102 - Тәкәҫүр (Байырға ярышыу) сүрәһе
(Тәкәҫүр сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә һәм Мәҙинәлә ингән, тип һанаусылар ҙа бар. «Тәкәҫүр»— байлыҡ йыйыуҙа ярышыу, малым күп, тип артыҡ ғорурланыу мәғәнәһендәге һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Байлыҡ туплау, (ҡатындар, балалар күплеге менән) маҡтанышыу һәүәҫлеге һеҙҙе (2) гүр эйәһе булғанға саҡлы ысҡындырмаҫ. (3) Ләкин һеҙ оҙаҡламай (бының гөнаһ икәнен) аңларһығыҙ. (4) Юҡ, һеҙ уны тиҙҙән аңларһығыҙ. (5) Һаҡ булығыҙ, әгәр ҙә һеҙ алда нимә буласағын белһә инегеҙ, (ярамаған был ғәмәлдәрегеҙҙән баш тартыр инегеҙ). (6) Һис шикһеҙ, һеҙ йәһәннәмде күрерһегеҙ. (7) Үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ. (8) Унан һуң, әлбиттә, байлығығыҙ (донъяла кеше талап, аҙғынлыҡта нисек рәхәт йәшәгәнегеҙ) тураһында һораласаҡ.
103 — Ғаср (Ғасыр, Быуат) сүрәһе
(Ғаср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғаср» — йөҙ йыллыҡ,быуат, ғөмүмән, замана, ваҡыт, осор, дәүер мәғәнәләрен үҙ эсенә ала.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ғасрҙар исеме менән ант итәм: (2) кеше һәр ваҡыт уңышһыҙлыҡҡа осрай. (3) Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар ғына, бер-берҙәренә Хәҡиҡәтте иҫбат иткәндәр, түҙеп, сабыр иткәндәр улай булмаҫ.
104 — Һүмәзә (Ғәйбәтсе) сүрәһе
(Һүмәзә сүрәһе 9 аяттан тора. Мәккәлә ингән, «һүмәзә» — ғәйбәт, нахаҡ һүҙ, кеше артынан һөйләнгән хурлау һүҙе, кеше араһында яман һүҙ йөрөтөү.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әсе ҡәһәр төшһөн кеше артынан яман һүҙ йөрөтөүселәргә, (2) байлыҡ туплап, уны ҡат-ҡат һанап торған һарандарға, (3) байлығым-малым мине мәңге йәшәтер, тип уйлағанға. (4) Юҡ, ул кеше Хутәмәгә (йәһәннәмгә) ташлатыласаҡ. (5) (Эй, Мөхәммәд) Хутәмәнең нимә икәнлеген һиңә кем аңлатып бирер? (6) Аллаһ яндырған хәтәр тамуҡ булыр ул Хугәмә. (7) Йөрәктәрҙе яндырыусы хәтәр уттыр ул Хутәмә. (8) Ул тамуҡ бар яҡлап томаланған булыр. (9) Көмбәҙҙәре оҙон утлы терәүҙәр менән терәтелгән булыр.
105 — Фил (Фил) сүрәһе
(Фил сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Кәғбәне емерер өсөн күтәрелгән Әбрәхә ғәскәрендә һуғыш филдәре лә була. Филле ғәскәр ташлы ямғырҙан һәләк була.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Раббыңдың фил хужаларын нимә эшләткәнен күрмәнеңме ни? (2) Аллаһ уларҙың мәкерле теләктәрен юҡҡа сығарманымы ни? (3) Аллаһ уларҙың өҫтөнә төркөм-төркөм Әбәбил ҡоштарын ебәрҙе. (4) Улар өҫтөнә ҡыҙған утлы таштар яуҙырҙы. (5) Һуңынан Ул уларҙы орлоғо һығып алынған һалам кеүек теткәләп бөтөрҙө.
(Әбәбил — яр ҡарлуғасы, керәшә. Әбрәхә ғәскәренең ҡалдыҡтарын радиоуглерод һәм химия ҡулланып тикшергәндән һуң, был ғәскәрҙең ни сәбәпле тулайым ҡырылғанын асыҡланылар. Ғәскәрҙәгеләрҙең ҡырылыуына сәсәк муры сәбәпсе булған икән 4—5 нсе аяттарҙы шунан сығып, шәрехләргә кәрәк. Йәғни, ғәскәргә сәсәк ауырыуы йоҡтороусы ҡоштар өйөрө һөжүм иткән. X. Чантай тәфсирендә лә ундай кинәйә бар.)
106- Ҡурайш (Ҡурайыш) сүрәһе
(Ҡурайш сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Кәғбә әтрафында йәшәгән күп һанлы ҡәүем — Ҡурайш ҡәбилаһе ине.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ҡурайш халҡының берҙәмлеген, (2) ҡышҡы һәм йәйге сәфәрҙәренең уңышлы булыуын тәьмин иткән, (3) ошо Кәғбәтулланың Раббыһына ғибәҙәт ҡылһындар. (4) Ул уларҙы ас үлемдән ҡотҡарып, тамаҡтарын туйҙырып, ҡурҡыныстан һаҡлап, уларға именлек бирҙе.
107 - Мәғүн (Саҙаҡа) сүрәһе
(Мәғүн сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мәғүн» — саҙаҡа-хәйер, зәкәт биреү. Берәй әйберҙе йәки малды бурысҡа, ваҡытлыса ҡулланып тороу өсөн биреп тороу.)
Бисмилл әһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Динде ялғанға һанаған кешене һин күрҙеңме? (2) Шул кеше йәтимде янынан ҡыуыр. (3) Ас кешенең тамағын туйҙырмаҫ (йомарттарҙы хупламаҫ). (4) Уларҙың намаҙ уҡыуы — гөнаһ йыйыу ғына. (5) Уларҙың намаҙы ихлас һәм етди түгел. (6) Улар намаҙҙы кеше күрһен өсөн генә, риялыҡ менән уҡый. (7) Улар хәйер биреүҙән баш тарталар.
108 — Кәүҫәр (Байлыҡ) сүрәһе
(Кәүҫәр сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Кәүҫәр» — төкәнмәҫ байлыҡ, тигән һүҙ. Йәннәттәге мәңгелек шишмәнең исеме лә — Кәүҫәр.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Хаҡтыр, Беҙ һиңә Кәүҫәрҙе (күп байлыҡ) бирҙек. (2) Шулай булғас, һин Раббың ризалығына намаҙ уҡы. Ҡорбан сал. (3) Һиңә хөсөтлөк тотоусының нәҫеле ҡорор. Дөрөҫө шул!
109 — Кәфирүн (Кәферҙәр) сүрәһе
(Кәфирүн сүрәһе 6 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Кәфирүн» — кәферҙәр.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әйт һин:
— Әй, кәферҙәр, — тип. (2) Мин һеҙ табынғандарға табынмам. (3) Һеҙ ҙә мин ғибәҙәт ҡылғанға табынмаҫһығыҙ. (4) Һеҙ табынғандарға мин дә табынмам. (5) Һеҙ ҙә мин ғибәҙәт ҡылғанға табынмаҫһығыҙ. (6) Һеҙгә—үҙ динегеҙ, миңә — үҙ динем!
110 — Наср (Ярҙам) сүрәһе
(Наср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Наср» — ярҙам.)
Бисмилл әһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Аллаһтан ярҙам килеп, еңеүгә ирешһәгеҙ, (2) кешеләр төркөм — төркөм булып, Аллаһтың диненә күсәсәк. (3) Тик, Раббыңды маҡтап, тәсбих әйт. Унан ярлыҡау һора. Шик юҡ, Аллаһ тәүбәләрҙе күпләп ҡабул итеүсе.
111 — Тәббәт (Ҡулы ҡороһон) сүрәһе
(Тәббәт сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Был сүрәнең башҡа исемдәре лә бар: Мәсәд, Ләхәб.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әбү Ләхәбтең ике ҡулы ҡороһон! Үҙен дә ләғнәт һәләк итһен! (2) Кәсеп итеп йыйған малы ла, байлығы ла уға ярҙам итмәне. (3) Ул ялҡынлы утта янасаҡ; (4) ҡатыны ла, утын күтәргән килеш. (5) Ҡатынының муйынында хөрмә мунсалаһынан ишелгән бау булыр.
(Әбү Ләхәб менән уның ҡатыны Умми Жәмәл кешеләрҙе Пәйғәмбәр (ғәләйһиссәлләм)гә ҡаршылар өҙлөкһөҙ рәүештә ҡотортоп, динебеҙгә зыян килтергән кәферҙәрҙер. Кешеләр араһына дошманлыҡ уты яғып йөрөгәненә күрә, сүрәлә Умми Жәмәл усаҡ яғыр өсөн муйыны-елкәһе арҡылы утын бәйләме күтәреп йөрөүсегә тиңләштерелә. М. Али иһә, «утын күтәреүсе «яман һүҙ йөрөтөүсе» тип аңлата.)
112 — Ихлас (Ихлас) сүрәһе
(Ихлас сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккә менән, Мәҙинәлә ингән һанала. «Ихлас» һүҙе «берҙәмлек» йәки «пакланыу» тип тә тәржемә ителә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әйт һин:
- Аллаһ - берәү генә! (2) - Аллаһу-Самәд - мәңге (йәшәй). (3) Ул тыуҙырылмаған да, тыуҙырмаған да. (4) Аллаһҡа тиңдәш юҡ.
(Аллаһ — берәү генә, йәғни башҡа хоҙайҙар юҡ һәм була ла алмай. Аллаһ — мәңге йәшәй, йәғни Аллаһ һәр ваҡыт булған һәм һәр ваҡыт буласаҡ —ул үлемһеҙ. Аллаһты бер зат та тыуҙыра алмай һәм Аллаһ үҙе лә өйләнмәй, ата булмай, сөнки Уның был эштәргә ихтыяжы юҡ. Бөтөн нәмә: Ер, Күк, хайуандар, бөжәктәр, Аллаһҡа мохтаж, Аллаһ үҙе бер нимәгә лә мохтаж түгел,)
113 — Фәләҡ (Таң атыу) сүрәһе
(Фәләҡ сүрәһе 5 аяттан тора. «Фәләҡ» — таң атыу тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әйт һин уларға:
— Таңдың Раббыһы — Аллаһҡа һыйынам, — тип. (2) Яралтылғандарҙың мәкеренән, (3) дөм ҡараңғы төндәрҙәге мәкерҙән, (4) ырым төйөндәрен өшкөрөүсе им-томсоларҙың (боҙоусыларҙың) мәкеренән, (5) көнсөл кешенең хөсөтлөгөнән Аллаһҡа һыйынам.
114 — Нәс (Кешеләр) сүрәһе
(Нәс сүрәһе 6 аяттан тора. «Нәс» — инсандар, кешеләр, тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. — Әйт һин:
— Кешеләрҙең Раббыһына һыйынам, — тип. (2) — Кешеләрҙең Аллаһына, (3) кешеләрҙең Хөкөмдарына, (4) шайтандың мәкерле ҡотортоуынан, (5) кешеләрҙең күңеленә үәсүәсә һалыусы шайтандан, (6) (ул яманлыҡҡа ҡотортоусы) ен тоҡомонан булһа ла, кешеләрҙән булһа ла (Аллаһҡа һыйынам).
ХӘТЕМ ДОҒАҺЫ.
Йә, Раббым Аллаһ! Беҙҙең Ҡөръән уҡыуҙа булған хата-кәмселектәребеҙҙе Үҙеңдең фазыл һәм рәхмәтең менән ғәфү ит, ғәмәл-ғибәҙәт ҡылғанда күңелдәребеҙгә ихласлыҡ, хаҡлыҡта һәм иманда ныҡлыҡ һәм үҙең теләгән һәм риза булған эште эшләргә тәүфиғыңды насип итһәң ине. Йә, Аллаһ! Телдәребеҙҙе ялған һөйләүҙән, ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе риянан, күҙҙәребеҙҙе хыянат итеүҙән һаҡла. Ҡөръәнде тәжвид менән хатаһыҙ уҡырға һәм уның менән ғәмәл ҡылырға ярҙам итһәң ине. Йә, Раббым! Беҙ уҡыған Ҡөръән сүрәләрен һәм аяттарын ҡабул итеп, беҙгә уның нурын индереп, барыбыҙға ла, уҡыусыларыбыҙға ла, тыңлаусыларыбыҙға ла, әжер һәм сауаптар ирештерһәң ине. Йә, Аллаһ! Беҙ Һиңә донъя мәшәҡәттәренән һәм ҡайғы-хәсрәттән, ғәжизлектән һәм ялҡаулыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан һәм һаранлыҡтан, бурысҡа батыуҙан һәм кешеләр тарафынан рәнйетелеүҙән һәм йәберләнеүҙән һыйынабыҙ. Йә, Раббым! Беҙҙе был Ҡөръән менән рәхмәтләндер, уны беҙҙең өсөн етәксе, нур, һидәйәт, рәхмәт итеп ҡыл. Йә, Раббым! Был изге Китаптан онотҡандарыбыҙҙы иҫкә төшөр, унан белмәгәндәребеҙҙе өйрәт һәм уны, дәлил итеп, кис һәм көндөҙ уҡыуҙы насип ит. Йә, Раббым! Беҙҙең өсөн гөнаһлы эштәрҙән тыйып тора торған динебеҙҙе төҙөк тот. Был тормошобоҙҙо хәйерле эштәрҙә ҡулланырға насип ит. Йә, Раббым! Һинән тыныс тормош, Әхирәткә иман менән күсеүҙе, доғаларыбыҙҙың ҡабул булыуын, тормошобоҙҙоң хәйерле булыуын һорайбыҙ. Йә, Раббым! Күңелдәребеҙгә тәҡүәлек һал һәм йәннәттәреңә ирештереүсе итәғәтлекте насип ит, донъя ауырлыҡтарын еңеләйт. Беҙгә биргән ҡолаҡтарыбыҙҙы, күҙҙәребеҙҙе, көсөбөҙҙө хәйерле юлда файҙаланырға насип ит, дошмандарға ҡаршы тороуҙа ярҙам ит. Йә, Раббым! Донъя тормошон Әхирәт тормошонан өҫтөн ҡуйып йәшәүҙән, алған белемдәребеҙҙең донъя мәнфәғәте өсөн генә булыуынан һаҡла, залим кешеләрҙе беҙҙең өҫкә хаким итеп ҡуйма. Йә, Раббым! Был донъябыҙҙы ла, Әхирәтебеҙҙе лә хәйерле ҡылып, беҙҙе ут ғазабынан һаҡла. Әмин.
ФАЙҘАЛАНЫЛҒАН КИТАПТАР ИСЕМЛЕГЕ
Ғәли Мәүләнә Мөхәммәд. Священный Коран. — АКШ, 1997.
Букейль Морис. Ҡөръән һәм бөгөнгө фән. — Ҡазан, 1993.
Дөнмәз Мәхмәт. Муса Биги Ярулла. — Анкара, 1994.
Иманҡолый Мөхәммәд Садыйҡ. Тәһсилел бәйән фи тәфсирел Ҡөръән, 1911.
Йазыр Әлмалылы. Ҡөръән-и Кәрим вә юҗә мәали. — Төркиә, Истанбул, 1997.
Йылдырым Суат. Куран-и Хаким вә ачыкламады мәали. - Истанбул, 1998.
Кая Абдуррахмән. Иман һәм Ғыйбадәт. — Хельсинки, 1986.
Ҡөрьән Кәрим (башҡортса). — Уфа, 1993.
Кочигит Талат. Ҡөръән-и Кәрим һәм төрксә мәали. — Анкара.
Ҡараман Хәйретдин, Өзәк Ғәли, Дөнмәз Ибраһим, Чагрыжы Мостафа, Ғүмүш Садретдин Тургут Ғәли. Ҡөръән-и Кәрим һәм асыҡламаны мәали. — Анкара, 1997.
Крачковский Игнатий. Коран. — Москва, 1990.
Мансур Алаутдин. Ҡөръәни Карим (үзбәксә). — Ташкент, 1992.
Мәхмүтов М.И., Хәмзин К. 3., Сәйфуллин Г. Ш. Ғәрәпчә-татарча-русча алынмалар сүзлеге. — Ҡазан, 1965.
Мәһәҙиев С. Ислам дине тураһында белешмә-сүзлек. — Ҡазан, 1981.
Ноғмани Шәйх. Ҡөръән тәфсире. — Ҡазан, 1911.
Османов М. Н. Коран: перевод с араб. и коммент.— М.: Науч.—Изд. центр «Ладомир», 1999.
Сытҡы Гүллә. Келиме анламны Куран-и Керим мәали. — Истанбул, 1999.
“Дәғүәт” нәшриәте килешеүе буйынса ДУП “Полиграфия-нәшриәт комбинатында” баҫтырылды.
Күмәртәләп һатып алыу өсөн 8-901-441-04-02 телефонына йәки (34794)74-223 телефонына мөрәжәғәт итергә була.
По поводу оптовых поставок обращаться по телефону :8-901-441-04-02 или (34794)74-223
Достарыңызбен бөлісу: |