Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим



бет47/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   40   41   42   43   44   45   46   47   48

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.


1. Бик күп йондоҙлоҡтарҙы үҙ эсенә алған ете ҡат Күк манараһы менән ант итәм, (2) вәғәҙә ителгән көн менән, (3) шаһит булған һәм шәһәдәтлек ҡылыусылар исеме менән әйтәм, (4, 5) эсе дөрләп торған ялҡынлы, утлы соҡор ҡаҙытҡан бәндәгә әсе ҡәһәр иңһен. (6) (Мосолмандарҙы шул утҡа ташлап яндырғанды) улар ҡарап ултырҙылар (7) Улар иман килтергәндәрҙе нисек язалағандарына хөкөмдарҙары ҡаршыһында шаһит буласаҡ. (8) Берҙән-бер еңелмәҫ ҡөҙрәт эйәһе булған Аллаһҡа, маҡтауға лайыҡ Раббыға иман килтергәндәре өсөн уларҙы (мөьминдәрҙе) шулай ғазапланылар. (9) Күктәрҙең һәм Ерҙең бөтөн барлығына Аллаһ ҡына эйә. Аллаһ бөтөн нәмәгә бер үҙе шаһит.

10. Хаҡтыр, иман килтергән ирҙәрҙе, мөьминә ҡатындарҙы язалаусылар, һуңынан тәүбәгә килмәһәләр, уларға йәһәннәм ғазабы әҙерләнгән. Ялҡынлы утта яныу - уларҙың өлөшө.

11. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәргә керер. Бөйөк ҡотолош (Сәғәдәт) шул булыр.

12. Хаҡтыр, Аллаһтың тотошо — хәтәр тотош. (13) Иң башлап юҡтан бар итеүсе лә, ахырҙа тағын терелтеп, Үҙ хозурына алдырыусы ла - Аллаһ Үҙелер. (14) Ул тәүбә итеүсе мөьминдәрҙе ярлыҡаусы, (итәғәт итеүселәрҙе) яратыусы. (15) Ул — Ғәрештең хужаһы. Бөйөктәрҙең бөйөгө. (16) Аллаһ —теләгәнен теүәл башҡарыусы.

17,18. Һиңә Фирғәүен менән Сәмүд ғәскәрҙәре-тураһында хәбәр килеп ирештеме? (Аллаһты инҡар иткәндәре өсөн улар ниндәй һәләкәткә дусар булды.) (19) Шулай булһа ла, кәферҙәр һаман инҡар итә; (20) Аллаһ уларҙы ғазабы менән сорнап аласаҡ. (21) Иң дөрөҫө шулдыр, улар инҡар иткән Китап — олуғ мәртәбәле Ҡөръән. (22) Ышаныслы урында (Ләүхел Мәхфүздә) һаҡланыусы – Изге Ҡөръән.
86 — Тариҡ (Таң йондоҙо) сүрәһе

(Тариҡ сүрәһе 17 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тариҡ» - һуңға ҡалып, кис менән ишек ҡағыусы мәғәнәһендәге һүҙ. Ләкин сүрәләге был һүҙ яҡты йондоз, кисен Күктә балҡый торған Сул­пан йондоҙо кеүек сағыштырмала ҡулланылған.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Күк исеме менән һәм Тариҡ менән ант итәм. (2) Тариҡтың нимә икәнен һин ҡайҙан белер инең? (3) Тариҡ ул — Күкте балҡытып тороусы йондоҙ. (4) Өҫтөнән күҙәтеүсеһе булмаған бер генә нимә лә юҡтыр. (5) Хәҙер инде кеше үҙе­нең нисек яралтылғаны тураһында уйланһын һәм ғибрәт алһын. (6) Ул атылған һыу тамсыһы кеүек шыйыҡлыҡтан, (7) (ир кешенең) арҡа һөйәгенән һәм (ҡатындың) күкрәк һөйәгенән сыҡҡан шыйыҡлыҡтан хасил зат. (8) Шик юҡ, уны (яңынан терелтергә) Аллаһтың ҡөҙрәтенән килә. (9) Ул Көндә йәшерен серҙәр майҙанға сығасаҡ. (10) (Гөнаһлы ке­шенең) шунда көсө лә, ярҙамсыһы ла булмаҫ.

11. Хаҡтыр, кире ҡайта-ҡайта яуған ямғырҙың хужаһы — Аллаһ исеме менән, Күк исеме менән, (12) (үҫемлектәр үҫһен өсөн) ярылған (һөрөлгән) Ер исеме менән әйтәм, (13) ысынлап та, ул өръән яҡшыны ямандан айырыр өсөн) ҡәтғи әмер һүҙҙәрелер. (14) Ҡөръән — ул шаярыу һүҙе түгел. (15) Хаҡтыр, кәферҙәр өръәнгә ҡаршы) мәкерле тоҙаҡтар ҡора. (16) Мин дә уларҙың хәйләләрен хәйләм (язам) менән ҡаршылармын. (17) (Эй, Мөхәммәд) һин хәҙер инде ул кәферҙәргә форсат бир, ваҡытты бер аҙға кисектер.
87 — Әғлә (Бөйөк) сүрәһе

(Әғлә сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Әғлә» — бөйөк, тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Раббының бөйөк исемен маҡтап, тәсбих әйт. (2) Аллаһ бөтөн нәмәне юҡтан бар итеп, тәртипләне. (3) Тәҡдир итеп, юл күрһәткән дә — Аллаһ. (4) Йәшел үләндәрҙе үҫтергән дә — Ул. (5) Ахырҙа ҡап-ҡара, ҡоп-ҡоро хәлгә килтергән дә — Аллаһ.

6. (Эй, Мөхәммәд) әҙ-әҙләп һиңә Ҡөръән уҡытырбыҙ. Һин уны онотмаҫһың. (7) Оноторһоғоҙ бары тик Аллаһ оноттор­ғанды ғына. Аллаһ йәшеренде лә, асыҡты ла белеп тора. (8) Һинең эштәреңде ҡулай-уңышлы итәсәкбеҙ. (9) Шулай бул­ғас, һин өгөттән файҙа күргәндәрҙе өгөтлә. (10) (Гөнаһ эшләүҙән, яуап биреүҙән) ҡурҡҡандар өгөтләнер. (11) Бәхетһеҙ булғандар ғына өгөттән ҡасыр. (12) Улар хәтәр утҡа атыласаҡ. (13) Улар шунда үлмәйәсәк һәм терелмәйәсәк тә. (14, 15) Хаҡтыр, яҡшылап пакланған һәм Раббыны зикер иткән, намаҙ уҡыған кеше мораҙына ирешер.

16. (Әй, кәферҙәр), һеҙ донъя тормошон өҫтөн ҡуяһығыҙ. (17) Гәрсә, Әхирәт тормошо тағын да хәйерлерәк һәм ул — мәңгелек. (18) Хаҡтыр, был турала әүәлге китаптарҙа ла, (19) Ибраһим менән Мусаға индерелгән китаптарҙа ла яҙыл­ған ине.
88 — Ғәшийә (Бөйөк ваҡиға) сүрәһе

(Ғәшийә сүрәһе 26 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәшийә» — ҡаплаусы, томалап алыусы дәһшәт, йәғни Ҡиәмәт-Мәхшәр мәғәнәләрен үҙ эсенә алған һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Ғәшийә — Ҡиәмәт тураһында һиңә хәбәр килдеме? (2) Ул көндө сырайҙар хурлыҡлы рәүештә түбән эйелгән булыр. (3) Ул көндө йонсотоусо эштәр эшләнер. (4) (Гөнаһлылар) дөрләп янған утҡа керәсәктәр. (5) Эсергә бәреп сыҡҡан ныҡ ҡайнар һыу биреләсәк. (6) Зәриғ тигән сәнскеле үҫемлектән башҡа уларға һис бер ризыҡ булмаҫ. (7) Ул тамаҡ та туйҙыр­маҫ, астан да үлтермәҫ.

8. Шундай матур, ҡәнәғәт йөҙҙәр ҙә булыр ул көндө. (9) (Донъяла изгелек ҡылғандарына күрә) улар бәхетле. (10) Улар юғары йәннәттә булыр. (11) Шунда һис бер буш һүҙ һөйләнмәҫ. (12) Шунда — ҡайнап сығыусы шишмәләр ағып торор. (13) Шунда — затлы урындыҡтар. (14) Алдарына кув­шиндар ҡуйылыр. (15) Ҡабартылған яҫтыҡтар теҙелеп торор. (16) Шунда гүзәл балаҫтар йәйелгән булыр.

17. (Ғибрәт алыр өсөн) улар (кәферҙәр) дөйәнең, һәм ямғыр болоттарының да нисек яралтылғанлығы тураһында уйлап ҡарамаҫтармы? (18) Күктең нисек бейек (сикһеҙ) итеп яралтылғанына ҡарап уйланмаҫтармы? (19) Ул тауҙарҙың нисек итеп беркетелгәне тураһында уйлап, (Аллаһтың сикһеҙ ҡөҙрәтенә инанмаҫтармы)? (20) Ерҙең нисек түшәлеп ҡа­бартылғанына ҡарап һабаҡ алмаҫтармы?

21. (Мөхәммәд) һин был турала өҙлөкһөҙ рәүештә уларҙың иҫенә төшөрөп тор. Шулай итеп, киҫәтеп тороу — һинең төп вазифаң. (22) Һин улар өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе түгелһең. (23) Ләкин имандан баш тартҡан кешене, (Аллаһты, Ҡөръән­де) инҡар итеүсене (24) Аллаһ хәтәр ғазапҡа һаласаҡ. (25) Шик юҡтыр, уларҙың ҡайтышы фәҡәт Беҙгәлер. (26) Хаҡтыр, уларҙы яуапҡа тартыу — Беҙҙең эш!
89 — Фәжер (Таң) сүрәһе

(Фәжер сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Фәжер» таң, тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Атып килә торған таң исеме менән, (2) Ун кисәнең (Зөлхижжә айының) ун көнө менән, (3) йоп һандар, таҡ һан­дар менән, (4) алмашынып тороусы көн һәм төн исеме менән ант итеп әйтәм: Ҡиәмәт киләсәк. (5) Башында аҡылы булған кешеләр өсөн ант итерлек дәлилдәр түгелме ни былар?

6. Беләһең бит, Раббың Ғәд ҡәүемен нисек һәләк итте? (7) Мөһәбәт бағаналы бейек һарайҙары һәм Ирам баҡсалары менән (юҡ итте). (8) Ул һарайҙарҙың, ул баҡсалар­ҙың донъяла тиңе юҡ ине. (9) Ҡаяларҙы соҡоп, шәһәр һал­ған Сәмүд халҡының үҙәндәге яҙмышын иҫеңә төшөр.

10. Йәки (яза) ҡаҙыҡтарының хужаһы, күп ғәскәрле Фирғәүен тураһында ла онотма: (11) уларҙың барыһы ла үҙ илдәрендә аҙғын-боҙоҡ тормошта йәшәне. (12) Һәм шулай итеп, улар донъяла яманлыҡты үрсеттеләр. (13) Шуның ар­ҡаһында, Раббың улар өҫтөндә ғазап ҡамсыһын уйнатты. (14) Хаҡтыр, Раббың һәр ваҡыт уларҙы күҙәтеп торор.

(«Фирғәүен мөьминдәрҙе ҡаҙыҡҡа бәйләп язалай, кешеләрҙең ҡот осҡос интегеп үлгәндәрен ҡарап, ләззәтләнә торған була».

Ғәли Өзәк тәфсиренән.)



15. Ләкин кеше тигән әҙәм заты, Аллаһ уны һынарға теләп, үҙенә байлыҡ бирһә, маһайып әйтер:

— Аллаһ мине генә шәрәфле дуҫы итеп, байлыҡ бирҙе, — тип һөйләр. (16) Ләкин ваҡыты етеп, уны (һынар өсөн) бирелгән ризыҡты сикләһә:

— Раббым мине кәмһетте, — тип әйтәсәк.

17. Юҡ, һеҙ (иманһыҙҙар) йәтимдәргә изгелек ҡылмайһығыҙ. (18) Мохтаж кешенең тамағын туйҙырыр өсөн бер-берегеҙҙе өгөтләмәйһегеҙ. (19) — Был — хәләл, был - харам, - тип тормаҫтан, мираҫ малын (тол ҡатындарҙың өлөшөн, йәтимдәргә ҡал­ған мираҫты) ашайһығыҙ. (20) Байлыҡты хәттин тыш (кәрә­генән артыҡ) яратаһығыҙ.

21. Юҡ шул! Ер тетрәп, киҫәк-киҫәк телгеләнеп (тау­ҙар, ҡаялар тип-тигеҙ ергә әүерелеп), туҙан хәленә килгәс, (22) Раббының әмере менән (Ергә төшөп) фәрештәләр саф-саф теҙелешкәс, (23) алдарына йәһәннәм сығарылғас, әҙәм балаһы ул көндө (бөтөн ҡылғандарын) аңлар. Ләкин хатала­рын (һуңлап) аңлауҙан ниндәй файҙа?

24. — Аһ, фани донъяла алдағы тормошом өсөн изгелектәр ҡылған булһам, — тип уфтанасаҡ.

25. Ул көндө (Аллаһ язалаған кеүек) башҡа берәү ҙә язалай алмаясаҡ. (26) Аллаһ бығаулаған кеүек бер кем дә бығаулай алмаҫ.

27. Әй, маҡсатына ирешкән йән! (28) Раббың хозурына кил. Ҡәнәғәт булып һәм ҡәнәғәтлеккә ирештерелгән сифатта. (29) Башҡа бәндәләрем менән бергә, (30) әй, паҡ мосолман, әйҙә, кер йәннәткә!
90 - Бәләд (Ҡала, Ил) сүрәһе

(Бәләд сүрәһе 20 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Бәләд» — ҡала.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Юҡ, ошо изге шәһәр (Мәккә) исеме менән әйтәм, (2) был ҡала (ны кәферҙәрҙән яулап алыу) һиңә хәләлдер, (сөнки һин ошо шәһәрҙә тыуып-үҫтең). (3) Бабайың һәм уның тоҡомо изгеләрҙән булһын, (4) Беҙ кешене, хаҡтыр, мәшәҡәттәр (ҡыйынлыҡтар) өсөн яралттыҡ. (5) (Кәфер) әҙәм балаһы: үҙенән башҡа ҡеүәт эйәһе донъяла юҡ, тип хаталана­мы? (6) Ул:— (Исламды бөтөрөр өсөн, Пәйғәмбәрҙе үлтерер өсөн) күпме мал сарыф иттем, — тип маҡтана. (7) — Ҡылғандарымды (енәйәттәремде, фәхешлегемде) берәү ҙә күрмәй, — тип уйлаймы?

8. (Хәҡиҡәтте) күрер өсөн Беҙ уға ике күҙ бирмәнек­ме? (9) (Дөрөҫлөктө һөйләр өсөн) беҙ уға бер тел менән ике ирен бирмәнекме? (10) Беҙ уға ике юл күрһәтмәнекме (береһе — дин юлы — ауыр юл, икенсеһе — динһеҙлек юлы — анһат юл)? (11) Ләкин ул ауыр юлдан — текә юлдан китмәне. (12) Текә ҡыя юлдарының нимә икәнен һин беләһеңме? (13) Ҡолоңды азат итеү ул — текә ҡыя юлдар. (14) Йәки аслыҡ килгән ваҡыт­тарҙа мохтаждарға ризыҡ ашатыуҙыр ул — текә ҡыя юлдар. (15) Йәтим ҡәрҙәшеңә ярҙам итеү. (16) Йәки (заяға) тупраҡта ҡаҙыныусы хәйерсенең тамағын туйҙырыу ул — текә ҡыя юлдар аша уҙыу. (17) Бына шунан һуң һеҙ иманлы булып, сабыр-түҙем булып, миһырбан өләшеүсе булып, бер-берегеҙҙе изгелек ҡылырға өндәүселәр булып китерһегеҙ. (18) Бына шулар уң яҡтағылар булыр. (19) Аяттарыбыҙҙы кәферлеккә сығарғандар иһә, шулар булыр. (20) Уларға ишектәре (сығып ҡаса алмаҫлыҡ итеп) ҡаты бикләнгән йәһәннәм уты булыр.
91 - Шәмс (Ҡояш) сүрәһе

(Шәмс сүрәһе 15 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Шәмс» — Ҡояш, тигән һүҙ.)

Бисмилл әһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Ҡояш һәм уның нурҙары менән, (2) (уға эйәреүсе) Ай менән, (3) яҡтылыҡ алып килеүсе көн, (4) уны ҡаплаусы төн, (5) Күкте ҡороп ҡуйыусы (Аллаһҡа) һәм Күк, (6) яҫтыҡтай түшәлгән Ер, (7) һәр әҙәми затҡа һәм уны (Ер йөҙөндә йәшәрлек итеп) яралтҡан, (8) уға һәм яҡшылыҡ, һәм яманлыҡ ҡылырға ирекле иткәндең исеме менән әйтәм: (9) йәнен паҡ тотҡан кеше мораҙына (Сәғәдәткә) ирешәсәк. (10) Выжданын кер ҡаплаған кеше, әлбиттә, хәтәр зыян күрәсәк.

11. Аҙғынлығы арҡаһында Ҫәмүд халҡы хаҡ һүҙҙе (Пәйғәмбәребеҙҙе) ҡабул итмәне. (12) Шул халыҡтың иң бәхетһеҙ бер башкиҫәре (изге дөйәне боғаҙларға алынды). (13) Гәрсә, Пәйғәмбәр уларға алдан уҡ әйтеп ҡуйған ине:

— Аллаһтың әсә дөйәһенә ҡағылмағыҙ. Ул һыу эскәндә уға ҡамасауламағыҙ, - тип әйтелде. (14) Ләкин уны ялғансы, тинеләр. Һәм, дөйәнең бот һеңерҙәрен киҫеп йыҡтылар ҙа, һуйҙы­лар. Гөнаһтарына күрә Раббы улар өҫтөнә яза ебәрҙе, барыһын да һәләк итте, ер менән тигеҙләне. (15) Уларҙы шулай һәләк иткәне өсөн, Аллаһ һис кем алдында ла яуап тотмаҫ.


92 - Ләйл (Төн) сүрәһе

(Ләйл сүрәһе 21 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ләйл» — төн, тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Ҡараңғылығы менән тирә-яҡты ҡаплаған төн, (2) яҡ­тылығы менән асылған көн, (3) һәм ир менән ҡатын ене­сен яралтҡандың исеме менән ант итәм: (4) шуныһы хаҡтыр, һеҙҙең нәфсе һәүәҫлектәрегеҙ төрлөгөҙҙөң төрлөсә; (5) кемдер (хәйер-саҙаҡа, зәкәт) бирер, кемдер (гөнаһ ҡылыу­ҙан, харамдан) ҡурҡыр. (6) Кемдер гүзәллеккә һоҡланыр һәм уның хаҡлығын раҫлар, (7) Беҙ ҙә уларҙың Сәғәдәткә барыр юлдарын уң итербеҙ.

8. Әммә кем (тар күңелле, матди һәм рухи) һаранлыҡта булһа, Аллаһҡа ихтыяж тоймаһа, (9) иң хәтәре — (алдашһа, ялғанлаһа), гүзәллекте инҡар итһә (10) Беҙ уларға иң хәтәр язаға барыр юлдарҙы уң итербеҙ. (11) Һәләк булғанда, донъяла йыйған байлығы уға ярҙам итмәҫ. (12) Шик юҡ, тура юлды күрһәтеү Беҙҙең ихтыярыбыҙҙа. (13) Әлбиттә, Әхирәт тә, донъя ла беҙҙең әмеребеҙҙә.

14. Дөрләп, ялҡынланып яныусы ут язаһы буласаҡ тип, һеҙҙе киҫәттем. (15) Бәхетһеҙ бәндәләр генә, (16) Хәҡиҡәтте ялғанға сығарғандар ғына, йөҙ сөйөрөп, (Аллаһ менән Ҡөръ­әнде) инҡар иткәндәр генә ул йәһәннәмгә керә. (17) Ләкин (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланған (саф мосолман) кешеһе, (18) ма­лын (Аллаһ юлында) сарыф иткән әҙәм йәһәннәмдән йыраҡ тотолор.

19. Түләү-әжер (саҙаҡа-хәйер башҡалар алдында) яҡшы бу­лып күренер өсөн генә бирелмәҫ. Был ғәмәл өсөн Аллаһ хозурында һис бер дәрәжә юҡтыр. (20) Аллаһ ризалығы өсөн ҡылған изгелектәр генә сауапҡа һаналыр. (21) Һәр хәлдә, ул үҙе лә алға табан (Аллаһтан) ҡәнәғәт ҡаласаҡ.
93 — Духа (Иртәнге шәфәҡ) сүрәһе

(Духа сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Духа» — көндөң төшкә саҡлы булған иртәнге ваҡыты мәғәнәһендәге һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Көндөң иртәнге яҡтылығы, (2) тыныслыҡҡа ирештереүсе төн ҡараңғылығы менән ант итәм: (3) (Эй, Мөхәммәд) Раббың һине ташламаны һәм һиңә асыуланманы ла.

4. Әлбиттә, Әхирәт һинең өсөн донъянан хәйерлерәк. (5) Хаҡтыр, оҙаҡламай Раббың һиңә әжер бирәсәк, һәм һин бик тә ҡәнәғәт ҡалырһың. (6) Аллаһ йәтим ҡалғаныңды күреп, һиңә һыйыныр урын бирмәнеме? (7) Йәшлегендә ҡайҙа барырға белмәйенсә, ҡаңғырап йөрөгәндә, Ул һине тура юлға баҫтырманымы? (8) Һинең фәҡир икәнеңде күреп, байыт­манымы? (9) Йәтимдәргә килгәндә, аң бул, уларҙы рәнйетмә! (10) Мохтаждарға килгәндә лә, уларҙы, яныңдан ҡыума! (11) Шуға күрә, һин (Мөхәммәд) һис туҡтауһыҙ Аллаһтың сикһеҙ йомартлығы, төкәнмәҫ ҡөҙрәте тураһында (кешеләргә) хәбәр ит!
94 — Инширах (Асылыу) сүрәһе

(Инширах сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Инши­рах»—асылыу, киңәйеү, күңеле асылып китеү, һөйөнөү мәғәнәләрендә килә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. (Эй, Мөхәммәд) һине асыҡ-киң күкрәкле итеп ҡылма­ныҡмы ни? (2) Һиңә йөкләнгән ауырлыҡты алманыҡмы ни? (3) Ул шундай йөк ине: ул һинең елкәңә бик тә ауыр ине. (4) Һинең даныңды, абруйыңды тағын да арттырманыҡмы ни? (5) Тимәк, ҡыйынлыҡ артынан еңеллек тә килә. (6) Хаҡтыр, ҡыйынлыҡ менән рәттән еңеллек тә бар. (7) Бер эште тамам итеүгә үк, икенсеһен башлар­ға тырыш. (8) Һәр ғәмәлеңде ихластан бары тик Аллаһыңа бағышла.
95 - Тин (Инжир) сүрәһе

(Тин сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тин» - ин­жир емеше һәм изге тауҙың исеме.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Инжир һәм Зәйтүн ағастары, (2) Синай тауы, (3) һәм ошо изге, именлек шәһәренең (Мәккәнең) исеме менән ант итәм: (4) Беҙ, ысындан да, кешене бик тә гүзәл ҡиәфәттә яралттыҡ. (5) Унан һуң Беҙ уны (ҡылған яман ғәмәлдәренә күрә) түбәндәрҙән дә түбән иттек (йәһәннәмгә аттыҡ). (6) Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар ғына улар янын­да (йәһәннәмдә) булмаҫ. Улар өсөн (йәннәттәрҙә) бөтмәҫ-төкәнмәҫ ниғмәттәр бар. (7) Ошо дәлилдәрҙән һуң да киләсәк яза көнө хаҡында һинең һүҙҙәреңде кем ялғанға сығара алыр икән? (8) Аллаһ иң ғәҙел хөкөмдарҙарҙың да ғәҙеле түгелме ни?
96 — Ғәләҡ (Яралғы тамсыһы) сүрәһе

(Ғәләҡ сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәләҡ»кешенең барлыҡҡа килеүенең нигеҙендә ир кеше менән ҡатын-ҡыҙҙың орлоҡтарынан ҡатнашҡан бер тамсы шыйыҡлыҡ ята. Был һүҙ шул орлоҡ, уылдыҡ, шәһүәт, мәни мәғәнәләрендә килә. Мөхәммәдкә иң беренсе уахи ителгән сүрә ошо булыр.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Һине юҡтан бар иткән Раббының исеме менән уҡый башла. (2) Аллаһ инсанды бер ғәләҡтән (аталанған күкәйсектән, күҙәнәктән, яралғынан) хасил итте. (3) Уҡы! Раббың һинең сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе. (4) Ул ҡәләм менән яҙыу яҙырға өйрәтеүсе. (5) Кешегә элек мәғлүм булмағандарын да өйрәтеүсе Ул. (6) Юҡ бит, кеше барыбер аҙғынлыҡта хаттин ашар. (7) Байып алғас, мин Аллаһҡа мохтаж түгел­мен, тип әйтер. (8) Әй, әҙәм балаһы! Яуап тоторға, һин Аллаһ хозурына ҡайтасаҡһың. (9) Намаҙ уҡығанда берәүһенең (10) икенсеһен (намаҙҙан) тыйғанын күрҙеңме? (11) Күрҙеңме! Ул бит тура юлда. (12) Хатта ул (намаҙҙы боҙҙо­роусы) үҙе кешеләрҙе: Аллаһтан ҡурҡығыҙ, гөнаһтарҙан һаҡ­ланығыҙ, тип, өндәргә алынған булһа ла. (13) Күрҙеңме, ул Хәҡиҡәтте ялғанға сығарҙы ла, йөҙ сөйөрҙө. (14) Ул бәндә Аллаһтың барыһын да күреп торғанын белмәйме ни? (15) Ул был эштәрҙән һаҡланһын. Был эшенән ваз кисмәһә, хаҡ­тыр, уны, маңғай сәсенән тотоп, (йәһәннәмгә) өҫтөрәп алып барырбыҙ. (16) Ялғансы, гөнаһлының — маңғай сәсенән. (17) Теләй икән, ул үҙенең яҡындарын ярҙамға саҡырһын. (18) Беҙ ҙә зобаниҙарҙы саҡырырбыҙ. (19) Һаҡ бул! Уға буйһонма. Сәждә ит. Аллаһҡа яҡынлаш.

(«Зобаниҙар» һүҙе урынына тәржемәселәр төрлө мәғәнәләге һүҙҙәр ҡуллана: ғазап фәрештәләре, һаҡсылар, тәртип һаҡлаусылар...)
97 — Ҡадр (Ҡәҙер кисе) сүрәһе

(Ҡадр сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡәҙер к­исәһендә Ҡөръән Кәрим ингән, был кисәлә фәрештәләр ергә төшә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Хәҡиҡәт шулдыр, Беҙ уны өръәнде) Ҡәҙер ки­сәһендә индерҙек. (2) Ҡәҙер кисәһенең нәмә икәнен һин белмәйһеңме? (3) Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк. (4) Ул көндә фәрештәләр һәм Изге Рух (Жәбраил), Раббының рөхсәте менән, Уның әмерҙәрен еренә еткерер өсөн, бер-­бер артлы иңеп кенә торорҙар. (5) Ҡәҙер кисәһе — именлек кисәһе — таң ата башлағанға саҡлы дауам итер.
98 — Бәйинә (Асыҡ аңлатыу) сүрәһе

(Бәйинә сүрәһе 8 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Бәйинә» — асыҡ дәлил, иҫбатлау, аңлатыу мәғәнәләрендәге һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Китаплы кәферҙәр ҙә, китапһыҙ мөшриктәр ҙә, ап­-асыҡ аяттар килгәнгә саҡлы кәферлектәренән айырылма­нылар. (2) Аллаһ тарафынан күндерелгән Пәйғәмбәр (Мөхәммәд) шул паҡ сәхифәләрҙе уҡыны. (3) Ул сәхи­фәләргә тура хөкөмдәр яҙылған. (4) Шул тура хөкөмдәр килгәнгә саҡлы, китаплы халыҡ үҙ-ара талашып айырылманы. Фәҡәт улар ап-асыҡ аяттар килгәс кенә айырылып бөттөләр. (5) Гәрсә уларға: Аллаһҡа, уның диненә ихлас­лыҡ менән иман килтереп, изгелек ҡылып, намаҙҙарҙы ҡалдырмайынса, дөрөҫ уҡырға, зәкәт бирергә кәрәк, тип әйтел­де. Иң дөрөҫ дин - ошо дин! (6) Хаҡтыр, китаплы кәферҙәр ҙә, китапһыҙ мөшриктәр ҙә — бөтөн кәферҙәр ҙә йәһәннәм утында янасаҡ. Аллаһ яралтҡан йән эйәләре араһында улар иң ямандыр.

7. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, Аллаһ яралтҡандарҙың иң яҡшылары. (8) Раббы янындағы иң олуғ әжер (йәннәт) уларға булыр. Арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы Ғәден йәннәттәрендә улар мәңгегә ҡаласаҡ. Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт булыр. Улар ҙа Аллаһтан ҡәнәғәт ҡалыр. Бына быларҙың барыһы ла Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан мөьминдәр өсөн әҙерләнгән әжер.
99 — Зилзилә (Ер тетрәү) сүрәһе

(Зилзилә сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Зилзилә» — ер тетрәү.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Ер үҙенә генә хас тетрәү менән айҡала-сайҡала баш­лағанда, (2) үҙ эсендәгеләрҙе (мәйеттәрҙе, ҡаҙылма байлыҡтарҙы, ҡайнаған магманы) тышҡа сығарып ташлағанда, (3) кешеләр:

— Нимә булды был Ергә? — тип аптырар. (4) Ул Көндө иәмәттә) Ер өҫтөндә нимәләр ҡылынғандың барыһы тураһында ла Ер үҙе хәбәр итер. (5) Аллаһтың әмере менән, Ер барыһын да һөйләп бирер. (6) Ул көндө кешеләр, ниндәй ғәмәлдәр ҡылғанлыҡтарына ҡарар өсөн, төркөм-төркөм бу­лып, хисап бирергә барырҙар. (7) Кем туҙан бөртөгө (зәррә) ҡәҙәрле генә изгелек ҡылған булһа, хатта шул да күренер. (8) Кем туҙан бөртөгө (зәррә) ҡәҙерле әшәкелек ҡылған булһа, ул да күренер.


100 — Ғәдийәт (Яу уҙышы) сүрәһе

(Ғәдийәт сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәдийәт» —уҙышыусы аттар, тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Йөрәк ҡағып, тупылдап сапҡан аттар, (2) тояҡтары­нан ут сәсрәтеп уҙышыусы саптарҙар, (3) таң атҡанда (Жиһад өсөн) яу сапҡан арғымаҡтар, (4) (Күкте) туҙан менән ҡапла­ған сабышҡылар, (5) дошман өйөрөнөң уртаһына бәреп кергән юрғылар исеме менән ант итәм: (6) бәндәләр, ысындан да, шөкөрһөҙҙөр. (7) Хаҡтыр, ул үҙ кәферлектәренә үҙе шаһит. (8) Ысынлап та, (әҙәм балаһы) донъя малына бик тә хирыҫтыр. (9) Улар шуны аңламайҙармы икән ни һуң? Улар ҡәберҙәренән ҡубарылып сығарылыр. (10) Күкрәктәрендә, күңелдәрендә ниндәй хөсөтлөк йәшеренгән булһа, барыһы ла фаш ителер. (11) Хаҡтыр, Аллаһтың барыһы тураһында да белгәнлеге шул көндө асыҡланыр.
101 — Ҡариғә (Әфәт) сүрәһе

(Ҡариғә сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ҡариғә» һүҙен төрлө мәғәнәләрҙә ҡулланыусылар бар. Ул ҡапҡа ҡағыусы, Ҡиәмәт көнө, әфәт килеү мәғәнәләрендә лә йөрөй. И. Крачковский иһә: яралаусы, язалаусы, тар-мар итеүсе, кеүек мәғәнәһен алған. Был осраҡта Ҡариғә — Ҡиәмәт, йәғни яза биреү сифатында йөрөй. Аяттарҙы уҡып, уның теүәлерәк мәғәнәһен табырһығыҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Әфәт ҡапҡа ҡаға! (2) Нимә — ул ҡапҡа ҡағыусы әфәт? (Ҡиәмәт). (3) Әфәттең ҡасан ҡапҡа ҡағасағы тураһында Һиңә кем әйтә алыр? (4) Ул көндө кешеләр ҡыуып таратылған күбәләктәр кеүек булыр. (5) Тауҙар ҙа ул көндө тетелеп бөткән йөн пәрәүездәре кеүек булыр. (6) Бына, (ошо көндә кешеләрҙең ҡылған изгелектәре, сауаптары — үлсәүҙең бер төпсәһенә, ҡылған яманлыҡтары үлсәүҙең икенсе төпсәһенә ҡуйылыр) изгелектәр яғы ауыр баҫһа, (7) ул кеше рәхәт тормошта (йәннәттә) йәшәр. (8) Төпсәнең гөнаһтар яғы ауыр баҫҡан бәндәнең урыны — хәтәр (9) Һәүийә исемле йәһәннәм упҡы­ны уға әсәһе булыр. (10) Нәмә ул Һәүийә, һин беләһеңме? (11) Ул хәтәр ҡыҙған ут.

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   40   41   42   43   44   45   46   47   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет