Зигат Султанов
Йыһат Солтанов
СОЧИНЕНИЯ
В ЧЕТЫРНАДЦАТИ ТОМАХ
ӘҪӘРҘӘР
УН ДҮРТ ТОМДА
ТОМ
V
НА ПАМЯТЬ ДЛЯ ПАМЯТЛИВЫХ
ЯТЛАҒАНДАРҒА ЯДКӘР
Роман
Султанов Зигат Адигамович, фото 80-ых годов
Зигат Султанов. На память для памятливых (Ятлағандарға ядкәр), роман на башкирском языке, 421 страниц.
Этот эпос о башкирской жизни 20-го столетия в черновом варианте автором был написан в 1963 году. После многолетних препятствий со стороны режима искромсанный и «нейтрализованный» цензурой роман в 1992 году был выпущен Башкирским книжным издательством в г. Уфе под названием «Ядкарь». Настоящий текст является последним, восстановленным автором в 2010 году.
ЯТЛАҒАНДАРҒА ЯДКӘР
Посвящается III всемирному Курултаю башкир
Башҡорт үҙе хаҡында үҙе һөйләмәһә, уны кем һөйләр ине...
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. «Ядкәр1».
БЕРЕНСЕ СӘХИФӘ
Танылған әҙип Мотал Булаттимер улы Шаһибәрәков, эш өҫтәлендә күҙенә ҡарап тилмергән аҡ ҡағыҙға бер юл да өҫтәй алмай, төн оҙоно интекте. Ғажиз булып эҙләгәне ниңә оҙаҡ табылмай? Башы сатнар, аҡылын юйыр хәлгә еткән, әммә шул бер нәмә һаман юҡ та юҡ... Каруан-каруан уйҙары менән ишекле-түрле лап-лоп атлап ҡаңғырып йөрөй торғас, үҙе лә абайламай, атай бахырҙың теге ҡәһәрле утыҙ етенсе йыл шаһиты булып тороп ҡалған, ҡыҙыл кирбестәй ҡытыршыланып ҡырылып бөткән күн көплө диванына баш терәп кенә алғайны. Ни арала таң да һыҙылып киткән! Баяғы уй каруандары мейеһендә өр-яңынан ҡубарылып, ике ҡолағы шаулап, ситкә салҡайҙы Мотал һәм шунда уҡ күн аҫтынан төрткән ағас ҡырына соңҡаһы зыңҡ итеп ҡалды, әйтерһең, һүрелә яҙған атай шәүләһе ҡапыл ғына мыҡты һынында терелеп, әүәлгесә ҡырыҫ холоҡло инженер-химик Булаттимер Ташбулат улы Шаһибәрәков ҡиәфәтендә әсеүташтар шыраулатҡан ҡаты ҡулын сәпәне... Ах, эйе... Нимәһен эҙләп зарыҡты һуң әле ул, мейеһе ярылырҙай?..
Тәҙрәнән сирткән нур сиңерткәһе әҙиптең күҙенә сәсрәне лә көллө тәненә гөлт итеп ут ҡабынды: «Таптым! Таптым! Таптым!!!» Бына бит ул ун йыл һәм дә һуңғы бер төн буйына ыҙаланып юҡһынған мөғжизәһе — яҙыласаҡ иң һуңғы, төп роман концепцияһы! Һәм уның үҙәк күсәре, умыртҡаһы — заман проблемаһы! Шуны төҫмөрләй алмайынса ул күпме ыҙаланды. Йылдар буйына йүнле нәмә яҙа алмай, ситлектәге бөркөттәй бәрелеп-һуғылыуын төрлө әҙәм төрлөсә юраны. «Бөттө был, капут!» — тине дошмандар. «Ул, тауышһыҙ-тынһыҙ ғына, тетрәткес әйбер яҙа», — тип хупланы дуҫтары. «Ижад кешеһендә була торған хәл -- ижад кризисы кисерә», — тине асы хәҡиҡәтте ярып һалырға яратыусылар. Мәгәр береһе лә хаҡ түгел ине. Был оҙайлы, михнәтле арауыҡ күҙ асҡыһыҙ томан эсенән япа-яңғыҙ һәм юҫыҡһыҙ һәрмәнеп юлда барыу — концепция ҡороуға һәм проблеманы билдәләүгә табан яҡынлау ине. Һәм ул бына көтмәгәндә, күҙ асып-йомғансы, тигәндәй, асыҡланды. Ах, ижадтың сихриәтле мәле! Баҡһаң, уның ошо йәшенәсә барлыҡ күргән-белгәндәре, кисергәндәре, ишеткәндәре — уның йәнендәге кескәй донъяһы — бөтәбеҙҙе сорнап алған оло ғәләми донъяның кесерәйтелгән теүәл моделе булып, ул яҙырға ең һыҙғанған ана шул иң һуңғы һәм төп романдың да шөңгөр сәхифә-биттәрен хасил итә икән. Йәғни Мотал аңын һәм йөрәген ярып үткән ниндәй генә хәл-ваҡиға булмаһын, — романдың ул тетрәткес сәхифәһе. Ас та уҡы, ас та уҡы... Ә ул сәхифәләрҙе хәрәкәтле бер тәртипкә килтереп, бер китапҡа төпләп тотоп торорлоҡ иң мөһим көс — баяғы берҙән-бер мөғжизә — заман проблемаһы! Табылды алтын үҙәк! Тимәк, Моталға, алдына тауҙай аҡ ҡағыҙ өйөп һалып, һуңғы ҡаһарманлыҡҡа керешкәнсе, һуңғы әҙерлек эштәрен теүәлләргә — баяғы үҙ ғүмеренең хәтер китабы сәхифәләрен «укып» сығырға кәрәк. Юҡ, хәтер генә лә түгел! Бөгөнгө, хатта ошо минуттағы күҙ алдында ағылған йәнле тормош, әле күргән һәм кисергән тере хәл-ваҡиғалар — шул уҡ китап биттәре, ул яҙасаҡ мөҡәддәс әҫәрҙең йәнле сәхифәләре! Ошонан башлап һәр нәмәгә ул ана шул күҙҙән генә бағасаҡ!
Иртә ине әле. Күҙҙе ҡабат асырғамы, асмаҫҡамы тип йыбанып ятҡанда, ҡолаҡ ярып телефон зыңғырланы, йөрәккә үтте тауышы. Һай, хәйерһеҙең! Хәләл ефете ни арала алмаштыртып ҡуйҙыртҡан был «заграничный аппарат», элекке ябай ауазлыһынан айырмалы рәүештә, әллә ниндәй һалҡын алтын зыңы менән тертләтә лә өшөтә... Алғы яҡта йоҡо бүлмәһенең ишеге шыҡылдап асылды, имән паркетта ҡоралайҙай йылғыр аяҡ тауыштары тыпырланы.
— Әү, алтынҡайым, хәҙер, хәҙер барып етәм — сабыр ит инде, балаҡайым...
Ҡот осорғос!.. Ҡатыны шуны, алтын ялатылған ялтыр телефонды, балаға әйләндергән... Мотал баланы эткә, бесәйгә, хатта үҙенең иренә алмаштырған тыу бисәләрҙе белә, әммә-ләкин... йәнһеҙ һалҡын аппаратҡа... Ҡот осҡос!..
— Кемеңдер бер күрергә зарығып таптытра — трубканы алсы, алтыным!
Алтыным... Кемөшөм... Бына инде сәстәре ағара башлағансы ҡуйынында иркәләнеп йәшәгән, әммә һаман ҡайһы бер сәйерлектәренә күнегеп бөтә алмаған хәләл ефетенең сөсөлөклө өндәшеүе күңелен болғандырҙы. Әммә, үҙе лә һиҙмәй, шундай уҡ сөсөләнде:
-- Әү, хәҙер үк алам, көмөшөм! — Курәләтә ахмаҡлығы өсөн әллә йәне көйөп, әллә алтын трубканың һалҡынлығы сикәһен сирҡандырып, тамағын ҡоро ҡырҙы ла уҙаман, алыҫтағы борсоусыһына ҡырыҫ ҡына өндәште:
— Эйе.
-- Хәйерле иртә, Мотал Булаттимерович! — Партия өлкә комитеты идеология секретарының ҡабул итеү бүлмәһендәге йылтылдаҡ хужабикә Һылыуҡайҙың мырылдаҡ бесәйҙекеләй яғымлы, ныҡыш ауазы ине. «Ҡасан йоҡлай икән былар!» — тип, ғәҙәтенсә, ҡәнәғәтһеҙ уйланып та алды яҙыусы. Шул арала кухнялағы ҡашығаяҡ шалтырауының кинәт кенә тыныуын иғтибарлап, шундағы йәнәш сымлы трубкаға «көмөш»өнөң сос ҡолағы ҡабат барып тоташыуын абайланы, уғата кәйефе ҡырылды. Темеҫкенмәйенсә түҙмәй был шайтан тоҡомо: тимерҙән дә көндәш таба! Хәйер, көндәш кенәме икән һуң? Бында барыһынан элек, моғайын, ҡатынының йәшерен күңел тоғонан осло беҙ төртә... Бигерәк тә үткән йәй, Мөхлисәһе үҙе генә Карловы Варыға барып ял итеп ҡайтҡас, нығыраҡ һиҙелде бып, араларына күҙгә күренмәҫ «фронт» һыҙығы үтте. Хәрбиҙәрсә дауам итһәк, бер-береһенең күңел донъяһын улар әле разведка, әле контрразведка менән тентене. Оло йорттағы Һылыуҡайҙың һомғол һынын күҙ алдына шәүләләтә башлаған ир ҡолаҡ төбөндә сым арҡылы ҡатынының һағайыулы һулышын тойоуҙан айнып, хистәрен йомарланы:
-- Һаумыһығыҙ, ни булды, йоҡоһоҙ Һылыуҡай-һылыу?
-- Һеҙҙе Димустан Шиһапович зерә зарығып көтә. —Хәйерһеҙ ханым мәғәнәле баҫымлыклап әйткән һәр бер һүҙе артынса уҡ хатта аҫтыртын хихылдағандай ҙа итте. — Хәҙер үк килеп етеүегеҙҙе һорай, әйе...
Мотал көрһөндө: нимә көтә унан был Ҡыҙыл башҡорт (оло етәксе дуҫының яҡындары ғына телгә ала торған йәшлек ҡушаматы килде уйына), уның йөҙөндә Оло йорт – партия өлкә комитеты?
-- Ғәфү итегеҙ, ни мәсьәлә буйынса?
-- Уныһын, — өҙөк кенә хихылдапы, — Мотал Булаттимерович, секретарҙың үҙе менән һөйләшкәс белерһегеҙ.
Тимәк, хәйерлегә түгел иртә-таңдан ҡуҙғатыуҙары. «Ағиҙел» электр ҡырғысының талғын шауына күмелеп, күрәһеләрен тоҫмалланы Мотал Шаһибәрәков. Уның һайын, аяғы тартмауын тойоп, бармаҫҡа ығышланды, ниндәйҙер туҡтатҡыс сәбәп сығырын көттө. Хәрәкәттәре һүлпән — ул хатта телефон икенсе ҡат шылтырағансы ултырып торорға ла баҙнат итер ине. «Ятып-ятып, шаршамбы көн вафат булган, тигәндәй...» — Әсәһенең мәҡәле иҫкә төштө... Дөрөҫ, бынан ике-өс ай ғына элек тупһаһын төшөрмәҫ ине ул да дәү вазифалы дуҫы кабинетының — саҡыртылып та, саҡыртылмай ҙа дөбөрләп барып керер, оҙон-оҙайлап ултырыр ине. Ләкин ҡапыл араларына боҙ тауы өйөлдөмө ни — иҫке дуҫтарҙың йөҙҙәренә һалҡын күләгә ятты, йылы-йәтеш мөнәсәбәттәр рәсмилеккә әйләнде. Бына һиңә әшнәләр: күҙҙәрен йәшерәләр, бер-береһен осратмаҫҡа тырышалар. Ә бит уйлап ҡараһаң, әлеге лә баяғы, икеһенең араһына бер ниндәй ҙә һалҡын боҙ тауы түгел, ә кескенә шайтан ҡотҡоһо инде... Үҙ алдына үҙе оялып, башын сайҡап уфтанды ир-уҙаман. Әйтмәһәң -- харап, әйтергә тел бармай — ни эшләтергә инде был Мөхлисәне? Ниңә һаман күпереп сәскә атҡан, йәшәргән булып ҡылана — ғәйбәттәргә юл ҡуя? Үҙен һаман күҙ сағылтҡыс һарыбаш -- бәпембә сәскәһе итеп иҫәпләйме икән, студент саҡтағылай? (Ҡыҙ ҡоронда уның Бәпембә ҡушаматы бар ине). Хурлыҡ: бейә заты кешнәмәһә, айғыр аҫауы бармай, тип киҫәтте бит бер көндө, һүҙ аралаш ҡына булһа ла, Моталдың хәйләкәр Яубаҫаров бажаһы... Эйе, Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы ҡайҙан төтөн сыҡҡанын, кемдең бүрке янғанын яҡшы белә: Ҡыҙыл башҡорт тип теле әйләнмәһә лә, тел төбө менән телә... Тегеһе лә хәстрүш: елбәҙәк сағында шағир булам тип осоноп йөрөп яҙған ҡасандырғы «Бәпембәгә» тигән шиғырын ҡабат иҫенә төшөргән... Дөрөҫөрәге, иҫке гәзит төпләмәһенән бер һараяҡ композитор остоғо соҡоп сығарып, йәшелле-күкле көйгә һалғас, түрәбеҙҙең күңеле майҙай иреп, сейле-бешеле булһа ла, матбуғаттан тыйҙыртмаған бит ана шуны — инде килеп булыр-булмаҫ һәүәҫкәрҙәрҙең йәшелле-күкле тауыш менән зарығып йырлаған «Бәпембә»һен эфирҙан да йыш ишетергә тура килә, бына бит ул түрә зауҡы ҡайһылай. Ошоларҙы уйлағас, бәләкәйҙән ҡолағына һеңеп ҡалған атай мәҡәле тулы мәғәнәһендә йөрәккә үтеп инде: «Батыр үлеме — ҡатындан»... Мотал яҡшы хәтерләй: атай дуҫы Талир Ғөләм улы Баҡишев олатай, танылған телсе ғалим, шул мәҡәлде заманында, бер табындан сәй һемерә-һемерә, тарихи яҡтан асыҡлап та биргәйне: имеш, йыһангир Зөлҡәрнәйен, йәғни илбаҫар Александр Македонский, Үҫәргән-Бөрйән бәктәренең боронғо бер иле Бәктораны (Бактрияны) баҫып алғас, Өсбит2-Әмин (Спитамен) тигән шанлы батырыбыҙ етәкселегендә халыҡ оло яуға ҡубынып, ике йыл буйы ҡаһармандарса һуғышҡан, илбаҫарҙарҙы ҡыуып сығарыу көнө лә яҡынлашҡан. Ләкин... ана шул хәл иткес мәлдә уңышынан иҫергән Өсбит-Әмин үҙенең ғәҙәти сослоғон юйған — һылыу ҡатынының тубығына башын һалып иҙерәгән. Ҡатынға шул ғына кәрәк: еңелмәҫ батырҙың башын һуйып өҙгән дә Зөлҡәрнәйенгә улъя итеп тапшырған — Зөлҡәрнәйен эшләй алмағанды батырҙың ҡатыны эшләгән. Әммә иренә хыянат иткәнде ғорур Александр ҙа ярлыҡамаған — күңеле ытырғанып, башкиҫәр-бикәне, йыртҡыстарға улъя итеп, ҡола далаға олаҡтыртҡан. Ә хәҙер?.. Беләме икән шуны беҙҙең Ҡыҙыл башҡорт-дуҫ кеше?.. Белмәһә, нисек белгертергә быны?— Ирҙең йәшерен уйҙары ошо йүнәлештә йүгерҙе.
-- Алтыным, ҡайҙа ҡабаланаһың?
-- Ә?! — Мотал тертләне.
-- Һөйләшәһе һүҙ бар ине. — Кухня ишегенән Мөхлисәнең ысынлап та сағыу һап-һары бәпембә сәскәһеләй күперек башы һонолдо.
-- Ниндәй һүҙ, тап ошо минуттамы? – тине ашыҡ-бошоҡ кейенгән ир.
-- Эйе.
-- Ҡайтҡас, ҡайтҡас.
-- Ҡайтҡас һуң була.
-- Бынағайыш тамаша. Егерме йыл буйы һөйләшеп бөтмәнекме ни әле, көмөшөм? — Яр аҫтынан яу тигәндәй, уҙаман теҙгенде ҡыҫҡартырға йыйынды.
-- Юҡҡа ауыҙ йыраһың. — Хәләл ефетенең ҡарашы баяғы үле алтын шәүләләй һап-һалҡын, тауышы туңғаҡ ине. — Басир ҡустың Мәскәүҙән ҡунаҡҡа ҡайта, беләһең. Дилбәр балдыҙыңдың да һуңғы уҡыу йылы — диплом эштәренән алйып йөрөгән сағы. Ә инде бер туған һеңлең Гөлзифаның эт илағыс ғаилә хәлдәре үҙеңә мәғлүм булмаһа...
-- Йә, шунан? — Һуңғыһынан ирҙең кинәт үҙәк буйы ярылырҙай ҡорғаҡһып, төкөрөгөн саҡ йотто.
-- Шунан тип ни, үтәргә кәрәк ағалыҡ бурысыңды. «Бөйөк әҙип» бит һин, – ирендәре ярым мыҫҡыллы йәмшәйҙе, -- иртәгә ҡунаҡ мәжлесендә бөтәһенә илһам бир, йөрәктәрен елкендер.
-- Көмөшөм, — Мотал ҡаштарын һындырзы, — сисеп бөтөр тел төбөңдө.
— Тел төбөм — тел осомда! Йәш быуынға ағай аҡылы кәрәк. Дәрәжәң артһын -- әйткән берең алтындай булһын өсөн, Ҡыҙыл башҡортто ла саҡыр мәжлескә, юғиһә күргәне лә юҡтыр «Ярлауыҡ»ты. Мыжғып торған йәштәр рестораны бит — шул уҡ идеология эштәре төйәге, уға китһә. Бына шунда күркәм табын түңәрәгендә башҡа мәсьәләләр ҙә хәл ителер, сиселер.
Уҙамандың йөрәге төптән һыҡтаны: «иң һуңғы төп роман»ыңа йәнә лә бер «сәхифә»...
— Тағы табын, тағы ҡунаҡ. Көмөшөм, һанап ҡарағаның бармы, йылына нисәмә-нисә тапҡыр ҡунаҡ йыйғаныңды?
Мөхлисәнең оҙон һары керпектәре елпеүестәй һелтәнеп, боландыҡы һымаҡ ҙур зәңгәр күҙҙәре шарҙай төбәлде, ирендәре турһайҙы.
-- Ҡыҫмыр... Ҡурҡма, һинән аҡса таптыртмам!
-- Аҡсаламы ни эш.
-- Нимәлә һуң, нимәлә?
-- Минең яҙыусы икәнемде лә онотоп бараһыңмы әллә, «бөйөк әҙип» тиһәң дә? Ваҡыт юҡ бит, ваҡыт...
-- Ваҡытыңа әллә ҡатыҡ ойоторға ҡуйҙыңмы?
-- Беләһең, романым...
-- Тағы ла шул романың. — Һылыу ҡатын күҙ йәштәренә төйөлдө. — Ҡасан һин әҙәм рәтле йәшәй башлайһың??
-- Ярай-ярай, саҡыр, гөрләт! Ләкин һәр бер ҡунаҡ табыныңда минең һерәйеп ултырыу мотлаҡмы ни?
-- Бәй-бәй, мин әллә тол ҡатынмы?! Престиж тигән нәмә лә бар бит әле.
-- Престиж... Һе! — Тамағына төйөр килеп тығылды. — Ана анау затлы ҡытай вазаң ни ҙә мин ни һинең өсөн: икебеҙ ҙә престиж өсөн генә һерәйеп ултырабыҙ бөтмәҫ-төкәнмәҫ табындарыңда.
Ҡатыны туптай тығыҙ түш йомроларын тиртелдертеп кирелде, айбалталай һелкенгән дәү аҡ алтын алҡалары күҙҙе ҡырҡып ялҡылданы.
-- Күңелеңде киң тот: был юлы ҡытай вазаһы булмаясаҡ, әнә ултыра ул!. Әйттем бит, үҙемдең «Ярлауыҡ»та ҡорам табынды. Ни ғүмер үҙем етәкләгән ресторанды ағай-энегә әҙәм рәтле бер күрһәтеп алырға ла тейешмендер, шәт, шулай түгелме?
-- Шулайғас һуң? — Ирҙең тауышы йәнләнде. — Ҡытай вазаһы бында ҡалған һымаҡ уҡ, мин дә өйҙә яҙышып ултырырмын. Романым...
-- Уф! Тыумаҫтай ҙа бәпәй булды шул ҡәҙерле «Ғәлийәнәптәре»ң, кемдер әйтмешләй, етлекмәй тыуып ҡуймаһа ярар ине!..
Яңы әҫәр хаҡындағы ҡатын кинәйәләүе, осло ҡылсыҡ йотҡандай, һыҙыра ярып төштө. Бынағайыш тамаша: «Эшсе синыф ғәли йәнәптәре» тип ауыҙ тултырып әйтергә лә иренә. Кем — үҙеңдең ҡатының! «Уның ҡарауы һин үҙең шәп: тупырлатып табаһың бит бәпәйҙе, тыу бейә!» — тип ҡарыу ҡайтарғыһы килде ауыҙынан ни осҡанын белмәгән ҡатынына.
-- Ашыҡма, килсе әле, алтынҡайым, тамағыңды йылытып ал! —Мөхлисәнең тауышы ҡабат йомшарып, шыма ебәктәй үҙәк буйынан сыҡты, Моталды албырғатты.
-- Оло йорт оҙаҡ көттөрткәнде яратмай, -- тине бераҙ йомшарып. —Беләһең бит: уттай ерән-тырпай башын тырнап туҙына башлар ҡәҙерле дуҫыбыҙ.
-- Ут ҡапмағандыр әле, сөскөр танауҙарына.
Ҡатынының тел төбөндә телефондың икенсе тапҡыр шылтырауынаса инсаф һаҡлап һуҙмаңдарға әхләҡи тотанаҡ тойоп, Мотал еңел һуланы. Шул уҡ ваҡытта зиһенен биләгән яңы ижади табышын — төп романына күсәрлеккә торош итер үҙе асҡан замана проблемаһын Обком секретары менән күҙмә-күҙ уртаҡлашыу теләге лә ифрат ҙур ине. Ни булһа ла була бирһен — ошолай йәнгә тейгән көнкүреш ығы-зығылары ла барыбер минең роман файҙаһына, тормош үҙе тыуҙыра материалды, тип илке-һилкеләнеп кухняға инде. Ни арала хәстәрләп тә өлгөрткән! Сәйгүн сәйенең көллө өйҙө хушеҫкә күмеп аңҡыған тылсым-быуы эсмәҫ элек үк башты еңелсә зыңҡытып, йотҡан бере быуындарҙы мәлйетте. Бындайҙы башҡа бер ерҙә лә тапмаҫһың: грузин сәйе, краснодар сәйе, әзербайжан сәйе, вьетнам сәйе, ҡытай сәйе, хатта һинд сәйҙәре бар, әммә Мөхлисәһенең сәйгүн сәйе генә юҡ ине. Мөхлисә уны, эсенә өрөк һалып, бер уймаҡ бальзам тамыҙып, алтын буталлы сынаяҡтарға ҡуян ҡанындай ҡара яндырып яһай, ҡуйы ҡаймаҡ һыйы өҫтәп йомшарта. Йүкә баллы әскелтем лимон киҫәктәрен ҡабып ҡына, иҙрәп китеп һемерәһең. Мөхлисә-ханымдың фирменныйы, тиҙәр быны. Бынан бер-нисә ай элек, әйткәндәй, баяғы боронго дуҫтары (Ҡыҙыл башҡорт) Димустан Бикләмешев тә бит уларға, ана шул атаҡлы сәйҙән ауыҙ итеп сығырға тигән булып, йыш ҡына һуғылыр ине...
-- Тегеңде әйтәм, ҡапылдан ғына ниңә бөгөн иҫенә төшөрҙө икән? Хәстрүш! — Мөхлисә, йоҡа ебәк халатына һыйышмайынса уйнаҡлаған йоморо яурын баштарын нәзәкәтле-ғорур һикертеп, өҫтәл ҡырында әйләнгеләне, плитала тел-тел ләүкегән талғын зәңгәр утты йәшкелт болан күҙҙәре менән тыныс күҙәтеп, оҙон һаплы ағас ҡалаҡ менән кәстрүлдәге ризыҡты туғырға тотондо. Шул ыңғайҙа дәрәжәле иҫке дуҫты өйҙәгесә ябай итеп атауы сәй һемереп иҙрәгән өй хужаһына йөрәк һыҙлатҡыс алыҫта ҡалғандарҙы — студент саҡтарын хәтерләтте, Ҡыҙыл башҡорт ләҡәбе лә бит уға, Димустанға, ана шунда тағылғайны. — Ниңә ауыҙ йыраһың? — Туғыуын онотоп текләп торған ҡатынының тауышында ниндәйҙер рәнйеүле өн тойомлап етдиләнде.
-- Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин үҙем дә нәҡ шул хаҡта баш ватам бит, көмөшөм. — Йылға аҫтындағы һалҡын ағындай, ҡапылдан ғына тойҙортмай, әммә тейешле урынға тейерҙәй ҡаты баҫымлап әйтте. Ҡатынының тертләүен дә күрмәмешкә һалышты.
-- Нимә? Нимә хаҡында? — Әхүәлен белдертмәҫкә, Мөхлисә лә арты менән әйләнде, кәстрүлде йән көскә туҡылдатырға тотондо.
-- Ипләберәк, төбөн төшөрәһең бит. — Мотал тауышын йомшартты. — «Муж да жана – два сатана», тигәндәй, икебеҙ бер төрлө уйлайбыҙ икән, уға ҡалһа... Таң тишегенән саҡыртылырға әллә ни сәбәп тә юҡ, тип әйткем килә минең дә.
Мөхлисә тынысланды.
-- Моғайын, ҡыртлаған3 тауығы елкәһенең соҡорон суҡығандыр — тағы төптө бинахаҡҡа ҡолаҡ итен ашағандыр. Йомортҡа баҫыуҙан айнымағаң һантыйҙан ни көтәһең.
-- Нимә?! — Обком секретарының бала өҫтөнә бала табыусы ҡатынының быйыл да буйында барлығына тура ишара ине был — тупаҫлығы менән рәнйетте йәнде. — Ниндәй ҡыртлаған тауыҡ?!
-- Сабыйланып ҡыланмасы, алтыным. Себеш артынан себеш сығарып ҡорошҡан инкубаторын — ташҡа үлсәйем Сәлимәбикәһен әйтәм дә!
-- Вәт әй! — Мотал баш сайҡаны. — Шул «ҡорошҡан инкубатор» үҙеңдең ҡан ҡәрҙәшең — ике туған һеңлең икәнен оноттоңмо әллә?
-- Булһа һуң! — Ирендәре сөрөштө. — Ундай туғандың булғанынан булмағаны мең артыҡ!
Мотал, сәйер һүҙҙәр шаукымына юлығып, сәйер хистәр кисерҙе. Һиндостандан алдыртылған (дефицит!) йылтыр алтын башмаҡлы аяҡтарының осонан алып түбәһенәсә һалҡын матурлыҡ балҡытыусы Мөхлисәһе әкиәттәге сихырланған ҡарһылыу булып күренде лә күҙ алдынан балдыҙы — Димустан бажаһының Сәлимәбикәһе үтте, унан, әйтерһең, донъяға тере йылылыҡ көлтәһе бөркөлдө. Эйе, профсоюздарҙың шул ҡатын эшләгән тәпәш кенә бүлмәһенә барып ингәне һайын, ни сихриәт менәндер, донъялары иркенәйеп, күңеле йылынып китер ине әҙиптең. Ни тиһәң дә, Димустанға хазина булып сыҡты Сәлимәкәйе.
-- Ғәфү ит, — Мотал кәрәк һүҙен таба алманы. — Йәғни мин... Сәлимә балдыҙ алдында баш эйер инем, эйе...
-- Фи, хәстрүш, тиҙ эйелә икән башың! Ни өсөн? Ошо хәләл ефетеңде ил алдында мәсхәрәләп рисуай ҡыла яҙғаны өсөнме? — Мехлисәнең ҡыу бүтәгәләй4 һары керпектәре сыланып, тауышында йәшертен янау салынды.
-- Донъяла әсә булыуҙан да бөйөгөрәк нимә бар?
-- Ҡашҡа тәкә! Шул Һаҙый Таҡташыңды ҡабатламаһаң, хәлеңдән килмәйҙер инде. Бөйөк, имеш! Ҡатыныңды кем менән ҡушып һөйләгәнен ишетмәнеңме әллә?
-- Утһыҙ төтөн сыҡмай бит...
-- Мәхлуҡ! Нахаҡ яланан башыңды юймам тимә, ярай ауыҙы томаланды. Оло вазифа эйәһе Димустан алдында оят!
-- Етте, талҡаныңды көйҙөрмә!
-- Көйҙөрөү генә түгел, янып үлерһең ғәрлегенән! Шул ҡойолдороҡ арҡаһында йән дуҫыңды биҙҙерҙең, Обком күҙенән төштөң!
-- Быныһын... ныҡлап уйлап ҡарарға кәрәк әле.
-- Нимәне?
-- Кем арҡаһында икәнен, тим.
-- Нимә? Әллә һин, алтыным, мәхлуҡ йәнле йорт этеләй ҡолаҡтарыңды һәлберәтеп, ысынлап та шул кәнтәйҙең ҡумыҙына бейейһеңме? Егерме йыл көн иткән хәләл ефетеңде — ыстырам! — Зәңгәр муйын тамыры көсөргәнешле тартышып, илағанға оҡшатып хихылданы, — әллә юҡһа уйыңдан шул Ҡыҙыл башҡортҡа ҡушып та һалдыңмы мине?! Ха-ха-ха! Әстәғәфирулла тәүбә, мәсхәрә!.. — Күҙҙәре ҡоро ҡалһа ла, эстән һулығып илап, йәнөҙгөс ҡалтыранды. Күренекле иҫке дуҫы, яҡын бажаһы менән үҙенең генә түгел, ә бер юлы балдыҙы менән ҡатынының да күңеле селпәрәмә килеп, аралары һыуынышыуҙы былай ҙа ауыр кисергән Мотал, тоташ мейеһе зыңҡып, ике ҡуллап йәбеште башына:
-- Етте, етте! Ишетергә теләмәйем!
-- Туҡта, йомортҡа тәбәһе өлгөрә.
-- Ҡаҙалып киткере йомортҡа! — Муйын тамырҙары күгәрә бүртте.
-- Бәй-бәй, ни һөйләгән була тағы! Ишетһен ҡолағың: беҙгә инде ырғаңдарға урын юҡ, уңһаң да, туңһаң да, бергә икәнде онотма! Бәйләнеп кенә ҡараһын! Улай-былай була ҡалһа, беренсенең үҙенә кер. Оло йорттоң оло ишеге беҙгә лә ябылмаған! Нисәмә йылдар романың менән ҡорошоп-ҡатып ултыраһың, ә илтифат итеү юҡ. Ҡырҡ йәшең тулды бит инде — ниңә һаман томдарыңды сығармайҙар? Башҡалар йыйын юҡ-бар сүп-сарын том-том итеп төпләтеп бөттө, көрәп аҡсаһын алды. Һин кемдән кәм? Бына шуларҙың көллөһөн теҙ беренсе секретарға, ауыҙыңа һыу уртлап ултырма! «Волга»ңдың тутыҡҡан кәнсиргә әүерелеүен, бер туған балдыҙың менән ҡустыңдың бөгөн-иртән вуз бөтөргә тороуын, уларҙы әҙәм рәтле эшкә урынлаштырырға, фатир алып бирергә кәрәклеген дә онотма!
Әллә йәш ҡар аңҡытҡан март елдәре — яҙ һауаһы алйыу-малйыу иткәнгә, көтөү-көтөү саңҡылдашып күктә йөҙгән сәүкәләргә моңайып ҡарап торҙо. Беренсе секретарға кереп тирергә ҡуша ла бит, уның ҡапылғара мәркәз Мәскәүгә саҡыртылып алыныуын да белмәй, күрәһең. Ярай ҙа бит әҙәм рәтле яңы секретарь килһә; Мотал белә-белгәндән яңы һеперткеләр бер ҙә ыңғай һепергәне, илде йәлсеткәне юҡ... Ә сәүкәләр шомланып саңҡылдаша -- аҡман-тоҡман бурандары башланалыр, моғайын...
Әле һис кем аяғы баҫмаған көпшәк көрттән оло ихата төбөнәсә юл ярып, гаражға барып еткәнен, тимер ҡапҡаны асып, һағыҙҙай ҡара йылтыр «Волга»ны аҡ ҡарға сығарғанын белештермәне. Кухнялағы телләшеү, серек һалам яҡҡандағы ҡуйы әсе төтөндәй, тәрән мейе юлаҡтарын ҡыҙырып, әрнетеп, үткәндәрҙең юйылып бөтә яҙған боролмалы-боролмалы хәтер юлдарын яңыртҡан — хәтирәләр ебен һөйрәп сығарғайны. Уны бөгөн иртә таңдан Оло йортҡа тартҡан ептең Димустан ҡулындағы икенсе осо ла, моғайын, ана шул үткәндәрҙә төйнәлеп көтә...
Йәшлек-йәшлек... Вузға инеү имтихандарынан арынып, фотоһүрәтең йәбештерелгән ҡәҙерле студент кенәгәңде кеҫәгә ипләп һалып, еңел һулап йөрөгән мәл, тәүге лекцияларҙан һуң һәүетемсә генә баш зыңҡып, дәреслектәрҙең яҡшыраҡтарын эләктереп ҡалыу өсөн китапханаға эркелешкән мәл ине. Баяғы сағыу һары сәсле ҡыҙға төбәлгән Мотал. Уныһы иһә әйләнеп тә ҡарамай: кирбестәй шаҡмаҡ кәүҙәле, сағыу ерән-баҡыр сәсле икенсе бер егеттә ике күзе. «Бәпембәкәй, Бәпембә!..» — Мотал һантый, үҙе лә белештермәй, морон аҫтынан көйләп кенә һөйләнде. Бәпембә иғтибар итте — боролобораҡ ҡараны. Ҡаш менән күҙ араһында яралған ҡушамат шул арала телдән-телгә йүгереп, ихлас көлөү гөрләне: «Бәпембә! Бәпембә!..». Ул ғына ла етмәһә, ирәбе йән китапханасы, еҙ күҙлекле урыҫ әбейе, теге баҡыр сәсле егеткә эскерһеҙ ғәжәпләнеп, һоҡланып өндәшмәһенме:
-- Ҡәҙерлем, бындай ут-ҡыҙыл мөғжизәне ҡайһы ата-бабаларығыҙҙан мираҫ итеп алдығыҙ?
-- ?!.
-- Ғәфү итегеҙ, — төртөп күрһәткән сөйҙәй ҡорош бармағында ысын гәүһәр балҡыны, — бынауы сәс менән бынауы йөҙөгөҙ хаҡында әйтеүем. Милләтегеҙ кем?
Сират көткән «йомро»ларға (йәғни мейес араһында аунап үҫкән юмор эйәләре була инде!) етә ҡалды:
-- Димустан, ысынлап та, кем һин, әй?
-- Кем булһын, башҡорт! — тине ерән-баҡыр сәсле, һис тә иҫе китмәгәнен белдертеп.
-- Ғәжәп, — ҡарсыҡ башын сайҡаны, — үтә лә ғәжәп! Һеҙ ниңә былай ҡыҙыл?..
-- Һе! Ниңә тип ни, ҡыҙыл булғанға ҡыҙыл, — тине, уғата ҡыҙарынып, баҡыр күбәһен ҡарыш һыпырып ҡуйҙы. «Йоморо»лар кинәнеп хахылданы. Һары бәпембә сәсле ҡыҙ иһә йөрәккә үткәҙгес оҙағыраҡ, башҡаларҙан ҡалыбыраҡ кеткелдәне, шуның менән баҡыр сәсле егетте лә үҙенә әйләнеп бағырға мәжбүр итте.
-- Ни булды, әллә ситән ярығынан бармаҡ күрһәтәләрме? — тине ҡыҙыл егет.
-- Бәпембә, сер бирмә! – тине әхирәттәре.
-- Бармағыңды бер сирт тә ауыҙын ҡапла, Мөхлисә! — тине «йомро»лар. Әммә һары сәсле һылыуҡай һүҙҙе оҙонға һуҙырға теләмәне.
-- Их һин!.. — Ул саҡтарҙа ҡыҙ-ҡырҡында һирәгерәк күренгән аҫыл затлы — ҡыҙыл маникюрлы нәфис бармаҡтарын егеттең танау осона ғына тейҙерә яҙып һелкене лә ҡырт-боролоп китеп тә барҙы. Ишекте ябыр алдынан әкрен, ләкин көллө йәмәғәткә ишетелерҙәй өҫтәне: -- Ҡыҙыл башҡорт! Фи!
-- Ә һин.... һин... — Егет һүҙ таба алманы. Хәйер, уға ауыҙ асырға ла бирмәнеләр, дөбөрләшеп, арттан ҡыҫырыҡланылар:
-- Эй, Ҡыҙыл башҡорт, дәррәү ҡуҙғал, сиратты тотма!
-- Беҙгә лә китап кәрәк!
Ә береһе аҡыл биреп маташты:
-- Юҡҡа һерәйеп торма, Ҡыуып ет Бәпембәңде, Ҡыҙыл башҡорт!
-- Бөгөн үк студент кенәгәңде алмаштыр, — тип кәңәш тә ҡорҙолар. — «Димустан»ға ҡарағанда «Ҡыҙыл башҡорт»еллерәк! Ха-ха-ха!
Көтмәгәндә ҡотолмаҫлыҡ ләҡәпләнгән Ҡыҙыл башҡорт ҡыҙыу табанан саҡ табан яҙлыҡтырҙы, уттай ҡыҙыл йөҙө генә яҙа-йоҙа күҙгә салынды. Мотал иһә ысын йөрәктән көйөндө. Һәй ҡыҙылғолаҡ, ҡайҙандыр араға төшөп, Бәпембәнең бая Моталға йүнәлтелмеш иғтибарын селпәрәмә килтерҙе ләһә! Сәсе ерән булмауына, сәйер Димустан урынында тап үҙенең тормауына йөрәкһенеп үкенде. Ҡыҙҙың, исеме лә хатта, шөңгөрләп, егет күңелен тилертте: Мөхлисә... Бәпембә...
Ә шулай ҙа тәү күреүҙән Мотал күҙен сағылдыртып, һушын алған икенсе бер һылыу ҙа бар бит әле — Йыһаниә. Муйыл ҡара күҙҙәрен, ғүмерҙә лә үрелмәгәндәй иркенләгән һағыҙ ҡара сәстәрен йылтыратып, һомғол яурындарына географиянан ғына мәғлүм Ниагара шарлауығылай ағылдыртып төшөрөп, серле-уйсан ҡарашын аҡ донъяға, һоҡланып туя ал-мағандай, мөлдөрәтеп йөрөр ине. Тәбиғәте көндәй сыуаҡ, хыялсан-алсаҡ. Әллә сәскә күҙҙәренә генә текләп хисләнергә яратҡанға, биология факультетына кергәйне ул... Төрлө яҡтарҙан йыйылған көллөһөн уртаҡ төйәк, күңел төйәге ылыҡтырып берләштерҙе — университеттың әҙәбиәт түңәрәге. Химия факультеты студенты Мотал шиғырҙарының Маяковскийҙыҡына тартымларға тырышҡан һикәлтәле юл-киртләстәре, күккә ашҡан бейек тимер баҫҡыстан түбәнгә доңғорлатып тимер мискә тәгәрләткәндәй, ҡаты ҡорос зыңлауҙары хасил итһә, Ҡыҙыл башҡорт-Димустандың ҡәләме иһә тәрән фәлсәфәүи эҙләнеүҙәргә, үткер публицистикаға тартым ине. Мөхлисәнең биш-алты юлдан ғына ғибәрәт уймаҡ хикәйәләрендә телдең бай экспрессив мөмкинлектәре сағылһа, Йыһаниә нәҫерҙәре, сылтырап аҡҡан гәлсәр шишмәләй, күңелдәрҙең иң-иң нескә ектәренә һарыла, яғыла... Әллә шуға, әллә Ҡыҙыл башҡорт һыны арала мәңге һерәйеп торғанға инде, Мотал һаман Ниагара шарлауығына яҡыныраҡ ауышты, Бәпембәнең болан күҙҙәренең йәшкелт-зәңгәрлеге иһә унан, бик төпкөлдә сөмәкәйләнеп күренгән күк көмбәҙеләй, һаман-һаман алыҫлашты, янтайҙы...
Ул көҙ ғәжәйеп салт-ҡояшлы — әбейҙәр сыуағына мансылып килде, термометр төндәрен ун һигеҙҙән, көндөҙ утыҙ градустан төшмәне. Күркәм йәшеллеге менән дан ҡаҙанған ҡалабыҙ бик оҙаҡҡа баҡсаларының йәшел елән ҡусҡыллығын һалманы, ә Ағиҙел тулҡындарын аҡ балыҡтай ҡарпытып-уйнатып аҡты. Тәндәрен ҡояш ялап ҡусҡыллатҡан һыу ҡойоноусылар, спортсылар менән мыжғыны йәмле яр буйҙары. Каникулда өҫ бөтәйтергә артелләшеп эшкә киткән студент төркөмдәре, шефлыҡ итеүсе концерт бригадалары райондарҙан инде әйләнеп ҡайтҡан, уҡыу йылы башланған, ә Моталдың йәй көнөндә, дыуамалланып, эш ташлап китеү ваҡиғаһы ла, факультеттың комсомол йыйылышында ҡаты тикшерелеп, тейешле һөҙөмтәгә киленеп, Йыһаниә менән уның үҙенән башҡалар өсөн онотолғайны.
Шундай сыуаҡ ял көндәренең береһендә, йөрәктәре сыңлап торған дүрт студент, — Мотал менән Йыһаниә, Димустан менән Мөхлисә — Ағиҙелдең киртләс-киртләс баҫҡыстарынан йүгерә-атлай ДОСААФ-тың һыу станцияһына төшөп, моторлы кәмә, һыу саңғылары алдылар, йылғаның ҡыл кеүек тартылған төҙ ағышына үрләп, һыуҙа саңғы шыуырға керештеләр (ғәләмәт уйын тарала ғына башлағайны). Кәмә артынан оҙон бауға тотоноп, ҡара янған бронза тәнен ялтыратып, мөһәбәт ярҙар араһынан, атҡан уктай һыу өҫтөндә кәйелеп, тәүҙә Димустан Ағиҙелдең йөҙөн сыйҙыртып үтте, ә Мотал ғыжылдап үкергән моторҙың «мөгөҙөн» ҡармап ултырҙы. Тәндәрен ебәк ҡойонсоҡ ҡына ҡаплаған, һомғоллоҡтары күҙ яуын алған ике ҡыҙ — һыуһылыу — арҡан осонда һыу көҙгөһөн юлаҡлатып, ут ҡапҡандай сәс көлтәһен ялбырлатып елтерәүсене ихлас тамаша ҡылып ҡына урталағы эскәмйәлә артҡа ҡарап ултырған. Боролоштарҙа бер-береһен ҡосаҡлап, сырылдашып ҡысҡыралар, Мотал уның һайын шәберәк үкертә кәмә моторын, ә саңғысы бөркөт кеүек кәйлегеп оса ла оса. Мотал эстән генә үртәлеп бара: сираты еткәс, саңғыға баҫырғамы, баҫмаҫҡамы? Әгәр баҫмаһа, ҡыҙҙар уны бөркөт янындағы күшеккән тауыҡҡа һанамаҫмы? Эш шунда: кисә кис ныҡ тирләгән килеш тәҙрә асып ултырып, һалҡын тейҙергәйне, күкрәген сәнсеү ала. Шул хәлдә һыуға төшһә, мөшкөлләнеп китмәҫме?
Димустандан һуң, ай-вайға ҡуймай, сиратты Мөхлисә алгас, Мотал еңел һуланы; Йыһаниә лә Мөхлисәнән ҡалышмаҫҡа сәмләнгәс, хатта ҡыуанып ҡуйҙы. Аҙаҡ, көн кисләне, ҡайтырға ваҡыт, тип серҙе йомоп ҡалдырырға ла мөмкин.
Бына Йыһаниә елә, һыу-һауаны ике яҡҡа ҡайырып, торналай осоп килә. Ғәжәп: алыҫтан уҡ күҙҙәренең ике төртөк ҡаралығы күренә. Был юлы Димустан мотор «мөгөҙөн» көйләй, ә Мехлисә менән Мотал эскәмйәлә артҡа ҡарап тамаша ҡылып ултыра. Әллә ҡомарланыуҙан, әллә ҡурҡышынан, уйҡылдап, Бәпембә тығыҙ тәне менән һырлыға, уны ҡосаҡлап ала. Димустан да сос малай: «Эй һеҙ, ҡарағыҙ уны: яҡынайыштыҡ тигәс тә, дәүләт сиктәрен боҙошмағыҙ улай!» — тип бармаҡ янап ҡуя, өсөһө тиң кинәнеп көлә. Ә гүзәл торна Йыһаниә ҡара күҙҙәрен уларға төбәп һыу өҫтөнән кәйелә лә кәйелә...
Мотал иңенә ауышҡайны Мөхлисә, ҡапыл йәшен һуктымы ни: уларға ҡарап осоп килгән Торна-Йыһаниә атылғандай ҡоланы. Их, «мөгөҙ» Моталдың үҙенең ҡулында булһасы ошо мәлдә! Димустан ҡаушаны: кәмә тиҙлеген яйлатыңҡырап боролаһы урынға, ҡулы ҡалтырапмылыр, моторҙы ҡырт һүндерҙе лә тоҡандыра алмай аҙапланды.
— Әс-сәйем, бата бит, бата! Металчик, бәғерем! — Мотал биленә ҡуш беләген уралдырып, Мөхлисәнең ҡолаҡ ярып сәрелдәгәне әле булһа йәнгә үтә...
Мотор ғыжылдап тоҡанды, руле ҡайырылған кәмә шул ыңғайҙа табаҡтай түңкәрелде, һуңлап иҫен йыйған Димустан һыуҙа тыпырсынған саңғысыға табан шаптор-шоптор йөҙөп китте. Ә даръя шундай ҙа тәрән, киң... -- Муйынына сытырҙатып йәбешкән Мөхлисә менән ҡуша һыу төбөнә китмәҫ өсөн йәнтәслим тырышҡан Мотал бары шуны ғына шәйләне. Күҙҙәренә берҙән-бер өмөт бағанаһы сарпылды: бик-бик алыҫта Һаҙ биҫтәһенең яр ҡомона морон төрткән дүңгәк кәмә, шул кәмәгә йыбанып ҡына яҡынлаған ишкәксе. Һәм шундай ҙа алыҫ-алыҫ һыҙатланған ике яр... Ҡурғаштай ауыр, тәмһеҙ һыуҙы ғорҡолдатып йота-йота Мөхлисә Күккә ҡулын һуҙып ҡысҡырҙы:
— Ҡотҡарығы-ы-ыҙ!
Яр ситендә кәмәне этәреп маташҡан ир аҡтығы ҡалҡынып ҡараны,. иҙелдәге фажиғәне аңланы һәм... ишкәктәрен күгәненән йәһәт кенә һурып алып, уҡ атылған тиҙлектә... ярҙан ситкә ташланды. Ғәҙәттә, иблесте маңлай тәңгәлендә һыңар ғына кәкере мөгөҙлө итеп һүрәтләүсәндәр. Арҡаһын көмөрәйтеп йылғыр табан тайҙырыусы был йорат Моталға, гәрсә кәкере мөгөҙө булмаһа ла, ана шундай иблес булып күренде. Шулай итеп, батып барыусының ярҙам ялбарып һуҙған ҡулы һауала аҫылынып ҡалды — бәндә ҡуйы таллыҡҡа ышыҡланды. Эйе, ҡаланың тайғаҡ фиғелле атаҡлы Һаҙ биҫтәһе урынлашҡан яр тәңгәле ине шул...
Аңын юя барған Мотал, һыуға сәсәй-сәсөй, ни тылсымлы көс менәндер ҡалҡынды, дымлы иҙел һауаһына үпкәләрен ҡандырҙы, Күктең зәңгәрлеген күреп иҫерҙе. Мең рәхмәттәр яуғыры кем ҡулы һурып алды уны, батып барыусыны, упҡындан, кем?!
-- Уф, Хоҙайым! — Йыһаниә ҡайҙалыр бик алыҫта һулҡылданы.
-- Мөхлисә, ныҡ тот, ысҡындырма, мин хәҙер барып етәбеҙ! — Димустандың тауышы. — Ә һин, Йыһаниә, кәмәгә сат йәбеш бына ошолай. Саҡ ҡына түҙегеҙ инде, йән киҫәккәйҙәрем!
-- Ҡурҡма, Манара башы минең ҡулда — ысҡынмаҫ. Флюгерынан шытырлатып услағанмын! — Ошо хәтәр сәғәттә лә алсаҡлығын юймаған Бәпембәкәй шарҡылдап көлдө.
Йыһаниәнең аяғы ҡаймыҡҡайны — йылғанан травмопунктҡа, ә унан тура больницаға оҙаттылар. Мотал иһә, кисендә үк тәне уттай ҡыҙышып, ҡаты йүтәлләп, ҡулын һуҙып төпһөҙ һаҙға батыуын, ишкәк йөкмәгән бәндә үҙенең Һаҙ биҫтәһенә өңөлөп ҡасып барыуын күреп һаташып уянды ла ятаҡхананы бер итеп илерә башланы. Күҙен йомған һайын, мөшкөл хәл ҡабатланды. Һаҙға убылыуҙың ошолай нәүбәттәге бер сеансын кисереп илергәнендә, ул да больницала ята ине инде...
Йәшлек хәтирәләренең ҡапыл йәнде баҫыуынан иләҫләнгән Мотал Шаһибәрәков, «Волга»һының маңлай быялаһын шаҡыр-шоҡор һыпырыусы «һепертке»не кәрәкһеҙ эштән туҡтатырға ла онотоп, йорт ҡапҡаһынан сыҡты, үҙәк урам буйлап яй ғына Ағиҙел ярының соңҡаһына — мәрмәр көплө Оло аҡ йорт урынлашҡан тарафҡа юҫыҡлатты. «Их, йәшлек!» — ирекһеҙҙән йөрәкһенеп әйткән һүҙҙәренән үҙе үк һиҫкәнеп, ауыр көрһөндө -- бөгөн Мәскәүҙән ҡайтып төшәсәк ҡусты йораты Басир, балдыҙы Дилбәр тураһында ҡатынының киҫәтеүе ҡолағын сыңлатты ҡабат. Эйе, был йәштәрҙең икеһе лә йүләрлектең иң хәтәр баҫҡысында — мөхәббәттә, минең кеүек, өрмәй ҡабып, ауыҙҙарын бешереп ҡуймағайҙары...
Достарыңызбен бөлісу: |