ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет16/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   12   13   14   15   16   17   18   19   ...   26

Баструк

Рәхимәгә ғүмерендә бындай ҡаты ҡайғы күрергә тура килгәне юҡ ине. Нурын сәсеп торған ҡояшты ҡаплаған ҡара болот һымаҡ, уны ла ҡайғы болото ҡаплап алды. Нисек итеп, уның бөтә ғүмерендә, хатта бөтә донъяны әйләндереп алған һуғыш заманында ла уны бер генә тапҡыр ҙа алдамаған яҡты яҙмыш, бөгөн килеп, бөтә ышанысын алып ҡасты икән?..

Ул ошо уйҙар менән намаҙ уҡырға тотондо. Шул уйҙар менән намаҙ уҡыны. Намаҙын әллә нисә тапҡыр яңылышты. Ул шайтан ҡотҡоһона төшәмдер тип уйлап, әлхәмдене яңынан башлап, сүрәләрҙе лә ҡабаттан уҡыны. Ләкин нисә генә башлаһа ла, һаман бер уй уның бөтә аҡылын баҫып алып, хәсрәт ауырайған һайын, аллаға нығыраҡ һыйынырға кәрәк тигән диндең ҡаты ҡағиҙәһен боҙоп ташлай ҙа, икенсе юл менән ағып барып, әллә ҡайҙа үҙе лә күрмәгән ҡаланың тимер рәшәткә тәҙрәле һары йортона алып китә. Унда зар булып, уның ғүмер иткән ире Ныязғол, ҡайғылы күҙҙәре менән моңайып, һалам өҫтөндә ас ултыра. Бына ошо һүрәт уның түшәгән намаҙлығы өҫтөнә йәйелеп төшә лә намаҙҙы оноттора. Шуға күрә лә ул ысынлап та был хәлдең аллаға ғибәҙәттән баш тарттыра торған иблис эше булыуына асыуы килә лә яңынан уҡына башлай.

Рәхимә өсөн иң ауыры — үҙенең был хәлен өйҙәгеләрҙең береһенә лә белдермәү, улар алдында, йорттоң Ныязғолдан ҡала икенсе башы булғанлыҡтан, бик тыныс төҫ менән сабыр итеүҙең төп үрнәге булып торорға кәрәк булыу ине.

Ул бөгөн киске йәсих намаҙын, Ғәзимәнән башҡа, бисәләр бүлмәһенең мөйөшөндә бер үҙе уҡыны. Оҙаҡ илап, доға ҡылды. Эсендәге зарын бушатҡандан һуң, тирә-яҡтағыларҙы тынысландырырға тырышып, нәсихәт әйтте:

— Ярар, бик борсолмайыҡ. Алланың рәхмәте бик киң. Урыҫ ҡулдарында бик оҙаҡ зарлатмаҫ. Алла үҙенең иң яратҡан бәндәһенә, һынар өсөн, хәсрәт ебәрермен тигән. Атайығыҙҙы төрмәгә алған кешеләрҙең үҙҙәренең баштары шунда сереһен. Иртән аҡ ҡорбан нәҙер әйтеп, муллаға барып саҙаҡа бирәйек. Етем, ярлы-ябағайҙарҙы саҡырып, аш-һыу менән һыйлайыҡ.

Ләкин уның йоҡоһо тыныс булманы. Өс ай буйына өҙлөкһөҙ инеп йөҙәткән яуыз төш тағы ла ҡабатланды. Әллә ниндәй күк кейемле, ялтыр төймәле стражниктар килеп инделәр, имеш тә, уның ҡартын арестант итеп алып киттеләр, имеш. Ныязғол өнөндә өйҙән сыҡҡанда: “Хуш булығыҙ, ҡайғырмағыҙ, тиҙ ҡайтырмын”, — тиһә лә, төштә һаман үкереп илай, имеш. Уның тауышынан ҡурҡып, уянайым тигәндә генә, бер көнө Имайға килеп киткән земский начальнигы күҙлектәрен төҙәткеләп, мыйығын һыпырғылап, уң ҡулының бармағындағы ҡалын алтын балдағын ялтыратып, бик шат төҫ менән, теге өйҙөң түрендә бөйөрөнә таянып, шарҡылдап көлөп тора, имеш. Рәхимә уға яҡын килеп: “Знаком, Ныязғол старшинаны был эштән ҡотҡар инде”,—тип үтенә, имеш тә, земнач башҡортса төшөнмәгәс, тағы ла нығыраҡ ҡысҡырып көлә, имеш. Рәхимә көн дә тигәндәй ошо төштән ҡара тиргә төшөп уфлап уяна ла, уҡынып, һулаҡай яғына төкөрөп, әйләнеп ята. Шунан таңға тиклем күҙҙе йоҡо алмай ине.

Бейек йорттоң түбәнге ҡатында ла өс бүлмә. Эске баҫҡыстан төшөү менән уң яҡта оло мейес. Унда хеҙмәтсе ҡыҙ Лена төрлө тәмле еҫтәр сығарып төшкө аш әҙерләй. Урталағы бүлмәлә, оло тәҙрә ҡаршыһына ҡуйылған өҫтәлде әйләндереп ултырып, байҙың дүрт балаһы уҡый. Уҡытыусы Зәйнәп уларға китаптан шиғыр күсереп яҙырға ҡушҡан да, үҙе башындағы елбәгәй һалған йәшел бүртмәс яулығының сасаҡтарын ҡулында уйнатып, ишек аша күренгән өсөнсө бүлмәләге яңы кешеләргә ҡарап, тәрән уйға батҡан. Улар унда ун биш-егермеләгән кеше. Уларҙы өс көн элек Яйыҡ ҡалаһы яғынан Имай килтертте. Улар һуғышҡа алынмайҙар, шулай эшкә ҡыуылып китеп, байҙарға хеҙмәт итәсәктәр икән. Ҡалын көпөләрен, ялтыр бейек бүректәрен сисмәй, иҙәндә бер-береһенә һөйкәлешеп ултыралар.

Улар үҙ-ара ниҙер лыбырлашып һөйләшеп тә, ирешеп тә алалар. Ләкин ғүмерҙә ҡаҙаҡ халҡын күрмәгән Зәйнәп уларҙың ни һөйләгәндәрен аңламай. Анау ситтә ултырғаны төҫкә бик йәш, һүҙгә лә ҡатнашмай, әллә ҡайһы ере Зәйнәптең яңғыҙ энеһе Әхмәткә оҡшап ҡуя. Әхмәт иҫенә төшһә, Зәйнәптең эсе һыҡрап, һыҙлап китә.

Һуңғы көндәрҙә был өйҙә, ҡаты ауырыу ятҡан һымаҡ, аҡрын һөйләшеп, һүҙҙәрен әйтеп еткермәй, ымлап, күберәк уфтанып йөрөйҙәр. Тик Хаят ҡына үҙенең энеһе Мәхмүт менән өҙлөкһөҙ сырылдашып, талашып, шаярып, юҡҡа-барға шарҡылдап көлөп, һикерәңләп йөрөй. Уға әсәһе әллә нисә тапҡыр екереп ҡараһа ла, ул шунда уҡ онота. Яңынан ҡотора башлай. Әле лә Зәйнәптең матурлап ҡына күсереп яҙырға ҡушып биргән дәфтәрен үҙенсә бороп, ситтәрен йомарлап, ҡәләм осон ауыҙына ҡабып ултыра. Зәйнәп уны төшкө ашҡа сығармай ҡалдырам тип ҡурҡытһа ла, Хаяттың уға артыҡ иҫе китмәй. Ә мөғәллимә шунан да ҙур яза бирә алмай. Сөнки күҙ йәшле ғауға китә. Ә Миңлекәй бер ваҡытта ла балаларын ғәйепләмәй: “Ярай, абыстай, балаларҙы йөҙәтмә инде”, — тип кенә ҡуя. Ике ҡыш улар араһында ҡайнашҡан Зәйнәп бөтәһенең дә ҡылыҡтарын белеп бөткән. Гел ыңғайҙарына тороп, күпме ҡаның боҙолһа ла, теш ҡыҫып түҙеп, ярарға кәрәк. Башҡаса ҡайҙа бараһың? Апалары үҙҙәре саҡ көн күрәләр. Хат яҙыуҙарына ҡарағанда, еҙнәһен, ауырыған өсөн, заводтан ҡыуғандар. Ә бәләкәс улы Шәүкәт өҫкө ҡатта тыныс ҡына йоҡлай. Уның янында һәр ваҡыт Диләкәй ултыра. Йоҡонан уянһа, ашата, тышҡа алып сығып китә. Бик ипле, аҡыллы бала ул Диләкәй. Былтыр ике-өс ай, кистән кис кенә, баланы бергә алып ултырған саҡта уны уҡырға-яҙырға өйрәткәйне. Хәҙер инде һәр ваҡыт ул үҙе Зәйнәптән тырышып-тырышып өйрәнә. Уҡыуҙы еңел уҡый. Күберәк яҙышырға тура килмәгәнгә, яҙыуында хаталар бар, Мәғфүрә көҙ көнө килеп, бала ҡараған өсөн мөғәллимә уҡытһа, бер хаҡ та кәрәкмәй тигәйне. Былай ҙа әллә ни хаҡ биреп булмай. Айына бер һум аҡсалата, иҫке-моҫҡо кейем. Уның уҡыуына нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәк.

Зәйнәп шулай үҙенең бәләкәйҙән кешегә хеҙмәт итә-итә уҡып кеше булғанын ғына уйлай башлағайны, уның уйҙарын баҫҡыстан төшкән аяҡ тауыштары бүлде.

— Һаумыһығыҙ, мөғәллимә абыстай!

— Здравствуйте!

Зәйнәп яуап бирергә өлгөрмәне, Имай, уның артынан урядник, күк фуражкаһының ҡаты кокардаһын, һары еҙ төймәләрен март ҡояшының тәҙрәнән төшкән нурына ялтыратып, алға атланы. Зәйнәп урынынан тороп, уларға ике ултырғыс шыуҙырҙы. Үҙе өҫтәл янына балаларға ҡарап баҫты.

Улар икәүләшеп, уҡыусыларға төрлө һорауҙар биреп, уларҙы урыҫса һөйләштерергә тырыштылар.

Имай, таҡтаға аҡбур менән цифрҙар яҙып, Хаяттың хисап белемен тикшерҙе:

— Йә әле, туғаным, уҡы әле ошоларҙы! — Ул бөгөн ни өсөндөр ҡысҡырып өндәшә, йыш көлә, ғәҙәтендә булмаған ҡиәфәттә шаярып һөйләшә ине.

Хаят йөҙгә тиклем булған һандарҙы яңылыша-яңылыша уҡып бирҙе.

Имай уға:

— Һәй, ялбыр, насар иҫәпләйһең, күберәк уҡы, — тине лә, — йә әле, Мәхмүт ҡустым, бына Иван Ивановичҡа беҙҙең батшаның һәм ғаиләһенең исемдәрен һөйләп бир әле, — тине.

Мәхмүт ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙарҙы. Йәмшек танауын бер-ике тартып, йәшкелт күҙҙәрен уҡытыусыға ташланы.

Зәйнәп уға йомшаҡ йылмайып йөпләне:

— Уҡы, уҡы, ятланың бит, беләһең, — тине. Шунан Мәхмүт ашыға-ашыға, болоҡһоған тауыш менән һүҙҙәрен ҡылҡынып йота-йота, һөйләп бирҙе:

— Наш великий царь самодержавец его величество Николай второй Романов. Его наследник высокоблагородие Алексей Николаевич Романов. И его жена...

Мәхмүт, бороп ебәргән машина һымаҡ ҡабалан бытырлап, батшаның ҡыҙҙарына тиклем һанап теҙеп сыҡты ла, тағы нығыраҡ ҡыҙарып, башын өҫтәлгә эйҙе.

Быныһы урядник күңеленә бик оҡшаны. Ул йылмайып тамаҡ ҡыра биреп, ҡалын тауыш менән Мәхмүтте маҡтаны.

— Молодец, молодец, Ныязғолович. Һинән киләсәктә яҡшы офицер сығыр, — ул мыйыҡтарын һыпырғылап урынынан торҙо. Ул Зәйнәпкә ҡарап хушлашты ла ҡуҙғалды.

Имай туғандарына бармаҡ янаны:

— Ҡарағыҙ, яҡшы уҡығыҙ. Имтиханға күп ҡалманы. Үҙем ҡайтып имтихан яһатам. Һабағын белмәгәндәрҙе ҡалаға алып бармайым, — ул уҡытыусыға ла боролдо: — Яҡшы тырыштырығыҙ. Бигерәк тә руссаларын ныҡ тикшерергә кәрәк.

Зәйнәп, бөтәһенән бигерәк, ошо йәш байҙан тартына ине. Ул уның менән бик һирәк осраша. Осрашҡанда уның янынан үткәнсе тыны тарыға. Был юлы Имайҙың уға тура ҡарап һөйләүенә ул тағы ла нығыраҡ уңайһыҙланды. Тауышын саҡ сығарып, уға яуап бирҙе:

— Ярай. Кәңәшегеҙгә рәхмәт. Хәлдән килгән тиклем тырыштырабыҙ, — тине.

Улар сығып киттеләр. Зәйнәп, өҫтөнән бер ауыр йөк төшкән һымаҡ, иркенләп тын алды. Урядник башта Имай менән, шунан Миңлекәй менән бик оҙаҡ һөйләшкәндән һуң ҡайтып китте. Быларҙың ни һөйләшкәндәренең араһына инергә урыҫса белмәгән Рәхимәнең был серлелектән эсе янды. “Эй илаһым, был донъяла ниҙәр генә ҡубып ята икән, мин генә белмәйем”, — тип уйланды. Ахыры, түҙмәй, улының бүлмәлә яңғыҙ ҡалғанын аңдып тороп, уның эргәһенә килде.

— Ни хәбәр бар, балам, атайыңдан бер-бер хәбәр бармы әллә?

— Артыҡ борсолорлоҡ нәмә юҡ, әсәй. Әле бына урядник өйәҙҙә булып ҡайтҡан. Атайым янында булған. Бик һау йәшәй, ти. Үҙе лә хат яҙып ебәргән бына. — Рәхимә иламһыраны. Күҙендәге мөлдөрәгән йәшен төшөрмәҫкә тырышты: — Таш бүлмәлә һалам өҫтөндә ятамы икән?

Имай уны көлөп тынысландырҙы:

— Юҡ, ни эшләп улайтып ултырһын. Ул ат ҡарағы түгел дә инде. Уны айырым йылы, яҡты бүлмәлә карауаттар ҡуйып урынлаштырғандар. Ашау-эсеүен айырым повар әҙерләй, ти. Дуҫ-иштәре килеп-китеп йөрөйҙәр, ти. Тик үҙен генә сығарып йөрөтмәйҙәр икән. Иртәгә иртүк бәләкәй әсәйемде алып китәм. Аҙыҡ йүнләгеҙ.

— Эй, Раббымдан булып тиҙерәк ҡотолһа ярар ине.

— Шуны ашыҡтырырға барабыҙ. Кешегә һөйләнмәгеҙ.

— Ҡайҙа инде ул һөйләнеү. — Рәхимә, тағы ниҙер һорашҡыһы килеп, улына текләне. Ләкин ул инде үҙенең алдындағы ҡағыҙҙар өҫтөнә эйелгәйне. Имай әсәһен йыуатырға башҡа һүҙҙәр эҙләмәне. Был уныңса мөмкин дә түгел ине. Атаһы менән ике арала булған бөтә серҙе — банкыға бурыс түләмәҫкә, бишнәктәрҙән алған ерҙе тулыһынса күрһәтмәҫкә булып, ошондай хурлыҡлы төрмә юлын һайлағандарын әсәһенә нисек һөйләмәк кәрәк? Ул алланан ҡурҡып, бәндәнән оялып ҡото осор. Ә бына йәш әсәй Миңлекәй, ул бөтөнләй икенсе эш. Ул уҡыу-яҙыу белмәһә лә, ирҙәр йөрөткән эштәрҙең бөтә йөйҙәрен, төйөндәрен һиҙеп, абайлап, һәр урында үҙенең үткер аҡылы, донъя күргән зирәклеге менән ярҙамлашып тора.

Имай һуғыш башланғанға тиклем атаһының был уйҙарына ныҡ ҡына ҡаршы торһа ла, һуғыш сығыу менән үҙе лә риза булды. Хәҙер, уның уйынса, Ныязғолдоң, төрмәлә ултырып, уңышлы котолоуы башҡа ваҡыттарға ҡарағанда күпкә еңел ине. Сөнки бөтә өйәҙҙә генә түгел, губерна дәүмәлендә тиерлек күҙгә күренгән байҙар эргәһенә ингән был байҙың күҙенә начальствоның күбеһе сүп һалырға баҙнат итмәйҙәр. Киреһенсә, улар үҙҙәре лә ошо буръяҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалырға тырышалар. Ә Ныязғол ҡотолдиһә, уларға үҙҙәре күтәрә алғанса өлөш сығасаҡ. Икенсе яҡтан, хәҙер ауыл һәм башҡа тирә-яҡтағы кешеләрҙең үҙ ҡайғылары көслө. Һәр кемдең тиерлек берәр йә икешәр-өсәр кешеһе ҡайҙалыр ут эсендә ҡан түгә. Ныязғолдоң хәле тураһында йә йәлләп, йә әрләп тигәндәй берәй төрлө хөкөм йөрөтөргә лә айырым ваҡыт та, илтифат та юҡ. Уның төрмәгә алынған тигән хәбәрен ишетһәләр ҙә, күбеһе: “Йә, һыуға батмаҫ, утҡа янмаҫ, уларға ни булыр тиһең, уларҙың кеҫәләре ҡалын, теләһәләр ике донъяны бер юлы һатып алырҙар. Әле бына Имайы, саҡыртылһа ла, һалдатҡа эләкмәне бит. Бына беҙҙекеләр, бахырҙар, ҡул-аяғын бәйләп аҡыртып алып киткән һарыҡ һымаҡ китте лә юғалдылар”, — тип ҡул һелтәйҙәр ҙә үҙ хәсрәттәренә керешәләр.

— Һинең улыңдан киткәне бирле хат юҡ шикелле?

— Юҡ, Үмәр ҡоҙа. Һыуға батҡан кеүек зымзыя юҡ булды ла ҡуйҙы. — Ҡарттың тауышы ҡалтырай ҙа һүҙе бүленә. Ошо хәлдәрҙе күптән үлсәп ҡарап мейеһенә урынлаштырып ҡуйған Имай бөгөн тағы ла тынысыраҡ ине. Рәхимәгә лә ошо тыныслыҡтың тәьҫире тейгән кеүек, Имайҙың өмөтлө һүҙҙәренә ҡыуанып, алпан-толпан атлап, аҫҡы өйгә төшөп китте. Иң тәмле, иң һыйлы аҙыҡтарҙан уға күстәнәс әҙерләтергә кереште.



ИКЕНСЕ КИҪӘК

Ерән ҡашҡа

Йәй аҙағының һуңғы көндәре. Урмандың ҡарағусҡыл йәшел һәм һарғайып өлгөргән япраҡтары, күпереп ятҡан матур балаҫ һымаҡ, тауҙарҙы ҡаплай. Хәҙер ҡояш байығас та, тау биттәрен йәй көнөндәге кеүек үтә күренә торған зәңгәрлек түгел, ә аҡһыл еүеш томан баҫа ла эңерҙе һоро яһай. Ә иртә менән йә ҡуйы асыҡ, йә ап-аҡ ҡырау килтерә.

Шундай эңерҙең береһендә Тимерғәле ҡарттың ишек алдына ерән ҡашҡа ат менгән, ҡара тирәсле бүрек кейгән, ҡыҙыл билбау быуған күк көпөлө, гамбург итекле Сафура кейәүе Заһит килеп төштө. Усаҡ тирәһендә ҡайнашҡан Сафураның уны күреү менән йөрәге шыу итеп китте. Уның шатлыҡтанмы, ҡурҡыуҙанмы икәнен үҙе лә уйлап торманы. Йөҙөнә ҡапыл сыҡҡан эҫе ҡыҙыллыҡты ҡулы менән һыйпаны ла яулығын төҙәтте. Мейескә йәбештереп ҡуйған бәләкәй көҙгөгә тиҙ генә күҙ һалып, һыҙғанған еңен төшөрөп, беләктәрен ҡапланы. Бер ҡыҙарып, бер ағарып, соланға ыңғайланы. Ишек алдына сыҡһам кеше күрер тип, ул кейәүен соланда ғына ҡаршы алды. Уның әле дүртенсе генә килеүе ине. Заһит ҡараңғылы-яҡтылы соланда кәләшенә йылмайҙы.

— Ҡайнымдар өйҙәме? — тине.

— Юҡ. Берәү ҙә юҡ. — Сафура, кейәүе ҡулынан эйәрен алып, алдан атланы.

Өйҙә, ысынлап та, йән эйәһе юҡ ине. Заһит мейесте уратып ҡашаяҡ яғына үтте, төшөрөлгән шаршау ситенә урындыҡҡа ултырҙы. Сафура, уның янына барырғамы, юҡмы тип икеләнгән һымаҡ, ҡыйыуһыҙ күҙ төшөрҙө лә, урынынан ҡуҙғала биреп туҡталды. Заһит быны аңлап алып, тиҙ генә урынынан тороп кәләшен ҡапыл ҡосаҡланы. Сафура, бынан тағы ла нығыраҡ оялып, артҡа тартылды:

— Ана, атайым килә, — тип шыбырланы.

Тимерғәле ҡарт, ишек алдында торған тирле аттан кейәүе килгәнен белеп, соландан уҡ тамаҡ ҡырып инде. Түрбашҡа менә-менә:

— Ҡыҙым, ашың өлгөрәме? — тине.

— Хәҙер өлгөрә.

— Әсәйеңде ҡайтарырға кәрәк. Ана Хәмдиә еңгәңдәр өйө артында ләпелдәшеп ултыралар.

Ул арала, еҙнә күрергә тип, йүгерешеп килеп еткән бәләкәй ҡыҙҙарҙы Сафура әсәһенә йүгертте:

— Барығыҙ, әсәйем ҡайтһын. Еҙнәм килгән, тип әйтегеҙ, — тип шыбырланы.

Сәғиҙә ҡарсыҡтың да быйыл ҡайғылары береһенән-береһе ҙурайып китте. Улы Исхаҡ та, быйыл илла-алла менән кәләш алып бирәбеҙ тип торғанда, һуғышҡа ҡыуылып китеп барҙы. Өлкән ҡыҙы Яланбикәнең дә кейәүен оҙаттылар. Хәҙер уныһы ике бала, ҡарт ҡәйнәһе менән көн итергә ҡалды. Исмәғиле һаулыҡҡа туймай, тапманан йөҙәй. Инде килеп, кинйә ҡыҙы Сафураны күҙ нуры кеүек һаҡлап ҡына янында тотҡоһо килә. Шуның өсөн Заһит килгән һайын, алып ҡасып китмәһә ярар ине тигән уйҙан уның йөрәге ҡуба. Кейәү ҡайтып китеү менән тағы яңынан килгәнгә тиклем күңеле тынысланып тора ла, үҙ тиң әбейҙәре араһында үҙе тураһында үҙе:

— Кеше ҡартайған һайын бала йәнле була тигәндәре шулдыр инде, — тип көлөп йөрөй.

Әхмәҙи өйө артында теҙелешеп һөйләнеп ултырған ҡатындар янына ҡыҙҙар йүгереп килеп:

— Сәғиҙә инәй, ҡайт, еҙнәм килде, — тиеүҙәре уның ҡотон алды. Ул, ҡапыл һикереп тороп, үҙе лә абайламайынса:

— Еҙнәм, ти? Кем ул еҙнәң? — тип аптыраны. Бисәләрҙең:

— Аһа-аһа, Сафураның кейәүелер, бына юҡҡа башың ҡаңғыра,— тип көлөүҙәренән һуң ғына, ул да көлөмһөрәп:

— Әй әттәһе, мин маубаштың ни, шул инде. Алйотланып, ни һөйләгәнемде лә белмәйем, — тип өйөнә ҡайтып китте. Өй артында бисәләр һүҙҙәрен оҙайттылар:

— Маубаш булмаҫ ерҙән маубаш булырһың. Бынаулайтып хәсрәт уты йотоп ултырғас...

— Ҡуй инде, баштары иҫән-һау ҡайтһа ғына ярай ҙа. Ни булырын кем белә...

Сәғиҙә өйөнә ҡайтып еткәнсе уйланды: Сафураны юҡҡа ғына ашығып быйыл биреп ҡуйҙыҡ. Хәҙер уны ни тиклем теш-тырнаҡ менән тартһаң да, кеше кешеһе үҙеңә булмай инде. Китһә, бигерәк ҡыйын булыр шул. Бирмәһәң дә ҡалайтаһың, ир балалар йылдан-йыл һуғышҡа китеп баралар. Ҡыҙ бала ни ул, ун алтынай уҙһа, ҡарт ҡыҙ була башлай. Ҡәҙере китә. Шунда ла ул бармаҫҡа тырышҡайны. Атаһы ҡуйманы. Солтан Таллы ауылының ҡәҙерле кешеһе. Әллә ни байлыҡтары булмаһа ла, балалары тәүфиҡлы. Өлкән ғаилә булһа ла, татыу торалар. Уртансы улы Заһит башҡа балаларына ҡарағанда ла уңған, күҙе ҡара таный икән тип Тимерғәле Сәғиҙәне күндерҙе.

Сафураны биргән саҡта ҡалым алырға, ҡуй һуйырға һөйләшкәйнеләр. Туй үткәрелгәс, Солтан ҡарт, ике йыйынды бер юлы үткәреүе ауыр, ҡалымы көҙгә ҡалһын, киленде алабыҙ тип ашыҡмайбыҙ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар күңелдәрен тыныс тотһондар, тип әйтеп ебәргәс, былар ҙа риза булғайны. Ләкин һуңынан ике ҡара-ҡаршы ғәскәрҙең полководецтары араһындағы көрәш һымаҡ, береһен-береһе оттороп ҡуймаҫҡа тырышып яһала торған сәкәшеүҙәр ике ҡоҙағый араһында өҙлөкһөҙ дауам итә торҙо.

Заһиттың әсәһе Иомай әбей:

— Заманалар ауырайып китте, ҡоҙалар ҡыҙҙың башын биргәс, аяғын тартмаһындар, ҡалымды ята-тора бирербеҙ, киленде барып оҙатып алайыҡ, донъялар үҙгәрҙе, тыныслыҡ бөттө. Ир балаларҙың башына ауыр бәлә төштө, бөгөн күҙ алдында, иртәгә әллә ҡайҙа. Килен бөгөндән эшкә лә кәрәк. Оҙатып бирергә риза булмаһалар, барыбер ҡасырып алдырабыҙ, һуңынан үпкәләштән булмаһын, — тип әйтеп ебәрә ине.

Сәғиҙә лә үткән-барғанды ҡотҡармай, яуап ебәрә тора:

— Ҡоҙағыйға сәләм әйт. Ҡалым бирмәй тороп, килен алабыҙ икән тип уйҙарына ла килтермәһендәр, ауыҙҙарын да асмаһындар. Мин кинйә ҡыҙымды теләһә ҡалай ғына йортҡа төшөрөргә уйлағаным юҡ. Ҡалым бирәбеҙ тип өҫтәренә алғас, хәҙер ни нәмәһенә кире тартҡылайҙар. Минең үҙ һөйәгем үҙемдән ауыр түгел, өйөмдә ултыра бирер. Борон ҡыҙҙар өсәр йылһыҙ оҙатылмай торғайнылар әле. Әгәр ҙә беҙҙән ризалыҡһыҙ алып ҡасып китә торған булһалар, үҙҙәре абай булһындар, ун дуғалы ҡоҙа менән баҫып барып ҡалым алырбыҙ, тип әйтә тиген. Берүк бер һүҙен дә төшөрөп ҡалдырмай еткерә күр, — тип әйтеп ҡала.

Аш, сәйҙән һуң Заһит Гөлйөҙөм еңгәһе янына килде. Айбулат уға әсәһе яғынан яҡын ғына ағай ине. Өйҙә Гөлйөҙөм бала-сағаһы менән генә. Малайҙар менән бесәнлектә йоҡларға тип көпө-мендәр-ҙәр һөйрәп сығып килгән Тимербулат Заһитты ҡыуанып ҡаршы алды.

— Ағай, ҡасан килдең?

— Яңы килдем, ҡустым, яңы. Мин әйткәнде эшләнеңме әле, юҡмы?

— Юҡ. — Тимер ҡытҡылдап көлдө. — Сафура апайым “еңгә” тип әйттениһәң, асыулана. Йә күнәге менән баштан аша һыу ҡоя, йоҡлағанда килеп еп менән сырмап бәйләп ташлай. “Икенселәй еңгә тип әйтмәҫһеңме, балдаҡ һорамаҫһыңмы?” тип ныҡыша ла, шунан, һорамайым тиһәң генә, аяҡ-ҡулды сисә.

— Эй, егет, егет. Бер еңгәңде лә еңеп, көмөш балдағын талап ала алмағас, ҡайһылай итеп ҡәйнеш булып йөрөгән булаһың! — Заһит ҡустыһын шаяртып ирештерҙе.

— Ул өлкән бит, аҙыраҡ үҫәйем әле, мин уны... — Ул, көлә-көлө, урамдан саҡырып ҡысҡырған иптәш малайҙары янына йүгерҙе.

Гөлйөҙөм уларҙың был әңгәмәһен көлөп тыңлап торҙо ла һаулыҡ һорашып бөткәс тә:

— Ағайыңдан яҙ башынан бирле хат юҡ. “Һуғышҡа индек”, тип яҙғайны, һаман хәбәре юҡ, — тип илап ебәрҙе. Улар оҙаҡ һөйләштеләр. Заһит Гөлйөҙөмдө әүрәтте:

— Илама, еңгә, бер ул ғына түгел, ил менән бит. Һау йөрөһә, хаты ла килер, үҙе лә ҡайтыр. Игенде йыйыштырып бөтә алдыңмы?

— Юҡ әле, ташылмаған. Ярты десятина ғына. Ташыһаҡ, нисек тә бергәләшеп тапатыр инек.

Ул бер аҙ тынысланғас, Заһит үҙ хәбәрен әйтте:

— Еңгә, мин һиңә ҙур йомош менән килдем. Мин, нисек тә булһа, бөгөн төндә Сафураны алып китер уй менән килгәйнем. Киләһе ҡыуылыуҙа минең йылғылар сираты. Мин ҡалмам инде. Минең кеүек һау-таҙа кешеләргә ҡотолоу юҡ, — ул үҙенең һаулығына үкенгән кеүек ҡайғылы көрһөндө. — Әсәйем дә: “Исмаһам, киленде алып килеп күрһәтеп кит”, — тип илаулай. Бында ҡайнымдар асыуланыр инде.

— Сафура үҙе ни ти һуң? Заһит иркәләп көлдө:

— Ул минең һүҙемде тыңлай инде. Гөлйөҙөм быға кинәнде.

— Тыңлаһын шул. Хәҙер уға һинән дә яҡын кеше юҡ инде, яратҡас.

Заһит еңгәһенең был һүҙҙәренең ысынлығына, Сафура менән үҙ араһындағы яратышыуҙың тәрән мәғәнәле булыуына шатланды. Уны бөгөн өйөнә алып ҡайтып, бөтөнләй үҙенеке икәнлегенә ышанғыһы килде. Шулай ҙа уның эсен бошорған бер уйҙы еңгәһенә әйтмәй түҙмәне.

— Еңгә, уны алып ҡайтһам да, минән тороп ҡала бит инде, — тине.

Һөйә белә торған Гөлйөҙөм Заһиттың был һүҙҙәренең ысын күңелдән күҙ йәше аша әйткән һүҙҙәре икәнен аңланы. Уны ныҡ йәлләне. Айбулат та китер алдынан кис уны ҡыҫып ҡосаҡлап: “Ҡалаһың бит”, — тип өҙөлөп әйткәйне. Ул кис Гөлйөҙөм уның ҡосагында өнһөҙ һығылып иланы. Айбулат иламаны. Аҙаҡ, бөтә яратҡан йөрәктәрҙә була торған сәбәпһеҙ көнләшеү булғанын белдереп: “Гөлйөҙөм, мин һиңә ышанам, һылыуым, шунда ла, йәнекәйем, һаҡ бул”, — тигәйне. Заһиттың һуңғы һүҙҙәренән ул үҙҙәренең дә һуңғы айырылыу минуттарының бөтә хәрәкәттәрен йәнле хәтерләне. Һаҡлыҡ менән генә:

— Ҡайғырма, Заһит. Сафура һәйбәт бала ул. Һине онотмаҫ. Көнләшмәйһеңдер бит? — тип һораны.

Заһит әле күреп тә, һөйөп тә туймаған йәш дуҫы Сафураның айырылып ҡалыу ауырлығын ниндәй һүҙҙәр менән атарға белмәй ине. Гөлйөҙөмдөң: “Көнләшмәйһеңдер бит”, — тип әйтеүе уның ошо билдәһеҙ борсолоуына яуап кеүек булды:

— Көнләшеү нисек булалыр, белмәйем, еңгә, — ул бер аҙ туҡталып уйланды, — Сафура матур бит ул, күҙ һалыусылар булыр инде, — тип өҫтәне.

Гөлйөҙөм уны был күңелһеҙ уйҙарҙан ҡотҡарырға тырышты. Уйынға һабыштырҙы.

— Шулай шул. Мин һиңә йәмһеҙ ҡыҙ димләмәнем. Үҙең килеп тәҙрәнән бер күҙ һалыу менән: “Еңгә, шунан башҡаны алмайым”, — тип сат йәбештең бит!

Заһит күңелләнеп көлдө.

— Эйе шул, еңгә, рәхмәт. Ул турала һиңә үпкәм юҡ. Хәҙер инде, еңгә, нисек булһа ла уны алып китергә ярҙам ит. Беҙ киткәс, ҡайным менән ҡәйнәмде тынысландырырға тырыш. Миңә тик уны өйгә алып барып китеүем генә кәрәк. Унан оҙаҡламай Сафура бында килер, ике арала йөрөр.

Гөлйөҙөм вәғәҙә бирҙе:

— Ярар, ҡәйнеш, ҡулымдан килгәнде аямам, әбей, ул ҡыҙыу булһа ла, бер ҡатлы була торған. Асыуланып әллә ҡайҙа китмәҫ. Донъяның ни рәүешле икәнен үҙе лә күреп тора бит.

— Бөгөн үк алып китәйем, ә?

Ләкин Гөлйөҙөм уға икенсе төрлөрәк кәңәш бирҙе:

— Юҡ, бөгөн ярамай. Килгән көндө үк алып китеү килешмәҫ. Өсөнсө көнгә ҡалдырһаҡ, ҡарауылларҙар. Иң уңайы икенсе төн булыр. Киткәндә беҙгә килерһегеҙ. Насар булһа ла, беҙҙең арба бар, шуны егерһегеҙ. Үҙем оҙатырмын.

Заһит көн буйы ҡәйенйеңгәләре менән өйҙән-өйгә йөрөп ҡунаҡ булды. Ингән бер өйҙә ҡоймаҡлы сәйҙән һуң аҙаҡҡы шәшкене эскәс, шул өйҙә булған ҡыҙҙарҙың, балдыҙҙарының һанына, яҡынлығына ҡарап, ун тинлек, йәки ун биш тинлек көмөш тәңкәне сынаяҡ аҫтына һалып түңкәрҙе. Ул бүләкте шаршау аръяғында көтөп торған ҡыҙҙар, ҡунаҡтар сығып китеү менән сынаяҡты асып, тәңкәне алып ҡыуандылар:

— Эһемкәс, ун биш тин. Ҡыя сапҡан, — тип һикерәндәштеләр ҙә, .шунда уҡ беҙ менән сүкеш алып, тәңкәнең бөркөт башынан тишеп, түштәренә таҡтылар.

Гөлйөҙөмдөң аҡыллы кәңәше Заһит менән Сафура өсөн бик уңышлы сыҡты. Тәүге төндә шикләнеп эҫкелле ятҡан Сәғиҙә әбей икенсе төн тыныслап тәрән йоҡоға сумды. Йәштәр ошо мәлдән файҙаланып китеп тә барҙылар.

Иртәгеһенә илап, ярһып бөткән Сәғиҙә әбей янына Гөлйөҙөм килде. Сәғиҙә әбей ҡыҙының ҡасып китеүендә Гөлйөҙөмдөң ҡатнашы булмай ҡалмағанын яҡшы белә. Сөнки ул Заһиттың барып йөрөгән иң яҡын еңгәһе. Шуға күрә, Гөлйөҙөм килеп һаулыҡ һораһа ла, шул ғәҙәттәге асыҡ йөҙ менән көлөп һаулашыу урынына, турһылдаҡ тауыш менән:

— Бик арыу әле, — тине лә, йыуған һауыт-һабаларын келәт янындағы һикегә түңкәреү һылтауы менән, Гөлйөҙөмгә арты менән эйелде.

Гөлйөҙөм быны яҡшы аңланы. Әбейҙең яйын көтөргә булды.

Сәғиҙәне, һары сәсле булғаны өсөн, бәләкәстән “һары ҡыҙ”, йәш килен сағында “һары килен”, “һары еңгә”, хәҙер инде “һары инәй” тип йөрөтәләр ине. Ул был ҡушаматҡа өйрәнеп бөткән. Шулай өндәшеүселәргә бер ҙә асыуланмай. Шунда ла олоғайғас, үҙенең исемен әйткәнде арыу күрә, асыуланған сағында ла йомшаңҡырап китә.

Гөлйөҙөм башта уның былай арҡа биреүенән уңайһыҙланып баҫып торҙо. Сәғиҙәнең аҡ һары йөҙө илауҙан ҡыҙарғайны. Аҡ яулығы аҫтынан туҙып сыҡҡан яртылай ағарған һары сәсе маңлайының яртыһын ҡаплаған. Төргән еңенең уң яғы терһәгенә тиклем төшкән. Бөрмәһенә ҡыҫтырған күлдәгенең һулаҡай яҡ итәге ысҡынған. Кәр ваҡытта йыйнаҡ, таҙа, ыҡсым тип танылған был “һары әбей” ҙең былай туҙынып китеүе Гөлйөҙөмгә бик йәл тойолдо. Бөтә өй эшендә Сафураға һалынып өйрәнгән әсәнең был ҡайғылы төҫ, ғәрләнгән асыу менән ҡойлоғошоп, бөксәңләп йөрөүенең ҡыйынлығында Гөлйөҙөм үҙен ғәйәпле һиҙҙе. Ул, Сәғиҙәнең кисә кистән ҡойоп ҡалдырған эркет тоғон күтәреп, һарҡҡан ҡоротто урынынан шыуҙырырға маташҡанын күреп, тиҙ генә уға ярҙамға ынтылды.

— Ҡана, Сәғиҙә ҡоҙағый, икәүләп күсерәйек. Әбей уның был ярҙамына ҡаршы килмәне, ләкин өндәшмәне. Гөлйөҙөм уның ҡорот тоҙларға уйлап тоҙ төйгөсөн эҙләгәнен абайлап:

— Ана, мейес һикәлтәһендә бит, — тип аласыҡ келәтенең асыҡ ишегенән эскә күрһәтте.

Әбей уны, алып килеп, табаҡҡа ауҙарған сей ҡорот өҫтөнә һипте лә баҫырға керешеп китте. Гөлйөҙөм туҡмас таҡтаһын алып сығып ҡорот йәйергә әҙерләне. Улар икәүһе ҡара-ҡаршы сүкәйешеп ултырҙылар. Сәғиҙә артыҡ түҙә алманы. Тәрән уфтанды ла таңҡылдап илап ебәрҙе.

— Бутаһынан айырылған буҙ дөйәләй булып, буҙлап ултырам инде бына. “Әсә күңеле балала, бала күңеле далала” тигәндәре ысын шул. Йә инде, ҡайһылайтып мине тере ҡул итеп китте Сафурам. — Ул, һүҙенән туҡтап, сәпәгән бер бант ҡоротон таҡтаға ҡуйып, ең остары менән йәшен һөрттө. — Ҡыҙ бала ни, кейәүгә биргәнсе генә һинең ҡулыңда шул ул. Бирҙең — бөттө. Балаһын осорған турғай кеүек, ояңда сырылдап ултыраһың да ҡалаһың. Сепейең оса ла китә. Быйыл бигерәк ҡарғышлы йылым булды, күрәһең, Исхағым ут эсенә китте. Яланбикәһе анаулайтып етем калып ултыра. Инде быныһы. Был тиклем дә ҡыу томшоҡ булып ҡалырмын икән, Хоҙайым. Быйылға бирмәйек тип, ни тиклем ҡаңғылданым, юҡ, үҙ һүҙен һүҙ итте бит. Эш ҡайһылай емерелеп ята. Иген тапалмаған, бесән ташылмаған, ҡура ябылмаған, тиҙәк өйөлмәгән, ҡуй инде, ҡартайғанда күрәсәгем булғандыр инде. Ҡоҙаларға мәңге ризалығым юҡ, һүҙемде йыҡтылар. Ҡалым бирерлек хәлдәре булмағас, ни тип берәүҙең кинйәһенә йәбешәләр. Урыны сығыр ине әле ҡыҙыма, маҡтаныуым түгел, минең балаларымдың төҫ-һындары бар. Эш яғына килгәндә лә алдарына кеше сығарғандары юҡ, кесе йәштән беше баш булып үҫтеләр. Әбей оҙаҡ һөйләнде.

Ул бер аҙ тынысланғас, Гөлйөҙөм уны әүрәтте:

— Заманы бит, ҡоҙағый. Бөгөнмө, иртәгәме, Заһитты ла ҡыуалар, ти. Киткәнсе, өйөмә төшөрөп китәйем тигәндер шул.

Сәғиҙә Гөлйөҙөмдөң был һүҙҙәренән тағы бер ҡабынып алды.

— Ана шул, һинең дә ҡатнашың барҙыр тип уйлағайным да. Һин дә йәш көйөңә йылан аяғы киҫкәнһең.

— Эй, ҡоҙағый, ҡатнашы бар тип ни, ул алып китергә булғас, минән башҡа ла алып китә инде ул.

Тимерғәле ҡарт та, өйҙән сығып, һүҙгә ҡатнашты:

— Һин, әсәһе, ҡуйһаңсы шул дыуылдауыңды. Күпме һөйләһәң дә, шул бер хәбәр. Ҡыҙ баланы ҡулда аҫрауы үҙе бер хәтәр эш. Хәйерле булһын. — Уның тауышы арығайны. Маңлайындағы йыйырсыҡтары тағы ла тәрәнәйеп ҡатланғандар. Арыған күҙҙәре бер нөктәгә текәлгәндәр. Ҡарсығының ҡайғылары уға ла еңел түгел ине.

— Мин һиңә йөҙ ҡабат әйттем бит, сит ауылға бирмәйек, тинем. Үҙебеҙгә кейәү индереп кенә алайыҡ, тинем. Бынау Зөлҡәрнәй ҡалай уңайлы егет ине. Бынамын тигән ике эш ҡулы була ине. Һин ни, әҙәм әйткәнде тыңлайһыңмы ни!

Гөлйөҙөм, Тимерғәле ҡарттан тартынып, аҙаҡҡы һүҙгә ҡатнашманы. Ҡарт та, Сәғиҙәне үҙ ихтыярына ҡуйыуҙан башҡа юл ҡалмағанлығын белгәнгә күрә, һүҙен оҙайтманы.

Ишек алдында ятҡан арба күкрәгенең сыбыҡтарын балта менән юнғылаштырып урындарына ҡуйып, һелкетеп ҡараны ла шешендерергә тип йылғаға һалған тәгәрмәстәрен алырға китте.

Кискә табан Сәғиҙә лә тынысланды. Аш бешереп, Гөлйөҙөмдө, Муйылды, Шәрифәне, Үмәр ҡартты саҡырҙы. Был ҡунаҡ ашы уларҙың кәңәш йыйылышы төҫөн алды. Һүҙ тағы ла Сафура менән Заһиттан башланһа ла, әбей ҡыҙманы. Тик үпкәләгән тауыш менән:

— Ошолай булырын белгәс, Гөлйөҙөм килен (бер өйрәнгәс, ҡоҙағый тип әйтмәйем дә), миңә лә әйтһәңсе һуң. Кәңәшһә, үҙем дә ҡаршы килмәҫ инем. Исмаһам, Сафураһы ла белгертмәне бит әле. Һай, һай, был замандағы йәштәрҙең үткерлеген ҡара! Ҡайһы арала һандыҡты асҡан, ни ике арала кейемен төйнәгән. Беҙ бахырға борон уларҙы белеү ҡайҙа ти? Мин үҙем бер ҡат күлдәк, кәзәкей менән ҡасып китеп, әсәйемдәр ике йыл килеп күрмәнеләр, әстәм эт алғыһыҙ булып туҙып йөрөнөм. Хәҙерге балалар бигерәк шылмаяҡ шул.

Ҡунаҡтар ҙа был юлы йәштәр яҡлы булдылар:

— Йә, ярар, хәйерле булһын. Бәхете булһын да һау булһындар.

— Хәҙер донъяһы шулай ҡыҫырыҡҡа ҡалып китте шул. Улар үткерләшмәй нишләһендәр.

Тимерғәле үҙ нужаһын ҡыҫтырҙы:

— Бына тапамды ҡалайтабыҙ инде, тапамды. Ямғырға ҡалмаһын ине инде.

— Юҡ инде, һыуға ҡала күрмәһен. Барлы-юҡлы ризыҡтан яҙып ҡалырбыҙ.

Аҙаҡтан Тимерғәленең бер аты, Гөлйөҙөмдөң һәм уның атаһы Үмәрҙең аттарын ҡушып, алмашлап, бөтәһенең дә игенен тапатып алырға булдылар.

Иртәгеһенә өс-дүрт өй бергәләшеп, Гөлйөҙөм, ваҡ балаларын әбейҙәргә тапшырып, Тимербулатты ат ҡыуырға алып, ҡарт-ҡамҡылар менән тапам эшенә тотоноп киттеләр.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   12   13   14   15   16   17   18   19   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет