Таңһылыу Кусимова исемдәр донъяһында в мире имен



бет15/16
Дата14.06.2016
өлшемі5.08 Mb.
#135921
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   16

* * *

Беҙҙең илдә антропонимика әлкәһендә исемдәрҙе мәғә-нәүи яҡтан бүлеп тикшереүҙең тәүге өлгөләрен күрһәткән

154

рус ғалимы А. М. Селищев хеҙмәте ҙур әһәмиәткә эйә. Ул рус исемдәрен мәғәнәүи яҡтан 19 төркөмгә бүлеп анализ­лап сыға4. Ошондай ысул менән Н. В. Бирилло белорус исемдәрен 34 төркөмгә5, Т. Ж- Жанузаков ҡаҙаҡ исем­дәрен 30 төркөмгә 6, Э. Г. Бегматов үзбәк исемдәрен 19 төр­көмгә бүлә 7. Был йүнәлештә башҡорт исемдәре 20 төркөм­гә бүленеп тикшерелде 8.



Төрки тел ғилемендә антропонимиканың артабанғы үҫе­шеңдә, төрки халыҡтары антропонимияһын өйрәнеү әлкә­һендә һәр халыҡтың үҙ теле буйынса бай фактик материал туплауы ҙур роль уйнаны. Ошо тикшеренеүҙәр нигеҙендә кеше исемдәрен мәғәнәүи яҡтан классификациялауҙа яңы ҡараштар барлыҡҡа килде. Беҙҙең илдә беренселәрҙән булып кеше исемдәренең дөйөмләштерелгән төркөмдәргә бүленешен (дөйөм классификацияны), билдәле венгр ға­лимы Л. Рашони схемаһына таянып, А. В. Никонов тәҡ­дим итте9. «Л. Рашони классификацияһының төп әһәмиәте шунда, — ти А. В. Никонов, — ул кеше исемдәрен төркөм­ләүҙә исем ҡушыуҙың дәлилләнеү сәбәбе булыу принци-бын беренсе урынға ҡуя» 10. В. А. Никонов схемаһы буйын­са кеше исемдәре төп 3 төркөмгә бүленә:

I. Тасуири исемдәр.

II. Теләк исемдәр.

III. Арнау исемдәр.

В. А. Никоновтың исемдәрҙе ошо схемала бүлеүен күп ғалимдар хуплай. Ләкин бөтә исемдәрҙе ҡәтғи рәүештә ошо өс төркөмгә бүлеп сығып, һәр исемде бер генә төркөм­гә бәйләп анализлау мөмкин түгел, сөнки бер үк исем ҡу­шылыу сәбәбе, дәлиле буйынса теләкте, тасуирлауҙы ла белдерергә мөмкин. Миҫалға иң боронғо иҫемдәрҙән бул­ған ҡош-ҡорт, йәнлек-януар атамаларын, көн торошон, ат­мосфера күренештәрен белдергән исемдәрҙе тикшереп ҡа­райыҡ: бүре һүҙе менән яһалған Бүребай исеменең ҡу­шылыуы өс төрлө сәбәпкә, дәлилгә ҡайтып ҡала: 1) ата-

4 Селищев А. М. Происхождение русских фамилий, личных
имен и прозвищ. Избранные труды, М., 1968, стр. 116.

5 Бирилло Н. В. Белорусская антропономия. АДД, Минск,
1969.

6Д жанузаков Т. Ж. Лично-собетвенные имена в казахсксм языке. АКД, Алма-Ата, 1981.

7 Бегматов Э. А. Антропономика узбекского языка. АКД, Таш­кент, 1965.

8К у с и м о в а Т. Х. Древнебашкирские антропонимы. АКД, Уфа, 1975.

9 Никонов В. А. Язык и общество. М., 1974, стр. 94—103

10 Шунда уҡ, 95-се б.

155


һы һунарҙан бүре алып ҡайтҡан ваҡытта тыуған балаға «бүре» һүҙе менән исем ҡушҡандар (тасуири исем); 2) ба­ла ошо бүре һымаҡ ныҡ, көслө булһын тигән теләк менән ҡушылған (теләк исем); 3) бүре алып ҡайтҡан ваҡытта тыуған балаға бүре һүҙе менән исем ҡушмаһаң, бала тормауы ихтимал, тип ҡушылғанда бүре һүҙе тотем булып исемгә әйләнә (арнау исеме).

Бер үк исемдең бер нисә төрлө сәбәп, дәлил менән ҡушылыуына ҡарата боронғо шәжәрәләрҙә ҡиммәтле мәғ­лүмәттәр һаҡланған. XVI быуатҡа ҡараған Юрматы шә­жәрәһендә Борнаҡ бей исеме тураһында былай әйтелә: «Әмма Чачлы Дәрүиш бинең ғүмере ахры булды, уғлы юҡ ирде һәм ҡәрендәш — яҡыны юҡ ирде, бер генә ҡыҙы бар ирде... Әммә ул ҡыздан ике уғлы бар ирде, бере Бурнаҡ, бере Ядкар дигән иде. Әммә Бурнаҡ дип аны өчөн ата-дилар, һәмче уғлы-ҡызы юҡ сәбәбдин, борны аҡ атның ҡуйнына салып, ат исемен бирделәр. Аталары... йәш ва­ҡытында вафат ирде» 11. Был исемде ҡушыуҙа ике төрлә сәбәп, дәлил килтерелгән. Беренсенән, балалары юҡ сәбәп­тән был баланың ғүмерен һаҡлау өсөн ат ҡуйнына һал­ғандар (был ғүмер теләүҙе күрһәтә—теләк исем); икен­сенән, моронон аҡ ат ҡуйынына һалып, балаға, мороно аҡ — Борнаҡ тип тасуирлау исеме ҡушылған. Өҫтәүенә, арнау исеме тип фараз итергә лә урын бар.

Башҡорт йолаһына оҡшаш Томанхан тигән исем ҡу­шыу йолаһы Төркмән шәжәрәһендә килтерелгән: «...Ҡур-ҡуд ата: «Муниң аты Туманхан булсун», — тиде. Халыҡ әйтдиләр: «Мундин яхшыраҡ ат ҡуйғил»,—тидиләр. Ҡур-ҡуд ата әйтде: «Мундин яхши ат болмас, — тиде. — Ул көнкә... ҡайы хан үлде ирсә, безнең йуртимызны туман тутуб ҡараңғу булды. Бу уғыл туманда туғды. Аннин учун туман ат ҡуйдуҡ үә икенче туман уҙаҡ турмас, тиз китә турған нимәрсә булур. Туманлы күн афтаб (ҡояш) бу-лур, туманның сунки (һуңы) яруҡ (яҡты) булмай булмаҫ. Аз ғина турған туманны бу уғланның йәшлекина ухшатиб-мен. Сунки афтабне бу уғланның икит (егет) булуп, атасы тәхтиндә ултуруб, дәүләтле үә уҙаҡ ғомерле булғанина ухшатибмен»,—тиде»12. Томан исемен ҡушыуҙа ике сә­бәп, дәлил барлығы асыҡ күренә. Беренсеһе баланың тыу­ған ваҡытын, томан ваҡытын билдәләй (тасуири исем), икенсеһе балаға дәүләтле, бай һәм оҙон ғүмерле булыуҙы теләй (теләк исем).

11 БШ, 28-се б.

12 К о н о н о в А. Н. Родословная туркмен (Сочинение Абул-гази
хана Хивинского). М,—Л., 1958, стр. 58.

156


Юғарыла әйтелгәндәргә таянып, башҡорт исемдәрен; исем ҡушыу сәбәптәре (дәлилдәре) буйынса 3 ҙур төр­көмгә бүләбеҙ.

I. ТАСУИРИ ИСЕМДӘР

1. Баланың төҫөн, һ. б. үҙенсәлектәрен сағылдырған

исемдәр

Баланың берәй төрлө үҙенсәлегенә ҡарап исем ҡу­шыу — боронғо йолаларҙың береһе. Баланың аяҡ-ҡулы, тән төҙөлөшөндәге үҙенсәлектәр, сәсе, күҙе һ. б. иҫемдәр­ҙә күрһәтелгән. Мәҫәлән, Баҙыҡ, Сибек, Сулаҡ, һулаҡай, Өлтөк, Әлтәкәй (сәс), Айҙар (маңлай сәсе), Айыуғолаҡ, Күккүҙ, Ҡарабаш, Ҡараҡаш, һарысәс, Аҡбала һ. б. Ҡу-зыйкүрпәс эпосында Ҡарабай батырҙың улы тыуғас, уға Ҡузыйкүрпәс («ҡуҙы» — бәрәс, «күрпәс» — бөҙрә) тип сәсенең бөҙрәлеген тасуирлап исем ҡушылыуы әйтелә 13. «Миң» һүҙе менән күп исемдәр яһалған: Миңһылыу, Миң-декәй, Миңлебай, Миңлеғол, Миңде һ. б. Борон, миңе булған балаға «миң» һүҙе менән исем ҡушмаһаң, миңе бо­ҙола, тип уйлағандар. Был йола төрөкмәндәрҙә, үзбәктәр­ҙә, әзербайжан һ. б. халыҡтарҙа ла бар. Бала йөҙлөк, бөр­кәнсек, ҡау менән тыуһа, бәхетле, тип уға Йөҙлөкәй, Иә-ҙөкәс, Йөҙлөкбай, Иөҙөбәк, Йөҙөкәй тигән исем ҡушҡан­дар.



2. Тәбиғәт күренештәренә бәйле исемдәр

Башҡорт исемдәре составында тәбиғәт күренештәрен күрһәткән һүҙҙәрҙән яһалған исемдәр күп: Буранбай, Бу­жансы, Буранғол, Томансы, Аяҙ, Аяҙғол, Ҡояшбикә, Аҡ-сыуаҡ, Байсыуаҡ, Айсыуаҡ, Яуа, Ямғур, Йәйсән, Борсаҡ, Елкәй, Елбулды, Елкәс, Болотбай һ. б.



3. Ваҡыт төшөнсәһенә бәйле исемдәр

Кешенең аңында ваҡыт категорияларынан иң элек көн­төнгә, иртә-кискә бәйле, йыл миҙгелдәренән йәй-ҡышҡа бәйле исемдәр яһалып, һуңынан, йыл, ай, аҙна, көн ата­маларына бәйле исемдәр барлыҡҡа килгән булырға тейеш.



13 Беляев Т. Куз-Курпяч, башкирская повесть. — Башкирия в. русской литературе. Уфа, 1961, т. 1,-стр. 357.

157


Көн-төн төшөнсәһенә бәйле күк есемдәре атамалары ла ба­ланын, тыуған ваҡытын билдәләп исемгә әйләнә. Мәҫ., Айһылыу, Айсыуаҡ, Айбикә, Айбаҡты, Айгилде, Айсыл, Айҙағол, Айтаман, Көнбикә, Көнһылыу, Төннөк, Төнғатар, Көнтоғмош, Таңғатар, Таңатар, Таңбикә, Таңһылыу, Таң­сулпан, Сулпан, Ҡояшбай, Ҡояшбикә һ. б. Йыл миҙгелдә­ренә бәйле — Ҡышты, Йәйлеғол, Йәйләү; тәүлек ваҡыты­на бәйле — Кискилде, Таңсыбай, Таңлыбай һ. б. исемдәр­ҙе күрһәтергә мөмкин. Борон башҡорттар башҡа төрки халыҡтар менән бергә хайуан атамалары менән йөрөтөлгән ун ике йыллыҡ мөсәлде (календарҙы) ҡулланғандар. Шу­лай итеп, хайуан атамалары бер яҡтан көнкүреш, хужа­лыҡҡа бәйле, икенсе яҡтан, йыл атамаһы, өсөнсөнән, то­тем булып кеше исеменә әйләнгән. Иыл атамаларынан ҡот йылдары (сысҡан, барс, аждаһа, йылҡы, эт, дуңғыҙ) кеше исемдәре булып йыш осрай. Ә инде йот йылдары һа­налғандары (һыйыр, ҡуян, йылан, ҡуй, маймыл, тауыҡ) ата­малары бөтөнләй осрамай тиерлек. (Ҡуйбәк, Ҡуйһылыу исемдәре мал атамаһы булып кеше исеменә әүерелгән бу­лырға тейеш.) Боронғо күсмә халыҡтар йыл иҫәбен Ҡояш­тың йондоҙлоҡтарға яҡынайыуына ҡарап билдәләгән. Был йондоҙлоҡ буйынса иҫәп фәндә Ҡояш календары тип ата­ла. Ошо ҡояш календары атамаларынан Мизан (сентябрь), Әсетбай (июль), Саратбей (Саратан булыуы ихтимал — .июнь) кеше исеме булып йөрөгән. Айҙың тыуыу, батыу ваҡыты менән иҫәпләнгән һижрә йыл иҫәбе лә башҡорт­тар өсөн таныш булған, һижрә йыл атамаларының күбе­һе (Мөхәррәм, Сәфәр, Рәжәп, Шаһбан, Рамазан, Шә-үәл(и), Зөлҡәғиҙә, Зөлхизә, Йомадил тигәндәре, баланың шул айҙа тыуыуын күрһәтеп (тасуирлап), исем итеп ҡу­шылған. Көн исемләренән «аҙна» һәм «йома» һүҙҙәре исем яһауҙа йыш ҡулланылған: Аҙнабай, Йомабай, Йомаҡай, Аҙнабикә, Аҙнаҡай, Йомабикә һ. б.)

4. Тормошта төрлө ваҡиғаларҙы сағылдырған исемдәр

Борон төрки халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла, баланың тыуған ваҡытындағы ваҡиғаларға ҡарап исем ҡушыу йолаһы булған. Ошо йола нигеҙендә халыҡтың тормошон төрлө яҡлап күрһәткән исемдәр барлыҡҡа кил­гән: Күсәк, Күсәкбай, Күсем, Күсекәй, Күсей, Күсмәк, Кү­сәш, Күсәрбай, Күсенбай һ. б. исемдәр күсенеп йөрөүгә бәйле «күс» һүҙенән яһалған. «Юл» һүҙе менән: Юлдыбай, Юлтый, Юламан, Юлсығол, Юлдыбикә, Юлсура, Юлбуға, Юлдаш, Юлбулды, Юлай, Юлдашбикэ, Юлдыҡай, Юлаҡ

158

һ. б. исемдәр яһалған. Башҡорт тарихында билдәле урын; алған яу, сапҡын, болалар кеше исемдәрендә сағылыш тапҡан: Яубатыр, Яуғасты, Яухужа, Яуҡай, Яубасар, Яу-лыбай, Яугилде, Яубикә, Босҡон, Босҡонбатыр, Боҫтанай, Ҡасҡын, Ҡасҡынбай һәм Болаш, Болғаҡ һ. б. Ҡунаҡ, туй, байрам, баҙар ваҡытында тыуған балаларға Ҡунаҡбикә,. Ҡунаҡбай, Туйсы, Туйбикә, Туйсура, Туйһылыу, Туйҡу-ныр, Туйбаҡты, Байрамбикә, Байрамғол, Байрас, Байрам­ғәли; ураҡ өҫтөндә, бесән сапҡанда тыуған балаға Ураҡ­бай, Ураҡсы, Ураҡ, Ураҡай, Бесәнсе һ. б. исемдәр ҡушыл­ған.



5. Төҫ атамаларынан яһалған исемдәр

Төҫтө белдергән һүҙҙәрҙән иҫемдәрҙә аҡ, ҡара, һа­ры, ҡыҙыл, күк, йәшел, ала һүҙҙәре осрай. Ләкин һәр бер төҫ атамаһы бер нисә мәғәнә менән кеше исеменә-өйләнгән. Мәҫ., аҡ — аҡ төҫ, пак, саф, бәхет һ. б.; ҡа­ра— ҡара төҫ, көслө, ҡеүәтле, шәп; һары — һары, аҡ төҫ, иң шәп; ҡыҙыл—ҡыҙыл төҫ, матур; күк — күк„ сал төҫ; тамыр, нигеҙ; ала — сыбар, бер ҡатлы, ябай; яуыз, ҡөҙрәтле һәм саптар, ҡолан, ерән һүҙҙәре менән яһалған исемдәр бар: Аҡһылыу, Аҡбай, Аҡбатыр, Аҡйегет, Аҡйән, Аҡкөсөк; Аҡсура, Аҡсыуаҡ, Аҡбикә, Аҡсолтан, Аҡсулпан, Ҡарабаш, Ҡарахан, Ҡаралан, Ҡараҡаш, Ҡа-расабей, Ишҡара, Ҡараабыз, Ҡаракөсөк, Ҡарағол, Ҡара-бикә, Ҡарасәс, һарығол, һарыман, һарыбай, Сарбай, Йән­һары, Сарманай, Сарынбәт, Ҡыҙылбай, Ҡыҙырас, Ҡыҙыл-ғол, Күкбаш, Күкҡужа, Күккүҙ, Күкәш, Күгәш, Күкән,. Алағужа, Алабай, Алаҡай, Алабик һ. б.



6. Үҫемлек, иген, сәскә атамаларынан яһалған исемдәр

Үҫемлек, сәскә, иген игеүгә бәйле исемдәрҙе тормош,, көнкүреште сағылдырған исемдәр менән бәйләп ҡарарға ла мөмкин. Был төр исемдәргә башҡорт телендә миҫалдар аҙ һаҡланған. Арпа, Арпабатыр, Арыш, Борсаҡ, Иген, Етенбай тигән исемдәр ер эшкәртеүгә, иген сәсеүгә бәйле килеп тыуһа, Талботаҡ, Имәнҡол, Байтирәк, Муйылбикә, Ҡарағай, Сейәбикә, Ҡамыш, Ҡурай, Мышар, Ҡаранай, Емешбай, Сәсәк һ. б. исемдәр тирә-йүн тәбиғәтте тасуир­лап һәм матурлыҡ төшөнсәһе менән ҡушылғанды күрһәтә. Фарсы теленән үҙләштерелгән «гөл» һүҙе менән ҡатын-ҡыҙ исемдәре бик күп яһалған: Гөлкәй, Гөлниса, Гөлдәр, Гөлшат, Гөлбаныу, Гөлһылыу, Гөлбикә, Гөлбостан һ. б.

159

7. Ер-һыу атамаларына бәйле исемдәр



Балаға исемде тыуған еренә ҡарап ҡушыу ҙа боронғо йолаға инә. Был йола буйынса баланың тыуған урыны билдәләнә (ләкин был тер исемдәрҙең ҡайһылары арнау исеме булып та ҡарала). Географик термин булып йөрөгән туғай, арал, тау, ялан, урман, ҡыр, үҙән, утар һ. б. атамалар ҙа кеше исеме булып йөрөгән: Аралбай, Урмантай, Яланбаш, Туҡай, Туғай, Үҙәнбай, Ҡырбатыр, Таулыбай һ. б. Ер-һыу атамаларынан Ирәндек, Уралтау, һамар, Иҙелбай, Иҙелбәк, Иҙелғужа, Туҡбирҙе, Туҡсораң, Туҡсаба, Туҡҡужа, Ыҡсура, Ыҡбирҙе, Яйыҡбай, Нөгөш, Ырғыҙ, Иргиз, Зиргиз һ. б. йылға исеменә ҡайтып ҡала.

8. Баланың ниндәй хәлдә (еңелме, ауырмы)

тыуыуына ҡарап ҡушылған исемдәр

Был төр исемдәргә башҡорт телендә материалдар аҙ. Ләкин киләсәкке тикшереүҙәргә нигеҙ формаһында әлегә билдәле булған «а ҙ н а» һүҙе менән яһалған Аҙналы исеме тураһында әйтеп китеү кәрәк. Әгәр ҙә әсә балаға аҙна буйы ауырыһа, ошо хәлде билдәләп, балаға Аҙналы тигән исем ҡушҡандар (Азналин фамилияһы ошо исемдән яһал­ған). Башҡа төрки телдәрҙә был төр исем ҡушыу йолаһы осрамай. А. В. Никонов рустарҙағы Томило, Истома (ыҙа­ланыу) исемдәрен баланың ауыр тыуыуына бәйле тип ҡа­рай.



9. Эш, хеҙмәт, һөнәрҙе сағылдырған исемдәр

Боронғо исемдәрҙең бер төркөмө кешенең кәсебен, һә­нәрен сағылдырып, боронғо йәмғиәттә кешенең эшмәкәр­леген, хеҙмәттең әкренләп камиллаша барыуын төҫмөрләр­гә мөмкинлек бирә. Боронғо төрки телдә шоңҡар сөйөүсе, һунарға ҡош өйрәтеүсе булған, ул ҡошсы тип аталған. Ҡошсы тигән кеше исеме ошо һүҙгә ҡайтып ҡала. Илсе, Илсекәй, Илсебай, Илсен, Илсеғол, Сиру, Сирубай, Сир­бай, Сирүкәй («сиреү» ғәскәр, һалдат, һуғышсы тигәнде аңлата), Һаҡсығол, Һаҡтағол, һаҡбай, һунарсы, һабансы, Ялсығол, Уҡсы, Мәргән, Алтынсы, Урмансы, Ҡаҙансы, Балтасы, Балтас, Сатусы һ. б. исемдәр һәнәргә, кәсепкә бәйле барлыҡҡа килгән.



10. Эш, яу ҡорамалдарын, һауыт-һабаны сағылдырған кеше исемдәге

Эш ҡорамалдары атамаларынан — балта, балға, ураҡ, һабан, бысҡы, кәйлә, киле, таған, ҡармаҡ, мәскәү (ҡар-

160

маҡ төрө); яу ҡорамалдарынан — ҡылыс, ҡорман (уҡ һауыты), уҡ; һауыт-һаба атамаларынан — ҡаҙан, табаҡ, ҡашыҡ, иләк тигән һүҙҙәр кеше исеме яһаған. Был төр кеше исемдәре кешенең хеҙмәте, эше, һәнәре, кәсебе, тор­мош шарттары тураһында мәғлүмәт бирә. Мәҫ.: Балға, Балта, Балтас (10-ға яҡын исем), Ыҡбалта, Балтағол, Балтаҡай, Балтабикә, Балтагэрәй, Балтай, Бысҡыбай, Киле, Килекәй, Иләкбай, Таған, Тағанай, һабанай, һабан­ғол, Һабансы, Ураҡ, Ураҡай, Ураҡбай, Тирмәнбай һ. б.; яу ҡорамалдарынан «ҡылыс» һүҙе менән: Ҡылысбай, Ҡылысхан, Ҡылыс (Ҡылысов фамилияһы бөгөн дә осрай) һәм Ҡорман, Ҡорманай, Уҡбай, Уғатар, Уҡбирҙе, Уҡтай-хан тигән кеше исемдәре билдәле.



Тормош кәрәк-яраҡтарынан башҡорт телендә байтаҡ һаҡланып ҡалған «ҡаҙан» һүҙенән яһалған кеше исем­дәре айырыуса иғтибарға лайыҡ (Ырымбур ҡалаһының крайҙы өйрәнеү музейындағы ҙур-ҙур ҡаҙандарҙы күҙ ал­дына килтерһәк, боронғо күсмә тормошло халыҡтарҙа ҡа­ҙандың ниндәй мөһим роль уйнауын билдәләргә мөмкин). «Ҡаҙан» һүҙе һауыт мәғәнәһе менән дә һәм этноним бу­лып та кеше исеменә әүерелеүе мөмкин. Ҡаҙан һүҙе менән яһалған кеше исемдәре төрлө формаларҙа күп төрки тел­дәрҙә һаҡланған. Башҡорт телендә Ҡаҙан, Ҡаҙансы, Ҡот-лоғаҙан, Ҡаҙантархан, Ҡаҙанай, Ҡаҙанғол, Ҡаҙанбай, Ҡа-ҙанкөн, Ҡаҙанҡай; төркмән шәжәрәләрендә Ҡазан, Ҡа-занбек, Солор Казан (Салр-казан-алп), сыуаштарҙа Ҡа­зан, Ҡазанай, Ҡазанчибай, Ҡазандай; Рашид ад-дин яҙ­маларында Г аҙан, Газанхан, Газанбахадур, Кадантайши, Казан (был исем йылайыр ырыуынан тип күрһәтелә) 14 һ. б. исемдәр бар.

11. Аҙыҡ-түлек, кейем атамаларынан яһалған исемдәр

Был төр исемдәр башҡорт телендә аҙ һаҡланған. Шу­лай булыуға ҡарамаҫтан, һаҡланып ҡалған кеше исемдә­ре генә лә боронғо кешенең көндәлек тормошоноң, эстетик зауҡының билдәле бер үҫеш этабын күҙ алдына килтерер­гә ярҙам итә. Аҙыҡ-түлек атамаларынан Аҙыҡ, Ризыҡ, Ризыҡҡужа, Буҙабей, Баллыбикә, Баллыбай һ. б., кейем-һалым, биҙәү нәмәләренән туҡыманың төрөн аңлатҡан һүҙҙәр менән исемдәр яһалған: Айбарсын, Барсын, Бар­сынһылыу, Барсанай (барсын — ебәктең бер төрө, Бар-



14 Рашид ад-дин. Сборник детописей, т. I, кн. 1, М -Л. 1952, стр. 200—203.

6 Заказ 122

161


сынһылыу исемен ҡайһы бер телселәр бөгөнгәсә «Барһын-һылыу» тип яңылыш ҡулланалар), Ебәк, Ебэкәй, Атлас; Тупый (баш кейеме), Япан, Кәпәс, Салбар, Итек, Итекша, Тана (сын һиҙәп), Төймәсәй, Муйынсаҡ, Йопар (хушбуй), Уҡа, Уҡабикә, Тәңкәбикә һ. б.

12. һанды һәм һан төшөнсәһен аңлатҡан һүҙҙәрҙән яһалған исемдәр

Башҡорт телендә кеше исемдәре составында бер, ике, өс, биш, туғыҙ, туҡһан, йөҙ, мен, һандары һәм ал, тәүге, ҡуш, игеҙ, күп, күмәк тигән һан төшөнсәһен белдергән һүҙҙәр осрай. Мәҫ., Тәүей, Тәүлесура, Тәүлембэт, Тәүләй, Тәүләбай, Тәүге, Тәүләкән («Дәүләкән» атамаһы ошо һүҙ­ҙән тип ҡарайбыҙ), Тәүет, Тәүеней, Алйегет, Алгилде, Ал­да, Алдансиру, Алдагәрәй, Алдағуза, Икенсе, Игеҙәк, Ҡу­шар, Ҡушый, Ҡушали, Ҡушығол, Килдегуш, Ҡушкилде һәм Өскилде, Осҡа, Әсәкәй, Өстөм, Өстәк, Әҫтәкәй, Өс­йән; Бербиш, Бишҡортҡабей, Бишембай, Бишуңғар, Би-шем, Туғыҙбай, Туғыҙбикә, Туғыҙбак, Туғыҙаҡ, Упай, Ун-дан, Унғам; илле, алтмыш, етмеш, һикһән һ. б. ҙур һан­дарҙы күрһәткән исемдәр тасуирлау исеменә ҡарағанда теләк исеменә тура килә. Ғаиләлә баланын, нисәнсе икә-нен күрһәтеп исем ҡушыу йолаһы булған (был йола һуң­ға табан ғәрәп һүҙҙәре иҫәбенә күбәйгән). Тәүге балаға ал, тәү һүҙҙәре менән, һуңғы балаға Төпсөк, Төпсөн, Кинйә, Кинйәбай, Кинйәбикә, Кинйәкәй, Кинйәбулат, Кин­йәғәли, Кинйәабыз, Кинйәһолтан һ. б. тип исем ҡушылған.



13. Оҡшаш исемдәр

Бер ғаиләлә балаларҙың исемдәрен бер-береһенә оҡша­тып ҡушыу — боронғо йолаларҙың береһе. Башҡорт әкиәт­тәрендә был фекерҙе раҫлай торған миҫалдар бик күп. Мәҫ., «Ҡамыр батыр» әкиәтендә 15 улдары — Ҡамырбатыр менән Тамырбатыр. «Аҡмырҙа» әкиәтендә «Иәлмырҙа ҡарттың оҡшаш исемле өс улы булған ти: өлкән улы — Ишмырҙа, уртансыһы — Бикмырҙа, кинйәһе — Аҡмырҙа 15. «Ревизские сказки» материалдарында Йондоҙ һәм Ҡондоҙ Байсариндар, Кейекбай һәм Үҙәнбай Ямансариндар, Ай­бул һәм Илбул Байтимеровтар, Буранбай һәм Ейәнбай, Төлкөбай һәм Ҡонанбай; Ҡарлуғас, Ҡарасәс, Һандуғас (Татлығужа Әҙелғужиндың ҡыҙҙары), Ҡолоҡас, Байрас,



15 БХИ. Өфө,1959, т. 2, 34, 89-сы б.

162


Алтынса; Айбикә һәм Аҙнабикә, Аҙнаһолтан һәм Айһол­тан, Биккенә һәм Ишкенә тигән исемдәр бар. Оҡшаш исем­дәр ҡушыу йолаһы бөгөнгө көндә лә киң таралған.

II. ТЕЛӘК ИСЕМДӘР

Баланың донъяға килеүе, ысынлап та, —тәбиғәттең бер мөғжизәһе, ул кешегә ҙур ҡыуаныс, йыуаныс биргән. Ә инде ауыр, ҡырағай тормош шарттарында бала ғүмеренең өҙөлөүе кешене шаңҡытҡан. Баланың үлеү сәбәбе ниндәй­ҙер бер илаһи көскә бәйле, тип ҡаралған. Баланың ғүме­рен һаҡлау өсөн кешеләр төрлө йолалар уйлап сығарған. Был йолаларҙың төп йөкмәткеһе баланы насар, яуыз көс­тәрҙән һаҡлауға ҡайтып ҡалған. Бына ошо бала тыуған­дағы шатлыҡтар ҙа, баланы һаҡлау өсөн булған тырыш­лыҡтар ҙа, быуаттар буйына формалашып, балаға яҡшы, изге теләк теләп исем ҡушыу йолаларын барлыҡҡа килтер­гән. Башҡорт телендә теләк йолаларына бәйле кеше исем­дәре күп һаҡланған.

1. Баланы һаҡлау йолаларына бәйле исемдәр

а) Төрки халыҡтарына хас йолаларҙың береһе — ба­
ланы һатып алыу йолаһы — башҡорттарҙа әлегәсә бил­
дәле. Ғаиләлә бала тормаған осраҡта бала тыуғас та уны
тәҙрә аша күп балалы бер кешегә биреп торғандар. Билдә­
ле бер ваҡыттан һуң был баланы ата-әсәһе мал биреп
кире һатып алған. Бындай балаға Һатыбал, Сатлыҡ, Сат-
лыҡбай
тигән исем ҡушҡандар. Икенсе бер йола — бала­
ны табып алыу. Был балаға Табылды, Табай, Табынбай,
Табыш (Табыс)
тигән исемдәр бирелгән.

б) Һүҙҙең тылсымлы көсөнә ышанып, төрлө «һаҡлағыс»


мәғәнәле һүҙҙәр менән исем ҡушҡандар. Мәҫ., Торсонбай,
Үлмәҫбай, Үлмәҫбикә, Торсонғужа, Иҫәнбикә, Иҫәнбай,
Иҫәнғол, Тереғол, Теребирҙе;
«үлмәне, ҡалды» тигән мә­
ғәнәләге: Ҡалды, Ҡалдыбай, Ҡалдығол; үлемде туҡтатыу
әсән: Туҡтар, Туҡтамыш, Туҡтағол һ. б. исемдәр билдәле.

Боронғо башҡорт исемдәре араһында йыш осраған «и ш» (иптәш) һүҙе менән яһалған исемдәр ҙә балаға ата-әсәһе­нә иш булып, йәшәп китһен тигән теләк менән ҡушылған. Был фекерҙе ҡарағай-ҡыпсаҡ шәжәрәһендәге Ишбулды һәм Ишкилде тигән исемдәрҙе ҡушыу йолаһы раҫлай: «Ишбулды яудан алынып килгән бала булған. Уғлы бул­маған сәбәпле Ҡубашҡа бирелде». «Икенсе мәртәбә яу-



6*

163


дан йәнә бер уғыл алып килә, йәнә Ҡубашҡа бирелгән. Ишбулды, Ишкилде диб ике ҡарындан килгән уғылды уғылсыз кешегә биргәндәр, йәғни Ҡубашҡа» 16. «Иш» һүҙе менән исемдәр бик күп: Ишбай, Ишей, Ишкенә, Ишбикә, Ишҡол, Ишҡужа, Ишҡара, Ишҡусты, Ишбирҙе, Ишбул­ды, Иштуған һ. б.

в) Боронғо халыҡтарҙа баланы һаҡлау өсөн яман, на­


сар исем ҡушыу йолаһы ла булған, һүҙҙең тылсымлы кө­
көсөнә ышанып, яман исем ҡушҡас, балаға бер ниндәй яуыз
көс ҡарамай, тип уйлағандар. Ошондай исемдәрҙең ҡай­
һылары башҡорт телендә һаҡланған. Мәҫ., Яман, Яман­
тай, Яманҡыҙ, Ямансар, Яманғол, Яманбикә, Яманғужа,
Ямансура, Буҡай, Буҡбаш, Сүбәк, Селәгәй, Сасыҡҡол, Кә­
кәй һ. б.
Был төр исемдәр башҡа төрки телдәрҙә лә бар.

г) Ҡаҙаҡ исемдәре белгесе Т. Жанузаков ҡаҙаҡтарҙа


бала үлеп торған ғаиләлә баланы һаҡлауҙың тағы бер
ысулы — балаға Үтәгән, Үтәмеш, Түләгән, Түләмеш, Урын­
баҫар
тип исем ҡушыу йолаһы барлығы тураһында яҙа 17.
Бында һүҙҙең тылсымлы көсөнә ышаныу ята. Бала гел
үлеп торғас, ата-әсәһе тәңренән үтенеп бала һорай, һәм
был үтенес, имеш, ҡабул була, үтәлә. Шуға күрә балаға
исемде үтәү һүҙе менән ҡушалар. Башҡорт телендәге
Үтәгән, Үтәмеш, Үтәш, Үтәғол, Үтәбай, Үтәй, Үтәйән, Үтә­
бикә, Түләбай, Түләкәй, Түләкән (Түләгән), Түләй тигән
исемдәрҙе ошо йола менән ҡушылған тип ҡарарға тура
килә. Башҡорт телендә көтөп, көһәп, һорап алған бала­
ларға һорапҡол, Ҡөҫәпҡол, Көһәмеш, Көҫэкәй, Көҫәп тип
теләп алған балаларға Теләпҡол, Теләүбирҙе, Теләш, Те­
ләүсе (Теләүсин), Теләүбай, Теләбикә
тигән исемдәр ҡу­
шылған. Ҡыуандыҡ, Һөйөндөк, һағындыҡ, Сөйөмбикә, Сө­
йәрғол, Сөйәрбикә, Сөйәрбай
тип ҡушылған исемдәр теләк
теләүҙе лә, балаға ҡарата булған ҡарашты (тасуирлауҙы)
ла күрһәтә.

2. Яҡшы, изге теләк, бәхет, уңыш теләп ҡушылған исемдәр

а) Башҡорт телендә ҡот, ураз, ырыҫ, й ә н, бәхет тигән һүҙҙәр менән яһалған кеше исемдәрендә ата-әсә ғаи­ләләге бәхетте, уңышты бала менән бәйләүе күренә. Мәҫ., Ҡоткилде, Ҡотлобай, Ҡотлоғужа, Уразбай, Уразым, Ураз-



16 БШ, 113-сө б.

17 Джанузаков Т. Обычаи и традиция в казахской антропо-
нимии. Сб. Этнография имен. М., 1971, стр.-101.

164


гилде, Уразбак, Ырыҫҡол, Ырыҫбикә, Йәнгилде, Йәнгил, Йәнбирҙе, Йәнсура, Йәнбикә, Йәнһылыу һ. б. исемдәр ба­лаға бәхет, уңыш теләп ҡушылған. Бында исем ҡушыуҙың башҡа төрлө сәбәптәре лә асыла. Ҡотлобай тигән исемдә баланың ҡотло булып тыуыуы ла, киләсәктә ҡотло бул­һын, тигән теләк тә күренә. Яҡшы, изге һүҙҙәре менән яһалған (Игебай, Яҡшыбай, Игелек (Игликов), Яҡшығол, Яҡшыбирҙе) исемдәрҙең балаға яҡшы теләк менән ҡушы­лыуы һәр кемгә билдәле.

б) Әсә-атаның төрлө теләк теләп ҡушҡан исемдәренән рәттән ҡыҙ булғанда малай тыуһын, тип теләп ҡушҡан исем ҡушыу йолаһы ҡыҙыҡлы. Борон-борондан, материаль тормош талаптарынан сығып, ҡыҙ бала табыуға ҡараған­да ир бала табыу ата-әсә өсөн дан, шөһрәт итеп ҡаралған. Башҡорттарҙа рәттән ҡыҙ булһа, малай теләп был ҡыҙға Яңыл (яңылышып кит), Яңылбикә тип исем ҡушҡандар (был йола ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, тажик, үзбәк, ҡумыҡ, төрөк-мәндәрҙә билдәле). Ошо йолаға бәйләнешле, малай өмөт итеп торғанда ҡыҙ тыуһа, Өмөтбикә тип исем ҡушылған. Ғаиләлә ҡыҙ бала булыуҙы туҡтатыу өсөн Кинйәбикә тип исем ҡушыу йолаһы ла билдәле.



3. Таш, төрлө металл атамаларынан яһалған исемдәр

Боронғо кешенең (таш быуат, тимер быуат) тарихында ҙур роль уйнаған таш һәш тимер бөтә төрки телдәрҙә кеше исемдәре составында күп һаҡланған. Был төр исем­дәр бала таш, тимер һымаҡ ныҡ булһын, оҙаҡ йәшәһен, ти­гән теләк менән ҡушылған. Мәҫ., Таштимер, Тимерйән, Ти­мербай, Тимерғәли, Биктимер, Иштимер, Юлтимер, Яҡшы-тимер, Йәнтимер, Тимербикә, Ташбулат, Бикташ, Ташбай, Ташкөрәк, Ташбаш һ. б. Был төр исемдәрҙең ғаиләлә бала тормаған осраҡта ҡушылыуы ла билдәле. Ҡорос һүҙе менән Ҡорос, Ҡоросай, Ҡорошай исемдәре бар. Ҡорос һүҙен һуңынан булат һүҙе алыштырып, Айбулат, Аҡбу­лат, Ташбулат, Тимербулат, Йәнбулат тигән исемдәр яһал­ған. Таш, тимер, ҡорос, булаттар үҙҙәренең ныҡлығы менән иғтибарҙы алһа, алтын, көмөш, алмас, ынйы кеүек нәмәләр матурлығы менән кешенең күңелен биләй һәм матурлыҡ билдәһе булып, башта ҡатын-ҡыҙ исемдәрендә ҡулланыла, һуңға табан йәмғиәттә алтын-көмөш, алмас ҡиммәтле металл булып, көс, шөһрәт билдәһенә әүерел­гәс, ир-ат исемдәре булараҡ та ҡулланыла. Башҡорт те­лендә Алтынбай, Алтынбикә, Алтынсәс, Көмөшбай, Көмөш­бикә, Көмөшҡол, Көмөшһылыу, Еҙбикә, Алмас (Әбйәлил

165

районы Асҡар ауылында Алмас тигән тауҙың атамаһы Алмас әбейҙең исеменән ҡалған), Аҡыҡбай, Аҡыҡбикә, Ынйыбикә, Ынйыҡай, Баҡыр, Ҡалай тигән исемдәр һаҡ­ланған. Был исемдәр ныҡлыҡ, матурлыҡ, байлыҡ теләп ҡушылған.



4. Көслө януар, ҡош-ҡорт атамаларынан

яһалған исемдәр '

Көслө януар, ҡыйғыр ҡоштар атамаһында кешегә йә­шәү өсөн кәрәк булған көс, ҡыйыулыҡ сифаттары сағыл­ған һәм шуға күрә, бала физик яҡтан көслө, батыр, ҡыйыу булһын, тигән теләк менән ҡош, януар атамалары исемгә әүерелгән. Иң боронғо исемдәрҙән Барс, Иәнбарс, Ҡол-барс, Арслан, Арсланбәк, Арсланбай, Арсланғужа, Арс­лангәрәй, Ҡылыс Арслан, Арсланбабр, Арсланъюл тигән исемдәр һаҡланған. Ҡашҡарбай, Бүребай, Айыухан исем­дәре лә балаға көс, ҡыйыулыҡ теләп ҡушылған. Ҡош-ҡорт исемдәренән Шоңҡар, Ыласын, Аҡҡош, Ҡарағош, Ҡобағош, Ҡарлуғас, һандуғас, Ҡарсыға һ. б. билдәле. Ҡосҡонов фамилияһында һаҡланған Ҡосҡон (Ҡоҙғон) ҡо­шо атамаһы аҡыллылыҡ һәм оҙон ғүмер символы булып кеше исеменә әйләнгән. Бер төр мал-тыуар атамалары балаға байлыҡ, муллыҡ теләүҙе белдереп исем итеп ҡу­шылған (Йылҡыбай, Атанбай, Ҡузыбай, Ҡузыбәк һ. б,).



5. Социаль титул, дәрәжә, батырлыҡ атамаларынан яһалған исемдәр

Башҡорт исемдәре составында дәрәжә, титул, батыр­лыҡ атамаларынан бей, бәк, бай, бикә, тархан, тү­рә, ҡан (хан), ҡол, а л п, батыр, б у ҡ а, бүре, барс, сура, шаҡман, кәбәк һәм ғәрәп, фарсы тел­дәренән ингән солтан, ҡужа, мырҙа һүҙҙәре билдә­ле. Ошо атамалар менән яһалған исемдәр мәғәнәләре ме­нән икегә бүленә: 1) баланың ҙур кеше булыуын теләп дәрәжә, титул атамалары менән ҡушылған теләк исемдәр; 2) ил, халыҡ алдында балырлығы, аҡыллылығы менән кешенең үҙе яулаған дәрәжә, титул атамалары менән яһал­ған (тасуири) кеше исемдәре.

1) Балаға үҫеп еткәс халыҡ алдында абруйлы, хөрмәт­ле, ҙур кеше булыуын, йәмғиәттә билдәле урын алыуын теләп бәк, бей, бай, түрә, сура, кәбәк, боға, батыр, алп, ҡан (хан), ҡол, ҡужа (хужа), солтан, мырҙа, бикә, ниса, биби һүҙҙәре менән исем ҡушҡандар. Мәҫ.: Ишембай, Ти-

166


мербәк, Сурабай, Түрәкәй, Иштүрә, Байтүрә, Байгөбәк, Аҡкөбәк, Батырҡай, Батырхан, Ҡаныҡай (Ханыҡай), Ейәнсура, Аҡсура, Ҡансура, Ҡаймырҙа, Ишсолтан, Сол­танғол, Яҡшығол, Ҡарағол, Ишбикә, Аҡбиби, Ғилемхан һ. б.

Йәмғиәт үҫешендә экономик, политик формацияларҙың алышыныуы арҡаһында был дәрәжә атамалары һуңынан ябай исем яһаусы компоненттарға әйләнгән. Башҡорт исем­дәре араһында иң күп таралған бей, бәк һүҙҙәрен алып ҡарайыҡ. Тарихсылар билдәләүенсә, бей, бәк һүҙҙәре титул булып феодализм осоронда, йәмғиәттә политик власть үҫкән ваҡытта киң ҡулланылған. XVI быуаттарҙан һуң бей, бәк һүҙҙәре ҡулланылыштан сыға башлай һәм улар урынына «б а й» һүҙе исем яһаусы компонент бу­лып киң тарала 18.

2) Борон замандарҙан кешегә, ил батырҙарына ил ал­дында күрһәткән ҙур хеҙмәттәрен, ил тотоуҙағы, ил менән идара итеүҙәге аҡыллылыҡтарын, ил һаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтарын билдәләп, дәрәжә, титул бирер булған­дар (был төр исемдәр тасуири исем тип тәүге бүлектә ҡа­ралырға тейеш булһа ла, уларҙы бүлеп тормайынса, ошон­да ҡарауҙы уңайлы таптыҡ). Ошо дәрәжә атамалары һу­нынан кешенең ҡушаматына, ә исеменең бер бүленмәҫ өлөшөнә әйләнгән. Бындай исемдәр бөгөнгө көндә беҙгә боронғо башҡорт йәмғиәтенең үҫеш тарихы тураһында мәғлүмәт һаҡлауы менән ҡиммәтле. Дәрәжә атамалары­нан башҡорт тарихында билдәле шәхес Шәғәли Шаҡ­маңдың исеме иғтибарға лайыҡ. XI быуат ҡомартҡы­һы Мәхмүт Ҡашғари һүҙлегендә «с о ҡ м а н» һүҙе батыр­ҙарға, бәһлеүәндәргә бирелгән батырлыҡ дәрәжәһе ата­маһы тип әйтелә 19. Башҡорт исемдәре составында тар­хан, дархан титулдары бар. Был төрки халыҡтарына борон-борондан (ислам диненә ҡәҙәр) билдәле булған. Ибн Фаҙлан әйтеп киткән дәрәжә атамаһы20 башҡорт исемдәрендә лә һаҡланған. Тарханлыҡ дәрәжәһе баш­ҡорттарға рус ғәскәрҙәре менән бергә походтарҙа ҡат­нашып, шунда күрһәткән батырлыҡтар өсөн бирелгән. Мәҫ., Алдардархан, Бикдархан, Аҡынсыҡдархан, Ҡушай-дархан һ. б. Башҡорт исемдәрендә һаҡланған боға (б у-ҡ а) титулы VIII быуат орхон-төрки яҙмаларында ла бил­дәле. Мәҫ., Ҡыпсаҡ боға, Тимерҡара боға, Сасбоғабей, Боғабей, Юлбуға бей һ. б. Боронғо төрки титул атамаһы —

18 БШ, 201-се б.

19Кашгари М. Инд., 229-сы б. 20 И б н-Ф а д л а н, стр. 928.

167


«сура» башҡорт исемдәрендә күп һаҡланған; Сурабатыр, Сураман, Сурағол, Байсура, Сурабай, Сынсура, Алтын­сура һ. б. «Түрә» һүҙенең тәүге мәғәнәһе йола, тәртип тигәнде аңлата, һуңынан ошо закон, йолаларҙы тотоусы, «аҡыллы» мәғәнәһе менән башлыҡ, начальник тигән мәғә­нәлә кеше исеменә әйләнә: Йәнтүрә, Иштүрә, Байтүрә, Түрдкәй, Түрәбирҙе, Ҡантүру. 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһымтүрәнең исемендә түрә һүҙе башлыҡ, хәрби начальник тигән мәғәнә менән бирелгән. Официаль дәрә­жә, титул атамаларынан башҡа, халыҡ батырҙарға хөр­мәтләп батырлыҡ, аҡыллылыҡ ҡушаматтары ҡушҡан. Был ҡушаматтар ҙа кеше исеменең бер өлөшөнә әмләнеп кит­кән. Мәҫ., Алғышай батыр, Ямантай батыр, Ҡартбатыр, Боҫҡонбатыр, Яубатыр, Илбатыр, Туйбатыр, Ҡырбатыр, Арсланбабур * һ. б. Боронғо башҡорт исемдәре араһында «ир» һүҙе менән яһалған Иртуған, Ирҡол, Ират, Ирбай, Ирман, Ирғужа, Иртүкән, Иркәй, Ирәмәт, Ирғәли, Ир-гөбәк исемдәре бар. «Ир» һүҙе менән кеше исемдәре бик боронғо замандарға ҡайтып ҡала, улар VI, VII, VIII быуат төрки яҙмаларында осрай. Был иҫемдәрҙә «ир» һүҙе батыр, ҡыйыу, һуғышсы тигән мәғәнәне аңлата21.

III. АРНАУ ИСЕМДӘР 1. Табыныу йолаларына бәйле исемдәр

Боронғо кешеләр, ысынбарлыҡты, тәбиғәттәге төрлө үҙ­гәрештәрҙе аңлай алмау сәбәпле, тормоштағы һәр нәмәне ниндәйҙер бер мөғжизәгә бәйләп, тәбиғи булмаған бер илаһи көскә ҡайтарып ҡалдырғандар. Тәбиғәт алдындағы көсһөҙлөк кешене төрлө хөрәфәткә ышанырға, һыуға-ергә, күккә, тау-ташҡа һ. б. күп нәмәләргә табынырға мәжбүр иткән. Шулай итеп, күп нәмәләргә табыныу йолалары, мәжүсилек барлыҡҡа килгән. Ошо табыныу йолалары, то­темдар менән бәйле бик күп боронғо башҡорт исемдәре беҙгә килеп еткән.

Башҡорттарҙың борон күп нәмәләргә табынып йәшәүе тураһында беренсе башлап ғәрәп хәлифенең илсеһе Әх-мәд ибн Фаҙлан яҙып ҡалдырған. Ул Ғәрәп иленән Болғар иленә китеп барышлай 921—922 йылдарҙа башҡорттарға

* «Бабур» тигән батырлыҡ атамаһын Арслан тигән егеткә «ба-быр» тигән ҡурҡыныс януарҙы үлтергән өсөн биргәндәр.

21 М а л о в С. Е. Памятники древнетюркской письменности Мон-голии и Киргизии. М.—Л., 1959, стр. 91.

168


тейеп китә һәм башҡорттар тураһында былай ти: «Мы видели, как (одна) группа поклоняется змеям, (другая) группа поклоняется рыбе, (третья) группа поклоняется журавлям...»22. Ибн Фаҙлан әйткән табыныу объекттары­ның — «аллаларҙың» күбеһе башҡорт исемдәрендә ырыу, ара атамаларында сағылыш алып, бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған. Мәҫ.: Ел, Елҡас, Елкәй — «ел» һүҙенән; Төннөк, Төнөш, Төнғатар, Төнөш — «тән» һүҙенән; Ҡышты — «ҡыш» һүҙенән; Йәйләғол, Йәйсән, Йәйләү — «йәй» һүҙенән; Ям­ғырсы, Ямғур — «ямғыр» һүҙенән; Атйетәр, Атмен, Атъ-юҡ, Бурнаҡ — «ат» һүҙенән; Көнэйә, Көнбаҡ, Көнбай, Көн-сыуаҡ, Көнгилде, Көнһылыу — «көн» һүҙенән; Тәңребирҙе, Тәңреғол — «тәңре» һүҙенән; Һыуһылыу, Иҙелбай — «һыу» һүҙенән; Талтыҡ, Ҡарағай, Имәнғол Талботаҡ — ағас ата­маларынан яһалған. Башҡа табыныу объекттары атама­ларын ырыу, ара исемдәрендә күҙәтергә мөмкин. Мәҫ.: йылан, ҡырйылан, иҙел йылан, балыҡсы, барҡылдаҡ тор­на һ. б. Табыныу йолаларына, тотемдарға бәйле иҫемдәр­ҙән бүре, айыу, ат, эт тотемдары айырыуса әһәмиәтле. Януар, хайуан атамалары-тотемдар тураһында төрки ха­лыҡтары тарихында күп мәғлүмәт тупланған. Баланы һаҡ­лау йолалары араһында бүре культы менән бәйлеләре күп күрһәтелгән. Көслө януар, йәнлек атамалары тотем булып кеше исемдәрендә һаҡланған (Бүребай, Аҡбүре, Байбүре, Бүрехан, Айыухан, Айыусы, Айыуҡай, Айыуҡас, Айыубай һ. б.). Бындай табыныу йолалары, тотемдарға бәйле исем­дәр араһында эт, көсөк һүҙҙәре менән яһалған кеше исем­дәре һәм баланы һаҡлау өсөн булған исем ҡушыу йола-лалары махсус урын алып тора. Этте боронғо кешеләр баланың бер һаҡсыһы тип ҡарағандар. Бала тыуып, бер нисә көн үтеүгә, уға беренсе — «эт күлдәге» (көсөк күл­дәге) кейҙергәндәр. Ҡырҡ көн үтеүгә: «Балам эт кеүек ныҡ, көсөк кеүек әрһеҙ булһын!» тип күлдәкте көсөк му­йынына кейҙереп ебәргәндәр. Икенсе бер йола — бала тыу­ғас та уны эт ялғашына һалып, уға Этйеймәҫ, Эталмас тип исем ҡушыу ҙа эт культына, баланы һаҡлауға бәйле. Балаға тәүге «эт күлдәге» кейҙереү йолаһы ҡырғыҙҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа билдәле. Башҡорт телендә кеше исемдәре, ке­ше исемләренән яһалған ауыл атамалары (антропотоним-дар) составында осраған «эт, көсөк» һүҙҙәре береһе лә һис бер баланы хурлап, түбәнһетеп түгел, ә баланың ғүмерен һаҡларға теләп, табыныу культы — тотем булып кеше исе­менә әйләнгән. Башҡорт телендә борон эт атамалары куп

И б н-Ф а д л а н, стр. 131.

)69

булған: эт, көсөк, кәбәк, барак (оҙон ялбыр йөнлә, йылғыр һунар эте). Бала тормаған саҡта баланы эт ҡу­йынына һалып имеҙеп алып, уға Этимгән тип исем ҡу­шыу тураһында Лоссиевский яҙып ҡалдырған23. Эт тоте­мы менән бәйле яһалған кеше исемдәре күп төрки һ. б. халыҡтарҙа һаҡланған. Башҡорт телендә: Этбай, Әтекәй, Эткенә, Этҡол, Этйән, Эткөсөк, Этсеюл, Этҡусты, Этекәс, Көсөк, Көсөкбай, Көсөк бей, Көсөкэй. Көсөкҡол, Аҡ­көсөк, Байкөсөк, Муйнаҡ, Барак, Шаһибарак, Күбәк, Аҡ­күбәк, Байгүбәк, Ҡарағүбәк, Аскүбәк һ. б. исемдәр бил­дәле.



Боронғо кешенең тәбиғәт алдындағы көсһөҙлөгө уны төрлө күк есемдәренә, тәбиғәт күренештәренә табынырға мәжбүр иткән, тигәйнек. Ай, күтк, йондоҙ, буран, томан, сыуаҡ, көн, тән, ҡояш һүҙҙәре менән яһалған кеше исем­дәре ошо йолаларға бәйле барлыҡҡа килгән: Айбаҡты, Көнсыуаҡ, Айһылыу, Көнһылыу, Көнбай, Көнгилде, Сул­пан, Аҡсулпан, Бурансы, Томансы, Ҡояшбай, Ҡояшбикә һ. б.

2. Этнонимдарҙан яһалған исемдәр

Тарихсылар әйтеүенсә, күсмә тормошта йәшәгән халыҡ­тарҙа ырыу, ара, ҡәбиләләрҙең ныҡ һаҡланы.уы, ә күсмә тормоштан сығып, утыраҡлы тормошҡа күскән төрки халыҡтарҙа ырыу ҙа, уның атамаһы ла һаҡланмауы бил­дәле24. Башҡорт телендә ырыу, ара, ҡәбилә атамалары­нан яһалған кеше исемдәре байтаҡ. Был төр исемдәр ар­нау (бағышлау) исемдәре булып барлыҡҡа килгән. Бо­рон замандарҙа ырыу, араға атама итеп шул ырыу, ара башлығының исемен биргәндәр. (Мәҫ., тамъян ырыуы баш­лығының исеме Тамъян). Башҡорт исемдәре араһында Су-бы, Субай, Әлкә, Сыуашай, Аҡсыуаш, Биксыуаш, Аҡсир-меш, Моҡша, Ҡыпсаҡ, Ҡаҙаҡ, Ҡаҙаҡбай, Ҡалмаҡ, Ҡал-маҡҡол, Ҡаҙаҡҡол, Төрөкмән, Нуғай, Нуҡай, Ноғай, На-ғай, Ноғайсура, Ноғайбикә, һарт, һартбай, һартҡол, Сың­ғыҙ, Мишәр, Боҙоҡ, Ҡай, Ҡайбатыр, Тәкәй, Күбәләк, Тө-мәнсура һ. б. байтаҡ ырыу исемдәре һаҡланған. Был төр кеше исемдәре боронғо халыҡтар аралашыуыньвд бер сат­ҡыһы булып беҙгәсә килеп еткән.



23 Лоссиевский М. В. Былое Башкирии и башкир по леген­
дам, преданиям и хроникам.—Справочная книжка Уфимской губер-
нии. Отд. V, Уфа, 1883.

24 Аристов Н. А. Заметки об этническом составе тюркских пла-
мен и народностей и сведения об их численности. Живая старина.
Вып. III и IV. СПб., 1896, стр. 285 (артабан — Аристов).

170


3. Туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдарынан яһалған исемдәр

Туғанлыҡ терминдары бик боронғо лексикаға ҡарай, һәм уларҙан яһалған кеше исемдәре лә боронғо исемдәр­ҙән һанала. Туғанлыҡ терминдарынан яһалған башҡорт исемдәренең иң күп өлөшө ҡан ҡәрҙәшлек терминдарынан тора. Башҡорт телендә туғанлыҡ терминдарының һәр бе­реһенән тиерлек исем яһалған, ләкин иң күп исемдәр ата, баба, ир, аға, ейән, кинйә, ҡусты, туған һәм ҡан ҡәрҙәш булмаған ҡоҙа, ҡунаҡ һүҙҙәренә ҡай­тып ҡала. «Ата» һәм «баба» һүҙҙәре менән ошондай исем­дәр һаҡланған: Ата, Атый, Атабай, Атайғол, Аташ, Атас, Атаҡ (Атаҡай), Атасыҡ, Атағай; Бабаҡай, Бабай, Баба-ши, Бабыш, Бабис, Бабаҡ. Билдәле башҡорт шағиры Ба­бичтың фамилияһы ошо баба һүҙенә ҡайтып ҡала (ба-ба-иш, бабаһына иш).

Башҡорттарҙа ата, баба культы бик көслө булған. Атаһы үлгәс тыуған балаға «бүләк» һүҙе менән исем ҡу­шыу боронғо ата культына бәйле барлыҡҡа килеп, бө­гөнгө көнгәсә йәшәүен дауам итә. «Бүләк» һүҙе менән Бү­ләкән, Бүләк, Бүләкбай, Бүләкбикә тигән исемдәр һаҡ­ланған. Ошо уҡ йола менән «бүләк» тигән башҡорт һүҙе урынына — «м и р а ҫ» тигән ғәрәп, «я д к а р» тигән фарсы Һүҙҙәре менән исемдәр яһалған: Мирас, Мирасбай, Ядкар, Иәҙегәр һәм Һәҙиә (бүләк), Варис (урынбаҫар, вариҫ) һ. б. «А ғ а» һүҙе менән: Аҡа, Аҡай, Ағый, Ағабек, Ағабыҙ (Аға абыз), Аҡайхан тигән һәм башҡорт теленең көньяҡ һөйләшендә киң ҡулланылған «а б з ы й» һүҙе ме­нән: Абзай, Абызай, Абыз, Абысҡай, Кинйәабыз, Килмәк-абыз һ. б. исемдәр бар. «Ҡусты», «мырҙа» һүҙҙәре лә исем яһаған: Ишҡусты, Ҡустыбай, Эткусты, Ҡусты; Мыр­ҙабай, Мырҙағол, Ишмырҙа һ. б.

Башҡорт телендә бала мәғәнәһен аңлатҡан «бала», «б ә п ә й», «т ә н ә й» һүҙҙәре менән яһалған исемдәр ҙә байтаҡ: Мөһөрбала, Ырыҫбала, Балағош, Бәпәй, Тәнәкәй, Тәнәк, Биктәнәй. Бәпәй исеменән Бапанин (Папанин) фа­милияһы яһалып, бөгөн дә ҡулланышта йөрөй. Туғанлыҡ терминын күрһәткән исемдәрҙең бер төркөмө тасуири исем­дәргә ҡарай, баланың ҡыҙ, ул, ейән булыуын тасуирлай. «Ейән» һүҙе менән яһалған исемдәр ҙә төрки халыҡта­рында борондан билдәле 25. Башҡорт телендә Ейән, Ейән­бикә, Ейәнсура, Ейәнбай, Ейәнғол, Ейәнбирҙе, Ейәндыуан, Ейәнсары, Ейәнембәт һ. б. исемдәр һаҡланған. Боронғо



25 ДТС, стр. 252.

171


йола буйынса, әсәһенең ауылында тыуған балаға «е й ә н» һүҙе менән исем ҡушылған. Ул бала әсәһенең ауылына ҡарата ейән бала булған (улар ейән ҡыҙ, ейән ул тип аталған). Ҡан ҡәрҙәш булмаған, өйләнешеү йолаһына ҡа­раған туғанлыҡ терминдарынан башҡорт телендә «ҡ о ҙ а», «ҡунаҡ» һүҙҙәре менән яһалған исемдәр бар: Ҡоҙабай, Ҡоҙаш, Ҡоҙашман, Ҡоҙаҡай, Ҡунаҡбай, Ҡунаҡбикә, Ҡу­наҡҡужа һ. б. Был төр исемдәр боронғо кешенең ҡоҙа, ҡоҙағыйҙарҙы хөрмәт итеп, ҡунаҡты ҡәҙерләп, улар хөр­мәтенә балаһына исем ҡушыуҙарын күрһәтә.

4. Тарихи шәхес, халыҡ батырҙары исемдәре

Борон-борондан халыҡ үҙ заманының күренекле кеше­ләренең исемдәрен ҡәҙерләп, мәңгеләштерергә тырышҡан. Иң борон замандарҙа ырыу, ара батырҙары исемдәрен данлап, исем итеп ҡушһалар, ислам динен таратыу баш­ланған дәүерҙәрҙә дин әһелдәре (Мөхәммәт, Ғәли, Ғайса, Муса, Йосоп, Фатима, Ғәйшә, Хәҙисә) исемдәрен ҡуллан­ғандар. Төрлө тарихи осорҙа төрлө исемдәр мәңгеләште­релгән. Халыҡ азатлығы, ирек әсән барған көрәштәрҙә — ил батырҙары, тыныс тормошта — ил менән оҫта, аҡыллы етәкселек итеүсе шәхестәрҙең исемдәре данланған. Ошон­дай шәхестәрҙең исемдәре халыҡ араһында киң таралыш алған (Мәҫ., Тамъян, Бикбай||Бикбау). Революцияға тик­лемге Россияла халыҡ батырҙарының исемдәрен ҡушыу тыйылған булған. Шуның өсөн Салауат, Юлай, Арслан тигән исемдәр ул осорҙа бөтөнләй ҡушылмаған. Октябрь революцияһынан һуң революция юлбашсылары, тарихи ваҡиғаларға арналған атамалар кеше исемдәренә өйлән­де: Маркс, Ингил (Энгельс) Вил (Владимир Ильич Ле­нин), Вилена, Ленар (ленинская армия), Ким (коммуни-стический интернационал молодежи). Рева һәм Люция (ре­волюция), Октябрь, Октябрина, Марат, Клара, Рифмир (революционный мир), Коммунара, Майя һ. б. Был тәр исемдәрҙең ҡайһылары бөгөнгө көндә ҡулланылышта йө­рөмәй, ләкин йәмғиәт үҫешендә булған социаль үҙгәреште сағылдырып, бөтә төрки халыҡтарҙың кеше исемдәре теҙ­мәһендә күрһәтелгән.

Ер-һыу атамаларынан яһалған исемдәрҙең бер төркөмө, баланың ҡайһы ерҙә тыуыуын билдәләп, шул ерҙең иҫтәле­ге итеп ҡушылыуы сәбәпле, арнау исеме итеп ҡарала. Мә­ҫәлән, Ирәндек тигән исемде ғүмер буйы ошонда торған кеше ҡушмай, ә ситтән килеп йәшәгән кеше, ошонда йә-шәүенең бер иҫтәлеге итеп ҡуша. Ҡаратабын ырыуы шә-

172


жәрәһендә быға бик асыҡ бер миҫал бар: «Ҡара табын би боронғо урыннарын ташлаб, Чулман йылғасы буйына күчкән. Аның улы Чулман би шунда туған»26. Баланың тыуған ерҙән алыҫта, ситтә тыуыуын билдәләп исем ҡу­шыу йолаһы ла борон замандарҙан килә. һәм тыуған, тор­ған ер иҫтәлеге итеп исем ҡушыуҙы әле лә осратырға мөмкин.

Юғарыла башҡорт исемдәре исем ҡушыу сәбәптәре бу­йынса айырымланған тематик төркөмдәргә бүленеп ҡарал­ды. Башҡорт исемләренең лексик яҡтан сығышын тикшер­һәк, уларҙың күбеһе боронғо төрки, боронғо башҡорт һүҙ­ҙәренә ҡайтып ҡалыуы асыҡлана. Бөгөнгө башҡорт исем­дәре составында ғәрәп, фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр ҙә күп, ләкин ул исемдәр быуаттар буйына башҡорт теле ҡалыбына һалынып, башҡортлашып бөткәндәр. Улар­ҙы төп башҡорт исемдәренән айырыу мөмкин дә түгел.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   16




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет