ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет6/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27

Шулай итеп, тасуири уҡырға ирешеү өсөн иң элек ху¬дожестволы текстың мәғәнәһен, төп асылын, унда һүрәт¬ләнгәндәргә үҙеңдең мөнәсәбәтеңде, уҡыу йәки һөйләү менән ниндәй маҡсатҡа ирешергә теләүеңде асыҡлау - подтексты билдәләү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Ә был әҫәрҙең идея¬һын тыңлаусыға дөрөҫ алып барып еткереүҙә төп шарт. Бер үк һөйләм, бер үк әҫәр төрлө подтекст менән уҡылыуына ҡарап, төрлө мәғәнә аңлатырға мөмкин. Мәҫәлән, Мин бөгөн бик күп эшләнем тигән һөйләмдең ниндәй подтекст менән әйтелеүенә ҡарап, күп эш эшләгәнде раҫлауҙы йәки берәй кеше алдында аҡланырға теләүҙе, күп эшләү арҡаһында биргән һүҙендә тора алмауҙы, йәки бер эш тә эшләмәй көн үткәреүҙән ирониялы көлөүҙе, йәки арығанлыҡты, ял итергә кәрәклекте һәм ваҡытты күп алырға ярамағанлыҡты әйтергә теләүҙе аңларға мөмкин.

Шулай итеп, тасуири уҡыу процесында әҫәрҙең идея- эмоциональ йөкмәткеһен уҡыусыға еткереү өсөн иң элек әҫәрҙе анализларға, һүрәтләнгән ваҡиғаларға ҡарата авторҙың һәм үҙебеҙҙең мөнәсәбәтте асыҡларға, йәғни уҡыуҙың маҡса¬тын билдәләргә кәрәк.

Уҡыу техникаһы. Телмәр техникаһы дөрөҫ тын алыу, тауышты дөрөҫ файҙаланыу, дөрөҫ артикуляция, орфо¬эпия элементтарын эсенә ала.

Тасуири уҡырға өйрәтеүҙә дөрөҫ тын алыу күнекмәләре биреүҙең әһәмиәте бик ҙур. Уҡыусыларға тынды һөйләмде әйтеп бөтөрөргә етерлек итеп алырға һәм паузаларҙа тигеҙ итеп бүлеп-бүлеп сығарырға өйрәтеү күнекмәләре башланғыс синыфтарҙа уҡ бирелә һәм V—V111 синыфтарҙа ла дауам ителә .

Дөрөҫ тын алырға өйрәтеү өсөн художестволы текст өҫтөндә лә күнегеүҙәр үткәрергә кэрәк. Мәҫәлән:

Көмөш ҡайыш быуған егет кеүек, Ағиҙелде урап биленә, (тын алыу) Баҫҡанһың һин. Урал һаҡсыһылай. Тыуған Өфөм минең, бергенәм... (тын алыу)

Н. Нәжми


Бындай күнегеүҙәр, ғәҙәттә, бөтә синыф менән алып ба¬рыла һәм уҡыусыларҙы тигеҙ ритмлы тын алырға өйрәтеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Тасуири уҡыуҙа тауыштың яғымлы, яңғырауыҡлы, КӨСЛӨ һәм матур булыуы шулай уҡ ҙур урын тота. Уҡытыусы уҡыусыларҙы бөтә күкрәк менәгг, яңғырауыҡлы итеп, ләкин ҡысҡырмай, һуҙмай, ашыҡмай уҡырға өйрәтә. Тасуири уҡыу өсөн дөрөҫ тын алыу. һығылмалы, яғымлы тауыш ҡьгна етмәй, бәлки, өндәрҙе дөрөҫ һәм асыҡ итеп әйтә белеү (дикция), әҙәби тел нормаларын һаҡлап (орфоэпия) уҡыу ҙа мөһим.

Интонация, пауза һәм логик ба¬ҫымдар. Тауышты күтәрә һәм төшөрә, көсәйтә һәм әкренәйтә белеү, ҡыҙыу йәки һалмаҡ темп менәгг уҡыу, телмәр ритмы һәм тауыш тембры уҡыуҙың дөрөҫ интонаци¬яһын барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә.

Уҡыусының әҫәрҙә сағылдырылған гәп ваҡиғаларға, ге¬ройҙарға булған мөнәсәбәте уҡыуҙың интонацияһын дөрөҫ билдәләүҙә төп гггарт булып тора.

Әҫәрҙе тасуири уҡырға әҙерләгәндә әҫәрҙең йөкмәткеһенә, уның характерына тура килерлек тауыш гөрөн - төп тонды билдәләү бик мөһим. Уҡығанда дөроҫ тон һайлау әҫәрҙең идея йөкмәткеһен, ундағы мәғәнэүи нескәлектәрҙе тыңлау¬сыға дөрөҫ алып барып еткерергә ярҙам итә.

Әкиәттәр, бәйеттәр тыныс хикәйәләү тоны менән, М. Ға¬фуриҙың «Һарыҡты кем ашаған?», «Ат менән эт» мәҫәлдәре һымаҡ сатирик әҫәрҙәр асыу ҡатыш ирониялы тон менән уҡыла. Р. Ниғмәтиҙен «Хәйерле юл һеҙгә!», Н. Нәжмиҙең «Тыуған ҡалама йыр» шиғырҙары күтәренке, тантаналы тон менән, М. Харистың «Хат». «Онотмаһын мине Тыуған ил» шиғырҙары уйланыу, еңелсә һағыш тоны менән уҡыла. Ләкин уҡыуҙың төп тонын билдәләүҙе әҫәрҙе баштан алып аҙағынаса бер тон менән уҡырға кәрәк икән тип аңларға ярамай.

Пауза. Телмәр интонацияһының төп элементтарының береһе - пауза. Уның әһәмиәте бик ҙур. Телмәрҙең бер бөтөн мәғәнәүи төркөмдәренән һуң туҡталыш яһау пауза гип атала. Ул телмәрҙе бер тын менән әйтелә торған төркөмдәргә бүлә. Уҡығанда паузалар яһау күнекмәләре уҡыусыларға башлан¬ғыс синыфтарҙа уҡ бирелә. V-VI синыфтарҙа уҡыусылар менән логик паузалар яһай белеү күнекмәләре өҫтөндә эш артабан дауам итә. һөйләмдә грамматик (логик) һәм психо¬логик паузалар була. Логик паузалар телмәрҙәге һүҙҙәрҙең мәғәнәүи һәм грамматик бәйләнешенә, э психологик пауза¬лар һөйләүсенең тойғоларына, кисерештәренә ҡарап яһала һәм тойғоларҙы көсәйтергә ярҙам итә.

Тасуири уҡыу буйынса партитура төҙөгәндә ҡыҫҡа логик пауза бер вертикаль һыҙыҡ менән, психологик пауза тул¬ҡынлы һыҙыҡ менән күрһәтелә.

Логик баҫым. Һөйләгәндә мәғәнәһе яғынан айы¬рыуса әһәмиәтле булған бер һүҙҙе интонация ярҙамында айырыу логик баҫым тип атала. Логик баҫым төшкән һүҙ әкренерэк темп менән, күтәренке йәки түбән тон менән уҡыла, тауыш бер ни тиклем көсәйтелә төшә.

Урманы күп, тауы күп. Ере алтын был илдең; Йылғаһы күп, күле күи, Һыуы һалҡын был илдең.

(кобайырҙан)

Баҫымдар һүҙҙең, һөйләмдең мәғәнәһен, тойғоһон көсәй¬теүҙә, мәғәнә нескәлектәрен биреүҙә бик ҙур әһәмиәткә эйә.

Логик баҫымдар, ғәҙәттә, йыйнаҡ һөйләмдәрҙә хәбәргә төшә. (Ҡояш калкты.) Йыйнаҡ һөйләмдәр инверсия рәүе¬шендә килһә, баҫым эйәгә төшә. Мәҫәлән: Етте яҙҙар, ирей карлар, аҫа боҙҙар. Логик баҫым шулай уҡ ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәргә төшә.

Баҫымдар телмәрҙең һүрәтләү сараларына төшһә, уҡыла торған әҫәрҙең эмоционаллеге арта. Түбәндәге миҫалдарҙа эпитеттар, метафоралар, сағыштырыуҙар, гиперболалар логик баҫым менән уҡыла.

1. Ак ҡояш нур ептәрен һуҙған да ергә нур һибә, Нурлы ептәрҙән ағып, моңло күңелгә йыр кило.

Ш. Бабич

2. Онота алмайым шаулы океандың Алыҫ төнгө ярҙы йыуғанын. Ак күңелле ҡара Робсон илен Кара йөрәктәрҙең быуғанын.

М. Кәрим


3. Алпан-толпан баҫып уҙып барам Быуҙар бөркөп ятҡан ҡыр аша. Ҡояш ҡалҡа. Алтын ерем минең Алтын офоҡтарға тоташа.

М. Кәрим


Баҫымдар логик һәм психологик баҫымдарға бүлен йөрөтөлә. Логик баҫымдар һүҙҙәрҙең мәғәнәһен көсәйтһә, психологик баҫымдар тойғоно көсәйтеүгә хеҙмәт итәләр.

Уҡыу темпы. Тасуири уҡыуҙа һүҙҙәрҙе әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып әкренэйтелгән йәки тиҙләтелгән темп менән әйтеүҙең әһәмиәте шулай уҡ ҙур. Әҫәрҙе башынан аҙағына тиклем бер темп менән уҡыу уның идея йөкмәтке¬һен дөрөҫ аңлауҙы ауырлаштырыр һәм тыңлаусы өсөн ялыҡ- тырғыс булыр ине. Темпты йөкмәткенән сығып әкренәйтә йәки тиҙләтә белеү телмәрҙе йәнләндерә. Уҡыу темпын кәрәк ваҡытта үҙгәртә белеү уҡыған әҫәрҙе йәки уның айы¬рым өҙөгөнөң идея-эстетик йөкмәткеһен дөрөҫ баһалау менән бәйле. Әҫәрҙә күрһәтелгән картина, факт. ваҡиғаларҙы тейе¬шенсә баһалағанда ғына дөрөҫ темп һайларға мөмкин.

Телмәр темпы паузалар һәм логик баҫымдарға бәйләнгән. Ул пауза алдынан аҙыраҡ, һуңынан күберәк экренәйтелә. Логик баҫым төшкән һүҙ башҡа һүҙҙәргә ҡарағанда шулай уҡ әкренәйтелгән темп менән уҡыла. Айырым һүҙҙәр генә түгел, әҙәби әҫәрҙең айырым өлөштәре лә, мәғәнәләренә ҡарап, төрлө темп менән уҡылырға мөмкин.

Ғәлибәнә яҡтырып, экрен генә ал таң ата;

Моңланып, хәсрәтләнеп, ялҡау ғына аҡ ай бата.

Бер-бер артлы юҡ булып, күктәрҙә йондоҙҙар һүнә.

Таң еле ҡуйҙы иҫеп, япраҡтар аҙ-аҙ һелкенә.

Ғ. Тукай


Был юлдарҙы уҡығанда, шиғырҙы уҡыу темпы тәбиғәт¬тең әкренләп уяныуын, күренештәрҙең бер-бер артлы алма- шыныуын сағылдырырлыҡ һалмаҡ булырға тейеш.

Телмәр мелодияһы. Телмәрҙә паузалар менән логик баҫымдар үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булалар. Паузалар телмәрҙе мәғәнә яғынан бер бөтөн булған киҫәктәргә бүләләр. Был телмәр киҫәктәре синтагма йәки ритмик группа

тии атала. «Синтаксик яҡтан бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән һүҙбәйләнештәр үҙҙәренең баҫымдары яғынан да тығыҙ бәйләнгән булалар. Башҡорт телмәрендәге һүҙбәй¬ләнештәр, ғәҙәттә, көслө баҫым төшкән һүҙ тирәһенә тупла¬налар. Шул рәүешле һүҙбәйләнештәрҙә синтаксик яҡтан да, баҫым һәм интонация яғынан да берҙәмлек булдырыла» . «Көслө баҫымлы һүҙ тирәһенә тупланған һәм интонацион яҡтан бер бөтөн булып һаналған һүҙҙәр, ғәҙәттә, ритмик группа, ә ҡайһы саҡта динамик группа тип атала» . Мәҫәлән, Тирэ-яктаҫы урман барлан һайын кыра^айланды. Ары¬нан ат бер нисә тапкыр туктап калды тигән һөйләмдәрҙе тик¬шереп ҡараһаҡ, уларҙың һор береһенең өсәр ритмик группа¬нан тороуын, пауза менән бүленеүен, һәр тәүге ике ритмик группаларҙың аҙағындағы һүҙҙәр күтәренке тауыш менән, тик һуңғы ритмик группа аҙағында килгән һүҙҙе уҡығанда ғына тауыштың түбән тешәүен күрергә мөмкин.

65

Бындай һөйләмдәрҙә тауыш ритмик группаларҙа пауза яһаған урындарҙа баҫҡыслап күтәрелә барһа ла, тауыштың иң юғары нөктәгә күтәрелгән урыны ла була. Был урынға көслө баҫым яһала һәм ул тауыш бейеклеге тип йөрөтөлә. Юғарылағы һөйләмдәрҙә һайын, тапкыр һүҙҙәрен уҡығанда тауыш үҙенең иң юғары нөктәһенә күтәрелә. «Күп осраҡта һөйләм (фраза) эсендә һүҙ (исем йәки алмаш) бәләкәйерәк пауза менән айырылырға мөмкин. Был хәл һөйләмдең эйәһе беренсе урында (башта) килгән саҡта була. һәм һөйләмдең баш киҫәге булған эйә интонацион-мелодик яҡтан, ғәҙәттә, эйәрсән киҫәктәр менән бер ритмик группа яһай алмай, ки¬реһенсә, бер үҙе бер ритмик группа яһай һәм бәләкәйерәк пауза менән айырыла» .



Шул рәүешле һөйләгәндә айырым өн, һүҙ, һүҙбәйләнеш¬тәрҙе тауыштың төрлө бейеклегенә ҡуйып әйтергә мөмкин. Айырым һүҙбәйләнештәрҙе, телмәрҙең тамамланған бер өлөшөн әйткәндә тауыш тонын күтәрә йәки төшөрә белеү телмәр мелодияһын барлыҡҡа килтерә. Ул әҫәрҙең идея-эмоциональ йөкмәткеһен асыуҙа төп сараларҙың береһе булып тора.

Профессор Ж. Ғ. Кейекбаев үҙенең күрһәтелгән китабында телмәр мелодияһын, һөйләмдең мәғәнәһенә ҡарап, раҫлау, һорау, бойороҡ, өндәү мелодияһы тигән төрҙәргә бүлеп тик¬шергән һәм мелодияның характерлы үҙенсәлектәрен тулы итеп асып биргән.


Паузалар, башҡорт телендәге баҫымдарҙың тәбиғәте, рит¬мик группалар тураһындағы белемдәр уҡытыусыға әҫәрҙәрҙе тасуири уҡырға өйрәтеү үҙенсәлектәрен асыҡлау һәм шуға таянып, уҡыусыларға тасуири уҡыу күнекмәләре биреү юлда¬рын билдәләү мөмкинлеген тыуҙыра.

Шиғырҙарҙы проза телмәренән айыра торған төп билдә уларҙың ритмлы һәм рифмалы булыуында. Шиғри әҫәрҙәрҙә логик паузаларҙан тыш ритмик паузалар ҙа була. Ритмик паузалар шиғырҙың һәр юлы аҙағында ритм һәм рифма үҙенсәлектәрен күрһәтеү өсөн яһала. Юл аҙаҡтарында рифма- лашҡан һүҙҙәрҙән һуң ҙур булмаған паузалар, ритмик яҡтан бер бөтөн берәмекте тәшкил иткән строфаларҙан һуң ҙур паузалар яһала. Ритмик паузалар логик паузалар менән тап килмәҫкә лә мөмкин. Мәҫәлән:

Рус һәм башҡорт | юлда һәр саҡ юлдаш,| Табындаштар | оло байрамда.|| Яуҙа яуҙаш, | дандаш | һәм ҡәберҙэш|| Изге һуғыш үткән майҙанда, - ||

М. Кәрим


тигән шиғыр строфаһын уҡығанда шиғырҙың һәр юлы аҙағында ритмик пауза яһала. Шиғырҙың беренсе, икенсе һәм дүртенсе юлдарынан һуң килгән ритмик паузалар логик паузалар менән тап килә. Өсөнсө юлдан һуң килгән пауза логик пауза менән тура килмәй.

LII. Бабичтың «Ҡышҡы юлда» шиғырында паузалар яһа¬лышын түбәндәге схема менән күрһәтеп булыр ине:

Их, | рәхәт шыуа сана, | юрта ат | талғын ғына,Ц Яҡ-яғымда киң ялан | йоҡлап ята | тып-тын ғына.II Алдымда аҡ ҡар йәйелгән | ялтырап | ап-аҡ булып,|| Ынйы-мәрйендәр сәселгән || өҫтөнә ваҡ-ваҡ булып.|| Юл ситендә | ҡар киҫәктәре торалар теҙелешеп,|| Барыһы ла эйелеп ҡалалар, | хуш иҫән бул, | тиешеп.|| Аҡ ҡояш нур ептәрен | һуҙған да ергә нур һибә,|| Нурлы ептәрҙән ағып,! моңло күңелгә | йыр килә.Ц Йырлай башлайым, | шунда һалҡын ел иҫеп йырҙы киҫо.Ц Ай, уҫал ел | ҡырҙағы бар йомде, | бар моңдо киҫә.Ц

Башҡорт телендә баҫымдар, ғәҙәттә, һүҙҙең һуңғы иже¬генә төшә. Һүҙҙәргә ялғауҙар ялғанған һайын баҫым да арт- ҡараҡ күсә бара. Шуның өсөн дә башҡорт телендә шиғыр ритмикаһы баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙең ҡабатланып ки- леүенә нигеҙләнә алмай. Башҡорт шиғыр төҙөлөшө ритмик

группалар, йәгни синтагмалар, араһында пауза яһауға ни¬геҙләнгән.

«Башҡорт шиғыр силлабикаһын билдәләүҙә ижектәр һаны ғына түгел, бәлки, шиғыр юлы аҙағы ритмик баҫымдары, ритмик группа, ритмик быуын кеүек шиғри категориялар ҙа моһим роль уйнайҙар» . Мәҫәлән, М. Ғафуриҙың «Баҙарға сыҡтым» шиғырында 12-шэр ижектән торған һәр шиғыр юлы 8-се һәм ҡайһы ваҡытта 9-сы ижектән һуң ике ритмик төр¬көмгә бүленә. Шиғыр юлдарын ошондай ижек төркөмдәренә бүлгән пауза цезура тип атала.

Бер ваҡытты уйланым мин | дәрт баҫырға, Хәсрәт баҫҡан моңло күңелде | асырға, Уйлап-уйлап бер ҙә барыр | ер тапмағас, Күңел әйтте: «Улай булһа, | сыҡ баҙарға».

Был шиғырҙа цезура алдындағы һәр ижеккә баҫым төшә. Күренеүенсә, һөйләмдә һүҙҙәр синтагмаларға бүленеп, синтаг¬малар эсенә ингән һүҙҙәр бер баҫым тирәһенә тупланалар, айырым-айырым алғанда баҫымлы һүҙҙәр синтагма эсендә баҫымдарын юғалтып, бер көслө баҫымлы һүҙ тирәһенә ойоша¬лар, һәр синтагма бер интонация менән әйтелә. Шуның өсөн шиғырҙы дөрөҫ уҡыу өсөн синтагмаларҙа паузалар яһау, һәр синтагманың баҫымын билдәләүҙең әһәмиәте бик ҙур.

Шулай итеп, тасуири уҡырға өйрәтеүҙә телмәр интонация¬һының бөтә элементтарын да (баҫымдар, паузалар, телмәр мелодияһы һәм уҡыу темпын) бер-береһенән айырмайынса бер бөтөн итеп ҡарарға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тасуири уҡырға өйрәтеү өҫтөндә эш алып барғанда әҙәбиәт дәрестәре менән тел дәрестәре араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылырға тейеш. Тел дәрестәрендә тыныш билдәләренең интонация, пауза һәм баҫымдар менән бәйләнешен өйрәнеү, уны әҙәбиәт дәрестә¬рендә текст өҫтөндә эшләгәндә уҡыусыларҙың хәтеренә төшөрөү шулай уҡ әһәмиәтле. Мәҫәлән, уҡыусыларға хәбәр һөйләмдәрҙән һуң нөктә ҡуйылыуы, уҡығанда тауыштың түбәнәйеүе һәм пауза яһалыуы, һорау һөйлөмдәрҙә тауыш¬тың һорауҙы белдергән һүҙгә тиклем күтәрелеүе, баҫымдың һорауҙы белдергән һүҙгә төшөүе, һөйләм аҙағында оҙон пау¬за яһалыуы тел дәрестәренән билдәле.

з*

67



Уҡытыусы тасуири уҡыу өҫтөндә эшләгәндә башҡа төрлө тыныш билдәләре янында пауза һәм интонацияның ҡайһы бер үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алырға тейеш. Уны түбәндәге миҫалдарҙан күреп була:

1.Күп нөктәләр фекерҙең тамамланып етмәүен аңлата, тау¬ыш нөктәнән һуң булғандағыға ҡарағанда аҙыраҡ түбәнәйә һәм пауза яһала. Мәҫәлән:

Эйе... яулыҡ... ни бар, архитектор? Өндәшмәне, үҙе һуңынан: - Былай ғына... - тине,

үҙе тағы Линейкаһын алды ҡулына. Бер аҙ тындыҡ.

Иптәш архитектор Тағы ла чертеж һыҙып ултыра, Кочегарҙар күмер...

Әкиәтсебеҙ - Инде төрөпкәһен тултыра.

Ғ. Сәләм

2. Ике нөктә ҡуйылған урында фразаның дауам ителеүе, тамамланыуы көтөлә. Уҡығанда тон күтәрелә, пауза яһала. Мәҫәлән:

Былай булған: Миңъян барынан элек Әхмәт күңелен ҡулға төшөргән.

Ғ. Сәләм


3. Һыҙыҡтан һуң торған һүҙҙе уҡығанда, тауыш күтәрелә, оҙон пауза яһала. Мәҫәлән:

Пар алма - уның биттәре, Ирендәр - ер еләге, Күҙҙәре - яҡты йондоҙҙар. Леп-леп тибә йөрәге.

Р. Ниғмәти

4. Һөйләмдең тиң киҫәктәре, теҙмә ҡушма һөйләмдәр тигеҙ тон менән уҡыла, өтөрҙәр янында пауза яһала. Мәҫәлән:

Ул һаҡланы

илем урмандарын. Йылғаларын, таш һәм тауҙарың, Кешеләр хисен, гөлдәр, баҡсаларҙы, Ҡарт Волганың ташлы ярҙарын...

Р. Ниғмәти

5. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдең эйәрсән һөйләме күтәрен¬ке гән менән уҡыла, өтөрҙән һуң ҙур булмаған пауза яһала. Мәҫәлән: Яҙҫы кояш сыкканда, бөтә тәбщэт нурҫа күмеяә.

6. Инеш һөйләмдәрҙе, һөйләм уртаһында килгән айырым¬ланған эйәрсән киҫәктәрҙе, ремаркаларҙы уҡығанда тауыш түбәнәйтелә, уҡыу темпы тиҙләтелә.

а) Һөйләп бирҙе:

- Бына әйтегеҙ, - ти.

Был чертеждың ние килмәүен...

(Ни тигәндер иптәш агрономым, Миңә тиһәң, бер пи белмәйем...)

Ғ. Сәләм


б) Яҙғы көндөң иртәнге йылы ҡояшы, дымлы ер өҫтөнэ күтәрелгән күкһел быуҙарҙан үтә төшөп, уларҙы йәшелле- күкле, юлаҡ-юлаҡ төрлө төҫтәге матур нурҙарға әйләндерҙе.

Һ. Дәүләтшина

в) Аҡназар (ырҫып тора). Юҡ! Мин күпме яуҙар сабып, ундай насар исем үҙемә таҡманым! (Бүркен атып бәрә.) Кил¬терегеҙ минең атымды!

Б. Бикбай

7. Һөйләм башында килгән өндәш һүҙҙәр күтәренке тон менән уҡыла, өндәш һүҙ аҙағында пауза яһала.

Туған телем минең! Күпме һүҙең Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана. Тамырыңды уйлап ғорурланам. Бөгөнгөмдө уйлап хурланам.

Р. Бикбай

8. Өндәш һүҙ һөйләм уртаһында килһә, пауза һәм инто¬нация менән айырылмай.

Уйнайһың һин уйынсығың менән. Уйынсығың, улым, тубырсыҡ.

Р. Ғарипов

9. һөйләм башында килгән ымлыҡтар пауза һәм интонация менән айырылмай.

Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай, Ҡарҙар беткәйен дә көтөп тормай... һабансылар күнелсн нурлай-нурлай, һай, йырлай ҙа һун был һабантурғай!

Р. Ғарипов

Ләкин паузалар менән тыныш билдәләре һәр ваҡытта тап килмәҫкә лә мөмкин. Паузалар тыныш билдәләре булма¬ған урында ла яһалырға, киреһенсә, тыныш билдәләре булған урындар паузаһыҙ ҙа уҡылырға мөмкин. Мәҫәлән, М. Ғафу¬риҙың «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәленең тәүге строфаһын уҡығанда, тыныш билдәләренә ҡарағанда, калкан, таймағандар, юҫалҫан, киткәс, алҫан тигән һүҙҙәрҙән һуң ғына пауза яһалыр¬ға тейеш. Ләкин әҫәрҙе уҡығанда бер аусының һәм бер һарылы, беҙҙең аусы, тип һүҙҙәренән һуң да пауза яһайбыҙ.

Бер вертикаль һыҙыҡ менән ҡыҫҡа паузаларҙы, ике вер¬тикаль һыҙыҡ менән оҙондарын билдәләһәк, был өҙөктө уҡыуҙың схемаһын түбәндәгесә күрһәтә алабыҙ:

Бер аусының | бер һарығы | ҡырҙа ҡалған.|| Эҙләп тә тапмағандар, | ул юғалған.|| Бер-ике көн үтеп киткәс, i беҙҙең аусы:|| «Бүре ашаған һарыҡты», - тип | хәбәр алған.

Тасуири уҡыуҙың урыны, төрҙәре һәм алымдары

Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙы тасуири уҡырға өйрә¬теү эшен уҡытыусы махсус дәрестәрҙә генә алып барырға тейеш, тип аңларға ярамай. Был төр уҡыу әҙәбиәт уҡытыу дәрестәренең бөтә этаптарына ла үтеп инергә һәм инеш өлөштә лә, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү, тексҡа анализ яһау ваҡытында ла, йомғаҡлауҙа ла урын алырға тейеш. Юғарыла билдәләп үткәнсә, тасуири уҡыу ӨҪТӨНДӘ эш, беренсенән, әҫәрҙең йөкмәткеһе менән танышыу, уның идеяһын төшөнөү, әҫәрҙең мәғәнәүи киҫәктәрен һәм был киҫәктәрҙәге төп фекерҙе билдәләү, уҡыуҙың маҡсатын, йәғни ни өсөн уҡыуыңды асыҡлау, образдарға ҡылыҡһырлама биреү, автор¬ҙың үҙе һүрәтләгән хәл-ваҡиғаларға, образдарға булған мөнәсәбәтен күрһәтеү, әҫәрҙә һүрәтләнгән картиналарҙы күҙ алдына килтереү, уларға үҙ мөнәсәбәтеңде, подтексты билдәләү кеүек эштәрҙе эсенә ала. Ошо этаптан һуң тексты тасуири уҡыу саралары өҫтөндә эш алып барыла. Тасуири уҡыу уҡытыусының уҡыуы, әҫәрҙе анализлау, уҡыусыларҙың уҡыуы кеүек этаптарҙан тора. Уҡытыусы V синыфта берен¬се темала уҡ паузалар, логик баҫымдар менән таныштыра.

VI синыфта инде уҡыусылар, уҡытыусының уҡыуына ҡарап, таҡтала үҙҙәре паузаларҙың, логик баҫымдарҙың шартлы бил¬дәләрен ҡуйып, партитура төҙөйҙәр. VI синыфта шиғырҙар¬ҙың партитураһын төҙөү контроль эш рәүешендә лә үткәрелә. Миҫал өсөн VI синыфта Ғ. Туҡайҙың «Йәйге таң хәтирәһе» шиғырын тасуири уҡыу өҫтөндә нисек эш алып барылыуын тикшереп ҡарайыҡ. Шиғырҙы үтер алдынан уҡытыусы башта йәйге танды һүрәтләгән берәй картина буйынса инеш әңгәмә үткәрә. Картина буйынса тасуирлаған¬дан һуң уҡыусылар үҙҙәре йәйге танды нисек күҙ алдына килтереүҙәрсн, ауылдарында, лагерҙарҙа, урманда, яланда ни¬сек итеп йәйге танды ҡаршы алыуҙарын һүрәтләп бирәләр. Ошо инеш әңгәмәнән һуң уҡытыусы, хәҙер беҙ бөйөк шағир Ғ. Туҡайҙың йәйге танды нисек тасуирлауын күрербеҙ тип, ! дәрестең темаһын билдәләй. Шиғырҙа һүрәтләнгән тәбиғәт картинаһын уҡыусыларҙың күҙ алдына килтерерлек итеп та- | суири уҡып сыға.

Уҡытыусы уҡығандан һуң, уҡыусыларҙы тасуири уҡырға әҙерләү маҡсаты менән әңгәмә үткәрелә. Әңгәмәлә әҫәрҙәге поэтик картиналарҙы күҙ алдына килтереүҙе еңелләштереү бурысы ҡуйыла. Артабан шағирҙың был шиғыры менән нимә әйтергә теләүе, йәғни әҫәрҙең төп фекере билдәләнә, унан һуң уҡыусының һүрәтләнгән картиналарға булған мөнәсәбәте асыҡлана. Уҡыуҙың маҡсаты - шиғырҙағы йәйге тәбиғәт күренешенең матурлығын, динамикаһын тыңлаусы¬ның күҙ алдына баҫтырыу, уны ошо поэтик картинаның гүзәллеге менән һоҡландырыу. Унда бер-бер артлы һүрәтләнгән таң ағыуы, айҙың батыуы, йондоҙҙарҙың һүнеүе, япраҡтарҙың һелкенеүе, яландарҙың асылыуы күренә. Был ма¬тур тәбиғәтте һандуғастар маҡтап йырлай. Әҫәрҙең һуңында:

Ҡаршыларға иң садә саҡ, иң матур саҡ йәйге таң;

Шул ваҡытта уйла, шағир, килер илһам, уйлаһаң. —

тигән юлдарҙың мәғәнәһе төшөндөрөлә. Уҡытыусы шиғырҙы яңынан бер тапҡыр тасуири уҡып сыға. Унан һуң хор менән уҡыла һәм уҡыусылар менән берлектә партитура төҙөлә. Ши¬ғыр таҡтаға алдан яҙыла. Уҡытыусы тәүге строфаны үҙе уҡып сыға. Аҙаҡ уҡыусылар логик баҫым һәм паузаларҙы билдәләйҙәр, уҡытыусы таҡтала шартлы билдәләрҙе ҡуя бара.

Ғәлибәнә яҡтырып, | әкрен генә ал тан ата;| Моңланып, | хәсрәтләнеп, ялҡау ғына аҡ ай бата. Бер-бер артлы юҡ булып, | күктәрҙә йондоҙҙар һүнә;1 Таң еле ҡуйҙы иҫеп, япраҡтар аҙ-аҙ һелкенә.Ц Пәрҙәнән сыкты, | асылды | йәп-йәшел ҡыр һәм ялан.|

Китте инле | ҡап-ҡара ҡаплап ята торған сапан.|| Тын ғына и гкан. | ялккан | тән буйынса көн көтөп,|| Ялтырап, йәйелеп ята | күлдәр сихырлы көҙгө кеүек. Шат үлән л ектәр,1 йылмайыуҙа сәскәләр, | ләләләр; | һандуғастарҙан яуа | ямғыр кеүек | мәдхиәләр.Ц 'Гуҡгағандар күрмәгә | иртүк тәбиғәт күркемсн| Күктә | акҡоштарҙан ак | күсмә болоттар төркөмө.|| Ҡаршыларға ин садә сак, | ин матур сак йәйге тан;|| Шул ваҡытта | уйла, шағир, килер илһам, | уйлаһаң. ||

Ошо рәүешле партитура төҙөгәндән һуң, шиғырҙы хор менән дә, айырым уҡыусыларҙан да уҡытырға мөмкин. Был шиғырҙа һүрәтләнгән йәйге таңда тәбиғәттең уяныуын, бер картинаның икенсеһе менән алмашыныуын күрһәтеү өсөн шиғырҙы егрофалап уҡытыу алымы ла уңышлы.

Юғарыла беҙ уҡытыусының тәүге ҡат тасуири уҡыуы, әҫәрҙе анализлау һәм уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы кеүек эш этаптары менән таныштыҡ.

Дәрестә уҡытыусының әҫәрҙе тәүге ҡат тасуири уҡыуынан башҡа проза әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе, шиғырҙарҙы ятҡа һөйләү алымы ла ҡулланыла. Программала уҡыусыларға ятлау өсөн әҫәрҙәр тәҡдим ителә. Уҡытыусы был исемлектә тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе башта үҙе ятларға һәм яттан тасуири һөйләү өлгөһөн күрһәтергә тейеш. Шулай уҡ әкиәттәр тема¬һын үткәндә, уҡытыусы әҫәр менән уҡыусыларҙы яттан һөйләп таныштыра.

Уҡыусының уҡыуы. Уҡыусылар синыфта әҫәр¬ҙең йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эш алып барғанда, нығытыу ваҡытында, тасуири уҡыу күнекмәләре биреү маҡса¬ты ҡуйылғанда уҡыйҙар. Уҡыусыларҙың синыфта ла, өйҙә лә уҡыуҙары мөмкин. Әҫәрҙе синыфта уҡығанда дәрес материа¬лынан сығып индивидуаль уҡыу, бер нисә уҡыусының әҫәрҙе бер-бер артлы өлөштәргә бүлеп уҡыуы, хор менән уҡыу, ролләп уҡыу кеүек төрҙәрен ҡулланырға мөмкин.

Уҡыусының әҫәрҙе индивидуаль уҡыуы мәктәп практика¬һында киң таралған. Был төр уҡыу уҡытыусыға тасуири уҡыу күнекмәләре биреү өҫтөндә һәр уҡыусы менән айырым эшләргә мөмкинлек бирә. Индивидуаль уҡыу шулай уҡ дәрестең төрлө этаптарында ла ҡулланыла. Әҫәр менән тәүге ҡат таныштырғанда ла яҡшы уҡыған уҡыусыларҙан уҡытыр¬ға мөмкин. Бындай уҡыу әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштергән, нығытҡан ваҡытта ла киң ҡулланыла.

Ролдәргә бүлеп уҡыу драматик әҫәрҙәрҙе, мәҫәлдәрҙе уҡығанда йыш ҡулланыла. Шулай уҡ диалогтарҙан торған проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өҙөктәрен, шиғыр һәм поэма¬ларҙы ла ролләп уҡырға мөмкин. Был төр уҡыу уҡыусының үҙе уҡыған персонаждың характеры тураһында уйланырға мәж¬бүр итә, уҡығанда ошо персонажға хас характерҙы асыу теләге уята. Шуның әсен дә ролләп уҡыу алдынан әҫәрҙе анализларға, уҡыусыларҙы һәр образдың характеры менән таныштырырға кәрәк.

Әҫәрҙе коллектив уҡыу алымы ла мәктәп практикаһын¬да йыш ҡулланыла. Коллектив уҡыу үҙе бөтә синыф менән уҡыу йәки синыфты бер нисә төркөмгә бүлеп, төркөмләп уҡыу кеүек төрҙәрҙе эсенә ала. Хор менән уҡыу - уҡытыусы артынан ҡабатлап уҡыу тасуири уҡырға өйрәтеүҙә төп алымдарҙың береһе. Уҡыусылар был ваҡытта баҫымдарҙы, паузаларҙы һәм башҡа интонация сараларын уҡытыусыға эйә¬реп үҙләштерә.

Әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен ҡабул итеү

Уҡыусылар әҫәрҙең йөкмәткеһен, нигеҙҙә, уҡыу проце¬сында үҙләштерә. Бигерәк тә лирик шиғырҙар, ҙур булмаған хикәйәләр, мэҫәлдәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү өсөн тасуи¬ри уҡыу, комментарийҙар биреү, текст буйынса бер-ике һорауға яуап биреү ҙә етә. Ләкин ҙур күләмле, йөкмәткеһе яғынан ҡатмарлы әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә уҡыу менән генә сик¬ләнеү мөмкин түгел. Уҡыусыларҙы анализ яһауға әҙерләү өсөн уҡытыусы әҫәрҙең йөкмәткеһе нисек үҙләштерелеүен асыҡларға, әҫәрҙең идея-художество, жанр үҙенсәлектәренән сы¬ғып, йөкмәткене үҙләштереү өҫтөндә синыфта һәм үҙ аллы башҡарыла торған эштәрҙең төрлө метод, алымдарын һайлар¬ға тейеш, сөнки тексты, ундағы ваҡиғалар теҙмәһен, образ¬дарҙың эске һәм тышҡы донъяһын, эшен, ҡылыҡтарын, үҙ-ара мөнәсәбәтен яҡшы белгән ваҡытта ғына әҫәргә тулы анализ яһау мөмкин.

Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереүҙә күп төрлө алым һәм методтар ҡулланырға мөмкин. Бында план төҙөүҙең дә әһәмиәте бик ҙур. Ул әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һәм бөтөн итеп уҡыусының күҙ алдына баҫтыра, фекерҙәрен бер- бер артлы теҙеп һөйләргә өйрәтә. План ваҡиғалар араһын¬дағы эҙмә-эҙлелекте, бәйләнеште сағылдырыу менән бергә, уҡыусының иғтибарын әҫәрҙәге төп эпизодтарға йүнәлтеп, беренсе дәрәжәләге әһәмиәтле ваҡиғаларҙы икенсе дәрәжәләге¬ләренән айыра белеү күнекмәһе тәрбиәләй.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет