Башҡорт энциклопедияһы



бет1/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25













ББК 72.3 X 75

Хөсәйенов Ғайса X 75 Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тарихи-биографик ки

тап. — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте, 2000. — 384 бит.

ISBN 5-88185-014-9

Шәхестәр” серияһын бөйөк шәхесебеҙ — дәүләт эшмәкәре һәм ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡындағы китап менән асабыҙ. Унда бик бай материалдар нигеҙендә башҡорт халҡының бөйөк улының тормошо, революцион һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, күп яҡлы ғилми мираҫы, киң танылған тарихи, этнографик, филологик хеҙмәттәре тулы яҡтыртыла. XX быуат башы, революция йылдарындағы ижтимағи, мәҙәни, фәнни тарихыбыҙ күҙ алдына баҫтырыла.

ISBN 5-88185-014-9

© Ғайса Хөсәйенов, 2000 © ’’Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте, 2000


ИНЕШ

Легендар батырыбыҙ Салауат Юлаев менән бейек ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған араһында бер быуаттан артығыраҡ ара ята. Бөйөктәр быуатҡа бер, унан да һирәгерәк тыуа, тигән һүҙ хаҡтыр. Тейешле хаҡ баһаны үҙ заманалары түгел, ғәҙәттә киләсәк, оло тарих үҙе бирә. Бейек тауҙар ҙа алыҫтан мөһабәтерәк күренеүсән.

Башҡорт халҡының йөҙәр йылдарға һуҙылған азатлыҡ көрәше тарихында Салауат Юлай улы яу батыры булып дан алһа, Әхмәтзәки Әхмәтша улы иһә шул көрәштең дау батыры булып шан ҡаҙанды. Улар араһын быуаттарҙы быуаттарға тоташтырған ҡан, рух, һәләт туғанлығы бәйләй. Ғалимыбыҙҙың бөйөклөгөн бөтә һиммәтендә аңлауҙар һәм аңлатыуҙар алдараҡ әле.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған — ул үҙенсә бер феномен. Хоҙай һәм тәбиғәт уға төрлө яҡлы һәләтте йомарт биргән. Унда туған халҡының таланты һәм яҙмышы бергә үрелгән. Ә үҙе ’’яҙмышым халҡым күңелендә йәшәгән тарихи хәтирәләрҙең айырылғыһыҙ бер һөҙөмтәһе”, ти.

Әхмәтзәки Вәлиди — XX быуат башындағы башҡорт азатлыҡ хәрәкәтенең иң абруйлы лидеры, яңы хөкүмәтебеҙҙең башлығы, башҡорт ғәскәренең баш командующийы. Боронғоса әйткәндә, баш сардары.

Әхмәтзәки Вәлиди — үҙ заманаһының милли-революцион рухлы демократы, алдан күреүсе зирәк сәйәсмәне, йәмәғәт эшмәкәре.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған — бөтә донъя күләмендә танылған энциклопедик типтағы ҙур ғалим. Ул иң беренсе нәүбәттә тарихсы, төрки халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте белгесе.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған — шул уҡ ваҡытта шәрҡиәтсе — көнсығыш фәне, ислам тарихы ғилем эйәһе. Ул киң профилдәге филолог та. Уның ғилми-ижади эш даирәһе археология, этнография, палеографиянан алып тарихи география, фольклористика, мемуаристика, публицистика, политологияғаса киң йәйелһә, фәнни-тикшеренеү ысулдары сығанаҡ, библиографияларҙан алып, тарихи-сағыштырыулы, комплекслы, системалы методтарғаса төрлөләнә.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған — байтаҡ ҡына телдәр белгән, ғәрәпсә, фарсыса, немецса, төрөксә, французса иркен һөйләшкән һәм

3




яҙышҡан үҙенсә полиглот кеше. Шуға ул Көнсығыш менән Көнбайыш фәндәрен ижади берләштерер ҡеүәгә эйә.

Йыйып әйткәндә, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың Төрлө телдәрҙә яҙылған һәм баҫылған публицистик, ғилми-тикшеренеү мәҡәләләре, китаптары, сығыштары — төрлө жанрлы, бергә туплаһаң, тиҫтәләрсә томдарҙы тәшкил итер тауҙай ғәжәйеп бай һәм мөһабәт рухи хазина ул. Уны тулыһынса йыйып, өйрәнеп, ғилми на- рыҡлап сығыу өсөн генә лә әллә күпме ғалимдарға тиҫтә йылдар кәрәк булыр.

Әлбиттә, тауға ҡарап тау булып булмай. Төрлө телдәрҙә, төрлө илдәрҙә һибелеп ятҡан рухи байлыҡ ынйыларын берәмтекләп йыйып өйрәнеүгә өлгәшеү еңел эш түгел. Әммә был эште оҙаҡҡа һуҙыу һәм баҙнатһыҙланыу ҙа ярамаҫ.

Тауҙар һәр саҡ үҙенә тартыусан. Шуға беҙ тартынып булһа ла тартылып ҡарарға баҙнат иттек. Ғилем түбәләрен үрләү ҙә билән- дәренән башлана. Әхмәтзәки Вәлиди Туған ғилем тауының биләне — туған тупрағында, Урал тау буйҙарында, халҡы күңелендә. Шуға төп иғтибарыбыҙ шул төбәктәргә төбәлер. Унан ары үтеп ҡарарбыҙ: булаһы ғалимыбыҙ артынан алыҫтарға, Ҡаҙандарға юлланырбыҙ, ҡайта-килә Башҡортостандың даулы, яулы киңлектәрендә йөрөрбөҙ, Төркөстанға юлланырбыҙ. Мөжәһирлек-эмигра- ция һуҡмаҡтарын, ҡалған тормош, ғилем юлын ҡыҙырырбыҙ. Компасыбыҙ ’’Хәтирәләр” булыр. Фән донъяһы үҙәктә торор.

Беҙгә бөләңгертерәге — Әхмәтзәки Вәлидиҙең Төркиәләге тормошо, ғалимдар даирәһе, ярым конспиратив сәйәси эшмәкәрлеге. Ә фәнни хеҙмәттәре ҡарап тороуға мәғрүр тау ҙа тау, армыт та армыт инде. Белеп, өйрәнеп кенә өлгөр. Быларына күпмелер инә алғанса, зиһен еткәнсә булыр.

Шөкөр, тыуған илендә Ә.Вәлиди Туғандың туған телендә китаптары сыға башланы. ’’Хәтирәләре” донья күрҙе. Әмир Юлдашбаев, Марат Ҡолшәрипов кеүек ғалимдарыбыҙ уның тормошон, сәйәси һәм фәнни эшмәкәрлеген ентекле өйрәнмәктә. Роберт Байымовтың ’’Сыбар шоңҡар” тарихи романы сыҡты. Төрлө әлкәлә эшләгән белгестәр бөйөк ғалимыбыҙҙың ғәжәйеп бай һәм төрлө яҡлы рухи мираҫына йышыраҡ мөрәжәғәт итә.

Беҙҙең тарихи-биографик китабыбыҙ шуларға бер ҡуш була алһа ине.


Беренсе бүлек

ТЫУҒАН ТӨЙӘК

Тау һәм йәйләүҙәрҙәге бик ябай тормошобоҙ, айырыуса уның һөйкөмлө тарихы, был тарихтың халыҡ хәтерендә йәшәп килгән ауаздары, бәләкәй сағымдан аңыма һеңеп, мине көрәш барышында төрлө тәүәккәл ҡарарҙарға этәрер- лек, төрк һәм ислам ғилемдәренең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡарата төрлө пландар ҡороуға дәртләндерерлек кимәлдә йоғонто яһанылар.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған

ТЫУҒАН АУЫЛ. НӘҪЕЛ-НӘСӘП. ҒАИЛӘ

Башланғыстар башы - тыуған төйәктә.

Кешенең тыуып-үҫкән ере, изге төйәк булып, уның ғүмеренең һәм рухи донъяһының мәңге бүленмәҫ өлөшөнә әүерелә. Тыуған яғы ниндәй, кеше ғәҙәттә бар булмышы менән шундай. Тыуған төбәк, тыуған ауыл, тыуған тәбиғәт, тыуған өй күңелгә иң яҡын, туған төшөнсәләр.

Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуған Көҙән ауылы сағыштырмаса йәш ауылдарҙан. Уға яҡынса 250—280 йылдар тирәһе. Көҙән XVIII быуаттың тәүге яртыһында Тәл- тем-Юрматы волосының Илсекәй-Тимер түбәһе башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. Әхмәтзәки Вәлиди яҙғанса, ул XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдары ваҡытында яндырылған һәм буш ҡалған урындарҙа ҡалҡып сыҡҡан. Көҙән ата-бабаларының ерендә, Ағиҙелгә ҡойор Егән йылғаһы буйында, Яҡуп тигән ике түбә янына яңынан һалынған. Ауыл башта тырым-тырағайыраҡ ултырған 12 йорттан ғибәрәт булған. Көҙән аҙаматтың Сураҡ менән Айҙаҡ исемле улдары 1758 йылды үҙ ерҙәренең бер өлөшөн заводсыларға һатҡандар һәм ситтән килгән йә ерһеҙ ҡалған кешеләрҙе кермешәк (припущенник) итеп үҙ ауылдарына кереткәндәр, ер биргәндәр. Ауылдың төп өлөшөн Суҡлыҡай менән Үрғут исемле ике башҡорт ырыуы тәшкил иткән.

Суҡлыҡай тигән үҙ ырыуҙаштарының, Көҙәндең ата- бабаларының был яңы ергә төпләнгәнсе булған тарих оста




рын Әхмәтзәки Вәлиди Көнсығыш Уралдағы Көҙәй, Исмәғил, Нуғай ауылдары менән бәйләй. ’’Көҙәй һәм Нуғай ауылдары әүәлерәк беҙҙең ауылдан көнсығыштараҡ Егән йылғаһында ’’Көҙәй йорт” тигән ерҙә ултырған булһа кә- рәк, беҙҙән Урал яғына, Ирәндек тирәһенә күскәндәр, беҙҙекеләр иһә үҙ ерҙәрендә ҡалғандар” — ти ул.

’’Хәтирәләр” китабында Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт ырыуҙарын дүрт ҙур төркөмгә бүлә: 1. Тау башҡорттары (Бөрйән, Үҫәргән, Тамъян); 2. Ялан башҡорттары (Юрматы, Көҙәй, Ғәйнә, Иректе, Йәнәй, Танып ырыуҙары); 3. Төрлө быуаттарҙа башҡорттарға көнсығыштан килеп ҡушылған Ҡыпсаҡ, Ҡаңлы, һыуын, Оран, Ҡайлы, Ҡатай, Бәйләр, Кәрәй, Сураш, Нуғай, Ҡырғыҙ, Меркет кеүек ырыуҙар төркөмө; 4. Көнбайыштан Болғар һәм Ҡазан тарафтарынан, ерҙәрен урыҫтар баҫып алғандан һуң, Башҡортостанға килгән ҡасҡын татарҙар, бүләр (болғар), мишәр һәм мосолман сыуаштарҙан ойошҡан төркөм.

Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең Суҡлыҡай ырыуын башҡорт ырыуҙарының өсөнсө төркөмөнә индерә. Шунан сығып, Суҡлыҡай ырыуының, үҙ әҡрәбәләренең әүәл Көнсығышта Тубыл буйындағы Ерҡарағайҙа, көнсығыш Уралда Ирәндек һәм Сыбар күл яғында ла йәшәгән остарын юллай, тарих төпкөлөнә күпмелер ҡараш ташлай. Суҡлыҡай ырыуының бик боронғо Ҡай йәки Ҡайлы ҙур ырыу төркөмөнә ингәнен билдәләй. Былар иһә, йәғни Ҡай, Ҡатай күскенселәре, башҡорттарға ҡараҡытайҙар дәүерендә, Табын һәм Уң- ғуттар монголдар дәүерендә килеп ҡушылғандар тимәксе.

Әллә баҫалҡылыҡ күрһәтеп, әллә нисек, Әхмәтзәки Вәлиди шул уҡ ’’Хәтирәләр” китабында: ”55 йыл буйына тарих менән шөғөлләнеп тә, иң аҙ белгәнем — үҙ ырыуымдың тарихы”, — тип яҙа. Мәгәр алда күрербеҙ әле, үҙ ырыуы, уға әҡрәбәләш башҡорт ырыуҙары тарихы менән дә бик ентекле шөғөлләнер һәм өҙлөкһөҙ эҙләнер ул.

Хәтирәләрендә ул үҙ ырыуына ҡарар бейҙәр тарихына мөрәжәғәт итә. Шуларға бәйле ер-һыу атамаларын, Нуғай бейҙәре, Борнаҡ, Аллабирҙе бей тарихтарына ҡағылышлы шәжәрә һәм риүәйәттәрҙе лә хәтерләтеп үтә. Аҙаҡтан шундай мөһим һығымта яһай: ’’Быларҙың барыһы ла, ырыуыбыҙҙың үткәндәре хаҡындағы риүәйәттәр булыу менән бергә, минең рухи үҫешемә тәьҫир итеүсе көс ине. Күрәһең, ата-ба- баларым күрше ауылдарҙың башҡорттарына сағыштырғанда күп тапҡыр тәүәккәлерәк бер ғәскәри ырыу булған”.




Тимәк, тыуған ауылының кескәй тарихы ла, үҙ ырыу тарихы һәм риүәйәттәре лә ата-бабалары һөйләгәндәре буйынса хәтеренә һеңеп ҡалған, тарихи рухын нығытышҡан.

Көҙән ауылы тәүҙә бик акрын үҫә. 1859 йылғы 10-сы ревизия — халык иҫәбен алғанда ул 585 кеше йәшәгән 115 йортло ҙур ғына ауылға әйләнә. Минзәлә яҡтарынан күсеп килгән унарлаған ғаилә татар, мишәр, башҡорттар иҫәбенә ауылдары ҙурайып китә, кермешәктәр үҙҙәре бер оло урам, бер мәхәллә булып ултыра. 1870 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Көҙәндә 125 йортта 735 йән кеше йәшәй. Ауылдың бер мәсете һәм мәҙрәсәһе бар. 1896 йылда иһә, Әхмәтзәки- гә мәҙрәсәгә уҡырға төшөргә яҡынлағанда, Көҙән ике йөҙ йортло, унда меңдән артыҡ кеше йәшәгән ҙур ауылға әй- ләнгән була. Ауыл инде ике мәхәлләле. Бер мәхәлләһендә атаһы Әхмәтша имам хатип һәм мәҙрәсә мөҙәрисе.

Ата-бабалар тарихы, шәжәрәләр менән ныҡ ҡыҙыҡһынған Әхмәтзәки Вәлиди, нишләптер, үҙенең ете быуын шәжәрәһен төҙөмәгән, һәр хәлдә, ҡулыбыҙҙа булған китаптарында, мәҡәләләрендә, мотлаҡ булырға тейешле ’’Хәтирәләр” китабында ла беҙ ундай шәжәрә теҙмәһен осратманыҡ. Уның үҙе исемләгән һәм характеристика биргән ата-бабаларының быуыны дүрт-биштән ары китмәй: Әхмәтзәки — Әхмәтша — Вәлит — ... — Иштуған — Сураҡ

Көҙән. Быны үрҙә телгә алған 1758 йылғы ер һатыуға ҡул ҡуйған документ та раҫлай. Ҡалғанын үтҡән һәм унан алдағы быуатта халыҡ иҫәбен алыу — ун ревизия мәғлүмәттәре буйынса юллап ҡарайыҡ.

Ауылдарын нигеҙләгән ата-бабалары Көҙән хаҡындағы мәғлүмәттәр риүәйәт рәүешендә генә. Уның улдары Сураҡ менән Айҙаҡ 1758 йылғы документта күренә. Әхмәтзәки аҙаҡ үҙенә тәхаллус-псевдоним итеп алған Туған атамаһының Иштуған бабаһының иҫтәлеге икәнен әйтә. ’’Иштуған (минең фамилиям ’’Туған” ошо исемдән) беҙҙән бик алыҫ Кәмәлек яғында урыҫтарға ҡаршы һуғышта үлгән”, — тип хәтергә ала уны. Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәжәрәһе быуындары буйынса иҫәпләп ҡарағанда, Иштуған XVIII быуаттың беренсе яртыһында, йәғни башҡорт восстаниеларының иң ҡыҙыу осоронда йәшәгән. Ул ана шул яу-ихтилал- дарҙың береһендә шәһит булып ҡалған.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең ата-бабалары хаҡындағы тулыраҡ документаль материалдарҙы 1850 йылғы халыҡ иҫәбен алыу яҙмаларынан табабыҙ. Көҙән ауылының исемлеге бе




ренсе һан булып ’’Тайып Иштуғанов” ғаиләһе менән асыла. Тайып Иштуғанов — Иштуғандың улы. 1834 йылғы ревизияла — халыҡ иҫәбен алғанда уға инде 84 йәш тулған булған. 1837 йылда вафаты документҡа теркәп ҡуйылған. Тимәк, Тайып Иштуғанов 87 йәшендә вафат булған. Ғүмер һөргән дәүере: 1750—1837 йылдар.

Тайыптың бер генә улы исемләнгән. Ул — Вәлит Та- йыпов. Йәғни Әхмәтзәкигә Вәлидов-Вәлиди фамилияһын биргән бабаһы.

Вәлиткә 1850 йылды инде 70 йәш. Ғаиләһе бик ишле. Уның өс ҡатыны бар. Оло ҡатыны Рәбиғә Рәйембәк ҡыҙына 65 йәш. Икенсе ҡатыны Шәмсениса Йосоп ҡыҙына 39 йәш. Өсөнсөһөнөң исем-аты билдәһеҙ. Өс ҡатынынан алты улы, бер нисә ҡыҙы бар. Өлкән ул-ҡыҙҙары үҙҙәре ғаиләле — башлы-күҙле булып бөткәндәр. Әммә өйләнешһәләр ҙә, ул замандарҙағы башҡорт ғәҙәте буйынса, бер ҙур ихата эсендә ҡуш йә айырым өйҙәрҙә бер атаның берҙәм ҙур ғаиләһе кеүегерәк йәшәп яталар. Вәлиттең беренсе ҡатынынан булған улы Ғилманға 55 йәш. Уның Мөхәммәтхәсән (24 йәш), Әбделхәсән (10 йәш) улдары, йәнә ҡыҙҙары бар. Беренсе ҡатынынан икенсе улы Уйылданға 49 йәш. Уның Ғилметдин исемле еткән улына 25 йәш, икенсе улы Наз- метдингә 15 йәш.

Вәлиттең беренсе ҡатынынан өсөнсө улы Әбделвәлигә 38 йәш. Уның өс улы — Нурғәле (14 йәш), Шаһғәле (10 йәш), Хәсәнвәли (бер йәш) үҫеп килә.

Вәлиттең өсөнсө ҡатынынан Фәтхелислам, Садретдин тигән сабыйҙары бар. Мөхәммәтйән исемле бер улы 15 йәшендә вафат булып ҡуйған.

Вәлиттең икенсе ҡатыны Шәмсенисанан өс ҡыҙы бар: Бибишәмсиә (16 йәш), Бибимәхфиә (11 йәш), Бибимәрйәм (4 йәш).

Шәжәрәнән күренеүенсә, Вәлиттең иң кесе улы Әхмәтйән. Был Әхмәтзәкиҙең картатаһы.

Тимәк, Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәжәрәһе шулай күҙ алдына килә: Әхмәтзәки (1890—1970) — Әхмәтша (1860— 1937) — Әхмәтйән (1828—?) — Вәлит (1780—1852) — Тайып (1750—1837) — Иштуған (XVIII быуаттың тәүге яртыһы)... Көҙән.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең хәтирәләренә ҡарағанда, Вәлит бабаһы бик бай һәм иркен йәшәгән, заманаһының иң абруйлы аҡһаҡалы булырға тейеш. Ул кантонлыҡ осоронда


25 йыл буйы хәрби хеҙмәт үткән, хәрби дәрәжәләр алған булһа кәрәк, кантон түрәләре, хәрбиҙәр араһында абруйы ҙур була. ’’Бабам Вәлит байҙың өйө XIX быуаттың беренсе яртыһында ҙур йыйылыштар, мәжлестәр ойошторола торған тирә-яктың бер үҙәге булған, — тип яҙа ’’Хәтирәләр’’ендә Әхмәтзәки. — Шуға күрә башҡорт кантон башлыҡтары, урыҫ генералдары, губернаторҙар, шөһрәтле муллалар һәм шәйехтәр уның мосафирҙары була. Өйөбөҙ- ҙәге иҫке ’’ҡымыҙ аяғы” менән бик иҫке келәмдең бер ни- сә быуын элек йәшәгән ҡартатайыбыҙға бер бей тарафынан иҫтәлеккә бүләк ителеүе хаҡында һөйләй торғайнылар”. Иштуған, Вәлит бабалары ҡаны аша Әхмәтзәки Вә- лидиҙә революциянан һуң башҡорт азатлыҡ хәрәкәттәре дәүерендә хәрбилек рухы һәм ҡаны ҡайнап китер.

Әхмәтзәкиҙең картатаһы Әхмәтйән Вәлит улы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. 1850 йылда халыҡты иҫәпкә алыу документы буйынса уға 22 йәш. Ҡатыны Нурлыямал Вәлиулла ҡыҙына 21 йәш. Сәхибьямал исемле бер йәшлек сабый ҡыҙ балалары бар. Ҡартатаһы, күрәһең, ейәне тыуғансы вафат булған. Әхмәтзәки уның тураһында бер ни ҙә яҙып ҡалдырмаған.

Атаһы Әхмәтша хәҙрәт Вәлидов тураһында Әхмәтзәки Вәлиди ’’Хәтирәләр” китабында байтаҡ ҡына һөйләһә лә, уның мәғлүмәттәре буйынса ғына Әхмәтшаның тулы тәржемәи хәлен — тормош юлын асыҡлар документаль материал бик наҡыҫ әлегә.

Шулар мәғлүм: Әхмәтша 1860 йылда Көҙәндә Әхмәтйән ғаиләһендә тыуған. Әгәр кантонлыҡ системаһы бөтөрөлмәгән булһа, ул да атаһы шикелле хәрби хеҙмәт юлы менән китер ине, бәлки. 1863 йылда, кантонлыҡтар бөтөрөлөп, башҡорттар хәрби сословиенан гражданлыҡ хәленә, йәғни ғәҙәти крәҫтиән тормошона күсерелгәс, был юл ябыла. Хәҙер ул йә малсылыҡ, игенселек эше менән шөғөлләнер ябай крәҫтиән йәки һәләтенә ҡарап дин, ғилем һәнәрен һайларға тейеш төҫлө.

Әхмәтша башта үҙ ауылдарында өс-дүрт ҡыш мәҙрәсәлә һабаҡ ала. Унан атаһы уны үҙҙәренән илле саҡырымдағы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Нуғаевтар мәҙрәсәһенә уҡырға илтә. Шәрәфетдин Нуғаевтарҙың ҙур мәҙрәсәһе был төбәктәге, хатта ки бөтә Өфө губернаһындағы иң шөһрәтле мәҙрәсәнән һанала. Әхмәтйән хәҙрәттең Шәрәфетдин мөҙәрис менән әшнәлеге лә бар. Әхмәтша шәкерт шулай был




данлы мәҙрәсәлә ун йылдан артыҡ рөшди (тулы булмаған урта), иғдадиә (ярым юғары) һәм ғалиә (юғары) синыфтарында төплө дини ғилем һәм мәғлүм дәрәжәлә донъяуи ғилем нигеҙҙәрен үҙләштерә. Ғәрәп телен яҡшы өйрәнә. Ҡала мәҙрәсәһенең иң алдынғы, зиһенле шәкерттәре хисабында йөрөй. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтан бер йыл булһа ла математиканан һәм урыҫ теленән дәрестәр алыу бәхете лә тейә уға.

Йәше еткәс, Әхмәтшаға мәҙрәсәне әле тамамламаған көйө әрме хеҙмәтендә йөрөп ҡайтырға тура килә. Ул Дағстан- да, ислам дине ныҡ тамыр йәйгән, ғәрәп телен яҡшы белгән таулы мосолмандар төбәгендә, хеҙмәт итә. Әхмәтзәки яҙғанса, атаһы, Кавказда атаҡлы шәйех Шамилдың тыуған ауылы һәм яу йылдарында ставкаһы булған Гунибта һалдат хеҙмәтендә булып, шәйехтең бер яҡыны Дил әл-Инди исемле бер ғалим зат менән танышҡан, улар үҙ-ара ғәрәпсә һөйләшер булған. Әхмәтша һалдат мөҙҙәтен тултырғас, Дағстанда тағы бер йыл ҡалып ошо ғалимдан ислам ғилемен һәм ғәрәп телен тәрәнтен өйрәнгән. Улар аҙаҡ байтаҡ йылдар буйы ғәрәпсә хат алышып торғандар. Дағстанлыларҙан аҙаҡ Ғүмәр һәм Аҡай исемлеләре, Стәрлетамаҡ, Көҙән мәҙрәсәләренә килеп, ғәрәп, фарсы телдәренән дәрес биргеләгәндәр.

Ғәрәпсәне шулай тәрән үҙләштергән һәм шул телдә иркен һөйләшә алған атаһынан Әхмәтзәки ғәрәп телен шунса белеү дәрәжәһенә өлгәшкән дә инде.

Әхмәтша, Өфөлә Диниә назаратында имтихан тапшырып, Көҙәндә имам хатип һәм мәҙрәсәһендә мөҙәрис булып совет власы йылдарынаса хеҙмәт итә, йәғни ғүмерен дин юлына, мулла һәм мөғәллимлеккә бағышлай. Дүрт бинанан торған мәҙрәсәһендә шәкерттәр һаны йөҙ иллегә — ике йөҙгә етә. Үҙе ислам дине, ғәрәп теле буйынса дәрестәр бирә.

Әхмәтзәки Вәлиди характерлағанса, атаһының мәҙрәсәһе нигеҙҙә иҫке тәртиптәге ҡәдими мәҙрәсә булып ҡала, дин ғилеме төп урынды биләй. Әммә ул мәҙрәсәһен яңы быуат башында замана рухына ярашлы ҡороу хәстәрлеген дә күрә.

Донъяға ҡарашы менән Әхмәтша хәҙрәт прогрессив ҡарашлы дин әһелдәре даирәһенә ҡарай. Уның яҡындан аралашҡан һәм фекерҙәш булған үҙ заманы өсөн абруйлы һәм данлыҡлы ғалим-гөләмәләрҙән Стәрлетамаҡтан Шәрәфетдин менән Камалетдин Нуғаевтар, Стәрлебаштан Ниғмәтулла мөҙәрис, һайран ауылынан Бикбулат мулла, Мулла

10




ҡайҙан Ғабдулла хәҙрәт, Троицкиҙан Зәйнулла ишан ише заттар булыуы уҡ шуны раҫлай. ’’Уларҙың барыһы ла ғәрәпсә, фарсыса белгән, дини белемдәре камил, Бохараның Нәкшбәнди исемле дин әһеле йоғонтоһо аҫтында булған, мәҙрәсә тотҡан, китап уҡыр заттар ине”, — ти Әхмәтзәки Вәлиди Туған.

Зәйнулла ишан Рәсүлев Әхмәтша мулла Вәлидовты үҙенең иң яҡын мөрите итеп ҡабул итә. Әммә Әхмәтзәки ’’Хәтирәләр’’ендә атаһының шундай һүҙҙәрен дә иҫкә ала: ’’Заман хәҙер мистика, дин заманы түгел, ул заман үтте. Ишан (йәғни шәйех) дәрәжәһен алдым, әммә бер кемде лә мөрит итеп ҡабул итмәйәсәкмен һәм үҙемде ишан тип атарға ла рөхсәт итмәм”.

Асылда Әхмәтша бөтә ғүмерен исламға бағышлаған дин әһеле генә булып ҡалмай. Ул белеме менән динле, шөғөлө менән дин әһеле икән, бар булмышы, тормош ҡормошо менән донъя кешеһе, төплө крәҫтиән. Ул ауылда күпләп мал аҫрай, иген, баҡса эше менән шөғөлләнә, умарталар тота. Ғәҙәти крәҫтиән тормошо һәм шөғөлө менән йәшәй. Әхмәтзәки аңлатҡанса, атаһы дин ҡанундарына ҡарағанда тормош закондарын өҫтөнөрәк ҡуя, тормош ҡушҡанса ғүмер һөрә. ”Был тәңгәлдә атайымдың ”дин” менән ’’тормош” эштәрен айырып тота белеүе һәм, тормош эштәрен шәриғәткә ҡапма-ҡаршы ҡуймайынса, ғөрөф-ғәҙәткә тоғро ҡалыуы ыңғай тәьҫир яһаны”, — ти Ә. Вәлиди.

Әхмәтша мулла ислам тәғлимәтен тотҡан һәм дини ғибәҙәттәрҙе еренә еткереп даими башҡарған күпме хаҡ мосолман булып ҡалмаһын, дини ҡанундарға тәнҡит күҙе менән ҡарар, үҙ фекере, инаныстары булған фани донья кешеһе лә. Уның XII быуатта йәшәгән ғәрәп ғалимы Ғазали- ҙың дингә ҡарата рационалистик ҡараштарын хуплауы ла һис осраҡлы түгел. ” Птоломей тәьҫире аҫтында булған Ға- зали фекеренә эйәреп, атайым геоцентрик фекерҙә (ер шарының йыһанда үҙәк булыуы фекерендә) ҡалды, — ти Әхмәтзәки Вәлиди. — Атайым вәғәздәрендә Ғазалиҙың ”Дин ғилемдәрен терелтеү” исемле әҫәренән өҙөктәрҙе бик тулҡынланып һөйләр ине”.

Донъя хәлдәре менән ҡыҙыкһынып йәшәгән Әхмәтша хәҙрәт Ҡырымда Исмәғил Ғаспралы сығарған ’’Тәржеман” гәзитен даими яҙҙырып уҡый бара. Унан күңеленә ятҡан фекер һәм мәғлүмәттәрҙе аҡҡа күсергеләп тә ҡуя. Ара-тирә үҙе лә яҙыу-һыҙыу эшенә тотонғолап ала. Хаж сәфәрендә




йөрөп ҡайтҡас, ’’Хижазға сәйәхәт” исемендә хажнамә юлъяҙмаһын яҙа. Ҡайнағаһы, Үтәк мәғрифәтсеһе Хәбибна- зар һатлыҡ тураһында ’’Хәбибназар һатлыҡ тәржемәи хәле” тигән яҙмаһын төҙөй, һәр хәлдә, Әхмәтша хәҙрәттә ҡәләм тибрәтер һәләт тә була.

Әхмәтзәки өсөн атаһы дин һәм донъя белемдәрен, ғәрәп телен үҙләштереүҙә, тормош тәртип-низамдарын, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен тота белеүҙә ғәйәт ҙур роль уйнар.

Әсәһе Өммөлхәйәт тә мулла ғаиләһендә тыуып үҫкән, мәҙрәсә һабаҡтары алған динле, мәғлүмәтле зат. Ҡыҙҙар уҡытыр оҫтабикә булғаны өсөн генә түгел, тәрән белеме, ғилемлеге өсөн уны ауылда ололап мөғәллимә тип йөрөтәләр ғүмере буйына.

Өммөлхәйәт Көҙәнгә күрше Үтәк ауылынан килен булып төшкән. Атаһы Ҡафи һатлыҡ улы — Үтәк мәхәлләһенең имам хатибы, мәҙрәсә мөҙәрисе. Урта Азияға Бохара, Хиуа мәҙрәсәләренә барып төплө дини ғилем алған, ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белә. Өммөлхәйәттең бер туған ағаһы Хәбибназар, Ҡазанда Шиһабетдин Мәржәни мәҙрәсәһендә уҡып, әле шул мәҙрәсәлә үҙе мөғәллим булып эшләй, һәләтле, мәшһүр дини әһел. Өммөлхәйәт атаһынан бигерәк тә фарсы телен, ғәрәп, фарсы әҙәбиәтен тәрәнтен өйрәнә. Ошо белемен оҫтабикә Көҙән ҡыҙҙарына, үҙенең ул-кыҙҙа- рына ла ғүмерлеккә күңелдәренә һеңдерә.

Бына ошондай дин, тел ғилеменә эйә абруйлы мулла ғаиләһендә Әхмәтзәки Әхмәтша улы Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ әйәҙенә ҡараған Көҙән ауылында донъяға килә. Ғаиләләре ишлегә әйләнә. Әхмәтзәки ауылда үҫкән йылдарҙа уның биш ир, өс ҡыҙ туғаны була. Улар — бергә үҫкәндәре — Ғәбделбарый, Ғәбдел- рәүеф, Әбделхай исемле энеләре, Сара, Зәкиә исемле һеңлеләре.

Бындай ишле ғаиләне үҫтерер һәм тәрбиәләр өсөн Әхмәтша хәҙрәт муллалыҡ вазифаһы өҫтөнә туп-туп мал да аҫрай, игенселек, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Балаларын да йәшләй крәҫтиән эшенә өйрәтә: улар, ҡул араһына инә барғандары, атаһына ярҙам итеп көтөүен көтәләр, бесәнен сабалар, ҡышҡылыҡҡа утынын әҙерләйҙәр. Ураҡ урыу, иген һуғыу эштәре лә өй эсе менән бергә башҡарыла. Хәҙрәттең һәм оҫтабикәнең ул-кыҙҙары, шулай иртә йәштән крәҫтиән хеҙмәтенең ауырлығын һәм үҙенсә кинәнесен татып, тир менән табылған ит-майҙың, икмәктең ҡәҙерен белеп үҫәләр.

12




Әхмәтша хәҙрәт, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттә- рен тотоп, шул уҡ ваҡытта шәриғәт ҡанундарына ла тоғро булып, уларҙы тиңерәк алып барырға тырыша, был тәр- тип-низамдарға балаларын күндереү хәстәрлеген күрә. ”Мал инселәү, ғаилә ағзалары араһында ҡатын-ҡыҙ һәм балаларҙың тигеҙлеген күҙ алдында тотоп, малды һәм мөлкәтте бүлеү..., ҡорбан байрамында һәм мосафир килгәндә, мал һуйып, ҡунаҡ йыйыу кеүек ғәҙәттәр ғаилә тормошон тәртипкә килтереүсе төп ҡағиҙә булып торҙо”, — тип иҫкә ала быларҙы Әхмәтзәки.

Имам хатип балаларын да шәриғәт ҡушҡанса мосолман ыҙан-йолаларынса тәрбиәләй. Доғалар ятлау, намаҙ, ураҙа, дини байрамдар, бисмилла әйтеп ашарға ултырыу, эш башлау, һәр кем менән итәғәтле, ихтирамлы, рәхмәтле булыу, һәр бер ғибәҙәтте еренә еткереп үтәү фарыз һәм ғәҙәткә ингән ҡанундарҙан. Шулай мосолман


Достарыңызбен бөлісу:
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет