Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет6/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19

ЯҢЫРТЫЛҒАН ИҪКЕ ЙЫР
Пролог урынына

(1979)
I
Етмеш өсөнсө йыл яҙған инем

Бер поэма — тап ҡырҡ йәшемдә.

Океан артындағы ҡорҙашымды

Әрләгәйнем, буғай, мин шунда.


Вьетнамда һуғыш бөткән ине

“Янки”ҙарҙы еңгән ул йылда,

Тол ҡалдырып һалдат ҡатындарын

Колорадо5, Меконг6 буйында.


Вьетнамдар иңдән ҡанын йыуһа,

Ҡырсый ине АҠШ7 бысрағын.

“Бысраҡ һуғыш”ҡа ул ҡолағынан

Батҡайны шул, тамам бысранып.


Хәтеремдә: Аҡ йорт8 әйләнәһен

Ветерандар һырып алғандар.

Түштәренән “бысраҡ миҙал”дарын

Ергә атып, тапай табандар.


Полктарҙы нахаҡ яуға ҡыуған

“Ҡарсыға”лар тапты ләғнәтен.

Миҙалдарҙан һарҡҡан ҡан-бысраҡҡа

Билдән батты Аҡ йорт дәүләте...


Ләғнәт орҙо ҡулһыҙ, аяҡһыҙҙар,

Ләғнәт орҙо хатта телһеҙҙәр;

Вьетнамдан ярты үлеп ҡайтҡан

Маңлай күҙһеҙ, күңел күҙһеҙҙәр.


Ә ҡайтмаған ирҙәр джунглиҙарҙа

Ҡәберҙәрҙән атты ләғнәтен.

Колорадо һыуы ҡайнап торҙо,

Меконгының йотоп нәфрәтен.


Һәм шул мәлдә Вьетнам тупрағында

Ләғнәт орҙо мең-мең әсирҙәр.

Вьетнамды еңәм, тиеп килеп,

Еңһеҙ тороп ҡалған “шәп” ирҙәр.

Шунда ине минең тиҫтерҙәрем —

Полковниктар — “бысраҡ” яу заты.

Боғаҙына тиклем буҡҡа батты

Аҡшай күҙле АҠШ һалдаты...



II
Дэвис Анджелла һәм Джейн Фонда9

Ике йондоҙ ярғас күк йөҙөн,

Һүтер төҫлө ине был һалдаттар

Пентагондың10 “бысраҡ” нигеҙен...


Мин уйланым: тынмаҫ ветерандар,

Ҡайтыр ярһып әсир һалдаттар.

Муйындарын борғас, “ҡарсыға”лар

Ҡабат ҡанат кирә алмаҫтар.


Колорадо-йылға Меконг менән

Сафлыҡ һыуы йәнә алышыр.

Ҡәберҙәрҙе ҡалын үлән баҫыр,

Яҙлыҡҡандар ҡабат ҡауышыр.


Һәм әсирлек-хурлыҡ “бысрағын” да

Оноторға теләр тиҫтерҙәр...

“Иҫке яраларҙы яңыртмайыҡ, —

Тинем, — минең йырым иҫкергән!”


Шул яҙылып бөткән поэмамды

Һалып ҡуйҙым һалҡын архивҡа.

АҠШ дуҫтар менән был донъяны

Килтерербеҙ, тинем, тәртипкә...



III
Күрәм ләкин шуны биш йыл үткәс:

“Ҡарсыға”лар кирә ҡанатын!

АҠШ-тағы аңыш ҡорҙаштарым

“Бысраҡ һуғыш” аша ала тын.


Һәм кинәнеп улар баға төҫлө

Ут сәсрәгән яҡҡа мут-бурҙай:

Вьетнамдың ҡанлы сиктәрендә

Ҡытай танкылары тыҡырҙай...


Емерелә ауыл һәм ҡалалар,

Сабыйҙарҙың башы сабыла.

Һәм шул утлы, ҡанлы картиналар

Аҡ йорт тәҙрәһендә сағыла...


Киҫәү һуҙып океан аръяғынан,

Болғаталар уттың күмерен.

Доллар ҡаршыһында юҡ тин тора

Кемдәрҙеңдер ғәзиз ғүмере...


Ут-ипкенгә ҡуйып “ҡарсыға”лар

Йылытҡанда бысраҡ устарын,

Ярһып ниңә ләғнәт ормайһығыҙ,

Тиҫтер американ дуҫтарым?!


Һүтеп ташлап нәфрәт тиҫбеләрен,

Тулдымы урт тәмле аштарға?..

Пентагон бит тағы тешен ҡайрай

Вьетнамға һеҙҙе ташларға!


Булдығыҙмы әллә полковниктан

Алтын уҡа ҡайған генерал?

Яңы быуын “йәшел берет”тарҙы

Ҡыҙыҡтырҙы мәллә “шәп ҡорал”?!.


Еңелеүҙең әсе әсирлеге

Аҡыл биргән ине ләбаһа!..

Хәтер архивтарын саң ҡаплаһа,

Халыҡтарҙан сорғоп ҡан аға...


Онотмайыҡ, тиеп, Меконгыны,

Һәләк булған һалдат башҡайын,

Архивымда ҡуҙҙай көйрәп ятҡан

Иҫке йырҙы ҡабат башлайым!



Архивымдан иҫке йыр: Вьетнамдан табан тайҙырған

американ ҡорҙашыма

(1973)

1
Бамбук яғып, джунглиҙа

Еймәк булдың ҡыр ашын —

Табан баҫтың Вьетнамға,

Американ ҡорҙашым...


Утыҙ икенсе йыл тыуған

Һин, мин — ике ҡитғала.

Гитлер билен һындырғанда

Дусар булдыҡ йотҡа ла.


Күрешмәһәк тә һис ҡасан,

Йөрәктәр тоташ ине.

Беҙҙе талпытҡан, ярһытҡан —

Иң изге һуғыш ине.


Һинең атай — Колорадо,

Минең атай — Волганан

Эльбағаса атлап уҙып,

Ҡулды ҡулға ялғаған.


Эльбаларҙа ике ватан,

Ике йөрәк осрашты:

Һинең атай, минең атай

Ҡосаҡлашып дуҫлашты.


Алып ҡайтты илгә улар

Ғәҙел яуҙың дауылын,

Океан аша күрештереп

Фермаларын, ауылын.


Хыялланды ике атай,

Дуҫлашһын, тип, уландар.

Ҡара-ҡаршы аҡмаһын, тип,

Колорадо, Волгалар.


Тулҡындарын океандың

Ҡаршы ярҙар ҡаҡмаһын.

Ҡитғаларҙың ҡанауынан,

Тиеп, Аллам һаҡлаһын!


Эйе, “һалҡын һуғыш” боҙҙо,

Ҡалҡып сығып боҙ тауҙай...

Әммә изге уйҙа ине

Эльбалағы атайҙар!



2
Һүҙ теймәһен атайҙарға:

Булды улар баһадир!

Ә уларҙың уландары

Һин — полковник,

Мин — шағир.
Атайҙарҙың хыялдары

“Үтәлеүгә” ирештек:

Күңел менән океан аша

Елеп үтеп күрештек.


Тик күрешеү тәңгәлебеҙ

Хәтәр ине — ут ине.

Күрешеүсе беребеҙ — ҡот,

Икенсебеҙ мут ине...


Һин, полковник, осоп килдең

Бомбалы “Б...” осҡоста.

Мин ҡыҫҡарттым араларҙы

Толпар-атым Пегаста11.


Эльба түгел, лотос-гөллө

Меконг һыуы арбаны.

Тик ул гөлгә һинең күҙҙәр

Прицель аша ҡараны...


Ҡурғаш төҫлө ине йөҙөң,

Өҫтән атҡан ҡарашың.

Бомба таҡҡан йөрәгеңде

Тартып торҙо парашют.


Кнопкаға баҫҡаныңда

Тешең киршәп йылмайҙың.

Тишеп төштө бомбаларың

Лотостарын тын сайҙың12.


Ә ул тын сай буйҙарында

Моңло төн ята ине.

Донъяның бар пегастарын

Ҡыйғас ҡаш тарта ине...


Тулған Айҙай сөм күҙҙәргә

Донъя тулырлыҡ ине.

Полковник та, һәм шағир ҙа

Әсир булырлыҡ ине...



3
Ҡорҙаш-ҡорҙаш, атайҙарҙың

Эльбаларын юйғанһың.

Ҡыйғас ҡашлы һылыулыҡтан

Көстө өҫтөн ҡуйғанһың.


Һөйөүҙе лә, һылыуҙы ла

Алмаҡ булдың тик тартып,

“Көслөнөкө — донъя!” — тиеп,

Йә ҡурҡытып, йә һатып.


Бына шунда һынды, һынды

Атайҙарҙан терәктәр.

Бомба шартлап сөйгән утҡа

Ҡаҡлығышты йөрәктәр.


Яраланған йөрәгемде

Ҡанлы ергә терәнем.

Парашютта килеп төштө

Һинең ҡурғаш йөрәгең...


Ҡотһоҙ күктән ҡон ялбарып,

Ҡулдарыңды күтәрҙең.

Әммә ерҙә ҡорттай ҡалып,

Күҙ алдында бүҫкәрҙең.


Һуҡыр инең сөм күҙҙәргә,

Ярым Айҙай пар ҡашҡа.

Ә баш эйҙең көбәктәге

Бер йомарлаҡ ҡурғашҡа...


Матурҙарҙан батыр тыуа,

Мөхәббәттән үс нығый:

Полковникты әсир ҡыла

Мылтыҡ тотҡан бер ҡыҙый...


Ах полковник, вах полковник,

Ҡурғаш йөрәк һин -- әсир!

Әсир итмәгәс йөрәгең —

Бер ҡорт ҡына һин, тәҡсир!..


Утлы ерҙән бара әсир,

Бахыр иткән хөр башын.

Парашютың тишек булған,

Американ ҡорҙашым!


Ашын ейеп джунглиҙың,

Еләйәсәк күп айҙар.

Шуның өсөн биргәнме ҡул

Эльбалағы атайҙар?!.



4
Көндәр үтте, айҙар үтте...

Әсирлектең ыу-ашын

Ашай-ашай, ирек көттөң,

Американ ҡорҙашым.


Колорадо буйҙарында

Туғандарың ҡан йотто,

Ниңә бомба бизнесына

Ебәрҙек, тип, алйотто.


Азиаттар кеше ашай,

Тип тә хатта ҡурҡтылар.

Күрешеүгә өмөттәрен

Тамырынан ҡырҡтылар.


Ултырҙы тик уландары

Дүрт йыл иҫән һәм имен.

Вьетнам дөгөһөн ейеп

Зауыҡланды “супермен13”...


Ашап туйғанһыңдыр инде

Джунглиҙың ҡыр ашын?..

Дүрт йыл буйы аҡыл йыйҙың,

Американ ҡорҙашым!


Дүрт йыл аша Эльбағаса

Атайҙар бит юл үткән.

Ә һин тишек парашютҡа

Дусар булдың нилектән?..


Көс юҡ түгел, бик күп ине

Һине илткән осҡоста.

Ниңә бындай мәсхәрәле

Булды юлың һәм ҡыҫҡа?


Әллә серек аэропорттан

Төбәлгәнме юл башың?..

Уйлан әле ошо хаҡта,

Американ ҡорҙашым!



5
Һинең хаҡта көтәм хәбәр

Гәзит-мәзит битенән:

Вьетнамда һуғыш бөткәс,

Кемдәр азат ителгән?..


Полковниктар ҡайта илгә

Унарлап та йөҙәрләп.

Тик һин ниңә күренмәйһең,

Эштәр әллә бик һәләк?


Яҡшы яҡҡа боролһон, тип,

Көтәм яңы юл башың.

Үлтереүсе булһаң да шул,

Һин бит минең йылдашым.


Яҙмыш яҙып, булалманыҡ

Икебеҙ тиң баһадир.

Кеше булып ҡалһаҡ ине,

Һин — полковник,

Мин — шағир...

6
Туҡта, туҡта,

Гәзиттәр бит

Хәбәр һала яңынан:

Көтөү-көтөү әсир ҡайта

Тағы Вьетнам яғынан!
Пегасыма тартты ҡабат

Ҡанатланмыш тойғолар:

Ҡырҡ йәшлек ҡырҡ кеше улар —

Утыҙ ике йылғылар!


Беҙҙең тиҫтер полковниктар

Әсирлектән ҡотола.

Мәсхәрәле табандары

Вьетнамдан йолҡона.


Илтә конвой бахырҙарҙы —

Мөмкин түгел тыйылғы! —

Ҡырҡ йәшлек ҡырҡ вьетнамлы

Утыҙ икенсе йылғы!..


Аҙым һала ҡырҡ йәшлеләр

Планета биленә.

Килер ҡырҡ йыл Ер ғүмере

Ятҡан ирҙәр иңенә.


Донъя ниңә тиңһеҙ былай —

Тиң түгел ҡырҡ йәшлеләр?!

Ҡырҡ ҡуш күҙҙән осҡон осһа,

Ҡырҡ ҡуш күҙҙәр — йәшлеләр...


Ҡырҡ ҡуш табан баҫҡан һайын,

Ер йәшәреп тын ала.

Ҡырҡ ҡуш табан баҫҡан һайын,

Ер өтөлөп, ҡан ҡала...


Ҡырҡ ҡуш ҡулда — Ер теҙгене,

Ҡырҡ ҡуш ҡулда — үрт эҙе...

Ҡырҡ һәм ҡырҡҡа айырылған

Алты ҡитға ер йөҙө.


Волгаларҙың, Эльбаларҙың

Кемдәр күген түңкәргән?

Меконгыны ер йөҙөнә

Яра ярып үткәргән?


“Һалҡын һуғыш” тынһа, һулыш

Ут-һуғыштан ҡурыла.

Уйландыңмы, американ

Ҡорҙашым, шул турала?..


Һин дә, мин дә уйланмаһаҡ,

Был донъянан ни ҡалыр?

Именлек бит икебеҙҙең

Игелектән торалыр!



7
Ҡайттың тыуған тупрағыңа,

Американ ҡорҙашым.

Колорадо ярын ятып

Үпкәнһеңдер бер шашып.


Төрлө икән, эйе, юлдар,

Башланһа ла бер Ерҙән:

Шан данлаһа атайҙарҙы,

Һине ҡанлы кер бөргән...


Ҡара ҡанлы итегеңде

Йыу һин тыуған йылғала.

Балыҡ белһен, халыҡ белһен

Ҡан аҡҡанын донъяла.


Хәйер, һеҙҙең АҠШ-та бит

Төҫкә ҡарап һуялар.

Аҡ тән түгел яраларҙан

Һыу аға тип тоялар...


Туғыҙ грамм ҡурғаш хаҡы —

Ҡара-негр ғүмере.

Ҡыҙыл тәнле индейҙарҙың

Төтәй ҡара күмере...


Хәйер, ап-аҡ тәнлеләр ҙә

Һыныҡ эҙләй сүплектән...

Әллә үтә рәхәтлектән?..

Әллә доллар күплектән?!.


Тайғаныңда Вьетнамдан,

Әйттең: “Быны онотмам!”

Күҙең асып ҡара, ҡорҙаш:

Өйөңдә бит Вьетнам!..


“Бысраҡ һуғыш” туҙандарын

Һелкеп ташлар сағыңда,

Яңы ҡараш атһаң ине

Өйҙә тирә-яғыңа!


Донъялар бит өр-яңыға

Түңкәрелде ҡырҡ тапҡыр.

Бөгөн ерҙә — Намыҫ түрҙә!

Ерҙә бөгөн юҡ бахыр!


Пентагонда оя үреп,

Булһаң һин дә “ҡарсыға”,

Колорадо ярҙарынан

Илең ҡаны тамсылар.


Атайҙарҙың Эльбаһынан

Ерҙә шул саҡ ни ҡалыр?..

Ҡырҡ йәшлеләр быуынына

Етте ваҡыт уйланыр!


Колорадо буйҙарынан

“Ҡарсыға”лар осмаһын!..

Волга буйы “бөркөт”тәре

Ауламаһын дошманын!..


Ҡул ҡыҫышып күрешһен, тим,

Океан аша һәр ил, йорт!

Алты ҡитға — булһын ине

Туғанлыҡҡа аэропорт!


Бар бит беҙҙең Волгалар,

Бар бит беҙҙең Эльбалар.

Меконгыларҙа осрашмаһын

Беҙҙән тыуған балалар!..



Эпилог урынына

(1979)
I
Яңыртылған иҫке йырҙы

Бөттөк көйләп ни ара!

Шул арала Ливанда һәм

Никарагуала яу бара.


Шул арала Афғанстан,

Курдистанда ут дөрләй.

Утлы ҡуҙҙар Африкала

Оло янғынға үрләй.


Вьетнам сиктәрен йәнә

Утҡа тота пушкалар...

Дөрләй илдәр... Самолеттар

Әжәл йөкмәп осалар...


Нахаҡлыҡтың көбәгендә,

Ҡанатында — бер тамға:

Пентагондың тырнаҡтары

Сыйған, батырып ҡанға...



II
“Ҡарсыға”лар ҡарҡылдаша

АҠШ-тың Аҡ йортонан.

Ут йөрөтә илселәре

Ебәк итәк аҫтынан.


Ракета һәм танкылары,

Кәмәләре тоҫҡаулы.

Донъяны ут-көл ҡылырға

Дәжжал тубы яҫаулы.


Майҙандарҙа маршлайҙар

Яңы “йәшел берет”тар.

Генералдар — маршаллыҡты

Матҡырға уй йөрөтә...



III
Яңы хәбәр: Пентагонда

“Йылғыр корпус” төҙөлә.

Яндырыуҙы, үлтереүҙе

Кәсеп итмеш үҙенә.


Теләгән бер илгә уны

Була, тиҙәр, осороп.

Теләгән бер хөкүмәтте

Була, тиҙәр, төшөрөп.


Теләгән бер ил байлығын

Тартып алыу — теләге.

Донъяларға әҙерләнә

Ажар әжәл һемәге...



IV
Хәбәр йөрөй... Ә һин ҡайҙа,

Американ ҡорҙашым?

Йылғыр башланыңмы әллә

Илле йәшлек юл башын?..


“Йылғыр корпус” тыуа әллә

Һинең ҡанат аҫтында?..

Онотма тик Эльбалар һәм

Меконгылар хаҡында!


Волга менән Колорадо

Барлығын да иҫтә тот.

Сыҡһа улар ярҙарынан,

Булмаясаҡ туҡтатып!


Тейә алмаҫ телең хатта

Әсирлектең ашына.

Етмәһен, тим, йылғырлығың

Үҙеңдең үк башыңа!


Ҡара-ҡаршы килмәйек, тим,

Һин — генерал, мин — һалдат.

Шағир килеш ҡалһам ине,

Һин дә ир булып ҡалһаң!..


Бынан һуң, тим, яңырмаһын

Теге шомло иҫке йыр.

Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ өсөн

Яңы йырҙар табылыр.


Ҡорҙашҡайым, ҡорҙашҡайым,

Маршаллыҡҡа ашҡынма.

Кеше булыу яҙһын беҙгә

Кешелектең хаҡына!


31.03.1973.

1979.


БАШҠОРТ БРУНОҺЫ ЙӘКИ ДАРЫЛЫ ПОЭМА


Дары тураһында сәсмә фәлсәфә
Урал үҙе — дары моҙғайы, тупрағыбыҙ хәтәр дары бөртөктәре: орандарын ора алмай гүргә кергән батырҙарҙың ҡомарының ҡомға ҡалып ыуалыуҙан дарыланған, патронланып тынҡысланған, таштай ҡатҡан йөрәктәре хасил иткән дарыларҙы!..

Кешеләрем, тыңлағыҙ: орор оран оролмаһа — брунолар ауыҙынан “Ер әйләнә!” тиеп хаҡлыҡ сорғолмаһа, йөрәктә үрт, тынҡысланып, хәтәр дарыға әйләнә, ә шартлаһа донъя көлгә әүерелә... Хатта Урал батырҙың да орандары әйтелмәйсә ҡалып ергә күп күмелгән, шуға күрә Урал тауҙың йөрәк башы тәңгәле бит ылғый ғына дарынан... Шул дарылар ер аҫтынан ҡитғаларға ҡубарыла — вулкан булып планетаның төрлө остарында хәтәр аҡтарыла; дарыланған ҡулдар менән шул дарылар еҙ гилзәле патрондарға ҡыҫтап-ҡыҫтап тултырыла — гөрһөлдәүек дары шаңы түгел беҙҙең боғаҙҙарҙан, — ҡорос көбәктәрҙән ярһыу аттырыла һәм патрондан сорғотолоп үҙе жыйлап оса кеше — кеше һынлы яҫауланмыш патрон йәки снарядтан шартлап ҡырт өҙөлгән нәмә... бит ул шул уҡ кеше башы... Әгәр, тимен, был донъяла кешеләрем “Ер әйләнә!” тиеп һәр саҡ аяҡ терәп ҡаты торһа, Брунолығын үтәп изге оран орһа, намыҫының нахаҡ-дошмандарын ҡырһа, дарыланмаҫ ине, бәлки, йөрәктәре, патронланмаҫ ине бәйле ҡөҙрәттәре, ут ләүкетмәҫ ине әжәл көбәктәре... Кешеләрем, кешеләрем, дарылатмайыҡсы йәнле йөрәктәрҙе!..

Әммә... әммә... тотҡан берем, баҫҡан ерем — дары ғына, һулыш алған һауаларым дарылана...

1
Оҙон юлда бара каруаным —

Әҙәм ғүмере буйлыҡ текә юл.

Намыҫлылар үтә текәнән,

Текәләрҙә һирәк түтә юл.


Текәләрҙә күберәк сая юл —

Ҡылысланып һыртын ҡабартҡан.

Ут сәсрәтә сая аҙымдар —

Табандарҙы сағыл ҡуҙартҡан.


Көнөн бара каруан туҡтамай,

Төнөн бара каруан йоҡламай.

Сыңрап ауа ғүмер тәүлеге —

Көнөм-төнөм аға йылғалай...


Көнөм-төнөм аға йылғалай,

Текәләрҙе тетә ел ҡалай!

Баш осомда Айым, Ҡояшым —

Минең менән ҡуша юрғалай...


Уралымдың зәңгәр текәһе

Зәһәрләтә Күгем көҙгөһөн.

Төн ҡараһын ҡурған Ҡош Юлы —

Текәләге минең эҙлегем!


Биттәремде елдәр шыраулай,

Сәстәремде силдәр ҡыуарта..

Имән кеүек текә ҡырҡылған

Маңлайымда моңло һыр арта...


Баҫам ҡылыс-сағыл йөҙөнә,

Аҫта — упҡын, китәм сайҡалып.

Арҡа терәр янда сағыл юҡ,

Күкте ҡармай ҡулым, айҡалып.


Унда — йыһан... Ҡояш һәм Айым —

Тотонорға йәтеш ҡулсалай.

Минән улар ләкин тоттортмай,

Һаман-һаман алға юрғалай...


Кәңгерләйем ҡылыс йөҙөнән,

Йөгөм ауыр... Яңғыҙ мин каруан...

Иңбашыма тынмаҫ выжданым

Ауыр Бруно14 йөгөн туғарған.


Инквизиция утында

Янған, тиҙәр, бергә бар ғаләм...

Тик янмаған, көлгә осмаған —

Ҡалған икән Намыҫ Тәғәләм!


Быуын-быуын күпме бруно

Илткән уны, һалып иң башҡа!

Бруно барған, гәрсә булһа ла

Милләт башҡа, ҡитға, ил башҡа.


Бруно барған. Ә мин — ҡыл оста...

Ҡылыс йөҙөндә гел сайҡалам.

Аҫта — упҡын, тамуҡ-йәһәндәм...

Табанымды ялҡын-ут ялай...


Джордано нисек түҙгәндер...

Түҙгән ләкин — йөгөн бирмәгән:

Фани өсөн үртәп намыҫын,

Ер әйләнмәй, тәҡсир!” — тимәгән!


Ер әйләнә!” — тигән ул ғорур

Һәм көл булған тамуҡ утында.

Ер әйләнә!” — Бруно оранын

Оранланы ғорур тоҡомдар!


Әммә... әммә... аҙмы Галилей

Ыҫпайлыҡтың булды өлгөһө:

Ер әйләнмәй, тәҡсир!” — тип, уттан

Һыуға төшөүҙәре билгеле...



2
Ерем ләкин һаман әйләнгән,

Ирҙәр янған, Намыҫ үлмәгән!

Мин дә янам! Табан — ялҡында...

Дөрләй инде, ана, күләгәм!..


Яна дөрләп, Урал, салғыйым,

Кемдән генә терәк алайым!

Аһ Туйгилдем15! Бруно-олатам!

Һин аңларһың мине, моғайын!..


Намыҫыңды һаҡлап кергәндә

Инквизиция утына,

Ер әйләнә!” — тигән оранды

Уртлап менгәнһең һин уртыңа!


Табаныңды ялҡын ялмаған,

Салғыйыңды ялҡын талаған,

Ҡара сәсең утҡа алланған,

Әммә оранды ут алмаған:


Ер әйләнә! Барыбер әйләнә!” —

Ләүкегән ут дөрләү уртыңдан.

Башҡорт-бруно илткән Хаҡ-Намыҫ

Ил иңенә менеп ултырған.


Дары төтөнөнән күк Урал

Бруноларын алған монарға.

Ирҙәр янған — Намыҫ янмаған,

Яңы бруноларын һынарға...



3
Ҡылыс-ҡылдан бара каруаным —

Брунолар үткән текәнән.

Бруно заңы зыңлай йөрәктә,

Бәғер битен сыйып күптәндән:


Булһа булһын ауыр һәм болғауыр —

Намыҫ юлы тик бер юл бит ул!

Намыҫ аҡлығына иң бирмәгән —

Ҡара хыянатҡа ҡол бит ул!
Башҡортостан-илем — Намыҫ иле,

Урал батырҙың саф аҡлығы.

Йөрәгемдең ике яртыһында —

Ватан ҡайғыһы һәм шатлығы!
Иң башымда илтәм ил Намыҫын,

Үрт өтһә лә ҡара тапланмаҫ.

Халҡым өсөн кисәм ут кисеүен —

Табандарым таймаҫ, тайпылмаҫ!
Мин халҡыма тәрән тамыр йәйҙем,

Түгел ләкин уны имергә.

Тамыр йәйҙем, мәңгел йәншишмәнән

Йәнһыу алып илгә һибергә!
Мин халҡымдан үргә олон үрҙем,

Түгел ләкин уны ҡапларға.

Олон һуҙҙым, Көндөң аҡлығынан

Аҡ нур алып ерҙе пакларға!
Мин ҡулыма хәләл ҡәләм алдым,

Көнгә мансып, төнгә яҙырға.

Баштар китһә — китһен, Намыҫ ҡалһын

Ил шәмдәлен нурлап янырға!”

4
Йөрәгемдең ҡайғы, шатлыҡтарын

Ҡыл осонан илтә юл йыры.

Байраҡлатып Намыҫ паклыҡтарын,

Текәлектә гөлтләй ал нуры.


Ут дәрйәһен йыра Намыҫ-йөгөм,

Сикәләрҙе ялҡын ҡамсылай.

Юлым сикәләре — ике сағыл —

Дөрләп торған киршәү ҡайсылай!


Шағор-шоғор йөҙөн киршәй сағыл —

Билкәйемдән һығып ҡырҡырлыҡ.

Сигенмәйем! Ҡалҡыу иң башымда

Бара лаһа Намыҫ-Тоғролоҡ!


Иңем менән киреп айырамын

Сағыл-ҡайсыларҙың асаһын.

Дүрт яғымда сыңлай кереш-офоҡ —

Ярылырҙай гәлсәр касаһы...


Терһәк терәп бөгәм ҡаяларҙы,

Йыһан сыңын йәндән кисерәм.

Ут эсендә килеш айныйым һәм

Ут эсендә килеш иҫерәм...


Ишетелә шунда Серле бер өн:

— Ғорурһың һин үтә, тәнәкәй!

Ҡая артылдың да ҡая мендең...

— Түбәнләктәр миңә кәрәкмәй!


— Көллө илең түгә тир түбәндә...

— Ә мин ҡаным түгеп юл ярам!

— Бараһыңмы илең елкәһендә?..

— Ил Намыҫын йөкмәп апарам!

Ятмай Намыҫ илдең итәгендә!..

— Сағылдарҙан бейек — Көн бары...

— Сағылдарҙан үҙең тәпәш булһаң,

Намыҫ тауын йөкмәп һин ҡара!


— Нимә теләй йәнең, тәнәкәйем?

— Торор ерем булһын үрҙәрәк!

— Үҙеңдән дә бейек дәғүәләрең...

Табаныңды терә ергәрәк!



5
Терәгәйнем, тулғап туланы

Ер кендеге — нурлы көндөгөм.

Утлығамын ерем һутынан!

Терәй түбәм йыһан төндөгөн!


Үҫәм, үҫәм, үрегеп мин үҫәм,

Сал сағылын уҙып Уралдың:

Урмандарҙа төбөм, ә түбәм

Галактикаларға уралды.


Кирәм күкрәк: кирем ҡоласым

Ҡуш офоҡто йыртып ҡанатты...

Аһ! — кем һуң мин?! Күҙем — ут алған,

Суҡышлымын, ҡыйғыр ҡанатлы!


Талпынаммы осоп китмәгә

Йыһандарға, ерҙе ҡалдырып!

(Галактикалар бит тап шулай

Ҡанат киргән ирҙәр алғыры!..


Күкрәктәрҙә күкрәү кәре бар,

Өнһөҙҙөр тик — ауыҙ ҡалыплы...)

Аһ! — кем һуң мин? Өнө тығылған

Сағыл мәллә, әллә алыпмы?!.


Бөркөт мәллә күккә ҡарпыған

Ҡармап алып йоморо Ер шарын?

Күрегеҙсе, гранит кендегем

Урал ҡаяһына ҡушарым!


Әллә өнөм, әллә төш кенәм —

Ярып төндө дөрләй һаҙағай.

Кендек төбөм береш-Ирәмәл

Йәйғорлана гәүһәр ҡаҙауҙай...


Ғаләм үҙе елә йыһанда,

Серле йомғаҡ һымаҡ тумарлап.

Галактика күҙе — Ер шарым —

Минең менән ҡуша йомарлаҡ!


Дарыланған йөрәк башымда —

Йөрәк башы Ерҙең — Уралым...

Бөйөклөгөн уның хозурлап,

Тере сағыл — дөрләп барамын!


(Үҙем — ерҙә, күҙем — йыһанда:

Төш тиһәң дә тылсым-төш инде!)

Һәм уйлайым: “Әйтсе, Илаһым,

Ниңә тектең ергә кешеңде?


Табандан да тартһа — тупраҡ,

Түбәмдән дә артһа — тупраҡ.

Туп(ы)раҡта үҫкән мин бахыр —

Өҙөлөргә торған япраҡ...


Килдем бөгөн, иртән китәмен...

Ҡала тороп фәҡәт Күк Урал.

Сағыллығым осор саң булып —

Саң ҡалынлыҡ ҡалҡыр тик Урал...”



6
Ишетелде йәнә Серле өн:

— Тәнәкәйем, ниңә ярһының?

Һиңә әллә ерҙә эш бөткән,

Нимә көҫәп Күккә ҡарпының?


— Йөгөм ауыр — шуға ярһыным.

Күңелем көр — шуға ҡарпыным.

Ирмен тигән ирҙе һыйҙырмай

Ғүмер ҡыҫаһының тар ҡыны!


— Ай-һай, дәғүәң оло, тәнәкәй...

Урал данын йәнең көнләшә.

— Үгәй түгел — Урал улымын,

Минең аша Урал өндәшә!


Иңбашымда Урал Намыҫы —

Мин бит тейеш бейек илтергә!

Һәм хаҡым юҡ ошо юлымды

Тәнәйләнеп түбән үтергә!


— Уралдан да битәр бейеклек

Ниңә кәрәк? — тине Серле өн.

— Бөйөклөгөм күреп йондоҙҙар

Мине һөйһөн, минән көнләшһен!


— Арбармы һуң һине, тәнәкәй,

Уралыңдан өҫтөн итәғәт?

— Өҫтөнлөккә, Илаһ, ни етә!

Бөйөклөк бир тик бер, бер сәғәт!


Иҫәпкә ал илткән йөгөмдө,

Иҫәпкә ал хәтәр юлымды.

Аҙмы ирҙәр уны үтәлмай,

Илтә алмай йөгөн, йығылды!..


— Ярар, тәнәк, — тине Серле өн, —

Кендегеңде ерҙән өҙәйем.

Йондоҙлоҡҡа терәп түбәңде,

Күк-есемле хикмәт итәйем!



7
Шул хикмәткә тарып сорғолдом

Күк-йыһанда сихри сәфәргә.

Уралымдың ҡарлы түбәһе

Ҡалды оҡшап башлы шәкәргә...


Балҡый шәкәр зәңгәр монарҙа...

Балҡып бәлләү-күктә мин йөҙәм!..

Йыһан йәйгән йәйғор һуҡмаҡтан

Бөйөклөккә ҡарай юл гиҙәм!


Ҡала аҫта, ҡала тыуған яҡ —

Ҡалҡҡан һайын, ерҙән мин өҫтөн.

Ғәжәп ҡалам ҡарап артыма:

Шул түбәндә микән мин үҫтем?!


Булмаҫ, булмаҫ: бынау бейеккә

Менгән есем аҫта яралмаҫ!

Булмыш затым — зәңгәр Күк заты,

Ергә ҡарап зиһен таралмаҫ!..


...Боҫто Ҡояш Ерҙең артына,

Зәңгәрлекте ҡара төн өңдө.

Ҡунаҡсала һары нәжәғәй

Һуңғы тапҡыр ҡанат елпенде.


Аҫта инде уйһыу үҙәндәр —

Күк шыршылар ҡалды бик түбән.

Аҡ шәкәрҙәй Урал маңлайын

Көҙгө итте “ем-ем” Етегән.


Ете йондоҙ бейей эргәмдә —

О! — был ниндәй тылсым, сихри мәл!

Ете үлеп, ете тыуһам да —

Ҡабатланмаҫ инде бындай хәл!..


Ете йондоҙ бейей айбарлы,

Бейейем мин ете уртала.

Йондоҙ нуры билгә урала,

Йор нур һурып һулыш туҡтала...


Ишетелде йәнә Серле өн:

— Мораҙыңа, тәнәк, ирештең.

Уралыңдан бейек булырлыҡ

Күк затына тамам керештең.


Бер генә тик тулап тын алма,

Бер генә тик сыңлап моң алма.

Уралыңдың моңон, һауаһын

Онот, онот! Хәҙер һин — Алла!


Уралыңдың һомғол һындары

Һүрәтләнер — уға алданма.

Һоҡланыуҙы — бәндә зауығын

Ҡалдыр, ҡалдыр! Хәҙер һин — Алла!


Килер, бәлки, кире ҡайтаһың,

Тупрағында аунап ятаһың.

Түбәндер тик һинән был, аңла.

Һин Уралдан бейек, һин — Алла!..


Күк көмбәҙе көлөп әүшәйҙе,

Ярты яҡҡа донъя ҡыйшайҙы.

Күрер күҙгә шөңгөр Уралым

Ер төҫтәрен һирпеп түш яҙҙы —


Йәнкәйемә һуңғы йыр булып

Ҡабатланды ерем бер мәле.

Елберҙәне ап-аҡ ҡайындар —

Күлдәктәре бөрмә-бөрмәле...


Әсәм өнө кеүек Серле өн

Һуңғы тапҡыр микән өндәште:

— Ризаһыңмы бөйөк ҡалырға?

Өҙмәнеңме бөйөк ниәтте?..


Ни тиергә ләкин белмәнем —

Тулыш ине нурға үҙәгем.

Күлдәккәйем хатта аҡ нурҙан...

Саф нур һулап нурҙа йөҙәмен...


Ер әйләнә, зырлап әйләнә —

Бер йомарлаҡ туп ул түбәндә...

Шул йомарлаҡ-тупты ҡомарлап,

Етегәндәр көлә эргәмдә...


Етегәндәр көлә эргәмдә,

Көлмәйем тик — бер мин көлмәйем...

Ҡолағымда һаман сыңлаған

Ерем өнөн генә өнәйем.


Ах был саңҡыу! Бөркөт саңҡыуы! —

Уралымдың бит был саф өнө!

Ярып үтеп ваҡыт, арауыҡ,

Йыһанда ла арбай ул мине!


Бишегенән бейек Күгемдең

Тәкмәсләргә түбән мин әҙер.

Уралтауҙың тыңлап саңҡыуын,

Сатнар инде, сатнар таш бәғер!..


Йыһан нуры тулы уртымды

Ерҙәгеләй кирә алмайым...

Орандарым ҡатҡан таңғайҙа —

Өнләп ауаз бирә алмайым...


Мин — тауышһыҙ... Аһ, мин тауышһыҙ!.. —

Ҡайҙа хөр саҡ?.. Оран орор саҡ?!

Йондоҙҙарҙың тик нур телендә

Аралашыу йәнде һурасаҡ!..



8

Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет