Халҡым хазинаһЫ



бет16/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19
Сеңләү рифмаһы. Сеңләүҙәрҙең төҙөлөшөндә өн йәһәтенән үҙ-ара оҡшап, сиратлашып килгән берәмектәрҙе ҡарап үтәйек.

һүҙҙәрҙең ишетелеше яғымлы яңғырашты тыуҙырып, сеңләүҙәрҙең көй менән башҡарылышын еңеләйтә. Сеңләү, шиғри әҫәр булараҡ, рифма төрҙәренең барыһын да үҙ итә. Унда рифманың иҫ киткес бай үрнәктәрен таба алабыҙ. Сеңләүселәр рифма тыуҙырыуҙа ҙур оҫталыҡҡа ирешкән. Сеңләүҙең йөкмәткеһе ритм менән тығыҙ бәйләнеп, поэтик рифма төҙөп, музыкаллек тыуҙыра.

Юл аҙағындағы һүҙҙәрҙең ауаздаш булыуы аһәңлелекте барлыҡҡа килтерә. Иң әһәмиәтле һүҙҙәрҙе шиғыр юлының һуңына ҡуйыу, уларҙы рифмалашты- рыу тыңлаусыларҙы йәлеп итеү, иғтибарҙы көсәйтеү өсөн кәрәк булған:

Елләп кенә ямгыр яугансы,

Елләмәй ҙә ямгыр яуһасы.

Ҡырҡ. тау агиа, атай, биргәнсе,

Ташҡа баулап һыу га һалһацсы.

Ләкин сеңләү жанрында әһәмиәткә эйә булған һүҙҙәрҙең һөйләм башында йәки һөйләм уртаһында килеүе мәғәнәне һис тә үҙгәртмәй:

274


Атаҡайым, саты янырһың,

Артыңа ла боролоп ҡарарһың,

Артыңа ла боролоп ҡарагас,

Балаҡайым юҡ, тип иларһың.

Егәрләнеп йөрөп атың ектең,

Талманымы, атаҡай, беләккәйең?

Теләмәгән ергә көсләп биргәс,

Янмаймы һуң, атаҡай, йөрәккәйең ?

Йәнә бер миҫал:

Ялтыр гына табаҡ, көмөш ҡалаҡ,

Ашаһана, атай, ашыңды.

Ьатлыҡ малдай күреп, кәңәш итмәй Ашаның да, атай, башымды.

Шиғыр юлдары бер нисә ауаздаш һүҙҙән тороп, ҡушма рифманы (һөйләмдәр рифмаһын) тәшкил итә. Ҡушма рифма поэзияла борондан уҡ килә:

Төлкө аяҡҡайҙары баса тун,

Ят, агаҡай, үҙем ябайым.

Хәтерҙәрең ҡалган ере булһа,

Әйт, агаҡай, үҙем табайым.

Бер үк һүҙҙең юлдар аҙағында ҡабатланып килеү осрағы (рәдифле рифма) ла бар:

Сейәһе сейә икән дә,

Ьабагы оҙон икән.

Кейәүе кейәү икән дә,

Аягы оҙон икән.

Сеңләү бер генә рифмаға ҡоролоуы мөмкин (моно- рим рифма). Бөтә юлдар аҙағындағы һүҙҙәрҙә бер үк рифма:

Суйын самауыр бирҙегеҙ,

Кайнамаһын, тинегеҙ.

Белеп-күреп димләнегеҙ,

Көн күрмәһен, тинегеҙ.

Шиғыр юлдарының урынлашыу тәртибе яғынан рифма төрҙәрен ҡарайыҡ:

275


  1. Йәнәш рифма:

Үпкәләйем бигерәк атайга,

Биреп эйҙе мине ҡатайга.

Ҡатай гына иленец юлы юҡ.,

Ҡайтып китә торган йола юҡ.

  1. Аралаш рифма:

Башымдагы кешмир яулыгымды Ҡиблаларҙан иҫкән ел алды.

Елберләп үҫкән буйымды Ҡатындары үлгән ир алды.

  1. Робағи рифмаһы.

Йәнәш һәм аралаш рифманың бергә килеүе. Ғәҙәттә, 1-се, 4-се юлдар рифмалашып килә:

Табаҡ та табаҡ ҡатламам,

Агаҡайым килмәй башламам.

Агаҡайым биргән тәцкәне Биҙәкәйе бөтмәй ташламам.

Ҡатламам, башламам, ташламам һүҙҙәре рифмалашып килгән.

Йәнә бер миҫал:

Мәрйен дә теҙҙем ебәккә,

Йылҡы ла ебәрҙем төбәккә.

Атаҡайымдың, бер һүҙе Төйөн дә булды йөрәккә.

Әҙәбиәт теорияһында 1-се һәм 4-се, 2-се һәм 3-сө юлдарҙың оҡшаш һүҙҙәр менән бөтөүен әйләнмәле рифма тип билдәләйҙәр. Әле ҡарап үткән рифманы әйләнмәле рифманың бер төрөнә индерергә була.

  1. Юл башы рифмаһы.

Боронғо ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрендә юл башы рифмаһы киң таралған булған. Башҡа башҡорт фольклоры әҫәрҙәренән айырмалы рәүештә, сеңләүҙәргә 1-се,

  1. се, 3-сө юлдарҙың башында ауаздаш һүҙҙәр килә:

Түбәләге дүрт сауыл Түбән генә ҡарап үҫһәсе.

Түрҙә генә ултырган инәйем,

Быйылга йәш әле, тиһәсе.

276




Ҡайһы бер осраҡта 2-се, 4-се юлдарҙың башында ауаздаш һүҙҙәрҙең килеүен күреп була:

Текер-текер генә өйрөлткәнен,

Орсоҡ инеме, инәкәйем ?

Орсоҡтай кәүҙәмде һаттыгыҙ,

Оронсоҡ инемме, инәкәйем ?

Юлдарҙың башында оҡшаш һүҙҙәр килергә мөмкин. Юл башы рифмаһының барлыҡ төрҙәре лә сеңләүҙәрҙә бар.

Мәҫәлән, 2-се, 3-сө юлдарҙың башында бер үк һүҙҙәр ҡабатлана:

Ултырҙым да усаҡ ҡашына,

Ьврөм дә тейҙе башыма. һөрөм дә түгел, ни ҙә түгел,

Атаҡайым етте башым,а.

  1. Эске рифма.

Ҡобайырҙарҙа, йырҙарҙа, һамаҡтарҙа ла эске рифма бик йыш ҡулланыла. Һүҙҙәрҙең бер нисә юл эсендә үҙ- ара оҡшашып килеүе сеңләүҙәргә лә хас.

Йомгаҡ та гына йомгаҡ ебәкте Йомарлаһагыҙ тагы ни була ?

Йоҙроҡтай гына башымды Аҫраһагыҙ тагы ни була ?

Юлдарҙың уртаһында атаҡайым, инәкәйем, агаса- йым һүҙҙәренең ҡабатланыуы йыш:

Иртә генә тороп һыу га барҙым,

Ьыу алманым, инәй, ҡом алдым.

Сәсем төшмәҫ ергә мин бирелдем, Ҡыуанманым, инәй, ҡыуарҙым.

  1. Ҡатлам һәм юл эсе рифмаһы.

Ҡарагат йыйҙым, ҡаҡ ҡойҙом Ят йәйләүҙәргә бүләккә.

Иртә лә торҙом, бил быуҙым Ят йәйләүкәйҙәргә китмәккә.

Сеңләүҙәрҙең шиғриәтлелеген күтәреү, образлылығын арттырыу, иғтибарҙы айырыуса әһәмиәтле төшөн

277




сәгә, әйтергә теләгән төп фекергә нығыраҡ йәлеп итеү, эмоционаллелек булдырыу маҡсатында поэтик берәмектәрҙән, стилистик фигураларҙан эвфемизмдар, анафора, эпифора, тавтология, эпанстрофа, антитеза ҡулланыла.

Эвфемизмдар сеңләүҙәрҙә поэтик сара берәмеге булып тора:

Көсләп бирһәгеҙ тагы,

Гүргә кермәҫ, тимәгеҙ.

Гүргә кереү һүҙбәйләнеше был осраҡта үлеү, вафат булыу һүҙҙәренән тәьҫирлерәк тойола.

һүҙҙәрҙең ҡабатланып килеүен тыңлаусыларҙың йәлләүен тыуҙырыу, ата-әсәгә нығыраҡ тәьҫир итеү сараһы тип ҡарарға кәрәк. Ғәҙәттә, ҡабатланыусы һүҙҙәргә интонацион баҫым яһала, йырлағанда ул һүҙ үҙенә бер төрлө нескәлек, тойғо менән әйтелә:

Табаҡ та табаҡ аштарҙы,

Атаҡайым, ашар, тинецме?

Атаҡайым, мине йыраҡ бирҙец,

Әллә, урап ҡайтыр, тинецме?

Һорау һөйләмдәрҙең ҡулланылышы тәьҫир итеү көсөн күтәрә төшә. Һөйләм башында, юл эсендә ҡабатланып килеүсе һүҙҙәр йәки анафоралар строфаның бөтөнлөгөн тәшкил итә. Анафоралар сеңләүҙәрҙә ҡабатлауға нигеҙләнгән фигураларҙың иң таралғаны. 2-се, 3-сө юлдарҙың ҡабатланып килеүе сеңләүҙәрҙең стиль үҙен-сәлектәренең береһе:

Коҙагый күлмәк һораһа,

Аласа күлмәк бирегеҙ.

Аласа күлмәк алмаһа,

Алаҫлап ебәрегеҙ .

Тәүге ике юлдың үҙгәрешһеҙ тиерлек ҡабатланыу осрағы йыш:

Анау ҙа тауҙыц өцөрө,

Бынау ҙа тауҙыц өцөрө.

Беҙгә лә килгән кейәүҙец Арҡаһы ницә көмөрө ?

278




Бындағы бер төрлөлөк сеңләүҙең сатираға ҡоролған интонацияһына йәтеш килеп тора. Тавтология шиғри- әтлелекте арттыра төшкән кеүек була.

Юл аҙағында һүҙҙәр ҡабатланып (эпифоралар) строфа бөтөнлөгөн тәьмин итә.

Ҡатай гына ере ҡаты, тейҙәр,

Ҡатып үлермен микән ?

Ҡатай гына ере йотлоҡ, тейҙәр,

Ятып үлермен микән ?

Сеңләүҙәрҙә йәнә юлдарҙың берәйһе үҙенән алда килгән юлдың, строфаның аҙағындағы һүҙҙәр (эпан- строфа) менән башланышы киң таралған:

Атаҡайымдыц түрендә Ултырганҡайым бер таҡта.

Бер таҡтаҡайын, ҡыҙганып, һатып эщец бер яҡҡа.

Атаҡайым бирҙе яҡынга,

Яҡын гына түгелялҡыта.

Янар ҙа һүнәр ер түгел,

Иәнгенәйем түҙәр ер түгел.

Ишек алдым күк томан,

Күпһенмәгеҙ, күп тормам.

Ай ҙа тормам, йыл да тормам,

Торһам да һеҙгә иш булмам.

Икенсе миҫалда эпанстрофа алымы ялҡын һүҙе менән ҡапма-ҡаршы ҡуйылған, ҡыҙҙың яҡын ергә китергә риза булмауына ишара яһай. 4-се юлда был фекер асыҡтан-асыҡ йәнгенәйем түҙәр ер түгел тип бирелә. 3-сөһөндә тормам һүҙе ҡабатланып килеп, беренсенән, эске рифманы, икенсенән, мин хәҙер сит ғаилә ағзаһы тигән фекер эпанстрофа алымы аша әйтелә.

Ике юллы строфаның рифмаһынан һуң бер үк һүҙ йәки һүҙбәйләнеш махсус рәүештә ҡабатланып килергә мөмкин:

Анау ҙа тауҙыц күрке бар,

Бынау ҙа тауҙыц күрке бар.

Беҙгә лә килгән кейәүҙец Эт тиреле бүрке бар.

279


Антитеза образлылыҡтың боронғо алымы булғанлыҡтан, сеңләү жанрына ла тәбиғи:

Тыу бейәме, тип ҡараһам

Килтергән үлгән тәкә һөйрәтеп.

Арыҡ та туры атыцды Сәгәй итеп ектецме ?

Бүҙәнәгә тиеп ҡапҡан һалдым,

Тартай ҙа килә талтандап.

Кейәү ҙә килгән ҡыҙ алырга,

Апаһы килгән йыртандап.

Сеңләү строфаһы. Донъя поэзияһында киң таралған форма булараҡ, сеңләүҙәрҙә 4 юллыҡ строфа ҡулланыла. 4 юллыҡ строфаны ҡулланыу үтә ҡатмарлы күренеш түгел. Бындай строфа рифманың бөтә төрҙәрен дә үҙ итә:

Минец китәр юлыма Балан ултырт, атайым.

Балан башы ҡороһа,

Балам, тип әйт, атайым.

Ҡайһы бер сеңләүҙәрҙә, киленде ҡаршы алыу әйтемдәрендә ҡобайыр строфаһы сағылыш таба.

«Яусыға» тигән әйтем 24 юлдан тора. Бында строфа булыу яғынан бөтөнлөктө ҡыҙ баланың яусыға булған асыу тойғоһо тәшкил итә. Ошо тойғо баштан аҙаҡҡа тиклем үткәрелә. Ауаздаш һүҙҙәрҙең ҡабатланып килеүе лә 24 юллыҡ строфаның бергә уҡмаштырылғанын күрһәтә. Мәҫәлән, һәлпәндәп — таянып — һалпайтып — ҡаҡайтып — атланып — еҫкәнеп — эҙләнеп — туҡмалып — тоҫҡаның — туҡтаның, һорау һөйләмдәрҙең булыуы ла строфаның ойошҡанлығын күрһәтә.

Строфаны ижектәр күҙлегенән ҡарағанда тәүҙә ритмикаға иғтибар итергә тура килә. Сөнки ижектәр һанын дөрөҫ ҡулланыу поэтик әҫәрҙең еңел әйтелешен, шымалығын тәшкил итеү менән бергә, музыкаллелекте лә тыуҙыра.

Сеңләүҙәр өсөн халыҡ шиғырҙары строфикаһы хас.

  1. 7 ижекле строфа.

Бөтә юлдар ҙа 7-шәр ижектән тора:

280


Көсләп бирһәгеҙ тагы,

Ҡарыулашмаҫ, тимәгеҙ,

Кара гурҙец эсендә Урын тапмаҫ, тимәгеҙ.

7 ижекле строфа ике быуынлы була.

  1. 8—8 ижекле строфа.

Был төр строфа ла ике быуындан тора:

Мәрйен дә теҙҙем ебәккә,

Йылҡы ла эйҙем төбәккә.

Инәкәйемдең, бер һүҙе Төйөн дә булды йөрәккә.

  1. 9—9 ижекле строфа.

Кара ҡаҙ меҫкен китеп бара Канат өсҡайҙарын талдырып. һөйгән дә балам китеп бара һөйгән генә ерен ҡалдырып.

  1. 10—10 ижекле строфа.

Сылтырап ҡына аҡҡан шишмәнец Төбөндә генә ята аҡ ташы.

Шунда ла гына торган кейәүҙец Ялтырап ҡына тора таҙ башы.

  1. 8—7 ижекле строфа.

Бында строфа ике быуынлы строфаның өлгөлө үрнәктәрен бирә.

Суйын самауыр ҡуйҙырҙың,

Кайнамаһын, тиһеңдер.

Көндәшкә тотоп бирәһең,,

Көн күрмәһен, тиһецдер.

  1. 9—9, 10—10 ижекле строфаларҙың йәнәш килеүе.

Яцы гына инем ҡолонсаҡ,

Көйәнтәләр алдым яңы саҡ.

Атаҡайым, һинең, ай, ҡулыңда Ун бер генә йыл торҙом яңы саҡ.

  1. 7—7, 8—8 ижекле строфаларҙың йәнәш килеүе.

Атаҡайым өйөндә Ҡамсат бүрке сөйөндә.

Инәй миңә ник илаһын, һөйәр балаһы өйөндә.

281


  1. 9—7 ижекле строфа.

һауа ла торган һыйырымдың,

Дүрт аягы тышаулы.

Шунда ла торган кейәүегеҙ Шүрәлегә оҡшау лы.

  1. 10—9 ижекле строфа. 9—10 ижекле строфа ла бар.

Атаҡайым минең утын вата Оҙон итәккәйен Һыҙганып.

Атаҡайым мине һатып эйҙе,

Әсе әпәкәйен ҡыҙганып.

  1. Ритмһыҙ строфа (төрлө ижекле строфа).

Ритмһыҙ строфала юлдарҙағы ижектәр һаны төрлөсә була. Сеңләгәндә етмәгән (кәм) ижектәр һуҙынҡы өндәрҙе һуҙып йырлау менән тулыландырыла, йәки күп ижекле юлдағы ижектәр икенсе юлдағы кәм ижекле яҡҡа күсерелә.

Сеңләүҙәрҙең поэтик теле һәм стиле. «Һүҙ сәнғәте- нең башы — фольклорҙа. Үҙегеҙҙең фольклорығыҙҙы йыйығыҙ, уны өйрәнегеҙ, — тип мөрәжәғәт итә яҙыусыларға Максим Горький.. — Үткән заманды ни тиклем яҡшыраҡ белһәгеҙ, үҙебеҙ барлыҡҡа килтерә торған хәҙерге көндөң бөйөк әһәмиәтен шул тиклем еңелерәк, шул тиклем тәрәнерәк һәм шатлыҡлыраҡ итеп аңларбыҙ» (22, 342).

Ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре сәнғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре өсөн художество сығанағы һәм теленең ифрат бай булыуы менән дә әһәмиәтле. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле үҙенең тарихи үҫеше менән боронғо халыҡ теленә барып тоташа. Халыҡ әҙәбиәте һүҙ оҫталары тарафынан эшкәртелгән булғанлыҡтан, теле яғынан ерле һөйләштәрҙән өҫтөн торған.

Ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәренән сеңләүҙәр теленең төҙөклөгө, рифма һәм ритмик йәһәттән үҙенсәлеклеләге менән айырылып тора. Профессор Ж. Ғ. Кейекбаев сеңләүҙәргә ҡарата шундай баһа бирә: «Башҡорт фольклористикаһында әлегә үҙенең тейешле сағылышын тапмаған һәм халыҡ ижадының башҡа жанрҙары араһында юғалып ҡалған сеңләүҙәр үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. Сеңләүҙәр үҙҙәренең характеры яғынан, һис шикһеҙ, талантлы башҡорт шағирҙары тарафынан ижад

282




ителгән, тип ышанып әйтеп була, сөнки уны оҙатылыусы ҡыҙҙар әйтер булған» (30, 22).

Сеңләүҙәрҙә донъя көтөүгә, ғаилә тормошона, аш- һыуға, кейем-һалымға, кешегә, уның ҡиәфәтенә, хол- ҡона бәйле һүҙҙәр киң ҡулланыла. Миҫалдар: ҡаҙан, ҡаҙ, таш, өй башы, ауыҙ, танау, мунса, табаҡ, ҡатлама, тирмән, тәңкә, тартма, ҡаҡ, бәпкә, ҡашыҡ, салгы, сапсаҡ, суҡ, шаршау, ҡылыс бау, самауыр, ситән, бишмәт, алъяпҡыс, мал, май, турта, ишек, ат, мейес, ҡамсат бурек, көҙгө, кирбес, мөрйә, ашлыҡ, таҡта, күлмәк, ситса, ҡата, ҡынйыраҡ, түшәк, ҡапҡа, көршәк, туҫтаҡ, кырандас, арыш, сана, эт, үт, иләк, эс, бауыр, йөрәк, сүмес, олтораҡ...

Башҡорт теленең лексик составына ингән һүҙҙәр менән бергә рус теленән алынған һүҙҙәр ҙә осрай. Мәҫәлән: мәрйә, урыҫ, цифр, лампа. Шулай уҡ йылға, ауыл исемдәре, географик, топонимик атамалар йыш күренә: Әй, һаҡмар, Агиҙел, һарт, Ямантау, Ҡаратау, Петрушка, Ҡатай ере, Бурҙай араһы.

Топонимик исемдәр, беренсенән, сеңләүҙәрҙең ҡайһы урында ижад ителгәнен белдерһә, икенсенән, уларҙың таралыу мөхитен күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә.

Туй-йола поэзияһы жанрҙары, шулай уҡ сеңләүҙәр туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек терминдарына бай булыуы менән башҡа поэтик әҫәрҙәрҙән айырылып тора. Мәҫәлән:

атай, атаҡай, әтекәй, инәй, инәкәй, энекәй, өләсәй, ҡартнәй, әзәй, олатай, ҡарттай, агай, аҡай, агасай, еңгә, еңгәсәй, еңгәкәй, ҡәйнә, бей, ҡайны, ҡайната, әбейем (ҡәйнәм), балдыҙ, ҡәйнеш, тәнәй, әхирәт (тиңдәш), бабай, апай, егет, кейәү, абышҡа, еҙнәкәй, морондоҡ инәй, морондоҡ атай, ҡыҙ, килен, киленсәк, аффын (апһын), бисә, байым, бейбисә, байбисә, ҡатын, көндәш, кәләш...

Ҡайһы бер сеңләү текстарында теге йәки был диалектҡа ғына ҡараған һүҙҙәр күп кенә осрай. Миҫалдар:

Йыйма, инәкәйем, ҡарлыганды,

Йый, инәкәйем, баланды.

Мин ашай торган ҡашыҡты Уша башына һалыгыҙ.

Уша башынан төштөниһә,

Эйәһе юҡ, тип алыгыҙ.

283


Көнсығыш диалектҡа ҡараған һүҙҙәр бар. Мәҫәлән, ҡарлыган (ҡарағат), уша (мейестең мөрйә эргәһендә әйбер һала торған урыны).

Иҫкергән йәки хәҙерге телдә ҡулланылыуҙан сыҡҡан һүҙҙәр ҙә сеңләүҙәрҙә һаҡланған: аффын, аҡыҡ, алъябыу, әҙрәс, бишмәт, ҡынйыраҡ, сәгәй, ҡылысбау, бүллә көн...

Миҫалдар:

Анау ҙа тауҙыц өцөрө,

Бынау ҙа тауҙыц өцөрө.

Тауҙың эскә инеп торған урынын өцөр тиҙәр. Был һүҙ тик торған кешегә ҡарата ла әйтелә: өңрәйеп торма шунда, эшлә!

Әҙрәс бишмәт, теләһәц нишләт,

Тегелеп бөтмәгән әле.

Элгәре төрлө төҫтәге буйлы тауарҙы әҙрәс тип йөрөткәндәр.

Әтекәйемдец ҡулынан Китеп бара гәзиз баш.

Кинәнһен дә ҡыуанһын,

Кәфен итеп уранһын.

Ғәрәпсә — кәфен, башҡортса ураулыҡ тигән һүҙ. Ғәрәп теленән ингән ҡайһы бер һүҙҙәр: гашиҡ, гәйәт, аҡыл, аҫыл, вәгәҙә, ант, мәлгүн, мәрхүм, мәһәр, ҡәбер, ҡәҙер, иблис, дәүләт, нәфсе, фәҡир, тәҡәт, саф, хайуан, хәтер, сауап, хәләл, йәтим, газап...

Сеңләүҙәрҙә ғәрәп һүҙҙәре менән бергә фарсы теленән ингән һүҙҙәр ҙә осрай, мәҫәлән: наҙ, һарай, тәҙрә, таҫтамал, яга, сыра, гөл, бәхет, сал, серек...

Йәнә сеңләүҙәрҙән миҫалдар:

Арыҡ та тура атыцды Сәгәй итеп ектецме ?

Сәгәй — етеҙ, шәп ат тигән һүҙгә тура килә.

Аяҡҡайымда тишек ҡатаҡай,

Аяҡҡайым өшөй, атаҡай.

284


Ҡата — ҡунысһыҙ аяҡ кейеме. Ҡынйыраҡ — табаны ат тиреһенән, йөҙлөгө — күндән, үксәһе — киндерҙән тегелгән аяҡ кейеме. Киндерҙән тегелгән өлөшө бышым тип атала. Бышым фарсыса аяҡ кейеме була.

Хәҙерге башҡорт телендә һөрөм һүҙе урынына еҫ һүҙе синоним булып йөрөй.

Мейес башындагы лампаның һөрөмө тейҙе башыма.

Юғарыла килтерелгән миҫалдарҙан күреүебеҙсә, сеңләүҙәрҙә боронғо һүҙҙәр күпләп осрай. Йәнле телдә ҡулланылыуҙан сыҡҡан һүҙҙәр үткән тормошто һүрәтләгән художестволы әҫәрҙәрҙә осрай. Боронғо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен уларҙы алмаштырған яңы һүҙҙәр менән сағыштырғанда аңларға мөмкин.

Кейәүгә, ҡәйнәгә, димсегә арналған сеңләүҙәрҙә вульгар лексиканы осратырға мөмкин:

Урыҫы ла кейә сабата,

Башҡорто ла кейә сабата.

Шунда ла торган кейәүегеҙ һөйләшә лә белмәй, собака.

Ҡәһәр һуҡҡыр кейәүегеҙ Йәш башымды ашаны.

Шунда ла ултырган ҡоҙагыйҙың Ҡысынмаһы ҡысытҡан.

Яусыны, кейәүҙе, уның туғандарын мәсхәрәләү өсөн сатира менән һуғарылған һүҙбәйләнештәр, әйтемдәр байтаҡ, мәҫәлән: ике бото тәртәләй (яусы), һалбыр ауыҙ, ҡумтыҡ баш (кейәү), аягы ҡамыт икән (кейәү), ҡойолдороҡ еңгәһе бар, танауы тора кәксәйеп (ҡоҙағый)...

Сеңләүҙәрҙә поэтик фонетиканың әһәмиәте ҙур, һүҙҙәрҙең яңғырашы, ишетелеше бик мөһим әһәмиәткә эйә. Бер үк өнлө һүҙҙәрҙе йыш ҡулланыу сеңләүҙәрҙә киң таралған. Әлбиттә, сеңләүсе ҡатын-ҡыҙҙар быны үҙмаҡсат итеп ҡуймағандарҙыр, һүҙҙәрҙең асыҡ, матур яңғырашы халыҡ теленең бай булыуынан килеп сыҡҡандыр. Өндәр ҡағиҙә рәүешендә бер тәртип менән ҡабатланып килә. Өндәр гармонияһын дөрөҫ ҡулланыу һөҙөмтәһендә, телмәрҙең яңғырауыҡлығын көсәйтеп,

285


ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҙғаныу тойғоһо, йәлләү уятырға тырышҡан.

Миҫал:

Текер-текер генә өйрөлткәнен,

Орсоҡ инеме, инәкәйем ?

Орсоҡтай кәүҙәмде һаттыгыҙ,

Оронсоҡ инемме, инәкәйем ?

Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙең яңғырашын кем генә ишетмәҫ һәм тоймаҫ. Ассонанс һәм аллитерация күренеше ритм теүәллеген, яңғырашты көсәйтеү менән бергә кешенең психикаһына тәьҫир итерлек.

Ассонанс күренешенә йәнә бер миҫал:

Аҡ сепрәккә төргәнегеҙ,

Аҡыҡ инеме, атаҡайым ?

Аҡыҡ ҡына кеүек һатып эйҙец,

Артыҡ ҡына инемме, атаҡайым ?

Сеңләүҙәргә генә хас рәүештә а өнө һәр юлдың башында ҡабатланып әйтелә. Тартынҡы ҡ өнө һуҙынҡы а өнөнән һуң килеп һәм һүҙҙәр ҡ өнөнә тамамланып, ғәжәйеп бер гармония тыуҙырған. Һүҙҙәрҙең берҙәй яңғырашы юл башы рифмаһының оригиналь төрөн табырға булышлыҡ иткән.

Шулай итеп, һүҙҙәрҙең яңғырашы әҙәби-поэтик форманың әһәмиәтле сараһы булып тора. Өндәрҙең сиратлашып килеүе — сеңләүҙәрҙең төп стиль үҙенсәлектәренең береһе.

Башҡорт халыҡ әҙәбиәте жанрҙары стиле ныҡ стандартлашҡан стиль булғанлыҡтан, сеңләүҙәрҙең дә үҙенә генә хас стиле бар. Сөнки сеңләүҙәр телдән телгә ҡабатланып, йылдан йылға, бер дәүерҙән икенсе дәүергә күсә килеп, поэзияның үҫешкән төрө булып етешеп, көйгә һалынып барлыҡҡа килгән.

Сеңләүҙәрҙең тәүге ике юлы төрлө нәмәләрҙе, күренештәрҙе тасуирлауҙан тора. Был рәүешле башланыш уларҙың характерлы яғы:

Күгәреп ятҡан күлме, тиһәм,

Ул быуылган быуа бит.

Атаҡайым, биреп ебәргәнен,һикһән йәшлек бабай бит.

286


Сейәһе сейә икән дә,

Ьабагы оҙон икән.

Кейәүе кейәү икән дә,

Муйыны оҙон икән.

  1. се, 4-се юлдар, ғәҙәттә, 1-се, 2-се юлдарға сағыштырылып бирелә. Мәҫәлән, һикһән йәшлек бабай — быуа, муйыны оҙон кейәү — һабағы оҙон сейә менән сағыштырылған.

Сеңләүҙәрҙең 3-сө юлы өсөн «шунда ла торған кейәү» йәки «шунда ла торған ҡоҙағый» тигән стандартлашҡан бер алым хас:

Шунда ла торган кейәүҙец Эт ҡойрогондай мыйыгы.

Шунда ла торган кейәүҙец Ялтырап тора таҙ башы.

Шунда ла торган кейәүҙец Арҡаһы ницә көмөрө ?

Шунда ла торган ҡоҙагыйҙы Карт мәрйә менән алыштыр.

Шунда ла торган ҡоҙагый Маҡтана ла маҡтана.

Сеңләүҙәрҙең стиле өсөн ҡыҙҙың ата-инәһенә, туғандарына, әхирәттәренә мөрәжәғәт итеүе, үтенеүе, өндә- шеүе, йәғни өндәш һүҙҙәрҙең күп булыуы хас:

Йыйма, инәкәйем, ҡарлыганды,

Йый, инәкәйем, баланды.

Йәшел дә тартма шыуҙыртма,

Агасайым, мине онотма.

Ңицә йылмаягыҙ һеҙ, тицдәр, һеҙгә лә килер шул көндәр.

Бура ла бура ашлыгыц Аш итмәнец дә, атаҡай.

Атай, инәй, көтмәгеҙ,

Ъатылган мал ҡайтмаҫтыр.

287


Толпар тайһа, балам, ат табылыр,

Атац хаҡын ныҡлап тот инде.

Бер үк персонаждар, туйға ҡатнашы булған кешеләр тураһында һүҙ алып барыу стиль үҙенсәлектәренең береһе. Ҡыҙҙың көсләп кейәүгә биреүгә ҡаршылығы, хәсрәт-ҡайғыһының беренсе планға ҡуйылыуы сеңләүҙең стандартлашҡан формаһын барлыҡҡа килтерә.

Сеңләүҙәрҙең үҙенсәлеге тағы ла шунда: улар, башҡорт халыҡ йырҙары кеүек, бүтән фольклор жанрҙары араһында айырым урын алып тора. Был сеңләүҙәрҙең көйө булыу менән билдәләнә. Ҡыҙғаныс көй, һыҡтау менән башҡарылыу сеңләүҙәрҙең стилен үҙенсәлекле итә лә инде. Сеңләүҙәрҙә йыр, таҡмаҡ, һамаҡ, хатта ҡобайыр алымын да осратырға була.

Боронораҡ ижад ителгән сеңләүҙәр ҡобайыр стилен үҙ итә. Ҡобайырҙарҙы йыйындарҙа һүҙ оҫталары, сәсәндәр бер-береһенә әйтер булған. Ата менән ҡыҙҙың, ҡыҙ менән егеттең, әхирәттәрҙең ҡапма-ҡаршы әйтешенә ҡоролған сеңләү төрҙәре бар.

Ҡобайырсыларға хас импровизаторлыҡ һәләте сеңләүселәрҙә лә күҙәтелә. Шулай итеп, сеңләүселәр һүҙ оҫталары, йырлаусылар булыу менән бергә импровизаторлыҡ ҡеүәһенә лә эйә булған. Сеңләүҙәрҙең бер өлөшө һуңыраҡ таҡмаҡ рәүешендә әйтелгән, сеңләнмә- йенсә, йыр (ҡыҫҡа йыр) формаһында башҡарылған:

Ҡоҙаларҙыц аттары Екән менән тышаулы.

Яусы булган ҡоҙаһы Шүрәлегә оҡшау лы.

Ҡ.оҙагыйҙыц быймаһы Оло юлга һыйманы.

Мке сирек һөйләшкәйнек,

Береһе лә булманы.

Һәр бер жанрҙың стиль үҙенсәлеге төрлөсә булыуға ҡарамаҫтан, күреүебеҙсә, туй-йола поэзияһына ингән жанрҙар ҡайһы бер грамматик, поэтик үҙенсәлектәре менән бер-береһенә яҡын тора.

Сеңләүҙәр халыҡ телен, төрлө дәүерҙәрҙең һүҙ байлығын үҙендә һаҡлаған, сөнки һүҙ оҫталары, сәсәндәр һәр ваҡыт халыҡтың поэтик теленә таянған.

288




Сеңләүҙәрҙең поэтик теле ябай һөйләү теленән күп дәрәжәлә өҫтөн һәм айырылып тора. Сеңләүҙәрҙең поэтик телендә һөйләшеү теле өсөн хас булмаған һүҙҙәр һәм телмәр алымдарын күрергә була.

Сеңләүҙәр ҙә үткән дәүерҙәрҙәге ижади традицияларҙы яңы дәүергә күсереүҙә ниндәйҙер роль уйнаған тип әйтә алабыҙ, сөнки улар ырыуҙан ырыуға тапшырылып, телдән телгә һөйләнеп, теле яғынан үҫешеп, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған.

ХӘҘЕРГЕ ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ҺӘМ ХАЛЫҠТЫ ИШӘЙТЕҮ ПРОБЛЕМАЛАРЫ

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет