Берлин. 1924 йыл. Ә.Вәлиди. Истанбул. 1950 йыл. Ә.Вәлиди (1-се рәттә уңда) Төркөстанда азатлыҡ өсөн көрәштәштәре менән. Истанбул. 1925 йыл.
Фәтхелҡадир
Сөләймән (А.Инан)
менән Әхмәтзәки
Вәлиди төркмән
кейемендә. Торкостан.
1923 йыл, ғинуар.
Ә.Вәлидиҙең Төркөстандағы көрәштәштәренең ғаиләләре менән Истанбулда осрашыуы. 1924 йыл.
Ә.Вәлиди Туған (1-се рәттә һулдан икенсе) талиптары менән. 1951 йыл.
Ә.Вәлиди Туған һәм Ғ.Таған 30-сы йылдарҙа.
Ә.Вәлиди, Истанбул университетының профессоры исемен алғас, 1926 йылда ғилми кәңәшмәлә сығыш яһай.
Абдулкадир Инан — Анкара университеты профессоры.
Һулдан уңға: Ә.Вәлиди, А.Инан, Ғ.Таған. Будапешт.
15 май, 1925 йыл.
Ә.Вәлиди Туған һәм Нәзмиә Туған.
Ә.Вәлиди Туған — Истанбул
университетының профессоры.
Профессор Ә.Вәлиди Туған (1-се рәттә уртала) Истанбул университетында дөйөм төрки тарихы семинарында ҡатнашҡан талиптары менән.
1966 йыл.
Ә.Вәлиди Туғандың
балалары: улы
профессор Сүбедәй
һәм ҡыҙы Иҫәнбикә
Туған.
Өфө. 1993 йыл.
Ә.Вәлиди Туғандың
Истанбулдағы
Ҡараса Әхмәт
зыяратындағы ҡәбер
ташы.
Төрки халыҡтарының күренекле кешеләре. Беренсе рәттә: ҡаҙаҡ М.Чокаев, үзбәк Усман Хужаев, башҡорт Ә.Вәлиди; икенсе рәттә: башҡорт А.Инан, татар М.Шахкули. Истанбул.
1926 йыл.
Ә.Вәлиди Туған аспиранттары менән. Истанбул. 1968 йыл. Ә.Вәлиди Туған һәм Ғ.Таған Венгрияла. 30-сы йылдар аҙаҡтарында.
релгәнлек менән, алдығыҙға баҫасаҡ мәсьәләләр һәм Төркиәнең үҙ киләсәге өсөн дә ҡиммәтле төшөнсәләр хаҡында асыҡ рәүештә яҙаһығыҙ. Әгәр һеҙ, ғүмерегеҙҙә башҡа бер әҫәр яҙмайынса, беҙгә шул саҡ Мәшһәдтән ебәргән рапортығыҙҙы ғына мираҫ итеп ҡалдырһағыҙ ҙа, улар мәмләкәтебеҙҙә исемегеҙҙе мәңгеләштерергә нигеҙ була алыр ине”.
’’Шәреҡтә ижтимағи инҡилап йәки реакция ихтималлығы ҡаршыһында шәреҡтәге инҡилапсы зыялыларҙың бурысы” исеме менән билдәле был рапортта автор донъяла капитализм менән коммунизм тарафдарҙары араһында көрәш барған заманда киләсәктә шәреҡтә лә социализм һәм дөйөм ижтимағи ғәҙеллек өсөн реформа яҡлыларҙың күбәйәсәге, был шарттарҙа шәреҡ зыялыларының бурыстары хаҡында яҙа. Коммунизм, әүәл Маркс тарафынан, ә яңы заманда Троцкий тибындағы шәхестәр тарафынан кәүҙәләндерелгән сафлығын юғалтып, империалистик милләт ҡулында колониялар яулауҙың яңы бер төрөнә әүерелгән заманда шәреҡ зыялыларының ниҙәр эшләргә тейешлеген билдәләргә тырыша. ”Төп фекерем шул: социализм идеяһы бөгөнгө көндә еңелеп ҡалмаясаҡ, — ти автор. — Ләкин беренсе донъя һуғышында һәм унан һуңғы граждандар һуғышында һәләкәткә осрауҙары һөҙөмтәһеңдә Рәсәй һәм Германия халыҡтары социализм идеяларының яңылыш йүнәлешен алды. Иҙелгән, үҙаллылығын юғалтҡан милләттәр баҫҡынсы коммунист-социалистар ҡул аҫтында үтә мөшкөллөккә төшәсәк”. Социализмды бер илдә, Рәсәйҙә, төҙөргә маташыу идеяһын Ә.Вәлиди урыҫ империализмының социалистик идеяларға яраҡлашыу формаһы тип ҡарай. Автор фекеренсә, бындай мөшкөл хәлдә шәреҡ инҡилапсылары, үҙҙәрендәге милләтәтселәр менән берләшеп, коммунизмды ҡабул итмәгән көнбайыш милләттәрҙең ярҙамынан файҙаланырға тейеш, шунан башҡа сара юҡ. Был осраҡта шәреҡ инҡилапсыларына, көнбайыш империализмының реакцион даирәләренә ҡаршы көрәште ҡырҡа дауам итеү менән бергә, бөтә ҡеүәттәрен урта синыфты көсәйтеү эшенә йүнәлтеү талап ителәсәк. Йәғни шәреҡтәге инҡилапсы социалистар, урыҫтарҙың империалистик коммунизмына ҡаршы көрәш алып барыу менән бергә, үҙ дәүләттәрендәге инҡилапты яҡларға тейеш.
Рапортында файҙаланған бындай тезистарын Ә.Вәлиди Төркөстанда 1922 йылдың йәйендә үк яҙған була. Бында ул
162
’’балаларыбыҙҙы техникаға өйрәтеү өсөн Европаға уҡырға ебәрергә кәрәк, әммә иҡтисади, сәйәси мәсьәләләрҙе большевиктарҙан өйрәнергә ярамай”, — тигән ҡарашын да әйтә.
Үҙенең коммунизмға ҡарашын һәм хәҙер азатлыҡ өсөн көрәш тактикаларын сағылдырған был мөһим сәйәси яҙмаһын Ә.Вәлиди, сит илгә сығып, Мәшһәд һәм Ҡабул ҡалаларында булған айҙарында унлап күсермәһен эшләп, иң яҡын арҡадаштарына ла төрлө юлдар менән еткерә. Уның ҡыҫҡаса бер нөсхәһе һуңыраҡ ”Яңы Кавказия” исемле журналда (1925, 18—19-сы һандар) ташҡа баҫыла.
Ирандың төньяҡ өлөшөндә Хорасан регионында ике айға яҡын булғас, Ә.Вәлиди менән Ф.Сөләймәнов, Афған- станға сығып, азатлыҡ өсөн көрәште артабан нисек ойоштороп ебәреү эштәрен дауам итәләр. Бигерәк тә Афғанстан еренә аяҡ баҫҡас, бик һаҡ йөрөргә, төрлө тыҡшыныусыларға осрарға, урыҫ шымсыларынан ауырлыҡ менән эҙ яҙҙырырға, төрлө мажараларға тарырға тура килә. 18 июндә генә Ҡабул ҡалаһына килеп етәләр. Алда һөйләшеү буйынса, бында төркөстанлы байтаҡ арҡадаштары йыйылып өлгөргәйне инде.
Ҡабулда 26—28 июндә Төркөстан Милли Берлеге рәйесе вазифаһында Ә.Вәлиди Усман Хужа, Әбделхәмит Ариф, Хашим Шаик, Мырҙа Хисаметдин, Ф.Сөләймәнов, тағы башҡа төркөстанлыларҙы йыйып, ҙур ғына кәңәшмә ҡоралар, мөһим ҡарарҙар ҡабул итәләр. ”Был өс көнлөк кәңәшмә бөтә яҙмышыбыҙҙың бөгөнгө көнгә тиклем дауам иткән йүнәлешен билдәләне”, — тип баһалай Ә.Вәлиди.
Ҡарарҙар нигеҙендә башҡарасаҡ эштәр шуларға ҡайта:
Хажи Сәми менән арҡадаштары Төркөстандан сығып китеү сәбәпле, Төркөстан Милли Берлегенең сит илдәрҙәге комитеттарын яңынан ойошторорға һәм нығытырға; Ҡабулда, Төркиәлә һәм Франңияла башҡарыласаҡ эштәрҙе координацияларға. 2. Төркөстан Милли Берлеге идеологияһын сағылдырыусы төп документтарҙы баҫтырыу өсөн йыйынтыҡ нәшер итеүҙе Зәки Вәлидигә йөкмәтергә. Зәки Вәлидиҙе Төркөстан Милли Берлегенең эске һәм тышҡы ойошмаларының дөйөм рәйесе итеп ҡалдырыу менән бергә, Ғәбделхәмит Ариф улын Ҡабулдағы бүлектең рәйесе, Усман Хужаны Төркиәлә, Мостафа Чокайҙы Европала вәкил итеп тәғәйенләргә; Зәки Вәлидигә, Парижда Мостафа Чокай менән кәңәшләшеп, Төркөстан Милли Берлегенең үҙә-
163
6»
ген Берлинда йэ иһә, шарттар мөмкинлек бирһә, Истан- булда ойоштороуҙы йөкмәтергә. Зәки Вәлидигә Төркөстандағы милли көрәш тарихын яҙыу, уны баҫып сығарыу, сит ил телдәрендәге нәшриәттә был өлкәнең дәғүәләрен донъяға аңлатыу эштәрен йөкмәтергә.
Кәңәшмәлә бүтән аркадаштарға шулай ук байтаҡ конкрет эштәр йөкмәтелә. Милли Берлектең эшен яңынан йәнләндереү, бүлексәләрен ойоштороу мәсьәләләре ҡуйыла.
” Фәтхелҡадирҙың минең менән бергә барыуы, уның рәсми йәки йәшерен рәүештә Рәсәйгә ҡайтып әйләнеүе, Берлинға йәки Истанбулға барыуы, минең бер йылдан һуң тағы Ҡабулға килеүем, Усман Хужа, Фәтхелҡадир менән өсәүләп Төркиәлә Төркөстан хаҡында мәжмүғә нәшер ите- үебеҙ ҡарарлаштырылды”, — ти йәнә Ә.Вәлиди.
Ул өсәү, Англия хөкүмәтенән рөхсәт алып, һиндо- станға сығырға, Пешаварға барғас, ундағы бер нисә эшмәкәрлегенең яңы эш пландарын да билдәләргә тейеш.
Афғанстанда ла, Ирандағы кеүек, Әхмәтзәки Вәлиди юғары даирәләр менән бәйләнешкә инергә юлдарын тиҙ таба. Ул илдең сит ил эштәре назиры (министры) Вәли Мөхәммәт Хан һәм мәғариф назиры Фәйес Мөхәммәт Хан менән таныша һәм күп белемлелеге, сәйәси ҡеүәте менән уларҙың хөрмәтен яулай. Был юғары вазифалы шәхестәр уны хөкүмәт эшендә хеҙмәттәшлек итергә саҡыралар. Тәүге тәҡдим рәүешендә Афғанстан хөкүмәте башлығы Аманулла Хан исеменә Төркөстан яҙмышы хаҡындағы фекерҙәрен һәм Афғанстанда мәғариф эшенә бәйле тәҡдимдәрен рапорт итеп яҙып биреүен үтенәләр.
Бер нисә көн эсендә яҙып бирә ул бындай тәҡдим-ра- порт яҙмаһын. Авторҙың төп фекере Афғанстан—Төркөстан—Рәсәй мөнәсәбәттәренә бәйле. Рәсәйҙең, Төркөстан- ды баҫып алғандай, Афғанстанға үтеп инеү хәүефен иҫкәртә, милли сәйәсәттә афған халыҡтарын бер-береһенә ҡаршы сәкәләштерергә тырышасағын белдерә, иҡтисади мәсьәлә һылтауы менән Афғанстандың төньяғындағы һыу баштарын ”һыу килешеүе” кеүек тәҡдим менән үҙ ҡарамағына буйһондороу ихтималын да күҙ уңында тоторға кәрәк, ти.
’’һиндостан бер көн үҙаллылыҡҡа өлгәшер”, — ти рапорт авторы. Был хәлдә, уныңса, Урта Азияла Рәсәй менән инглиздәр араһында ҡаршы тороу юҡҡа сыҡһа, урыҫтарға ҡаршы яңғыҙ ҡалмауығыҙ өсөн, өсөнсө бер етди көстө
164
эҙлэргэ кәрәк буласаҡ. Төркиә менән яҡынлыҡты көсәйтеүҙе яҡлай. Европа—Азия сауҙа юлында боронғо ’’Ебәк юлын” аяҡҡа баҫтырыуҙы тәҡдим итә. Тимер юлдар, машина юлдары һалыу, бүтән иктисади саралар хаҡындағы фекерҙәре ғәмәли йәһәттән үтә әһәмиәтле. Ә.Вәлиди был рапорт яҙмаһында Көнсығыш илдәрҙең, айырыуса Афған- стандың, тарихын, бөгөнгөһөн яҡшы белгән, киләсәген алдан күргән аҡыл эйәһе булып сығыш яһай. Уның тарих, сәйәсәт буйынса төплө белемле шәхес булыуы ғына түгел, иҡтисадты яҡшы белеүе, киләсәкте аныҡ төҫмөрләүе лә хайран итә.
Ә мәғариф эштәре һәм тәшкиләт хосусында Афғанстан хөкүмәтенә тапшырған рапорты уны ғалим һәм дәүләт эшмәкәре булараҡ тағы аса төшә. Уның тәҡдимдәре араһында Афған милли китапханаһын ойоштороу, биш факультеттан торған университет асыу, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында уҡыу-уҡытыу эштәрен заманса ҡороу, төрлө илдәр менән фәнни, мәғариф бәйләнештәре хаҡындағы кәңәштәре үҙҙәре бер айырым әһәмиәткә эйә. Тағы иң мөһиме, улар аҙаҡтан ошо Ә.Вәлиди тәҡдимдәре буйынса яйлап ғәмәлгә ашырыла барасаҡ та. Ҡабулда асыласаҡ университеттың нигеҙендә хоҡуҡ һәм сәйәсәт, иҡтисадиәт һәм сауҙа, тәбиғәтте өйрәнеү һәм математика, тел һәм тарих, медицина һәм анатомия факультеттары ятасағы билдәләнелә.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, Аманулла Хан Ә.Вәлиди рапорттары менән танышып сыҡҡас та Хан һарайында тәүҙә мәғариф назариәтенең коллегия мәжлесен йыйҙыра, был тәҡдим ителгән мәсьәләләрҙе конкрет Ә.Вәлидигә үҙе тәҡдим иткән бик мөһим эштәрҙе ойоштороу өсөн хөкүмәттең вазифалы урындарына ҡуйырға теләйҙәр. ’’Бында ҡалып, университет, ғилми китапхана һәм ғилми йәмғиәт ойоштороу минең өсөн иң шөһрәтле бер эш булыр ине. Ләкин хәҙергә, мотлаҡ кире киләм, тип һүҙ бирә алмайым. Күҙ алдыбыҙҙа Төркиә тора. һәр өс ислам иленә (йәғни Афғанстанға, Иранға, Төркиәгә) әйтәсәгем Хафиздың шул һүҙелер: ”Беҙ бында дан йәки юғары вазифа биләү өсөн килмәнек. Ватаныбыҙҙа башыбыҙға төшкән бәләләрҙән ҡасып, һеҙгә һыйындыҡ”. Йәғни Ә.Вәлиди ҡайҙа ғына барып юлыҡмаһын, ниндәй юғары вазифалар тәҡдим итмәһендәр, уның алдына алған һәм тыуған иле, халҡына һүҙ биргән оло маҡсаты бар, ул — туған халҡының, төрки халыҡтарҙың азатлығы өсөн көрәшеү, үҙенең
165
бар көсөн шул юлда фиҙа ҡылыу.
Ҡабулдағы бер ҙур мәжлестә бер юғары вазифалы афған зыялыһы Ә.Вәлидигә шундай һорау бирә: ”һеҙ батша заманын да, Керенский режимын да, Советтарҙы ла эстән күреп өйрәнгән кешеләрҙең береһе. Ни өсөн унда демократия уңышҡа өлгәшә алманы? Советтар юҡ ителһә, Төркөстанда демократия йәшәй аламы? Афғанстанда демократияны тормошҡа ашырып булыр инеме икән? Булһа, ни рәүешле?” Былар оло һорауҙар, әлбиттә.
Ә.Вәлиди былайырак яуап бирә: ’’Демократияның
берҙән-бер рецепты юҡ. Уның маҡсаты — милләттәргә һәм йәмғиәттәргә үҙ ихтыярҙарына ярашлы көн итеү мөмкинлеге биреүҙә. Демократия төрлө милләттә төрлөсә, ләкин уның бер төп шарты бар: милләт һәм йәмғиәт эсендә яуаплылыҡты уртаҡлаша белеү һәм, ошоға ярашлы рәүештә, эш ҡанунына буйһоноу. Инглиздәрҙә, Америкала, Швеци- яла, Норвегияла эш шулай ҡоролған. Бер партия хөкүмәт башына килһә, башҡалары уға ярҙам итә. Рәсәйҙә иһә был юҡ. 1917 йылда бик яҡшы демократик партиялар ойошто, әммә большевиктар алға сыҡты һәм, беҙ күпселек ҡарары менән риза түгел, тип башҡа партияларҙы юҡ итте, тарихта өлгөһө булмаған диктаторлык режимы ҡорҙо.
Дәүләт эшендә яуаплылыҡ тойғоһоноң уртаҡлығы халыҡтың мәҙәни кимәленән генә тормай, ул шулай уҡ тәрбиә һәм ғәҙәт мәсьәләһе. Минең туған башҡорттарымдың мәҙәни кимәле урыҫтарға сағыштырғанда түбәнерәк, әммә дәүләт эшенә килгәндә, уларҙа дөйөм яуаплылыҡ хисе көслө. Башҡорттар араһында тулы бер демократик режим урынлаштырып булыр ине”.
Иғтибарҙы биләр фекерҙәр былар. Улар Ә.Вәлидиҙең демократик ҡарашлы фекер эйәһе һәм шундай демократия өсөн көрәшеүсе шәхес икәнлеген дә аңлата ала.
һиндостанда булғанда Ә.Вәлиди уның киләсәге, Төркөстан—һиндостан мөнәсәбәттәре хаҡында уйлана, үҙенсә фараздар ҡора. Метрополия менән колониялар араһында оҙаҡламай киҫкен үҙгәрештәр булырын яҡшы тоя. ’’Донъяла социаль инҡилап һәм реакция эштәре ҡораллы һуғыш нигеҙендә генә хәл ителмәйенсә, ҡатмарлы бәхәстәр формаһын алып, оҙаҡҡа һуҙыласаҡ һәм буталсыҡ юлдарға керәсәк”, — тигән фекергә лә килә. Йәғни социаль көстәрҙең үҙ-ара килешеүҙәр, социаль реформалар юлы менән дә йәмғиәт үҫешен үҙгәртеп булырына ныҡлы ышана.
166
Сит илдәргә сыҡҡас, Әхмәтзәки Вәлидигә күпмелер фән менән шөғөлләнергә лә яйҙары тыуа кеүек. Ул үҙе булған ил һәм ят ерҙәрҙе мөһәжир-эмигрант сифатында түгел, гүйә фәнни экспедицияға сыҡҡан ғилем эйәһе һымағыраҡ байҡап һәм өйрәнеп үтә. Иран ерҙәренә аяҡ баҫып, Хорасан тарафтарын уҙғанда, хорасан ялҡауы кеүек илтифатһыҙ һәм һәлкәү әҙәм булмайынса, тарихсы булып тарихи ерҙәргә баға, һәр төбәктең үткәнен күҙ алдынан үткәрә, күренекле ҡомартҡылары менән юлайҡан булһа ла таныша, риүәйәт һәм хикәйәттәрен яҙып ала. Надир шаһ хаҡында бығаса ишетмәгән һәм уҡымаған хикәйәттәргә тап була ул. Имам Ғазали тыуып-үҫкән ерҙәрҙе үткәндә уның һәм Фирдәүсиҙең мазарҙарына зыярат ҡыла.
Мәшһәд ҡалаһына килеп урынлашҡас инде, уның боронғо архитектор һәм сәнғәт ғимараларын, зиннәтле һарайҙарын тамаша ҡыла, уҡымышлы заттары менән осраша. Иң мөһиме, Мәшһәдтең үҙәк хазинаһы — Рауза китапханаһы фондында шөғөлләнергә рөхсәт ала, уның боронғо ҡульяҙмалар бүлегендә байтаҡ көндәр ултырырға форсатын таба. Хоҙай теләгән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, Ә.Вәлиди был китапханала ҡиммәтле тарихи яҙмаларға юлыға. ’’Табылған әҫәрҙәрҙең иң мөһимдәре - милади IX һәм X быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән мәшһүр ғәрәп географы ибн әл-Фаҡиһ әҫәре һәм уға ҡушып төпләнгән ибн Фадлан, Әбудулаф исемле ике сәйәхәтсенең яҙмалары”, — ти ул.
Быларҙы донъя күләм әһәмиәткә эйә табыш тип иҫәпләргә кәрәк. Сөнки табылған был Мәшһәд нөсхәләре ике сәйәхәтсенең һәм Ибн әл-Фәҡиһтың беҙҙең заманға килеп етмәгән тип иҫәпләнгән ҡулъяҙмаларының тулы даналары булып сыға. Ул заманда хәҙергесә ксерокс аппараттары булмағас, Ә.Вәлидигә, тейешле рөхсәт алып, был күләмле генә ғәрәпсә ҡулъяҙмаларҙы көн-төн ултырып тигәндәй үҙ ҡулы менән күсереп алырға тура килә.
”Был әҫәрҙәрҙе табыуыма һөйөнөсөмдөң иге-сиге юҡ ине, — тип яҙа ул. — Сөнки йәш сағымда ғәжәйеп төш күргәйнем. Гүйә Николай батша бер нисә кеше менән бергә торған килеш, миңә мөрәжәғәт итеп: ”Ошо алтын һүрәттәрҙе һиңә бүләк итәм”, — ти икән, һәм был һүрәттәр болғар һәм башҡорт тарихы хаҡындағы әҫәр, имеш. Атайым ул саҡ: ’’Бәлки, һин болғар һәм башҡорт тураһында мөһим әҫәр табырһың, — тигәйне. Хәҙер атайымдың шул
167
һүҙҙәре иҫкә төштө”. Тимәк, атаһының юрағаны юш килгән.
”Был табыштар уңайы менән хәтер дәфтәремә шул һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйғайным: ”Ибн әл-Фәкиһ менән Ибн Фадлан, бәлки минең тормошома яңы йүнәлеш бирер”. Ысынлап та шулай булды ла”, — ти үҙе. Алда күрербеҙ, Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе буйынса Ә.Вәлиди Венала докторлыҡ диссертацияһы яҡлар, был әҫәр уның әҙерләүендә баш һүҙ, тулы аңлатмалар менән немец телендә айырым китап булып сығыр. Ғалимдың ғилми биографияһында яңы йүнәлеш булып танылыр.
Мәшһәдтә тағы Гәүһәршад мәсетен һәм, Ғәлишир Науаи тарафынан төҙөтөлөп, һуңынан Надир шаһ мәсете исемен алған мәсетте, сәнғәт ҡомартҡылары сифатында өйрәнеп, яҙмаларын күсереп ала. Ул мәғлүмәттәрҙе Төркиәгә килгәндән һуң ’’Ислам энциклопедияһы”нда һәм башҡа урындарҙа мәҡәләләр итеп баҫтыра.
Мәшһәдтә йәшәгән ғалим-ғөләмә заттар Ә.Вәлидигә хосуси ҡулдарҙа һаҡланған яҙма әҫәрҙәрҙе алып өйрәнергә ярҙам итә. Улар аша ’’Кәлилә вә Димнә” әҫәренең фарсы- санан төркисәгә тәржемә китабы менән таныша, тарихи география китаптарын ҡулына төшөрә. ’’Элек Башҡортостан һәм Төркөстан үҙаллы Йөмһүриәттәренең географияһына һәм статистикаһына бағышланған хеҙмәтте мин дә әҙерләгәйнем. Башҡортостандың айырым кантондарына арналған өлөштәрен һәм ҙур картаһын 1920 йылда нәшер иттек”, — ти ул ошо уңайҙа.
Афғанстанға сығып, Һират ҡалаһына урынлашҡас, Ә.Вәлиди үҙен фән һәм мәҙәниәт донъяһына килеп ингән кешеләй тоя. ’’Төрк тарихының бөйөк бер дәүерендә мәмләкәттең пайтәхете булған һәм ҡалала һаҡланған әҫәрҙәр менән танышыу маҡсатында бында биш аҙнаға туҡталдыҡ,
тип яҙа ул. — Ҡайһы саҡ вәли үҙе, ә ҡайһы ваҡыт сығышы сәлжуҡтарҙан булған урындағы ғалим Сәләхетдин Сәләкүки беҙгә ҡаланы һәм уның тирә-яғын өйрәнергә етди ярҙам итте. Мин стена менән уратып алынған боронғо һираттың Тимер нәҫелдәре заманынан ҡалған бөтә ҡомартҡыларын күреп сыҡтым, ҡаланың шул дәүерҙәге планын алдым”.
Үҙенең яратҡан шағиры бөйөк Ғәлишир Науаиҙың ҡәберен эҙләп табып, зыярат ҡыла, уның исеменә бәйле биналарҙы, төбәктәрҙе ҡыҙырып сыға. Ә.Вәлиди ошо биш аҙ-
168
на эсендэ башҡарған археологик тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһен, ҡаланың планын аҙаҡ Истанбулда нәшер ителгән ’’Ислам энциклопедияһы”нда ’’Һират” мәҡәләһе сифатында баҫтыра.
һиратта Ә.Вәлиди йәнә хосуси ҡулдарҙа, Кәбир мәсетендә, бүтән урындарҙа һаҡланып ҡалған бәғзе бер боронғо ҡулъяҙма һәм баҫма әҫәрҙәрҙе өйрәнә. Ислам хоҡуғына ҡараған яҙмалар араһында XIII быуат башында Сыңғыҙ хан баҫып алғандан һуң төрки тел тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған, шәрҡи Ирандың оригинал теле булған харәзм һөйләшендә яҙылған бер нисә әҫәрҙе таба. ’’Был да, Мәш- һәдтә Ибн Фадланды тапҡан кеүек үк, мөһим асыш ине, — ти Ә.Вәлиди, - сөнки ул телдәге бер әҫәр ҙә ҡалмағайны. Харәзмдә яҙылған һәм харәзм телендә айырым һөйләмдәр килтерелгән бер фиҡһ (юриспруденция) китабының бик тулы нөсхәләрен Истанбулда табып, 1927 йылда Германи- яла ’’Исламика” мәжмүғәһендә нәшер иттем. Шул уҡ телдә Харәзмдә төҙөлгән лөғәт китабы хаҡында, 1951 йылда Истанбул университеты йыйынтығында мәҡәлә баҫтырғандан һуң, XXII халыҡ-ара шәреҡселәр конгресында сығыш яһаным”. Бына ул әһәмиәтле табыш аҙаҡ ниндәй фәнни йомғаҡлауҙар яһарға мөмкинлек бирә.
Ҡабул ҡалаһына барышлай юлда туҡталған саҡтарында ’’Шаһнамә” әҫәренә бәйләнешле бер-ике риүәйәт яҙып алырға форсат таба, зиһенлерәк кешеләрҙән был төбәк тарихтары тураһында халыҡ хикәйәттәрен белешә йөрөй.
Ҡабулда Ә.Вәлиди тағы шаҡтай ҡалъялы урындарға эләгә. Китапханала тупланған матбуғатты, ”Яңы мәжмүғә” ише тупланмаларҙы, төрөк ғалимы Фуат Көпрүлиза- дәнең китаптарын, төрөк аҡыл эйәләренең ғосмансылык, төрөксөлөк һәм исламсылыҡ хаҡындағы мәкәләләр йыйынтыҡтарын, шулай уҡ афғанлыларҙың үҙ нәшриәте хеҙмәттәрен үҙенсә байҡап сыға.
Июль башынан Ҡабул хәрби үҙәгендә тарҡау хәлдә ятҡан ҡулъяҙмаларын өйрәнә, ял иткән бушыраҡ саҡтарында ҡаланың тирә-яғын, башлыса Бабур мырҙа һәм улдары ваҡытына ҡараған тарихи урындарҙы, зиннәтле һарайҙарын, Баһрам харабаларын ҡарарға өлгөрә. Боронғо зыяраттарынан иҫке таш яҙыуҙарҙы һәм эпитафияларҙы дәфтәренә күсереп ала.
Ҡулъяҙма әҫәрҙәр араһында был юлы табылғандарынан иң мөһим тигәне тарихсы Рәшид-әд-диндең үҙе йәшәгән
169
заманда күсереп яҙылған, бик яҡшы һаҡланған, миниатюралар төшөрөлгән атаҡлы ”Жәмиғ-әт-тәуарих” ҡулъяҙмаһы ине. Унан тыш, йәнә Тимерҙең ’’Түзүкәт” ендәге төрлө риүәйәттәрҙе аңлатҡан нөсхәләрҙе, Төркөстандың XIV-XVI быуаттарҙағы иҡтисади тарихына бәйле ҡиммәтле сығанаҡтарҙы тикшергән, ләкин һуңынан юғалған ’’Жәмиғ әл- Ватһаик” исемле ҙур ҡулъяҙманы, Ҡашғар һәм Кашмир тарихына бағышланған әҫәрҙәрҙе, һуңғы быуаттағы Аф- ғанстан хөкөмдарҙарының документаль ҡағыҙҙарын да ентекле өйрәнә.
һиндостан Ә.Вәлиди менән Ф.Сөләймәнов мөһажирҙа- рыбыҙға Европаға океан, диңгеҙҙәр юлы менән барыу өсөн аша үткән ил кеүегерәк. Шулай ҙа унда ла оҙон юл йөрөмдәр, туҡталыштар менән 25 сентябрҙән алып 1 ноябргә тиклем тотҡарланалар. Шул биш аҙна ваҡытты ла Ә.Вәлиди тулыһынса тиерлек фән эше өсөн файҙалана. Хәйер, улар һиндостанда, Иран менән Афғанстандағы шикелле, юғары даирәләр менән аралашып бик иркенләп йөрөй алмайҙар. Билдәле маршрут буйынса инглиздәр күҙәтеүе аҫтында ҡыҫынҡы шарттарҙа сәфәр ҡылалар; күренекле шәхестәр, ғалимдар менән осрашырға рөхсәт итмәйҙәр. Һиҙеүҙәренсә, арттарынан шымсылар темеҫкенеп йөрөй.
Әхмәтзәки Вәлиди, һиндостандағы инглиз хужалары исеменә рәсми хат яҙып, Лаһөр ҡалаһында йәшәүсе атаҡлы шағир Мөхәммәт Иҡбал һәм Бомбейҙағы тарихсы Сөләй- ман Надви менән осрашырға теләүен белдерһә лә, рөхсәт бирмәнеләр. Шуға Мөхәммәт Иҡбалдың үҙ илендә әҫәрҙәре менән китаптары аша ғына танышырға, магазинда осратҡанын һатып алырға тура килде.
һиндостан мосолмандарының философы һәм шағиры Мөхәммәт Иҡбал Ә.Вәлидиҙең шулай уҡ кумирҙарының береһе ине. Уның фарсыса байтаҡ шиғырҙарын яттан белде. Әле таныштары уға Иҡбалдың ’’Шәреҡ мосаирҙары” (хитапнамалары) исемле яңы сыҡҡан йыйынтығын бүләк итеп бирҙеләр.
’’Иҡбал — һинд, ләкин рухы һәм мәҙәниәте менән төрөктәргә бик тығыҙ бәйле шағир”, — ти Ә.Вәлиди. ’’Гәрсә һинд балаһы булһам да, күҙ нурым Бохара, Ҡабул һәм Тәбриздең пак тупрағынан килә”, — ти Иҡбал үҙе. Ә.Вәлиди әйткәнсә, Иҡбал Шәреҡте Ғәрәп менән бәйләүсе шағир, ул үҙ әҫәрҙәрендә Гете, Ницше, Гегель, Толстой,
170
Карл Маркс һәм Европаның бүтән аҡыл эйәләренең фекерҙәрен шундай ук оҫталыҡ менән, шул уҡ мәҙәни кимәлдә тасуирлай. Икбал бөтә ислам донъяһын бер бөтөн итеп күрә һәм уның һәр ҡәүеменең ҡайғы-хәсрәттәрен көй- ләп ишеттерә. Алда туҡталырбыҙ әле, Ә.Вәлиди Мөхәммәт Иҡбалдың тормошон һәм ижадын ентекләп өйрәнгән хеҙмәттәр ҙә яҙыр. Ә әлегә, тағы үҙе әйтмешләй, Бомбейҙа Иҡбалды уҡып үткәргән көндәре ’’Иҡбал көндәре” булып иҫендә ҡала.
һиндостан был юлы Ә.Вәлидигә шул яғы менән иҫтәлекле: ул бик һирәк осрар байтаҡ китаптар һатып ала. Шулар араһынан үҙе ошоларын исемләп атай: Бабурҙар дәүеренең бөйөк ғалимы һәм фекер эйәһе Ниғмәтулла Вәли Деһлевиҙең ’’Худжәтуллаһ әл-Балиға” исемле фәлсәфи хеҙмәте, әл-Бируниҙың Лейпцигта баҫылған китабы, Минһаж Жузежани, Байһаҡи, Шәрәфетдин Йезди әҫәрҙәренең, һинд ислам тарихсыларының ’’Суфыйҙар һәм шағирҙар” йыйынтыҡтарының бер нисәһе, ”һинд китапханаһы” серияһында сыҡҡан бәғзе әҫәрҙәр, Васифи, Хондемир кеүек тарихсыларҙың, Ғәбделхаҡ Деһлеви, Хосрау Деһлеви, принц Дара Шикох әҫәрҙәре. ”Ул заман әле инглизсә белмәһәм дә, был телде мотлаҡ өйрәнәсәкмен тип ниәтләп, әл-Бируни һәм Жузежани кеүек ғалимдарҙың инглизсә тәржемәләрен, шулай уҡ Элиот әҫәрҙәрен, мөмкинлек барҙа йыяйым тип, һатып алдым”, — ти мосафирыбыҙ. Алда Ә.Вәлиди ғилми мираҫын тикшергәндә улар ниндәй мөһим сығанаҡтар булып әйләнгәнен күрербеҙ әле. ’’Ҡыҫҡаһы, ҡораллы көрәште ҡалдырып, ғилми тарихсы- лыҡҡа күсеү өсөн китапханамдың нигеҙен Мәшһәд, Ҡабул һәм Бомбейҙа һалдым”, — ти Әхмәтзәки Вәлиди.
Бик мөһим һәм ғибрәтле һүҙҙәр былар. Тимәк, Ә.Вәлидиҙең ысынлап та фәнни эшкә кире ҡайтыу уйы һәм шуға ныҡлап әҙерләнеүе эмиграцияға киткәс, сәфәр юлында уҡ нығына һәм яңы нигеҙ таштары йыйыла килә.
Уйлап ҡараһаң, ғәжәп итерлек: юлсыларыбыҙ мөһа- жир-эмигрант сифатында хәтәр һәм ауыр юлдар кисерәләр, күп саҡ аҡсаһыҙ интегәләр; шуға ҡарамаҫтан, аҡтыҡ аҡсаларын йәлләмәй, китаптар һатып алалар, ҡиммәтле баҫмалар йыялар. Юлсыға янсыҡ та ауыр, ти беҙҙең халыҡ, ә Ә.Вәлиди менән Ф.Сөләйманов мосафирыбыҙға
171
һандыҡ-һандыҡ китаптар ҙа һис ауыр түгел. Уларҙы, бер ҡаланан икенсеһенэ, аттан машинаға, машинанан пароходҡа күсереп, күтәренеп, бушатып йөрөүҙәре, һаҡлау мәшәҡәттәре күпме! Етмәһә, юлына өҫтәмә сығым.
Әле юғарыла беҙ "Хәтирәләр” китабы буйынса атаған китаптарҙың бәғзе бер исемлегенә бәйле рәүештә Ә.Вәлиди үҙе бына ни ти: ’’Иран, Афғанстан һәм һиндостанда ҡыҙыҡһынған әҫәрҙәрҙең бер өлөшөн иҫкә алыу менән киләсәктәге ғилми эшмәкәрлегем ниндәй йүнәлештә бара- сағын ул саҡта үҙем нисек күҙ алдыма килтереүемде күрһәтер өсөн яҙҙым”. Мөһажир үҙе ауыр оҙон юлда, ә башында фән. Бары фән ҡайғыһы. Ғәжәпләнмәҫлекме ни бындай шәхескә!
Нисәмә илдәр аша үткән ярым йәшерен мәшәҡәтле һәм ауыр юлында һандыҡ-һандыҡ китаптар йыйыуына үҙе һис аптырамай, ғәжәп, тәбиғи хәл тип ҡарай. Йәнәһе, уның нәҫел-ырыуының көнкүреше йыш ҡына күсмә тормоштан, ғөмүмән, төрки мәҙәниәте ’’төргәк мәҙәниәт”тән тора. Төркиҙәр борон-борондан күсенеп йөрөгән, тирмәһен-ниен, бар кәрәк ярағын, ҡулъяҙма ҡомартҡыларын да аттарға, дөйәләргә артмаҡлап, арбаларға һалып йөрөткән тимәксе. Ул да, йәнәһе, ата-бабалары ғәҙәтен ҡыуа. ’’Тимәк, күсмә тормош ғәҙәттәре быуындар алмашынғас та хәтерҙән юғалмай, уларҙы юғары мәҙәниәтле кешеләр ҙә аңлап ҡабул итә ала”, — тип ебәрә ул үҙе. Ә.Вәлидиҙең, тимәк, был тәңгәлдә лә үҙ фәлсәфәһе, үҙ ысулы.
Юлсыларыбыҙ, ниһайәт, 1923 йылдың 1 ноябрендә Бомбейҙа, океан пароходына ултырып, һинд океаны, Ҡыҙыл диңгеҙ, Сеүәйеш каналы аша океан, диңгеҙ юлдары менән оҙон сәйәхәттәрен дауам итәләр.
Был сәйәхәте хаҡында ’’Хәтирәләр” китабында бына ниҙәр генә әйтә Ә.Вәлиди: ”27 көн дауам иткән диңгеҙ сәйәхәтендә киләсәктәге ғилми эшмәкәрлегебеҙ пландарын асыҡлау менән шөғөлләндек. Минең ҡыҙыҡһынғаным башлыса тарих булһа, Фәтхелҡадирҙыҡы иһә — тел һәм этнография. Ҡабулда 26-28 июндә йыйылғанда билдәләнгән ҡарар буйынса, мин ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә тейешмен, Бомбейҙан сыҡҡан көндә үк план төҙөй башланым. Был план 43 йыл буйы бөгөнгө көнгә тиклем тормошҡа ашырылып килгәнлектән, уны хәтирәләремдә әйтеп үтергә булдым. Минең ғилми тикшеренеүҙәрем Урта
172
һәм Яҡын Азия, Рәсәй мосолмандарының бөгөнгө һәм үткәндәге сәйәси һәм мәҙәни тормошо хаҡында буласаҡ”.
Бына ҡайһы ваҡыттан һәм ҡайҙа асыҡ йүнәлеш ала Әхмәтзәки Вәлидиҙең яңы шарттарҙағы ғилми-тикшеренеү эштәренең яңы осоро. Мөһажир ғалимыбыҙ әле юлда ғына, ә башында ғилми эше планлаштырылып, асыҡланып үк өлгөргән. Ғилем эше уға көрәштәш арҡадаштары тарафынан иң мөһим бурыс итеп йөкмәтелгән.
Әле пароход каютаһындағы көндәлек уйы — алдында һандыҡ-һандыҡ өйөлөп торған күсмә китапханаһы хаҡында. Был китапхана билдәле бер ғилми нигеҙгә һалынырға тейешле бит. ’’Хәтирәләр” китабында яҙғанса, Истанбул- дағы йортонда хәҙер йөҙҙән ашыу һандыҡтан торор китапханаһының нигеҙе шул 18 һандыҡтан һалынған. Диңгеҙ сәйәхәтендә 86 том китап һәм бик күп рисәләләр — йыйынтыҡтар йыйылған булған. Ғилми хатлашыу, тикшеренеү материалдары өсөн махсус һандыҡтар кәрәк буласаҡ. Бәғзеһенә төрлө ғалимдарҙан килгән хаттар, ваҡ яҙмалар һалынасаҡ — бына әлегә шундайыраҡ план ҡора. Ә Иранда һәм Афғанстанда сығатай әҙәбиәте хаҡында Фәтхел- ҡадир менән бергә йыйған материалдарын 10-сы һандыҡтың 9-сы бүлегендәге 11-се том итеп туплайҙар. Шунан 7-8 битле системалы каталог төҙөп ташлайҙар. Шулай сығанаҡтарға төп база һалына.
Океан-даръялар юлы оҙон, Ә.Вәлиди күп ваҡытын алған китаптарын уҡып йыуана, ниндәйҙер күсермәләр, мәғлүмәттәр теҙмәһе әҙерләй. Ҡай саҡ мәжмүғәләрҙәге серле тарихтар, мажаралы ваҡиғалар, шиғриәт менән мауығып китә.
Бына, мәҫәлән, ’’Диуани Махфи” тигән китаптан һинд принцессаһы шағирә Зибуннисаның диуандары, уның романтик һәм ярым фажиғәле тәржемәи хәле уны хайран итә. Ниндәй ғәжәйеп һәләтле шәхсиә, мәғрур шаһиә булған икән был Зибунниса. Ул — үҙе һиндостанда хөкөмдарлыҡ иткән Тимерҙәр затынан. Уның романтик тәбиғәте, мажаралы тормошо, ҡайнар ғишҡы, ғилем, әҙәбиәт, дин хаҡындағы фекерҙәре, шиғриәте, сәйәси ваҡиғаларға ҡатнашлығы үҙе романдарға һорап торған сюжет. Зибунниса — Бабуриҙарҙың һуңғы бөйөк императоры Ау- рангәзиб (1618-1707) ҡыҙы. Ниса ете йәшенән Ҡөрьәнде ятлаған, ун дүрт йәшендә Ҡөрьән Кәримгә тәфсир яҙа. Ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен яҡшы белә. Бөйөк ҡарта-
173
таһы кеүек әҙибә, ҡыҙы Гөлбәдән кеүек шағирә була. Хоҙай Нисаға һәләтте һис йәлләмәгән: өҫтәүенә ул философ һәм аҡыл эйәһе лә. һинд философы Браманатра, ғәрәп философы һәм әҙибе Мөхөтдин ибн Ғәрәби, фарсы һәм төрки шағиры Йәләлетдин Руми әҫәрҙәре рухында ижад итә. Шиғырҙарҙы фарсыса ла, ғәрәпсә лә, төркисә лә берҙәй оҫталыҡ менән яҙған. Атаҡлы Насир Ғәли шағир сәсәнлек әйтештәрендә ҡатнашҡан. Рәсем сәнғәтенә лә маһир була был ҡыҙ. Атаһы Деһлиҙағы һарайы янына уға ’’Аршын тавыс” исемле йәйге һарай төҙөткән, ҡыҙы шуны үҙ нәфис һүрәттәре менән биҙәгән. Йәнә баҡса эштәре, сәскәләр үҫтереү, спорт менән дә кинәнеп шөғөлләнгән. Донъя ниғмәттәре менән генә ҡәнәғәтләнмәй, диндар шаһиә йыл һайын бер нисә фәҡирҙе хажға ебәрер булған.
һылыу һәм һоҡланғыс һәләтле Зибунниса шағирәгә шаһзадәләр, ханзадәләр ғашиҡ тота, ҡулын һорай. Әммә уның үҙ шарты бар: кем ғилемлектә һәм шиғриәттә унан уҙҙыра, шуға ғына кейәүгә сыға. Әммә уны уҙыусылар табылмай, был шаһиәне төрлө драмаларға, фажиғәләргә дусар итә.
Ҡыҙын атаһы үҙе теләгән шаһзадәгә кейәүгә сыҡмағаны өсөн хатта төрмәгә бикләп ҡуйҙыра. Шунда тотҡонлоҡта яҙған йөрәктәргә үтмәле гүзәл һәм тетрәндергес шиғырҙары менән күберәк мәшһүрлек ҡаҙана.
Зибунниса шиғырҙарын уҡып, Ә.Вәлиди үҙе лә романтизм һәм трагизм менән һуғарылған шиғриәт донъяһында йөҙә, шаһиә шағирәнең талантына һәм ғилемлегенә һоҡлана. Уның артынан яттан күп шиғыр юлдарын күңеленә һала: ”Мин һыным менән Ләйлә инем, ә рухым менән Мәжнүнмен. Тик әҙәп тигәнең аяғымды сылбырлаған, сүл ҡомона батырған”. ”һин гүзәллек ғәләмендә таж эйәһең, шаһиәһең, бөтә гүзәлдәр һинең аяғыңды үбергә мохтаж, тик, зинһар, гонаһһыҙҙарҙың ҡаны ҡойолорға, һажжаж золомоноң сырағына май тамыҙырға сәбәпсе була күрмә”.
Донъя һәр кемде үҙенсә бейетә, тиҙәр: ’’Яҡындар һәм яттар ҡаршыһында ла бейе, фәҡәт бейеүең менән үҙеңде егеттәргә ғашик иттереүҙән һаҡлан. Ҡулындағы мөхәббәт тултырылған һауытың ярым-ярты булмаһын, һиңә ғишҡынан иҫергәндәр араһында ла һиммәтеңде белеп бейей бел”. ’’Гүзәл йөҙөңдө батшалар ғәҙәтенә күрә ас. Ғәҙеллек эҙләп килгәндәрҙе ниҡап (пәрәнжә) ябынып түгел, яҡты йөҙөңдө күрһәтеп булһа ла хушландыр”. —
174
Шулай һәр һүҙе хикмәтлелер, һәр әйткәне янар йөрәккә шәм кеүек тамалыр. Күрербеҙ, бындай шәхсиәт һәм шиғриәт Ә.Вәлидиҙең үҙ зиһененә һәм рухына ла шәм майы- лай тамыр, уны шиғри күңелле әҙәбиәтсе лә итешер. Шәмдең йәме шәмдәл менән булыр.
Зибунниса һәр йыл һайын Мәккәгә хажға бер нисә мосафир фәҡирҙәрҙе ебәргән... Уйлағаны тап килдеме, әллә хоҙайы тап иттерҙеме, Әхмәтзәкиҙәр пароходы тап ошо ваҡытта Мәккә ярҙары тапҡырына етеп бара бит! Хажға килеүселәр Хадрамаут тауҙарын күрер-күрмәҫтән тәкбир әйтә башланылар. Ә.Вәлиди ҙә үҙенән-үҙе тәкбиргә ҡушыла. Күңеле тулып намаҙға баҫа. Намаҙҙы бығаса яйы сыҡҡанда һәр саҡ көньяҡтағы ҡиблаға ҡарап уҡый торғайны, хәҙер ҡибла төньяҡта, бүтәндәр шикелле ул да төньяҡҡа ҡарап рәҡәт ҡыла, намаҙын уҡый. Тик үҙ ҡиблаһы ғына үҙгәреп китмәгәйе.
Тағы ни ғәжәп, намаҙ артынса бер һыуһын юл Мәккә ҡаршыһында күңелендә үҙенән-үҙе шиғыр ярала:
Көнгә ҡарап күп туңҡайҙыҡ, йә раббым,
Төнгә ҡарап бер йөгөнһәм етерме?
Йортом сиккән был аманһыҙ аҙаптар
һин тыймаһаң үҙлегенән бөтөрмө?
Әхмәтзәки Вәлидиҙең үҙенең азатлыҡ өсөн көрәш юлына эпиграф итеп ҡуйырлыҡ шиғри строфа бит был. Йөрәктән сығып, хоҙай ҡөҙрәте менән тыуғандыр улар. Был иң иҫтәлекле юлдар сәфәрсебеҙҙең хәтер дәфтәренә лә теркәлә.
Мөхәммәт ватаны диңгеҙе буйында Вәлиди күңелен Мөхәммәт өммәте, пәйғәмбәр рухы бөтөнләй биләп алмаһынмы: ғали сәли иссаламы, уның алланан вәхи тәғлимәте, изге ислам дине хаҡындағы тәрән уйҙарға сума. ’’Уҡыу-яҙыу танымаған пәйғәмбәрҙең бөйөклөгө мөғжизәләргә таянмай. Ул, ябай бер инсан һымаҡ, кешелек донъяһы өсөн дөрөҫ юл эҙләүсе зиһенле зат, — ти ул Мөхәммәт пәйғәмбәр тураһында. — Өйрәткән дине дәүләт ҡанунына әүерелә”. Исламға аҙағынаса тоғро йәмғиәттең яҡшылыҡҡа ынтылырға тейешлеге хаҡындағы Ҡөрьән һүҙҙәрен иҫенә төшөрә. Уйланыуҙары шулай аға: ’’Исламиәт — тәрктәр өсөн дә иң һөйөклө милли дин. Пәйғәмбәрҙең бөйөклөгөнөң тағы бер асыҡ кәүҙәләнешен әхлаҡ менән сәйәсәттә күрәбеҙ. Ул өйрәткән ыңғай сифаттар — бер Аллаға табыныу, уға
175
тоғро булыу, бер һүҙлелек, ҡыйыулыҡ, фиҙакэрлек, тәртип һөйөү, һәр эштә сама белеү, кешелелек”.
Әхмәтзәки Вәлиди үҙе лә ошо һәйбәт сифаттарға мәңге тоғро булырға, бүтәндәрҙе лә шуға күндерергә, шул сифаттар, ғәҙеллектәр өсөн көрәшкә ғүмерен бағлаған шәхес түгелме ни? Шулай уҡ Ҡөрьәндә яҙылғанса, ошондай сифаттарҙың киреһе булған мәжүсилек, ялғанлыҡ, хыянатсыллыҡ, ике йөҙлөлөк кеүек алама сифаттарҙың кешене, кешелекте боҙоҡлоҡҡа илтеүенә ҡаршы пәйғәмбәрҙәре үрнәгендә көрәшкә бил быуғандар сафында түгелме ни улар?
Ыңғай сифаттар күҙлегенән ҡарап, төрки халыҡтар тарихына күҙ ташлай, пәйғәмбәр тәғлимәтенең төркиҙәр рухына тап килеүен самалай. ’’Тарихта һәр саҡ әүҙемлеге менән билдәле төркиҙәргә Мөхәммәт дине иң яҡшы дин була. Башҡа диндәргә лә эйәреп ҡарағандан һуң, улар мосолманлыҡты ҡабул итә һәм уға тоғро ҡала. Мин төрк ҡәүемдәренең Азияның уртаһында үҙ булмыштарын киләсәктә лә исламиәткә таянып һаҡлай аласаҡтарына ышанам”, — ти ул инаныс менән. Ошо фекерҙәрен ул артабан төрки халыҡтары һәм исламиәт тарихы буйынса яҙған хеҙмәттәрендә борондан алып үҙ заманынаса нисек раҫланыуын тарихи ағыш ҡанундары, йөҙәр-меңәрлэгән тарихи мәғлүмәттәр менән нигеҙләр.
Шулай мосафирҙарыбыҙ әле һаман оҙон юлда, ә күңелдәре күптән ғилемдә. Мысыр иленә, Сәйет портына еткәс тә әле улар ғәрәп ғалимдарының әллә күпме китаптарын һатып алалар. Ары Төркиәнең Измир, Истанбул порттарына туҡталып, ҡулдарында визалары булмау арҡаһында, төрөк еренә аяҡ баҫа алмай, Урта ер диңгеҙен кисеп, Көнбайыш Европала, һыу юлы сәйәхәтен Франция- ның Марсель ҡалаһында тамамлайҙар. Ә.Вәлиди әлеге китаптарын һандыҡтары менән дуҫтарына һаҡлауға биреп ҡалдыра ала.
Алда уларҙы Европа илдәре, мәшһүр ҡалалары көтә. Әлбиттә, мосафирҙарыбыҙҙы атлығып бер кем дә көтөп тормай, яҙмыш юлдарының ҡайҙа туҡталырын йә боролорон хәл итешер саттар ҡаршылар уларҙы.
Октябрь инҡилабы һәм граждандар һуғышы осоронан Көнбайыш Европа — Рәсәй эмигранттары, башлыса урыҫ эмиграция ояһы. һан яғынан сағыштырмаса аҙ украинлы-
176
лар, белорустар, кавказлылар, төркөстанлылар, татарҙар, башҡорттар мөһажир диаспораһы бар. Ана шул һуңғылары менән бәйләнеш урынлаштырыу, Төркөстан Милли Берлегенең Көнбайыш Европала бүлексәһен асып ебәреү һәм азатлыҡ өсөн көрәште дауам итеү маҡсатында бер баҫма булдырыу — Ә.Вәлиди һәм бындағы арҡадаш эмигранттар алдында торған төп сәйәси бурыстарҙың олоһо.
Иҙел кисмәй ир булмаҫ, илдәр гиҙмәй илсе булмаҫ тигәндәй, 1923 йылдың аҙағында Францияға аяҡ баҫҡан Ә.Вәлиди юлдашы Ф.Сөләймәнов менән эште Парижда Афғанстан илселегенән, афған әҙибе һәм фекер эйәһе таныш Мәхмүт Хан Тарсы илсе менән осрашыуҙан башлап ебәрәләр. Иҫке дуҫтарының береһе Мостафа Чокай улы менән күрешәләр. Иҫке дуҫы, яңы ике дуҫына биргеһеҙ ине. Мостафа Чокай менән 1913 йылдан Фирғәнәнән таныштар. Сығышы менән ҡаҙаҡ Мостафа Ташкент гимназияһын, аҙаҡ Петербург университетын тамамлаған уҡымышлы. Ҡоҡанд ханлығы заманында үзбәктәрҙең күренеклеләренә, һуңынан урыҫ дворяндарына яҡынлашҡан затлы ғаиләнән. Төркөстандағы көрәштә арҡадаш булып юлдары йыш тап килде.
Дәүләт Думаһы буйынса 1916 йылдан таныш һәм фекерҙәш, хәҙер Парижда эмиграцияла йәшәүсе әзербайжан миллионеры Әлимардан Топчибаши менән осрашыуҙар, уның өйөндә йыйылып һөйләшеүҙәр Көнбайыш Европала үҙ сәйәси эштәрен башлап ебәреүҙә ҙур булышлыҡ итә. Францияла шулай уҡ украин, грузин, татар эмигранттары менән бәйләнеш урынлаштырыла.
Ике айға якын Парижда булғандан һуң мөһажирҙары- быҙ виза менән Германияға сыға, тура Берлинға киләләр. Бында Рәсәй эмигранттары шулай уҡ күп. Башта Төркөстан хөкүмәте исеменән һатып алынған талиптар йортона барып, Берлинда уҡып ятҡан үзбәк, ҡаҙаҡ, төркмән һәм башҡорт талиптарын күрәләр, шәреҡ эмигранттары менән осрашып һөйләшәләр. Берлинда ’’Шәреҡ клубы” асылған икән, күп таныштарын, фекерҙәштәрен шунда табалар. Урыҫ, поляк эмигранттары менән дә бәйләнешкә инәләр. Улар аша украинлылар, кавказлылар менән элемтәне нығыталар. Поляк эмигранттарының бик эшлекле тәҡдимдәре бар: улар Балтик дәүләттәре менән Кавказ, Төркөстан һәм Украина араһында берҙәм берләшмә ойошторорға теләйҙәр. Быға өлгәшеү өсөн бер институт төҙөргә, журнал
177
табындағыраҡ бер периодик мәжмүғә сығарырға ниәттәре. Ошо эшкә Төркөстан эмигранттарын да йәлеп итеү
Достарыңызбен бөлісу: |