5. — Раббыбыҙ, беҙҙе инҡарсылар хөкөмөнә тапшырып, тәжрибә-һынау кешеләре итмә. Ярлыҡа беҙҙе. Йә, Раббыбыҙ! Берҙән-бер еңеүсе һәм хикмәт эйәһе бары тик Һин Үҙең генә.
6. Хаҡтыр, улар (пәйғәмбәрҙәр менән сәхәбәләре) һеҙҙең өсөн, Аллаһҡа һәм Әхирәткә ышанғандар өсөн гүзәл үрнәк. Кем йөҙ сөйөрә, (шул һәләкәткә дусар). Һис шикһеҙ, Аллаһ бай (бер нимәгә лә мохтаж түгел), Ул маҡтауға лайыҡ.
7. Ихтимал, ике аралағы (иман килтергән туғандар менән иман килтермәгән туғандар араһындағы) дошманлыҡты бөтөрөп, Аллаһ һеҙҙе оҙаҡламай дуҫлаштырыр ҙа. Аллаһтың көсө етәрлек. Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәт эйәһе.
8. Һеҙҙең яҡтан дин юлында һуғышмаһа ла, һеҙҙе ватанығыҙҙан ҡыумаған кешеләргә изгелек ҡылыуығыҙҙы һәм уларға ғәҙел булыуығыҙҙы Аллаһ тыймаҫ. Аллаһ ғәҙел булғандарҙы ятарта.
9. Динегеҙгә ҡаршы һеҙҙең менән һуғышып, һеҙҙе ватанығыҙҙан ҡыуып сығарғандарҙы һәм ҡыуып сығарыуҙа кәферҙәргә ярҙам итешкәндәрҙе дуҫ итһәгеҙ, Аллаһ хупламаҫ. Кем шулар менән дуҫлаша, шулар залимдар булыр.
10. Әй, иман килтергән әҙәмдәр! Мөьминә ҡатындар һижрәт итеп, һеҙҙең янға килһә, уларҙы һынағыҙ. Улар иманлымы-юҡмы икәнен Аллаһ бик яҡшы белә. Уларҙың иманлы ҡатындар икәненә ышанғас, уларҙы кәферҙәргө ҡайтармағыҙ. Был ҡатындар уларға хәләл түгел. Тегеләре лә был ҡатындарға хәләл булмаҫ. Уларҙың ирҙәре биргән мәһерҙәрен кире ҡайтарығыҙ. Мәһерҙәрен ирҙәренә кире ҡайтарған осраҡта, уларға өйләнеү гөнаһ булмаҫ. Кәфер ҡатындарҙы никахығыҙҙа тотмағыҙ, улар өсөн булған сығымдарҙы талап итегеҙ. Улар ҙа шулай уҡ үҙ яҡтарынан булған сығымды һеҙҙән һораһын. Аллаһтың хөкөмө шундай. Арағыҙҙы Аллаһ хөкөм итә. Аллаһ барыһын да белеп тора, Ул — хикмәт эйәһе.
11. Әгәр ҙә берәй мөьминдең ҡатыны ташлап, кәферҙәргә ҡасып китһә, һеҙ улар менән һуғышығыҙ, еңгәндән һуң, ҡатынһыҙ ҡалған иргә (ҡасып киткән ҡатынға тотҡан сығымдары ҡәҙәр) ғәнимәт малынан өлөш бирегеҙ. Үҙегеҙ иман килтергән Аллаһ ҡаршыһында ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан һаҡланығыҙ.
12. Эй, пәйғәмбәр! Иманлы ҡатындар һиңә килеп:
— Аллаһҡа тиңдәштәр уйлап сығармаҫбыҙ, урлашмаҫбыҙ, зина эшләмәҫбеҙ, үҙ сабыйҙарыбыҙҙы үлтермәҫбеҙ (көмәнебеҙҙе төшөрмәҫбеҙ), ҡулдарыбыҙ менән аяҡтарыбыҙ араһында булғандарҙы ялғанлап (йәшерен уйнаштан тыуған балабыҙҙы) башҡа иргә һылтамаҫбыҙ, изгелекле эштәрҙә һиңә ҡаршы булмаҫбыҙ, тип ант итһәләр, анттарын ҡабул ит һәм улар өсөн Аллаһтан ярлыҡау һора. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.
13. Әй, иман килтергән әҙәм балалары, Аллаһ язаға тартҡан ҡәүемде дуҫ итмәгеҙ. Сөнки улар Әхирәт көнөнән өмөт өҙҙө. Кәферҙәр (мәйеттәрҙең терелеп) ҡәберҙән сығыуҙарына ышанманы.
61 — Саф (Рәт) сүрәһе
(Саф сүрәһе 14 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. Аллаһ юлындағы изге һуғыш - Жиһадта һуғышуысыларҙыц ғәскәр сафы тураһындағы сүрә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Күктәрҙәге (фәрештәләр, ҡоштар, есемдәр) һәм Ерҙәге (кешеләр, хайуандар, үҫемлек, тауҙар, диңгеҙҙәр) Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла. Аллаһ өҫтөндөр, хикмәт эйәһелер.
2. Әй, иман килтергән кешеләр! Эшләй алмаған, эшләмәйәсәк нәмәләрегеҙ тураһында ни өсөн әйтәһегеҙ? (3) Эшләмәйәсәгегеҙ тураһында эшләйем, тип әйтеүегеҙ Аллаһтың нәфрәтенә дусар.
4. Аллаһ Үҙ юлында һуғышҡанда (дошман түгел, ел дә үтеп керә алмаҫлыҡ) тоташ саф булып һуғышҡандарҙы хуплай. Дөрөҫө шул.
5. Бер ваҡыт Муса ҡәүеменә:
— Әй, халҡым, минең Аллаһ тарафынан күндерелгән пәйғәмбәр булыуымды белгәнегеҙ көйөнсә, ни өсөн мине рәнйетәһегеҙ? — тине.
Улар тура юлдан сыҡҡас, Аллаһ уларҙың күңелдәрен дә аҙаштырҙы. Аллаһ фәсиҡтәр өйөрөн тура юлға күндермәҫ.
6. Иҫегеҙҙәме һуң, Мәрйәм улы Ғайса:
— Әй, Исраил тоҡомо, мин Аллаһтың һеҙгә ебәргән илсеһе булам, минән алда килгән Тәүрәтты дөрөҫләүсе һәм минән һуң да киләсәк Әхмәт исемле бер пәйғәмбәр тураһында һөйөнөслө хәбәр килтерҙем, — тине. Был хаҡта ул ышаныслы дәлилдәр килтергәс, улар:
— Был - көн кеүек ап-асыҡ бер сихыр, — тинеләр.
7. Исламды ҡабул итегеҙ, тип өгөтләп тә Аллаһ хөкөмдәре тураһында ялған һөйләгән кешенән дә ҡәбәхәтерәк кеше бармы икән! Аллаһ ҡәбәхәттәр өйөрөн тура юлға йүнәлтмәҫ. (8) Улар ауыҙы менән Аллаһтың нурын һүндерергә теләй, кәферҙәргә ул нур кәрәкмәһә лә, Аллаһ нур индереүҙән туҡтамаҫ. (9) Мөшриктәр теләмәһә лә, Исламды бөтөн диндәрҙән дә өҫтөн итер өсөн Пәйғәмбәрен тура юл һәм Хаҡлыҡ менән күндергән — Аллаһтыр.
10. Әй, иманға килгән кешеләр, һеҙҙе әсе ғазаптан ҡотҡарасаҡ бер алыш-биреш ысулын һеҙгә күрһәтәйемме? (11) Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә инанығыҙ, малдарығыҙ менән, йәнегеҙ менән Аллаһ юлында Жиһад итегеҙ. Белеп тороғоҙ, был һеҙҙең өсөн бик тә хәйерле ғәмәл булыр.
12. Был тәҡдирҙә Аллаһ һеҙҙең гөнаһтарығыҙҙы кисерер, һеҙҙе арыҡтарынан шишмәләр ағып ятуысы йәннәттәргә, Ғәден йәннәтендәге мөһәбәт һарайҙарға урынлаштырыр. Бына, бөйөк моратҡа ирешеү шул булыр. (13) Күңелегеҙгә хуш килә торған тағын бер нәмә булыр: һеҙгә Аллаһтан ярҙам килер, унан һуң оҙаҡ та уҙмаҫ, бөйөк еңеү булыр. Шулар тураһында хәбәр итеп, һин мөьминдәрҙән һөйөнсө ал.
14. Әй, иманға килгән бәндәләр! Аллаһтың динендә пәйғәмбәрҙәргә ярҙамсы булығыҙ. Мәрйәм улы Ғайса үҙенең хауариҙарына (сәхәбәләр кеүек яҡындарына) әйткән ине:
— Аллаһ юлынан киткәнемдә миңә кем ярҙамсы булыр? — тине. Хауариҙар иһә:
— Аллаһ юлында һиңә беҙ ярҙамсы булырбыҙ, — тинеләр. Исраил тоҡомонан бер төркөм халыҡ иман килтерҙе, башҡалары инҡар итте. Ниһайәт, Беҙ иманлыларҙы дошмандарынан өҫтөн сығарҙыҡ. Иманлылар еңеүсе булды.
62 — Жумға (Йома) сүрәһе
(Жумға сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла донъя милкенең хужаһы, кәмселектән азат, ғәләмдәрҙең Раббыһы, хөкөмдар — Аллаһҡа тәсбих әйтә.
2. Хәреф танымаған наҙандар араһынан сығып, үҙҙәренә аяттар уҡыған, уларҙы сафлыҡҡа өндәгән, уларға Китап һәм хикмәтте өйрәткән бер Пәйғәмбәр күндереүсе Аллаһ булды. Хаҡтыр, улар башта ҡиблаһыҙ аҙашып йөрөүсе ҡәүем ине.
(Йәһүдтәрҙән, христиандарҙан айырмалы булараҡ, ғәрәптәргә уларҙан алда китап индерелмәгән ине).
3. (Пәйғәмбәрҙе Аллаһ) мөьминдәргә генә түгел, уларға ҡатнашы булмаған башҡа халыҡтарға ла индерҙе. Аллаһ — сикһеҙ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.
4. Был - Аллаһтың мәрхәмәтелер. Ул теләгәненә рәхмәтен индерер. Аллаһ — сикһеҙ миһырбан эйәһе.
5. Тәүрәт китабы бирелеп тә, уның буйынса ғәмәл ҡылмаған бәндәләрҙең хәле тау-тау китап тейәгән ишәктеке кеүектер. (Күп китап ташыһа ла, ишәккә белем кермәҫ.) Аллаһтың аяттарын боҙоп күрһәтеүсе ҡәүемдең хәле бик тә яман. Аллаһ залимдар өйөрөн тура юлға күндермәҫ.
6. Әйт һин:
— Әй, йәһүд халҡы! — тип. — Һеҙ бөтөн халыҡтарға ҡарағанда ла беҙ генә Аллаһҡа яҡын дуҫ, тип раҫламаҡсы булаһығыҙ, әгәр һүҙегеҙ хаҡ икән, әйҙәгеҙ, тиҙерәк үлегеҙ (Аллаһҡа тиҙерәк яҡынайырһығыҙ, сөнки Аллаһтың дуҫтары Әхирәткә ышана.) (7) Ләкин эшләнгән гөнаһтарынан ҡурҡып, улар үлемде ашыҡтырмаҫтар. Аллаһ залимдарҙы бик яҡшы белеп тора.
8. Әйт һин:
— Һеҙ үлемдән ҡасһағыҙ ҙа, ул һеҙҙе яҡалаясаҡ. Ахырҙа күренгәнде һәм йәшеренде белгән Аллаһ хозурына килтереләсәкһегеҙ. Аллаһ нимә ҡылғанығыҙ тураһында һеҙгә хәбәр бирәсәк.
9. Әй, иман килтергән кешеләр! Йомға көндө намаҙға саҡырғас (аҙан әйтелгәс), Аллаһты зикер итергә ашығығыҙ һәм алыш-биреште ҡалдырып тороғоҙ. Беләһегеҙ килһә, был эш (намаҙ уҡыу) һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр.
10. Намаҙ уҡылып бөтөүгә үк ҡайһығыҙ ҡайҙа таралығыҙ һәм Аллаһтан ниғмәт һорағыҙ. Аллаһты күп зикер иткән кешенең Сәғәдәткә ирешеүе ихтимал.
11. Улар берәй ерҙә әйбер һатҡандарын күрһәләр йәки берәй тамашаға юлыҡһалар, һинең яңғыҙыңды ҡалдырып, китеп барырҙар. Әйт һин:
— Аллаһҡа яҡын тороу (намаҙҙа, сәждәлә, доғала булыу) тамашанан да, сауҙанан да яҡшыраҡ, — тип. Аллаһ — ризыҡ биреүселәрҙең иң хәйерлеһе.
63 — Монафиҡтар (Ике йөҙлөләр) сүрәһе
(Монафиҡтар сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Монафиҡтар һинең яныңа килгәс:
— Шаһитлыҡ итәбеҙ, ысындан да, һин Аллаһтың Пәйғәмбәре, — тип әйтәләр. Әйе, Аллаһ та был турала белә, һин, әлбиттә, Аллаһтың Пәйғәмбәре, Аллаһ монафиҡтарҙың алдаҡсы икәнлектәрен яҡшы белә. (2) Анттарын ҡалҡан итеп, улар — Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар. Ысындан да, уларҙың ғәмәлдәре бик тә яман. (3) Сөнки улар башта иман килтерҙе, ахырҙа имандан сыҡты. Шуға күрә, (иман өсөн) уларҙың күңеле йоҙаҡлы. Улар инде хәҙер һис нимә аңламай. (4) Уларҙың ҡиәфәтенә ҡараһаң, иҫең китер, әңгәмәләге һөйләшеүҙәрен тыңлаһаң, һүҙҙәре һушыңды алыр. Ләкин улар ҡоймаға һөйәп ҡуйған таяҡ кеүек (ҡойманы ла терәтеп тормай, үҙе лә ауып китмәй). Улар һәр ҡысҡырыу тауышын үҙ баштарына (килгән яза) тип, ҡабул итә. Улар — дошман халыҡ. Уларҙан һаҡлан. Аллаһ (ҡурҡытып) уларҙың йәндәрен аласаҡ. Нисек итеп улар ошо мөшкөл хәлгә төштө һуң?
5. — Килегеҙ, Аллаһтың Пәйғәмбәре һеҙҙең өсөн ярлыҡау теләһен, — тип әйткәс, улар йөҙҙәрен сөйөрөп китә. Һин уларҙың йыраҡлаша барған тәкәббер ҡиәфәттәрен күреп ҡалырһың. (6) Ярлыҡау һораһаң да, һорамаһаң да уларға барыбер. Аллаһ уларҙы бер нисек тә ярлыҡамаясаҡ. Юлдан яҙғандарҙы Аллаһ тура юлға күндермәҫ. (7) Улар:
— Аллаһ илсеһе янында булғандарға бер ниндәй ҙә сығым түкмәгеҙ (хәйер, саҙаҡа бирмәгеҙ, ярҙам итмәгеҙ), ҡаҙалып китһендәр, — ти. Күктәрҙең һәм Ерҙең хазиналары — Аллаһтыҡы. Ләкин монафиҡтар быны белмәй. (8) Улар:
— Хаҡтыр, әгәр Мәҙинәгә ҡайтһаҡ, өҫтөн булғандар, бай кәферҙәр меҫкен хәлдәгеләрҙе (фәҡир мөьминдәрҙе), һис шикһеҙ, ҡыуып сығарасаҡтар, — тип әйтәләр.
Гәрсә, ысын өҫтөнлөк бары тик Аллаһта, Пәйғәмбәрендә, мөьминдәрҙә булыр Ләкин монафиҡтар быны белмәй.
9. Әй, иман килтергән халыҡ, малдарығыҙ (байлығығыҙ), балаларығыҙ Аллаһты онотмаһын. Кем Аллаһтың исемен онота, шул зыян-зәхмәт күрер.
10. Әжәле килгән кеше:
- Раббым, миңә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла ғүмер бир. Валлаһи, мин саҙаҡа бирер инем, изгелектәр ҡылыр инем, — тип әйткәндән күпкә әүәл Беҙ биргән ризыҡтарығыҙҙан саҙаҡа бирергә кәрәк ине.
11. Аллаһ әжәле килгән бер генә кешенең дә үлемен кисектермәҫ. Аллаһ нимә ҡылғанығыҙҙы белеп тора.
64 — Тәғабүн (Алданыу) сүрәһе
(Тәғабүн сүрәһе 18 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Тәғабүн» — алданыу тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, барыһы ла Аллаһты маҡтай. Милек-байлыҡ — Аллаһтыҡылыр. Маҡтау — Аллаһҡалыр. Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә. (2) Һеҙҙе яралтҡан — Аллаһтыр. Ҡайһығыҙ — кәфер, ҡайһыларығыҙ мөьмин булдығыҙ. Аллаһ һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тороусы. (3) Күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итте. Һеҙгә һүрәт-ҡиәфәт бирҙе һәм һеҙҙең рәүешегеҙ бик тә гүзәл булды. Ҡайтыш та — Аллаһҡалыр. (4) Аллаһ күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһын да белеп тора. Йәшереп-ҡасырып ҡылғандарығыҙҙы ла, асыҡтан-асыҡ ғәмәлдәрегеҙҙе лә белеп тора. Аллаһ күңелдәрҙә ниндәй теләк, баштарҙа ниндәй фекер булғанды ла белә.
5. Байтаҡтан әүәлге йәшәйештәрендәге инҡарсыларҙың хәл-хәбәре һеҙгә килеп ирешмәнеме ни? Улар ҡылмыштарына күрә, язаһын да татыны. Улар өсөн әсе ғазап әҙерләнгән ине. (6) Пәйғәмбәрҙәр уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтергән ине, ләкин улар:
— Ғәҙәти бер бәндә беҙҙе тура юлға йүнәлтәсәкме? — тип инҡар иттеләр, йөҙ сөйөрҙөләр. Аллаһ та һис бер нәмәгә мохтаж түгеллеген күрһәтте. Аллаһ — байҙыр, маҡтауға лайыҡтыр. (7) Кәферҙәр менән мөшриктәр үлгәс яңынан терелеүҙе ҡәтғи инҡар иттеләр. Әйт һин уларға:
— Валлаһи, һеҙ, һис шикһеҙ, яңынан тереләсәкһегеҙ, ахырҙа ғәмәлдәрегеҙ тураһында һеҙгә хәбәр биреләсәк, — тип. — Был эш Аллаһ өсөн бер ҙә ҡыйын түгел. (8) Шулай булғас, Аллаһҡа, уның Пәйғәмбәренә һәм индерелгән нурына (Ҡөръәнгә) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙән хәбәрҙар. (9) Мәхшәр көнө — барығыҙ бергә туплана торған көн (иҫәп-хисап, юғалтыуҙар, алданыуҙар һәм табыштар көнө). Аллаһҡа иман килтереп, изгелек ҡылған кешенең хаталарын Аллаһ кисерер, уларҙы Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәргә урынлаштырыр. Уар шунда мәңге ҡаласаҡ. Бына, бөйөк Маҡсат — Сәғәдәт шул булыр.
(«Ҡиәмәт көнөндә кәферҙәр фани донъя тормошона алданып, форсатты ысҡындырғандарын аңларҙар. Йәүмүтүн тәғәбүн - ҡот осҡос алданыу, зарар күреү көнө».
Али Тургут тәфсиренән.)
10. Инҡарсылар менән аяттарымды ялғанға сығарыусылар йәһәннәмгә теркәлер. Улар шунда мәңге ҡаласаҡ. Ай-һай, хәтәр ер ул - улар барасаҡ йәһәннәм.
11. Бер генә ҡайғы ла Аллаһ әмеренән башҡа төшмәҫ. Аллаһҡа инанған кешенең күңелен Аллаһ тура юлға йүнәлтер. Аллаһ бар нәмәне лә белеп тора. (12) Аллаһҡа итәғәт итегеҙ. Пәйғәмбәргә лә итәғәт итегеҙ. Йөҙ сөйөрәһегеҙ икән, сөйөрөгөҙ (унан Раббыға ла, Пәйғәмбәргә лә зыян булмаҫ). Пәйғәмбәр бары тик үҙ вазифаһын асыҡ итеп белдереүсе генә. (13) Аллаһтан юғары һис бер башҡа ҡөҙрәт эйәһе юҡ. Мөьминдәр фәҡәт Аллаһҡа һыйынып, Уға ышанып йәшәйҙәр. (14) Әй, иманлы кешеләр, ҡатындарығыҙ һәм балаларығыҙ араһында ла һеҙгә дошман булғандар бар. Улар менән һаҡ эш итегеҙ. Әммә уларҙы ғәфү итһәгеҙ, хаталары арҡаһында уларҙы ҡаҡмаһағыҙ, яңғылыштарын ҡаплап ҡалғылаһағыҙ, белеп тороғоҙ, Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ миһырбанлы кисереүсе. (15) Дөрөҫөн генә әйткәндә, байлығығыҙ һәм балаларығыҙ һеҙҙе һынар өсөн генә. Бөйөк әжер иһә Аллаһ янында булыр. (16) Шулай булғас, булдыра алғанса, һеҙ Аллаһҡа ҡаршы баш күтәрмәҫкә тырышығыҙ. (Аллаһ әмерҙәрен) тыңлағыҙ, итәғәт итегеҙ, үҙ мөмкинлектәрегеҙҙән сығып, хәйер-саҙаҡа бирегеҙ. Нәфсеһен тыя белгән кеше Сәғәдәткә ирешер. (17) Аллаһ ризалығы өсөн бурыс бирһәгеҙ (сауаплы эш башҡарһағыҙ) Аллаһ һеҙҙең әжерегеҙҙе ҡат-ҡат арттырыр һәм һеҙҙе ярлыҡар. Аллаһ әжерҙе мул бирер, Ул яза бирергә ашыҡмай. (18) Йәшерелгәнде лә, йәшерелмәгәнде лә Аллаһ белеп тора. Ул өҫтөндер, хикмәт эйәһелер.
65 — Талаҡ (Талаҡ) сүрәһе
(Талаҡ сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әй, пәйғәмбәр, ҡатындарығыҙҙы айыраһы булһағыҙ, ғиддәт ваҡытын теүәл тотоп, һанап айырығыҙ. Раббығыҙҙан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Асыҡтан-асыҡ әшәкелек ҡылмаһалар, уларҙы өйөгөҙҙән ҡыуып сығармағыҙ, үҙҙәре лә сығып китмәһен. Бына, Аллаһ ҡуйған сикләүҙәр. Аллаһтың сиктәрен боҙған (хаттин ашҡан) кеше, һис шикһеҙ, үҙенә зарар килтерәсәк. Белмәҫһең, бынан һуң Аллаһ ярҙамы менән хәлдең үҙгәреп ҡуйыуы ла бар бит әле (ир кешенең кире уйлауы бар).
(«Ғиддәт ваҡыты—ҡатының өс тапҡыр күрем күреп, пакланыу ваҡыты була. Айырылаһы ҡатын, ире уға яҡынлыҡ ҡылмайынса, өс тапҡыр пакланырға тейеш. Ауырға ҡалғанмы, ҡалмағанмы икәне беленһен өсөн. Ауырға ҡалған ҡатынды айырырға ярамай. Талаҡ ҡылыусы ир кинәт кенә айырған ҡатынына тартыла башлаһа, яңынан ҡушылып тора башлар өсөн талаҡты өс тапҡыр әйтмәҫкә тейеш. Йәғни, ир кеше: айырам, талаҡ итәм, һүҙҙәрен ашығып әйтмәҫкә, ул һүҙҙәр менән һаҡ ҡыланырға тейеш». Хәсән Чантай тәфсиренән. )
2. Ғиддәт ваҡыты уҙғандан һуң, ҡатынығыҙ менән яҡшы торорға ниәт итһәгеҙ, никахығыҙға ҡайтарығыҙ йәки уны ҡануни нигеҙҙә айырығыҙ. Был эштә ғәҙел булған ике кешене шаһит итеп алығыҙ. Улар шаһитлыҡтарын Аллаһ ҡуйған сиктәрҙән сыҡмайынса башҡарырға тейеш. Был —Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышанғандар өсөн ҡуйылған тәртип. Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан кешегә, Аллаһ (ҡыйынлыҡтарҙан) сығыу юлын күрһәтер. (3) Һәм уға көтөлмәгән ерҙән ризыҡ бирер. Аллаһҡа ышанған кешегә бер Аллаһ етәр. Шик юҡ, Аллаһ Үҙ әмерен еренә еткермәй ҡалмай. Аллаһ бөтөн нәмә өсөн сик һәм үлсәү ҡуйҙы.
4. Айыраһы ҡатынығыҙҙың (ҡартлыҡ йәки ауырыуы сәбәпле) айлыҡтары (күрем) бөтөнләй туҡтаған булһа, йәш булып та айлығы булмаған ҡатындарығыҙҙы айырғанда (ауырға ҡалманымы икән тигән) шиккә ҡалһағыҙ, ғиддәттәре өс ай булыр. Ауырға ҡалған булһалар, бала тыуғанға саҡлы айырылмаҫтар. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡҡан кешегә Аллаһ ҡулайлыҡтар бирер. (5) Бына былар Аллаһтың һеҙгә индергән бойороҡтары булыр. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡҡандарҙың хаталарын Аллаһ ҡаплар һәм уға әжерен бирер. (6) Көсөгөҙҙән килгәнсә, уларға (айырған ҡатындарығыҙға) йәшәй торған йортоғоҙҙағы бер бүлмәне бирегеҙ, уларҙы йәберләмәгеҙ, рәнйештәр килтермәгеҙ. Әгәр улар ауырлы икән, бала тапҡансыға саҡлы уларҙы тәрбиә ҡылығыҙ. Һеҙҙең балағыҙҙы имеҙгәне өсөн уларға хаҡын бирегеҙ, мәсьәләләрҙе үҙ-ара килешеп хәл итегеҙ. Әгәр аңлаша алмаһағыҙ, баланы башҡа бер ҡатын имеҙһен. (7) Мөмкинлектәре мул булған кеше (айырылған ҡатынына) күберәк бирһен. Меҫкен хәлле булған ир ҙә Аллаһҡа биргән ҡәҙерлеһенән (малынан) өлөш сығарһын. Мөмкинлектән артығын бирергә Аллаһ берәүҙе лә мәжбүр итмәҫ. Аллаһ бер ҡыйынлыҡтан һуң еңеллек тә бирер.
8. Раббының һәм пәйғәмбәрҙәрҙең әмеренән йыраҡлашып аҙған-туҙған күпме ҡәүемдәр булды. Беҙ уларҙың халыҡтарын хәтәр ғазапҡа тарттыҡ һәм уларҙы мыңарсы күрелмәгән язаға дусар иттек. (9) Шулай итеп, улар ҡылған аҙғынлыҡтарына күрә, әжерен дә татынылар. Уларҙың ахыры ла тамам һәләкәт булды. (10) Аллаһ уларға дәһшәтле ғазап әҙерләне. Әй, иман килтергән зиһен эйәләре! Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһ һеҙгә, ысынлап та, киҫәтеүсе (Ҡөръән, Пәйғәмбәр) индерҙе. (11) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыу өсөн, Аллаһ һеҙгә ап-асык аяттарҙы уҡып бирһен тип, Пәйғәмбәрен күндерҙе. Аллаһҡа иман килтереп, изгелекле эш ҡылғандарҙы, Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы, эсендә мәңге ҡаласаҡ йәннәткә урынлаштырыр. Аллаһ ул кешеләргә иң яҡшы ризыҡтар ғына бирер.
12. Аллаһ — ете ҡат Күкте һәм шулай уҡ Ерҙе яралтҡан Раббы. (Аллаһтың) фармандары шулар араһынан иңеп тора. Шулай итеп, Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте еткәнлеген һәм һәр нәмәне ғилеме менән урап алғанын беләһегеҙ.
66 — Тәхрим (Харам) сүрәһе
(Тәхрим сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Тәхрим» — тыйыу, рөхсәт итмәү, харам ҡылыу мәғәнәләрендәге һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әй, Пәйғәмбәр, ҡатындарыңдың күңеле булһын өсөнме, Аллаһ һиңә хәләл ҡылған нәмәне һин ни өсөн үҙеңә харам иттең? Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле кисереүсе.
2. (Айырым бер шарттарҙа) Аллаһ ант һүҙен кире алырға рөхсәт итте. Һеҙҙең ярҙамсығыҙ — Аллаһ. Ул - барыһын да белеүсе, хикмәт эйәһе.
3. Бер ваҡыт Пәйғәмбәр ҡатындарының берһенә серен һөйләне. Ләкин ҡатыны был серҙе башҡа көндәштәренә еткерҙе. Аллаһ (ҡатынының сер тотмауы тураһында) Пәйғәмбәргә хәбәр итте. Быны белгәс, Пәйғәмбәр (һөйләгән һүҙенең) бер өлөшөн хәбәр итеүҙән тыйылды, икенсеһен раҫланы. Ҡатыны:
— Был турала һиңә кем еткерҙе? — тип һораны. Пәйғәмбәр:
— Бөтөн нәмәне белеп тороусы, һәр нәмәнән хәбәрҙар Аллаһ хәбәр итте, - тине.
4. Икегеҙ ҙә тәүбә итһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Һеҙҙең икегеҙҙең дә күңеле аҙашҡан. Һеҙ Пәйғәмбәргә ҡаршы ғәмәл ҡылһағыҙ, белеп тороғоҙ, уның дуҫы һәм ярҙамсыһы — Аллаһ һәм Жәбраил менән иң яҡшы мосолмандар. Шулар өҫтөнә фәрештәләр ҙә уны яҡлаясаҡ. (5) Әгәр ул һеҙҙе айырып ебәрһә, Раббы уға һеҙҙән дә яҡшыраҡ, үҙҙәрен Аллаһҡа бағышлаған, иман килтергән, тоғролоҡ менән итәғәт итеүсе, тәүбәгә килгән, ғибәҙәт ҡылыусы, ураҙа тотоусы, тол йәки саф ҡыҙҙарҙы ҡатын итер.
6. Әй, иманлы бәндәләр, утын урынына кешеләр һәм таштар яғылған йәһәннәмдән үҙегеҙҙе һәм ғәйләгеҙҙе һаҡлағыҙ. (Енәйәтселәрҙе) ҡыҙғана белмәй торған, көслө һәм Аллаһтың әмеренә ҡаршы килмәй торған, бары тик Аллаһ бойорғанды ғына үтәй торған (зобаниҙар) фәрештәләр шул йәһәннәмдең һағында тора.
7. Әй, кәферҙәр, бөгөн (Ҡиәмәттә) ярлыҡау һорамағыҙ. Һеҙ бары тик ҡылмыштарығыҙға күрә язаланасаҡһығыҙ.
8. Әй, иманлы кешеләр, ихлас тәүбә итеп, Аллаһҡа ҡайтығыҙ. Ихтимал, һеҙҙең хаталарығыҙҙы Аллаһ кисерер. Пәйғәмбәрҙе һәм уның менән бергә иман килтергәндәрҙе ҡыйын хәлгә ҡуймай торған Көндө (Ҡиәмәттә) Аллаһ һеҙҙе, арыҡтарынан шишмәләр ағып ята торған йәннәттәргә урынлаштырыр. Уларҙың алдынан, уң яҡтарынан (изгелектәренең) нуры яҡтыртып барыр, улар:
— Йә, Раббыбыҙ, нурыбыҙҙы тағын да камилләштер, беҙҙе ярлыҡа, зинһар! — тип әйтерҙәр. — Йә, Аллаһ! Һинең ҡөҙрәтең сикһеҙ.
9. Әй, Пәйғәмбәр, кәферҙәргә һәм монафиҡтарға ҡаршы Жиһад ит, уларға ҡаты ҡуллы бул. Уларҙың бараһы ере — йәһәннәм. Ул бик тә хәтәр урын.
10. Аллаһ Нухтың һәм Луттың ҡатындары менән булған хәлде инҡарсыларға ғибрәт миҫалы итеп килтерҙе. Уларҙың икеһе лә Аллаһтың тоғро бәндәләренең никахында ине. Улар хыянат итте. Ирҙәре уларҙы Аллаһтың язаһынан ҡотҡарып ҡала алманы. Уларға:
— Әйҙәгеҙ, утҡа кереүселәр менән бергә һеҙ ҙә йәһәннәмгә керегеҙ, — тип әйтелде.
11. Иман килтергәндәргә лә Аллаһ Фирғәүен ҡатынын үрнәк итеп килтерҙе. Уның ҡатыны әйтте:
— Йә, Раббым, миңә үҙ хозурыңда йәннәттә бер йорт һалып бир, мине Фирғәүендән һәм уның нәжесенән ҡотҡар һәм мине залимдар араһынан ҡотҡарып ал, — тине.
12. Ҡыҙлыҡ мөһөрөн һаҡлаған Ғимран ҡыҙы Мәрйәмде лә Аллаһ үрнәк итеп күрһәтте. Беҙ уға рухыбыҙҙы өрҙөк, ул Раббының һүҙҙәрен һәм китаптарын раҫланы. Ул ысын күңеленән итәғәт итеүсе булды.
67 — Мүлк (Хакимиәт) сүрәһе
(Мүлк сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүлк», «мәлик» — батша, тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Бөтөн хөкөмдарлыҡты хозурында тотоусы Аллаһ олуғтрҙың бөйөгөлер һәм Аллаһтың көсө бөтөн нәмәгә етә. (2) Аллаһ кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йәшәйеш-тормошто бар итте. Аллаһ — еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт эйәһе, сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы. (3) Аллаһ бер-беренә ярашҡан ете ҡат Күкте бар итте. Ғәләмдәр Раббыһының бар итеү ғәмәлендә һеҙ һис бер кәмселек күрмәҫһегеҙ. Күтәрелеп бер ҡарағыҙ һеҙ Күккә, шунда һис бер етешһеҙ урын күрмәҫһегеҙ. (4) Унан һуң тағын ҡат-ҡат ҡарағыҙ, ҡарашығыҙ (Күк төҙөлөшөндә боҙоҡлоҡ таба алмайынса) хәлдән тайып, меҫкен хәлдә кире ҡайтыр. (5) Хаҡтыр, һеҙгә иң яҡын Күкте ҡәндилдәр (йондоҙҙар) менән биҙәнек. Уларҙы (йондоҙҙарҙы) шайтандарға ата торған итеп яһаныҡ һәм шайтандарға ялҡынлы ут ғазабын әҙерләнек. (6) Раббыны инҡар иткән бәндәләр өсөн йәһәннәм ғазабы бар. Ул бик тә хәтәр урын. (7) Уларҙы (кәферҙәрҙе) утҡа ташлағанда йәһәннәмдең (кәферҙәргә) булған асыуынан ҡайнай-ҡайнай (8) шартлар дәрәжәгә етеп үкергәне ишетелеп торор. Гөнаһлылар төркөмө утҡа ташланыла барған һайын, ут һаҡсылары (зобаниҙар) уларға:
— (Ошо ғазап буласаҡ тип) алдан киҫәтеүсе бер генә пәйғәмбәр ҙә һеҙгә килмәнеме ни һуң? — тип һорарҙар. (9) Улар шулай яуап бирер:
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо ғазаптың киләсәге тураһында киҫәтеүсе бер Пәйғәмбәр килгән ине, ләкин беҙ уның киҫәтеүҙәренә ышанманыҡ, уларҙы ялғанға сығарҙыҡ. Аллаһ бер нимә лә индермәне. Һеҙ һаташҡан бәндәләр, —тинек. — (10) Их, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған булһа инек, аҡылыбыҙ менән уйлап ҡараған булһа инек, утта яныусылар араһында булмаҫ та инек.
11. Шулай итеп, улар гөнаһтарын танынылар. Улар Аллаһтың ярлыҡауынан йыраҡ булырҙар! Улар инде ялҡынлы йәһәннәмдең әһелдәре.
Достарыңызбен бөлісу: |