Халҡым хазинаһЫ


Демографик хәл торошо һәм ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү мөһимлеге



бет17/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19
Демографик хәл торошо һәм ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү мөһимлеге

Ишләнеү, түлләнеү зарурлығы. Борон башҡорттарҙа ырыу берҙәмлеге билдәләренең береһе оран булған. Батырҙар, азамат ирҙәр ҡан ҡәрҙәштәрен, йорт-илде яуға, көрәшкә, донъяуи ҙур эшкә саҡырып оран һалған. Урал батыр, һәүбән, Салауат, Әхмәтзәки... Ил ағаларының ялҡынлы һүҙҙәре, ҡайнар өндәмәләре йөрәктәрҙе ҡуҙғатҡан, халыҡты бер уй, ниәт менән беректереп, изге эшкә әйҙәгән. Бөгөн дә бөтә башҡорт халҡына оран ташлар хәлдәр, яр ҡысҡырып иғлан итер хәбәрҙәр бар. Улар Беренсе һәм Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында ла яңғыраны. Иң мөһимдә- ренең береһе — әйләнеү, ғаилә ҡороу, нәҫел-нәсәпте ишәйтеү.

Халҡыбыҙҙы тергеҙеү һәм үҫтереү өсөн беҙгә ишле лә, берҙәм дә булыу зарур. Ишләнеү, берәүҙән икәү, икәүҙән өсәү булыу әүәл-әүәлдән хуп күрелгән. «Быларҙың береһенән-бере батыр улдары, береһенән-бере матур ҡыҙҙары тыуып ҡына торған, ти. Балалары, балаларының балалары ишәйеп китеп, тора-бара бер ауыл булған, ти», — тип әкиәт һөйләр ине бабайым. Әкиәт түгел, тормош хәҡиҡәте булған был. Борон халҡыбыҙ ишле булғанға күрә Урал буйына таралып ултыра алған бит. «Урал батыр» эпосында әйтелгәненсә (5, 126):

10-1.0025.11

289


Бар халыҡ., эркелеп,

Бер Иҙелдец буйында,

Йәмле тугайуйында
Торлаҡ ҡора башлагас,


Ай-йыл һанап түлләгәс,

Илдә кеше күбәйгән,

Иҙел буйы тарайган.

Дүрт батыр бер йыйылып,

Бергә ултырып уйлаган;

Яйыҡ, Нөгөш, һаҡмарҙар,

Тагы урын эҙләгән.

Йәнә «Урал батыр»ҙа беҙгә фәһем булырҙай шундай һүҙҙәр ҙә бар: «Әжәлдән ҡурҡыр йән булһа, ҡотолорға юл эҙләр; түл йәйергә уйлаһа, илде гиҙеп яй эҙләр». Бөгөн Урал батыр нәҫелдәренә нәҫелде дауам итеү өсөн түл йәйеү, үрсеү бик мөһим. «Башҡорттарым, артайыҡ, күбәйәйек!» — тип алғыш әйтер, оран һалыр саҡ, халҡыбыҙҙың аҙайыуынан ҡотолорға юл эҙләр, бергә ултырып яй эҙләр мәл. Әүәл иһә килен төшөргәндә, бала, ишле нәҫел көҫәп, ошондай теләктәр теләнгән (3, 475):

Түлле, түлле, түлле бул,

Бүҙәнәләй түлле бул.

Иренмәһәц, игеҙ тап,

Йыбанмаһац, йыл да man I

Йәки:

Ҡотло аягыц менән,

Ецел тоягыц менән!

Ҡушагалар ҡушылып,

Тигеҙ гүмер итегеҙ,

Алты ҡыҙлы булыгыҙ,

Ете уллы булыгыҙ!

Ҡояш тыумаһа, таң атмаһа, донъяны ҡараңғылыҡ баҫыр; ҡатын-ҡыҙ түлләмәһә, бала тыумаһа, нәҫел ҡорор, халыҡ бөтөр. Тыуым ғына халыҡты йәшәртә, йәшәтә. Т Т Туға ла халыҡ: «Ул тыуғанға көн тыуған. Ул тыуҙы — илгә тыу тыуҙы. Ул — һөйөнөс, ҡыҙ — ҡыуаныс», — тигән. Сөнки ул, ҡыҙ тыуыу ата-инәнең генә түгел, бөтә йорт-илдең ҡыуанысы ла. Бишек кенә —

Иҙел һымаҡ, былар ҙа, Алмашлашып, бер-бере Булат менән сапҡан, ти, — Уларҙан да өс йылга Шылтыр ашып аҡҡан, ти. Былар халыҡты йыйгандар, Дүрт батырга бүлгәндәр; Дүрт йылганы буйлатып, Торлаҡ ҡороп таралып, Айырым донъя ҡоргандар.

290




киң донъяға ишек. Бишек йыры, бала тауышы ишетелмәү — халыҡтың, милләттең фажиғәһе һәм әжәле яҡынайыуға ишара. Шуға ла теләк әйткәндә һис тартынмай: «Икәү булып ятығыҙ, өсәү булып тороғоҙ», — тигәндәр.

«Нәҫел-нәсәпте яҡшыртыу, бала табыу, ғаиләне ишәйтеү өсөн ниндәй ҡатын-ҡыҙ яҡшыраҡ, ни өсөн ирҙәр нескә биллеләрҙе өҫтөн күрә?» — тигән һорауға медицина фәндәре докторы, эндокринология белгесе О. Супряга шулай яуап бирә: «Нескә бил, киң янбаш һәм күкрәк — ул ҡатын-ҡыҙ өсөн типик икенсел енси билдәләр. Улар енси гормондар йоғонтоһонда үҫешә. Ошондай фигуралы ҡатын-ҡыҙҙың енси гормондары балансы һәйбәт. Тимәк, ул еңел ауырға ҡала, бәпесен еңел йөрөтә һәм тыуҙыра. Яҡшы нәҫел булдырыу өсөн ир-егеттәр бындай ҡатын-ҡыҙҙы интуитив рәүештә һайлай, тип иҫәпләй биолог-дарвинистар. Был теория бәхәсһеҙ түгел. Минеңсә, ҡатын һайлағанда шулай ҙа социаль һәм мәҙәни факторҙар төп ролде уйнай. Мәҫәлән, хәҙер модель бизнесы йоғонтоһонда ирҙәрҙә ныҡ ябыҡ ҡыҙҙар популяр. Шул уҡ ваҡытта, антропологтарҙың белдереүенсә, Себерҙә, Тымыҡ океан утрауҙарында, Африкала аралашмай йәшәгән ҡәүем-төркөмдәрҙә ныҡ тулы, һимеҙ ҡатындар матурлыҡ идеалы һәм шулай уҡ бала табыу уларға хас проблема булып тора. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙарҙың эс тирәһендә май тупланғанда ир енси гормондары иҫәбе арта һәм бының буйға ҡалыу хәл-торошона тотҡарлыҡ яһауы ихтимал» (56). Нисек кенә булмаһын, һәр ҡатындың инәй булыуы, бала бағыуы яҡшы.

Демографик хәл торошо. Тормош ҡануны шундай: кеше тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалмай; ҡысҡырып, яр һалып донъяға килһә, әхирәткә тауышһыҙ- тынһыҙ ғына китә. Тыуымдан үлеме күбәйгән милләт тә тын ғына ҡараңғы донъяға юллана. Башҡорт халҡы өсөн үткән XX быуат үтә лә хәүефле булды. Төрлө бәлә-ҡаза, үләт, һәләкәт үңәстән алды. 1897 йылдан һуң йөҙ йыл эсендә төрки халыҡтарынан ҡырғыҙҙар, төркмәндәр — 10, әзербайжандар — 6, үзбәктәр — 4, татарҙар — 3 тапҡырға артһа, башҡорттар ни бары 1,1 тапҡырға ғына күбәйгән. Хәл-торошобоҙ һис кенә лә ҡыуандырмай. 1960 йылда Башҡортостанда 1000 кешегә 33 бала тыуһа, 2005 йылда — 10,8, 2006 йылда 11,1 бала

10*

291


ғына, йәғни ҡырҡ алты йыл эсендә тыуым өс тапҡыр кәмегән.

Йорт-илдә яу юҡта, именлек мәлендә тыуымдан үлем арта. Бынан арыныуҙың, тереклек итеүҙән туҡталмауҙың әмәле фәҡәт үрсеү генә. Мәгәр быны төшөнөргә теләмәйбеҙ. Хәҙер хатта башҡорттар күмәк йәшәгән төбәктәрҙә биш-алты, ете-һигеҙ балалы ғаиләләр бик һирәк. Сәскәһеҙ, емешһеҙ ағас кеүек, балаһыҙ ғаиләләр тормоштоң ҡотон ебәрә. Инәйҙәребеҙҙең, ике баланы бергә иҫәплә, бер баланы юҡҡа иҫәплә, тигән аманаты хәтерҙәрҙән юйылды. Ә бит инәйҙәребеҙ күлдәктәрен йүргәк итеп, арыш икмәге имеҙеп, ете, һигеҙ, туғыҙ бала баҡты, ир бала — йортҡа терәк, ҡыҙ бала — өйгә биҙәк икәнен тәбиғәттән бирелгән булмыштары менән тойоп ғүмер кисерҙе, бер-береһенә, алғы итәгеңде бала баҫһын, арт итәгеңде мал баҫһын, тип теләк теләне. Хәҙер килеп, ҡәрҙәштәребеҙ: «Бала — донъя зиннәте», — тигән ил һүҙен онотто. Ахырызаман еткәндәй, баланан биҙеп, бәғзеләрҙең нәҫеле ҡорой, йәшәү ҡото бөтә.

Әйтерһең, еребеҙҙә йәндәрҙе биҙҙереп, иблис тигән яуыз зат йөрөй. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә ҡорорға, тупылдатып бала табырға, һөйөргә ашыҡмай. Утыҙға еткәнсе һәм угыҙҙан ашҡансы буйҙаҡ йөрөгәндәр, яңғыҙҙар, тол ҡалғандар бихисап. Ауылдарҙа кәләш йәрәшә алмай ҡаңғырған, ни эшләргә белмәй аптыраған егет-елән, ҡала-ҡасабаларҙа кейәү таба алмай зарыҡҡан ҡыҙ-ҡырҡын иҫәпһеҙ. Улар бала баҡмай, ир- ҡатын бәхете татымай олоғая, ғүмер заяға үткәнде аңлағанда, бәпес күрергә һуң була. Кеше ҡаны уйнап торған саҡта үҙен донъяға мәңгегә килгәндәй хис итә. Мәгәр үткән ғүмер — иҫкән ел кеүек кенә. Ул үкенесле булмаһа икән.

Егет-ҡыҙҙарыбыҙға йәш, матур саҡта иштәрен табып ҡушылыу фарыз. Милләтебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн үҙ милләт кешеһе менән парлашыу айырыуса мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ҡатнаш никахтар күбәйҙе. Ҡалаларҙа кейәү-кәләш башҡорт милләтенән булған парҙар ғәйәт аҙ. Был халҡыбыҙ яҙмышына — афәт. Тормош тәжрибәһенән күренеүенсә, башҡа милләт кешеһенә кейәүгә сыҡҡан һылыуҙарыбыҙҙың һәм уларҙың ҡыҙҙарын йәрәшкән ир-егеттәребеҙҙең балалары башҡорт булмай. Шуға ла башҡорт йәштәрен

292




бер-береһе менән таныштырыу, аралаштырыу, димләү, ҡушыу йолаһын киң даирәгә йәйелдереү зарур.

Шул да ныҡ борсолдора: үҙе өсөн йәшәү, үҙ мәнфәғәтен бала бағыуҙан өҫтөн ҡуйыу башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының да тормош рәүешенә әйләнде. Күбеһе бер бала табыу менән генә сикләнә, байтағы икенсеһен теләмәй, бик аҙы ғына өсөнсөһөн тыуҙырырға баҙнат итә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ғәмәлдә утыҙ йәшкә тиклемге ҡатындар (80 процент самаһы) бала таба. Утыҙҙан уҙғандар «заман башҡа — заң башҡа»ға һылтанып, бәпес хәстәрен ауыр күрә, ауырлыларға сәйерһенеп ҡарай. Йәнәһе, хәҙер ғәҙәт икенсе, күп бала ҡатын-ҡыҙға хуш түгел. Ғаиләһеҙ, балаһыҙ кеше — бәхетле кеше тигән уй-ҡараш иң яман уй, халыҡ өсөн үлемесле сир. Унға бар, уңғансы бар тиеү беҙҙең башҡорт йолаһы түгел һәм уның эҙемтәләре лә хәсрәтле.

Ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү мөһимлеге. XX быуат аҙағындағы, XXI быуат башындағы йәшәйештәге үҙгәреш, ижтимағи тормош мөхәббәткә, әйләнеүгә мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртте. Әхлаҡ-әҙәпте әҙәпһеҙлек ҡыҫырыҡланы, уйнашлыҡ, кәнизәлек, төрлө венерик ауырыуҙар ныҡ таралды. Бәғзеләр йоғошло сирҙән, бәғзеләр аборттан түлһеҙлеккә дусар. Ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй. Йәп-йәш ҡыҙҙарҙың әсеүе, үлән тартыуы, енси бәйһеҙлеге көсәйҙе. Аҙыу-туҙыу, аң-тоң белмәй теләһә кем менән бәйләнешкә инеү эҙһеҙ ҡалмай. Яман ҡылыҡ, өҫтәүенә, яман экологик хәл, ыулы эсәр һыу һаулыҡты ала. Ауырыу ҡыҙҙарҙың һаны артҡандан-арта. Ауырға ҡалған ауырыу ҡатындарҙан ауырыу, зәғиф һәм хатта үле балалар тыуа. Был әҙәмдән бала тыумаҫ, тыуһа ла тормаҫ тигәндәй, тыуып, бер йәшкә лә етмәгәндәр бар. Һандарҙы һанауы ҡурҡыныс, һуңғы егерме йылда никахтан тыш донъяға килгәндәр өс тапҡырға артҡан.

«Аргументы и факты» яҙыуынса: «Рәсәйҙә тағы ла бәйһеҙерәк рәүештә ғаилә ҡиммәттәренә һөжүм бара. Үтә лә сәйер ҡапма-ҡаршылыҡ күҙәтелә. Хөкүмәт бер ҡулы менән ғаиләне тергеҙеү, инәлекте һәм балалыҡты һаҡлау маҡсатынан милли проектты ғәмәлгә ашырырға ынтыла, ә дәүләт телевидениеһы эскелекте, кәйеф-са- фаны, типтереүҙе, ыҙғыш-тартышты, бәйһеҙлекте күрһәтә. Ғөмүмән, күберәк аҙған-туҙғандар, боҙоҡлоҡ ҡылғандар беҙҙең заман геройы кимәленә күтәрелә...»

293




Рәсәй империяһында революцияға тиклем ғаилә бәйләнештәре дәүләт тарафынан яҡланған. Дин, йолалар, ҡанундар менән. Айырылышыусылар һаны теркәлгән никахтарҙың ни бары 0,4 процентын ғына тәшкил иткән. Хәҙерге Рәсәйҙә һәр икенсе никах ғаиләнең тарҡалыуы менән тамамлана. Йәштәрҙә ғаилә ҡиммәттәренә, әхлаҡ-әҙәпкә еңел ҡараш формалаша, һора- шылғандарҙың 50 проценты самаһы, ир, ҡатын хыянаты мөмкин, тип һанай, 73 проценты фәхишәлеккә йомшаҡ мөғәмәләлә. Тағы ла күберәктәр эскелеккә күҙ йома. Инде шул характерлы күренеш: халыҡтың иң яҡшы тәьмин ителгән ҡатламы араһында, урта хәллеләр менән сағыштырғанда, айырылышыусылар, икенсе, өсөнсө, дүртенсе тапҡыр никахҡа инеүселәр һиҙелерлек күп. Сереп байының, танылдың — ҡатын алмаштыр тигән принцип нормаға инеп бара.

Ни тиһәң дә, ғаилә һәм никах мәсьәләһе әҙәп хаҡында һөйләшеүҙең күптән сигенән ашты. Көн ҡаҙағында — демография һәм уға бәйле үҫеш проблемалары. 2007 йылда хеҙмәткә яраҡлы халыҡ иҫәбе 300 мең кешегә кәмене. Алдағы ун йыллыҡта иһә йыл һайын 1 миллион кешегә кәмеүе ихтимал. Ғаилә һәм тыуыу торғонлоғо һөҙөмтәһендә Рәсәй үҙ еренә 20—25 миллион мигрант керетергә тейеш буласаҡ.

Әүәл милли үҙенсәлектәрҙе һанға һуҡмау башҡорт ғаиләһе ҡоролошон, тотороҡлолоғоноң төп ҡағиҙәләрен, ынйы-гәүһәрҙәргә тиң йолаларын юҡҡа сығарҙы. Рухи һәм әхлаҡи тотанаҡһыҙлыҡ никах боҙоуҙарҙы, айырылышыуҙарҙы күбәйтте. Яңғыҙ ҡалған ҡатындар, әлбиттә, бала табырға атлығып тормай. Ир менән ҡатындың бер йән, бер тән булмауы, ҡатын кешенең ир ҡәҙерен белмәүе, утлы киҫәүгә әйләнеүе лә, ирҙәрҙең эскегә һалышыуы ла бергә йәшәүҙән биҙҙерә. Яҡшы ҡатын — йән аҙығы, донъя тотҡаһы икәнде һис кенә хәтерҙән сығарырға ярамай. Халыҡтың именлеге — тотороҡло, ныҡлы һәм әҙәпле ғаиләләрҙә. Әҙәп, әхлаҡ ҡанундары буйынса йәшәгән йәмғиәт кенә ҡотло һәм ҡөҙрәтле.

294


Булмышыбыҙҙы һаҡлау саралары һәм бурыстары

Хәҙер тыуым кәмеүҙе баҙар мөнәсәбәттәре, иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар, халыҡтың матди, финанс хәленең мөшкөлләнеүе менән дә бәйләйҙәр. Ләкин булдыҡлы, йүнсел йәштәргә ғаилә ҡороуға был ғына кәртә була алмай. Донъя һәр саҡ ҡораманан йыйыла. Халыҡ әйтмешләй, әйләнеү — үҙе үк донъяң көйләнеү. Ике яҡшы өйләнешһә — уңыш була, бер яҡшы, бер яман өйләнешһә — дөрөҫ була, ике яман өйләнешһә — көн-төн һуғыш була. Беҙ халыҡ аҡылына, тәрбиәһенә таянып, йәштәребеҙҙе башлы-күҙле, һәр башҡорт ғаиләһен бәхетле итә, тарҡалыуҙан һаҡлап ҡала алабыҙ. Урындағы матбуғат, телевидение аша татыу ғаилә тормошон күрһәткән, ҡала, район, ауыл хакимиәттәре, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, башҡорт ҡоролтайҙары йәштәр, йәрһеҙҙәр өсөн осрашыуҙар, кисәләр үткәргән, бындай сараларға төрлө ойошмаларҙы йәлеп иткән яҡтарҙа никахлашыу- сылар һаны арта. Атай-инәй әүҙем булған, балаларын нәҫел шәжәрәһе, абруйы, ҡаҙаныштары менән таныштырған, үҙ милләтеңдең фиҙаҡәр улы, ҡыҙы булырға өндәгән ғаиләләрҙә башҡорт рухы һүнмәй, тормош юлдашын табыу ҙа хәл иткеһеҙ мәсьәлә булып тормай.

Нәҫелебеҙҙең, халҡыбыҙҙың булмышын һаҡлау, дауамлығын тәьмин итеү, шул маҡсатта ҡан ҡәрҙәштәребеҙҙең һанын арттырыу — иң изге бурыстарыбыҙҙың береһе. Золом-йәбер аҫтында йәшәү, зәхмәт шауҡымы йылдарында ҡан ҡәрҙәштәребеҙ милли үҙаңынан, ғорурлығынан яҙыу сигенә етте, маңҡортҡа ла әйләнде. Тарихын, рухи ҡиммәттәрен, телен белмәгән һәм белергә лә теләмәгән, залимдар ихтыяры тәьҫирендә кемлеген онотҡан, бәғзеләре үҙ халҡына ҡәһәр ҡылған быуын ҡалҡты. Был яһилдарҙың иң ҙур яһиллығы — милләт сырхауы ине. Шул сырхауҙан беҙ әле лә арына алмайбыҙ.

Байтаҡ ҡәрҙәштәребеҙ, тамырынан өҙөлөп, ел ыңғайына тәгәрләгән ҡамғаҡ рәүешендә. Улар үҙ илендә мөрхәт-ҡәнәғәтлек, рәхәтлек таба алмай, күрше әлкәләргә, Себер тарафтарына тәгәрләне, Башҡортостанда башҡорттар йылдан-йыл кәмене, һуңғы егерме йылда 120 мең самаһы башҡорт бәхет эҙләп ситкә киткән. Республикабыҙҙың башҡорттар күпләп йәшәгән көньяҡ-

295




көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш райондарының социаль- иҡтисади үҫешенә иғтибар етмәү сәбәпле, тормош-көн- күреш шарттары түбән булды. Сәнәғәт нығыраҡ үҫешкән Силәбе, Свердловск, Пермь әлкәләрендә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүе анһатыраҡ, эш хаҡы юғарыраҡ, йәшәү ҙә еңелерәк ине.

Ауыл хужалығы бөлгәс, ауылда йәшәүе тағы ла ауырлашты: эш тә, эш хаҡы ла юҡ, фәҡәт — фәҡирлек. Ҡәрҙәштәребеҙ бер-береһенең мал-мөлкәтен урлау сигенә етте. Эскелек, аҙғынлыҡ көсәйҙе. Ауылда өйҙәре булған йәштәр ғаиләләре менән, ҙур эш хаҡы эҙләп, Себер ҡалаларына һәм ҡасабаларына сығып китте, шунда төпләнде. Аҡса мул, тормош етеш булғас, ҡайтҡылары ла килмәй. Тик шуныһы аяныс: балалары руслаша, үҙ асылынан айырыла. Башҡортостаныбыҙҙың башҡорт ауылдарында иһә балалар, мәктәптәрҙә уҡыусылар аҙайҙы. Балалар булмаһа, башҡорт мәғарифының киләсәге лә булмаясаҡ.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда байтаҡ мәктәптәрҙең яңырыуы, белем һәм тәрбиә биреү шарттары яҡшы- рыуы ҙур ҡыуаныс, әлбиттә. Ләкин йөрәкте өшөткән күренештәр ҙә күҙаллана. 1997 йылда Башҡортостан мәктәптәрендә 697 700 уҡыусы иҫәпләнһә, 2007 йылда иһә— 487 633, 2008 йылда — 450 011, 2009 йылда — 442 942, йәғни уҡыусы балалар һаны ун ике йылда 254 758-гә кәмегән. Мәғариф министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта республикабыҙҙың һәр районында йыл һайын 700—1000 уҡыусы кәмей. Ауылдарҙа 60—100 бала белем алған урта мәктәптәр, 30—60 бала уҡыған тулы булмаған урта мәктәптәр бар. 1997 йылда республикабыҙҙа бөтәһе 3 301 мәктәп булһа, 2007 йылда — 2 949, 2008 йылда — 2 205, 2009 йылда — 1 990, йәғни 1 311 мәктәпкә аҙыраҡ. Алдағы йылдарҙа ла мәктәптәрҙең ябылыуы күҙаллана. Уҡыусылар аҙлығын сәбәп итеп, мәҫәлән, Ҡыйғы районында Иҙрис тулы булмаған мәктәбен япмаҡсылар. Ә бит Иҙрис — РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғималетдин Минһажев, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғәзимулла Хәйбуллин һәм башҡа билдәле шәхестәр тыуған ауыл.

Барҙы юҡ итеү, әлбиттә, бик еңел, булмағанды булдырыу ҡыйын. Әле телгә алған Иҙрис ауылы — башҡорт ауылы! Мәктәбе ябылғас, эшһеҙ ҡалған уҡытыу

296




сылар, балаларын йәшәгән урында уҡытырға мөрхәт ҡалмаған кешеләр был ауылдан китергә мәжбүр буласаҡ, һөҙөмтә аяныс — әлеге лә баяғы шул башҡорт ауылы тараласаҡ, тарҡаласаҡ. Быға һис кенә лә юл ҡуйырға ярамай. Хакимиәт башлыҡтарына мәктәптәрҙе бөтөрөү түгел, ә ауылдарҙа йәштәрҙе ҡалдырыу, уларҙы эш менән тәьмин итеү, кәсеп-шөғөлдәр булдырыу, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу сараларын күрергә кәрәк.

Башҡорттар ирекле тормош өсөн күтәрелештәрҙә, һуғыштарҙа, репрессия йылдарында, аслыҡ мәлендә иҫәпһеҙ ҡырылһа ла, ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәт, йәшәү илһамы менән яңынан ишәйгән. XVI—XVIII быуаттарҙа күпме ауылдар яндырылған, күпме ирҙәр үлтерелгән, һөргөнгә ебәрелгән, күпме ҡатын-ҡыҙ ҡоллоҡҡа оҙатылған, мәсхәрә ителгән. Мәгәр туҙҙырылған бал ҡорто күселәй, башҡорттар тағы ойошҡан, тупланған, тағы кәрәҙ-тормош ҡорған.

Салауат Юлаев һәм уның көрәштәштәренең нәҫелдәре, батша карателдәренең эҙәрлекләүенән ҡасып, Учалы районының Төҫлө Көҙөй, Ҡыйғы районының Ҡурғаш, Иҙрис ауылдарына нигеҙ һалған. Ҡатындар буйға уҙған, бала тапҡан, нәҫелде ҡоротмаған. Бишенсе быуын ҡарттайым, поход старшинаһы Бикжан Сәғитов- тың тәүге ҡатыны Әминә ҡартнәй дүртенсе быуын ҡарттайым Мөхәмәтфәйезде илле ике йәшендә тапҡан, нәҫел-нәсәпте ишәйткән. Ғорур ҙа, ғәйрәтле лә, сәмсел дә булғандар. Батшаларға баш эймәгән башҡортомдоң хәҙер килеп баҙар балтаһы төйҙәһе менән башына иҫәнгерәтә, үлтерә һуҡмаҡсылар. Ҡатын-ҡыҙҙың түл йәймәүе, йәштәрҙең ситкә сығып китеүе, әүәл мул иген үҫкән ерҙәрҙе сүп үләне баҫыуы, ауылдарҙың ҡотһоҙла- ныуы, мәктәптәрҙең уҡыусыларһыҙ ҡалыуы быға асыҡ миҫал. Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү» дәүләт программаһының ғәмәли сараларында һәм тәҡдимдәрендә белем биреү йорттарын үҙгәртеп ҡороуҙо, яҡшыртыуҙы һәм төҙөүҙе күҙ уңында тотоп, уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәр селтәрен киңәйтеү ҡаралғайны. 2002 йылдың 14—15 июнендә үткән Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡорт милли мәғарифы: торошо, проблемалары, перспективалары» секцияһы резолюцияһында (28, 421—

297


423), заманса милли урта мәктәптәр асыу башҡорт халҡының яңырыуының һәм артабан үҫешенең төп шарты булып тора, тип билдәләнде. Башҡорт мәктәптәре ысын мәғәнәһендә «Башҡорт милли мәғарифы концепцияһы»на тура килһен өсөн тәғәйен аҙымдар яһалған... Шул уҡ ваҡытта башҡорт мәктәптәрен тергеҙеү һәм үҫтереү эшендә күп кенә етешһеҙлектәр ҙә бар. Башҡорт милли мәғарифын үҫтереүҙең беренсе этабы — Башҡортостанда мәктәптәр һәм балалар баҡсаһы селтәрен булдырыу — әлегә тиклем тамамланмаған. Ҡалаларҙа, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа һәм район үҙәктәрендә уларҙың һаны ифрат аҙ. Өфөлә, республиканың баш ҡалаһында, башҡорт милләтенән булған уҡыусыларҙың, мәктәпкәсә йәштәгеләрҙең бөтәһе лә башҡорт мәктәптәренә һәм балалар баҡсаларына йәлеп ителмәгән.

Башҡорт мәктәптәренең һәм балалар баҡсаларының, айырыуса элек асылғандарының, матди-техник нигеҙе наҡыҫ. Республиканан ситтә йәшәүсе башҡорт балаларын башҡорт телендә уҡытыу өсөн милли мәктәптәр асыу көн үҙәгендәге һәм хәл ителмәгән мәсьәлә булып ҡала.

Башҡорт милли мәғарифын үҫтереү, яңы башҡорт мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын асыу буйынса етди ҡарарҙар ҡабул ителгәндә, мөһим бурыстар ҡуйылғанда, ҡайһы бер район хакимиәттәре башлыҡтарының әле эшләп килгән башҡорт мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын ябыуы һәм ябырға ниәтләнеүе һарыуҙы ҡайната.

Башҡорттарҙың башҡа милләттәр тарафынан «йото- лоуы»н, кәмеүен туҡтатыу, демографик хәлде һауыҡтырыу, тыуымды арттырыу, башҡорт ауылдарының тар- ҡалыуына юл ҡуймау дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәлә. Башҡорттар йәнтөйәгенән, бар булмышы, рухы, моңо менән бәйләнгән еренән айырылмаһын, шунда түл йәйһен өсөн «Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү» программаһына ярашлы иҡтисади сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу, йәғни Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсы- ғыш, көньяҡ-көнсығыш райондарында предприятиелар асыу, эш менән тәьмин итеү, яҡшы эш хаҡы түләү үтә лә мөһим. Себерҙә ҙур эш хаҡы түләгән кеүек, Башҡортостанда ла түләп була бит! Был башҡорт ғаиләлә

298




ренең матди хәлен, көнкүрешен яҡшыртырға, тыуымды ла арттырырға булышлыҡ итәсәк. Ғаиләнең абруйын, әйләнеүҙең, күп бала табыуҙың шөһрәтен күтәреүҙең дәүләт саралары даирәһен киңәйтеү, әйтәйек, инәлек һәм балалыҡ культын тергеҙеү, мәктәп йәшендәгеләрен түләүһеҙ ашатыу, кейендереү, йәки был мәнфәғәттә пособиелар биреү, студенттарҙың стипендияларын арттырыу зарур.

Демографик хәлде яҡшыртыу, генофонды һаҡлау, миграция күренешен көйләү күп яҡлы, киң даирәле, үтә лә мөһим вә әһәмиәтле, дәүләттең һәм йәмғиәттең һәр саҡ күҙ уңында торорға тейешле мәсьәлә. Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» дәүләт программаһында башҡорттарҙың социаль- демографик программаһын төҙөү ҡарала. Ул тәбиғи үҫеште һаҡлауға, һаулыҡты яҡшыртыуға, күп балалы ғаиләләрҙе, етеш көнитмеште тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Был юҫыҡта ҡайһы бер йоғонтоло саралар күрелә башлауы ҡыуаныслы. Рәсәй кимәлендә һәр яңы тыуған балаға ҙур суммала аҡса бүленеү демографик хәлде яҡшыртыуға бер аҙ шифаһы тейерҙәй им-әмәл.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына, уның урындағы ойошмаларына, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенә лә демографик хәлде яҡшыртыу, ҡан ҡәрҙәштәребеҙ ойошоп йәшәгән урындарҙа кәсеп- шөғөлдәр булдырыу, ситкә киткән туғандарыбыҙҙы Башҡортостанға кире ҡайтарыу, тарихи илендә туплау буйынса ең һыҙғанып ғәмәли эште дауам итеү кәрәк. Шулай итһәк, меңәрләгән йәш башҡортто ят милләт кешеһенә әйләнеүҙән араларбыҙ, һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар, тигән ҡанбабаларыбыҙ. Йорт-ил, халҡыбыҙ хаҡына изге эштәр ҡылһаҡ, Аллаһы Тәғәлә гонаһтарыбыҙҙан ярлыҡар, аҡылды юйыуҙан һәм рухи үлемдән ҡотҡарыр.

Изге Ҡөрьәндең Әш-шура (Кәңәш) сүрәһендә әйтелгәнсә, «Күктәрҙә һәм Ерҙә батшалыҡ — Алланыҡы. Ул теләгән нәмәне барлыҡҡа килтерә, теләгән кешегә ҡыҙ балалар, теләгән кешегә ир балалар бирә. Йәки уларға ир бала ла, ҡыҙ бала ла бирә һәм теләгән кешене нәҫелһеҙ яһай, ысынлап та, Ул белә, ҡөҙрәтле!

299


Алла кеше менән һөйләшә торған булманы, тик үәхи аша йәки ҡорма аша ғына, йәки рәсүл ебәрә һәм үҙ рөхсәте менән уға теләгән нәмәне үәхи ҡыла. Ул, ысынлап та, оло, хикмәтле! Һәм ошолай Беҙ һиңә Үҙебеҙҙең әмеребеҙҙән рух үәхи ҡылдыҡ, һин китаптың да, имандың да нимә икәнен белмәй инең, әммә Беҙ уны нур ҡылдыҡ, уның менән Беҙ ҡолдарыбыҙҙан теләгән кешене тура юлға йүнәлдерәбеҙ, һәм һин дә тура юлға йүнәлдерәһең, Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр эйәһе Алла юлына. Эйе! Барлыҡ эштәр ҙә Аллаға ҡайта!» (42, 266)

Хоҙай Тәғәлә башҡортомдо ярлыҡаһын, тура юлға йүнәлдерһен, рух үәхи ҡылып, иманға күндерһен, халҡыма күберәк ир бала ла, ҡыҙ бала ла бирһен, ҡәрҙәштәребеҙҙе нәҫелле итһен! Уй-ниәтебеҙ фәрештәләрҙең «Амин!» тигән сағына тура килһен. Берегәйек, тупланайыҡ, ишәйәйек, бар булайыҡ, башҡорттарым! Иман килтермәгән боҙоҡ халыҡтар һәләк ителә. Эй, халҡым! Беҙ бындай яҙмышҡа дусар булмайыҡ!

Бөтә социологик һәм психологик тикшеренеүҙәр әйләнеүҙең, бала табыуҙың ғүмерҙе оҙайтыуын раҫлай. Яратышып ҡауышҡандар, йәндән артыҡ йән һөйгәндәр менән йәшәгәндәр, һис шикһеҙ, бәхетле. Әлбиттә, оҙон ғүмер кисергән буйҙаҡтар ҙа юҡ түгел. Мәгәр өйләнмәй йөрөгәндәрҙе, бала һөймәй ғүмерен зая үткәргәндәрҙе халыҡ хуп күрмәй, сөнки ундайҙарҙың тамыры ҡорой. Баланың ата-инәгә, ил-йортҡа алтын бағана, нәҫелдең дауамы, киләсәге булыуы бәхәсһеҙ.

ҺЫҒЫМТА



Башҡорттарҙың ғаилә-көнкүреш йолалары араһында төп урынды әйләнеүгә, ғаилә ҡороуға бәйле йолалар биләй. Башлы-күҙле итеү, туй үткәреү — атай-инәйҙең, ҡан ҡәрҙәштәрҙең, йәғни ғаиләнең һәм йәмғиәттең иң мөһим хәстәрлектәренең һәм бурыстарының береһе, халыҡтың көнитмешенең һәм мәҙәниәтенең иң сағыу күренеше. Халыҡ аҡылынса, әйләнеү — көйләнеү; ысын күңелдән һөйөшөп донъя көтөү, түлләнеү, бала бағыу, ғаилә татыулығы һәм ныҡлығы — бәхет, ҡот- ырыҫ. Ғаилә ҡороу һәм нәҫелде дауам итеү — халыҡ

300




тың үлемһеҙлек сығанағы һәм ғүмерҙең, йәшәүҙең мәғәнәһе лә шунда.

Боронғо ғаилә ҡороу, туй атҡарыу йолалары, никах формалары башҡорт эпостары, яҙма ҡисса һәм дастандары, тормош-көнкүреш риүәйәттәре, Ҡөрьән сүрәләре һәм аяттары сюжеттарында вә йөкмәткеләрендә һүрәтләнә. Улар шәхси, шул уҡ ваҡытта соңиаль-көнкүреш һәм ижтимағи күренеш булған ғаилә ҡороу рәүешенең тарихи үҙенсәлектәрен сағылдыра.

Монографик хеҙмәттә халыҡ ижады жанрҙарына байҡау, анализ яһап, әйләнеү, ғаилә ҡороу йолаларының соңиаль-генетик тамырҙары кешелек тарихының иң боронғо дәүерҙәренә барып тоташыуы асыҡланды. Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, әйләнеүгә ҡарашы, йәр эҙләү, һайлау, кәләш алыу йолалары; ҡыҙ йәрәшкәндә туғанлашҡан яҡтың нәҫел-нәсәбен, тамырын, шәхси сифаттарын белешеү, һынау, шарт ҡуйыу асылдары; батырҙан ҡот алыу, түл йәйеү — көслө нәҫел ҡалдырыу әмәле икәнлеге; төрлө ҡиәфәткә кереү, ир ҡайҙа — ҡатын шунда булыуҙың ғилләләре өйрәнелде һәм билдәләнде. Ғаилә ҡороуға бәйле ошо тарихи йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә анализ яһап, никах, ғаилә ныҡлығының фольклор мотивтары күрһәтелде.

Туй-йола поэзияһының йәмғиәт үҫешенең төрлө осорҙарында халыҡтың матди, рухи донъяһының, аңының быуындан быуынға тупланған ғәйәт бай тормош тәжрибәһенең поэтик кәүҙәләнеше һәм образлы сағылышы булып йәшәүе, туйҙың күп күренешле халыҡ тамашаһы, театры төҫөн алыуы һәр йәһәттән ентекле өйрәнелде. Бәғзе туй йолаларының, уларға бәйле ижадтың магик, донъяуи, әхлаҡи, тәрбиәүи функциялары төшөндөрөлөргә тырышылды.

Тупланған бай материал нигеҙендә туй-йола поэзияһының иң таралған төрө — сеңләүҙәрҙең килеп сығышы, тарихи үҫеше, социаль мәғәнәһе, йола функциялары, поэтик структураһы, образлылығы, стиле, теле, йыр менән ауаздашлығы, үҙенсәлектәре ентекле тикшерелде.

Кешелек донъяһының һәр мәлендә лә мөхәббәт, ғаилә темаһы көнүҙәк булып тора. Тормош, йәшәйеш, халыҡтың, йорт-илдең киләсәге ғаилә ҡотона, нәҫел- нәсәпте ишәйтеүгә бәйле. Был хаҡта борон-борондан әйтелгән, халыҡ ижадында аманат ҡылынған аҡыллы

301




фекерҙәр халыҡты йәшәтер им-әмәл һымаҡ ҡабул ителә. Тупланған аҡыл, тәжрибә һөҙөмтәһендә башҡорт ғаиләһенең быуындан быуынға бирелгән, хатта гендарға уйылған йолалары, үҙгәрмәй торған, даими үтәлгән ғәҙәттәре, милләткә хас һыҙаттары барлыҡҡа килгән: рухи ҡиммәттәрҙе белеү, әҙәп һаҡлау, иманлы булыу, ир менән ҡатын бөтөнлөгөнә өлгәшеү, күп бала табыу, нәҫел ишәйтеү...

Был мираҫтың хәҙер ҙә танып белеү, рухи, тәрбиәүи ҡөҙрәте ҙур. Шуға ла хәҙерге быуын ҡанбабаларҙың рухи асылдарына баға, боронғо йолаларға, ҡиммәттәргә урап ҡайта, уларҙы тергеҙеү хәстәрлеген күрә.

Башҡорт халыҡ ижадында, рухи мираҫта парлы булыу, бала бағыу, тереклек итеү, донъя көтөү буйынса һүрәтләнгән, әйтелгән күренештәр, мәғлүмәттәр «Урал батыр» эпосындағы Йәншишмә, тере һыу һымаҡ. Әйтәйек, ата-бабалар нәҫелде ете быуынға тиклем тикшергәндән һуң ғына улын, ҡыҙын ишле иткән. Туған менән туған өйләнешеүенә юл ҡуймаған, яҡшынан яҡшы, аҡыллынан аҡыллы, батырҙан батыр, күркәмдән күркәм тыуыу, сәләмәт нәҫел ҡалдырыу хәстәрен дә күргән. Шуға ла аҫыл йолаларҙы, ғәҙәттәрҙе, аҡыллы фекерҙәрҙе, халыҡ педагогикаһы сараларын халыҡ ижады әҫәрҙәре аша йәштәргә һеңдереү зарур. Улар бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, аңлайышлы. Ошо монографик хеҙмәттә тупланған ғаилә ҡороуға бәйле материалдар мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшендә, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уңышлы ҡулланыла ла инде.

Беҙҙең уйыбыҙса, илдә килеп тыуған демографик проблеманы хәл итеү, йәшәйеште һауыҡтырыу, йәшәртеү, йәнләндереү өсөн ғаилә культын тергеҙеү сараларын күреү үтә лә мөһим. Халыҡ ижадында, рухи мираҫта сағылған әйләнеү, ғаилә тормошо тәжрибәһен өйрәтеү балаларҙың, йәштәрҙең әхлаҡи үҫешенә, ҡанбабалар асылы һиҫкәндереп, сәмдәрен уятыуына, ата һүҙен тотҡан зат-азамат булып өлгөрөүенә булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, ғаилә ҡороуға, уның именлегенә бәйле халыҡ аҡылын, һабағын тағы ла тәрәнерәк, киңерәк өйрәнеү, матбуғат саралары аша һәр кемгә еткереү зарур. Был беҙҙең заманда айырыуса актуаль.

302


ӘҘӘБИӘТ

  1. Абрамзон С. М. Киргизы в их этногенетических и историко-культурных связях с народами сопредельных стран. — Д., 1967.

  2. Азбелев С. Н. Историзм былин и специфика фольклора. — Л. : Наука, 1982.

  3. Башҡорт халыҡ ижады. Йола фольклоры. I том. — Өфө: Китап, 1995.

  4. Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. II том. — Өфө: Китап, 1997.

  5. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. III том. — Өфө: Китап,

1998.

  1. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. IV том. — Өфө: Китап,

1999.

  1. Башҡорт халыҡ ижады. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр. V том. — Өфө: Китап, 2000.

  2. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос: ҡиссалар һәм дастандар. VI том. — Өфө: Китап, 2002.

  3. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос: яҙма ҡисса һәм

дастандар. VII том. — Өфө: Китап, 2004.

  1. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. — Өфө: Китап, 1974.

  2. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. — Өфө, 1959.

  3. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. — Өфө: Китап, 1980.

  4. Безертинов Р. Н. Тэнгрианство — религия тюрков и монголов. — Казань: Слово, 2004.

\ А. Бикбулатов Н. В. Башкирский аул. — Уфа, 1969.

  1. Бикбулатов Н. В. Башкирская система родства. — М.: Наука, 1981.

  2. Биче-оол С. М. Тувинский свадебный обряд // Восток в исторических судьбах народов России. — Уфа, 2006.

  3. Буранголов М. А. Башҡорт туй йолалары. Ғилми архив, ф. 3, оп. 12/215.

  4. Веселовский А. Н. Историческая поэтика. — Д., 1940.

  5. Вилданов Ғ. Ф. Әйле һәм Йүрүҙән һыу буйындағы башҡорттарҙың ҡыҙ биреү, ҡыҙ алыу ғөрөф-ғәҙәттәре // Яңы юл. 1923. № 5—6.

  6. Галин С. Ә. Башҡорт фольклоры. — Пермь, 1975.

  7. Галин С. А. Башкирский народный эпос. Уфа: Аэрокосмос и ноосфера, 2004.

303


  1. Горький М. Сборник сочинений. Т. 27.

  2. Ғибәҙәтов Ә. Сеңләү жанры һәм заман // Совет Башҡортостаны. — 1968. 19 ноябрь.

  3. Гумилев Л. Н. Древние тюрки. — М., 1993.

  4. Ғәбитов X. Г. Башҡорттарҙа ҡыҙ алыу, ҡыҙ биреү йолаһы // Яңы юл. 1924. № 1.

  5. Ғәбитов X. Г. Башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәтенән ләүхәләр // Яңы юл. 1923. № 7—8.

  6. Дәүләтшина һ. Айбикә. — Өфө, 1960.

  7. Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Документаль материалдар, стенографик отчет. — Өфө: Китап, 2002.

  8. Инан А. М. Шаманизм тарихта һәм бөгөн. — Өфө: Китап, 1988.

  9. Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. — Өфө: Китап, 1966.

  10. Кейекбаев Ж. Ғ. Туғандар һәм таныштар. — Өфө: Китап, 1975.

  11. Кирәев Ә. Н. Башҡорт халҡының героик эпосы. — Өфө, 1970.

  12. КисляковН. А. Семья и брак у таджиков. — М. -Л., 1959.

  13. Костиков Р. Россия на ложе разврата // Аргументы и факты. 2007. № 9.

  14. Кравцов Н. И. Славянский фольклор. — М.: МГУ,

1976.

  1. Кравцов Н. И. Историческая поэтика фольклора // Фольклор. Поэтическая система. — М., 1977.

  2. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., 1974.

  3. Кузеев Р. Г., Шитова С. И. Башкиры. — Уфа, 1963.

  4. Кәрим М. Сигеү сигә ҡыҙҙар // Әҫәрҙәр. I том. — Өфө: Китап, 1995.

  5. Кәрим М. Көндәлектәр // Ағиҙел. 2006. № 11.

  6. ҠорбангәлиҒ. Башҡорт халҡында ҡыҙ биреү рәүеше // Башҡорт аймағы. 1927. № 4.

  7. Ҡөрьән Кәрим. — Өфө: Китап, 1993.

  8. Максютова Н. X. Восточный диалект башкирского языка. М., 1976.

  9. Мелетинский Е. М. Происхождение героического эпоса: ранние формы и архаические памятники. — М.: Восточная литература, 1963.

304


  1. Мелетинский Е. М. Миф и историческая поэтика фольклора // Фольклор. Поэтическая система. — М.: Наука, 1977.

  2. Мифология. Большая Российская энциклопедия. — М., 2003.

  3. Мәргән К. Ғаилә һәм тормош-көнкүреш йолалары // Әҙәбиәт. Фольклор. Әҙәби мираҫ. — Өфө, 1976.

  4. Пещерва Е. М. Свадьба в ремесленных кругах Киргизии // Семья и семейные обряды у народов Средней Азии и Казахстана. — М.: Наука, 1978.

  5. Пәйгәмбәрләр тарихы. — Казань: Дом печати, 2003.

  6. Путилов Б. Н. Современные проблемы исторической поэтики фольклора в свете историко-типологической теории // Фольклор. Поэтическая система. — М.: Наука,

1977.

  1. Розанов В. Люди лунного света. — М.: Дружба народов, 1990.

  2. Руденко С. И. Башкиры. — М. -Л., 1955.

  3. Семенов Ю. И. Как возникло человечество? — М., 1966.

  4. Солтангәрәева Р. Ә. Башҡорт туй-йола фольклоры. Өфө, 1994.

  5. Сөләймәнов Ә. М., Рәжәпов Р. Башҡорт халҡының мифологик эпосына хас ҡайһы бер үҙенсәлектәр // Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. III том. — Өфө: Китап, 1988.

  6. Супряга О. Какие женщины лучше? // Аргументы и факты. — 2007. № 9.

  7. Сәгитов М. М. Башҡорт халыҡ эпосы // Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. III том. — Өфө: Китап, 1988.

  8. Сәгитов М. М. Сеңләүҙәр тураһында бер нисә һүҙ // Ағиҙел. 1966. № 3.

  9. Торонова А. В. К вопросу о жанровой классификации свадебного фольклора // Фольклор и этнография. — Л., 1974.

  10. Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. — Өфө, 1965.

  11. Әхмәтйәнов К. Ә. Әҙәбиәт теорияһы. — Өфө, 1960.

  12. Әхмәтова Ф. Башҡорт сеңләүҙәре // Азат хатын.

  1. 8.

  1. Энгельс Ф. Происхождение семьи, частной собственности и государства. — М., 1976.


МӨХӘББӘТ ЙЫРҘАРЫ

«Мөхәббәт йырҙары һәр
халыҡтың да ауыҙ-тел ижа-
дында киң таралған. Һөйөү
хисе бөтә халыҡтар, бөтә
кешеләр өсөн дә берҙәй үк
дәрәжәлә аңлайышлы һәм ул
күп осраҡтарҙа йыр-моң бу-
лып ағылыусан, — тип яҙа
Салауат
Галин. — Мөхәббәт
йырҙары өсөн ғашиҡ булған
егет менән ҡыҙҙың хис-той-
ғоларын һүрәтләү хас... Йыр-
ҙар егет йөрәгенә ут һалған
ҡыҙҙың буй-һынын идеал-
лаштырыу менән бергә уның
күңел сафлығын һүрәтләүгә
лә ҙур урын бирә, әҙәпле һәм
тартынсаҡ булыуын һыҙыҡ


өҫтөнә ала... Бер үк ваҡытта мөхәббәт йырҙарында
һүрәтләнгән ҡыҙ ғорур ҙа, мөхәббәт хаҡына ул утҡа
ла, һыуға ла инергә әҙер... Йырҙарҙа егет менән ҡыҙ-
ҙың тәүге саф тойғоларын да, шомло уйланыуҙарын да,
һарғайыуын да, моңайыуын да күрергә мөмкин (1, 33)...»


Сәсәнме, ҡурайсымы, йыраусымы, батырмы, аҡыл эйәһеме, ханмы, шаһмы, солтанмы — береһенә лә мөхәббәт уғы ҡаҙалмай ҡалмаған, һәммәһе ғашиҡ булған, ҡыҙ йәрәшкән, ғаилә ҡорған, бала баҡҡан, улына кәләш алған, ҡыҙын лайыҡлы ир-егеткә кейәүгә бирергә тырышҡан. Хатта аллалар, пәйғәмбәрҙәр, батшалар ҙа

САЛАУАТТЫҢ



306




мөхәббәткә баш эйгән. Һөйөү хисе бер ваҡытта ла һүрелмәй, ғишыҡ уты һүнмәй, мөхәббәт — мәңгелек.

Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев тарихта тыуған ерен өҙөлөп һөйөүсе, халҡына ирек даулаусы, башҡорт ерҙәрен талап алыуға ҡаршы көрәшеүсе батыр һәм шул уҡ ваҡытта Урал һылыуҙарына ҡайнар һөйөү тойғоларын еткереүсе шағир һәм йыраусы булараҡ та киң билдәле. Тарихсы, этнограф, фольклорсы Руф Гаврилович Игнатьев (1818—1886) Салауат Юлаевтың йырсы һәм импровизатор булыуын да яҙып, уның ҡайһы бер йырҙарын рус теленә тәржемә итеп баҫтыра (5, 66—70).

Салауат Юлай улын хәтерләгәндә уның көс-ҡөҙрәте, ғәййәрлеге, ҡаһарманлығы, ирек һөйөүсәнлеге, сәсәнлеге тураһында ғына һөйләп, яҙып ҡалмайҙар, шәжәрәһен, нәҫел-нәсәбен, ғаиләһен дә телгә алалар, шиғырҙарында һәм йырҙарында сағылған мөхәббәт тойғоларын да күңелдән үткәрәләр. Әйтәйек, мөхәббәткә мәҙхиә йыры — «Зөләйха» быуаттар үткәс тә йөрәкһетә, хискә тулыштыра, күңелде йәшәртә. Хоҙай Тәғәлә хасил иткән донъя, тәбиғәт кеүек, уның һылыуы ла хозур, һоҡланғыс (4, 177):

Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,

Күҙҙәрецдә балҡый Зөһрә йондоҙо.

Күҙҙәрец, гүйә, төндәге күк йөҙө,

Яҡтыра гиул күҙҙәрецдә ай үҙе.

Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе, һындарыц, гүйә, фәрештә кәүҙәһе.

Бындай ер хуры батырҙы ла бахыр, мәжнүн ҡыла, буйһондора, иҫһеҙ-һушһыҙ итә:

Мин, бахыр, һине, Зөләйха,

ныҡ һөйәм,

Әйтә алмайса һүҙҙәремде, баш эйәм. һицә дан йырлар өсөн телем зәгиф, һөйөүемде әйтергә һүҙем зәгиф.

Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы, Күҙҙәрецдә яна күктең йондоҙо.

Бына ниндәй тылсымға, сихырға, көс-ҡөҙрәткә эйә ҡатын-ҡыҙ һылыулығы, нескә заттың илаһи нуры,

307




ҡояштай иретер һәм иркәләр наҙы. Ул — арбағыс, ымһындырғыс, әүрәткес...

Мөхәббәт — урғып торған хис-тойғо. Ҡайҙа һөйөү, шунда һағыш, шунда илһам, ижад, моң. Ғашиҡтарҙың күңелдәре ҡоштай талпына, былбыл булып һайрай, был моң ғәм дә, сәм дә, йәм дә була. Мөхәббәт өсөн йән фиҙа.

Халыҡ ижадында ҡыҙҙар, егеттәр әйтеше, егет менән ҡыҙ әйтеше, ғашиҡтар, кейәү менән кәләш йырҙары һаҡланып ҡалған. Ҡыҙ күҙләгәндә йыш ҡына йырлашып танышҡандар, аңлашҡандар, һөйөүҙе йыр аша белдергәндәр. Егет ҡыҙҙы, ҡыҙ егетте матурлығы, батырлығы менән генә түгел, йыр менән дә арбаған, ғашиҡ иткән.

Йыр сығарыу, көй көйләү маһирлығы — уй уйлау һәләте, аң-зиһен асыҡлығы билдәһе, күңел байлығы күрһәткесе лә. Борон әйләнер алдынан егеттең донъя, ғүмер, яҙмыш тураһында йыр менән яуап ҡайтарыуы уны рухи йәһәттән һынауҙың бер төрө лә булған. Уртаҡ бер ыңғай фекергә килеү өсөн һөйләшеү, йәғни мәслихәт, кәңәш туйында ла ҡара-ҡаршы йырлашҡандар. Кейәү һандығын асыу йолаһында ла ҡыҙҙың, егеттең йырға һәләтен һынағандар.

Йыр-моң бала тыуған мәлдән уның күңеленә һеңдерелгән. Бәпесте инәһе, ҡартинәһе көй көйләп бишектә тирбәткән. Һәр кем ише менән ярала тип, бәпестәргә (ул менән ҡыҙ балаға) ҡырҡ көн тулғанда — бишек туйы, ир бала атҡа менерлек, ҡыҙ бала көйәнтә күтә- рерлек булғас, һырға туйы уҙғарғандар. Бишек туйында сабыйҙарҙың ҡолағын тешләтеп, ҡиәмәт инәйҙәр, әбейҙәр һамаҡлап теләк теләй. Һырға туйында ла үҫмерҙәргә теләк, өгөт-нәсихәт әйтәләр, бәхет, тәүфиҡ, тигеҙ ғүмер теләйҙәр, ҡара-ҡаршы әйтешеп, йырҙар йырлайҙар, бейейҙәр. Ҡушамат ҡыҙ көрәштә бил бирмәгән егеткә йөҙөк бүләк итә. Бүләген тапшырғанда ҡыҙ шулай тип йырлай:

Ашҡынып та ага яҙгы һыуҙар,

Ер йылынгас, яҙгы ла үҙәндә.

Егеткәйем, һицә мин бүләкмен,

Эсәр һыуым булһын илецдә.

308




Йола буйынса, егет үҙен һөйгән ҡыҙға йыр менән яуап бирергә тейеш. Туйҙа ҡыҙ ҙа, егет тә, һәр ике яҡ йырсылары ла һыр бирмәҫкә тырыша (3, 370—375). Ғөмүмән, йыр, илаһи бер сың булып, кешене ғүмере буйына оҙата килә. Әйтәйек, йырға маһир атайым менән Мәүҙиә апай мәжлестәрҙә ҡара-ҡаршы йырлаша ине һәм был бик күркәм күренеш була торғайны.

«Юлай менән Салауат» тарихи ҡобайырында әйтелеүенсә (2, 272—279), Һағынбай тигән тархан Гөлбәзир исемле ҡыҙын Салауатҡа бирмәк булып, ҡолағын тешләтеп, туй яһап, Юлай менән ҡоҙалашҡан... Салауат егет ҡорона ингәс, уға кәләшкә Гөлбәзирҙе бирергә, ҡоҙа-аҙна яһашырға Һағынбай күнгән, был уйын Юлайға үҙе барып еткергән. Был хәбәрҙе еңгәһе аша Гөлбәзир ҙә ишеткән һәм илсе итеп Салауатҡа бер егетте ебәргән.

Артабан Салауаттың ҡыҙҙы күрергә, уның менән осрашырға, һөйләшергә, аңлашырға барыуы тасуирлана. Йылҡы елегә төшөп, һыйыр-һарыҡ яланға әллә ҡасан ҡыуылып, ҡояш һөңгө буйындай күтәрелгән сағында, Салауат атҡа атланып, һағынбай аймағына елдереп килә. Туғай аша үткәндә ул, сыр-сыу килеп, гөрләшеп еләк йыйған ҡыҙҙарҙы күреп ҡала. Күмәк ҡыҙҙар араһында Гөлбәзир әхирәте менән ҡуш мун- саҡтай икәүләп килеүен таный. Егет, төшә һалып, ҡуш теҙгенен эйәр ҡашына шаҡарып, атын сылбырҙан тотоп, үләнгә ҡырын ятып, ҡыҙҙарҙың килеп етеүен көтә. Мәгәр бер ҡыуаҡҡа етеп, улар шунда туҡтай, араларынан берәү ҙә Салауатты шәйләмәй. Салауат түҙмәй, ҡыҙҙарға оран биреп, ошо йырын йырлай:

Урал буйҡайының, ай, тугайы Яңгыҙ егеттәргә йәм бирмәҫ.

Мке лә генә һөйгән бергә уйнаһа, һыуҙар ҡороп, ҡая ярылмаҫ.

Төшөнһәң, был йырға ҙур мәғәнә, йәшәү мәғәнәһе һалынған. Уралдың иҫ киткес йәмле тәбиғәте лә яңғыҙ егеттәргә йәм бирмәй, һөйгән йәндәр бергә булғанда ғына, ҡауышып, ишләнеп көн иткәндә генә донъя бөтөн, йорт-ил күркәм. Сөнки йән аҙығы — йәр, һөйгән йәр — һөйәгең елеге.

309




Салауаттың йырын ишеткәс, яуап биргәндәй итеп, ҡыҙҙар ҙа йырлай. Салауаттың Урал буйлап шаңҡыған көслө тауышын танып, Гөлбәзир егет яғына ыңғайлай. Бала саҡтан йәрәшелгән йәнкәй-йәнәшен күргәс тә, Гөлбәзир, баласа иркәләпме, ҡыҙҙарса наҙланыпмы, әллә ҡурҡыпмы, әллә баҙапмы, Салауаттың янына оҙаҡ бармай тора. Юлдан килгәндә иһә ғашиҡ егеттең күңелендә шундай хис-хыялдар тыуған була: «Аулаҡта осрашһаҡ, Гөлбәзирем күргәс тә ҡосағыма ташланыр, бөтә серҙәрен һөйләп, күҙҙәрен йәшләндерер». Мәгәр ошо тәмле уйҙары юҡҡа сыҡҡандай төҫлө тойола. Салауат та һүҙ ҡушмай, Гөлбәзир ҙә һаулашмай, күҙгә күҙҙәр ҡарашып, байтаҡ өнһөҙ ҡала. Ахырҙа Салауат үпкәләгән һымаҡ ошо йырын йырлай:

Сәстәреңдең толом сулпылары Сылтырауы салына үҙемә.

Күл буйында үҫкән ҡуга төҫлө Тирбәлгәндәй күренә күҙемә.

Агымдарга ҡаршы тулҡын төҫлө,

Түшкәйҙәрец ниңә тулҡына ?

Ысынлап та әллә үҙе шулай,

Әллә ҡурҡыуҙарың тойола ?

Бешеп кенә килгән алмаларга Алһыу типкән төҫлө йөҙҙәрең.

Алланыуыәллә һылыу төҫө,

Әллә асыу тотҡан уйҙарың ?

Кугаларҙан аша күлгә төшкән Ай нурындай күҙең тойолдо.

Ай битендә типкән миңдәр төҫлө,

Әллә күңелең шулай уйылды ?

Яҙгы ҡояштарга ҡыҙган тауҙың һагымындай буйың елпенде.

Әллә елдәй килеүемде күреп,

Мөрәк гөлөң шуга һелкенде ?

Сал бөркөттәй булып, Урал буйлап Ат уйнатып килдем йыраҡтан. һиңәбөркөт түгел, Гөлбәзирем, Курҡыуыңды ташла йөрәктән.

310


Бандугасты яҫҡыр ҡарсыгага Килеуемде, һылыуым, оҡшатма.

Уҫал уйҙар менән килгәндер тип, Шәрәгеңде, һылыуым, һыуытма.

Ҡошҡа сөйгән йылгыр тсарсыга ла Өстән артыҡ ҡошто яҫҡымай. Ата-инәңдән мин дә өс һораным,

Күп ҡабатлау мицә оҡшамай.

Кырау төҫлө куцелец сәскәләрен Батыр даным, иркәм, ҡыймаһын. Әйтер һуҙец булһа, әйт үҙемә, Үкенескә аҙаҡ ҡалмаһын.

Гөлбәзир:

Тугайҙарҙы баҫҡан көн томраһын Көтәм, елдәр иҫеп баҫһын тип. Тыныслыҡтар һаҡлап һүҙ ҡушманым, Талпынган да йөрәген баҫһын тип.

Урал тауҡайҙарын аша сыгыу Батырҙарга кәртә юлмы ни ?

Ҡаф тауындай ата бейлектәрен Ҡыҙга ецеу анһат эшме ни ?

Ҡыҙ баланың наҙы, батырҡайым, — Сәскәләрҙең наҙы, тиңдәше.

Ҡырау тейгән сәскә төҫлө була,

Көнөн бүлһә уның көндәше.

Кәкүк ҡоштары ла миҙгел һайлай, Сәскә бөтһә, теле талыга.

Бинең сәскәң.дә бит егетен һынай, Ниңә унан күңелең ялыга ?

Кейек ҡаҙҙар ҙа бит кире ҡайта Тыуган еркәйҙәрен һагынып.

Бөйгән ҡыҙың мин үк түгелме ни ?!Ата-инәмдән һора ҡагынып.

Салауат:

Бала саҡтарымда инәң һинең Ҡулдарыңдан тотоп үптерҙе.

311


Уҡа таҡыя алып баштарыма, Кейәүкәйем, тип үк кейҙерҙе.

Мин үпкәндә йөҙөн, алланманы,

Ни әйтергә телец белмәне, һин дә бала инец, мин дәбала, Йөрәгебеҙ бер ни һиҙмәне.

Ҡыҙыл тацдар төҫлө һыҙылып атты, Бала эцере бөткәс, уйҙарым.

Урал аша ҡал (ы)ҡҡан ҡояш төҫлө,

Күҙ алдыма килде буйҙарыц.

Ата-инәц уйым кире ҡаҡҡас,

Күцел сөйҙөм Урал буйына.

Йырҙарымды көсләп күп йырланым, Берәүһенә түгел, йөҙөнә.

Күҙҙәремде һирпеп күп йүгерттем Урал ҡыҙҙарыныц йөҙөнә.

Ҡыйгыр ҡоштай күцелем кире ҡайтты, Мөрхәтһенмәй кире өйөмә.

Уралымда ҡыҙҙар күп булһа ла, Йөрәгемдец сәбе һин генә.

Мин дә һицә шулай булам икән,

Ҡафтау булыр тигеҙ юл гына.

Гөлбәзир:

Ҡошҡайҙар ҙа һайрай, йөрәге ташһа, Моцон сәсә, тормай көн һайлап. Егеттәр ҙә, һылыуын ысын һөйһә,

Атҡа менә, тормай юҡты уйлап.

Ҡара бауыр төлкө, ташҡан йөҙө Түл сәсергә ҡырлас тауҙарҙа.

Батыр егеттәр ҙә ҡанга йөҙә һылыуы өсөн кәрәк саҡтарҙа.

Урал тауҙа үҫкән һылыу ҡыҙҙар Үҙ батырын һөймәй булырмы ?

Ҡыҙ күцелен алгас батыр егет,

Ҡыҙ буйһонмай тороп ҡалырмы ?

312




Салауат менән Гөлбәзир бына шулай икәү-ара йырлашып, уй-хистәрен, кисерештәрен аңлата. Башҡа ҡыҙҙар ҙа йыйылып, бергә уйнап-көлөшөп, кис еткерәләр. Гөлбәзир ҡайтҡандан һуң, Салауат та кисләтеп, кисен һыйыр һауғанда Һағынбайҙың йортона килә. һағынбай иһә йола буйынса таң менән тирә-яҡ йәйләүҙәргә ат саптырып, халыҡ йыйып, тыу бейәләр һуйҙырып, кейәүенең килеүен дан итеп туйлай. Бөтә тирә йәйләүҙә ике-өс көн буйына шау була. Салауат ҡайтыр саҡ еткәс, ир-егет, ҡатын-ҡыҙ, йәш-елкенсәк, ҡарт-ҡоро — барыһы оҙатырға йыйыла. Ул бөтәһе менән һаулашып: «Олатайҙар, инәйҙәр! Ағай, эне, һылыуҙар! Көләс йөҙлө еңгәләр! Бейә һауып, һабанан ҡымыҙ ҡойоп һыйлаусы, йәшлек дәртен иҫкә алып, уйнап, көйләп йырлаусы!» — тип өндәшеп, үҙен танытып, йорт-ил хәстәрен ҡайғыртып, йөрәк һүҙҙәрен белдерә. Яҡты йөҙ менән ҡаршы алғанға, йылы һүҙҙәр менән аш биргәнгә, ихлас ҡунаҡ иткәнгә рәхмәт әйтеп, бары менән хушлашып, ҡайтып китә.

Салауат менән Гөлбәзирҙең ҡара-ҡаршы йыры — әлмисаҡтан йәрәшелгән ике йәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау, аңлашыу, хис-тойғоларҙы, ниәттәрҙе белдереү йыры. Егет башта һөйгән ҡыҙының ниңә ал- ҡыныуһыҙ ҡаршылауын, янына килмәй тороуын, ныҡ һағынып, ҡосағына һыйынмауын аңларға теләй. Гөлбәзир иһә башҡорт ҡыҙҙарына хас тыйнаҡлылыҡ, сабырлыҡ менән егет талпынған да йөрәген бер аҙ баҫһын өсөн тыныслыҡтар һаҡлап һүҙ ҡушмауын әйтә. Артабан аңлатылыуынса, берҙән, Гөлбәзиргә ата бейлеген еңеү анһат түгел; икенсенән, ҡыҙ баланың сәскәләй наҙы бар; өсөнсөнән, ул егетен һынай; дүртенсенән, уны көндәше көнөн бүләсәге уйландыра. Әйткәндәй, «Юлай менән Салауат» ҡобайырында Һағынбай тархандың Юлайға: «Оло улың үлгән һуң, көндәш итеп

ҡыҙыма, Салауатҡа ҡатынға киленеңде алған һуң», — тигән һүҙе бар. Ырыуҙаштарының иһә хәтерләүенсә, уйынса, Салауаттың тәүге йәнәше Әминә ағаһының кәләше булған һәм, тол ҡалғас, йола буйынса ҡустыһына бирелгән. Тарихи белешмәләр иһә Салауат үҙе Юлайҙың оло улы икәнен таныта. Тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, бәлки, Салауаттың ике туған ағаһы булғандыр. Мәгәр, Салауат бала саҡта уҡ Гөлбәзирҙең

313




инәһе, кейәүкәйем, тип башына уҡалы таҡыя кейҙерә, ҡыҙының ҡулдарынан тотоп үптерә. Үҫеп еткәс, Салауаттың күңеле башҡа ҡыҙҙарға мөрхәтһенмәй, йөрәгенең сәбе — йәштән йәрәшелгән Гөлбәзир. Батыр егет ҡыҙ күңелен алғас, ҡыҙ ҙа уға буйһона, Салауатына һыйына. «Салауат» тигән халыҡ йырында йырланыуынса (1, 58):

Салауатҡай кейгән, ай, күк сәкмән Гөлбәзиркәйеиә саҡ икән.

Салауат тигән, ай, болгадир Күп халыҡтарга баш икән.

Борон төрки ҡәүемдәрендә, шулай уҡ башҡорттарҙа күп никахлы, йәрле булыу яҙыҡ һаналмаған. Был түл йәйеү, ғаиләне, нәҫел-нәсәпте ишәйтеү, йәнә ир-егеттең күңелен бөтәйтеү, йөрәктәрен яндырып, башҡа һылыуҙарға ымһынып бармау сараһы ла. Сөнки ир кешегә Хоҙай Тәғәлә ихтыяры менән тәғәйен йәрҙәре иркә, итәғәтле һәм ҡәҙерле. Әүәл мосолман ҡатын-ҡыҙы иренең бер нисә хәләл ефете булыуына ғәмәлдә тыныс ҡараған. Сөнки Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтә: «Ирҙәр ҡатындарҙан өҫтөнөрәктер». Ислам диненә нигеҙ һалыусы пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмде ҡатындары бик хуш күргән һәм ҡәҙер иткән.

«Рәсүлде Хәҙисәһенән ҡала иң яраттырыр Ғәйшә һылыу булған, тиҙәр. Бер заман, байтаҡ ғүмер бергә йәшәгәс, Мөхәммәттең үҙен өҙөлөп һөйөүен татығас, Ғәйшәһе һорай ҡуйған икән: «Мине лә Хәҙисәң кеүек яратаһыңмы?» — тип. «Юҡ, — тигән быға рәсүл. — Хәҙисәгә тиңләшер бер хәләлем, йәриәм дә була алмаҫ. Ни өсөн тигәндә, Хәҙисә бәғерем мине ярлы бәдәүиҙән бай кеше итеште, мине бөтә рухы-бәғере менән Аллаһы Тәғәләнең хаҡ рәсүле итеп ололаны, исламға инанды, минең иң ныҡлы таянысым һәм тоғро юлдашым булды». Сибәр, йәш һәм аҡыллы Ғәйшә бындай йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәренә көнләшеү йә ярым үпкәләү рәүешенә тамсы ла шик ҡалдырмайынса, хәләл ирен, пәйғәмбәрен тағы ла нығыраҡ хөрмәт итергә, шунса яратырға, йәнен-тәнен тамам бағышларға ҡеүәт тапты» (6, 82).

Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм уның хәләле Ғәйшә мөнәсәбәттәре бик тә фәһемле. Ғаилә татыулығы һәм ныҡ

314




лығы, һис шикһеҙ — ирҙең хәләл ҡатынын өҙөлөп һөйөүендә, ҡатындың хәләл иренең таянысы, тоғро юлдашы булыуында, уны ҡәҙер-хөрмәт итеүендә, олола- уында, йәнен-тәнен уға бағышлауында...

Тарихи сығанаҡтарҙа сағылыуынса, Юлай Аҙналы улының өс ҡатыны, ике улы булған. «Юлай менән Салауат» тарихи ҡобайырында әйтелеүенсә: «Юлайҙың йәш бисәһенән өсөнсөгә тағы ла ул тыуған. Халыҡты йыйып туйлаған, Салауат тип исем ҡуштырған». Ғөрөф- ғәҙәт буйынса Салауат батыр ҙа күп никахлы. Халыҡ ижадында кәүҙәләнгән ҡатындары — Әминә, Гөлбәзир, Зөләйха, йәнә рус ҡыҙы, балалары — Рамазан, Хәсән, Миңлеяза... Салауаттың бер йырында Әминәкәйе менән Рамазаны телгә алына (4, 174):

Юлһыҙ гына ерҙән юлдар ярып Ҡайтып киләм, тауҙар артылып.

Эй һагындым, йәнем, ер еләгем,

Күҙ алдымдан китмәй балҡыуыц.

Тацдарымда мицә ҡояш баҡты,

Юл күрһәтте йондоҙ төндәрҙә.

Көнөн-төнөн сабам тынгы белмәйИҫән-Һауҙар микән илдәрҙә ?

Әминәкәй көтөп ҡаршы алыр,

Рамазаны булыр ҡулында.

һаумы, улым, Һаумы, Рамаҙаным, һин тип йәндәр аттым юлымда.

Тотҡонлоҡта иһә Салауат Тыуған илен, хур ҡыҙылай Зөләйхаһын, күҙ нурындай ҡыҙы Миңлеязаһын һағынып йырлай (1, 63):

Иҫтәремдән сыҡмай Уралҡайым, Шишмәләре, сахра тугайы.

Йәннәт төҫөн биргән сәскәләре, һандугастай моңло ҡурайы.

һары ҡамыш беҙҙең күлдәрҙә Шау-шыу килә ҡаты елдәрҙә.

Күлдән генә алган балыҡ кеүек,

Ғәзиз башымалыҫ илдәрҙә.

315


Өйөр генә йылҡы араһында һөйөп менгән атым буртә ине,

Күҙ нурындай ҡыҙым,

Мицлеязам,

Үкенескә икән, иркә ине.

Ҡая ташҡа ҡарап уҡ аттым,

Ыласын гына ҡошто ҡолаттым.

Тац алдында һылыу Зөләйханы Йоҡоһонан йырлап уяттым.

Юл буйында ятҡан буҙәнәне Сапмай киттем, улгән тургай, тип. Зөләйханы упмәй киткән булдым,

Әллә ницә юлым уцмай, тип.

Матур гына ерҙец уҙәгенән Шылтырап ҡына ага Үҙәнем.

Ҡытат күлдәк кейеп, ҡыя баҫып,

Иөрөй микән минец гүзәлем.

Япа-яцгыҙ гына ҡарсыга Талпыналыр, бахыр, ҡош күреп.

Ике беләккәйен яҫтыҡ итеп,

Йоҡлай микән Зөләйхам төш күреп.

Йүгереп-йүгереп үрттәр һалдым Үҙән буйҙарына таратып.

Хур ҡыҙынан артыҡ Зөләйханы Кемдәр һөйөр икән яратып ?..

Йәнтөйәгенең йәмлелеге, Урал ҡыҙҙарының һылыулығы, йән һөйгәндәре, хәләлдәре Салауаттың йәненә — ҡот, сихәт, ошо хаҡта йырҙары йорт-иленең азатлығы өсөн уҡ-йәйәләр алып яу сапҡанда — көс, аяҡ-ҡулы тимер бығауҙа саҡта, күргән ғазаптары ерҙән ашып күккә олғашҡанда баш эймәй йәшәргә — дәрт-дарман. Бына ниндәй ҡөҙрәткә, имгә эйә ул өмөт, наҙ, һағыш менән мөлдөрәмә тулы мөхәббәт! Бөйөк шағир Ғүмәр Хәйям яҙғанса (7, 117; 202):

Мәцгелектец ут -ҡояшы —

мөхәббәт ул, Йәшеллектец бәхет ҡошо

мөхәббәт ул.

316


Юҡ, ту гел ул былбыл йыры,

күңел зары,

Аһ та итмәй үлһәң, ошо —

мөхәббәт ул!

һәр йөрәктең йәрҙән

әсир булганыхуш,

Йәр йөрөгән гөл саңы ла

ҡу таныхуш,

Йәрең һалган йәрәхәт тә

рәхәт кенә,

һәр нәмәне уның

ҡулы һуҙганыхуш!

ӘҘӘБИӘТ

  1. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. — Өфө: Китап,

1974.

  1. Башҡорт халыҡ ижады. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр. — Өфө: Китап, 2000.

  2. Башҡорт халыҡ ижады. Йола фольклоры. — Өфө: Китап, 1995.

  3. Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр. — Өфө: Китап, 2007.

  4. Труды научного общества по изучению быта, истории и культуры башкир при Наркомпроссе БАССР. Выпуск 2. — Стерлитамак, 1922.

  5. Хөсәйенов Ғ. Б. Мөхәммәт пәйғәмбәр // Ватандаш. 2007. № 6.

  6. Ғүмәр Хәйям. Робағиҙар. — Өфө: Китап, 1992.


ҠӨРЬӘНДӘ

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет