16) Ул Көндө улар ҡәберҙәренән ҡубарылып, майҙанға сығыр. Улар ҡылған ғәмәлдәрҙең береһе лә Аллаһтан йәшеренеп ҡала алмаҫ.
— Был Көндә хөкөмдарлыҡ кем ихтыярында?
— Ҡөҙрәтле һәм берҙән-бер Аллаһ хозурында! (17) Ул Көндө һәр кемгә үҙе ҡылғандарҙың әжере бирелер. Был Көндө бер кемгә лә ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ хөкөмөн тиҙ тотар. (18) Яҡынлашып килә торған Көн (Ҡиәмәт) тураһында уларҙы киҫәтеп тор. Шунда, утлы дәһшәт эсендә уларҙың йөрәктәре боғоҙҙарына тығылыр. Залимдарҙың шунда дуҫы ла, һүҙенә ҡолаҡ һалырҙай шәфәғәтсеһе лә булмаҫ. (19) Аллаһ хыянатсыны күҙ ҡарашынан уҡ таныр. Күңелдәрендәге йәшертен теләктәрен дә белеп торор. (20) Аллаһ ғәҙеллек менән хөкөм итер. Уны инҡар итеп, табынған нәмәләре бер ниндәй ҙә хөкөм сығара алмаҫ. Шик юҡтыр, Аллаһ ысыны менән ишетеп, күреп тороусылыр. (21) Улар Ер йөҙөндә йөрөп тә, әүәл йәшәгән (гөнаһлы) халыҡтарҙың нисек итеп һәләк булғандарын күрмәнеләр (күрһәләр ҙә, ғибрәт алманылар). Юҡһа, улар Ер йөҙөндәге ҡоролмалары, һарайҙары менән быларынан күпкә өҫтөн һәм ҡеүәтле ине. Шулай ҙа, Аллаһ уларҙы (гөнаһтарына күрә) язаланы. Уларҙы язаһынан ҡотҡарырға тырышҡан зат та булманы. (22) Сөнки пәйғәмбәрҙәр уларға ап-асыҡ аяттар-мөғжизәләр алып килеп тә, улар инҡар итте. Аллаһ та уларҙы ғазапҡа дусар итте. Хаҡтыр, Аллаһ — ҡөҙрәт эйәһе, Уның ғазабы бик тә хәтәр буласаҡ.
23, 24. Хаҡтыр, Беҙ Мусаны мөғжизәләребеҙ һәм ап-асыҡ дәлилдәр менән Фирғәүенгә, Һаманға, Ҡарунға күндерҙек. Улар:
— Был шыр ялғансы һәм сихырсы, - тинеләр. (25) Муса Беҙҙең тарафтан үҙҙәренә Хәҡиҡәтте алып килгәс, улар:
— Уға эйәреп, иман килтергәндәрҙең ир улдарын нәҫеле менән бергә үлтерегеҙ, ҡатындарын, ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырығыҙ, — тинеләр. Әммә кәферҙәрҙең тоҙағы ғәмәлгә ашманы.
26. Фирғәүен:
—Үҙ ихтыярыма ҡалдырығыҙ, Мусаны мин үлтерәсәкмен. Ҡотолаһы килһә, Аллаһына ялбарһын. Сөнки мин уның динебеҙҙе үҙгәртеүенән һәм Ер йөҙөндә фетнә сығарыуынан ҡурҡам, — тине.
27. Муса:
— Мин Хисап көнөнә инанмаған һәр тәкәббер кешенән һеҙҙең дә, минең дә Раббым булған Аллаһҡа һыйынам, — тине.
28. Фирғәүендең яҡындарынан булып та йәшерен рәүештә иман килтергән бер әҙәм былай тине:
— Һеҙ был әҙәмде: Раббым — Аллаһтыр, тигәне өсөн генә үлтермәксе булаһығыҙмы? Гәрсә, ул һеҙгә Раббығыҙҙан ап-асыҡ дәлилле мөғжизәләр килтерһә лә? Әгәр ҙә ул ялғанлай икән, ялғаны үҙ башына булһын. Әгәр ҙә ул дөрөҫөн һөйләй икән, ул ғазаптарҙың берәйһе килеп, һеҙҙе тотасаҡ бит. Шик юҡ, Аллаһ хаттин ашҡан ялғансыларҙы тура юлға ирештермәҫ. (29) Әй, ҡәүемем, бөгөн был ерҙә (Мысырҙа) һеҙ — хаким, һәм хөкөм сығарыу — һеҙҙең ҡулда. Әммә Аллаһтың язаһы беҙгә бер килтереп һуғыр, шул сағында беҙгә кем ярҙам итер икән?
Фирғәүен әйтте:
— Мин һеҙгә үҙ ҡарашымды һөйләнем һәм йәнә һеҙгә тура юл күрһәттем, — тине.
30, 31. Теге иманлы әҙәм йәнә былай тине:
— Әй, туғандар! Дөрөҫөн әйтәйем, мин һеҙҙең өсөн ҡурҡам. Нух ҡәүеменең, Ғәд, Сәмүд һәм уларҙан һуң килгәндәрҙең башына төшкән әфәттең һеҙгә лә килеүенә шик юҡ. Аллаһ Үҙенең бәндәләренә бер ҡасан да яманлыҡ теләмәй. (32, 33) Әй, халҡым минең, ысындан да мин һеҙҙең өсөн ҡурҡам. Аҡырып-баҡырып кирегә боролоп ҡасасаҡ Көн килеүенән ҡурҡам. Һеҙҙе Аллаһ ғазабынан ҡотҡарырлыҡ бер генә зат та юҡ. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене тура юлға баҫтырырлыҡ башҡа бер генә көс тә юҡ.
34. Хаҡтыр, унан алда Йософ та һеҙгә асыҡ дәлилле аяттар килтергән ине. Ул алып килгән аяттарға һеҙ һәр уаҡыт шикләнеп ҡаранығыҙ. Ниһайәт, ул вафат булғандан һуң, һеҙ:
— Аллаһ бынан һуң пәйғәмбәр күндермәҫ, — тинегеҙ. Бына, Аллаһ хаттин ашҡан шикләнеүселәрҙе шулай аҙаштыра.
35. Ҡулдарында һис бер дәлилдәре булмаған килеш, Аллаһтың аяттары тураһында бәхәсләшәләр. Уларҙың был ғәмәле Аллаһ тарафынан да нәфрәт менән ҡаршыланды. Маһайып, тәкәберләнгән һәр залимдың күңелен Аллаһ мөһөрләп (бикләп) ҡуя.
36. Фирғәүен әйтте:
— Әй, Һаман, миңә бейек манара төҙөп ҡуй, бәлки, мин күктәргә менә торған юлды табырмын. (37) Мусаның Тәңреһен күреп төшөрмен, — тине. — Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин уны ялғансылыр, тип уйлайым.
Шулай итеп, Фирғәүен ҡылған яман эш яҡшы итеп күрһәтелде һәм ул юлдан яҙҙы. Фирғәүен ҡорған мәкерле тоҙаҡ юҡҡа сыҡты.
38. Баяғы иманлы кеше әйтте:
— Әй, ҡәүемем, һеҙ миңә эйәрегеҙ, мин һеҙгә тура юлды күрһәтәсәкмен, — тине. (39) — Әй, халҡым минең, шик юҡтыр, был донъялағы тормош бик тиҙ уҙып китеүсе бер мажара ғына. Әммә Әхирәт, ысындан да, мәңгегә ҡала торған йорттор. (40)—Яманлыҡ ҡылған кеше яманлығы урынына язаһын алыр. Кем дә кем, ҡатынмы ул, ир кешеме, мөьмин булып, изгелек ҡылһа, йәннәткә керәсәк. Шунда кергәндәргә хисапһыҙ ризыҡ биреләсәк. (41) Әй, халҡым! Был ниндәй хәлегеҙ? Мин һеҙҙе нәжәткә (ҡотолошҡа) саҡырам, һеҙ мине утҡа (йәһәннәмгә) ҡыҫтайһығыҙ (саҡыраһығыҙ). (42) Һеҙ мине Аллаһты танымаҫҡа өгөтләйһегеҙ. Мин белмәгән, мин табынырға теләмәгән нәмәләрегеҙҙе Уға тиңләштерәһегеҙ. Мин иһә һеҙҙе ҡөҙрәте менән барсаһын еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле Аллаһтың тура юлына саҡырам. (43) Хәҡиҡәт шулдыр, һеҙ мине табынырға саҡырған нәмәгеҙ фани донъяла ла, Әхирәттә лә иғтибарға лайыҡ түгел. Әлбиттә, Аллаһ хозурына ҡайтасаҡбыҙ. Хаттин ашҡандар йәһәннәмдең үҙ кешеләрелер. (44) Һеҙгә һөйләгән был киҫәтеүҙәремде һеҙ оҙаҡламай иҫегеҙгә төшөрәсәкһегеҙ (язаһын күргәс, үкенәсәкһегеҙ). Мин иһә эштәремде Аллаһҡа бағышланым. Шик юҡтыр, Аллаһ бәндәләрен бик яҡшы белеп тора.
45. Ахырҙа Аллаһ Тәғәлә мөшриктәр ҡорған мәкерле тоҙаҡтан уны (иман килтергән был әҙәмде) ҡотҡарып ҡалды. Фирғәүен тоҡомон иһә хәтәр язаға тартты.
46. Улар иртә-кис утҡа ташланасаҡ. Ҡиәмәт ҡупҡан көндө:
— Фирғәүен тоҡомона язаның иң хәтәрен бир, — тип әйтерҙәр. (47) Ут эсендә янғанда кәферҙәр үҙ-ара бәхәс ҡуптарыр. Фәҡир һәм хәлһеҙ булғандары тәкәбберҙәренә әйтер:
— (Донъялыҡта) беҙ һеҙгә ышанып эйәрҙек. Хәҙер ут ғазабының исмаһам бер өлөшөн генә булһа ла беҙҙән үҙегеҙгә алығыҙ, зинһар, — тип ялбарырҙар.
48. Донъяла саҡта әллә кем булып, күкрәк киреп йөрөүселәр әйтер:
— Дөрөҫ, барыбыҙҙың да ошонда булырға тейешлегебеҙ раҫланды. Аллаһ бәндәләренә вәғәҙә иткәндәрҙең барыһын да бирҙе, — тип әйтерҙәр. (49) Ут эсендәгеләр йәһәннәм һаҡсыларына әйтер:
— Беҙҙең өҫтән бер генә көнгә генә булһа ла был ғазаптарҙы алып торһон, тип Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ, зинһар, — тип ялбарырҙар. (50) Зобаниҙар әйтер:
— Һеҙгә пәйғәмбәрҙәрегеҙ асыҡтан-асыҡ дәлилдәр килтерҙеме? — тип әйтерҙәр. Былары:
— Әйе, килтерҙе, — тип әйтәсәк.
— Шулай булғас, Аллаһҡа ялбарығыҙ, —тип әйтерҙәр. Гәрсә кәферҙәрҙең үкенеү-ялбарыуы файҙа бирмәҫ.
51. Шик-шөбһәһеҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙгә һәм иман килтергәндәргә һәм донъя тормошонда һәм шаһиттарҙың шаһитлыҡ итәһе (Ҡиәмәт) Көнөндә ярҙам итербеҙ.
52. Ул Көндө залимдарҙың ярлыҡау теләп ялбарыуҙары һис бер файҙа бирмәҫ. Уларға ләғнәт! Хәтәр йорт та (йәһәннәм дә) уларҙыҡы булыр.
53. 54. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға тура юл күрһәттек һәм аҡылы башында булғандарға өгөт биреүсе һәм тура юл күрһәтеүсе Китап (Тәүрәт)ты Исраил тоҡомона мираҫ иттек.
55. (Рәсүлем) хәҙергә һин инде (ауырлыҡтарға түҙ) сабыр ит. Сөнки Аллаһтың вәғәҙәһе, һис шикһеҙ, ғәмәлгә ашасаҡ. Гөнаһтарыңдың ярлыҡаныуын телә. Кис-иртә Раббыңды маҡтап, тәсбих тарт (намаҙ уҡы).
56. (Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарырға) ҡулдарында асыҡ иҫбат булмаған көйөнсә, Аллаһ аяттары тураһында улар бәхәс ҡуптара. Шик юҡтыр, уларҙың күңелендә буй етмәҫ дәрәжәләге бөйөклөккә ынтылыу, маһайыу һәм тәкәбберлектән башҡа һис нәмә юҡ. Һин Аллаһҡа һыйын. Шөбһә юҡ, Аллаһ — ишетеп, күреп тороусы.
57. Әлбиттә, күктәрҙең һәм Ерҙең яралтылышы — кешеләрҙең барлыҡҡа килеүенән дә бөйөгөрәк ғәмәлдер. Ләкин кешеләрҙең күбеһе был турала белмәй.
58. Һуҡыр менән күҙле, иман килтереп, изгелек ҡылған кеше менән яманлыҡ ҡылыусылар бер булмаҫ. Аһ, һеҙ был турала уйлап та ҡарамайһығыҙ.
59. Һис шикһеҙ, Ҡиәмәт көнө киләсәк. Бында бер ниндәй ҙә шик-шөбһә булыуы мөмкин түгел. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быға ышанмай.
60. Раббығыҙ шулай бойорҙо:
— Миңә доға уҡығыҙ, ҡабул итәсәкмен. Сөнки Миңә ғибәҙәт ҡылыуҙы ташлап, тәкәбберлеккә йөҙ тотҡандар хурлыҡҡа ҡалып, йәһәннәмгә дусар буласаҡ, — тине.
61. (Кешеләр) ял итһен, тип Аллаһ төндө, (яҡтылыҡ) күрһендәр тип, көндө яралтты. Шөбһәһеҙҙер, Аллаһ — кешеләргә ҡарата йомартлыҡ эйәһелер. Ләкин кешеләрҙең күбеһе шөкөр итмәй.
62. Бөтөн нәмәне юҡтан бар итеүсе Илаһ — ул Аллаһтыр. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ни эшләп һуң, улайһа, һеҙ Унан йөҙ сөйөрәһегеҙ (башҡа боттарға табынаһығыҙ)? (63) Аллаһтың аяттарын ҡарышып инҡар иткәндәр (Хаҡтан) шулай ситләшә.
64. Ерҙе һеҙҙең өсөн йәшәү майҙаны иткән дә, Күкте лә һеҙҙең өсөн гөмбәҙ (түбә) итеп яһаған, һеҙгә гүзәл рәүеш-ҡиәфәт биргән дә һәм һәм һеҙҙе саф-паҡ ризыҡтар менән ризыҡландырған да — Аллаһтыр. Бына шул инде һеҙҙең Раббығыҙ. Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ — бөйөктәрҙән дә бөйөктер. (65) Ул мәңге тереҙер. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Шулай булғас, ихлас һәм самими кешеләр булараҡ, һеҙ Уға ғибәҙәт ҡылығыҙ, һәр төрлө маҡтау ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһҡа ғына махсустыр.
66. (Рәсүлем), әйт һин:
— Раббымдан ап-асыҡ дәлилдәр килгәс, Аллаһты инҡар итеп, һеҙ табына торған (һын)дарға минең табыныуым рөхсәт ителмәне. Ғәләмдәрҙең Раббыһына буйһоноуым тәғәйенләнде.
67. Һеҙҙе тупраҡтан, һуңынан нәҫел орлоғонан, унан һуң ҡан тамсыһынан (яралғынан) яратҡан, унан һуң бала итеп (донъяға) сығарған, унан һуң һеҙҙе көслө-ҡеүәтле итеп үҫтергән, унан һуң ҡартайтҡан да, ҡайһыларығыҙҙы иртә вафат иттергән, ҡайһыларығыҙға оҙон ғүмер биргән дә — Аллаһтыр. Бәлки, һеҙ аҡылға килерһегеҙ, ә?
(«Әҙәмде тупраҡтан хәлиҡ ҡылды, һуңынан нәҫелегеҙҙе үрсетер өсөн һеҙҙе бер тамсы һыуҙан, һуңынан ул һыуҙы ойошҡан ҡан ҡылды, һуңынан төҙөп бөтөргәс, бала хәлегеҙҙә әсәйегеҙҙән тыуҙыралыр». Шәйх Ноғмани тәфсиренән.)
(«Ул һеҙҙе бер тупраҡтан, һуңынан бер мәниҙән, һуңынан бер ойошҡан ҡандан, һуңынан бала булараҡ сығарған». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
(«Тормош башланғысы бирә торған кеп-кескенә тамсынан». Мәүланә Али тәфсиренән.)
(«Һеҙҙе тупраҡтан, һуңынан мәниҙән, һуңынан ҡушылған-аралашҡан күкәйҙән яралтҡан». Али Тургуг тәфсиренән.)
(Һуңғыһы мәсьәләне яҡшыраҡ асыҡлай кеүек. Ысындан да, ҡатын күкәйсеге менән ирҙең күкәйсеге бергә ҡушылып, әсә ҡарынында яралғы барлыҡҡа килә.)
68. Ул — терелтеүсе лә, үлтереүсе лә. Ул берәй эш булыуын теләһә, бары тик бер һүҙ әйтә:
— Бул! — ти. Һәм Ул теләгән нәмә барлыҡҡа килә.
69. Һин Аллаһтың аяттары тураһында ғауғалы рәүештә бәхәсләшкәндәреҙең хәлен күрҙеңме? Нисек итеп улар Хәҡиҡәттән ситләште. (70) Улар Пәйғәмбәребеҙгә индерелгән Китапты һәм шундағы дәлилдәрҙе ялғанға сығарырға маташты. Оҙаҡламай улар (гөнаһтары өсөн язаланасаҡтарын) аңлаясаҡ. (71, 72) Муйындары тимер бығауҙар һәм сылбырҙар менән уралған хәлдә, улар ныҡ ҡайнар һыуға кертеләсәк. Унан һуң уларҙы утҡа ташлаясаҡтар. (73, 74) Унан һуң уларҙан:
— Аллаһты инҡар итеп, һеҙ табынған нәмәләрегеҙ ҡайҙа? — тип һорарҙар. Улар иһә:
— Беҙҙән ҡастылар. Ысынлыҡта, беҙ әүәл һис бер нәмәгә лә табынмай инек, — тип әйтәсәк. Аллаһ кәферҙәрҙе ана шулай һаташтырыр.
75. Хаҡығыҙ булмаған көйөнсә, самаһын белмәҫтән (байлығығыҙ менән) маҡтана инегеҙ. Хаттин ашып, тәкәберләнеп, күкрәк киреп, рәхәт йәшәй инегеҙ. Был язалар һеҙгә шуның өсөн. (76) Һеҙ мәңге шунда ҡаласаҡ йәһәннәмдең ҡапҡаһынан керегеҙ. Хаттин ашҡан тәкәбберҙәр керә торған ул ер бик тә хәтәрҙер.
77. Тик, (Рәсүлем) һин сабыр ит. Шик юҡтыр, Аллаһтың вәғәҙәһе тормошҡа ашасаҡ. Уларға вәғәҙә иткән язаларыбыҙҙың бер өлөшөн һиңә күрһәтербеҙ йәки һине алданыраҡ вафат иттерербеҙ, һәр хәлдә улар Беҙҙең хозурыбыҙға ҡайтасаҡ.
78. Хаҡтыр, һинән алда ла пәйғәмбәрҙәр күндерҙек. Ҡайһы берҙәре тураһында һиңә һөйләгәнем дә бар, ҡайһы берҙәре тураһында бер нимә лә һөйләмәнем, һис бер пәйғәмбәр Аллаһтың рөхсәтенән башҡа бер генә аят тә үҙенән килтерә алмаҫ. Аллаһтың әмере килгәс, дөрөҫлөк урынлашыр. Яманға эйәргәндәр язаға тартылыр.
79. Аллаһ һеҙҙең ҡулланыуығыҙ өсөн хайуандар яралтты. Ҡайһыһына атланып йөрөгөҙ. Ҡайһыларын салып ашағыҙ. (80) Ул мал-тыуарҙарҙа һеҙҙең өсөн күп файҙалар бар. Теләгәнегеҙҙе үтәр өсөн, һеҙ уларға атланып донъя гиҙегеҙ. Улар ярҙамында һәм дә кәмәләргә ултырып, йөктәр төйәп, ғәмәл ҡылырһығыҙ.
81. Аллаһ һеҙгә үҙенең аяттарын күрһәтә. Хәҙер инде шул аяттарҙың ҡайһыһын һеҙ инҡар итерһегеҙ икән?
82. Улар (кәферҙәр һәм мөшриктәр) Ер йөҙөндә сәйәхәт итеп тә, үҙҙәренән әүәл йәшәп киткән гөнаһлы тоҡомдарҙың нисек итеп һәләк булғандарын күрмәнеләрме ни? Әүәлгеләре быларынан күпкә ишле ине. Донъялағы ҡоролма һәм ҡәлғәләре мәсьәләһендә лә улар күпкә өҫтөн һәм ҡеүәтле ине. Ләкин уларҙың был йыйған малдары (яза килгәс) ысынлыҡта уларға файҙа килтермәне.
83. (Үҙ араларынан сыҡҡан) пәйғәмбәрҙәре уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтергәс, улар үҙҙәренең белемле булыуы менән маһайҙылар һәм аяттарҙы мыҫҡыл итеп көлдөләр. Улар мыҫҡыл иткән нәмәләр (яза булып) үҙ баштарына төштө. (84) Минең тарафтан үҙҙәренә бик тә хәтәр яза килгәс:
— Аллаһҡа инандыҡ һәм Уға тиңләштергәндәребеҙҙе инҡар иттек, — тинеләр. (85) Ғазабыбыҙҙы күргәс кенә иман килтереүҙәре уларға файҙа бирмәне. Аллаһтың ҡолдарына ҡарата ҡуллана торған (яза) ысулы шулдыр. Кәферҙәр юғалтыуға дусар ине.
41 — Фуссиләт (Аңлатылды) сүрәһе
(Фуссиләт сүрәһе 54 аяттан тора. «Фуссиләт» — аңлатылды мәғәнәһендәге һүҙ. Мәккәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ха. Мим. (2) (Ҡөръән) рәхимле һәм миһырбанлы Аллаһ ҡатынан индерелде. (3) Мәғлүмәтлеләр өсөн, аяттары асыҡ аңлайышлы ғәрәп телендә яҙылған Китап ул. (4) Был — ҡыуаныслы хәбәр еткереүсе һәм киҫәтеүсе Китаптыр. Ләкин күп кеше унан йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрә, улар (ул өгөттәрҙе, һөйөнөслө хәбәрҙәрҙе) ишетмәй.
5. Улар әйтте:
— (Эй, Мөхәммәд) күңел күҙҙәребеҙҙе элпә ҡаплап торғанға күрә, беҙ һинең өгөттәреңде ишетмәйбеҙ. Ҡолаҡтарыбыҙ ҙа томаланған. Һинең менән беҙҙең арала ниндәйҙер бер (күренмәҫ) кәртә бар. Тик, һин үҙ (дин)еңсә йәшә, беҙ ҙә үҙ (дин)ебеҙсә йәшәйек.
6. Әйт һин:
— Мин һеҙҙең кеүек үк (ғәҙәти) кеше. Берҙән-бер Илаһ - Ул һеҙҙең дә Раббығыҙ, тип миңә уахи ителде. Бары тик Уға ғына йүнәлегеҙ. Унан ярлыҡау һорағыҙ, — тип. Аллаһҡа тиңдәш эҙләгәндәрҙең хәле бик тә хәтәр-яман. (7) Улар зәкәт бирмәй. Әхирәт көнөн инҡар итәләр. (8) Хаҡтыр, иман килтереп, изгелек ҡылғандар өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ әжерҙәр бар.
9. Һин уларҙан һора:
— Ысындан да, Аллаһ Ерҙе ике көндә юҡтан бар иткәнен инҡар итеп, унан да ҡөҙрәтлерәк башҡа бер хоҙай бар, тип уйлайһығыҙмы? — тип. — Аллаһ — ғәләмдәрҙең Раббыһылыр.
10. Ул (Ер йөҙөнә) ҡаҡшамаҫ тауҙар урынлаштырҙы. Бәрәкәттәр булдырҙы һәм теүәл дүрт көн эсендә һәр кемдең ихтыяжынса ризыҡтар тәҡдир итте. (11) Унан һуң томан төтөн хәлендәге Күккә теләген йүнәлтте (Күкте яһаны); һәм Ергә һәм күктәргә әмер итте:
—Теләһәгеҙ ҙә, теләмәһәгеҙ ҙә, Миңә бойһоноғоҙ! —тине. Тегеләр икеһе лә бер юлы:— Теләп бойһонабыҙ, — тинеләр.
12. Шулай итеп, уларҙы ике көндә ете ҡат күк рәүешендә яралтты һәм һәр Күккә үҙ вазифаһын йөкләне.
Һәм Беҙ яҡын ғәләмде ҡәндилләр (йондоҙҙар) менән биҙәнек, (тәртиптәре) боҙолоуҙан да һаҡланыҡ. Бына был ғәмәлдәр еңелмәҫ ҡөҙрәтле Аллаһтың тәҡдире.
13. (Ошонан һуң да) улар (имандан) йөҙ сөйөрһәләр, әйт һин (кәферҙәргә):
— Мин һеҙҙе Ғәд һәм Сәмүд ҡәүеменең башына төшкән (йәшенле дауыл) әфәт(е) кеүек, һеҙҙең дә шул хәлдә ҡаласағығыҙҙы киҫәтеп ҡурҡытҡан инем, — тип.
14. Пәйғәмбәрҙәр уларҙың алдарына сығып та, арттарына төшөп тә:
— Аллаһтан башҡаға ғибәҙәт ҡылмағыҙ, — тип өгөтләнеләр. Ләкин улар:
— Раббығыҙ беҙҙең янға фәрештәләрен төшөрһөн (Үҙенең бар икәнен һәм ҡөҙрәтле икәнен беҙгә иҫбат итһен). Шулай булмағанда беҙ һеҙҙең менән күндерелгән нәмәләрҙе (аяттарҙы) инҡар итәбеҙ, — тинеләр.
15. Ғәд ҡәүеме иһә донъяла саҡта хаҡһыҙ рәүештә тәкәберләнде:
— Беҙҙән дә ҡөҙрәтле кем бар? — тип маһайҙылар. Улар үҙҙәрен бар иткән Аллаһтың уларҙан күпкә ҡөҙрәтле икәнен күрмәйҙәрме? (Күрмәмешкә һалышалармы?) Улар аяттарыбыҙҙы инҡар итте.
16. Шулар өҫтөнә Беҙ уларға донъяла уҡ рисуайлыҡ-хурлыҡ ғазабын татытыу өсөн, әфәт көндәрендә зәмһәрирҙәй әсе һыуыҡ елдәр иҫтерҙек. Әхирәт ғазабы тағын да хәтәрерәк буласаҡ. Кәферҙәргә шунда ярҙам итеүсе табылмаҫ.
17. Сәмүд халҡына иһә Без тура юл күрһәттек. Әммә (күңел күҙҙәре) һуҡыр булыу сәбәпле, улар аҙғынлыҡ юлын һайланы. Шулай итеп, ҡылған әшәкелектәренә күрә, уларға рисуайлыҡ ғазабының йәшене килтереп һуҡты. (18) Иманлыларҙы ҡотҡарҙыҡ. Улар (гөнаһ эшләүҙән һаҡлана) ҡурҡа ине. (19) Аллаһҡа ҡаршылар (мөшриктәр, кәферҙәр, дәһриҙәр) утҡа (йәһәннәмгә) ташланаһы Көндө бер урынға килтерелер. (20) Ниһайәт, шунда барғас, ҡолаҡтары, күҙҙәре һәм тиреләре, уларҙың (донъяла ҡылған) яманлыҡтарына шаһит буласаҡ.
21. Улар үҙҙәренең тәненә әйтер:
— Ни өсөн һин миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылаһың? — тип әйтерҙәр. Тән әйтер: — Һәр нәмәне һөйләштерә торған Аллаһ беҙҙең дә телебеҙҙе асты. Иң әүәл һеҙҙе яралтты. Яңынан Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ.
22. — Һеҙ ҡолаҡтарығыҙҙы ла, күҙҙәрегеҙҙе лә, тәнегеҙҙе лә һеҙгә зыянға шаһитлыҡ итмәһендәр тип, һаҡланманығыҙ бит, ҡылған гөнаһтарығыҙҙы Аллаһ күрмәҫ-белмәҫ, тип уйланығыҙ.
23. — Раббығыҙ хаҡында йөрөткән (кәфер) уйығыҙ һеҙҙе харап итте һәм һеҙ бәхетһеҙлеккә дусар булдығыҙ.
24. Әгәр ҙә улар (утта яныу ғазаптарына) сыҙай алһа, (сыҙай алмаһа ла) (мәңге) утта ҡалыр. Ғазапты еңеләйтеүҙе теләп ялбарһалар ҙа, уларға еңеллек булмаҫ.
25. Беҙ уларға (иманһыҙҙарға) бер тотһа ебәрмәй торған дуҫтар тәғәйенләнек. Был дуҫтары уларҙың донъяла элек һәм хәҙер ҡылған (яманлыҡтарын) яҡшылыҡ тип күрһәтә (ләззәтле боҙоҡлоҡҡа өндәй) һәм ахырҙа ла Сәғәдәткә ирешәсәкһегеҙ, тип алдай. Үҙҙәренән әүәл йәшәп киткән ендәр һәм кешеләр башына төшкән ғазаптарға былар ҙа лайыҡ. Шик юҡтыр, улар юғалтыуҙарға дусар.
26. Аллаһты инҡар итеүселәр:
— Ҡөръәнде тыңламағыҙ. Уҡый башлаһалар, ғауға ҡуптарығыҙ, шаулашығыҙ. Шулай иткәндә, Ҡөръән тауышын баҫтырырһығыҙ, (еңәрһегеҙ), — тип әйтәләр. (27) Инҡар итеүселәргә Беҙ дәһшәтле ғазап тәмен татытасаҡбыҙ һәм уларҙы ҡылмыштарына күрә иң ҡаты язаға тартасаҡбыҙ. (28) Аллаһҡа ҡаршы булғандарҙың язаһы — уттыр. Аяттарыбыҙҙы инҡар иткәндәре өсөн, улар (тамуҡта) мәңге ҡаласаҡ.
29. Кәферҙәр йәһәннәмдә:
— Раббыбыҙ, беҙҙе аҙҙырған ендәрҙе һәм юлдан яҙҙырған кешеләрҙе беҙгә күрһәт, зинһар. Улар ҙа рисуай булһын, язаға тартылһын. Беҙ уларҙы аяҡ аҫтыбыҙға һалып тапарбыҙ, — тип әйтерҙәр.
30. —Хаҡтыр, Раббыбыҙ — Аллаһ, тип тура юлға баҫҡандар янына фәрештәләр иңер.
— (Ахырзамандан) ҡурҡмағыҙ, (туғандарығыҙ өсөн) хафаланмағыҙ, ҡыуанығыҙ: һеҙ алдан уҡ вәғәҙә ителгән йәннәткә керәсәкһегеҙ, — тип һөйөнсө алырҙар.
31. 32. — Беҙ (фәрештәләр) донъяла ла, Әхирәттә лә һеҙҙең дуҫтарығыҙ булырбыҙ. Йомарт ярлыҡаусы, рәхмәте киң Аллаһ әҙерләгән ризыҡтарҙан йәнегеҙ нимә теләй, шуның менән хушланырһығыҙ, теләгәнегеҙҙе табырһығыҙ.
33. Аллаһҡа йүнәлергә өндәгән һәм дә үҙе лә изгелекле ғәмәлдәр ҡылған һәм:
— Мин мосолман! — тигән кешенең һөйләшеүенән дә тәмле һүҙле башҡа берәү бармы икән?
34. Изгелек менән яманлыҡ бер булмаҫ. Һин яманлыҡты изгелегең менән баҫ (яманлыҡҡа яуап итеп, изгелек ҡыл. Ул таш менән бәрһә, һин аш менән бәр). Шулай ғәмәл ҡылғанда, икегеҙҙең арағыҙҙағы дошманлыҡ бөтөр, һеҙ дуҫлашырһығыҙ. (35) Был ғәмәлдәргә (һиңә яманлыҡ ҡылғанға изгелек ҡылыуҙы) бары тик сабыр иткәндәр (ҡыйынлыҡтарға түҙгәндәр) һәм насибы булғандар ғына ирешә ала. (36) Әгәр шайтандан килгән әшәке фекер һине биләп алһа, Аллаһҡа һыйын. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тороусолор.
37. Төн һәм көндөҙ, Ҡояш менән Ай Уның мөғжизәләренән. Әгәр ҙә Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға ынтылһағыҙ, Ҡояшҡа ла, Айға ла табынмағыҙ. Уларҙы юҡтан бар итеүсе Аллаһҡа ғына сәждә итегеҙ. (38) Әгәр кешеләр артыҡ ғорур (тәкәббер) булһа (Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылмаһалар), уның ҡарауы (эргәһендәгеләр) Раббы янындағы фәрештәләр арымай-талмай, кис-көндөҙ Уға тәсбих әйтәләр.
Достарыңызбен бөлісу: |