Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет11/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   26

УН ӨСӨНСӨ СӘХИФӘ
Бурап-бурап яҙғы ябалаҡ ҡар яуа, ярылы ҡаҙ тәпәйеләй эре-эре һалмаларын ҡаҡ елкәгә тултыра. Мотал Шаһибәрәковтың тынғы бирмәҫ кейәүе, Тарих һәм филология институтының кесе ғилми хеҙмәткәре Йәүҙәт Әгләм улы Ҡондоҙбаев, елләнеп, өйҙән шарфһыҙ олаҡҡан, ҡулына ла кеймәгән: иң ҡәҙерле нәмәһен — ғилми бина бураһының тәүге нигеҙ бүрәнәләре, ниргәһе, һалынған портфелен генә яланғас ҡулына эләктергән. Гөлзифаһы менән нәүбәттәге ыҙғыш һөҙөмтәһендә, үҙ-үҙен белештермәй, артын да һис уйламай, йылы өйҙән олағыуын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Бына хәҙер арҡа буйлап һыу йүгерә, бармаҡтарҙы ҡар һалҡыны сәңкетә... «Тәкәләре төкөшкәндә» Йәүҙәт Әғләм улы йәнә бер иң ҡәҙерле нәмәкәйен алырға онотмаған — пальтоһының түш кеҫәһенә уттай ҡыҙыл тышлы китабын тыҡҡан. Тышлығында эре зәңгәр хәрефтәр менән шаҡырайтылған бисмилла: «Ел-Дауыл». Бер юлы китаптың да, авторҙың да исеме. Дөрөҫөрәге, был «Ел-Дауыл» — Йәүҙәт Әғләм улының шағирәнә ләҡәп-псевдонимы. Уның бынан биш йыл элек донъя күргән, «тәүге һәм һуңғы шиғырҙар мәжмүғәһе», Мотал ҡайнағаһы әйтмешләй. Ә ҡайынбикәһе Мөхлисә ханымдың нарығына күскәндә, «тилелек ғәләмәте». Портфелендә ятҡаны ла шундай уҡ бер «тилелек» — уны, бәлиғ булған баланы, «алйытып ошо хәлгә килтереп еткергән» (быныһы — ҡәйнәһенең аяныслы һүҙҙәре!) тарих буйынса хеҙмәте. Дөрөҫөрәге, хеҙмәттең даулы башы. Дауамы иһә алдараҡ — авторына үлемесле бәрелештәр вәғәҙәләй. Сөнки ул, «ауыҙына ҡаптырылған һары майҙы ла йота белмәгән ахмаҡ» (быныһы — ҡатынының телтамғаһы), ана шул «шыр-тилелегенә», «алйотлоғона», «ахмаҡлығына», «һантыйлығына» барып, донъялағы көтөү-көтөү кандидатлыҡ, өйөр-өйөр докторлыҡ дәрәжәләрен «һәп!» иттереп алыусыларҙың юлтүтәләнеп тапалған һәм «Сим-Сим ҡапҡаһы» төбөндә саңы борҡорап ятҡан таҡыр юлынан бармайынса, «күҙе-башы аларып», тарих фәнендәге шырлыҡ, тау-таш араһынан һуҡмаҡ ярырға киршәлде. Ауыҙ бешерә-бешерә фән юлында аҙау теш үҫтергән эшем эйәләре уны аҡылға ултыртырға тырышты-тырышыуын: «Фән кандидатлығына диссертация яҡлау — үҙеңдән элекке йөҙ бәндә һеләгәйләп ташлаған сүбәкте йөҙ ҙә беренсе тапҡыр сәйнәп ырғытыу ул. Сүбәк сәйнәп май сыҡмай, әммә фән дәрәжәһе сыға!». Уның һайын Йәүҙәт Әғләм улының оторо киреләнә барыуынан йөҙәгәс, шул уҡ юлда күҙе сыҡҡан иң яҡындары, уны ҡотҡарырға теләп: «Кесе ғилми хеҙмәткәр генә башың менән елгә ҡаршы төкөрмәк — концепциға ҡаршы бармаҡ булдыңмы? Һинән ғәйреләр баҙнатсылыҡ итмәй быға — Хәкимуллин уҙаман ҡорған ҡыуыш эсендә тыныс һыйышып йәшәй. Елгә ыңғай һыҙғырһаң — ауыҙ-мороноң май булыр, елгә ҡаршы төкөрһәң — ауыҙ-мороноң ҡан булыр!»—тип тә киҫәтеп ҡаранылар. Ошоларҙың һөҙөмтәһе булып тыуҙы, әлбиттә, ғаилә усағындағы был ҡыйралыш... Иҫе лә китмәҫ ине лә, үкереп илап ҡалған кескәй Морат-улы бәғерҙе ҡанһыратмаһа...

Бурап-бурап ҡарҙар яуа, Йәүҙәт Әғләм улы киске ҡала урамында тинтерәп бара.

Ысынлап та, нимә ошо хәлгә килтереп еткерҙе әле уны? Кирелегеме? Ҡатынымы? Әллә үҙенең тормош башын дыуамал ҡороуымы?

Эйе, ғүмер буйы орҙоло-бәрҙеле йәшәне шул.

Ауылдаштары фекеренсә, сүптәй генә ғәр-үпкәһе өсөн тунының тиҫкәреһен әйләндереп, атай нигеҙен алтын ҡаҙыҡтан мәхрүм ҡалдырып олаҡты — ҡаланың таш урамдарында аҙып-туҙып йөрөнө.

Ҡалалағы иптәштәренең шаяртып тумбытыуынса, әҙәбиәткә лә һис кем көтмәгәндә һәм көтмәгәнсә, «пландан тыш килеп ингән мал» булды, шуға ла йәлсемәне.

Тарихҡа ла алдан һыҙылған уңай юл, айыҡ иҫәп менән тотонманы, фән үҙе утлы һулышына һурып алды.

Туҡта, әллә никах тигән нәмәһе иҫәп-хисаплы һәм планлы булдымы — абруйлы әҙиптең бер туған һеңлеһе Гөлзифаға йөрәк хаҡына түгел, икмәк өсөн өйләндеме?..

Йәмле Һаҡмар буйындағы шөңгөр Ҡаҫмарт тамағының һыуын эскән ирәүән генә ауылынан, һуғыш инвалиды атай һирәк-мирәк хаттарында йәберһенеп яҙыуынса, «бөтә донъяһын онотоп, башына тай тибеп» сығып китте шул... Ярай әле дыуамалланған сағында ла төтөнө тура йөрөнө — ҡалаға морон тертөү менән үк заводта эшсе араһында нығынып, ситтән тороп уҡыуға урынлашты. Ғөмүмән, стихия ҡосағында йөҙһә лә, яҙмышының иң-иң хәтәр мәлдәрендә иң дөрөҫ ҡарар ҡыла ла шул ҡарары юлынан, ауыҙ-мороно ҡанланһа ла «киреләнеп», тоғро бара торған ғәҙәте бар уның... Ләкин нимә тартты уны Гөлзифаға? Һылыулығымы? Әллә, бәғзеләр ғәйбәтләүенсә, яңы ғына ауылдан килгән «тиле-миле» шағир егетте ҡыҙыйҙың — элек илдә ныҡ танылған ауылдашының йәғни ғүмере иртә өҙөлгән инженер-химик Булаттимер Ташбулат улы Шаһибәрәковтың алтындай төпсөк балаһы булыуы, әсәһе ҡарсыҡ менән генә бай йыһазлы, өс бүлмәле айырым фатирҙа тороуы, аҡсаны көнбағыш ҡабығылай көрәп алып туҙҙырыуы, өҫтәүенә, уның урам аша йәшәгән Мотал ағаһының да муслы яҙыусы икәнлеге арбанымы? Бауыр терәп, ҡан төкөрмәй генә ныҡлы аяҡҡа баҫыр өсөн, йәш шағир шул таяныстан файҙаланырға иттеме?.. (Ҡалала бит бындай хәлдәр булғылай...)

Көндәрҙең береһендә, нәфис һүҙ оҫталарының республика конкурсында, әйтерһең дә, күк ҡабағы асылып китеп, фәрештәләй бер туташ хасил булды. Сәхнәгә ул күкте ярған яҡты Зөһрә йондоҙолай атылып килеп сыҡты, һис кенә лә көтмәгәндә Ел-Дауылдың уттай ҡыҙыл тышлы китабын югары сөйөп тотоп, Жанна д'Арк кеүек ғорур, сая ҡараш, рухлы тауыш, көслө талпынышлы янып, иҫ китмәле нәфислек менән шиғырҙарҙы гөрләтте. Йомғаҡлау кисәһенән һуң ҙур табын мәжлесендә Ел-Дауыл ҡыҙ менән ныҡлап яҡынлашты – тик шунда ғына Гөлзифаның мәрхүм атаһы — ауылдаш, ә танылған яҙыусы Мотал иһә ҡыҙҙың бер туған ағаһы икәнлеге, Гөлзифа иһә әсәһе Ғәзизә ҡарсыҡ менән икеһе генә өс бүлмәле фатирҙа донъя көтөүҙәре мәғлүм булды. Сәмләнеп алған халайыҡ бейергә төшкәс, Гөлзифа менән Йәүҙәт тә, терегөмөш тамсыларылай берегеп, ҡулға-ҡул тотошоп әйләнде. «Шағирым, беләһеңме, һин кем? Һин — берҙән-бер, һин — ҡабатланмаҫ, һин — даһи!» — тип иҫертеп шыбырланы ҡыҙҙың теремек, сейә-алһыу ирендәре...

Ҡом сүленә ырғытылғандай сарсап уянып китеүгә, ап-аҡ йәймәле карауатта кемдеңдер аҡ күкрәгенә башын һалып ятыуын шәйләне Ел-Дауыл...Кисә үҙен тилерткән алсаҡ туташ — ҡул етмәҫ Күк ҡыҙы Гөлзифа ине был... Өй — аулаҡ: әсәһе ҡарсыҡ ошо көндәрҙә Ташкент яғында ҡунаҡта йөрөй имеш...

Көнө еткәс ялпылдап ҡайтып төшкән ҡарсыҡ ҡыҙ ҡуйынында эҫенеп өлгөргән Ел-Дауылды үҙһенмәй ғауғаланды, туңаяҡ килгән «кейәү-бала» мәрхүм иренең ауылдашы икәнлеге лә иретмәне күңел боҙон. Бер туған ҡайнаға менән дә хөрт килеп сыҡты — ҡырыҫыраҡ йән икән. Ел-Дауылды йәш ҡәләмдәше рәүешендә белһә лә, ҡауышыуҙарына теше-тырнағы менән ҡарышты. Тамағы төбөнән Шаһибәрәковтар нәҫеленең металл тауыштарын сығарып зыңғылданы:

— Тура ултырып ҡырын һөйләйһе юҡ бында: һеҙ бер-берегеҙгә иш түгел. Берегеҙ — артист, икенсегеҙ — елғыуар шағир. Икеһе ике көйгә тартылған скрипка ҡылдарылай иңрәйәсәкһегеҙ. Тимәк, сәсрәп киткәндә лә, һеҙҙең тормош арбаһы тәгәрләмәйәсәк: Крылов мәҫәлендәгеләй, берегеҙ — Күккә, икенсегеҙ күлгә тартасаҡ...

Туйҙан һуң ҡәйнә йортонда Ел-Дауыл хаҡлы рәүештә төпләнеп, Гөлзифа менән икеһенең ябай тормош прозаһы башланды һәм ул күңелһеҙ башланды тип әйтмәҫ инек. Балдай татлы бәхеттәренән иҫереп, Ел-Дауыл хатта үҙенең шағир икәнлеген, шиғриәт иһә оло ҡорбан көткәнлеген: көн дә ныҡышмалы эшләргә — яҙырға, яҙырға, яҙырға, мөҡәддәс бәхет һарайын фәҡәт, бик түҙемле ташсылай, тос һүҙҙәрҙән ныҡ кирбестәр теҙә-теҙә, бер өҙлөкһөҙ, ауыр хеҙмәт менән генә һалырға мөмкин икәнлеген дә онотоп ебәрҙе, буғай: айҙар буйына аҡ ҡағыҙға ҡәләм осо төртмәгән саҡтары йышайҙы. Ҡайнаға әйткән Крылов мәҡәлен юҡҡа сығарыр өсөн, һандуғастарҙай һайрашып, күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, икәүләшеп сит ҡалаларға гастролдәргә киттеләр. Талантлы шағир Ел-Дауыл менән нәфис һүҙ оҫтаһы Гөлзифаның аллы-гөллө батмус ҙурлыҡ баштары төшкән афишалар эленде, кассаларҙа оҙон сираттар торҙо, уның һайын икәүҙең ҡомары артты. «Беҙҙең морат — үҙебеҙҙең һаҡлыҡ кенәгәһен ырыҫлатып ҡалынайтыу — әсәйҙекенән дә, ағайҙыҡынан да уҙҙырыу!» — тине Гөлзифаһы, ҡайһылыр төбәк ҡунаҡхана люксында бәхеттән алйып ятҡандарында уны йоторлоҡ үбеп. (Шуның татлы емеше булып тыуған улдарына Морат исеме ҡушылды). Йәүҙәткә лә был ниәт оҡшай ҡалды: никахтарын иш күрмәгән ҡәйнә менән ҡайнағанан уҙҙырып, танауҙарына сиртергә... Шуныһы сәйер: бара-тора, ил шаулатҡан шағирәнә исем Ел-Дауыл онотолоп, сәхнәләрҙән уны, ауыҙҙа һурып шымартылған кәнфиттәй, Йәүҙәт Әғләм улы тип яңғыраттылар, нәфис һүҙ оҫтаһы артист тип кенә белә, алҡышлай башланылар. Аҡса иһә кеҫәләргә, аҡмаһа ла, тамып торҙо, көрәлеп-көрәлеп кергән саҡтары ла булды. Һаҡлыҡ кенәгәһе ҡалынайған һайын, ҡатыны һәм ҡәйнәһенең алсаҡлығы ла артты. Был сәйер хәлдең хикмәте торараҡ асыҡланды ихлас кейәү-балаға: баҡтиһәң, ҡәһәрле утыҙ етенсе йыл шауҡымы икән дә был. Ҡөҙрәтле большевик Булаттимер ҡулға алынғандан һуң, әгәр ҙә ысын булһа, ғаилә һаҡлыҡ кенәгәһендә унан ике тәңкә генә аҡса тороп ҡалған, йәш балалы Ғәзизәгә нужа һурпаһының асыһын эсергә тура килгән. Бына шул шомло ҡурҡыныс был ғаиләлә әле лә даими хөкөм һөрә, киләсәк көндөң һаҡсыһы рәүешендә, һаҡлыҡ кенәгәһенә табындырта. Ҡондоҙбаев ошоно аңлағанда — эш үткән, ҡомһоҙлоҡ уның алҡымынан алып өлгөргәйне инде...

Ҡомһоҙлоҡ тигән упҡын һаҙы бер тартһа, һурып ала икән ул. Эстрадала мал артынан, дан артынан ҡыуып алйып йөрөй торғас, шаулы тормош ылауынан шыуып төшөп ҡалғанлығын тоймай ҙа ҡалды Йәүҙәт. Башы ҡаҡ юлға «дөңк!» иткәнгә иҫенә килеп әйләнеп ҡараһа, әсе юл туҙаны йотоп тырпырап ята, ә йылғыр шиғри арба, йылғырҙарҙы ултыртып, күтәрәм үрҙән артылып менеп бара; йәйәүле ҡалған ул бахыр, шаулы Ел-Дауыл имзаһы һуғылған ҡыҙыл тышлы ҡомартҡыһын ҡосаҡлап, һаман үҙен шиғри алла, яңы донъя орансыһы итеп танытырға тырыша имеш... Ҡапыл айнып: «Ҡайҙа булдың, Ел-Дауыл? Һин бит шағир инең!..» — тине ул үҙ-үҙенә. -- Төпһөҙ һаҙлыҡ һымаҡ һурған ҡомһоҙ кәсеп юлынан — төшөмгә әйләнгән әстраданан ваз кисеү фарыз ине уға иң элек.

Ҡатынына өҙә һуғып әйткәс, өй эсендә көтөлмәгән буран ҡубып, ҡаршыһына Гөлзифаһы ике йәшлек улдары Моратты елтерәтте:

-- И илаһым, етем ҡалырыңа шыңшыйһыңдыр һин! — Иренең йөрәген киҫеп шуныһын әйткәс, суҡмарҙы төп мәрәйенә ауҙарҙы. — Ахмаҡҡа туҡмаҡ-аңра! Теге саҡта уҡ кемлегеңде белгән икән ағайым. Мин, тиле, таҫма телеңә алданып, алтын һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмағанмын. Әгәр ҙә ошо сабыйыңдың киләсәген ҡайғыртыаң, шул ҡорсаңғы Пегасыңды эйәрләп маташмаҫ инең!

-- Йәнем, ни һөйләүең был?! —Пегас хаҡындағы көфөр һүҙҙәре шаңҡытты.

-- Ни ишетһәң — шул, ана тора юлың!

-- Үҙең түгел инеме: «Һин — донъяла берҙән-бер, һин — даһи!» — тип янып шыбырлаусы?

-- «Инем» шул. Һин дә «инең».

Уларҙың тормош ҡайығындағы тәүге ярыҡ ине был. Йәүҙәт, һыҡтанып, башын өҫтәлгә һалды:

-- Ниңә тереләй бәғеремде теләһең?

-- Нимә? Һинең дә бәғерең бармы ни әле, нишана?

—Нескә йөрәк ҡылдарыма балта менән сабаһың!

Ҡатыны йәш аралаш һулҡылдап көлдө:

—Уй, ҡайҙан килгән наҙлы йән! Шағир, имеш! Төләгән әтәс һин, ул да һинән шәберәк!

Бына бит: Йәүҙәт ғаилә тормошоноң әсе күҙ йәштәрен дә йотто.

—Ярай, яраға тоҙ һалышмайыҡ, — тине, ҡайҙалыр төптә, йөрәгенең аҫтында ҡабынған утты баҫырға тырышып. — Был юлы кәсеп алҡыштарына минән башҡа сығаһың. Бөттө!

Гөлзифа ауыҙын ҡыйшайтып әсе көлдө, һәҙәбе өҙөлөп тәгәрләгән күлдәк иҙеүенән ҡарҙай ап-аҡ түше бүлтәйеп сыҡты:

-- Биғәләш, ниңә үҙеңде алдайһың? Шул кәсеп һумдары сыңғырлап ҡойолмаһа, муйының һерәйеп йөрөп күптән асҡа үлер инең бит инде. Уйлап ҡына ҡара аҡылың булһа: кем һин? Һин бит хәҙер эстраданың да тешһеҙ ҡалған ҡомағы: минең итәккә йәбешеп кенә кемдәрҙеңдер мөнәжәттәрен тыҡыр-тыҡыр ҡайыҙлап тамаҡ туйҙырыусы. Киндер күлдәк тә, күп йыуһаң, уңа. Ә һинең инде шағирлығыңдан йыуырлығы ла ҡалмаған — быҙау сәйнәп ташлаған.

-- Ҡыҙым, самалабыраҡ! — Ҡәйнә тауышы, һәр саҡтағыса, күрше бүлмәнән киҫәтте. — Үтә ҡыҙылдар тиҙ уңа, тигәнде лә онотма — үҙ күлдәгең иҙерәп төшмәһен иңеңдән.

Йәүҙәт Әғләм улы күгәргән ирендәрен тешләне, хәләл ефетенә үпкәләне:

-- Минең шиғриәтте... минең шиғриәтте... иҙерәгән киндер күлдәккә тиңләйһең?..

-- Харап икән! Кисә ятып бөгөн төшөңә лә кермәгән шиғриәт!

—Үҙең харап иттең мине!

—Ха-ха, төбө тишек карап булған икән харап!.. Йыйын, тилекәйем, манжетлы күлдәгеңде кей!

Иренең күҙҙәрендә йәш мөлдөрәгәс, эштең тәрәнгәрәк китеүен һиҙемләне, буғай: уны башынан һыйпаны, йәһәт кенә, эйелеп, улын күтәреп алды:

—Һүп! Ана-ана, ҡара әле, Морат улым, атаҡайың нимә ти! — Төртөп күрәһтте. — Әстәғәфирулла! Танауының тыржыҡлығын да әсәһе менән атаһынан түгел, ә минән күрәлер әле ул! Әйт атайыңа, ниңә әннәне былай йәберләйһең, тиген. — Сабыйҙы төшөрөп ебәреп, көҙгө алдында борғоланды, иҙеү төймәләрен элде, сәсен ипкә килтерҙе. Болан балаһылай, буй-һынын уйнаҡлатып, иренә килеп һырлыҡты, Күк теҫөндәге ҙур күҙҙәре менән убылып, ал буяулы ирендәрен ослайтып, танау буйынан наҙланып мөңтөрләне: — Йәүҙәтик, йәнем, ниңә туҙынаһың былай? Ни булды? Әллә ҡәҙерле атайың менән әсәйеңде үлтерҙеләрме?.. Йә, бер генә үпәс иҠе әле үҙемде!

Балдаҡтай бүлтәйеп-түңәрәкләнеп яҡынлап килгән сейә-алһыу ирендәр иргә тәү тапҡыр йылан һемәгеләй күренде, үҙ-үҙен белештермәй киҙәнде... Гөлзифа, һис ни аңғара алмай, оҙон зәңгәр керпекле күҙҙәрен алартып ҡатып торҙо ла, иҫенә килгәндәй, әсе тауыштан сыйнаны, ә һыны ҡатҡан Морат, үҙәге өҙөлөлөрҙәй үкереп, әсәһенә ташланды. «Буран» баҫылыуын төпкө бүлмәһендә боҫоп көткән ҡәйнә-ҡарсыҡ өлтөрәне, йомарланған йоҙроғона текләп ҡатҡан кейәүенә, ҡыҙы менән ейәненә ҡараны:

-- Ҡыҙым, был ни хәл, кейәү, был ни эш?

-- Күрмәйһеңме ни: инде миңә ҡул күтәрә башланы Ҡондоҙбайың!

—Аб-бау, ҡылыҡтары ҡылға һыймаған мәлғүн!

Араларына ҡара шәүлә ятһа ла, ел-ямғыр кереп өлгөрмәгәйне ул саҡ... Йәүҙәт Әғләм улы кисләтеп кенә әйләнеп ҡайтыуға, өйҙә һиллек урынлашҡан, болоттар таралышып, күктәр ҙә аяҙыған: уйнай-көлә һин дә мин сәй эсеп ултыралар имеш. Шым ғына төпкә уҙып китергә ынтылышы нурлы өйөрмә уйнатты:

-- Ай-буй, кейәү ҡайтҡан икән дә! Сәй яңыртып ебәрәйек, Гөлзифа ҡыҙым, кейәү сарсап бөткәндер.

-- Хәҙер, әсәй. Морат улым, атайыңды табынға саҡыр, ниңә ҡатып тораһың?

-- Әттә, сәй эсергә!

Өҫтәл ҡырына мыштым ғына йәпләнде. Йөрәге жыулабыраҡ, ҡатынының бая ғына алһыу сейәләй күренгән ирендәрен шәйләне. Еренә еткереп буялған, саҡ ҡына ҡан эҙе лә, яра бирсәһе лә юҡ. Эсенә йылы йүгерҙе.

-- Сәйҙе ҡаты яһайыммы, шыйыҡмы?

-- Яһа, үҙең белгәнсә.

Йәнгә тейеп төпсөнөү башланасағын көтөп, шым ғына һемерә бирҙе.

-- Әннә, әттәмә өйлө өҫтәлде бирәбеҙме? — тип ләпелдәне малай.

-- Бирәбеҙ, бәпесем, бирәбеҙ. Тумбалары ҡағыҙзарын һалырға бик уңайлы. Тик һин атайыңды эшләгәнендә итәгенән тартып ҡамасаулама, йәме, аҡыллым?

-- Әттәм ҡалайтып эшләй?

«И илаһым, улым минең ни әшләгәнде лә белмәй, ниңә был көнгә ҡалдым?..» тип һыҡтаны йөрәге.

-- Өҫтәлгә аҡ ҡағыҙ һала ла ҡулына ҡәләм тотоп яҙа,— тине ҡатыны.

-- Әһәлүк, әттәм яҙа! — Малай өләсәһе яғына йүгерҙе.Сәй янында икеһе генә ҡалды.

-- Гөлзифам, бая мин...

-- Нимә, бая һин? — Ҡатыны ҡыңғырау сәскәһеләй бәләкәс кенә нәфис усын уның уҫлаптай ауыҙына ҡапланы.— Әйтмә лә, ишетмәйем дә! Бәлки, бая һин түгелдер, ә миндер? Бәлки, икебеҙ ҙә түгелдер? — Усын кинәт тартып алып, балдаҡланып бүлтәйгән теремек ирендәрен яҡынайтты. — Йәнем, бер генә үпәс итәйем әле үҙеңде!..

Ҡәйнә-ҡарсыҡ Морат улдарын алып Ҡаҫмарт тамағындағы ауылға ҡунаҡҡа, ә Гөлзифа алыҫ урта Азияға гастролдәргә сығып киткәс, бушанып ҡалған футбол ҡырылай киң фатирҙа, ике тумбалы яҙыу өҫтәле артында Йәүҙәт үҙе генә көштәйеп ултырып ҡалды. Алдында ҡәйнәһе сығарып һалған күбәләй аҡ ҡағыҙ өйөмө, ҡатыны таныш-белеш арҡылы табып алып ҡайтып биргән, тап яҙыусы ағаһыныҡына оҡшаш алтын ҡауырыйлы дефицит авторучка һәм бер кем дә бүлдертмәй торған тәрәндәрҙән-тәрән тынлыҡ. Ә алда — үҙенә-үҙе генә хужа булырлыҡ оҙон-оҙон йәй көндәре!.. «Буран» шулай емерткес, имгәткес ел-дауыпһыҙ ғына уҙып киткәнгә ышанып бөтә алмай, эстән генә ҡыуанып, ике еңде һыҙғанып, эшкә тотондо шағир – тегеләр ҡайтҡансы шәлкем-шәлкем шиғыр яҙып, редакцияларҙың имсәген һауырға.

Уҙҙы аҙна, китте унынсы тәүлек... һаман өҫтәл янынан ҡупмай ултыра. Ашарға ла йоҡларға ғына тора ла, тағы килеп, ике ҡулы менән башын усмаҡлап, ижади даръяға сума. Әммә илһам тигәнең ниңәлер ҡуҙғалмай ҙа ҡуҙғалмай. Алдындағы ҡағыҙ һаман аҡ ята...

Ун өсөнсө тәүлек...

Әмәлһеҙҙән, Бальзактың эш һәләтлелеген күҙ алдынан кисерә. Бөйөк француз үҙенең ҡайһы бер романдарын ике-өс тәүлек эсендә тыуҙыра алған...

Һәм бөгөнгө көндөң серле ҡәләме — атаҡлы француз романсыһы Жорж Сименон:

«Романдарымды мин өс-дүрт көн эсендә яҙҙым («бер уҡып ташлауға» тәғәйенләнгәндәрен).

Артабан — йылына ун икешәр роман (Мегрэ осоронда).

Артабан — алтышар (егерме йыл буйына шулай килде)».

Ә бер урында, тәүге ҡәләм тирбәтә башлаған йәшлек дәүеренә ҡарата: «Ул саҡтарҙа мин гәзиттәргә хикәйә яҙып маташтым. Көн һайын өс хикәйәнән алып етегә тиклем...» Бына ҡайҙа ул урғылыш!

«Ә мин, ҡасан ғына донъя шаулатҡан Ел-Дауыл, ун өс тәүлек буйы баш ҡалҡытмай ултырып, бер юл да яҙа алмайым...» -- Йөрәген һығып алды...

Ҡала урамдары буйлап йөрөй-йөрөй, хәле бөтөп эскәмйәгә ауғас ҡына, батып барғанда йәбешеп сығырлыҡ һалам тапҡандай булды: яҙған һәр бере ҡараһы кибер-кипмәҫтән үк ташҡа баҫылып та, эфирға осоролоп та сығып торған халыҡ шағиры Мәрүән Карами алымын ҡабатларға! Тиккәме ни уның куплеттарын «башҡорт белинскийы» Ғаяс Хөсни «шиғриәтебеҙҙең шедеврҙары» тип нарыҡлай, бөтә авторҙарға өлгө итеп ҡуя! Ә бит уның балалар өсөн яҙған «алтын алым»ын да, өлкәндәргә тәғәйенләнгәндәрен дә ҡабатлау һис ҡыйын түгел.

«Мәрүән Карами ағай»ҙары йәштәргә өйрәткәнсә, ҡайнап торған тормош ҡаҙанынан һоҫоп алынған, «ябай халыҡҡа һәм ергә яҡыныраҡ» үтемле шәлкем тыуҙырыуҙан бисмиллаларға ниәтләнеп, әле үҙенең ҡайҙалығын абайланы: райх офицерының ҡуҡырайған хәрби фуражкаһы рәүешле цирк бинаһы артында — беренсе халыҡ шағирының исемендәге баҡсала ултыра имеш. Ҡаршы эскәмйәлә ҡыҙ менән егет супылдашып үбешә, ҡыуаҡлыҡта буҙтурғайҙар сутылдаша. Бына бит илһам, бына әҫәр!.. Ҡуйын дәфтәренә баҡсалағы «суп!» та «суп!» үбешкән бәхетле йәш елкенсәк, ике турғай тураһында шиғыр үрнәге сәсрәне.

«Ә ниңә анауы цирк бинаһы хаҡында ла йырламаҫҡа, тыныслыҡ һәм һуғыш темаһына арнап?».

«Хәрби фуражка.

Быға тиклем уны хәрбиҙәр генә кейгән, фуражка аҫтында ҡуҡырай башлы һуғыш суҡмары һуғыш-үлеш, ут һәм ҡан ҡойош тураһында уйлаған.

Яңы заман килде, беҙ килдек. Беҙ миллиондар мейеһендәге фекер румбаһын йөҙ һикһән градусҡа борҙоҡ. Ҡылыстарҙан һабан төрәндәре тапаныҡ. Каскаларҙы өйәңке ботаҡтарына ҡарға оялары итеп аҫтыҡ.

Цирк итеп һалынған хәрби фуражка аҫтында бөгөн бер юлы биш мең баш шашып көлә: кәмәләре ҡомға терәлгән һуғыш уты ҡабыҙыусыларҙан, уларҙы ҡотортҡан донъя империалистарынан шашып көлә. Кәрәкһә, хәрби фуражкалар кейеп, шанлы яуға сығырбыҙ. Әммә-ләкин беҙ хәҙер — тыныслыҡ һалдаттары.

Гүзәл ҡала майҙанына «кейҙертелгән» хәрби фуражка бөгөн гүзәл тыныслыҡҡа тура юл яра». – Афарин! -- Булды өлкәндәр шиғыры!

Ижади ҡуласаның ҡапыл ҡуҙғалып китеүенән рухланып, шағирыбыҙ баҡса буйынса тапанды. Янда ғына гигант кран шығырлай, ҡыҙыл кирбестәр тыпырлай — ҡала драма театрының яңы бинаһы ҡалҡына. Их! -- әгәр ошонан тороп бабаларҙың теге «мәңгелек донъяһы»на телевизион репортаж тапшырып булһасы: бинаны үҙ күҙҙәре менән күреп, театрға данлы исеме биреләсәк мәрхүм классигыбыҙ үҙе нисек һоҡланыр ине!

«Кисә иҫке, бөгөн яңы, Һеҙгә ни кәрәк тағы!..»

Туҡта, быныһын да алайыҡ ҡәләм осона -- тағы ла бер пафослы ши-тырға асҡыс! Донъя шундай ҙа матур, урамдар иркен, күңелдәр көр — беҙгә бөгөн пафос та икмәктәй кәрәк! Ана теге көмөш көмбәҙле планетарийға бәйләп, йыһанды яулау темаһын һауырға мөмкин...

Мәшһүребеҙ Мәрүән Карами ижадының өлгөһөндә темаларҙың бешеп өлгөргән сәтләүектәй үҙенән-үҙе ҡаҡ түбәгә тупылдап ҡойолоп тороуынан ихлас ҡыуанып, «ергә яҡын» булып тыуасаҡ шиғри юлдарынан иҫереп тә илереп, урам буйлап артабан ҡыҙыра торғас, хәтһеҙ ара үтелеп, юл кәмәһе яңыраҡ асылған автовокзал бинаһы тәңгәлендәге сағылъярға килеп төртөлдө. Аҫта -- ҡара йыландай бөгәрләнеп һуҙылған тимер юл, сағыу ҡояштан ялтырап ятҡан мөһәбәт йылға, һул яҡтараҡ — ике ярға аҡҡош ҡанаттарылай киреп һалынған бетон күпер. Күпер ауыҙынан илле аҙым ғына ситтәрәк Лев Толстойҙың мәшһүр «Война и Мир” әҫәрендәгеләй дәһшәтле күренеш — дошман ике яҡтың йөҙәрләгән пушкалары үлемесле ут яуҙырып тынғандан һуңғы ғәрәсәтле Бородино ҡырындағылай, киң панорама хасил итеп төтәп ятҡан оло ялан — ҡаланың ҙур сүплете... «Иҫке төтәй, иҫке яна — иҫке тейеш янырға!» Сеү, шағир, танауға ниндәй еҫ бәрә?.. Был ни хәл? Ҡала башлыҡтары ни ҡарай!? Фу! Бәй, ғәфү итегеҙ. Бында танау ҡаплау яҙыҡ түгелме? Һис тә сүплектән түгел — анау һөрөм урғылтмыш һоро оҙон торбанан бит әскелтем-сөскөлтөм һарымһаҡ еҫе аңҡый — индустрия һулышы! Афарин, тынғыһыҙ завод директоры Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы Яубаҫаров-бажабыҙ! Йәшәһен химия ветераны — Иҫке завод! Тәүге биш йыллыҡтар гиганты! Бына ҡайҙа ул танауға бәрелеп-сиртеп тора быуындар күсәгилешлеге, ура! Төптәнерәк тоҫмаллаһаҡ, был да ашҡыныулы шиғыр яҙырҙай ерлекле тема!..

Ҡуйын дәфтәрен шуның ишеаҫыл сеймалдар менән сыбарлап, ҡош-ҡорттарҙың ағас баштарында шаулашҡандарып тыңлай-тыңлай, шағирыбыҙ ирәүәнләп олпатйән ҡайтып бара. Сеү! Күренекле әҙип-ҡайнағаһы Мотал Шаһибәрәков табынған академик Вернадский шәхсән үҙе сирттеме ни шағирҙың маңлайына: биосфера! Һәп-лә! -- йәш быуынды өйрәтәйек ерҙәге һәр тереклекте — үҙебеҙҙең кесе дуҫтарҙы яратырға. Йомортҡанан моронлаған себештәй, сеп-себеши (свежий) шиғыр сатнап ярала:


Ҡарга ҡарҡылдай ҡарамала:

Ҡайҙа бараһың, ҡара мапай?

Ҡараманың ҡайырыһын ҡайырырға,

Ҡанаттарың ҡауырыйын айырырға!

-- Һәй уҫал малай, улай ҡылырға ярамай!
Тағы:
Туҡран, туҡран,

Нимә туҡып ултыраң?

Туҙға ҡасты уҡрам,

Шуны суҡып ултырам.


Йәки:
Турғай, турғай — тумалаҡ,

Томшоғонда — ҡомалаҡ.

Ҡомалаҡты ҡомарытты,

Ояһында ыуалап.


Былары инде нәҡ мәшһүр совет халыҡ шағиры Мәрүән Карамиса ерләштерелгән «кескәйҙәр шиғыры» була — балалар матбуғаты өсөн.

Теманы ергә яҡыныраҡ -- тормоштоң үҙенән алыу китаптарҙа маҡталһа ла, түлләнә алмай йонсоған көнөндә яҙмыш үҙен ошолай бик тиҙ генә быуаҙытып ҡуйһа ла, күңеленең үтә тәрән төпкөлөндә ҡара хәүеф тә артылып ҡайтманы түгел, ҡайтты. «Был һинме икән, Ел-Дауыл? Әллә Мәрүән Карами шәүләһеме?! Тәүге китабыңда улъяны был рәүешле йыйҙыңмы ни, Ел-Дауыл?..» Әгәр ҙә шул хәүефле уйы өҫтөнлөк алһа, кем белә, ҡуйын дәфтәрен йыртып ташлар, торғонлоҡтан ҡотолоуҙың ысын юлын эҙләр ине. Кем белә, ул саҡ, бәлки, тормоштоң әсе һурпаларын да шөйлә аҙыраҡ татыр, юғалтыуҙарҙы, яраларҙы аҙыраҡ кисерер ине. Дәфтәрен йыртып ташламаны... урау юл буйлап китте. «Урау, тим... Ураумы икән әле ул? Мәрүән Карами урауҙан йөрөйме ни? Бәлки, шағир өсөн иң тура юл ошолор?..»

...Бурап-бурап яуган ҡарҙар араһынан Йәүҙәткә үҙенең шәүләһе — элекке данлы Ел-Дауыл ҡалҡып сыҡҡандай.

—Ҡәҙерле автор, әйтегеҙ әле: ижади кризис кисергәнегеҙ бармы?

Ел-Дауыл уға, үҙенең шәүләһенә, ике күҙен тултырып, ҡыҙғанып ҡарап тора:

-- Ни тип әйтергә. Әлбиттә, миңә, яңы ғына моронлаған себешкә, был хаҡта гәпереү ҡыйын. Әммә ошоғаса һәр әҫәремде оло ғазаптар, үҙ-үҙемә шикләнеүҙәр менән интегеп яҙҙым, кешегә күрһәткәнгә тиклем үк йыртып ташлауҙан саҡ-саҡ тыйылып ҡала инем.

-- Юҡ, мин башҡа хаҡта... Һеҙ әйткән бит ул — ижадтың һәр кем кисерә торған тәбиғи бер шауҡымы... Пеғас-арғымағығыҙ тәкмәстереп ташлап китеүҙән төн урталарында ырғып тороп, башыгыҙҙы ташҡа бәреү йәки муйынығыҙға боғалаҡ һалыу теләге булманымы, тим.

-- ?!


-- Хоҙайығыҙға шөкөрана ҡылығыҙ ҙа мәңге шулай йәшәгеҙ! Беләһегеҙме, ундай хәтәр минуттарҙа аҡ донъя ҡайһындай күренә? Ҡап-ҡара һөрем. Ер йөҙө — һөрөм, өйҙәр — һөрөм, кешеләрҙең йөҙҙәре ҡара һөрөм. Үңнектәй генә ҡалған Күк йөҙөнә ҡалҡынып баҡһаң, Күк менән Ҡояш — һөрөм. Бына шунан һуң инде түҙеп йәшәп ҡара. Үҙ-үҙеңде «теге донъя»ға олаҡтырыу өсөн ундай мәлдә ҡатыныңдың бер һалҡын күҙ ҡарашы ла етә... Кешеләрҙең үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуы фәҡәт шундай минуттарҙа булалыр тип уйлайым. Кешене был һәләкәттән йылдар буйы үҙ-үҙеңде тәрбиәләгән көслө рухы йәки яткындарының ҡайһылыр береһенең миһырбанлығы ғына ҡотҡарып ҡала.

-- Һеҙгә тема табыуы ҡыйын булған. Һеҙ уны тапҡанһығыҙ. Һәм уңышлы хәл итеүгә лә өлгәшкәнһегеҙҙер бит?

-- Өлгәшеү... Белмәйем, ҡасан булыр ул өлгәшеү?..

Ғаилә-ғәләме сәфәр киткәнгә теүәл ике ай тигәндә, ҡыҙыл ебәк күлдәгенең иҙеүен сисеп ебәреп, атайҙан ҡалған күн тышлы ҡыҙыл папканы ҡултыҡлап, Йәүҙәт Әғләм улы Ҡондоҙбаев тынсыу бүлмәнән оло донъяға сыҡты. Күҙ алдары ҡараңғылана, баш зыңҡый, тубыҡтар бәүелмеш ине... Шулай ҙа ҡултыҡ аҫтындағы тос папка ергә ҡаты баҫырға, башты юғары тоторға ҡеүәт бирҙе. Ҡалалағы берҙән-бер ҡалын әҙәби журнал редакцияһына барып керҙе елтерәп, ҡыҙыл папканы әҙәби бүлек мөдиренең өҫтәленә һәлмәкләтеп ятҡырҙы. Шиғри өнө тығылып ҡалған Ел-Дауылдың бер ҡосаҡ шиғыр күтәреп инеүе бында тәүҙә ҡыуаныслы аптырау, аҙаҡтан, әйтеүе ҡыйын, ниндәйҙер аймылыш тыуҙырҙы. Автор үҙе ҡысҡсырып уҡый башлағанда ихлас тыңлаған редакция әһелдәре, папка һайыға барған һайын, борсолоп борғаланырға, тамаҡ ҡырырға ла йүткерергә, ултырғыс аяҡтарын шығырлатырға, бышылдашып һөйләшергә кереште. Ҡайһылары берәм-һәрәм сығып тайҙы. Иң көслө нервылылар — бүлек мөдире менән баш редактор ғына һуңғы аккордҡаса урынында ҡалды. Улары ла ауыҙҙарына һыу уртлағандай ине.

-- Ярай, хуш, тыңланыҡ, — тине тынлыҡты бүлеп Мотиҡ Камил улы, мөгөҙ һаплы таяғы (ул — Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды) менән иҙәнгә туҡылдатып. Был иһә Йәүҙәткә ҡаҡ түбәһенә төйәләр һымаҡ тойолдо... Шул арала баш редактор таяғын һөйәп ҡуйып, бар булмышын ҡулъяулығы менән күзлек һөртөүгә тупланы, бүлек мөдиренә эйәк ҡаҡты. — Йә, әйтеп ебәр әле, кем, үҙ фекереңде.

-- Фекер тип ни, минең фекер ҙә...

-- Нисек, һинең фекер ҙә?

-- Шулай инде. — Бүлек мөдире ыҡ-мыҡ итте.

-- Ниндәй ул «шундай»? Асығыраҡ!

-- Асығыраҡ әйткәндә, -- ауыҙ асып ҡатҡан Йәүҙәткә күҙ һирпеп алды, -- автор иҫ китмәле күп эшләгән. Байтаҡ шиғырҙарын тыңланыҡ. Улар араһында Ҡояш кеүек балҡышлылары ла, Айҙай һүрәнерәктәре лә бар. Йылдар үткәндән һуң шиғриәт иленә кире әйләнеп ҡайтыуы менән ҡотларға ғына ҡала.

-- Асығыраҡ.

-- Шиғырҙарҙа күп етешле яҡтар ҙа, күп етешһеҙ яҡтар ҙа бар...

-- Тәҡдим?

-- Минең тәҡдим былай: Ел-Дауылдың яңынан ҡәләм тибрәтеүе — иҫ китмәле ҡыуаныслы һәм һоҡланғыс хәл ул бөтәбеҙ өсөн. Әҫәрҙәре матбуғат биттәрендә һис шикһеҙ донъя күрергә хаҡлы.

-- Һин дөйөм матбуғатты ҡосаҡлап алма, ә үҙебеҙҙең гәзит исеменән һөйлә! — Баш редактор таяғын шаҡылдатты. — Ташҡа баҫа алабыҙмы шиғри гәүһәрҙәрен?

-- Әгәр ҙә автор улар өҫтөндә саҡ ҡына ҡабат ең һыҙғанып эшләһә...

-- Ярай, мин дә шул фекерҙә, — тине Мотиҡ Камил улы. — Нисек эшләргә икәнен ошонда уҡ тәғәйен һөйләшеп килешегеҙ. Ғәфү итегеҙ, ашығыс йомошом бар. — Таяғын туҡылдатып, аҡһаҡлап сығып китте. Мөдир менән икәүҙән-икәү ҡалып, «тәғәйен»гә күстеләр.

-- Беләһеңме, туғанҡай, һин беҙҙең барыбыҙҙы ла нисек иҫ киткес ҡыуандырҙың? — тине бүлек мөдире, туҙрап ятҡан шиғри биттәрҙе бер баҫтырмаға һалып. — Ел-Дауылдың дауыллы һүҙҙәрен гәзит уҡыусылар күптән зарығып көтә.

-- Замечание-фәләндәреңде сис тә, ошонда ғына ултырып, тиҙ генә эшен бөтөрөп биреп китәйем, улайғас, — тине Йәүҙәт Әғләм улы, тулҡынланып. Бүлек мөдире сәйер текләп ҡараны.

-- Һиңә иркенләп ике еңде һыҙғанып, иҙеүҙе сисеп ебәреп, өйҙә ултырып эшләү кәрәктер, туғанҡай.

-- Мин тап шулай ултырып эшләнем дә инде. — Автор ҡулы ҡыҙыл папкаға ятты. – Бында – һуңғы вариант.

-- Улайһа, башҡа шиғырҙарыңды килтер. Һайлап алып, бындағыларыңдың да бер-икеһен, сүп-сарҙарын тарап, шымартып, ипкә килтергәндән һуң, бергә ҡушып шәлкемләп, редколлегияға тәҡдим итеп ҡарарбыҙ.

-- Һин ни һөйләйһең? Бөтә булған шиғырҙарым алдыңда!

-- Улайһа, яңыларын яҙып килтер, туғанҡай.

Сикәләре ҡыҙышты:

-- Әле генә, тәҡдим итергә, тинегеҙ...

-- Аңла, туғанҡай, ҡабат эшләгәндән һуң, тинек. Былары бармай.

-- Ни өсөн, төп сәбәбен әйтегеҙ!

-- Үтә һай, бер ҡатлы, примитив: маңлай менән бәреп таш ярырға көсәнгәндәй тәьҫир ҡалдыра. Араларында формалары яғынан ҡыҙыҡлы ғыналары булһа ла, темалары бик иҫке, күп тапалған алымдар. Тормоштан ситләшкәнһегеҙ, ерҙән айырылып, ете ҡат Күктәге бушлыҡта йөҙәһегеҙ. Партиябыҙ өлкә комитетының гәзит-журналдар тураһындағы һуңғы ҡарарына ярашлы, һәр ябай эшсе, тракторист, һауынсы һәм көтөүсе бер ҡарауҙпан уҡ аңларлыҡ, яратып уҡырлыҡ итеп яҙырға -- ергә төшөргә кәрәк, ерләшергә кәрәк, туғанғай. Әллә гәзитебеҙҙе алдырып уҡып бармайһығыҙмы?

-- Алдырам һәм уҡып барам.

-- Улайғас, ниңә артта ҡалдығыҙ? Әллә гәзитебеҙҙәге «Көн үҙәге талаптары саҡыра таланттарҙы» тигән рубриканы күрмәйһегеҙме? Ошо айҙа ғына унда аҙна буйына һандан-һанға башҡорт белинскийының халыҡ шағиры Мәрүән ағайыбыҙҙың тылсымлы ижадының төп асылы – ябайлыҡ һәм ерсәнлек тураһындағы тәрән анализлы һәм фәһемле мәҡәләһе баҫылды.

-- Беләм. Тап шул Мәрүән ағайыңса яҙҙым да инде мин!

-- Мәрүән ағайса түгел шул! Әйттем бит: күпме генә көсәнһәгеҙ ҙә, ергә тешеп етмәгәнһегеҙ.

-- Улайһа, баш редакторға керәм!

-- Туғанҡай, уныһы — һинең эш. — Ҡулъяҙманы итәғәтле һалып бәйләп, ҡыҙыл папканы авторына тотторҙо. — Аңла, туғанҡай, һиңә берәү ҙә ҡаршы түгел... ҡыуанабыҙ...

Мотиҡ Камил улы менән ҡабат һөйләшеү ҙә йыуаныс килтермәне. Иғтибар биреп тыңлағас:

-- Бүлек мөдиренең әйткәндәре менән килешергә кәрәк, — тине. — Белеп торам, һиңә быны ишетеү еңел түгел: «тура әйткән — туғанына ярамаған», тигәндәрме әле?.. Ләкин заманында үҙеңде беҙ үк күтәреп алдыҡ, үҫтерҙек, шулай түгелме? Хәтерләйһеңме, сәбәкә малай, йөнө яңы ғына сыҡҡан себеш-студент йылдарыңды?

-- Хәтерләйем. Ләкин хәҙер себеш түгел инде мин.

-- Ауырға алма, ҡустым: был килтергән шиғырҙарыңдан күренеүенсә, Ел-Дауыл да түгел шул инде. СпорҠмендар әйтмешләй, формаңды юғалтыңҡырағанһың. Был, бәлки, оҙаҡ ҡына эстрада менән мауығыу шауҡымылыр. Әммә һин — көслө бөркөт, һинең ҡанаттар ныҡ, һин ҡабат Күккә атлығырга тейеш. Шулай буласағына иманым камил. Тик, әлегә был мөнәжәттәреңде баҫтырып сығарырға ашыҡма, эшләргә, әшләргә, эшләргә -- бөйөк Мәрүән Карами ағайыңса эшләргә кәрәк һиңә.

-- Бына һиңә йомшаҡ түшәп ҡатыға ултыртыу!..

Ике сикә генә түгел, ҡолаҡтары ла уттай янып, мейеһендә «Мәрүән Карами ағайыңса! Мәрүән Карами ағайыңса!» тигән оран туҡтауһыҙ зыңлап, авторыбыҙ ҡаланың икенсе тарафына йүгерҙе. Йөрәк тигәне ял-ҡындай дөрләп бара, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫҡан ҡыҙыл папка ҡыҙыу тимерҙәй көйҙөрә. Рәнйеүенән күҙгә аҡ-ҡара күренмәй, пьедесталдан һуғып ҡолатылған даһиҙай хис итә үҙен... Яҙыусылар берлегенең идараһына елләнеп барып керҙе. Рәйес, олпат кәүҙәле, яҫы маңлайлы өлкән йәштәрҙәге һуғыш ветераны, яңгаҙ башы ҡағыҙҙарға күмелеп ултыра икән, ҡолас йәйеп ҡаршыланы:

-- 0, кемде күрәм! Эстрада ҡаһарманы! Туған әҙәбиәтебеҙҙең ялҡынлы пропагандисы!

-- Шуны ғына күрәһегеҙ икән шул, — тине.

-- Нимә? Яңылыш әйтәмме әллә?

—Һеҙҙең алда шағир Ел-Дауыл баҫып тора!

Рәйес, яурынынан ипле генә этәреп, йомшаҡ креслоға ултыртты.

—Тыңлайым һеҙҙе, Ел-Дауыл.

Әрнеп, гәзит редакцияһында булғандарҙы һөйләп бирҙе.

-- Төп талаптары ниҙән ғибәрәт?

-- Мәрүән Карами һымаҡ яҙырға кәрәк, тиҙәр, гәрсә унан уҙҙырыбыраҡ яҙһам да...

-- Һем... -- Ветерандың бер эште лә һуңға ҡалдырмай торған яҡшы ғәҙәте бар ине — ҡыҙыл папкаға ҡушҡуллап йәбеште. Бөгөн килгән газеталар көлтәһен һәнәктәй тарбаҡ ҡулдары менән ҡәләмдәше алдына ырғытып, ҡулъяҙмаларға өңөлдө.

Күптән инде көнө-төнө юлда — гастролдәрҙә йөрөүен һылтау итеп, дөрөҫөн генә әйткәндә, гәзит-журналдарға ла яҙылғаны, йүнләп уҡып та барғаны юҡ ине Ел-Дауылдың. Кеше тигәнең, бер ҡолап ҡалһа арбанан, тау аҫтына тәкмәсләй генә икән: радио-телевидение программаларынан да уйын-тамашаларға ғына иғтибар ҡылырға күнеккән, көллө донъя, әйтерһең, сәхнә шауынан ғына тора... Ҡул аҫтына кергәндәргә күҙ йүгертеү бик арыу булып ҡалды: рәйес шиғырҙарҙың һайландығын күҙҙәренән үткәреп, күҙлеген һалып, донъя хәлдәре тураһында әңгәмәләшә башланы. Йәүҙәт сәйәсәттең үҙе һай йөҙгән тәңгәлдәрен уратыңҡырап уҙып, сетерекле хәлдән алай ҙа сыҡты. Имтиханды хәтерләткән был әңгәмә етәксене шулай ҙа хәүефкә һалды.

-- Әллә сирләп яттығыҙмы? — тине, йәш ҡәләмдәшенең төҫө ҡасҡан йөҙөн йәнә иғтибар үҙәгенән үткәреп.

-- Үҙегеҙгә мәғлүм: ижад ялҡыны... — Сер бирмәҫкә тырышты.

-- Эйе, ижад ялҡыны... Беләһегеҙме, мин һеҙгә ни кәңәш итер инем?

-- Йөрәккә һалҡын йүгерҙе: тағы ла шул бер балыҡ башы?..

-- Быларығыҙҙы, ысынлап та, ташҡа баҫтырырға ашыҡмайыраҡ тороғоҙ. Шиғриәттә бит һеҙ яңы исем түгел: уҡыусы һеҙҙе белә, Ел-Дауыл тип белә. Ә Карамиҙан уҙҙырыу урынына үҙегеҙҙе туҙҙырғанһығыҙ... Бер генә юл бар һеҙгә: элекке ярһыу Ел-Дауыл көйөнсә ҡалып, ярты илегә булһа ла юғарыраҡ ҡалҡыныу.

-- Улайһа һеҙ... һеҙ.. шиғырҙы аңламайһығыҙ! — Донъялағы кәмһетелгән көллө шағирҙар әйтә торған иң йәберле һүҙ теленән ысҡынды.

-- Ҡустым, ниңә ҡабаланаһың? — Рәйес яғымлы «һин»гә күсте.

-- Һеҙ... һеҙ... минең урында булһағыҙ...

-- Һәр кем үҙ урынында булырға тейеш. Барыбыҙ ҙа Карами булып бөтһә, беләһеңме, шиғриәттән ни ҡалыр ине? Рожки да ножки, урыҫ туғандар әймешләй... – Ҡалтыранған ҡулдары менән папкаһын йыйнаған шағирға күҙлеге үтә оҙаҡ төбәлде. -- Нимә, ҡустым, әллә ғаиләңдә күңелһеҙлекме? Фатир яғың да арыу ғына ине, буғай... Туҡта, әллә кеҫә төбөң таҡырланып киттеме? Булмаһа, берәр айға ижади командировка бирәйек, ә? Аҙ булһа ла, аҡса...

-- Мин... мин һеҙҙе аңламайым!

— Ҡустым, мин дә һине аңламайым. — Йәүҙәт папкаһын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ишекте асҡанда, артынан ишетелде: — Вәт әәәй!.. Ҡустым, килеп йөрө!

Ҡыҙышып йүгерә-атлай, ҡалын журнал редакцияһына йүнәлде. «Нисауа, текә тот ҡойроҡто! Шиғырҙарың һис кенә лә Мәрүәндекенән кәм түгел! — тип тынысландырҙы үҙен. — Борон-борондан уҡ талант төрлө кәртәләр аша үҙенә юл ярған!».

Унда үтә ҡоро тотманылар-тотоуын... Бер-ике шиғыры менән өҫтән-мөҫтән танышҡас, эшлекле кешеләр ни, артабан баш ауырттырып тормай, бер генә һорау бирҙеләр:

—Ҡалғандары ниндәйерәк темаға?

Яуап таба алмай тороуын күреп, ярҙамға ла килделәр: ҡаршылағы иҙәндән түшәмгә олғашҡан, ҡашағаһына бармаҡ яҫылыҡ хәрефтәр менән «Шиғриәт» тип мөһөрләнгән бейек шкафты асып, кәштәләрҙә рәт-рәт теҙелмеш ая ҡалынлыҡ дәү папкаларға күҙ ишараһы яһалды. Бының менән журналсылар үҙҙәренең ҡыҙыу эшендә йомро юмор тойғоһонан да ғафил түгеллектәрен күрһәттеләр: папкаларҙың һәр береһенең көнгә баҡҡан төплөктәрендә ҡуйы зәңгәр ҡара менән: «Һәр төрлө даталарға ҡарата», «Ауыл тураһында», «Әсәй тураһында», «Атай тураһында», «Шағирҙарҙың ижад йорттары, ял йорттары, санаторийҙарға бәйле», «Ҡала хаҡында», «Һандуғаслы мөхәббәт », «Ҡара диңгеҙ ярынан тороп Күк Уралды һағыныу», «Ер-әсәгә өндәшеү», «Уралды маҡтау», «Ҡурай тураһында», «Яңы йорттар, биналар, күперҙәр, трамвай юлдары хаҡында», «Йыл миҙгелдәренә ҡарата», «Һәр төрлө ҡоштар тураһында», «Аттар тураһында» һәм башҡа, һәм башҡа шундай нәмәләр хаҡында һәм тураһында шиғырҙар, тип, бик әкәмәт мәғлүмәттәр бирелгәйне.

-- Күрҙегеҙме байлыҡты: һәр береһе быуаҙ һыйыр ҡалынлыҡ, — тип, папкаларға төртөп күрһәтеп күҙ ҡыҫты береһе. — Был шиғри борсаҡ көнө-төнө тартҡан тирмәнгә лә иң кәмендә ун йылға етер ине, ә беҙҙеке ише журналға – тулы быуатлыҡ...

-- Һеҙ шуларҙың береһен дә баҫып сығармайһығыҙмы?

-- Карамиҙыҡын ғына баҫабыҙ! – Һәр кемгә лә аңлайышлы аксиомалай яуаплағас, һәүетемсә дауамланы. – Был байлыҡтың осона сығырлыҡ түгел. Һәр папкала бер үк темаға фәстерелгән әллә күпме «шиғыр-шығыр»...—Айырым баҫымлыҡлап әйтелгән был «шиғыр-шығыр» теш араһына кергән ҡомдай шығырланы ла күп йылдарға Йәүҙәт Әғләм улының йәнендә йәмһеҙ шығырлап торасаҡ инде... — Күрәһегеҙ бит: редакцияға ағылған шиғри һыуҙың асылы, үкенескә ҡаршы, көллө сифаттары яғынан бер стандарт ҡалыпҡа ҡайтып ҡала, һәммәһен дә бер үк кеше төрлө вариациялар ҡулланып яҙган тиерһең... Ғәфү итегеҙ, был һөҙөмтә Ел-Дауылға ҡағылмай, әлбиттә, — тип тә йомшарттылар ҡаты тел төбөн. — Моғайын, һеҙҙең тема үҙгәйлелер, яңылыр — үҙегеҙгә башҡа папка асырға кәрәк булыр?

-- Белмәйем шул, — тине, шкафтың темаларға байлығынан хайран ҡалып. — Белмәйем шул...

-- Улайһа, рәхим итеп, шүрлектәргә күҙ йүтертеп сығығыҙ ҙа темалары буйынса яңыраҡ шиғырҙарығыҙҙы һайлап бирегеҙ, — тине мөдир. — Мин һеҙҙекен тирмәндән тиҙерәк үткәреү яйын ҡайырам, шәйләйһегеҙҙер?.. Күрәһегеҙ: ана ниндәй сират!

Иптәш хаҡлы ине. Сират күперен иң тиҙ үтерҙәйҙәрен генә айырып биргәс, мөдир, сәхифәләргә диагональ рәүештә күҙ йүгертеп, алсаҡ йылмайып өс шиғырҙы һайлап алды.

-- Беләһегеҙҙер, обкомдың билдәле ҡарарында журналыбыҙ хеҙмәт коллективтарының професиональ байрамдарын яҡтыртмауҙа ғәйепләнде. Яңы театр бинаһы һалыу тураһындағын — төҙөүселәр көнөнә, трамвай тураһындағын — юлдар төҙәтеү айлығына, ә быныһын тағы ла берәй дата-матаға тура килтереберәк ҡыҫтырырбыҙ, — тине. Авторҙы был шаңҡытты:

-- Һе, ҡайһы бер ауыл магазиндарында араҡы шешәһенә «әшнәлеккә» еҫләнгән балыҡ «ҡыҫтырып» ебәрәләр... — тине, ирендәре ҡалтырап.

-- Кем ғәйепле һуң быға? Көллөгөҙ ҙә бер төрлө тыуаһығыҙ, бер төрлө яҙаһығыҙ һәм, ғәфү ит, туған, бер төрлө үләһегеҙ — нисә ҡапһаң да бер балыҡ башы...

-- Минең исем бар!

— Исемдә генә шул айырма. Аптырарһың был шағир халҡына: күҙҙәренә ни салынһа, «Мәрүән Карами ағайса был» тиҙәр ҙә шуны шиғыр итеп әтмәләп килтерәләр...

-- «Бөйөк Мәрүән Карами ижады бөтә шағирҙарыбыҙға өлгө булып торорға тейеш!» тип үҙегеҙҙең гәзиттән үк оранланы лаһа башҡорт белинскийы, шул өлгөнө кире ҡағаһығыҙмы?

-- Илең болғар булһа-булһын, /Илен болғар булмаһын, тигәнме әле Аҡмулла? Шуның кеүек, өлгөң өлгө булһа-булһын, ылғый көлкө булмаһын! Һинекеләр Мәрүән Карамиҙыҡынан да уҙҙырылған... һис юғында шуның кимәлендә ҡалырға кәрәк ине.

Аңла һин быларҙы!..

Ел-Дауыл элегерәк, балалар матбуғатының әҙәби бүлектәрен тематик тарлыҡта ғәйепләп: «Ысын шиғыр ҡанатланып ҡасҡан һеҙҙән. Әҙәби битте зоопаркка әйләндерҙегеҙ: гелән ҡош-ҡорт, кейек-януар, йә булмаһа башҡа төрлө йәнлектәрҙең рифмалап яҙылған портреттарын ташҡа баҫып сығарыу менән шөғөлләнәһегеҙ. Былайһа, һүрәт төшөрөүселәргә ни эш ҡала?..» — тип бот сабып көлөр ине. Бөгөн иһә үҙенең баяғы ҡарға, туҡран, турғай тураһындағы шиғырҙарын балалар гәзите редакцияһына көсләп тигәндәй таҡҡас, ҡыуанып бөтә алманы. Шунан һуң да ҡыҙыл папканың мыҫҡал өлөшө генә бушанғайны әле. Ҡарағурғаш һымаҡ күтәреп ҡайтты.

Журналда, «көн үҙәгенә һуҡҡан» бер нисә датаға «ҡыҫтырылып», бернисә шиғыры, ә балалар матбуғатында, ҡоштар бала осорор саҡҡа тура килтереберәк, «ҡанатлы дуҫтарыбыҙ хаҡында»ғы куплеттары баҫылып сыҡты, аҙмы-күпме гонорар тейҙе; цирк бинаһын данлаған пафослы юлдарҙы цирк әһелдәре эләктереп алып, программаларына индергәндәр, сезонды ябыу кисәһендә һөйләгәндәр. Уның өсөн автор кеҫәһен тос ҡына төшөм баҫты. Тик ул бындай «уңыш»тарҙан тулҡынланыр йәштән уҙғайны инде. Матбуғатта яңынан күренгән данлы исем Ел-Дауылға халыҡ йүнле иғтибар ҙа итмәне; куплеттары, бер көнлөк күбәләк кеүек тыуып, бер тәүлек әсендә һүрелде лә юғалды, башҡалар тарафынан күпләп үрсетелгән шундай уҡ шиғырҙар һәм йырҙар аҫтында күмелеп ҡалды, әйтерһең, бөтөнләй булманылар ҙа. Төндәрен йоҡлай алмай, өҙәләнеп уйланды: мин кемдән кәм? Бер үк самала яҙғанда ла Карамиҙыҡы ниңә шыма үтә лә, уныҡы тотҡарлана? Әлбиттә, шымағайҙың «совет халыҡ шағиры» тигән дәрәжәһе юл аса. Тик ул дәрәжәнең ҡайһылай бирелгәнен беләбеҙ: талантҡа ҡарап түгел – талапҡа ярап. Уны алмаған шағир, тимәк, ғүмере буйына түбән сортлы һаналып йөрөргә тейеш... Башына сәмле уй килде: Карамиҙың үҙе булып яҙып ҡарарға кәрәк, айыра алырҙармы икән? Бәһлеүәндең затлы тышлыҡтары алтын хәрефтәр менән буталланған томдарын кәштәнән алып, ижадының авторға дан-шөһрәт килтергән төп асылын барланы: ябай ғына әйткәндә, «өлкән ағай»ҙы ҙурлап, «башҡорт-ҡусты»ны хурлап, башҡорт тарихына ҡарата нигилизм үтен һеңдереп яҙған, шуның арҡаһында ғына «партия һалдаты»на – рупорына әүерелгән.

Шул йәһәттән Йәүҙәт Әғләм улы шағирәнә үҙен шағир Мәрүән Карами урынына ҡуйып, уның ижади ҡалыбына һыйҙырышлы әҫәр планын түбәндәгесә ҡорҙо.

Аҡ батшаға ҡаршы яуҙа еңелеп, ике ҡулы бығауланған Юлай улы көрәшенең хаҡлығына шикләнеп үкһеп илай: «Ниңә халыҡты күтәрҙем, йоҡоһонан уяттым? Ниңә мине уяттылар, азатлығың – ҡылысыңда, тип алдаттылар? Кемдәр ул мине йыһатҡа – изге һуғышҡа, тип аяҡландыртыусылар? Быуын-быуын ҡанлы сылбыр килтерҙе ул ҡотҡоно! Әгәр ҙә Сәйет Йәғәфәр булмаһа, Күсем дә булмаҫ ине. Күсем артынан – Алдар, уның артынан – Аҡай, уның артынан – Килмәк, уның артынан – Сурағол, уның артынан мин-Салауат та тыумаҫ, ҡылыс күтәрмәҫ инем. Динебеҙ, аҫабалыҡ хоҡуҡтарыбыҙ ҡулдан китә, тинекме? Китһә һуң?! Дин урынына дин килә, еребеҙ ҙә үҙ урынында ҡала бит! Батша беҙҙе ҡәлғә ҡолдары яһай, тип ҡурҡтыҡмы? Урыҫ ҡәүеме ғүмер-баҡи ҡол булған, ҡоллоҡта йәшәп килә, әммә тамыры ҡоромай – ярты ер йөҙөн баҫып алырлыҡ үрсей бит! Телебеҙҙән яҙҙыртыр, урыҫҡа әүрелдертер, тип ҡарыштыҡмы? Урыҫ түгеллегебеҙҙе ҡурсалап һуғыша-һуғыша барыбер ҡырылып бөтәсәкбеҙ, юҡҡа сығасаҡбыҙ бит! Ҡындан һурмаҫҡа кәрәк ине ҡылысты, өлкән ағай итеп танырға кәрәк ине урыҫты!»

Әҫәрҙең йомғаҡлау өлөшөндә Салауаттың һыҡтауына бөйөк автор бөгөнгө заман бейеклегенән яуаплай: «Эйе-эйе, бик хаҡлы – мең-мең тапҡыр хаҡлы һин, Салауат! Быуын-быуын баш күтәргән, үҙҙәрендә бөйөк партия яуаплылығы тойоуҙан мәхрүм ҡалған экстремистарыбыҙ ҡанға батырҙы! Ниңә кәрәк ине иҫәүән башҡортҡа ҡындан ҡылыс һурып тыпырсыныу? Азатлыҡмы? Уны беҙгә көнө килгәс барыбер бөйөк Ленин – Сталин партияһы бирҙе. Еребеҙме? Ер барыбер бөтәбеҙҙең дә мул йәшәүен тәьмин итеүсе коллектив милеккә әйләнде. Динебеҙме? Уны беҙ барыбер мәсет манараларын ауҙарып, китаптарын утҡа яғып юҡ иттек. Телебеҙме? Уны барыбер үҙебеҙ теләп онотабыҙ, бөйөк урыҫ телен мөҡәддәс әсә теле итеп сәскә атабыҙ, сөнки бөйөк партиябыҙҙың ошо быуат аҙағында уҡ яҡты Коммунизм төҙөп өлгөртөү Программаһында алтын хәрефтәр менән яҙылған: төрлө телле ваҡ халыҡтар – берәгәй телдә һөйләшеүсе монолит совет халҡына әүерелергә тейеш! Ошо яҡты киләсәгебеҙҙе алдан күрә белгән шул Юлай улы!»

Ошо Карами концепцияһын мөмкин тиклем уның «хосусан» теленә яҡынлаштырып, шиғри монолог тыуҙырҙы ла, «Салауат үкенеүе» тигән баш өҫтөнә автор исемен «Мәрүән Карами, республиканың совет халыҡ шағиры» тип шаҡырайтты. «Автор»ҙың үҙе был көндәрҙә өйҙә түгел – Мәскәүҙә кәңәшмәлә йөрөүе бик мас килде. Конвертына тиклем бөтәһен яҙыу машинкаһынан үткәреп, аҫҡы өлөшөнә уның Мәскәү адресын күрһәтеп, аманатты баяғы Мотиҡ Камил улы етәкләгән гәзит редакцияһына почта аша юлландырҙы ла һөҙөмтәһен сәмләнеп көтә башланы; моғайын, һиҙеп ҡалырҙар ҙа сүп кәрзиненә ташларҙар тип тә уйланы. Әммә өсөнсө көнөндә үк монолог, ҡайһылай әҙерләп оҙатылһа шулай, бер хәрефенә лә теймәй, баҫманың беренсе битендә баҫылып сыҡты ла баш ҡаланы шаулатты. Хатта обком бюроһы ултырышында ҡәнәғәтлек ҡаҙанып, Мотиҡ Камил улына йылы һүҙ әйтелгән, ә башҡорт белинскийы Ғаяс Хөснигә «почетлы бурыс» йөкмәтелгән, тинеләр, -- «шиғриәт өлгөһө булырҙай» ваҡиға хаҡында фәһемле мәҡәлә өлгөртөргә.

Нәүбәттәге аҙна башында шул уҡ биттә Ғаяс Хөсни шедевры ла донъя күрҙе -- «Бөйөк шағир ижадының балҡышы – шиғриәтебеҙҙең яңы баҫҡысы» тигән татар һөлгөһө оҙонлоҡ мөғжизә. Ғалим-тәнҡитсенең асышы матбуғатҡа юл яра алмаған шағирәнә йәш быуынды ышаныслы яңы ижад үрҙәренә ашҡындыртып, редакцияларға баяғы балҡыш үрнәгендәге әҫәрҙәр яуҙырылды, ҡайһы берҙәре ташҡа баҫылып сыҡты, күпселегенең үҙәк зыңы: «Мәрүән ағай әйтмешләй, эйелгән башты ҡылыс ҡырҡмай – ҡылыс күтәрмә, башҡорт!» шәкелендә ине.

Оҙаҡламай Мәрүән Карами Мәскәүҙән ҡайтып төшә һәм өҫтәлендә күбәләй өйөлгән ҡотлау хаттарын күреп, телефонды бер туҡтауһыҙ ыҙалауҙарынан башы ҡатып, редакцияға үҙе шылтырата: ни ғиллә, минең әҫәрҙе ҡайҙан алып баҫтығыҙ, баҫманы килтереп еткерегеҙ!

Баш редактор менән әҙәбиәт бүлеге араһында зыҡ-килеүҙәр ҡубынып, бүлек мөдире гәзитте тотоп Мәрүән фатирына сапты. Футбол ҡырылай бүлмәлә ырҙын табағылай яҙыу өҫтәле артында ултырып ҡаршылаған мәшһүр зат, инеүсене ҡаршыһында аяғөҫтө баҫтырып ҡуйып, донъя шаулатҡан монологты диҡҡәт менән уҡыны ла, бесән яҫмаһылай ҡалын ҡаштарын емереп:

-- Сәйәси асылдары, теле, айырым һүҙҙәре минеке, әммә стилистикаһы һәм рифмалары минеке түгел. Тимәк, монолог башҡа кешенеке! – тип күрәләтә шаңҡытты. Теҙ быуындары ҡаҡшаған мөдир, һулышын көскә алып:

-- Һеҙҙең исем тора лаһа, ни эшләйек инде, ағай? – тип күҙҙәрен мөлдөрәткәс:

-- Мошенниктың ике аяғын тупһағыҙға баҫмаҫлыҡ ҡыҫҡартмаһағыҙ, мин һеҙҙе... – тип бармаҡ янап, аяҡ тибеп екерҙе. Уҡтай атылып сығып китеп, түкмәй-сәсмәй редакцияға ҡайтып еткергәс, ҡурҡышынан ҡойолоп төшкән Мотиҡ, ярҙам һорап, партия өлкә комитетына йүгерҙе, ҡала күләмендә ҙур ғауға ҡупты. Оло йортта уны ҡаты иҫкәртеп, артабан шауламаҫҡа, яман ҡуҙҙы усағында көлгә күмеп һыуытырға, һүндерергә бойороп ҡайтарҙылар. Бүлек мөдире, вазифаһынан түбәнәйтелеп, хаттар бүлегенә кесе хеҙмәткәр итеп күсерелде; Мәрүәндән башҡаларҙың шиғырҙарын гәзиттә баҫмай башланылар, Йәүҙәт Ҡондоҙбаевтың иһә бөтә редакцияларға ла юлы ябылды – мутлығын барыбер белделәр. Ауыҙы бешкән Ел-Дауыл быны һис ни менән тыя алмаҫлыҡ тәбиғи хәл итеп күрҙе, сөнки партияның ҡулы оҙонлоғон бик яҡшы белә ине, шуға күрә фәҡәт тейешле һөҙөмтәләр яһаны ла уйланды:

«Шағирмын, тиһең, ә үҙең партия һыҙған юлды шымартыусы шанлы шағирҙар эҙенән эйәрә алмайһың. Халҡым, тиһең, ә ни өсөн халҡың өнһөҙ һарыҡ хәленә ҡала барыуын белмәйһең. Кем ул халыҡ? Кем ул иҫәүән һарыҡ?»

Кем ул?!. Мәғәнәле һорау.

Хатта бер шаталаҡ ҡына ҡыҙға «йәнем» һүҙен әйтер алдынан да беҙ ул ҡыҙҙың ҡасан һәм ҡайҙа тыуғанын, башынан нимәләр кисергәнен, ни рәүешле йәшәгәнен белеп алырға өлгөрәбеҙ, шунан һуң ғына баяғы тылсымлы һүҙ менән өндәшәбеҙ. Шунһыҙ һинең өндәшеүең яһалма һәм ялған сыға, һине ҡыҙ кире ҡаға. Һинең барлыҡ хистәрең үле тыуа. «Халҡым» тип ауыҙ асырҙан элек кемдең ошо хаҡта уйлағаны бар?! Һәм ул халыҡтың шағирҙарының да ҡайһы берҙәре «халҡым» һүҙен — бөйөктәрҙән бөйөк һүҙҙе — булдыҡһыҙ егет йоратылай, яһалма һәм ялған пафос менән ҡысҡырып йөрөмәйме? Шиғри хистәре лә шуға күңелдән үле тыумаймы?.. Шуға күрә халыҡтың бәҫе китеп, Карамиҙар шауҡымы яман шештәй йәйелмәйме?..

Төндәр буйы керпек ҡаҡмай уйланды. Күңел офоғо кирелеп, зиһене шундай ауырттырғыс бер нөктәгә төртөлдө:

«Халҡымды белмәйем икән.

Юғары белемгә эйә булғанмын, ә халҡымды белмәйем икән.

Халҡымдың улы булып тыуғанмын, ә халҡымды белмәйем икән.

Тимәк, үҙемде белмәйем икән...

Үҙемде...»

Тарих фәне буйынса белем шүрлегенең «буш» урындарын тултырырға һыҙғанып, быуаттар тәрәнлегенән, «ҡара алтын» ҡатламына тура тоҫҡалған бырауҙай, өҫтән аҫҡа төшөү ысулын һайланы ул. Бөйөк Октябрь революцияһынан һуңғы дәүер уға асыҡ. Термометр шкалаһындағы ноль һыҙығы һымаҡ, Башҡортостан автономияһын яулап алырға булышлыҡ иткән Октябрҙе төп нөктә итеп алып, шуға таянып, «минус» һыҙыҡтары аша аҫҡараҡ — быуат төпкөлөнә табан барыу йәтештер. Тәүҙә дөйөм мәғлүмәт биргән хеҙмәттәрҙе «һөҙөргә», унан һуң төп сығанаҡтарға тотонорға. Шулай һәрмәнеп бара-бара, кешелек донъяһы туплай алған мәғлүмәттәрҙең осо-башына сығырға. Был ябай һәм уңайлы алым, әлбиттә, тәүге аҙымдан уҡ түгел, ә ҡырҡыу эш барышында, төрлө «ауыҙ бешеү»ҙәр һөҙөмтәһендә яралып, ысул булып нығынды.

Йәй үтеп, сәфәрҙәренән ҡайтып төшкән ғаилә ағзалары ҡабат бер ҡорға тупланғанда, ҡатыны һәм ҡәйнәһенең ихлас ҡайғыһына, Морат улының оло ҡыуанысына күрә, Йәүҙәт, күҙҙәрен шашҡын фанатизм билдәләре елһетеп, һаҡал-мыйыҡтары өтөрәйгән килеш, мөйөштән-мөйөшкә үрмәксе ауҙары һуҙылған иркен фатирҙа баштан-аяҡ китаптарға күмелеп, һис кем белмәгән ниндәйҙер иҫке бәктәрҙең һәм батшаларҙың, пәйғәмбәрҙәрҙең һәм хоҙайҙарҙың исемдәрен үҙ алдына мыңғырлай-мыңғырлай, табаҡ-табаҡ ҡағыҙҙарҙы сыбарлап, «йортта сүп-сар, саң бәрәкәте арттырып ултыра» ине. Логикаға ярашлы фекер йөрөтһәк, бындай хәлде күргән ҡәйнә менән ҡатын шунда уҡ һалҡын аҡылдан яҙырға, ҡабынып, туҙынып, сәстәрен йолҡоп илай-илай уға ябырылырға, ҡулынан һөйрәп торғоҙоп тәүҙә үҙен, артынан том-том китаптарын быраҡтырырға тейеш ине. Ир иһә уларҙың миһырбанһыҙлығы: өйҙә бер тин дә ҡалдырмай, күрәләтә уны асҡа үлтерергә һүҙ ҡуйышып китеүҙәре хаҡында дау һалырға хаҡлы ине. Әммә ғаилә тормошо шул яғы менән күркәм дә: ул күп ваҡыт логикаға һыймаусан. Ҡатыны менән ҡәйнәһе уның өтөк хәлен тын ғына бер быуа кисергәс, юл тейөнсөктәрен ҡулдарынан ысҡындырып, ысынлап та икеһе ике яҡтан «бахыр»ҙы ҡармап алдылар, ихлас иламһыҡланып сыулай-сыулай, шырт ҡыл баҫҡан биттәренән супылдатып үбергә, туҙғаҡ сәстәрен ыңғай һыйпап шымартырға керештеләр.

-- Уй бисараҡайым, Ҡондоҙҡайым, ниндәй хәлдәргә төшкән!

-- Үҙең ғәйепле быға, ҡыҙым, үҙең! Аҡса ҡалдырмағанһың.

-- Әй әттәгенәһе... онотоп киткәнмен дә барғанмын шул, әсәй. Ах был белекһеҙ башты!

-- Күр: һаҡалы биленә еткән, ҡоро һөлдәгә ҡалған.

— И йәнекәйем, бахырсығым, бер үк кисер инде мине, тинтәкте. Йәнем, кил, бер генә үпәс ит әле үҙемде!

Эҫе һулышын бөркөлдөртөп ванна һемәктәре шауланы, тәрән шкаф ҡарынынан ҡыштырлауыҡ крахмаллы күлдәк-ыштан, йәймәләр, таҫтамалдар сығарылды. Ҡәйнә-ҡарсыҡ туҙрау китап-ҡағыҙҙарҙы ипле генә йыйыштырып, кәштәгә теҙә башлаған арала, Гөлзифаһы уны, һөйөклө ирен, сабый балалай ҡултығынан эләктереп, ванна күленә сумырырға өлгөрҙө...

Һабын күбектәре аҫтынан ике күҙе генә ҡарайып, хозурлыҡтан түшәмгә төкөрөп ятҡанында, ванна бүлмәһенең йоҡа ишеге үтә кухнялағы мөңгөрләү салынды ҡолағына:

-- Был әҙәмеңдән ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла тормаҫ! — тине ҡәйнә ауазы.

-- Улай тимәсе, әсәй. Күрмәйһеңме ни: шиғыр яҙып ултырып ни хәлгә төшкән!

-- Беләм мин шиғыр яҙыусы мәхлуҡтарҙы. Береһе лә, үрмәксе ауына уралып, сысҡан кимергән китаптар ҡосаҡлап ултырманы.

-- Ҡарасы китаптарын: тарихты өйрәнә бит ул, әсәй, Шекспир кеүек, әҙәмдәрҙе тетрәткес трагедиялар яҙырға.

-- Ташҡа үлсәйем, Шекспирың үҙеңде генә тетрәндертеп ҡуймағайы!.. Сүлмәкте ярмаҫы элек, арт һабағын уҡытыл алырға ине.

-- Көтәйек әле, әсәй, көтәйек. Сабыр иткән — моратына еткән...

...Тарих менән тартышып йөрөп, ҡыш уртаһын уҙғарҙы, яңы йылды яңы юлға ышаныслы аяҡ баҫҡанлығын тойоп ҡаршыланы. Хәҙер инде был өлкәлә итәгенән тартһаң ҡолап китмәле бәндә түгел, ә юҫығын самалап, билде биштән быуып сыҡҡан түҙемле мосафир ине ул. Темаһы буйынса таба алған әҙәбиәтте кисеп, урындағы архивтарҙың туҙанын туйғансы йотоп, инде Ырымбур, Ҡазан, Мәскәү, Ленинград тарафтарына ҡуҙғалырға ынтылып торор ине. Бер тин табыш килтермәһә лә, ғәжәпкә ҡаршы, өйҙә уны йөҙ ҡыҙартмай ашаттылар-эсерҙеләр, ҡайҙа йөрөйһөң, ни ҡылаһың, тип тә ныҡып йөҙөтмәнеләр. Сәйер даръя ағышын үҙ ыңғайына ебәреп, өндәшмәй, ситтән генә күҙәттеләр. Көндәрҙән бер көндә тарих фәнендә типһә тимер өҙөрҙәй көс эйәһе итеп тойҙо үҙен, береһенән-береһе хәтәр идеялар, тоҫмаллауҙар менән ҡайнашты аңы.

Шул осорҙа Тарих һәм филология институты китапханаһы залындағы бер осрашыу һәммәһен дә хәл итте. Үҙе ҡасандыр лекцияларын тыңлап уҡыған ғалим — электән билдәле филолог, хәҙер тарих фәндәре лә докторы Йәмил Ҡотлоев ине ул, ошо көнгәсә уны, ҡасандырғы студентын, күҙ уңынан ысҡындырмай, иҫендә тотҡан, ситтән генә шәйләп йөрөгән булып сыҡты.

Һүҙгә-һүҙ ялғанып, йәнен иҙгән мәсьәләләр өйөрмәһен ишерелдергән дә ташлаған икән Йәүҙәт. Ҡарт профессор ике ҡулы менән яңаҡтарына таянып, күҙен йомоп (уның шундай мәрәкә ғәҙәте бар), бүлдермәҫтән тыңланы.

-- Йә, хуш, инде нимә эшләргә самалайһың? — тине аҙаҡтан, ялбыр ҡаштары аҫтынан ҡарайылтыр күҙҙәрен төртөп ҡарап.

-- Ултырып яҙырға ваҡыт.

-- Дөрөҫ, бик ваҡыт, бик ваҡыт. Нимә әтмәләмәксеһең?

-- Нимә тип... Миңә, шағир кешегә, шиғыр ҡатыш моҡәлә һымағыраҡ бер нәмәлер инде. Дөрөҫөрәге, ялҡынлы публицистика. Бәлки, берәй тарихсыны оло хеҙмәткә рухландырырмын.

-- Берәй тарихсыны, тиһең инде.. — Ҡотлоевтың сал ҡаштары һелкенде — күҙҙәрен сөкөрәйтеп көлдө. — Нимә, әллә, һинеңсә, шағир кеше тарихсы була алмаймы? Бына мин дә тәүҙә шиғыр яҙа инем, филология фәпдәре кандидаты булып киттем. Аҙаҡтан тарих буйынса ла докторлыҡ диссертацияһы яҡланым...

Йәүҙәт белә: тарих фәндәре докторы Йәмил Ҡотлоев та шулай үҙ заманында ике шиғри китаптың авторы булған. Бөгөн дә ул лекцияларында шиғри юлдар һәм ғибрәтле хикәйәттәр ҡыҫтырып ебәрмәйенсә түҙмәй. (Тарих һәм филология ғилми-тикшеренеү институтының директоры булғас та, вузда махсус курс уҡыуын дауам итте.)

-- Һеҙ бит ул... — тине Йәүҙәт Әғләм улы.

-- Бәй, һин кемдән кәм? Аяғың юҡмы, ҡулыңмы, әллә башың үҙеңдеке түгелме? Мин һиңә студент сағыңда уҡ әйтә килгәйнем дәһә: һинең был баш торғонлоҡта туҡтап ҡалған тарих ҡуласаһын матҡып әйләндерергә һәләтле. Тотон, ҡустым, һәм әйләндер! Тел белеме өлкәһендә маһирлығың — яҡшы тарихсы булыу өсөн тылсымлы асҡыс ҡына! Юҡҡамы ни академик Николай Иосифович Конрад, тарихсы — яҡшы филолог, ә филолог — яҡшы тарихсы булырға тейеш, тип туҡый, ә мин үҙем дә бер ҡулым менән — филологияла, икенсеһе менән тарихта соҡсонам! Хәҙер тарих өлкәһендәге асыштар тарихтың беҙ тапанып эҙләргә күнеккән «түтә юлы»нда түгел, ә төптәрәк — тарих фәненең тел белеме, фольклористика, археология, антропология һәм башҡа фәндәр менән тоташып-сатрашланыу нөктәһендә йәшенеп ята. Тарихсы, әгәр ул сүбәк сәйнәүсе көйөш һыйырына әйләнергә теләмәһә, кәм тигәндә ана шул дүрт-биш өлкәнең маһиры булырға тейеш. Ә һиндә бындай һәләт бар. Башы барҙың ашы бар, тигәндәр боронғолар.

-- Ай-һай, ҡулдан килерме икән?

-- Ысынлап тотонһаң, килер.

-- Ә нисек тотонорға?

-- Иң мөһиме — тотҡан ерҙән шартлатып һындырып барма. Хәтәр урындарҙы уратыбыраҡ үтергә өйрән. — Профессор элекке шәкертенең алдындағы тәртипһеҙ өйөлөп ятҡан ҡулъяҙманы аҡтарыштырып, күҙ йүгертеп сыҡты. — Билдәле нисек икәне — диссертация яҙырға, бына нәмә! Кандидатлыҡ яҡларға. Яңы миңә ысҡындырған ҡайһы бер тезистарың, йәшермәй әйтәм, докторлыҡҡа етерлек, докторлыҡҡа! Ҡайһы ысул һайланың?

Ҡондоҙбаевтың яҙыуға күп тексәйеүҙән елһенгән күҙҙәре остазына төбәлде:

-- Быны, нефселәр теле менән ябайлаштырып әйткәндә, Йәмил Ҡотлоевич, мин бит һеҙҙең яратҡан горизонттан түгел, ә тәрән «девон ҡатламы»нан да ары үтергә йыйынам. Ә һеҙ һәм һеҙҙең ғилми мәктәбегеҙ, ғәфү итегеҙ, нефты девон ҡатламында тамамлана, тип раҫлай.

-- Бәрәкалла! Ул тиклем үк ҡыйыу нефҠе икәнһең, -- бырау башың тупарланмаһын, скважинаңдан фонтан атһын, тип теләргә генә ҡала.

-- Ай-һай, Йәмил Ҡотлоевич!

-- Ҡустым, ниңә һин бөгөн шул тиклем кирегә көйләндең әле? Һуғыш уты ҡабыҙыусы тип уйларһың.

-- Һуғышырға тура килмәһен ине, тим...

-- Кем менән?

-- Һеҙҙең менән! — Йәүҙәт Әғләм улы ҡарттың күҙенә ҡыйыу ҡараны, сөнки уның был тәңгәлдә юғалтырҙай нәмәһе юҡ. Йән тирен сығарып яҙыласаҡ даулы диссертацияһы ла, ундағы бәхәсле һөҙөмтәләрҙе дәлилләйәсәк тиңһеҙ асыш — Асылыгүл тәүырын (тәүрун) яҙыуы һәм шуга бәйле парадоксаль һөҙөмтәләр ҙә алда ине. Фәнгә морон төрткән йәштәрҙең легендар лингвист Баҡишевтыҡы менән бер ҡатарҙан уның да исемен тәҡрарлап тилереп йөрөүҙәре, ә күренекле әҙиптәр уны һәм Асылыгүл ҡомартҡыһын йә яҡлап, йә хурлап мәҡәлә яҙыуҙары ла алыҫ киләсәктә ине. Әммә Ҡондоҙбаев баяғы тура һүҙен әйтә алды.

-- Уғата яңылышаһың. Теләйһеңме, мин һиңә үҙем ғилми етәксе булам? Аспирантура бөт тә...

Быныһы Йәүҙәт Әғләм улын, ысынлап та, шаңҡытты. Маңлай тирен һыпырып, ҡартҡа ышанмайыңҡырап ҡараны:

-- Минең өсөн оло бәхет булыр ине был, әлбиттә. Тик...

-- Шағир, шағир! — Йәмил Ҡотлоев арҡаһынан һейҙө уны. — Кеше йәндәренең инженерҙары, тиҙәр тағы үҙегеҙҙе... Уйлап ҡара: һиңә ҡаршы сығыу миңә ни бысағыма? Үҙ тамырыма үҙем балта сабырға мин ахмаҡмы? Әгәр мин девон ҡатламына етеп туҡталғанмын икән, әгәр һин дә шыр тиле түгел икән, ул саҡта һиңә беҙ һуҙған әҙер скважинаны дауам иттерәһе генә ҡала!

-- Әгәр мин үҙемдең скважинамды һуҙһам?

-- Ай-һай, бер үҙеңә күпте алаһың түгелме, дыуамал егет? — тине профессор. — Һуңынан иларға тура килмәгәйе. Ете үлсәп, бер киҫ, тигән боронғолар... Ғәфү ит, был ҡылығың менән миңә кемде хәтерләтәһең — беләһеңме?

-- Кемде? — тине Йәүҙәт, сәмләнеп.

-- Тилбер күкенде — бына кемде!

-- ?!


-- Тыңла, улайһа. — Йәмил Ҡотлоев, университетта уҡытҡанында ауыр имтихан алдарынан консультация биргәндәй, ҡара-ҡаршы ултырып, йәш кешегә һабағын тирелдерҙе.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет