Ф. II.), — тип яҙа был хаҡта Э. В. Померанцева, — билдәле урын, билдәле кешеләр, билдәле ышаныу — хөрәфәттәр менән бәйле булғанлыҡтан, үҙҙәренең сағыу локаль милли колориты менән айырылып торалар, бер үк ваҡытта улар характерҙары менән әкиәттәргә ҡарағанда ла интернациональ күренеш (221, 26—27).
Хөрәфәти хикәйәләрҙәге яҡынлыҡ, уртаҡ һыҙаттар айырыуса ҡәрҙәш халыҡтар ижадында асыҡ сағыла. Ҡәрҙәш булмаған осраҡта, быуаттар буйы күрше йәшәп, даими аралашыу һөҙөмтәһендә тыуған уртаҡ күренештәрҙең булыуы ла тәбиғи хәл. Башҡорт хөрәфәти хикәйәләр ендәге ен-пәрей, шайтан, албаҫты, аждаһа һ. б. образдар, мәҫәлән, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Кавказ һәм Волга буйы халыҡтарының демонологик ҡараштар системаһында төп урын алған персонаждар (264; 37; 274; 280; 186; 29; 89; 131). Сағыштырығыҙ: башҡорт, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡуман мифологияһында албаҫты — албаҫты, ҡырғыҙҙа — ал- барсты, нуғай, ҡумыҡтарҙа — албаслы, төрөкмәндә — албас- сы; үзбәк, уйғырҙарҙа — алвасса, тажикта — алмасты һ. б. Ҡайһы бер осраҡтарҙа рустар тарафынан ҡулланылған ал- бастый, мариҙарҙағы — алваста, лываста, удмурт телендәге албаҫты, албаслу атамалары иһә күрше төрки телле халыҡтарҙан үҙләштерелгән исемдәр иҫәпләнә (29, 16). Әлбиттә, атамаларҙың бер төрлөлөгө уларға һалынған образдарҙың бер төрлөлөгө түгел әле. Художестволы образдарға ҡағылған осраҡта бары тик уртаҡ һыҙаттар, оҡшашлыҡ хаҡында ғына фекер алып барырға мөмкин, сөнки һәр персонажды, уның менән «осрашыу» мөхитен һәр халыҡ үҙенең ҡараштары нигеҙендә, көнкүреш, географик һ. б. шарттар эсендә һүрәтләй. Ҡайһы ваҡыт бер үк исем менән йөрөгән образдың ҡапма-ҡаршы функция башҡарған осраҡтары ла юҡ түгел. Өй (йорт) эйәһе, мәҫәлән, — шундай персонаждарҙың
береһе. Башҡорт, Ҡазан татарҙары, ҡарасай халыҡтарының хөрәфәти хикәйәләрендә ул, нигеҙҙә, зарарһыҙ йән эйәһе булһа, Көнбайыш Себер татарҙарының һөйләүендә иһә — кешеләргә дошман булған үтә зарарлы демонологик образ (131, 126).
Ҡыҫҡаһы, Һәр халыҡтың хөрәфәти хикәйәләре — милли үҙенсәлекле, ифрат ҡыҙыҡлы бер ижад төрө ул. Уның тарихи ерлеген ентекләп өйрәнеү хәҙерге көндә лә үҙенең әһәмиәтен һәм актуаллеген юғалтмай. Төрлө ышаныуҙарға нигеҙләнгән хөрәфәти хикәйәләр боронғо кешенең аң кимәле, фекерләү эволюцияһының торошо, халыҡтарҙың уртаҡ тарихы, үҙ-ара бәйләнештәре хаҡында һөйләүсе үҙенсәлекле, мөһим бер сығанаҡ булып тора.
Хәтирә
Халыҡ ижадында сағыштырмаса яңыраҡ, хәҙерге заманда булған хәл-ваҡиғалар тураһында ошо ваҡиғаларҙың шаһиты тарафынан һөйләнелеп йөрөгән хикәйә-иҫтәлектәр, йәғни хәтирәләр бар. Рус фольклористикаһында бындай хикәйәләрҙе «устный рассказ», «сказ» (317), татарҙар «сөй- ләк» (279), ҡаҙаҡтар «әңгиме» (128) тигән термин менән атап йөрөтә.
Башҡорт фольклористикаһында яңыраҡ булып үткән хәл-ваҡиғаларға ҡарата, хатта һөйләүсенең шәхси биографияһына бәйле хикәйә-иҫтәлектәр төрлө терминдар менән аталды: сказ (294), әңгәмә (82, 34—38), иҫтәлек-хикәйә, йәғни хәтирә (55, 18; 211; 190; 273, 201; 58, 15). Хәҙергә был терминдарҙың береһе лә (бигерәк тә тәүге икеһе) ныҡлап ҡына ғилми ҡулланылышҡа инеп киткәне юҡ тиергә мөмкин. Сказ —рустан ингән термин булыуы һәм халыҡсан яңғырамауы менән бик үк уңайлы түгел, әңгәмә —ҡара- ҡаршы һөйләшеү, «беседа» мәғәнәһен биреүе менән генә сикләнә, йәғни йөкмәткеһе етерлек дәрәжәлә тулы түгел. Ошоларҙы иҫкә алып, «Башҡорт халыҡ ижады» серияһына ингән томдарҙа күптән түгел булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы шаһитлыҡ күҙлегенән яҡтыртыуға ҡоролған хикәйәләрҙе «хәтирә» тип алыу кәрәкле табылды. Әлбиттә, бер кешенең иҫтәлектәренә ҡоролған һәр хикәйә халыҡ ижады әҫәрҙәре
69
репертуарына инеп китә алмай. Бының өсөн һөйләнелгән ваҡиғаның мотлаҡ тарихи-ижтимағи әһәмиәтле, йә булмаһа мажаралы ситуацияның билдәле кимәлдә художестволы дөйөмләштерелеп бирелеүе мөһим, йәғни һөйләнелгән хәл- ваҡиға, күренеш айырым бер осор һәм мөхит өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә типик булырға тейеш.
Хәтирәлә хикәйәләү ваҡиғаны күргән-белгән кеше, йәғни шаһит исеменән алып барыла. Хәбәр ҡылыу һөйләүсенең туған-тыумасаһы, күршеһе һ. б. таныштары шаһит булған күренеш һәм хәлдәргә лә нигеҙләнергә мөмкин. Был яғы менән хәтирә хөрәфәти хикәйәне хәтерләтә, әммә һуңғыларынан айырмалы рәүештә, хәтирәләрҙә кешенең ен- шайтан һ. б. ят көстәр менән «осрашыуы» түгел, ә реаль ваҡиғалар, кешеләр менән бәйләнештәре һүрәтләнә. Башҡа төр хикәйәләрҙәге кеүек, хәтирәгә лә ышандырырға иҫәп тотоп, хәл-ваҡиғаны конкретлаштырып, урынын, ваҡытын күрһәтеп һөйләү хас. Йыш ҡына геройҙарҙың исем-фами- лиялары, башҡарған вазифалары, ғөмүмән, кем булыуҙары күрһәтелеүсән. Мәҫәлән:
«Революциянан һуң, Граждандар һуғышы бөткәс, күрше волоста Новокшонов тигән берәү милиционер булып эшләй башланы. Шул йылдарҙа күп кенә актив партизандар юғалды. Өйөндә аталар ҙа китәләр. Кем икәнен дә белмәйҙәр.
Бер ваҡыт Новокшонов Харис партизанға килеп инә. Ерек ауылыныҡы. Бик шәп кеше ине...» («Үс ҡандырыу» — 203, оп. 61, д. 12, л. 106.)
«1911 йылда булды был хәл. Ураҡ ваҡыты ине. Хәҙерге Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылы кешеләрен көсләп тигәндәй сходҡа йыйҙылар»... («Зар илатҡан заманда» —58, 132.)
Хәтирәне оҫта һөйләүселәр ғәҙәттә тыңлаусыны ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында күренеште, хәл-ваҡиғаны йәнле, эмоциональ көсөргәнешле итеп һөйләргә ынтылалар. Яҙыусы, күренекле әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитов тарафынан яҙып алынған «Атлас юрған» исемле бер хәтирәлә, мәҫәлән, ауылды талап, обоз менән киткән аҡтарҙы ҡыҙылдарҙың аңдып ятыуы, ҡыҙылдарға юл күрһәтә барыусы ҡарттың асыу-ярһыуы, мәҫәлән, бына ошо рәүешле һүрәтләнгән: «...Бата-сума сыҡтыҡ урмандағы һаҙлыҡты. Оло юл буйлап ике яҡлап позиция алдыҡ та, көтәбеҙ. Бына бер ваҡыт
70
алда бер сотня күренде. Унан әллә утыҙлап обоз, таланған әйбер. Ҡарт ярһып китте, менгән атын да ярһыта. Тегене саҡ тыйҙыҡ. Обоз артынан бер взвод килә. Артта пулеметлы тачанка. Их, бер заман бирҙек кәрәктәрен. Түҙ генә. Беҙҙең ҡарт күҫәк күтәреп, геү-ғәләмәт килеп йөрөй» (203, оп. 61, д. 2, л. 97—98).
Әлбиттә, хәтирәнең текст булараҡ сифаты, һөйләүсенең оҫталығына ла, яҙып алыусының тойомона, һөйләтә белеүе- нә һәм һөйләшкәнде ҡағыҙға теркәй алыу ҡеүәһенә лә ныҡ бәйләнгән. Алда килтерелгән өҙөктә һөйләүсенең дә, яҙып алыусының да оҫталығын күрмәү мөмкин түгел.
Оҫта информанттар һөйләнелгән ваҡиғаға баһа биреп, берсә үҙенең ремаркаһы рәүешендә, берсә хикәйә геройы исеменән тәрән мәғәнәгә эйә булған халыҡ мәҡәлдәрен индереп ебәрәләр. Бына, мәҫәлән, шул уҡ Әнүр Вахитов яҙып алған «Айғыр атҡан ер» исемле хикәйәнең бер эпизоды. Ул ағалы-энеле Зөбәй менән Ғөбәйҙең диалогынан ғибәрәт:
«...Аҙаҡ партизан булып киткәндә Ғөбәй әйтә икән:
-
Айғыр ни табылыр ул. Бына бәхет тигән нәмә табылмаҫ, әгәр шулай үҙ-ара талашһаҡ, дошманды ғына ҡыуандырырбыҙ. Әйҙә, ағай, минең менән.
Зөбәй уйлап-уйлап торған да:
-
һинеке дөрөҫ, Ғөбәй, ике ыласын талашһа, бүҙәнәгә йөн була, ти. Үҙ-ара талашмай бүҙәнәнең үҙен йолҡа- йыҡ, — тип яуап биргән» (203, оп. 61, д. 2, л. 105).
Беҙгә билдәле булған хәтирәләрҙең күпселеге тамамланған хикәйә рәүешендә ҡағыҙға теркәлгән, уларҙың башла- нышы, ваҡиғаның үҙен тасуирлаған өлөшө, кульминацияһы һәм бөтөмө бар.
Шәхси иҫтәлектәргә ҡоролған хикәйә-хәтирәләрҙең ваҡыт һынауын үткәндәре, билдәле бер мөхиттә һөйләнелеп йөрөй торғас, шаһитлыҡ һыҙаттарын юғалтып, риүәйәткә әйләнәләр. Был эволюцияны ҡайһы бер текстарҙың үҙҙәренән дә күрергә мөмкин. Ә. М. Сөләймәнов яҙып алған «Ҡотой һуғышы» тигән сюжетта, мәҫәлән, шаһит исеменән һөйләнелгән осраҡтар ҙа, өсөнсө затта бирелгән урындар ҙа бар (203, оп. 63, д. 56, л. 115).
Риүәйәткә әйләнгән сюжеттарҙа халыҡ ижады традицияларына таяныу ныҡ һиҙелә: боронғораҡ риүәйәттәрҙән кил
71
гән дөйөм мотивтар (әйтәйек, «Мөбәрәк батыр» менән «Бе- йеш»тәге көрәш мотивы, геройҙың майҙанға төрмәнән килтер ел еүе), сюжет төҙөүҙә традицион алымдар ҡулланыу.
Сағыштырмаса яңы булып үткән ваҡиға, хәл һәм күренештәр хаҡында башта уҡ риүәйәт стилендә сығарылған хикәйәләр ҙә бар. Улар —нигеҙҙә топонимик мәғлүмәт биреүсе сюжеттар.
Башҡортостандың Йылайыр районында яҙып алынған «Ҡотоғосҡан тауы» исемле бер хикәйә, мәҫәлән, традицион риүәйәт стилендә. Иң элек традицион риүәйәттәрҙә йыш осрай торған башланыш — топонимик объекттың ҡайһы урында булыуы хаҡындағы мәғлүмәт — иғтибарҙы йәлеп итә («Тау Исҡужа ауылына яҡын, Йылайыр йылғаһы буйында»); шунан ваҡиғаның ваҡыты күрһәтелә («Граждандар һуғышы осоро. Халыҡтың бик тә интеккән, йонсоған йылдары...»), артабан — герой менән таныштырыу, уның ҡылған эше һәм һәләкәте — былар бөтәһе лә булған хәл итеп, ышандырырлыҡ деталдәр менән өсөнсө заттан тасуирлана. Хикәйәнең тамамланышы ла нәҡ традицион риүәйәттәгесә: «...Ҡотой дошманға тереләй бирелеүҙән үлемде артыҡ күрә: Йылайыр йылғаһына аҫылынып торған тауҙан аты менән ташлана. Шул ваҡыттан алып был тау Ҡотоғосҡан тауы тип атала» (203, оп. 63, д. 56, л. 113).
Әлбиттә, хәтирәләрҙе фольклор әҫәре тип ҡарау бер ни тиклем шартлы, сөнки уларҙа традицион фольклор үрнәктәренә хас булған бөтә һыҙаттар ҙа тупланып бөтмәгән әле, бигерәк тә вариантлылыҡ мәсьәләһе асыҡ ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, хәтирәләрҙең риүәйәт формалашыу юлында тәүге баҫҡыс ролен үтәүсе ижад төрө, йәғни күсмә форма икәнлеген дә танымау мөмкин түгел. Ошо хәлде иҫкә алып, совет фольклорсылары, шул иҫәптән башҡорт ғалимдары ла, хәтирәләрҙе туплау һәм баҫтырып сығарыу буйынса тәүге аҙымдарҙы яһанылар. Күптомлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында баҫылған хәтирәләр һәм хәтирә-риүәйәттәр, улар хаҡындағы күҙәтеүҙәр (58, 14—22, 77—107; 42, 15—16, 434^47) ошо аҙымдарҙың уңышлы бер башланғысы тип баһаланырға хаҡлы.
Шулай итеп, халыҡ прозаһының жанрҙары күп төрлө, уларҙың һәр береһенең үҙ йөҙө, үҙ характеры бар. Шул уҡ
72
ваҡытта улар бер-бер еһе менән дә, башҡа жанрҙар менән дә тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Ауыҙ-тел ижадының үҙенсәлекле тармағын тәшкил иткән хөрәфәти хикәйәләр, риүәйәт һәм легендаларҙың тәбиғәте, үҙ-ара бәйләнештәре конкрет сюжеттарҙың, мотивтарҙың һәм образдарҙың тарихи ерлеген асыҡлағанда тағы ла тулыраҡ күҙ алдына баҫа.
Риүәйәт, легендалар һ. б. хикәйәләрҙең ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәтен асыҡлау, йәғни уларҙың тарихи ерлеген күҙәтеү, ике ҙур идея-тематик төркөм эсендә башҡарылды: «Боронғо ышаныуҙарға ҡоролған легендалар һәм хөрәфәти хикәйәләрҙең тарихи ерлеге», «Тарихи, тормош-көнкүреш риүәйәттәре». Бындай төркөмләү, бер яҡтан, ҡараштар тарихын, аң үҫешен сағылдырған сюжет, тема һәм мотивтар- ҙы бер тирәгә туплаһа, икенсе яҡтан, ижтимағи, социаль- тарихи йөкмәткеле әҫәрҙәрҙе берләштерә. Йыйынтыҡтар өсөн ҡулайлы булған вағыраҡ төркөмдәр бында үҙен бик үк аҡлап бөтмәй, сөнки йыйынтыҡтарҙа материал әҫәрҙәге үҙәк йүнәлеш, төп мотив буйынса төркөмләнә. Ә бит күп осраҡтарҙа бер үк риүәйәттә төрлө темаға ҡараған мотивтар һыйышып йәшәй. Тәҡдим ителгән төркөмдәр төрлө характерҙағы сюжеттарҙа осраған оҡшаш, яҡын мотивтарҙы бер бүлеккә туплап, системалы ҡараш тыуҙырыуға ярҙам итә.
Монография нигеҙҙә традицион хикәйәләрҙе өйрәнеүгә бағышланғанлыҡтан, яңы осорға ҡараған хәтирәләр өсөнсө бүлектә тематик фекер ағышына бәйле рәүештә юлайҡан ғына телгә алынды.
Икенсе бүлек
БОРОНҒО ЫШАНЫУҘАРҒА ҠОРОЛҒАН
ЛЕГЕНДАЛАР ҺӘМ ХӨРӘФӘТИ ХИКӘЙӘЛӘР
Төрлө ышаныу, хөрәфәттәр нигеҙендә тыуған ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре —ифрат ҡатмарлы күренеш, уларҙағы ҡайһы бер образдар, идеялар бөгөнгө көнгә бик борондан, быуаттар төпкөлөнән килеп еткән. Башҡорт легендаларында һәм риүәйәттәрендә мәжүсилек осорона ҡараған ышаныуҙар ҙа, ислам дине йоғонтоһонда тыуған ҡараштар ҙа сағылған. Бер үк әҫәрҙә уларҙың йыш ҡына үҙ-ара һыйышып йәшәүен күрергә мөмкин. Ҡул аҫтында булған материалды тарихи-этнографик күҙлектән ҡарап сығыу, башҡа халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижады һәм йолалары менән сағыштырыу боронғо ышаныуҙарға ҡоролған халыҡ хикәйәләренең нигеҙендә башлыса мифологик ҡараштар ятҡанлығын күрһәтә. Ә мифологияның тыуыуы һәм формалаша башлауы иһә тәүтормош йәмғиәте ерлегендә үк, боронғо кешеләрҙең фекерләү, аң-белем кимәленең аҙ үҫешкән дәүеренә ҡайтып ҡала.
Тәүге бүлектә әйткәнебеҙсә, легендалар һәм риүәйәттәр күпселектә аңлатмалы хикәйә рәүешендә донъяға килгәндәр. Этиологик мотив — уларҙың нигеҙ ташы. Донъяның, ғөмүмән йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең барлыҡҡа килеүе, ниндәйҙер яғы менән ғәҙәти булып тойолмаған күренештәрҙең килеп сығыуы һ. б. шундай хәлдәр тураһында боронғо кеше үҙ заманының аң торошо мөмкинселектәренән сығып, төрлө
74
мифтар, фантастика менән һуғарылған легендар хикәйәләр ижад иткән.
Мифологик ҡараштар яҡтылығында тыуған легендар сюжеттарҙы нигеҙҙә өс тармаҡҡа айырып өйрәнергә була:
-
хайуандар, ҡош-ҡорт культы, тотемистик ҡараш ҡалдыҡтарын сағылдырыусы легендалар; 2) йәнһеҙ тәбиғәтте йәнле итеп һүрәтләү, йәғни анимизм күренеше урын алған легендалар; 3) демонологик ҡараштарҙы һүрәтләүсе хөрәфәти хикәйәләр һәм легендалар.
Хайуандар, ҡош-ҡорт культы, тотемистик ҡараш ҡалдыҡтары
Билдәле булыуынса, ҡараштарҙың иң боронғоһо — тотемизм. Ул теге йәки был ырыуҙың, аймаҡтың, араның килеп сығышын ниндәй ҙә булһа бер хайуан, ҡош-ҡорт, үҫемлек менән туғанлыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек мөнәсәбәтенә бәйләп аңлатыу. Тотемизм —донъялағы барлыҡ халыҡтарҙың мифологияһы өсөн хас күренеш. Төрлө географик киңлектәрҙә, төрлө континенттарҙа йәшәүсе халыҡтарҙың фольклоры, йолалары был хаҡта ифрат ҡыҙыҡлы дәлилдәр бирә. Әйтәйек, Калифорния индееңтарының ахотави ҡәбиләһе кешеләре — койоттар — үҙҙәренең нәҫел ебен башлап ебәреүсе итеп бүрене (койот —туғай бүреһе) күҙ алдына килтерһә (325, 133), Австралияла йәшәүсе ҡәбиләләр кенгуруҙы, ҡырағай этте, страус эмуҙы, йыланды һ. б. йән эйәләрен һанай. Себерҙәге Обь буйы ханттары, Уралдағы мансиҙар, Нарым селькуптары үҙҙәренең айыу, ҡуян, ҡаҙ, кедровка, торна, суртан йә булмаһа тәлмәрйен менән ҡан-ҡәрҙәш булыуҙарына ышанған (266, 5—6, 19). Урта Азияла, Кавказда, Урал- Волга буйында йәшәүсе төрки халыҡтарының фольклор материалы ла тотемистик ҡараштар тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр туплаған.
Ғалимдар раҫлауынса, кешеләргә нәҫел итеп ҡаралған ҡош-ҡорт, хайуан изге йән рәүешендә аллалаштырылып күҙ алдына килтерелер булған.
Бында шуға иғтибар итергә кәрәк, һәр бер изгеләште- релеп, аллалаштырылып ҡаралған хайуанды, йәнлекте тотем
75
хайуаны, тотем ҡош-ҡорто итеп ҡабул итеп булмай. Тотемизм хаҡында һөйләгәндә, фәҡәт кешеләр менән йәнлектәр араһындағы ҡан-ҡәрҙәшлеккә ышаныу күренеше төп урында торғанлығын оноторға ярамай. Хайуан, ҡош- ҡорт менән туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә бәйләнмәгән, ә икенсе сәбәптәр арҡаһында теге йәки был йәнлеккә табыныу, уны культ дәрәжәһенә күтәреү осраҡтарының булғанлығы ла билдәле. Быныһы инде фәндә тотемизмдан бер аҙ һуңғараҡ тыуған күренеш итеп ҡарала (тотемизм, уның тамырҙары, хайуандар һәм үҫемлектәр культының тарихи ерлеге хаҡында тулы мәғлүмәттәрҙе ҡарағыҙ: 303; 113; 117; 275; 285; 286; 13; 249).
Башҡорт халыҡ ижадында хайуандар культын сағылдырған мотивтарҙы бик күп осратырға мөмкин, һәр жанр бындай мотивты үҙенең тәбиғәтенә, поэтикаһына ярашлы рәүештә яҡтырта. Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған хөрәфәти хикәйәләр, легенда һәм риүәйәт-легендалар иһә уны үҙҙәренең булмышына тура килтереп, «булған хәлдәр» коллизияһы аша һүрәтләй.
Башҡорт халыҡ хикәйәләрендә тотемистик аң ҡалдыҡтары этногенетик һәм этнонимик йөкмәткеле сюжеттарҙа айырата асыҡ сағыла. Беренсе нәүбәттә башҡорт фольклорында шаҡтай популяр булған изгеләштерелгән бүре образы иғтибарҙы йәлеп итә. Башҡорт легендаларында ул бер осраҡта ырыуҙы башлап ебәреүсе әсә рәүешендә, икенсе осраҡта — кешеләргә йәшәр төйәк табып биреүҙә ярҙам итеүсе, юл башлап барыусы изгелекле хайуан булараҡ һаҡланып ҡалған. Ырыуҙы башлап ебәреүсе бүре-әсә мотивын һүрәтләүе менән 1961 йылда Ырымбур әлкәһенең Гай районы Башбүре ауылында йәшәүсе Сабир Төлкөбаевтан (1898 йылғы) Кирәй Мәргән яҙып алған «Бүреләр тоҡомо» исемле легендар риүәйәт айырыуса әһәмиәтле: кеше менән хайуан араһындағы ҡан-ҡәрҙәшлек мөнәсәбәттәренең булыуына ышаныу, хайуандан ырыу, тоҡом таралыу мотивы, йәғни тотемистик ҡараш, бында үҙенең боронғо һыҙаттарын һаҡлаған килеш, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Уның тулы тексы шулай: «Беҙ — Бүреләр ырыуы. Элек Үҫәргән булғанбыҙ. Ата-бабалар күсеп-ҡунып йөрөгәндә, уларға бер инә бүре осраған. Бер һунарсы быны атайым тиһә, бүре телгә
76
килеп әйткән: «Атма мине, ҡойроғомдан тотоп ергә һуҡ!» һуҡһа, теге бик матур бер ҡыҙ булған, һунарсы уны алып ҡайтҡан да тора башлаған. Үҫәргәндәр быға риза булмаған, ҡыуып ебәргәндәр үҙен. Шунан һунарсы ситкә китеп, үҙе бер ғаилә яһап, балалары булып, ҙур бер ил ҡороп ебәргән. Әсәләре бүренән булғас, уларҙы бүреләр тип йөрөткәндәр. Ырыуҙы башлап ебәргән әлеге һунарсыны баш бүре тип атағандар. Бына беҙ шул баш бүре тоҡомонан киләбеҙ инде» (55, 82).
Башҡортостандың Хәйбулла районына ҡараған һаҡмар Бүреһе (икенсе исеме Һаҡмар-Наҙарғол) ауылы кешеләре лә үҙ нәҫелдәр енең таралыу тарихын ошондай уҡ легендаға бәйләп аңлаталар (123, 225). Күренеүенсә, кеше менән кейектең ҡушылыуынан ырыу башланып китеү мотивы был сюжетта асыҡтан-асыҡ әйтеп бирелгән. Дөрөҫ, бында һунарсы егет «саф» бүре менән ғаилә мөнәсәбәтенә инмәй, ә тылсым ярҙамында ҡыҙға әүерелгән инә бүрегә өйләнә. Ләкин был хәл мәсьәләне юҡҡа сығармай, сөнки «әүерелеү» мотивы тотемистик ҡараштар системаһы осон ят күренеш түгел, бәлки «был ышаныуҙарҙың гносеологик яғы» (156, 218). Шул уҡ ваҡытта ул аңдағы эволюцияны, билдәле бер үҫеште сағылдыра. Дөйөм тамырҙан килгән ҡараштар һү- рәтләнгәнлеге текстың үҙенән дә яҡшы аңлашыла: «...әсәләре бүренән булғас, уларҙы бүреләр тип йөрөткәндәр».
Аҙаҡ килеп, бында иғтибарҙы йәлеп иткән йәнә бер деталь бар, ул —кешесә һөйләшә белә торған сәйер бүренең үҙе үк тарафынан әйтеп бирелгән тылсым формаһы. Атырға йыйынған һунарсыға инә бүре: «Атма мине, ҡойроғомдан тотоп ергә һуҡ!» —ти. Беҙҙеңсә, был —ерҙе, тупраҡты изге- ләштереү, бөтә тереклектең тупраҡтан яралған булыуына ышаныу, йәғни ер-әсә мотивы, һәм бүрене ерҙән йәшәү көсө, ҡот ала алыусы мөғжизәле йән эйәһе итеп ҡарауҙың үҙенсәлекле бер сағылышы. Ошо фекерҙе икенсе бер легенда һәм ҡайһы бер әкиәт сюжеттары ла ҡеүәтләй. «Бүреле йылғаһы» тигән легендала, мәҫәлән, кешеләргә ҡотло ер, йәшәр төйәк табып биреүсе изгелекле бүре үлгән ырыу башлығына ҡәбер ҡаҙғанда ерҙән килеп сыға һәм «бер исемһеҙ йылға аға башлаған ергә килеп юҡ була. Ошо йылға башланған ергә, урман араһына, башҡорттар нигеҙ ҡороп
77
йәшәй башлайҙар» (55, 65). Бында инде бүре —ер хужаһы булараҡ, ҡотло урын күрһәтеүсе изгелекле хайуан рәүешендә күҙ алдына баҫтырыла. Ә «Аҡ бүре» исемле әкиәттә иһә, бүрегә әүерелә ала торған урман кешеһе —шул ерҙең, урмандың ҡөҙрәтле хужаһы. Әсәләрен эҙләргә сыҡҡан егеттәргә: «Бында килеп, минең үләнемде тапарға кем ҡушты һеҙгә?» —ти ул. Юлсыларҙың ҡаршылыҡ күрһәтергә теләүен белгәс, ул әпсен-төпсөн уҡып, тегеләрҙе тораташҡа әйләндерә. Юғалған әбейҙең өс улы менән дә һөйләшеү әкиәттә ошо юҫыҡта бара. Әммә өсөнсө улдың урман хужаһына ҡарата итәғәтлек һәм әҙәплелек күрһәтеүе ваҡиғаларҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртә. Урман хужаһы, хәҙер инде бүре ҡиәфәтенә ингән килеш, геройҙың төп ярҙамсыһына әйләнә (52, 37). Шул уҡ «Аҡ бүре» исемле татар халыҡ әкиәтендә лә бүре тылсым көсөнә эйә булған урман хужаһы рәүешендә һүрәтләнә (277, 185—202). Башҡорт әкиәтенән айырмалы рәүештә, бында урман хужаһы башта уҡ геройҙар менән бүре образында осраша, кеше ҡиәфәтендә иһә ул һуңғараҡ күренә. Композицион яҡтан, сюжет үҫтерелеү йәһәтенән ҡайһы бер айырмалыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт һәм татар әкиәттәренең нигеҙе, йөкмәтке асылы бер: бүрене изгеләштереү, уны ер, урман хужаһы итеп күҙ алдына килтереү. Телгә алынған «Бүреле йылғаһы» исемле легендала ҡәберҙән сыҡҡан ҡорттоң (бүренең) кешеләрҙе шулай уҡ «йылға башланған урынға, урман араһына» эйәртеп алып килеп төйәкләндереүе, тимәк, бер ҙә осраҡлы түгел, әлеге ҡарашҡа бәйләнгән. «Бүреләр тоҡомо» легендаһында телгә алынған тылсым рәүеше, шулай итеп, бүре-әсә моти- вының тарихи нигеҙен аңлауҙа әһәмиәтле күренеш булып тора.
Шуны ла әйтергә кәрәк, тотемистик аң ҡалдыҡтарын сағылдырыусы бүре тоҡомо мотивы ҡайһы бер әкиәттәрҙә, мәҫәлән, «Бүре улы Сынтимер бәһлеүән» тигән әкиәттә, бүре-ата образында сағыла. «Бүреләр тоҡомо» легендаһын- дағы һымаҡ, был әкиәттә лә тылсым, әүерелеү мотивтары ҡыҙ менән бүренең ҡушылыуына алшарт булып тора: «...Бүре, күҙ асып йомғансы, ҡыҙҙы бер тау янына еткерҙе, ти. Шул урында бүре бер һелкенгәйне, ҡыҙҙың үҙенән дә матурыраҡ бер егеткә әйләнде, ти (52, 22). Әкиәттә артабан
78
ҡыҙҙың бүренән булған балаһы тыуыуы, уға Сынтимер тип исем ҡушылыуы, баланың йыл үҫәһен ай үҫеп, бер йәше тулғанда батыр булып китеүе һ. б. мөғжизәле ваҡиғалар һүрәтләнә (52, 22).
Легендар риүәйәттәрҙә бүрегә бәйле сюжеттарҙың икенсе тибы киңерәк таралған. Уларҙа бүре (ҡорт) — кешеләрҙе ҡурғаусы, аҙашҡандарға, илһеҙ ҡалғандарға юл күрһәтеп, төйәк табып биреүсе изгелекле йән эйәһе. Был мотивҡа ҡоролған легендалар төрлө варианттарҙа йөрөй, әммә уларҙың төп йүнәлеше, үҙәк идеяһы бер: башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары Уралға, Ағиҙел буйҙарына «төрөк яғынан», «Ғәрәбстан яғынан»... мөғжизәле бүрегә (ҡортҡа) эйәреп килеп сыҡҡан; шул ҡорт баш булып килгәнгә, улар үҙҙәрен «башҡорттар» тип атаған. Бындай әҫәрҙәрҙең этнонимды аңлатыуға ҡоролғанлығын уларҙың исемдәр енән үк күрергә мөмкин. «Башҡорт» һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан?», «Башҡорт ҡайҙан килеп сыҡҡан?», «Башҡорт исеменең сығышы» (45, 52). Был легендаларҙың һәр береһендә бүренең ер ҡотон тойоусы, башҡорттарҙың ата-бабаларына ҡотло урын табып биреүсе изге кейек булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Легенданың 1966 йылда Әбйәлил районының Таҡһыр ауылында яҙып алынған бер вариантында, мәҫәлән, түбәндәге юлдар бар: «Уралға еткәс, бүре өйөрө туҡтаған. Бер көн үткән, ике, өс көн үткән — өйөр һис кенә лә ҡуҙғалмай икән. Шунан кешеләр: «Бүре өйөрө ҡуҙғалмағас, был ерҙә ҡот барҙыр»,— тип уйлағандар. Ошо ерҙә төйәкләнергә булғандар» (45, 52).
1961 йылда һарытау әлкәһенең Перелюб районы Ишембай ауылында яҙып алынған вариантта ла баш бүре табып биргән ер-һыу байлығын һәм уның матурлығы менән һоҡланыу тойғоһо айырыуса бер йылылыҡ менән һөйләнә: «...Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бүре артынан бара торғас, бик матур туғайлы йылғаларға, урманға, емеш-еләккә бай ергә килеп сыҡҡандар. Бындағы тауҙар, күккә олғашып, күҙ яуын алып торалар икән. Ошо ергә килеп еткәс, баш бүре туҡтаған. Ырыу ҡарттары бергә йыйылып: «Беҙ ошонан да матур ерҙе тапмабыҙ, бындай ер донъяла юҡ, ошонда ғүмер итәйек», — тигәндәр. Ошо матурлыҡҡа, байлыҡҡа тиңе булмаған ерҙә тирмә ҡороп, мал үрсетеп, һунар итеп йәшәй
79
башлағандар. Шул ваҡыттан бирле ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен баш бүре артынан килгән кешеләр, йәғни «башҡорттар» тип йөрөтөр булғандар. Борон бүрене «ҡорт» тип йөрөткәндәр. «Баш ҡорт артынан килеүсе халыҡ» тип әйтеү — «баш бүре артынан килеүсе» тигәнгә тиң. «Башҡорт» һүҙе бына ошонан килеп сыҡҡан» (55, 63). Әлбиттә, бындай типтағы сюжеттарҙың уйҙырмаға ҡоролғанлығы күренеп тора, әммә, билдәле булыуынса, халыҡ ижадында бер ҡасан да төптө мәғәнәһеҙ уйҙырма булмай: тикшереп ҡараһаң, үтә фантастик образ һәм мотивтарҙың да матди яҡтан йә аң торошон һүрәтләү йәһәтенән реаль ерлеге булғанлығы асыҡлана. Беҙ ҡарап үткән миҫалдар һәм шуларға оҡшаш башҡалары кеше аңының боронғо бер кимәлен сағылды- рыуҙары менән тарихи. Уйҙырма ваҡиғалар менән аралашып килгән реаль һыҙаттар тәңгәленә килгәндә иһә, бүре — юл башлаусы мотивына ҡоролған легендаларҙан боронғо ата-бабаларыбыҙҙың күсмә тормош менән көн итеүҙәрен, таралыу арауыҡтарын төҫмөрләй алабыҙ.
Изгеләштерелгән бүре образына бәйле мотивтарҙың бо- ронғолоғо дөйөм төрки материалы юҫығында айырыуса ныҡ тоҫмаллана. Ғилми әҙәбиәттән күренеүенсә, инә бүре имеҙеп үҫтергән малайҙан ырыу таралыу мотивы төрки телле усунь ҡәбиләләре берләшмәһенең (яңы эраға тиклемге 1 мең йыллыҡтың аҙағы — яңы эраның беренсе быуаттары) легендаларында уҡ осрай (2, 157). һуңғараҡ, VI быуатта, көнсығыш йылъяҙмаларына теркәлгән легенда төрки-тугю- ҙарҙың ырыу башын шулай уҡ мөғжизәле тыуыу мотивына илтеп бәйләй: төрки-тугюҙарҙың нәҫеле инә бүренән һәм үлемгә дусар ителгән малайҙан яралыуы тураһында әйтелә. Инә бүре башта малайҙы үҙенең һөтөн имеҙеп, тәрбиәләп үҫтерә, аҙаҡ уның менән ғаилә мөнәсәбәтенә инә һәм шуның һөҙөмтәһендә көслө тоҡом барлыҡҡа килә. Ырыу башлығының инә бүренән тыуған ун улы үҫеп еткәс, күрше ырыуҙың ҡыҙҙарын урлап алалар, һәм уларҙан тыуған балалар ҡом бөртөгөләй күбәйеп китә (69, 220).
Тотемистик ҡараш сатҡылары төрки телле Алтай теле- уттарының мифтарында ла һаҡланып ҡалған. Г. Н. Потанин тарафынан ҡағыҙға теркәлгән бер легендала бүре менән
80
ҡыҙҙың яҡынлығынан телеут ырыуының барлыҡҡа килеүе хаҡында бәйән ителә (223, 17—18).
Боронғо монгол легендаларына ҡарағанда, монголдарҙың нәҫел ебе Күк менән инә маралдың ғаилә мөнәсәбәтенән тыуған күк бүре образы менән бәйле (228, 137).
Күренеүенсә, «Бүреләр тоҡомо» исемле башҡорт легендаһының тамырҙары боронғо дөйөм төрки һәм монголдарҙың фольклор традицияларына барып тоташа.
Бүрегә табыныу төрки, монгол ҡәбиләләрендә, күрәһең, шул тиклем көслө булған, хатта Ашин тигән атаҡлы ырыу башлығы үҙенең инә бүре тоҡомонан икәнлеген белдереү өсөн йәшәгән торлағының ҡапҡаһына бүре башы төшөрөлгән байраҡ элдерткән (69, 221).
Был традиция башҡа төрки ҡағандарының байраҡтарында ла сағылыр булған. Ҡағандарҙың һаҡсыларын «бүреләр» тип йөрөтөү күренеше лә (119, 407) иғтибарға лайыҡ.
һуңғараҡ оҡшаш мотивтар Сыңғыҙхандың мөғжизәле тыуыуы хаҡындағы монгол хикәйәттәрендә лә урын ала. 1240 йылға ҡараған хроникала, мәҫәлән, Сыңғыҙхан күк бүре — Буртэ-чинонан тыуған изге йән эйәһе итеп телгә алына, ата-бабалары хөрмәтенә монголдарҙың үҙ байраҡтарында алтын бүре башы төшөрөлгән һүрәт йөрөтөүҙәре һөйләнелә (140, 53).
Боронғонан килгән шундай ышаныу һәм традицияларҙың ҡалдыҡтары башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә, ауыҙ-тел ижадында беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған. Тарихсыларҙың тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, әле XVIII— XIX быуаттарҙа көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандың волость старшиналары административ власть символы булараҡ үҙҙәре менән бүре башы төшөрөлгән билдә йөрөткәндәр (216, 31). 1960 йылдарҙа Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе Мирхәйҙәров Мөғәлләм Шәйхаттар улының бер ҡатлы һәм ябай ғына итеп: «Башҡорттарҙың байрағында бүре башы булған, шуға күрә уларҙы «башҡорттар» тип атағандар» (203, оп. 63, д. 56), — тип әйтеүендә лә быуаттар төпкөлөнән килгән бер тарихи ауаздың үҙенсәлекле яңғырашы һиҙелә.
Башҡорт легендаларында урын алған икенсе йүнәлеш: бүре — юл башлаусы, ҡурғаусы һәм ҡотло урын табып
81
биреүсе изге йән мотивын йөрөткән сюжеттарҙың тамыры шулай уҡ дөйөм төрки һәм монгол фольклоры традицияларына барып тоташа. Был йәһәттән Оғуз-ҡаған хаҡындағы боронғо сюжеттар айырыуса ҡыҙыҡлы. Уларҙа бүрегә бәйле мотивтарҙың ике тибы ла осрай: күк бүре төрки халыҡтарының легендар атаһы Оғуздың нәҫел ебен, ырыуын башлап ебәреүсе изге йән эйәһе булараҡ та һәм яуҙа ҡыйын хәлдә ҡалған ҡағанды бәләнән ҡотҡарыусы, юл күрһәтеүсе ролендә лә сығыш яһай (141, 38—39; 328, 37, 46; 96, 495). Бүрене Оғуз ҡағандың ырыу башы итеп күрһәтеү —был януарҙы изгеләштереүҙең төрки халыҡтары аңында бик ныҡ тамыр йәйгән булыуын йәнә бер тапҡыр раҫлаусы дәлил. Оғузға бәйле сюжеттарҙың иң боронғоһо тип иҫәпләнгән уйғыр вариантында Оғуз Айҡаған менән үгеҙҙең ғаилә мөнәсәбәтенән яралған (67, 34), тип әйтелә.
Изгеләштерелгән бүре хаҡындағы мотивтарҙың тотороҡлолоғо һәм киң таралған булыуы Европала йәшәүсе башҡа халыҡтар ижадында ла асыҡ сағыла. Римляндарҙың инә бүре имеҙеп үҫтергән Рем һәм Ромул хаҡындағы легендаларын, гирпин ҡәбиләләренең килеп сығышы, гирпиндарҙың үҙҙәре яулап алған ерҙәргә бүрегә эйәреп килеүе хаҡындағы легендар сюжеттарҙы, славян, герман, роман халыҡтары фольклорында киң таралған әүерелеүсе бүре (оборотень) шуны иҫбатлай (1, 95). Академик В. А. Гордлевский төрки- монгол халыҡтары фольклоры өсөн традицион булған изге бүре тураһындағы хикәйәттәр Европаға күсеп йөрөүсе төрки ҡәбиләләр тарафынан индерелгән булырға тейеш тигән фекерҙә тора (96, 497). Бүре-әсә, бүре-юл күрһәтеүсе һәм ҡурғаусы образының төрки-монгол донъяһында моронлаған булыуын башҡа тикшеренеүселәрҙең хеҙмәттәрендә лә (И. Н. Березин, Г. Н. Потанин, хәҙерге осор ғалимдарынан С. Ю. Неклюдов һ. б.) шаҡтай киң яҡтыртылды.
Башҡорт легендаларындағы бүре образына бәйле мотивтарҙың тамырҙары шулай уҡ бик тәрәндә ята. Атап әйткәндә, бүре-әсә / бүре-ата мотивтарының дөйөм төрки фольклор традициялары ерлегендә яралыуы шик тыуҙырмай.
X быуатҡа ҡараған Ибн-Фаҙлан яҙмаларында башҡорттарҙың бүрегә табыныуҙары хаҡында мәғлүмәттәр булмауына таянып, В. А. Гордлевский башҡорттарға изгеләштер елгән
82
бүре мотивы әҙәби сығанаҡтарҙан йәки икенсе юл менән һуңғараҡ ингән күренеш (96, 496) тимәксе. Атаҡлы
тюркологтың бындай фекергә килеүенең теп сәбәбе —башҡорт материалының ул ваҡытта әле матбуғатта сағыштырмаса һирәк күренеүе. Тотемистик ҡараштар донъяһынан бер ауаз булып килеп еткән бүре-әсә (йә бүре-ата) мотив- тарын йөрөткән ҡиммәтле сюжеттар һуңғы 30—40 йыл эсендә генә табылды. Революцияға тиклемге яҙмаларҙа иһә, нигеҙҙә, бүре-юл башлаусы мотивына ҡоролған легендалар ғына телгә алынды, уларының да ҡайһы берҙәре боронғо- лоҡ һыҙаттарын юғалтып, ислам динен индереү ваҡиғаларына бәйләп бирелде (199, 57—84). В. А. Гордлевский шундай типтағы бер генә легендаға таянған.
Татар фольклорсыһы Ф. И. Урманчеевтың бер мәҡәләһендә, башҡорт легендаларындағы бүре —юл башлаусы мотивы нигеҙенә таянып (был мотив бүре-әсә мотивынан һуңғараҡ тыуған), башҡорттарҙың бүреләр хаҡындағы ҡараштарының тарихи-хронологик рамкаларын тарайтыуы күҙгә ташлана (293, 22). Бының сәбәптәре лә юҡ түгел: бүреләр тоҡомо тураһындағы башҡорт легендалары, «Аҡ бүре» исемле башҡорт әкиәте, күп һанлы этнографик материалдар ул ваҡытта архивтарҙа һаҡлана ине.
Әхмәт Ибн-Фаҙлан яҙмаларында бүре культына ҡараған мәғлүмәттәрҙең булмауы иһә төрлө сәбәптәрҙән килеүе мөмкин. Билдәле булыуынса, бүренән ырыу, тоҡом таралыу мотивын йөрөткән легендалар башлыса Үҫәргән, Түңгәүер ҡәбиләләренең ауыҙ-тел ижадында урын алған. Ибн-Фаҙлан осратҡан башҡорттарҙың (ул һөйләшкән кешеләрҙең) был сюжетты белмәүҙәре лә ихтимал. Бынан тыш, борон тотем хайуаны йәки үҫемлегенә ҡарата төрлө тыйыуҙар, шул иҫәптән сит ырыу вәкил енән уның исемен йәшереү кеүек ышаныуҙар йәшәгәнлеге билдәле (85, 25—30). Шуға күрә башҡорттарҙың Әхмәт Ибн-Фаҙланға үҙҙәренең изге тотемы хаҡындағы ышаныуҙарын әйтмәй йәшереп ҡалдырыуҙары ла бар.
Бүреләр хаҡындағы сюжеттарҙың башҡорт халыҡ ижады ерлегенә һуңғараҡ ингән күренеш булыу ихтималлығын фараз иткән хәлдә лә, В. А. Гордлевский башҡорттарҙа бүренең тотем хайуаны итеп иҫәпләнеүен шик аҫтына алмай.
83
«Башҡорттар, — тип яҙа ул,— башҡорт этник терминын аңлатыуҙа (аңлауҙа) бүрегә тотем булараҡ ҡарайҙар, ҡорт һүҙен әйтмәҫ өсөн уны бүре һүҙе менән алмаштыралар. Тотемға, әлбиттә, табу һалына, йәғни уның исемен әйтеү тыйыла (96, 495). Миҫал рәүешендә Гордлевский элекке башҡорт ғаиләһендәге килен менән ҡайны араһындағы үҙенсәлекле аралашыу формаһын, йәғни исемен әйтергә ярамау сәбәпле (ырыу башлығына) килен кешенең «бүре» тип мөрәжәғәт итеү күренешен иҫкә төшөрөп үтә. Был мәғлүмәтте ул Стамбулдағы тюркология институтының ассистенты, башҡорт Әбделҡадир Инандан (псевдоним, ысын исеме — Фәтхелҡадир Мостафа улы Сөләймәнов) алған.
Бүренең исемен алмаш атамалар аша биреү башҡа халыҡтарҙың ижад традицияларында ла күҙгә ташлана. Мәҫәлән, бүрәт халҡының кинәйәле һөйләшендә бүре —дала эте —«хээрын нохой» (311, 655), монголдарҙа «хээрийн нохой» шулай уҡ дала эте мәғәнәһендә (312, 595) эвфемизм булараҡ йөрөй. Себер, Алтай халыҡтары һөйләштәренән бүренең алмаш исемдәрен күпләп килтерергә мөмкин. Хакастарҙа: бүре —хатығ мойын (ҡаты муйын), чағы ағайы (дала эте); тувалыларҙа: узун кудурук (оҙон ҡойроҡ), кок ҡараҡ (йәшел күҙ) һ. б. Ҡарачай һәм балҡар эпосында бер нарт ырыуының сығышы Схуртук тигән тотемик исемгә бәйләп аңлатыла. У. 3. Байрамуковтың фекеренсә, уның этимологияһы «с-хурт-укъ, хурт (бүре) —Со ҡәбиләһенең улы» тигән төшөнсәне бирә (181, 108).
Осетин эпосындағы нарттарҙың ырыу башлығы Уархағ- тың исеме боронғо осетин телендәге vrka — ka «бүре» атамаһына тап килә. Хәҙерге телдә был һүҙ ундай мәғәнәлә ҡулланылмай: заманында тыйылған һүҙҙәр рәтенә индерел- гәнлектән, ситтән кергән бираеғ (сакс т. birgga —«бүре») һүҙе тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған (1, 90).
Йәнә бер миҫал. Быныһы — академик Б. А. Рыбаковтың күҙәтеүҙәренән. Бүрегә ҡарата славян халыҡтары ырымдарында ҡулланылған «хорт с хортенятами» тигән архаик форманың осрауы һәм был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен инфор- манттың белмәүе ғалимдың иғтибарын йәлеп итә. Артабан «хорт» һүҙенең мәғәнәһен Вщиже ауылының (Брянск әлкәһе) башҡа кешеләре лә белмәгәнлеге асыҡлана. Баҡһаң,
84
хорт (сағыштырығыҙ: ҡорт, ғурд һ. б.) — рус һәм болғар теленең ҡайһы бер һөйләштәрендә — «бүре» төшөнсәһен бирә икән. Ырымда «хорт с хортятами» формаһы «волк с волчатами» тигән һүҙҙәр менән йәнәшәләш ҡулланылған.
Б. А. Рыбаковтың әйтеүенсә, «хорт» — «бүре» төшөнсәһе белорус фольклорында ла осрай. Урман хужаһы шүрәлегә мөрәжәғәт рәүешендәге ырымда, мәҫәлән: «...лясун и лясу- ниха! Прошу я вас и кланяюсь я вам с великими упросами и низкими уклонами — содержайте своих хортов, замыкайте им губы и зубы!» Ғалим «хорт» — «бүре» һүҙенең онотолған формаһы, архаик һүҙ тип иҫәпләй (249, 134).
Рус һәм белорус телдәренә был һүҙҙең төрки телдәренән ингән булыуы бик ихтимал. Нисек кенә булмаһын, славян халыҡтары ырымдарында бүре образының ғәҙәти образ булмағанлығы күҙгә ташлана. Беҙгә шуныһы мөһим.
Шулай итеп, килтерелгән дәлилдәрҙең бөтәһе лә бүрегә бәйле мотивтарҙың тотемизмға, хайуандар культына бәйле ҡараштарға нигеҙләнеп, бик боронғо замандарҙа яралған булыуҙары хаҡында һөйләй. Бүре хаҡындағы башҡорт легендаларында иң боронғо бүре-әсә (бүре-ата) мотивынан башлап бүре-юл башлаусы, бүре-ярҙамсы, ҡурғаусы образдарын осратырға мөмкин. Был мәсьәлә буйынса хәҙер инде шаҡтай аныҡ фекер тупланды. Айырыуса әһәмиәтле мәғлүмәттәр этнограф P. Ғ. Кузеевтың хеҙмәттәрендә килтерелде. Башҡорттарҙың бүреләр хаҡындағы легендаларын башҡа халыҡтарҙың легендалары менән сағыштырып өйрәнеү йүнәлешендә уның тарафынан ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр үткәрелеп, боронғо этнокультур бәйләнештәрҙең тамырҙарын төҫмөрләү мөмкинлегенә билдәле дәрәжәлә юл асылды. «Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ата-бабалары бүре образын, бүре культын үҙҙәренең Азия иленән алып килгән. Мөғжизәле бүре ярҙамында яңы төйәк табыу хаҡындағы башҡорт риүәйәттәренең
Достарыңызбен бөлісу: |