Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет4/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26
ДҮРТЕНСЕ СӘХИФӘ
Яңы һепертке яңыса һеперә, тигәндәй, Обкомдың яңы беренсеһе Оло йортҡа кереп ултырыуының беренсе көнөндә үк «аппараттың бушаған гайкаларын» ҡыҫып борорға, секретарҙарының һәр береһен көнөнә бер-нисә тапҡыр кабинетына саҡыртып алып ҡыҙған табала бейетергә кереште:

-- Ниңә һаман барыһы ла иҫкесә -- иҫ китә! -- Ярандары рифмаланмыш һүҙҙәрҙән үк төшөндө: беренсе өс көнөн бушҡа уҙҙырмаған – һуңғы заман башҡорт шағирҙарының китаптарын ҡараштырып, үҫеп килеүсе телсе ғалим, өмөтлө йәш шағир Рәшит Төхфәт улы Алмаҡаевтың «заман ҡаҙағына һуҡҡан» шиғри юлы менән ҡоралланып килгән. Өҫтәүенә, башы өҫтөнә күтәреп, биш бармағы араһындағы ус аяһындай ҡағыҙҙы ялпылдата: -- Был ни эш, был ни хәл: йәш эшсе шағир, револьвер алып, суицид12 ҡылыу сигенә терәтелгән! Идеология фронтындағы ярылып ятҡан был брешты идеология секретары ниңә күрмәй үткәргән? Был вопроста ниңә совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами иптәш менән тығыҙ элемтә тотмаған? Сусликов иптәштең күрһәтмәләрен үтәмәү билдәһе налицо! Тикшерергә: башҡорт милләтселегенең шауҡымы баш ҡалҡыта!

Димустан аңланы: һуңғы өс тәүлек дауамында беренсенең фатирынан сыҡмай ятҡан олуғ кәңәшсе Мәрүән тиреп өлгөргән.

Беренсенең йәшен ташының иң элек идеология секретары башына тоҫҡаласағын төшөнгән башҡа тармаҡ секретарҙары еңел һулап таралдылар. Айырып ҡалдырылып тейешле һабаҡ алғандан һуң, ҡыҙара-бүртенгән Димустан эш урынына ҡайтып, телефонға көс төшөрҙө:

-- Алло! Яҙыусылар берлегеме был? – Трубканы алыусы шунда уҡ уның кем икәнен таныны, һағайҙы.

-- Тыңлайым, Димустан Шиһапович.

– Тиҙ үк рәйес кәрәк ине.

-- Юҡ бит әле ул, эш менән сығып киткәйне.

Димустан елләнеп трубканы ташланы :«эше билдәле инде – яҡындағы киоскынан йөҙ грамды төшөрөргә киткәндер!». Саҡ ҡына уйлағас, Мотал бажаһы иҫенә килеп төштө: бер юлы рәйестең урынбаҫары һәм профсоюз комитеты рәйесе бит әле ул – тап уның вазифаһы! Өҫтәүенә, алдағы йыйында инвалид ағай урынына рәйес итеп һайланыу мөмкинлеге бар. Әлбиттә, һыналған кадр, ҡәләмдәшторе араһында ла абруйлы. Димустан бит уны башҡаларҙан яҡшыраҡ белә. Ә шулай ҙа, ә шулай ҙа... Хәнйәр йөҙө ҡайрағанда үткерләнә -- кешелек сифаттарын тағы ла барлап ҡарайыҡ әле.

Трубканы шунда уҡ алды, йәш шағирҙың өйөнә барырға ризалығын да бирҙе. Тик ниңә бик оҙаҡлай, һуҙмаңдай? Ошо уҡ уның камилһыҙлығы хаҡында иҫкәртмәйме?

Машинкаһын тырышып-тырышып туҡылдатҡан Һылыуҡайға, яҙыусы Шаһибәрәков иптәш бында күренеүе менәп үк ошо адрес буйынса йәш шағир Ыңғырсаҡ Уралъский фатирына йүнәлһен, шунда көтәм, тип киҫәтеп ҡалдырып, кәкре торна муйынлы таяғын һәлмәкләткән килеш сыҡты. Коридорҙы эре аҙымлап уҙғайны, лифт ҡаршыһында уҡ Мотал менән маңлай төкәшә яҙҙы.

-- Йәһәт йөрөйһөң икән дә, Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе, Мөхлисә ханым әйтмешләй! – тигәйне, бажаһының маңлайына күсә яҙған күҙҙәрен күреп тыйылды – ысынлап та, тел осонда ғына тора бит был исем! Хәлде икенсегә борорға теләп, таяғын юрый үргә күтәреп һондо: -- Мә, тотоп торсо бер секундҡа, бажаҡай, торна муйынлымды, һоп!

-- Топ! – Таяҡ эйәһе өмөт иткән әкәмәт килеп сыҡманы – бажай кеше һауала уҡ матҡыны ла төшөрмәйенсә тотто. – Нимә, әллә бәғзе бер йыуан ҡорһаҡ буржуй әргендеге һымаҡ бөгөлөп төшөр тинеңме?

-- Һәй сәбәкә малай, ысынлап та бирешмәйһең икән, әй! Нимә генә тиһәң дә, ярты ботлоҡ гер бит ул.

-- Шул Грозный-батша таяғыңды ҡулдан ысҡындырмайһың.

-- Ысҡындырһам, үҙең әйтмешләй, ҡорһағымды май бөрөр, ошо ҡырҡ йәшемдә алтмыштағылай күмһер инем.

-- Ә мин бына таяҡһыҙ ҙа тай-тулаҡ.

-- Шулайҙыр шул. Өф-өф итеп кенә һылап-һыйпап йәшәтергә, тейешлеһен генә өлгөртөп ашатырға Мөхлисәм юҡ бит минең, ғәфү ит.

-- Уның ҡарауы Сәлимәкәйең... – тип үҙ сиратында ни нәмәлер ҡаптырырға иткәйне лә бажаһы, лифт килеп туҡтаны ла юлдашы еңенән һөйрәне:

-- Киттек, киттек, мәрәкә һатыр форсат юҡ!

«Һә, ут ҡапҡандай йүгерә! — тип һөҙөмтә яһаны яҙыусы, Ҡыҙыл башҡорттоң мең ҡабат таныш сағыу-ерән төҫ-башына, кирбес килбәтле кәүҙәһенә йылдам күҙ һирпеп алып. — Романымды тап ошо киҫкен эпизодтан — обком секретары менән маңлайға-маңлай төкәшеүҙән башлап алам да китәм, уҡыусымды сәмләндерәм. Шул сәмде арттырмаҡҡа, портретын да эре-эре тимгелдәр менән ҡырыҫ буяулап бирәм. — Әҙип йәнә лә ҡорҙашына баһалы ҡараш ташланы. — Нисек бар — шулай итеп!» — Ошоно уйлағайны, ни бары үҙе генә белгән һәм ярайһы уҡ шөрләткән әҙәби тәнҡитсе шәүләһе төҫмөрләнде. Был яуызйән күпме йылдар яҙыусының үҙенең эсендә ултырҙы, әҫәрҙәренең, тыуыр-тыумаҫ борон уҡ, «осло мөйөш»тәрен авторҙың үҙ ҡулы менән юндырҙы: «Һаҡ бул, әҙип – социалистик реализм ҡанундарына тап килһен!» Әле лә шул дөмөккөрө йәнгә тынғылыҡ бирмәй -- үҙе кеүек үк тәнҡит әһелдәренең, бигерәк тә «башҡорт белинскийы» Ғаяс Хөсниҙең, сығарасаҡ хөкөмдәрен тумбытыпмы-тумбыта: «Йәмһеҙ. Оло етәксе, партия юлбашсыһы, улай булырға тейеш түгел, белдеңме?! Социалистик реализм... Осло мөйөштәрҙе ҡырҡып шымаларға, ҡупшыларға!» -- «Тиһендәр! Төкөрәм танауҙарына! Яҙылған берен юнғы тотоп шымаларға малай-шалай түгелмен. Әҙип! Үҙем нисек күреп белһәм, инанһам, шул рәүешле һүрәтләргә хаҡлымын!».

Ҡыҙыҡһынып һораны:

-- Йә, беренсенең һулышы ниндәйерәк?

Һәлмәк кенә аҫҡа шыуышҡан лифт тауышына яйланғандай, Димустан тоҡ ауыҙын сисә бирҙе:

— Иҫ киткес!

-- Эс киткес булмаһа ярай ҙа...

-- Һин, малай, абай бул: уны-быны уйламайса әйтә торған ғәҙәтең бар!

-- Һе! Яңы һепертке яңыса һеперәме?

-- Саңын туҙҙыра ғына! Башҡорт милләтселегенән һалдыра.

Мотал йомрандай шыйылдатып һыҙғырҙы:

-- Күренеп тора: Мәрүән этлеге. Интектерҙе бит был, әй: мәрхүм башҡорт милләтселеген һөйрәп сығарып сыбыртҡылауҙы хоббийы итеп алды. Хатта Мәскәү трибуналарынан да кинәнеп шуны һыҙыра.

-- Шул хөббиямалы арҡаһында йәшәй ҙә!

Артыҡ ҡуйыртманылар. Бажаһының күҙ төптәре күгәрә төшкән ҡарашының моңһоулығын, нимәлер әйтеп бөтөрмәүен һиҙенде. Ул да, моғайын, елеп-юртып белем алған ғәмһеҙ студент йылдарын, элекке көр дуҫтарын, ә һуңынан оло вазифа мәжбүр иткән үҙ-үҙеңде сикләүҙәр һәм шул ҡырыҫлыҡ ҡороп ҡуйған күҙгә күренмәҫ кәртәләр арҡаһында әүәлге дуҫлыҡ күперҙәре ыуалыуын, дуҫ-иштәрҙең бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалыуын, шәхси тормошто ла шыҡһыҙ рәсмилек баҫа барыуын кисереп уфтаналыр. Яҙыусының күңеле һыҡтап ҡуйҙы, ҡорҙашына ниндәй ҙә булһа бер йылы һүҙ әйткеһе, күңелен күтәргеһе килде:

-- Эт өрә, каруан бара, тигәндәй, утыҙ етенсе йыл кире әйләнеп ҡайтмаҫ инде. Заман башҡа – заң башҡа, һин дә Әхмәт Иҫәнсурин түгелһең.

-- Һәр замандың үҙ заңы ла үҙ яны бит... -- тине Димустан, тәрән уйҙары диңгеҙендә тулҡынып. – Һәм ул яндан ҡасан ниндәй уҡ атылырын белмәйһең...

-- Шул әргендек шағир киҫәге лә лайыҡ булғанмы беренсе кимәлендәге ел-дауыл уйнатырға?

-- Сүптән сүмәлә яһарға ярап яталыр.

-- Мәрүән сүмәләһе! – Мотал сырайын һытып ситкә төкөрҙө.

-- Эш Мәрүәндә генә түгел, ә унан кәңәш алыусыла.

-- Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫтай ҙа булды бит был олуғ кәңәшсе! Беренселәр килә лә китә, ә кәңәшсе үҙ урынында ҡала. Тишеккә тығын булып.

-- Һиңә лә шунан үрнәк алырға ине – оло ҡолаҡҡа икенсе төрлөрәк тә кәңәш керер ине, исмаһам.

-- Уныһы булмаҫ, әшнә. Ялағайҙар тоҡомонан түгелмен.

-- Бына шул-шул! Башҡортлоғоңа барып...

Бер быуа һүҙһеҙ атланылар.

-- Һин уны яҡшы беләһеңме? – Тынлыҡты боҙҙо Димустан.

-- Ыңғырсаҡ Ҡамырбаевтымы?

-- Уральскийҙы.

-- Бәй, шул үҙе бит инде ул, Ыңғырсаҡ Ҡамырбай улы Ҡамырбаев. Уральский – псевдонимы. Ә ижадына ҡарағанда, ҡойоп ҡуйған Ҡамырбай.

-- Йомшаҡмы ни?

-- Эт илағыс.

-- Револьверлы, тиҙәр бит һуң?

-- Револьверы ла уның ҡағыҙ ҡатырға ғына. Башына кирбес төшөп иҫәңгерәгән дә еңгәләренең ҡуйынында имсәк имеп, икмәк ейеп бөтәйгәс, мөнәжәт яҙа башлаған, тип көләләр. Ижадында өҫтөнлөк алған «еңгәләрем», «икмәк еҫе» мотивтары тап шунан килә, тип сирттерәләр.

-- Мәҫәлән?

-- Мәҫәлән, бына был: -- Мөрйәләрҙән икмәк еҫе сыға -- /Ҡайһы еңгәм икмәк бешергән? /Еңгәләрем, һеҙҙең ҡаластарҙың /Еҫен тойоп тамам иҫерәм!

Йәки: Еңгәләрем, минең еңгәләрем, /Бесән саба тауҙың битендә. /Еңгәләрем менән бакуйҙарға /Ятып аунауҙарым иҫемдә!

-- Һем, ашау ҙа ятып аунау... Эшсе-шағир тип күтәрәләр ине түгелме үҙен? Бер ҙә тимер-томор еҫе сыҡмай ҙа?

Мотал көлдө:

-- Ҡамырҙан ниндәй тимер еҫе сыҡһын, ти? Урта мәктәпте тамамлағас Сибайға килеп, ташсы һөнәрен үҙләштереп йөрөгәнендә эшләүенә бер ай тулыр-тулмаҫтан уҡ маңлайын кирбес йәнсеп, Пушкин әйтмешләй, бер шөрөбө бушағанмы, әллә төшөп ҡалғанмы, тиҙәр бит. Шул арҡала Өфө республика больницаһына күсерелеп, дауаланып сыҡҡас, ошондағы бер төҙөлөш тресына эшкә урынлашҡан да шиғыр яҙа башлаған. Эшсе-шағир тиһәләр ҙә, ҡамыр есть ҡамыр инде...

-- Үәт сәбәкә малай! – тип көлдө Димустан, ә эсенән хәтеренә киртеп ҡуйҙы: «Ҡамыр ҙа кәрәк беҙгә, ундай-бындай тишек-тошоҡто һыларға. Беренсе үҙе иҫәпкә алған икән, ниңә тартынып торорға? Ҡолаҡтарынан тартҡылап башҡаларҙан бер иле артыҡ үҫтереү сараһын күрергә лә тейешле сәғәте һуҡҡанда тейешле урында файҙаланырға!». Замана заңы, тигәндәй, быныһы ла аңлайышлы: Ҡыҙыл башҡорттоң да мәнфәғәте бар, бәндәләре шайтанланмыш сетерекле был заманда ул да, бәлки, үҙ сиратында Ҡамырбайҙан үҙ тишеген тығырға яраҡлы икенсе Мәрүән әүәләргә теләйҙер?..

Ағиҙел яры башындағы боролмалы тар һуҡмаҡтан күбенеһе яртылаш ергә батҡан ағас өйҙәр араһына үттеләр. Таҡта ҡапҡа арттарында аяҡ тауыштарына һаҡ һуҡбайҙар ларылдап ҡала.

-- «Күп яттыҡ беҙ мәҙрәсәлә» тигәндәй, кабинетта ултырып ҡына донъяны аңлауы ҡыйын. Дөрөҫ әйтәмме, ҡорҙаш? — Яуапты ла көтмәй, дауам итте Димустан. — Һәй был техника заманы, тәпәй-тәпәй йөрөүҙе лә онотоп барабыҙ, туған. Ҡитға иңен аҙымлап үткән йәйәүле .Мәхмүттәр ҡайҙа! Ашығабыҙ, ашығабыҙ... Йылтыр «Волга»лар беҙҙе, техника әсирҙәрен, сәғәтенә йөҙ егерме километр тиҙлек менән ғаиләнән, туғандарҙан, таныш-белеш һәм бергә эшләгән иптәштәрҙән тартып алып елдерә. Ул ғына етмәгәндәй, самолетҡа ултырып, тауыш тиҙлегендә ситкә осабыҙ. Үзең сәйәхәт ҡылып барған ер-һыуҙарҙы күреп ләззәтләнеү ҙә, юлда осраған әҙәмдәрҙең йөҙҙәренә иғтибар итеү ҙә юҡ хәҙер. Самолеттан төшөү менән берәй контора ишегенә уҡталып, ундағылар менән ҡағыҙ телендә аралашып, күҙ асып йомғансы уларҙан да ситкә кәйеләбеҙ. Хатта үҙебеҙ йәшәгән подъездагы лифт та беҙҙе күрше-күлән менән яйлап һөйләшергә яй ҡалдырмай елдерә...

-- Ватып ташлайыҡмы икән бөтә тимер-томорҙо?

-- Тимер-томорҙоң ни ғәйебе? Үҙебеҙ тимергә әйләнәбеҙҙер, брат...

Икеһе тиң уйҙарына йомолдо. Димустан торна муйынлыһын урта биленән матҡып, пропеллерҙай зыр-әйләндереп бара, йә булмаһа әленән-әле күккә сөйөп ебәреп, һауала уҡ услап ала. Ике яҡлап теҙелгән ҡарт йүкәләр, бөрөләрен яҙ ыуыҙына тиртеп, мәреү ҡарҙың иреп бөтөүен көтөп, талғын елгә иләҫ-миләҫ шыбырлаша. Тиҙҙән Урал яҙы күкрәген кирер — донъя ҡусҡыл ҡыяҡ-япраҡ, аллы-гөллө сәскәләргә күмелер. Таң-иртәнән шөңгөр ботаҡ араларын ҡыҙыл түшле турғайҙар, ә төндәрен һандуғастар илертер, баҡсалағы креслоларҙа ғашиҡ йәндәр ишәйер. Ләкин кемдең һандуғасы ҡайһы ағас башынан һайрар икән? Моталға шул һандуғастың, үҙенең һандуғасының, алыҫ йәшлек баҡсаһындағы шөңгөр йыры түгелә...

-- Һоп, бына килеп тә еттек. Ошо була инде эшсе-шағир Ыңғырсаҡ Уральский ҡәлғәһе!

Ата-баба ҡомартҡыһы иҫәпләнерлек «ҡәлғә» ҡапҡаһын үтеп, ҡар һыуҙары күләүекләнгән ихатаның төпкөлөндә ҡыҙыл кирбестәре ел-ямғырға кителеп-мителеп шаҙраланған флигелгә төбәлделәр. Ҡасандыр бер сауҙағәрҙең йомошсолар өйө булғандыр инде ул. Болан кимереп туйынырҙай ҡалын мүкле ян стенаға оҙон тимер сөйҙәр менән беркетелгән шығырҙауыҡ таҡта баҫҡыс күренде. Күтәрмәгә менеп аяҡ терәгәс, Димустан ысын мәғәнәһендә күгәрсен ояһына тарығанлығын тойҙо. Иҙән таҡталарын һығылдырып барып ингән йоҙроҡтай бүлмә — бинаның нәҡ ҡыйығында, түбә маңлайында берҙән-бер тәҙрә һаран көн яҡтыһын һүрә. Плитәле мейес биләй фатирҙың ҡап-яртыһын, ары бер тимер койка ла бер өҫтәл, бер шкаф та бер ултырғыс һыйған. Боролоп сығыр әмәл юҡ. Китаптар шкаф башында, койка аҫтында, стена буйҙарында ята өйөлөп. Әбей ҡарсыҡ койкала аяҡ һәлендереп ойоҡ бәйләп ултыра. Ҡунаҡтарҙы күреүгә өлтөрәп килеп торҙо, Моталды шунда уҡ таныны:

-- Ултырығыҙ, хәҙер сәй өлгөртәм.

-- Мәшәҡәтләнмәгеҙ, апай, беҙ ултырып тормайбыҙ: ҡабалан ғына индек, — тине Мотал.

-- Их әттәгенәһе, Ыңғырсаҡбайым сығып киткәйне бит әле, шиғыр-мығырҙарын күтәреп. Редискаға илтеп тапшырам, тинеме шул...

-- Редискаға түгел, апай, редакцияға.

-- Шулайҙыр шул. Миңә ни, һуҡыр тауыҡҡа бары ла тары, тигәндәй... Отпускыла сағымда иркенләп артынан йөрөп ҡарайым, ти. Төҙөлөштә ташсы булып эшләй бит ул, үҙегеҙ беләһегеҙ, башҡа саҡта ҡулы теймәй.

-- Өйләнергә уйламаймы әле?

-- Ҡайҙа инде ул, бынауы йоҙроҡтай күгәрсен ояһында... Һине таныйым да ул. Иптәшең кем була, ул да үҙең кеүек үк осло ҡәләмме?

-- Эйе, осло ҡәләмдәрҙең дә иң ослоһо Димустан Бикләмешев була был иптәш. Ыңғырсаҡбай ҡустының хәлен белергә тип килгәйнек.

-- Унъң хәлен һорамағыҙ ҙа инде... Анауы бөҙрә сәслеһе, битенә төкорөп, башҡа берәүгә кейәүгә сығып китте бит, мәлғүн. Шунан кәйен алмаштырҙылармы ни балаҡайымды: көнө-төнө ниндәйҙер ләүәлбир тураһында һаташып көйәләнә. Атылып ҡуймағайы тип, төн йоҡоларым ҡасты...

Ҡунаҡтар бер-береһенә ҡарашты.

—Ул бөҙрә сәсле тигәнеңде күреп белә инеңме?

— Белмәй ни. Заманында көнө-төнө ошонан сыҡманы, һағыҙ һымаҡ һыланып ятты. Үҙебеҙ кеүек, ауылдан килгән инсафлы ғына бала ине.

-- Ниңә башҡа кешегә китте икән?

-- Ниңә тип ни, билдәле инде: әҙәм рәтле торор өсөн. Ҡыҙ баланың көндәре һанаулы бит. «Беҙ ике йәшәмәйбеҙ. Өс йыл көттөм һин фатир ала тип, инде өс көн дә көтә алмайым — фатирлы кейәүгә сығам!» —тип ҡойроҡ сөйөп китте лә барҙы. Хәҙергеләрҙе беләһегеҙ: асыҡтан-асыҡ ярып һалалар. Бер-берегеҙҙе өҙөлөп һөйәһегеҙ, икегеҙ ҙә тиң килгән. Ошо бер карауат етер, мин ауылға ҡыҙҙарыма ҡайтып китәм, тип тә өгөтләп ҡараным тегене, булманы. «Капиталистың күгәрсен ояһында йәшәр саҡ түгел, мин — совет ҡыҙы, комсомолка!» — тип ауыҙҙы томаланы. Беҙҙең һымаҡ түгел шул хәҙерге йәштәр, үҙ һүҙле. Шунан биреле улым ләүәлбир тураһында һөйләнә лә һөйләнә.

-- Йә, ни әйтәһең, рәйес урынбаҫары? — Башын баҫып ҡына тыңлаған Бикләмешев юлдашының күҙҙәренә ҡараны. Осло-һалҡын боҙ ярсығы менән төрткәндәй ине. Мотал, кинәт кенә көллө тәне ҡыҙышып, ҡулъяулығын һәрмәне:

-- Юҡты һөйләмә, апай. Был фатир әле түҙерлек, бында, беләһең килһә, заманыбыҙҙың бына тигән талантлы шағирҙары, яҙыусылары йәшәп киткән, ләкин береһенең дә һөйгән йәре ташлап китмәне. Һәм береһе лә револьвер хаҡында һөйләнеп тә йөрөмәне... Сабыр иттеләр, ваҡыты еткәс, бынамын тигән фатирҙарға күстеләр. Бер көндә генә ҡала ҡороп булмай ул. Оҙаҡламаҫ, һеҙгә лә яңыһы бирелер, — тине.

-- Бирелер ҙә ул, тик балаҡайымдың бөҙрә сәслеһе кире әйләнеп ҡайтырмы һуң? Йөрәккәйе өҙөлә шул ҡолонсағымдың. Баклаҙушка тигән бөкләп йыйылмалы карауат алырға итеп тә ҡарағайныҡ, Ыңғырсаҡбайым, иҙән арҡырыһын үлсәп, баклаҙушка һыймай, тине... Рәхәтләнеп ауылда торған еремдән, башына бәлә итеп, саҡыртып алған була бит әле мине: Яҙыусылар союзы ярҙам итте — ятаҡхананан айырым фатирға сыҡтым, йәнәһе. Үҙе таш һалған төҙөлөшөндәге дөйөм бүлмәһендә генә торһа, мең артыҡ булыр ине...

Димустандың, мейес эҫеһе ҡапҡандай, еңелсә башы әйләнде — шыйыҡ баҫҡыстан ярым бурһыған ағас уратаға тотоноп түбәнләне. Һандуғаслы йәш шағирҙы револьверға тоташтырған был торлаҡ ишараты, ысынлап та, ҡасандыр күгәрсен ояһы булып та, алыҫ ҡытлыҡ йылдарында әҙәм торлағына әүерелеүе, әле лә шул вазифаһын үтәүе бәхәсһеҙ ине. Ҡаты таш юлға төшкәс, юлдашына шул фекерен белдерҙе.

—Быуат башы ҡомартҡыһы, — тине, тыныс ҡына үҙ ғәмдәренә күмелеп барған яҙыусы. — Тарихтан күренеүенсә, был фатир беҙҙең ағай-энегә нэп дәүерендә килеп эләккән, — тип өҫтәне. — Шунан биреле ныҡлы рәүештә яҙыусылар ойошмаһының торлаҡ фондында иҫәпләнә. Бернисә быуын йәш яҙыусының ҙур донъяға осоп сығыр оя рәүешен үтәгән ул.

Секретарҙың баҡыр-ерән керпектәре аҫтында ут ҡуҙраны:

— Моғайын, берәй халыҡ шағиры ла, союздың абруйлы рәйесе лә йәшләй ҡанат нығытып осҡан оялыр әле ул?

Мотал уға һынаулы ҡараш атты, әммә айышына төшөна алманы.

-- Тап үҙе. Мин үҙем дә, мәҫәлән, мыйыҡ сығармаҫым борон шул оянан үткән кеше. Дөрөҫ, ярты йыл ғына торҙом — ул саҡта һин Мәскәүҙә партия мәктәбендә инең. Ыңғырсаҡ Уральскийҙы әйтәм, партиябыҙ тарафынан айырым иғтибарға алынған эшсе-шағир булараҡ, Яҙыусылар союзына ағза булып инмәҫе борон уҡ шул фатирҙы эләктереүенә ҡыуанһын. Һәм ғорурланһын.

-- Кәләшенән ҡолаҡ ҡағыуы менәнме?

-- Мәмәй ауыҙ булһаң, башыңды ла юғалтырһың. Шуның өсөн дә идара яуап бирһенме?

-- Әйткәндәй, Уральскийҙың тәржемәи хәлен рәйес ағайығыҙ үҙе барып күрҙеме икән?

Моталдың йәне көйҙө. Үҙенең иң мөһим ижади табышын — «иң һуңғы һәм төп романы» проблемаһын секретарға ауыҙ тултырып әйтеп бирергә һаман форсат сыҡмауына, ошо алтын минуттарҙа иғтибарҙы йыйын юҡ-бар биләүенә үртәлеп килгән күңеле ҡырылыуын йәшерә алманы:

— Рәйестең эше түгел был — һәр йәш ҡәләм тибрәтеүсенең фатирына сәләм биреү, башҡа ғәмдәре лә башынан ашҡан.

Ә Ҡыҙыл башҡорт, әйтерһең, ошоно ғына көтә:

-- Башлап яҙыусы түгелдәргә — Яҙыусылар союзы ағзаларына эләгәлер юҡһа ундай мәрхәмәт?

-- Уныһы ла мотлаҡ түгел — иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар.

-- Әгәр иларлыҡ та хәле ҡалмаһа?

-- Хәле мөшкөл икән, ғариза яҙһын, дау һалһын, ишек яңаҡтарын ҡаҡшатһын. Бының өсөн Литфонд, профсоюздың месткомы, шуның торлаҡ-көнкүреш комиссияһы бар. Эш шуға ҡалһа, партияның өлкә комитеты ни ҡарай? Торлаҡты һеҙ бүләһегеҙ бит, ниңә күберәк бирмәйһегеҙ?

«Их-ма, бына беҙҙең эш стиле...»

-- Биргәнде ғәҙел бүлә белергә кәрәк. Быйыл нисә яҙыусығыҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртты? Шуларҙан бушанғанын ҡайҙа иттегеҙ?

-- Үҙең яҡшы беләһең, уларына башҡалары күсенде.

-- Ә йәштәр? Талант эйәһе дау һалып йөрөй алмай: ул даими миһырбанлылыҡҡа, яҡлауға мохтаж, тиҙәр түгелме?

-- Бөтәбеҙ ҙә аҙмы-күпме талант эйәләре булдыҡ, әммә ҡүктән майлы бутҡа яуғанын көтөп ятманыҡ.

-- Ысматри, малай, эшсе-шағир беренсенең иҫәбенә теркәлгән. Йәшен ташы һине лә урап үтмәҫ.

Ҡурҡытма, ҡурҡырлығым ҡалмаған!

—Ҡаты бәғерле һин, дуҫҡайым, йөрәгең таштай ҡатҡан... Ә бит бергә уҡығанда ҡайһындай ҙа нескә күңелле инең! Заводта бергә эшләгәндә лә башҡаса итеп белмәй инем үҙеңде. Ҡайҙа, ҡасан һәм ни өсөн юғалттың һин ана шул аҫыл сифатты?!

«Ысынлап та, ҡайҙа, ҡасан һәм ни өсөн? Тормош юлындағы текә һалыуҙарҙа, сананан ситкә сорғолоп ҡалған әйберҙәй, беҙҙең кешелек тойғоларыбыҙ төшөп ҡалып бөтөп бара түгелме?.. Ниңә ташҡа әүерелде был бәғер?..» Ниндәйҙер ҙур аманатты юғалтыуын йән әсеһе менән тойоп, Мотал теләр-теләмәҫ яуапланы:

-- Ошо уҡ һорауыңды, дуҫҡай, үҙеңә лә биреп ҡара әле һин. Яҙыусылар етәксеһе тәү сиратта ижад эштәрен ҡайғыртырға бурыслы.

-- Ижад үҙе нимәгә нигеҙләнә һуң? Беренсе сиратта авторҙың көнкүрешенә, кәйефенә түгелме? Тәүҙә ҡылдарын көйләмәйенсә тороп, скрипка ла көй тартмай. Скрипка ҡылы ғына түгел, йөрәк ҡылың да «шарт!» өҙөләсәк!

«Ә минең, йәшлек дуҫыңдың, ни өсөн һуң нисәмә йылдар буйына романын тамамлай алмай, «Эшсе ғәли йәнәптәре» еҫтөндә ойоп ултырыуымдың сәбәбен бер генә булһа ла кешеләрсә белешкәнең, хәлемә кергәнең бармы? — Тәрән үпкә хисе ялмап алды әҙип күңелен. — Яҡын гына бажалар була тороп та, бисәләребеҙ ыҙғышынан өҫтөнөрәк ҡалҡынғаның, ғаилә боҙлоғо йөрәгемде туңдырғанда туғанлыҡ ҡулы һуҙғаның, араларҙы иретешкәнең бармы? Бына әле лә башҡаларҙың ғәмен генә барлайһың, ә минекенә күңелеңдә урын юҡ — ауыҙ асырға ла ирек бирмәйһең. Кеше хәлен аңлау ҡеүәң ҡалмай бара һинең, нәсәлник!..»

—Таш йоттоңмо, ниңә өндәшәнһең? — Димустан ҡорҙашын ауыр ҡулы менән яурын башынан услап һелкетте. — Һеҙ, идара ағзалары, ул «күгәрсен ояһы»ның аллә ҡасан уҡ күгәрсендәрҙең үҙҙәренә ҡалдырылырға тейешлеген төшөнмәнегеҙме ни, тим.

-- Бәй, был фатирҙы юғалтһаҡ, эшсе-шағир артында сират көткән йәштәребеҙ ни әйтер?

-- Рәхмәт әйтер. Бер йөрәкте кобура иткән револьвер ҙа саманан ашҡан. Ниндәй генә булһа ла, шағир бит.

-- Букашка...

-- Улай тимә. Букашканан суҡышҡа тыуып ҡуймағайы... бауырҙарыбыҙҙы суҡырға... Берәй юлын табырға кәрәк.

-- Үткән идара ултырышында рәйесебеҙ быйыл беҙгә торлаҡ фонды буленмәүенән, ә башҡалар менән берлектә йорт һалырға Литфонд күсергән йомро ғына сумманың, төҙөлөш тигәнең ярты юлда туҡталып, «туңып» ятыуынан зарланды.

—Ҡайһы трест төҙөй?

Мотал аңлатып бирҙе.

—Әһә, хәтерләнем. Управляющийын беләм — үҙ кеше. Яҙыусыларҙы ярата. Шуға күрә лә илтеп ҡыҫтырғайныҡ беҙ һеҙҙе йылы ҡанаты аҫтына. Литфонд аҡсаһын әйтәм. — Бикләмешев, тротуар ситенә туҡтап, таяғын бордюрға төрттө лә уйланды. Уның ҡарауы юлдашы ҡапыл йәнләнде: бына хәҙер иң яйлы мәл тыуҙы кеүек үҙе башлап һүҙ алырға, теле осонда көрмәлеп торған шатлығын — әсә ҡарынында уҡ үлгән «Эшсе ғәли йәнәптәре» урынына өр-яңы роман яҙасағын, ә романдың төп проблемаһы бығаса туған әҙәбиәттә ҡуҙғатылмаған булып, бына тик бөгөн генә, таң һыҙылып атҡанда ғына аңында йәшен сатҡыһылай һыҙылыуын, бар булмышының аҫтын өҫкә түңкәреүен, шул илаһи сәғәттән алып үҙен толпар-атҡа атланғандай тойоуын бәйнә-бәйнә тиреп бирергә...

Мотал ауыҙ асырға ла өлгөрмәне, -- ҡайҙан аңдып-күреп торған тиерһең! — хужаһы таяҡ төрткән тәңгәлгә талғын ғына гөлдөрләүек ҡарайылтыр «Волга» килеп тә торҙо, ишеге асылып та китте. Бикләмешев иң элек юлдашын артҡа индереп ебәрҙе лә үҙе шофер эргәһенә йәпләнде.

— Их, һуларға икән -- һуларға яҙ һулышын, ғашиҡ йәнкәйҙәрҙең йөрәк ҡағышын! — тип, элекке йәш шағир-студент саҡтарындағыса, рифмалаштырып ебәрҙе. — Елдерҙек әйҙә, Шаһибәрәков иптәш, мәсьәләне урында хәл итергә! – тип өҫтәне.

Ымһынып үпкәләү кисергән юлдашы баш сайҡаны:

-- Әле генә техниканы хурлай инең, инде килеп үркәсенә ултырҙың.

-- Был юлы мин ҡорос атты ҙурлайым, сөнки ул беҙҙең араларҙы яҡынайта — үҙең әйткән трест етәксеһе менән ҡауыштырырға елдерә!



БИШЕНСЕ СӘХИФӘ
Ә был минуттарҙа Моталдың ҡустыһы Басир Дәүләтбаевты аҡ ҡанатлы замана осҡосо Өфөгә табан күктең етенсе ҡатынан кәйелтә ине. Әммә уйланып ойоуынан арына алмаған йәш рәссамды һаман-һаман уҙған йәйҙең аҡ ҡайынлы хәтирәһе ҡалдырмай, күңелкәйен болартыпмы-боларта...

...Бородино ҡырына елдергән автобустың яҫы шинлы тәгәрмәстәре аҫтында асфальт юл арҡаһынан ике яҡҡа сәсрәп һыу сыптырлай, түбә ҡалайында ямғыр тыпырлай. Тәҙрәләрҙе асып булмағанлыҡтан — ел-дауыл! — салон томра-бөркөү. Ямғыр шауып еңергә тырышыпмы, ир-ат араһынан берәү Лермонтовтың Бородино шиғырын яттан һөйләй. Басирыбыҙ креслоға саҡ эләгеп ултыра: көмрө ҡарсыға танаулы, ул ғына ла етмәһә, ирен һырты сәйер ҡара мыйыҡлы, лырҡыш умарта кәүҙәле бер ҡортҡаға (Мәскәү әбекәйе) эргәләш тура килгән. Ауыр молберт һандығы тубыҡтарҙы иҙә -- күсереберәк һалырға ла форсат юҡ: ҡортҡа йоҡоға талған. Автобус һиңкеткән һайын, кәүҙәһе ҡылдай тартылып, тештәрен ҡыҫа егет. Шуғалыр, һәйбәт шиғыр ҙа аҙағынаса аңына тамырланмай. "Ҡасандыр, бала саҡта әле, был шиғырҙы мәктәптә үткәйнеләр, хатта ятлаттырғайнылар ҙа — шуны иҫкә төшөрөргә тырыша. Тик, ғәжәпкә ҡаршы, ул әҫәрҙе һуңынан бер тапҡыр ҙа ҡулына алмаған, ә бала саҡ иҫтәлеге юйылған. Әле генә яңғыраған ғәййәр йөкмәткеле шиғри юлдарҙан тап ошо ел-ямғырлы мәлгә ауаздаштары ҡайһылай күңелгә йоға:


Шумела буря до рассвета;

Я, голову подняв с лафета,

Товарищу сказал:

«Брат, слушай песню непогоды:

Она дика, как песня свободы...»
Туҡта, был ни булды һуң әле? Мейеһенең ниндәйҙер бер юлағында фекер осҡоно сағылып, ғәжәп! — бөйөк шағирға ҡарата аңлашылмау, сәйерһенеү тойғоһо ла уянды: ниңә ул, тәбиғәттән килгән даһи (ә бар нәмәнең дә башы тәбиғәттә!) тәүсәбәпте, тәбиғәттең сикһеҙ иреклелеген, ижтимағи-сәйәси тормош тыуҙырған сағыштырмаса тар төшөнсәгә — азатлыҡ төшөнсәһенә сағыштырҙы, ә киреһенсә түгел? Шуның арҡаһында азатлыҡтың ысын өлгө-үрнәге — тәбиғәт ғәли йәнәптәре — икенсе планға сигенеп, шиғырҙа яһалмалъгк, битәбиғилек тыумаймы?.. «Ә был урында Толя дуҫым, моғайын, һөйөклө ҡарт профессорыбыҙҙай заң һалып, мин әйткәндең оторо киреһен раҫлар: «Шағир хаҡлы. Йәмғиәттә тәүсәбәп — тәбиғәт түгел, ә кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте!» — тиер ине. Бына бит ул ҡалай килеп сыға. Ҡайберәүҙәр әйтеүенсә, кендек тигәндәребеҙ береш булһа ла, аҡыл сүлмәктәребеҙҙең икеһе ике яҡҡа тарта икән дәһә ҡайһы бер мәсьәләләрҙә. Дөрөҫ яуап: «Ике аяҡты бер ҡуңысҡа, ике башты бер бүреккә тығып булмай»...



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет