ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет12/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   26

Әсе бурандар

Сходҡа йыйылып һөйләшеү үҙе бер ғәҙәткә әйләнеп китте. Көн һайын тигәндәй, саҡырып тороуҙы ла көтмәйенсә, ерһеҙ интеккән утыҙ-ҡырҡлаған кеше йыйылалар ҙа иртәнән кискә тиклем ер тураһында дау алып баралар.

Мәсьәләнең иң үткере булып: революция бара икән, крәҫтиәндәрҙең берәүһе лә ерһеҙ ҡалырға тейеш түгел тигән мәсьәлә тора ине. Шуның буйынса улар үҙҙәренең практик пландарын ҡуялар: бөгөндән үк сығырға ла үҙҙәренең дөйөм ерҙәрен бөтәһенә лә тигеҙләп бүлергә, уның артынан уҡ Ныязғол менән Расторгуевтағы ерҙәрҙең бөтәһен дә конфисковать итеп алырға тип баралар.

— Тигеҙләп бүлгән саҡта, ярлыларға ғына тигеҙләргә. Ә байҙарға бер десятина ла бирмәҫкә кәрәк.

— Ысын, шулай кәрәк. Бай үҙе ярлыларға килеп ялынһын.

Бындай ғауға бер Айҙаҡайҙа ғына түгел, бөтә тирә-яҡ ауылдарҙа ла, буран уйнағандай, геүләп тора.

Хәҙер инде сходҡа халыҡты Ныязғол саҡыртмай, ә халыҡ үҙе йыйылышып ала ла Ныязғолдоң үҙен саҡырта һәм уға:

— Һин беҙҙең староста кеше, эштең төбөнә төшөнөргә лә, беҙ ҡуҙғатҡан мәсьәләне хәл итергә лә ярҙам итергә тейешһең, тиҙәр. — Әйҙә иң башта үҙеңдә беҙҙең күпме ер ята, бөгөндән сығып бүлешәйек, — тиҙәр.

Ныязғол тәүҙә ыҡ-мыҡ итә:

— Һуң миндә ер булһа, аренда хаҡы түләнә бит. Кемгә түләп бөтмәгәнмен, бөгөн түләйем, — ти.

— Кәрәге юҡ, түләмә. Десятинаһы 50 тин дә булдымы аҡса! Һин бит уны Расторгуевҡа десятинаһын 20 һумдан биреп файҙа итеп ятаһың.

— Төптө оятың юҡ.

— Ул турала һөйләп тә тормайбыҙ. Хәҙер яңыса эшләйбеҙ. Ер — халыҡтыҡы, крәҫтиәндеке. Ышанмаһаң яҙып йәбештерелгән, уҡып ҡара, — тиҙәр.

Ныязғолдо ана шулай көн дә быуынына төшөп әрләйҙәр. Үҙҙәренең ғүмер буйынса ерһеҙ интегеп, нужа күреп үткәргән ауырлыҡтарын бер юлы уның өҫтөнә һелкеп ташларҙай булып ынтылалар ине.

Ныязғолға был турала бик күп уйларға, бик күп эштәр тураһында халыҡтың ыңғайына һыпырырға кәрәк ине. Ә халыҡ ҡыҙған. Уның ыҙыр-мыҙырын көтмәй. Булһа, бөгөн булдыраһың, булмай икән, үҙебеҙ ҙә беләбеҙ, тип кенә тотоналар ҙа, Ныязғолдоң йәнен алғандай итеп, хәлен бөтөрәләр. Ул инде Өфө ҡунаҡтарын да оҙатты, булған бурыстарын да түләп бөттө. Ҡайһыларын ҡунаҡҡа ла саҡырғыланы. Ләкин быларҙың береһенең дә бер файҙаһы ла теймәне. Улы Имайға кәңәш итеп ҡарағас, ул уға старосталығын ташларға кәңәш бирҙе. Ләкин Ныязғол быға риза булманы. Ҡулында аҙыраҡ көс тә булмағас, хәҙер үк йомарлап ташларҙар, тип ҡурҡты. Әле былай, исмаһам, тегендә-бында йөрөп ҡайта ла халыҡҡа берәй яңы вәғәҙә алып килә, хөкүмәт шулай ҡушты, фәлән-төгән тип, бер аҙға тиклем үҙенә тын алып торорлоҡ дәлил таба. Ул, ҡасан булһа ла үҙенә бер ярҙам булырын һиҙгән кеүек, ваҡытты һуҙырға тырыша ине.

Айҙаҡайҙар бер көндө, Ныязғолдо бөтөнләй иҫтән сығарып ташлағандай, сходҡа ла саҡырып тормайынса, үҙҙәре йыйылышып геүләштеләр ҙә, бер унлаған кешенең өҫтөнән Айбулатты башлыҡ итеп һайлап, ер бүлергә сығып киттеләр. Улар, өс көн буйы йөрөп, Кәсәүнәй буйлап, Ҡылғанлы һыртынан аша төшөп, Ҡаратанау итәгенә тиклем булған иген сәселә торған, хәҙерге көндә Ныязғолда арендала булған ерҙәрҙе бүлеп ташланылар. Халыҡҡа тағы ла күңеллерәк булып китте. Өшөгән, туңған тәндәренә йән кергән кеүек, йылы булып китте. Дүртенсе көн дә шулай үтте. Ләкин кискә табан донъяны баҫып киткән әсе буран уларҙы Айҙаҡайға ҡайтырға мәжбүр итте. Ләкин ер бүлеүселәр бойоҡманылар. Ҡайтҡанда уҡ сход өйөнә йылынырға инделәр. Соландағы селек һеперткене иң тәүҙә Тимерғәлегә бирҙеләр:

—Әйҙә, олатай, ҡағын, юҡһа һине бигерәк көрт баҫҡан, — тине Айбулат.

Тимерғәле, ҡағынып бөтөп, һеперткене Әпләскә бирҙе.

— Мә, инде һин ҡағынып ал, йәштәр бирешмәҫ, көтөрҙәр әле, — тине ул.

Эпләс, ысынлап та, өшөгән, уның ауыҙ тирәләре күм-күк булғайны. Ул шунда ла йылмайған булып:

— Эсең өшөмәһә, бураны ни ҡыла? — тине.

Улар сход өйөнә тулдылар. Ҡайһылары йылы мейескә арҡа терәне. Уларҙың хәҙер ҡысҡырыша торған эштәре лә юҡ. Ә үҙҙәренең ғәҙәттәре буйынса ошонда аҙыраҡ йылынып алып, өйҙәренә таралмаҡсылар ине. Соланда тәмәке тартып ҡалған йәштәрҙән Сафа менән Исхаҡ килеп инделәр ҙә:

— Ныязғол был яҡҡа табан килә ята, — тип хәбәр иттеләр. Тимерғәле бик тыныс ҡына:

— Килә бирһен, — тине.

Ныязғол килеп инеү менән һәйбәтләп сәләм бирҙе. Ҡарттар уның сәләмен ҡаршы алдылар.

Ныязғол ошолар араһында йөрөп ҡайтҡан төҫ менән, бик үкенгән һымаҡ итеп:

— Ай әттәгенәһе, бынау буран сығып китеп бөлдөрҙө лә баһа, ерҙе бүлеп тә бөтәһегеҙҙер инде, күп ҡалмайҙыр ҡалыуын, — тип, бөтәһенә лә күҙ йөрөтөп алды.

Уның был ҡарашынан Айбулаттың, эсен һыуыҡ алған һымаҡ булып, йәне ҡыҫырайҙы. Ҡулдарын артҡа ҡуйған көйө, ныҡ иғтибар менән Ныязғолға текләп, уның тағы ла ниндәй төлкө хәйләһе менән килгәнен аңларға тырышты.

Ныязғолға Әпләс ҡарт яуап бирҙе:

— Бөтөүен бөтмәнек әле. Ләкин буран тип тороп булмаҫ инде, аҙыраҡ көн асылды ниһә, эштә булырға кәрәк, — тине. Ныязғол тағы ла аҡыл бирҙе:

— Ни нәмә тип ошо һыуыҡта билдән ҡарҙа батып йөрөмәк кәрәк. Ер ни, ул ҡораҡлы юрған түгел дә инде, уны кем, ҡайҙа һөйрәп алып китер тиһең. Яҙған булһа, яҙға, алла бирһә, сыҡтыҡ — бүлдек.

Ләкин ер бүлеүсе вәкилдәрҙең барыһы ла быға ҡаршы ине.

— Яҙҙы көтөп тороп булмай инде. Ҡар булһа ни, беҙ ҡарға аптырайбыҙмы? Уның ише ҡышты ауға йөрөп тә үткәрәһең ул.

— Эйе лә баһа, ҡар ғына беҙҙе тыя алмаҫ.

Ныязғол үҙенең һүҙе үтмәгәнен күргәс, урынынан ҡуҙғалды.

— Уныһы һеҙҙең әшегеҙ инде, — тине лә, тыныс ҡына һаулашып, ҡайтып китте.

Юлда Ныязғолдоң асыуы ҡабара барыуынан тыны ҡыҫылды. Ысынлап та, ерҙәр шулай итеп уның ҡулынан ысҡынып ҡуйһа, харап бит. Нисек керешкәндәр. Ҡарты, йәше — барыһы бер һүҙҙәләр.

Ныязғол үҙенең һуңғы ваҡыттарҙа күргән мәшәҡәт, яфаларының иң ҙур ғәйепле кешеһе Айбулат икәнен бик яҡшы төшөнә ине. Ул Айбулаттың былай итеп, үҙенең өҫтөнә ташланырлыҡ булып, тиҙ үк өлгөрөп еткән ир-егет булыуына бик ғәжәпләнә. Әгәр ҙә ул Айбулаттың сходта һөйләгәнен ишетмәгән булһа, әле һаман да уның тураһында, ябай бер малай тип, уның үҙенә булған мөнәсәбәтен дә ағай-эне үпкәләшеүе генә тип, бик еңелгә һанар ине. Ә хәҙер ул Айбулатҡа тел менән ҡағылһа ла, бик һаҡ ҡағыла. Ә инде ул сходтарҙа тороп һөйләй башлаһа, йәнен ҡулына ала, эсенән һаман да бер әйтемде ҡабатлай: “Һе, яр аҫтынан яу сыҡҡан, көтөү көтөп йөрөп тә, кеше шулай үткерәйер икән!” — тип аптырай. Бөтәһенән бигерәк Айбулаттың урыҫса менән политиканы яҡшы белеүе уның ихтыярын быуа ине.

Ныязғол эсенә һыймаған асыуы ыңғайына елтерәп атлап бара торғас, уйына килгән бер яңылыҡтан ҡапыл шатланып китеп, ҡылт туҡтаны. Ул үҙенең маңлайына үҙе уң ҡулының осо менән сәрт иттереп һуғып: “Ай, маубаш мин, маубаш. Ни эшләп мин шуны алдан уйлай белмәгәнмен, һуң бит Айбулат быйылдан да ҡалмай действительный хеҙмәткә китергә тейеш тә баһа”, — тип, аҡылдан яҙған кеше һымаҡ, урамда бер үҙе ҡысҡырып һөйләнде лә, шатлыҡлы йылмайып, тағы ла шәберәк атлап өйөнә ҡайтып китте.

Айбулат йәше буйынса киләһе яҙ айҙарында ғына һалдатҡа алынырға тейеш булһа ла, ҡыштың иң әсе буранлы айында уға “Дүрт көн эсендә Николайскиға килеп явиться булырға” тигән саҡырыу ҡағыҙы килеп төштө.

Айбулат, метрика буйынса әле уға китергә тағы бер нисә ай тулмағанын әйтеп, Ныязғол менән талашты.

Ләкин Ныязғол бик тыныс, хатта йәлләгән тауыш менән, ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп ебәреп, аптыраған булды:

— Һуң, ҡустым, мин ни хәл генә итәйем инде, өйәҙ белә бит. Мин бик бәләкәй кеше, — тип ҡуйҙы.

Айбулатты оҙатырға ярты ауыл йыйылды. Бөтәһе лә бошондолар. Тимерғәле ҡарт:

— Бына шулдыр инде: “Етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, танауы ҡанай”, — тигәне. Улым Айбулат арҡаһында беҙ ҙә бер яҡты көн күрербеҙме тигәйнек, уны ла тартып алалар, — тип зарланды.

Әпләс тә, асыулы итеп:

— Эт этлеген итте инде. Йәше етмәгән баланы һалдатҡа алдыртыу Ныязғол эше инде был, — тине. Әхмәҙи ҙә ҡыҙа:

— Ғәрлеге ни тора, ул хәҙер еңдем тип маһаялыр әле. Айбулат бөтәһен дә йыуата, үҙе ныҡ тора:

— Йә, ағай, олатайҙар, ҡустылар, юҡҡа бошонмайыҡ. Мин китте тип, башлаған эште ташламағыҙ. Хәҙер эш йүнгә һалынды. Үҙегеҙ күмәкһегеҙ. Бер Ныязғол ҡайҙа бара. Тик уның хәйләһенә ышанып, тоҙағына эләкмәгеҙ, — тип өгөтләне.

Айбулат санаға ултырыр алдынан, уның янына Әхмәҙи килеп:

— Кейәү, белмәйем, эштәр нисек булып бөтөр инде, Кузьмин утарына карательный отряд килеп төшкән, ти. Башында Кузьминдың улы Виктор икән, ти, — тине.

Айбулатҡа был хәбәр бик ауыр бәрелде.

— Кем һөйләй? — тип һораны ул.

— Ҡаҙанҡаптың улы менән Дәүләт купец шул яҡҡа барып ҡайтҡандар икән. Шулар һөйләй, — тине Әхмәҙи. Айбулат бер аҙ уйланып торҙо ла:

— Был хәбәр ысын була торған булһа, ҡайнаға, һеҙ хәҙергә бер ергә лә сығып йөрөмәй тороғоҙ. Ныязғолға ышаныс юҡ, ул да саҡыртып килтерер. Уның ҡайҙа, ни эшләп йөрөгәнен дә күҙҙән ысҡындырмағыҙ. Был турала халыҡҡа ипләп аңлат, ҡапыл һөйләп, паникаға бирелмәгеҙ, — тине.

Үҙенең Айҙаҡайҙарын был хәлдә ташлап китеү Айбулат өсөн бик ҡыйын ине. Шуға күрә ул санаға менгәс тә аяғөҫтө торған көйө:

— Ярай, туғандар, олатайҙар, һау булайыҡ. Ауыр көндәр була ҡалһа, миңә хат менән белдерта тороғоҙ. Мин дә, бәлки, яҙҙан ҡалмай ҡайтып килермен, — тине.

З

Юл ыңғайында Айбулат, Зөфәр менән күрешеп китергә уйлап, Бөрйән ауылына туҡталды.



Баҡтиһәң, Зөфәр ҙә һалдатҡа саҡырылған, китергә әҙерләнеп тора икән.

Ул Айбулатты күреп бик ҡыуанды. Ләкин күңеле бик бошонҡо ине. Күрешеп-һаулашыу бөткәс тә, Зөфәр:

— Ҡуй инде, Айбулат, билгә һуҡтылар бит, малай, дядя Гриша тураһында ишеттеңме?

— Юҡ, ни булған?

— Ҡулға алғандар.

Айбулат, йөрәге ярһып, урынынан торҙо.

— Кем әйтә?

— Алтынбай әйтә. Ул бөгөн генә Һамарҙан ҡайтып төштө. Духлов игенен оҙаттыра башлаған икән дә, ул шунда ат ҡыуып барған Васяны күргән. “Ҡайтҡас та, был турала Айҙаровты йә Мурзинды күреп әйт”, — тип әйтте, ти.

— Бына һиңә батша манифесының тағы бер ялған вәғәҙәһе асылды. Имеш, “кешенең шәхесенә теймәҫкә” шул булалыр инде. Тағы кемдәр ҡулға алынды икән?

— Ул тиклемен белмәй. Һорашманым, ти. Беләһең бит инде уны, ике моңһоҙҙоң береһе. “Вася мине күргәс тә таныны”, тигән була. Уның уң ҡулы һаман яраһынан төҙәлмәгән икән. Аҡ яулыҡ менән муйынына аҫып йөрөй, ти.

Айбулатты бик ҡаты ҡайғы баҫты. Һүҙҙән туҡтап, тәрән уйға батты.

Зөфәр Айбулатты ла, үҙен дә йыуатырға тырышты.

— Уларҙы ҡулға алыу менән оҙаҡ тота алмаҫтар ҙа ул. Беҙҙең Волгин төрмәлә ултырып ҡала торған кешеме ни! Иптәштәре уны тиҙ үк ҡотҡарырға тейештәр.

— Белмәйем шул, — тине Айбулат. — Беләһеңме, Зөфәр, юлда саҡта минең башыма ниндәй уй килгәйне. Мин әйтәм: “Ниңә әле батшаға баш эйеп, һалдатҡа китеп торорға, юлда төшөп һине алайым да Һамар яғына икәүләп сығырбыҙ ҙа китербеҙ. Ә унда дядя Гриша менән күрешеп, уларҙың берәй эшселәр дружинаһына инеп алып, яҙға табан улар менән бергәләп сығып, был тирәлә ҡорал менән эш итә башларбыҙ, шунһыҙ бер ни ҙә сыҡмай”, — тигән уйға килгәйнем. Былай булғас, булманы инде хәҙергә.

Зөфәр ҙә, һалдатҡа бармау тураһында уйлаған саҡта, тап шул уйға туҡтағанын әйтеп:

— Хәҙергә булмаҫ шул, Айбулат, — тине.

Айбулат түҙмәне. Бик ауыр һәм тәрән итеп уфтанып көрһөндө, ике ҡулы менән ике сикәһен ныҡ ҡыҫып тешләне. Уның йөрәген ғүмерҙә булмаған бер әсе әрнеү ҡапланы. Ул, ошо әрнеүҙе баҫырға тырышҡан кеүек, баҫынҡы тауыш менән:

— Барыбер, ҡасан ғына булмаһын, бер еңербеҙ. Тик хәҙергеһе бик ауыр... — тине.

— Бик ауыр, бик үкенесле, Айбулат, — тине Зөфәр. — Эште ҡыҙыуыраҡ тотманыҡ. Бының был яғына беҙгә ҙур һабаҡ булыр. Иртәгеһен был ике дуҫ һалдатҡа киттеләр.

Яңынан байҙар тупһаһында

1

Йәйләүҙә өс көн буйы йыйынға әҙерләнделәр. Сөнки был йыйын — Ныязғолдоң еңеү көнө бөтә тирә-яҡ дуҫтарҙы шатландырырлыҡ, дошмандарҙың эсен яндырырлыҡ шәп булырға тейеш ине.

Үткәндәге, бынан өс йыл элекке, һайлауҙар ваҡытында, донъяһы буталып китеп, Ныязғолдоң бик күп теләк һәм ниәттәре боҙолоп бөткәйне. Ә хәҙер инде бөтәһе лә ыңғай китеп ултыра. Хәҙергә донъя тыныс. Шуға күрә ул, бөтә ихласын һалып, быйылғы һайлауҙа старшина булып ҡалыуҙы бик ныҡ итеп алдына алды.

Олосҡа старшина һайлауға бер йыл ҡалды тигәс тә, ул үҙенең бөтә политикаһын, оҫталығын юлға һалып, байлығын йәлләмәй, һигеҙ ауылдан йыйыласаҡ һайлаусы кешеләрҙе, мирәйеттәрҙе үҙ яғына ауҙарырға тырышты. Ауылдарҙың ҡайһы берәүһенә ҡунаҡҡа барҙы. Икенсе, өсөнсө ауылдарҙан үҙе, пар аттар ебәреп, ҡунаҡтар алдыртты. Ундағы старосталарҙың ҡайһы ырыуҙан, ҡайһы яҡтан кемгә яҡын, кемгә ят, кемгә дуҫлыҡ йәки дошманлыҡ һаҡлауҙарын, уларҙың ни нәмәгә мохтажлыҡтарын, ниндәй теләктәре барлығын әллә нисә төрлө юлдар менән яйлап тикшереп осона сыҡты ла шул эҙҙән үҙ теләген үткәрә барҙы. Старосталарҙан ул ҡайһы ауылда нисә кеше һайлауға ҡатнаша ала, кемдәрҙең был иҫәпкә инә алмауҙары тураһындағы һандарҙы ҡулына төшөрҙө. Үҙенең Айҙаҡай ауылындағы был һанды ул яҡшы белһә лә, Ҡаҙанҡап староста менән Дәүләт, Саттар мирәйеттәрҙе өйөнә ҡунаҡҡа алып ҡайтып, бөтә ауылда нисә кеше тулы надел тота, нисә кешенең ере ярты душ, күпселегенең бөтөнләй ере булмауын иҫәпләтеп, туҡһан һигеҙ хужаның егерме һигеҙләбе генә тулы надел ер эйәләре булып, ҡалғандарының, был һанға инмәйенсә, һайлауға ҡатнаша алмаясаҡтарына бик ҡәнәғәт булды. Һайлаусыларҙың күп булмауы Ныязғолға һыйлау, майлау, дуҫлашыу, алдаштырыу өсөн еңелгә килә ине.

Ә Ныязғолға ҡатнашып, уның ыңғайына ятып киткән бындай кешеләр үҙҙәренә тапшырылған ролде бик оҫта уйнанылар. Улар ҡайҙа булһалар ҙа, ошо туралағы бик күп хәбәрҙәрҙе хуплап, ҡабартып тараттылар.

— Һай, һай, старшиналар менән яғанан алып һелкешерлек булғас, күрәһең, Ныязғол байҙың оло ерҙәрҙә таяныстары барҙыр инде. Становой үҙе килеп ҡунаҡ була бит. Улы губернаторҙың бер туған кейәүенә барып төшөп йөрөй, ти. Ҡыҙын Һамар купецтары улдарына һораталар икән, тик әле, уҡытам тип, бирмәй, ти. Ишан хәҙрәт Ныязголға бер туған ҡоҙа бит, ул да әллә ниндәй доғалар уҡып ярҙам итәлер әле. Әйтмә инде, хәҙер уның дүрт яғы ҡибла бит, — тигән ғәләмәт төрлө сыбар хәбәрҙәр тулып китте.

Хәҙер инде шул көткән көн килеп етте. Өсөнсө көн инде, ауылдың хәллеләренән генә һайланған унлап кеше, олосҡа китеп, старшина һайлашып яталар. Старшиналыҡҡа бөтә олостан бер нисә кеше күрһәтелгән. Шулар араһында Ныязғол менән Моратша ла бар. Ныязғол шунда китер саҡта үҙен оҙата сыҡҡан бисәләренә:

— Алла ниәткә еткерһә, һөйөнсө алырға алдан сапҡын ебәртермен, әҙерләнеп тороғоҙ, — тигәйне.

Рәхимә менән Ғәзимә, байҙың шул ҡушыуы буйынса, йәйләүҙәге бөтә кешене тын алырға бирмәй йүгерттеләр.

— Ана, ҡымыҙығыҙ ҡыҙнап ултыра, йышыраҡ бешегеҙ, әйттереп тормағыҙ!

Гөлйөҙөм, Мәғфүрә, Хәлимәләр, алмашлап-алмашлап, алты-ете күнәк һыйышлы оло көбөләрҙе ҡара тиргә төшкәнсе бешәләр ҙә йылға буйына, тәкәләр һуйылған ергә, ҡарын алырға йүгерәләр.

— Айбулат, анау дүртенсе тирмәне ҡалҡыуғараҡ күсереп ҡороғоҙ. Унда ҡаланан килгән түрәләр булыр. Урталағы тирмәлә ҡарттар, муллалар булыр. Ситкеһендә ҡатын-ҡыҙҙар ултырыр. Анау аҡ тирмәлә ҡыҙҙар ҡайтыуына урын әҙерләргә кәрәк.

— Килендәр, йәһәтерәк ҡаҙан аҫырға әҙерләнегеҙ, тиҙ-тиҙ булығыҙ, мыштырламағыҙ!

— Айбулат, мин әйткәнде онотма, ауылға ат саптыр... Рәхимәнең бындай бойороҡтары бик күп. Уның янында көн буйы тыңлап торһаң да, бер туҡтауһыҙ әйтеп торасаҡ. Ә Айбулатҡа быларҙың береһе лә кәрәк түгел. Ул йылдың-йыл буйы, көнө-төнө тау һымаҡ ауыр булып елкәгә баҫып торған кешегә хеҙмәт итеүҙән, кешенең теләгенә ярауҙан йөҙәп бөткән. Рәхимәнең йүпәләй торған йомшаҡ тауышынан да, Ғәзимәнең бурҫылдауынан да, Имайҙың екеренеүҙәренән дә йонсоп, ыйыҡ булып бөткән. Уның башында хәҙер тик бер генә вайым — нисек кенә булһа ла был нужанан үҙен дә, Гөлйөҙөмдө лә ҡотҡарып алып, насар ғына булһа ла, үҙ алдына донъя ҡороу ине.

Айбулат бөгөн шул уйҙарҙы башынан сығара алманы, хәл итергә тырышты. Шуның өсөн ул, Рәхимәнең дә бер яңғыҙ ултырған ваҡытын тап итеп, үҙенең уйын һөйләп бирҙе:

— Өлкән еңгә, был арала ағайымдарҙың өйҙә йыйылған саҡтары була. Һин шулар менән беҙҙе башҡа сығарыу тураһында һөйләшеп ҡарасәле. Мин дә, үҙ алдыма йорт ҡороп, бала-сағаны урынлаштырып ҡуйырға кәрәк, тип уйлайым. Ер тураһында ла әйт, ни уйлайҙар икән.

Айбулаттың был һүҙҙәренән Рәхимәнең иҫе китте.

— Бына һиңә кәрәк булһа! Ишетмәһәң ишет! Һеҙгә ни нәмә етмәй тағы? Тамағығыҙ туҡ, өҫтөгөҙ бөтөн. Ул ни тигән башҡа сығыу? Аҙыраҡ уйлап ҡарарға кәрәк, килен алғанда һиңә ярҙам итмәнекме? Икәүегеҙ ҙә шыр яланғас инегеҙ, кейем бирҙек. Мәһәргә киткән ике-өс йөҙ һум аҡса ҡайҙан килде тиһең. Үҙең һалдатҡа киткәс, килен, бала-сағаң һаман беҙҙә тамаҡланды. Ундай туҙға яҙмаған һүҙҙәрҙе ауыҙыңа ла алма. Аш хаҡын хаҡларға кәрәк.

Рәхимә аҙаҡҡы һүҙҙәрен әйтте лә, үҙенең Айбулатҡа булған вәғәҙәһен бөтөргән төҫ менән, кейеҙ буйлатып ике аяғын да һуҙып ебәрҙе, ике ҡулын ике тубығы өҫтөнә һалып, иҫәнләп ҡуйҙы.

Айбулат та кейеҙ ситләп ҡырын ятҡан урынынан ҡуҙғалманы. Тыныс тауыш менән:

— Өлкән еңгә, улай итеп, тамаҡ хаҡын хаҡҡа иҫәпләгән саҡта, нисәмә йылдар эшләүгә әллә ҡасан хаҡы сыҡҡандыр инде. Икәүләшеп эшләйбеҙ бит, — тине.

Рәхимәнең был һүҙгә тағы ла нығыраҡ иҫе китте.

— Һай, һай, нисәмә йылдар эшләйбеҙ, имеш. Биш йыл да, ун йыл да эшләрһегеҙ. Эш тип, таш ҡырҡҡаның бармы? Ағайың ишетмәһен. Уның холҡон беләһең бит. Бынау йылдарҙы һеҙҙең арҡыры башланған Моратша старшина менән булған талаштан башы ҡатып йөрөй. Быйыл бигерәк тә мәшәҡәтле йылы. Аҙ расход сыға тиһеңме ни? Бер көндө ауылдың һайларға бара торған дығалдарына утыҙ-ҡырҡ тәңкәлек сәй-шәкәр, тауар өләште. Өйәҙҙән килгән түрәләргә ике-өс тәкә һуйҙыҡ. Әллә ни тиклем аҡсалата түкте. Өс түрәгә унар аршындан күк буҫтау, бисәләренә тип, һигеҙәр аршын ебәк биреп ҡайтарҙы. Бөтәһе лә бер кеҫәнән сыға бит ул. Имаметдинде лә күреп тораһың, ҡалала йөрөүҙән бушамай, анау Быҙаулыҡтағы дауариштары һатыуҙан килгән файҙаны үҙ кеҫәләренә тығалар, тип асыуланып ҡайта. Ер тураһында минең эшем юҡ. Бирһә — ана тора, бирмәһә — ана тора. Земскийға барып, әллә ниндәй ер эштәре нығыттырып йөрөйҙәр бит ана. Ағайың, исмаһам, бер мең десятина ғына булһа ла, һатып ала алмаммы тип йөрөй, уның аръяғында ни уйлай торғандыр, — тип Рәхимә тауышын тынысландырып кәңәш бирҙе. — Берүк, ундай юҡ-буш уйҙарҙы аҡылыңдан сығар, Айбулат. Килен һәйбәт, егәрле. Бөтә өй эшенә өлгөрөп тора. Һин үҙең тағы анау Асатай, Истебай ҡаҙаҡтар һымаҡ ялсы түгелһең, үҙ кешебеҙһең. Анауы бола сыҡҡан замандарҙа әллә ниндәй урыҫ-улаҡҡа эйәреп, бөтә ауылды беҙгә ҡаршы ыҙғытып йөрөнөң, йә унан ни таптың? — Рәхимәнең тауышы болоҡһоулы күтәрелде. — Ул саҡтарҙы уйлаһаң, сәсең үрә тора. Ярай инде, һин ул заманда йәш инең. Хәҙер ике-өс бала атаһы булып бараһың. Беҙ һаман да шул, үҙ кешебеҙ тип, ситкә ҡаҡмайбыҙ. Яҡшыраҡ ҡулғамытлыҡ итергә тырыш. Бына, алла бирһә, ағайың эстәршенә булып алһын да, шуны геүләтеп туйлайыҡ. Бөгөн барыһы ла килеп төшөрҙәр. Ауылға барып ҡайт, унда ыстансаға пар ат ебәрт. Имаметдин ҡайтҡан булһа, бөгөн бында килмәй ҡалмаһын. Ҙур йыйын була, тиген. Киленде лә ҡалдырмаһын. Әсәйең шулай ҡушты, тиген. Өйҙө анау Ҡазаҡай килеп ҡарап торор, йәһәт йөрөп әйлән. Эй, онотоп барам, ҡыҙҙар бүлмәһендәге оло көҙгө менән бәләкәй түңәрәк өҫтәлде үҙең һаҡлап ҡына алып кил. Асатайҙы ебәрһәк, ул ватып ҡуйыр, алабарман нәмә. Ҡайтышлай Үмәр ҡоҙа менән Муйылбикә ҡоҙағыйға инеп әйтеп сыҡ, килһендәр. Бында йомошҡа кеше етешмәҫ, улар ҙа аҙыраҡ ярҙамлашырҙар, тиҙерәк булығыҙ.

Айбулаттың төҫө асыу менән ҡомһарҙы. Рәхимә менән һүҙ көрәштереп тороуҙың файҙаһы юҡ ине. Уның аҙаҡҡы бойороҡтары ла Айбулаттың бер ҡолағына инеп, икенсе ҡолағынан сыҡты. Уны ғәрлекле ауыр уй алды. Йөрәге һығылып, тынын ҡыҫып һуҡты. Ул Рәхимәнең бөтә һүҙҙәрен тыңлап та тормайынса, ашығып тирмәнән сыҡты ла, тиҙ генә күк атты таҡта арбаға егә һалып, юлға сыҡты.

Юл таҡыр, эҫе һүрелгән, һауа бик тын. Ямғыр еҫе лә бәрелгән һымаҡ була. Айбулат арбаға ҡырын төшөп ятты ла, күк аттың дилбегәһен ҡуҙғата биреп, күккә ҡараны. Төшлөктән түбәнгә һарҡҡан ҡояшты ҡалын ҡара болоттар ҡаплап алғайны. Айбулат быға айырым иғтибар менән текләне. Ямғыр буласағын билдәләне. Шунан һуң ҡояштың еүеш, матур йәшел яланды нисек йылы ир-кәләйәсәген күҙ алдына килтереп, тыны иркенәйгәндәй булып, тәрән уфтанып кәйефләнде. Уға, ни өсөндөр, ҡояштың болот аҫтында мәңге ҡалмай, бик тиҙҙән яңынан ялтырап килеп сығыуы, бер ҙур өмөт һымаҡ, күңелле ине.

Күк ат һертелдәп кенә юртып барып Айҙаҡайға боролғайны, Айбулат уны уңға ҡайырып, Расторгуев утарына табан йүнәлдерҙе. Сөнки бөгөн числоның ун бише — Михаилға барырға вәғәҙә биргән көн ине.

Рәхимә бында ҡалғандарға боролдо.

— Мәғфүрә килен, бынау оло балаҫты аҡ тирмәгә алып бар. Анау ҡыҙҙар ҡайҙа китте әле? Шул Диләне булһа ла ҡушығыҙ, исмаһам, анау ике еҙ самауырҙы ағартһын. Унан һуң ул ҡыҙҙарҙы арыулап кейендерергә кәрәк. Диләң бигерәк тә ялбырап, албаҫтылай булып йөрөй. Шуның башын йыуып тарап, берәй таҙа күлдәк кейҙерһәңсе!

— Бүтән күлдәге юҡ шул. Кисә кис йыуып ятайым тигәйнем, һабын булманы.

Мәғфүрә ҙур, ауыр, ҡыҙыл төҫлө, эре биҙәкле балаҫты көскә күтәреп, тирмәгә алып китте.

Рәхимә ошо тирмәләр уртаһында баҫып алған да, тирә-яҡҡа әйләнгеләп ҡаранып, һаман йомоштар ҡуша, хеҙмәтселәр менән һөйләшә.

— Йә, Диләнең күлдәге булмаһа, ана, Хаяттың берәй йыуылған күлдәген биреп торормон. Әсәһе килеп төшкәс кенә сүселдәмәһә. Бигерәк ашығыс булды шул. Һайлауҙары бөгөн бөтә, имеш, ти бит. Дуҫ-дошман араһында хур итмәһен инде хоҙайым... Әллә ни эшләп һаман сапҡыны юҡ бит әле.

Гөлйөҙөмгә дүрт һарыҡ түшкәһен, ботарлап, биш ҡаҙанға бүлеп һалып бешерергә ҡуштылар.

— Ҡыҙҙар ҡайҙа китеп юғалдылар әле шулар? Ҡушығыҙ шуларҙы, исмаһам, самауырҙарҙы ағартһындар.

Дилә менән Хаят, үҙҙәренең бер көнгө ыҙғыштарын күптән онотоп, ҡыуаҡтар араһында йүгерешеп уйнап йөрөйҙәр ине. Улар, Мәғфүрәнең саҡырған тауышын ишеткәс тә, хәҙер йүгереп килеп еттеләр.

Мәғфүрә Диләгә өлкән еҙ самауырҙар менән еҙ тастар, еҙ ҡомғандар бирҙе. Бер туҫтаҡ әсе эркет ҡуйҙы, йүкә йыуғыс тотторҙо ла ныҡ ышҡып, һәйбәтләп йышырға ҡушты.

Дилә, эш ҡушылғанға ҡыуанып, күҙенә төшөп йөҙәткән сәстәрен бысраҡ ҡулдары менән һыйпай-һыйпай, эшкә кереште.

Быны күреп торған Хаят та ҡалышҡыһы килмәй, ҡыҙығып:

— Өлкән әсәй, мин дә самауыр ағартышайым әле, — тине. Рәхимә уға:

— Ҡуй, ҡуй, юҡ менән булма! Өҫ-башың бысраныр, ҡулың ярылыр, ҡарап ҡына ултыр! — тип рөхсәт итмәне.

Диләнең бик оҙаҡ маташҡанын күргәс, Гөлйөҙөм ваҡыт таба һалып, үҙе самауырҙарҙың ағармай ҡалған ерҙәрен тиҙ генә ағартты ла, камфаркаларын, табансаларын ҡыҙҙарҙан күтәртеп, барып, йылғала йыуҙы. Уның артынан ҡыҙҙар менән бергә Тимербулат та мыжҡылдап эйәрҙе. Дилә, уны әле әүрәтеп, әле орошоп, үҙенсә өлкәнлек итте. Улар аллы-артлы теҙелешеп тирмәгә ҡайттылар.

Тирмәлә Рәхимә ҡыҙҙарҙы үҙе кейендерҙе.

Дилә, Хаяттың ике ҡат итәкле иҫке күлдәген кейгәс, әллә ни алғандай булып ҡыуанды. Тыны бөтөп йүгереп әсәһе янына барҙы ла, күлдәгенең итәктәрен тотҡолап, әйләнеп тулғанды.

— Әсәй, ул был күлдәкте миңә әллә бөтөнләй бирҙеме икән, ә, әсәй? — тине.

Әсәһе, уның башынан һыйпап:

— Юҡ, балам. Ҡунаҡтар киткәнсе кейеп торорға. Кеше килгәс, Хаят күлдәге тип әйтеп ҡуйма. Хаятты әсәһе килеп ороша башлаһа: “Рәхимә инәйем үҙе кейҙерҙе бит”, — тип әйт, әрләп ташлар, — тине. Шатланып йүгереп киткән ҡыҙы артынан ҡайғылы йылмайып ҡалды.

Хаят әллә нисә төрлө күлдәктәре араһынан күкһел ебәк күлдәген һайлап кейҙе. Ойоҡто ла шундайҙы кейергә уйлап эҙләй башлағайны, Рәхимә:

— Йә, ярар, һандыҡты болартма инде, — тип, аҡ ойоҡтар менән ҡара туфлиҙар кейҙерҙе. Уның сәсен үҙе тарап, бармаҡтарын төкөрөп һыулай-һыулай, йәшел ебәк таҫма менән ҡыҫып, сикәләп үрҙе.

Хаят үҙенең иҫке һары таҫмаһын Диләгә бирҙе.

— Мә, һин дә сәсеңде таҫмалап үр, — тине.

Мәғфүрә ҡыҙының ҡалай тәңкәләрҙән ситенә ҡортбаш теҙеп яһалған быҙау телендәй генә иҙеүсәһен уға һалындырғас, Хаят та ҡыҙыҡты.

— Өлкән әсәй, мин дә һаҡал һалайым әле, ҡайҙа минең һаҡалым? — тип, кире йүгерҙе. Рәхимә уға тағы ла:

— Уй ҡыҙ йораты! Һаҡал ниңә кәрәк бынау эҫелә, — тип орошһа ла, өс йоҙаҡлы, дүрт тотҡалы, эсен аҫыл кейемдәр менән нышып тултырған һандыҡты сәғәт һуҡҡан һымаҡ даңғылдатып асып, Хаяттың ынйы, мәрйен, көмөш тәңкә, аҫыл суҡтарҙан яһалған һаҡалын сығарып бирҙе. — Мә инде, өлкән шатлыҡ көнө һалынып йөрөһөн, үҙ тигәнеңсә бул. Барығыҙ, ҡыҙҙар, ана, ауыл яҡ һыртынан һыбай ҡалҡһа, миңә килеп хәбәр итегеҙ.

— Һыбай килә, һыбай килә, өлкән әсәй, һыбай килә!

Рәхимә ахылдап тирмәнән сыҡты, икенсе тирмәнән Ғәзимә күренде. Мәғфүрә, Гөлйөҙөм, эштәрен ташлап, ҡарай башланылар. Тирмә тирәһендәгеләр бөтәһе лә, ҡулдарын маңлайҙарына ҡуйып, юлға, алыҫтан күренгән ҡарасҡыға текләнеләр.

Рәхимә менән Ғәзимә ярым шыбырлап һөйләнделәр:

— Шатлыҡлы хәбәр алып килһә, аҡ ҡорбан салыр инек...

һыбайлы елеп килеп етте. Ҡара тиргә батҡан күк саптарҙың өҫтөнән күбектәр оса. Ҡырпыулы бүрек кейгән, ситенә ҡыҙыл соға тотҡан ҡара буҫтау кәзәкейле, билен ҡыҙыл ебәк билбау менән быуған, йәшел ебәк тотҡан күк салбарлы, бейек ҡара итекле егет эйәрҙән һикереп төштө. Ул ҡапыл күҙҙәрен ҡыҫып, йәйенке танауын тағы ла йәйеңкерәп, аҡ тештәрен күрһәтеп, киң йылмайҙы.

— һөйөнсө, инәйҙәр, һөйөнсө! — тип ҡысҡырып ебәрҙе ул. Байбисәләр сыр-сыу килеп ҡалдылар.

Рәхимә ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне. Тулҡынланған тауыш менән:

— Һөйөнсөһөнә байтал, улым, ҡола байтал. Һөйлә, улым, ни хәбәр бар? — тине.

Егет ашығып, һүҙҙәрен йота-йота:

— Ныязғол олатайым старшина булды. Һайланды! — тине. Бисәләр тағы ла нығыраҡ сыуалыштылар.

Рәхимә егеткә ни биреп, ни ҡуйырын белмәй, өлтөрәп, уны тирмәгә алып инде.

— Әйҙүк, улым, әйҙүк, юғары сыҡ, телеңдән ҡыуан, һүҙеңдән һөйөн, үҙең шул дәрәжәгә ет!

Егет түрҙәге урынға ултырып алғас, Рәхимә:

— Кем улы булаһың, ҡайһы ауыл? — тип һораша башланы.

— Мин Өсүҙән буйы, Ҡыпсаҡ ауылы, Байсура түрәнең улы Ҡотлобай булам.

— Әйтәм, ерле тауышың атайың тауышына оҡшап тора. Бик беләм, бик беләм. Әсәйең Ҡашҡат ауылының Ваһап бай ҡыҙы. Йәшерәк саҡта йәйләүҙә осраша торғайныҡ. Хәҙер халыҡ йәйләүҙе ташлағас, осрашмағанға күп йылдар булып китте. Шуның улы булаһың икән. Бик күркәм улы бар икән. Рәхәтен күрһен.

Рәхимә менән Ғәзимә егетте ҡымыҙ менән, сәй менән һыйлай-һыйлай һөйләштеләр. Һораша торғас, әллә ҡайһы нәҫел-тоҡомдарҙан уратып килеп, Ғәзимәнең атаһы менән был егеттең әсәһенең ҡартатаһы туғандан туған булып, егет уның яҡын ғына ҡустыһы тейешле лә булып сыҡты. Быға улар тағы ла яҡыныраҡ күреп шатланыштылар ҙа Ныязғолдоң Ҡотлобайға олатай түгел, ҡарт булһа ла, бәке бирергә тейеш булған яҡын еҙнә икәнен аныҡлап ҡуйҙылар.

Егет үҙенең күргән-белгәндәрен һөйләне:

— Эй, унда әңгәмәләр бик күп булды. Зыҡ ҡуптылар. Ныязғол еҙнәм менән Моратша бай кеүек үҙҙәрен старшиналыҡҡа һайлата торған кешеләрҙе бер яҡ ситкә ҡуйып, шарҙы уларға күрһәтмәй һалалар икән.

— Ул шар тигәне нәмәкәй була һуң ул? Уны ҡайҙа һалалар?

— Бәй, унда сыйырсыҡ ояһы һымаҡ итеп яһалған бер йәшник була икән. Шуны уртаға бүлгәндәр ҙә ике яғына шул шар тигән ағас йомғаҡтар һыйырлыҡ тишектәр яһағандар. Кем ыңғай һайлай, уң яҡҡа шар һала, кем ҡаршы, һул яҡҡа.

— И Алланың хикмәте!

— Йә шунан?

— Шул. Ыңғай яҡҡа кем күберәк шар һалһа, шул старшина булып үтә икән. Беҙ йыйылышып ҡарап торҙоҡ. Күсербай ауылының Моталай тигән кешеһе Моратша бай яҡлы икән. Ныязғол еҙнәмде һайлаған саҡта, ул бер шарҙы алып тороп, асыуланып, һулаҡай яҡҡа шаҡылдатҡансы бәрҙе лә үҙе: “Мә, Ныязғол, үтерһең, үтмәй ни!” — тип, ҡуҡырайып атлап киткән булды. Кешеләр көлөштөләр. Ҡайһылары ирәгешеп китәләр, мәрәкә!

Байбисәләр ҙә был мәрәкәгә рәхәтләнеп көлөштөләр.

Егет дауам итте:

— Һайлау бөткәс, Моратша бай, асыуынан ҡып-ҡыҙыл булып, повозкаһына ултырып, саң борҡотоп ҡайтып китте. Ныязғол еҙнәмде бөтә ауыл старосталары, мирәйеттәре һырып алғандар, маҡтайҙар, хуплайҙар. Шунан Ныязғол еҙнәм атайымдың ҡолағына әллә нәмә шыбырланы ла мине бында һеҙгә саптырҙы. Үҙе шундағы бөтә халыҡты йәйләүгә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Урядниктар ҙа, тағы әллә кемдәр ҙә бар. Кеше күп, илле-алтмышлап барҙыр.

Рәхимә был хәбәрҙең бара торғас былай ҙурайып китеүенән тағы ла нығыраҡ хафаға төштө, тағы ла нығыраҡ ашыҡтыра башланы.

— Ай Алла, Ғәзимә, Мәғфүрә килен, был ғына тәкәләр нигә етә? Тағы бер өс-дүртте һуяйыҡ. Әҙәм оятына ҡалырбыҙ. Юҡ тигәндә лә, илле кеше булыр әле. Йә, анау Айбулаты ла оҙаҡланы. Уй әттәгенәһе, әллә ерән тыу бейәне һуйыр инек. Мәғфүрә килен, Асатайҙы ҡайтар әле, тиҙ генә өс өлкән һарыҡты тотоп килтерһен. Бына ҡустым, ҡунаҡ булһа ла, мал һуйышырға ярҙамлашыр әле. Ҡана, йәһәт булайыҡ!

Ҡотлобай Рәхимәнең был һүҙҙәренә ҡушылып, үҙе лә ашыҡтырҙы. Тирмәнән сығып, тирә яҡҡа ҡаранды.

— Була ул, апай. Ҡайҙа, килтерһендәр, хәҙер һуйып ташлайбыҙ уларҙы, — тине.

Мәғфүрә Диләне һыу буйына Асатайҙы ҡайтарырға йүгертте лә үҙе ҡомғандарға һыу тултыра башланы.

Рәхимә һаман бойора ине:

— Мәғфүрә килен, тәкәләрҙең башын, түштәрен үҙең өт инде. һап-һары булһындар. Бүтәндәр булдыра алмаҫтар. Ҡурайсылары тиҙерәк килеп етһә ярар ине. Имаметдинем ҡайтып өлгөрәме инде, юҡмы? Бигерәк тә ҡыҫтауға килде шул. Исмаһам, Үмәр ҡоҙа менән Муйылбикә ҡоҙағый ҙа килеп етмәнеләр. Әйтеп ебәреп тороп, ниңә оҙаҡларға кәрәк инде! Айбулаты ла китте лә батты.

Рәхимә тағы ла:

— Йәш килен, йәш килен, бынау ҡара сурнайыңды йыуындырып, өҫтөнә берәй арыу нәмә табып кейҙереп ебәр! Ана, ҡайһылай бысранып, ҡаҡашып бөткән, сусҡа балаһы. Кеше килгәндә бер ерҙә бер бысраҡ булмаһын. Кемдең йәйләүе — шуның йәйләүе. Ныязғол йәйләүендә сер бирерлек булмаһын.

Гөлйөҙөмдөң, алтынсы ҡаҙанды ҡайнатып сығара алмай, тоҡанмай быҫҡып ятҡан ҡыр тиҙәге аҫтына утҡа өрөп тора-тора биттәре ҡып-ҡыҙыл булғайны. Рәхимә әйткәс, ул малайының өҫ-башын ҡарарға ҡыуышҡа табан китте.

Баянан бирле тирә яҡты күҙәтеп ятҡан Ҡотлобайҙы ла ул абайламаны, битен дә ҡапламай, алға табан ҡарап бара ине. Уны яҡындан ғына күргән Ҡотлобай Гөлйөҙөмдөң һылыулығына иҫе китте. Хатта ҡырын ятҡан еренән тороп, аяҡ салып ултырып, текләп, уны әллә ҡайҙа тиклем оҙатты. Эсенән: “Был кем кәләше икән? Һай, һай аҫыл һөйәк, һылыу ҡатын”, — тип һоҡланды. Бер аҙҙан тирмәнән килеп сыҡҡан Ғәзимәнән:

— Апай, бынау “йәш килен” тигәнегеҙ кемдең йәмәғәте ул? — тип һораны.

Ғәзимә Гөлйөҙөм киткән яҡҡа ҡарап алды ла:

— Эй, анау киленде әйтәһеңме? Ул ни, беҙҙә ялсылыҡта торған Айбулаттың ҡатыны, — тип яуап бирҙе.

Ҡотлобай тағы ла әллә ни тураһында һорашмаҡсы булһа ла, үҙенең Гөлйөҙөмгә һоҡланған уйын Ғәзимә һиҙеп ҡалыр тип, үҙен тыйҙы.

Төмҫәй генә турҫыҡ, ҡап-ҡара сәсле, сөм-ҡара күҙле Тимербулат әсәһенә бирешмәҫкә тырышты. Ул үҙенең мәте балсыҡтан яһап алған аттарын, һыйырҙарын ҡарайып ярылған ҡулдары менән ҡосаҡлап, үҙҙәренең ҡыуышына ҡарай йүгерҙе.

Гөлйөҙөм уның артынан тыны тарыға-тарыға ашығып барып етте лә, ороша-ороша сисендереп, яурын баштары, терһәктәре ямалған ҡыҙыл сыбар күлдәк менән, тубығы ямалған, уңып бөткән буйлы ыштан кейҙереп, бысранмаҫҡа ҡушты:

— Таҙа ғына йөрө, бысранма! Олатайҙар киләләр, — тине.

Тимербулат әсәһенең һүҙҙәрен әле уның ҡыҙарған битенә, әле ҡара сатин кәзәкейе өҫтөнән быуған ҡыҙыл билбауына ҡарай-ҡарай тыңланы ла, үҙенең иңер бауын бәйләгәндә, ҡаштарын йыйырып:

— Олатайҙар ниңә киләләр? — тип һораны.

— Ҡунаҡҡа киләләр.

— Ниңә ҡунаҡҡа киләләр?

— Ит ашарға ҡунаҡҡа киләләр, ҡымыҙ эсергә.

— Әсәй, мин дә ит ашайым, әсәй, асыҡтым.

— Ҡунаҡтарҙан ҡалғас ашарһың. Ит бешмәгән әле. Ләкин Тимербулаттың ундай киң сәбәптәрҙе тыңлағыһы ла килмәне, мыжҡылдап иларға йәтешләнде.

— Әсәй, асыҡтым, ит бил.

— Мыжыма тим, ҡалғас ашарһың.

— Асыҡтым, әсәй-й-й...

Гөлйөҙөм уға ҡыуыш төбөндәге бәләкәй ағас һандыҡтан ҡатып күгәреп бөткән икмәк һыныҡтары алып бирҙе. Тимер, быға ғына риза булмайынса, тағы ла ниҙер әйтеп, әсәһенең салғыйына йәбешеп, шыңшырға тотондо. Ләкин Гөлйөҙөмдөң ваҡыты бик тығыҙ ине. Ул улын ипләп кенә этте лә, биленән өҙөп киҫеп алған тулғаҡҡа бөгөлөп, ергә ултырҙы. Ул сытырайышып тешләнде, ыңғырашмаҫҡа тырышып, күҙҙәрен йомдо. Бер аҙ ваҡыттан, тулғағы аҙыраҡ ысҡындырып торған арала хәл алып, тәрән тын алды ла.

— Бар, балам, бысранмай ғына йөрө, йәме! — тип, Тимербулаттың башынан һыйпаны ла эшенә башланы.

Ә Тимербулат әле генә кейгән таҙа күлдәгенең итәгенә мәте аттарын тағы ла тейәп, бер ҡулы менән итәген бөрөп тотто ла, икенсе ҡулы менән икмәк ҡатыһын ваҡ ҡына аҡ тештәре менән кимерә-кимерә, талдар араһына инеп китте.

Ғәзимә Мәғфүрәне үҙ тирмәһенә саҡырып алып йомоштар ҡушты:

— Бауырһаҡты арыулап, күкәйгә генә баҫып бешерегеҙ, һары майға ғына. Туң май бауырһаҡтың тәмен ала ул. Йәш киленгә әйт, анау бер күнәк һыйышлы ҡаҙанды бәләкәй усаҡҡа ултыртһын. Һин ҡамыр әҙерләгәнсе, май ирей торор. Бауырһаҡты үҙем ҡырҡмаһам булмаҫ. Бик оҙаҡ маташаһығыҙ. Баҙҙан май, вареньеларҙы алып сығып, миңә алып килеп бирегеҙ. Үҙем самалап бирермен.

Мәғфүрә, йәһәт атлап барып, Гөлйөҙөмдө эшенән бүлдереп булһа ла, уның менән ашығып баҙға табан китте.

Баҙҙың әҙәм көсө етмәҫлек ауыр, ҡалын ҡапҡасын Гөлйөҙөм ҡорһағына терәп күтәрергә аҙапланғанда, Мәғфүрә үҙе тиҙерәк йәбеште:

— Ҡуй, килен, күтәрмә, эсеңде имгәтеп ҡуйырһың! Ҡана, үҙем, — тине. Гөлйөҙөм уңайһыҙланып ҡыҙарҙы ла Мәғфүрәгә серен әйтте.

— Еңгә, бөгөн билемдән бик ныҡ ала. Кистән дә ҡалмам, ахыры. Оят була инде, бындай ғәләмәт саҡта... — тине. Мәғфүрә лә тынысһыҙланды:

— Эй Аллам. Ипләп кенә йөрө инде. Айы-көнөң тулһа, оят тип әллә ни эшләп булмай ул. Күп булһа, Ғәзимә һөйләнер. Уның ғәҙәте бер бөгөн түгел инде.

Улар шулай, оҙон көндөң таң иртәһенән алып киске һарҡыулыҡҡа тиклем, өлкән һуғышҡа әҙерләнгән ғәскәр кеүек, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, байбисәләрҙең бойороҡтарын үтәнеләр.

Бына бөтә эш яйға һалынды кеүек. Ауылдан өҫтәл, көҙгө, оло көрәгәләр, яҡшы араҡылар менән тулы биш-алты кәрзинкәләр тейәп, Айбулат егеп киткән күк атта Хөсәйен килеп төштө.

Рәхимә унан Айбулаттың үҙе ҡайҙа икәнен һорағас, Хөсәйен уның кис менән бик һуң ғына киләсәген әйтте.

Рәхимә быға донъя бөлгәндәй булып ярһыны.

— Бына кәрәк булһа! Ни эшләп улай итеп, эт эткә, эт ҡойроҡҡа тигәндәй, үҙенә ҡушылған йомошто һиңә тапшырып йөрөй? Хөсәйен өндәшмәй ат туғарыуында булды. Рәхимә һаман ярһый ине:

— Иллә баш-баштаҡ беҙҙең был Айбулат, иллә үҙе тигәнсә йөрөп ята. Бынауындай ҡыҫтау саҡта!

Ул өҫтәлдәрҙе бәләкәй аҡ тирмәгә ҡуйҙыртып, ултырғыстар теҙҙереп, өҫтәлгә көҙгө ҡуйып, селтәр ашъяулыҡтар яптырып ҡуйҙы. Шунан ғына, бер аҙ асыуы баҫылғандай булып, тынысланды.

— Был тирмә ҡаласараҡ булһын. Имаметдин менән урыҫ ҡунаҡтар ултырырҙар. Хөсәйен, ҡыҙҙар бөгөн ҡайтмаймы ни?

— Юҡ, берһегөнһөҙ ҡайтмайҙар, ти.

— Ни эшләп кенә оҙаҡлайҙар икән, ҡолонсаҡтарым. Йә анау ир балаларҙы алып ҡайтманылар. Бынау шатлыҡты күрмәй ҡалырға ярамай уларға. Имаметдин ҡасан киләм ти икән һуң?

— Оҙаҡламай барам, яҡшы әҙерләнһендәр, ҡала ҡунаҡтары алып киләм, — тине.

— Уй хоҙайым, улары кемдәр икән тағы? Беҙҙең ни, башҡортса ғына әҙерләнгәнде Имаметдин яратһа ярар ине. Әллә ни ҡаласа ти ҙә ҡаласа ти. Ҡаланы кем барып күргән дә кем белгән! Килен үҙе алданыраҡ килһәсе һуң. Ул ҡала күргән кеше, нисек-нисек итергә өйрәтер ине. Анау Миңлекәйе ағайың менән шунда түрәләр янында ураңғышып ҡайтмай бит, ни барҙыр инде уға ул тиклем!

Ғәзимә лә Рәхимәнең был борсолоуҙарын бүлеште:

— Әйтмә инде, апай, ҡуштанланып йөрөйҙөр шунда ире янында. Ә бындағы мәшәҡәттә эше лә юҡ!

Рәхимә, усаҡтар янына табан китеп, йомоштар ҡушты:

— Ҡанағыҙ, килендәр, бынау тирмә күләгәһенә генә кейеҙ түшәп, ашъяулыҡ йәйеп, иттәрҙе төшөрөп килтерегеҙ. Хөсәйен, ҡулыңды йыу. Ҡунаҡ ҡустым, Ҡотлобай, һин дә ултыр әйҙә. Ғәзимә, үҙең дә кил, ит турап алайыҡ, йәш килен, һалмаларыңды ҡырҡа башла!

Улар, Мәғфүрә түшәгән ҙур аҡ кейеҙ өҫтөнә түңәрәкләшеп әйләнеп ултырып, бөтәһе лә үткер бысаҡтар алып, уртаға ултыртылған оло табаҡтарҙағы боҫо борлап ултырған эре һарыҡ боттарын, билдәмәләрен, оса, түш майҙарын турарға тотондолар.

Ул арала килеп еткән Үмәр ҡарт менән Муйылды ла арбанан төшөү менән эшкә ҡуштылар.

Гөлйөҙөм атаһы менән әсәһен бик күптән инде күрмәй һағынған булһа ла, өҙәләнеп килеп әсәһенең муйынына ташланғыһы килһә лә, уны булдыра алманы. Былай ҡыланыу килен кеше өсөн бер ҙә килешкән эш түгел ине. Ул әсәһенә ипләп кенә атлап барып, уның менән ҡосаҡлашып, әле уң, әле һул яурындарына башын һалып күреште. Муйыл да ҡыҙын ныҡ һағынғанлығын кешеләргә белдермәҫкә тырышты. Уны баштан-аяҡ күҙ йөрөтөп ҡараны ла, йәлләп, күҙҙәрен икенсе яҡҡа борҙо. Тимербулаттың ҡайҙа икәнен һораны.

Гөлйөҙөм уның ҡайҙа икәнен дә уйларға ваҡыты булмағанын хәтерләп:

— Әллә тағы, берәй ерҙә уйнап йөрөймө икән, — тип тирә-яғына ҡаранып ҡуйҙы ла тағы үҙенең эштәре артынан ашығып китте.

Улар күмәкләшеп ит турай башлауға, тал араһынан Асатай сырылдатып ҡысҡыртып, һыңар ҡулынан ғына күтәреп, бөтә өҫтө шыйыҡ батҡаҡҡа буялып бөткән Тимербулатты алып сыҡты.

— Гөлйөҙөм еңгә, малайың һыуға бата яҙҙы бит! Мин күреп ҡалмаһам, батҡайны, — тине Асатай.

— Ни эшләп? — Бөтәһе лә ҡапыл уға боролдолар.

— Һыуға тайып төшкән дә, үҙе үрмәләй, үҙе һаман эскә табан бара. Ярай, ярҙың текә ере түгел. Бил тиңенте батҡан да, бер ҡулы менән талға йәбешеп, ярмашып, ахылдап сығырға маташа. Үҙе иламай бит әле, — тип Асатай көлә-көлә Тимербулатты ергә төшөрҙө. Ул икенсе ҡулындағы оҙон сыбыртҡыһын ҡыуыш артына ырғытты ла, билендәге билбауын сисеп ташлап, ҡомған менән ҡул йыуырға тотондо.

Рәхимә Тимербулатты ла, Гөлйөҙөмдө лә орошоп ташланы.

— Уй, йөҙө ҡара бала! Ҡайһы арала унда төшөп өлгөргән! Ярай, батмағанһың әле. Йәш килен, һиңә шуны ҡарап кейендер, тигәйнем бит. Ниңә шул әйткәнде тиҙ генә тыңлай һалмайҙар икән!

Ғәзимә Тимербулатҡа һыңар күҙе менән аҫтан ғына ҡараны ла:

— Уға ни булыр тиһең, ташҡа талау тейәме. Батһа тағы, йөрөмәһен тертәңләп, — тип бупылданы.

Бай ҡоҙағыйҙарҙың был ризаһыҙлығынан, бигерәк тә Ғәзимәнең яман һүҙҙәренә, Муйылбикәнең бик ныҡ асыуы килде. Ейәнен янына саҡырып әүрәтергә лә ҡуҙғалманы, ул арала Гөлйөҙөм дә йүгерә-атлап килеп етеп, улын етәкләп алып китте.

Рәхимә һаман ҡабаландырҙы:

— Йә, ҡуйығыҙ, йылдам ғына турайыҡ! Өлгөрмәй ҡалырбыҙ. “Ит тураған табыштыр, унан-бынан ҡабыштыр” ти, әйҙә, һоғонғолап ултырығыҙ. Айырым ашты ҡунаҡтарҙан алда өлгөртөп булмаҫ.

Ләкин бындай тәртипһеҙлекте берәү ҙә эшләмәне.

Ҡунаҡтарға туралмай тотош өләшелә торған һыйлы һөйәктәр үҙ алдына, туралған ит, ҡаҙылар үҙ алдына, табаҡтарға тултырылып, аш урыны әҙерләнгән тирмәнең кирәгәһе эргәләп иҙәнгә теҙелде. Уларҙың өҫтәрен ҡыҙыл шаҡмаҡлы ашъяулыҡтар менән ябып, тураусылар үҙҙәре турағандан ҡалған һөйәктәрҙе мөнйөп, ҡулдарын ялап, Асатай менән эйәреп ҡайтҡан Һорлан менән Шоңҡарға ла, иттәре һалып алынған туларһыҡтарҙы ырғытып, урындарынан торҙолар.

Тәкәләрҙең башы менән түштәренең майҙары һыҙырылып әйләнеп торған ҡойҡаларын ипләштереп, бөтәүләй генә айырым табаҡҡа һалып ҡуйҙылар. Былары бик ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың өлөшө ине.

Йәм-йәшел булып йәйелеп ятҡан йомшаҡ сәхрәнең аҙ ғына ҡалҡыу булып күтәрелеп, күккә тоташҡан һымаҡ күренгән горизонтынан өс ат еккән өҫтө ябыҡ ҡара повозка ҡалҡты. Баштарын сайҡап килгән ике яҡ ситкә егелгән пар ҡара күк, урталағы ажарланып елгән ҡара күк айғыр әллә ҡайҙан уҡ бының Ныязғол повозкаһы икәнен күрһәтә ине.

Кемдер берәүҙең:

— Ана, киләләр! — тип ҡысҡырып ебәреүе булды, шунда уҡ бөтә йәйләү аяҡҡа баҫты.

Йөрәктәренә сыҙамаған елгер аттар ухылдашып килеп туҡтанылар. Күсер Хәйрулла һикереп төштө лә, аттарҙың башынан алған Асатай менән баш һелкеп һаулашып, икәүләп ат туғарырға керештеләр.

Килеүселәрҙе ҡаршы алырға күмәк кеше эркелеп сыҡты.

Повозканан, бөтә мөһабәтлеген һаҡлап, Ныязғол сыҡты. Ул өҫтөнә йәшел соға елән кейгән, билен көмөш ҡәмәр билбау менән быуған. Аяғында гамбург ситектәре менән американский калуштар. Башында ситенә ҡондоҙ ҡама тотҡан яҡшы бүрек. Ул, ашыҡмай ғына башын уңлы-һуллы бороп, бөтә йәйләүгә күҙен ташланы. Уның бөтә йөҙө бәхетле йылмайыу, бөтә килбәте еңеүҙән килгән ләззәт менән ҡапланған, күҙҙәрен эрелек һөҙгән. Ул, башын юғары күтәреп, яурындарын аҙыраҡ ҡайҡайтып, аяҡтарын арҡыры баҫып, оло тирмә эргәһенә йыйылған кешеләр янына табан атланы.

Рәхимә башындағы аҡ кешмир яулыҡты төҙәткеләп, ҡыҙыл бәрхәт кәзәкейенең һыҙғанған еңдәрен төшөрөп, хөрмәтле йылмайып, ҡартын ҡаршы алды.

Ныязғол иң элек уның менән һаулашты:

— Һаумы, байбисә, йорт-ер, мал-йән именме? Рәхимә ашыҡмаған, баҫалҡы һәм буйһонған, шул уҡ ваҡытта үҙенең дәрәжәһен төшөрмәҫ бер тыныслыҡ менән:

— Аллаға шөкөр, бөтәһе лә һау, теүәл. Бөгөн бына ҡунаҡтар килеүгә әҙерләнгән булдыҡ. Алты баш тәкә һуйҙырттым, йөҙ илле күнәк ҡымыҙым бар. Аш-һыу әҙер, етерлек, — тине.

Бай уның аш-һыу еткермәй, сер биреп бер ваҡытта ла хурлыҡҡа ҡалдырмаҫына күптән ышанған. Шуға күрә, ул был турала ентекләп тә тормай, үҙенә ҡаршы килгән Ғәзимә менән һаулаша. Ул арала уның һөйәр ҡыҙы Хаят ҡуйынына ташлана:

— Атай, миңә нимә алып ҡайттың?

— У минең өлкән ҡыҙым! Һиңә мин әллә ниҙәр алып ҡайттым. Бар, ана бәләкәй әсәйеңдән барып ал, — тине Ныязғол, уның маңлайынан үбеп, башынан һыйпап, повозка яғына күрһәтте лә Ҡотлобайға боролдо.

Хаят ҡанатланып әсәһенә йүгерҙе.

Һылыу, нәҙекәй йәш бисә Миңлекәй билдән өҙөп, ерҙән һөйрәлтеп теккән өс итәкле йәшел ебәк күлдәк, уртаға ярып тараған ҡуңыр сәстәре өҫтөнән суҡайтып ҡына кейгән ынйы ҡалпаҡ, ҡулдарына сылтыраҡлы алтын беләҙек, муйынына таҡҡан алтын сәғәт сылбырҙары менән ялтырап, бейек ботинкаларының осон ғына күрһәтеп, еңел атлап, ҡулына әллә ниндәй төйөнсөктәр күтәреп, ҡыҙына көлөп килә.

— Абау,ҡыҙым, һағындыңмы? Әйҙә, мин һиңә әллә ниҙәр алып ҡайттым, әйҙә ҡыҙым! — тип, ул, бер ҡулы менән ҡыҙын етәкләп, көндәштәре менән һаулашты ла ире артынан тирмәгә ыңғайланы.

Ул һәр ваҡыттағыса шат, күңелсәк, ләкин эрелеген юғалтмаған төҫ менән тирә-яҡҡа эләнләп ҡарап, борғоланып атлап барыһы менән һаулашып үтте. Ул тик башҡортсалыҡ-мосолмансылыҡты күрһәтер өсөн генә ябынған яҫы уҡалы ҡыҙыл атлас еләнде үҙенә ҡаршы килгән Мәғфүрәгә тотторҙо ла, ҡалпаҡ өҫтөнән шыуып төшөп барған аҡ ебәк яулыҡты төҙәткеләп, Мәғфүрәнең һаулашыуына йылмайып, сүтелдәп яуап бирҙе:

— Бик иҫән ҡайттыҡ. Үҙегеҙ һау торҙоғоҙмо? Йәйләүҙе ҡайһылай матур ергә ҡорғанһығыҙ. Бик, бик матур! Йәш килен, һаумы?

Гөлйөҙөм йәйләүгә килгәс, Мәғфүрә, үҙен аҙмы-күпме иркендә хис итеп, иркен тын алып ҡалғандай булғайны. Хәҙер, былар килеп төшөү менән, уны тағы ла ниндәйҙер тартыныу, ҡурҡыу ҡаплап алды. Туҡалдың былай ҡыйыу һаулашыуына ла йөҙө ҡыҙарып, йөрәге шыу итеп ҡалды, тауышын да сығарыр-сығармаҫ яуап бирҙе.

— Бик шәп әле, — тине лә уға арты менән үк боролдо.

Гөлйөҙөм бер ҡалаҡ юғалған өсөн дә донъя ҡуптарып әрләй торған Ғәзимәгә ҡарағанда ла Миңлекәйҙән шикләнеңкерәй, ул уның йылмайып ҡушҡан һүҙенең дә ысын күңелдән булмайынса, ниндәйҙер бер яһалма икәнен тоя. Ул үҙе лә асыҡ аңламаҫтан, тоҙаҡтан һаҡланған ҡош кеүек, Миңлекәйҙән һаҡланды, итәк-еңен йыйып торорға ғәҙәтләнде. Сөнки Гөлйөҙөм уның тураһында Мәғфүрә менән Айбулаттан да, башҡаларҙан да бик күп насар ҡылыҡһыр ишеткән. Мәғфүрә һәр ваҡыт: “Ай-һай, уның юхаланыуына ышанма, улмы, ул — йылан аяғын киҫкән. Шундай хәйләкәр ҡылйыуғыс. Үҙе лә шул аҡһаҡ сауҙагәр Шәрәп мишәр ҡыҙы шул. Ныязғол ҡайнаға Николайскийға үтеп-һүтеп йөрөгәндә күҙләгән. Уның әле тағы унан оло йәмһеҙ бер апаһы булған, шунан ул ошо өлкән ҡыҙҙы тәүҙә икенсе бер кешегә димләп алып бирешкән дә быныһын үҙенә алған. Һырттан һыйпау тигәндә, иренә ҡуштанлыҡҡа тигәндә, аллаһыу! Ә саҡ ҡына бер нәмә булдымы, төймәне лә дөйәләй яһап, иренә ошаҡлап бара. Килгән сағында йәш кенә, йыуаш ҡына ине. Балалары ла күбәйеп, ире үҙе менән ҙур ерҙәргә йөрөтә башлағайны, төлкө кеүек үткерәйҙе лә китте. Ул өйҙә тик Рәхимә еңгәмдән генә шөрләй. Ул булмаһа, хәҙер бөтәһенең түбәһенә менергә әҙер тора”, — тип һөйләй.

Айбулат унан да яманыраҡ итеп ҡылыҡһырлай:

— Ул ҡарты янында булһа ғына шулай ҡуштан. Саҡ ҡына аулаҡ ҡалһа, ҡәйнеш тигән булып, йылманлап үҙе килеп бөйөргә төртә. Ситтән матурыраҡ ҡунаҡтар килһә, беҙҙе күҙгә лә алмай.

Был хәбәрҙән Гөлйөҙөмдөң иҫе китте. Ҡатын кешенең үҙ иренән башҡа кешеләргә күренеүенә, ҡурҡмай, өркмәй түрәләр менән һөйләшеп йөрөүенә аптырай. Бигерәк тә уның, урыҫсаны һыуҙай эсеп, сатылдап һөйләүе уны ғәжәпләндерә.

Оҙаҡламай ауыл яғынан йәнә бер пар ат күренде. Быны ла шулай ҡаршыланылар. Ялт итеп торған ҡара кырандас менән яҡшы пар туры атта бисәһе Фариза менән Имай килеп төштө.

Имай атаһына ҡарағанда күп уҫал, ҡаты, һаран. Ул ҡара быжыр битле, оҙон мыйыҡлы, ауыр ҡарашлы бер әҙәм. Һимеҙлектән биттәре ике сикәһенән һалбырап киңәйеп түбән төшкән. Маңлайы терпе кеүек текә ҡырҡҡан ҡаты сәстәре янында ослайып барып бөтә. Көмрөрәк киң яурынына тоташҡан ҡалын елкәһе, ҡыҫҡа ҡара жакетының яғаһы аша сығып, әллә нисә һыр булып ҡатланып ята. Уның жакетының яғаһы ла, атаһының яғаһы кеүек елән яғаһы булмайынса, киртләсләнеп тегелгән. Бер ваҡыт мулла, никрут Әхмәҙиҙең, Ҡотлоярҙың шул формаға тегеп кейгән яғаларын күргәс: “Ай, йөҙө ҡаралар, кафыр булғанһығыҙ икән, яғаларығыҙ киртләсле, инде урыҫҡа оҡшап, башығыҙға картуз кейеп йөрөгөҙ тағы, оялмай”, — тип әрләгәс, улар: “Бәй, хәҙрәт, Имайҙың бөтә яғалары шулай ҙа баһа, ни эшләп уға әйтмәйһең, мәсеткә лә индерәһең, әрләмәйһең дә”, — тигәндәр икән, мулла бер ҙа аптырап ҡалмаған: “Ул ҡалала йөрөй торған кеше, купецтарға ундай кейем хәләл, ә һеҙгә харам”, — тигән. Шунан бирле бөтә ауыл йәштәре араһында берәй кейем тектерергә булһалар: “Ниндәй яға ҡуябыҙ, хәләлдеме, харамдымы?” — тип көлөшәләр ине.

Имай кырандастан төшкәс, кешеләр менән атаһы һымаҡ берәмләп һаулашып та торманы. Тотош ҡына, береһенә лә ҡарамай ғына, теләр-теләмәҫ кенә һаулашты ла, итектәрен ялтыратып атлап, тирмәгә йүнәлде.

Һуңғы йылдарҙа Фариза ла, ҡалаға йөрөп, үҙгәреп, шымарып китте. Бәләкәй сағынан етемлектән килгән баҫалҡылыҡ уның ҡайны-ҡәйнәләрен үҙ яғына ауҙарған. Ире менән ике араларында бер ҙә татыуһызлыҡ һиҙелмәй. Төҫкә, буйға, аҡылға тура килгән был бисә, Имайҙың бөтә яман ҡылыҡтарынан күҙ йомоп, баш әйеүҙән башҡаны белмәй ине. Бындай уңайлы, тыныс ҡатын Имайҙың да күңеленә ятҡан да, уның бер балаһы ла булмауына ҡарамай, әле булһа икенсе бисә алмай тора бирә.

Мәғфүрә Фариза тураһында ла Гөлйөҙөмгә һөйләгәне бар: “Иренә ярағас ни, уға береһе лә һүҙ тейҙерергә баҙнат итә алмай шул. “Ир ҡаҡҡанды — мир ҡаға” тигәндәр бит, ире тиңһенмәһә, ҡатын кешегә бөтәһе лә хужа була ул. Был байлыҡҡа ни атаһынан ҡала Имай баш бит инде. Бөтә ҡала эштәрен, иген эштәрен ул йөрөтә. Ҡайһы бер саҡта атаһы менән дә һүҙгә килеп, сәкәләшеп, үҙ тигәненсә эшләп ҡуя. Шулай булғас, ҡалай итеп Фаризаға һүҙ тигеҙһендәр”.

Ғәзимә менән Миңлекәй уға теш ҡайрап-ҡайрап ҡуялар ҙа, Рәхимә еңгә аралай шул. “Киленем килендән бүләк. Һүҙ тигеҙмәгеҙ. Тик бына, алла ҡушып, бер ир бала ғына табып бирһә ине, юҡ бит. Анау ярлы Сәйетҡолға алты бала биргәнсе, исмаһам, берәүһен булһа ла беҙгә һыйлаһа, ни булыр ине һуң, ни эшләйһең. Алланың эшенә ҡыҫылып булмай шул”, — тип кенә көйләп ҡуя ла, тегеләрҙең тыны сыҡмаҫ була ла ҡала.

Фариза, йәш ҡәйнәһенең күлдәге һымаҡ, билдән өҙөп теккән күк күлдәген, аҡ бүртмәс ебәк яулығын, бейек дағалы осло морон ботинкаларын сисеп ташлап, нисек кейенеү тураһында өлкән ҡәйнәһенә кәңәш итте. Рәхимә уға үҙенсә аҡыл бирҙе:

— Был ҡала кейемдәрең килешмәҫ, һигеҙ ауылдан ҡунаҡ йыйыла. Ике ай буйы ҡалала иркенләп йөрөп туйғанһыңдыр инде. Үҙебеҙсә теккән кейемдәр алып кей. Мәрйә булған, тип әйтә күрмәһендәр. Йәш ҡәйнәңә нисек тә килешә уға. Кейен дә ана тегеләргә һалма ҡырҡыш.

Фариза, уны иғтибар менән тыңлағас, баяғы дүрт тотҡалы оло һандыҡтан йәшел атлас күлдәк, ҡыҙыл бәрхәттән тешле уҡа баҫып теккән елән, көс еткеһеҙ ҡашмау, йәшел семәрле ситек менән калуштар кейеп сыҡты ла Мәғфүрәләр янына килеп һалма ҡырҡышырға тотондо.

Был әүерә-сәүерә шатлыҡтар ваҡытында Гөлйөҙөмдөң атаһы менән әсәһе, бер кемдән дә абайланмаған көйөнсә, будка артында күләгәлә ултырҙылар. Уларҙың килгәненә күп заман үтһә лә, уларға тамаҡ ялғатыу тураһында ҡайғыртыусы булманы. Гөлйөҙөм генә уларҙы йәлләп ҡарап ҡуя ла бер нәмә лә эшләй алмай. Тимербулат өләсәһенең алдына ятып йоҡлап ҡалған. Дилә өҙлөкһөҙ ҡушылған ваҡ йомоштарҙан бушамай йүгергеләй. Ә Хаят ата-әсәһе, ағай-еңгәһенең ҡайтыуҙары, бүләктәре, тәмле күстәнәстәр шатлығы менән, Диләне әллә ҡасан онотоп, аҡ тирмәләр араһында иркәләнеп йүгерә, әле атаһы, әле әсәһе янына барып һырлыға, төрлө хәбәрҙәр һөйләй, күлдәктәре, яңы уйынсыҡтары менән маҡтана.

Ҡунаҡтар килгәнсе тип ашыҡ-бошоҡ эсеп алған сәйҙән һуң ата менән ул, аҡ тирмәлә аулаҡ ҡалып, эш тураһында һөйләшеп алдылар.

Ныязғол, түрҙәге яҫтыҡҡа һуҙыла биреп арҡа терәп, аяҡтарын һоноп ултырҙы. Ул, башындағы бүркен алып, уҡа йондоҙло ҡара бәрхәт таҡыяһын төҙәткеләп, нәҙек мыйыҡтарын һыпырып, иртәнән бирле күңелен ҡытыҡлаған шатлыҡ хәбәрен улына үҙ ауыҙы менән әйткеһе килеп, уның был тирмәгә килгәнен көттө. Имай оҙаҡ көттөрмәй килеп инде, өҫтәл янындағы көҙгөгә ҡаршы ҡуйылған ултырғысҡа ултырҙы. Йыуан бармаҡтары менән сәстәрен үргә ҡарай һыйпаны.

— Йә, иҫән-һау йөрөп ҡайттыңмы, унда эштәр нисек? Бында мине старшина итеп һайлап ташланылар! — Ныязғол ҡыуаныслы йылмайып, улының ҡарашында ла шатлыҡ билдәһе эҙләп текләне.

Ләкин Имай ул тиҙ йылмая торған алсаҡ йөҙлө кешеләрҙән түгел. Ул, ултырғысында һалмаҡ боролоп, атаһына ҡараны ла, бер аҙ өндәшмәй текләгәндән һуң;

— Ишеттем, яҡшы эш, әлбиттә. Бигерәк тә быйылғы йылдарҙа һинең старшина булыуың бик мөһим буласаҡ. Хәҙер ҙур ҡалаларҙа малдың, иттең, бигерәк тә беҙҙеке һымаҡ яҡшы тоҡомло булмаған малдың, хаҡы бик түбән. Хәҙер иң кәрәге — иген. Әгәр беҙ, ерҙе тағы ла икеләтә, өсләтә арттырып, ауыл хужалығы машиналарын юлға һалып, ҡалаға күберәк иген оҙатһаҡ, уның доходы малдыҡы ише генә булмаясаҡ, — тине Имай.

Улының атаһына ҡарата булған был йәнһеҙ мөнәсәбәтенә Ныязғолдоң кәйефе бик ҡаты ҡырылды. Ул нисә йылдар буйы ни тиклем көс һалып, ҡан боҙоп, ағай-энеләр менән аралашып барып, бөгөн ошо дәрәжәгә иреште. Ә уның берҙән-бер ир ҡорона тулған улы, исмаһам, аҙыраҡ шатланып, бер-ике йылы һүҙ ҙә әйтә белмәй. Туп-тура эшкә бәйләй, эшкә күсә. Эш ҡасыр тиме икән. Хәҙер кемгә һөйләп шатлыҡ бүлешәһең инде. Анау ваҡ малайҙар менәнме — улары ла өйҙә юҡ. Ул, үҙенең ошо үпкәле уйҙарынан ысҡынырға тырышып, тамаҡ ҡырҙы ла, бер аҙ өндәшмәй ултырғас, үҙ фекерен ҡуҙғатты.

— Игенен белмәйем, быйыл Яйыҡҡа бер-ике гуртовой ҡыуырға кәрәк. Хаҡы төшөнкө тип, унса көтөүҙәрҙе һатмай, ҡайҙа ҡуяһың? Артабан...

Ләкин Имай уны тағы ла бүлде:

— Юҡ, атай, мотлаҡан игенгә һәм ҡалалағы сауҙаға күсергә кәрәк. Игенде мөмкин булған тиклем машина менән эшләтергә. Яҡшы сорт орлоҡтар алдыртам. Хәҙер игенгә сит илдән һорау күп. Оҙаҡламай беҙҙең тирәлә тағы ла бишнәккә ер һатыласағын ишеттеңме әле, атай?

— Ҡолағыма салынып ҡалғайны, ысын булһа. Ерҙе ни беҙҙең башҡорттарҙан урыҫ баярҙары алып бөтөрәләр инде, беҙгә ни генә эләгер тиһең. Расторгуй, Духлов, Макар, Кузьмин баярҙар ҡарға кеүек ябырылалар ҙа, уларҙан артмаҫ.

— Бына шуның өсөн дә эште алдан башларға кәрәк. Ауылдарҙа кемдәр үҙ ерен вечныйға һатырға уйлағанын белеп алып, задатка-фәлән биреп ҡуйырға ла аҡсаны хәҙер үк туплай торорға кәрәк. Бынау һеҙҙең ҡунаҡ һыйлауҙарығыҙ төптө файҙалы эш түгел. Ғүмер үткәреү генә. Күберәк аҡса менән алдырырға кәрәк.

— Ай, улым, беҙҙең ерҙә уныһы ла кәрәк уның. Майһыҙ ҡалаҡ ауыҙҙы йырта бит ул. Беҙҙең башҡорт кешеһе менән ҡунаҡлашмай тура килмәй шул. — Ныязғол, урынынан тороп, ултырғысҡа килеп ултырҙы.

Имай бер ары, бер бире йөрөй башланы.

Ҡарт, икеләнгән һымаҡ, бер аҙ уйланып ултырҙы ла бик әкрен тауыш менән:

— Аҡса тиһәң, уны табырға була ул. Әгәр минең бер эшем барып сыҡһа, улым, крәҫтиәндәр өсөн асылған ер банкыһындағы йөҙ егерме алты мең алтын минең ҡулда буласаҡ, алла бирһә, — тине.

Имай атаһына ғәжәпләнгән, һоҡланған ҡараш ташланы.

Ныязғол үҙенең һүҙен нығытҡандай итеп:

— Эйе, эйе, йөҙ егерме алты мең. Уны нисек алыуым тураһында һуңынан һөйләрмен. Бөгөн күрәһең — ваҡыт тығыҙ. Приставты киләһе йәкшәмбегә саҡырып ҡайттым. Бөгөн киләсәк ҡунаҡтар әле ваҡ-төйәктәре генә. Ә киләһендә дығал кузырҙар буласаҡ. Ҡунаҡһыҙ булмай. Үҙегеҙҙең ҡалалағы эштәрегеҙ нисек бара?

— Былай арыу бара. Ләкин күңелдәгесә түгел. Вәли Агапичтарҙың ярты йылға илле мең доход. Беҙҙең ҡырҡ һигеҙ мең генә. Был хәбәрҙән атаһының күҙҙәре янды.

— Ай, улым, әлхәмделилла, тиген. Шунан яҙмайыҡ.

— Юҡ, атай, башҡаларҙан бер генә аҙым да артта ҡалырға ярамай. Уҙҙырырға тырышыу кәрәк!

— Әллә үҙең шунда күсеп эш итә башлайһыңмы?

— Әлегә күсмәйем, йышыраҡ барырмын. Ундағы управляющий арыу ғына кеше, ышаныслы. Бында, баяғы әйткәнемсә, иген эшен ныҡ юлға һалырға кәрәк. Шуны яҡшылап алып барырҙай кеше табырға кәрәк ине.

— Айбулат нисек булыр икән, бик үткер бит ул. Имай атаһына күҙҙәрен аҡайтып ҡарап яуап бирҙе:

— Атай, һин ҡайһы саҡта бик ғәжәп һүҙ һөйләйһең. Әле бынан нисә генә йыл элек Айбулаттың бөтә тирә яҡ ярлыларын эйәртеп алып башыңды юғалта яҙғанын онотаһың. Уға тағы ышанмаҡ булаһың.

Ныязғол ҡул ғына һелтәне.

— Эй, ул үткән йылдарҙы уйлап торһаң, Айҙаҡайҙа баҫып торорға урын тапмаҫһың. Булды ла үтте. Хәҙер, аллаға шөкөр, донъя тыныс, Айбулат ни ҡыла ала? — Ныязғол хатта иҫәнләп ҡуйҙы. Имай атаһының был ғәмһеҙлегенә аптырап баш һелкте.

— Хәҙергә, дөрөҫ, донъя беҙҙең ҡулда. Ә һин аҙыраҡ шуны ла уйлап ҡара: ул ваҡытта Айбулаттың һәр бер һүҙенә халыҡ йәрхәмикалла тип, уның артынан утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер торған сағында, уны һалдатҡа оҙатҡан булмаһаҡ, күрһәтә ине ул беҙгә күрмәгәнде!

Ҡарттың тағы ла артыҡ иҫе китмәне. Ул бөгөнгө ҙур еңеү шатлығын һис бер ундай күңелһеҙ иҫтәлектәр менән күләгәләткеһе килмәй ине. Шуға күрә ул, хатта еңелсә көлөп, ҡул һелтәне:

— Үткән эштән төш яҡшы, улым. Ана бит, ул ваҡытта Айбулаттар беҙҙе өтөп ашап барғанда ла нисек ҡотолоу юлын тапҡанмын. Хәҙер, бөтә власть үҙ ҡулыма инеп торған саҡта, ни тип унан көн элгәре алдан шөрләп ултырайым, ти? Хәҙергә мин һаман да Ныязғол бай, старшинамын. Аqбулаттар һаман ялсы әле. Шулай ҙа ул бик тоғро, һинең энәңә лә ҡағылмай инде. Үҙе бик күпте белә, һалдаттан шундай үткерәйеп ҡайтҡан, ә грамотныйлығы ни тора? Әгәр ҙә ул беҙҙең ыңғайға ауып, берәй эшебеҙҙә управляющий булып эшләһәме, мин уны бер һүҙһеҙ шундай эшкә ҡуйыр инем. Тик ул һаман да үҙенең эрелеген ҡуймаған күренә, тыңламаҫ.

Имай урынынан тороп уҡ китте.

— Кәрәкмәй, атай, кәрәкмәй! Айбулат әллә, һиңә эшләп йөрөгәс тә, баш эйгән тип уйлайһыңмы? Ул, әлбиттә, ҡараҡ түгел, әгәр ябай ҡараҡ булһа, үҙе лә яҡшы булыр ине. Уның менән һөйләшеп тә, килешеп тә булыр ине. Ул тик нужаһы көслө булғанға ғына беҙҙә эшләп йөрөй. Ә халыҡ менән эш башлаһа, эренән башлай торған кеше. Һин шуны онотаһың, атай.

Ныязғол улының һүҙенә риза булдымы әллә үҙенең һәйбәт кәйефен юҡ-бар менән боҙғоһо килмәнеме, тағы ла ҡул һелтәне.

— Йә, ярар, уныһы ла дөрөҫ. Риза булһа, шулай йомош-юлға йөрөһөн, булмай икән, үҙ юлын ҡараһын. Бала-сағаһы ла күбәйеп бара, тамаҡ яуы ғына арта. Яҡшы приказчик яллаһаҡ, ул уҙҙырыр, — тине.

Уларҙың һүҙен тыштағы сыр-сыу бүлде.

Юлдың саң туҙанын һауаға күтәреп, ҡунаҡтар килеп тула башланы: һыбайлылар, пар атлылар, тройкалылар, ҡатынлылар, буйҙаҡтар — йәйләү, һабантуйҙағы кеүек сыбарланды.

Дүрт тирмәлә өсәр, дүртәр табындан йыйылышып ултырған халыҡ бай әҙерләгән һыйға мәс булып геүләшә. Муллалар, суфыйыраҡтар ултырған тирмәлә әңгәмә пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр тарихы, алланың сикһеҙ көсө тураһында бара. Үҙҙәре һимеҙ иткә, көслө ҡымыҙға иҫереп, баштары иҫәңкеп әлһерәгәндәр.

Урыҫ түрәләре һәм ҡайһы бер дини ғәҙәттәрҙән артыҡ ҡурҡмай торған башҡорт түрәләре йыйылған тирмәлә башҡаларына ҡарағанда күп шау-шыулы. Бында ит, ҡымыҙ өҫтөнә ҡаланан ҡайтҡан ҡыйбатлы араҡылар бар. Йәшеренеп эcеүҙән, бара-бара, асыҡҡа күсеп, “яңы старшина һаулығына” ура ҡысҡырып, сәкәштереп, аяғөҫтө ҡалҡып эсәләр. Улар араһында Имай ҙа һүҙсән, уйынсаҡ. Иван Иванович үҙе менән алып килгән гармунсы Сашанан гармун тарттырып та, ҡурайсы Суранан ҡурай уйнатып та, йәштәрҙе алып кереп бейетеп тә зыҡ ҡубалар.

Бындағы был шау-шыу араһында Айбулаттың ҡайһы арала ҡайтып килеп кешеләргә аралашып киткәнен бер кем дә абайламаны. Бейеү ярышында ул бер кемде лә алдына сығарманы. Ул башта, Ҡотлобайға ҡаршы төшөп, Сура ҡурайсы тартҡан “Салҡау” көйөнә бейене. Ҡотлобай Айбулаттың әле бөйөргә таянып, әле ҡул болғап, әле аяҡ алмашлап тыпырлап, бер салҡайып, бер эйелеп, орсоҡ кеүек зырлап әйләнеп яһаған һынылыштарына нисек булһа ла яуап бирергә тырышты. Шунан Айбулат уға бер мыҫҡыллы йылмайҙы ла, гармунсы Сашаға эйәк ҡағып, урыҫса көйҙәр уйнарға ҡушты. Саша “Барыняны” өҙҙөртөп уйнап ебәрҙе. Айбулат, баҫып торған еренән ҡапыл һикереп ырғып, бик күп төрлө урыҫса кәлинкәләрҙе һуҡтыра башланы.

Был тирәгә еткәс, Ҡотлобай биреште, шулай ҙа үҙенең еңелгәнен муйынына алғыһы килмәне. Иҫереүенән дә ғәрләнеп, уттай ҡыҙған битен Айбулатҡа яҡын килтереп, түште киреп, ҡалай етте, шулай баҫып, уны ҡыҫырыҡлай башланы. Ләкин Айбулат еңгәйне инде.

Ҡунаҡтар Айбулатты яҡлап геүләнеләр:

— Иллә, Айбулат, булдырҙың!

— Молодец, парень, молодец!

Ишек төбөндә йыйылышып ҡарап тороусыларҙың берәүһе:

— Әлләлә, Айбулат, шулай! — тип кенә башлағайны, башҡалары ла:

— Әйҙә баҫ, өҙә баҫ та иҙә баҫ! Байсураның малайын! — тип гармун ыңғайына күмәкләп, һамаҡлап алып киттеләр.

Шунан ғына Ҡотлобай үҙенең еңелгәнен аңлап, Айбулатҡа ашарҙай булып аҡырайып ҡараны ла түргә — үҙ урынына китеп ултырҙы.

Өсөнсө тирмәләге уртаса хәлле, күберәк Айҙаҡайҙан йыйылған ҡунаҡтар араһына Үмәр ҡартты ла ултырттылар.

Өсүҙәндән килгән данлы ҡурайсы Сура менән, Ырғыҙ буйында дан тотҡан йырсы Йәнйегет бөтә тирмәләргә йөрөп уйнап, йырлап, был тирмәгә лә килеп инделәр. Ҡарттар уларҙы шаулашып, әйҙәңләп ҡаршы алдылар ҙа түргә уҙҙырып ултырттылар. Уларға һәр ҡайһыһы үҙ ҡулынан ҡымыҙ эсерергә тырышып, туҫтаҡтарын һуҙҙылар.

— Йә әле, Сура, минең ҡулымдан эс!

— Эсегеҙ әле, оҫталар, тамаҡтарығыҙ кипкәндер, — тинеләр. Оҫталар, уларҙың һәр ҡайһыһынан, хәтерҙәрен ҡалдырмаҫлыҡ берәр йотом эсеп, эйәһенә кире һуҙғас:

— Йәгеҙ, аҙаматтар, һеҙгә ниндәй көйҙәр йырлайыҡ? — тип һоранылар.

— “Уралды” йырлағыҙ, “Уралды”!

— Юҡ, уны беҙ теге тирмәлә ишеттек. “Буранбайҙы” йырлатайыҡ!

— Түгел, башта башҡортса “Эрзәринйәне” йырлаһындар!

— Булмаһа, үҙҙәре теләгәнде!

Ҡара кәзәкей кейеп, ҡыҙыл билбау быуған, төҫкә һылыу урта йәштәрҙәге Сура түңәрәк бейек ҡама бүркен маңлайынан аҙ ғына артҡа күтәрҙе лә, башын салҡайта биреп, оҙон ҡыр ҡурайының бер башынан өрөп ебәреп, бармаҡтарын уның тишектәренә ҡуйып, “Рзәринйә” көйөн уйнап ебәрҙе. Ул бер ҡат уйнап бөтөп, икенсене башлағанда, Йәнйегет тә үҙенең киң көслө күкрәк тауышы менән ҡушылды:



Сәҙе генә буйы, ай, бүтәгә,

Ат аяҡҡайҙарын күтәрә,

Йыр йырлау зекер, тәсбих түгел,

Тик аҙыраҡ күңелде күтәрә...

Ҡарттар геүләп көй күтәрҙеләр:

— Ваһай икән, мәрҙәс!

— Вәс, вәс, вәс!



Сәҙе генә буйы, ай, аҡ татыр,

Ат аяҡҡайҙарын аҡһатыр.

Беҙҙең генә уйнап, көлгән ерҙә

Күк үләндәр үҫмәй ҙә күп ятыр.

— Ана шулай икән!

— Һай, ғүмерҙәр шулай уҙа икән!

6

Гөлйөҙөм бик көсөргәнеп кенә йөрөп маташһа ла, һуңғы көйәнтә һыу килтергәндән һуң, хәле бөтөп, үҙенең ҡыуышына барып тәгәрәне. Димгел-димгел матҡып тотҡан тулғаҡ, өҙлөкһөҙгә әйләнеп, түҙергә ирек бирмәне.



Ҡунаҡ һыйлауҙың иң ҡыҙыу мәлендә уның юғалып киткәнен тиҙ үк абайлаған Рәхимә Мәғфүрәнән:

— Йәш килен ҡайҙа юҡ булды? Бынау йылҡы ите һалған ҡаҙаны ҡайнамай тора бит, уты һүрәүләнә лә баһа инде, — тип һораны.

Мәғфүрә Гөлйөҙөмдөң хәлен әйткәс, Рәхимә ризаһыҙ төҫ менән:

— Бына тапҡан ваҡыт! Улай булһа, үҙең йәһәтләңкерә, Хәлимә киленде ҡуш! — тине.

Уларҙың һөйләшкәнен ишетеп ҡалған Ғәзимә:

— Уй әрпеш, һөнәрһеҙ, эштең иң ҡыҙыу сағында, “яман һыйыр ярға быҙаулай” тигәндәй... — тип асыуланды.

Гөлйөҙөм төнө буйы аҙапланды. Күҙгә ут күренерлек итеп алған әсе тулғаҡтан уның маңлайынан шыбыр тирҙәр аҡты. Ул ҡысҡырып ебәрҙе:

— Эй, Аллам! Берәүегеҙ ҙә юҡмы ни шунда? Әсәй! Уф, йәнем сығып бара бит!

Уның тауышына бер генә минутҡа килеп киткән әсәһе уның эсен һыйпап ҡараны ла:

— Юҡ әле, балам, тыуымға әйләнмәгән. Тыныс ҡына ятып тор, ҡысҡырма, сабыр итергә тырыш, — тине.

Ул, Мәғфүрә янына килеп, эш араһында ғына һөйләп алды:

— Белмәйем, ҡоҙағый, бик ҡаты ауырый. Балаһы арҡыры ғына килмәһә ярар ине. Ауыр эштән бик йыш була ул, — тип шикләнде.

Тик таң атып, ҡунаҡтарҙың байтағы ҡайтып, ҡалған бик яҡындары тирмәләргә таралышып йоҡлап бөткәс кенә, Муйылбикә кейәүенә ҡыуышҡа ҡайтып йөрөмәҫкә ҡушып, үҙе ҡыҙы янында ҡалды.

Тағы ике-өс аҙаплы сәғәт үткәс, иҙәнгә түшәлгән йәшел бесән өҫтөнә тыуған ҡыҙ баланы ҡулына алып, Муйылбикә үҙе кендек инәһе булды. Мәғфүрә менән икәүләп уны йыуындырып, әсәһенең күлдәк аламаһына биләп һалдылар ҙа Гөлйөҙөмдөң һау ҡотолғанына ҡыуаныштылар.

— Ярай инде, иҫән-һау, башынан башҡа булды, хәйерле булһын!

— Ҡыҙ бала булған икән шул. Ҡыҙҙың тулғағы шулай оҙаҡ, шулай ҡаты була ул.

— Ҡояш сыҡҡанда тыуҙы бит әле, Көнбикә тип исем ҡушырбыҙ.

Мәғфүрә тиҙ генә йүгереп барып, Айбулатты уятып, һөйөнсө һораны.

— Запас, һөйөнсө, ҡыҙың бар! Һөйөнсө!

Тал төбөндә күҙҙәрен йоҡо алмай борҫаланып ятҡан Айбулат тиҙ үк һикереп торҙо.

— Һөйөнсөһөнә бер яулыҡ! — тип көлдө.

Уның Гөлйөҙөмдө барып күргеһе килһә лә, ғәҙәт буйынса килешкән эш булмағас, урынына кире ятты.

Мәғфүрә бер оло туҫтаҡ ҡалған һурпаны йылытып, ҡатыҡлап алып Гөлйөҙөмгә эсерҙе лә Муйылды ашыҡтырҙы:

— Ҡоҙағый, әйҙә, килен ятып торор. Беҙ анау һауыт-һабаларҙы тегеләр тормаҫ борон йыуа һалып алайыҡ. Хәлимәләр һыйыр һауырға киттеләр, — тине.

Ныязғолдоң был старшина булыу байрамы өс көнгә һуҙылды. Өсөнсө кис, ҡунаҡтар йоҡлап бөтөп, йәйләүҙе тынлыҡ баҫты. Көн болотло, ай яҡтыһы бик тоноҡ ҡына төшә. Айбулат үҙенең йылҡы көтөүен Ырғыҙ буйындағы ҡылғанлы типһенгә таратып ебәргән. Көтөү, ошо тынлыҡҡа сумған һымаҡ, өйөр айғырының һирәк-һаяҡ ушҡырыуынан бүтән тауыш сығармай.

Айбулат янына йәйләүҙәге Ныязғол туйынан бигерәк, уны күргеләре килеп, дуҫ-иштәре килделәр. Улар хәҙер бөтәһе лә, бәләкәй саҡтағы ат һаҡлаған малай саҡтарын иҫкә төшөргән һымаҡ, тау итәгенең һөҙәгенә күмәкләшеп ултырғандар ҙа, бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле хәбәрҙәр һөйләшәләр. Тауҙың текә яҡ ҡалҡыуында Истебай ултыра. Ул ҡолаҡсынын ҡулына ныҡ ҡыҫып тотҡан да, Айбулатҡа текләп, уның һәр бер һүҙен йотолорҙай булып тыңлай. Асатай ҡырын төшөп ятҡан. Бая ғына шаян бейеү көйҙәре, моңло йыр көйҙәре уйнаған ҡурайсы Сура, ҡурайын онотҡан һымаҡ артына ташлаған да, ҡулдарын ҡаушырып ултырып, Айбулатты тыңлай, Хөсәйен йөҙ түбән төшөп ятҡан. Йәнйегет менән ҡатар ултырған өс кеше уларҙы әйләндереп теҙелгәндәр.

Айбулат, өсөнсө көнгө, Расторгуев утарында, Михаилда йыйылышып һөйләшеп ҡайтҡан хәбәрҙәрҙе үҙенең ошо иптәштәренә һөйләй ине.

Айбулаттың ошо хәбәрен ҡеүәтләгән һымаҡ, көньяҡта, Расторгуев утары артындағы тау итәгендә, бик ҙур ут ялҡыны күтәрелде. Быны башта күреп ҡалған Йәнйегет;

— Бәй, ана, ут сыҡты ла инде, — тип ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе.

Улар бөтәһе лә, урындарынан һикерешеп тороп, янғынды ҡарай башланылар. Ләкин уларҙың береһе лә, башҡа ут сыҡҡан ваҡыттарҙағы һымаҡ, һүндерергә йүгермәнеләр. Бөтәһе лә өндәшмәй текләнеләр.

Был тынлыҡты Асатай боҙҙо:

— Бына, исмаһам, Михайлалар шәп итә. Молодец! — Ул шулай ҡапыл ҡысҡырып иптәштәре яғына боролдо. — Ә беҙ һуң шулай итеп ауыҙ асып ҡарап торайыҡмы ни, ә, Айбулат ағай?

Айбулат бик тыныс яуап бирҙе:

— Әле генә ошо турала һөйләштек тә баһа, ниңә шул тиклем ҡысҡыраһың һуң? — тине.

— Бик дөрөҫ эш, туғандар, — тине Сура. — Әлегә ҡысҡырышып йөрөүҙең бер ҙә кәрәге юҡ. Аҡрын ғына, яйлап ҡына “ҡыҙыл әтәсте” йомошҡа ҡушырға кәрәк, — ул ерҙә ятҡан ҡурайын ҡулына алды ла, уйнарға әҙерләнгәндәге кеүек, ауыҙына ҡабып, хупылдатып өрөп ҡуйҙы.

Йәнйегет унан да былай йәнләнде:

— Булды, Моратша сусҡаның минең ер кәртәмә көслөк менән сығып һалған өйөнөң көлөн күккә осормаһаммы! Төп эшем шул ғына булһын! — Уның күҙҙәре ҡыҙып ялтырайҙар ине.

Улар бик ҡыҫҡа ғына хушлаштылар.

Айбулат көтөүҙе Асатай менән Истебайға тапшырҙы ла Йәнйегет, Сура менән бергә тирмәгә китте.

Ҡунаҡтарҙың ҡалғандары ла, шулай ипләп кенә ҡайтып, бер кемде лә уятмаҫҡа тырышып, йоҡларға яттылар.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет