ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет11/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   26

Ялҡын йәйелә

Айбулат менән Зөфәр Самарканы бергә үткәндән бирле бик тиҙ һәм яҡындан дуҫлашып киттеләр.

Улар ҡатар үҫеп сәскә атҡан йәшлектәренең бер йәмле ваҡытында осраштылар ҙа бер-береһенә ярҙамға, үҙ белгәндәрен уртаҡлашырға, халыҡ араһында таратырға ашыҡты.

Һамарҙа улар Вася Сергеев менән өс көн буйынса, төрлө юлдар һәм төрлө ауырлыҡтар аша үтеп, ҡорал ташыу заданиеһын үтәнеләр.

Дядя Гриша уларҙы оҙатҡанда ҡулдарын ныҡ ҡыҫты. Уларға аҡыллы кәңәштәр биреп, эштәрендә уңыштар теләне.

Айбулат менән Зөфәр Григорий Ивановичтан кәңәш менән яҡшы теләк кенә алып китмәнеләр. Уларҙың ҡуйындарында Волгин биргән воззваниелар ҙа бар ине.

Айбулат, бөтә аттарҙы Сәйетҡолға тапшырып, үҙе Зөфәр менән Бөрйәнгә төшөп ҡалды.

Зөфәрҙең әсәһе уларҙы бик ихлас ҡаршы алды, ҡунаҡ итергә тырышты. Зөфәр сәй янында ҡалала ҡурҡыныс һәм ауыр хәлдәр булып ятҡанын, үҙе өсөн бер тин дә аҡса эшләй алмай ҡайтҡанын һөйләгәс тә, уның атаһы Мырҙаян, һирәк һоро һаҡалын һыйпап, аҙыраҡ уйланды ла:

— Йә, ярар инде, балам. Ни эшләмәк кәрәк, һау булайыҡ, — тине. Тағы бер аҙ уйлағас: — Ҡала эшселәренә лә ашарға кәрәк бит, — тип өҫтәне.

Өйҙә ныҡ яуап бирергә тура килер, тип шыртлаған егеттәр, был эштән былай уңай ҡотолғас, еңеләйеп киттеләр ҙә Волгин менән һөйләшеп ҡайтҡан эштәрен бойомға ашырырға ашыҡтылар. Үҙ эштәренә керештеләр.

Улар ике-өс көн эсендә икәүһенә йөҙҙән артыҡ прокламация күсереп яҙып алдылар.

Айбулаттың яҙыуы Зөфәрҙекенә ҡарағанда асыҡ та, матур ҙа ине. Улар береһе яҙғанын икенсеһе алмашып төҙәттеләр. Айбулат уҡығанда, Зөфәр тыңланы. Зөфәр уҡығанда, Айбулат тыңлай ине.

“Бөтә донъя пролетарийҙары, берләшегеҙ!”

“Рәсәй социал-демократ эшселәр партияһының Өфө ленинсы комитеты исеменән:

Крәҫтиән халҡына ер кәрәк, крәҫтиәндәргә иркенлек кәрәк. Быны крәҫтиәндәргә кем бирер һуң? Батша хөкүмәтеме? Юҡ, батша хөкүмәтенең эше һәр ваҡытта шул халыҡты ҡыҫыу һәм йәберләү генә булды. Батша хөкүмәте иң яҡшы ерҙәрҙе баярҙарға ҡырҡып бирҙе, әммә крәҫтиәндәргә, саҙаҡа биргән шикелле, ерҙе аҙ ғына бирҙеләр.

Крәҫтиәндәрҙең ерҙәре булмаһа, иректәре бармы һуң? Ул да юҡ. Улар һаман баярҙар, дворяндар, земский начальниктар, исправниктар, становойҙар, податной инспекторҙар һәм шулар кеүек башҡа түрәләр ҡулында торалар.

Һеҙ, крәҫтиәндәр, ауыр хеҙмәт менән тапҡан нәмәнең бөтәһен дә һеҙҙән батша хөкүмәте менән дворяндар, баярҙар тартып алып бөтөрәләр. Улар йылдан-йыл халыҡты фәҡирләндерәләр. Улар, халыҡтың муйынына ултырып ҡанын эсергә еңел булһын өсөн, уны ҡараңғылыҡта тоттолар, иҫерттеләр.

Ваҡыт уҙған һайын, халыҡтың тормошо насарлана барҙы, халыҡ фәҡирләнде. Йотлоҡ бик йыш була башланы. Ер, көсө бөткәнгә, игенде насар уңдыра башланы, әммә ерҙе ҡарарға, яҡшыртырға крәҫтиәндәргә мөмкин түгел, сөнки уның аҡсаһы юҡ, бөтәһе батша хөкүмәте менән дворяндарҙың тулмаҫ кеҫәләренә киткән.

Фәҡирлек һаман артты. Ас-яланғас, ғазапланған, йөҙәгән һәм йәберләнгән халыҡ баш күтәрә. Батша хөкүмәтенең золомон бынан ары күтәрергә хәл ҡалманы.

Күп ерҙәрҙә крәҫтиәндәр батша хөкүмәте менән көрәшергә күтәреләләр. Уларҙың түрәләр ҡулында ҡол булып торғолары килмәй.

Улар ер өсөн көрәшәләр. Көндән-көн уларҙың һандары арта. Ауыл артынан ауыл, волость артынан волость йәбергә, золомға ҡаршы күтәреләләр. Күптән бирле халыҡтың иркенлеге өсөн көрәшеүсе ҡала эшселәренә ҡушылалар.

Оҙаҡламай халыҡтың залимдар менән һөйләшер көнө етер. Халыҡ — крәҫтиәндәр менән ҡала эшселәре ул. Уларға ҡаршы байҙар, помещиктар, фабриканттар, купецтар ғына. Халыҡты еңергә мөмкин түгел.

Улар (фабриканттар, купецтар, байҙар), мәмләкәттә власть батша хөкүмәте ҡулынан күп ғүмер мыҫҡыл ителгән халыҡ ҡулына күсһә, ул ваҡытта талай ҙа, йәберләй ҙә алмаясаҡтарын аңлайҙар. Шуға күрә улар власты халыҡ ҡулына аҙ биреп, күберәк үҙ ҡулдарына алыр өсөн батша хөкүмәте менән мәслихәткә инергә ашығалар”.

...Айбулат менән Зөфәр ошондай прокламацияларҙы байтаҡ ауылдарға таратып, бик күп кешеләргә уҡып ишеттерҙеләр. Йәштәрҙең аҙ-маҙ уҡый белә торғандарының ҡулдарына биреп, ишетмәй ҡалған кешеләргә уҡырға ҡуштылар.

Үткер йәштәрҙең ҡайһы берҙәре бындай прокламацияларҙы тотош ятлап алып, уны ҡыҙығып тыңлаған иптәштәренә лә, ололарға ла һөйләйҙәр ине.

Тик бына Таллыҡ ауылында уларҙы хәҙрәт ишетеп ҡалып, үҙенең улы Ҡәүигә ҡаты иҫкәртеү яһаны.

— Бында, дәжжәл һымаҡ, халыҡты ҡотортоусылар йөрөп яталар икән, һин уны күрмәйһең икән. Иғтибар кәрәк. Хәҙерге заман — донъяның аҙған заманы. Китаптың: “Әҙәмдәр араһында шайтандар кеше һүрәтенә инеп йөрөрҙәр, имеш”, тигәне бына ошо инде, — тине ул.

Был хәбәр тиҙ үк старостаға ла барып етте. Уныһы икенсе яҡтан ҡыҙып сығып, стеналарға йәбештерелгән прокламацияларҙы үҙе йөрөп йыртып ташланы.

Был ваҡытта Айбулат менән Зөфәр ауылдың иң арғы осондағы Айбулатҡа апай тейешле кешегә барып ҡайтырға әҙерләнәләр ине. Урамдан йүгереп ҡайтып ингән Заһит көлә-көлә хәбәр һөйләне:

— Айбулат ағай, кисә мин йәбештергән яҙыуҙы староста олатайым килеп йыртып алды. Ул ныҡ йәбешкәйне. Шунан староста олатай тырнағына шырау керетте лә, ул уны һурғансы, мин уның янына тағы икенсеһен йәбештерҙем. Ул, ҡапыл әйләнеп, яңынан йәбештерелгән ҡағыҙҙы күрҙе лә, ҡото осоп, ҡысҡырып ебәрҙе: “Ләхәүлә, ләхәүлә, тфү, тфү, был шайтан эше икән, шайтан эше икән”, — тип йүгерә-атлай хәҙрәткә китте. Эй беҙ малайҙарға әңгәмә булды ла инде. Тәгәрәшеп көлөштөк.

Егеттәрҙең планы буйынса, иң аҙаҡҡы ауыл Айҙаҡай ине.

Айбулаттың янында ят ҡунаҡ бар икәнен күргәс, уны ҡаршы алырға сыҡҡан Гөлйөҙөм, оялып, соланға кире инеп китте. Ул арала ашығып сығып килгән Мәғфүрә, ҡунаҡтың бик йәш кеше икәнен күреп, тартынып тормайынса ҡаршы алды. Улар менән күрешеп һөйләшә-һөйләшә, арбалағы кейеҙ-фәләндәрҙе күтәреп өйгә инеп китте лә өйҙә Гөлйөҙөмгә самауырҙы ҡуя һалып ебәрергә ҡушты:

— Килен, сәйеңде ашыҡтыр. Бик ҙур ҡунаҡ килгән. Ул минең Бөрйән ауылындағы Мырҙаян ағайымдың улы икән. Танымай ҙа торам, күптән күрмәгәс ни, үҫеп киткән. — Үҙе лә тиҙ-тиҙ генә түр яҡты йыйыштырып алды.

Айбулаттың Һамарҙан ҡайтмай әллә ҡайҙа оҙаҡ йөрөүенә эстәре бошоп торған Гөлйөҙөм менән Мәғфүрәгә бик ҙур шатлыҡ тыуҙы. Улар бер-береһен бүлеп хәбәр һөйләнеләр. Гөлйөҙөм, шаршау артынан шыбырлап:

— Бында ҡайнағалар ҙа, еңгәмдәр ҙә һине әрләйҙәр. Өлкән ҡайнаға һине, Һамарҙағы һуғышта ҡатышып йөрөй икән, улай бик ҡулы ҡысытһа, мин уның урынын табырмын, тип зыҡ ҡуба, ә бәләкәй ҡайнаға: “Ҡайтып күҙемә генә күренһен, мин унан өс йөҙ бот бойҙайҙы һығып таптырам”, — тип аҡыра. Ҡурҡып торабыҙ, — тине.

Айбулат Гөлйөҙөмдө йыуатты:

— Ҡурҡма, ниңә ҡурҡаһың? Кем кемдең боғаҙынан алыр әле, уныһын алдан һөйләмәһен, — тине.

Мәғфүрә Ҡотлоярҙың яраланғандан һуң яҙған хатынан башҡа хат булмауына көйөнөп һөйләне:

— Әллә инде, яраш та булған тиҙәр, кешеләр һуғыштан ҡайтҡылап ята, ә беҙҙең кеше юҡ, — тине ул. Шунан Айбулатҡа иғтибар менән ҡарап торҙо ла Гөлйөҙөм һөйләгән хәбәрҙе нығытты:

— Алламорат Һамарҙан ҡайтып төшөү менән унда булған хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләгән, уға бер нәмә лә булманы. Сәйетҡолдо, һинең менән ҡалып оҙаҡлап йөрөгәне өсөн, Имай бик ныҡ туҡмап ташлаған, бахырҙы.

Айбулаттың бик ныҡ асыуы килде.

— Ни эшләп ул туҡмалып ҡарап тора икән, берәй таш менән Имайҙың май башына ҡундырмай.

— Ул йыуашты беләһең бит инде.

Улар шулай хәл белешеп һөйләшеп ултырғансы, Гөлйөҙөм сәй әҙерләп өлгөрттө. Бер-ике сынаяҡ сәй эсеүгә, Исмәғил йүгереп килеп инеп хәбәр һөйләргә кереште.

— Айбулат ағай, Ныязғол ағайҙарға ситтән ҡунаҡтар килеп төштө.

— Кемдәр?

— Береһе Таллы ауылындағы үҙенең ишан ҡоҙаһының улы Ҡәүи. Шунан тағы бер йәш мулла бар. Әллә, уныһы ҡайҙандыр. Мәғфүрә лә Исмәғил хәбәрен нығытты:

— Эйе, бая төш ваҡытында килделәр. Ныязғол ҡайнаға хатта үҙе аяғүрә тороп хөрмәт итте. Күрәһең, анау йәш муллаһы бер бик ҡәҙерле нәмәлер. Бигерәк шуныһының һүҙен тыңлайҙар. Иртәгә сход та йыйҙырмаҡ булалар шикелле.

Быға тиклем уларҙың хәбәрҙәрен тыңлап, һүҙгә ҡатнашмай ултырған Зөфәр, был һуңғы хәбәрҙе ишеткәс, ҡыҙыҡһынып һүҙгә ҡушылды:

— Бына, Айбулат, ишетәһеңме, теге реформистар килеп сыҡҡандар икән, — тине.

— Ниңә теге тиһең, әллә бер-бер ерҙә уларҙы һин дә осратҡайныңмы?

— Бәй, тап ошоларын осратмаһам ни, башҡаларын күп күргәнмен. Ундай байҙар тәрилкәһен ялап йөрөй торған аумаҡай тоҡомдар Яйыҡта ла тулып яталар, ә төп тамырҙары Өфөлә уларҙың.

Айбулат Мурзиндың был һүҙҙәренән һуң ҡапыл ҡабалана башланы.

— Улайһа, беҙ эште һуҙмайыҡ әле, — тине. Ул тиҙ генә урынынан тороп, Исмәғилде янынараҡ саҡырып алды ла үҙенең сөйҙә элеүле торған көпө кеҫәһенән ҡалын бер нисә прокламация сығарҙы:

— Мә, ҡустым, хәҙер генә Хөсәйенде тап та ошо яҙыуҙарҙы йәбештереп сығығыҙ, — тине.

Исмәғил йәлтелдәп ярҙамлашырға кереште.

— Ярай, ағай, хәҙер, — тине ул.

— Туҡта, ана, еңгәң ҡамыр яһап бирер. Бер кемгә лә күрһәтмә. Күберәген мәсет ҡапҡаһы тирәһенә, оло урамдағы ағас ҡапҡаларға йәбештерерһең.

— Беләм дә инде, ағай. Анау ташҡа баҫылған урыҫса яҙылған ҡағыҙҙарҙы ҡайһылай яҡшылап йәбештергәйнем әле, — тине Исмәғил.

Уға Гөлйөҙөм бер туҫтаҡ шыйыҡ арыш ҡамыры иҙеп ҡулына тотторҙо. Исмәғил сығып та китте.

Мурзинға Исмәғил бик оҡшап ҡалды.

— Ҡайһылай теремек малай. Бик булдыҡлы, — тип йылмайҙы.

Айбулат уны өҫтәп маҡтап ҡуйҙы.

— Бик яҡшы, шәп егет буласаҡ ул малай. Уның Хөсәйен тигән иптәше бар, уныһы ла шулай, бик уңған бала. Үткәндәге ҡағыҙҙар тип, теге “Крестьяне, к вам наше словоны” әйтә ул.

— Урыҫсаны уҡый белеүсе лә юҡтыр ул?

— Урыҫса түгел, башҡортса уҡыусы ла һирәк тә бит, ни эшләйһең. Шулай ҙа файҙаһыҙ ҡалмай. Был юл менән эш итеүҙең бик файҙалы бер яғы бар, — Айбулат хәтерләп көлөп ҡуйҙы. — Шул урыҫса прокламацияны күргән кешеләрҙең ни яҙылғанын белгеһе килә бит инде. Тимерғәле олатай иң башта инде. Ҡарап-ҡарап торған да писарға киткән. Уға барған да:

— Әйҙә әле, ҡустым, уҡып ишеттер әле, — тип писарҙы алып килгән. Быларҙы күреп, башҡалар эйәргән. Писарь ни, тырышып-тырышып уҡып, мәғәнәһен һөйләп бирә икән. Халыҡ шулай итеп, бик күп йыйылып киткән. Беҙгә ни шул ғына кәрәк. Мин дә араларына инеп киттем дә бер ыңғай бөтәһен тәржемәләп һөйләп бирҙем. Бик яҡшы булып сыҡты.

— Ул да ҙур эш булған, — тине Мурзин.

— Ә һуң кешеләр быны бер ай буйына ауыҙҙарынан һалмай һөйләнеләр, ә һөйләүселәр араһында, һүҙ ыңғайы килтереп, ҡушылып һөйләү бик яйлы сыға.

Улар иртәгә буласаҡ сходҡа ҡайһылай итеп әҙерләнеү тураһында кәңәшкә керештеләр. Зөфәр ситтән килгән ҡунаҡтар халыҡ араһына сығып йөрөүсе реформистарҙың батшаға ла ярап, баярҙар, фабриканттар күңелен дә күреп, әле революцион көрәш алып барған эшселәр, крәҫтиәндәрҙең мәнфәғәттәрен бөтөнләй юҡҡа сығарырға тырышыусы аумаҡай вәкилдәре икәнен һөйләп бирҙе.

Айбулат Мурзиндың был һүҙҙәренән ҡыҙып ҡуҙғалды:

— Сход була ҡалһа, Зөфәр, давай һин дә, мин дә уларҙың йөҙҙәрен йыртырлыҡ итеп ҡаршы сығайыҡ, — тине ул.

— Уныһы тәғәйен инде ул, Айбулат. Әллә беҙ уларҙы мөкиббән китеп тыңлап ултырырбыҙ тиһеңме? Күҙҙәренә төртөп һөйләрбеҙ. Бында беҙҙе яҡлап һөйләүселәр ҙә булһа, бик яҡшы булыр ине.

Уларҙың был кәңәштәрен Әхмәҙи килеп инеп бүлде. Уның менән күрешеп, һаулашҡанса булмай, Исхаҡ менән Сафа килеп инделәр.

Улар яңы ғына Покровка ауылынан ҡайтып төшкәндәр ҙә, Айбулаттың ҡайтҡанын ишетеп, бында йүгергәндәр.

Исхаҡ, күрешеп, һаулашып бөткәнде лә көтмәй:

— Эй, Айбулат, һин генә өйҙә булманың, беҙ Покровка менән Кузьминда зыҡ ҡуптыҡ. Ауыҙыбыҙ тулы хәбәр! — тип һүҙгә кереште.

Айбулат, бик ҡыҙыҡһынып, янған күҙҙәре менән бөтәһенә лә ҡарап:

— Йә, йә, һөйләп ташлағыҙ! — тине.

Исхаҡ бүркен сисеп урындыҡҡа һалды, көпөһөнөң яғаһын ысҡындырып ебәреп, һике ситенә ултырҙы. Әхмәҙи, үргә сығып аяҡ салып ултырып, Мәғфүрәнең ҡыҫтап-ҡыҫтап димләгән бер сынаяҡ сәйен алдына алып, уны ҡоя тормайынса, Исхаҡтың һүҙенә ҡолаҡ һалды. Сафа, өҫ-башын да сисенмәй, асыуланған кеше һымаҡ ҡаштарын төксәйтеп, ике ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан көйө иҙән уртаһында баҫып тора ине.

— Беҙ ни, әлеге һинең менән һөйләшкәнсә, Кузьмин утарына законһыҙ ҡушылып киткән үҙебеҙҙең ерҙәр тураһында берәй эш сығарып булмаҫмы икән тип, шул яҡта йөрөп әйләнергә сығып киткәйнек. Унда беҙгә тиклем өлгөрөп яталар. Беҙ ни уйлап йөрөгәнде әйткәс, улар: “Ниңә әле йәһәннәм аҫтында тигәндәй, алыҫтағы ҡан заман юғалған ерҙе юллап маташаһығыҙ? Барығыҙ, Расторгуй менән Ныязғолдан башлағыҙ. Бындағы ерҙәр үҙебеҙгә лә етмәй әле”, — тиҙәр. “Әгәр ҙә был яҡтан башҡа берәй ярҙам өмөт итһәгеҙ, пожалуйста”, — тиҙәр.

Айбулат Исхаҡтың һүҙен бүлде:

— Тиҙәр ҙә тиҙәр, тиһең. Кемдәрҙе күреп һөйләштең һуң?

— Кем тип ни, бөтәһе лә шунда. Покровкалар ҙа барғандар, Ивановкалар ҙа ҡушылып алғандар, Кузьминдыҡылар ҙа шунда. Улар һәр бер ауылдан үҙҙәренең вәкилдәрен һайлап ҡуйғандар, шуны әллә ниндәй генә комитет тип йөрөтәләр. Эште ошо комитет йөрөтә. Комитет башында һуғыштан яңыраҡ ҡына ҡайтҡан бер үткер кеше тора икән. Моряк тип йөрөтәләр. Волгин да бер генә көнгә килеп китте. Һине һорашты. Ни эшләп һаман ҡайтмай йөрөй икән, ти. Ул күберәк иген өләшеү, Һамарға иген тейәтеү менән булды ла китеп тә барҙы.

— Шунан?

— Шунан шул. Улар шулай итеп Кузьминдың Селекле буйындағы участкаларын үҙ-ара бүлешеп яталар. Уның келәттәрендәге игендәрен үҙҙәре лә бүлешеп ташыйҙар, Һамарға ла оҙаталар.

Исхаҡтың һүҙен Сафа бөтөрөп ҡуйҙы.

— Һамарға иген тейәгәндә, беҙ ҙә ярҙамлаштыҡ. Әллә ҡырҡ-илле йөк китте. Беҙгә лә бишәр бот биреп ҡайтарҙылар. Мурзин Айбулатҡа ҡараны ла:

— Бына, исмаһам, был ысын, йәнле хәрәкәт, — тине. Айбулат, уйланып, башын һелкте:

— Эйе, ысын, йәнле хәрәкәт. Бик дөрөҫ, — тине. Хәҙер улар үҙҙәренә ни эшләргә кәрәклек тураһында уйға төштөләр. Шул турала һүҙҙәр күбәйҙе, фекерҙәр алға тәгәрәне.

Айҙаҡайҙағы сход тыныс һәм мөһабәт тантана менән асылды.

Ныязғол староста аяҡтарын ике яҡҡа ҡаратып арҡыры баҫып, ҡайҡая биреп, алдан китте. Халыҡ йыйылғасыраҡ Ҡәүи мәхдүм менән ят ҡунаҡ мулла ла барҙылар. Халыҡ йыйылып бөткәс кенә, Айбулат менән Зөфәр ҙә килеп инделәр.

Сход өйө итеп быйыл Ҡаҙанҡап Абдулланың өйөн алып ҡуйғайнылар. Уның өлкән ағас өйөнөң түр яғы бөгөн халыҡ менән шығырым тулы. Элек сходҡа ҡарттар ҙа урта йәштәгеләр генә килә торғайнылар. Хәҙер йәштәр ҙә, хатта үҫмер малайҙар ҙа йөрөй башланылар. Өҫтәл тирәһендә Ныязғол, Шиһап мулла һәм ҡунаҡтар ултырғандар. Ә бүтән кешеләр кем ҡайҙа — шунда урынлашҡандар.

Айбулат менән Зөфәр килеп ингәс, сотник Саттар ҡарт, үҙе ултырған мейес эргәһендәге эскәмйәнән тороп, урын күрһәтте.

— Әйҙә, ҡунаҡ улым, Зөфәр шәкерт, ултыр! — тине.

Зөфәр үҙе ултырғас, шыуып, Айбулатҡа, ла урын бирҙе.

Сходты Ныязғол үҙе башланы. Ул Айбулаттың ҡайтҡанын ишетмәгәйне. Әле уның бында килеп инеүенә лә, ҡайтҡас, үҙенә барып күренмәүенә лә бик зәһәрләнеп асыуы ҡабарҙы. Ләкин бында оло, ят ҡунаҡтар алдында ул, һүҙ ҡуҙғатып, сер бирергә теләмәне. Шуға күрә, ул сырайын да һытмай ғына, хатта аҙыраҡ йылмайған төҫ, йомшаҡ тауыш менән сходты асты.

— Ағай-энеләр, туғандар, беҙ бөгөнгө көндә, бик ҙур үҙгәрештәр яһап ятҡан бөйөк инҡилап заманында, йыйылышып һөйләшеп алыуҙы тейеш таптыҡ. Үҙебеҙҙә, аллаға шөкөр, тыныслыҡ әле. Быныһына ҙур шөкөрана ҡылайыҡ та бының аръяғына иҫән-һау ғына ошо кәсәфәттәрҙән ҡотолоп ҡалыуҙы теләйек.

Бына ошондағы изге мосолмандар уйы менән беҙгә Өфө яғы башҡорттарынан бик мөғтәбәр кеше булған мөфтөй хәҙрәттәре Мөхәммәтьяр әфәнде Солтанов духовный собрание исеменән “Нәсихәт” ебәргән. Бына ошоно уҡып сығыуҙы беҙ алыҫ ерҙәрҙе яҡын итеп килгән хөрмәтле Ғәйнулла муллаға тапшырабыҙ. Ул һөйләп бөткәс, һүҙҙе үҙебеҙҙең Ҡәүи мәхдүмгә бирербеҙ. Ул да бик алыҫ ерҙәрҙә, Ырымбурҙа, Өфөлә булып ҡайтҡан, аҡыллы ғилемдәрен тыңлап, үҙебеҙсә уйыбыҙға алып ҡуйырбыҙ. Ғәйнулла мулла, рәхим итегеҙ, — тине лә, маңлайындағы бөрсөк-бөрсөк сыҡҡан тирҙәрен ҙур һоро ҡулъяулыҡ менән һөртөп алды, ул урынына ултырҙы.

Ныязғолдоң һөйләү һәм ҡыланыуҙарын ҡарап ултыра торғас, Айбулаттың бик ныҡ көлгөһө килде. Ул эсенән: “Ҡара һин уны, “ғалимдар” менән бер кис үткәргәнсе шулай телгә оҫтарып киткән, ахыры”, — тип уйлап ҡуйҙы. Айбулаттың был кәйефен аңлап алған Зөфәр уның ҡолағына:

— Быларҙың бөтәһен аҙағына саҡлым тыңлайыҡ, шунан үҙебеҙ башларбыҙ, — тип шыбырланы.

Ғәйнулла мулла элекке муллаларға ҡарағанда ла ҡаршыраҡ ғәҙәт менән ҡаласа кейенгәйне. Уның өҫтөндә яҡшы буҫтауҙан тегелгән ҡара йөббә, башында ҡупшы ҡара ҡасим бүрек, аяғында ялтыр ситектәр һәм улар өҫтөнән ҡырлы балаҡтарын һалып ебәргән ҡара буҫтау салбар ине. Ул үҙен дә, элекке муллалар һымаҡ, башын баҫып, күҙен йомоп түгел, ә ҡаланың бер үткер сауҙагәре һымаҡ, еңел һәм көйәҙ тота. Бындай төҫ, кейем, ҡыланыштар Шиһап муллаға бик оҡшап бөтмәй, күңелен ҡытрайтһа ла, Ғәйнулланың мөфтөй янынан килгән булыуы уға бөтөнләй аҡлама бирә. Ә бына ишан хәҙрәт улының шулай артисҡараҡ оҡшатып ҡыланыуын Шиһап мулла бер ҙә яратманы. Әгәр ҙә ул быларҙы бынан бер өс-дүрт йыл элек күргән булһа, “мәлғүндәр”, тип әрләүҙән тартынмаҫ ине. Ә хәҙер... заманаһы шулайға китте шул! Сабыр итергә тура килә. Шиһап мулла үҙенең ошо күңелһеҙ уйҙарын иҙәнгә текләп ослап ҡуйҙы, йә, ярай, ни булһа ла, был йәштәр мосолмандар өсөн изге ниәт менән йөрөйҙәр, тип күңелен тынысландырҙы ла Ғәйнулланың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды.

Ғәйнулла, Ныязғол һымаҡ, төҫөнә йомшаҡ йылмайыу сығарып, нәҙек тауышын ҡөрьән уҡыу көйөнәрәк һалып һөйләй:

— ...Мосолман ағай-энеләр!

Мин һеҙгә тәү башта батша хәҙрәттәренең манифесы тураһында һөйләп үтәйем. Был манифест беҙгә һәм бөтә халыҡҡа иркенлек бирә, беҙгә бик күп изгелектәр вәғәҙә итә. Был манифестың үҙе тотошлай мосолман телендә, йәғни төрөксәгә күсерелеп баҫтырылған. Ул элек үҙегеҙҙә уҡылған икән. Шуға күрә беҙ бөгөн батша хәҙрәттәренең һаулығына доға ҡылайыҡ, ул оҙаҡ йәшәһен.

Ғәйнулла үҙенең ошо кереш һүҙен байтаҡҡа һуҙып һөйләне лә, ҡулына “Нәсихәтте” алып, уҡый башланы:

“...ләкин манифестың беренсе матдәһына уҫал ниәт менән башҡа мәғәнә биреп, байҙарҙың малдарына, ер һәм һыу кеүек милектәренә зарар итергә, йәғни шәриғәт һәм закон тыйған эштәрҙе эшләүгә мосолмандарҙы ҡотортоусылар барлығы ишетелде. Үҙебеҙҙең файҙабыҙ өсөн булған манифесты әһле ислам хата аңлап, боҙоҡ эштәргә файҙаланыу мөмкин тип аңламаһындар. Үҙ көрәштәренә, уларҙың йән һәм тәндәренә, ер-урмандарына зарар килтерергә батырсылыҡ итмәһендәр. Был турала ҡотортоусылар булһа, уларҙың һүҙҙәренә ышанмаһындар”.

Айбулат, Зөфәргә әйләнеп ҡарап:

— Төшөнәһеңме, ниндәйерәк нәсихәт? — тине. Зөфәр бик етди һәм асыулы төҫ менән Ғәйнуллаға текләгән көйө:

Бик төшөнәм, матур һайрай! — тине.

Уларҙың бик аҡрын булмаған был шыбырлауҙарын мейес эргәһендә ултырған йәштәр асыҡ ишеттеләр, күрәһең. Улар араһынан әллә ҡайһыһы, ҡысҡырып тороп, яйлап ҡына:

— Бына кәрәк булһа һиңә нәсихәт! Шул да булған икән нәсихәт! — тип һуҙып ҡуйҙы.

Уның һүҙенән ул тирәләге йәштәр бер юлы көлөп ебәрҙеләр.

Ныязғол, улар яғына бик асыулы ҡараш ташлап, орошорға тип әйләнгәйне, ләкин ҡалаларҙа һуңғы ваҡыттарҙағы бындай сығыштарҙа халыҡтан әрләнергә өйрәнеп бөткән Ғәйнулла мулла был тауышҡа ғына иғтибар итмәне. Ныязғол, уның тыныслығын күреп, үҙен тыйҙы. Шулай ҙа Ғәйнулла мулла, ҡулындағы биш-алты битлек ҡағыҙҙарҙың яртыһын тигәндәй аша төшөп, һүҙен ҡыҫҡартырға тырышты. Оҙаҡламай ослап та ҡуйҙы:

— ...Бөтә кешелек донъяһына ислам итәғәте мотлаҡан булыуы менән мәшһүр. Кешенең эске һәм тышҡы хәлдәрен әйләндереп алыусы динебеҙ беҙгә мөһим вазифалар йөкләтә: Әлсолтан салла аллаһо фильарз, йәғни күк батшаһының күләгәһе булған ер батшаһына ла шул уҡ итәғәт итеүҙе йөкләтәлер.

Ләкин тәәссәфкә ҡаршы, мосолманса яҙылып тороп, мәсет ҡапҡаһына йәбештерелгән прокламациялар беҙҙе бик ҡаты тәшүишкә һала. Сөнки был эштәр беҙ мосолмандарҙың берлеген һәм батшаға итәғәтлелеген боҙалар. Шуға күрә мосолмандар үҙ араһында бер-береһен бындай эштәрҙән тыйырға тейештәр. “Нәсихәт” беҙгә шулай тип өйрәтә. Ә инде “тыйылмаған кешеләр һәм, киреһенсә, ҡотортоусылар була икән, ундайҙарҙы правительство ҡорал көсө менән тыясаҡ”.

Халыҡ барыһы бер юлы геүләшә башланы. Ҡайһылары Ғәйнулланың һүҙҙәрен йөпләй, күрәһең:

— Эйе, алла һаҡлаһын, — тиҙәр.

Ләкин Айбулаттар яғында ултырған йәштәрҙең һүҙе башҡа: — Бик шәп нәсихәт алып килгәнһең икән!

— Күрҙек нәсихәтеңде. Хөрриәтте ҡорал көсө менән баҫтырыуҙы хуплаған нәсихәт үҙеңә булһын!

Ныязғол, асыуланып, ҡара көйөп, халыҡты тыйырға тырышты:

— Был ниндәй тәртип боҙоу тағы, тик кенә ултырып булмаймы ни, сит кешеләр барҙа оят кәрәк, — тип ҡысҡырҙы.

Ныязғол Айбулатҡа асыулы күҙҙәрен уйнатып текләй. Ләкин Айбулат менән Зөфәр, үҙҙәре ҡуйышҡан һүҙ буйынса, тыныс ултыралар. Улар Ҡәүиҙең һөйләгәнен дә ишеткеләре килә. Бер аҙҙан сход тынысланды.

Ныязғол да тирен тағы бер ҡат ҡоро ҡулъяулығына һөртөп алды ла, асыуҙан ҡалтыраған тауышын тынысландырырға тырышып:

— Хәҙер беҙҙең Ҡәүи мәхдүм нотоҡ һөйләйәсәк. Ул да бына әле генә бик ҙур мәҙрәсәне уҡып бөтөп ҡайтҡан уҡымышлы кешебеҙ. Һис бер шауламай, ихлас тыңлайыҡ инде. Ул һөйләгәндә оронсоҡлаусы булһа, сходтан етәкләп сығарып ебәрәм! — тип, баяғы шаулашҡан яҡҡа ҡарап, бармаҡ ҡағып ҡуйҙы.

Ҡәүи, урынынан тороп, башындағы йондоҙлап сигелгән ҡара бәрхәт таҡыяһын ҡупшылаңҡырап ҡуҙғатып сикәһенәрәк шыуҙырҙы ла, бөтә кеше өҫтөнән күҙ йөрөтөп алғас, һөйләй башланы.

Ағай-эне, мосолмандар! Беҙгә әле генә Ғәйнулла әфәнде батша хәҙрәттәренең манифесы тураһында һөйләп үтте. Мин ул турала күп ҡағылмайым. Ләкин был манифестың бөтә Рәсәй халҡы өсөн һәм беҙҙең мосолман халҡы өсөн дә күп изгелектәр биреүе хәҡиҡәт. Йәғни шуны ғына әйтеп үтергә лазым табамын ки, беҙ быға тиклем ихтилалдың башланған ваҡытынан алып барыбыҙ ҙа дөйөм хәрәкәт менән барған булһаҡ, хәҙер был батша хәҙрәттәренең манифесынан һуң, беҙ үҙебеҙҙе яңы һәм яҡшы донъяға сыҡҡанбыҙ тип фараз итеп, йәғни шулай итеп иҫәпләп, тыныс тормошҡа күсергә тейешбеҙ. Бының өсөн ни кәрәк? Бының өсөн мосолмандарҙың дөйөм берлеге кәрәк. Хәҙерге Өфө ҡалаһында “Мосолмандар иттифағы” тигән бер ойошма төҙөлдө. Был ойошманың теләге мосолмандарҙың үҙ-ара барған талаш-тартыштарын бөтөрөп, татыулыҡ менән, берлек менән йәшәүҙәрен алға һөрөү. Әле бына ишеттегеҙ, манифеста ла иркенлек тураһында яҙылған. Беҙ ошо йылдарҙағы ихтилал арҡаһында өлгәшкән иректе һәм тигеҙлекте үҙебеҙгә ҙур ғәнимәт белеп, талаш-тартыштарҙы бөтөрөп, тыныс торорға тырышайыҡ. Әгәр ҙә беҙ, ошо “Мосолмандар иттифағы” күрһәткәнсә, үҙ-ара аңлашып берләшһәк, бик ҙур реформалар яһап, мәҙәни тормошҡа күсәсәкбеҙ. Шуға күрә бөтә мосолмандар берләшеп эш ҡылырға тейештәр...

Ҡәүи мәхдүм, ошо турала бик оҙаҡ һөйләп, Государственный дума тураһында ла бер талай һүҙ бутап, үҙенең телмәре елле сыҡһын — тип, ахыры, ҡулдарын алға һуҙып:

— “Иттифаҡтыр берләшеү, йыйылып бергә серләшеү!” — тигән лозунг менән һүҙен бөтөрөп, үҙенән бик риза булған төҫ менән, урынына барып ултырҙы.

Был юлы уға ҡаршы ла, ыңғай ҙа бер нәмә тип тә өндәшеп шауламанылар. Сөнки тыңлаусыларҙың күбеһе “иттифаҡтың” ни тигән һүҙ булыуын төшөнмәй ине. “Иркенлек, тигеҙлек, берлек” кеүек һүҙҙәрҙең ҡапыл ишеткән саҡта ҡолаҡҡа яғымлы яңғырауы ҡайһы бер кешеләрҙең мейеләрен сыуалтып ташланы. Ә баяғы ҡысҡырыусылар Айбулат менән Зөфәрҙең һүҙен көтөп тындылар.

Ныязғол, сходты ябырға уйлапмы, үҙе һөйләргә уйлапмы, урынынан тороп, ҡулын күтәргәйне, Зөфәрҙең ҡуҙғалғанын күреп:

— Йә, йә, бына беҙҙең тағы бер уҡымышлы шәкертебеҙ бар әле. Ул да беҙгә үҙ нотоғон әйтһен әле, — тине. Зөфәр һүҙен:

— Ағай-эне, туғандар, — тип башланы. — Бына күрәһегеҙ, беҙгә, беҙҙең Ырғыҙ буйына, бик күп аҡыл һәм кәңәштәр тейәп, Өфө әфәнделәре килеп төшкәндәр. Беҙ уларҙың һүҙҙәрен иғтибар менән тыңланыҡ һәм бик яҡшы аңланыҡ. Хәҙер улар беҙҙе, беҙҙең яҡ кешеләренең һүҙҙәрен тыңлаһындар. Беҙ, әлбиттә, был әфәнделәрҙе, бик насар кешеләр, тип яманлай алмайбыҙ. Сөнки был кешеләр үҙҙәре ҡалалағы татар буржуйҙары һәм татар-башҡорт байҙары, руханиҙарының заказдарын үтәп йөрөүсе приказчиктар ғына. — Кешеләрҙең ҡайһылары мышылдап көлөп ҡуйҙылар ҙа тағы тыңлай башланылар. — Был приказчик әфәнделәр, бында беҙгә килеп, былай ҙа өсләтә иҙелеп, быуаттар буйына артта ҡалған башҡорт халҡының иң ныҡ иҙелгән ярлыларының әле генә ҡояш яҡтыһына асылырға әҙерләнгән күҙҙәрен тиҙерәк томалап ҡуйырға ашығып килгәндәр!

Ныязғол, бик ҡаты тамаҡ ҡырып, бөтә ултырғысы менән дыңғырлап әйләнеп, Зөфәргә ҡарап ултырҙы.

Зөфәр һүҙен дауам итте:

— Манифесты һеҙҙең маҡтамай хәлегеҙ юҡ. Сөнки ул һеҙҙең байҙар, капиталистар синыфына бик йәтеш тура килә. Манифест тураһындағы мәсьәлә беҙгә көн кеүек асыҡ. 17 октябрь манифесы — ҡапҡан ул, тоҙаҡ ул. Манифестың биргән вәғәҙәләре, “граждандар ирке” тигән һүҙҙәре батша хөкүмәтенең үҙен ҡыҫымға алған эшсе-крәҫтиәндәр восстаниеһынан ҡотолоп тороу өсөн төҙөлгән буш вәғәҙәләре ул. Был манифест тураһында хәҙерге ваҡытта, халыҡ араһында, беләһегеҙме, ниндәй йыр ижад итеп, йырлап йөрөйҙәр:



Батша ҡурҡты ла сығарҙы манифест,

Үлгәндәргә — ирек, тереләргә — арест.

Бына был йырҙы һеҙ әфәнделәр генә түгел, беҙҙең бөтә йәш егеттәр ҙә аңлайҙар. Ә һеҙ шуны аңлай тороп, хәҙрәттәрҙең сайҡап эсергә биргән бетеүендәй итеп, “нәсихәт” ҡосаҡлап килеп еткәнһегеҙ. Һеҙгә бының өсөн хужаларығыҙ ҙур наградалар бирерҙәр. Ләкин бында иҙелгән крәҫтиәндәр һәм ҡалаларҙағы көн-төн барған ҡанлы восстаниеларҙа ысын ирек өсөн йән асыуы менән көрәшкән пролетариат һеҙҙе мәңге ҡарғар һәм бик ҡаты үс алырҙар.

Ныязгол, ораторҙың күҙгә бәреп әйткән хаҡ һүҙҙәренә сыҙамай, урынынан тороп, ҡапыл ҡул һелтәне лә:

— Етәр, шәкерт, күп һөйләйһең! — тип ҡысҡырҙы.

Ләкин үҙен бик мәҙәни һәм аҡыллы күрһәтергә тырышҡан Ҡәүи, асыуҙан күгәргән ирендәрен йылмайтып, Ныязғолға өндәшмәҫкә ишара яһаны.

Зөфәр былай ҙа һүҙен бөтөрөргә яҡынлағайны.

— Һеҙ әфәнделәрҙе беҙҙең стеналарҙағы прокламациялар тәшүишкә һалған икән, ғәжәп түгел. Бик яҡшы булған. Һеҙ үҙегеҙҙең ярлы халыҡ теләгән иреккә тәшүишле ҡарашығыҙ менән үҙегеҙҙең йөҙөгөҙҙө генә асаһығыҙ.

Зөфәр ҡапыл туҡтап урынына ултырҙы ла Айбулатҡа ҡараны. Ҡуйышҡан һүҙ буйынса хәҙер Айбулат һөйләргә тейеш ине.

Айбулат, урынынан тороп, иҙән уртаһынараҡ сығып баҫты. Ныязғол үҙе, Зөфәргә ҡаршы һөйләргә әҙерләнеп торғанда, Айбулаттың әҙерләнеүенә аптырап:

— Һиңә ни кәрәк тағы? — тине.

Айбулат, уның күҙҙәренә туп-тура ҡарап, мыҫҡыллы тауыш менән:

— Миңәме, миңә бына ситтән килгән ҡунаҡ әфәнделәр менән һөйләшеп ҡалырға кәрәк, — тип яуап бирҙе.

— Һуң, һүҙҙе һорап ал!

— Бир!


Мейес янындағы йәштәр барыһы бер юлы көлөп ебәрҙеләр. Айбулат уларға шауламаҫҡа ишара итеп ҡул һелтәне лә һөйләй башланы:

— Ағай-эне, туғандар! Беҙҙең алдыбыҙға килеп, бөгөнгө көндә барған ҡатмарлы сәйәсәт тураһында һөйләп торған оратор әфәнделәрҙең нотоҡтарынан беҙ ниндәй мәғәнә аңлайбыҙ? Беҙ уларҙы үҙебеҙҙең иҙелгән крәҫтиәндәргә файҙалы эштәрҙе аңлатыусылар итеп нисек ҡабул итәйек?

Иң тәүҙә йәш хәҙрәт Ғәйнулла әфәндегә яуап: беҙгә ул бик ҙур “нәсихәт” алып килеп сыҡҡан. Рәхмәт инде онотмағас!

Йәштәр яғы тағы ла көлөп ебәрҙе.

Айбулат, уларға иғтибар итмәй, һөйләүендә булды:

— Был “нәсихәт” беҙҙең кеүек иҙелгән, интеккән ярлы халыҡ өсөн буш та кәрәкмәй. Сөнки ул беҙҙең өсөн бик зыянлы нәмә. Сөнки беҙ, байҙарҙың, баярҙарҙың еренә, һыуына, малына, фабриканттарҙың, заводсыларҙың байлыҡтарына ҡағылмайынса, һәйбәт кенә, тәтәй генә булып йөрөйөк тип, бер-беребеҙҙе димләшеп, әпәүләшеп тора торған кешеләр түгелбеҙ һәм һеҙ әфәнделәрҙең нәсихәтен тыңлап, һеҙ күрһәткән юлға төшөп китәсәгебеҙ юҡ. Быны өмөт тә итмәгеҙ! Беҙ, киреһенсә, үҙебеҙҙең ер-һыуыбыҙҙы тартып алып, эш көсөбөҙҙө урлап байыған байҙар, баярҙар, фабриканттарға ҡаршы ҡаты көрәшкә сыҡҡанбыҙ һәм ошо көрәштә еңмәйенсә туҡтамаҫҡа тип, бил быуып керешкәнбеҙ. Һеҙ, әфәнделәр, быны бик ныҡ хәтерләп ҡалығыҙ.

Инде килеп, шуны ла әйтәйек. Ғәйнулла мулла мөфтөйҙән, диниә назаратынан килһә, беҙҙең Ҡәүи мәхдүм, Өфөләге байҙар тәрилкәһен ялап, уларҙың мәнфәғәтен алға һөрөүсе, үҙе әйткәнсә, “Мосолмандар иттифағы” ойошмаһынан килеп төшкән бер бәндә.

Ҡәүи түҙмәне:

— Һин, ҡоҙа, шәхескә ҡағылмай һөйлә, — тип һүҙ ҡыҫтырҙы. Айбулат уға боролмайынса ғына яуап бирҙе:

— Мин хәҙер ана шул Ҡәүи мәхдүмдең беҙгә һөйләгән “иттифағы” тураһында аңлатып китәйем:

Донъялағы һәр бер милләттә булған кеүек, беҙҙең татар-башҡорт халҡында ла синфи айырмалыҡтар бар. Бөтә донъя халҡы, динен, милләтен айырмайынса, төрлө синыфтарға бүленгән һымаҡ, Рәсәй мосолмандары ла төрлө синыфтарға бүленәләр. Мәҫәлән, мосолмандарҙа, бер яҡтан, баярҙар һәм капиталистар, икенсе яҡтан, крәҫтиәндәр һәм ялланып эшләй торған эшселәр бар. Хужалыҡ мәнфәғәттәре бер булған кешеләр бер синыфҡа инәләр. Эшсенең теләге хужаның теләгенә ҡапма-ҡаршы була. Бына шуға күрә лә һеҙ тәҡдим иткән “Мосолмандар иттифағы” тигән бер генә фирҡәгә бөтә мосолмандар ҙа инә алмай.

Хәҙер был фирҡәнең ниҙән ғибәрәт икәнен ҡарайыҡ.

Ғәйнулла реплика ташланы:

— Уның ниҙән ғибәрәт икәнен беҙ аңлаттыҡ. Ә һеҙ урыҫтарға эйәрмәксе булаһығыҙмы? — тине.

— Был фирҡә шунан ғибәрәт. Ғәйнулла мулла беҙҙе урыҫтарға эйәреүҙә ғәйепләй. Дөрөҫ, бик дөрөҫ. Беҙ урыҫтарға, уларҙың алдынғы кешеләренә эйәрәбеҙ. Ә һеҙҙең “иттифаҡ” тигән фирҡәгеҙ телдә генә мосолмандарҙыҡы, ысынында ул капиталистар яҡлы.

Ҡәүи түҙмәне:

— Дөрөҫ түгел, юҡты һөйләй, тәрәнгә керә! — тип ҡысҡырҙы.

Айбулат уға табан боролдо, уң ҡулы менән бер нәмәне ярып айырған кеүек, уға ҡарата һелтәп һөйләне:

— Бик дөрөҫ, бик аңлайбыҙ, Ҡәүи әфәндекәй! Тәрәнгә керәбеҙ, һеҙҙең кеүек өҫтән шымартмайбыҙ.

Ныязғол бик асыуланып урынынан торҙо һәм, ике ҡулы менән дә Айбулатҡа һелтәп:

— Туҡта, һөйләмә, ташла, тим! Бына яр аҫтынан яу сыҡҡан! Һиңә ни ҡалмаған? Ни тип оялмай ҙур кешеләргә ҡаршы тел күтәреп тораһың, мәлғүн! — тип ҡыҙып ҡысҡырынды.

Айбулат һөйләүенән бер аҙға ғына туҡтап, Ныязғолдоң ярһыуы баҫылғанын көттө.

Исхаҡ, Әхмәҙи, Тимерғәле ҡарт барыһы бер юлы:

— Һөйләһен Айбулат. Тыйма уны!

— Староста, оронсоҡлама әле, һөйләһен!

— Һөйлә, һөйлә, Айбулат! — тип ҡысҡырҙылар. Айбулат дауам итте:

— Ағай, һинең мине сходта һөйләүҙән тыйырға бер хаҡың да юҡ. Әле генә ишеттең бит, манифеста ла кешегә ирек бирелгән, “иттифаҡығыҙ” ҙа “йыйылышып һөйләшергә” ҡуша. Һин ана шул үҙегеҙҙең дәлилдәрегеҙгә ҡарап ҡына булһа ла, минең һөйләүгә ҡаршы килмә! Мин кәрәгемде әйтеп бөтмәй туҡтамайым! — тине.

Ныязғол ҡунаҡтарға аптырап ҡараны. Улар уға “һөйләһен” тигән ишара менән баш эйҙеләр.

Айбулат дауам итте:

— Хәҙер минең һүҙем күп ҡалманы. Мәсьәлә ҡыҫҡа һәм асыҡ. Беҙҙең Ырғыҙ буйына килеп, беҙҙең яңы ғына аңдары уянып килгән ярлы крәҫтиән халҡыбыҙҙың башын ҡаңғыртып йөрөүсе мулла-монтағай, иттифаҡсы кадеттар, реформасы әфәнделәр бөгөндән үк ҡайтып китһендәр. Улар беҙҙең ихтилал менән алға барған тормошобоҙға ҡаршы төшөп маташмаһындар.

Исхаҡтар тағы ла элеп алып киттеләр. Шау-шыу ҡупты.

Ныязғол, урынынан һикереп тороп, Айбулатҡа ынтылды.

— Етер, тим, хәҙер ҡыуып сығарам. Мәлғүн икәнһең. Минең өс йөҙ бот игенде ҡайҙа олаҡтырып ҡайттың, шуны һөйлә, оялмаһаң! Өндәшмәгән һайын шашаһың! Айбулат ҡыҙманы:

— Уны ла һөйләйем. Ул игенде беҙ ирек яулап ятҡан ҡала эшселәренә тапшырҙыҡ. Һин, ағай, ишеткәнһеңдер, Кузьмин утарынан игенде ҡалаға иллешәр йөкләп оҙаталар. Бөгөнгө көндә Кузьмин тирәһендә халыҡтың ниҙәр эшләп ятҡанын ишетмәгән булһаң, барып күр. Ниңә һин Сәйетҡол ағайҙы эт урынына туҡманың? Шул турала һин яуап бир!

Сходтың рәте китте.

Талаш былай конкрет төҫ алғас, вәкилдәр ҙә урындарынан ҡуҙғалдылар. Бөтәһенә таныш һәм яҡташ булған Ныязғолдоң ҡоҙаһы Ҡәүи бирешмәгән төҫ менән тыныс ултырырға тырышһа ла, был тирәгә тәүләп килгән Ғәйнулла мулланың төҫө ап-аҡ булғайны. Ул эсенән: “Был вәхшигә оҡшаған башҡорттарға ышаныуы ҡыйын, бик ныҡ ҡыҙҙырһаң, үҙеңде ботарлап ташлауҙары бар, улар мәңге суҡмарлы халыҡ”, — тип уйлап ҡурҡа ине. Ул, Ҡәүи янынараҡ шыуып ултырып, уны сығып китергә саҡырҙы.

Мейес янындағыларҙың барыһы бер юлы шаулайҙар, Саттар сотник, улар янына барып:

— Бар, бар, сығығыҙ инде, сығығыҙ! Сход бөттө, сход ябыҡ, — тип өгөтләй.

Мурзин, урынынан тороп, барыһына күҙ йөрөтөп алғас, бөтәһе лә, ни әйтер икән, тип уға ҡаранылар.

Зөфәр тыныс һәм бер аҙ тантаналы итеп Ныязғолға ҡарап өндәште:

— Ныязғол ағай, күрәһең бит, халыҡ нимә таптыра? Һин ошо йыйылышта үҙеңдең ныҡ һүҙеңде биреп, халыҡты тынысландырырға тейешһең.

Ныязғол уға һораулы ҡараш менән ҡараны.

Зөфәр бармаҡтарын бөгә-бөгә иҫәпләне:

— Беренсенән, һин Айбулатҡа бойҙай таптырыу түгел, уға ҡырын күҙ менән ҡарарға ла хаҡың юҡ. Хәҙер ул яңғыҙ түгел. Икенсенән, Сәйетҡол һин туҡмағандан һуң ҡуҙғала алмай ята. Һин уны үҙеңә ҡунаҡҡа саҡырып алып ғәфү үтен дә бығаса эшләгән хаҡын да, тик ятҡаны өсөн дә түлә. Сөнки бындай эш ябай эш түгел, суд еҫе сығып тора.

Йәштәр быға шаулашып ҡушылдылар:

— Бына, бына шулай кәрәк! Дөрөҫ!

Зөфәр уларҙы аҙ ғына көттө лә дауам итте:

— Өсөнсөнән, был ҡунаҡ әфәнделәр бүтәнсә был тирәләге халыҡ араһында томан һибеп, баш ҡаңғыртып йөрөмәһендәр, яҡшы саҡтарында оҙат. Төшөндөңмө?

Ныязғол ишек төбөн ҡаплап алған әзмәүерҙәй мыҡты егеттәргә, мейес янында, иҙәндә тулып торған башҡа кешеләргә ҡарап, уларҙың берәүһенең дә үҙенән бер тамсы ла ҡурҡмаясаҡтарын һәм уны тыңламаясаҡтарын төшөндө. Шунан ул ҡунаҡтарға ҡараны. Ҡунаҡтар иһә, баштарын түбән баҫып, уға ҡарамай торалар ине. Ныязғолдоң, уларҙың был ҡиәфәттәрен күреп, эсенән асыуы ныҡ ҡабарҙы. Уларға, “эй, хәсрәт, күшеккән тауыҡтар”, тип ҡысҡырғыһы килде.

Мөйөшкә үк күсеп, таяғына таянып тик торған Шиһап мулла ла ҡунаҡтарға йәлләү ҡатыш күҙ һалды. Шунда уҡ тағы ла уның асыуы килеп, эсенән: “Дин юлында йөрөгән мосолмандар, имеш, тубыҡтарығыҙ теҙәңләп, ҡошҡа оҡшап тораһығыҙ шунда, ҡурҡаҡтар”, — тип көйөндө. Ә мейес янында ғорур баҫып торған Айбулат менән Зөфәргә ҡарап, Шиһап мулла тешһеҙ урттарын тағы ла нығыраҡ эскә тартып зәһәрләнде. “Был ахыры заман дәжжәлдәренең ҡотҡоһонан Мөхәммәт ғәлейәссәләмдең үҙе лә ҡотола алмаҫ”, — тип уйланы ла үҙ уйынан үҙе ҡурҡып китте.

Ныязғол, был юлы уҫаллыҡ менән бер эш тә барып сыҡмаҫын аңлап, ҡиәфәтен дә, тауышын да үҙгәртте. Ситтән килгән әфәнделәр алдында үҙен кәмһетеү уға еңел түгел ине. Шуға күрә ул сходты башлағандағы һымаҡ, кәүҙәһен турайтып, түшен кәпәйтә биреп, тыныс булырға тырышҡан тауыш менән:

— Йә, ярар инде, ағай-энеләр, “туй үпкәһеҙ булмаҫ” тигән шикелле, үпкәләштек тә, әйтештек тә инде. Йәштәр генә бына былай ҙа һөйләшеп хәл итергә мөмкин булған мәсьәләләрҙе ғауға ҡуптарып ҙурайтып ташланылар. Хәҙергә таралайыҡ. Ҡунаҡтарҙы оҙатайыҡ. Шунан үҙ-ара һөйләшеп килешербеҙ, — тине.

Ләкин Айбулат риза булманы:

— Юҡ, ағай, улай өҫтән генә тотоп шымартмайыҡ, берәмләп һөйләп бир.

— Ни нәмәһен берәмләйем тағы? — тине Ныязғол. Ул тағы ҡомһарҙы.

Мурзин уға яуап бирҙе:

— Баяғы беҙ ҡуйған өс мәсьәләне берәмләп асыҡла.

Ныязғол өсөн быныһы сиктән ашҡан нәмә ине. Ҡунаҡ әфәнделәр араһында бала-сағанан әмер һымаҡ талаптар ишетеүе уның ғәрлеген ҡабартты. Ләкин ул үҙенең төплө уйы менән хәҙергә нисек тә ҡотолоу юлын эҙләне. Тағы ла тыныс булыу яғын һайланы:

— Эй, туғандар, әйтеп торам ғуй. Ҡунаҡтарҙы оҙатайыҡ. Кемдер берәү уның ыңғайына, “ҡыуайыҡ, тиген”, тип ҡушылды.

Ныязғол быға ла иғтибар итмәҫкә тырышты.

— Эйе, ҡунаҡтар китһен, шунан үҙ-ара һөйләшербеҙ. Әйткәндәй, анау иген мәсьәләһе тураһында мин уны һүҙ ыңғайы килгәнгә күрә генә әйттем. Булмаһа, ул өс йөҙ бот иген, алла рәхмәте менән, мөлкәтемдең хәйере булһын. Сәйетҡолдо ул тиклем ныҡ туҡмағаным юҡ. Әгәр ҙә аҙыраҡ рәнйеткән булһам, уныһын да һөйләшеп килешербеҙ, — тине. Ныязғол ҡара тиргә сумды. Тағы ла һоро ҡулъяулығын сығарып битен, маңлайын, муйынын һөрттө.

Бындай шау-шыулы, ҡурҡыныслы һәм күңелле сход Айҙаҡайҙың ғүмерендә беренсе тапҡыр булғандыр. Сходтың шундай шау-шыулы әңгәмәһендә бөтә кешеләр, әллә ниндәй бер бик көслө ташҡында ҡаҡлығып үргә күтәрелгән һымаҡ, күтәренке рух менән шаулашып, геүләп киттеләр.

Ҡарттар телдәрен сыртлатып аптырайҙар.

— Һай-һай, замана ҡайҙа табан китте! Йәштәрҙе әйтсәле, әйтерһең, көн һайын сходҡа йөрөйҙәр, байын-түрәһен бар тип тә белмәйҙәр ҙә баһа! Һай-һай!..

— Батшанан ҡурҡмағас, башҡа ниенән ҡурҡһындар? Минең ҡартатайым, бахыр, “батшаға баҡмаған”, тип орошҡан була торғайны мине. Бына быларҙы күрһә, ни тип әйтер ине икән, ә?

—Шулай кәрәк тә шул. Баҫынҡыны тапалап китергә йөрөүселәр күп була ул. Күрәһең бит, ҡайҙан-ҡайҙа аҡыл өйрәтергә тип килеп етҡәндәр. Анау йәш мулланы әйтәм, үҙе муллаға ла оҡшамаған!

Тимерғәле эсенә һыймаған шатлыҡ менән маҡтана:

— Бына, исмаһам, үҙебеҙҙең Айбулат, күрһәттеме үҙен егетең! Хатта Ныязғолдо ҡалтыратты.

— Дөрөҫ, ауыҙына шайтан төкөргәнме ни.

Айбулаттың ҡайныһы Үмәр, бөгөн үҙе майҙан тотҡан һымаҡ, ғорур:

— Бәй, дөрөҫ һүҙгә ни еткән! Ул бит, беҙҙең Айбулат кейәү, ярлы халыҡты яҡлап, дөрөҫлөккә бара. Шуға күрә лә ул күҙгә тура бағып әйтә лә шул!

Тимерғәле Зөфәр менән дә ярылып маҡтана:

— Ә һуң, ҡорҙаш, уның иптәше, иптәше. Мырҙаяндың улын, Зөфәрҙе әйтәм: ҡайһылай ярып һалды. Бер ҙә, Өфөнән дә, мөфтөйҙән дә килгәндәр, тип тайшанып торманы. Ай, үҫәләр беҙҙең балалар, аллаға шөкөр.

Әхмәҙи, Сафа, Исхаҡтар янына ла бик күп кеше йыйылған. Улар тағы ла ҡыҙыуыраҡ һөйләшәләр:

— Иң элек ерҙән башларға кәрәк. Ана бит, ана Покровка, Ивановкалар һүҙҙәрен һүҙ иткәндәр. Беҙгә лә Ныязғолға нығыраҡ йәбешергә кәрәк. Расторгуйға ла иртәгәнән дә ҡалмай барып тотонайыҡ. Нимәһен ҡарап торорға.

Малайҙар бер йыр отҡандар ҙа шуны күмәкләп таҡмаҡлайҙар:



Батша ҡурҡты ла сығарҙы Манифест,

Үлгәндәргә — ирек, тереләргә —. арест.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет