12. Үҙен күрмәйенсә лә, Аллаһҡа иман килтергәндәргә, Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға хәҡиҡи ярлыҡау һәм дә бөйөк әжер әҙерләнгән. (13) Һүҙегеҙҙе йәшерһәгеҙ ҙә, йәшермәһәгеҙ ҙә, белеп тороғоҙ, Аллаһ — күңелегеҙҙәгеләрҙең барыһын да белеп тороусы. (14) Юҡтан бар итеүсе белмәҫме? Ул иң йәшерен ғәмәлдәрҙе лә белеп тора һәм һәр нәмәнән хәбәрҙар. (15) Ер йөҙөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа биргән — Аллаһ. Шулай булғас, Ерҙең күкрәгенә баҫып йөрөгөҙ һәм Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе ашағыҙ. Ахырҙа ҡайтыш барыбер Аллаһ хозурына булыр.
16. Күктәгеләр (Аллаһ, фәрештәләр) һеҙҙе (гөнаһлыларҙы) Ергә йоттормаҫ, тип ышанаһығыҙмы? Ул саҡта Ер ҡалтырана башлар, тетрәр һәм һеҙҙе Ер йотор. (17) Күктән (Аллаһ гөнаһлы) башығыҙға дауыллы таш ямғыры яуҙырмаҫ, тип уйлайһығыҙмы!? Киҫәтеүҙәребеҙҙең нимә икәнен һеҙ оҙаҡламай белерһегеҙ. (18) Хаҡтыр, уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә быны (Ҡөръәнде) ялғанға сығарҙы!. Ләкин минең уларға килтергән язам ниндәй дәһшәтле булды. (19) Күктә, баш остарында ҡанат ҡаға-ҡаға оса торған ҡоштарҙы улар күрмәйме ни һуң? Уларҙы миһырбанлы Аллаһтан башҡа бер кем дә һауала тота алмай. Шик юҡтыр, Аллаһ барыһын да белеп тора. (20) Аллаһтан ҡотолорға һеҙгә ярҙам итеүсе ғәскәр кемдәрҙән тора? (Аллаһтың язаһынан бары тик Аллаһ үҙе генә ҡотҡара ала.) Кәферҙәр улар — юл таба алмаҫлыҡ булып аҙашҡан халыҡ. (21) Аллаһ һеҙгә ризыҡ биреүҙе туҡтатһа, һеҙгә кем ризыҡ бирер? Эйе, улар аҙғынлыҡ менән (Хаҡтан) тәкәббер рәүештә йыраҡлашты. (22) Хәҙер инде уйлап ҡарағыҙ, йөҙө аҫҡа килеп, ҡара көйөп йөрөүсе бәндә тура юлға күнәрме, әллә тура юлдан төп-төҙ атлап барыусымы (Сәғәдәткә барып ирешәсәк)? (23) (Рәсүлем) әйт:
— Ул һеҙҙе юҡтан бар итеүсе, һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр, йөрәк биреүсе, — тип. Бик әҙ шөкөр итәһегеҙ. (24) Тағын әйт һин:
— Ер йөҙөнә һеҙҙе Аллаһ яралтты, үрсетте һәм һеҙ (яуап бирер өсөн) Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ, — тип. (25) (Кәферҙәр мыҫҡыллау менән):
— Һөйләгәндәрегеҙ хаҡ булһа, вәғәҙә иткәндәрегеҙ (Ҡиәмәт көнө, ғазаптар) ҡасан килер? — тип әйтерҙәр. (26) Әйт һин уларға:
— Был туралағы мәғлүмәт бары тик Аллаһ хозурында ғына. Мин бары тик Аллаһ ғазабының, һис шикһеҙ, киләсәге тураһында һеҙҙе киҫәтеүсе генә, — тип.
27. Әммә уны (ғазапты) яҡында күргәс, кәферҙәрҙең йөҙҙәре ҡарайыр һәм уларға:
— Бына, был һеҙ бик тиҙ күрергә теләгән нәмә ошо булыр, — тип әйтерҙәр. (28) Әйт һин:
— Әгәр Аллаһ мине, минең менән булған яҡындарымды һәләк итһә йәки рәхмәте менән иҫән ҡалдырһа, хәтәр ғазаптан кәферҙәрҙе кем ҡотҡарыр? - тип һора. (29) Әйт һин:
— Аллаһтың рәхмәте киң һәм Ул — ярлыҡаусы. Беҙ Аллаһҡа иман килтерҙек, тәүәккәл итеп, Уға һыйындым, - тип. Кемдең яңғылыш юлда аҙашып йөрөгәнен оҙаҡламай күрерһегеҙ. (30) Әйт һин:
— Миңә яуап бирегеҙ һеҙ, әгәр һыу — йылғалар, шишмәләр ҡасһа, бәреп сыҡҡан шишмәләрҙе һеҙгә кем кире ҡайтарыр? (Әлбиттә, Аллаһ ҡына был эште башҡара ала.)
68 — Ҡәләм (Ҡәләм) сүрәһе
(Ҡәләм сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Нун сүрәһе, тип тә йөрөтәләр.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Нун. Изге ҡәләм менән яҙылған изге һүҙҙәрҙе әйтеп, ант итәм: (2) (Эй, Мөхөммәд) Раббыңдың рәхмәте менән һин һис тә тиле түгелһең. (3) Шик юҡтыр, һинең өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ әжерҙәр бар. (4) Һәм һин, әлбиттә, юғары-саф әхләҡҡә эйә кеше. (5, 6) Ҡайһыларығыҙҙың тилергән икәнлеге оҙаҡламай күренер, улар ҙа күрер. (7) Хаҡтыр, Раббың тура юлдан яҙған кешене бик яҡшы белеп тора, тура юлға барғандарҙы ла белә. (8) Шулай булғас, (Хәҡиҡәтте) ялғанға сығарғандарға буйһонма. (9) Улар һинең күндәм булыуыңды (йомшаҡлыҡ күрһәтеүеңде) теләр, үҙҙәре лә һиңә күндәм мөғәмәләлә кеүек булыр (Улар һинең яйлағаныңды-майлағаныңды теләй, үҙҙәре лә һине яйлап-майлап, үҙ диндәренә кертергә маташыр.) (10) Тиреһенән сығырҙай булып хаттин ашҡанға һәр ант итеүсегә лә ышанма. (11) Яласыға, ғәйбәтсегә, (тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүсегә) ышанма. (12) Изгелеккә ҡамасаулағанға, муйынынан гөнаһҡа батҡанға ышанма. (13) Рәхимһеҙ, нәҫелһеҙ әтрәк-әләмгә ышанма. (14) Хатта уның байлығы һәм нәҫеле үрсемле булһа ла, уға буйһонма. (15) Шул кешегә аяттарыбыҙҙы уҡығанда, ул:
— Әбей-бабай әкиәттәре был, — тип торор.
16. Оҙаҡламай Беҙ уның танауын киҫәсәкбеҙ (кикриген шиндерербеҙ).
(«Ысындан да, Бәдер һуғышында Вәлид исемле кәферҙең танауын ҡылыс менән киҫеп төшөрәләр». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
17. Бер ваҡыт Беҙ баҡса тотоусыларҙы (Мәккә кәферҙәренә) бәлә килтереп һынағаныбыҙ кеүек, быларҙы ла бәлә килтереп һынаныҡ. Нисек итеп улар (баҡса эйәләре): иртәнге яҡта (һис кем күрмәгәндә) емештәрҙе йыйып алырбыҙ, тип һүҙләштеләр. (18) Ләкин улар: Аллаһ бойорһа, иншаллаһ, мохтаждарға ла бирербеҙ, тип әйтмәнеләр. (19) Тик улар йоҡола сағында Раббы тарафынан ебәрелгән дәһшәтле ут өйөрмәһе баҡсаны ҡамап алды. (20) Баҡса ҡап-ҡара (көл) булып ҡалды. (21) Икенсе көндө иртән ҡәрҙәштәр бер-берһенә: (22)
— Мул уңыш йыйып алаһығыҙ килһә, баҡсаға иртүк тороп барайыҡ, — тинеләр һәм (23) үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә баҡсаға киттеләр. (24) — Баҡсабыҙға бөгөн бер генә хәйерсе лә керергә өлгөрмәһен. (25) (Фәҡирҙәргә ярҙам итерлек) көстәре булһа ла, уларҙы ярҙамдарынан мәхрүм итергә ниәтләнеләр. (26) Баҡсаға килеп ҡараһалар, шаҡ ҡаттылар (баҡсаларын таныманылар):
— Ихтимал, беҙ яңғылыш юлдан киткәнбеҙҙер, — тинеләр. (Яңғылыш түгеллеген аңлағас, улар): (27)
— Юҡ, юҡ! Беҙ ҙә мәхрүм ҡалдыҡ, — тинеләр. (28) Араларынан аҡыллырағы әйтте:
— (Мин һеҙгә, Аллаһ теләһә, иншаллаһ, тип әйтергә ҡушманыммы? — тине.) — Аллаһҡа тәсбих әйтәйек, тип әйтмәнемме? (29) -Әлхәмдүлилләһ, беҙ үҙ башыбыҙға үҙебеҙ яҙыҡ (ҡайғы) алдыҡ, — тинеләр.
30. Унан һуң улар ғәйепте бер-берһенә ауҙарырға башланылар. (31) Ниһайәт, әйттеләр:
— Ҡайғы төштө башыбыҙға, ысындан да, беҙ хаттин ашҡан аҙғындар икәнбеҙ, — тинеләр. (32) - Бәлки, Аллаһ быныһы урынына тағын да яҡшыраҡ уңыш бирер! Сөнки беҙ тәүбә иттек. Раббыға йүнәлдек.
33. Бына бынһы донъя ғазабы булды һеҙгә. Әхирәт ғазабы иһә, һис шикһеҙ, бынан да хәтәрерәк булыр. Их, әгәр ҙә улар был турала белһә ине! (34) Хаҡтыр, саф мосолмандар өсөн Раббы ҡаршыһында ниғмәттәре сикһеҙ мул булған йәннәттәр бар. (35) Аллаһҡа итәғәттә булғандар менән гөнаһлыларҙы тигеҙ күрербеҙме? (36) Һеҙгә нимә булды? Ниндәй дәрәжәлә фекер йөрөтәһегеҙ? (37) Әллә һеҙгә ҡағылышлы берәй китап бармы ҡулығыҙҙа, (гөнаһ ҡылырға) һеҙ шул китаптан өйрәнәһегеҙме? (38) Һеҙ теләгән һәр нәмә, һис шикһеҙ, буласаҡ, тип яҙылғанмы шунда? (39) Ҡиәмәт көнөнә саҡлы нимә теләһәк, шуны ҡылырға хаҡыбыҙ бар, тигән килешеүегеҙ бармы Аллаһ менән? (40) Һин (Мөхөммәд) уларҙан һора:
— Шундай килешеү бар, тип ҡайһыһы раҫлай ала икән? (41) Әллә уларҙың Аллаһ кеүек ҡөҙрәтле башҡа дуҫтары бармы? Улар хаҡлы булһа, (Аллаһтан да) ҡөҙрәтле шул дуҫтарын бында килтерһендәр. (42) Ул Көн килеп еткәс, балтырҙар асылыр (йәшерен эштәрең, гөнаһтарың өҫтөнән ҡорма алыныр) һәм сәждә итергә саҡыру булыр, ләкин улар (кәферҙәр) сәждәгә бөгөлә алмаҫ.
43. Хурлыҡтан ҡараштары аҫҡа төбәлгән хәлдә ҡалырҙар. Гәрсә, улар һау-сәләмәт булған хәлдә лә сәждәгә саҡырылған ине, ләкин улар сәждәгә эйелергә теләмәгән ине. (Хәҙер, теләһәләр ҙә, эйелә алмайҙар.)
44. (Эй, Мөхәммәд) һин был һүҙҙе (Ҡөръәнде) ялғанға сығарған кәферҙәрҙе Минең өлөшкә ҡалдыр. Беҙ иҫкәртмәгән яҡтан, әкрен-әкрен генә уларҙы ғазапҡа тарта барырбыҙ. (45) Беҙ уларға (бирәһе язабыҙҙы) оҙаҡҡа кисерҙек. Хәҡиҡәт шулдыр, Мин ҡорған тәдбирҙәр ҡаҡшамаҫ. (Яза барыбер бирелер.) (46) Һин уларҙан түләү хаҡы һорайһыңмы, юҡһа? Шуның арҡаһында улар бурысҡа батҡанмы? (47) Йәшерен серҙәрҙе белеү ғилеме улар ҡулындамы, юҡһа? Ул ғилем китабын улар яҙамы? (48) Һин Раббыңдың хөкөмөн түҙемлек менән көт. Балыҡ ҡарынындағы (Юныс) кеүек булма. Иҫеңдәме, нисек итеп ул (тынсыулыҡтан, тарлыҡтан зарланып) Аллаһҡа ялбарған ине. (49) Әгәр ҙә уға Раббыһынан ярҙам килеп ирешмәгән булһа, ул, һис шикһеҙ, меҫкен хәлдә, хур ителеп, ярға сығарып ташланған булыр ине. (50) Ләкин һуңынан Раббы уны һайлап алды һәм изгеләр сафына ҡуйҙы.
51. Ул инҡарсылар, Ҡөръән уҡыған ваҡытыңда ҡараштары менән булһа ла, һине яңғылыштырырға тырышыр. (Эштәре барып сыҡмағас):
— Көн кеүек асыҡтыр, ул тилергән, — тип әйтерҙәр.
52. Ҡөръән бары тик ғәләмдәргә хәбәр биреүсе вәғәздәрҙән тора.
69 — Хаҡҡа (Ҡотолғоһоҙлоҡ) сүрәһе
(Хаҡҡа сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә ицгән. Ҡиәмәт көнөнә «Хаҡҡа» тип тә әйтәләр. Йәғни, Ҡиәмәт хәҡиҡәт булараҡ, хаҡ — ысынбарлыҡ булараҡ, ҡотолғоһоҙ киләсәк. Хаҡлыҡтың, дөрөҫлөктөң тантана итә торған ҡотолғоһоҙ көнө — Ҡиәмәт буласаҡ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ҡотолғоһоҙ рәүештә тормошҡа ашасаҡ Хәҡиҡәт көнө! (2) Ниндәй була ул Хаҡлыҡ тантана итә торған ҡотолғоһоҙ көн? (3) Был турала һиңә кем, нимә хәбәр итте? (Аллаһтан башҡа һис кем хәбәр итә алмаҫ.)
4. Сәмүд менән Ғәд халыҡтары Ҡиәмәтте (Хәҡиҡәт көнөн) инҡар итте. (5) Сәмүд халҡы ғәҙәттән тыш ҡаты тауыш (ер тетрәүе) менән һәләк ителде. (6) Ғәд халҡы иһә ҡот осҡос үкерә торған, хәтәр дауылда һәләк булды. (7) Аллаһ уны (ҡаты дауылды) ете төн, һигеҙ көн буйына туҡтатманы. (Әгәр һин шунда булһа инең) ул халыҡтың бер миҙгел эсендә эсе ҡыуыш ағастар кеүек, ҡырылып ауғанын күрер инең. (8) Исмаһам, иҫән ҡалған бер кеше күрерһеңме?
9. Фирғәүен дә, унан алдағылар ҙа, аҫты өҫкә килгән ҡалаларҙың халыҡтары ла ошо хатаны ҡабатланылар (йәғни, Аллаһты, Ҡөръәнде, пәйғәмбәрҙәрҙе һанға һуҡманылар, шуның арҡаһында гөнаһҡа баттылар). (10) Шулай итеп, улар Раббының пәйғәмбәрҙәренә ҡаршы баш күтәрҙе. Шуға күрә, Аллаһ та уларҙы дәһшәтле язаға тартты.
11. Хаҡтыр, донъяны һыу баҫҡас, Беҙ һеҙҙе (боронғо бабаларығыҙҙы) кәмәгә ултыртып, ҡотҡарҙыҡ. (12) Был эште Беҙ киләсәк быуындарға киҫәтеү һәм һабаҡ булһын, ҡолаҡтары ишетеп, хәтирә итеп һаҡлаһын, тип башҡарҙыҡ.
13. Сур борғоһона беренсе тапҡыр өрөлгәс (бөтөн кешеләр ҙә үлеп бөтәр, ғәләм харап булыр), (14) Ер үҙе лә, тауҙары ла урындарынан күсеп, бер-берҙәренә бәрелеп, туҙан хәленә килер. (15) Бына шул көн Ҡиәмәт булыр. (16) Күк урталай ярылыр. Ул көндө Күктең терәге булмаҫ (гравитацион көстәр юҡҡа сығыр). (17) Фәрештәләр уның (Күктең) әйләнә-тирәһендә булыр. Ул көндө Аллаһтың Ғәрешен (тәхетен) һигеҙ фәрештә күтәрер. (18) Ул көндө һеҙ (хисап, яуап өсөн) Аллаһтың хозурына китерелерһегеҙ. Ул көндө һис бер сер йәшеренеп ҡалмаҫ. (19) Китабы уң ҡулына бирелгән (мөьмин) кеше әйтер:
— Алығыҙ минең китапты, алығыҙ ҙа уҡып ҡарағыҙ. (20) Мин, ысындан да, (Ҡиәмәт көнөндә) хисап тотасағымды белеп йәшәнем донъяла, — тип әйтер. (21) Был кеше Сәғәдәткә ирешер. (22) Юғары йәннәткә керер. (23) Емештәре үрелеп алырлыҡ яҡында ғына булыр. (24) Уларға:
— (Донъяла) йәшәгәндә ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, рәхәтләнеп ашағыҙ-эсегеҙ! — тип әйтелер.
25. Китабы һул ҡулына бирелгән (кәфер) кеше лә әйтер:
— Аһ, китабым миңә бирелмәгән булһа, яҡшыраҡ булыр ине. (26) Аһ, был хисаптарҙы тотмаһа инем. (27) (Донъялағы үлемем) һуңғыһы булып (яңынан терелмәгән булһам). (28) Байлығым миңә бер файҙа ла бирмәне. (29) (Бөтөн) батшалығым (хәкимийәтем) ҡулдан китте, — тип үкенеп үкерер. (30) (Аллаһ бойороғо яңғырар):
— Тотоғоҙ ҙа уны бығаулағыҙ! (31) Унан һуң уны дөрләп янған ялҡынлы утҡа ташлағыҙ! (32) Унан һуң уны етмеш аршын (терһәк) оҙонлоғондағы сылбыр менән урағыҙ. (33) Сөнки ул бөйөк Аллаһҡа ышанманы. (34) Мохтаждарға ризыҡ бирмәне (һәм бирҙермәне). (35) Шуға күрә, бөгөн бында (Ҡиәмәттә) уны ҡыҙғаныусы бер генә дуҫы ла юҡ. (36) Ғөслин (йыуынтыҡ һыуы) тигән эсемлектән башҡа эсәренә һыу ҙа булмаҫ. (37) Гөнаһлыларҙан башҡаһы ул ғөслинде эсмәҫ.
(«Ғөслин» исемле был эсемлек тураһында X. Чантай китабында былай яҙылған: «Йәһәннәмдә ҡайнатыусыларҙың ҡанлы эрендәре. Ҡайһы берҙәр уны «йыуынтыҡ, бысраҡ һыу», тип тә шәрехләй. Әлбиттә, бында күсермә мәғәнәләге бер символика барҙыр».)
38. Күҙегеҙ менән күргөндәрегеҙ (Күктәр, Ер, диңгеҙҙәр) менән, (39) күҙегеҙ менән күрмәгән (фәрештәләр, рухтар, мәтдә киҫәксектәре) менән ант итеп әйтәм: (40) һис шик-шөбһә булмаһын, Ул (Ҡөръән) иң мәртәбәле илсем (Жәбраил)дең еткергән һүҙелер. (41) Ул (енле) шағир яҙған китап һүҙе түгел. Һеҙ әле һаман да ышанмайһығыҙ! (42) Ул бер күрәҙәсе һүҙе лә түгел. Һеҙ әле һаман да ышанмайһығыҙ! (43) Ул (Ҡөръән) ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан индерелде! (44) Әгәр ҙә (Пәйғәмбәр Беҙ әйтмәгән һүҙҙе) Беҙгә ҡаршы үҙе уйлап сығарған булһа ине, (45) әлбиттә, Беҙ уны уң ҡулһыҙ ҡалдырған булыр инек. (46) Унан һуң Беҙ уның йөрәк тамырын быуыр инек. (47) Һеҙҙең берегеҙ ҙә Мине был эштән тыя алмаған булыр ине. (48) Шик юҡ, Ул (Ҡөръән) гөнаһтарҙан ҡурҡҡандар өсөн ҡәтғи вәғәзҙер. (49) Белеп тороғоҙ, һеҙҙең арала (Ҡөръәнде) ялғанға һанаусылар ҙа бар. (50) Хаҡтыр, (Ҡөръән) кәферҙәргә хәсрәт ташыусы Китап. (51) Шик юҡ, (Ҡөръән) Хәҡиҡәттең үҙелер. (52) Шулай булғас, бөйөк Раббыбыҙҙың исемен тағын да юғары күтәрер өсөн ғийбәҙәт ҡылығыҙ. Уға тәсбих әйтегеҙ!
70 — Мәғәриж (Баҫҡыс буйлап) сүрәһе
(Мәғәриж сүрәһе 44 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мәғәриж» — баҫҡыстар буйлап өҫкә менеү, дәрәжәгә күтәрелеү мәғәнәләрен эсенә ала.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Берәүһе хәтәр яза килеүен (йүрей генә) һораған булды. (2) Кәферҙәр өҫтөнә төшәсәк (был ғазапты) бер кем дә кире ҡайтара алмай. (3) Ул (ғазап) дәрәжәләргә күтәрелеү эйәһе Раббы тарафынан буласаҡ. (4) Фәрештәләр ҙә, рух та (Жәбраил дә) дәрәжә баҫҡыстары буйлап, оҙонлоғо илле мең йыл булған араны бер көндә менеп етерҙәр. (5) Шуға күрә, һин (Мөхәммәд, кәферҙәрҙең йәберҙәренә) һоҡланырлыҡ сабырлыҡ менән түҙ, сыҙа. (6) Хаҡтыр, (Кәферҙәр) быны (Ҡиәмәтте): хәҙер генә килмәҫ, ул әле йыраҡ, тинеләр.
7. Беҙ уны яҡын итеп күрәбеҙ. (8) Ул көндө Күк йөҙө эрегән баҡыр төҫөнә керер. (9) Ул көндө тауҙар тетелгән йөн кеүек буласаҡ. (10) Һис бер дуҫ икенсе дуҫтың хәлен белмәҫ (һорашмаҫ). (11) Улар бер-берҙәрен күрер (ләкин хәл-әхүәл һорашыу булмаҫ). Ул көндө гөнаһлы язанан ҡотолор өсөн улдарын, (12) ҡатынын, аға-энеһен, (13) үҙенә торорға ҡыуыш һәм ашарға ризыҡ биргән нәҫел-нәсәбен, (14) Ер йөҙөндә кем бар — барыһын да ҡорбан итергә әҙер булыр. (Бары тик үҙе генә ҡотолһон.) (15) Ләкин — ниндәй файҙа! Йәһәннәм — тамуҡ уты (16) уны (гөнаһлы кешене) башынан аяғына ҡәҙәр ялмап алыр. (17) Ул (ҡот осҡос ялҡын хәтәр ҡөҙрәт менән имандан) ҡасҡандарҙы үҙенә тартып-саҡырып торор. (18) (Байлыҡ, мал) йыйып, йоҙаҡта бикләп тотҡандарҙы (тамуҡ ялҡыны) үҙенә һурыр. (19) Хаҡтыр, кеше хөсөтлө һәм сабырһыҙ, түҙемһеҙ итеп яралтылған зат. (20) Башына бәлә килһә, ярҙам һорап аҡыра башлай. (21) Уға байлыҡ килһә, һаранлана.
22, 23. Һәр саҡ намаҙҙа Аллаһҡа сәждә итеүселәр ундай түгел. (24) Малдарының мәғлүм бер өлөшө (25) һораныусы һәм (һорамаусы) мохтаждарға тейеш, тип ғәмәл ҡылғандар (хәйер-саҙаҡа, зәкәт биргәннәр), (26) хисап һәм яза көнө киләсәк, тип инанғандар, (27) Аллаһтың (язаһынан) ҡурҡҡан, (28) — хаҡтыр, Раббының ғазабынан бер кем дә ситтә ҡалмаҫ (бер кем дә: мин —мосолман, миңә Аллаһ яза бирмәҫ, тип ҡурҡмайынса ғына йәшәргә тейеш түгел); (29) ғиффәттәрен (оят ерҙәрен) һаҡлағандар; (30) үҙ ҡатындарына, йәриәләренә яҡынлыҡ ҡылғандар, ысындан да, ғәйепләнмәҫ. (31) Әммә быларҙан тыш (башҡа никахһыҙ ҡатындар, сит-ят ҡыҙҙар) артынан йөрөүселәрҙе Беҙ хаттин ашҡандар (хәләлдән харамға күскәндәр) рәтенә ҡуясаҡбыҙ. (32) Аманат һаҡлағандар, антҡа тоғро булғандар, (33) дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылғандар, (34) дөрөҫ итеп намаҙ уҡығандар, (35) барыһы ла (шәрәф һәм ғиззәт алып) йәннәт баҡсаларында йөрөр.
36. (Эй, Мөхәммәд) нимә булған уларға (кәферҙәргә, мөшриктәргә, монафиҡтарға)? Аҡылдан яҙғандармы? Улар өйөрөлөшөп, (37) уңдан да, һул тарафтан да һинең яныңа ырғыла. (38) Улар шулай итеп, һәр береһе йәннәт баҡсаларына керергә ашҡынамы? (39) Өмөттәре бушҡа! Улар үҙҙәренең ниндәй тоҡомдан (балсыҡтан) яһалғанын бик яҡшы белә.
(40) Юҡ! (Эш улар уйлағанса булмаҫ.) Көнсығыш-көнбайыш (бөтөн ғәләм) хужаһының исеме менән ант итеп әйтәм: (41) әлбиттә, Беҙ улар урынына үҙҙәренән дә яҡшыраҡ халыҡты килтереп ҡуйырға ҡөҙрәтлебеҙ; был эштә Беҙҙән алға сыға алырлыҡ ҡеүәт юҡ. (42) (Эй, Мөхәммәд) хәҙер һин инде уларҙы ташла. Вәғәҙә ителгән көнгә (Ҡиәмәткә) саҡлы гөнаһ эсендә типтерә-уйнай торһондар. (43) Ул көндө улар ҡәберҙәренән ҡубарылып сығыр ҙа, баҫтырып ҡуйылған һындарға табан ағылған һымаҡ, шашып йүгерә башлар. (44) Һуңынан хурлыҡтан ҡараштары аҫҡа текәлер, улар рисуай булыр. Бына был көн уларға (күптән, фани донъяла уҡ) вәғәҙә ителгән Мәхшәрҙер.
71 — Нух (Нух) сүрәһе
(Нух сүрәһе 28 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Сүрә хәҙрәти Нух пәйғәмбәребеҙ исемен йөрөтә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. — Хаҡтыр, баштарына хәтәр яза килгәнгә тиклем, үҙ халҡыңды киҫәтеп-ҡурҡытып ҡуй, — тип, Нухты үҙ ҡәүеменә күндерҙек. (2, 3, 4) Нух (халҡына) әйтте:
— Әй, ҡәрҙәштәрем, һеҙ шик тотмағыҙ, — тине. — Мин һеҙҙе: Аллаһҡа буйһоноғоҙ, Уға ҡаршы баш күтәреүҙән һаҡланығыҙ, (һөйләгәндәремә ышанып) миңә эйәрегеҙ, Аллаһ гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн генә булһа ла ярлыҡаһын һәм һеҙҙе билгеләнгән уаҡытҡа саҡлы йәшәтһен, тип асыҡ рәүештә киҫәтеүсе бер кешем. Мәғлүмдер, Аллаһ вәғәҙә иткән (Ҡиәмәт әжере) күпкә кисектерелмәҫ. Их, һеҙ (Ҡиәмәттең ниндәй икәнен) белһә инегеҙ! (Бер уаҡытта ла гөнаһ ҡылмаҫ инегеҙ.) (5) Ахырҙа Нух әйтте:
— Шуныһы хаҡ, Раббым, мин халҡымды кис-көндөҙ иманға саҡырҙым. (6) Ләкин минең саҡырыуым уларҙың бары тик ҡасыуҙарын тиҙләтте генә. (7) Ысындан да, (иманға килегеҙ) Аллаһ гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар, тип күпме генә өндәһәм дә, бармаҡтары менән ҡолаҡтарын томалап, сапандары менән баштарын ҡаплап, аяҡ терәп ҡаршы торалар, тәкәббер рәүештә аҙғынлыҡтарын дауам итәләр. (8) Шунан һуң мин, әлбиттә, уларҙы ҡатыраҡ тауыш менән саҡырырға тотондом. (9) Йәнә лә мин улар менән асыҡтан-асыҡ та, аулаҡта ла ҡат-ҡат һөйләштем, вәғәз уҡыным. (10) Шунан әйттем: Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ, Аллаһ — ысындан да, мәрхәмәтле ярлыҡаусы, тинем. (11) (Яманлыҡтан баш тартһағыҙ) Аллаһ өҫтөгөҙгә мул ямғыр яуҙырыр, тинем. (12) Һеҙҙең малдарығыҙҙы, улдарығыҙҙы арттырыр, һеҙгә баҡсалар (емеш бостандары), шишмәләр бирер, тинем. (13) Ни эшләп һуң һеҙ Аллаһты кәрәгенсә ололамайһығыҙ? (14) Гәрсә, Ул һеҙҙе үҫештең төрлө-төрлө шәкелдәрендә яралтты. (Балсыҡтан Әҙәмде, унан Һауаны, унан аналыҡта яралғыны, тыуыуҙы, үҫеүҙе, ҡартайыуҙы, әжәлде бар итте). (15) Күрмәйһегеҙме ни, Аллаһ ете күкте бер-берһенә яраҡлаштырып яһаны. (16) Шунда Ай нур сәсә, Ҡояш та ҡәндил (шәмдәл)кеүек яҡтырта. (17) Аллаһ һеҙҙе тупраҡтан шытып сыҡҡан үҫемлек кеүек итеп үҫтерҙе. (18) Ахырҙа ул һеҙҙе тағын тупраҡ эсенә кертәсәк һәм сығарғаны кеүек тағын сығарасаҡ. (19) Аллаһ Ерҙе һеҙҙең өсөн түшәк-яҫтыҡ кеүек итеп ҡабартты.
20. Ер өҫтөндәге юлдарҙан рәхәтләнеп йөрөһөндәр тип. (21) Нух әйтте:
— Йә, Раббым, шуныһы хаҡ, улар миңә дошман булды. Малдары, балалары менән улар яманлыҡтан башҡа нәмә килтермәй торғандарға эйәрҙеләр. (22) Былары ла мәкерле хәйләләр ҡора башланы. (23) (Нух халҡы бер-береһенә әйтте):
— Аң булығыҙ! Табына торған һындарҙы ташламағыҙ. Вәдд, Сүвәғ, Йәғүс, Йәғуҡ һәм Нәсерҙәрҙән ваз кисмәгеҙ, — тинеләр. (24) Шулай итеп, улар байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырҙы. (Йә, Раббым) һин ул залимдарға аҙашыуҙан башҡа һис нимә арттырып бирмә.
25. Ошо гөнаһтары арҡаһында улар һыуға батырылды. Ахырҙа утҡа ташландылар. Аллаһтан башҡа һис бер ярҙамсы таба алманылар. (26) Нух былай тине:
— Йә, Раббым, кәферҙәрҙең береһен дә Ер йөҙөндә ҡалдырма. (27) Әгәр ҙә һин уларҙы ҡалдырһаң, улар кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр һәм улар яман әхләҡһеҙ, кәферҙәрҙән башҡа бала тыуҙырмаҫтар. (28) Йә, Раббым, минең үҙемде, әсәйемде, атайымды, иман килтереп, өйөмә кергән кешеләрҙе, мөьмин ирҙәрҙе, мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, зинһар, ярлыҡа. Яуыз залимдарға һәләкәттән башҡа нәмә арттырма.
72 – Джинн (Ен) сүрәһе
(Ен сүрәһе 28 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡайһы бер ендәрҙең дә Ҡөръән тыңлағандан һуң, иман килтереп, мосолман булғандары тураһындағы сүрә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин:
— Ендәр ҡәүеменең бер төркөмө (мин Ҡөръән уҡығанда) тыңлап, иман килтергән икән. Был турала мин уахи аша белдем, — тип.
Ен ҡәүеменән булғандарҙың бер төркөмө былай тигән:
— Ысындан да, беҙ тура юлға өндәй торған, ғәҙәттән тыш гүзәл Ҡөръән һүҙҙәрен тыңланыҡ, (2) ул тура юлға өгөтләй, һәм беҙ иман килтерҙек. Бынан һуң беҙ Раббыбыҙға тиң заттар эҙләмәйбеҙ. (3) Хаҡтыр, Раббыбыҙҙың бөйөклөгө һәр бөйөклөктән дә бөйөк. Уның ҡатыны ла, балаһы ла юҡ. (4) Хаҡтыр, ахмаҡ бер наҙаныбыҙ (Иблис) Аллаһ хаҡында хаттин ашҡан уйҙырмалар, ялған һөйләп йөрөй ине. (5) Гәрсә, беҙ — кешеләр ҙә, ендәр ҙә Аллаһ тураһында ялған түгел, дөрөҫөн һөйләй, тип уйлай инек. (6) Шуныһы ла ысынбарлыҡ, ҡайһы бер кешеләр, ҡайһы бер ендәргә эйәреп, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын арттыра ине. (7) Улар ҙа һеҙҙең кеүек үк, Аллаһтың ҡабат терелтәһенә ышанмай ине. (8) Хаҡтыр, беҙ (ендәр) Күккә менергә (Аллаһ менән фәрештәләрҙең һөйләшкәнен тыңларға) тырышып ҡараныҡ. Ләкин Күктең хәтәр һаҡсылар-ҡарауылсылар менән һәм атыла торған утлы йондоҙҙар менән тулғанлығын күрҙек. (9) Йәшеренеп тыңлар өсөн беҙ (Күктең) уңайлы ҡырҙарына боҫтоҡ. Ләкин тыңларға теләгәнде шунда ут сыбыртҡыһы һағалап тора икән. (10) Хаҡтыр, беҙ аңламай ҡалдыҡ: ерҙәге кешеләргә зыян-зәхмәт килтерер өсөн шулай маҡсат ителгәнме, әллә Раббы уларға изгелек ҡылырға теләйме? Белгән юк. (11) Ысынлап та, беҙҙең арала изгелекле булғандар ҙа бар, гөнаһлыларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Беҙ төрлө-төрлө юлдар менән киттек. (12) Без шуны ла аңланыҡ, Ерҙә булһаҡ та, ҡайҙа ҡасһаҡ та, беҙ Аллаһты меҫкен хәлгә ҡалдырып, еңә алмаясаҡбыҙ. (13) Хаҡтыр, беҙ (Ҡөръәнде) тыңлап, иман килтерҙек. Аллаһҡа иман килтергән зат әжерҙән дә мәхрүм ҡалмаҫ, нахаҡҡа рәнйетелмәҫ тә. (14) Ысынлыҡта, ҡайһыбыҙ мосолман булды, ҡайһыбыҙ юлдан яҙҙы. Тура юлды эҙләп тапҡандар - мосолман булыр. (15) Ғәҙелһеҙ залимдар йәһәннәм киҫәүе булыр.
(Ендәр тип әкиәттәрҙәге һәм кешеләрҙең күҙ алдына килтерә торған «ҡойроҡло ендәр» күҙ алдында тотолмай. Мәүләнә Али нөсхәһендә «ендәр» тип атала торған халыҡтар — кешеләр тураһында һөйләнә. Был «ендәр» астрологтар, фекерҙәре менән Күккә менеп, сихыр һәм ырымдары менән халыҡты алдаусы ҡәүем икәнлеге әйтелә.)
16. Әгәр ҙә улар тура юлдан сыҡмайынса барһа, әлбиттә, уларға Беҙ мул итеп ямғыр яуҙырыр инек. (17) Шулай итеп, Беҙ уларҙы һынап ҡарар инек. Раббыны зикер итеүҙән баш тартҡан кешене Аллаһ хәтәр ғазапҡа тартыр.
18. Барса мәсеттәр бары тик Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу урыны. Шуға күрә, һеҙ Аллаһҡа тиң тип, һис бер башҡа затҡа табынмағыҙ. (19) Хәҡиҡәт, Аллаһтың ҡоло (Мөхәммәд) Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн ҡалҡҡанда (Ҡөрьән тыңлар өсөн килгән ендәр) араларынан ел үтмәҫлек булып, тығыҙ урынлашты.
20. Әйт һин:
— Мин бары тик Раббыма доға ҡыламын. Уға һис бер тиңдәш тотмам, — тип. (21) Әйт һин:
- Хаҡтыр, мин һеҙҙең өсөн зарар ҙа, файҙа ла эштәр дәрәжәләге зат түгелмен, — тип. (22) Әйт һин:
— Хаҡтыр, (Кәферлек ҡылһам) мине Аллаһтың язаһынан берәү ҙә ҡотҡара алмаҫ. Аллаһтан башҡа һыйыныр зат мин таба алмам, - тип. (23) - Минең ҡулымдан килгән эш — Аллаһтың хөкөмдәрен, киҫәтеү-һөйөнсөләрен һеҙгә ирештереү. Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә ҡаршы баш күтәргән кеше, һис шикһеҙ, йәһәннәм утына лайыҡ булыр, ул шунда мәңгегә ҡаласаҡ.
24. Ниһайәт, улар вәғәҙә ителгән язаны күргәс, кемдең ярҙамсылары әҙ, кемдеке күп икәнен белер.
25. Әйт һин:
— Вәғәҙә ителгән ғазаптың яҡынмы, әллә Раббы уны оҙаҡ ваҡытҡа кисектергәнме икәнен мин белмәйем,- тип. - (26) Йәшерен серҙәрҙе бары тик Ул ғына белә. Һәм Аллаһ йәшерен серҙәрҙең асҡысын бер кемгә лә бирмәй. (27) Үҙенә айырыуса яҡын, Уның ризалығын ҡаҙанған Пәйғәмбәренән башҡа. Ул (Пәйғәмбәрҙең) алдына ла, артына ла күҙәтеүселәр (һаҡсылар) ҡуйылған. (28) Шулай итеп, уларҙың (пәйғәмбәрҙәрҙең) Раббы күндергән әмерҙәрҙе дөп-дөрөҫ итеп еткерәме икәнлектәрен барлар өсөн, Аллаһ Пәйғәмбәр янында булғандарҙың барыһын да ғилеме менән уратып алған һәм һәр береһенең һанын берәмләп теркәгән.
73 — Мүзәммил (Ябынған) сүрәһе
(Мүзәммил сүрәһе 20 аяттан тора. Мәккәлә ицгән. Ҡайһы бер аяттары Мәҙинәлә ицгән. «Мүзәммил» — ҡапланған, бөркәүес ябынған, баштан аяҡ төрөнгән, тигән мәғәнәләге һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Эй, бөркәүес ябынған (Мөхәммәд)! (2) Төндөң бер өлөшөндә йоҡлама, намаҙ уҡы. (3) Төндөң яртыһы йәки унан әҙерәк ваҡытында ғибәҙәт ҡыл. (4) Йәки төндөң яртыһынан күберәк ваҡытында Ҡөръәнде ашыҡмайынса, асыҡ итеп уҡы. (5) Хаҡтыр, Беҙ һиңә әһәмиәте ғәйәт ҙур, һүҙ (Китап) йөкләрбеҙ.
6. Төндә тороу (Ҡөръән уҡыу) — шик юҡ, сауап мәсьәләһендә ғәйәт тәьҫирлелер, һүҙҙәрҙең ҡеүәтен арттыра. (7) Сөнки көндөҙөн һинең мәшәҡәттәрең күп була. (8) Раббыңдың исемен әйтергә онотма. Бөтөн барлығың менән Уға йүнәл. (9) Ул — Көнсығыштың да, Көнбайышның да Раббыһылыр. Унан башҡа Аллаһ тип әйтерлек ҡөҙрәт эйәһе юҡ. Шулай булғас, бары тик Аллаһ яҡлауына күсегеҙ. (10) Уларҙың (мөшриктәрҙең) һүҙҙәрен сабыр тыңла, һәм уларҙан бик әйбәтләп кенә айырыл. (11) Байлыҡ эсендә йөҙөүсе һәм хаҡ динде ялған тип әйтүселәрҙе Минең хөкөмөмә ҡалдыр, һәм уларға бер аҙ ваҡыт бир. (12) Хаҡтыр, беҙҙең янда улар өсөн бығауҙар һәм ут бар. (13) Боғаҙҙарынан үтмәҫ ризыҡ һәм хәтәр яза ла бар. (14) Ул көндө Ер йөҙө һәм тауҙар тетрәр. Тауҙар ағып китә торған ҡом кеүек булыр.
15. Фирғәүенгә бер пәйғәмбәр күндергән кеүек, һеҙгә лә нәҡ шулай, ҡылғандарығыҙға шаһитлыҡ ҡыласаҡ бер Пәйғмбәр күндергән инек. (16) Әммә Фирғәүен ул пәйғәмбәргә ҡаршы сыҡты. Беҙ ҙә уны ауыр, ситен рәүештә язаланык.
17. Кәфер итһәгеҙ, балаларығыҙҙың сәсен ағартырлыҡ дәрәжәләге хәтәр көндәге язаларҙан нисек ҡотола алырһығыҙ икән? (18) Ул дәһшәттән хатта Күк йөҙө ярыласаҡ. Аллаһтың вәғәҙәһе маҡсатына ирешәсәк. (19) Бына был аңлатҡан нәмәләребеҙ — өгөт, ғибрәттер. Теләгән кеше Раббыға алып барыусы тура юлды тотор.
20. (Эй, Мөхәммәд) хаҡтыр, һинең менән бергә булған кешеләрҙең, әҙ тигәндә, төндөң өстән икеһен, ҡайсаҡтарҙа яртыһын, ҡайсаҡтарҙа өстән берен йоҡламайынса намаҙ уҡығандарын Раббы белә. Төн һәм көн ваҡыттарын Аллаһ билгеләй. Ул һеҙҙең төн ваҡыттарын самалап бөтөрмәгәнегеҙҙе белә, шуға күрә, Ул тәүбәләрегеҙҙе ҡабул итә. Ҡөръәндең үҙегеҙгә еңел булған өлөштәрен уҡығыҙ. Арағыҙҙа сирле кешеләр ҙә, Аллаһ бирәсәк ризыҡты эҙләп, сәфәр сыҡҡандар ҙа бар һәм Аллаһ юлында һуғышып йөрөүселәр ҙә бар. Аллаһ уларҙың барыһын да белә. Улар ҙа (шарттарына күрә) Ҡөръәндең үҙҙәренә ҡулай өлөштәрен генә уҡыһын. Намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ. Зәкәтте биреп барығыҙ һәм Аллаһ әжер бирһен тип, алдан уҡ изгелек ҡылығыҙ. Ҡылған изгелегегеҙ һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк әжер буласаҡ. Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ. Шик юҡ, Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле.
74 — Мүдәҫҫир (Бөркәнгән) сүрәһе
(Мүдәҫҫир сүрәһе 56 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүдәҫҫир »— ҡаплаулы, уранған, бөркәнгән, тигән мәғәнәләрҙәге һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Эй, бөркәнеп йөрөүсе (Рәсүлем)! (2) Аяғыңа баҫ һәм халыҡтарҙы өгөтлә. (3) Һәм Раббыңды олола. (4) Кейемеңде паҡ тот. (5) Нәжеслектән ваз кис. (6) Ҡылған изгелегең өсөн артыҡ хаҡ талап итмә. (7) Раббыңдың ризалығын алаһың килһә, түҙ, сабыр ит. (8) Сур борғоһона өрөлгән көн (9) иң ҡыйын көн булыр. (10) Ул көн кәферҙәр өсөн бик еңел булмаҫ.
11. Яңғыҙы ғына яралтылған теге кеше менән икебеҙҙе бергә (хөкөмөбөҙгә) ҡалдыр. (12) Мин уға күп төрлө мал биргән инем. (13) Һәм үҙе янында ғына тора торған тәүфиҡле балалар бирҙек. (14) Уға тормошта киң мөмкинлектәр астыҡ. (15) Шулар өҫтөнә лә малын арттырырға теләп, ҡомһоҙлана башланы. (16) Юҡ инде, етте! Ул ҡәтғи рәүештә аяттарыбыҙға ҡаршы торҙо. (17) Мин уның өҫтөнә тырышҡаны заяға китерлек, әсе ғазап йөкләйәсәкмен. (18) Сөнки ул мәкерле тоҙаҡтар уйланы һәм теүәл хисап менән тоҙаҡ ҡороп ҡуйҙы. (19) Ҡәһәр төшһөн уға! Ул мәкерҙәр ҡорҙо. (20) Ахырҙа ла, әсе ҡәһәр һуҡҡыры, мәкерҙәрен ҡора бирҙе, нисек кенә ҡора ине әле. (21) Унан һуң тирә-яғына ҡараны. (22) Һәм ҡаштарын йыйырҙы, сырайы емерелде. (23) Унан һуң артына боролоп, тәкәббер рәүештә: (24)
— Был, — тине, — (Ҡөръән) боронғоларҙан ҡалған сихыр ғәләмәттәренән башҡа нәмә түгел! (25) Хаҡтыр, был әҙәм уйлап сығарған һүҙ генә.
26. Уны Сәҡәргә (йәһәннәмгә) ташлаясаҡмын. (27) Һин Сәҡәрҙең нимә икәнен беләһеңме? (28) Сәҡәр — ул шундай тамуҡ — бер нимә ҡалдырмый бөтөнләй яндырып бөтөрә (торған, гәүҙәне яңынан үҙ хәленә ҡайтарып, тағын яндыра торған йәһәннәм). (29) Тиреләрҙе көйҙөрә. (30) Шунда ун туғыҙ (фәрештә) булыр. (31) Беҙ янып торған уттың һаҡсыларын бары тик фәрештәләрҙән генә һайлап ҡуйҙыҡ. Уларҙың һанын да кәферҙәрҙе һынар өсөн, шулай итеп, үҙҙәренә китап бирелгән халыҡ ышанһын тип, иман килтергәндәрҙең иманы тағын да нығыһын өсөн, үҙҙәренә Китап бирелгән халыҡ һәм мөьминдәр шиккә ҡалмаһындар, тип, рухтарында сир булғандар һәм кәферҙәр:
— Аллаһ был мәҫәле менән нимә әйтергә теләй? — тип баш ватһындар өсөн.
Бына шулай итеп, Аллаһ тура юлға баҫырға теләмәгәнде аҙаштырып, теләгәнде тура юлға күндерер. Раббының күпме ғәскәре барлығын Уның Үҙенән башҡаһы белмәҫ. Былар кешеләр өсөн ап-асыҡ киҫәтеүҙәр булыр.
32. Юҡ, (улар һабаҡ алмаҫтыр) Ай исеме менән, (33) уҙып бара торған төн, (34) атып килә торған таң исеме менән әйтәмен, (35) әлбиттә, (Сәҡәр) ул хәтәр язаларымдың берһе генә. (36) Кешеләрҙе ҡурҡытыр (гөнаһ ҡылыуҙан тыйыр) өсөн, (37) изгелек ҡылыуҙа алға киткәндәр өсөн дә, изгелек ҡылыуҙан тамам артта ҡалғандар өсөн дә киҫәтеү, (хәтәр әфәттәрҙең берһе Сәҡәр булыр). (38) Һәр йән эйәһе үҙенең ғәмәлдәренә (гөнаһтарына) бәйләнгән. (39) (Ғәмәл дәфтәре) уң яҡтан бирелгәндәрҙән башҡа. (40, 41, 42) Улар йәннәттәрҙә булыр, һәм йәһәннәмгә кергән таныштарынан гөнаһлыларҙың хәлен һораштырырҙар.
— Һеҙ нисек Сәҡәргә килеп эләктегеҙ? — тип. (43) Гөнаһлылар әйтер:
— Беҙ намаҙ уҡыманыҡ. (44) Фәҡирҙәрҙе ашатманыҡ. (45) Кәфер һөйләгәндәр араһында беҙ ҙә кәфер һөйләнек. (46) Ҡиәмәт көнөн ялған, уйҙырма, — тинек. (47) Ниһайәт, беҙҙе ҡәтғи киләсәк яза яҡаланы.
48. Шәфәғәт итергә (яҡларға) теләгәндәрҙең шәфәғәте (яҡлауы) уларға һис бер файҙа бирмәҫ. (49) Ни өсөн һуң улар ғибрәт алыуҙан, өгөттән йөҙ сөйөрәләр? (50, 51) Әйтерһең дә, улар арыҫландан ҡасып барыусы ҡырағай ишәк өйөрө. (52) Әлбиттә, уларҙың һәр береһе үҙҙәренә генә сәхифәләр (Китап) индерелгәнде теләй. (53) Булмаҫ! Иң аянысы, улар Әхирәт көнөндә буласаҡ язаларҙан ҡурҡмай. (54) Юҡ шул! Ысындан да, Ҡөръән — ул вәғәздәр-киҫәтеүҙәр Китабы. (55) Теләгән кеше унан өгөт-һабаҡ алыр. (56) Аллаһ ихтыярыннан башҡа берәү ҙә Ҡөръәндән һабаҡ ала алмаҫ. Аллаһтың язаһынан ҡотҡарыу ҙа Аллаһ ихтыярында. Ярлыҡаусы ла Аллаһ ҡына.
75 — Ҡиәмәһ (Ҡиәмәт) сүрәһе
(Ҡиәмәһ сүрәһе 40 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Юҡ! Ҡиәмәт исеме менән әйтәм, (2) (ҡылған яманлыҡтарына үкенгән) йәндәр исеме менән әйтәм, (3) кеше: үлгәс сереп тарҡалған һөйәктәребеҙҙе бергә йыйып, беҙҙе яңынан терелтә алмаясаҡ, тип уйлаймы? (4) Һис шикһеҙ, уларҙың бармаҡ остарына саҡлы, нисек булған, шулай мөкәммәл итеп, яңынан йыйырға ҡөҙрәтебеҙҙән килә. (5) Ләкин кеше тигән йән эйәһе алға табан да аҙғынлыҡҡа ынтыла. (6) — Ҡиәмәт көнө ҡасан киләсәк һуң? — (тип көлгән була). (7) Күҙҙәр ҡамашыр. (8) Ай тотолор. (9) Ҡояш менән Ай бергә уҡмашыр. (10) Ул көн килгәс, кеше әйтер:
— Был дәһшәттән ҡайҙа ҡасып ҡотолайым? — тип.
11. Юҡ шул, ҡасыр урын табылмаҫ. (12) Ул Көндө ҡасып ҡотолоу урыны бер генә — Аллаһтың хозуры. (13) Ул Көндө һәр кешегә элеккеге донъяла ҡалдырған яҡшы-яман ғәмәлдәре тураһында хәбәр бирелер. (14) Иң дөрөҫө — кеше үҙенә ҡаршы үҙе шаһит булыр (ҡылған гөнаһтары менән). (15) Хатта ул ярлыҡау һорап ялбарһа ла.
16. (Эй, Мөхәммәд) ашығып, (Ҡөръән аяттарының барыһы ла уахи ителеп бөтмәйенсә) ятларға тырышма. (17) Шик юҡ, уны (Ҡөръәнде Китап итеп) туплау, уҡытыу эштәре беҙҙең ихтыярыбыҙҙа. (18) Шулай булғас, Беҙ уны (Жәбраил теле менән һиңә) уҡыған ваҡытта ҡабатлап бар. (19) Һуңынан уны аңлатып биреү ҙә, хаҡтыр, беҙҙең ихтыярҙа. (20) Аяныс, һеҙ фани донъяны яратаһығыҙ. (21) (Тормош мәшәҡәттәрендә ашыға-ҡабалана) һеҙ Ҡиәмәт тураһында ла онотаһығыҙ.
22. Ул көндө берәүҙәренең йөҙө яҡты булыр. (23) Улар Аллаһҡа ҡарап торор. (24) Икенселәренең һытыҡ сырайы ҡара көйгән булыр. (25) Улар умыртҡа һөйәктәрен һындырасаҡ яза киләсәген һиҙенеп, шулай ҡайғылы күренер. (26) Юҡ шул, йәнегеҙ боғаҙ төйөрөнә (умрау һөйәгенә) менеп еткәс: (27) - Кем беҙҙе дауалар, кем ҡотҡарыр! - тип ҡысҡырырһығыҙ. (28) Шунда ғына кеше йәндән айырылыр ваҡыт еткәнен белер. (29) Бер теҙ икенсеһенә берегер (ҡылған гөнаһтары арҡаһында йөрөй алмаҫ хәлгә килер). (30) Ул көндө ҡайтарылыш бары тик Аллаһ хозурына булыр. (31) Сөнки был кеше иман килтермәне һәм намаҙ уҡыманы. (32) Шулар өҫтөнә, ул (Ҡөръәнде) ялғанға сығарҙы, иманға арҡа ҡуйып китте. (33) Халҡы алдында үҙен әллә кемгә ҡуйып, маһайып йөрөй башланы. (34) Һин йәһәннәм киҫәүе булырға лайыҡ, бик тә лайыҡ. (35) Һиңә ғазаптар булһын, һин уға лайыҡ. Бик тә лайыҡ. (36) Кеше үҙен: һис сикләүҙәрһеҙ, күҙәтеүсеһеҙ йәшәргә хаҡлы, тип һынаймы әллә? (37) Ул әсә ҡарынына атылған бер нәҫел орлоғонан хасил икәнен онотамы? (38) Һуңынан шул бер ойошҡан ҡан кеүек (яралғы) булды, унан һуң уны кеше ҡиәфәтенә керетеп, донъяға яралттыҡ. (39) Ирле-ҡатынлы - итеп тыуҙырҙыҡ. (40) (Ошоларҙы бар итә алған Аллаһ) мәйеттәрҙе генә терелтә ала торғандыр, бит?
76 — Инсан (Кеше) сүрәһе
(Инсан сүрәһе 31 аяттан тора. Мәккәлә, Мәҙинәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Хаҡтыр, әҙәм затының исеме лә, есеме лә булмаған саҡтан алып, (әҙәм заты барлыҡҡа килгәс) оҙаҡ заманалар уҙып китмәнеме?
2. Хәҡиҡәт шулдыр, Беҙ кешене ҡатнашма яралғынан яһаныҡ. Уны һынап ҡарар өсөн, ишетеү, күреү һәләте бирҙек. (3) Хаҡтыр, Беҙ уға тура юл күрһәттек. Теләһә, шөкөр ҡылыусы булыр, теләмәһә кәферлекте һайлар. (4) Хаҡтыр, беҙ кәферҙәр өсөн сылбырҙар, тимер бығау-ҡыршауҙар һәм ялҡынлы ут әҙерләп ҡуйҙыҡ.
5. Әлбиттә, изгелекле кешеләр иһә кәфур майы (камфора) ҡушылған эсемлектәр эсер, (6) Аллаһтың иғтибарына лайыҡ бәндәләр эсә торған ул шәрбәт шишмәһе өҙлөкһөҙ ағып торор. (7) Ул бәндәләр, дәһшәте һәр ерҙә мәғлүм булған шул көндән (Ҡиәмәт яуабынан) ҡурҡып, анттарына тоғро ҡалыр, вазифаларын теүәл үтәрҙәр. (8) Үҙҙәре лә фәҡир булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы ризыҡтарын мохтаждарға, йәтимгә, әсир кешегә бирер. (9) Улар хәйерселәргә:
— Беҙ һеҙҙе Аллаһ ризалығын алыр өсөн ашатабыҙ, һеҙҙән бер түләү ҙә, рәхмәт әйтүегеҙҙе лә көтмәйбеҙ. (10) Ысындан да, беҙ ситен (ауыр) һәм хәтәр бер көндөң ғазабынан ҡурҡабыҙ, — тип әйтерҙәр. (11) Бына шуның арҡаһында Аллаһ ул көндө уларҙы әфәттән ҡотҡарыр, сырайҙарына нур өҫтәр, күңелдәренә ҡыуаныс бирер.
12. Түҙем (сабыр) булғандарына күрә, Аллаһ уларға йәннәтте ебәк кейемдәре менән бүләк итер. (13) Шунда урындыҡтарға ҡырын ятып, эҫҫе лә, һалҡын да булмаған мөхиттә, (14) йәннәт ағастарының күләгәһендә, үрелеп кенә ала торған емештәр ашап, истирәхәт ҡылырҙар. (15) Уларға көмөш кувшиндарҙан бәллүр касаларҙа, (16) көмөшһыу ташаяҡ һауыттарҙа, йәндәре теләгәнсә (йәннәт шәрбәте) өләшеп йөрөрҙәр. (17) Шунда зәнйәфил һуты ҡатыштырылған эсемлек һалынған каса бирерҙәр. (18) Шундағы шишмәнең исеме Сәлсәбил тип атала. (19) Мәңге йәш саф егеттәр тирә-йүндә хеҙмәт күрһәтеп йөрөр. Ул егеттәрҙең сафлығы, әйтерһең дә, сәселгән ынйы бөртөктәре. (20) Ул йәннәтте күрер булһаң, шаҡ ҡатырһың. Ул — ниғмәт, сикһеҙ гүзәллек солтанаты. (21) Уларҙың өҫтөндә ҡалын-йоҡа йәшел ебәк кейемдәр булыр, улар көмөш беләҙектәр кейгән булыр. Аллаһ уларға саф, татлы эсемлек кенә эсерер. (22) Хаҡтыр, Аллаһ юлында күрһәткән хеҙмәттәрегеҙ өсөн, вәғәҙә ителгән әжер ошо булыр.
23. (Эй, Мөхәммәд) Ысынлап та, Ҡөръәнде һиңә Беҙ өлөшләп индерҙек. (Уны башҡа зат индерә алмай.) (24) Аллаһтың хөкөмөн сабыр ғына көт; һис бер иманһыҙға һәм гөнаһлыға эйәрмә. (25) Иртә-кис Аллаһ исемен зикер ит. (26) Төндөң бер өлөшөн Уға сәждә итеп уҙҙыр, төндөң оҙон ваҡытында ла тәсбих тарт.
27. Хаҡтыр, кешеләр күҙ асып йомғансы уҙып китә торған фани донъяға мөкиббән һәм киләсәктә баштарына төшәсәк (Әхирәт) көндө оноталар. (28) Уларҙы Беҙ юҡтан бар иттек һәм уларҙың теҙ быуындарын ныҡ иттек. Әгәр ихтыяр итһәк, (уларҙы юҡ итеп) улар урынына бүтәндәрҙе бар ҡылыр инек. (29) Шик юҡтыр, был — бер өгөт-нәсихәт. Теләге булған кеше Раббыға йүнәлер.
30. Һеҙ теләгәндәр фәҡәт Аллаһ әмере менән генә тормошҡа ашар. Шик юҡ, Аллаһ бар нәмәне лә белеп тора. Ул — хикмәт эйәһелер. (31) Ихтыяр иткән кешеһен Ул рәхмәтенә бағышлар. Кәферҙәр өсөн хәтәр ғазап бирер.
77 — Мүрсәләт (Йомош менән ебәрелгән) сүрәһе
(Мүрсәләт сүрәһе 50 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүрсәләт» — ебәрелгәндәр, күндерелгәндәр.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Изгелек таратыу өсөн берһе артынан берһе күндерелгөн (фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр исеме менән) (2) дәһшәт менән иҫә торған (нәжесте, сүп-сарҙы өйөрөп алып китеүҙе) елдәр, (3) (дөрөҫлөк һәм изгелек) таратыусылар, (4) (ҡайҙа хәҡиҡәт, ҡайҙа ялғанды) айырып торғандар, (5) Аллаһтың киҫәтеүҙәрен ирештереүселәрҙең исеме менән ант итәм: (6) ярлыҡаумы ул йәки ҡурҡытып киҫәтеүме, (7) белеп тороғоҙ, вәғәҙә ителгән Көн, һис шикһеҙ, киләсәк. (8) Йондоҙҙар һүндерелеп, (9) Күк йөҙө ярылғас, (10) тауҙар ҡубарылып, туҙанға әүерелгәс, (11) пәйғәмбәрҙәргә Ҡиәмәттең ҡасан буласағы әйтелер, (12) Хөкөмдөң ҡайһы көнгәсә кисектереләсәге хәбәр ителер. (13) Хаҡ менән ялғанды айырыу көнөнә саҡлы кисектереләсәк. (14) Айырыу көнөнөң нимә икәнен (Беҙ әйтмәһәк) һин ҡайҙан белерһең? (15) Ул көндә (Ҡөръән аяттарын) ялғанға сығарған кешеләргә, ай-һай, ауыр булыр. (16) Әүүәл йәшәгән ҡәүемдәрҙе беҙ шулай һәләк итмәнекме? (17) Уларҙан һуң килгән кәферҙәрҙе лә уларҙың артына тағырбыҙ. (18) Гөнаһлыларҙы Беҙ ана шулай яуапҡа тартасаҡбыҙ. (19) (Аллаһтың аяттары һәм пәйғәмбәрҙәрҙең өгөттәрен) ялғанға сығарырға маташҡандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡос яман булыр.
20. Беҙ һеҙҙе юҡ дәрәжәһендәге шыйыҡлыҡ тамсыһынан (орлоҡтан) яралтманыҡмы? (21) Уны ышаныслы урынға (әсә ҡарынына) урынлаштырҙыҡ. (22) Мәғлүм бер ваҡытҡа саҡлы. (23) Беҙ быны ҡөҙрәтебеҙ менән тәҡдир иттек. Беҙ шундай ҡөҙрәткә эйә.
24. (Ҡөҙрәтебеҙҙе) ялғанға һанағандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡос яман булыр. (25) Беҙ Ерҙе барсағыҙҙы бергә йыйыр өсөн майҙан итеп яралтманыҡмы?
(«Разве не сделали Мы так, что притягивает к себе земля. Мәүләнә Али тәфсиренән. )
(26) Тереләрҙе лә, мәйеттәрҙе лә (ерҙә бар иттек). (27) Шунда бейек ныҡ тауҙарҙы бар иттек. Һеҙгә татлы һыуҙар эсертмәнекме? (28) (Ошо ниғмәттәрҙе) ялғанға һанағандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡос яман булыр. (29) (Ул көндө кәферҙәргә әйтелер):
— Әйҙәгеҙ, һеҙ ялғанға һанағанға (йәһәннәмгә) керегеҙ! (30) Барығыҙ, (йәһәннәмдең) өҫкә айырыла торған күләгәһенә керегеҙ. (31) Ул күҙгә рәхәтлек бирмәҫ. Ул ялҡынынан да һаҡламаҫ. (32) Ул ут шундай ялҡындар ата, һәр ялҡыны ҙур һарай кеүек булыр. (33) Һәр бер осҡоно һап-һары ата дөйәләр кеүек ҙур булыр. (34) Ул көндө (йәһәннәмде) ялғанға һанағандарҙың хәлдәре ҡот осҡос яман булыр. (35) Был көн телдәрҙең тотлоғасаҡ көнө булыр. (36) Ғәфү һорарға теләһәләр ҙә, уларға рөхсәт бирелмәйәсәк. (37) Ялғанға һанағандарҙың ул көндө хәлдәре ҡот осҡос яман булыр. (38) Был көн (ямандан яҡшыны) айырыу һәм хөкөм көнө булыр. Ул көндө Беҙ һеҙҙе лә, әүүәлгеләрҙең барыһын да бергә туплаясаҡбыҙ. (39) Хәйлә ҡорорға уйлаһағыҙ, һеҙ уны Миңә ҡаршы ҡороп ҡарағыҙ. (40) (Ҡиәмәтте) ялғанға һанағандарҙың ул көндө хәле ҡот осҡос яман булыр.
41. Һис шикһеҙ, саф мосолмандар шишмә буйындағы күләгәләр аҫтында рәхәт сигәр. (42) Улар күңелдәре теләгән емештәр араһында булыр. (43) Мөьминдәргә әйтелер:
— Ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, рәхәтләнеп ашағыҙ, эсегеҙ! (44) Хаҡтыр, изгелек ҡылғандарҙы Беҙ ана шулай бүләкләйбеҙ.
45. Ялғанға һанағандарҙың ул көндәге хәле бик яман булыр. (46) (Әй, кәферҙәр, фани донъяла) ашағыҙ-эсегеҙ, рәхәтләнеп (ләззәтләнеп) ҡалығыҙ. Шик юҡтыр, һеҙ гөнаһлыларһығыҙ. (47) Ялғанға һанағандарҙың хәле ҡот осҡос яман булыр. (48) (Аллаһҡа) буйһоноғоҙ, тип әйткәс, улар буйһонманы. (49) (Ҡиәмәтте) инҡар иткәндәрҙең хәле ҡот осҡос яман булыр. (50) Улар иман килтерһен өсөн тағын ниндәй китап индерергә кәрәктер?
78 — Нәбә (Хәбәр) сүрәһе
(Нәбә сүрәһе 40 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Нәбә» — хәбәр тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Бер-берҙәренән улар нимә тураһында һораштыра? (2) Бөйөк хәбәр (Ҡөръән менән Ҡиәмәт) тураһындамы? (3) (Ҡөръән тураһында ла, Ҡиәмәт хаҡында ла улар) уртаҡ фекергә килә алмаймы? (4) Юҡ, оҙаҡламай аңларҙар. (5) Ысындан да, улар аңлаясаҡ. (6) Беҙ Ерҙе һеҙҙең өсөн яҫтыҡ кеүек итеп яһаманыҡмы ни? (7) Тауҙарҙы ла ҡаҙыҡ кеүек итеп ултыртманыҡмы ни? (8) Һеҙҙе пар-пар яралттыҡ. (9) Хәл алыр өсөн йоҡо бирҙек. (10) Төн ҡормаһын хасил иттек. (11) Эшләр өсөн көндө бирҙек. (12) Өҫтөгөҙгә ете ҡат тотороҡло Күкте ҡорҙоҡ. (М. Али «ете ҡат күк»те Ҡояш системаһының ете есеме, ти.) (13) Шунда балҡып яныусы бер ҡәндил (Ҡояшты) ҡуйҙыҡ. (14) Ҡуйы болоттарҙан шаулатып ямғыр ҡойҙорабыҙ. (15) Ул бөртөктәр (бойҙай, арпа, арыш), үҫемлектәр (үлән, ағастар) үҫтерә. (16) Бер-берһенә уралып үҫкән емеш баҡсаларын һуғара. (17) Шик юҡтыр, (Хаҡтан ялғанды) айыра торған хөкөм көнө инде билгеләнгән. (18) Ул көндө Сур борғоһона өрөләсәк һәм һеҙ (ҡәберҙәрегеҙҙән ҡубып) төркөм-төркөм булып (хозурыма) киләсәкһегеҙ. (19) Ул көндө Күк ишектәре ҡапҡа-ҡапҡа булып асылыр. (20) Тауҙар (урындарынан ҡубарылып) туҙан бөртөгө кеүек осоп йөрөр, сағым кеүек уйнар. (21) Хаҡтыр, йәһәннәм ул — бер ҡапҡан кеүек (ҡорбанын) көтә. (22) Аҙғын халыҡтарҙың торасаҡ урыны. (23) Оҙаҡ ваҡыттар буйына улар шунда ҡаласаҡ.
(24) Шунда бер генә күләгә лә, эсер өсөн һалҡынса шыйыҡлыҡ та булмаҫ. (25) Эрен ҡатыштырылған ныҡ ҡайнар һыуҙан башҡа. (26) Ҡылған ғәмәлдәренә тамам яза аласаҡтар. (27) Сөнки улар Хисап көнөнөң киләсәгенә ышанмай ине. (28) Ҡөръәнебеҙҙең аяттарын ялғанға һананылар. (29) Беҙ иһә барыһын да яҙып, хисапҡа ала барҙыҡ. (30) (Уларға шулай тип әйтербеҙ):
— Бына хәҙер инде (язағыҙҙы) татығыҙ! Ғазабыбыҙҙы арттырыуҙан башҡа бер нимә лә эшләмәйбеҙ.
31. Һис шик юҡтыр, саф-паҡ мөьминдәр (Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар) өсөн Сәғәдәттә ҡауышыу булыр. (32) Баҡсалар, йөҙөм бөстандары (баҡсалары). (33) Күкрәктәре тып-тығыҙ йәштәш ҡыҙҙар, (34) мөлдөрәмә тулы касалар шунда булыр. (35) Шунда буш һүҙҙәр һөйләнмәҫ, ялған-ғәйбәт булмаҫ. (36) (Был Сәғәдәт) Раббынан бөйөк әжер һәм ярлыҡау булараҡ мул бирелер. (37) Күктәрҙең, Ерҙең һәм икеһе араһында булғандарҙың хужаһы Раббыбыҙ — Аллаһ. Ул — рәхимле. Ул көндө кешеләр Уға ҡаршы һүҙ әйтергә (аҡланырға йәки ризаһыҙлыҡ белдерергә) ирекле түгел. (38) Изге рух (Жәбраил) һәм фәрештәләр саф-саф булып торған ул көндө, Аллаһтың рөхсәтенән башҡа һүҙ әйтелмәҫ. Рөхсәте булғанда, Хәҡиҡәт тураһында һөйләнер. (39) Бына, ҡәтғи киләсәк ҡотолғоһоҙ көн шул булыр. Шулай булғас, теләгән кеше Аллаһ юлына йүнәлһен. (40) Оҙаҡламай һеҙҙең өҫкә киләсәк яза менән һеҙҙе киҫәтеп ҡуйҙыҡ. Ул көндө (инҡарсы) кеше (фани донъяла) үҙ ҡулдары менән ҡылғандарына ҡарап:
— Их, нисек аяныс, тупраҡ булып ҡына ҡалған булһам ине, — тип үкенер.
79 — Нәзиғәт (Йолҡоп алыу) сүрәһе
(Нәзиғәт сүрәһе 46 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Нәзиғәт» — һурып, йолҡоп сығарыусылар, тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир- рахиим.
1. (Кәферҙәрҙең тәндәрендәге йәндәрен) һурып алыусыларҙың исеме менән, (2) (мөьминдәрҙең йәндәрен) еңеллек менән алғандарҙың исеме менән әйтәмен, (3) (Ер менән Күк араһында Аллаһ йомошо менән) осоп йөрөүселәрҙең исеме менән әйтәм, (4) (кәферҙәрҙең йәндәрен - йәһәннәмгә, мөьминдәрҙекен йәннәткә урынлаштырыу эшендә) ярыша-ярыша алда барғандарҙың исеме менән, (5) (Аллаһ әмере менән) тәдбирҙәр ҡороп (алдан уйлап) эш йөрөткәндәрҙең исеме менән әйтәм, тетрәргә тейешлеләр дәһшәтле тетрәгәндә, (6) ул хәтәр көндө (7) шуның артынан булырға тейешле хәлдәр булғас, барса кеше терелеп, ҡәберҙәренән сығыр. (8) Ул көндө барыһы ла йөрәктәре ярылырҙай булып (мөьминдәр киләсәк бәхет менән ҡауышыу шатлығынан, кәферҙәр аласаҡ язаларын һиҙенеп) тетрәнер, (9) күҙҙәре аҫҡа текәлгән булыр. (10) (Гөнаһлылар донъяла саҡта) әйтә:
— Беҙ, үлгәс, ысындан да, яңынан элекеге хәлебеҙгә ҡайтасаҡбыҙмы? (11) Сереп, һөйәктәребеҙ таралып бөткәсме? - тип (көлкөгә алалар ине). - (12) Улай булһа, был терелеп ҡайтыу (беҙҙең өсөн) зыян буласаҡ.
13. Шик юҡ, был эш (яңынан терелеү!) бер ауаздан (Сурҙан) һуң булыр. (14) Шул саҡта уҡ улар терелеп, мәхшәрҙә буласаҡ.
15. (Эй, Мөхәммәд) Муса тураһындағы риүәйәт һиңә килеп ирештеме? (16) Нисек итеп Аллаһ изге Тува үҙәнендә уға өндәште:
(17) — Бар һин Фирғәүен янына, — тине. — Ул бик тә аҙҙы, хаттин ашты. (18) Әйт һин уға: (кәферлегеңдән, аҙғынлыҡ гөнаһтарыңдан) арынырға теләмәйһеңме? — тип. (19) Мин һине Аллаһты танырға саҡырам. Аллаһты таныһаң, Аллаһтан ҡурҡырһың, гөнаһ ҡылмаҫһың. (20) (Муса китте, Фирғәүенгә) иң оло мөғжизә күрһәтте (таяғын йыланға әүерелде, кеҫәһенән нур сәсеүсе ҡулын сығарҙы). (21)Ләкин (Фирғәүен Мусаның ҡылғандарына ышанманы) уны ялғансыға сығарҙы. (Аллаһҡа ҡаршы) кәфер һөйләне. (22) Ахырҙа ул йөҙ сөйөрөп, китеп барҙы. (23) Унан һуң ул халыҡ йыйып (24):
— Һеҙҙең иң бөйөк аллағыҙ ул - мин! — тип ҡысҡырҙы. (25) Шуның арҡаһында Аллаһ уны Әхирәт көнөндә лә, донъялыҡта ла язаһы менән тотто. (26) Шик юҡтыр, (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡҡандар өсөн был (хикмәттәрҙә) ғибрәттәр бар. (27) Һеҙҙе яңынан терелтеү анһатыраҡмы (еңелерәкме), әллә Күкте бина ҡылыумы (төҙөүме)? Күкте Аллаһ яралтты. (Һеҙҙе яңынан терелтеү Күкте барлыҡҡа килтереүҙән дә анһатыраҡ.) (28) Күктең бейеклеген Аллаһ билгеләне. Унан һуң ул уны камил бер тәртипкә ҡуйҙы. (29) Төнөн ҡараңғы яһаны, көнөн яҡты итте. (30) Унан һуң Аллаһ Ерҙе яҫтыҡ кеүек итте. (31) Тупраҡтан һыу һәм үҫемлектәр сығарҙы. (32) Тауҙарҙы беркетте. (33) Мал-тыуарҙарығыҙ утлап йөрөһөн һәм һеҙ туйынһын өсөн.
34. Бөтөн ҡурҡыныстарҙан да ҡурҡыныс көн килгәс, (35) шул көндө кеше ни өсөн шулай донъя артынан (мал-байлыҡ артынан) сапҡанын аңлар. (36) Күҙе булғандарға ул ялҡын (йәһәннәм) күрһәтелгәс, (37) хаттин ашып аҙғандар, (38) донъя тормошона табынғандар (39) бара торған урынының — Тамуҡ икәнен аңлар. (40) Әммә Раббының (киҫәтеүҙәренән) ҡурҡҡан һәм нәфсе һәүәҫлегенә юл ҡуймаған кешенең (41) барасаҡ урыны — йәннәт булыр.
42. Ҡиәмәт көнөнөң ҡасан килеп баҫасағы тураһында (Мөхәммәд) һинән һорарҙар. (43) Уға ҡағылышлы мәғлүмәт һиңә ҡайҙан килһен? (44) Ҡиәмәт көнө киләсәк ахыр көн бары тик Аллаһ хозурында ғына. (45) Һин (Аллаһ язаһынан) ҡурҡыусы кешеләрҙе киҫәтеүсе, хәбәр биреүсе генә. (46) Ҡиәмәт көнөн күргәс, уларға донъяла өйләгә саҡлы — ярты көн, өйләнән һуң ярты көн генә торған кеүек тойолор.
80 — Ғәбәсә (Һытыҡ йөҙ) сүрәһе
(Ғәбәсә сүрәһе 42 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәбәсә» — һытыҡ сырайлы, тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1, 2. Бер һуҡыр әҙәм килеп, һүҙен бүлдергәс, (Пәйғәмбәр) йөҙөн һытты һәм ситкә боролдо. (3)
— Һин ҡайҙан белдең, бәлки, ул (һинең вәғәзеңде тыңлап) пакланырға тип килгәндер? (4) Йәки ул һинең өгөтөңдө тыңлап, үҙенә файҙа алырға теләгәндер. (5) Әммә (бай һәм йөҙ сөйөргән), берәй тәкәббер кеше осратһаң, (6) һин уға иғтибар итәһең. (7) Гәрсә, уның иманға килмәүенән һиңә ниндәй файҙа, ниндәй зыян? (8) Ләкин һинең янға йүгереп килгән кеше (9) (Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡа торған кеше булһа ла, (10) һин уны иғтибарһыҙ ҡалдыраһың. (11) Аң бул! Әлбиттә, Ҡөръән ул киҫәтеү-вәғәздәрҙән тора. (Вәғәзде барса теләгәндәргә айырмайынса һөйлә.) (12) Тыңлаған кеше унан һабаҡ алыр. (13,14). Ул (Ҡөръән) бик тә абруйлы, ҡәҙере бөйөк, саф-паҡ сәхифәләрҙән хасил. (15, 16) Бик тә ҡиммәтле, һөйөклө, саф-паҡ (фәрештәләр тарафынан күсерелеп) яҙылған Китап.
17. Әсе ҡәһәр төшһөн (инҡарсы) кешегә! Ул ни ҡәҙәр ҙә кәфер зат. (18) Юҡһа, уны (Аллаһ) нәмәнән бар ҡылды һуң? (19) Бер тамсы шыйыҡлыҡтан бар ҡылды һәм уға рәүеш бирҙе, үлсәм ҡуйҙы. (20) Һуңынан уның юлын яйлы итте. (21) Унан һуң уны йәнһеҙ итеп, гүргә индерҙе. (22) Шунан һуң Үҙе теләгән ваҡытта уны яңынан терелтәсәк. (23) Хаҡтыр, кеше (Аллаһтың) әмерҙәрен еренә еткереп үтәмәй. (24) Ашаған ризығына ҡараһын ине, исмаһам. (25) Хаҡтыр, Беҙ мул-мул ямғырҙар яуҙырҙыҡ. (26) Унан һуң Беҙ тупраҡты яра-яра һөрҙөк. (27) Шулай итеп, беҙ шунда орлоҡ үҫтерҙек. (28) Йөҙөмдәр, ашай торған төрлө (йәшелсә) үләндәр, туҡранбаш. (29) Зәйтүн ағастары, хөрмә баҡсалары. (30) Ҡуп-ҡуйы булып үҫкән емеш баҡсалары. (31) Еләк-емеш һәм бесән үҫтерҙек. (32) Быларҙы (һәммәһенең) һеҙгә һам мал-тыуарҙарығыҙға файҙа булһын, тип бар иттек.
33. Бына ҡасан ҡолаҡ тондорғос ауаз яңғырағас, (34) ул көндө кеше ҡасасаҡ аға-энеһенән, (35) әсәһенән, атаһынан, (36) ҡатынынан һәм балаларынан. (37) Ул көндө барыһының да үҙ мәшәҡәте булыр (нисек тә булһа Аллаһтың хәтәр язаһынан ҡотолоу). (38) Ул көндө йөҙҙәре балҡып тора торғандар ҙа булыр. (39) Көлөп, һөйөнөп йөрөүселәр. (40) Ул көндө туҙан ҡаплаған (ҡара йөҙлөләр ҙә) булыр. (41) Ҡап-ҡара көйгән йөҙҙәр. (42) Бына шулар инде кәферҙәр һәм енәйәтселәр.
81 — Тәҡүир (Төрөп ҡуйыу) сүрәһе
(Тәҡүир сүрәһе 29 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тәҡүир» — сорналыу, уралыу, бөрөшөү, бөктәрләнеү.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ҡояш бөрөшөп (төргәкләнеп), (2) йондоҙҙар тоноҡланып, (3) тауҙар ҡубарылып, (4) ун айлыҡ быуаҙ дөйәләр ҡараусыһыҙ ҡалғас, (5) ҡырағай хайуандар бер урынға тупланған саҡта (ғөмүм әфәт килгәндә йыртҡыстар менән меҫкен кейектәр бер урынға йыйыла, бер-береһенә ҡағылмай), (6) диңгеҙҙәр дөрләп яна-яна таша башлаһа, (7) рухтар (йәндәр) үҙ тәндәре менән ҡушылған заманда; (8) тереләй ергә күмелгән сабый ҡыҙ баланан: (9) ни сәбәпле һине шулай ҡылдылар, тип һорар ваҡыт еткәс; (10) (ғәмәл) дәфтәрҙәре асылып, (енәйәттәр) фаш ителгәндә; (11) Күктең ҡапҡаһы алынғас, (12) хәтәр ялҡынлы йәһәннәм артығы менән ҡыҙғанда; (13) йәннәт яҡынайғанда, (14) бына шул саҡта һәр бер кеше үҙенең ҡылғандары менән үҙенә ни әҙерләгәнен бик яҡшы аңлар.
15, 16. Юҡ, килеп китеүсе (Күк есемдәренең исемдәре менән әйтәм, (17) ҡараңғыға батырған төн, (18) яҡтылыҡ ата башлаған таң исеме менән әйтәм; (19) шик юҡ, (Ҡөръән) бик тә шәрәфле бер илсенең (Жәбраилдең) алып килгән изге һүҙҙәрелер. (20) Был илсе (Аллаһтың) хөрмәтенә лайыҡ, көслө һәм Ғәрештең Раббыһы янында урын алған, (21) шунда (фәрештәләр араһында) абруй ҡаҙанған, Аллаһтың ышанысын аҡлаған илсе.
22. Һеҙҙең ҡәрҙәшегеҙ (Мөхәммәд тә) диуана түгел. (23) Хаҡтыр, ул (Мөхәммәд) уны (Жәбраилде) офоҡтоң бейеклегендә ап-асыҡ итеп күрҙе. (24) Ул һаран түгел (Мөхәммәд кешеләргә мәғлүм булмаған йәшерен нәмәләр мәсьәләһендә ғәйепләнмәҫ).
25. Ул (Ҡөръән) ләғнәтләнеп, таштар бәреп (ожмахтан) ҡыуылған шайтандың ауыҙынан сыҡҡан һүҙ түгел. (26) Шулай булғас, (Ҡөръәнде танымайынса) ҡайҙа китеп бараһығыҙ? (27, 28) Ул ғәләмдәге халыҡтар өсөн, тура юлдан барырға теләгәндәр өсөн вәғәздән башҡаһы түгел.
29. Ләкин шуныһы ла хаҡтыр, ғәләмдәрҙең Раббыһы теләмәһә, һеҙ теләгегеҙгә ирешә алмаҫһығыҙ.
82 — Инфитар (Ярылыу) сүрәһе
(Инфитар сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Инфитар» — ярылыу, емерелеү мәғәнәһендәге һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Күк ярылған саҡта, (2) йондоҙҙар сәселеп ҡойолған ваҡытта, (3) диңгеҙ-йылғалар ағып бөткәс, (4) ҡәберҙәр аҡтарылып, аҫты өҫкә килгәндә (йәғни, үлеләр терелеп, ҡәберҙән сыҡҡанда), (5) һәр кем киләсәге өсөн нимә әҙерләнгәнен, (фани донъяла) ниндәй ғәмәлдәр ҡалдырғанын беләсәк.
6. (Әй, әҙәм балаһы) нимәгә ҡыҙығып (алданып), һин сикһеҙ йомарт Аллаһтың ниғмәттәренән (сауаптан, ярлыҡаныуҙан, йәннәттән) ҡоро ҡалдың? (7) Аллаһ һине юҡтан бар итте, сәләмәт ағзалар биреп, (бөтөн гәүҙәңде) тигеҙ, теүәл итте, (уларҙы бер-берҙәренә яраҡлаштырып) бөтөн яғыңды үлсәм менән камиллаштырҙы. (8) Нисек теләһә, һезҙе шундай ҡиәфәттә яралтты. (9) Юҡ бит! Ошо ап-асыҡ дәлилдәрҙән һуң да, һеҙ динде (Ҡиәмәт көнөн, Ҡөръәнде) ялғанға сығараһығыҙ. Гәрсә, (10) һеҙҙең өҫтөгөҙҙә Хәҡиҡәт һаҡсылары (фәрештәләр) тора. (11) (Аллаһ хозурында) бик тә ышаныс ҡаҙанған, намыҫлы рәүештә яҙып барыусылар бар. (12) Улар һеҙ нимә ҡылһағыҙ, шуны белеп тора. (13) Изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, Нәғим (рәхәтлек) йәннәттәренә керер. (14) Гөнаһлылар иһә тамуҡта янасаҡ. (15) Ул көндө уларҙың барыһын да шунда алып килерҙәр. (16) Һәм улар унан (тамуҡтан) бер ҡасан да сыҡмаҫ.
(Ҡайһы берҙәр «йәһәннәмдә ваҡытлыса ҡалырҙар», «йәһәннәмдән һис айырылмаҫтар», «йәһәннәмдән ҡотола алмаҫтар» тип яҙа, быларҙың барыһын берләштергәндә аятты бына былайыраҡ тәҡдим итергә була: Һәм улар Аллаһ Тәғәлә билгеләгән ваҡытҡа саҡлы йәһәннәмдә ҡаласаҡ.)
(17) Һин ул көндөң нимә икәнен беләһеңме? Ул турала һиңә (Аллаһтан башҡа) кем һөйләһен? (18) Ҡиәмәт көнөнөң нимә икәнен һин белмәйһең. (Аллаһтан башҡа) һиңә ул турала тағын кем һөйләһен? (19) Ул шундай бер көндер, һис бер кеше икенсеһенә, һис бер нәмәгә ярҙам итә алмаҫ. Ул көндө хөкөм бары тик бер Аллаһ тарафында ғына булыр.
83 — Мутаффифин (Кәметеп үлсәү) сүрәһе
(Мутаффифин сүрәһе 36 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мутаффифин» — һатыу, сауҙа эштәрендә алдаусылар, кәметеп үлсәүселәр, тигән мәғәнәләге һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Кәметеп үлсәүселәргә ләғнәт төшөр. (Уларҙың Ҡиәмәттәге хәле ҡот осҡос яман булыр.) (2) Улар (ҡомһоҙ, намыҫһыҙҙар) үҙҙәренә үлсәгәндә, мул итеп, артығы менән үлсәтеп алалар. (3) Кешеләргә үлсәгәндә кәметеп бирәләр. (Йәки үлсәүҙе боҙалар, йәки гер ауырлығын кәметәләр, йәки үлсәнәсәк әйберҙе кәм һалалар.) (4) Яңынан тереләсәктәрен (ҡаты язаға тартыласаҡтарын) белмәйҙәрме ни һуң улар? (5) Бөйөк бер көндө (6) ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһ (ҡаршыһында яуап тотор) өсөн кешеләрҙең ҡәберҙәренән ҡубарылып сығаһы көн килеп етер. (7) (Үлсәүгә хилафлыҡ кертеүҙән һаҡ булығыҙ) яманлыҡтар яҙылған китап Сижжинда булыр. (8) Сижжиндың нимә икәне тураһында һиңә кем белдерҙе? (9) (Сижжин —ул бары тик яманлыҡтар ғына) яҙылған китап. (10) (Ҡиәмәт көнөн) ялғанға сығарғандарҙың хәле Ҡиәмәт көндө бик тә яман булыр. (11) Улар ул көн тураһында гел ялған һөйләне. (12) Гәрсә, уны (Ҡиәмәт көнөн) аҙғынлыҡта хаттин ашҡан, гөнаһ ҡылыу һәүәҫлеге менән мауыҡҡандар ғына ялғанға һанай. (13) Уларҙың (инҡарсыларҙың) алдында аяттарыбыҙҙы уҡығанда улар:
— Боронғоларҙан ҡалған әкиәттәр, — тип мыҫҡыл итәләр. (14) Юҡ, эш шунда ла түгел. Улар ҡылған яманлыҡтар туҙан бөртөгө булып, йөрәктәренә тутыҡ ҡаплана, кер ҡаплай бара. (Шунан һуң улар ҡара йөрәкле булып ҡала.) (15) Юҡ, (улар барыбер иман килтермәҫтер, шөбһәһеҙ) ул көндө улар Раббыны күреү бәхетенән мәхрүм булыр. (16) Һуңынан улар, һис шикһеҙ, ялҡынлы йәһәннәмгә керәсәк. (17) Уларға:
— Бына был ғазап һеҙ ялғанға һанап килгән нәмә булыр! — тип әйтерҙәр.
18. Хаҡтыр, изгелекле кешеләрҙең (ғәмәл) китабы, һис шикһеҙ, Ғийллийүндә һаҡлана. (19) Ғийллийүндең нимә икәнен һиңә нимә аңлатыр. (20) Ул — изгелектәр яҙылған китаптыр. (21) Ул китаптар янында Аллаһ хозурындағы фәрештәләр һаҡта торор, киләсәктә изгелектәрҙең шаһиты булыр өсөн. (22) Шик юҡ, изгелекле кешеләр (йәннәт) ниғмәттәре эсендә булыр. (23) Зиннәтле тәхеттәргә ултырып, улар бар нәмәне тамаша ҡыласаҡ. (24) Һин уларҙы танырһың, уларҙың йөҙө шул ниғмәттәрҙең нуры менән балҡып торор. (25) Уларға мөһөрләнгән шешәләрҙән саф шәрбәт эсерерҙәр. (26) Ул мөһөрҙәр (хуш еҫле) мисыҡтан яһалған булыр. Һыуһағандар шуны эсергә ынтылһын. (27) Ул шәрбәткә Тәсним ҡатыштырылған булыр. (28) (Тәсним) ул — Илаһи шишмә, унан Аллаһҡа айырыуса яҡын булғандар ғына эсә. (29) Хаҡтыр, гөнаһ эшләгән (кәферҙәр) иман килтергәндәрҙе мыҫҡыл итеп көлә ине. (30) Осрашҡан саҡтарҙа, уҙып киткәндә улар бер-берҙәренә күҙ ҡыҫып, (мөьминдәрҙе) кәмһетәләр ине. (31) Өйҙәренә лә улар шул мыҫҡыллауҙан ләззәт алып ҡайталар. (32) (Мосолмандарҙы) күргәндә улар:
— Былар, ысындан да, аҙашҡан халыҡ, — тип көлөп китәләр. (33) Гәрсә, улар (кәферҙәр мөьминдәрен) күҙәтеүсе итеп ҡуйылмаған.
34. Бына был көн (Ҡиәмәт) иман килтергәндәрҙең (кәферҙәрҙән) көлә торған көнө. (35) Зиннәтле тәхеттәрендә ултырып, улар барыһын да күҙәтер. (36) Кәферҙәр (донъяла ҡылған гөнаһтарына күрә) язаларын алдылармы?
84 — Иншиҡаҡ (Йыртылыу) сүрәһе
(Иншиҡаҡ сүрәһе 25 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Иншиҡаҡ» — йыртылыу.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Күк шартлап, урталай йыртылғас, (2) Раббыға буйһоноп, Уның әмерен үтәп, (3) Ер һуҙылып, төп-төҙ булып, (4) эсендә булғандарҙың барсаһын тышҡа атып, бушағас, (5) (Ер) Раббыға буйһоноп, Уның әмерен үтәргә бурыслы.
6. Әй, әҙәм балаһы, шиккә урын юҡтыр, һин Раббың менән ҡауышырға ынтылаһың. Ахырҙа һин (Аллаһ менән) ҡауышырһың да. (7) Китабы уң ҡул тарафынан бирелгән кешегә (8) хисап тотоу еңел буласаҡ (9) һәм ул шатлыҡ-ҡыуаныс менән туғандары, ғаилаһе менән (йәннәттә) ҡауышасаҡ.
10. Әммә китабы һул иң өҫтөнән бирелгән кеше (11) шунда уҡ (эште аңлап) үләһе килеп, (ул язаларҙы күргәнсе, үлһәм яҡшыраҡ булыр ине тип) аҡыра башлар. (12) Ул дәһшәтле утҡа атыласаҡ. (13) Ул ғаилаһендә (лә, кешеләр араһында ла Аллаһтан, уның язаһынан ҡурҡмаймын, тип) кәйефләнә ине. (14) Сөнки ул, ысындан да, Раббы янына барырмын, тип башына ла килтермәй ине. (15) Раббы уны (нимә ҡылғандарын) бик яҡшы күреп тора ине. (16) (Ысынбарлыҡ ул уйлағанса булманы) Шәфәҡ исеме менән әйтәм, (17) барсаһын үҙ ҡараңғылығына алыусы төн исеме менән әйтәм, (18) тулған Ай исеме менән әйтәм: (19) Һеҙ, һис шикһеҙ, бер хәлдән икенсеһенә күсеү (яралыу, тыуыу, ҡартайыу, үлеү) мәжбүрендәге заттар. (20) Шулай булғас, (иман килтермәйсә) һеҙ нимә ҡылаһығыҙ? (21) Яндарында Ҡөръән уҡығанда ни өсөн һуң улар сәждәгә китмәй? (22) Шулар өҫтөнә кәферҙәр уны (Мөхәммәд һөйләгәндәрҙе) ялғанға һанайҙар. (23) Гәрсә, Аллаһ уларҙың күңелдәрендә нимәләр барын бик яҡшы белеп тора. (24) Шуға күрә, (эй, Мөхәммәд) һин уларҙы хәтәр яза биреүсе ғазаптар менән киҫәтеп, ҡурҡытып тор.
25. Иман килтереп, изгелекле ғәмәлдә булғандарҙы Аллаһтың икһеҙ-сикһеҙ ниғмәттәре көтә.
85 - Буруж (Йондоҙҙар) сүрәһе
(Буруж сүрәһе 22 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Буруж” — ҡаланса, манара.)
Достарыңызбен бөлісу: |