Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет1/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25


Зигат Султанов

Йыһат Солтанов

СОЧИНЕНИЯ

В ЧЕТЫРНАДЦАТИ ТОМАХ

ӘҪӘРҘӘР

УН ДҮРТ ТОМДА
ТОМ

IV
ПЕНЫ НА ВОЛНАХ

ТУЛҠЫН ӨҪТӨНДӘГЕ КҮБЕКТӘР
Сатира

Яуаплы редакторы

Солтанов Й.Ә.

Әҫәрҙәр ете томда, том III. Тулҡын өҫтөндәге күбектәр. -- Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2005. -- 285 бит, яҡынса 24 табаҡ.


Был китапҡа әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙылған сатира әҫәрҙәре тупланды. Компьютерға һалғанда автор уларҙы шымартҡыланы.

ПОВЕСТӘР
Ҡултыҡ пираттары
Мәшһүр Ҡултыҡ ҡасабаһы аҡ батша заманынан, Ағиҙелгә тирмән ҡуласаһылай ҙур ишкәк-тәгәрмәсле килбәтһеҙ пароходтарҙың беренсеһе килеүҙән үк, гөрләтеп һалына башлаған. Йылғанан ҡороға ярып инмеш оҙонлоғо ун саҡрымдай киң генә тәбиғи ҡултыҡтың дәү ҡалаға терәлеп үк тороуы унда суднолар ҡышлатыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған. Йәй буйына илдең төпкөл төбәктәренән башҡорт икмәге һәм башҡорт урманы сеймалын һыу түбәненә һәм үренә ташып йөрөүсе һәр төрлө “коробка”лар, ҡара көҙ етеп, һыу өҫтөнә ҡуйы шыйҙым – “сало” аға башлау менән, иген урылып бөткәс һалам эҫкертенә йыйылған сысҡандар кеүек, ошо йылға ҡултығына инеп һырыша торған булғандар (һәм әлегәсә шулай).

Заманында кәсепсән бер алпауыт шунда килеп, ыламыҡтарҙан йәшелләнеп ойоп ятҡан тымыҡ һыуға, батҡаҡлыҡта кинәнеп үҫкән йыуан аҡтирәктәргә йүкә арҡан менән бәйләп ҡуйылған серек ҡорһаҡлы ағас баржаларға ҡарап уйланып йөрөгән-йөрөгән дә, һыу ситендә талдан һуйыл киҫеп алып, ҡултыҡ ярының башына ҡаҙыҡ ҡағып киткән, ти. Оҙаҡламай бында тишек сабата, керле сәкмән кейеп, һары йүкә бау менән билдәрен быуған бер төркөм зимагорҙар моронлаған да тын яр буйҙарында аһылдауыҡлы “Дубинушка” йыры яңғыраған. Итәге тубығына төшкән тупаҫ киндер күлдәкле, етек сәсле балта оҫталары, ҡалсайып ҡатҡан яҫы устарына сәмле төкөрөп, һалҡын һыулы Ҡариҙелдән һаллап килтерелгән шәмдәй төҙ ҡарағай бүрәнәләрҙән йорт бурарға тотонғандар. Күп тә үтмәй, ҡаланан алдыртылған слесарь ҡорамалдары ла килеп еткән. Шулай итеп, буласаҡ капиталистың ғәзиз хыялдары бойомға ашҡан: ҡултыҡ ситендә Башҡортостандағы беренсе судно ремонтлау мастерскойы, тартынып ҡына булһа ла, зәңгәр күккә мөрйәһенән ҡуйы төтөн көлтәһе урғылтып ебәргән. Ә мастерской тирәһенә бысраҡ барактарҙан һәм ләпәш землянкаларҙан торған эшсе ҡасабаһы үҫкән, уны, әлбиттә, йылға ҡултығына бәйле, Ҡултыҡ тип исемләгәндәр. Халҡы күбеһенсә, йорт-еренән яҙып, эш эҙләп сығып киткән холоҡһоҙ берәҙәктәрҙән торғанлыҡтан, Ҡултыҡ тирә-яҡҡа боҙоҡ бәндәләр үрсетеүсе хәтәр һағыҙаҡ ояһы булып танылған. Төбәктә бойомға ашырылыусы көндәлек алкоголь эсемлектәре миҡдарының аттай өлөшө ошо Ҡултыҡ ҡабаҡтарына тура килгән, томорҡо Ҡултыҡ төндәре бик йыш һәр төрлө ҡанлы ваҡиғалар менән шөһрәт ҡаҙанған. Хатта кастет оҫталары жаргонында, “Ҡултыҡ приемы” тигән исем аҫтында, тик торғанда әҙәм балаһының ҡабырғаһын һуғып һындырырға, йәки ҡул-аяғын бороп сығарырға йүнәлтелгән хәрәкәттәрҙе аңлатыусы яңы терминдар күбәйгән. Ҡара диңгеҙ яғынан ағылған атаҡлы рецидивистар бында хатта бөтә Рәсәйгә кеҫә тунау маһирҙарын етештереүсе Одесса подпол ҡараҡтар академияһының филиалын асырға йыйынғандар, тик революция ҡубынып ҡына эште боҙған. Битербурҙа “Аврора” көбәге ҡубарытҡан дәһшәтле туғыҙынсы вал тонйорауыҡ Ҡултыҡҡа ла бәреп кергән һәм уның тынсыу һыуҙарын, аҫтын өҫкә әйләндереп, ер тетрәгәндәй сайҡалтҡан. Тормош төбөнә тоноп, үҙ ҡорһаҡтары бойороғон хәүефһеҙ генә башҡарып ятҡан йолҡоштарҙы тимер ағын сүп-сар һымаҡ йәлләүһеҙ ағыҙып алып киткән. Һәм өр-яңы осор күкрәп тыуған ҡасаба тарихында. Граждандар һуғышының аҙаҡҡы мылтыҡ шартлауҙары әллә ҡайҙа алыҫта яңғырап баҫылғас, Совет власының ҡәҙерен үҙ яралары ҡанауында татып белгән ҡыҙыл фронтовиктар ҡайтҡан Ҡултыҡҡа һәм, винтовкаларын кувалдаға, патрондарын сигәгә алмаштырып, яңы донъя төҙөүселәргә генә хас йәшлек дәрте менән судноларҙың ҡубып ятҡан өлгөләрен сигәләргә лә ямарға – тыныс хеҙмәткә керешкәндәр. Саҡ йылымһырап ултырған сибек мастерской урынына киң ҡоласлы эшләүлек – суднолар ремонтлау заводы төҙөгәндәр, Лениндың үҙенең ҡайғыртыуы арҡаһында, тиҙәр, был завод юғары етештереүсән яңы заман техникаһы менән йыһазландырылған. Унда ябай ремонт ҡына түгел, ә үҙ көстәре менән ҡайһы бер суднолар яһап сығарыу эшен дә көйләр көн килеп еткән һәм Ҡултыҡ, ярайһы ғына дәррәү, ярайһы ғына шәп промышленность үҙәгенә әүерелгән. Үҙ-үҙенән аңлашыла: завод ҡатарынан эшселәрҙең торлаҡ мәхәлләһе лә киңәйтелгән, әлбиттә. Хулиганлыҡ төйәге булған ҡабаҡтар, отош уйнау ханалары һ.б. шуның кеүектәр иҫке тормош менән ҡуша ҡәбергә күмелгәндәр. Культуралы туҡланыу үҙәктәре, магазин, китапхана, клуб асылған, һәр яҡлап бай йыһазландырылмыш иркен стадион ҡоролған йәш-елкенсәккә. Комсомол, профсоюз һәм һәр төрлө бүтән ойошмалар хеҙмәтсәндәрҙе коммунистик рухта тәрбиәләү эшен гөрләтеп ебәргән. Ләғнәтле үткәндең йәмһеҙ ҡалдыҡтары инде тамам бөтөрөлөр, коммунистик көнкүрешебеҙ ал да гөл булыр тип көтөлгән...
* * *

Ҡултыҡ ҡасабаһының балалыҡ осоронда уҡ зимагорҙар “Дубинушка” йырлап һалған һәм яңы биналар күләгәһенә ышыҡланып әлегәсә йәшәп ятҡан баяғы бөкөрө барактарҙың ҡараңғы, бысраҡ тыҡрығы буйлап шул уҡ үткән замандың бөгөнгә ирешкән бер шәүләһе – алкоголгә бүртенгән тере ҡарасҡы килә. Ел иҫкәндә ялпылдаған һуҡыр шәм ялҡынылай, аҙым һайын улай-былай сайҡала, ҡайһы ваҡыт, ҡараңғы ҡойма төптәренә һарылып, бөтөнләй күҙҙән дә юғала. Кәмәләрҙәй дәү резинка итекле аяҡтарының дөйәләй лап-лоп баҫыуы ишетелмәгәндә уны ысынлап та күләгәгә оҡшатырға булыр ине – ныҡ юғалтҡан ине шул бәндә кешелек сифаттарын. Ауыҙынан бер туҡтауһыҙ ҡубарылған күп ҡатлы-ҡатмарлы һүгенеү иһә шул буйтым ғилем өлкәһендә уның ҙур уңыштар ҡаҙаныуын билдәләй. Шуға күрә уның йәмһеҙ тауышынан көллө әҙәм, хатта һуҡбай-эттәргә тиклем, алыҫыраҡ арауыҡҡа олаҡҡан. Ә һуҡмаҡтары осраҡлы рәүештә уныҡына сатрашланмыш һирәк-һаяҡ уҙғынсылар, ҡарасҡы бер екереү менән үк, атлап барған ерҙәрендә фалижланып ҡалалар һәм, икенсе секундта уҡ һуштарын йыйып, ут сыҡҡандай ҡабалан ситкә ташланалар. Ҡарасҡының һумалалай йәбешкәк һүгенеүе, күҙ яҙҙыртҡансы, арттарынан оҙатып бара уларҙы. Һерәйә баҫып ҡарап ҡалған ҡарасҡы, ашығып елгән ҡурҡаҡ артынан нәфрәтләнеп ҡулдарын болғай-болғай, яңыртылған илһам менән һүгенергә керешә, тәрән күкрәк хистәрен шулай урғылдырып еңелләнгәс кенә йәнә үҙ юлында була. Компасы ҡыйралған судно кеүек, алған юҫығынан тайып, тыҡрыҡтан сығып китә лә киң сиҙәмлектә һалынып ятҡан яңы кирбес йорттарҙың береһенә төртөлә мороно менән, күҙҙәренән йәшелле-күкле осҡондар сәсрәй; ул да булмай, бейек мачтанан һибелгән үткер электр яҡтыһынан интегеп, ярыҡ эҙләп йүгергән ҡандалалай унда-бында һикергеләй. Яҡтылыҡтан боҫор ек табылмағас, нурлы яҡҡа тупаҫ брезент хөлләле яҫы арҡаһын бороп, алдындағы күләүектәр өҫтөнән иҫке тыҡрыҡ тарафына һуҡмаҡ кеүек ҡарайып һуҙылған үҙ күләгәһенән кинәнеп атлап китә...

Ҡара төн, лас-лос убылмыш батҡаҡ. Көндөҙ ҡойоп яуған ямғыр, әле булһа ергә һеңешә алмай, тәрән һаҙлыҡ яһаған. Ҡарасҡы, үҙе лә абайламаҫтан, тубығынан былай шул лайға батты һәм, аяғын алам тигәнсе, салҡан әйләнеп төштө. Ике ҡабырға аҫтынан бысраҡ фонтан сирғығас, саҡ ҡына иҫәнгерәп, бер мәлгә тынысланды. Эреле-ваҡлы йондоҙҙарҙан иләк һымаҡ тишкеләнгән һәм ниңәлер зырлап әйләнгән Күк көмбәҙенә текләп, был һүрәтте үҙ ғүмерендә тәүгә күргәндәй ғәжәпләнеп, берауыҡ өнһөҙ ятты. Мейеһендә осҡон заты ҡабынып, таянсыҡланған ике ҡулы йомшаҡ ләмгә ҡултығынаса батҡас, илереүле ыңғырап, башын ҡалҡыта бирҙе. Тоноҡ ҡарашы, үҙенә таныш бысраҡ ҡойма буйҙарын һәрмәп үткәс, төбәлер нөктә тапты: ыҫпай кейенеп, ҡоронан-ҡороға ырғый-һикерә клуб яғына -- тансыға китеп барыусы сысҡан ҡойроҡ мыйыҡлы бер шыма франтҡа төртөлдө. Фәҡир мейеһендә быҫҡып янған тоноҡ фекер ишараты уға йәһәт тубыҡланып ултырырға, йөкмәткеһеҙ мығырҙанырға көс бирҙе. Франт та абайлап туҡтаны, тирә-яҡҡа шикле ҡаранды.

-- Зар...режу! – тип үкерҙе ҡарасҡы, тауышына тағылып үҙе атылып китерҙәй көсәнеп. Ялтыр итектәрен һаҡлап осло таш өҫтөндә бизмәнләнеп торған франт, тигеҙлеген юғалтып, батҡаҡҡа шапылданы һәм хәҙер инде эшлектән сыҡҡан хромын йәлләмәйенсә, хатта артына әйләнеп тә ҡарамай, туп-тура һаҙлыҡ уртаһынан һыпыртты. Ҡарасҡы ла, ниһәйәт, икеһенә аяҡланды, шаптор-шоптор батҡаҡ кисеп, ҡалышмайынса, уның артынан ҡыуҙы. Йәнә баяғы ҡот осорғос “зар-режу!” уйсан ҡасаба урамдарын ярһытты. Күләүекте шаптырҙатып ярып барған, көтөлмәгән милиция машинаһы шәүлә тәңгәленә етеп, туҡтала бирҙе лә, шомло аҡырыусыны битендәге оҙон яра бирсәһенән үк танып, жыйлатып үтеп китте, ҡараңғылыҡта ҡыҙыл уттары ғына емелдәп ҡалды. Сөнки һәр бер милиционер ҡарасҡының Дөмпөш Имай икәнлеген, уның итек ҡунысында йәки ең осонда ҡомһоҙ бысаҡ һәр саҡ әҙер тороуын, хужаһы уны күҙ асып йомғансы эшкә егергә һәләтлелеген яҡшы белә. Ә аянысы шунда: Дөмпөш бысағы тәнеңде киҫмәй тороп, кобуралағы алтатарыңды ҡулланырға ярамай -- ҡанун ҡушмай...

Ҡасабалағы иң ҙур магазин ишеге алдында беләгенә ҡыҙыл бәйләп, үткән һәр берәүҙең йөҙөнә электр фонарен тоҫҡап, кемдең нисә шешә араҡы алыуын блокнотына теркәп торған комсомол патруле Ғәйнитдинов, яңынан-яңы сенсацияға өмөтләндереүсе баяғы хәтәр “зар-режу!” оранын ишетеп, мажараны үҙ күҙҙәре менән күрергә болдорҙан төшөп йүгерҙе. Ул килеп еткәндә теге икәү бер-береһенә көрмәлеп, һаҙҙа ятҡан сусҡа кеүек ҡарайышып, тас батҡаҡта әүмәләшәләр ине. Бер-береһен быуып үлтереү ниәтенән, ахыры, яғаларынан ныҡ итеп тотошҡандар – франт та төшөп ҡалғандарҙан түгел, күрәһең. Ләкин икеһенең дә “теге донъя”ға ваҡытынан элек китергә иҫәбе юҡ иҫәүәндәрҙең – батҡаҡлы һәр танау тик үҙе тере ҡалып, күршеһен генә дөмөктөрөргә яҫҡана, ә Дөмпөш Имай атаҡлы бысағын сығарып өлгөрмәгән -- шуға күрә ҡеүәттәр тигеҙләнеп, икеһе тиң ниәттәренә ирешә алмай интегә. Комсомол патруле Ғәйнитдинов, электр фонарен яҡтыртып, ҡыҙыл тышлы блокнотын йәһәт тартып сығарҙы: тиҙерәк ҡағыҙға теркәргә -- был бит комсомол патруле булараҡ уның намыҫ бурысы!

Комсомол йыйылышында патруль итеп һайланыуынан биреле бөтә көсөн биреп ул иҫереклеккә, хулиганлыҡҡа ҡаршы көрәшә. Шәхси ваҡытын йәлләмәйенсә, араҡы алыусыларҙы сәғәттәр буйына һағалап ғүмерен үткәрә, берәй ерҙә ҡанлы һуғыш, йәки рәнйеш сыға ҡалһа, эләгешкән ғауғасылар йыртҡысланып бер-береһен имгәтмәй йә был ҡанҡойош тәбиғи рәүештә үҙенән-үҙе һүрелмәй тороп, тартышты ташлап китмәй. Һәм бөтәһен-бөтәһен ҙур егәрлелек менән теркәп-яҙып бара. Әгәр йыллыҡ хисап йыйылышында:

-- Ҡайҙа патрулегеҙҙең эше? – тип ныҡыһалар, ул нәҡ ошо яҙыуҙарын сығарып өҫтәлгә һаласаҡ та башҡарған тауҙай хеҙмәте менән илде шаҡ-ҡатырасаҡ...

Кеҫә фонарен яҡтыртып, Ғәйнитдинов батҡаҡтағыларҙың йөҙөнә бағырға – уларҙы танырға тырыша. Ләкин законлы теләген танымайҙар, сусҡа кеүек хорхолдашып морондары менән ер һөрөүҙәрен дауамлайҙар. Береһе аҫҡа, икенсеһе өҫкә килеп урындары менән алмашынышҡан бер арала ғына патруль Ғәйнитдинов ҡарасҡының йөҙөндә танауы аша бер битен ярып үткән йәмһеҙ бысаҡ эҙен шәйләй ҙә йөрәккәйе “жыу!” итә -- Дөмпөш Имай!.. (Блокнотына яҙа). Ә көрмәкләшкән франттың йөҙөндә күҙгә салынырҙай айырым билдәләр табылмағас, таный алмау ҡыйынлығына дусар ҡылынпа.

-- Исемеңде әйт! Исемеңде! – тип ныҡый ул хәтәр алышын дауамлаған ҡупшылыҡ ҡолоноң бөйөрөнә аяҡ башы менән төрткөсләп. Франт, көтөлмәгән өҫтәлмә ҡыҫымға түҙә алмай, мускулдарын бушатыңҡыраны, буғай: Дөмпөш Имай, һәләт-йәһәт, дошманының танауына йоҙроғон һылап алды. Франттың ҡара батҡаҡлы танау тишектәренән боҫло ҡан сорғолдо ла серек һыу өҫтөнә йәйелде.

-- Исемеңде әйт! – тип инде әллә ни ҡыҙыҡһыныуһыҙ ҡабатланы Ғәйнитдинов, сөнки уның иғтибарын: “Ҡан туҡталырмы, әллә аҡтыҡ тамсығаса сәптерерме?” – тигән ҡыҙыҡлы уй биләне. Шул арала Дөмпөш Имай, хәл иткес алым өсөн, итек ҡунысынан һурып атаҡлы бысағын сығарҙы -- ваҡиға ҡанлы сиселешкә ыңғайлай. Патруль Ғәйнитдинов инде ап-асыҡ күҙ алдына ла килтерә бысраҡҡа батып һуйылып ятмыш бахыр мәйетте. Дәфтәрендәге “Дөмпөш Имай” тип башланған яҙыуын дауам иттереп: “Минең күҙ алдында билдәһеҙ гражданды һуйып үлтерҙе”, -- тип нөктә ҡуя ла конфликттың тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Тик юрауы аҡланмай, хәйерһеҙе: франт усын тултырып батҡаҡ-лай ала ла шапылдатып Дөмпөштөң күҙҙәренә сәпәй. Дөмпөш Имай әһелдәре яман зарлы аҡырып ебәрә, матҡып тотҡан бысағын ысҡындырып, ҡуш ҡуллап күҙҙәрен баҫа. Хоҙай ярлыҡаған франт тиҙ генә ырғып тора ла, фонарь менән блокнот тотҡан ҡыҙыл бәйләмле патрулгә иғтибар ҙа итмәй, тиҙ үк эҙҙәрен һеперә. Ҡыҙыҡһыныуы һүрелгән Ғәйнитдинов та, Дөмпөш Имайҙы ҡазаһы менән яңғыҙ үҙен ҡалдырып, һәр тарафтан төркөм-төркөм йәштәр ағылған эшсе клубы тарафына йүнәлә...


* * *
Был кис клубта илгә аң-белем таратыу йәмғиәтенең атаҡлы сәркәтибе -- биология фәндәре докторы Серәкәй-Ләпәкәйев үҙенең тормош мәрәйе булған һәм юғары доктор дәрәжәһен яулауға тиклем алып барып еткергән талантлы ғилми хеҙмәте буйынса эшсе йәштәргә лекция уҡыясаҡ ине. Был атаҡлы ғилем яҡтыртҡысын күҙ ҡырыйы менән генә булһа ла күреп ҡалыу өҡсөн, хатта ҡыҙ-ҡырҡындың ғүмерҙә аулаҡҡа сыҡмаған, “монашка” тип йөрөтөлөүсе типтары ла, һәм хатта йөҙ йәшлек тилбер әбейҙәр ҙә, аҙна элгәре билет алып, клуб асылыуҙан ике сәғәт алдан ишек төбөнә килеп сират торҙолар. Һәр береһе, сикһеҙ көйәләнеп, нисек алданыраҡ инергә лә трибунаға яҡыныраҡ урын эләктереп ҡалырға йөрәкһене (сөнки бында билетҡа урынды күрһәтеп һатыу мәҙәниәте килеп етмәгәйне әле). Ниһәйәт, эстән шылтылдап ишек келәһен ысҡындырыу ишетелде. Шуны ғына көтөп торған түҙемһеҙ һарыҡ, -- әй юҡ, ғәфү итегеҙ! – халыҡ массалары дауыл ҡыуалаған диңгеҙ тулҡындарылай ҡапыл шаулап китте лә, ишек ҡанаттарын шатырҙатҡансы ике яҡҡа ҡайырып, билет тикшереүсене лә иғтибарға алмайынса, дөбөрҙәшеп эскә ябырылды. Ҡыҙҙар – гардеробҡа, әбей-һәбейҙәр туранан-тура тамаша залына, ә мыҡты ир-ат енесе, сос танауҙары әсе һыра еҫе тойоп, буфетҡа йүгерештеләр. Һауаға самум тығыҙлығындағы саң болото туҙғыны, унһыҙ ҙа минут һайын кемгәлер күҙ ҡыҫҡылап торған тәүфиҡһыҙ электр лампаһын томаланы, был иһә комсомол патруле Ғәйнитдиновтың ҡыҙыл сепрәген дә танымаҫ хәлгә килтерҙе. Туҙан араһынан шулай ҙа күптәргә ҡыҙыл тышлы блокноты салынды: “Публиканы ойошоулы ҡаршыламау сәбәпле, залда тәртипһеҙлектәр тыуҙы”, тип осло ҡәләме менән сыйғысланы ла, комсомол патруленең бурысы шуның менән үтәлгәнлеген ҡәнәғәт тойоп, дәррәү генә тамаша залына инеп урынлашты. Бер тиҫтер малай-шалай алғы рәттә әбейҙәрҙе ҡыҫырыҡлап маташа, ә тегеләре, тешһеҙ ауыҙҙарын киң асып, ҡыҙғаныс ауаздар сығаралар һәм, ярһып, ҡорошҡан йоҙроҡтары менән алғы ултырғыс арҡаларын туҡмайҙар. Бер ситтәрәк, үңәстәрен эскә тартып, йыш ҡырыныуҙан яңаҡтары күкшелт-ҡара төҫ алған утыҙ йәштәрҙәге ике “егет”, патрулгә һиҙҙертмәҫкә тырышып, малайҙарҙы “подвиг”ҡа һөстөрөп тора. Ахыры булманы, ҡарсыҡтар йылы урындарынан һөрөлөп, артҡа күстеләр. Улар урынын, ларҡайып, теге ике “егет” биләне. Был ныҡышмал бәрелеште Ғәйнитдинов та күҙ ҡырыйынан ахырынаса күҙәтте, ә шулай ҙа блокнотына теркәмәне. “Батырға ла ял кәрәк, -- тип уйланы ул, үҙен зерә ҡыҙғанып. – Бер миңә генә көрәшергә тимәгән бит хулиганлыҡҡа ҡаршы. Минең дә тыныс булғым, культуралы ял иткем килә!” Һәм, намыҫын тыныслатыу өсөн, үҙенең башҡарған героик хеҙмәттәрен ҡыштырҙауыҡ биттәрендә һаҡлап түш кеҫәһендә ятҡан бүртенке блокнотын ҡапшап-һөйөп ҡуйҙы.

Тиҙҙән зал шығырым тулды, сәхнәләге ҡыҙыл япҡан өҫтәл артына клуб директоры Шымарғанов ирәйеп сығып баҫты. “Подполька” итеп алдыртылған муйыл-ҡара сәсле түбәһе мул яғылған бриллиантиндан көҙгөләй ялтыраны.

-- Иптәштәр! Хәҙер һеҙҙең ҡаршыла аң-белем таратыу йәмғиәтенең атаҡлы сәркәтибе, республикабыҙҙың данлыҡлы ғалимы биология фәндәре докторы Серәкәй-Ләпәкәйев иптәш үҙе сығыш яһап, “Һаҙлыҡ серәкәйҙәренең аш ҡайнатыу аппараты һәм СССР халыҡ хужалығында шуның тотҡан роле” тигән бик-бик мөһим темаға лекция уҡыясаҡ. Тәрән әһәмиәт биреп тыңлауығыҙҙы үтенәм! – тине ул, графиндан ағыҙып, тулы стакан һыуҙы тамағына ғорҡолдатҡас. Шуны күреп залдағы баштар баҫыуҙағы ел ҡуҙғатҡан башаҡтарҙай тулҡынланды, шаулашты. “Шымарғановтың эсе яна – кисәгенән һуң махмур!” – тине теге йылғыр “егет”тәрҙең береһе, ғаләмгә ишеттереп. Шымарғанов ишетмәмешкә һалышһа ла, залдағылар кинәнеп хахылдашҡас, ҡәләм һуғып стакан сыңғылдатты. Ултырғыс шығырҙауҙары, тамаҡ ҡырып йүткереүҙәр өҫтәлде. Шул арала сәхнәләге йәшел бәрхәт ҡорған артынан, әтәс аҙымдары менән ҡупшы атлап, кәрлә буйлы хөрмәтле лектор сыҡты ла тура телмәр мөнбәренә -- трибунаға уҡталды. Махсус уның буйы өсөн йәшерен өҫтәлгән бейегәйткес-бүкәнгә мыҡты баҫып, олпатлыҡ ҡиәфәте алып, терһәктәре менән кафедраға таянды. Был торошо менән ул залдағыларға һемәген тәнгә батырырға йыйынған ас серәкәйҙе хәтерләтте. Әгәр өҫтөндә европаса яҡшы костюм, муйынында галстук-муйынсаҡ булмаһа, был ҡиәфәтендә уның үҙен, -- ғәфү итегеҙ! – серәкәй тип белеп, яңылыш иҙә һуғырға ла мөмкин ине...

Лекция һөйләнеүгә биш минут үткәс үк, артҡы рәттәр һиҙелерлек яланғаслана башланы. Аңһыҙ һарыҡ, -- ай, ғәфү итегеҙ! -- халыҡ үҙ хужалығы өсөн шундайын да ҙур роль уйнаған ғилми хеҙмәткә ҡарата илтифатһыҙлыҡ күрһәтеп, зал буйынса әле унда, әле бында лекцияның тигеҙ ағылышы өсөн хәтәрлекле ғәйбәт һатып ултырҙы, бөтөнләй башҡа темаларға суҡылдашыу усаҡтары барлыҡҡа килде. Серәкәй-Ләпәкәйев, шуны һиҙенеп, буғай, тирмән шауылай йоҡо килтергес монотон тауышын ваҡыт-ваҡыт тау йылғаһылай ҡапыл гөрөлдәтеп ебәрһә лә, ярҙам итмәне. Ваҡ усаҡтар, киҫкен ауырыу кисергән үпкәләге “Кох таяҡтары”лай тиҙ таралып, бөтә публика организмын зарарланы. Клуб директоры Шымарғановтың кеҫәһендәге бер бәйләм ишек асҡысы менән ҡаты һуғып һигеҙ ҡырлы стакан сыңғырҙатыуы ла файҙаға килтермәне, сығып тайыусылар тулҡыны урта рәттәге ултырғыстарға килеп етте. Алдағыларҙың да күбеһе, форсат тыуыу менән үк һеперелергә йыйынып, кәпәстәрен кейҙеләр. Ошо хәл иткес мөҙҙәттә Шымарғановтың бриллиантинланған йоморо башы сәхнәнән юйылып, сығыу ишеге төбөндә ялтырап салынды. Уның ҡәтғи бойороғо буйынса, штаттағы һәптәндәре ишекте шартлатып бикләнеләр ҙә аҡ ҡағыҙға оло хәрефтәр менән:


Кем дә кем лекция тамамланғансы сығып китә -- 25 һум штраф!

Клуб администрацияһы.
тип шаҡырайтып яҙып ҡуйҙы. Ошо ҡәтғи әмәлдән һуң ғына шылыусылар ағыны тамам туҡталып, һирәк-һаяҡ ҡалған публика араһында сағыштырмаса тәртип урынлашты. Әммә-ләкин аудитория сиктән тыш тарайғайны.

Биология фәндәре докторы, серәкәй ашҡаҙаны төҙөлөшөн ентекле аныҡлап, унда эшкәртелеп сыҡмыш “экскримент”тың, ябай ғына атағанда тиҙәктең, ниндәй химик элементтар тәшкил итеүен берәмләп һанай башлағас, әҙәп һаҡлаған аҙ һанлы түҙмерҙәр ҙә, үҙҙәренә хас матур сабырлыҡты юйып, шайтандарҙай донъя ҡуптарып һыҙғырырға, тай-тулаҡтай тибенергә, ултырғыс арҡаһын шаҡылдатырға тотондолар. Кафедраға ҡағыҙға төрөлгән көнбағыш ҡабыҡтары, махмурҙан алйыған бәғзе ир-аттың һыра артынан ҡабымлыҡҡа алып килмеш ярымсерек помидорҙары осто. Бер нимә белмәй йоҡлап ултырған әбейҙәр ҙә ошо дәжжал тауышынан тертләп уяндылар ҙа ярымбуш зал һауаһын ярып тап мең туғыҙ йөҙ ун етенсе хәтәр йылдағылай:

-- Долой! Долой! – тигән ҡурҡыныслы талаптар ҡысҡыра башланылар, әйтерһең, улар ҡаршыһына аң-белем таратыу йәмғиәтенең абруйлы сәркәтибен түгел, ә самодержец Николай Ҡанлының үҙен баҫтырып ҡуйғандар. Ҡото осор хәлгә етеп шөрләгән администрация ишекте йәһәт шар-асып ебәрҙе лә ирек тойоп дәртләнгән йәмәғәт шул минут эсендә урамға ағылып бөттө. Залда суҡайып Серәкәй-Ләпәкәйев, Шымарғанов һәм штатлы бер-нисә һәптән менән иҙән йыуыусы ғына ҡалды.

-- Был ниндәй порядкалар һеҙҙә? Совет клубымы, әллә хулигандар тәрбиәләү йортомо был? Ҡайҙа телефон, милицияға шалтыратам! – тип, директорҙың яғаһынан ала яҙып ярһыны серәкәйҙәр белгесе ғалим.

-- Тынысланығыҙ! Зинһар, тынысланығыҙ, иптәш доктор! Кеше-ҡара таралмаҫы элек һөңгөгөҙҙө һапламағыҙ. Һеҙ үҙ гонорарығыҙҙы тейешенсә алырһығыҙ – һеҙҙең ул ике мең һум юғалмаҫ!

Үҙ мәлендә биреп өлгөрөлгән мәғлүмәттән тынысланып, аң-белем таратыу йәмғиәте сәркәтибе, биология фәндәре докторы клуб директоры яурынына дуҫтарса беләген һалды һәм улар, туғандарса ҡосаҡлашып, буфет артындағы аулаҡ бүлмәгә “мәгәрис” эсергә киттеләр.


* * *
Ун биш минутлыҡ антракттан һуң залда тансылар башланды. Лекцияға бәйләнешле өмөттәре һүрелгәс, йәштәр кисәнең бейеү бүлегендә реванш алырға булдылар. Ләкин был юлы ла “әтнәкә” сығып, аяҡтарҙы йөрөтөрҙәй “тере музыка” юҡлығы асыҡланды. Сөнки ҡапыл ғына вафат булған райпо председателен һуңғы юлға оҙатыу айҡанлы тынлы оркестр коллективының етмеш биш проценты өс көн буйы зират янындағы өшәләктә иҫереп ятҡанлыҡтан, таяҡ башы иҫкереп бөткән ҡарлыҡҡан тауышлы радиолаға, уның ауазын яңғыратҡыс репродукторға төштө. Күпте күргән әрһеҙ аппаратты бөтә ҡеүәтенә егеп, сәхнә маңлайына беркетелгән ҡара табаҡ-репродуктор аша көсәйтеп ҡыуаланылар; аппараттың үткер ҡорос тырнағы аҫтына һалынып, атаҡлы музыканттар башҡарышындағы йәнгә үткес классик әҫәрҙәр ҙә, ҡайһы бер яңы заман авторҙарының кәзә баҡырыуына һәм һайыҫҡан шыҡырыҡлауына оҡшаш тетрәткес мөғжизәләре лә һыҙма юллы тәрилкәләрҙә өҙлөкһөҙ өйөрөлдө. Араларында ылғый Ҡултыҡ һәүәҫкәрҙәренең дә татлы ижад емештәре бар ине:
Йәйәү йөрөмәҫкә, тип,

Алдым мин виләсәпит... –


тип таҡмаҡланы тәрилкәнән билдәле ҡарт йырсының ҡарлыҡҡаныраҡ ҡалын тауышы һәм тансыла сайҡалыусы бала сәүкәләрҙәй һары ауыҙлы йәш-елкәнсек шул ыңғайҙа аяҡтары менән күҙ эйәрмәҫ “керәндил”дәр бөгәрләп, иҙән таҡталарын төйгөсләнеләр.
...Эспистәре буталлы,

Тотҡостары буяулы –

Өр-яңы виләсәпит...—
Көр дауамланы радиола боғаҙы.
...”Ат”ҡайыма атланып

Эшкә китеп барғанда

Йығылып китеп “ат”ым

Һындырҙы бер ҡанатын –

Тимер-ҡорос ҡанатын.
Запчас эҙләп тилерҙем,

Таба алмай илерҙем.

Һис булмағас, йүкәнән

Бәйләп ҡуйып елдерҙем...


Ә һул яғын тәрилкәнең Шымарғанов әйләндереп һалғайны, яңғырашы заманабыҙға шөйлә ныҡ яҡынлашты:
Бисәм, улым һыйһын, тип,

Алдырҙым мотоциклет.

Багы юҡ ине уның –

Биҙрәнән яһап ҡуйҙым,

Биҙрәнән яһап шыйҙым.
Тик, ут ҡабынып китеп,

Янды шәп мотоциклет.

Бөтәбеҙ ергә ауҙыҡ,

Ярай, төтәмәй ҡалдыҡ

Ярай, төтәмәй ҡалдыҡ...

-- Иҫәүән баш, шулай кәрәк һиңә! – тип һөрәнләне бейеү түңәрәге ҡырыйындағы эскәмйәлә тәмәкеһенән паровоз мөрйәһе яһап боролдатып ултырған теге таныш ике “егет”тең береһе.

-- Лигкәүик алып ебәр, һантый! – тип осланы икенсеһе. Тап шуны ғына көткәндәй, тәрилкә алмашынды ла репродуктор шашынды:
Алдым яңы лигкәүик,

Йөрөрмөн, тип, кинәнеп.

Күкшелт лакка буялған –

“Бына!” тигән лигкәүик,

“Бына!” тигән лигкәүик.
Етешмәй тик был “кәүҙә”:

Тәгәрмәсе Мәскәүҙә,

Шиндары Яраслауҙа,

Ә паспорты Өфөлә --

Тауыҡтар минән көлә,

Тауыҡтар минән көлә...


Репродуктор гөрөлтөһө ҡолаҡтарҙы тондорһа, йылғыр табандарҙан ҡупҡан саң-туҙандан һулыш юлдары тығылды. Клубтың мөлкәтен һәр йыл һайын энәнән-ептән тикшергәндә инвентарлыҡ кенәгәһендә вентиляция бар тип иҫәпләнһә лә, ғәмәлдә ул тораһы ерҙә бушлыҡ ине, сөнки, яҡты коммунизм төҙөүсе Ватаныбыҙҙың малсылыҡ тармағын ҡырҡа күтәреү хаҡындағы өс йыллыҡ планды алҡышлап ҡаршылаған клуб директоры Шымарғанов культура төйәгенә вентиляция урынлаштырыу өсөн бирелгән хөкүмәт аҡсаһын баяғы өс йыллыҡ планды арттырып үтәүгә йүнәлтеп, үҙенә сусҡалар һатып алыу өсөн йәтеш файҙаланғайны һәм ул гонаһһыҙ хайуандар Ҡултыҡ урамдарының һаҙлығына тырышып үҙ өлөштәрен өҫтәй ине... Шул туҙанлы мәхшәрҙә ырғаңдап тирләй башлаған ҡыҙҙарҙың тирмәнсенекенә оҡшаш тоноҡ-аҡ биттәренә саң һырып, Ҡырым курортынан ҡайтҡан түрә-ҡара бисәләреләй ҡарайҙылар. Киске күлдәк мәсьәләһендә моданың аҡ төҫлөһөн яратыусыларҙың арҡаһына (тансыла кавалерҙар тотҡан урынға) үҙенән-үҙе ҡап-ҡара ҡул эҙҙәре һүрәтләнде. Бик зирәк егеттәр генә, дамаларын ҡулдарының һырты менән генә йөрөтөп, был тәбиғи биҙәктән мәхрүм иттеләр.

Иң ҡыҙышҡан бер мәлдә репродуктор, Күк ярығына башын тығып Хоҙай Бабай үҙе һөрәнләгәндәй, ҡөҙрәтле тауыш менән:

-- Хәҙер дамский вальс! – тип кинәт иғланланы. Егеттәр, күҙҙәрен бик инсафлы йомғолап, һәр ҡайһыһы иң һылыу ҡыҙҙарҙың һайлауы үҙ өлөшөнә төшәрен өмөтләнеп, тауыш-тынһыҙ ғына стена буйҙарына торҙолар. Радиола маршҡа оҡшаған шатлыҡлы бер нәмә уйнап ебәрҙе лә көллө аяҡтар бер юлы үҙҙәренән-үҙҙәре тыбырсынып, бейергә әҙерләнделәр. Яҙғы иртә һымаҡ йәш һәм саф ике ҡыҙ, аҡ беләктәрен алға һоноп, партнер саҡырыу өсөн түңәрәккә уҡталды.

Тап ошо яуаплы минутта ишек яғында торған кешеләр араһында ҡыҙыу айпалыш ҡупты. Ҡыҙҙар бүре ҡурҡытҡан һарыҡ көтөүеләй дөбөрҙәшеп ҡаршы яҡ мөйөшкә һырыштылар. Әллә ҡайҙан килеп йәштәр араһына ҡыҫылышҡан оҙон мыйыҡлы бер дәү ағай, рогатканан атылған таш киҫәгеләй елтерәп, ҡаҡ иҙән уртаһына тәкмәсте. Ҡулдары ҡысыған йораттар, дәррәү йоҙроҡ йомарлап, ғауға үҙәгенә ташланды, ләкин шунда уҡ ялҡынға көйгәндәй баш баҫып ситкә ҡастылар. Комсомол патруле Ғәйнитдинов сәхнәгә үк йүгереп менеп боҫто.

-- Дөмпөштөр! Дөмпөш Имай үҙелер! – Ҡурҡыныслы юрау дер-ҡалтыратты. Ләкин һөрән яңылыш булып сыҡты: болғанышҡан халыҡ төркөмөн метеор кеүек ярып, бил тиңентен шыр-яланғас, ә осаһын ҡыҫҡа трусик кенә япҡан, ҡуш усына пожарниктар балтаһының ҡыҙыл буяулы оҙон һабын ҡаты йомарлап тотҡан һәм ажғырып башы осона күтәргән елһеү-шешек йөҙлө бәндә атылып сыҡты. Аҡайған күҙҙәрен тәрән маңлай ҡыуышлығында уңлы-һуллы ҡыуалап, ҡоттары осҡан әҙәми заттар араһынан бәхетһеҙ кемделер эҙләне. Шул саҡ репродуктор тынды ла директор кабинеты яғынан Шымарғановтың телефонға ялбарыуы яңғыраны:

-- Разбооой! Милиция, милиция, милиция!..

-- Ууух! Ҡайҙа ҡасырҙығыҙ Миколканы? Табып бирегеҙ, хәҙер үк йәнен йәһәндәмгә ебәрәм! – тип, быумаһы тотҡандай шылағайҙарын ағыҙып үкерҙе шомлойән һәм, вәғәҙәһен дөрөҫләү өсөн булһа кәрәк, яман рухланып, балтаһы менән уңлы-һуллы һелтәнде. Ситкә һирпелеп стена буйҙарына һырышҡан бахыр йәндәр, хатта табандарынаса ҡалтыранып, шашынған был ҡыҙыл һаплы ҡоралдың һауа киҫеп сыжлаған тантанаһын йөрәктән кисерҙе. Һәр кемгә уның яҫы-үткер һағағы тәғәйен уға тоҫҡалғандай күренде.

-- Бирегеҙ миңә Миколканы! – Екеренеүендә дауам итте балтасы һәм, бер мәлгә генә туҡтап, кабинет яғынан “милиция!” тип һөрәнләүҙе тыңлап торғас, шыйыҡ мейеһендә фекер остоғо ҡабынып китте буғай: лап-лоп атлап, һөрән сығанағы яғына ыңғайланы. Ишек тотҡаһын йолҡоп, асылмағас, гөрһөлдәтеп балтаһы менән сапҡыларға кереште. Әммә Шымарғанов та шыма икән – кабинет ишеген судно төбөнә йәбештермәле ҡалын ҡорос таҡта менән көпләткән... Ә шулай ҙа директорға ҡурҡыныс ине, буғай: яуап бирмәгән телефон төрөпкәһен быраҡтырып, күҙ менән ҡаш араһында хәйләкәр йомрандай артҡы ишектән сыҡты ла ҡасты...

Балтасы ла шунан башҡа дыуамаллана алманы: ялға ҡайтҡан бер хәрби моряк ипләп кенә артынан килеп балтаһын алды.

-- Был бит пожарник Митька. Әллә Миколкаң менән шешәне бүлешә алманығыҙмы? Бар, пожаркаңа ҡайтып ят! – тине ул. Тегеһе, ҡабат ярһып, моряктың түшенән алырға иткәйне лә, бик тыныс ҡына ҡаҡты ла осорҙо дыуамалды. Ваҡиға, бәлки, шуның менән осланыр ҙа ине, әгәр ҙә ки Ғәйнитдиновты эйәрткән комсорг Бикләмешев үҙе килеп ҡыҫылмаһа. Хөкөм итеүсән тон менән морякка ул:

-- Эй, тельняшка! Ниңә ҡулдарыңа ирек бирәһең? Беҙҙең цехпрофорг бит ул, коммунистик хеҙмәт алдынғыһы! – тине лә күҙ алдында хырылдап йоҡоға тала башлаған иҫеректе ятҡан иҙәненән тартып торғоҙҙо. Цехпрофорг, тотанаҡ һиҙеп, ҡабат туланы:

-- Ҡайҙа Миколка? Мин уның башын өҙә сабасаҡмын!

-- Тыныслан, дуҫҡайым, тыныслан. Ниңә ҡаныҡтың шул Миколкаға, нимә эшләне ул һиңә?

-- Былтыр ул мине “антифашист” тип обозвал!

-- Бәй, “антифашист” яҡшы бит ул. “Фашист” түгел бит!

-- Барыбер! Мейеһен сәсрәтәсәкмен!

Бәхетһеҙ йорат, күрәһең, пожаркаһында йоҡо һимертеп ятҡан еренән йыл элгәре күтәргән ауыр рәнйетелеүен ҡапыл иҫенә төшөрөп, ырғып торған да, ғәрип аҡылы бойороғона буйһоноп, ярымяланғас көйөнсә дошманынан үс алырға ташланған...

-- Цехпрофорг Хоҙай түгел бит беҙгә. Әйҙә, тышаулап һалайыҡ үҙен! – тип тәҡдим керетте моряк һәм бил ҡайышын ысҡындырҙы. Ләкин патруль Ғәйнитдинов ғауғасыны үҙенең киң яурыны артына ышыҡланы, ә Бикләмешев тельняшкалыны ҡаты киҫәтте:

-- Стоп! Хәҙер шәхес культе заманы түгел, моряк иптәш. Ҡулыңды ҡыҫҡараҡ тот! – Һәм, иҫерек яғына боролоп, асыулы йөҙөнә сыуаҡ Ҡояш йылыһы сығарып өндәште:

-- Митька, дуҫҡайым, ҡәҙерле әшнәләрең хаҡына артыҡ тулама инде!

Митька иһә, киреһенсә, урыҫтар әйтмешләй, “как сапожник” ялҡынланып һүгенергә тотондо ла шул арала ҡәҙерле комсорг коллегаһының нәфис кенә томшоғона йоҙроғон ҡундырып өлгөрҙө. Бикләмешевтең ауыҙ-морононан борлап ҡан китте; төкөргәйне, ҡыҙыл төкөрөк менән ҡуша иҙәнгә, шылтлап, теш һынығы төштө.

-- Бәйләргә, бәйләргә, бәйләргә! – Шыңшый-шыңшый ҡуш усы менән ауыҙын ҡаплап тотоп, кепкаһы иҙәндә аунап ҡалған бәхетһеҙ башын ботлоҡ гер тағылғандай аҫҡа эйеп сығыу яғына йүгерҙе ул. Артынан, өйөрөлөп, йәмғиәт тәртибен һаҡлау рыцаре Ғәйнитдинов етәкселегендәге комсомол патруле төркөмө эйәрҙе. Яҡлаусыһынан яҙған Митька ҡабат моряк ҡарамағына ҡалды. Дыуамалды, йәнһеҙ бүрәнәләй күтәреп, үҙенең пожарный посындағы һыу мискәһе янына айныҡтырырға алып киттеләр.

Тертләгән йөрәктәр саҡ ҡына тынысланып, күкрәк ситлектәренә ныҡ тибенмәй генә һуға башлағас, бысраҡ иҙән күләмендә дәртле йәштәрҙең табандары йәнә шыуышты музыка ыңғайына, аҡрынлап ҡына донъяға йәм өҫтәлде. Ярты сәғәт үтеүгә, янъял туҙғытҡан һаҡ йәндәр ҙә мәҙәниәт усағына ҡабат эркелештеләр. Репродуктор яңынан-яңы тангоны, вальсте, фокстротты иғланлап ҡына торҙо.



Достарыңызбен бөлісу:
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет